Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет27/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   23   24   25   26   27   28   29   30   ...   40
көлөп). Бэра!!!

Милиционер, һин уны белә инеңме ни?

Буслай. Юҡ-ҡ! (Көлә.) Юҡ, мин былай ғына...

Милиционер. Ә нимә ауыҙ йыраһың?

Буслай. Атаһы шулай тиме... Ҡыҙыҡ, ә?.. Осоп туҡтаның, ҡанаттарың ҡайырылған, тиме? Бына мәрәкә!

Милиционер. Арыу мәрәкә!

Драгун (уҙ алдына). Шаҡ ҡатырһың! (Милиционер- га.) Ә күмеүен күмделәрме һуң?

Милиционер. Юҡтыр.

Д р а г у н. Ә уның ауылдан икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

Милиционер. Әйтеп торам бит, кеҫәһендә паспорты бар ине тип... Ауылға яҙылған, ә үҙе бында юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгән...

437


Драгун. Аңлашылды...

Милиционер. Ярай, һау булып тор! Хужаңа әйт, шулай ҙа йоҙаҡ ҡуйһын. Теләһә кемде ҡунырға индермәһен... Юғарыраҡ яҙыуҙары ла бар... Атайың эргәһенә лә барып кил, юғиһә мин һине бынан сығарасаҡмын... (Бус- лайга.) һау бул...

Буслай яуап бирмәй, ғасабиланып көлә. Милиционер китә.

Буслай. Мин бит ул... Мине... күмәсәктәр... Ишеттең бит! Ишетеп торҙоң бит? Буселдың ҡанаттары ҡайырылды! Мэрхүм!

Драгун. Юҡты һөйләмә! Бәлки, фамилияларығыҙ ғына оҡшаштыр...

Буслай (ҡалтыранган тауыш менән). Юҡ! Юҡ! Беҙҙең икебеҙгә бер пальто ине. Ул үҙенекен һатып эсте...

Драгун. Кем?

Буслай. Бэра! Мин уның менән бергә котельныйҙа йәшәнем... Бер ваҡыт шулай иртәнсәк бер яртылыҡ аҡса ҡырып-һепереп йыйыштырҙыҡ та... Бар, йүгер, Бэра, тим... Ул минең пальтоны кейҙе... Ә пальто кеҫәһендә минең паспорт... Мин уны онотҡайным инде... Ошо китеүҙән юғалды... Бер көн юҡ, ике көн юҡ... һәм ҡыш буйына...

Драгун. Ә уның урынына кем эшләне һуң?

Буслай. Мин...

Драгун. Туҡтәле, туҡта... Ҡыш буйына бит... ул аҡса алғанда ведомосҡа ҡул ҡуйырға тейеш ине... Нисек уның юҡлығын һиҙмәгәндәр?

Буслай. Уның урынына мин ҡул ҡуйҙым... Ә ул минең урынға ҡар аҫтында ятҡан... Мәйет мин!

Драгун. Юҡ, булмаҫ... Былай тура килеү генәлер...

Буслай. Фамилия! Пропискаһыҙ паспорт! Район! Бэра ла юғалды! Мәйет мин! Мәйет! Ярабби! Әсәйем һеңлемде ерләне, хәҙер инде мине. Нисек сыҙар ул быға? Әсәкәйем!!!

Драгун. Бына һиңә Федя Протасов! Йә... ысҡын тиҙерәк өйөңә! Хәҙер үк! Ул кисә генә табып алдылар, тине. Бәлки, күмеп өлгөрмәгәндәрҙер ҙә әле! (Телефонга ташлана, шылтырата.) Алло! һылыуым, тиҙ генә такси ебәрегеҙ әле... Нисек инде ул бер сәғәттән? һеҙ нимә? Кеше шундай хәлдә! Беләм, беләм «Ашығыс ярҙам» түгел

438


икәнегеҙҙе... Үтенеп һорайым... Зинһар, аңлағыҙсы... (Трубканы туйып, күңелһеҙ генә.) Аңланым... (Яцынан шылтырата.) Хәйерле кис... Алинаны саҡырығыҙ әле... Ярай, көтәм... (Буслайга.) һинең аҡсаң бармы?

Буслай (бөтә нәмәнән ваз кискәндәй). Ике тин бар... Пожарныйға шылтыратырлыҡ...

Драгун (кеҫәһенән унлъск сыгарып). Мә!

Буслай. Аҙаҡҡы аҡсаңды бирҙеңме?

Драгун. Ал, алйот! Етерме?

Буслай. Белмәйем...

Драгун. Нисә саҡрым?

Буслай. Цибулекка тиклем йөҙ... Унан яҡын ҡала инде...

Драгун. Аңлашылды... (Трубкага.) Алинамы? Был мин — Драгун. Мине иғтибар менән тыңла: һеҙҙең балалар баҡсаһы эргәһендә такси туҡталышы шикелле... Күҙ һал әле, машиналар торамы, юҡмы? Бармы ни? Тиҙ генә ултыр ҙа Пакутовичтарға кил... Юҡ, юҡ, уға бер ни ҙә булманы... Бына беҙҙең философҡа насар... һуңынан бөтәһен дә аңлатырмын... Нимә? Үҙең килә алмайһың?.. Ярай, ярай, улайһа... Туҡталышҡа йүгереп кенә барып кил инде... Аҡсаң бармы? Бөтәһен дә шоферға бир ҙә, һөйләш. Цибулькаға барырға кәрәк... һуңынан, Алина, һуңынан... Машинаны көтәбеҙ! (Трубканы туя.) Хәҙер китәһең... Бынан алыҫ та түгел... һаташырлыҡ! Бындай хәлде кинола күрһәтһәләр ҙә ышанмаҫһың...

Буслай. һин миңә рәнйемә инде... (Ҡапыл илап ебәрә.)

Драгун. Ни өсөн рәнйергә? Нимә һин ебеп төштөң әле?

Буслай. Әкиәтсене урынһыҙға һүккәнем өсөн... Мәйет! Сволочь мин!

Драгун. Булды, булды... Хәҙер уның ҡайғыһы юҡ...

Буслай. Ул, ысынлап та, изгелер... һеҙҙе лә изгегә әйләнд ергән...

Драгун. Ерҙәге бөтә кешеләр ҙә изге... Тик был турала оноталар ғына... Тимәк, бына былай: ҡайтыу менән йүләрләнеп, өйөңә барып инмә! Бөтәһен дә аҡылдан яҙҙырырһың... Иң тәүҙә кемгә булһа ла берәйһенә ин!..

Буслай. Яҡшы... Аҡсаны мин һуңынан түләрмен. Эш хаҡы алғас та ебәрермен...

Драгун. Уныһын үҙең ҡарарһың... (Стена эргәһенә килеп барҙы аса, бер ҙур рюмкага коньяк һала.) Мә, эс...

439


Буслай. Кәрәкмәй!

Д р агун. Эс тиҙәр һиңә, юғиһә ҡайтып еткәнсе, аҡылыңдан яҙырһың...

Буслай. Ул әйтте бит: эсеү тәбиғәт ҡаршыһында гонаһ... Енәйәт, тине...

Драгун. Кәрәкмәгән саҡта эсеү — гонаһ, ә бик кәрәк булған саҡта эсмәү — гонаһ... Әйҙә!

Буслай эсә. Драгун тәҙрәнән урамға ҡарай.

Д р агун. Машина килде! Киттек!

Буслай. Рәхмәт... Рәхмәт...

Сығалар. Бер аҙҙан Драгун әйләнеп килә. Пауза. Драгун креслоға ултырып, уйға ҡала. Бер аҙҙай телефондан шылтырата.

Драгун. Хәйерле кис... Был Драгун квартираһымы? Ғәфү ит, атай, мин инде һинең тауышыңды ла онотҡанмын... Мине ғәфү ит... Бында ғына, алыҫ түгел. Эйе, ҡалала... Миңә ҡайтырға яраймы? һин мине аңламаның, ахырыһы? Мин, өйгә бөтөнләйгә ҡайтырға яраймы, тип һорайым... Юҡ, машина кәрәкмәй... Мин йәйәүләп кенә... Беләһеңме нимә, сәй ҡайнатып торсо, ә... теге күк сәскә төшкән сәйнүккә... Ватылды? Ярай, барыбер ҡайнат... Төн буйына етерлек булһын... Сәй генә... башҡа нәмә эсмәйбеҙ... Былай ҙа башым тулы томан... Мин хәҙер...

Трубканы ҡуя, тиҙ генә нәмәләрен йыя, аҙға ғына ултырып тора, тирә-яҡҡа күҙ һалып ала, утты һүндерә лә сыға. Телефон

шылтырай.

Ут һүнә.

Ауыл. Шаргаев йорто. Буслайҙарҙыҡынан әллә ни айырмаһы юҡ. Тәҙрә артында ямғыр яуғаны ишетелә. Буслай инә. Ул еүешләнеп бөткән, ялан өҫ, башында бүреге лә юҡ.

Буслай (буҫага төбөндә туҡтап). Хәйерле иртә был йортҡа...

Берәү ҙә яуап бирмәй. Буслай мейес эргәһенә килеп, уға ҡулы, бите менән терәлә.

И, һин минең ҡәҙерлем... Үҙең йылыҡай. Яғымлы, ап-аҡ!..

440




Бер аҙ торғас, өҫтәл эргәһенә килеп, икмәк ҡыйырсығы алып ашай башлай. Урамдан йыр ишетелә. Шаргаев иҫкә алыу табынынан ҡайтып килә.

Шаргаев (бик ньск иҫерек хәлдә инеп йыгыла). И- и-и, минең ҡәберемдең ҡайҙа икәнен... берәү ҙә белмәйәсәк...

Буслай (икмәгенҡуйып). һаумы, Федя...

Шаргаев. һау... ҡоя бит мөртәт... Төбө тишелгән тиерһең, утыҙ өс яҡтан һиптерә... Әле тамсыларынан башҡа... Яҙ бит... Ер эсергә һорай... Томан ҡарҙы ашай, ҡояш йылыта һәм үләндәр... дәр... дәр...

Шаргаевтың күҙҙәре шар була. Ҡатып ҡала. Ниҙер әйтергә теләп, ауыҙы менән һауа йота.

Буслай. Федос! Тыңла әле, Федос...

Шаргаев. Әс... Әсәй...

Буслай. Туҡтәле, мығырлама... Мин хәҙер бөтәһен дә аңлатып бирәм!

Шаргаев (аҡылдан яҙган кеше һымаҡ). Мин барыбер ҡурҡмайым! Сөнки һин юҡ... Юҡ инде хәҙер! ('Ҡулдарын болгап.) Кыш! Кыш! Ҡәбер кисәүе... Саҡ ҡына артығыраҡ эскәйнем, халыҡ өсөн әфйун булған дини нәмәләр күҙ алдына килә башланы... Кыш!

Буслай. һин мине таныныңмы? Был бит мин...

Шаргаев. Барыбер ҡурҡмайым! Мин күптән түгел йәм-йәшел ен балаларын да күрҙем инде... Тотоношоп шешә тирәһендә әйлән-бәйлән уйнайҙар ине... Бөтәһе лә араҡынан... Ҡайҙан килһәң шунда кит...

Буслай. Ҡайҙа китәйем?

Шаргаев. Өйөңә, ҡәбергә... ә миңә ҡағылма... Мин һиңә ҡәбер ҡаҙыным, шартына килтереп тәреһен дә ҡуйҙым, ҡыҙыл талын да ултырттым күләгә булһын тип... Ашыҡ-бошоғораҡ эшләнем, әлбиттә, иҫкә алыу табынына һуңға ҡалмайым тип... Уның гонаһ икәнен беләм дә инде...

Буслай. Үлмәнем мин, тере мин, тере! Аңлайһыңмы?

Шаргаев күҙен йомоп, оҙаҡ итеп башын һелкеп тора. Күҙҙәрен аса.

Буслай. Федос...

441


Шаргаев. Кешеләр-р-р!!!

Буслай. Тфү!

Шаргаев тупһа эргәһендә торған биҙрәнән кружка менән һыу алып, башына ҡоя. Буслайға ҡарай. Шаргаев икенсе тапҡыр башына ҡойоп, тағы уға ҡарай.

Буслай. Йэ, айныныңмы инде?

Шаргаев. һин кем?

Буслай. Андрей мин! Андрей Буслай...

Шаргаев. һине кем ҡаҙып сығарҙы?

Буслай. Ҡайҙан ҡаҙып сығарһындар, ти?

Шаргаев. Ҡәберҙән... һин үлгәйнең бит, мин һине бынан ике сәғәт элек кенә күмеп ҡуйҙым...

Буслай. Хата булған, Федя... Бына мин бит баҫып торам, һинең менән һөйләшәм...

Шаргаев. Мине семетә лә алаһыңмы?

Буслай. Алам.

Шаргаев. Семет...

Буслай уның эргәһенә килеп ҡулын семетә.

һы! Ауырта... Ә һине һәрмәп ҡарарға яраймы?

Буслай. һәрмә, алйот!

Шаргаев (әкрен генә Буслайҙы тотоп 7сарай). Йылы... Был нисек була инде? Туҡтәле! һинең исемең нисек?

Буслай. Мин һиңә әйттем бит инде...

Шаргаев. Исемең нисек, хәшәрәт?

Буслай. Андрей.

Шаргаев. Ярай-й... Ә әсәйеңдең исеме нисек? Буслай. Идрит-кудрит, нимә эшләп һин минән һорау алаһың әле?!

Шаргаев. Әйт тиҙерәк, юғиһә мин суҡына башлайым!.. Миңә ярай, мин суҡынған...

Буслай. Әсәйем Маруся, атайым Митя, ә һин алйот Федос, ауыл советы председателе Потапчук!

Шаргаев. Потапчукты эшенән төшөрҙөләр... Буслай. Тағы ла нимә кәрәк?

Шаргаев. Минең ҡолаҡ төбөнә берҙе тондор! Буслай. Кит әле!

Шаргаев. һуҡ берҙе киҙәнеп... Мин, бәлки, аңыма килермен... Мин бит бына яңы ғына һине иҫкә алыу табы

442




нынан ҡайттым... Бөтәһе лә тейешенсә булды... Ултырҙыҡ, иҫкә алдыҡ, һинең йәнеңдең тыныслығы өсөн эс- тек...

Буслай. һеҙ мине түгел, ә сит кешене ерләгәнһегеҙ!

Шаргаев. Нисек инде? һине бит милиңия Дубро- венскийҙа үле хәлендә табып алған...

Буслай. Улар мине түгел, ә пальтомды ғына тапҡандар! Бына бит мин, бына...

Шаргаев. Күрәм... Ләкин бер нәмә лә аңламайым... Әгәр һин шәүлә генә икән, һыуыҡ булырға тейешһең, ә һин йып-йылы... Бөтәһе лә тейешенсә булды... Үлем тураһында таныҡлыҡ бар. Ауыл советында яҙҙырып алдыҡ... Дубровенскийҙа яҙманылар, сөнки паспортың кеҫәңдә булған, ә унда Холодичи пропискаһы... Шулай булғас, һин юҡты һөйләмә... Беҙ һине дөрөҫ күмдек... Шартына килтереп...

Буслай. Ә әсәй? Атай? һин? Нисек инде һеҙ мине сит кеше менән бутанығыҙ? Мине? Мине? Мине?!

Шаргаев. һин бит боҙолоп бөткәнһең... Ҡыш буйына ҡар аҫтында ят та... Табутты асып та торманылар... Өҫкә паспортыңды ғына ҡуйҙылар...

Буслай. Ярабби! Тере кешене ерләгәндәр... Тере кешене ер аҫтына күмеп ҡуйғандар... Ярабби!!!

Шаргаев. Ә һин ҡайғырма... Бөтәһе лә тейешенсә эшләнде... Шартына килтереп... Йөҙ илле һумға костюм һатып алдылар, бөрсөклө галстук, бик модный туфлиҙар... Миңә, һинең дуҫың булараҡ, тигәндәй, ҡәбер ҡаҙырға ҡуштылар... Мин тырыштым инде... тигеҙ итеп, тәрән итеп ҡаҙыным... Унда кемдеңдер иҫке табуты килеп сыҡты, мин уны ситләберәк үттем, төбөнә ҡарағай ботаҡтары түшәнем, һиңә иплерәк, уңайлыраҡ, ҡорораҡ булһын өсөн...

Буслай (истерик хәлгә етеп). Ҡәбәхәт!!! (Шарга- евтыц битенә һуга.)

Шаргаев (иҙәнгә тәгәрәп китә, көс-хәл менән тороп тубъсклана, илай). Ни өсөн һин мине шулай рәнйетәһең? Ни өсөн? Үҙем дә беләм... Үҙем тураһында бөтәһен дә беләм... Дуҫыма ҡәбер ҡаҙырға ярамағанды ла беләм... Гонаһ!.. Эскем килде шул, Андрюха, эскем килде... Араҡы бирәсәктәрен белдем... Ҡайғылы саҡта кешеләр йомарт була... Аҡсаларын да ҡыҙғанмайҙар, күңелдәре лә киң була... Иҫкә алыу табынына саҡыра- саҡтарын да белеп торҙом... Мин бит инде хәҙер йәшә

443




мәйем, ошо йөҙ грамды ғына эҙләп йөрөйөм... Бөтә йәшә- үем бер йөҙ грамдан икенсе йөҙ грамға тиклем генә... Әсәй ҡартайҙы, аҡсаны миңә бирмәйҙәр, мин ҡул ғына ҡуям, Шарғай килә тип, балаларын ҡурҡыталар... Мин ниндәйҙер тупһаны атлап үттем, ә артымдан ишек, асыл- маҫлыҡ булып, шарт итеп ябылды... Алға барырға ла ҡурҡыныс, артҡа китергә лә юл юҡ... Ниңә һин мине шулай? Бәлки, мин һинән көнләшә лә торғанмындыр, һин был донъянан ҡотолдоң...

Буслай. Ярабби! Нимә һуң был?

Шаргаев (илай). Үлем был, Андрюха... Ғазраил... Әсәйең дөрөҫ әйтте: үлем күҙемә ҡарап тора... Кисә, һиңә ҡәбер ҡаҙып бөткәс, шунда аҫта ултырып тәмәке тарттым... Юғарыла һалҡын ел, бысраҡ, күктәге һоро болоттар ергә емерелеп төшөргә тора. Ә соҡор төбөндә тып- тын, балсығы һап-һары... Ҡарағай ботаҡтары йәм-йәшел... Башҡа шундай уй килде: ысынлап та, бәлки, бында яҡшыраҡтыр, тим. Андрюша, һин нисек уйлайһың? Бәлки, ысынлап та яҡшыраҡтыр?! (Иҙәнгә ята, йоҡлап ҡитә.)

Буслай иҙән уртаһында һүҙһеҙ баҫып тора.

Ут һүнә.

Николайҙың өйө. Өҫтәл. Өҫтәл өҫтөндә шешә. Буслай үҙенә

ҡото осоп ҡарап торған Николай ҡаршыһында ултыра.

Буслай (налтыранган тауыш менән һөйләй). Минең пальтоны кейҙе лә сығып йүгерҙе... Шул китеүҙән ҡайтманы... Мин уны ҡыш буйына көттөм... Ә бына ул нисек килеп сыҡты...

Николай. Ә ғаиләһе, туғандары? Нишләп инде уны бер кем дә эҙләмәгән?

Буслай. Ниндәй ғаилә, ти, ул, Коля? Беҙҙең һымаҡ - тарҙың ниндәй ғаиләһе булһын, ти, инде ул? Өләсәһе бар ине, бер сектантка... Ошо ҡарсыҡ, ейәнем эскесе, тип контораға хәбәр иткән, эш хаҡын уға ебәреп торҙолар, ә ул ай һайын утыҙ һумын, әпәйгә тип, кире ейәненә ебәрә ине... Ә беҙ икмәк урынына араҡы ала инек... Әйтерһең, кешегә аҡса бирмәһәң, ул эсмәй... Киреһенсә, асыуынан ҡоторобораҡ эсәсәк... Ә мин уны, ошо өләсәһе эргәһенә ҡайтып киткәндер ҙә, уның менән бергә ғибәҙәт ҡылып ята торғандыр, тип уйланым... Ә ул... ә беҙ уның менән

444




урындарыбыҙҙы ғына алышҡанбыҙ... Күпме ғазап кисерҙем мин, ошо бер нисә сәғәт эсендә, Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен... Саҡ аҡылдан яҙманым...

Николай. Өйөгөҙгә инмәнеңме?

Буслай. һин нимә? Шаргаевҡа ғына инеп сыҡтым... Мин бөтәһен дә ҡалала уҡ ишеткәйнем инде... Бер кем менән дә осрашмаҫ өсөн ындыр артлап ҡына ҡайттым... Өйгә Шарғайҙы ебәрмәксе инем дә... ул лаяҡыл иҫерек, иҫкә алыу табынында рәхәтләнгән...

Н и ко лай. Ул һиңә ҡәбер ҡаҙыны...

Буслай. Беләм... Бына нисек әсәйҙең күҙенә күренергә? Уның йөрәге ярыласаҡ бит. һин бына Аллаға ла, шайтанға ла ышанмайһың, ә йөҙөң ап-аҡ булған... һеҙ нисек шулай эшләй алдығыҙ?

Николай. Беҙме? Ә һин үҙең?

Буслай. Минең турала ниңә һөйләп торорға инде?

Николай. Үпкәләмә, мин хатта һинең үлеүеңә шатландым да...

Буслай. Минекенә түгел, Бэра үлеменә, тип әйт!

Николай. Ғәфү ит... Бына ғазаптарҙан ҡотолдом, эрнеүҙәрем бөттө, тигән булам... Ун йыл бит инде йөрәгем әрней... Ун йыл! Нина менән һеҙҙең туйығыҙҙа ултырғанда әрней башлағайны...

Буслай. Нина ҡайҙа?

Николай. Әсәләренә ҡунырға китте...

Буслай. Гришутка ла уның менәнме?

Николай. Эйе, уның менән... Гришутка тыуғас та әрнене йөрәгем... Нинаның күп илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәрен күреп тә әрнене... Ул миңә күсеп килгәндән һуң да әрнене!.. Әйт миңә дөрөҫөн, һин уны берәй ваҡыт саҡ ҡына булһа ла яраттыңмы?

Буслай. Юҡ. Яратҡан булһам, мин был көнгә төшмәҫ инем. Мөхәббәт кешене бөтә нәмәнән дә ҡотҡара. Мин бер кемде лә яратманым.

Николай. Ике йыл инде бергә йәшәйбеҙ... Мин уның өсөн йәнемде ярып бирергә әҙер, ә ул һине ярата... Үбәм, иркәләйем, ә ул минең урында һине күреү өсөн күҙҙәрен йома... Ни өсөн? Ҡайһы яғың менән һин уның мөхәббәтен яуланың? Мин һинән насарыраҡмы ни?

Буслай. Яҡшыраҡ һин, Коля, яҡшыраҡ... Шуның өсөн дә ул һине яратмай... Мине һәр ваҡыт бөтәһе лә ҡыҙғанды... Ә мөхәббәт ҡыҙғаныуҙан башлана!..

445


Николай. Ә ниңә мине бер кем дә йәлләмәй? Эсмә- гәнем өсөнмө? Минең дә күкрәгемдә йөрәк тибә! Мин уны мәктәптә уҡыған сағымдан уҡ яратам!

Буслай. Яратаһың икән, Хоҙайға рәхмәт әйт... һинең һәр секунд һайын йәнең хәрәкәт итә, ә хәрәкәт — ул тормош, мәңгелек яңырыу тигән һүҙ... Тормошоңда бөтәһе лә ал да гөл булмаһын, яҙмышыңдан шуны һора: һирәк-һаяҡ ул һиңә ҡайғы ла килтерһен... Шул ваҡытта ғына һин кешеләрҙе аңларһың, уларҙы йәлләрһең... Ә бына мин бер кемде лә йәлләмәнем! Аңламаным! Үҙемде генә йәлләүҙәрен һәм аңлауҙарын теләнем... Ә йән ул аҡылһыҙ түгел, ул үҙенекен талап итте... Ә мин уны араҡы менән томаланым. Йән менән сағыштырғанда мин кем инде?! Ул йәндә беҙҙең бөтә крәҫтиән затының иң яҡшы сифаттары — ғәҙеллек, сафлыҡ, аҡыллылыҡ сифаттары тупланған... Мин күптән үлгән кеше инде... Бөгөнгөһө уның осраҡлы яңылышыуы ғына... Йәнем йоҡлаған минең... Ул үҙен генә йәлләтеп, башҡаларҙы йәлләмәҫкә булдыра алмай!

Николай. Ә һине тағы ла йәлләйәсәктәр! Нина һинең иҫән икэнеңде белгәс тә, һине ҡотҡарырға йүгерәсәк, һинең өсөн көрәшергә... Ул бит һине һаҡлай алмауында үҙен ғәйепле һанай...

Буслай. Кеше үҙен үҙе һаҡларға тейеш. Тыныс йәшәгеҙ! Бында бер кемдең дә ғәйебе юҡ.

Николай. Ә мин яңынан яңғыҙым тороп ҡаласаҡмын үҙемдең асы бәхетле мөхәббәтем менән... Тағы ла...

Буслай (эйелеп бышылдай). Колька, ғәфү ит һин мине...

Николай. Бында һин генә ғәйеплеме ни? Күпме был донъяла ғәҙелһеҙлек!

Буслай. Мин ул турала түгел... Миңә бөтә яҡты донъянан ғәфү үтенергә кәрәк... Бына һинән башлайым инде... Ә иртәгә, бөтәһе лә яйланғас, ауыл ситендәге баҫыуға барам... Хәтерләйһеңме, бала саҡта арыш баҫыуы буйлап ҡыҙыл комбайн йөҙә, ә беҙ ҡамыл өҫтөнән ялан аяҡ уның артынан йүгерәбеҙ... Ҡояш ҡыҙҙыра, һары эҫкерт эргәһендә сыбар һыйырҙар... Беҙгә нимә булды һуң? Нишләп аҙаштым мин? Иртәгә ошо баҫыуға барып, ирегән ерҙе табам да, тубыҡланып, ерҙе үбәм һәм унан ғәфү итеүен һорайым... Бәлки, ғәфү итер... Минең башҡа сарам юҡ... Юҡ...

446




Ишек асыла, әсә инә. Буслай ҡалтыранып китә, ҡурҡыуынан устары менән йөҙөн ҡаплай.

Николай (агарынып). Нимә? Нимә, Маруся апай?

Әсә. Нинкаҡайҙа?

Николай. Әсәһенә ҡунырға китте... Бер-ике көн уның эргәһендә торам, тине... Ауыр уға бында... минең менән... Мин аңлайым...

Әсә (өҫтәлдәге шешәгә ишаралап). Иҫкә алаһығыҙмы?

Николай (борсолоп). Эйе, иҫкә алабыҙ.

Әсә. Микола, улым, һин мин ҡарт йүләргә үпкәләмә инде. Бөтәһе лә ҡайғынан... Ҡайғынан...


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   23   24   25   26   27   28   29   30   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет