I бүлек. Әҙәбиәттән кластан тыш саралар үткәреү. Кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстары



Дата15.06.2016
өлшемі264.97 Kb.
#136316
Йөкмәткеһе

Инеш


I бүлек. Әҙәбиәттән кластан тыш саралар үткәреү.

  1. Кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстары.

  2. Кластан тыш уҡыу дәрестәрен ойоштороу юлдары.

II бүлек. Әҙәбиәттән кластан тыш саралар.

1. Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эш төрҙәренең бүленеше.

2. Әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙың тәғәйенләнеше.

2.1. Әҙәби диспут.

2.2. Әҙәби уйындар.

2.3. Әҙәби аҙналыҡтар ун көнлөктәр.

2.4. Әҙәби түңәрәктәр.

2.5. Йәш журналистар түңәрәге.

2.6. Шаян, тапҡыр, көслөләр уйыны.

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Инеш

Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыс­тарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошо­на яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни ки­мәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы­нан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

Системалы рәүештә үткәрелә торған синыфтан тыш саралар ҙа әҙәбиәт уҡытыуҙы тормош менән бәйләргә, уҡытыу-тәрбиә эшен заман талабы кимәленә күтәрергә ярҙам итә. Синыфтан тыш эштәр уҡыусыларҙың әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса белемен киңәйтә, дәрестә үтелгәндәрҙе үҙ аллы ҡабатларға ярҙам итә. Был белемдәрҙе практикала ҡулланыу - уҡыусыларҙың йыйылыштарҙа, үҙ иптәштәре, башҡа аудиториялар алдында сығыш яһау, тасуири һөйләү, яҙыу күнекмәләрен нығыта, идея-эстетик тойғоларын байыта.

Тикшереүҙең актуаллеге: Әҙәбиәт методикаһында кластан тыш саралаҙың үҙенсәлектәре өйрәнелгән, ләкин етешле кимәлдә түгел. Был өлкәлә Ғималова М.Ғ., Юлмөхәмәтов М.Б., Ниғмәтуллин Р.Х., Ғөбәйҙуллина Ф.Х. һ.б.эшләй. Әҙәбиәттән кластан тыш саралар тупланған айырым йыйынтыҡтар ҙа юҡ, тиерлек. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналындағы баҫмалар уҡытыусыларға ярҙамға килә. Бынан тыш төрлө сценарийҙар менән Ф.Х. Ғөбәйҙуллинаның йыйынтығын һәм 2008 йылда донъя күргән Ә. Алдырханованың “Өләсәйем һандығы” китабын күрһәтеп китергә мөмкин. Шуның өсөн дә был курс эшенең темаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

Тикшеренеү маҡсаты: мәктәптәрҙә әлегә тиклем туплана килгән тәжрибәне өйрәнеп һәм ғилми-методик әҙәбиәтте дөйөмләштереп, әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙы ойоштороу, төрлө дәрес өлгөләрен эшләү һәм үткәреү юлдарын асыу.

Тикшеренеү бурыстары:

1) әҙәбиәттән кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстарын асыҡлау;

2) кластан тыш уҡыу дәрестәрен ойоштороу юлдарын күрһәтеү;

3) кластан тыш сараларҙың бүленешен һәм тәғәйенләнешен өйрәнеү;

4) әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙың дәрес өлгөләрен эшкәртеү;

Ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү өсөн түбәндәге методттар ҡулланылды:


  • ғилми-методик әҙәбиәтте анализлау;

  • уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнеү;

  • ШТҠ, “Брейн-ринг” уйыны, викторина, дәрес-экскурсия кеүек төрҙәрен дәрестә файҙаланып эште апробациялау;

  • әҙәбиәт дәресендә кластан тыш сараларҙы ҡулланыуҙың эффектлығын билдәләү.

Ғилми яңылыҡ: был проблема етешле кимәлдә өйрәнелмәгән, шуныһы менән был хеҙмәт актуаль.

Тикшеренеүҙең объекты: нетрадицион саралар аша уҡыусыларҙа әҙәбиәткә, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Тикшеренеүҙең предметы: әҙәбиәт дәрестәрен эффектлыраҡ итеүҙә дәрестән тыш сараларҙың роле.

Тикшеренеүҙең теоретик әһәмиәте: әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙы өйрәнеү нигеҙендә, ижади эшмәкәрлек аша, уҡыусыларҙа әҙәбиәт дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, китапҡа һөйөү тәрбиәләү.

Тикшернеүҙең практик әһәмиәте: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, филология факультеты студенттарына методик ярҙам күрһәтеү.

Курс эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән һәм ҡушымтанан тора.


I бүлек. Әҙәбиәттән кластан тыш саралар үткәреү.

  1. Кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстары.

Башҡорт теленән кластан тыш эштәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙә берҙәм ағым итеп ғәмәлгә ашырыу бөгөнгө көндә мөһим бурыстарҙың береһе һанала.Уларға түбәндәгеләр инә:

1. Дәрестә үҙләштерелгән теоретик белемде: туған телдең төҙөлөшөн, яһалышын, үҙгәрешен, уның ғәйәт бай булыуын тел түңәрәктәрендә, туған тел аҙналыҡтарында, кисәләрҙә һәм башҡа эш төрҙәрендә нығытыу, тәрәнәйтеү һәм уны ҡуллана белеү.

2. Уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләтен үҫтереү.Туған телгә арналған төрлө кластан тыш эштәрҙә әүҙем булыу, унда сығыш яһау өсөн материалдар туплау, етеҙерәк фекерләргә өйрәтеү, һығымта яһай белеү күнекмәләре тәрбиәләү.

3. Баланың уҡыу һәм һөйләү мәҙәниәтен үҫтереү.Уҡыусының логик яҡтан бәйләнешле, стилистик яҡтан дөрөҫ һөйләп һәм аңлата белеүе, шулай уҡ халыҡ араһында әҙәби телдә әүҙем эш алып бара алыуы кеүек эштәрҙе тормошҡа ашырыу. Йәш быуында әүҙем тормош позициялары тәрбиәләү.

4. Уҡыусыларҙа әсә телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уларға тыуған телгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, улар менән ғорурланыу тойғоларын байытыу.

5. Синыфтан тыш эштәрҙең туған телгә арналған иртәлек, кисә, аҙналыҡ һәм айлыҡ кеүек массовый төрҙәрен үткәргәндә күмәкләп ҡатнашыу, тапшырылған эште намыҫ менән бергә эшләргә һәм йәшәргә өйрәтеү.

6. Докладҡа материал йыйыу, сығыш яһау, викторина, КВН-дарға һорауҙар әҙерләү, стена гәзите сығарыуҙа ҡатнашыу һ.б. органик берҙәмлектә ойоштороу маҡсатына өлгәшелә. Шуға ярашлы ойошторолған эштәрҙә уҡыусылар белемдәрен тәрәнәйтәләр, матурлыҡты күрә, тоя белергә өйрәнәләр.


  1. Кластан тыш уҡыу дәрестәрен ойоштороу юлдары.

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың әҫәрҙәрҙе үҙ аллы уҡыу, аңлау, анализлау һәм баһалау, тасуири уҡыу, һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен, ижади активлыҡтарын, практик эшмәкәрлектәрен, фекерләү һәләтлектәрен үҫтереү кеүек бурыстар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙә төп иғтибарҙы һәр әҫәрҙең уҡыусылар тарафынан уҡылыуына ирешеүгә йүнәлтергә кәрәк.

Бының өсөн уҡыусыларға китап уҡыу күнекмәһе биреүҙең, уларҙы китап һөйөүселәр итеп тәрбиәләүҙең, китапты ысын мәғәнәһендә
тормош дәреслеге итеп ҡарарға күнектереү эшенең күп яҡлы, ҡатмарлы бурыстарҙың береһе булыуын һәр саҡ күҙ уңында тотоу талап
ителә.

Ошо ҡатмарлы бурысты ыңғай хәл итеүҙә методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған кластан тыш уҡыу дәрестәре мөһим роль уйнай. Ләкин,


ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә мәктәптәрҙә был етди эшкә тейешле
иғтибар бирелеп етмәй, һөҙөмтәлә балаларҙың китап уҡыуы тейешле талаптарға яуап бирмәй.

Әҙәбиәт дәрестәре менән тығыҙ һәм айырылғыһыҙ бер­ҙәмлектә үткәрелә торған кластан тыш эштәр системаһында уҡыусыларҙың кластан тыш уҡыуын ойоштороу, уларҙа художестволы әҙәбиәткә, мөхәббәт тәрбиәләү, китап уҡыый белеү күнекмәләрен үҫтереү бурыстары айырыуса мөһим урын тота. һәр әҙәбиәт уҡытыусыһы мәктәп программаһын үтеү, дәрес биреү менән генә сикләнмәҫкә, бәлки уҡыусыларҙа бөтә ғүмере буйы художестволы әҫәрҙе уҡыуға дәрт, һүҙ сәнғәтенә мөхәббәт тәрбиәләү, унда һалынған фекер һәм тойғоларҙы төшөнә, тоя белеү, әҙәби әҫәр уҡыуҙан -эстетик ләззәт ала белеү күнекмәләрен тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуйырға тейеш.

Уҡыусыларҙа китап уҡыу теләге тәрбиәләү, әҫәрҙә һүрәтләнгән тормош картиналарын, образдарҙы йәнле итеп күҙ алдына баҫтыра белеү, әҙәби геройҙар тормошон, улар­ҙың яҙмышын үҙҙәренә яҡын ҡабул итә, улар менән бергә кисерә белеү, унда һүрәтләгәндәрҙе үҙ тормошо йәки үҙен уратып алған тормош күренештәре менән сағыштыра белеү һәләтлеген үҫтереү бурысын уҡытыусы һәр саҡ күҙ уңында тоторға тейеш.

Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты — балаларҙы китап һө­йөүселәр итеп тәрбиәләү, уларҙа китап менән үҙ аллы эш итеү, уны үҙ аллы аңлау, баһалау, уға үҙенең мөнәсәбә­тен белдереү күнекмәләрен тәрбиәләүҙән тора. Кластан тыш уҡыу уҡыусыларҙың донъя тураһында белемдәрен киңәйтә, шуның менән фән нигеҙҙәрен ныҡлы үҙләштерер­гә ярҙам итә, эстетик зауыҡ тәрбиәләй, һөйләү, яҙыу телен байыта һәм ижади һәләтлектәрен активлаштыра.

Шуны иҫтә тоторға кәрәк, һәр уҡылған китаптың үҫ­мерҙең, егеттәрҙең, ҡыҙҙарҙың идея һәм әхлаҡ үҫешенә ың­ғай йоғонто яһауына ирешеү өсөн китапты дөрөҫ һайлау, уны дөрөҫ баһалай белеү бик мөһим.

Күп кенә мәктәптәр практикаһында әҙәби әҫәрҙе уҡыу күнекмәләре биреү эше әле тейешле кимәлгә ҡуйылмаған. Уҡыу күнекмәһен үҫтереүҙә конкурстар, ролләп уҡыу, инсценировкалар ҡуйыу кеүек күп төрлө эштәр үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә.

Уҡытыусы китапханасы менән бергәләп китапханала нисек эшләү, карточкалар буйынса нисек китаптар таба белеү, каталогтан нисек файҙаланыу, газета, китап, жур­нал менән нисек эш итеү, уҡығанды нисек яҙа барыу, ци­таталар һайлау, көндәлек яҙыу кеүек эштәрҙе өйрәтә. Бын­дай эштәрҙе китапханала үткәреү уңайлы. Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу алдынан уҡыусыларҙың, ниндәй әҫәр­ҙәр менән ҡыҙыҡһыныуын белеү бик мөһим. Ҡайһы бер уҡыусылар хәрби темаға яҙылған йәки мажаралы, детек­тив әҫәрҙәр менән генә ҡыҙыҡһыныусан булалар. Бындай уҡыусыларҙа төрлө темаларға яҙылған әҫәрҙәр (тәбиғәт лирикаһы, тарихи темалар һ. б.) менән ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алыуҙа «Минең яратҡан геройым», «Минең яратҡан әҫәрем» һ. б. шундай темаларға яҙма эштәр үткәреү һәм, төр­лө һорауҙарҙы эсенә алған анкета таратып, ундағы һорау­ҙарға яҙма яуаптар алыу уңайлы алым. Анкетала:


  • «һин ниндәйерәк әҫәрҙәр яратаһың?

  • һинең яратҡан яҙыусың, яратҡан китабың, геройың кем?

  • һин яратып уҡыған китаптың төп геройҙары кемдәр?

  • Уларҙағы ниндәй сифаттар һиңә оҡшай?

  • Әҫәрҙәге кире геройҙар кемдәр?

  • Был әҫәр ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?

  • һин китапты ҡайһы ваҡытта уҡыйһың?

  • Үҙеңдең ниндәй китаптарың бар?

  • Ниндәй газе­та, журналдар уҡыйһың? һ. б. шуның кеүек һорауҙар бу­лырға мөмкин.

Шулай уҡ уҡыусыларҙың ни менән ҡыҙыҡ­һыныуын белеү өсөн, һәр уҡыусы менән айырым-айырым әңгәмә үткәрелә, был әңгәмә ваҡытында уның ниндәй ки­таптар уҡыуы, уларҙы нисек аңлауы һ. б. мәсьәләләр асыҡлана.

Китапханасы менән бергәләп уҡыусыларҙың формулярҙарын да тикшереү — уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләргә ярҙам итә торған сараларҙың береһе.

Уҡыусыларҙың китап менән ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү өсөн, китапханала, әҙәбиәт кабинетында йыш ҡына китап күргәҙмәләре ойошторорға кәрәк. Күргәҙмәлә яңы сыҡҡан китаптар, айырым яҙыусы ижадына, айырым тема­ларға арналған әҫәрҙәргә ҡарата яҙылған рецензиялар, тәнҡит мәҡәләләре, библиографик белешмә һәм иллюстрациялар күрһәтелә.

Кластан тыш уҡыуҙы дәрестәр менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу методтарының береһе – әңгәмә. Дәрестә уҡытыусы программа буйынса үтелгән әҫәр буйынса әңгәмә үткәргәндә, төп тема буйынса һорауҙар ҡуйыу менән бергә, кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса ла һорау ҡуя. Уҡыусылар теге йәки был тема буйынса яуап биргәндә, ҡабатлау һәм йомғаҡлау ваҡытында, докладтар һөйләгәндә, уларҙан, дәрестә үтелгән әҫәрҙәр менән бер рәттән, кластан тыш уҡылған әҫәрҙәрҙе лә файҙаланыуҙы талап итергә кәрәк. Ошондай саралар ярҙамында уҡытыусы уларҙың үҙ-ара органик бәйләнешен булдыра.

Шулай итеп, уҡыусыларҙың, күпме, ниндәй китаптар уҡыуын, нин­дәй китаптар менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләү уҡытыусыға эште нисек башлап ебәрергә, нисек ойошторорға кәрәклек­те бик асыҡ күрһәтә.

IV—VII кластарҙың уҡыусыларын китап уҡырға йәлеп итеү, кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу маҡсатында түбән­дәге эштәрҙе башҡарыу айырыуса әһәмиәтле:

I. Мәктәптә, кабинетта йәки китапханала кластан тыш
уҡыу мөйөшөн йыһазландырыу

II. Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр, бу­йынса ҙур булмаған коллектив әңгәмәләр үткәреү (әңгәмә­не әҫәрҙәрҙе һанап сығыу, уларҙың исемдәрен әйтеү менән генә сикләнмәй, йөкмәткеһе менән ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итеп ойоштороу).

III. Айырым тематик дәрес күргәҙмәләрен ойоштороу. «Граждандар һуғышы батырҙары», «Кеше хеҙмәте менән матур», «һинең тиҫтерҙәрең», «Яңы китаптар» һ. б.

IV. Ки­тап аҙналығын яҡшы итеп ойоштороу ҙа китап пропагандалауҙың һәм уҡырға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙең эффектлы юлы. Сөнки был аҙналыҡта бик күп төрлө эш эшләр­гә була.

V, Әҙәби викториналар, КВН-дар, олимпиадалар үткә­реү.

Ә хәҙер киңерәк таралған дәрестәрҙең төрҙәрен түбән­дәге типтарға бүлеп ҡарарға мөмкин.

I. Китапхана дәрестәре. Уҡыусылар бындай дәрестәрҙә китапханала китаптар менән эшләүҙең тәүге күнекмәләрен алалар һәм яңы китаптар менән танышалар. Мәҫәлән, улар түбәндәге темалар буйынса үткәрелергә мөмкин «Китап — беҙҙең дуҫ һәм иптәш», «Китапты нисек дөрөҫ һайларға?», «Китапхана менән нисек файҙаланырға?», «Каталог һәм картотека менән нисек эшләргә?», «Шәхси китапхананы нисек ойошторорға?», «Библиографик әҙәбиәт менән эшләү методикаһы» һ. б.

II . КВН әҙәби уйындар, викторина тибындағы дәрестәр.


Улар күберәк 4—6 кластарҙа үткәрелә. Уҡыусылар, ғәҙәттә бындай дәрестәрҙә, актив ҡатнашалар. Мәҫәлән, ошон­дай темаларҙың булыуы мөмкин: «Тыуған ил нимәнән башлана?», «Улар — Салауат Юлаев премияһы лауреаттары», «Башҡорт халыҡ ижадын беләһеңме?», «Азатлыҡ йырҙары» һ. б.

III. Күҙәтеү характерындағы дәрестәр (йәки конференциялар). Бындай дәрестәрҙә уҡыусылар ҡайһы бер ҙур күләмле китап йәки айырым темалар буйынса һөйләшәләр. «Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә совет кешеләренең Ватан һуғышы йылдарындағы героизмы», «Башҡорт поэзияһында хеҙмәт темаһы».

lV. Китап буйынса фекер алышыу дәрестәрен диспут,конференция формаһында ойошторорға ла мөмкин. Бындай дәрестәр өсөн һорауҙарҙы алдан әҙерләргә һәм уҡыусыларға хәбәр итергә кәрәк. Мәҫәлән, Я. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» китабы буйынса диспутҡа түбәндәге һорауҙарҙы тәҡдим итергә мөмкин:


  1. Ни өсөн автор үҙенең китабын «Бөртөкләп йыйыла алтын» тип атаған?

  2. Кешеләр бәхете өсөн көрәшеүсе революционерҙың характеры нисек формалаша?

  3. Башҡорт халҡының революцион көрәшкә килеүен автор нисек һүрәтләй алған?

  4. Романдың төп идеяһын нисек аңлайһығыҙ? Художество үҙенсәлектәре нисек?

  5. Китап һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

  6. Романдың ҡайһы урындарын һеҙ иң ҡыҙыҡлы тип әйтер инегеҙ?

V. Дәрес- экскурсия. Уҡыусылар менән тыуған яҡ, республика, ил

буйынса йә булмаһа яҙыусының тыуған яғы буйлап ситтән тороп сәйәхәт яһала. Йыш ҡына уҡыусылар менән теге йәки был йылға, тау, күл буйҙары, ғөмүмән, тәбиғәтте тасуирлаған әҫәрҙәр нигеҙендә әҙәби сәйәхәттәр үткәрелә. Уҡыусылар йыш ҡына халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм өйрәнеү өсөн экспедицияларға сығалар, йылға буйлап ултырған ҡалаларҙың тарихы, экономикаһы, промышленносы, ауыл хужалығы менән танышалар һәм һәр ҡалаға арнап тематик альбомдар сығаралар.

VI. Яҙыусы менән осрашыу дәресе. Программа тара­нан тәҡдим ителгән әҫәрҙең авторы, менән осрашыу уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Шулай итеп, кластан тыш уҡыу дәрестәрен үткәреү уҡыусыларҙың әҫәр менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, уның йөкмәткеһен үҙ аллы аңлай, баһалай белеү һәләтлеген үҫтереүгә ярҙам итә.


II бүлек.Әҙәбиәттән кластан тыш саралар.

  1. Әҙәбиәт буйынса кластан тыш сараларҙың бүленеше.

Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эште дәресһеҙ, дәресте кластан тыш эшһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әҙәбиәт дәрестәре элекке кластан тыш тип иҫәпләнгән эш төрҙәрен дә үҙҙәренең айырылғыһыҙ өлөшө итеп әүерелдерә баралар. Юғары кимәлдә ойошторолған әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың үҙ аллы белем һәм тәрбиә алыуына йүнәлеш бирелә, уларҙың белемен дәрестә генә баһалап бөтөү мөмкинлеге юғала. Уҡыусылар ҙа үҙҙәренең белем алыуын дәрестәр менән генә сикләй, үҙ белемдәрен уҡытыусы баһалауы менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡала алмайҙар. Улар уҡытыусы ярҙамынан тыш та, үҙ аллы тәрбиәләнерҙәй, белем алыу, теләге менән яна башлайҙар. Дәрестә кластан тыш эштәр үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә, дәрестең башы ла, дауамы ла булып тора. Ошо фекергә таянып Л.С. Айзермандың: “Факультатив дәрестәр бөгөнгө әҙәбиәт дәрестәренән үҫеп сыға1”, - тигән һүҙҙәрен әҙәбиәт буйынса бөтә төр кластан тыш эштәргә ҡарата ла файҙалана алабыҙ.

Кластан тыш уҡыу шулай уҡ, дәрес менән кластан тыш эштәр араһында күпер ул. Ул – әҙәбиәт буйынса башҡа төр кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙың да, әҙәбиәт дәрестәрен һөҙөмтәле үткәреүҙең дә нигеҙе; кластан тыш уҡыу – уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алырға, тәрбиәләнергә өйрәтеүҙең дә берҙән бер төп сығанағы.

Кластан тыш эштәрҙе, нигеҙҙә, ике төрлө итеп, системалы рәүештә, эпизодик рәүештә үткәрәләр. Системалы рәүештә алып барылған төрҙәренә тел түңәрәге, стена гәзите, ҡулъяҙма журналдар, тел һөйөүселәр клубы, йәш хәбәрселәр түңәрәге, радиотапшырыуҙар инә. Эпизодик характерҙағы төрҙәренә тел иртәлектәре, кисәләре, тел фәне аҙналыҡтары, айлыҡтары, лингвистик олимпиада, экскурсиялар, экспедицияларҙы күрһәтергә мөмкин. Күренеүенсә, мәктәп практикаһында кластан тыш эштәрҙең төрҙәре бик күп. Һуңғы йылдарҙа кластан тыш эштәр яңынан-яңы төрҙәр менән байытыла. Мәҫәлән: өҫтәл уйындары (грамматик лото, грамматик ярыш, төрлө башватҡыстар), тел өлкәһендәге күренекле ғалимдар менән осрашыу кеүек төрҙәре киң ҡулланыла.
Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эш төрҙәренең бүленеше.

Эштең характеры

Эш төрҙәре

Ойоштороуҙа яуаплы кеше

Дәрестәргә тығыҙ бәйләнелешле, бөтә уҡыусылар ҙа башҡарырға тейешле эштәр.
Дәрестәрҙә лә ҙур аудиторияла ла файҙаланыу мөмкинлеге булған эштәр.

Класс, түңәрәк йәки һайлап алынған уҡыусылар тарафынан әҙерләнелгән, ҙур аудиторялар өсөн файҙаланылған эштәр.


Күпселек кластан тыш эштәрҙе үҙ эсенә алыусы, бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнашҡан эштәр.

Ирекле башланғыста ойошторолған эштәр.


Кластан тыш уҡыу. Әҙәби әңгәмәләр.

Үҙ аллы ижади эштәр (рецензия, инша, доклад, әҙәби иллюстрациялар һ. б.) әҙәби экскурсиялар.

Китап уҡыусылар конференцияһы. Әҙәби диспут.
Әҙәби уйындар һәм башватҡыстар(викторина, ШТК һ.б. уйындар).

Төрлө характерҙағы әҙәби кисәләр (поэзия, проза, драма, әҙәби даталарға арналған тематик кисәләр һәм яҙыусылар менән осрашыу).

Әҙәби – музыкаль композициялар, ситтән тороп әҙәби сәйәхәттәр, әҙәби күргәҙмәләр.Әҙәби газета, альманах, журнал сығарыу.

Әҙәби аҙналыҡ, ун көнлөктәр, әҙәби олимпиадалар.

Төрлө профилдәге әҙәби түңәрәктәр(әҙәби ижад, халыҡ ижады, поэзия, проза, драма, әҙәби крайҙы өйрәнеү, телмәр культураһы һ. б.).


Класс етәксеһе, әҙәбиәт уҡытыусыһы, китапханасы менән берлектә.
Әҙәбиәт уҡытыусыһы, класс етәксеһе .

Әҙәбиәт уҡытыусыһы, китапханасы менән берлектә йәки айырым – айырым.

Класс етәксеһе, әҙәбиәт уҡытыусыһы, китапханасы.

Махсус комиссиялар (мәктәп дирекциялары, район мәғариф бүлеге етәкселегәндә).

Әҙәбиәт уҡытыусыһы йәки әҙәбиәт белгестәре.


3. Әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙың тәғәйенләнеше.

3.1. Әҙәби диспут.

Әҙәби диспут – ул уҡылған әҫәр буйынса әңгәмәнән үҫеп сыҡҡан. Әҙәби диспуттар күберәк урта һәм юғары кластарҙа файҙаланыла. Уҡытыусы түбән кластарҙа диспут үткәрәм тип күпме генә тырышһа ла, ул әңгәмә булып ҡала йәки китап уҡыусылар конференцияһына әүерелә.

Әҙәби диспуттарҙы айырым кластарҙа үткәреү һөҙөмтәлерәк. Параллель кластарҙа бергә үткәрелгән диспуттарҙа ла тәрбиәүи маҡсаттарға ирешеү мөмкинлеге ҙур. Был осраҡта алынған диспут проблемаһы буйынса, бер үк йәштә, бер үк класс программаларын үҙләштергән ике коллективтың ҡарашы осраша. Уларҙың ҡарашындағы айырмалыҡтарҙы таба белеү, үҫтереү, бәрелештереү, шуның аша маҡсатлы уҡырға, йәшәргә, эшләргә өйрәтеү ике класс уҡыусыларына ла берҙәй ыңғай йоғонто яһай. Әңгәмә рәүешендәге бәхәс уҡыусыларҙы хеҙмәткә, үҙен уратып алған кешеләр менән әхлаҡлы мөнәсәбәткә өйрәтеү сараһына әүерелә. Шулай уҡ бәхәстә дуҫлыҡ, мөхәббәткә тоғролоҡ һ.б. мәсьәләләрҙе лә ситләп үтергә ярамай.

Әлбиттә, диспут өсөн проблеманы уңышлы һайлау, уға ентекле әҙерләнеү, уны юғары кимәлдә үткәреү кәрәк. Диспуттың проблемаһы уҡыусыларҙың аң, белем кимәленә, йәшенә, уларҙың белем алыу активлығына, уҡыусылар алдында торған иң мөһим бурыстарға бәйле рәүештә һайлап алына. Алынған проблема уҡыусыларҙың белем алыу эшмәкәрлеген активлаштырыуға, йәмғиәт алдындағы хоҡуҡтарын һәм бурыстарын асыҡлауға йүнәлтелә.Мәҫәлән :(“ Нимә ул дуҫлыҡ?” ) темаһына әҙәби диспут тәҡдим итәм.

1.Дуҫлыҡты һин нисек күҙ алдына килтерәһең?

2.Һәйбәт дуҫлыҡҡа художестволы әҫәрҙәрҙән йәки тормоштан ниндәй миҫал килтерә алаһың, уларҙың дуҫлыҡ сере нимәлә тип иҫәпләйһең?

3.Дуҫлаша алыуға йәш, белем, дәрәжә, байлыҡ, характер айырмаһы сик була аламы?

4.Дуҫтар араһында ҡараштар айырмалығының булыуы мөмкинме, булһа, ниндәй хәл тыуыр тип уйлайһың?

5.Дуҫтар табыу һәм дуҫлыҡты һаҡлау өсөн нисек булырға, нимәләр эшләргә кәрәк тип иҫәпләйһең?

6.Дуҫлыҡ бер-береңә ярҙам итә алмағанда йәки берең – береңдән өҫтөнөрәк була барғанда өҙөлөп ҡалһа, дуҫлыҡмы әллә башҡа күренештәргә инәме?

7.Дуҫтарһыҙ һәм дошманһыҙ йәшәй алыуҙы нисек күҙ алдына килтерәһең?

8.Кеше эшмәкәрлеген, йәшәү йәмен арттырыуҙа дуҫлыҡтың әһәмиәтен нисек аңлайһың?

Әҙәбиәт: Һ.Дәүләтшина. “Ырғыҙ”, Х.Кәрим. “Яҡты йондоҙ”, А.Абдуллин. “Онотма мине, ҡояш!”, Ш.Янбаев. “Зәңгәр сатыр”.
3.2. Әҙәби уйындар.

“Балалар йәшендә уйын - ғәҙәттәге күренеш. Бала һәр ваҡыт, хатта яуаплы эш башҡарғанда ла, уйнарға тейеш – уйнамай торған балалар коллективы ысын мәғәнәһендә балалар коллективы алмай” , - тип яҙҙы А.С.Макаренко. Уйлап бирелгән уйын баланы, халыҡ әйтмешләй, уйнатып уйлата, уйлатып уйната, зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа, логик фекерләүгә өйрәтә, белем, тәрбиә, күңел күтәренкелеге, эстетик зауыҡ бирә. Уйын балаға шатлыҡ килтерә, был шатлыҡ йә ижади шатлыҡ, йә еңеү шатлығы, йә эстетик шатлыҡ була. Был осраҡта уйын менән эш бөтөнләйе менән тура киләләр. Уйнағанда бала нисек булһа, үҫкәс эшендә лә күберәк шулай була.

Әҙәби уйындар, башватҡыстар ҙа ниндәй генә төрҙә булмаһын, күренекле яҙыусыларҙың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәренән алып төҙөлә, уҡыусыларҙы намыҫлы ижади хеҙмәт кешеләре итеп әҙерләүгә йүнәлтелә.

Уйындарҙы, башватҡыстарҙы айырым яҙыусы ижады, яҙыусы ижадындағы жанр, әҙәби процесс, әҙәбиәт тарихы буйынса ла төҙөргә мөмкин. Уларҙың уҡыусыға өҫтәмә белем бирерлек, уны логик фекерләүгә өйрәтерлек булыуы, быға тиклем алған белемен нығытырға, үҙ аллы белем алырға күнекмә биреүе шарт.

Әҙәби уйындар һәм башватҡыстар әҙәби кисәләрҙең, олимпиадаларҙың, диспуттарҙың йәнләндереүсе, ҡыҙыҡһындырыусы айырылмаҫ өлөштәре лә булып тора. Уларҙы ғәҙәттәге дәрестәрҙә һәм ҡабатлау дәрестәрендә лә уңышлы файҙаланып була. Уйындарҙы, башватҡыстарҙы төҙөү һәм сисеү буйынса парллель кластар, рәттәр араһында ярыш ойоштороу уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген, активлығын күтәрә, коллектив өсөн көрәшергә өйрәтә.

Кластан тыш эштәрҙә һәм дәрестәрҙә лә киң ҡулланылған әҙәби уйындарға һәм башватҡыстарға әҙәби викториналар, әҙәби ШТК, әҙәби кроссворд, чайнворд, ҡыҙыҡлы квадраттар, башватҡыс фигуралар, цитаталы мәсьәләләр, төшөп ҡалған рифманы, юлды, тыныш билдәһен табыу, цифрҙарға йәшеренгән цитатаны уҡыу инә. Мәҫәлән, “Ҡоштар тураһында нимә беләһең” ? викторинаһы.

1.”Кемгә нимә оҡшай” ? (һүрәттәрҙе парлау: миләш, ҡуңыҙ, сысҡан, өкө, тумыртҡа, ҡыҙылтүш ).

2.”Рәссам нимә онотҡан” ?(уҡыусылар берәмләп таҡта янына сығып, эшләп бөтөлмәгән һүрәттәрҙе эшләйҙәр.)

а)”Ҡайҙа нимә томшоғо” ?

б)”Ҡайҙа нимә аяғы” ?

3.”Нимә ул”? а)Ҡоштарҙы телдән һүрәтләү буйынса таныу. (А.Баркованың “Яҙғы урмандағы тауыштар” китабындағы һүрәттәрҙе ҡулланырға мөмкин.). б)Ҡоштарҙы тауыштары буйынса таныу.

4.”Һорауҙар – яуаптар”. (Дөрөҫ яуаптарҙы һайлау.)

а)Яҙ көнө ҡоштар ни өсөн ҡайталар?

1.Сөнки был ваҡытта йылы яҡта ҡыш башлана.

2.Сөнки беҙҙең яҡта көндәр йылына һәм ҡоштарға ем арта.

б) Яҙ кешеләр ниндәй ҡоштарға оя әҙерләй?

(Ҡара ҡарғаға, турғайға, барҡылдаҡҡа, һабан турғайына, сыйырсыҡҡа, сәүкәгә.)

в)Һабан турғайы ҡайҙа оя ҡора?

1.Урманда ағас башында.

2.Баҫыуҙа йә болонда ерҙә.

3.Ҡыйыҡ аҫтында, балконда.

г)Яҙ көнө бөжәктәр иртәрәк күренәме әллә ҡоштармы?

1.Ҡоштар.

2.Бер ваҡытта күренәләр.

3.Бөжәктәр.

д)Ҡайһы раҫлау дөрөҫ?

1.Беҙгә беренсе ҡара ҡарғалар, шунан сыйырсыҡтар, һуңынан һабан турғайҙары килә.

2.Беҙгә беренсе сыйырсыҡтар, шунан ҡара ҡарғалар, ә һуңынан һабан турғайҙары килә.

3.Беҙгә ҡара ҡарғалар, һабан турғайҙары, сыйырсыҡтары бер ваҡытта килә.

е)Ниндәй (күсмә) ҡош оя ҡормай? (Барҡылдаҡ, ҡыҙылтүш, һарыҡаш, аҡсарлыҡ, яр ҡарлуғасы, кәкүк. ).



3.3. Әҙәби аҙналыҡтар ун көнлөктәр.

Мәктәптәрҙең уҡытыу – тәрбиә процессында художестволы әҙәбиәттең тәрбиәләүсе белем биреү мөмкинлектәрен күтәреүҙә әҙәби аҙналыҡ йәки ун көнлөктәрҙең әһәмиәте ифрат ҙур. Әҙәби аҙналыҡ йәки ун көнлөктә мәктәпте, уҡыусылар һәм уларҙың ата – әсәләре йәшәгән, эшләгән урындарҙы әҙәби атмосфера менән солғап алырға мөмкинлек тыуа. Унда К.Маркстың: “Бары музыка ғына музыкаль тойғо тыуҙыра” , - тигән һүҙҙәренең әҙәбиәт атмосфераһында ла раҫланыуын, бары әҙәбиәт атмосфераһының ғына әҙәби тойғо тыуҙыра алыуын асыҡ күреп була2.

Мәктәп дирекцияһы әҙәби аҙналыҡ йәки ун көнлөктө ойоштороуҙа уҡыусыларҙы хеҙмәткә һәм йәшәүгә әҙерләү маҡсатын ҡуя. Аҙналыҡ йәки ун көнлөк барышына, бигерәк тә йомғаҡлау кисәһенә, мөмкин булғанда танылған республика яҙыусыларын, райондан сыҡҡан яҙыусыларҙы саҡырыу аҙналыҡтың эффектлылығын тағы ла күтәрә төшәсәк.
3.4. Әҙәби түңәрәктәр.

Әҙәби түңәрәктәр уҡыусыларға үҙ һәләттәрен асыу, үҫтереү, камиллаштырыу өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырған үҙенсәлекле кластан тыш эш формаһы. “Түңәрәктәрҙә ижадҡа булған ынтылыш, әхлаҡи һәм йәмғиәт ҡиммәте булараҡ, туранан-тура шәхестең үҙ-үҙен таныуы һәм үҙ аллы тәрбиәләнеүе менән берләшә3”. Унда уҡыусылар, бигерәк тә әҙәби һәләттәре булғандар, үҙ мөмкинлектәрен максималь көсөргәнешлектә файҙалана, йәмғиәткә файҙалы эш башҡара ала. Һөҙөмтәлә уларҙың үҙҙәренең дә, үҙҙәрен уратып алған йәштәштәренең дә әхлаҡи үҫеше тиҙләтелә. Әҙәби түңәрәктәрҙең план, йөкмәтке һәм программа өлгөләрен төҙөү, әҙәбиәт уҡытыусыларына һәм педагогик коллективтарға еткереү мөһим әһәмиәткә эйә.Мәҫәлән, йәш журналистар түңәрәген ҡарап китәйек.


3.5. Йәш журналистар түңәрәге.

Йәш журналистар түңәрәге эше уҡыусыларҙың тормошто танып белеү һәләтен, эшмәкәрлеген активлаштырыуға йүнәлтелә.Түңәрәк ағзалары ваҡытлы матбуғат төрҙәрен, жанрҙарын, уларҙы ижад итеү үҙенсәлектәрен өйрәнәләр. Мәктәп, класс ваҡытлы матбуғаттың редакторҙары һәм редколлегия ағзалары, район һәм республика газеталарының йәш хәбәрселәре лә булып торалар. Аҙна һайын йәки ике аҙнаға бер мәртәбә үткәрелгән түңәрәк ултырыштарында теоретик әҙәбиәт өйрәнелә, уҡыусыларҙың ҡулъяҙмалары, мәҡәләләре тикшерелә. Тәүге эш йылында стена газеталары сығарыу, мәҡәләләр әҙерләү, газетала фашланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән талап хаттары яҙыу кеүек практик эштәр башҡарыла.Түңәрәктең икенсе эш йылында журналистар эшенең үҙенсәлектәре айырым ваҡытлы матбуғат жанҙары хаҡында докладтар, рефераттар, түңәрәк ағзаларының ижади отчеттары тыңланыла, уҡытыусылар тормошондағы мөһим проблемалар буйынса хәбәрселәр рейдтары ойошторола. Иң мөһиме, түңәрәк ағзалары ваҡытлы матбуғат төрҙәренең айырым ойошмаларҙың органы булып тороуын, ул ойошмаманың эшен заман талаптарына ярашлы ойоштороуға етәкселек итергә, уңай башланғыстарҙы күрһәтергә, етешһеҙлектәрҙе асырға, ваҡытлы матбуғат төрҙәрен сығара белергә өйрәнәләр.



3.6. Шаян, тапҡыр, көслөләр уйыны.

Алып барыусы: Ҡәҙерле тамашасылар, уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар! Хөрмәтле жюри ағзалары!

ШТК уйынын башлайбыҙ.Сәхнәбеҙ түренә иң алдынғы, иң батыр, иң көслө, иң матур уҡыусыларын саҡырабыҙ.

(Улар күңелле көй аҫтына сәхнә түренә сығып баҫалар).

Алып барыусы: Уҡыусылар, бөгөн һеҙ уйындың беренсе турын уңышлы үтеп, икенсе турға аяҡ баҫтығыҙ. Финалда ла һынатмаҫһығыҙ тип уйлайбыҙ һәм һеҙгә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ.

Дуҫтарым , һеҙҙең ҡаршыла

Фән тауы ҡалҡып тора.

Шул тауҙың иң-иң түбәһе

Яҡтырып, балҡып тора.
Һеҙ менәсәк тормош тауы

Бик бейек һәм бик текә.

Уның үренә ҡыйыуҙар.

Тырыштар ғына етә.

Алып барыусы: Бөгөнгө *ШТК* уйынын ғәҙел баһалаясаҡ жюри ағзалары менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ: башҡорт теле һәм әҙәбиате укытыусылары.

Алып барыусы: Күңелле йырҙар йырлап, беҙ һеҙҙең менән “Танышыу” туҡталышына килеп тә еттек. Үҙҙәре менән таныштырыу өсөн һүҙ батырҙарға бирелә.

Көйәрмәндәр һәм батырҙар! Һеҙҙең өсөн музыкаль пауза.

Алып барыусы: Мостай ағай Кәримдең ижадына моғайын барығыҙ ҙа ғашиҡтыр.Ә хәҙер иғтибар менән һорауҙарҙы тыңлағыҙ.

1.”Ай тотолған төндә” трагедияһынан Диуана монологын башҡарырға.

2.”Ҡыҙ урлау” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерергә.

3.”Айгөл иле” драмаһының бер персонажы булып сығыш яһарға.

Алып барыусы: Өсөнсө туҡталыш

1.“Ҡаяның башында бер инә бөркөт үҙенең дүрт балаһын талап үлтерҙе”, тип М.Кәримдең ҡайһы әҫәрендә, кем әйтә?

2.”Ҡәберлеләр ятҡан ерҙә,

Эйе, уның ҡәбере юҡ”.

Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән,кем хаҡында?

3.”Оксананың башмағы М.Кәримдең ҡайһы әҫәрендә ағып китә” ?Уны тота алалармы?

Алып барыусы: Артабанғы туҡталыш “Логик йәки шаян һорауҙарға яуап биреү” тип атала.

а)һыуҙа ниндәй балыҡ булмай?(ҡоро)

б)бүлмәле кеше ҡасан башһыҙ булмай?(тәҙрәнән башын тыҡһа)

в)кәзәгә алты йәш тулғас ни эшләй?(етенсегә китә)

г)ҡойроғона тағылған кәнсир ҡалайы шалтырауын ишетмәҫ өсөн, эт ниндәй тиҙлектә һыпыртырға тейеш?(тик торорға тейеш)

д)ниндәй үләнде хатта һуҡыр кеше лә тотоп ҡарап белә?(кесерткән)
Алып барыусы: Ә хәҙер “Шиғыр ятлау буйынса оҫталыҡтарын тикшереү”.

1.Салауат хаҡындағы ҡобайырҙы яттан һөйләргә.

2.Салауаттың тыуған ере тәбиғәте хаҡындағы бер шиғырын яттан һөйләргә.

3.Салауаттың тәбиғәткә булған һөйөүен, дошманына булған нәфрәтен сағылдырған шиғырын яттан һөйләргә.

Алып барыусы: Шаян, тапҡыр,көслөләр уйыны

Ҡалдыра беҙҙе хайран,

Тик хөрмәтле көйәрмәндәр

Иртәгә түгел байрам.


Шуға күрә ошо ерҙә

Туҡтатабыҙ уйынды.

Жюри әйтер кемдәр алды

Иң беренсе урынды.

Хөрмәтле тамашасылар! Бына сәйәхәтебеҙ аҙағына ла етте.Сәйәхәттә егеттәребеҙ үҙҙәрен һынатманы. Шаян, тапҡыр, көслө шәхес икәндәрен күрһәттеләр. Уларҙың барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм.

(музыкаль пауза).

Алып барыусы:

Бал ҡортонан үрнәк алып

Был донъяла йәшәйек.

Бар тырышлыҡты һалып

Илгә хеҙмәт итәйек.

Йомғаҡлау.

М. Горькийҙың “Китапты – белем шишмәһен яратығыҙ. Тик ул ғына беҙҙе рухи яҡтан көслө, намыҫлы, аҡыллы кеше итә, кешене ысын күңелдән яратырға уның хеҙмәтен ихтирам итергә һәм шул бөйөк хеҙмәттең гүзәл емештәрен йөрәгең менән тойорға өйрәтә” тигән һүҙҙәрен бөгөнгө көндә балаларға аңлатыу ауыр. Заман балларына әҙәби әҫәр уҡытыу ысын мәғәнәһендә ауырлашты. Улар күп ваҡыттарын элегерәк телевизор, хәҙер компьютер алдында үткәрә. Был проблема уҡытыусыларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә борсолоуға һала. Беҙҙеңсә, был мәсьәләне сисеү өсөн төрлө нетрадицион алымдар файҙаланырға кәрәк. Әҙәбиәттән кластан тыш сараларҙың төрлөлөгө был осраҡта ярҙамға килә. ШТҠ, “Мөғжизәләр яланында” уйыны, дәрес-экскурсия, яҙыусылар менән осрашыу дәресе һәм башҡалар балаларҙы виртуаль донъянан айырып ысынбарлыҡ менән бәйләй.



Курс эшенең беренсе бүлегендә әҙәбиәттән кластан тыш сараларының һәм дәрестәренең ғилми нигеҙҙәре билдәләнде. Бында кластан тыш сараларҙың, дәрестәрҙең ойоштороу юлдары күрһәтелде, шулай уҡ уларҙың белем һәм тәрбиә биреүҙәге төп бурыстары билдәләнде. Бынан тыш, киңерәк таралған дәрестәрҙең төрҙәре түбәндәге типтарға бүлеп ҡаралды:

  1. Китапхана дәрестәре;

  2. КВН әҙәби уйындар, викторина тибындағы дәрестәр;

  3. Күҙәтеү характерындағы дәрестәр (йәки конференциялар);

  4. Китап буйынса фекер алышыу дәрестәрен диспут,конференция формаһында ойошторорға ла мөмкин;

  5. Дәрес- экскурсия;

  6. Яҙыусы менән осрашыу дәресе.

Икенсе бүлектә әҙәбиәт буйынса кластан тыш эш төрҙәренең классификацияһы бирелде. Икенсе параграфта клатан тыш сараларҙың тәғәйенләнеше асыҡланды. Түбәндәге төрҙәренә аңлатма бирелде, шулай уҡ өлгө өсөн миҫалдар тәҡдим ителде:

  • Әҙәби диспут.

  • Әҙәби уйындар.

  • Әҙәби аҙналыҡтар ун көнлөктәр.

  • Әҙәби түңәрәктәр.

  • Йәш журналистар түңәрәге.

  • Шаян, тапҡыр, көслөләр уйыны.

Ғөмүмән, был курс эшебеҙҙә билдәләнгән маҡсаттарға ирештек, ҡуйылған бурыстарҙы үтәнек тип әйтергә була.


1 Л.С.Айзерман.Уроки литературы сегодня.М.,”Просвещение”.С.23.

2 К. Маркс и Ф. Энгельс о воспитании и образовании. Изд-во А П Н, М., 1957, 63-сө бит.

3 А. И. Титаренко. Структура нравственного сознания. М., “Мысль”, 1974, 262-се бит.



Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет