Башҡорт энциклопедияһы


Йола-Ғйбә- ҙәттәре, ислам тәғлимәте мулла



бет2/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25
Йола-Ғйбә- ҙәттәре, ислам тәғлимәте мулла ғаиләһендә тыуып үҫкән Әхмәтззкнгә кесе йәштән үк ҡанына, йәненә һеңә, үҙенсә бер тәбиғи ғәҙәткә, рух донъяһына әүерелә.

Мәҙрәсә һабаҡтарын да башта Әхмәтзәки үҙ атаһынан ала. Уға мәғлүмәтле әсәһе һәр йәһәттән ярҙамлаша.

Әхмәтша хәҙрәт Көҙәндә үҙенең ҙур ғына мәҙрәсәһендә төп дини дәрестәрҙе, ғәрәп теле һабағын үҙе алып бара. Уҡытыуҙары үҙенсә төплө булғандыр инде, Көҙән мәҙрәсәһенә йыраҡтан, тау эсенән бөрйән башҡорт балалары ла килеп уҡый. Донъяуи ғилемде танытырға ла күпмелер иғтибар ителә. Математика, урыҫ теле өйрәтелә. ”Мин атайым мәҙрәсәһендә уның үҙенән ғәрәпсә өйрәндем, дини дәрестәр алдым. Зәки хәлфәнән һәм Кәшиф мулланан фарсыса өйрәндем, Ғәбдерахман менән Шаһибәк урыҫ теле һәм математика уҡыттылар”, — ти хәтирәләрендә Әхмәтзәки.

Көҙән мәҙрәсәһе ҡәҙими юҫыҡта булһа ла, атаһының мөфти улы Солтанов юрист, Петербург университетын тамамлаған Ғәбдерәхимова кеүек интеллигент заттар менән йыш аралашыуы, донъяға киңерәк ҡарауы арҡаһында уҡыу-уҡытыу эшенә яңылыҡтар инеүен дә күрергә мөмкин. ’’Урта быуаттағы күсмә тормош алып барған кешенең аңы менән ауыл имамы булған атайымдың реформатор кимәленә тиклем үҫешенә, бәлки, был ике заттың да тәьҫире булғандыр”, — ти был хаҡта улы.

13


ҮТӘК МӘҘРӘСӘҺЕНДӘ. ЙӘЙЛӘҮҘӘРҘӘ

Уҡыуға бик зирэк һәм зиһенле булған улын Әхмәтша хәҙрәт артабан ҡайҙа уҡытыу тураһында бик йыш уйлана. Өфө, Ырымбур кеүек ҙур ҡалаларға илтеп уҡытыр ине — улай бик үк алыҫҡа ебәрәһе килмәй, өҫтәүенә бик күп сығымдар кәрәк. Яҡыныракҡа, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә, урынлаштырыр ине — фанатик муллаларҙың ”ана Әхмәтша хәҙрәт улын көфөр мәктәпкә биргән”, тип һүҙ ҡуйыр- тыуҙарынан ҡурҡа. Улы бик теләһә лә, урыҫ мәктәбендә уҡытырға үҙенең ризалығы юҡ. Иң уңайы күршеләрендәге Үтәк, ҡайнағаһы Хәбибназарҙың мәҙрәсәһе ҡала. Үҙе, бер яҡтан, яҡын-тирәләге иң шөһрәтле мәҙрәсә, икенсенән, улы һәр саҡ күҙ алдында, бабаһы ҡарамағында булыр.

Шөһрәт тигәндән, үҙҙәре яғы, Стәрле төбәге атаҡлы Стзрлебзр. Өфө, Ырымбур төбәктәре мәҙрәсәләренән әллә ни ҡайтыш та түгел кеүек. Үҙ мәҙрәсәләрендә уҡып, исем- аттары, дандары Өфө, Ҡазан губерналарынаса таралған мәғрифәтле, зыялы шәхестәре бар.

Дөрөҫөнән дә шунһы характерлы, XIX быуаттың икенсе яртыһында Башкортостанда, бигерәген Стәрле төбәгендә, мәғрифәттә, фәндә, ижтимағи фекерҙә тәрәҡҡи (прогрессив) ҡараштарҙы яҡлаған, ғалим һәм аҡыл эйәһе Ғәб- денасир Ҡурсауиға, уның артынса Шиһабетдин Мәржә- нигә фекерҙәш бер ҙур төркөм башҡорт уҡымышлылары етешә. Уның башында Ҡыуаҡан ырыуынан сыҡҡан, Нәҡш- бәнди тәғлимәте тарафдары атаҡлы шәйех һәм мөҙәрис Зәйнулла Рәсүлев тора. Троицкиҙа үҙенең ’’Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Ниғмәтулла бин Биктимер әл-Стәрле, Тыйп бин Зәйетҡол әл-Урали, Ғәбделмәжит әл-Уфалы ише уҡымышлылар, дин әһелдәре уның иң яҡын шәкерттәренән һәм тәриҡәттәштәренән иҫәпләнә.

Стәрле төбәгенән Ғариф Сайрани (1856 йылда вафат) Бохарала уҡығанда, Ҡурсауи шикелле, ундағы схоластикаға һәм дини фанатизмға ҡаршы сыға. Ғәрәп телендә бер философик трактат яҙа. Уның бер өлөшө ’’Ғакаид Нәфисә” китабында баҫыла. Ғәрәпсә тағы бер яҙмаһы Ш.Мәржәни баҫмаларында нәшер ителә.

Был төбәктән XIX быуаттың икенсе яртыһында мәғариф, ғилем әлкәһендә байтаҡ уңыштарға өлгәшкән Әхмәтвәли бин Исламҡолой әл-Стәрле, Хызыр бин Ғәбделвәхит әл-Стәрле, Мөхәммәтҡафи бин Ҡотлозаман, Мөхәммәтша-

14




фиҡ бин Мөхэмәтшэриф әл-Үтәки, Хәбибназар бин Мө- хәммәтҡафи әл-Үтәки кеүек бер плеяда атаҡлы уҡымышлылар майҙанға сыға.

Шулар араһынан айырата Хызыр бин Ғәбделвәхит әл- Стәрле (1850-1903) төрлө фәнгә маһир, тарих, географияны, астрономияны тәрән белгән, Риза Фәхретдин яҙғанса, заманаһының бер ысын ғалимы булып таныла. Ул Олуғ- бәктең ”Руби мужаиб” (астрономик квадрат) әҫәрен ныҡлап өйрәнә, Алатауҙа геологик тикшеренеүҙәр үткәрә, һән- дәсә (геометрия) ғилеме менән шөғөлләнә.

Әрмет Рәхим ауылында имам һәм мөҙәрис булып хеҙмәт иткән Әхмәтвәли бин Исламҡолой әл-Стәрле ахун (1816-1880) ислам тарихы һәм фәлсәфәһен ғәрәптән үҙләштерә. Атаҡлы ғәрәп ғалимы Ғазалиҙың ” Ихья ғөлүм ад- дин” (’’Имам ғилемен тергеҙеү”) китабына аңлатма-шә- рехтәрҙән ғибәрәт ҙур ғына әҫәрен яҙа. Уның ’’Мөхтасар әл-мәүҙуғат”, ”Жәл әл-болсорур” исемендәге мәжмуғәләр яҙғанлығы мәғлүм. Әҙип булараҡ та таныла ул.

Ҡыуаканбаш ауылынан Тимербәк бин Вилдан әл-Ҡы- уаҡани (1787-1877) күп йылдар мәҙрәсәлә донъяға, дингә үҙенсә ҡараш менән яңы ысулда уҡыта, яңы бер дәреслек яҙа. Үҙе Ғ.Ҡурсауиҙан килгән яңыса рационалистик фекер һәм ғилем тарафдары. ’’Башҡорттар араһынан сыҡҡан ошо мөҙәрис хәҙрәттәренең ярты быуаттай тиерлек яңы ҡараштар менән яңы ысулда дәрестәр биреүе тарихи бер ваҡиғалыр”, — тип иҫкә алалар уның шәкерттәре.

Стәрле төбәгенең ана шундай шәхестәрҙе биргән уңдырышлы мәғариф һәм ғилми ерлеге Әхмәтзәки Вәлиди шәхесенең бөрөләнеүенә иң уңайлы шарт һәм мөхитте тыуҙы- рыша.

Бындай шарттар һәм заттар хаҡында ’’Хәтирәләр’’ендә Әхмәтзәки Вәлиди үҙе былай яҙа: ’’Араларында ғаиләбеҙгә тәьҫир итеүселәрҙән Стәрлетамаҡта йәшәүсе Нуғай улдары булды (Шәрәфетдин һәм Камалетдин Нуғаевтар — Ғ.Х.). Уларҙың араһынан ҡайһы бер фекер эйәләре лә сыҡҡан, математика һәм тарих кеүек ғилемдәргә лә иғтибар биргәндәр. Нуғай улдары мәҙрәсәһендә етешкән күренекле шәхестәрҙең береһе күрше Сайран ауылынан Бикбулат мулланың ҡустыһы Ғариф Сайрани булды... Беҙҙең юрматы ырыуында ислам мәҙәниәтенең ыңғай яҡтары менән ҡыҙыҡһынған кеше Ғариф Сайрани ғына түгел. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙан дүрт саҡырым алыҫлыҡтағы Бүжә ауылынан

15




Хызыр исемле бер имам һэндэсэ (геометрия) ғилемен бик яҡшы белә ине. Атайым мине ул имамдан һэндэсэ фәнен уҡытты. Минең урыҫса өйрәнеүемде бик хуплар һәм инженер булыуымды теләй ине”.

Төбәктәрендәге был һәм бындай уҡымышлылар хаҡында Ә.Вәлиди ’’Хәтирәләр” китабында махсус бүлексәләрендә уларға баһалама бирә һәм ғилми-рухи мөхиттең тейешле юғарылығын билдәләй.

Ана шундай мөхиттең икенсе бер усағы булған Үтәк мәҙрәсәһенә, имам һәм мөҙәрис ҡайнағаһы Хәбибназар ҡарамағына, тапшыра Әхмәтзәкйен Әхмәтша хәҙрәт.

Үтәк мәҙрәсәһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең белем алыу юлында мөһим бер этап һәм киләсәктәге фәнни эшенең йүнәлешенә ныҡлы бер таяныс була тиергә кәрәк. Уның был йәһәттән төп сәбәпсеһе һәм йүнәлеш биреүсеһе — мәҙрәсәнең мөҙәрисе, бабаһы Хәбибназар Үтәки хәҙрәт. Үтәк юрматы ырыуына ҡараған боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Үткән быуат аҙағында ул өс мәхәлләле ҙур ауыл. Халҡы ла башҡорт менән типтәр ҡатыш. Хәбибназарҙар абруйлы имам хатип заттар.

Хәбибназар Үтәки 1862 йылдың 12 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ әйәҙе Үтәк ауылында Мөхәммәт- ҡафи исемле мулла ғаиләһендә тыуған.

Атаһы Мөхәммәтҡафи, башта Үтәктә, унан Балыҡлыкүл ауылында атаҡлы Хөснөтдин Жданов ахун мәҙрәсәһендә һабаҡ алып, артабан Бохара һәм Хиуаға китеп белемен камиллаштырып, Үтәккә указлы мулла булып ҡайтҡан. Ауылда яңы мәсет, мәҙрәсә һалдырған. Шунда шәкерттәргә 36 йыл һабаҡ уҡыта. Фарсы телен яҡшы белә. Йәләлетдин Румиҙың атаҡлы ’’Мәҫнәүи” китабын, ғалимдар әйткәнсә, суфыйсылыҡтың фарсы поэтик камусын яратып уҡый, уға шәрехтәр яҙа. Татар ғалимы Шиһабетдин Мәржәни тарафдары. Башҡортостандағы шөһрәтле мөҙәрис һәм дин белгестәре хисабында.

Мөхәммәткафиҙьщ ғаиләһе шаҡтай ишле: иң оло улы Хәбибназар, унан ҡала Тайып, Мөхәммәтзариф, Мөхәм- мәттаһир, Мөхәммәтғариф, иң кесеһе Ғәбдерахман. Был төпсөк улы сауҙагәр булып китә. Ҡалған улдары уҡып, барыһы ла мулла була. Мөхәммәткафиҙьщ ике ҡыҙының береһе Яңғыҙҡайын ауылына муллаға килен булып төшһә, икенсеһе — Әхмәтзәкиҙең булаһы әсәһе — Өммөлхәйәт

16




Көҙән ауылына Әхмәтша мулла Вәлитовҡа никахлана. Шулай ике ҡыҙы ла оҫтабикә булып китә.

Хәбибназар башланғыс белемде ауылда атаһы мәҙрәсәһендә ала. 1873 йылда Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә керә. Камалетдин хәҙрәт Нуғаев менән Хәйрулла хәҙрәт Ғосманов- тарҙан ислам нигеҙҙәрен, мантиҡ (логика), фиҡһы (юриспруденция) ғилемдәрен өйрәнә. 1879 йылда Мөхәммәтсә- лим Өмөтбаевтан урыҫ теленән, математиканан дәрестәр тыңлай. Ошо йылдың көҙөндә, ата-әсәһенең фатихаһын алып, Ҡаҙанға Ш.Мәржәни мәҙрәсәһенә барып урынлаша.

Ҡазанда Хәбибназар, Шиһабетдин хәҙрәттең иң зирәк һәм тырыш шәкерттәренең береһе булып, алты-ете йыл һабаҡ алып, ғалиә синыфтарҙы тамамлағас, шул уҡ мәҙрәсәлә үҙе үк уҡыта башлай. Ләкин 1889 йылды остазы Шиһабетдин Мәржәни вафат булғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм Үтәк мәҙрәсәһендә дәрестәр бирә, мөҙәрислек вазифаһын башҡара. Мәҙрәсәнең бай китапханаһын, киратханаһын (уҡыу залын) булдыра. Үҙалдына ғилем эше менән шөғөлләнә. Ул суфизм-тасаууф ғилеме менән ныҡ ҡыҙыҡһына.Шиғырҙар яҙа, ислам ғилеме, фәлсәфә буйынса шәрех-аңлатмалар бирә.

Дәрестәрендә булһын, яҙған шиғырҙарында, төҙөгән шәрехтәрендә булһын, Хәбибназар мөҙәрис Ҡурсауи, Мәржәни фекерҙәренә ауаздаш рухи ағымды дауам итә. Был остаздарының рационалистик идеяларын, заманы өсөн яңы, алдынғы ҡараштарын бәғзе бер фанатик дин әһелдәре, ҡәҙимселәр нисек тә юҡҡа сығарырға, Диниә назаратына, администрация башлыҡтарына төрлө доностар яҙырға, ғауғалы диспут-моназаралар ойошторорға тотонғас, прогресс яҡлы башҡорт уҡымышлылары, остаздарын яҡлап, диспуттарҙа, шулай уҡ мәҡәләләр һәм шиғырҙар менән дә сығыш яһайҙар. Шуларҙың алдынғы сафында Хәбибназар Үтәки хәҙрәт тора. Уның хаҡында фекерҙәше һәм ауылдашы Мөхәммәтшафиҡ хәҙрәт былай ти: ’’Хәбибназар хәҙрәт Ҡурсауи вә Мәржәнигә мәхләси (ихлас) вә хөрмәт илә быларҙың әҫәрҙәрен мотәләгә итәлер (өйрәнер) ине, Ҡурсауи вә Мәржәниҙәрҙең ысын дуҫы, улар өсөн алғы сафта мөхараба ҡылыусы (көрәшеүсе) ине”.

Хәбибназар Үтәки остаздары тураһында үҙе бер шиғырында шулай яҙа:

Шәмиғ ирде һәм фөнүне

Тәхҡиҡ ирде мәсләге,

17


Мохсаридыр ҡурсауилар,

Мэржәниләр мэшрэте.

(Бөтөн ине һәм фәне,

Хаҡлы ине йүнәлеше,

Уңышлылыр ҡурсауиҙар,

Мәржәниҙәр ғәҙәте).

Хәбибназар Үтәки үҙе ошо ғалимдарҙың мәсләген тотоп, Бохара тарафдарҙарын, уҡытыуҙағы схоластиканы, ижтимағи тормоштағы торғонлоҡто ҡаты тәнҡит итә. Ш.Мәржәниҙең ’’Мостафадел әхбәр” китабының күп урындарына шәрехтәр төҙөй, Ғазалиҙың ислам тарихына бәйле ’’Мифтах әл-тәуарих” китабына аңлатмалар яҙа, философик ҡараштарын үткәрә. Ибн-Фадландың башҡорттар хаҡындағы юлъяҙмаларына ҡарата фекерҙәрен әйтә. Хәбибназар мөҙәристең башҡорт һәм ҡаҙаҡ тарихына арналған ҡулъяҙма китабы Үтәк мәҙрәсәһендә дәрестә ҡулланма итеп файҙаланыла.

’’Милләтенә хадим хәбиб” булып хеҙмәт итер Хәбибназар хәҙрәт ғилем, ижад эше менән ҡатар тәржемә менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, уның ’’Нәуадир тәржемәсе” (1899) исемендәге көнсығыш сюжеттарына хикәйәттәр йыйынтығы күп мәҙрәсәләрҙә уҡыу китабы итеп ҡулланылған, халыҡ яратып уҡыған китапҡа әйләнә.

Ғилемгә, шиғриәткә ғашиҡ Хәбибназар Стәрле төбәгенең әлеге үҙенә замандаш Хызыр Ғәбделвәхит, Мөхәммәт- шафиҡ, Мөхәммәтшәриф, тағы бер нисә абруйлы ғалимдары, ҡәләмдәштәре менән яҡын дуҫ-иш Һәм ултырҙаш. Улар менән, үҙҙәре сығарған шиғырҙарҙы уҡып, ара-тирә шиғыр әйтешеп, Аҡмулла шиғырҙарын, Көнсығыштың Руми, Хафиз, Хәйям, Мәғәри кеүек классик шағирҙарының роба- ғыйҙарын, мәҫнәүиҙәрен ғәрәпсә, фарсыса, төркисә яттан һөйләп, зауыҡ табалар.

Был замандаштарының күбеһен күреп белгән Ризаитдин бин Фәхретдин Хәбибназар Үтәки хаҡында: ’’Хәбибназар хәҙрәт ғәфиф (абруйлы, намыҫлы) вә хәсән холоҡло, хуш мөтәләгәле (матур уҡыр, белер) зат ине. Мәжлесе һәр ваҡыт ғилем мәжлесе булыр ине”, — тип яҙып ҡалдырған.

Әхмәтзәки Вәлиди Хәбибназар бабаһының тарих ғилеме менән ҡыҙыкһыныуы хаҡында былай ти: ’’Бабам ислам тарихына бағышланған хеҙмәттәрҙең башланғысы булған Ибн әл-Әсирҙе баштан аҙағына тиклем уҡыған, бер бүлеген төркисәләп тәржемә иттереп баҫтырған. Төркиә тари

18




хын да, Йәүҙәт Паша тарихын да тулыһынса тип әйтерлек яттан белгән, тарихҡа ғашиҡ бер ғалим ине”.

Хәбибназар мөҙәрис Әхмәтзәкиҙең уҡырға зирәклеген күптән инде белгәнлектән, мәҙрәсәһендә уны ислам нигеҙҙәре, фикһы ғилеме, фәлсәфәнән тәрәнерәк һабаҡ бирә лә уны үҙе төҙөгән яңы программа менән өйҙәрендә үҙалдына уҡыта. Ислам тарихын, ғәрәп әҙәбиәтен, географияны, математиканы өйрәтеүгә айырыуса диҡҡәт итә. Мәшһүр шәхестәрҙең тормош юлдары, хеҙмәттәре менән ныҡлап таныштыра. ’’Ғәрәп риторикаһы тип аталған ”бейап-у бе- ди” ғилеменә, ошо әлкәләге белгестәрҙең, мәшһүр шәхестәрҙең тәржемәи хәленә айырыуса әһәмиәт бирә торғайны, — тип хәтерләй ул ’’Хәтирәләр’’ендә. - Ибн һалли- кандың, Ташкөпрузадәнең, һиндостанлы Ғәбделхәй әл- Мухневилҙәрҙең тәржемәи хәлдәрен ул миңә атайымдың дуҫы Морат Рәмзи ғәрәпсәгә тәржемә итеп баҫтырған ”Ре- шеһат” исемле китабынан (Урта Азия суфыйҙары хаҡындағы әҫәр) уҡытты. Мин үҙем дә, был тәржемәи хәлдәрҙе уҡып, бабайымдың китапханаһындағы ’’Решеһат” тың фарсыса нөсхәһе менЗК сағыштырып, ҙур ләззәт таба инем”.

Әйткәндәй, бабаһының өйөндәге бай китапханаһы Әхмәтзәки шәкерткә үҙе бер ғилем ҡаҙнаһы булып әүерелә. Үҙен ҡыҙыҡһындырған китаптарҙан ул көнөн-төнөн айырылмай тиерлек. ’’Бабайым Истанбулдан килтерткән китаптарҙы уҡый инем. Эрнест Ренандың, америкалы доктор В.Р.Дрейперҙың, немец Шопенгауэрҙың дин һәм ғилем мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрен ҡыҫҡаса төшөндөрөп һәм тикшереп нәшер ителгән китаптарҙы, шулай уҡ дин һәм ислам мәсьәләләренә бағышланған Мысырҙан Мөхәммәт Абду һәм Фәрит Вежди кеүек ғалимдарҙың ғәрәпсә сыҡҡан әҫәрҙәрен 16—18 йәштәремдә уҡып файҙаландым”, — тип Әхмәтзәки Вәлиди күпме йылдар үткәндән һуң да ҡайһы берҙәрен исемләп иҫенә төшөрә.

Үтәк мәҙрәсәһендә уҡыған йылдарында урыҫ теленән шөғөлләнеүен дауам итә. Махсус дәрестәр ала. Урыҫ теле уҡытыусыһы менән — урыҫса, ғәрәп теле уҡытыусыһы менән ғәрәпсә һөйләшергә күнегә. Улай ғына түгел, үрнәк өсөн А.С.Пушкиндың ’’Пугачев тарихы”н, ’’Бөйөк Петр- ҙың ғәрәбе” әҫәрен һәм уның Ҡөрьән мотивтарына яҙылған шиғырҙарын төркисәгә тәржемә итеү тәжрибәләрен яһап ҡарай.

19




Әхмәтзәки шәкерттең айырыуса Үтәктәге ете-һигеҙ йыллыҡ мәҙрәсә осоро, дөйөм һабаҡтарҙан тыш, махсус дәрестәр алыу, үҙалдына тарихи, географик, теологик бихисап китаптар уҡыу менән характерлы. Шунда уның киләсәктәге төплө белем, ғилем йүнәлеше тоҫмаллана, ниҙәр менән ҡыҙыҡһынғандары асыкланғандан-асыҡлана бара.

1907-1908 йылдың ҡышында атаһы хажға киткәс, Әхмәтзәки бер хәлфәһе менән Көҙән мәҙрәсәһендә уҡытырға ҡала. Форсаттан файҙаланып, мәҙрәсәнең бер мөйөшөндә атаһы асҡан китапхананы бик тырышып тулыландырырға тотона. Өфөлә, Ҡазанда, Санкт-Петербургта сыҡҡан төрлө телдәге гәзит-журналдарҙы яҙҙыра, Ырымбур, Ҡазан, Орск китапсылары менән бәйләнешкә инә. Рәсәй, Төркөс- тан, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Төркиә тарихына бағышланған иҫке һәм яңы китаптарға заказдар бирә, күбеһен алыуға өлгәшә. Уларҙы йотлоғоп уҡыуға сума, айырым- айырым үҙенсә тикшеренеүҙәр, күсермәләр, сағыштырыуҙар менән мауығып китә. Шулай бар уй-хыялдары, ма- уығыуҙары менән китап донъяһында гиҙә, соҡсона башлай ул. Өлкән шәкерттең һәм хәлфәнең ҡараштарын шулар өр- яңыса балҡытып, ҡиблаларын үҙгәртеп ебәргәндәй була.

1906-1908 йылдарҙа халыҡ китапханаһына килтерелгән гәзит, журнал һәм китаптар, алда телгә алынған әҫәрҙәр, атайым һәм бабайым янында булған һөйләшеүҙәр ун алты йәшемдә үк миндә донъяға өр-яңы ҡараш барлыҡҡа килтерҙе, - тип яҙа ул осор ғүмере хаҡында. — Бының һөҙөмтәһендә мин белемемде урыҫ теле ярҙамында байытмак булдым. Урыҫ мөғәллим мәктәбендә (учительская школа) уҡып, ислам сығанаҡтарынан өйрәнгән тарихи мәғлүмәттәрҙе урыҫ сығанаҡтары биргән мәғлүмәттәр менән сағыштырырға тип, үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Был фекерҙе миңә, башлыса, Морат Рәмзи уятты. Ул миңә үҙе белгән урыҫ тарих китаптарын, айырыуса үҙе ҡулланған Соловьев тарихын, өйрәнергә кәңәш итте”.

Бына ҡасан һәм ҡалайыраҡ башлана Әхмәтзәки Вәли- ди-тарихсының Көнсығыш менән Көнбайыш тарихи ғилемен берләштереп өйрәнергә кәрәклек методологияһының башы.

Әхмәтзәки Вәлиди ғалим кеше булараҡ ’’Хәтирәләр” китабында үҙ шәхесенең ниндәй мөхиттә, ниндәй шарттарҙа рухи формалашыуына етди әһәмиәт бирә. Конкрет кешеләрҙең йоғонтоһона килгәндә, иң беренсе сиратта, ата-

20




әсәһенең, Хәбибназар бабаһының, ғаиләләренә тирә-яҡтағы таныш, дуҫ уҡымышлыларҙың ролдәрен ентекләп һөйләй. Ошоларҙы айырып билдәләп, ’’минең рухи үҫешемдә, үрҙә әйтелгән өс төркөм зыялыларҙан тыш, тағы бер нисә кеше йоғонто яһаны”, — тип өҫтәй. Шуларҙың береһе — Муллағол диуана ине.

Бер аҙ сәйерерәк тойола: диуана кеше нисек йоғонто яһаны икән? ’’Хәтирәләр’’ендә тасуирлауынса, Муллағол диуана — бер дәрүиш әҙәм. Ҡыпсаҡ ырыуынан булған был кеше, йәшләй ситкә сығып китеп, Төркөстанда, Яси ҡалаһында йәшәгән, шунда күпмелер һабаҡ алған, Йәсәүи тәриҡәтенең рухында тәрбиәләнгән. Шулай ысын суфыйға әйләнгән. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡанда, яҡташтарына инде ул сәйер ҡылыҡтары менән диуаналай күренгән дәрүиш зат булған. Ҡысҡырып зекер әйткән, хисапһыҙ доғалар белгән, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендә әллә ниҙәр ҡыландырып яттан шиғырҙар уҡыған. Торғаны диуана инде. Шуға халыҡ уға Муллағол диуана тип ҡушамат ҡушҡан.

Ысынлап та ул шауҡымлы зат булған. Үҙе шиғырҙар сығарған, хикмәттәр һөйләгән. Һәр бер һүҙен шиғырҙар менән биҙәп, хикмәтләп һөйләр булған. Әхмәтзәки Вәлиди Муллағол диуананың бер шиғырын яттан белә:

Юлын тапҡан изгенең юлын һораһам булмаймы? Башым ҡуйып теҙенә, йөҙөм һөрһәм булмаймы? Сыҡһам тауҙар башына, суфый булһам булмаймы?

Аҡ болоттар ағылдырып, һанһыҙ ямғыр яуҙырһам, Ҡороған ағастар терелтеп, бостан ҡылһам булмаймы? Болоттарҙы услаһам, шоңҡар, ыласын ҡошлаһам, һанһыҙ януар аулаһам, аусы булһам булмаймы? Турғайҙарға ҡушылһам, туҡһан мең атын әйтһәм, Былбылдарға ҡушылып, осоп китһәм булмаймы?

Атаһы Әхмәтша ҡулында 1918 йылды Муллағол диуананың бер дәфтәр шиғырҙарын күрә. Атаһы менән әсәһе Муллағолдан күп тапҡырҙар ишеткән һәм үҙҙәре ятлап бөткән фарсыса һәм төркисә шиғырҙарҙы күсереп яҙып ҡуйған булғандар (Тик ул дәфтәрҙең юғалып ҡалыуы ҡыҙғаныс, сәсән шағир әҙәбиәт тарихына инер ине).

Муллағол диуана һөйләгән бер хикәйәтте хәтергә ала Әхмәтзәки. Мәғәнәһе шул: борон бер байрамда бай балаларының матур биҙәлгән дөйәләргә атланып килеүҙәрен күреп, бер йәтим бала ’’минең дә шундай дөйәм булһа ине”

21




тип тилмергән, ти. Шунда булған пәйғәмбәр, йәтим баланы йәлләп, йәнәһе үҙе дөйә булып, баланы елкәһенә ултыртып һикертеберәк йөрөткән, имеш. Әбүбәкер сәхәбәһе, был эш һеҙгә килешмәй, тигәс, пәйғәмбәр: ’’Улай икән, бала аҫтындағы ’’дөйәне” һатып ал да иреккә ебәр һуң”, — тип яуап биргән. Әбүбәкер, балаға алты сәтләүек биреп, пәйғәмбәрҙе иреккә сығарған.

’’Муллағол мәсет янында йыйылған йәмәғәт ҡаршыһында, мине елкәһенә ултыртып, был хикәйәтте шиғри формала һөйләне. Атайым, миңә лә алты сәтләүек биреп, дөйә вазифаһын үтәгән Муллағолдо иреккә сығарҙы. Шәме Тәбризигә нисбәт ителгән был төркисә шиғырҙы атайым миңә әйтеп бирҙе:

Белһә ине ул сабый, ул дөйәнең кемлеген,

Ун һигеҙ мең ғәләмде бирһә лә бирмәҫ ине.

Бына шундай хикмәтле шиғри ынйыларға ла бай булған Муллағол диуананың рухи донъяһы.

Муллағол ҡурай уйнарға ла бик оҫта булған. Шиғырҙарын ярым көйләп, һамаҡлап уҡыған. Суфый Муллағолдоң ятлап алынған, күңеленә һалынған рухи мираҫы асылда Аттар, Йәләлетдин Руми, Әхмәт Йәсәүи кеүек классик суфый шағирҙарҙың шиғриәттәренән хасил булған.

Йәғни Муллағол аша Әхмәтзәки Вәлиди йәштән үк шиғриәттең арбаусан көсөн, хиҡмәтле һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен, уларҙың халыҡ, көнсығыш поэзияһынан килгән тамырҙарын тойоп, зауыҡланып үҫә.”Һәр хәлдә, Муллағол миңә фарсы һәм сығатай әҙәбиәтен өйрәнеүҙә һәм Йәсәүи аңлайышындағы исламиәттең халыҡ араһында мираҫ булараҡ нисек таралыуын аңларға бик ныҡ ярҙам итте” — ти үҙе. Алда күрербеҙ, диуаналай, әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡлыҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенә лә көслө шауҡымы тейеп, ғилми хеҙмәттәрендәме, лекциялар уҡығандамы, әңгәмәләшкән саҡтарындамы булһын, телмәрен шиғри цитаталар, хикмәтле һүҙҙәр менән биҙәп барырға яратыр, әҙәбиәт тарихын, классик әҫәрҙәрҙе зауыҡланып өйрәнер әҙәбиәтсегә әйләнер. Ә күңеленә бының тәүге орлоҡтарын әсәһе һалғайны.

Бына уның ҡорҙашы, бергә көтөү көткән, һунар йөрөгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан, Урал йәйләүҙәрен бергә гиҙгән, күп мәжлестәрҙә ултырҙаш булған ҡиәмәтлек дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбай Әхмәтзәкиҙең рухын башҡортлоҡ тойғоһо, көрәш сәме, сәсәнлек ҡомары, маҡсатына тоғро

22




лоҡ сифаттары менән байытыуҙа ғәжәйеп бер роль уйнай. ’’Ибраһим менән икебеҙ ҡымыҙ мәжлестәрендә сығатайса ҡатмарлы шиғри әҫәрҙәр уҡыр инек, ҡымыҙ башҡа сыҡһа, халык йырҙарына күсә торғайныҡ. Дуҫым Ибраһимдың ҡурайҙа уйнаған моңдарының иҫәбе юк. Тауышы ғәжәп көслө һәм яғымлы булды. Үҙе йырлаған моңдарҙың аһәңен тойоп хушланыр өсөн Такыҫ Сусаҡ тигән тау башына менеп, ҡаяларға баҫып йырлар, курай тартыр ине. Ҡарағас йәйләүҙәрендә Ҡасҡынбайҙар ат өҫтөндә сабып килешләй ерҙә яткан ҡамсыны эләктереү уйынын уйнай торғайны”, - тип дуҫының һәләтен, матур сифаттарын хәтерләй. ’’Хәтирәләр” китабында уның иҫтәлектәренә ҙур урын бирә Әхмәтзәки Вәлиди. Дуҫының рухи йоғонтоһо уның бөтә ғүмер юлында, эшмәкәрлегендә сағыла. ’’Миндә халыҡ дастандарына, милли уйындарға, ярыштарға ҡарата зауыҡ асҡан кешеләр ағайым Вәли мулла менән ошо Ҡасҡынбайҙар булды”, — тип тә билдәләй ул.

Йәшлек дуҫтарынан Маҡарҙан уҡымышлы һәм ғәскәри рухлы Ҡарамышевтарҙы, Сайран, Арҙар ауылдарынан Бикбулат хәҙрәт, Усман хажи Ильясовтар ғаиләләрен, аҙак башҡорт хәрәкәтендә иң яҡын арҡадаштары булып китер вәкилдәрен мәңге күңелендә йөрөтә һәм оло хөрмәт менән иҫкә ала.

Атаһы менән бергә улы Әхмәтзәки бала сағынан уҡ ил араһына сәйәхәттә йөрөргә, ололар араһында буталырға ярата. ’’Атайым менән һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны”, — тип яҙыр аҙаҡ ’’Хәтирәләр’’ендә. Шул алыҫ ҡунаҡ сәйәхәттәренә йөрөүҙәренән сығып, ’’Муллаҡайҙан Ғабдулла хәҙрәт, Казибахтынан Ғәбделханнан хәҙрәт һәм Троиңкиҙан атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла хәҙрәт кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем. Был өс шәйехтән бәғзе яҡшы эштәргә өйрәндем”, — ти Әхмәтзәки. — 1906 йылда барғаныбыҙҙа Зәйнулла ишан миңә ныҡ илтифат күрһәтте. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, миңә төрлө һорауҙар биреп, яуабымды диҡҡәт менән тыңланы һәм йүнәлеш биреүсе һүҙҙәр һөйләне, һәр хәлдә, төрлөсә һынап ҡараны”.

Ана шундай ил-халык араһында йөрөгән сәйәхәттәре ваҡытында ла Әхмәтзәки шәкерт абруйлы аҡһаҡалдарҙан, атаҡлы шәйехтәрҙән әхлаҡ һабаҡтары ала, маҡтау, дәртләндереү һүҙҙәрен ишетә. ’’Шуның кеүек дәртләндереүсе хәл-ваҡиғалар булмаһа, бәлки, тормошом ғилемдән

23




башҡа бер юлдарға йүнәлеш алыр ине... Әгәр шәйехтең (йәғни Зәйнулла хәҙрәт Рәсүлевтең) дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек, ун биш йәшемдән сауҙа эшендә приказчик булып китер инем”, — ти ул аҙаҡтан.

Рухи мөхит, күренекле шәхестәр ҙә тәрбиәләшә шул кешене.

Кешене тәбиғәт тә тәрбиәләй, тәбиғәт сыныҡтыра. Тәбиғәттең тәбиғи күрке кеше күңелдәренә күсә. Таулы- яланлы Көҙән ауылы, тәбиғәте, Егән буйҙары, Хан йәйләүе, Урал эсендәге Аҡбейек тауҙары һәм йәйләүҙәре тыуған төйәгенә, Башҡортостанына мәңгелек һөйөү, оло ғорурлыҡ һәм фиҙакәрлек тойғоларын рухына һеңдерә.

Тәбиғәт ҡосағында мал бағыу, көтөү, умарта ҡарау, бесән сабыу, ураҡ урыу, утын әҙерләү, һалабаштар һалыу Әхмәтзәки Вәлидиҙе йәштән крәҫтиән улы итеп үҫтерә, эштә сыныҡтыра, крәҫтиән хеҙмәтенә оло ихтирам тәрбиәләй. Мәҙрәсәлә уҡып йөрөгән йылдарында, үҙе хәтирәләрендә яҙғанса, ҡыҫҡаһы, көҙөн дә тауҙарҙағы солоҡ балдарын үҙ ҡулы менән йыйып, уларҙы һатып, бер аҙ аҡса тупламайынса, бал ҡорто умарталарын ҡышлыҡ ыҙмаларға урынлаштырмайынса, тәүге ҡар яуғас, дуҫтары менән мылтыҡ һәм ыласын алып урмандарға, тауҙар араһына һыбай китеп, кор, ҡырғауыл һәм ҡуян һунарына сыҡмайынса, мәҙрәсәгә китмәгән.

Урал тау буйҙарында үткән йәшлек йылдарын, эш миҙгелдәрен, йәйләү көнкүрешен, яҙғы һабан туйҙарҙы, йәйге йыйындарҙы ситтә, эмиграцияла ғүмере буйы өҙөлөп һағынып, күңел түрендә йөрөтөр ул.

Шәкерт кешенең ғүмере ул саҡта күберәк тәбиғәт ҡуйынында үтһә лә, әллә ғилемгә ынтылышы арҡаһында үҙ тыуған төйәге менән хушһынып бөтмәй, уның тәрән айышын аңлап етмәй. ”Мин үҙ ауылыбыҙ Көҙән менән Ғәлиәкбәр, Алағуянбаш, Аҡбейек йәйләүҙәре мөхитен яратҡан хәлдә лә, тышҡы мәҙәниәте бик ныҡ артта ҡалғанлыҡтан, уларға түбәнһетеп ҡарай инем, — тип яҙыр ’’Хәтирәләр’’ендә аҙаҡ. — Әммә урыҫ яҙыусыларынан Толстой менән Аксаковтың башҡорт тормошо фәлсәфәһен идеаллаштырып ҡарауҙарының хаҡлы булыуын һуңынан ғына аңлай алдым. Был ижтимағи мөхиттең мәғәнәүи етәкселәре булған интеллигенция мине төрки, ғәрәп һәм фарсы мәҙәниәте, шулай уҡ Европаның һәм Шәреҡтең ҡайһы бер фекер эйәләре менән таныштырҙы, һуңынан үҙгәреүгә һис бер мохтаж булмаған әхлаҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе”.

24




Хәтирәләрен яҙғанда авторҙың байтаҡ йылдарҙан һуң фекерләп әйткән бик мөһим йомғаҡ һүҙҙәре был тыуған төйәгендәге тормошо хаҡында.

Тыуған мөхитенә ҡарата ’’һуңынан үҙгәртеүгә һис бер мохтаж булмаған әхлаҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе”, — ти.

Бик ҙур баһа был!

БЕЛЕМ ЮЛЫНДА. ҠАЗАНДА

Шоңҡар ояла оҙаҡ ята алмай.

Ата-әсә йорто, бирәһе һабағын бирә алған Көҙән һәм Үтәк мәҙрәсәләре, ғөмүмән тыуған төйәге киңерәк донъяға, тулыраҡ һәм тәрәнерәк ғилемгә ынтылған Әхмәтзәки мәхдүм өсөн хәҙер тар ине.

’’Яҙын Көҙән һәм Үтәк ауылдарында артыҡ ҡала алма- ясағымды тамам аңланым. Берәй яҡҡа китеп, уҡыуымды киң юҫыҡта дауам итергә ҡарар иттем”, — тип яҙа был хаҡта хәтирәләрендә.

Был 1908 йылдың яҙы ине.

Ҡарары һәйбәт тә ул, уны нисек итеп ғәмәлгә ашырырға?

Атаһы әле үҙ хәлфәһе сифатында, тиҙҙән үҙ урынына тыуған ауылдары мәсетенә мулла, мәҙрәсәһенә мөҙәрис итеп ҡуйырға йыйына. Олоғайып барған Әхмәтша хәҙрәт, оло улына үҙ дини вазифаларын тапшырып, төп йортҡа хужа ла итеп, үҙе дини ғибәҙәттәрен, донъяуи ыҙан-йолаларын ҡылып, һәүетемсә йәшәргә уй-ниәте. Ата кеше фекеренсә, дини ғилеме төплө, урыҫсаны ла яҡшы белгән, сәйәси мәсьәләләрҙе лә айырған Әхмәтзәкие мәғлүмәтле имам булып тороу менән бергә, земствола, хатта Думала ағза булып, туған төбәк, милләт мәнфәғәтенә файҙа килтерерлек зат. Улын һаман өйләндермәй йөрөүе лә юҡҡа түгел. Үҙе Уралдың көнсығышында, Асҡарҙа йәшәгән абруйлы Хажи- мөхәммәт Яҡшымбәтов исемле дуҫының ҡыҙы Нәфисәгә өйләндерергә әллә ҡасан һүҙ бирешкәйне. Бер заман Ҡатай ырыуынан Ғәбдерахман исемле бай башҡорттоң һылыу ҡыҙына өйләндермәк булып та йөрөнө. Әсәһенең тел төбөнән аңлауынса, өйләндереүҙән тыйылып тороуҙарының сәбәбе — улдары, риза булмайынса, йорттарын ташлап, ситкә уҡырға китеп барыуын һиҙенеүҙәрендә ине буғай.

25




Әсэ күңеле балала, бала күңеле далала. Ә улдарының уйы ары уҡыуҙа ине бары.

Фекерҙәштәре, тәжрибәле кешеләр төрлөсә кәңәш бирәләр.

Әле Бейрутта Америка колледжында уҡып йөрөгән талип — киләсәктә Нью-Йоркта имам булып китәһе зат — Нияз Мәҡсүтов ғәрәп иленә, үҙе уҡыған колледжға саҡыра. Ҡулай урын: берҙән, ғәрәп телен, әҙәбиәтен, бүтән фәндәрен бөтә тәрәнлегендә өйрәнеп, икенсенән, инглиз телен яҡшы белеп ҡайтыр ине. Үҙҙәрендә ҡунаҡта булған Дәүләт Думаһы ағзаһы Шаһшәриф Мәтиков әфәнде, үҙебеҙҙең Рәсәй университеттарының береһендә уҡып, урыҫса белем алырға өгөтләй. Уның уйы йәш кешене фәндән бигерәк сәйәсәткә тартмаҡ. Доктор Зәйнәп Фәхретдинова, Санкт- Петербург университетын тамамлаған ғалимә, шулай уҡ Рәсәйҙә университетта уҡыуын хуплай. Ибраһим Ҡасҡынбай дуҫы иһә, Нәфисәгә әйләнеп, донъя ҡороп, якын- дараҡ — йә Өфөләге ’’Ғәлиә”, йә Ырымбурҙағы ’’Хөсәйениә” ғәлиә мәҙрәсәләрендә — уҡыуҙы дауам итеү яҡлы.

Үҙе ҡайҙа уҡырын тамам хәл итеп бөтмәһә лә, тәүәккәлләргә иҫәбе: ауылдан тиҙерәк китергә кәрәк, юлда, ил- ҡала эҫтәрендә асыҡланыр алдағыһы. Ситкә китергә атаһы, әлбиттә, фатихаһын бирмәйәсәк. Берҙән-бер юл ҡала — ҡасып китмәк.

1908 йылдың 29 июнендә Әхмәтзәки Көҙәндән йәшертен рәүештә сығып китә. Ата-әсәһе күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән саҡ була был. Арҡаһына артмаҡлап юллыҡ аҙыҡ, күпмелер аҡса ала ла йәйәүләп юллана. Атаһына ҡош телендәй генә хат яҙып ҡалдыра: ’’Уҡырға теләйем, өйләнмәйем”, ти. Хаттың аҙағында ’’ваҡытынан әүәл өйләнгән кеше, ҡойроғона һепертке таҡҡан сысҡанға оҡшап, теләгенә ирешә алмаҫ” мәғәнәһендәге боронғо бер ғәрәп әйтемен дә өҫтәй. Улдарына асыуланмауҙарын, доға ҡылыуҙарын үтенә.

Шул көн китерен белгән берҙән-бер кеше — ҡустыһы Ғәбдерәүеф булып, уныһы, һөйләшеүҙәренсә, ауылдан байтаҡ ситтә аулаҡ бер тәғәйен юлда һыбай ат менән көтөп тора. Ҡустыһы, шул бер атҡа менгәшеп, ағаһын ун саҡы- рымдар оҙата бара. Ғәбдерәүеф менән илашып хушлаша ла йәйәүләп һил берләм юлға төшөп ала. Үҙе яҙғанса, ошонан уның оҙайлы, мажаралы тормош юлы башлана.

Юл мажаралары шул көнөндә үк беленә. Нисек кенә аулаҡ ҡыр юлдарҙан бармаһын, Сайран ауылын ситләп

26




үтешләй, бер күҙ күргән башҡортҡа осрай, ул шөбһәләнеп атаһына хәбәр итә. Ҡасаҡ юлды аймылыштырыр өсөн тарафын үҙгәртергә мәжбүр. Тәүге кисте оло юлдарҙан ситтә төпкөлдәге Верхотур тигән урыҫ ауылында ҡунырға самалай. Баҡһаң, унда Троица — кесе пасха байрамы бара имеш. Йәштәр күңел аса, күп халыҡ иҫерек. Ирекһеҙҙән килеп юлыҡҡан юлаусы егетте ай-вайына ҡуймай араҡы эсерергә, эсмәгәс мыҫҡылларға тотоналар. Бынағайыш, юл ҡапсығын һалдырып алалар. Быларҙан саҡ ҡотолоп, таң беленмәҫ борон ҡасып тигәндәй юлын дауам итмәһенме.

Өс көндән һуң оло юлдағы Мәләүез ауылына барып етә. Бында мосолман байрамына юлыға. Яңы һалынған мәсетте асалар икән. Тирә-йүндән байтаҡ мулла-монтағый, ғалим-ғөләмә йыйылған. Атаҡлы имам хатиптың улы, үҙен ҡасҡын юлаусы икәнлеген уйламай, ғалим-ғөләмә менән дини бәхәстәргә ҡушыла, үҙ ҡарашын ҡайыра. Шуныһына шөкөр, ғөләмәләр уның уҡыу маҡсаты менән оло юлға сығыуын хуп күрә. Ислам ғилемен сит мәмләкәттә, Мысырҙа алырға кәңәш итәләр хатта.

Мосафир егетебеҙ Ҡунаҡбай тигән ауылда ҡунышлай Зөләйха исемле бер һылыу ҡыҙға Йософтай ғашиҡ булмаһынмы шәй. Әл дә аҡыл теҙгене ныҡ үҙенең.

Күберәк йәйәүләп, ҡайһы саҡтарын атҡа ултырып аҙ- на-ун көн буйы ярым ас хәлдә мең ыҙа менән Ырымбурға килеп ауа. Аҡсаһы юҡлыҡтан Ырымбурҙың бер мәхәллә мәсетенең бер мөйөшөндә ятып-тороп йөрөй. Яҡшылап йыуынайым, кейемдәремде йыуайым, тип һаҡмарға төшһә, һыуға бата яҙа ҡороғоро. Ярай әле, үҙе әйткәнсә, мәрхәмәтле хоҙайы ҡотҡарып ҡала.

’’Хөсәйениә” мәҙрәсәһе шәкерттәре менән таныша. Мосафирлығына, ауылса кейенгән тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, шәкерттәр уға башта ауыл малайына ҡараған кеүек еңелсә ҡарай. Аралаша, әңгәмәләшә башлағас ҡына, уның төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлегенә төшөнәләр.

Ауыл кейемдәрен ҡалайтып ҡала кейеменә алыштырғас, костюмдар кейеп алғас, Әхмәтзәкигә ҡала кешеһе ҡиәфәте инә. Уның аҙаҡ сумаҙанға алышыныр юл ҡапсығы ла аҙыҡ-нәфәҡәнән, таҡы-тоҡонан ғына тормай икән, Әл- Мәғәриҙең ”Әл-Лозумиәт” Фәритетдин Аттарҙың ”Панд- намә”, ”Урыҫ-ғәрәп һүҙлеге”, урыҫ ғалимы Ядринцевтың ’’Положение инородцев Сибири” тигән фәһемле китаптары ята. Кисәге шәкерт кеше үҙе лә тик ятмай: Ядринцев ки

27




табының бер нисә бүлеген төркисәгә тәржемә итә, уларҙы шәкерттәргә танышырға бирә. Бына һиңә юлаусы!

Н.М.Ядринцев (1842-1894) — Себерҙе өйрәнеүсе күренекле ғалим, боронғо төрки Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмала- рын асҡан кеше. Урындағы халыҡтың мәнфәғәтен яҡлаған, азатлыҡ идеялары өсөн төрмә, һөргөндәр ҙә күргән әҙәм, имеш. Быныһын да беләләр. Үҙе әле тойомламаһа ла, был урыҫ ғалимының әлеге һәм бүтән хеҙмәттәре Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилем юлында тәүге маяктар булыр.

Үҙе күргән шәкерттәрҙең донъяуи белеме һайлығы, ’’Хөсәйениә” мәҙрәсәһенең программаһы менән танышы- уы, бүтәндәрҙән белешеүе Әхмәтзәкиҙең был мәҙрәсәгә инеп ҡарау уйын һүрелтә. Ырымбур байы Камал Ғөбәйҙуллин менән бәхәстәр, уның үҙенән дин, ислам тәғлимәте буйынса төпсөп үҙенсә имтихан тотоуы уны сит мәмләкәттәргә китеп белем алыу ниәтенән төңөлтә. Ул саҡ абруйлы ғалим булып танылып өлгөргән Ризаитдин Фәхретдин дә Әхмәтзәкигә үҙ мәмләкәтебеҙҙә уҡырға кәңәш итә. Шулай Рәсәйҙә ҡалыу фекере нығына бара.

Әхмәтзәкиҙең көнө-йүне хәҙер ил өҫтөндә. Уның ғилемгә зирәклеген, киләсәге өмөтлөлөгөн тойған мосолман байҙары, айырыуса миллионер, шағир Закир Рәмиев-Дәрд- мәнд уға аҡсалата ярҙам күрһәтә. Дәрдмәнд менән Әхмәт- зәкиҙе шиғриәт, Науаи поэзияһы ла яҡынайта, зауыҡлы рухташ итә.

Ырымбурҙа бер ай самаһы йәшәгәс, Әхмәтзәки йөк вагонында тимер юлы менән Ҡазан ҡарай сәфәр сыға. Ул заман поездар яй йөрөгән, һәр станцияла тиерлек оҙаҡ туҡтап торған шикелле, сәфәрсебеҙ ҙә, ҙур станциялы ҡалала Урал-Иҙел буйы мосолмандары араһында исеме билдәле йәки атаһына, Хәбибназар бабаһына яҡшы таныш ғалим- ғөләмәләре янында туҡталып, һөйләшеп, кәңәшләшеп китергә тырыша. Быҙаулыҡҡа төшөп, ул имам һәм мөхәррир Ғәлиәскәр Сығатай менән осраша, һамарҙа ’’Иҡтисад” журналын нәшер итеүсе имам Фатих Мортазин менән күрешә. һәр береһенең кәңәшен, фекерен тыңлай. Былар сә- фәрсебеҙҙең, донъя күреп, ғалим-ғөләмәләр менән танышып, юл-йөрөм аҡсаһы аҙ булғанлыҡтан, ил өҫтөндә йөрөүе ине асылда.

Һамарҙа ул Ҡаҙанға юлланаһы урынға пароходҡа ултырып Әстрханға төшөп китә. ”Был ҡалаға сәйәхәтемдең

28




берҙән-бер маҡсаты — унда ’’Иҙел” гәзитен сығара башлаған Ғәбдерахман Ғүмәров менән күрешеү” ине, ти.

Ғәбдерахман Ғүмәри — заманы өсөн күренекле генә мөхәррир һәм дин әһеле. Сығышы менән ул нуғай кешеһе, нуғай фольклоры, айырыуса дастандар менән ҡыҙыҡһынған зат. Ҡазанда Ш.Мәржәни мәҙрәсәһендә Хабибназар- ҙың шәкерте булған. Бер саҡ ул, мөғәллимен эҙләп, Башҡортостанға Үтәк һәм Көҙән ауылдарынаса килеп сыға. Нуғай дастандары ҡаһармандарының йәшәгән урындары буйлап, Урал эсенә, Яйыҡ башына, Ирәмәл буйҙарынаса сәйәхәт ҡыла — бына кемдә әүәҫлек!

Әхмәтзәкиҙең ҡәләм һәләтен тойған был мөхәррир уны Әстрханда ҡалырға, әйләнергә һәм ’’Иҙел” гәзитендә эшләргә тәҡдим итә (Ул аҙаҡтан шулай татар шағирҙары Сәғит Рәмиевте, Ғабдулла Туҡайҙы үҙ гәзитенә йәлеп итер, Әхмәтзәкиҙе лә бер яҙышыусыһы-моғалифы яһар). Был юлы сәйәхәтсебеҙ уның ҡармағына эләкмәй. Юлын Ҡаҙанға табан бора.

Аҡсаһы юҡлыҡтан, ярым ҡасаҡ хәлендә пароходҡа ултырһа ла, Балаков пристаненә еткәс, аҡса эшләп алыу ниәте менән төшөп ҡала. Бер урыҫ байының ырҙын табағында молотилкала эшләп, юллыҡ аҡса йүнәтә. Кире Ба- лаковҡа утыҙ саҡырымлыҡ юлды йәйәүләп килһә — пароход юҡ, уны бер көн көтәһе бар. Сабырһыҙ сәйәхәтсебеҙ ваҡытын бушҡа үткәрәһе килмәй, пристандә Кәмәлек буйы башҡорттарына ҡайта торған атлы бер ағайҙы күрә лә шуға ултыра ла китә. Сәйәхәтсе тиһәң дә сәйәхәтсе шул. Шулай йөҙ саҡырымдар эстә ятҡан Кәмәлек буйҙарын күреп, Иштуған ата-бабаһы йөрөгән һәм шунда шәһит булған ерҙәрҙә булып әйләнә. ”Был сәйәхәтем туғыҙ йыл һуңыраҡ башҡарыласаҡ эштәрем өсөн файҙалы булды”, — тип яҙыр ул хәтирәләрендә аҙаҡ. Сөнки был төбәктән дә башҡорт хәрәкәтенә абруйлы, батыр ир-егеттәр ҡушыла.

Шулай яңы ерҙәр күреп, күп кешеләр менән танышып, урау юлдар менән йөрөр сәйәхәтендә юл мәшәҡәттәрен, аҡсаһыҙлык ыҙаларын да етерлек татып өлгөрә. Ибраһим Ҡаскынбайға һәм әсәһенә яҙған хаттарында ’’кисергән ауырлыҡтарымды аңлаттым, барыбер уҡыясаҡмын, шуның өсөн барыһына ла түҙәсәкмен”, — ти. Бер хатында ”гел мажараларҙан торған ваҡиғаларҙы тасуирлап, хатты шиғри итеп теҙҙем”, — тип ебәрә. Кире пароходҡа ултырғас

2

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет