Аңлатма яҙыу Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1- 4 кластары өсөн туған телдән эш программаһы. Эш прогаммаһы 1 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт); 2 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт); 3 класта 105 сәғәткә бүленгән



бет1/3
Дата04.07.2016
өлшемі0.51 Mb.
түріПрограмма
  1   2   3
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1- 4 кластары өсөн туған телдән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 1 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт);

2 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт);

3 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт);

4 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт)

Дәреслектәр:

Бүләк. Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2012.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 2 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап,2006.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 3 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 4 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.
Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.



Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Бүләк. Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2012.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 2 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап,2006.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 3 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012.

Толомбаев Х.А. Башҡорт теле. Рус мәктәптәрендә 4 класта уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.


Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы .Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. –Ижевск: Книгоград, 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тара фынан тәҡдим ителгән программа «137-се урта белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән Министрлығының 373 бойроғо менән 06.10.2009 йылда раҫланған дәүләт белем биреү стандарты,«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программаны тормошҡа ашырыу ваҡыты: 2013-2017 уҡыу йылы.

Туған тел филология өлкәһенә ҡарай.

Этномәҙәни дәрестәр ҡара шрифт менән бирелә.


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

- башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

-башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.



Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1.Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡыу предметтары йөкмәткеләренең дөйөм ҡиммәттәре ориентацияһы (йүнәлеше).

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.



Уҡыу планында предметтарҙың урыны.

Уҡыу планында рус мәктәптәренең 1 класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн туған телде уҡытыуға 105 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 3 сәғәт), 2 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), 3 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт); 4 класта 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт);


Уҡыу предметтарын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.



Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;



- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

- башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;



Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

- үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

- балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

- башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

- балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.


Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:



  1. телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  2. тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  3. социомәҙәни компетенция;

  4. дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Телмәрҙең тематик йөкмәткеләре.

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм спорт уйындары. Яратҡан әкиәттәрем. Ял көнө (зоопаркта, циркта), каникулдар.

Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ фатирым/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.



Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

Коммуникатив оҫталыҡтар.

Һөйләү телмәре

  1. Диалогик форма:

  1. типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

  2. һорау-яуап рәүешендәге диалог.

  1. Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Каталог: files -> %D0%A0%D0%B0%D0%B1%D0%BE%D1%87%D0%B8%D0%B5 %D0%BF%D1%80%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D0%BC%D0%BC%D1%8B -> 2015-2016
files -> «2-разрядты спортшы, 3-разрядты спортшы, 1-жасөспірімдік-разрядты спортшы, 2-жасөспірімдік-разрядты спортшы, 3-жасөспірімдік-разрядты спортшы спорттық разрядтарын және біліктiлiгi жоғары деңгейдегi екiншi санатты жаттықтырушы
files -> Регламенті Негізгі ұғымдар Осы «Спорт құрылыстарына санаттар беру»
files -> Спорттық разрядтар мен санаттар беру: спорт шеберлігіне үміткер, бірінші спорттық разряд, біліктілігі жоғары және орта деңгейдегі бірінші санатты жаттықтырушы, біліктілігі жоғары деңгейдегі бірінші санатты нұсқаушы-спортшы


Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3


©dereksiz.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет