9 класс. Диктант текстары. Диктант№1 Көн исемдәре



Дата16.06.2016
өлшемі37 Kb.
#139521
9 класс. Диктант текстары.

Диктант№1

Көн исемдәре.

Билдәле булыуынса, көн исемдәрен башҡортса дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе тип атайҙар. Был һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Бына уларҙың мәғәнәләре: йәк, дү, ши, шар ҡушымталары – бер, ике, өс, дүрт һандарының исемдәре. Ә шәмбе – “көн” тигәнде аңлата икән. Фарсылар шул һандарға шәмбе һүҙен ҡушып, аҙна көнө исемдәрен яһаған. Шулай итеп, йәкшәмбе – беренсе көн, дүшәмбе – икенсе көн, шишәмбе – өсөнсө көн, шаршамбы – дүртенсе көн. Кесаҙна һүҙенә фарсылар дини мәғәнә һалған. Уны кесе йома тип тә әйтәләр. Ул намаҙға йыйылыу көнө тигәнде аңлата. Йома һүҙе аҙна мәғәнәһен бирә. Аҙна һүҙе фарсы телендә етене белдерә.



Өҫтәлмә эштәр.

1.Һандарҙы яҙып ал.

2. Бына уларҙың мәғәнәләре: йәк, дү, ши, шар ҡушымталары – бер, ике, өс, дүрт һандарының исемдәре. Аҙна һүҙе фарсы телендә етене белдерә.

Контроль диктант№1.

Октябрь.

Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта “батҡаҡ айы” тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Телмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә.


Диктант№2

Талҡаҫ күле.

Юлдаш менән Ҡыҙырас аяҡтарын күлдең йомшаҡ ҡомона батырып,оҙаҡ ултырҙылар.Талҡаҫ буйы һоҡланып бөткөһөҙ матур ине.Иртәнге һауала тауыш көслө яңғырай.Унда,Һаҡмар буйында,трактор геүләй.Һулда комбайн шаулай.Алыҫта йәштәрҙең йырлаған,көлгән тауыштары ишетелә.Оло юлдан иген,мәғдән тейәгән машиналар өҙлөкһөҙ үтә.Бейектә самолет күренә.Ул Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә.

Ә бында Талҡаҫ күле.Ул тып-тын ята.Күлдең уртаһында,күкһел томан эсендә,Уртаташ күренә.(З.Биишеванан).

Өҫтәлмә эштәр.

1.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп яҙығыҙ,улар нимәләрҙең атамаһы икәнен күрһәтегеҙ.

2.Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып киләләр,һыҙығыҙ.

Контроль диктант№2.

Ҡоштарҙы ашатығыҙ.

Урмандарҙа,баҡсаларҙа зарарлы бөжәктәрҙе таҙартыусы ҡоштар араһында ҡарабаш турғайҙан да егәрлеһе юҡтыр.Орнитологтарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда,бала үҫтергән саҡта ҡарабаш турғайҙарҙың бер ояһы ғына ла көн һайын меңләгән ҡаршылауыҡты юҡ итә.

Ҡыш етеп,көндәр һыуына башлағас,ҡарабаш турғай урмандан кеше йәшәгән тирәгә күсә.Бында аҙыҡ табыуы еңелерәк.

Ҡошсоҡ һалҡынға сыҙамлы.Уны аслыҡ ҡына һәләк итә.Ас булһа,өшөй ҙә,аҙыҡ эҙләргә хәле ҡалмай.Ҡайһы бер райондарҙа яҙ етеүгә уларҙың яртыһы ғына ҡалған була.Ә ҡыш бик һыуыҡ булһа,ундан бере генә ҡышлап сыға.

Балалар,ҡоштарға ярҙам итегеҙ!Улар-беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ,дуҫтарыбыҙ.Уларҙы эйәләштерегеҙ,ашатығыҙ!(И.Заянчковский).

Контроль диктант№3.

Ниндәй ул башҡорт аты?

Башҡорт аты тураһында дан күптән билдәле.1725-1756 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы көрәшеүсе генерал Румянцев:”...Уларҙың артынан ҡыуыу елде ҡыуыу менән бер,беҙҙең аттарға уларҙың аттарына етеү ҡайҙа ул!”-тип яҙған.

Икенсе бер батша генералы Черновтың яҙмалары ла шуны ҡеүәтләй:” Башҡорттар үҙ ерҙәренән үткән хөкүмәт кешеләренең экипаждарын һыбай оҙатып, ялһыҙ алты-ете сәғәт буйына эйәреп бара ине.Йөҙ саҡрым һәм унан да күберәк юл үтәләр.Һис бер ҡаршылыҡтан ҡурҡмайҙар: һыуҙы ла улар йөҙөп сыға,ҡуйы урманды ла тәбәнәк аттарының йылғырлығы арҡаһында бик шыма уҙа,текә тауҙы ла,уйһыу ерҙе лә башҡорт атынан төшмәй сыға. Аттары бөтә талаптарға яуап бирә: еңел ,сыҙам, арзан, ҡурҡыу белмәй.”(100 һүҙ)(“Башҡортостан тарихы”китабынан).
Контроль диктант№4.

Июнь-йылдың иң матур айы.Болон ,туғайҙар гөрләп сәскә ата.Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа ҡырҡтан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға,күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май,июнь-ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты.Улар балаларына ашарға ташып бер була.Мәҫәлән,бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп,аҙыҡ килтерә.

Июндә күбәләктәр оса.Бал ҡорто күс айыра.

Июнь-тәүге еләктәр айы.Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь-йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн.Бер нисә көн шулай тигеҙ тора,шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.(92һүҙ)(“Йәншишмә”гәзитенән).
Диктант№3

Тәржемә өсөн диктант.

Знаете ли вы,каково цена лени?

За11 лет обучения в школе ученику приходится работать на уроках в течение 619 тысяч 750 минут.А если он на каждом уроке 20 минут просто «отбывает свое время»,то он в общей сложности теряет 231 000 минут.То есть после окончания средней школы его знания по ряду учебных предметов находятся на уровне VI-VII класса.

Как вы смотрите на это?



Может ли человек с семилетним образованием справиться с компьютерной техникой,робототехникой,которые все больше проникают в нашу жизнь?(А.Метса)

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет