Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет20/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   40

Большов. Бер ҙә шыҡһыҙ түгел. Башыңда аҡылың булһын. Ә уныһын Хоҙай һинән йәлләмәгән. Нимә, Аазарь, димләргәме һиңә Алимпияда Самсоновнаны, ә?

Подхалюзин. Нисек мин баҙнат итәйем инде. Алимпияда Самсоновнаның, бәлки, мине күрәһе лә килмәҫ!

Большов. Әйттең һүҙ — ҡартайған көнөмдә уның ҡубыҙына бейеп торорғамы әллә? Кемгә ҡушһам, шуға барыр. Үҙ балам: теләйем икән, бутҡаға һалып ашайым, теләйем икән, май итеп яҙам. һин минең менән һөйләш!

Подхалюзин. Уңайһыҙланам мин, Самсон Силыч, һеҙҙең менән был турала һөйләшергә, һеҙҙең алдығыҙҙа әҙәм аҡтығы булып ҡалғым килмәй.

Большов. Эй һин, ҡустым, йүләрһең дә инде. Мин һине яратмаһам, һөйләшеп тә тормаҫ инем. Аңлайһыңмы һин шуны, мин бит һине ғүмерлеккә бәхетле итә алам.

Подхалюзин. Әгәр мин һеҙҙе үҙ атайымдан да артығыраҡ яратмаһам, хайуан булырмын, Алла һуғыр үҙемде...

Большов. Ә ҡыҙымды яратаһыңмы?

Подхалюзин. Уны уйлап күптән инде ғазапланам, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем.

Большов. Йәнеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең икән, беҙ уға урын табабыҙ. Әйҙә, өйлән, ҡыҙҙың игелеген күр!

Подхалюзин. И, атаҡайым, ҡайҙан миңә шундай хөрмәт. Мин уға лайыҡ түгел. Аайыҡ түгел. Ҡиәфәтем дә килбәтһеҙ.

301


Большов. Ташла әле ошо ҡиәфәт тигән һүҙеңде! Бына мин һинең исемеңә бөтә мөлкәтемде яҙҙырам, кредиторҙар һуңынан егерме биш тин бирмәгәндәренә үкенерҙәр әле.

Подхалюзин. Нисек кенә үкенәсәктәр әле!

Большов. Хәҙер һин бар ҡалаға ысҡын, ә кискә ашҡа кәләшең янына кил, шунда ишетмәгәндәрен ишетерҙәр!..

Подхалюзин. Тыңлайым, атаҡайым! (Китә.)

Шаршау

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК



Беренсе бүлектәге декорация.

Беренсе күренеш



Большов (инеп креслога ултыра. Бер аҙ ваҡыт төрлө якҡа ҡарана-ҡарана иҫнәнә). Бына шулай ул тормош тигәнең. Ығы-зығы һәм тағы ла ығы-зығы тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Күңелең нимә теләгәнен шайтан үҙе лә белмәҫ. Ҡапҡылап алһаң, төшкө ашты ашағы килмәҫ, ә былай тик ултырыу иҫәнгерәтә генә. Әллә һуң сәй эсеп йыуанырғамы? (һүҙһеҙ генә ултыра.) Бына шулай әҙәм балаһы йәшәй-йәшәй ҙә ҡапыл теге донъяға китеп тә бара һәм бөтәһе лә елгә оса. И, Хоҙайым, үҙең һаҡла! (Иҫнәнеп ян-яҡҡа ҡа р ай.)

Икенсе күренеш



Аграфена Кондратьевна һәм кейенгән-яһанған Л и п о ч к а.

Аграфена Кондратьевна. Әйҙә, әйҙә, бәләкәсем, ипләп, күлдәгеңде ишеккә эләктермә. Ҡара әле, Самсон Силыч әфәндем, ҡыҙыңды нисек матур итеп кейендерҙем. Роза сәскәләре бер яҡ ситтә торһон! (Ҡыҙына.) Эх, һин минең фәрештәкәйем, батша ҡыҙымы ни! (Иренә.) Самсон Силыч, ҡара инде, ысынлап та матур бит, ә? Алты ат егелгән ҡиммәтле кареталарҙа ғына йөрөрлөк бит!

Большов. Ике атлыһы ла ярап торор. Әллә ҡайҙа киткән алпауыт ҡыҙы түгел.

302


Аграфена Кондратьевна. Әлбиттә, генерал ҡыҙы түгел, ә һылыуҙарҙың-һылыуы булыуы хаҡ! Хет аҙыраҡ иркәлә балаңды, нимә айыу кеүек мығырлайһың.

Большов. Нисек иркәләргә тағы? Ҡулдарын үбергәме, аяҡтарына йығылырғамы? Шул ғына етмәгәйне! Унан да матурыраҡ кейенгәндәрен күргәнем бар.

Аграфена Кондратьевна. Нимә күрҙең һин? Был бит ҡыҙың һинең, ғәзиз балаң. Был тиклем дә таш бәғерле булырһың икән.

Боль ш о в. Ярай, ҡыҙым да булһын, ти. Аллаға шөкөр, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн. Тағы нимә кәрәк уға?

Аграфена Кондратьевна. Нимә кәрәк, имеш! һин, Самсон Силыч, әллә аҡылдан яҙғанһың инде? Тамағы туҡ, имеш. Христиан законы буйынса, бөтә кешенең дә тамағы туҡ булырға тейеш. Үҙеңдекеләрҙе генә түгел, сит кешеләрҙе лә ашатаһың. Был турала кешеләргә әйтергә гонаһ. Берҙән-бер балабыҙ бит!

Большов. Эйе, үҙ ҡыҙым. Уға тағы нимә кәрәк? Нимә һин миңә йыйын юҡ-бар әкиәт һөйләйһең? Картинка урынына стенаға элен ҡуйырға ҡушаһыңмы? Атаһы икәнемде бик яҡшы аңлайым.

Аграфена Кондратьевна. Атаһы икәнһең, ҡайын булып ҡыланма. Аҡылыңа килер инең, айырылышыр ваҡыттар етә, әле һинең ҡыҙыңа бер йүнле һүҙ ҙә әйткәнең юҡ. Тормош тураһында һөйләшер инең, кәңәштәреңде бирер инең. Атайҙарға хас бер ниндәй тойғоң юҡ балаға.

Большов. Юҡ икән, юҡ инде. Хоҙай шулай яратҡандыр.

Аграфена Кондратьевна. Хоҙай, имеш! Ә һин үҙең? Уны ла Хоҙай яратмағанмы ни? Хайуандан яралмаған бит. Тәүбә, тәүбә, кисерә генә күр, Хоҙайым! Хет һорашыр инең ҡыҙыңдан.

Большов. Мин нимә һорарға тейеш? Ҡыҙ сусҡаға иптәш түгел. Нисек теләйһегеҙ, шулай эшләгеҙ.

Аграфена Кондратьевна. һин шундайһың икән инде, беҙ эш тураһында һорашмайбыҙ. Сит кеше килгәс, нисек тә уны һынап ҡарарға кәрәк. Ул бит ир кеше, ҡатын-ҡыҙ түгел. Беренсе килеүе.

Большов. Әйттем бит, бәйләнмә миңә.

Аграфена Кондратьевна. Ниндәй бәғерһеҙ атай һин! Эй һин, минең ташландыҡ балаҡайым, башыңды түбән эйеп, етем бала кеүек баҫып тораһың, һинән

303


баш тарттылар, белергә лә теләмәйҙәр. Ултыр, Липочка, ултыр, йәнкиҫәккәйем, ултыр, күҙ нурым, хазинам!

Липочка. Эх! Әсәкәйем, ҡағылмағыҙ! Бөтәрләп бөтөрәһегеҙ бит инде!

Аграфена Кондратьевна. Улайһа, мин һиңә ситтән генә ҡарап торайым.

Липочка. Ярай, ҡарағыҙ, тик юҡ нәмәләр һөйләмәгеҙ! Фу, әсәкәйем, һис әҙәмсә кейенергә ярамай, шунда уҡ күңелегеҙ йомшара.

Аграфена Кондратьевна. Шулай шул, балаҡайым. Бына һиңә ҡарайым да йәл булып китәһең.

Липочка. Нимә эшләйһең инде, ҡасан да булһа кәрәк бит.

Аграфена Кондратьевна. Шулай ҙа йәл... тилекәйем... Үҫтер, үҫтер ҙә, үҫеп еткәс кенә уйламаған ерҙән, бер ҙә юҡҡа сит кешегә тоттор ҙа ебәр. Әйтерһең, беҙ һинең шуҡлыҡтарыңдан, балаларса шаярыуҙарыңдан, ҡыланыуҙарыңдан туйып бөткәнбеҙ. Бына бағымсымы ҡаланан ҡыуған кеүек, һине өйҙән сығарып ебәрербеҙ ҙә ебәреүен, унан иҫебеҙгә төшөр төшөүен, тик һуң булыр. Бына һеҙ, мәрхәмәтле кешеләр, уйлап ҡарағыҙ: сит илдәрҙә йәшәүе еңел түгел, сит кеше икмәге тамағыңа арҡылы ултыра, йоҙроҡтарың менән күҙ йәштәрен һөртәһең, әгәр шунда үҙеңә тиң булмаған кеше лә эләкһә... берәй алйоттоң улы булһа... Аллам һаҡлаһын! (Илай.)

Липочка. Бына илай ҙа башланығыҙ инде. Әсәкәйем, һеҙгә оят түгелме? Нимә эшләп ул алйот булһын?

Аграфена Кондратьевна (илап). Мин быны һүҙ ыңғайынан ғына әйтәм.

Большов, һин бит нимә һөйләгәнеңде үҙең дә белмәйһең!

Аграфена Кондратьевна. Эйе, белмәйем, атаҡайым, белмәйем. Бына башыма әллә ниндәй уйҙар килә.

Большов. Ахмаҡлыҡтан ул. Күҙ йәштәрегеҙ һеҙҙең бик арзан.

Аграфена Кондратьевна. Эйе, эйе, арзан, атаҡайым. Үҙем дә беләм дә бит, бер нимә лә эшләй алмайым.

Липочка. Фу, әсәкәйем, тотондоғоҙ инде. Туҡтағыҙ! Бына ул килеп инһә, нимә эшләрһең?

Аграфена Кондратьевна. Туҡтайым, балаҡайым, хәҙер туҡтайым!

304


Өсөнсө күренеш

Шулар уҡ Һәм У сти и ья Наумовна.

Устинья Наумовна (инеп), һаумыһығыҙ, алтындарым! Ниңә улай бик күңелһеҙ, танауҙарығыҙ һалынып төшкән?

Үбешәләр.

Аграфена Кондратьевна. Беҙ һине көтә-көтә арып бөттөк ин^е.

Липочка. Йә, Устинья Наумовна, ҡасан килә?

Устинья Наумовна. Ғәйеплемен, ғәйеплемен. Бына ер йотһон! Ә эштәребеҙ бик һәйбәттән түгел, көмөшкәйҙәрем!

Липочка. Нисек? Был тағы ниндәй яғ^ылыҡ?

Аграфена Кондратьевна. һин нимә уйлап сы- ғарҙьщ тағы?

Устинья Наумовна. Ни бит әле, гәүһәр ташым, беҙҙең кейәү ниңәлер көйһөҙләнә.

Большов. Ха-ха-ха! Бына һиңә димсе! һинеғ;, ҡулыңдан килә торған эшме ни ул!

Устинья Наумовна. Бына сығынсы ат кеүек — ни тпру, ни ыу! Ауыҙынан бер йүнле һүҙ тартып алалмаҫһың!

Липочка. Был нимә була инде, Устинья Наумовна? Нисек инде улай бер нимә лә эшләй алманың?

Аграфена Кондратьевна. И, атаҡайым! Хәҙер нимә эшләргә hyi-i,?

Липочка, һин уны ҡасан күрҙеғ^?

Устинья Наумовна. Бөгөн иртән. Кейенеп тә өлгөрмәгән, халаттан ғына ҡаршы алды. һыйланы инде, уныһына һүҙ тейҙерерлек түгел. Кофе ҡуйҙы, ром тәҡдим итте, ә сухари — өҫтәл өҫтө тулы. Рәхим итеп алығыҙ, Устинья Наумовна, ти. Мин уға эш тураһында һөйләргә тырышам, һин бит бөгөн танышырға барырға теләгәйнең, тим. Ә ул миңә мәғәнәле бер генә һүҙ ҙә әйтмәне. Бына, ти, уйлашырға кәрәк, кәңәшләшергә кәрәк, ти. Ә үҙе һаман билбауын тартҡылай.

Липочка. Нимә ул ҡыланған була! Быға ҡарарға сиркәнес була башланы инде.

Аграфена Кондратьевна. Ысынлап та, нимәгә ул шулай ҡылана? Беҙ ҡай еребеҙ менән унан кәм?

305


Устинья Наумовна. Эй, үҙен баҡа суҡып бөтөрһөн дә! Беҙ башҡаны тапмабыҙмы?

Большов, һин башҡаны эҙләп маташма инде. Шул уҡ хәл буласаҡ. Башҡаны мин һеҙгә үҙем табып бирәм.

Аграфена Кондратьевна. Табырһың мейес башында ултырып ҡына. һин ҡыҙың барын да онотҡанһыңдыр инде.

Большов. Бына күрерһең!

Аграфена Кондратьевна. Нимә күрергә? Күрер нәмә юҡ. Исмаһам, юҡты һөйләп мине борсома! (Ултыра.)

Большов көлә. Устинья Наумовна менән Липочка ситкәрәк китәләр. Устинья Наумовна уның күлдәген ҡарай.

Устинья Наумовна. Ҡара ниндәй матур итеп кейенгәнһең, күлдәгең нисек килешеп тора. Үҙең теккәнһеңдер инде?

Липочка. Бик кәрәге бар ине күлдәк тегеп ултырырға! Беҙ хәйерсеме ни? Мадамдар ни өсөн?

Устинья Н аумовна. Таптың һүҙ! Хәйерсе, имеш! Кем әле һиңә шундай йүнһеҙ һүҙ әйтте? Мин бит, үҙең тектеңме, тип һорайым. Күренеп тора үҙең текмәгәнле- гең. Күлдәгең бит насар!

Липочка, һин нимә? һин нимә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Күҙеңде асыбыраҡ ҡара. Мине мыҫҡыл итмәксе булаһыңмы?

Устинья Наумовна. Нимә һин былай ажғыраһың әле?

Липочка. Бына һиңә әкәмәт! Бик түҙеп торормон һинең ялған бәлә яғыуыңа! Нимә мин бер наҙан ҡыҙыҡаймы ни?!

Устинья Наумовна. Ниңә шул тиклем туҙынаһың әле? Мин һинең күлдәгеңде хурлайыммы ни? Күлдәк — күлдәк инде ул. Тик һиңә был күлдәк килешмәй! Ошо һылыулығың менән бындай күлдәк кейергә. Алдаһам, йәнем сыҡһын! һиңә күлдәктең уҡалыһы әҙ әле, ынйы менән нағышланғаны кәрәк! Бына йылмайҙың да, аҫыл ташым! Мин бит беләм нимә һөйләгәнемде!

Тишка (инеп). Сысай Псоич инергә рөхсәт һорай. Ул тегендә, Лазарь Елизарычта.

Большов. Бар, икеһен дә саҡыр!

306


Тишка китә.

Аграфена Кондратьевна. Юҡҡа ғына табын әҙерләнгәнме ни — ултырып алырбыҙ, һинең, Устинья Наумовна, күптән эскең килә торғандыр инде.

Устинья Наумовна. Билдәле. Төш етте бит инде, араҡы эсә торған ваҡыт.

Аграфена Кондратьевна. Йә, Самсон Силыч, нишләп ултыраһың, ҡуҙғал.

Большов. Сабыр ит, тегеләр килеп етһен әле, өлгөрөрбөҙ.

Липочка. Мин, әсәкәйем, өҫтөмдө алыштырып киләм.

Аграфена Кондратьевна. Бар, балаҡайым, бар.

Большов. Өҫтөңдө алыштырмай тор әле, кейәү килә.

Аграфена Кондратьевна. Ниндәй кейәү тағы - нимә шаяртаһың?

Большов. Липочка, китмәй тор, кейәү килә.

Липочка. Кем һуң ул, атай? Беләмме мин уны, юҡмы?

Большов. Бына күргәс, бәлки, танырһың да.

Аграфена Кондратьевна. Нимә һин уны тыңлап тораһың! Берәй шөрлөк кенә килмәһә! Тел сәйнәп ултыра шунда!

Большов. Әйтәм бит килә тип, нимә һөйләгәнемде бик яҡшы беләм мин.

Аграфена Кондратьевна. Әгәр, ысынлап та, берәйһе килә икән, аңлатыбыраҡ һөйлә. Юғиһә килә лә килә. Ә кем килә, бер Хоҙай үҙе генә белә. Бына һәр ваҡыт шулай ул.

Липочка. Улайһа, әсәкәйем, мин китмәйем, ҡалам. (Көҙгө алдына килеп үҙенә күҙ һала ла, атаһына табан боролоп.) Атай!

Большов. Нимә кәрәк?

Липочка. Әйтергә оялам, атай.

Аграфена Кондратьевна. Нимә эшләп оят булһын, ти, аҡылһыҙ. Кәрәк булғас, һора.

Устинья Наумовна. Оялыу төтөн түгел, күҙҙе әсетмәй.

Липочка. Ысынлап та оялдыра!

Большов. Оялһаң, бикләнеп ултыр.

307


Аграфена Кондратьевна. Әллә яңы эшләпә кейгең киләме, ҡыҙым?

Липочка. Бына белмәнегеҙ, бөтөнләй эшләпә түгел.

Большов. Ә нимә кәрәк һуң һиңә?

Липочка. Хәрби кешегә кейәүгә сыҡҡым килә!

Большов. Бына бит уйында нимә!

Аграфена Кондратьевна. Оял әҙерәк, мәғәнәһеҙ! Хоҙайҙан ҡурҡ!

Липочка. Ә ниңә, башҡалар сыға бит.

Большов. Әйҙә, сыға бирһендәр, ә һин, алма беш, ауыҙыма төш, тип ҡул ҡаушырып ултыр!

Аграфена Кондратьевна. Ауыҙыңды ла асма! Минең һиңә фатихам булмаясаҡ!

Дүртенсе күренеш



Шулар уҡ, Рисположенский, Лазарь һәм Ф о м и н и ш н а (ул ишек төбөндә тора).

Рисположенский. һаумыһығыҙ, Самсон Силыч! һаумыһығыҙ, Аграфена Кондратьевна! Алимпияда Самсоновна, һаумыһығыҙ!

Большов, һаумы, туған, һаумы! Әйҙә, рәхим итеп ултырығыҙ! Әйҙә, һин дә ултыр, Лазарь!

Аграфена Кондратьевна. Ҡапҡылап алырға теләгегеҙ юҡмы? Закускам да бар.

Рисположенский. Ә ниңә ҡапҡылап алмаҫҡа, анаҡай. Мин бер рюмка араҡынан да баш тартмаҫ инем.

Большов. Хәҙер бөтәбеҙ ҙә бергәләп барырбыҙ. Әлегә аҙ ғына гәпләшеп алайыҡ.

Устинья Наумовна. Ә ниңә гәпләшмәҫкә, ти! Бына, гәүһәр таштарым, дөрөҫтөрмө, юҡмы, бер хәбәр ишеттем, газетаға яҙғандар икән, яңы Бонапарт тыуған, ти. һәм ул, йәнәһе, гәүһәр таштарым...

Большов. Бонапарт теләһә нимә эшләһен, беҙҙең бөтә өмөтөбөҙ Хоҙай Тәғәләлә. Хәҙер һүҙ бөтөнләй ул турала түгел.

Устинья Наумовна. Ә нимә тураһында һуң, аҫыл ташым?

Большов. Ә бына нимә тураһында. Ҡартлыҡ яҡынлаша, сәләмәтлегебеҙ көндән-көн насарлана бара, киләсәктә нимә булаһын бер Хоҙай үҙе генә белә. Бына шуға

308




күрә беҙ үҙебеҙ иҫән саҡта, берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә биреп ҡалырға кәрәк. Бирнәгә килгәндә инде, ҡыҙыбыҙ беҙҙеғ; капиталға һәм дәрәжәгә тап төшөрмәҫ.

Устинья Наумовна. Бына бит ҡайһылай тәмле итеп һөйләй, гәүһәр ташым.

Большов. Ҡыҙыбыҙ бында булғанлыҡтан, һәм шулай уҡ буласаҡ кейәүебеҙҙең намыҫлылығына һәм хәлле кеше булыуына ышанып, быныһы ла беҙгә бик мөһим: Алланан хәйер-фатиха һорап, уны, йәғни кейәү булаһы кешене, бөтәгеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Липа, кил бында!

Липочка. Нимә кәрәк, атай?

Большов. Кил яныма, тешләмәм, ҡурҡма! Хәҙер һин, Лазарь, шыуыш!

Подхалюзин. Мин күптән әҙер!

Большов. Иә, Лигта, ҡулыңды бир!

Липочка. Нимә был? һеҙ нимә уйлап сығарҙығыҙ?

Большов. Бир ҡулыңды! Көс ҡулланырға мәжбүр итмә!

Устинья Наумовна. Бына һиңә хәрби кейәү!..

Аграфена Кондратьевна. Иә, Хоҙа! Нимә булды был?

Липочка. Теләмәйем, теләмәйем! Бармайым мин ул ҡотһоҙға!

Фоминишна. Алла ярҙам бирһен!

Подхалюзин. Моғайын, миңә, атаҡайым, был донъяла бәхет күрергә яҙмаған! һеҙ уйлағанса килеп сыҡмаҫ, ахыры!

Большов (Липочканы көс ҡулланып ҡулынан тартып килтерә лә Аазарҙыц ҡулынан алып). Мин нисек теләйем, шулай буласаҡ! Тыңлата алмағас, мин ниндәй атай булайым, ти. Нимә өсөн мин һине ашаттым?

Аграфена Кондратьевна. һин нимә? һин нимә? Аҡылыңа кил!

Большов. Үҙ эшеңде бел, ҡатышма! Бына, Липа, һиңә кейәү! Ярат һәм хөрмәт ит! Парлашып ҡына ултырығыҙ ҙа һөйләшегеҙ. Унан гөрләтеп туй яһарбыҙ.

Липочка. Бынағайыш. Бер наҙан менән йәнәшә ултырырға бик кәрәк ине миңә. Вәт кәмит!

Большов. Көс ҡулланып ултыртырмын да кейәүҙе наҙларға ла мәжбүр итермен.

Липочка. Ҡайҙа күргәнегеҙ бар уҡымышлы ҡыҙҙарҙың үҙҙәренең приказчиктарына кейәүгә сыҡҡанын?

309


Большов. Өндәшмә. Теләһәм, дворникка ла сығырһың.

Т ынлыҡ.

Устинья Наумовна, һин миңә аңлатып бир әле, Аграфена Кондратьевна, был ниндәй бәлә тағы?

Аграфена Кондратьевна. Минең үҙемдең башым ҡатҡан, туғанҡайым. Ҡайҙан килде беҙҙең башҡа был ҡайғы?

Фоминишна. Иә, Хоҙай! Етенсе тиҫтәне ҡыуам, ә бындай хурлыҡлы туйҙы күргәнем юҡ ине.

Аграфена Кондратьевна. Нимә өсөн һеҙ, ғазра- илдар, ҡыҙҙы шулай хур иттегеҙ?

Большов. Әллә кем булып ҡыланмағыҙ! Ҡыҙымды приказчикка бирергә теләйем икән, үҙ һүҙемдә торасаҡмын! Ауыҙыңды ла астырмам. Берегеҙҙе лә ишетергә теләмәйем. Ә хәҙер ҡапҡылап алайыҡ, ә улар лаҡылдашһындар, бәлки, килешеп тә ҡуйырҙар.

Рисположенский. Әйҙә, киттек, Самсон Силыч, мин дә һеҙҙең менән бер рюмка араҡы эсермен. Ә, Аграфена Кондратьевна, балалар ата-әсәне тыңларға тейеш. Был беҙ уйлап сығарған нәмә түгел. Ғүмер буйына шулай булған һәм шулай булып ҡаласаҡ.

Липочка, Подхалюзин һәм Аграфена Кондратьевнанан башҡа лары сыға.

Липочка. Был нимә булды инде, әсәкәйем? Мине улар кухаркаға әйләндерҙеләрме ни инде? (Илай.)

Подхалюзин. Әсәкәйем! Мин һеҙҙе хөрмәт итермен, ҡартлылығыҙ тыныслыҡта үтер, минең кеүек кейәүҙе һеҙ таба алмаясаҡһығыҙ!

Аграфена Кондратьевна. Нисек инде? Нисек, атаҡай?

Подхалюзин. Әсәкәйем! Мине Алла үҙе шулай яратҡан, бүтән кеше һеҙҙе белергә лә теләмәй, ә мин үлгәнсе (илай) һеҙҙе хөрмәт итермен!

Аграфена Кондратьевна. Эх, атаҡайым! Был нимә була инде һуң?

Большов (ишектән). Ҡатын, әйҙә бында!

Аграфена Кондратьевна. Хәҙер, атаҡайым, хә- ҙер.

310


Подхалюзин. һеҙ, әсәкәйем, минең әле әйткән һүҙҙәремде онотмағыҙ!

Аграфена Кондратьевна китә.

Бишенсе күренеш



Липочка һәм Подхалюзин. Тынлыҡ.

Подхалюзин. Алимпияда Самсоновна! Алимпияда Самсоновна! һеҙ минән сиркәнәһегеҙ, ахыры? Бер генә һүҙ әйтегеҙ, исмаһам! Рөхсәт итегеҙ ҡулығыҙҙы үбергә.

Л и п о ч к а. һеҙ наҙан, алйот!

Подхалюзин. Ни өсөн һеҙ мине рәнйетәһегеҙ, Алимпияда Самсоновна?

Липочка. Бына һуңғы һүҙемде әйтәм: мин һеҙгә кейәүгә сыҡмайым! Сыҡмайым!

Подхалюзин. Теләһә нимә эшләгеҙ инде. һөймәгәнгә һөйкәлеп булмай инде уныһы. Тик бына мин һеҙгә шуны әйтәм...

Липочка. Мин һеҙҙе тыңларға теләмәйем. Ҡалдырығыҙ мине! Әгәр һеҙ әҙәпле кавалер икәнһегеҙ, әллә ниндәй байлыҡтарығыҙ булһа ла, минең һеҙгә кейәүгә сығырға теләмәгәнемде күреп тораһығыҙ бит, һеҙ үҙегеҙ минән баш тартырға тейеш.

Подха люзин. Бына һеҙ, Алимпияда Самсоновна, баш тартырға тиһегеҙ. Әгәр мин баш тартһам, һуңынан нимә буласаҡ?

Л и п о ч к а. Мин затлы Кешегә сығасаҡмын!

П одхалюзин. Затлы кеше, тиһегеҙ! Затлы кеше бит бирнәһеҙ алмаясаҡ!

Липочка. Нисек бирнәһеҙ? һеҙ нимә һөйләйһегеҙ! Минең бирнәләремдән хуш еҫ аңҡып тора!

П одхалюзин. Затлы кешегә сепрәк-сапраҡ кәрәкмәй. Уға аҡса кәрәк.

Липочка. Ә нимә? Атайым аҡса бирер!

Подхалюзин. Бирһә һәйбәт булыр ине лә. Ә бирер нәмәһе булмаһа? һеҙ атайығыҙҙың хәлен белмәйһегеҙ бит, ә мин бик яҡшы беләм: һеҙҙең атайығыҙ банкрот!..

Липочка. Нисек банкрот? Ә йорт, ә лавкалар?

Подхалюзин. Йорт та, лавкалар ҙа минеке!

311


Липочка, һеҙҙеке?! Юҡты һөйләмәгеҙ! Мине алдарға уйлайһығыҙмы? Үҙегеҙҙән дә ахмағыраҡҡа һанайһығыҙмы?

По дхалюзин. Бына беҙҙең ҡулда законлы документтар бар. (Күрһәтә.)

Липочка, һеҙ атайымдан һатып алдығыҙмы?

П о дхалюзин. һатып алдым.

Липочка. Ә һеҙ ҡайҙан аҡса алдығыҙ?

Подхалюзин. Аҡса. Аҡса ул беҙҙә, Аллаға шөкөр, затлы бәндәләрҙекенән дә күберәк.

Липочка. Нимә эшләттеләр улар мине? Тәрбиәләнеләр, тәрбиәләнеләр ҙә, хәҙер банкротҡа әйләндерҙе- лэрме?

Т ынлыҡ.

Подхалюзин. Ярай, Алимпияда Самсоновна, һеҙ затлы кешегә кейәүгә сыҡтығыҙ, ти, ә нимәгә ирешәһегеҙ? Шул барин ҡатыны тигән данығыҙ була инде, ә бер ниндәй ҙә рәхәте юҡ. Бына уйлап ҡарағыҙ, барин ҡатындары йыш ҡына баҙарға үҙҙәре йәйәү йөрөйҙәр. Ә инде берәй ергә дүрт ат егеп баралар икән, шул исеме генә инде, сауҙагәрҙең бер аты уларҙьщ дүрт атына тора. Бына Алла шаһит, ысынлап әйтәм, кейем-һалымдары ла әллә ҡайҙа китмәгән. Ә бына һеҙ, Алимпияда Самсоновна, миңә сыҡһағыҙ, беренсе һүҙем шул: һеҙ өйҙә лә ебәк күлдәктән генә йөрөйәсәкһегеҙ. Ә инде ҡунаҡҡа, йәиһә театрға барырға булһа — бәрхәттән башҡа бер нәмә лә кейеп булашмабыҙ. Ә эшләпә йәки плащ менән тунға килгәндә инде, дворян тәртиптәренә ҡарап тормабыҙ, ә бөтә кешене шаҡ ҡатырырҙайҙарын ғына кейербеҙ. Аттарҙың фәҡәт Орловский нәҫелен генә үрсетербеҙ. (Тынлыгк.) Әгәр ҙә минең ҡиәфәтем оҡшап етмәй икән, һеҙ нисек ҡушһағыҙ, шулай эшләрбеҙ. Фрак кейеп ебәрербеҙ, һаҡалыбыҙ оҡшамаһа, уны ла бөтөнләй ҡырып ташларбыҙ, йә журналдағы кеүек, яңы мода буйынса киҫтереү миңә бер нәмә лә тормай.

Липочка. Туй алдынан һөйләйһегеҙ ҙә ул һеҙ, ә аҙаҡ алдаясаҡһығыҙ.

Подхалюзин. Баш өҫтө! Бына баҫҡан урынымда ер йотһон, Алимпияда Самсоновна! Әгәр алдаһам, Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн! Беҙ был йортта ҡалмайбыҙ. Каретный рәттән яңы йорт һатып алырбыҙ. Түшәмдәренә

312




фәрештәләр, ожмах ҡоштары, уҡ атҡан амурҙарҙың (капидондар) һүрәттәрен төшөрөрбөҙ, уларҙы бер күреү өсөн генә аҡса түләйәсәктәр беҙгә.

Липочка. Хәҙер капидондарҙың һүрәттәрен яһамайҙар бит.

Подхалюзин. Сәскә шәлкемдәре менән биҙәрбеҙ. (Тынлыгк.) һеҙ генә риза булығыҙ, миңә был донъяла башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. (Тынлыгк.) һеҙгә бер ниндәй ҙә комплимент әйтә алмағаным өсөн үҙемде бәхетһеҙ һанайым.

Липочка. Ә ни өсөн һеҙ, Лазарь Елизарыч, фран- ңузса һөйләшмәйһегеҙ?

Подхалюзин. Кәрәге булмағайны. (Тынлъск.) Алимпияда Самсоновна, әгәр миңә һеҙҙең алдығыҙҙа тубыҡланырға рөхсәт итһәгеҙ, мин ниндәй бәхетле булыр инем.

Липочка. Тубыҡланығыҙ!

Подхалюзин тубыҡлана.

Бына һеҙҙең жилетығыҙ бик насар!

Подхалюзин. Быныһын мин Т ишкаға бүләк итәм, ә үҙемә «Кузнецкий мост»та тектерәм, тик мине һәләк кенә итә күрмәгеҙ! (Тынлыҡ.) Мин һеҙҙән яуап көтәм, Алимпияда Самсоновна.

Липочка. Уйларға кәрәк әле.

Подхалюзин. Уның нимәһенуйлайһың инде?

Липочка. Нисек инде уйламайһың.

Подхалюзин. Ә һеҙ уйлап-нитеп тормағыҙ.

Липочка. Беләһегеҙме нимә, Лазарь Елизарыч?

П одхалюз и н. Нимә бойораһығыҙ?

Липочка. Мине ҡасырып ҡына алып китегеҙ.

Подхалюзин. Атай менән әсәй риза көйөнә ниңә ҡасырып алып китергә, ти?

Липочка. Шулай итәләр бит. Ярай, улай алып китмәйһегеҙ икән, былай ҙа мөмкиндер инде.

Подхалюзин. Алимпияда Самсоновна! Ҡулығыҙҙы үбергә рөхсәт итегеҙ! (Үбә лә һикереп тороп, ишеккә йүнәлә.) Атаҡай!

Липочка. Лазарь Елизарыч, Лазарь Елизарыч! Килегеҙ әле бында!

Подхалюзин. һеҙгә нимә?

Липочка. Эх, һеҙ белһәгеҙ ине, Лазарь Елизарыч, миңә бында йәшәүе нисек ауыр икәнен. Әсәйем килделе-

313




киттеле, атайым айныҡ саҡта һөйләшмәй, эсеп алһа, кемде лә булһа туҡмай. Минең кеүек уҡымышлы ҡыҙ быға нисек түҙеп торһон. Әгәр мин затлы кешегә сыҡһам, был өйҙән китер инем дә быларҙың бөтәһен дә онотор инем. Ә хәҙер тағы элеккесә була инде.

Подха люзин. Юҡ, Алимпияда Самсоновна, улай булмаясаҡ! Беҙ, Алимпияда Самсоновна, туй үткәс тә, үҙебеҙҙең йортҡа күсәбеҙ. Унан инде улар беҙгә бойора алмаясаҡ. Юҡ инде, етер, үҙ ғүмерҙәрендә ни теләһәләр, шулай ҡыланып ҡалдылар, хәҙер беҙҙең сират.

Липочка, һеҙ бик йыуаш шул, Лазарь Елизарыч, атайыма ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйыулығығыҙ етмәҫ, ә затлы кешегә улар артығын ыскындыра алмаҫтар ине.

Подхалюзин. Кеше ҡул аҫтында эшләгәс, йыуаш булмайынса ярамай шул. һүҙ көрәштереү ҙә мөмкин түгел. Бына үҙ йортобоҙҙа йәшәй башлайыҡ әле, бер кемдең дә ҡатнашы булмаясаҡ. Бына һеҙ тораһығыҙ ҙа затлы кеше тураһында һөйләйһегеҙ. Ә бына ул һеҙҙе мин яратҡан кеүек яратырмы? Уларҙы беләм мин, улар иртә таңдан эшкә китә, ә кистәрен клубта үткәрә. Ә бисәләре өйҙә һарғайып ултыра. Ә мин улай булдыра алмайым. Мин ғүмерем буйына һеҙҙе бәхетле итер өсөн тырышасаҡмын.

Липочка. Тик ҡарағыҙ уны, Лазарь Елизарыч, беҙ үҙебеҙсә йәшәйәсәкбеҙ, улар — үҙҙәренсә. Беҙ бөтәһен дә яңы мода буйынса эшләйәсәкбеҙ, ә улар үҙҙәре теләһә нимә эшләһен.

П одхалюзин. Шулай булырға тейеш тә.

Липочка.Ә хәҙер әсэйҙе саҡырығыҙ! (Тора һәм көҙ - гә алдына килеп ҡупшылана.)

П одхалюзин. Атай! Атай, тим! Әсәй!

Алтынсы күренеш



Шулар уҡ һәм Большов менән Аграфена Кондратьевна.

П одхалюзин (Самсон Силычка ҡаршы бара һәм уныцҡосагына ташлана.) Алимпияда Самсоновна риза!

Аграфена Кондратьевна. Килә ятам, атаҡайым, килә ятам.

314


Большов. Бик яҡшы булған! Әйттем бит. Мин үҙем беләм нимә эшләргә. Мине өйрәтмәгеҙ!

Подхалюзин (Аграфена Кондратъевнага). Анаҡайым! Ҡулығыҙҙы үбергә рөхсәт итегеҙ!

Аграфена Кондратьевна. Әйҙә, үп, атаҡайым, икеһе лә таҙа. Эх, балаҡайым, был нисек улай булды һуң әле ул, ә? Ысынлап та, был нимә булды? Мин бөтөнләй аптырап ҡалдым, нимә тип әйтергә лә белмәйем. Эх, күҙ нурым минең!

Липочка. Миңә, әсәкәйем, Лазарь Елизарычты шундай иғтибарлы кавалерҙыр тип башыма ла килтермәгәйнем. Ә бына хәҙер аңланым, ул бик күптәрҙән ихтирамлыраҡ.

Аграфена Кондратьевна. Бәй, шулай булмай ни, йүләркәйем. Атайың һиңә нимә эшләп насарлыҡ теләһен инде. Эх һин, күгәрсенкәйем минең! Бик хикмәтле булды бит әле был, ә? Эх һеҙ, анаҡайҙарым минең! Нимә булды һуң әле был? Фоминишна! Фоминишна!

Фоминишна. Килә ятам, анаҡайым, килә ятам! (Инә.)

Большов, һин туҡтап тор әле, тел биҫтәһе! (Кейәү менән-ҡыҙына.) Йэнәшә генә ултырығыҙ әле, беҙ һеҙгә ҡарайыҡ. Нисегерәк икән. Фоминишна, беҙгә теге шы- жылдыҡ эсемлекте килтер әле!

Подхалюзин менән Липочка ултыра.

Фоминишна. Хәҙер, атаҡайым, хәҙер! (Китә.)

Етенсе күренеш



Шулар уҡ, Устинья Наумовнаһәм Рисположенский.

Аграфена Кондратьевна. Кейәү менән кәләште ҡотла, Устинья Наумовна! Ҡартайған көнөбөҙҙә Хоҙай Т әғәлә шатлыҡ килтерҙе.

Устинья Наумовна. Нисек ҡотларға һуң һеҙҙе, аҫыл таштарым? Ҡоро ҡашыҡ бит ауыҙҙы йырта.

Большов. Бына хәҙер беҙ һинең тамағыңды сылатырбыҙ.

315


һигеҙенсе күренеш

Шулар уҡ, Фоминишна һәм Тишка (шарап алып инә).

Устинья Наумовна. Бына быныһы беҙҙеңсә! һеҙгә Хоҙай йәшәргә һәм йәшәрергә, йыуанайырға һәм байырға ярҙам итһен! (Эсә.) Әсе! Әсе! Гәүһәр таштарым!

Липочка менән Лазарь Елизарыч үбешә.

Большов. Ҡайҙа, мин дә ҡотлайым әле. (Бокал ала.)

Липочка менән Лазарь аяғөҫтө баҫа.

Нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ — аҡылығыҙ бар. Ә инде йәшәүе күңелһеҙ булмаһын өсөн һиңә, Лазарь, бирнә урынына йорт менән лавкаларҙы бирәм. Бер аҙ аҡса ла бүлербеҙ.

Подхалюзин. Атаҡайым, ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙән былай ҙа бик ҡәнәғәт!

Большов. Ниңә бында ғәфү үтенеп тораһың. Үҙем тапҡан мал. Кемгә теләйем, шуға бирәм. Әйҙә, ҡоя һал.

Тишка ҡоя.

һөйләшеп тораһы юҡ, бына бөтәһен дә ал, ҡортҡа менән беҙҙе үлгәнсе ҡарарһың һәм кредиторҙарға унар тиндән түләрһең.

Подхалюзин. Был турала ниңә әйтеп торорға инде. Мин аңламайыммы ни? Үҙ кешеләр — килешербеҙ әле.

Большов. Әйтәләр бит һиңә, бөтәһен дә ал, тип, шуның менән эш тә бөттө! Минең һүҙем — закон! Тик кредиторҙарға түлә. Түләрһеңме?

Подхалюзин. Минең, атаҡай, беренсе эшем шул: бурыс түләү.

Большов. Тик һин ҡара, артығын бирмә! һинән булыр ул, аҡылһыҙланып бөтәһен дә биреп ташларһың.

Подхалюзин. Үҙ кешеләр бит, атаҡай, нисек тә булһа килешербеҙ инде.

Большов. Ҡара уны! һин уларға ун тиндән артыҡ бирмә! Уларға шул да бик еткән. Йә, үбешегеҙ!

Липочка менән Лазарь үбешә.

316


Аграфена Кондратьевна. Эх, күгәрсенкәйҙәрем минең,! Нисек шулай килеп сыҡты һуң эле? һаман аҡылыма килә алмайым.

Устинья Наумовна.

Ҡайҙа гына кем күргән,

Ҡайҙа гына ишеткән,

Тауъпстыц быҙау тыуҙырганын,

Сусҡа балаһыныц күкәй һалганын!

Тороп китә һәм Рисположенский янына килә. Рисположенский рәхмәт әйтеп баш тарта.

Большов. Сысой Псоич, әйҙә, эсеп ебәр, шатлыҡ бит!

Рисположенский. Юҡ, Самсон Силыч, булдыра алмайым, күңелем болғана.

Большов. Нимә ҡыланаһың! Эсеп ебәр шатлыҡтан!

Устинья Наумовна. Ялындырған була тағы!

Рисположенский. Ысынлап әйтәм, күңелемде болғата, Самсон Силыч! Бына бер рюмка ғына араҡы булһа, әсәм. Быны ағзаларым ҡабул итмәй. Быуындарым бик йомшаҡ.

Устинья Наумовна. Эх һин, йоҡа муйын! Ағзаларым ҡабул итмәй, имеш. Бына, эсмәһә, мин уның яғаһына ҡоям.

Рисположенский. Килешмәй, Устинья Наумовна. Ханым кешегә ундай эш килешмәй. Самсон Силыч! Булдыра алмайым! Мин баш тартыр инемме ни? Хе-хе-хе. Мин алйотмо ни шундай мөмкинлекте ҡулдан ыскындырырға. Күргәнебеҙ бар кешеләрҙе, нисек йәшәргә кәрәк икәнен беләбеҙ. Бына мин араҡынан бер ваҡытта ла баш тартмайым, бына хәҙер ҙә бер рюмка эсер инем. Ә быны булдыра алмайым, күңелде болғата. Ә һеҙ, Самсон Силыч, мыҫҡыл итергә юл ҡуймағыҙ, кешене бик тиҙ үпкәләтеп була.

Большов. Әйҙә, әйҙә, Устинья Наумовна, кәрәген бирегеҙ әле шуның!

Рисположенский Устинья Наумовнанан ҡаса.

Устинья Наумовна (шарапты өҫтәлгә псу я). Алдайһың, баҡыр йән эйәһе, минән ысҡына алмаҫһың!

317


(Уны бер мөйөшкә тсыҫыръгклап, ягаһынан эләктереп ала.)

Рисположенский. Ҡарауыл!

Бөтәһе лә көләләр.

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК



Подхалюзин йортонда бай итеп йыһазландырылған ҡунаҡ

бүлмәһе.

Беренсе күренеш



Алимпияда Самсоновна затлы кейемдәрҙән тәҙрә янында ултыра. Өҫтөндә ебәк блуза, башында һуңғы фасон менән тегелгән чепчик. Подхалюзин һуңғы мода менән тегелгән сертук- тан көҙгө алдында тора. Тишка уның кейемдәрен һыйпаштырып төҙәткеләй.

Т и ш к а. Бына нисек теккәндәр, ҡойоп ҡуйған кеүек!

Подхалюзин. Әйт әле, Тишка, мин французға оҡшағанмынмы? Ә? Ситкәрәк китеп ҡара әле!

Тишка. Ике тамсы һыу кеүек.

Подхалюзин. Дөрөҫөн әйтэһец, алйот! Бына һин ҡарап тор беҙгә! (Бүлмә буйлап йөрөй.) Бына шулай, Алимпияда Самсоновна! Ә һеҙ офицерға сығырға теләгәйнегеҙ. Беҙ уларҙан кәмме ни? Бына өр-яцы сертук алып кейҙем.

Алимпияда Самсоновна. Ә һеҙ, Лазарь Елизарыч, бейергә белмәйһегеҙ.

По дхалюзин. Әллә өйрәнә алмабыҙмы? Ҡайһыла- йыраҡ өйрәнербеҙ әле, иң яңы алымдарын үҙләштерербеҙ. Ҡышын сауҙагәрҙәр клубына йөрөрбөҙ. Шунан беҙҙе күрерһегеҙ. Полька бейербеҙ.

Алимпияда Самсоновна, һеҙ, Лазарь Елизарыч, теге Арбатта ҡараған колясканы һатып алығыҙ инде.

Подхалюзин. Әлбиттә, Алимпияда Самсоновна! Алырға кәрәк! Алырға!

Алимпияда Самсоновна. Ә миңә бик затлы плащ килтерҙеләр. Бына коляска алһағыҙ, йома көн Сокольникиға барыр инек.

По дхалюзин. Әлбиттә, һис шикһеҙ, барырбыҙ. Йәкшәмбе көн паркка ла барырбыҙ. Коляска үҙе генә мең

318




һум тора. Аттары ла көмөш ялатылған ҡамыт-дуғаһы менән мең тәңкә. Бына күрһендәр, ҡараһындар! Тишка, трубка килтер! (Алимпияда Самсоновна эргәһенә ултыра.) Бына шулай, Алимпияда Самсоновна. Күрһендәр, ҡараһындар! (Тынльск.)

Алимпияда Самсоновна. Лазарь Елизарыч, ниңә һеҙ мине үпмәйһегеҙ?

Подхалюзин. Нимә эшләп инде! Ғәфү итегеҙ! Беҙ уны бик ҙур теләк менән! Ҡулығыҙҙы бирегеҙ! (Үбә. Тынльск.) Алимпияда Самсоновна, миңә француз телендә берәй һүҙ әйтегеҙ әле!

Алимпияда Самсоновна. Нимә әйтергә һуң һеҙгә?

Подхалюзин. Әйтегеҙ нимә булһа ла, миңә барыбер.

Алимпияда Самсоновна. Ком ву зетжоли.

Подхалюзин. Ә был нимә тигән һүҙ?

Алимпияда Самсоновна, һеҙ ниндәй һөйкөмлө!

Подхалюзин (урынынан һикереп тора). Бына ниндәй бит ул беҙҙең ҡатыныбыҙ! һай, Алимпияда Самсоновна! Хөрмәт күрһәттегеҙ. Бирегеҙ ҡулығыҙҙы!

Тишка трубка алып инә.

Тишка. Устинья Наумовна килде.

Подхалюзин. Нимә эшләп йөрөй ул ен ҡортҡаһы?!

Тишка китә.

Икенсе күренеш



Шулар уҡ Һәм У сти н ья Наумовна.

Устинья Наумовна. Нисек кенә йәшәп ятаһығыҙ, гәүһәр таштарым?

Подхалюзин. һеҙҙең хәйер-фатихала, Устинья Наумовна, һеҙҙең хәйер-фатихала.

Устинья Наумовна (үбешеп), һин матурланып, йомроланып киткәнһең!

Алимпияда Самсоновна. Ниндәй йүнһеҙ һүҙ һөйләйһең һин, Устинья Наумовна? Йомроланып, имеш. Ҡайҙан уйлап сығарҙың һин уны'?

319


Устинья Наумовна. Нимә һин юҡты һөйләйһең, алтыным? Теләйһеңме, юҡмы, эштәр шуға бара бит инде. Сана шыуырға яратаһың икән, уны һөйрәп йөрөтөргә лә ярат! Ә русса әйткәндә, любишь кататься, люби саночку возить!., һеҙ нимә эшләп мине бөтөнләй оноттоғоҙ әле, гәүһәр таштарым? һаман да бер-берегеҙгә ҡарашып, һөйөшөп туя алмайһығыҙмы?

Подхалюзин. Ундай гонаһ бар, Устинья Наумовна, ундай гонаһ бар!

Устинья Наумовна. Шулай булмай ни! Ниндәйерәк туташты табып бирҙем мин һиңә!

Подхалюзин. Беҙ бик ҡәнәғәт, Устинья Наумовна, беҙ бик ҡәнәғәт!

Устинья Наумовна. Бик ҡәнәғәт булмаҫҡа ни, алтыным! һиңә тағы нәмә кәрәк? һеҙ хәҙер гел кейенеү- яһаныу менән генә мәшғүлһегеҙҙер инде? Модный әй- берҙәр күп алдығыҙмы?

Алимпияда Самсоновна. Әллә ни артыҡ түгел. Яңы материалдар бик күп килә бит, күҙ ҡыҙыға ла — алабыҙ инде.

Устинья Наумовна. Билдәле, комиссар ыштанһыҙ йөрөмәҫ бит инде, ынйыҡайым. Ә ниндәйҙәрен күберәк әтмәлләнең, йөн туҡымананмы, ебәктәнме?

Алимпияда Самсоновна. Төрлөһөнән — йөнөнән дә, ебәгенән дә. Бына күптән түгел алтын менән нағышланған крептан тектем.

Устинья Наумовна. Күпме булды һуң инде күлдәктәрең һинең, аҫыл ташым?

Алимпияда Самсоновна. Бына һана: ебәк селтәрле атлас көплө туй күлдәге һәм өс бәрхәт күлдәк — дүрт булдымы? Ике йоҡа ебәктән һәм алтын менән нағышланған крептан тегелгән күлдәк — ете булдымы? Өс атластан тегелгән һәм өс грогрондан тегелгән күлдәк — ун өс булдымы? Гроденапелдән һәм гродафриковтан ете — егерме булдымы? Өс марсилиновый, ике муслинделино- вый, ике шинероялный — күп буламы был? Өс тә дүрт — ете, егерме-егерме ете. Крепрашеловый дүрт — утыҙ бер буламы? Кисиянан, буфмуслиндан тегелгән, һәм бер егермеләп ситса күлдәк. Унан әллә туғыҙ, әллә ун блузка һәм ҡаплауыстар тектерҙем. Күптән түгел генә фарсы материалынан да тектереп алдым.

320


Устинья Наумовна. Уф Алла, күпме йыйғанһың! Ә һин миңә гродафриковыйҙан киңерәк тегелгән берәй күлдәгеңде һайлап бир әле.

Алимпияда Самсоновна. Гродафриковыйын бирмәйем, үҙемә лә өсәү генә. һиғр бармай ул, билең йыуан. Әгәр теләһәң, ана крепрашеловыйын ал.

Устинья Наумовна. Уныһы миңә бысағыма ла кәрәкмәй. һине барыбер еңәлмаҫһың, миңә атласы ла ярай.

Алимпияда Самсоновна. Атласы ла балда кейер өсөн генә тегелгән, яғаһы бик ныҡ асыҡ, һиңә барырлыҡ түгел. Аңлайһыңмы? Крепрашеловыйҙан һайларбыҙ, бөрмәләрен һүтәбеҙ ҙә тап һинең пропорңияңа таман була.

Устинья Наумовна. Ярай, күндерҙең, гәүһәр ташым. Килтер крепрашеловыйын. Бар, шкафыңды ас!

Алимпияда Самсоновна. Мин хәҙер, аҙ ғына көтөп тор.

Устинья Наумовна. Көтөрмөн, алтыным, көтөрмөн. Миңә һинеғ; ирең менән һөйләшеп алырға кәрәк әле.

Алимпияда Самсоновна китә.

һин нимә, гәүһәр ташым, биргән вәғәҙәғ^де оноттоңмо әллә?

Подхалюзин. Нимә эшләп онотайым, ти, хәтеребеҙҙә!

Янсығынан ассигнация алып бирә.

Устинья Н ау м^о в н а. һин нимә, алмасым?

Подхалюзин. Йөҙ һум.

Устинья Наумовна. Нисек инде, йөҙ һум? һин миңә мең ярым вәғәҙә иткәйнең бит.

Подхалюзин. Нимә-ә-ә?

Устинья Наумовна, һин миңә мең ярым вәғәҙә иттең.

Подхалюзин. Артыҡ майлы булыр, әсеңә тейер.

Устинья Наумовна. Нимә һин, тауыҡтан тыуған нәмә, минең менән шаярырға уйлайһыңмы? Мин, ҡустым, үҙем дә йылан аяғын киҫкән ханым.

Подхалюзин. Нимә өсөн һеҙгә аҡса бирергә? Ниндәй эш ҡырҙығыҙ һеҙ ул тиклем!

II 1.0129.11

321


Устинья Наумовна. Ҡырҙыммы, юҡмы, бир, үҙең вәғәҙә иттең!

Подхалюзин. Итһәм ни! Алимпияда Самсоновнаға әйләнеү шатлығынан сиркәү манараһынан һикерергә лә вәғәҙә иткәйнем. Ысынлап та һикерергәме ни хәҙер?

Устинья Наумовна. Мин һиңә закон тапмаҫ тип уйлайһыңмы? Ай-һай, ҡалай шәбәйеп киткән икенсе гильдия сауҙагәре! Мин үҙем ун дүртенсе класта ултырам, ниндәй генә булыуыма ҡарамаҫтан, чиновниңа әле мин — Коллежский регистратор!

Подхалюзин. Миңә тиһә, хет генералша булығыҙ, минең өсөн барыбер. Мин һеҙҙе белергә лә теләмәйем — шуның менән һүҙ бөттө!

Устинья Наумовна. Юҡ әле, алдашма, бөтмәне, һин миңә кеш тиреһенән тегелгән тун да вәғәҙә иттең!

П одхалюзин. Нимә-ә-ә? Кеш тиреһенән! Хе, хе, хе...

Устинья Наумовна. Эйе, кеш тиреһенән! Нимә ауыҙыңды йыраһың?

Подхалюзин. Кеш тиреһенән теккән тун кейергә ҡиәфәтегеҙ килмәй!

Алимпияда Самсоновна инеп, Устинья Наумовнаға күлдәк бирә.

Өсөнсө күренеш



Шулар уҡ һәм Алимпияда Самсоновна.

Устинья Наумовна, һеҙ нимә, мине ысынлап та таларға уйлайһығыҙмы?

Подхалюзин. Ниндәй талау, ти, ул. Алла хаҡы өсөн юлығыҙҙа булығыҙ!

Устинья Наумовна, һин мине ҡыуа башланыңмы ни инде? һеҙҙең менән бәйләнгән мин һантый. Күренеп тора: һеҙҙә мещан ҡаны!

Подхалюзин. Ҡара әле нимә һөйләй!

Устинья Наумовна. Улай икән, мин һеҙгә ҡарарға ла теләмәйем. Алтын бирһәгеҙ ҙә, мин һеҙҙең менән аралашырға риза булмаясаҡмын! Мин һеҙҙе утыҙ саҡрымдан урап үтәсәкмен, һеҙҙең ояғыҙға ҡарағансы, күҙемде йомоп артҡа абынып йығылырмын. Мин һеҙҙеғ^

322




урамығыҙға әйләнеп төкөрмәйем дә! Әгәр һүҙемдә тормаһам, ун киҫәккә ярылайым. Берәй мине бында күрһәгеҙ, ер йотһон!

Подхалюзин. һеҙ ипләберәк, анаҡай. Юғиһә беҙ квартальныйҙы саҡыртасаҡбыҙ.

Устинья Наумовна. Мин, алтындарым, һеҙҙең кем икәнегеҙҙе асып һалырмын. Мин һеҙҙең данығыҙҙы бөтә Мәскәүгә таратасаҡмын, кешеләр күҙенә ҡарарға ояласаҡһығыҙ әле. Эх, мин йүләр, йүләр, дәрәжәле ханым көйөнә кемдәр менән бәйләнгәнмен бит! Тфү! Тфү! Тфү! (Сыга.)

Подхалюзин. Ҡара нисек ҡотора дворян ҡаны! Йә Хоҙай! Чиновница, имеш! Күргән бар һинең кеүектәрҙе, дамочка!

Алимпияда Самсоновна (тәҙрәгә к,арап). Лазарь Елизарыч, ҡарағыҙ әле, әллә атайҙы яманан сығарғандар инде?

Подхалюзин. Юҡ, атаҡайҙы улай тиҙ генә яманан сығармаясаҡтар. Йә эшен ҡаратыу өсөн ваҡытлыса ғына ебәргәндәрҙер, йә үҙе өйгә ҡайтып килергә һорағандыр. Әсәкәйем! Аграфена Кондратьевна! Атаҡай ҡайтып килә.

Дүртенсе күренеш



Шулар уҡ, Большов һәм Аграфена Кондратьевна.

Аграфена Кондратьевна. Ҡайҙа ул? Ҡайҙа ул? Балаҡайҙарым минең, күгәрсенкәйҙәрем минең!

Үбешәләр.

По дхалюзин. Атаҡай, һаумыһығыҙ! Сәләм бирҙек!

Аграфена Кондратьевна. Күгәрсенем минең, Самсон Силыч, алтыным минең! Ҡартайған көнөмдә мине етем ҡалдырҙың!

Большов. Етер, етер, ҡатын, туҡта!

Алимпияда Самсоновна. Нимә һеҙ, әсәкәй, мәйет оҙатҡандағы кеүек илайһығыҙ? Әллә нимә булған тиерһең!

Большов. Әллә нимә түгел, әлбиттә, ҡыҙым, шулай ҙа атайың ямала ултыра.

323


Алимпияда Самсоновна. Ә ниңә, атай, унда һинең менән беҙҙән дә шәберәк кешеләр ултыра.

Большов. Ултырыуын ултыралар. Ә унда ултырыуҙың нимә икәнен беләһеңме? Урам буйлап һалдат артыңдан оҙатып килһен әле! Эх, ҡыҙым! Мине бит ҡырҡ йыл буйына ҡалала бөтә кеше белә, ҡырҡ йыл буйына бөтәһе лә билдәренә ҡәҙәр эйелеп күрешәләр ине. Ә хәҙер йыйын малай-шалай бармаҡ төртөп күрһәтә.

Аграфена Кондратьевна. Бөтөнләй йөҙөң ҡасҡан, күгәрсенкәйем минең! Әйтерһең, теге донъянан ҡайтҡанһың!

Подхалюзин. Ә, атаҡай, Хоҙай мәрхәмәтле ул! Бөтәһе лә үтеп китер. Ә кредиторҙар нимә һөйләйҙәр, атаҡай?

Большов. Улар килешеү яғында. Ниңә инде һуҙып торорға, беҙ һорағанды бир ҙә, шуның менән эше лә бөттө,тиҙәр.

Подхалюзин. Ә ниңә бирмәҫкә! Бирергә кәрәк! Ә күпме һорайҙар улар, атаҡай?

Большов. Егерме биш тин һорайҙар.

П одхалюзин. Был бик күп, атаҡай.

Большов. Күп икәнен мин үҙем дә бик яҡшы беләм, туғанҡай. Аҙға риза түгелдәр бит.

Подхалюзин. Ун тин еткән бит инде. Ете тин ярымы улар файҙаһына, ә ике тин ярымы конкурс расходтарына.

Большов. Мин шулай әйтеп ҡараным, ишетергә лә теләмәйҙәр.

Подхалюзин. Бигерәк маһайып киттеләр. Биш йылға ете тин алырға риза түгелдәрме?

Большов. Ни хәл итәһең, Лазарь, егерме биш тин бирергә тура киләсәк, беҙ бит башта уҡ үҙебеҙ шулай тәҡдим иткәйнек.

Подхалюзин. Ул нисек була инде, атаҡай? һеҙ үҙегеҙ әйттегеҙ бит, ун тиндән артыҡ бирмәҫкә, тип. Бына үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, егерме биш тин бик ҙур аҡса ул. Атаҡай, ҡапҡылап алаһығыҙ килмәйме? Әсәкәйем! Әйтегеҙ, араҡы килтерһендәр, самауыр ҡуйһындар, беҙ ҙә шунда аҙыраҡ эсеп алырбыҙ. Ә егерме биш тин бик күп ул!

Аграфена Кондратьевна. Хәҙер, атаҡайым, хәҙер! (Китә.)

324


Большов, һин нимә миңә тылҡыйһың, мин үҙем дә беләм егерме биш тин күп икәнен. Ә нимә эшләргә һуң? Йыл ярым ямала яфалаясаҡтар, һәр аҙна һайын һалдат менән урам буйлап йөрөтәсәктәр. Етмәһә, төрмәгә лә ултыртып ҡуйырҙар. Унда илле тин дә бирергә риза булырһың. Ғәрлегеңдән ҡайҙа инергә тишек тапмаҫһың.

Аграфена Кондратьевна араҡы алып килә. Тишка закускалар килтерә лә сығып китә.

Аграфена Кондратьевна. Күгәрсенкәйем ми- нең! Аша, атаҡайым, аша! һине унда аслыҡтан яфалағандарҙыр әле.

Подхалюзин. Ашағыҙ, атаҡайым! Ғәйеп итмәгеҙ, бары менән.

Большов. Рәхмәт, Лазарь! Рәхмәт! (Эсә.) Үҙең дә эсеп ҡуй!

Подхалюзин. һеҙҙең һаулыҡҡа! (Эсә.) Әсәкәй! Бәлки, һеҙ ҙә эсеп ебәрерһегеҙ?

Аграфена Кондратьевна. И, атаҡайым, хәҙер инде шуның ҡайғыһынамы ни! Әллә Хоҙай ҡарғанымы икән? Ярабби Хоҙайым! Эх, күгәрсенкәйҙәрем минең!

Подхалюзин. И, әсәкәйем, Алланың ҡөҙрәте киғ^, нисек тә йырып сығырбыҙ әле! Бөтәһе лә тиҙ генә эшләнмәй шул.

Аграфена Кондратьевна. Бирә генә күрһен инде Хоҙай. Бына мин дә уға ҡарап бөтөнләй хәлдән тайҙым.

Большов. Йә, нимә эшләйбеҙ, Лазарь?

Подхалюзин. һөйләшкәнсә,ун тин бирәм инде.

Большов. Ә ун биш тинен мин ҡайҙан алайым? Мин уларҙы септәнән тегә алмайым бит инде.

Подхалюзин. Мин, атаҡай, артығын бирә алмайым. Бына Хоҙай үҙе шаһит!

Большов, һин нимә, Лазарь, һин нимә! Аҡсаларҙы ҡайҙа ҡуйҙың?

Подхалюзин. Бына үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: сауҙа итәм. Сауҙа итер өсөн тауар кәрәк. Бына йортто рәткә кереттем, һеҙ ҡапҡылағыҙ әле, атаҡай, етешегеҙ! Бынауы шарапты... Мадера... ҡояйыммы? Әсәкәйем! Атаҡайҙы ҡыҫтағыҙ әле!

325


Аграфена Кондратьевна. Әйҙә, атаҡайым, Самсон Силыч, аша! Мин һиңә, атаҡайым, булмаһа, пунш ҡояйым.

Большов (әсз). Ҡотҡарығыҙ, балаҡайҙар, ҡотҡарығыҙ!

Подхалюзин. Бына һеҙ, атаҡай, аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙығыҙ, тип һорайһығыҙ. Бына үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ: сауҙа итә башлайбыҙ, билдәле, капиталһыҙ бер нимә лә эшләп булмай. Бына йорт һатып алдым, ат... Ҡаралдылар төҙөнөк. Балалар тураһында уйларға кәрәк.

Алимпияда Самсоновна, һин нимә, атай, беҙгә лә бер нәмәһеҙ тороп ҡалырға ярамай бит инде, ни етте мешандар кеүек!

Подхалюзин. һеҙ, атаҡай, уйлап ҡарағыҙ: капиталһыҙ сауҙа итеп булмай. Капиталың булмаһа, бик әллә ҡайҙа китә алмайһың.

Алимпияда Самсоновна. Атаҡайым, мин һеҙҙә егерме йәшемә тиклем торҙом, ә яҡты донъя күрмәнем, һеҙ миңә аҡса бирергә бойораһығыҙмы, мин тағы ситса күлдәк кейеп йөрөргә тейеш буламмы?

Большов, һеҙ нимә? һеҙ нимә? Аҡылығыҙға килегеҙ! Мин бит һеҙҙән хәйер аҡсаһы һорамайым, э үҙемдең аҡсамды һорайым. Кешеләрме һеҙ?

Алимпияда Самсоновна. Билдәле инде, атай, кешеләр йыртҡыс түгел.

Большо в. Лазарь! Иҫеңә төшөр, мин бит бөтәһен дә ҡырып-һепереп һиңә бирҙем, бына үҙем ни менән тороп ҡалдым, күрәһеңме? Мин бит һин, йәнһеҙ әҙәм аҡтығын, малай сағыңдан уҡ өйөмә алдым. Ашаттым, эсерҙем, атайың урынына булдым, кеше иттем! Ә мин һинән берәй яҡшылыҡ күрҙемме? Күрҙемме? Иҫеңә төшөр әле, Лазарь, нисә мәртәбә мин һинең ҡулың тик тормағанын һиҙҙем? Мин бит һине ҡыуып сығарманым, бөтә ҡалаға ла яманатыңды һатманым. Мин һине баш приказчик итеп ҡуйҙым, һиңә бөтә байлығымды бирҙем, етмәһә, мин һиңә, Лазарь, берҙән-бер ҡыҙымды ла үҙ ҡулдарым менән бирҙем. Әгәр мин ошо бәләгә юлыҡмаған булһам, һин уға күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итә алмаҫ инең.

Подхалюзин. Ғәфү итегеҙ, атай, мин быларҙың бөтәһен дә бик яҡшы аңлайым.

Большов. Аңлайһың һин! Әгәр аңлаһаң, һин үҙеңә шул тиклем яҡшылыҡтар эшләгән кешене ҡотҡарыр өсөн, мин һиңә биргән кеүек, бөтә нәмәңде бирергә

326




тейешһең. Хатта бер ҡат күлдәгең менән ҡалһаң да! Мин һинән быларҙы һорамайым. Кәрәкмәй миңә. Мине был бәләнән йолоу өсөн күпме кәрәк булһа, шуны ғына түлә.

Подхалюзин. Ниңә түләмәҫкә, ти, тик бит ҡот осҡос хаҡ һорайҙар.

Большов. Хаҡты бит мин ҡуймайым. Мин бит һеҙҙең һәр бер тинегеҙ өсөн күпме аяҡтарына йығылып һораным, улар риза булмағас, мин нимә эшләргә тейеш ҺУҢ?

Алимпияда Самсоновна. Беҙ, атай, һеҙгә әйттек бит инде, ун тиндән дә артыҡ бирә алмайбыҙ, тип, шулай булғас, һөйләшеп тороуҙьщ кәрәге лә юҡ.

Большов, һин, ҡыҙым, ҡартлас, бар, ямаңа кит инде, тип әйт тә ҡуй инде. Эйе, ямаға уны! Төрмәгә уны, ҡарт йүләрҙе! Шулай кәрәк уға! Ҙурға өмөт итмә, барына ҡәнәғәт бул. Ҙур артынан ҡыуһаң, аҡтыҡҡыһын талап алырҙар, тинен дә ҡалдырмаҫтар, һәм һиңә Таш күпергә барып, Мәскәү йылғаһына ташланырға ғына ҡала. Унан да һине телеңдән тартып сығарырҙар ҙа төрмәгә илтеп тығырҙар.

Бөтәһе лә тын ҡала. Большов эсә.

Бына һеҙ уйлап ҡарағыҙ, хәҙер миңә ниндәй йөҙ менән ямаға барырға. Күҙҙәремде сытырлатып йомоп барайым- мы? Миңә хәҙер Ильинка йөҙ саҡрым булып күренәсәк, һеҙ уйлап ҡына ҡарағыҙ, нисек миңә Ильинка буйлап барырға. Был бит иблистәрҙең, Хоҙайым, кисер, гонаһлы йәнеңде ғазаплап алып барыуҙары менән бер. Ә унан һуң, Иверскийҙағы ғибәҙәт ҡыла торған йорт эргәһенән үткәндә, нисек мин изге әсә тәреһенә ҡарармын?.. Беләһеңме, Лазарь, Иуда ла Христосты аҡсаға һатҡан, беҙ үҙ намыҫыбыҙҙы аҡсаға һатҡан кеүек үк. Ә бының өсөн уға нимә булған?.. Ә тегендә эште тикшереү идаралығы... Уголовный палата... Мин бит уҫал уй менән — алдан уйлап... Мине бит Себергә ебәрәсәктәр. Йә, Хоҙай! Былай бирмәһәгеҙ, Алла хаҡы өсөн бирегеҙ! (Илай.)

Подхалюзин. һеҙ нимә, һеҙ нимә, атаҡай? Тынысланығыҙ! Алла ярҙамсыл ул! һеҙ нимә инде? Нисек тә яйларбыҙ әле. Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда.

Большов. Аҡса кәрәк, Лазарь, аҡса. Башҡаса яйлап булмай. Йә аҡса, йә Себер!

327


Подха люзин. Аҡса ла бирербеҙ, тик бәйләнеүҙән туҡтағыҙ. Ярай, мин тағы ла биш тин өҫтәйем.

Большов. Ниндәй донъя был?! һеҙҙә һуң христианлыҡ тойғоһо бармы? Егерме биш тин кәрәк, Лазарь!

Подхалюзин. Юҡ, атаҡай, ул тиклем булдыра алмайым, ысынлап әйтәм.

Большов. Ҡара йылан һеҙ! (Башын өҫтәлгә һала.)

Аграфена Кондратьевна. Вәхши һин, вәхши! Юлбаҫарҙың тап үҙе! Мин һиңә бер ваҡытта ла фатихамды бирмәйәсәкмен! Аҡсаңды ҡосаҡлап, кибеп-ҡороп ваҡытынан алда үләсәкһең! Юлбаҫарҙың тап үҙе һин! Юлбаҫар һин!

Подхалюзин. Етер инде, анаҡай, Алланы асыуландырырға! Эштең асылына төшөнмәй тороп, нимә беҙҙе ҡарғайһығыҙ?! Күреп тораһығыҙ бит атаҡай бер аҙ ғына иҫереп китте, ә һеҙ тотондоғоҙ...

Алимпияда Самсоновна, һеҙ, әсәкәйем, өндәшмәһәгеҙ һәйбәтерәк булыр ине. Ә һеҙгә ҡарғарға ғына булһын, һеҙ уға шат инде. Беләм мин, һеҙ ҡарғарға оҫта, шуға ла һеҙгә Хоҙай Тәғәлә башҡа бала бирмәгән.

Аграфена Кондратьевна. һин үҙең өндәшмә, юлдан яҙған нәмә! һине Хоҙай бер үҙеңде беҙҙе яфалар өсөн биргән.

Алим п и я д а Самсоновна, һеҙҙең өсөн бөтәһе лә юлдан яҙған — бер һеҙ генә яҡшы! Үҙегеҙгә ҡарағыҙ, дүшәмбе көн дә ураҙа тотҡан булып ҡыланаһығыҙ, ә эт кеүек кемгә булһа ла йәбешмәгән көнөгөҙ юҡ.

Аграфена Кондратьевна. Ҡара һин уны! Ҡара һин уны! Эх, эх, эх! Бөтә сиркәүҙәрҙә лә мин һине ҡарғаясаҡмын!

Алимпияда Самсоновна. Әйҙә, рәхим итеп ҡарғағыҙ!

Аграфена Кондратьевна. Эйе! Бына нисек икән! Үлгәс, серей алмай ятырһың! Эйе!..

Алимпияда Самсоновна. Бик кәрәк ине!

Большов (тороп). Йә, балалар, хуш булығыҙ!

Подхалюзин. һеҙ нимә, атаҡай, ултырығыҙ әле! Нисек тә эште бөтөрөргә кәрәк бит!

Большов. Нимәһен бөтөрөргә? Мин күреп торам, эш бөткән инде. Таҙа итеп урмағанһың икән, ҡол, үҙеңде үҙең туҡма! һин минең өсөн түләмә инде, теләһә нимә эшләтһендәр. Хушығыҙ, миңә ваҡыт!

328


Подхалюзин. Хушығыҙ, атаҡай! Алла мәрхәмәтле, берәй ярҙамы тейер әле!

Большов. Хуш бул, ҡатын!

Аграфена Кондратьевна. Хуш бул, Самсон Силыч! Ҡасан һеҙгә ямаға индерәләр?

Большов. Белмәйем.

Аграфена Кондратьевна. Мин һинең, эргәңә барырмын әле, юғиһә күрмәй ҙә үлеп китермен.

Большов. Хуш бул, ҡыҙым! Хуш булығыҙ, Алимпия Самсоновна! Бына хәҙер байырһығыҙ, баярҙарса йәшәй башларһығыҙ. Иблистәрҙең күңелен күтәреп, балдан балға ғына йөрөрһөгөҙ. Тик, Алимпияда Самсоновна, тимер рәшәткәләр бар икәнен дә онотмағыҙ, унда бахыр тотҡондар ултыра. Онотмағыҙ беҙ бахыр тотҡондарҙы ла!

Аграфена Кондратьевна менән сығып китә.

Подхалюзин. Эх, Алимпияда Самсоновна! Бик уңайһыҙ килеп сыҡты бит әле! Йәл, атай, ысынлап та, йәл! Әллә үҙем барып һатыулашайыммы икән кредиторҙар менән? Әллә кәрәкмәҫме? Ул үҙе тиҙерәк йәлләтер. Ә? Барайыммы? Ярай, барам! Тишка!

Алимпияда Самсоновна. Нисек теләйһегеҙ, шулай эшләгеҙ!

Подхалюзин. Тишка.

Тишка инә.

Иң иҫке сертукты килтер әле.

Тишка китә.

Юғиһә бай тип уйлауҙары мөмкин, унан һөйләшеп тә тормаҫтар.

Бишенсе күренеш



Шулар уҡ, Рисположенский һәм Аграфена Кондратьевна.

Рисположенский. һеҙ, Аграфена Кондратьевна, ҡыяр тоҙламанығыҙмы әле?

329


Аграфена Кондратьевна. Юҡ, атаҡай! Ҡыяр ҡайғыһымы һуң миндә! Ә һеҙ тоҙламанығыҙмы?

Рисположенский. Әлбиттә, тоҙланыҡ, анаҡай. Тик быйыл ҡыяр бик ҡиммәт, бик иртә ҡырау тейгән тиҙәр. Лазарь Елизарыч, һаумыһығыҙ, атаҡай! Был араҡымы? Мин, Лазарь Елизарыч, бер генә рюмка әсәйем әле.

Аграфена Кондратьевна Алимпияда Самсоновна менән сығып китә.

По дхалюзин. һеҙ нимә эшләп беҙгә килеп сыҡтығыҙ әле, берәй нәмә ишеттегеҙме әллә?

Рисположенский. Хе-хе-хе!.. Шаян кеше лә инде һеҙ, Лазарь Елизарыч! Ни өсөн икәне билдәле инде!

Подхалюзин. Ни өсөн икәнен беләһе ине?

Рисположенский. Аҡса алырға, Лазарь Елизарыч, аҡса алырға! Кем нимә өсөн йөрөйҙөр, ә мин аҡса алырға килдем!

Подхалюзин. һеҙ аҡса алырға бик йыш йөрөйһөгөҙ әле.

Рисположенский. Нисек йөрөмәҫкә, ти, һеҙ бит биш тинләп кенә бирәһегеҙ. Минең бит ғаиләм бар!

Подхалюзин. Булһа ни, һеҙгә йөҙ һумлап бирергәме ни?

Рисположенский. Бер юлы бирһәгеҙ, мин килеп йөрөмәҫ инем.

Подхалюзин. Ҡулығыҙҙан бер йүнле эш килмәгән көйөнә взятка талап итәһегеҙ. Нимә өсөн һеҙгә аҡса бирергә?

Рисположенский. Нисек нимә өсөн? Үҙегеҙ вәғәҙә иттегеҙ бит!

Подхалюзин. Үҙегеҙ вәғәҙә иттегеҙ, имеш! Бирҙем бит инде, етеп торор. Ул тиклем намыҫһыҙ булырға ярамай!

Рисположенский. Ниндәй намыҫһыҙланыу була, ти, ул? һеҙ миңә әле мең ярым тейешһегеҙ?

По дхалюзин. Тейеш! Бөтәһенә лә мин тейеш! Әйтерһең, уның документы бар! Ә ни өсөн түләргә, кешеләрҙе алдаған өсөнмө?

Рисположенский. Алдаған өсөн түгел, хеҙмәтем өсөн!

По дхалюзин. Хеҙмәтем өсөн!

330


Рисположенский. Унда нимә өсөн генә булмаһын, йә аҡса бирегеҙ, йә документ!

Подхалюзин. Нимә? Документ! Юҡ инде, уныһына һуңынан килерһегеҙ!

Рисположенский. Нимә һин мине, бәләкәй балаларымды таларға уйлайһыңмы әллә?

Подхалюзин. Ниндәй талау, ти, ул! Бына тағы биш һум ал да үҙ юлыңда бул!

Рисположенский. Юҡ әле, һин минән былай ғына ҡотола алмайһың!

Тишка инә.

Подхалюзин. Ә һин миңә нимә эшләй алаһың?

Рисположенский. Минең бит телем һатып алынған түгел.

Подхалюзин. Нимә, һин мине яларға итәһеңме?

Рисположенский. Юҡ, яларға түгел, ә һәйбәт кешеләргә һөйләп бирергә.

Подхалюзин. Ә нимә тураһында һөйләмәксеһең, купорослы йән? Ә кем һиңә ышана әле?

Рисположенский. Кем ышана, тиһеңме?

Подхалюзин. Эйе! һиңә кем ышанһын? Ана, көҙгөгә ҡара.

Рисположенский. Кем ышана? Кем ышана? Бына, күрерһең! Бына күрерһең! Хоҙайым, нимә эшләргә һуң миңә? Уф, үләм! Талай бит мине, юлбаҫар, талай! Юҡ, һин көтөп тор әле! һин күрерһең әле! Таларға закон юҡ!

Подхалюзин. Ә нимә күрермен?

Рисположенский. Ә бына нимә күрерһең! Көтөп тор әле, көтөп тор! Мин һиңә закон тапмам, тип уйлайһыңмы? Күрерһең әле!

Подхалюзин. Күрерһең дә күрерһең! Мин былай ҙа оҙаҡ көттөм. Ҡурҡытма мине, ҡурҡмайым мин һинән.

Рисположенский. һин миңә берәү ҙә ышанмаҫ тип уйлайһыңмы? Ышанмаҫтар тиһеңме? Әйҙә, йәберләһендәр! Мин... мин бына нимә эшләйем: хөрмәтле тамашасылар!

Подхалюзин. һин нимә! һин нимә! Уян!

Тишка. Ҡара һин уны, күҙен тондорғансы эскән дә ҡайҙа менә!

331


Рисположенский. Туҡта, туҡта! Хөрмәтле тамашасылар! Ҡатыным, дүрт балам — бына итектәрем дә тишек!..

Подха люзин. һаман алдаша! Бер эшкинмәгән буш кеше! Эй, етер һиңә, етер! Алдан һин үҙеңә ҡара, ҡайҙа менеп бараһың?

Рисположенский. Ебәр, тим! Ҡайныһын таланы! Мине лә талай! Ҡатыным, дүрт балам, итектәрем дә тишек!

Тишка. Берәй подметка бирербеҙ!

Рисположенский. һин нимә? һин дә шундай уҡ әҙәм талаусы...

Тишка. Барып еткәнһең инде!

Подхалюзин. Эх! Нимә һин юҡ-барҙы һөйләйһең!

Рисположенский. Юҡ, һин көтөп тор әле! Мин һиңә бөтәһен дә иҫеңә төшөрөрмөн! Мин һине Себергә олаҡтырасаҡмын!

Подхалюзин. Ышанмағыҙ, алдаша ул! Иң буш кеше, иғтибарға лайыҡ түгел ул! Эх, туғанҡайым, ҡалай һин әшәке кешеһең! Кем икәнеңде белгән булһам, әллә ниндәй файҙаларың тейһә лә, мин һинең менән бәйләнмәҫ инем!

Рисположенский. Нимә алдым, ә? Нимә алдым? Әйҙә, минең аҡсаларым һин эттең тамағына арҡылы ултырһын! Сәнселеп кит! (Сыга.)

Подхалюзин. Ниндәй ҡыҙыу! (Тамашасыларга.) һеҙ уға ышанмағыҙ, ул һөйләгәндәр бөтәһе лә ялған! Быларҙың береһе лә булманы. Күрәһең, быларҙың бөтәһе лә уның төшөнә ингәндер. Ә бына беҙ яңы магазин асабыҙ: рәхим итегеҙ! Бәләкәй балағыҙҙы ебәрһәгеҙ ҙә, бер тингә лә алдамабыҙ.

Шаршау

1994 йыл




Георгий Хугаев

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет