Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет32/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   28   29   30   31   32   33   34   35   ...   40
өсөнсө хат

Йәнкиҫәктәремә сәләм!

Наилә! Кисен матур иҫтәлектәргә бирелеп, һине уйлап ятҡанғамы, бөгөн бик иртә уяндым. Уныһы бик шәп булды әле, сөнки наполеондарса ҡорған олуғ пландарым да бар ине, Наилә! Йәнем! 12 апрель Космонавтар көнө генә түгел, минең Наиләмдең дә тыуған көнө бит әле! 1925 йылдың ҡояшлы иртәһендә, яҙ үҙенең тәүге матур йырҙарын көйләгән мәлдәрҙә, һин һылыуҡайҙы донъяға бүләк иткән әсәйең менән атайыңа мең-мең рәхмәттәр әйтеп, һине тыуған көнөң менән ҡотлайым, Наиләкәй! һиңә алһыу таңдар, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән мөлдөрәмә тулы бәхетле йылдар, оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәлә- мәтлек теләйем! һәр ваҡыттағыса, шулай бөтә ғаиләбеҙҙең оло ҡыуанысы булып балҡып йәшә, яраймы!

һин тыуғанда миңә дүрт йәш булған. Ошо ҡояшлы иртәлә, һин сәңгелдәктә йә көлөп, йә илап ятҡанда, нимәләр уйлап йөрөнө икән Баҡалы районының Аҡман ауылы малайы Нәжиб? Беҙҙең дә һаҡсы фәрештәләребеҙ булғандыр бит. Күп йылдар үткәс, сәстәре сәскә бәйләнгәс, бөтә ғүмер юлдарын ҡулға-ҡул тотоноп, бергә үтәсәк ул ике сабыйҙың ҡолаҡтарына нимәләр шыбырланы икән Аллаһы Тәғәлә менән кешеләр араһында йөрөүсе ул изге заттар? Миңә, бәлки: «Нәжиб! Шатлан! һинең Наиләң тыуҙы! Ул мәк сәскәһендәй гүзәл, бер битендә ҡояш нурҙары, икенсе битендә ай нурҙары балҡый, нәҫел-ырыуы ышаныслы, ата-әсәһе изге күңелле кешеләр. Был һылыуҡай фәҡәт һинең өсөн генә. һинең өсөн генә. һинең өсөн генә донъяға килде! Бәхетең бар икән, Нәжиб!» — тигәндер ул фәрештәләрҙең береһе. Ә икенсе фәрештә ғүмерең буйы күңелең түрендә ҡәҙерләп һаҡларлыҡ бына бындай илаһи һүҙҙәр әйтмәнеме икән

521




һиңә? «Наилә һылыу, әҙерлән! Бала сағында, үҫмер йылдарында етемлек ҡаҡҡан, юғарылағы һәм түбәндәге хакимиәттәрҙең рәхимһеҙлеге яфалаған, тик һынмаған, һығылмаған, һуғыш утында мең янып, саҡ иҫән ҡалған, әммә йөрәге йәрәхәтле, бик ябай булмаған бер кеше менән ғүмер кисерәсәкһең. Хоҙай Тәғәлә һиңә биргән барлыҡ изге сифаттарың — төплө аҡылың, ҡайнар мөхәббәтең, таң ҡалдырғыс тоғролоҡ менән уның яралы йөрәген дауаларһың. Уның тәбиғәтенә ижад тигән бер күркәм һәләт һалынған, һин үҙеңдең бөтә булмышың, йәшәү рәүешең, матур уйҙарың, әҙәм балаларында була торған иң ҙур хазина — рухи байлығың менән ошо тормош иптәшеңә үҫергә, ижад ҡомарын һүндермәҫкә ярҙам итерһең!» — тигәндер ул фәрештәң һиңә...

Ысынлап та, бергә йәшәгән йылдарҙа нәҡ шулай булды ла инде. һин минең һаҡсы фәрештәм генә түгел, ә (шулай әйтергә яраһа) аҡылдашым ла булдың, Наиләкәй! Ғүмерем бит ике сүкеш араһында үтә. Бер яҡтан, йәшә- йештәге һәр төрлө ауырлыҡтар һандалға һалып сүкеһә, икенсе яҡтан, һөйөклөмдөң (Карл Маркс әйткән) наҙлы йомшаҡлығы, уның ихтыяр көсө сыныҡтырҙы мине. Ошо сүкештәрҙең икенсеһе булмаһа, был донъяла йәшәүе бик ауыр булыр ине миңә!..

Наилә, ниңә әле мин бөгөн, һинең тыуған көнөңдә, ул фәрештәләр тураһында иҫкә алдым? Юғарыла әйткәнемсә, фәрештәләр — Аллаһы Тәғәлә менән кешеләр араһында йөрөүсе изге заттар. Ислам дине Тәңренең бик күп фәрештәләре бар, тип иҫәпләй. Уларҙың бер нисә- һенә махсус вазифалар ҙа йөкмәтелгән. Мәҫәлән, Ябраил фәрештә пәйғәмбәрҙәргә Алланың вәхиҙәрен — хәбәрҙәрен еткерә. Фәрештәләр пәйғәмбәрҙәрҙән түбәнерәк дәрәжәлә. Бына ошо изге заттар әҙәм балаларын күк менән даими элемтәлә тота. Ә мөхәббәт тәүҙә күктә яралып, аҙаҡ кешенең йөрәгенә күсә икән. Бөйөк рус философы Владимир Соловьев та «Мөхәббәттең мәғәнәһе» тигән әҫәрендә был изге тойғо Йыһан менән бәйләнгән, тип иҫәпләй һәм ул уны кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп иҫбат иткән, минеңсә. «Мөхәббәттән башҡа тормош та, йәшәүҙең мәғәнәһе лә, Аллаһы Тәғәлә лә, кеше лә юҡ», — ти фәйләсүф.

Үҙенең «Гүзәл ханым тураһында шиғырҙар» тигән мәшһүр әҫәрендә Александр Блок та был олуғ тойғоно йыһандағы мөхәббәт юғарылығына күтәрә, һин тыуғанда ҡолаҡтарыңа шыбырлаған фәрештәнең изге һүҙҙәрен

522




беҙҙең ғүмер кисереүебеҙ үҙе раҫлай түгелме һуң, Наилә? Донъяла әҙәм башына һыймаҫлыҡ бөйөк мөхәббәттәр ҙә бихисап. Уларҙың иң яҡшы өлгөләре классик әҙәбиәттә лә етерлек. Мәҫәлән, Ромео һәм Джульетта, Данте һәм Беатриче, Петрарка һәм Лаура, Евгений Онегин һәм Татьяна, Вольтер һәм Эмилия, Роберт Джордан һәм Мария (Хемингуэй, «Кем өсөн саң ҡағалар»), Григорий Мелихов һәм Аксиньяларҙың мөхәббәте иҫ китмәле бит! Былар бөтәһе лә әҙәби әҫәр емештәре. Ә һинең менән минең мөхәббәтем, Наилә, ысынбарлыҡтың үҙе. Беҙгә зарланырлыҡ бер сәбәп тә юҡ. Киреһенсә, бәхетле мөхәббәт бүләк иткәне өсөн Хоҙайға рәхмәттәр генә әйтәм мин, Наиләкәй!..

Эйе, һаҡсы фәрештәң әйткәнсә, мин бик үк ябай булмаған бер зат — һинең өлөшөңә төшкән көмөшөң. Минең был осраҡта ябай тигән һүҙҙе яҡшы мәғәнәлә ҡулланғым килә. Ябайлыҡта — бөйөклөк, бөйөклөктә — ябайлыҡ, тиһәләр ҙә минең ябайлығым күберәк ауыр яҙмышлы булыуға ҡайтып ҡала. һине ҡара «Волга»ларҙа йөрөтә алманым, һирәк-һаяҡ булһа ла, хан ҡыҙҙары кеүек йәшәгең дә килеп китәлер, бәлки. Ғәфү ит инде, Наиләкәй, әгәр ысынлап та күңелеңдә миңә ҡарата шундай ҙур талаптар тыуып ҡуя икән, мин был мәсьәләлә, теләһәм дә, һине Ҡәнәғәтләндерә алмам. Эйе, эйе, һине пи тиклем өҙөлөп яратһам да, хаҡ ки: уйҙарым, хыялдарымдың күбеһе әҙәбиәткә йүнәлдерелгән шул. Эйе, мин — яҙыусы. Был вазифа түгел, яҙыусылыҡ ул тәбиғәт тәғәйенләнеше буйынса үтә лә яуаплы миссияны үҙ елкәңдә йөрөтөү тигән һүҙ! Икенсе төрлө әйткәндә, яҙыусы — шәхес ул. Мин үҙемде драматург итеп таныттым. Хәҙер бөтә йәмәғәтселек, шул иҫәптән, тамашасылар, театрҙар, яҙыусылар, «Рәйсә» менән «Фәйзи»ҙән һуң ниндәйерәк әҫәр бирер икән инде Нәжиб Асанбаев, тип ҡыҙыҡһынып, минән яңы пьесалар көтә...

һиңә бер яҙғайным инде, Наилә, хәҙерге тамашасы аңлы, белемле, уның эстетик зауығын тапалған темаға яҙылған урта ҡул әҫәрҙәр менән ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел. «Рәйсә»ләр менән дә йыраҡ китеп булмаҫ. Хатта хәҙер классик әҫәр «Ғәлиәбаныу» ҙа иҫкерә, уны руссаға йәки бүтән бер сит телгә тәржемә итһәң, бөтә милли матурлығы юғалып, ҡоро кәбәге генә тороп ҡалыуы ихтимал. Тамашасылар башҡорттоң да үҙ Шекспиры, Остров- скийы, Гоголе, Чеховы булырға тейештер бит инде, ни

523




һайәт, тигән өмөт менән йәшәй. Юҡ, был инде өмөт кенә түгел, ә талап. Заман талабы! Нисек халыҡтың ышанысын аҡларға? Мине ошо мәсьәлә борсой, Наиләкәй. Бының өсөн беренсе сиратта талантлы булыуың кәрәк, әлбиттә. Ярай, Аллаһы Тәғәлә мине ул бәхеттән мәхрүм дә итмәгәндер, бәлки. Әммә ул ғына етмәй икән шул әле. Мин хәҙер үҙемдең наҙанлығымды тоя башланым. Бына ошо нәмә һуя, ошо нәмә үлтерә хәҙер мине. Классик әҙәбиәт менән өҫтән-мөҫтән генә таныш булыуым бәкәлгә һуға. Ә бит яҙыусының белмәгәне булмаҫҡа тейеш. Бына, бәхеттән, рус әҙәбиәте һәм сит ил әҙәбиәте буйынса дәрес биреүсе профессорыбыҙ С. Машинский ошо көндәрҙә беҙҙе шаҡ ҡатырҙы. Ғәҙәтенсә, һалмаҡ ҡына атлап, класҡа килеп инде лә портфеленән бер ҡағыҙ киҫәге алып:

  • Бына бында һеҙ уҡырға тейеш бөйөк әҫәрҙәр исемлеге яҙылған! — тине, беҙгә серле ҡараш ташлап. — Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел — 234 том. Бөтә донъя әҙәбиәтенең боронғо замандарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем ижад ителгән мәшһүр әҫәрҙәре...

Профессор беҙгә ике сәғәт буйы ошо икһеҙ-сикһеҙ китап донъяһы тураһында һөйләне. Бындай исемлектәр төҙөү кешелек донъяһы тарихында күптәнән килә икән. Уны, боронғо ҡулъяҙмаларҙы (манускриптарҙы) өйрәнеп, Рим һәм Византияның энциклопедик ғалимдары башлап ебәргән. Иң тәүге исемлектәрҙең береһендә — Геродоттан алып IX быуатҡа тиклем донъя күргән китаптар.

Күптән түгел генә атаҡлы «Британика» энциклопедияһы уҡыу өсөн 600 китаптан торған исемлек төҙөгән. Бындай исемлектәр бөтә илдәрҙә лә бар икән. Беҙҙә лә «Әҙәби ҡомартҡылар», «Атаҡлы кешеләр тормошо», «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» тигән китап сериялары сығарыла. Беҙгә тәҡдим ителгән китаптар исемлеген Мәскәүҙең Бөтә донъя әҙәбиәте институты ғалимдары төҙөгән. Был ғилми эштә профессорыбыҙ С. Машинский ҙа ҡатнашҡан, ул шунда хеҙмәт итә. Ғалимдар был әҫәрҙе үҙҙәренең зауығына, аҡыл ҡеүәһенә, фекер йөрөтөү һәләтенә һәм, әлбиттә, күңел талабына таянып һайлап алған. Тимәк, 234 — шартлы һан, уны кәметергә лә, арттырырға ла мөмкин. И, Наиләкәй! Ни хәтлем хазина, ни тиклем байлыҡ әлеге исемлектә! Бында Тәүрат, Ҡөрьән, Талмуд, Ригведа, Авеста кеүек изге китаптарҙан башлап, фән һәм философия, сит ил

524




классикаһы, рус классикаһы әҫәрҙәре тупланған. Мин, Наилә, ошо ике йыл эсендә Спиноза, Ньютон, Адам Смит, Кант, Гегель, Фейербах, Ницше, Фрейд, Эйнштейн һ. б. бихисап аҡыл эйәләренец әҫәрҙәрен өйрәнәсәкмен. Уҡырға ғына өлгөр!

Үҙебеҙҙең китапханаға инеп, бер ҡосаҡ китап алып та 'кайттым инде. Бына алдымда боронғо трагик драматургтар Софокл, Эсхил, Еврипид һәм комедиялар оҫтаһы Аристофан әҫәрҙәре ята. Кисә Аристофандың «Лисис- трата» тигән комедияһын бер ултырыуҙа уҡып сыҡтым. Наилә! Йәнем! Мин бәхетле! Мин шундай бәхетле бөгөн! Ниндәй гүзәл әҫәрҙәр яҙған боронғо әҙиптәр! Бына нисә быуаттар үткән инде, ә улар бөгөнгөләй актуаль, әйтерһең дә, яңы ғына эҫе табанан тәгәрәп төшкән майлы ҡоймаҡтар! Ҡап та йот һәм ләззәтлән! Ғүмерең буйына етерлек ләззәт бит был! Ә ниңә ләззәт кенә? Ә ундағы аҡыл-зиһенгә тәьҫир итеү көсө? һине яңы ижади бейеклектәргә әйҙәүсе ҡояш яҡтыһындай, йондоҙҙар бал- ҡыуындай илаһи матурлыҡ? Ньютон, Коперник, Эйнштейн кеүек бөйөк ғалимдар аҡылына тиң талант һәм әҙәби оҫталыҡ? Быларҙың бөтәһе лә бар шул Аристофан комедияһында! (Йәйәләр эсендә генә булһа ла әйтеп китәйем, Наилә, мин хәҙер бөтөнләй икенсе Нәжиб инде, ҡайтҡас, танымай торма тағы!)

Наилә, пединститут буйынса һиңә Аристофан ижады таныштыр, бәлки, шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла, комедияның ҡыҫҡаса эстәлеген иҫеңә төшөрәйем әле. Боронғо Афина менән Спарта араһында бер туҡтауһыҙ барған туған туғанды үлтерешеү һуғыштарында халыҡ тамам йонсой, хәлдән тая, ә ил бөлә, көсһөҙләнә, һуғыш михнәттәрен ҡатын-ҡыҙ айырыуса ауыр кисерә. Ирҙәре өйгә һирәк ҡайта, бик күптәре бөтөнләйгә яу ҡырында ятып ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙар, иркәләр, наҙлар кешеләре булмағас, никахлы түшәктәрендә бер яңғыҙы тилмереп ятырға мәжбүр. Ир-атҡа булған күңел теләге йән ғазабына әйләнә һәм түҙер әмәлдәре ҡалмай ул бисараларҙың. Ә һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй ҙә. Нимә эшләргә? Нисек тә һуғышты туҡтатырға кәрәк, һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәшенеп кенә бергә йыйылалар ҙа ғәжәйеп шәп план ҡоралар. Ҡан ҡойошто мөхәббәт менән туҡтатырға мөмкин икән дә баһа?! Әгәр ҙә мәгәр, ир-ат үҙ-ара килешеп, илдә тыныслыҡ урынлаштырмаһа, береһен дә түшәккә яҡын ебәрмәҫкә һәм һуғыш суҡмарҙары менән бер нин

525




дәй ҙә енси мөнәсәбәткә инмәҫкә! «Әйҙә интекһендәр әле!» тигән ҡарар сығара бисәләр. Ҡарарҙы ҡабул итеүе еңел, әммә уны үтәүе ауыр бына. Тарихта тиңе булмаған был акңияны (сараны) Аристофандың үлемһеҙ героиняһы, гүзәлдәрҙең-гүзәле, батшаларҙы үҙенә тубыҡ- ландырырлыҡ алиһә Лисистрата ойоштора, илдең бөтә ҡатын-ҡыҙҙарын еңеүгә ул дәртләндерә, ул илһамландыра. һөҙөмтәлә, бисәләр еңеп сыға, һуғыш туҡтатыла, һуңынан Лисистратаның исеме «һуғышты туҡтатыусы» тигән мәҡәлгә әйләнә. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙар — донъяның тотҡаһы, уларҙан башҡа, мөхәббәттән башҡа тормош юҡ... Аристофан комедияһының лейтмотивы (төп фекере) бына ошо. Шәпме, Наилә? Шәп шул, йәнем!

Комедияның сюжеты иҫ китмәле ҡоролған, әҫәрҙең архитектоникаһы шул тиклем матур, төҙөк, Аристофан, моғайын, йә математик, йә архитектор булғандыр ул?! Юғиһә, бындай ҙа шәп комедия тыуҙыра алмаҫ ине. Геройҙарҙың теле үткер, образлы, диалогтар сатира- юмор менән һуғарылған. Телмәрҙәр тулҡынланып әйтелгән юғары тонда башҡарылһа ла, бер ҙә ялҡытмай, киреһенсә, уҡыған һайын уҡығы килә. Айырыуса Лисистрата образы шәп. Көслө, сая, романтик рухлы, тапҡыр телле героиня.

Наилә! Беҙҙең драматургия ла һуңғы ваҡытта арыу ғына алға китте. Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас»ы, Ҡадир Даяндың «Таңсулпан»ы, Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» менән «Еҙнәкәй»е — һис шикһеҙ, үлемһеҙ әҫәрҙәр. Уларға Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау», Әсғәт Мирзаһитовтың «Утлы өйөрмә» һәм «Әсәйемдең сал сәстәре», Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» кеүек талантлы драмалары һәм комедиялары өҫтәлде. Әммә бына Мәскәүгә килеп, бындағы театрҙарҙа барған спектакл- дәрҙе ҡарағас, һәм бына әле Аристофанды уҡығас, «Аһ, ялҡаубыҙ шул!» тигән уй тыуҙы. Бигерәк тә үҙемдең ижадым эсте бошора, Наилә. Юҡ, башҡорт драматургияһы әлеге кимәлдә йәшәргә тейеш түгел. Беҙгә бик күп уҡырға, ең һыҙғанып, ҡулдар һөйәлләнгәнсе эшләргә һәм Гоголдәр, Чеховтар, Аристофандар дәрәжәһенә күтәрелергә кәрәк. Мин дә бит әҙәбиәткә китер өсөн килмәнем, быны бер ваҡытта ла хәтеремдән сығармаясаҡмын.

Наилә! Юғарыла һине ҡара «Волга»ларҙа йөрөтә алманым, тигәйнем. Хоҙайым, эш унда ғынамы ни?! Беҙҙең өсөн иң мөһиме хәҙер — әҙәбиәт! Әгәр ошо гүзәл

526




илдә минең исемем ҡалҡһа, ул Наиләмдең дә яҙмышын матурлаясаҡ бит! Беҙҙең йәндәребеҙ ҙә, исемдәребеҙ ҙә айырылғыһыҙ, Наилә! Эйе, эйе, тап шулай!

Наилә, һинең тыуған көнөң алдынан тағы ла шуны әйткем килә: беҙҙең мөхәббәтебеҙ Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән бәйләнгән икән, тимәк, ул беҙҙе даими күҙәтә, һынай. Беҙ уның алдында гонаһлы булып ҡалмабыҙ. Беҙҙең мөхәббәтебеҙ балаларҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең дә ғүмерен матурлап торасаҡ. Бөтә нәҫел-ырыуҙың етенсе быуынына, хатта унан да күберәккә етәсәк уның көсө. Мөхәббәт ҡайнар хистәрҙән генә тормай, уны аҡыл да йәшәтә, аҡыл да ҙурлай. Шундай ғаиләләре күп булған милләттең, тотош халыҡтың да рухы ныҡ, йөҙө яҡты буласаҡ. Бына шундай яуаплылыҡ өҫтәй беҙгә илаһи мөхәббәт! Ошо бөйөк хәҡиҡәтте беҙҙең бөгөнгө йәштәребеҙ ҙә аңлаһын ине!..

Наилә, һине тағы ла бер тапҡыр тыуған көнөң менән ҡотлайым! Бөгөн кис дуҫтарым Аяз Ғиләжев, Нәжибәк Хафизов, Мәүлән Икрамовтар менән бергә һине матур итеп иҫкә алырбыҙ, маҡтарбыҙ, Алла бирһә! Ә иртәгә һиңә бик бай бер посылка киләсәк, Наилә! Шул йәшник эсендә — минең һиңә булған һөйөүҙәрем, һәм тағы ла бихисап башҡа төрлө йылы тойғоларым, уйҙарым, һағы- ныуҙарым! Хуш, йәнем!

II апрель, 1962 йыл, Мәскәү

Ун дүртенсе хат



Ҡәҙерлеләрем, барығыҙға ла ҡайнар сәләм!

Наилә, һин беләһең, бөтә әҙәм балалары ла ғүмер- ғүмергә бәхетле булыу тураһында хыяллана. Ә ул «аҫыл ҡош» күҙгә лә күренмәй, талға ҡунған һандуғас булып та һайрамай, кәкүк булып та саҡырмай, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына әллә ҡайҙа йөрөй, һис тотормон тимә! Бында инде, туғанҡай, алтын-көмөштәреңдә, баштан ашҡан кинәнес - рәхәтлектәр ҙә, илдәр-ҡитғалар буйлап сәйәхәт итеүҙәр ҙә, аҡ «мерседес»ҡа ултырып йөрөүҙәр ҙә, матур-затлы кейем-һалым да һиңә ярҙам итә алмай. Бәхеттән башҡа, бөтәһе лә бар, тип әйтергә генә ҡала. Әммә шуныһы мәғлүм: бәхетле булыуҙың бер бик ышаныслы сығанағы билдәле. Ул — бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан

527




уҡ аңлаған, хөрмәт иткән саф күңелле, игелекле-изгелекле кешеләр араһында ғына була торған йылы мөнәсәбәт. Шулайын шулай ҙа, был бит бөтә донъялағы иң ауыр яйға һалына торған яҡынлыҡ. Ә быға нисек өйрәнергә һуң? Фәҡәт тойғоларҙы тәрбиәләү аша ғына өлгәшергә мөмкин. Бында матур әҙәбиәт, юғары әхлаҡи кинофильмдар, фәһемле спектаклдәр ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. һин минең атайһыҙ үҫкәнде беләһең, Наилә. Ә һиңә иһә әсә тәрбиәһе алырға насип булмаған. Бәхеттән, ярай әле, атайың аҡыллы кеше. һинең өсөн атай ғына түгел, әсәй ҙә булған ул. Үгәй әсәйең дә бик һәйбәт кеше, һине үҙ балаһылай яҡын күрә.

Мин һинең атайың — ҡарт большевик, революционер, Ауырғазы районын ойошторған, уның иң тәүге рәйесе булған, 1937 йылғы репрессияға эләгеп, бер нисә йыл төрмәләрҙә яфа сиккән, аҙаҡ яуаплы вазифалар башҡарған, Октябрь революцияһының 30 йыллығы айҡанлы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған Шәйхәттәр Шәйхлислам улы Ваһаповты үҙ атайымдай хөрмәт итәм, яратам, Наилә! һинең ҡулыңды һорарға барғас, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған капитан Хәмзә улына оҡшатып, мине үҙ итте, яҡын күрҙе һәм шунда уҡ фатихаһын да бирҙе!

Өйләнешеп, бергә йәшәй башлаған йылдарҙа үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән дә, матди яҡтан да күпме ярҙам итте ул беҙгә?! Беҙ быны бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгел!

Наилә! Йәнем! Атайың да, әсәйең дә шаҡтай олоғайҙы. Хәҙер беҙгә сират етте уларға ярҙам итергә. Ҡунаҡҡа килгәндәрендә яҡты сырай, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһәк тә, ҡарттарға беҙҙең тарафтан иғтибар етешмәй әле, Наилә. Уларға хәҙер һиҙелерлек ярҙам кәрәк. Ә нимә эшләй алабыҙ һуң? Өйҙәре шаҡтай иҫкергән, урам ҡапҡалары ауыр асыла, күтәрмә баҫҡыстары туҙған, баҡсаларындағы һәм ишек алдындағы эскәмйәләре күптән буялмаған, утын һарайҙарында ел уйнай. Өйҙәренә, йорт-ҡураларына бик яҡшы ремонт үткәрергә кәрәк, Наилә. Быларҙы эшләргә беҙгә Хоҙай Тәғәлә үҙе ҡушҡан, ана, Ҡөрьән Кәримдә лә: «Ата-әсәңде хөрмәт ит, ҡартайған көндәрендә ярҙамыңдан ташлама», — тип яҙылған. Мин иртәгә үк Стәрлегә ике мең һум аҡса һалам, һин барғас, бөтәһен дә бәйнә-бәйнә һөйләп, аңлатып бир, ҡарттарҙың ғорурлығына тейерлек булмаһын.

528




Мин бында, Наиләкәй, ата-әсә алдындағы үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙҙы үтәүҙә лә, балаларыбыҙҙы ла күҙ уңында тотам. Беҙгә уларҙы нисек тә инсафлы, кешелекле, туған йәнле итеп тәрбиәләргә кәрәк. Бала бит иң тәүҙә ата-әсәһенән өлгө ала. Ояһында ни булһа, осҡанда ла шул, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Бына күрһендәр һинең менән минең атай-әсәйҙәргә ҡарата булған туғанлыҡ мөнәсәбәттәрҙе. Үҫкәс, улар ҙа беҙгә шулай ярҙам итер, үҙ- ара ла дуҫ йәшәр, кешелекле, игелекле булыр...

Минең, Наилә, атайың тураһында проза әҫәре яҙғым килә. Уның образы тап бына проза өсөн ҡойған да ҡуйған инде. Ул драматургияға ғына һыйырлыҡ түгел. Шәйхәттәр Ваһапов — икеләнмәй торған ныҡ, бер һүҙле, көслө рухлы кеше. Уның менән бер ултырып һөйләшеүең үҙе бер ғүмер! Әле лә хәтеремдә, Никита Хрущев Сталинды яманлап, бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлағас, атайың был хәл менән бер ҙә килешмәне. Кеше ҡулы менән булһа ла, ҡасандыр үҙен дә төрмәгә илтеп тыҡҡан юлбашсыны, бер уйлағанда, ул һис тә яҡларға тейеш түгел ине кеүек. Никита Сергеевичҡа ҡушылып, бөтә йән асыуын сығарһа ла, мин уны ғәйепләмәҫ инем... Юҡ, Шәйхәттәр Шәйхлис- лам улы Сталиндың ыңғай яҡтарын да онотмаған булып сыҡты. «Мин уның беренсе биш йыллыҡтар осорондағы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы эшмәкәрлеген бик юғары баһалайым. Ул үҙен талантлы ғәскәр башлығы итеп тә күрһәтте. Еңеүҙе яулап алыуҙа ла уның өлөшө ҙур. Ана, Черчиль дә әйткән бит, Сталин сабаталы, һуҡалы Рәсәйҙе ҡабул итеп алды, уны атом менән ҡоралланған, Йыһанға күтәрелгән бөйөк держава итеп ҡалдырҙы, тигән... Әлбиттә, Сталин тиран да ине. Донъяла тиран булмаған ниндәй юлбашсы бар? Сыңғыҙ хан, Александр Македонский, Бонапарт Наполеондар тиран булмағанмы ни? Ә Рәсәйҙең миллиондарса крәҫтиәндәрен иҙгән, зар илатҡан Романовтар династияһы батшалары? Бөтәһе лә йыртҡыстар...» Был атайыңдың һүҙҙәре, Наилә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Совет урамында йәшәүсе аҡһаҡал Ваһапов һүҙҙәре.

Уның фекерҙәре менән килешергә лә, килешмәҫкә лә мөмкин. Эш унда түгел. Бында мәсьәлә былай тора. Ниңә Хрущев ағай үҙе менән оҙайлы йылдар дауамында бергә Политбюрола эшләгән Сталинды ул үлгәндән һуң фашлай? Ә элек нимә ҡараған? Үлгән арыҫлан ҡурҡыныс түгел, әйҙә, теләгәнсә яр уны, тиҙәрме әле? Никита Серге-

529


евичтың Сталин һөйләгәндә ауыҙын йыра-йыра, уны хуплап, сәпәкәйләп ултырыуҙарын бөтә донъя белә бит. Юҡ, Наилә, улай ярамай! Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу яланында булған, ике тапҡыр ауыр яраланған һәм контузия алған артиллерия батареяһы командиры булараҡ, мин атайың менән тулыһынса килешәм... Уға был турала икәү һөйләшеп ултырғанда ла әйткәйнем.

Наилә, элекке йылдарҙа мин һиңә бындай хаттар яҙа алмаҫ инем. Хәҙер заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, аҙыраҡ һүҙ ирке бирелде кешегә. Иреклек-иркенлек әҙәм балаһына, бигерәк тә яҙыусыларға, эсәр һыу, һулар һауа, икмәк-тоҙ кеүек кәрәк шул. Никита Хрущевтың ыңғай яҡтарының береһе шул: һалҡын ҡыштан һуң аҙыраҡ тын алһындар типме, яҙға тартым бер хөрриәт «бүләк итте» халыҡҡа. Мәскәү яҙыусылары уға шунда уҡ исем дә тапты, «оттепель» тип атанылар идеология өлкәһендәге был реформа һымаҡ нәмәне. Беренсе булып хәйләкәр сәйәсмән Илья Эренбург ауыҙынан яңғыраны был һүҙ. Ул һуңыраҡ хатта ошондай исемле повесть та яҙҙы.

Епшек көн тигәндән, хәҙер һиңә бер ҡыҙыҡ ваҡиға тураһында һөйләйем. Үткән аҙнала Әҙәбиәт институтына (беҙ бит бер бинала донъя көтәбеҙ) Мәскәүҙең иң уҫал шағирҙары Евгений Евтушенко менән Бэлла Әхмәҙуллина килде. Уларҙың ниндәй яҙыусылар икәнен яҡшы беләһең, Наилә. Маяковский һәм Есениндарҙан һуң, бөтә Мәскәүҙең мәҙәниәт һарайҙарын, китапханаларын, музейҙарын, юғары уҡыу йорттарының конференң-зал- дарын һәм, ниһайәт, А. С. Пушкиндың һәйкәле торған майҙанды нисәнсе йыл инде дер һелкеткән, шау-шыу ҡуптарған, ун меңдәрсә шиғри йәнле йәштәрҙе бергә йыйған әҙәби сығыштарҙы ойоштороусы был ике тәкәббер, ғорур, ҡурҡмаҫ заттың беҙҙең институтҡа киләсәген мин алдан уҡ белгәйнем. Был туралағы хәбәрҙе беҙҙең драматургия семинары етәксеһе тәнҡитсе-ғалимә Инна Люңи- ановна Вишневская «тишкәйне» минең ҡолағыма. Семинарҙа «Рәйсә»не тикшергәндән һуң, ул миңә ҙур хөрмәт менән ҡарай башланы. (Бер яҙғайным инде һиңә, ул Рәйсә образын Арбузовтың Таняһына оҡшатты. Ә даһи драматургтың был образын Вишневская үлеп ярата.)

Евтушенколар менән осрашыу буласағы тураһында мин үҙем менән бергә уҡыған дуҫтарым Нәжибәк Хафизов менән Аяз Ғиләжевкә лә әйттем. Нәжибәк (беҙҙең

530




курстың старостаһы) шунда уҡ институтҡа сапты. Ул уңған һәм булдыҡлы егет, уҫаллығы ла бар, кешеләр, бигерәк тә түрәләр, менән һөйләшергә лә оҫта. Ярты сәғәт тә үтмәне: «һеҙҙән бер ярты, егеттәр», — тип өҫөбөҙгә лә саҡырыу билеттары алып та сыҡты. «Был турала берәүгә лә әйтмәгеҙ, бына күрерһегеҙ, бында мәхшәр буласаҡ», — тип киҫәтте. Осрашыу киске сәғәт һигеҙгә билдәләнгәйне, беҙ ике сәғәт ҡала алдан барһаҡ, ни күҙҙәребеҙ менән күрәйек: Тверь бульварының яртыһы һәм институттың ишек алды халыҡ менән шығырым тулған. Ярай әле, атлы милиция килеп, тиҙ генә тәртип урынлаштырҙы, юғиһә, беҙ осрашыуға эләгә лә алмаҫ инек.

Кисә башланырға ике-өс минут ҡына ҡалғас, әзмәүерҙәй биш-алты ир-ат уратып алған Бэлла Әхмәҙуллина менән Евгений Евтушенко килеп инде. Студенттар шунда уҡ һылыу шағирәне ҡулдарына күтәреп алды ла сәхнәгә мендереп тә ултыртты. Ә оҙон буйлы, зәңгәр күҙле шаҡтай һауалы шағир Евтушенко бындай «хөрмәттән» ҡәтғи рәүештә баш тартты. Ул залдың яртыһына еткәс, ҡапыл туҡтап, бында мин ғашиҡ булырлыҡ берәй һылыу ҡыҙ бармы һуң тигәндәй, йәштәрҙе үткер күҙ ҡараштары менән һөҙөп, үҙ алдына йылмайғандай итте. Студент халҡы атаҡлы шағирҙың был ниәтен тиҙ аңлап алды һәм көлөшә-көлөшә яңынан ҡул сабырға тотондо. Шағир бик ҡәнәғәт ине. Шунан һуң ғына ҡәҙерле ҡунаҡ сәхнәгә күтәрелде, һаман да аяҡ өҫтө баҫып торған йәштәргә йылмайып: «Зинһар, ултырығыҙ, дуҫтар!» — тине. Егеттәр һәм ҡыҙҙар кемуҙарҙан: «Йәшәһен Рәсәй шиғриәтенең иң яҡты йондоҙҙары Бэлла һәм Евгений! Бөйөк ша- ғирҙарға дан!» — тип оҙаҡ ҡына шаулашты ла ҡапыл туҡтап ҡалды. Быныһы ла килгән ҡунаҡтарҙы хөрмәтләү билдәһе ине...


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   28   29   30   31   32   33   34   35   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет