Аҡмулла йондоҙлоғо Һаумы, әхирәтем Аурика!



Дата11.06.2016
өлшемі25.2 Kb.
#128074
Аҡмулла йондоҙлоғо

Һаумы, әхирәтем Аурика!

Хатыңды алып уҡыным, ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һинең һәр хатың миңә яңылыҡ алып килә. Илең, тормошоң тураһындағы яҙмаларыңды рәхәтләнеп уҡыйым.

Һинең, йыраҡ Балтиҡ буйҙарында йәшәп, башҡорт халҡының күренекле ул-ҡыҙҙары менән ҡыҙыҡһыныуың мине бик шатландыра. Салауат, Ҡараһаҡал, Алдар батыр, Әхмәтзәки Вәлиди тураһында етерлек кимәлдә мәғлүмәт бирҙем инде.

Ә был хатың мине тәрән уйға һалды, сөнки һин: “Аҡмулла кем ул ?” – тип һорағанһың.

Ысынлап та, кем һуң ул Аҡмулла?!

Бер яҡтан ҡараһаң, барыбыҙ кеүек ябай ғына бер кеше: ауылда тыуған, шиғырҙар яҙған, балаларға белем таратҡан...

Икенсе яҡтан ҡараһаң, ул – хыялдар менеп етмәҫлеҡ бейек, уйҙар барып етмәҫлек бөйөк шәхес.

Аурика, белгең килһә, Аҡмулла милли геройыбыҙ Салауаттан ҡала, “башҡорттарым” тип өндәшкән, халҡын аң–белемгә, камиллыҡҡа өндәгән аҡ күңелле, саф йөрәкле сәсәнебеҙ!

Әхирәтем Аурика, минең һиңә шағирыбыҙ тураһында күп нәмәләр һөйләгем килә, сөнки уның яҙмышы – йомғаҡ кеүек, һүтелә лә һүтелә...

Мифтахетдин ябай башҡорт ауылында тыуған, йәмле Дим туғайында аунап үҫкән. Ата-әсәһенең йылы ҡанаты аҫтында ҡалырға теләмәйенсә, уны тынғы белмәҫ йөрәге донъяны танып белер, аңлар өсөн ауылынан алып сығып киткән. Илгиҙәр сәсәнебеҙ Шиһабетдин Мәржәни, Шәмсетдин Зәки кеүек күренекле шәхестәр менән осрашҡан, уларҙан тормоштоң серҙәрен асырға өйрәнгән.

Яҙмыш ҡайҙа ғына йөрөтһә лә, Аҡмулла үҙ асылын юғалтмаған: кешелекле, киң күңелле, изгелекле булып ҡалған. Шуның өсөн дә ябай халыҡ уны хөрмәт иткән, кәңәш һорап килгән. Аҡ, саф йөрәкле, таҙа күңелле булғаны өсөн уға Аҡмулла тип исем биргән.

Һиңә лә, әхирәтем, билдәле булған Фирҙәүси, Рудаки кеүек шағирҙар рәтендә үҙенең фәлсәфәүи ижады менән, һис шикһеҙ, үҙ урынын таба алырлыҡ Аҡмуллабыҙ күп юлдар үткән. Күп халыҡтар менән аралашып, һәр ерҙә ябай халыҡ тормошона битараф ҡала алмай мәғрифәтсе. Башҡортобоҙҙоң белемле улының ғүмере аңһыҙ әҙәмдәр тарафынан Мейәс ҡалаһында өҙөлә. Арбаһының тәгәрмәсе әйләнеүҙән туҡтай, китаптары туҙҙырыла. Күпме халыҡ тилмереп, юлдарға ҡарап, тағы ла үҙҙәренең аҡ уйлы, аҡ фекерле Мифтахетдинын көттө икән? Ихлас йылмайып, уҡырға өйрәткән барлыҡ төрки телле халыҡтар Аҡмулланы үҙенеке итеп хәтерләй.

Бынан йөҙәр йылдар элек хәйлә ҡоло булып йәшәп килгән халыҡтарҙың йәшәйешенә ҡарап йөрәге әрней шағирҙың. Уның ижады, тормош юлы легендалар аша, быуындан–быуынға күсә. Кешене изгелеккә өндәп, инандыра белгән халыҡтың аҡ күңел муллаһын күп быуындар ғилем өлгөһө итеп хәтерләр, унан күпкә өйрәнер.

Башҡортостандың бөгөнгөһөнә йәннәттән бағыусы Аҡмулла рухи хыялдарының тормошҡа ашыуына һөйөнәлер, моғайын. Бар булмышы менән илем тип йәшәүсе, ғүмерен халыҡтарға белем биреүгә бағышлаусы бөйөк Аҡмуллабыҙҙың васыятына тоғро ҡала халҡым. Аллаға шөкөр, төрлө тармаҡтарҙа дан ҡаҙанған, үҙ башҡорто өсөн генә түгел, дөйөм ил алдында абруй яулаған, һиңә таныш булған, шәхестәребеҙ бихисап.

Бөйөк яҙыусыбыҙ әйтмешләй, аҡыл, таҙа уйҙар, матурлыҡ менән генә башҡаларҙа милләтебеҙгә ҡарата ихтирам һәм һөйөү уята алырбыҙ. Ҡорал урынына ҡурай һайлап, үҙ теленең ҡәҙерен белеп, үҙ милләтенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәй бөгөн Аҡмулланың рухташтары.

Әхирәтем Аурика, бөйөк шағир–мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың кем икәнен һиңә аңлата алдым, тип уйлайым.

Һиңә уңыштар, һаулыҡ теләп, беҙҙең халҡыбыҙҙың тарихына, ижадына ҡыҙыҡһыныуың һүнмәҫ, тигән өмөт менән хатымды тамамлайым.



Һинән хат көтөп ҡалам. Әхирәтең Айгөл.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет