Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет30/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   26   27   28   29   30   31   32   33   ...   40

468




бөтәһе лә бергә тупланған-уҡмашҡан: керәшенлек тә, татарлыҡ та, башҡортлоҡ та! Ниңә, был насармы ни? Мин, Наилә, великий интернационалист! һәр хәлдә, көндәлек тормошта, йәшәйештә шундай мин. Ә күңелем менән бер генә милләт кешеһе, мин — башҡорт! Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр, башҡорт телендә ижад итәм бит! Ә ижад ул яҙыусы өсөн барыһынан да өҫтөнөрәк, барыһынан да ҡәҙерлерәк!..

Наилә, бүләктәремде (посылканы) алғанһығыҙ икән. һеҙгә оҡшағас, мин дә бик шатмын инде. Беҙ бит хәҙер күберәк балалар өсөн йәшәйбеҙ, уларҙы ҡарап үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға, кеше итергә кәрәк. Был — ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы.

һеҙгә кейем-һалым һайлап йөрөгәндә, ГУМ-дың ҙурлығына һәм байлығына шаҡтар ҡаттым. Ҡасандыр ошо гигантҡа бер кеше хужа булған бит. Ул әллә нисә ҡаттан торған универмагтың бөтә секцияларын да тауар менән тултырыр өсөн күпме ойоштороу оҫталығы, күпме егәрлелек, йылғырлыҡ, уңғанлыҡ, һәм, ниһайәт, күпме аҡса кәрәк, ә? Бөтә донъя менән бәйләнеш тотҡан бит ул хужа-әфәнде! Әллә нисә илдәрҙән — Париждан, Лондон- дан, Делиҙән, Римдән, Мадридтан, тағы әллә ҡайҙарҙан ҡайтартҡан тауарҙарҙы... Ошо ҡолас етмәҫлек эште үҙенең ғаиләһе — улдары, кейәүҙәре ярҙамында бер үҙе башҡарған. Ә беҙ шундай аҡыл эйәләрен булдыҡлы, иҫ китмәле эшсән кешеләрҙе «буржуй» тип, эксплуататор, тип мыҫҡыл итә инек, һүгә инек... Ана, капиталист Савва Морозов бер үҙе ғаилә аҡсаһына бөтә МХАТ-ты тотоп торған, артистарға ярҙам иткән, уларҙы санаторийҙарға ебәргән, сәләмәтлектәре тураһында ҡайғыртҡан. Әлбиттә улар араһында Туҡай фашлаған «һоро ҡорттар» ҙа аҙ булмаған...

Әйҙә, бер ыңғайҙан бөйөк Туҡайҙы ла иҫкә алайыҡ әле, Наилә.

Аристократ-соры кортлар, калын корсак, кечек башлар; Ашыйлар соц бирән булган кешеләр, ну гажәп, ай-яй!

Вә һәр бересе - губернатор, кикерәләр дөбөр-шатыр; Тамак туйгач төкер-какыр - бәтен эч май гына, май-май! Чыгып искене бушатыр, бушаткач сузылып ятыр;

Көне сартир, тәне сартир - менә һиммәтләре, ай-һай! Халыҡ батсын да бетсен, тик боларныц эчләре күпсен; Авызлары ачык бик киц, ец бар: «Дай сюда! Дай-дай!»



469


Ашар безне дә бу корсак, басар тиз, без болай торссск;

Әй корсагк, вәйә корссгк, жиһанныпсапладыц, вай-вай!

Был шиғырҙың дауамы ла бар. Мин бының менән шуны әйтергә теләйем: бер үк ҡояш аҫтында Морозовтар ҙа йәшәгән, һоро ҡорттар ҙа йән аҫраған. Әммә уларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып баһалау һис тә дөрөҫ түгел.

Беҙҙе, Наилә, политэкономиянан Михаил Иванович Ишутин тигән профессор уҡыта. Үҙе бик ябай ҙа, яғымлы ла. Фекерҙәре бик оригиналь, стандарт түгел, хатта дәүләт сере булырлыҡ нәмәләр тураһында ла асыҡтан- асыҡ һөйләй. Яҙыусы халҡы бөтәһен дә белергә тейеш, ти ул. Беҙ ГУМ тураһында ла уның менән фекер алыштыҡ. Беләһеңме, ул ниндәй информация бирҙе? ГУМ-да 4 мең һатыусы ҡыҙ эшләй икән. Ә Париждың шул уҡ ҙурлыҡтағы универмагтарында һәр бер ҡатта ике генә кеше хеҙмәт итә, ти. Кассир менән контролер. Мин, бәлки, тағы ла ҡайҙалыр йәшеренеп ултырған бер нисә күҙәтеүсе барҙыр, тип һорағас, ул: «Булмаҫ! Уларҙа урлашыу юҡ!» — тип кенә әйтә һалды. Бына, Наилә, беҙҙе шуға күрә лә «һөйәк майына» илтеп терәнеләр ҙә инде. Хеҙмәт етештереүсәнлеге түбән илдә байлыҡ булмай, ә хәйерселек хөкөм һөрә...

Аяз минең биографиямды энәһенән ебенә тиклем белә инде хәҙер. Атайымдың революцияға тиклем кибет тотоуы, сауҙагәр булыуы, шуның арҡаһында утыҙынсы йылдар башында раскулачить ителеп, яфа сигеүҙәребеҙ, «халыҡ дошманы» тигән мөһөр йөрөтөүебеҙ тураһында уға һөйләгәнем бар ине. Хәҙер ул мине «купец малайы» тип кенә йөрөтә. Быны яратып әйтә. Кибеттәргә сыҡһаҡ, «йә әле, купец Нәжиб, минең ҡатынға ла берәй затлы күлдәк алып бир әле!» тип кенә ебәрә. Ә мин ҡаршы килмәйем, дуҫымдың йомошон шатланып үтәргә тырышам. Әгәр унан башҡа үҙем генә кибеттән һеҙгә берәй нәмә алып ҡайтһам, шунда уҡ үпкәләй, мине тағы ла елтерәтеп алып сығып китә лә, шундай уҡ әйберҙе ҡатынына йәки улдарына алдырта.

Беҙ бында, Наилә, иң бай яҙыусылар. Быны бөтәһе лә белә. Лаврушинский урамындағы авторҙар идаралығына барған һайын кеҫә тултырып аҡса алып ҡайтабыҙ. Гонорарҙар Өфөнән дә, Ҡаҙандан да, Урта Азия республикаларынан да килеп тора. Йәшәһен «Рәйсә»! Бәхетле пьеса

470




булды ул. Бөтә ерҙә лә күп ҡуйыла, күрәһең. Мин гонорарҙар килеүенә ҡарап әйтәм быны.

Тағы ла нимә яҙайым икән? Аяз көнө-төнө эшләй. Уйҙары уның шундай йүгерек, мейеһе хыял менән тулы, һүҙгә унан да бай кеше юҡтыр, машинкаһының хәрефтәре ҡайһы берҙә осоп сығып китә. Үҙе менән алып килгән машинкаһын туҙҙырып та бөттө инде. Мине машинкала яҙмағаным өсөн әрләй, һеҙ өфөлөләр ялҡауҙар, тигән була. Белмәйем, мин машинкала баҫа алырмынмы икән? Ҡәләм менән яҙыуы рәхәтерәк кеүек...

Аяздың өс улы бар. Ҡатыны Нәҡиә — уҡытыусы. Уның да пьесалары күп ҡуйыла. Тик үҙен прозаик тип иҫәпләй. Әле ниндәйҙер бер ҙур күләмле әҫәр өҫтөндә эшләй, нимә икәнен әйтмәй, яҙып бөткәс уҡырһың, тип кенә ебәрә. Повесть булырға тейеш, ул ошо жанрҙы ярата. Егетебеҙ романдар яҙыу тураһында ла хыяллана. Бер нисә әҙер сюжетым бар инде, ти. ГУААГ темаһы ла уға тынғы бирмәй. Үҙе лә тотҡонлоҡто кисергән яҙыусы өсөн был шәп тема инде. Т ик уны яҙа белергә генә кәрәк. Юғиһә ңензура беҙҙе ашарға ғына тора бит. Саҡ ҡына ситкә тайпылдыңмы — һин диссидент, һин контр... Ә Аяз ҡурҡа торғандарҙан түгел, үҙен Солжениңиндан бер ҙә кәм һанамай. Әйтһә, берәгәйле әйтә, күҙең сәсрәп сыҡҡансы бәрә! Бәлки, шундай яҙыусыларға ла көн килер әле. Минең уйымса, Аяз Ғиләжев татар халҡының иң ҙур яҙыусыларының береһе буласаҡ. Ышанам: уны бәхетле киләсәк көтә...

Ҡазан яҡын булғас, Аязға ҡунаҡтар ҙа күп килә. Күптән түгел генә Әмирхан Еники ҙа килеп китте әле. Ул дуҫлыҡ мәсьәләһендә бик һаҡ кеше, теләһә кем менән аралашып бармай. Ә таланттарҙы хөрмәт итә.

Ағайҙың һүҙҙәре мәғәнәле, фекерҙәре тәрән. Донъяны үтәнән-үтә күрә торған зат шул ул, ундай кеше менән бер ултырыуы бер ғүмер. Йәндәребеҙ рәхәтләнде, күңелдәребеҙ күтәрелде, беҙҙе илһамға, ижад ҡомарына күмеп китте. Мин, Наилә, ҡайһы берҙә, ник революцияға тиклем тыуманым икән, тип үкенеп тә ҡуям. Сөнки беҙҙән олораҡ кешеләрҙә милли тойғо көслөрәк, телде лә яҡшыраҡ беләләр. Мосолманлыҡ рухы ла юғары уларҙа. Әмирхан Еники татар әҙәбиәтенең Тургеневы, Чеховы, Бунины — бөтәһе лә бергә...

Ә хәрби тормош ун йыл буйына минең телемә үҫергә ирек бирмәне. Донъям казармалар менән сикләнде. Әл

471




биттә, мин бында һуғышты керетмәйем. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү беҙҙең иң ҙур ғорурлығыбыҙ ул!.. Минең биографиямда һәр саҡ еңеү байрағы елберләй, был минең иң ҙур бәхетемдер ҙә әле...

Наилә! Йәнем! Үҙең ни хәлдә һуң? Сәләмәтлегең нисек? Көн дә бер-ике тапҡыр минең өсөн дә, үҙең өсөн дә балаларҙы ярат, һөй! Уларға минең турала ла һөйлә! Хаттарымдың айырым урындарын уҡып та ишеттер үҙҙәренә. Тағы ла, Наиләкәй, һиңә бер үтенесем бар минең. Зинһар, миңә балалар тураһында күп итеп яҙ. Нимә тураһында гәпләшәләр улар? Хыялдарында нимә? Айырым һүҙҙәрен миңә лә яҙып ебәр. Балаларға атап махсус дәфтәр тот. Барыһын да шул дәфтәргә (теләктәрен, әйткән һүҙҙәрен, донъяны нисек аңлауҙарын, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙарын, ҡылыҡтарын, ҡыҙыҡлы яҡтарын) теркәп бар. һуңынан, үҫкәс, үҙҙәренә лә күрһәтербеҙ, яраймы?

Эй, Наилә, был донъяла ниҙәр генә юҡ! Беҙҙең менән бында Барадий Мунгонов тигән бурят яҙыусыһы уҡый, шул миңә бер хат күрһәтте... Туҡта, иң элек һине уның менән таныштырып китәйем. Ул Чита әлкәһендә тыуған. 1922 йылғы. 1947 йылдан бирле уның шиғырҙары һәм поэмалары үҙҙәренең республика газеталарында һәм журналдарында баҫылып килә. «Хеҙмәт шатлығы» тигән тәүге китабы 1950 йылда нәшер ителгән. Ул, нигеҙҙә, прозаик. «Тыуған олус», «Байкал өҫтөндәге яҡтылыҡ», «Минең шарлап аҡҡан йылғам Хилок» тигән ҡалын ғына китаптары бар инде. «Хилок» тигәнен миңә бүләк итте. Рус телендә. Уҡып сыҡтым. Оҡшаны. Колхоз тормошон, кешеләрҙең психологияһын яҡшы белә. Бына ошо иптәш, баштан әйткәнемсә, тыуған төйәгенән бер аноним хат алған. Ниндәйҙер бер бәндә «һин инде, Барадий, өйөңдө онот. Ҡатының мине ярата, мин дә уның өсөн үлерҙәй булып йөрөй инем, бына форсат сыҡты, беҙ өйләнешергә булдыҡ, ике балаңды ла үҙемдең исемгә яҙҙырам» һ. б. шундай туҙға яҙмаған һүҙҙәр яҙып, бының ҡотон алған, һәм был инде, уҡыуын ташлап, ҡайтып китергә йыйынып йөрөй.

  • Ҡатының бик һылыумы ни? — тип һорайым.

  • Уның күңеле матур...

  • Тимәк, аҡыллы ул?

  • Эйе...

  • Быға тиклем һиңә хыянат иткәне булдымы?

472


  • Аллам һаҡлаһын, ул минең күҙҙәремә генә ҡарап тора...

  • Ә һин был хатҡа ышанаһыңмы һуң?

  • Ышанам да, ышанмайым да...

  • Улай булмай ул, Барадий!

  • Ҡатын-ҡыҙҙы ен алыштырһа... уларҙы тыйып булмай, тиҙәр бит.

  • һин, Барадий, дөйөмләштереп һөйләмә. Бына һин миңә шуны әйт: ҡатыныңдың һиңә хыянат итеүе мөмкинме? Дәртле бисәме ул? Ике йылға түҙәрлек рәте бармы? һинең алдыңда йәки артыңда сит ир-атҡа күҙ һалғылаштырамы?

  • Юҡтыр...

  • Ҡатының көнсөлмө?

  • О-о, әгәр ҙә һиҙеп ҡалһа... үлтерә!

  • һинең уҡырға китеүеңде хупланымы?

  • Хуплар! Китмә, тип муйыныма аҫылынып иланы...

  • Дошмандарың күпме?

  • Беҙҙең олуста минән башҡа яҙыусы юҡ. Көнләшеүселәр күп инде...

  • Аңлашылды! һин, Барадий, йүләрләнмә! Сумаҙаныңды бушат та, еңеңде һыҙғана һалып, өҫтәлең артына инеп ултыр. Пьеса яҙ! Мин исемен дә таптым — «Көнсөл»... «Отелло»нан кәм булмаһын!..

Барадийҙы көскә тыйҙым. Тик пьеса яҙыуҙан ғына баш тартты, миңә яҙырға ҡуша. Мин баштараҡ, әллә яҙайым- мы икән, тип уйлаған инем дә аҙаҡ был уйымдың дөрөҫ булмауын аңланым. Сөнки донъяла ике «Отелло»ның булыуы мөмкин түгел. Беренсенән, уның өсөн икенсе Шекспирҙың тыуыуы кәрәк, тыуһа ла ҡабат был сюжетҡа тотонмаясаҡ. Ул инде уның майын һығып бөтөргән, теманың төбөнә үк төшөп, алаһын алған, унда буш урын ғына ҡалған, йәки ыжмығы ғына...

Бөгөн Барадий телефондан ҡатыны менән һөйләште. Тегеһе: «Уҡыуыңды ташла ла ҡайт, мин бында һине һағынып үлер сиккә еттем!..» — тип, был бисараның йәнен алған. Ә мин ныҡ торам: «Юҡ, Барадий! Уҡыуыңды дауам итәһең! Ә ҡайтып китеү тураһындағы уйыңды башыңдан сығарып ташла!» — тинем. Бахырың яңынан өҫтәле артына кереп ултырҙы: ниҙер яҙа...

Эх, Наиләкәй! Мин көнсөл кеше түгел, һин бер ваҡытта ла бындай тойғоларға аҙыҡ бирмәйәсәкһең. Мин

473




һиңә Хоҙай Тәғәләгә ышанған кеүек ышанам, һин дә миңә ышан, аҡыллым, яраймы?

һеҙҙе һағынып, Коля-Нәжиб.

1961 йыл, 5 октябрь, Мәскәү

Бишенсе хат



Ҡәҙерлеләрем!

Наилә, беҙҙең йәндәребеҙҙе берәй төрлө биотоктар тоташтырамы икән әллә, бөгөн төшөмдә һине күргәйнем, ә кисен бына хатың да килеп төштө. Мин ул төштәргә бик үк ышанып та бармайым, әгәр уларҙың бөтәһе лә бойомға ашһа, күптән инде был яҡты донъянан китергә тейеш инем. һуғыш бөткәнгә бына 16 йыл, ә мин һаман да булһа, өҫтөмә бомбалар яуғанын күрәм. Үләм дә үләм, һис ҡотолор әмәл юҡ... Ҡәһәрең, ҡаныма һеңгәндер инде ул фронт мәхшәрҙәре. Бына хатыңды алғас, Наиләкәй, донъям яңынан матурланып китте!..

Наилә! Мин бөгөн үҙемә бәләкәй генә бер асыш яһаным әле. Мөхәббәтте яңыртыу, яңынан йәшлеккә ҡайтыу өсөн, бер-береһенә ғашиҡ йәндәргә бер аҙға айырым йәшәп алыу ҙа кәрәктер ул. Минең һине үлеп яратҡан миҙгелдәрем 1944—1945 йылдар булғандыр. Әйҙә хәтерләйек булмаһа... 1944 йылдың июнь айы аҙаҡтары. Айлы кис, ә беҙ Бүздәк станцияһының урман полосалары буйында бер-беребеҙҙән айырыла алмайынса, ғишыҡ уттарында янабыҙ. Мин әле яралары төҙәлеп тә бөтмәгән, ҡапыл ғына һуғыш утынан сығып, бәхеттең етенсе күгенә күтәрелгән 23 йәшлек офицер, ә һин йәшлегеңдә, Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмереңдә беренсе тапҡыр ысын һөйөүҙең ләззәттәрен татый башлаған мәк сәскәһе... Илдә Бөйөк Ватан һуғышы бара, ә мин ҡосағымда һине иркәләйем. Мине носилкаға һалып, госпиталгә оҙатҡан һуғышсан дуҫтарымдың береһе — үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ булаһы капитан Новоженов Иван Иванович (Өфө егете): «Туғандарым, дуҫтарым, бәхил булығыҙ», — тип, йән биреп ята, ә мин яу ҡырҙарынан алыҫта, һөйөклө Башҡортостанымда бәхетле киләсәгемдең нигеҙенә беренсе изге таштарҙы һалам... Мин һөйәм! Мине лә һөйәләр! Йә, Хоҙай! Әгәр

474




был яҡты донъяла бәхетте күтәрә алмайынса үлеүселәр булһа, шуларҙың береһе, әлбиттә, мин булыр инем...

Наилә! 1944—1945 йылдарҙы иҫкә алғас, һин берүк яңылыш үпкәләй күрмә тағы. «Хәҙер мине элеккесә үк өҙөлөп һөймәйһеңме ни?» — тип. Әлбиттә шулай уҡ яратам! Шулай уҡ һөйәм мин һине, Наиләкәй. Тик был мәсьәләгә философтарса ҡарарға кәрәктер ул. Ҡайһылай, тиһеңме? Их, ул йәшлек! Их, ул тиле йәшлек! Мин һине тәүге тапҡыр күргәс тә: «Эх, ошо һылыуҡай минеке булһа, донъяла минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ ине!» — тип хыялландым. Шул саҡта минең йөрәгемдә вулкан уттары урғылғандыр, моғайын. Ә инде беҙ ҡауышҡас, һин үҙемдеке генә булғас (1945), ул вулкан ярһыуҙарын оҙайлы һөйөшөү бәхеттәре, балаларыбыҙҙың эргәбеҙҙә генә уйнап йөрөүен күреү шатлыҡтары алмаштырғандыр. Быларҙың ҡайһыһы көслөрәк? Бер яңғыҙы ярһыған вулкандыр, әлбиттә! Әммә ул янар тау бит бер үҙе... Ә беҙгә яңғыҙлыҡ кәрәкмәй! Йәшлек ялҡынында ни бары бер ут төҫө генә булһа, бергә ғүмер кисереүсе ғашиҡтар мөхәббәтендә мең төрлө йәйғор биҙәктәре балҡыйҙыр ул, Наиләкәй! Шулаймы? Минең менән килешәһеңме?

Бергә ғүмер кисергәндә гел генә «яратам!» тип әйтеп тороу ҙа мөмкин түгелдер ул. Ҡайһы берҙә һүҙ менән әйтеп аңлатҡанға ҡарағанда, һөйөү хистәреңде, яраты- уыңды, ҙурҙан ҡубып әйткәндә, мөхәббәтеңде күҙ ҡараштарың менән белдереү ҙә ярап ҡуя торғандыр әле. Юҡ, күҙ ҡараштары менән генә түгел, ә бөтә ҡылған ғәмәлдәрең, йәшәү рәүешең шул бөйөк хистәр менән һуғарылһа, ниндәй һәйбәт булыр ине! Эштән яҡты йөҙ менән ҡайтып кереү ҙә, байрамдарҙы көтөп тормайынса һөйөклөңә сәскәләр шәлкеме күтәреп ҡайтыу ҙа һинең оло мөхәббәтеңдең бер сағылышы бит инде ул. Аһ, күп инде ул, бик күп яҡын кешеңде (ҡатыныңды) яратыу ысулдары. Ысул, тинем дә: «Шул да булдымы һүҙ?» — тип көлөп тә ҡуйҙым. Иң матур һүҙ барыбер «яратам»ға, «һөйәм»гә ҡайтып ҡала... Ниңә инде ул һүҙҙәрҙе «ҡыҙғанып» торорға, донъялағы иң ҡәҙерле кешең бөтә мөхәббәте менән балҡып, һиңә ҡарап торғанда?! Эх, беҙ, ирҙәр, ҡайһы берҙә бына ошо ябай ғына нәмәләрҙә кешенең бөтә ғүмере, йәшәү бәхете, булмышы сағылыуын онотоп ебәрәбеҙ шул! Кешене үлтергән дә, бәхетле иткән дә ана ошо һүҙ ғали йәнәптәре лә баһа?!. (Наилә, йәнем, мин һине яратам!..)

\

475




Наилә! Хәҙер һине борсоған бер мәсьәлә хаҡында, һуңғы хатыңда: «Нәжиб, унда һин иркенгә сыҡтым, тип берүк эсә күрмә, ул ағыуҙан һаҡ бул!» — тигәнһең. Ҡатын-ҡыҙҙың беҙ ир-атҡа шулай туғып тороуы бик файҙалы ул. Был донъяның бик күп яҡшылыҡтары һәм матурлыҡтары һеҙ алиһәләрҙең һиҙгер һаҡта тороуы менән бәйле. Бер һүҙ менән әйткәндә, һин минең һаҡсы фәрештәм, Наилә! Аҡыллы кәңәштәреңде тыңларға мин һәр ваҡыт әҙер. Шулай ҙа һиңә саҡ ҡына үпкәләй ҙә яҙҙым. Ниңә тиһеңме? Ун алты йыл бергә йәшәп тә минең кем икәнемде белмәүең аптырата. Йәнем! һиңә шулай хәүефләнергә нимә сәбәп булды? Нимә эшләп башыңа ҡапыл шундай борсоулы уйҙар килде? Бергә торған йылдарҙа ундай күңелһеҙ һүҙҙәр әйткәнеңде бер ҙә хәтерләмәйем. Юҡ-бар нәмәләр тураһында уйлап, үҙеңде бөтөрмә, нервыларыңды һаҡла, яраймы. Тауышыңды ишетәм, һин: «Ярай, Нәжиб!» — тиһең. Бына рәхмәт!

Йәнем, әлбиттә, мин бөтөнләй эсмәй торған кеше түгел, һирәк-һаяҡ тотҡолайым ул нәмәне, быны һин үҙең дә яҡшы беләһең. Әммә һиңә шуныһы ла мәғлүм: мин бер ваҡытта ла башымды юғалтҡансы эсмәнем. Ун йыл армияла хеҙмәт итеү тәртипле булырға ярҙам итте. һинең матур күҙ ҡараштарыңдың йэмһеҙләнеүен дә теләмәй инем. Эшләгән урыным да редакцияла, обком органы булған «Кызыл таң» газетаһында булғас, яуаплылыҡ тойғоһо ла көслө ине миндә.

һиңә шуныһы ла билдәле, Наилә, минең иптәштәремдең күбеһе эсергә ярата. Миңә әллә еңел булды тиһеңме, улар шау-гөр килеп, бөтә донъяларын онотоп байрам иткәндә, үҙ-үҙем булып ҡалыуы? Әлбиттә, гел генә дуҫтарыма ҡаршы тороп та булманы, ара-тирә буйһонорға, бокалдарҙы шылтыратып, төшөрөргә лә тура килә ине. Ә барыбер өйөмдә миңә бик ҡәҙерле булған кешем (Наиләм), яратҡан балаларым бар икәнен бер ваҡытта ла иҫемдән сығарманым. Күпме премьералар, китап туйҙары үткәрҙек, ә берәү ҙә минең иҫергәнемде күрмәне. Сөнки һәр саҡ ул йәшел йыландың нимә икәнен, әҙәм балаһын ҡайҙа өҫтөрәгәнен, ниндәй упҡындарға илтеп ташлауын яҡшы беләм.

Хоҙайға шөкөр, минең бер яҡшы яғым бар, Наилә: эскәс, ҡапҡыларға яратам. Ашарға булмаһа, табынға ултырмайым да. Ә бит күптәр эскәс ашамай. Ашҡаҙанында бер тамсы ла аҙыҡ булмағас, ул ағыу нимә эшләргә тейеш

476




һуң? Әлбиттә, туп-тура бауырға барып йәбешә, уны талай, өҙгөләй һәм, ахырҙа, бөтөнләй юҡҡа сығара. Ә бит бауыр йөрәктең иң беренсе ярҙамсыһы! Бына шулай һөлөктәй ир-егеттәр йәп-йәш көйөнә яҡты донъя менән хушлашалар ҙа. Юҡ әле, Наилә, мин улай тиҙ генә үлергә йыйынмайым, үҙем өсөн дә, һеҙҙең өсөн дә йәшәргә тырышам. Тағы ла мөһимерәге, мин — яҙыусы. Ә яҙыусы ижад итергә тейеш. Хоҙай биргән талантты хәмергә алмаштырыу — енәйәт ул!

Бына эскелектең ниндәй фажиғәләргә килтереүе тураһында бөйөк мәғрифәтсе Риза Фәхретдиновтан бер өҙөк килтерәм:

«Иҫерткес эсеү әҙәм балаһының диуаналаныуы вә дүрт аяҡлы хайуан дәрәжәһенә төшөүе ул. Иҫерткес эсеү үҙ теләгең менән «ғаҡыл» исемле камиллығыңдан айырылыу, тиңдәше вә оҡшашлығы булмаған хурлыҡ, мәсхәрәлек ул. Әҙәм балаһы ғаҡыллы вә ғәйрәтле һәм тырыш булып донъяға килә, ләкин уның ғаҡылын, ғәйрәт вә тырышлығын эсемлек бөтөрә, үҙен кешелектән сығара... Араҡы — донъялағы һәр нәмәне киреһенсә күрһәтеп торған ағыу. Ул яҡшыны яман, яманды яҡшы, ҙурҙы кескенә, кескенәне ҙур, аҙҙы күп вә күпте аҙ итеп күрһәтә. Иҫеректең ҡатыны ҡайғы диңгеҙенә бата вә донъялыҡтан өмөтөн өҙә, йәки иренән күрмәксе, уның юлынан китеп, фәхеш вә боҙоҡлоҡ донъяһында ғүмер һөрә. Тейешле тәрбиәнән мәхрүм ҡалыу сәбәбенән балалары әрәм булалар. Әхлаҡһыҙ, ахмаҡ, ялҡау вә уғры әҙәмдәргә ҡушылалар вә шуларҙың береһенә әйләнәләр. Иҫерек әҙәм бурысын түләй алмай, ул юҡсыллыҡҡа дусар ителә. Иҫерткес эсеү арҡаһында байлыҡ юҡҡа сыға, дәүләт бөтә вә кәсеп туҡтала. Мөғәмәләләр боҙола вә ышаныс бөтә, иҙара зәғифләнә вә эшләмәй. Өй әһелдәре күҙҙән төшә вә бөтөнләй юғала. Был бәхетһеҙлектән беҙҙе Хоҙай һаҡлаһын! Амин!..»

Наилә, бына шуларҙы аңламаҫҡа минең башыма тай типмәгән әле. Эйе, эскелек бөтә әхлаҡи һәм, ғөмүмән, кешелек ҡанундары менән һыйыша алмай. Уны совет закондары ла, Ҡөрьән Кәрим дә, Тәүрат та, Инжил дә ҙур гонаһҡа һанай, (һинең ирең Нәжиб тә бына ошоларҙы яҡшы аңлай!)

Наилә, минең һиңә Иван Новоженов тураһында һөйләгәнем бар ине инде. Ҡанса көндәр, ҡанса айҙар, ҡанса йылдар бер часта хеҙмәт итеп, күпме тапҡырҙар

477




дошман танкыларының һөжүмен кире ҡағып, иңде иңгә терәп һуғышҡан дуҫым ине бит ул. Хәтереңә һалып ҡуй, Наилә, кәрәк булыуы бар: I Балтик буйы фронты, 51-се армия, 8-се артиллерия дивизияһы, 27-се артиллерия бригадаһында хеҙмәт иттек беҙ. Икебеҙ ҙә капитан инек, дүртәр орудиелы батареяға етәкселек иттек. Иван Новоженов минән олораҡ ине. 1914 йылғы. Пенза ҡалаһында тыуған, утыҙынсы йылдар башынан алып, һуғышҡа киткәнсе Өфөлә йәшәгән. Белеме артыҡ ҙур булмаһа ла, бик һушлы, зирәк аҡыллы егет ине. Артиллерияла математиканы яҡшы белергә кәрәк, ә минең Иван дуҫым ҡойоп ҡуйған математик ине. Ҡайҙа, нисек өйрәнгәндер, уныһын бер Алла ғына белә.

Ивандың батареяһы дошман танкыларын, үҙйөрөшлө орудиеларын, күп һандағы пехотаһын тура наводка менән ҡырған. Көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, Новоженов- тың батареяһы ла, үҙе лә һәләк була. 1944 йылдың 20 авгусында уны Латвияның Букайша поселогында ерләйҙәр. Мин, Наилә, һинән айырылып, һауығып, яңынан часыма әйләнеп ҡайтҡас ҡына белдем был турала. Әй, Наилә йәнем, тәҡдирҙер инде, минең дә Иван урынында булыуым ихтимал ине бит. Дошман танкылары һөжүм иткәндә, беҙҙең батареяларҙы гел генә бергә ҡуялар ине. Бының менән мин тағы ла шуны әйтергә теләйем: миңә был яҡты донъяла Иван дуҫым өсөн дә йәшәргә, эшләргә, көрәшергә һәм кеше тигән бөйөк исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөргә кәрәк!

Ә мин нисек йәшәйем һуң? Советтар Союзы Геройы капитан Инан Новоженовтың изге рухы алдында шуны әйтә алам: Хоҙай Тәғәлә ғәйепләрлек, яҡындарым үпкәләрлек, мин хеҙмәт иткән ойошмалар етәкселәренең хәтере ҡалырлыҡ бер ниндәй ҙә гонаһтарым юҡ. Урлашманым, кеше өлөшөнә инмәнем, көнләшмәнем, хәмер ҡоло булыуҙан йыраҡ торҙом, йәшлек мөхәббәтемә тоғро булдым, һуғыш тамамланғас та әле тағы биш йыл самаһы иңдәремдә башта капитан, һуңынан майор погондары йөрөттөм, һуңынан редакңияла, театрҙарҙа хеҙмәт иттем. Көнөнә һигеҙәр, ҡайһы берҙә унар сәғәт эшләргә тура килде. Өҫтәүенә, йоҡо һәм ял иҫәбенә ижади эш менән шөғөлләндем: газеталарҙа очерктар, мәҡәләләр, театрҙар өсөн пьесалар яҙҙым. Минең хөкүмәт эшем иртәнге туғыҙҙа башланһа, киске алтыларҙа йәки етеләрҙә генә тамамлана ине. Унан өйгә ҡайтып тамаҡ туйҙырып

478




алам да, һин балаларҙы саф һауала йөрөтөргә алып сығып киткәс, 2—3 сәғәт ял итеп алам. Балаларҙы ятҡырғас ҡына ижадҡа тотонам. Иртәнге өҫтәргә тиклем яҙам да яҙам. Күпме йылдар шулай ике сменала эшләнем мин, Наиләкәй! Шул уҡ ваҡытта һине лә уҡытып сығарҙым, балаларҙы ла аяҡҡа баҫтырып киләбеҙ!

Иван дуҫымды теге донъянан ҡайтарып, үҙемдең унан башҡа үткән ғүмеремдә нисек йәшәгәнемде һөйләһәм, шатланып бөтә алмаҫ ине, мәрхүм. Әлбиттә, бер мин генә түгел, ә бөтә элекке фронтовиктар ҙа бына шулай йәшәй, үҙе өсөн дә, яу ҡырында ятып ҡалған иптәштәре өсөн дә яуаплылыҡ тойғоһо менән ғүмер кисерә.

Наилә, был маҡтаныу түгел. Мин әле бик аҙ эшләнем. Яҙғандарым да күп түгел. Балаларға һөтлөк булһа ла ярар, тип юҡ ҡына эш хаҡына хеҙмәт итеп, ял-йоҡо иҫәбенә ижад иткән яҙыусыларҙың береһе бит мин. Лев Толс- тойҙар, Иван Тургеневтар һымаҡ граф малайы булһам, бөгөнгө көндә (миңә 40 йәш бит инде, Хоҙайым!) әллә нисә томлыҡ әҫәрҙәрем булыр ине, бәлки. Ә минең (әйтергә лә оят) ни бары йоҡа ғына 4 китабым бар. Бөтәһе, күп булһа, 10 баҫма табаҡ самаһы. Ярты том да түгел, исмаһам.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   26   27   28   29   30   31   32   33   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет