Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет28/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   24   25   26   27   28   29   30   31   ...   40

Николай. Нимә һеҙ, апай? Нимәгә үпкәләргә?

Әсә. Бөгөн үҙеңә ауыр һүҙҙәр әйткәнем өсөн... Ғәфү ит мине... Өҫтәл артында һин әйткән һүҙҙәр бөтәһе лә дөрөҫ... Әсә кешегә уны тыңлауы еңелме ни?

Николай, һеҙ ҙә мине ғәфү итегеҙ... Бөгөн мин үҙемдең эрнеүемде йәшереп ҡала алманым... Нисек һөйләгәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым...

Әсә. Уның тураһында насар уйларға ярамай... Яҡшы һүҙ менән иҫкә алалмайһың икән, ул ваҡытта бөтөнләй ҙә иҫкә алма. Тыныс ятһын инде ул унда... Яраймы?

Николай. Ярай...

Әсә. Ә иртәнән һуңға өсөн үткәрергә килегеҙ... Нина менән... Гришутканы ла алып килегеҙ... Ул да өҫтәл артында ултырһын... Миңә еңелерәк булыр...

Николай. Ярай, ярай, апай...

Әсә (Буслайга). Балаҡай, һин дә кил... Беҙҙең Ан- дрейҙы беләһеңдер бит?

Буслай (көс-хәл менән). Эйе...

Әсә. Килегеҙ, балаҡайҙар... Кешесә булдыраһы килә бит... (Китә.)

Пауза. Буслай әкрен генә битенән устарын ала. Уға ҡарарға ҡурҡыныс. Николай уға ташлана.

Николай. Андрей! һин нимә?! һин ишетәһеңме? Мә! Мә! Эс!.. (Ҡалтыранганҡулдары менән араткы һала, уны Буслащыц ауыҙына iсойорга итә. Арсгкы түгелә.) Ярай... Хәҙер мин уны ҡыуып етәм дә бөтәһен дә аңлатам. Бында мин булдыра алманым... Ул күтәрә алмаҫ ине...

Буслай. Бына... Бына ул яза... Бөтәһе өсөн дә!!!

447


Николай (пальтоһын эләктереп). Мин хәҙер... Хәҙер...

Буслай {ҡапыл у га ташлана, уныц ҡулдарына аҫылынып). Туҡта! Туҡта, Коля! Бер нәмә лә кәрәкмәй! Кәрәкмәй! Шулай булырға тейеш... Бөтәһе лә шулай ҡала... Илайһын илаған инде, уға хәҙер еңелерәк буласаҡ... һиңә лә, Нинаға ла, һәм атайға ла... Бөтәбеҙгә лә! Етте! һеҙ былай ҙа минең менән аҙ яфаланманығыҙ... Тағы нимәгә кәрәк? Күпме мөмкин? Зыяратта минең ҡәберем бар, үлеүем тураһында таныҡлыҡ бар... Ниңә һеҙгә башығыҙға тағы ла ҡайғы алырға? Миңә бер генә юл ҡалды. Мин үҙемдең буҫағамды атлап сыҡтым... Тегендә... Юҡлыҡҡа... Мин кешесә йәшәмәнем, исмаһам, әҙәмсә үлергә кәрәк, үлемем менән булһа ла бөтәһе өсөн дә һеҙгә түләргә кәрәк... Исмаһам, һуңғы аҙымым яҡшы булһын!

Никола й. һин нимә һөйләйһең?

Буслай. Бэраны бер кем дә эҙләмәйәсәк, ә мине тапмаҫтар... Мин шундай итеп эшләрмен, бер кем табал- маясаҡ...

Николай. Етәр!

Буслай. Мин Шарғайҙа ғына булдым... Ул иҫерек ине, төшөмдә күрҙем, тип уйлар... Хәйер, уға кем ышанһын? Ә һин бер кемгә лә әйтмә... Яраймы, Коля? Мин бөгөн айныҡ, мин дөрөҫөн һөйләйем...

Николай (асыу менән). Ҡәбәхәт һин! Ҡәбәхәт! һин миңә нимә тәҡдим итәһең? Мин йәнемә шундай гонаһ алғансы, үҙемдең ҡайғымдан дөмөгәсәкмен. Япа-яңғыҙ ҡалып үләсәкмен... Ебәр!

Буслайҙы этәреп ебәрә лә сығып йүгерә. Буслай иҙәнгә ултыра. Күпмелер ваҡыт хәрәкәтһеҙ ҡала, унан баҫа, өҫтәлдән нимәлер эҙләй. Икмәк өҫтөнә япҡан сигеүле таҫтамалға күҙе төшә. Буслай уны тартып ала, таҫтамал тар ғына оҙон. Буслай ҡалтырана-ҡалтырана таҫтамалдан элмәк яһай. Унан өҫтәл эргәһенә килеп, стаканға араҡы һала. Ауыҙына килтерә, эсергә теләй... Ҡапыл стаканды иҙәнгә атып бәрә, стакан ватыла. Буслай ишеккә бара. Икенсе бүлмәнән йоҡоһонан уянып етмәгән Гришутка сыға.

Гришутка (уныц хатта күҙҙәре лә асылмаган). Атай...

Буслай ҡурҡып китә һәм малайға ҡарай.

448


Буслай. Гришутка... Улыҡайым минең!

Гришутка. Ә ҡайҙа минең Коля атайым?

Буслай. Мин һинең... (Тугкталыппсала.) Ул китте... Урамға сыҡты...

Гришутка. Бүреләрҙе ҡыуырғамы?

Буслай. Эйе, бүреләрҙе...

Гришутка. Әсәйем дә бүреләр ҡыуамы?

Буслай. Әсәйең дә...

Гришутка. Ә һин ниңә сыҡманың?

Буслай. Белмәйем мин... бүре ҡыуа белмәйем мин...

Гришутка. Ә һин нимә эшләй беләһең?

Буслай. Эттәргә бесән саба беләм...

Гришутка. Ә эттәр бесән ашамайҙар...

Буслай. Ә мин бына сабам...

Гришутка, һин кем?

Буслай. Бер кем дә түгел... Былай ғына индем... Йылынырға...

Гришутка. Ә мин һине беләм... һин бөгөн Маруся инәйҙең өйөндә йәшник эсендә ята инең... һәм ҡара таҫма менән уратып алынған һүрәттә бар инең... Маруся инәй иланы, әсәйем дә иланы һәм мине үпте... Унан тағы һине урманға алып барып соҡорға күмделәр... Ә минең бүрегемде һалдырҙылар, ҡолаҡтарым өшөнө... ә һин соҡорҙан ҡастыңмы ни?

Буслай. Ҡастым... Тик һин минән ҡурҡма...

Гришутка. Ә мин ҡурҡмайым... һиңә унда һыуыҡ булдымы?

Буслай. Ҡайҙа?

Гришутка. Соҡорҙа?

Буслай. һыуыҡ, улыҡайым, һыуыҡ...

Гришутка. Ә һин ҡас, юғиһә һине табып, яңынан күмеп ҡуйырҙар... Мен, әйҙә, беҙҙең мейес башына... Унда йылы... Беҙ ҡыш көнө әсәйем менән гел шунда йоҡлайбыҙ...

Буслай. Мин һине үбәйемме, улыҡайым?

Гришутка. Кәрәкмәй, ағай, һинең һаҡалың сәнсәлер...

Буслай малай эргәһенә килеп, уның алдына тубыҡлана.

Буслай. Ғәфү ит, Гришутка... Ғәфү ит, ҡәҙерлем, ғәфү ит, бәләкәсем... Буслайым минең! һин генә ғәфү итә

15- 1.0129.11

449


күр, ә донъя менән мин килешермен... Ғәфү ит... Ғәфү ит... Ғәфү ит...

Уның кескәй аяҡтарын эйелеп үбә һәм илай.

Гришутка. Ағай, ағай, иларға ярамай... һин миңә әкиәт һөйлә... Миңә Коля атай һәр ваҡыт һөйләй...

Буслай (малайҙы ҡулына алып). Хәҙер, хәҙер, уҡыйым!.. (Уны күкрәгенә ҡыҫа.) Йәшәгән, ти... (Иҫкә алырга тырыша.\ Йәшәгәндәр, ти... (һаман да хәтерләргә тырыша.) Йәшәгәндәр, ти... (Ҡото осоп.) Хәтерләмәйем... (Иҙәнгә һыгылып төшә.)

Бер үк ваҡытта тиерлек әсә, ата, Николай, Нина йүгереп инә. Әсәнең башында яулығы юҡ, сәстәре туҙған, илаған. Бөтәһе лә буҫаға төбөндә туҡталып ҡалалар. Ҡарап торалар.

Буслай (улын ҡулында бәүетеп). Хәтерләмәйем... Хәтерләмәйем... Хәтерләмәйем...

Шаршау




Ill бүлек ИҪТӘЛЕКТӘР

МӨХӘББӘТЕМӘ ХАТТАР



Был яҙмалар 1961-1963 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Югары әҙәби курстарҙа уҡыганда Салауатталаһында йәшәүсе татыным Наиләгә яҙган хаттар ул.

Беренсе хат



Наилә!

Бына мин һине, ҡыҙҙарыбыҙ Дилара менән Әлфиәне һәм улыбыҙ Рөстәмде ҡалдырып, Мәскәүгә СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарға уҡырға килдем. Хоҙайым, ике йыл буйына һеҙҙән — ҡәҙерлеләремдән — айырым йәшәйәсәгем тураһында уйлағайным, йөрәгем жыу итеп китте. Наиләмдән, балаларымдан башҡа нисек ғүмер кисерермен? Ошо йәштә (40-ым тулғанда) уҡырға китеүем әллә дөрөҫ булманы инде? Мин көн дә иртән йоҡомдан уянғас та. һеҙҙе күреп, тауыштарығыҙҙы ишетеп, шатлана торғайным. Бөтә тормошом, ғаиләм, мөхәббәтем бик яҡында, һәр саҡ күҙ алдымда ғына ине бит! Ә хәҙер?..

Бына шундай уйҙар кисереп, бер аҙ ғына күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп алдым да үҙемде йыуатырға тотондом. Йәнәһе лә, ике йыл нимә ул, һә тигәнсе үтә лә китә, Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмеребеҙ генә оҙон булһын. Ҙур маҡсаттар хаҡына шундай ғына юғалтыуҙарға барырға ярайҙыр ул?! Ә бит, Алла бирһә, ул ике йыл ғүмерҙең беҙгә бик ҙур табыштар килтереүе лә ихтимал бит әле.

15*

451




Мин уҡырға, белем алырға килдем. Бынан да ҙурыраҡ тағы ниндәй байлыҡ бар донъяла?!

һин беләһең, Наилә, миңә үҫмер сағымда ла, йәшлегемдә лә төплө белем алырға насип булманы. Иптәштәрем дүртенсене бөтөп, бишенсе класҡа уҡырға киткәндә «кулак малайы» булғаным өсөн өйҙә ултырҙым. Педагогия институтының беренсе курсынан армияға алдылар. Артабан — 4 йыл һуғыш. Унан тағы ла биш йыл хәрби хеҙмәт. Шулай итеп, ун йыл ғүмеремде (ул арала ике институт бөтөрөп булыр ине) армия алды. Хәрби училищены, Юғары офицерҙар мәктәбен тамамлаһам да, демобилизацияланып ҡайтҡас, уларҙың бер нәмәгә лә кәрәге булманы. Ә ысын яҙыусы булыр өсөн гуманитар фәндәрҙе (бигерәк тә филологияны) яҡшы белергә кәрәк.

Шуныһына һөйөнәм, Наиләкәй, ярай һиңә уҡырға, белем алырға мөмкинлек тыуҙырҙым. Юғиһә бит әйләнер алдынан: «Ҡыҙыңды уҡытырмын, институтты ла мотлаҡ тамамлар ул...» — тип атайыңа вәғәҙәләр биргәйнем... Аҙыраҡ маҡтанып алайым әле: һүҙемдә торҙом — ҡулыңда дипломың бар! һин юғары белемле педагог...

Наилә! Үҙеңдең дә миңә уҡырға кәрәклеге тураһында күп тапҡырҙар әйткәнең булды. Шулаймы?

Өс баланы ҡарау һиңә бик еңел булмаҫ, әлбиттә. Мин, бөтә көсөмдө һалып, тормошоңдо еңеләйтәсәкмен. Беренсенән, йышыраҡ ҡайтҡылармын. Октябрь байрамында ун көнгә, яңы йылда 40 көнгә ял бирәләр икән. һорамайынса ла ҡайтып килергә була, тиҙәр бында бер йыл уҡыған иптәштәр. Унан, курс начальнигы, яҙыусы — Юрий Лаптев бик итәғәтле, изге күңелле кеше икән. Ул минән саҡ ҡына өлкәнерәк, бәлки, дуҫлашыу юлын да табырмын әле. һеҙҙе бик һағынғанда ҡайтып килергә рөхсәт итер, тип уйлайым. Ошолар менән бергә уҡыу программаһын да үтергә кәрәк бит. Бының өсөн оҙон төндәр, ял көндәре лә бар. Нисек тә иптәштәремдән ҡалышмаҫҡа тырышырмын.

Бында сит ил яҙыусылары ла күп кенә. Монголиянан да, Чехословакиянан да бар. Улар русса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Улар янында мин — гений! (Тимәк, отличник!)

Икенсенән (тормошоңдо еңеләйтермен, тигән фекеремде дауам итәм), һине аҡсаһыҙ интектермәм, Алла бирһә. Пьесаларым («Рәйсә», «Беҙгә егеттәр килде», «Ҡыйыу кешеләр») театрҙарҙа гөрләп бара, гонорарҙар ҙа мул ғына яуып тора. Бында стипендия тигәне лә шаҡтай ҙур

452


ғына икән: айына -—150 һум. Миңә уның илле һумы ла етер, тип уйлайым. Ҡалғанын һеҙгә ебәреп торормон. Юҡ, юҡ, Наиләкәй, һине бер ваҡытта ла аҡсаһыҙ ҡалдырмам. Ул турала уйлама ла! Ошо йәштә лә Нәжиб Асанбаев тигән бәндә, танылған драматург башы менән, хәләл ефетен, ғәзиз балаларын аҡсаға тилмертеп ултыртһа, уны Хоҙай үҙе лә ғәфү итмәҫ...

Өсөнсөнән, мин һеҙгә хаттарҙы йышыраҡ яҙырға тырышырмын. Телефон тигәне лә бар бит әле. Ана аҫта, беренсе ҡатта ғына ул — төш тә һөйләш! Кеҫәмдә алдан алып ҡуйған талондарым да бар.

Наилә! һиңә бер ҡыҙыҡ хәл тураһында һөйләйем әле. ВЛК-ға (юғары әҙәби курстарға) килер алдынан Мөхәммәт Хәйҙәров менән һөйләшеп ултырғайным. Ул бында 1956—1958 йылдарҙа уҡыны. Ошо башҡорт егетенә бөйөк Сыңғыҙ Айытматов менән бергә уҡыу бәхете тәтегән. Әлбиттә, ул ваҡыттарҙа Сыңғыҙ Айытматов әллә ни танылған яҙыусы түгел ине әле. Ул үҙенең иң тәүге талантлы әҫәрен — «Йәмилә» тигән повесын ошо ВЛК-ла уҡыған сағында яҙған, һәм Мәскәү журналдарының береһендә баҫтырып та сығарған. Сыңғыҙ Айытматов менән ике йыл буйы бер уҡыу йортонда белем алыу, бер үк дөйөм ятаҡта аралашып йәшәү Мөхәммәт Хәйҙәровҡа күп нәмә биргәндер, тип уйлайым. Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тормош университетын да бөтә, тик йоҡлап ҡалмаҫҡа ғына кәрәк. Ҙур таланттарҙың яҡтыһы үҙҙәренән дә арта, тирә-яҡты ла балҡыта бит! Хәҙер онотҡанмын инде, тағы ла бер нисә танылған яҙыусы уҡыған ул заманда Мөхәммәт Хәйҙәров менән бергә. Мәскәүгә килгәндә, бәлки, миңә лә шундайын ҙур таланттар менән бергә уҡырға насип булыр әле, тип өмөт- ләнгәйнем. Ләкин Йбраһим Абдуллин әйтмешләй — шиш!.. ВЛК-ға барып кереү менән бик уртаҡул яҙыусыларҙы күргәс, кәйефем ҡырылды, хатта «әллә ҡайтып китәнемме икән?» тип уйлай башланым. Яҡташым Нәжибәк Хафизов бар барлыҡҡа, әммә ул бер ваҡытта ла мине «йылыта» алманы. Өфөлә лә бик үк аралашып барманым мин уның менән. Дуҫ-иштәр уның тураһында: «Нәжибәк Хафизов яҙыусылар янында — спортсы, ә спортсылар янында — яҙыусы», — тип әйтергә ярата торғайны. Бына шулай булғас, үҙең аңла инде, ул кешенән ниндәй фәтүә?!

453




Шулай балтаһы һыуға төшкән кеше һымаҡ аптырап торғанда, ҡапыл ишекте киң асып, ВАК бүлмәһенә Аяз Ғиләжев килеп кермәһенме!

Шатлығымдан саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем. Мине күргәс, уның да йөҙө балҡып китте:

  • Нәжиб, был һинме?

  • Мин, мин, Аяз дуҫҡайым!

  • Уҡырға килдеңме?

  • Эйе... Ә һин?

  • Килеүен килгәйнем дә бит, бында йыйын ваҡ-төйәк халыҡ килгән. Бына документтарымды кире алып, Ҡаҙаныма ҡайтып китергә йөрөй инем... Былай булғас, ура! Мин ҡалам, Нәжиб!

  • Былай булғас, ура! Мин дә ҡалам, Аяз дуҫҡайым!

Наилә! Мин бәхетле, сикһеҙ бәхетле! Аяз дуҫым

янымда булғанға бәхетле мин. һин онотмағанһыңдыр әле, 1959 йылда беҙ Аяз Ғиләжев менән Мәскәү янындағы яҙыусыларҙың Переделкино тип аталған ижад йортонда бер ай бергә булғайныҡ. Мин «Ҡыйыу кешеләр» тигән пьесамды шунда яҙҙым да инде. Аяз менән дә шунда дуҫлаштыҡ. Уның «Көҙгө әсе елдәрҙә» тигән пьесаһын алып ҡайтып, Салауат драма театрында ҡуйҙырғайным. Бының өсөн Аяз миңә бик рәхмәтле булды, «һинең ул изгелегеңде ғүмергә лә онотасағым юҡ, Нәжиб», — тип хат та яҙғайны әле. Мин быларҙы һүҙ ыңғайынан ғына иҫкә алдым. Минең өсөн иң әһәмиәтлеһе ул түгел. Иң мөһиме: ҙур аҡыл эйәһе, ғәжәйеп талантлы Аяз Ғиләжев менән ике йыл бергә буласаҡмын бит, Наиләкәй!

Аяз — бик күпте күргән, йәш кенә көйө ут-һыуҙарҙы кискән егет. Ҡазан дәүләт университетында уҡығанда Сталинға ҡарата юҡ ҡына бер яйһыҙ һүҙ ысҡындырғаны өсөн ҡулға алынып, ун йылға хөкөм ителә, төрмәләрҙә, лагерҙарҙа ултырып сыға. Репрессия ғазаптарын ул революционерҙар, Граждандар һуғышы геройҙары, күренекле партия һәм совет эшмәкәрҙәре, юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан профессорҙар, ҙур яҙыусылар менән бергә кисерә. Шул бөйөк кешеләр менән бергә күп михнәттәр күреп, рухи яҡтан нығый, сарлана, уны «уҡытыусы» тип тә атап йөрөтәләр, хатта ҡайһы берәүҙәр «профессор» тип тә мөрәжәғәт итә. Аяз, тормошто үтәнән- үтә күреп, донъя ағышына дөрөҫ баһа бирә алырлыҡ философтар дәрәжәһенә күтәрелә. Ул Сталиндың ГУЛАГ-

454




тарынан ун-ун биш йәшкә олоғайып ҡайта, һин, Наилә, минең тәбиғәтемде (асылымды) беләһең, яҡшы сифат миңә тиҙ йоға. һинән дә бик күп яҡшылыҡҡа өйрәндем. Аҡыллы кәңәштәрең, тормош-көнкүреш мәсьәләләренә ҡағылышлы төплө фекерҙәрең, һәр төрлө изге ғәмәлдәрең — быларҙың бөтәһе лә миңә ыңғай тәьҫир итте, бергә йәшәгән йылдарымда һинең яныңда нисек тәрбиәләнгәнемде үҙем дә һиҙеп торҙом. Бөтәһе өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт, йәнкиҫәгем!.. Нисә әйтһәң дә, һин революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда азатлыҡты яҡлап, Ярославль төрмәһендә ултырған, 1930 йылдарҙа Ауырғазы районын төҙөгән, 1937—1940 йылдарҙа Сталин ГУЛАГ-ында саҡ атылмай ҡалған революционер, Граждандар һуғышы геройы һәм совет патриоты, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены кавалеры Шәйхелислам Шәйхәттәр улы Ваһаповтың ҡыҙы бит әле. Аҡыллы атай ҡулында тәрбиә алып үҫеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән ул?! Ә бит мин атайһыҙ үҫтем...

Наилә! Мин Мәскәүҙә фән ҡаяларын штурмлап, ғилем даръяларын кисеп, әҙәбиәт һәм сәнғәттән төплө белем алырмын, тип хыялланам. Аһ, яҙыусы тигән исемде йөрөткән кешегә бик күп белергә кәрәк шул! Ул аҡыл эйәһе, күптәр өсөн тормош көҙгөһө — маяҡ булырға тейеш, сөнки яҙыусының әҫәрҙәрендә кемдәр генә юҡ, ниндәй геройҙар ғына хәрәкәт итмәй! Ябай эшсенән алып завод директорына тиклем, яугирҙан алып маршалға тиклем — бына шундай бихисап образдарҙы ижад итеүсе, уларҙың күңел байлығын, эске кисерештәрен тасуирлаусы, кеше тигән бөйөк исемдең ҙурлығын данлаусы автор үҙ геройҙарынан, кәм тигәндә, бер башҡа юғарыраҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шунһыҙ уға кем ышанһын да кем генә һинең әҫәрҙәреңде ҡулына тотоп уҡыһын?!

Бына, мәҫәлән, Лев Толстой йәш сағында үҙе лә офицер булған, Кавказ һуғыштарында ҡатнашҡан. Хәрби тормошто, армияны яҡшы белгәнлектән бына тигән Севастополь хикәйәләре циклын тыуҙырған. Ул бик күп уҡыған, үҙе лә граф булараҡ, йәмғиәттең юғары ҡатлам кешеләре менән аралашҡан, улар менән аяҡ терәп һөйләшкән, батшалар, императорҙар менән осрашҡан, шундай шәхес булмаһа, ул «һуғыш һәм солох» романын яҙа алыр инеме ни?! Император Александр, фельдмаршал Кутузов, француз Бонапарт Наполеон образдарын тыу

455




ҙыра алыр инеме ни?! Бына ни өсөн Мәскәүгә уҡырға ки- леүемдең сәбәбен аңлағанһыңдыр инде, Наиләкәй!

Ғәфү ит, аҡыллы Ваһапов ҡыҙы, был һис тә нотоҡ түгел, ә үҙемдең кисерештәремде генә (әллә йөҙөнсө тапҡыр инде) бәйән итәм...

Ғилем алыу менән бергә мин бында ижади эшемде лә дауам итәсәкмен. Күңелемдә инде бер нисә пьеса сюжеты ла бөрөләнеп килә, яҙырға ғына насип булһын!

«Рәйсә» ул тормош-көнкүреш темаһына — әхлаҡи проблемаға ҡараған әҫәр. Унда «донъя күләмендәге» асыштар юҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, инженер булып эшләүсе башҡорт ҡатынының оло мөхәббәтен, кисерештәрен тасуирлауҙы ғына үҙ алдыма бурыс итеп ҡуйғайным. Бер мөхәббәттең фажиғәһен моңға һалдым һәм шул моңдо бөтә йөрәгем менән йырланым. Рәғиҙә Янбулатова башҡарыуында был образды тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

Ә киләсәктә ҙурыраҡ темаларға тотонорға ине, тип йәшәйем, һуғыш темаһы ла бик борсой мине. Үҙем башынан алып Еңеү көнөнә тиклем һуғыш уттарын үткән көйөмә, нимә эшләп әле мин был теманы оноторға тейеш? Миңә һуғыш тураһында яҙырға Хоҙай Тәғәлә үҙе ҡушҡандыр, моғайын, һәм уны яҙасаҡмын, мотлаҡ яҙасаҡмын, Наилэ... Минең һуғышым бик ауыр булды, мин уны шулайтып яҙасаҡмын да...

Хатымды шуның менән тамамлайым. Яҡшылап урынлашҡас та бөтәһе тураһында ла күп итеп яҙып ебәрермен, яраймы?

Инде килгәс тә һеҙҙе һағына башлаусы — Нәжиб булыр был зат!

1961 йыл, 30 август, Мәскәү талаһы

Икенсе хат



Наиләкәй!

Был хатымды һиңә «москвич» булып яҙһам да, үҙемде һаман да һеҙҙең янда итеп тоям. Аҡылым менән мин — Мәскәүҙә, ә күңелем, йөрәгем — Салауатта.

Ниһайәт, урынлашып та бөттөк, уҡыуҙарҙы ла матур ғына башлап ебәрҙек. Беҙҙе (ВЛК шәкерттәрен) әҙәбиәт институтының Бутырский хутор биҫтәһендәге дөйөм

456




ятағына урынлаштырҙылар. Үҙәктән әллә ни алыҫ түгел, уҡый торған еребеҙгә — Әҙәбиәт институтына (ә ул Тверской бульварҙа) троллейбус менән 50 минут самаһы барыла.

Дөйөм ятаҡ тигәнебеҙ һары төҫкә буялған ете ҡатлы бина. Иң өҫкө ике ҡатында — беҙ (һаҡаллы шәкерттәр), ә аҫтағыларында үҙҙәрен бөгөндән үк кәм тигәндә Маяковский тип хис иткән студент халҡы йәшәй.

Барыбыҙға ла айырым бүлмә бирҙеләр. Ҡаршымда — дуҫым Аяз Ғиләжев, күршеләремдең береһе — үзбәк яҙыусыһы Мәүлән Икрамов.

һауыт-һаба һатып алдым. Беҙгә юл аша ғына аҙыҡ- түлек кибете. Унда нимәләр генә юҡ! һимеҙ һыйыр һәм һарыҡ ите, тиһеңме, тауыҡ, өйрәк, күркә, ҡаҙ иттәре, тиһеңме — тулып ята! Ошо муллыҡҡа ҡарап шатланам да, ҡайһы берҙә асыуым да килеп китә. Беҙҙең бөтә ил Мәскәү өсөн генә эшләйҙер кеүек, билләһи. Ә һин унда, Наи- ләкәй, бер кило һөйәк майы алыр өсөн сәғәттәр буйына сиратта тороп интегәһең. Был донъя ниңә шулай мәғәнәһеҙ ҡоролған? Быға кем ғәйепле? Планлаштырыусы ойошмалармы? Уларҙы һуң берәйһе контролдә тотамы?

Ғәжәп, ул һөйәк майы тигән нәмәне ғүмергә лә ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ ине. Быға тиклем һатыуҙа ла, ҡулланыуҙа ла булған аҙыҡ түгел бит.

Бына, Наилә, үҙең уйлап ҡара. Беҙҙең Ер шарының алтынан бер өлөшөн биләп торған икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең ҡайһы ғына төбәктәрендә миллиондарса гектар арыш һәм бойҙай баҫыуҙары йәйрәп ятмай?! Украина, Краснодар, Кубань, Алтай баҫыуҙарында бойҙай ашлығы ишелеп уңа ла баһа?! Игене күп илдең малсылығы ла алға киткән булырға тейеш тә инде! Ә ҡайҙа булған һуң ул һыйыр түшкәләре? Сусҡа, һарыҡ иттәре? Ҡаҙағстан далаларында бит миллиондарса баш һарыҡ аҫрайҙар. Минең үҙемдең дә быны күргәнем бар. Бер Мәскәү генә ашап бөтөрә алмайҙыр бит инде шул тиклем дә бөтә илдәге малды, һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйем: Рәсәй, мәҫәлән, 1913 йылда уҡ әле үҙенән артҡан игенен сит илгә сығарып һатҡан. Ә СССР-ҙа йыйыла торған бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, тары, арпа, борсаҡ, яҫмыҡ, дөгө һәм башҡа бөртөклө культуралар миллиондарса бот иҫәпләнә бит! Ҡайҙа булған һуң ул байлыҡ? Армияға китәме? Юҡ, беҙҙәге кеүек ҙур армиялар башҡа илдәрҙә лә бар. Әллә һуң Ҡытай, һиндостан кеүек ас илдәрҙе туйҙырабыҙмы?

457


Варшава договорына ҡараған илдәргә бер туҡтауһыҙ оҙатып торабыҙмы, улар беҙҙән китмәһен тип? Барыбер беҙҙең игенебеҙ, ит һәм һөт-майыбыҙ үҙебеҙгә етергә тейеш! А где зарыта собака не знаю! Не ведаю!..

Наилә! Мин сәйәсәткә кереп киттем, буғай. Шулай ҙа һүҙ ыңғайында ғына әйтеп китәйем: Мәскәүҙең аҙыҡ- түлек кибеттәрендәге бөтә ит сабыусылар ҙа — татарҙар. Ҡайтҡанда арҡама бер һыйыр түшкәһе артмаҡлармын әле. һеҙҙе һәм Салауат театры артистарын йыйып, бер матур итеп һыйлағым килә. Бына бит, Наиләкәй, һинең Нәжибең ниндәй хозяйственный ир, ә?! Был донъяла ҡоро яҙыусы ғына булып (бәлки, ҡойоп ҡуйған, тип әйтергә кәрәктер) йәшәүе мөмкин түгелдер шул. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, ғүмереңдең шаҡтай өлөшөн донъя көтөүгә лә бағышларға тура килә, бигерәк тә Наилә кеүек һылыу ҡатындың иренә. Бөйөк Петрарка үҙенең һөйөклөһөнә: «Мин һинең ҡолоң!» — тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер! һин, Наиләкәй, «мине аҡ һөйәккә әйләндер- гәнһең» тип, берүк үпкәләй күрмә тағы. Юҡ, юҡ, йәнем, һин һис тә ундай наҙлы бикәләр затынан түгелһең, э офиңер ирең менән 5 йыл бергә йөрөп, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, Алкино һәм Тоңкий лагерҙары землянкаларында йәш бала ҡараған, Некрасов данлаған урыҫ ҡатындарынан һис тә кәм булмаған сая алиһәһең!


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   24   25   26   27   28   29   30   31   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет