Доклады «2009 йылда башҡортостан республикаһында граждандар йәМҒИӘте хәле тураһында»



Дата23.02.2016
өлшемі236.19 Kb.
түріДоклад


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЙӘМӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ ДОКЛАДЫ

«2009 ЙЫЛДА БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ГРАЖДАНДАР ЙӘМҒИӘТЕ ХӘЛЕ ТУРАҺЫНДА»
Властың граждандар йәмғиәтенә асыҡлығы, сәйәси ҡарарҙар ҡабул иткәндә йәмәғәтселек фекерен һис шикһеҙ иҫәпкә алыу – хәҙерге демократик дәүләттең мотлаҡ атрибуты. Дәүләттән бойондороҡһоҙ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар мөһим социаль башланғыстар менән йышыраҡ сығыш яһай, власть һәм бизнес менән тығыҙ партнерлыҡта йәмғиәт алдында торған проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша. Бер үк ваҡытта тап улар дәүләт системаһы етешһеҙлектәрен объектив тәнҡитләүселәр булып тора.

Бөгөн Рәсәй йәмғиәтенең бөтә ҡатламдары донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен үҙендә тойҙо. Ләкин был ярайһы уҡ ҡатмарлы шарттарҙа ла алға киткән граждандар йәмғиәте сәйәси тотороҡлолоҡ, социаль партнерлыҡ һәм инновацион үҫештең өҫтәмә гарантияһы булып тора.

Шуға күрә хәҙерге демократик дәүләт граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү яҡлы. Бында, Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, был йәһәттән «граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу дәүләттең бурысы булып тора. Тирә-йүнендәге хәлдәргә битараф булмаған кешеләр үҙ изге ынтылыштарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә булырға тейеш».

Граждандар йәмғиәтенең һөҙөмтәле институттарын ойоштороу һәм үҫтереү ижтимағи-сәйәси модернизацияның мөһим маҡсаттарының береһе тип иҫәпләнә. «Ватансылыҡ, толерантлыҡ, гражданлыҡ һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәре позицияларында торған бөтә йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының төп бурыстарының береһе булып ҡала. Дәүләттең роле граждандар мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙе тулы кимәлдә тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала» - тип билдәләнә Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәһендә.

Шулай итеп, 2009 йыл башына дәүләт менән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында диалог алып барыу өсөн һөйләшеү майҙансығы һәм йәмәғәт башланғыстары эксперт үҙәге булдырыуға социаль ихиыяж тыуҙы. 2009 йылдың 3 апрелендә нигеҙ һалынған Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ошондай граждандар йәмғиәте институтына әүерелде.

Граждандар хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, граждандар йәмғиәтен үҫтереү Палата эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора. Төбәк закон проекттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү, дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген йәмәғәт контроленә алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Йәмәғәт палатаһы ағзаларына изгелек, әхлаҡлылыҡ һәм ғәҙеллек идеалдарын, дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең федератив, демократик принциптарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү кеүек яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Уның ағзалары кеше һәм граждандың Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы менән гарантияланған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡларға бурыслы.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы күптән түгел эшләй башлауға ҡарамаҫтан (уны ойоштороу байтаҡ көс һалыуҙы талап итте), уның ағзалары байтаҡ мөһим социаль-иҡтисади һәм сәйәси башланғыстарҙы бойомға ашырыуға өлгәште. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы тураһында Закон, Йәмәғәт палатаһының Эш регламенты һәм уның ағзаларының Этика кодексы әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге баштан уҡ үҙ һөҙөмтәләренең асыҡлығы принциптарына ҡоролдо, Интернет селтәрендәге www.op-rb.ru адресы буйынса рәсми сайт материалдарына мөрәжәғәт итеп, теләгән бер кеше улар менән таныша ала.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзалары Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы саҡырыуын беренселәрҙән булып ҡабул итте һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведевтың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә тәҡдимдәр пакетын әҙерләп бирҙе. Уларҙан иң мөһимдәре – тыл эшсәндәрен һәм өсөнсө дәрәжә инвалидтарын пенсия менән тәьминәт итеүҙе арттырыу, шулай уҡ мәғариф тураһындағы законда төбәк компоненты тураһында положениены ҡайтанан тергеҙеү хаҡында инициативалар. Бынан тыш, Йәмәғәт палатаһы ағзалары бәләкәй бизнесты, Башҡортостан Республикаһы иҡтисадын инновацион үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы яҡлап сығыш яһаны.

Идара итеү аппаратына дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыу инновацион үҫеш шарттарының береһе булып тора. Тап шуға күрә 2009 йылда Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы республиканың граждандар һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре штаттарын ҡулайлаштырыуҙы хупланы, шулай уҡ төбәк биләмәһендә федераль чиновниктар һанын кәметергә саҡырып сығыш яһаны. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында Законға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамға, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауға ҡағылышлы закондарға Йәмәғәт палатаһы тәҡдим иткән үҙгәрештәр закон көсөнә эйә булды.

Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәте исеменән Йәмәғәт палатаһы ағзалары Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведевтың «Алға, Рәсәй!» программа мәҡәләһенә, Президенттың РФ Федераль Йыйылышына 2009 йылғы Мөрәжәғәтнамәһенә, шулай уҡ башҡа күп кенә ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерҙәрен халыҡҡа еткерҙе.

Палата ағзалары йәмәғәт башланғысында һорауҙарға яуап бирә, граждандарҙы ҡабул итә һәм дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарында уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай. Бөгөн Йәмәғәт палатаһы ағзалары исеменә 20 мөрәжәғәт килде, улар араһында экологик, хоҡуҡ һаҡлау һәм социаль йүнәлештәге мәсьәләләр, шулай уҡ байтаҡ конструктив тәҡдимдәр. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы, һәр хат буйынса хоҡуҡ һаҡлау йәки башҡа дәүләт органдарына, киң мәғлүмәт сараларына запростар ебәрелде йәки квалификациялы яуап бирелде. Әлеге ваҡытта “БР Йәмәғәт палатаһы тураһында” республика законына төҙәтмәләр әҙер, улар Палатаға үҙ бинаһына һәм бер аҙ хеҙмәткәрҙәр штатына эйә булырға булышлыҡ итәсәк, был граждандар мөрәжәғәттәре менән эште системалы нигеҙҙә ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Үрҙә һанап кителгәндәрҙән тыш, бер йыл эсендә Йәмәғәт палатаһы ағзалары Башҡортостандың граждандар йәмғиәте үҫешенә мониторинг үткәрҙе һәм анализ яһаны. Һәм бөгөн уның һөҙөмтәләре нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы үҙ тарихында тәүге «Башҡортостан Республикаһында 2009 йылда граждандар йәмғиәте хәле тураһында» докладын тәҡдим итә. Ул йәмәғәт һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары активистарына, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, фәнни берләшмә вәкилдәренә көндәлек эштәрендә ярҙам итәсәк, шулай уҡ XXI быуатта республикалағы граждандар йәмғиәтенең үҫеш проблемалары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла файҙалы буласаҡ.

Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, граждандар йәмғиәтенең аяҡҡа баҫыу, уның институциональ структураһы формалашыу процестары бара. Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан Йәмәғәт палатаһына бирелгән статистика мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй. Уларға ярашлы, 2010 йылдың 1 ғинуарына төбәктә 4484 коммерцияға ҡарамаған ойошма, шул иҫәптән 2483 йәмәғәт берекмәһе, 829 дини ойошма, 1172 коммерцияға ҡарамаған башҡа ойошмалар теркәлгән.

Бынан тыш, 951 йәмәғәт ойошмаһы, 1434 профсоюз ойошмаһы, 9 милли-мәҙәни автономия, 13 ижтимағи хәрәкәт, 3 йәмәғәт учреждениеһы, 57 йәмәғәт фонды, 1 ижтимағи үҙешмәкәрлек органы, 9 йәмәғәт берекмәһе союзы (ассоциацияһы), 1 сауҙа-сәнәғәт палатаһы, 211 автономялы коммерция булмаған ойошма, 1 адвокат палатаһы, 8 адвокат бюроһы, 12 адвокаттар коллегияһы, 1 нотариаль палата, 68 крәҫтиән (фермер) хужалығы ассоциацияһы, дәүләткә ҡарамаған 4 пенсия фонды, 277 коммерция фонды, 246 коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ, 201 шәхси учреждение, 123 юридик шәхестәр берләшмәһе (союзы, ассоциацияһы), 6 эш биреүселәр берекмәһе, 3 территориаль йәмәғәт үҙидараһы, 12 башҡа төрлә коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән.

Шул уҡ ваҡытта килтерелгән һандар нигеҙһеҙ иллюзиялар тыуҙырырға һәм “уңыштан башты әйләндерергә” тейеш түгел. Һанап кителгән ойошмаларҙың күбеһе “ҡағыҙҙа ғына” бар, байтағы уставҡа ярашлы эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. Был проблема Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси үҫешендә иң мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Граждандарҙың ижтимағи-сәйәси әүҙемлеге характеры граждандар йәмғиәте хәленең мөһим индикаторы булып тора. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһында, башҡа һәр тотороҡло демократик йәмғиәттәге кеүек, ижтимағи-сәйәси әүҙемлек бигерәк тә сәйәси лидерҙар, функционерҙар һәм сәйәси партиялар активистары эшмәкәрлегендә сағылды.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһында сәйәси партияларҙың 7 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Улар араһында иң ҙурҙары – «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе (62700 кеше) һәм «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар Партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе (3645 кеше).

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда теркәлгән сәйәси партиялар бүлексәләренең күбеһе әлеге ваҡытта, граждандар йәмғиәтенең башҡа институттары кеүек үк, системалы көрсөккә дусар. Уларҙың ағзалыҡ системаһы һәм тәүге бүлексәләр инфраструктураһы үҫешмәгән. Теркәлгән партияларҙың күбеһенең сәйәси әүҙемлеге Өфө ҡалаһы административ сиктәрендә генә ҡала.

Әлеге ваҡытта Берҙәм Рәсәй, КПРФ һәм Ғәҙел Рәсәй партиялары республика бүлексәләренең генә үҙ сайттары һәм ваҡытлы баҫмалары бар. Хәйер, сәйәси партияларға дәүләттән кәм булмаған кимәлдә йәмғиәт өсөн асыҡ һәм үҙ һайлаусыларына ҡарата ихтирамлы булырға кәрәк.

Дөйөм алғанда, 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы халҡының сәйәси әүҙемлеген Башҡортостан Республикаһы ҡала округтары һәм ауыл муниципаль берәмектәренең вәкәләтле урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар сағылдырҙы. 2009 йылдың 4 ноябрендә тауыш биреүгә һайлаусыларҙың 81,41 проценты килде. Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары менән сағыштырғанда – был электораль әүҙемлектең, тимәк, граждандарыбыҙҙың сәйәси социалләшеүенең, иң юғары күрһәткесе. Һайлауҙар бөтә 134 һайлау округында ла үтте тип танылды, уларҙан 134 депутат һайланды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер сәйәси партиялар ҡала һәм район Советтары составына үҙ вәкилдәрен үткәрә алманы. Шуның менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, һайланма урындағы үҙидара органдарында төрлө идеологик спектрҙар партиялары вәкилдәре булырға тейеш, тип иҫәпләй, сөнки был республиканың сәйәси системаһын нығытып ҡына ҡалмаясаҡ, шулай уҡ Башҡортостан граждандар йәмғиәтенең артабанғы үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк.

Әүҙем һәм пассив һайлау хоҡуғы менән бер рәттән, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы граждандарға демонстрациялар, митингылар, пикеттар, петициялар аҫтына ҡултамғалар йыйыу, рәсми кешеләр менән туранан-тура бәйләнеш рәүешендә ҡарарҙар ҡабул иткәндә власть органдарына туранан-тура йоғонто яһау хоҡуғы бирә. Былтыр төрлө ойошмалар тарафынан Башҡортостан Республикаһында 108 ижтимағи-сәйәси сара ойошторолдо, уларҙа, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы эксперттары баһалауынса, 30 000-дән ашыу кеше ҡатнашты.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы власть яғынан граждандарҙың тыныс акциялар үткәреү азатлығына конституцион хоҡуҡтарын боҙоу факттарын теркәмәне. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһында ижтимағи-сәйәси хәлде тыныс, ә халыҡ акциялары ваҡытында граждандарҙың һәм дәүләт органдарынаң үҙ-ара мөнәсәбәте Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡ майҙаны сиктәрендә барҙы, тип баһаларға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта, йәмғиәттә сәйәси һүлпәнлек көсәйеүгә тенденция, граждандарҙың күбеһе һәм, иң элек, йәштәр ижтимағи-сәйәси тормошта ҡатнашмауы һәм хатта бындай мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынмауы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһында борсолоу тыуҙыра. Тарихи тәжрибә өйрәтеүенсә, социаль һүлпән массалар экстремистик пропагандаға һәм тоталитар идеологияларға еңел бирелеүсән була. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы юғары уҡыу йорттарына, мәктәптәргә, республика киң мәғлүмәт сараларына һәм йәмәғәт берекмәләренә үҫеп килеүсе йәш быуында гражданлыҡ позицияһы тәрбиәләү буйынса эште әүҙемләштерергә тәҡдим итә.



Киң мәғлүмәт саралары граждандар йәмғиәтенең мөһим сегменты булып тора, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы уны үҫтереүгә бик етди иғтибар бирә. Республика киң мәғлүмәт саралары йәмәғәтселек фекере формалашыу процесына ҙур йоғонто яһай һәм дәүләт менән йәмғиәт араһында элемтә каналы булып тора.

Бынан тыш, республика киң мәғлүмәт саралары көндәлек тормошо үҙәк баҫмалар биттәрендә сағылыш тапмаған ҡала һәм райондарҙың үҫеш проблемалары тураһында берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булып тора. Мәҫәлән, 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы гәзиттәрендә һәм журналдарында ҡала һәм райондарҙың социаль-иҡтисади хәле тураһында 5000-дән ашыу һәм үткәрелгән милли-мәҙәни сәйәсәт тураһында шул тиклем үк мәҡәлә баҫылды. Башҡортостан Республикаһының милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәренең эше әүҙем популярлаштырыла.

Башҡортостанда ҡулланыусының һәр социаль һәм профессиональ өлкәлә талабын ҡәнәғәтләндерерлек үҫешкән киң мәғлүмәт саралары баҙары булдырылған. 2009 йылдың 1 декабренә ҡарата республикала төрлө милекселек формаһындағы 1016 ваҡытлы баҫма теркәлгән. Милли баҫмаларҙы һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Күп граждандарыбыҙ өсөн улар туған телендә мәғлүмәт алыуҙың берҙән-бер сығанағы булып тора бит. Был республика власть органдарының күп милләтле халҡы алдында үҙенсәлекле миссияһы, бурысы, сөнки мәғлүмәт алыу мөмкинлеге кешенең Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституциялары менән гарантияланған айырылғыһыҙ хоҡуҡтарының береһе ул. Дәүләт матбуғат баҫмаларының күбеһе Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының 6 телендә сыға.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт саралары Интернет-майҙанда лайыҡлы урын алды һәм хәҙерге заман мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтте. Республикала матбуғат баҫмаларының берҙәм Интернет-порталы, республика дәүләт баҫмаларының Интернет-сайттары, шулай уҡ оператив мәғлүмәттәр менән алмашыу өсөн корпоратив форум эшләй башланы. Спутник һәм кабелле телевидение йылдам үҫешә.

Әммә Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы журналистар берләшмәһе алдында торған, власть иғтибарын йәлеп итеүҙе талап иткән ҡайһы бер етди проблемаларға күҙ йомоп ҡарай алмай. Йәмғиәттә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошон яҡтыртыуға махсуслашҡан альтернатив журналистикаға ихтыяж бар. Был мәғлүмәт майҙанын дәүләткә ҡарамаған баҫмалар тулыландыра алыр ине.

Һүҙ азатлығы менән хәл билдәле бер борсолоу тыуҙыра. Ҡайһы бер баҫмалар етәкселеге эске цензура ҡуллана, был журналист ижады азатлығын сикләй. XXI быуат Башҡортостан Республикаһы журналисы, дүртенсе власть вәкиле булараҡ, рәсми идеологияға буйһонмау ғына түгел, мөхәрририәт сәйәсәтенең ведомство сикләүҙәренән азат булырға тейеш.

Ахыр килеп, түбән эш хаҡы һәм журналист профессияһының абруйы төшөүе борсоуға һала. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, бындай шарттарҙа журналистар цехының сағыу һәм талантлы вәкилдәрен финанс яғынан яҡлау маҡсатында дәүләт һәм муниципаль гранттар булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй.

Башҡортостанда Евразия халыҡтарының быуаттар буйына бергәләп йәшәү, төрлө мәҙәниәттәр, конфессиялар һәм традицияларҙың үҙ-ара конструктив эш итеү тәжрибәһе тупланған, ул республика граждандар йәмғиәтенең XXI быуаттағы үҫеш спецификаһын билдәләй ҙә. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, этник состав буйынса республика халҡының 36,3 процентын – урыҫтар, 29,8% – башҡорттар, 24,1 процентын татарҙар тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 130 халҡы вәкиле йәшәй, уларҙың 11-енең тупланып йәшәү урындары бар. Тап шуға күрә лә милли-мәҙәни йәмәғәт берекмәләре Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәте структураһында һиҙелерлек роль уйнай.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһында 9 милли-мәҙәни автономия эшләне. Халыҡтар тупланып йәшәгән биләмәләрҙә ойошторолған 14 тарихи-мәҙәни үҙәк һәм республика “Халыҡтар дуҫлығы йорто” милли мәҙәниәттәрҙе тергеҙеү һәм үҫтереү кеүек мөһим дәүләт бурысын үтәй.

2000 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһын ойоштороу республика милли-мәҙәни хәрәкәтенең иң юғары нөктәһе булды. 2009 йылда был абруйлы йәмәғәт берләшмәһе составына 30-ҙан ашыу милли-ижтимағи ойошма инде. Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәте үҫешендә 2009 йылдың июнендә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының Икенсе съезын үткәреү мөһим ваҡиға булып торҙо, унда 34 милләттән 504 делегат ҡатнашты.

Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы 2009 йылда ҡайһы бер федераль закондар Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәте институтына етди хәүеф менән янауын борсолоп билдәләй. Иң элек, бында һүҙ Рәсәй мәғариф стандартында милли-төбәк компонентын юҡҡа сығарыу тураһында һүҙ бара. Бының менән бәйле, Йәмәғәт палатаһы федераль дәүләт власы органдарын мәғариф сәйәсәте йүнәлешенә йәмәғәтселек фекере талаптарын иҫәпкә алып төҙәтмәләр индерергә, ә Башҡортостан Республикаһынан һайланған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаусылар алдындағы үҙ йөкләмәләрен үтәргә саҡыра. Рәсәй Федерацияһының Европа төбәк телдәре хартияһын кисекмәҫтән ратификациялауы ла талап ителә.

Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтендә дини ойошмалар һиҙелерлек урын биләй. Беҙҙең күп проблемаларыбыҙ рухи йүнәлештәребеҙҙе юғалтыуыбыҙ, халыҡ тормошоноң әхлаҡи нормалары йомшарыуы менән бәйләнгән бит.

2010 йылдың 1 ғинуарына, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 829 дини ойошма юридик шәхестәр статусына эйә, улар 15 төрлө конфессия мәнфәғәттәрен сағылдыра. Башҡортостан Республикаһында иң йоғонтоло дин булып ислам һәм православие тора, уларҙың берләшмәләре дөйөм дини ойошмалар һанының 86 проценттан ашыуын тәшкил итә. Шуның 67 проценты – ислам, 19 проценты православие конфессияларына ҡарай. Республика биләмәһендә Ислам өммәһен 434 мосолман общинаһы ингән «Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты» һәм 473 общинаны берләштергән «Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты» сағылдыра. Бынан тыш, Рус православие сиркәүе Өфө епархияһының 250 приходы эшләй. Республика дини конфессиялар лидерҙары Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы составына инә.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы дини эшмәкәрҙәрҙең экстремизмға ҡаршы принципиаль сығыштарын юғары баһалай. Республикабыҙҙа бындай кире күренештәр өсөн ерлек юҡ. Ләкин донъялағы хәлдәрҙе иҫәпкә алып, уяу булырға, йәштәребеҙҙе насар йоғонтоларҙан һаҡларға, үҫеп килеүсе быуынды рухи агрессиянан ҡурсаларға кәрәк.



Йәштәр йәмәғәт берләшмәләре Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәте структураһында һәр ваҡыт мөһим урын биләне.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы йәштәре мәнфәғәттәрен төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге 70-тән ашыу балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре сағылдыра. 275 000 самаһы кеше уларҙың ағзалары булып тора, ә сараларҙа 700 000-дән ашыу граждан ҡатнаша.

Ҡануниәт сифатын яҡшыртыу, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе һөҙөмтәле социаль-хоҡуҡи көйләү юлдарының береһе булып йәштәр ойошмаларының закондар сығарыу процесында ҡатнашыуы тора. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағында Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшләп килә, ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән консультатив һәм кәңәшмә орган булып тора. 2009 йылдың мартында йәштәр парламентаризмы муниципаль кимәлдә лә үҫеш алды.

Йәштәр йәмәғәт берләшмәләре элек-электән ойоштороу мәҙәниәтенең, диалог алып барыу, кешеләр менән эшләү, компромисс һәм консенсус табыу оҫталығының иң яҡшы мәктәбе булып торҙо. Әммә бөгөн төрлө кимәлдәге кадрҙар резервтарын ойошторғанда йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең потенциалы дәүләт тарафынан етерлек кимәлдә һөҙөмтәле файҙаланылмай.

Ғаиләнең ижтимағи абруйын күтәреү, йәштәрҙең буш ваҡыты проблемаларын хәл итеү бик етди иғтибар талап итә. Наркомания, эскелек, берәҙәклек, ваҡыт үткәреүҙең деструктив формалары бигерәк тә тап йәштәр мөхитенә ҡағылды. Шуға күрә йәмәғәт ойошмалары менән берлектә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке изделиелары һатыу өлкәһендә закондарҙың үтәлешенә контролде көсәйтергә, йәш быуынға “һыра һәм тәмәке культын” көсләп тағыусы агрессив рекламаға ҡаршы әүҙемерәк көрәшергә кәрәк.

Сочи ҡалаһында 2014 йылғы ҡышҡы олимпиадаға әҙерлек менән бәйле спорт йүнәлешендәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡеүәтен тағы ла һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәк. 2010 йыл башына Башкортостанда 72 спорт федерацияһы теркәлде, ә спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр һаны 918 мең кешенән артып китте.

Йәмәғәт берләшмәләре тренер һәм башҡа спорт хеҙмәткәрҙәрен һайлап алыу, ҡуйыу һәм квалификацияһын күтәреү, киң мәғлүмәт сараларында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса планлы һәм маҡсатҡа йүнәлешле эш алып бара. Күп спорт йәмғиәттәре, спорт төрҙәре буйынса федерациялар спорт һәм туризмдың төп олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия төрҙәрен үҫтереүҙең дәүләт (көрәш, хоккей), ведомство программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Әммә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһын спортты коммерциялаштырыуға, уның күмәк спорт характерын юғалта барыуына дөйөм Рәсәй тенденцияһы ла борсомай ҡалмай. Йәмәғәт палатаһы ағзалары Башҡортостан Республикаһында аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртырлыҡ арзан «социаль» спорт инфраструктураһын һаҡлау һәм артабан үҫтереү өсөн әүҙем сығыш яһай.



Профсоюз ойошмалары Башҡортостанда иң күмәк йәмәғәт берекмәләре статусын биләүен дауам итә. Шуны әйтеү ҙә етә: Башҡортостан Республикаһында профсоюз ағзаларының дөйөм һаны 1 миллион 8 мең 100 кеше тәшкил итә.

2009 йылда донъя иҡтисади көрсөгө эҙемтәләренә ҡаршы көрәш, эш урындарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында һатып алыу һәләтен һаҡлап ҡалыу Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының төп бурысы булды. Хәлгә йылдам мониторинг үткәреү һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында профсоюз хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек әйләнәһенә телефон элемтәһе эше ойошторолдо.



Бәләкәй һәм урта бизнес республика иҡтисадының иң һиҙелерлек һәм әһәмиәтле секторына әүерелә бара, сөнки граждандар йәмғиәтенең һәм конституцион ҡоролош тотороҡлолоғоноң нигеҙе – ул ныҡлы урта синыф.

Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, «Эшлекле Рәсәй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк ойошмаһы, «Рәсәй таянысы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк ойошмаһы, «Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы», «Башҡортостан Республикаһының Эш биреүселәр союзы» һәм «БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды» эшҡыуарҙарҙың башланғыстары буйынса ойошторолған иң ҙур йәмәғәт берләшмәләре булып тора.

Бөгөн муниципаль берәмектәрҙәге ҡайһы бер Эшҡыуарҙар союздары һәм советтары тарафынан башҡарылған ҙур ижтимағи эш хаҡында ышаныслы һөйләргә мөмкин. Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы ағзалары башланғысы менән һәм уларҙың ҡатнашлығында 2009 йылдың февралендә Өфө ҡалаһы прокуратураһы ҡарамағында Бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлау буйынса йәмәғәт советы ойошторолдо. 2009 йылдың майында БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ҡарамағында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә координация советы төҙөлдө. Уның составына Союздың ун вәкиле инде.

«РСПП» Дөйөм Рәсәй эш биреүселәр берләшмәһенең төбәк бүлексәһе – «Башҡортостан Республикаһы Эш биреүселәр союзы»ның конструктив эшмәкәрлеген айырып билдәләргә кәрәк. 2008 йылда ойошторолғандан һуң ул республика территорияһында эш итеүсе тармаҡ эш биреүселәр берекмәләрен берләштерҙе һәм уларҙың эшмәкәрлеген тупланы.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһы эш биреүселәренең йәмәғәт берләшмәләре бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына һалым баҫымын кәметеү, кредиттар алыу мөмкинлеген арттырыу, техник көйләү принциптарын камиллаштырыуҙың мөһим башланғыстары менән сығыш яһаны. Коррупцияны иҫкәртеү һәм дәүләт, муниципаль заказдарҙан файҙаланыу мөмкинлегенең үтә күренеүсәнлеген тәьмин итеү эшендә эшҡыуарлыҡ ойошмалары яғынан дәүләт власы органдарына етди ярҙам күрһәтелде.

Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта бизнесҡа «Новая экономическая газета», шулай уҡ «Предприниматель Башкортостана», «Вести Торгово-промышленной палаты Республики Башкортостан» гәзиттәре, «Бизнес-партнёр» бәләкәй бизнес журналы, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһының рәсми сайты һәм башҡа бик күп электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары яғынан мәғлүмәттәр менән йылдам ярҙам күрһәтелә.

Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү мәсьәләләре хәҙерге донъяла йәмғиәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстары булып тора. Журналдар, гәзиттәр сығарыу кеүек традицион мәғлүмәт ресурстары менән бер рәттән «Электрон Башҡортостан» программаһы киң үҫеш алды.

Республикала ҡала һәм район китапханалары ҡарамағында эшҡыуарҙар өсөн 24 мәғлүмәт-консультация бюроһы асылды. 2009 йылда ғына был бюроларға 102556 мөрәжәғәт килгән. Бынан тыш, «Башҡортостандың бәләкәй бизнесы», «Башҡортостан Республикаһының инновацион ҡеүәте» махсус сайттары булдырылды.

Шуның менән бергә Йәмәғәт палатаһы эксперттары, артыҡ административ ҡаршылыҡтар, кредит ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлектәренең сикләнеүе коррупция һәм ҡайһы бер намыҫһыҙ чиновниктарҙың профессиональ булмауы Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта бизнестың инновацион үҫешен ҡатмарлаштыра, тип иҫәпләй.

Шуғә күрә көн тәртибенә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә йәмәғәт мониторингын ойоштороу буйынса мәсьәләне индерергә кәрәк. Рейдерлыҡҡа ҡаршы көрәш тә, атап әйткәндә, бер нисә йыл инде киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итеп, дәүләт контроль һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары яғынан һөжүмгә дусар ителгән Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводындағы хәл Йәмәғәт палатаһының иғтибар үҙәгендә.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә административ регламенттар эшләү, ғәмәлгә индереү һәм камиллаштырыу, уларҙан рөхсәт документацияһын тултырғанда эшҡыуарҙарға нигеҙләнмәгән саманан тыш юғары талаптарҙы бөтөрөү буйынса эште дауам итергә кәрәк.

Тейешле етерлек принцибына нигеҙләнеп, ысынлап та кәрәкле документтарҙы һәм муниципаль мәғлүмәттәр базаһында булмаған мәғлүмәттәрҙе генә талап итергә кәрәк.

Баҙар мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙә граждандар йәмғиәтенең роле һәм әһәмиәте эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләрен генә түгел, шулай уҡ граждандарҙың сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәргә эйә булыуға хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡулланыусылар хәрәкәтен институциалләштереүгә ҡайтып ҡала. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы территорияһында ошондай эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыусы 14 коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы теркәлгән. 2009 йылда йәмәғәт берләшмәләренең Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эше хужалыҡ итеүсе субъекттар һәм граждандар араһында ағартыу эшендә, консультациялар биреүҙә, дәғүә ғаризалары төҙөүҙә һәм судта яҡлағанда эштәрҙе ҡарауҙа булышлыҡ күрһәтеүҙә, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары ярҙамы менән аңлатыу эше үткәреүҙә сағылды.

Шул уҡ ваҡытта ауыл ҡулланыусылар йәмғиәттәре пайсыларының хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле шелтәләр әлегә күп. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге йәмәғәт берләшмәләре етештереүселәргә, башҡарыусыларға һәм һатыусыларға йәмәғәт йоғонтоһо сараларын ҡулланып, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен үтәү буйынса эште әүҙемерәк тормошҡа ашырырға тейеш.



Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә БР хирургтары ассоциацияһы, БР ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы, БР терапевтары ассоциацияһы, Башҡортостан радиологтары ассоциацияһы, БР ортопед-травматологтары һәм протезистары ассоциацияһы, Башҡортостан кардиологтар ғилми йәмғиәте, «Рәсәй педиатрҙары союзы» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе, Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар, онкологтар ассоциацияһы кеүек профессиональ медицина берләшмәләре уңышлы эшләй.

Ғалимдарҙың һәм табиптарҙың медицина ярҙамын камиллаштырыу буйынса тырышлығын берләштереү һәм эшмәкәрлеген көйләү, белгестәрҙең иҡтисади, профессиональ һәм социаль хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү һәм яҡлау, медицинаның төрлө өлкәләрендә яңы ғилми эшләнмәләрҙе һәм алдынғы профессиональ тәжрибәне ғәмәлгә индереү уларҙың эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәр булып тора. Медицина белгестәре ассоциациялары ауырыуҙарға ҡағылышлы медицина стандарттарын, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыу буйынса айырым маҡсатлы программаларҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.



Әсә һәм баланың һаулығын, репродуктив һаулыҡты һаҡлау өлкәһендә “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы, БР Балалар фонды, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, “Бергә” сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусыларҙың республика ирекле ижтимағи хәрәкәте уңышлы эшләй.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһында һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр халыҡтың тәбиғи артымы теркәлде. Әммә финанс көрсөгөнөң кире социаль эҙемтәләре демографик хәл динамикаһын ҡайтанан кире яҡҡа үҙгәртеүе ихтимал тигән хәүеф бар. 2010-2012 йылдарға “Ғаилә” республика программаһы проектын эшләгәндә быларҙың барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк. Ул социаль институт булараҡ, ғаиләне нығытыуға, торлаҡ программаһын комплекслы хәл итеүгә, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға йүнәлтелергә тейеш.



Ғаиләне, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы социаль яҡлау өлкәһендә “Рәсәй балалар йорто”, Дөйөм Рәсәй йәмәғәт фонды бүлексәһе – БР Балалар фонды тарафынан ҙур эш башҡарыла. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ҡатын-ҡыҙҙарҙың гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереүгә, уларҙы ижтимағи, сәйәси һәм иҡтисади процестарға йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

Ветерандар, инвалидтар һәм оло йәштәге кешеләр хаҡында һәр яҡлап хәстәрлек күреү, уларҙың социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм гарантияларын яҡлау – дәүләттең генә түгел, шулай уҡ граждандар йәмғиәтенең дә туранан-тура бурысы. Граждандарҙың ошо социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөмөнөң комплекслы проблемаларын хәл итеп, Йәмәғәт палатаһы һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Шул уҡ ваҡытта ҡабул ителгән программаларҙың тейешле финанс тәьминәте булмай тороп, Федерация субъекты кимәлендә социаль тәьминәт системаһын яҡшыртыу мөмкин түгел. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, 2009 йылда Рәсәй дәүләт ҡоролошоноң федераль принцибынан унитар башланғыстар яғына боролоу тенденцияһы әүҙемләшеүен дауам итте, тип борсолоп билдәләй. Бюджет-ара мөнәсәбәттәр торошо ҙур хәүефкә һала. Сөнки тап бөгөн төбәктәр Рәсәй дәүләте социаль йөкләмәләренең күпселеге буйынса төп яуаплылыҡҡа эйә. Шуның менән бергә Федерация субъекттары бюджетына йыйылған һалымдарҙан бүлемдәр өлөшө кәмеүен дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы иҫәпләүенсә, был проблема бөтә граждандар, күп милләтле халҡыбыҙҙың күпселеге мәнфәғәттәрендә хәл ителергә тейеш. Ошоға бәйле ул федераль ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә өлгәшергә тейеш.

Имен экологик мөхиткә хоҡуҡ, уның торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр алыу кеүек үк, кеше һәм граждандың айырылғыһыҙ конституцион хоҡуҡтарының береһе булып тора. Граждандар йәмғиәтенең экологик йүнәлештәге институттары ошо хоҡуҡтарҙы яҡлау һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнергә тейеш. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһында ошондай 16 йәмәғәт ойошмаһы теркәлгән. Шуларҙың иң абруйлылары – «Башҡортостан Республикаһының Экологтар союзы», «Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте»нең Башҡортостан республика бүлексәһе һәм «Экорост» йәштәр экология ойошмаһы.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары йәмәғәт экологик контроль һәм экспертизаның, граждандарҙы экологик мәғлүмәттәр менән тәьмин итеүҙең, экологик эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүҙең, экологтарҙы һәм халыҡтың экологик мәнфәғәттәрен хоҡуҡи яҡлауҙың социаль әһәмиәтле функцияларын башҡара, шулай уҡ тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә закон сығарыу инициативалары менән сығыш яһай. Башҡортостан экологтарының халыҡ-ара бәйләнештәре нығый.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһында, бөтә Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, граждандар йәмғиәтенең аяҡҡа баҫыуы һәм үҫеше ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең фекерләү инертлығы һәм граждандарыбыҙҙың күпселегендәге социаль конформизм психологияһы менән бәйле байтаҡ ойоштороу һәм финанс ҡыйынлыҡтарына осрай.

Егерме йыллыҡ үҙ аллы демократик үҫеш осоронда Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары ойошторолоуҙың тәүге этабында граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарҙы.

Шул уҡ ваҡытта граждандар йәмғиәте институтының дәүләт машинаһына финанс йәһәтенән бәйһеҙлеге уның дәүләт учреждениеһынан төп айырмаһы булыуын хәтерҙә тоторға кәрәк. Беҙҙең йәмәғәт ойошмалары федераль һәм халыҡ-ара гранттар алыуға конкурстарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ “Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 288283 5-се федераль закон проекты потенциалын тормошҡа ашырырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, дәүләт власы органдарына дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәрен билдәләгәндә йәмәғәтселек фекеренә йышыраҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән фекерҙә. Донъя финанс көрсөгө башланыу менән бюджеттан финанслауҙы талап иткән Башҡортостан Республикаһы халҡының йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү программаларының күпселеге туҡтап ҡалды, беҙҙеңсә, быға юл ҡуйырға ярамай, сөнки йәмәғәтселек фекеренә системалы мониторинг булмай тороп, демократия принциптарында дәүләткә идара итеү мөмкин түгел.

Ғаилә ҡиммәттәре Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының милли идеяһы рангына индерелеүгә лайыҡ, һәм киң мәғлүмәт саралары был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлап, эзмә-эҙлекле сығыш яһай. Республиабыҙ территорияһында патронат ғаиләләрҙә намыҫһыҙ ата-әсәләр ғәйебе менән балаларҙың һәләк булыуы осраҡтары ҡабатланырға тейеш түгел. Ошоноң менән бәйле Йәмәғәт палатаһы Башҡортостанда Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһының булдырылыуын хуплай, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтергә саҡыра.

Беҙ алданған өлөшсөләрҙең төҙөлөш бизнесындағы намыҫһыҙ вәкилдәргә ҡарата ғәҙел талаптарын хуплайбыҙ һәм Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарына намыҫлы һатып алыусыларҙың милек хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса бөтә сараларҙы күрергә тәҡдим итәбеҙ.



Йәмәғәт палатаһы йәш быуындың һаулығы өсөн көрәшергә ниәтләй, айырыуса мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары эргәһендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү өсөн сығыш яһай.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә бөтә яҡлап булышлыҡ итә, шулай уҡ йәмәғәтселек фекере лә ыңғай баһаға эйә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ граждандарҙы республикалағы граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә әүҙемерәк ҡушылырға, инициатива күрһәтеүҙән һәм үҙ иңенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырабыҙ. Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәте дәүләт власы органдары тарафынан “юғарынан” ойоштороласаҡ тип көтөргә ярамай. Ул үҙ иленең гражданы һәм патриоты тип иҫәпләнгән кешеләр, Башҡортостан Республикаһының бөтә күп милләтле халҡы тарафынан төҙөлөргә тейеш.
Каталог: upload -> files
files -> Жеке және заңды тұлғаларға көрсетілетін мемлекеттік қызметтердің тізілімін бекіту туралы
files -> Жаңақорған ауданы мәдениет саласының 2012 жылы атқарған жұмыстары жайлы мәлімет
files -> І. Балалардың құқықтарын қорғау саласындағы нормативтік құжаттар
files -> 2013 жылғы облыстық бюджеттің атқарылуы туралы есеп
files -> «Алматы қаласы Жер қатынастары басқармасы»
files -> Қазақстан Республикасы Президенттігіне кандидаттардың үгіттік баспа материалдарын орналастыратын орындар мен сайлаушылармен кездесу үшін берілетін үй-жайларды белгілеу туралы
files -> 2013 жылдың 1 қыркүйегіне Жаңақорған ауданы бойынша кәсіпкерлік және өнеркәсіп саласында атқарылған жұмыстар туралы мәлімет


Достарыңызбен бөлісу:


©dereksiz.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет