ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет15/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   26

3

Ҡояш төшкөлөккә еткәндә, уның ҡыҙыуынан ялан ялҡынға әйләнде. Иген баҫыуҙары, еҙ келәмдәр кеүек ялтырашып, күҙҙәрҙе сағылдырып көйрәп ята. Эҫелектән ирендәр кибә, тамаҡ сатнап ауырта башлай. Мискәләрҙәге иртә менән килтереп ҡуйған боҙҙай һыуыҡ ҡоҙоҡ һыуҙары хәҙер ҡайнарға етешеп эҫергән. Көлтә аҫтына ер соҡоп ултыртып ҡуйылған айранлы көршәктәр ҙә йылынғандар. Был айранды күпме эсһәң дә һыуһынға теймәй. Тик нисек тә булһа, кискә тиклем түҙергә, һыулап башҡа ябынған яулыҡтарҙың һыуын әйләнгән һайын алмаштырып, яндырып барған ҡыҙыулыҡҡа сыҙап, ура бирергә кәрәк.

Ошо йәһәннәм утында интегеп йөрөгән ураҡсылар киң яландың төрлө еренә төрлөсә һибелгәндәр. Уларҙың ҡайһыһы алыҫтан ҡарағанда уртаса ҙурлыҡтағы һары аласанан да өлкән күренмәгән үҙенең буйһыҙат игенендә, Айбулаттар һымаҡ, ике-өс кеше булып суҡаңлайҙар. Былары — тиҙерәк кенә үҙ игенен йыйыштырып алып, ялланып китергә ашығыусылар. Ҡайһы бер киңерәк загондарҙа биш-алты кеше эшләгәне күренә. Улар инде ауылдың урта хәллерәктәре. Иҫән-һау үҙ игендәрен генә йыйып алып, тамаҡлыҡ яһап, бәлки, өҫ-башҡа ла арттырырбыҙ, тип уйлаусылар.

Артабан инде, Ҡырлас тауҙың көньяҡ һөҙәгенән башлап, һары диңгеҙ кеүек тулҡынып, сиге ҡайҙа икәне күренмәгән иген яланы йәйелеп ята. Был Ныязғолдоң ауыл кешеләренән әкренләп, оҫталап, арендаға, шунан вечныйға әйләндереп, үҙенә юҡ-бар хаҡҡа ғына күсереп бөткән ерҙәре.

Был ерҙәрҙең арғы башы әллә ҡайҙа, күҙ күреме ерҙән ҡушарлашып күгәреп күренгән бейек Ҡушуба тауҙан да ары үтеп китә. Ундағы ураҡсыларҙың да күбеһе бер нисә йылдан бирле ерҙәрен һатып, ерһеҙ ҡалып, “бишнәк” исеме күтәреп алған башҡорттар.

Бында уларҙан башҡа ла бик күп алыҫ ерҙәрҙән күп төрлө халыҡтар йыйылған. Урыҫтар ҙа, сыуаштар ҙа, татарҙар ҙа бар. Уларҙың ҡыуыштары, сатырҙары ла, күсеп йөрөгән сиған көймәләре һымаҡ, төрлө ҙурлыҡталар һәм сыбарҙар. Улар һәр кем үҙ өйөрө, үҙ ауыл кешеләре менән төбәкләшеп урынлашҡандар. Улар ошо сикһеҙ йәйелгән иген ҡырында һәр бер кеше өс-дүрт ҡоластан ал бүлеп алғандар ҙа, ҡайһыһы алдараҡ, ҡайһыһы арттараҡ ҡалып, теҙелешеп, баштарын ҡалҡытмай алға шыуалар, таң ҡараңғыһынан төн уртаһына тиклем ураҡ уралар.

Ныязғолдоң приказчигы Алламорат көн һайын ике тапҡыр һыбай үтеп, урылған ерҙең таҙалығын тикшерә. Иртәнсәк ҡояш: ҡалҡҡанда, кис ҡояш батҡанда эре, ауыр бойҙай башаҡтары ҡалын ҡамыл араһында ялтырап күренеүсән булалар. Ураҡсыларҙың һәр береһе ошо күңелһеҙ мәлде ихтыярһыҙ көтөп ҡаршылай. Әгәр ҙә берәүҙең урған ерендә биш-алты башаҡ ҡалһа, Алламорат һағыҙ кеүек йәбешә, эт кеүек ларһылдай:

— Хәҙер үк йыйып алығыҙ. Юҡһа хаҡығыҙҙы кәметәм, биш һум урынына өс һум, — тип ҡысҡырына.

Был шелтәләргә эләккәндәр, баштарына һуғылған һымаҡ, тиҙ-тиҙ эйелеп, үҙҙәренең урған ерҙәрендә эҙләнә, сүпләнә башлайҙар. Ҡайһылары был эшкә үҙҙәренең бәләкәй бала-сағаларын ҡушалар. Улар приказчик килгәнгә ҡәҙәр үк, аяҡтарын ҡамылдан йырттыра-йырттыра, башаҡ сүпләйҙәр ҙә ата-әсәләренә килтереп бирәләр.

Ураҡсылар өсөн бөтә ауыр, оҙон йоманың иң ҡыҙыҡлыһы йәкшәмбегә ҡаршы шәмбе көн кис була. Ул көндө ирҙәр үҙҙәренең ураҡтарын көндәгенән иртәрәк ташлайҙар ҙа, күлдәк-салбарҙарының аламаларын ялпылдатып, шаулашып, төркөмләшеп, Ныязғолдоң яланға ултыртып ҡуйған йәшел будкаһы янына ашығалар.

Будка эсендә, үҙен тәхеттә ултырған батша һымаҡ хис итеп Алламорат ултыра. Ул бөгөн башҡа көндәрҙәге кеүек асыулы түгел. Ҡаҡса таҡыр башына ҡара таҡыяны ҡырын кейеп, ҡыҙыл сатин күлдәгенең еңдәрен терһәгенә тиклем һыҙғанып, счет төймәләрен уйната, хәйләкәр күҙҙәрен ҡыҫып, эре һары тештәрен күрһәтеп йылмая. Шунан бик эре генә ҡиәфәт менән башын арт-ҡараҡ саңҡайта биреп:

— Заһидуллин Шәйдулла! — тип, танау буйлатып ҡына ҡысҡырып ҡуя.

Исеме сыҡҡан кеше өтәләнеп будка тәҙрәһенә барып өңөлә. Башҡалар ҡояшҡа янып ҡарайып, ябыҡлыҡтан сикә һөйәктәре сурайып сыҡҡан биттәрен алға һуҙып, үҙҙәренең сираттарын көтәләр.

Ләкин арҡа-билдәрҙе һыҙлатып эшләп, ҙур өмөтлө хыялдар менән көткән был эш ялдары бик самалы — бер нисә тәңкә лә бер нисә тин генә була. Ураҡсыларҙың бик баҫалҡы, күндәмдәре йәки эсмәй, тартмай торған ҡарттары, был тиндәрҙе бөртөкләп һанап, әллә нисә ҡат сепрәккә төйнәп, салбар кеҫәләренең иң төбөнә һалып ҡуялар. Шунан улар бер нисә тин, йәки бер һум ғына сығарып, бер-ике ҡаҙаҡ ит, берәй әсмүхә шәкәр, бер нисә мыҫҡал сәй алып, йомаһына бер тапҡыр булһа ла, ғаиләһе менән итле һурпа, шәкәрле сәй менән һыйланып, иртәгеһенә тағы ла шундай тиндәрҙән “хазина” йыйыр өсөн таң ҡараңғыһынан, билдәрен бөгөп, ура башлайҙар.

Ураҡсылар араһында ҡайһы берәүҙәре, бөтә ғүмерҙәрен ялланып эшләп үткәргәндәре, эшләп байыуҙан күптән өмөт өҙгәндәр. Ундайҙар эш ялы алғас, йәшел будканан тәүҙә ваҡ-төйәк ашау-эсеү нәмәһе, шунан, аҙыраҡ һөйәк-һаяҡты йомшартырға тип, берәр бутылка аҡбаш араҡы ла алып китәләр.

Башҡорттар төбәге расчет алған саҡта, Сафаның, Әхмәҙи менән Ҡотлоярҙың сираты бергә тура килде.

Әхмәҙи бисәһе менән үҙенә тейгән дүрт һум һикһән тинде һанап алғас, ҡаҙаҡ ярым ит, ярты ҡаҙаҡ монпаси менән генә ҡәнәғәтләнергә уйлағайны.

Уның артынан торған Ҡотлояр, шаяртып:

— Ҡоҙа, ниңә берәй бутылка аҡбашты алмайһың, әллә ҡоҙағыйҙан ҡурҡаһыңмы? — тип көлдө.

Әхмәҙи быға ла ҡарамаҫ ине, тирә-яҡтағылар ҙа Ҡотлоярҙы йөпләгән һымаҡ көлөштөләр. Бигерәк Сафа ҡуйманы:

— Әйҙә, әйҙә, Әхмәҙи, ал берҙе, мин дә алам, йырлашып ултырырбыҙ, — тине.

Әхмәҙигә алырға тура килде. Башҡалар ҙа алдылар:

— Әйҙә инде, байлыҡ — бер айлыҡ, һаҡлап ҡына тотһаң, ярлылыҡ — мәңгелек, — тип, үҙҙәренең нужаларынан үҙҙәре көлә-көлә стандарына йүнәлделәр.

Ҡотлоярҙың былай ҡайтыуына Мәғфүрәнең эсе ҡырһа ла, тыштан белдермәҫкә тырышты. Диләгә тиҙ үк һыу килтерергә ҡушып, үҙе өстағанға аҫып ут яҡты. Йәйҙең ҡыҫҡа һалҡынса төнө яланды ҡапланы. Көн буйы эҫегә әлһерәгән ураҡсылар был һалҡынса һауаны тәрән һуланылар.

Ҡотлояр, күлдәк иҙеүен ысҡындырып ебәреп, итәген елпетте:

— Эх, көндөҙ ҙә шулай булһасы, үҙе лә урылыр ине, — тине. Мәғфүрә бешергән итлы ҡуйы туҡмас алдынан араҡы бутылкаһын асып, ҡоршаулы сынаяҡҡа мөлдөрәтеп ҡойоп эсте, бер ахылдап, ситкә ҡарап тын алды ла аш ашарға кереште.

Мәғфүрә уның иҫереп китеүенән ҡурҡып:

— Йә, һин самалап ҡына. Юғиһә ашай ҙа алмай йоҡлап ҡала торғанһың, — тине.

— Ниңә, мин бүтән эсмәйем.

Ашап-эсеп тә уның йәне тынысланманы. Ул, Мәғфүрәгә сәй әҙерләргә ҡушып, хәҙер генә әйләнеп килергә булып, Әхмәҙи янына, унан кемдәр менәндер күмәк йыйылышып, ҡурай, йыр менән шаулашып, әллә ҡайһы алыҫ төбәктәргә китеп юғалдылар.

Мәғфүрә уларҙың был китеүҙәре оҙаҡҡа икәнен белгәнгә күрә, сәйгә уны көтөп торманы. Хәмдиә менән Сафа бисәһе Сабираны саҡырып килтереп, өсәүһе һөйләшеп ултырып, оҙаҡ итеп сәй эстеләр.

— Шәкәрле сәй тәмле шул. Һинеке монпаси ҙа алған икән, Мәғфүрә еңгә.

— Алған. Бик тәмле монпаси. Ҡушып эсегеҙ, — ти Мәғфүрә. Сабира зарлана:

— Эй Аллам, был ирҙәрҙе, ни тип шул ағыуҙы эсәләр икән? Иртән ул ауыртҡан баш менән эҫелә нисек урмаҡ кәрәк.

— Әллә инде, ҡороманы бит шул йәшел будкаһы ла. Ҡоҙаң миңә, күлдәк алырһың тип, өс тәңкә ҡалдырҙы ла, ҡалғаны кеҫәһендә китте. Эсеп бөтмәһә ярар ине, — тине Мәғфүрә.

— Ярай һиңә ҡалдырған әле. Беҙҙеке бөтәһен дә алып китте. Һораһаң, әрләй. Ҡуй инде, беҙ ҙә донъяла торабыҙ тип, торабыҙ инде шунда. — Сабира зарланып туҡтай бирҙе лә, алыҫтан килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып: — Ишетәһегеҙме, ҡайһылай геүләшәләр. Гармун уйнайҙар, — тине.

Мәғфүрә менән Хәмдиә лә тыңлап:

— Эйе шул, бал ҡорто бала айырғандағы кеүек зыулайҙар.

— Һамар яҡтан килгән мишәр бурлаҡтары араһында һәләк тигәнсә оҫта скрипкасы бар, шуны тыңларға киткәндәрҙер әле беҙҙекеләр.

— Шулай ти шул. Эй, бер генә ишетһәң ине, исмаһам.

Алыҫтараҡ бер ҡыуышта илаған бала тауышына кемдер уянып, уны орошто ла әүелдәп бәүетеп йоҡлатырға кереште.

Һуңға ҡалып ай ҡалҡты. Уның яҡтыһында бейек оҙон ҙураттар бер йәнһеҙ хыяли ҡала кеүек булып килеп ҡалҡтылар. Улар аръяғындағы стар станынан көслө хор менән йырланған “Дубинушка” йыры был серлелекте тағы ла көсәйтте. Башҡорт бисәләре телен аңламаһалар ҙа, был йөрәк тулҡындырғыс көйҙөң тәрән моңон уйға батып, ҡалғып-ҡалғып тыңланылар.

Мәғфүрә уйланып:

— Нишләһендәр инде, һәр кем үҙенсә зарлана, үҙенсә күңел аса шул, — тине.

Әсәләренең һүҙен дә, алыҫтағы йыр-моңдарҙы ла тыңлап, йоҡламай ятҡан Дилә:

— Әсәй, ҡара әле, йондоҙ атылды, — тине.

— Ярар, балам, ҡысҡырма, уҡын. Бер кешенең ғүмере бөткәндер, — тине әсәһе.

Ут арбаһы

Бәләкәй генә еңел автомобиль. Ул киң яландың тигеҙ юлынан, күкһел шар һымаҡ тәгәрләп, артынан оҙон аҡ саң ҡойроғо ҡалдырып, ауылға яҡынланы. Ололар бот сабып хайран ҡалдылар. Йәштәр ҡыҙығып килеп уның ҡанат, тәгәрмәстәрен һыйпап ҡарайҙар. Уның үҙен-үҙе атһыҙ йөрөтөүенең серен тикшерәләр. Уға яҡын килергә ярамаған ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағаларынан ишетеү буйынса, ут менән йөрөй, ти, “Ут арбаһы” икән, тип исем ҡушып ҡуйҙылар.

Уның рулендә тулған ай кеүек ялтырап көлөп Ныязғол бай үҙе ултыра. Түргә Миңлекәйҙе, гимназияла уҡыған ҡыҙы Фатиха менән тағы бер ҡала ҡыҙын ултыртҡан. Улар, бөтә ғүмерҙәрен ошо машинала ғына йөрөп үткәргән кеүек, бер иркен маһайыу менән тирә-яҡҡа иғтибар итмәй генә, алтын беләҙекле ҡулдарын ихтыяр ҡуйып, аҡ ебәк шәлдәрен ҡалпаҡ аша елбәгәй һалып ҡына йылмайып ултыралар. Оло урыҫ ауылдарын үткәндә Ныязғолдо таныш купецтары ҡаршы сығып алалар. Улар менән ҡул биреп күрешеп, баштарын сайҡап аптырашҡандан һуң, уларҙы өйҙәренә алып инеп ҡунаҡ итәләр. Сәй янында Ныязғол уларға был машинаның сит илдән килгәнен, бензин менән йөрөүе, көсө, тиҙлеге тураһындағы бөтә хикмәттәрен һөйләгәс, меңдән артыҡ түләп алғанын әйтеп, уларҙың тағы бер тапҡыр иҫтәрен китәреп ҡуя.

Айҙаҡайға ҡайтып етеп, уны бер килке шаулатып алғас, Ныязғол бер кемде лә индереп үҙенә оронсоҡламаҫҡа ҡушып, түр бүлмәгә үтеп диванға ятты.

Ул юлдан арыған булһа ла, йоҡоға талманы. Артҡа ҡалған эштәрҙең ҙурлығы, ҡатмарлылығы һәлмәк ауырлыҡ менән уны баҫып алды ла, ул шуларҙы нисек тә сейәләтмәй осона сығырға пландар ҡороп, уйға ҡалды.

Миңлекәй бисәләр янында яңы ҡаланан килгән уҡытыусы менән көндәштәрен таныштырҙы. Был уҡытыусы, ире Ҡазан ҡалаһында үпкә ауырыуы менән үлеп, үҙе йәше тулмаған бала менән етем ҡалғанын, хәҙер үҙҙәрендә тороп, балалар уҡытырға һөйләшеп килгәнен һөйләне.

— Исеме — Зәйнәп. Бик һәйбәт, баҫалҡы. Анау балалар тыртаңлап урамда йүгергәнсе, исмаһам, уҡып, өйҙә ултырырҙар. Йәштәре уҙып китһә, унан ҡалалағы ҙур уҡыуға инә алмай ҡалырҙар. Ғәзимә:

— Балаһы йәшерәк икән, илаҡ булыр инде, — тине. Миңлекәй ул турала алдан уйлағайны.

— Үҙен анау ҡыҙҙар бүлмәһенә ҡуйырбыҙ ҙа, Диләкәйҙе бала ҡарарға алырбыҙ, әле балаһын апаһына ташлап ҡалдырҙы, көҙһөҙ алып та килмәҫ әле, — тине.

Атаһының һамарҙан һуҡҡан ашығыс телеграммаһын алыу менән, шул көнө кис үк Имай ҙа Быҙаулыҡтан ҡайтып төштө. Ашау-эсеү мәшәҡәттәре бөткәс, залдағы диванда улар икәү генә ҡалдылар.

Имай, үҙенең ғәҙәте буйынса, һүҙҙе тәүҙән үк эш тураһында башланы.

— Атай, мин игендең яртыһын тиерлек оҙаттырҙым.

— Хаҡы нисек?

— Арыу. Был йома эсендә беҙҙеке тирә-яҡтағыларҙан алда бара.

— Яраған. Минең дә эштәр йүнәлеп бөтөп бара тиерлек. Һине ашығыс ҡайтарыуым да шул, бергә кәңәшеп, ҡайһы бер эштәрҙең осон төйнәп ҡуйыу ине. — Ул туҡтап уйланды. Түңәрәк һаҡалын уң ҡулы менән һыпырып ҡуйып, тағы дауам итте. — Өсөнсө йылғы банкынан ауыл хужалығы ҡоралдарына тип алынған йөҙ егерме алты мең һумдың түләү срогы яҡынланы. Уны проценттары менән түләй башлаһаҡ, үҙеңә мәғлүм, быға тиклем булған аҙаптар юҡҡа сығасаҡ. Байтаҡ ерҙе лә ҡулдан ысҡындырырға тура киләсәк. Шуның өсөн уны хәҙергә бөтөнләй түләмәҫкә кәрәк.

— Ә ни эшләмәк булаһың?

— Минең быға тиклем һөйләшкән, килешкән һәм алған ерҙәрҙе йыйғанда, үҙебеҙҙең башҡорттарҙан вечныйға алынған ер мең ярым десятина, һинең алғандарың ике меңгә яҡынлай. Бөтәһен дүрткә иҫәпләйек. Наделе хөкүмәт хаҡы менән мең һум торһа, мин уны мал-тыуар, сәй-шәкәр кеүек нәмәләр өләшеп, ике йөҙ һум самаһына ҡалдырҙым. Һин дә үҙ иҫәбеңдән шул саманан сыҡмайһыңдыр, тип уйлайым.

— Бишнәктәр эше менән мәсьәлә күптән билдәле инде. Уны яйлап уйларбыҙ. Бынау банк мәсьәләңдә мин аңламайым. Минеңсә, уны түләмәйенсә эш барып сыҡмаҫ. Ниңә тиһәң...

Ныязғол уны бүлде:

— Юҡ, улым, һин тәүҙә тыңлап бөт. Һинең ни әйткәнеңде беләм. Эште берәй производствоға капитал һалып башларға ти торғанһыңдыр. Уныһы ҡасмаҫ. Шуның өсөн алдан сара күрергә кәрәк. Ул ерҙәрҙең хаҡын, бая әйткәнемсә, һаман шул саманан арттырмайынса отсрочка менән түләргә. Ул ғына ла түгел, земначтың кәңәше буйынса, уның да өстән бер өлөшөн генә күрһәтеп, ҡалғанын бер кемгә лә белдермәҫкә кәрәк. Хәҙер ситса, сәй-шәкәр һымаҡ нәмәләрҙең хаҡы көндән-көн төшә бара. Нәмәләтә түләү ул наделде тағы ла арзанайтасаҡ. Быныһы шулай. Икенсе бер өлкән эш — әлеге банк мәсьәләһе. Мин малдың яртыһын һатылған итеп ҡура-кәртәләр менән Расторгуев исеменә яҙҙырҙым.

Имай, ныҡ аптырап, ҡапыл атаһы яғына боролдо. Уның төпһөҙ ҡырҡыулыҡҡа ҡоролған пландарынан йөҙөн һытты. Ҡарт һаташа башлаған, ахыры, тип уйлап, ҡул һелкте. Ҡараңғыла уның йөҙөн күрергә тырышып текләне.

— Эйе, яҙҙырҙым. Бында әллә ни ғәжәп эш юҡ. Анау урылып бөтмәгән дүрт йөҙ десятина игенде Покровкалағы лавкасы Ивановҡа билдәләнем. Бик ҡулайлы, тоғро кеше. Уның менән иртән нотариусҡа барып яҙышабыҙ. Ә ҡалған, бишнәккә алынған ерҙән башҡа, ер, бөтә мал көтөүҙәрен һиңә бүлеп биреп, һине башҡа сыҡҡан итеп күрһәтәм. Башҡа ваҡ мал, ике йорт, һарай, келәттәр анау ваҡ балаларға аталған.

— Улары ниңә кәрәк һуң?

Шуға кәрәк, улым, мине оҙаҡламай, түләү срогы етеү менән, банкрот булған итеп иғлан итәсәктәр. Минең түләрлек хәле булмаған бай икәнлегем тәғәйенләнгәс, ҡулда булған байлыҡты яҙырға тейештәр. Ә һеҙгә бүленеп бирелеп бөткәс, байлыҡ минеке күренмәй һәм уға тейә лә алмайҙар. — Ныязғол тағы туҡтап уйланды.

Имай атаһының был тиклем аҡылдар менән эш ҡороуына тағы ышаныс менән ҡарап һоҡланып өлгөрмәне, Ныязғол дауам итте:

— Шунан килеп өсөнсө мәсьәлә шул, ошо хәлдәр ҡапҡас, миңә бер-ике йәки өс ай төрмәлә ултырып сығырға тура килер.

Имай өсөн быныһы сиктән тыш ине. Ул урынынан һикереп тороп китте:

— Белмәйем, атай, һин аҡылдан яҙаһыңмы, әллә минең аҡылым етмәйме? Быныһы бигерәк сиктән тыш инде. Әллә кемдәргә ышанып байлыҡ тапшыр, шунан үҙебеҙ айырылған булайыҡ, етмәһә, төрмәгә кер, имеш. Хурлығы ни тора. Улар һин уйлағанса бик шыма барып сығыр тиһеңме? Закон бар бит әле. Булмаҫ, атай. Мин бындай эштәргә ҡул ҡуя алмайым.

— Как рас мин аҡылдан яҙмағанмын. Ә һин мин һөйләгәндәрҙең төбөнә яҡшылап төшөн. Иҫәпләп ҡара. Шуның өсөн бөтә серҙе һиңә бәйнә-бәйнә һөйләп ултырам. Мин юҡ саҡта ла һин шул юлда тор. Ер хәҙер ҡыйбатая бара. Башҡорттарҙа хәҙер һатылырлыҡ ер ҡалманы. Арендаға биреп тә күпме мөлкәт йыйнап була. Уның бер мең десятинаһын һатҡанда ла ике йөҙ мең файҙа ҡала. Ә бер-ике ай төрмә менән йөҙ егерме алты мең кеҫәнән сыҡмай. Судтан һуң бер десятинаһына бер һум урынына 13-әр тин генә түләргә ҡала. Закон тиһең. Шул законға таянып эш итәм дә мин. Закон ни ул беҙҙең өсөн ҡоролған. Уны файҙалана белергә генә кәрәк. Бында закондан тыш бер нәмә лә эшләнмәй. Был турала мин прокурор, земнач, судьялар менән алдан һөйләшеп бөткәнмен. Адвокаттың бөтә губернала бер тигәнен яллағанмын. Ул батша алдына барып һөйләшһә лә, төкөрөгөн сәсеп һөйләйәсәк. Улар был эштәрҙе үҙҙәре үтә күреп торалар. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһына үҙ өлөштәрен кәрәгенсә бирергә тура килә.

Имай яуап ҡайтарманы. Тәрән уйланды, Ныязғол уны ҡуҙғатты.

— Бөгөн, бер әңгәмә булһын тип, автомобиль алып ҡайттым әле. Уны һин дә йөрөтөргә өйрән дә, Быҙаулыҡҡа, Һамарға ат менән һайтылдағансы, ике-өс сәғәт эсендә ялт итеп бараһың да инәһең. Йәш әсәйең менән Фатиханы ултыртып алып киткәйнем, тәүҙә ҡурҡып сәрелдәштеләр, һуңынан өйрәнеп киттеләр, төшөрөп тә булмай. — Ул кетерләп, кинәнеп көлдө лә ишеккә табан атланы. — Хаҡын яйлап түләргә. Әйҙә сығып күрәйек.

Башҡа ваҡыттарҙа яйына тура килмәгән мәсьәләлә атаһын ҡыра еңеп ташлай торған Имай, бөгөн уның был артыҡ ҡурҡыныстар өҫтөнә ҡорған ниәттәренең алтынлы ауырлығына еңелгән һымаҡ, әллә атаһы әйткәнсә, ул уйҙарҙың төбөнә төшөргә тырышыпмы, атаһы артынан һүҙһеҙ уйланып эйәрҙе.

Оло таш һарайҙың алдында байыған ҡояштың ҡалдырған ал нурында уйынсыҡ кеүек матур күгелйем машина ялт итеп ултыра ине. Улар ике яғына ҡара-ҡаршы баҫтылар. Имай ҙа, ҡулына уйынсыҡ биргәс, үжәтләнеүенән туҡтаған бала һымаҡ, уның ялтыр ҡанатын һыйпап ҡарап, төҫөнә йылмайыу әҫәре сығарҙы. Рулде борғослап, фара күҙҙәрен һыйпағас:

— Бик һәйбәт нәмә алғанһың, — тине.

— Бик яҡшы. Шуға алдым да. Американский форд. Йөрөтөргә һине үҙем өйрәтермен.

— Мин йөрөтә беләм ул. Элекке йыл Быҙаулыҡта өйрәнгәйнем.

— Улай булғас ни, эш тә бөттө. Йөрөп ҡарайһыңмы әллә?

— Юҡ. Иртәгә.

Улар, һөйләшә-һөйләшә, автомобилдең йомшаҡ диванына ҡатарлап менеп ултырҙылар.

Имай тауышын түбәнәйтеп һүҙ башланы:

— Быҙаулыҡта, быйылдан ҡалмай һуғыш сыға, имеш, тигән хәбәр ныҡ таралған.

— Мин дә күп кешенән ишеттем. Асыҡ әйтергә ярамаһа ла, ныҡ әҙерлек бара икән. Шуға күрә лә мин үҙебеҙҙең эштәрҙе ашыҡтырам. — Ул шыбырлап дауам итте. — Һамарҙа фабрикант Самойлов менән ресторанға барғайныҡ. Ул ни: “Һуғыш сыҡһа, беҙҙең эш ходҡа китә, ти. Хөкүмәт һуғып: заказдары менән беҙҙе күмәсәк. Әгәр ҙә еңеп тә ташлаһаҡ, унда инде беҙҙең алға китеүҙе тотоп та тыя алмайһың”, — ти. Яҙ башында уның фабрикаһында эшселәре забастовка яһап, бик күп зыянға һуҡҡандар икән. Мәскәү, Баку эшселәренең дөйөм забастовкаларына ҡушылып, донъя ҡутарғандар. Полиция саҡыртып, ҡайһыһын ҡулға алып, ҡайһыһын эштән ҡыуып, көскә баҫтырҙым, ти. Әгәр ҙә һуғыш сыға ҡалһа, уларҙың күбеһен һуғышҡа оҙаттырып бер аҙ аҡылға ултыртыр инек, ти. Завод тирәләрендә эш бик хәтәр икән. Алла ҡушмаһын!

— Ул һәр ерҙә шулай инде. Петербургта ни улар меңләп эшсе :эш ташлай ҙа демонстрация яһай икән. Социал-демократтар юл башлайҙар. Барыһын да гәзиткә яҙмаһалар ҙа, хәбәр етеп тора.

Крәҫтиәндәр менән дә бик күп бәрелештәр булған. Әлдә беҙҙең тирә тыныс әле.

— Бына шул-шул. Шуның өсөн дә һин мин юҡ саҡта һис берәүһе менән дә ҡаты ҡағылма. Эште гел көйләп, яйлап, ағай-эне, ҡоҙа-ҡоҙағый тип, тура килгәндә арлы-бирле ярҙам иткән булып бөтөрөргә кәрәк. Юғиһә, алла һаҡлаһын, халыҡ ҡупһа, уйнатмай ул. Һуғыш сыҡһа, уныһы икенсе эш. Ҡотлояр, Айбулат, Байғара ауылының Ишмырҙа балалары кеүек тел-тешлеләре һуғышҡа ҡыуылһалар, ҡалғандары уның, ҡалай итһәң дә, күнерҙәр. Тик бик һаҡ булырға, ипләп эшләргә кәрәк.

Улар ай ҡалҡҡансы шыбырлаштылар. Тирә-яҡ, ишек алды тын ҡалды.

Баҫҡыстан ҡомған тотоп төшкән Рәхимә, улар янына килеп, көйләп, иркәләп һүҙ ҡушты:

— Бына кәрәк булһа, ни эшләп улай оҙаҡ ултыраһығыҙ, ҡайтығыҙ, сәй өлгөргән. Көтөп-көтөп һеҙҙе әллә ҡайҙа киткәндәр тип, әле йәсих уҡып алайым тиһәм.

Тәүҙә Имай, унан Ныязғол өйгә киттеләр. Ныязғол ҡарсығы менән туҡтап һөйләшә-һөйләшә ҡайтты:

— Сәй эсергә өлгөрөрбөҙ әле, әсәһе. Ҡомғаныңда һыу ҡалһа, мин дә тәһәрәт яңыртып алайым. Һөйләшеп китеп аҡшамды онотҡанмын. Ҡаза итермен инде.

Рәхимә, йәһәт өтәләнеп, ҡомғанын ҡартына бирҙе.

— Мә, мә, ай Хоҙайым, һинең ғәҙәтең шул була торған. Донъя ҡыуып, намаҙ-ныязыңды ла онотоп ташлайһың. Исмаһам, оноттом тип, ҡысҡырып әйтмәй, эстән генә тәүбә тип әйт тағы. Үҙең хәҙрәткә ултырған мөритһең. — Ул ҡартын байтаҡ вәғәзләне. Ләкин Ныязғолдоң башҡа уйҙар менән шөғөлләнгән башы был вәғәзгә артыҡ борсолманы. Ул көлөп кенә:

— Йә, ҡарсыҡ, юҡҡа көймә әле. Бына хәҙер тәһәрәт алып барыһын бер юлы уҡыйым да, аллаһы тәғәлә үҙе берәй ергә ҡуйыр әле. Уны ҡысҡырып әйтмәһәң дә һулаҡай яурындағы фәрештә әллә ҡасан гонаһ дәфтәренә яҙып ҡуйҙы инде. — Ул, ошолай һөйләнеп, йыуынырға кереште. Рәхимә әбей уның һүҙҙәренән ҡурҡып:

— Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла, үҙең ярлыҡа, Раббым, — тип шыбырлап, ҡартын теге донъя утынан ҡотҡарырға ашыҡты.



һуғыш

1

Эҫе көндөң ут тулҡындарында Гөлйөҙөм менән Айбулат ныҡ арынылар. Ике ал сыҡҡанда уларҙың игендәре урылып бөтә ине. Ләкин арҡанан, биттән аҡҡан әсе тир, тәнде әсеттереп, мунса сабынып сыҡҡандағы һымаҡ яндырып, күлдәктәрҙе тәнгә йәбештерҙе. Гөлйөҙөм, көлтә аҫтындағы муйынлы көршәктең йылынған айранын әленән-әле һемерә, Айбулатҡа:

— Мә, эс, — ти. Айбулат йотлоғоп эсә, ямаулы күлдәген асып арҡаһын елләтә лә, тағы ла урырға керешәләр.

Улар шулай төштән һуң өсөнсө туҡтап, аҙаҡҡы көршәк айранды эсеп торғанда, ауылдан яланға килә торған оло юлдың саңын борһолдатып, бер һыбайлы күренде.

— Был ни был, бер һыбай йән-фарман сабып килә. Гөлйөҙөм дә уны шул арала күреп алды:

— Ни булды икән, әллә ауылда ут сыҡҡанмы икән? Ул арала Тимерғәле ҡарт, үҙ загонының икенсе башынан быларға аптырашлы ҡараш ташлап:

— Айбулат улым, анауы килгән ҡарасҡы бер һыбайлы түгелме һуң? Ни эшләп улай ҡабаланып саба икән? — тип ҡысҡырҙы.

— Һыбайлы шул, олатай, приказщик түгелме икән?

— Булмаҫ, был эҫелә ул ни ҡарап йөрөһөн. Ауылда ут-фәлән сыҡмаһа ярар ине... — Тимерғәле ҡарт, маңлайына ҡулын ҡуйып, сырыш биттәрен тағы ла сыйырыңҡырап һыбайлыға ҡарап ҡатты. Хәҙер инде уны бөтә ураҡсылар ҙа күрҙе, һәр кем үҙ эсенән: “Ут ҡына сыҡмаһа ярар ине”, — тигән ҡурҡыныслы уй менән уның килеп еткәнен тынысһыҙланып көтә башланы.

Һыбайлы игендең юлға һуғып ятҡан башындағы Хәйбүш ҡыуышына туҡтаны ла, ҡулдарын болғай-болғай, ниҙер ашығыс һөйләй һалып, тағы ары сапты. Тағы туҡтаны. Тағы әйтте. Тағы сапты. Ләкин уның ҡағылып киткән бер кешеһе ут сыҡҡандағы кеүек ашығып ат-арбаға йәбешмәй, баҫҡан урынында, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеүек, ҡатып ҡала. Айбулаттар был хәлдән тағы ла аптырап ҡалдылар.

Һыбайлы елеп килеп Сураштар янына килеп туҡтағас, Айбулат:

— Бәй, был сотник Мулдаҡай бит, — тине.

Уға яуап биреүсе булманы. Күк ат, башын салыҡлап, моронон киреп, арҡаһындағы күбектәрен сәсрәтеп, ҡойроғон үҙ еленә ел-берҙәтеп, Айбулат янына килеп етте.

Мулдаҡайҙың бите ҡара тиргә янған. Танау тишектәре киңәйгән, хәле бөтөп, өнө быулыҡҡан кеше кеүек ахылдап, үҙе ҡурҡыныс хәбәрҙе тиҙерәк әйтә һалып, ашығыс ҡасырға тигән һымаҡ, һүҙҙәрен ҡабалан һөйләне:

— Айбулат ҡусты, хәҙер үк ауылға ҡайт. Староста ҡайтара, һуғыш сыҡҡан, тиҙ бул. Бер минут тормай ҡайтып ҡал, һуғыш сыҡҡан, һине лә һуғышҡа алғандар. Хәҙер атыңды ек тә, әйҙә.

Айбулат ни тип һорарға ла өлгөрмәне, күк ат, ул арала ушҡырып ебәреп, артабан сабып бара ине инде.

Был хәбәр Айбулатты йәшен уты кеүек һуҡты. Ул баҫҡан урынында ҡуҙғалмай, һыны ҡатып ҡалды. Урағын шул тиклем ҡысып тотҡан, хатта уның һабындағы һырлы биҙәк усҡа батып инеп киткән ине. Аяҡтарҙы, әйтерһең, Мулдаҡай ауыр таш менән баҫтырып китте. Быуындар тарҡалған һымаҡ хәлһеҙләнде. Тел көрмәлгән кеүек тотлоҡто, ҡороп китте.

Гөлйөҙөм урағын ергә төшөрөп ебәрҙе. Уның төҫө ағарҙы. Аҡрын ғына Айбулат янына барып, Мулдаҡай һүҙҙәренә ышанғыһы килмәгән бер эске тауыш менән:

— Һуғыш сыҡҡан тиме, юҡтыр ҙа, — тине.

Был тауыш Айбулатты һеңгәҙәгән хәленән айнытты. Ул, бер нәмә лә аңламаған һымаҡ, күҙҙәрен Гөлйөҙөмгә ташлап, оҙаҡ ҡараны. Бер нәмә лә әйтмәйенсә, тамаҡ ҡырҙы. Ҡулындағы урағын көлтәгә арҡыры һалды ла, һалмаҡ баҫып, ҡыуышҡа ыңғайланы. Ул, унда нәмәнән башлап китергә белмәгән һымаҡ, арбаға барып йәбеште, ҡамыт-дуғаны тәртә араһынан ситкә алып ырғытты. Атты еккеһе килмәй икеләнеп, бүтән ураҡсыларға ҡараш ташланы.

Халыҡ урыуҙан туҡтаған. Ҡайһыһы йыйылып һөйләшә. Ҡайһыһы ат егә, ә ҡайһы берәүҙәре, Айбулат кеүек, аптырап баҫып тора.

Һуғыш!.. Үҙенең мәғәнәһенә ут, ҡан, үлем дәһшәттәрен тултырған был ҡәһәрле бер генә һүҙ бөтә кешеләрҙең мейеһенә ҡурҡыныс ағыуын йүгертте.

Был — ҡурҡыныс, ләкин һис бер юл менән дә ҡотолоу мөмкин булмаған ҡаты законлы сигнал, электр тогы һымаҡ, бөтә әҙәмдәргә бәрелеп, уларҙың бөтә ихтыярҙарын параличланы. Һәр кем шунан иҫәңгерәп, ни эшләргә белмәй ине.

Гөлйөҙөм, илай-илай, нәмәләрен төрә башланы. Айбулат үҙәктәге ҡоҙоҡ янында себенләп торған атын алып килеп егә башланы.

Улар янына Әпләс ҡарт килде. Ҡайғылы, аптырашлы тауыш менән:

— Айбулат улым, әллә һин дә бармы? — тине. Арыған быуындарын шытырҙатып ергә сүкәйҙе.

— Барһың ти бит Мулдаҡай ағай. — Айбулат дилбегәһенең осон әллә нисә көрмәп, әллә нисә систе. Әйтерһең, ул был бәләкәс кенә эште ғүмерендә беренсе тапҡыр эшләй ине.

Ҡарт үҙ алдына үҙе рәнйегән кеүек һөйләнде.

— Ҡайҙан сыҡты инде тағы был афәте. Әй, алланың хөкөмө. Уттай эш ваҡытында. Ҡайһы батша менән ҡайһы батша һуғыша икән һуң, ҡороғорҙар.

— Әллә инде.

— Былай булғас, беҙҙең Ишморатҡа ла сират килеп етер инде. Ул һинән ике йәш ярымға ғына кесе бит. Һе, Хоҙаның хөкөмө. Ана Шабал баярға беҙ арыш ташыған йылды яҙ һин донъяға килдең. Ә Ишморат шунан ике йыл үтеп өсөнсө йылдын яҙында һыу ташҡан саҡта тыуҙы. Килен, һин, ҡайтҡас, еңгәңә әйт, иртәгә иртүк килеп етһен. “Ул-был булғансы, игенде йыйыштыра һалып алырға кәрәк, тип әйтте ҡайнаға”, тиген, йәме.

Айбулат менән Гөлйөҙөм, атты аҡрын ғына атлатып, ҡайтырға ыңғайланылар. Ҡарт улар артынан тағы ниндәйҙер йомоштар әйткәс, Айбулатты әүрәтеп аҡыл өйрәтте:

— Бик бошонма, балам. Хоҙай яҙмаған эш булмаҫ. Бәлки, ҡотолоп ҡайтып та килерһең. Ҡаралған саҡта: “Минең башым әйләнеүсән, эҫегә, йәйәү йөрөргә ярамай”, — тип әйтеп ҡара. Ундағы духтырҙарҙың күңеленә миһырбанлылыҡ килһә, ҡотолдороп та ҡуйырҙар. Игенде ҡулалмашлап булһа ла йыйыштырып алырбыҙ ҙа ул, тик һинең башың иҫән-һау ҡотолһон инде.

Улар янына билен ыуалап Тимерғәле ағай туйтаңлап килде. Ул да, үҙе китергә әҙерләнгән һымаҡ, ҡабалана ине.

— Исхағымды ни эшләттеләр икән? Ҡайтайым әле, — тине.

Ҡояш тауға һарҡҡанда, бөтә ялан буш ҡалды. Теҙелгән ҙураттар, өйөмгә һалып өлгөрмәгән көлтәләр, сәселеп ятып ҡалған усмалар, боҙолмаған буш ҡыуыш, йыйылмаған тағандар — бөтәһе лә бер шомло тынлыҡҡа ҡалып, яуҙан ҡасҡан илдең ҡалдығын хәтерләтәләр.

Әпләс бабай, ҡара янған ҡалай сәйнүген сәй ҡайнатырға аҫып, был өлкән мәсьәләнең серенә төшөнөргә тырышҡан һымаҡ, ике ҡулын баш аҫтына ҡуйып, ҡыуыш күләгәһенә салҡан төшөп һуҙылып ятты. Ул бик арығайны. Үҙе кеүек яңғыҙ-яры ҡалған ҡарттар янына ла барғыһы килмәне, урағын тоторға ла ҡулы күтәрелмәне.

Иртә менән йәнле әҙәм ҡалмаған кеүек тыныс ятҡан ауыл кис менән гөжләп китте.

Түшенә ялтыр миҙалдар таҡҡан старшина Ныязғол ике ҡораллы кеше менән тройкала килеп төштө. Улар бер нисә ауылды үткәндәр, ахыры. Туғарылмаған ҡара туры аттар Ныязғол ҡапҡаһы төбөндә күперектәре сығып ушҡырып, сапсынып торалар.

Был түрәләр, Ныязғолдоң өйөнән сығып, сход өйөнә киттеләр. Улар артынан сәлләһен кейеп, йәшел таяҡҡа таянып мулла килде. Ул, тамаҡ ҡырып, башын түбән баҫып, мөһабәт атлап килеп инде. Халыҡҡа ҡарап:

— Әссәләмәғәләйкүм, — тине. Ныязғол уның сәләмен алды ла шыуып өҫтәл янынан урын бирҙе.

Халыҡ, өйгә инеп, урындыҡҡа, иҙәнгә, мейес эргәләренә теҙелде, солан тулды, кешеләр ишек алдына эркелде. Уларҙың бөтәһе лә әле һаман үҙләштереп бөтә алмаған “Ярман менән һуғыш сыҡҡан” тигән хәбәрҙең бушҡа сығып, уның яңылыш икәнлеген ишеткеләре килеп, һөйләшмәҫкә, шауламаҫҡа тырышып көттөләр.

Староста, купец Ҡаҙанҡап Абдулла, ишектән бер инде, бер сыҡты. Бөтә эштең төбө хәҙер тик уның үҙендә генә һымаҡ ҡиәфәт менән кешеләр өҫтөнә етди ҡараш ташлап, китәсәк кешеләрҙе теүәлләне лә тағы өйгә инеп китте.

Халыҡты ҡырҙан йыйып ҡайтарырға тапшырылған десятниктар, сотниктар арып хәлдән тайҙылар.

Ныязғол, мөһабәт төҫ менән тороп, һуғыш тураһында иғлан итте:

— Туғандар, ағай-энеләр, Герман батшаһы беҙҙең Әрәсәйгә ҡаршы һуғыш асҡан. Бөгөн бына батша хәҙрәттәренән ашығыс фарман килде. Илде, Ватанды һаҡларҙай аҙамат егеттәрҙе иртәгәнән ҡалдырмай һалдатҡа оҙатырға, тигән. — Ул байтаҡ ҡына һөйләп, алынғандарҙың исемлеген уҡыны ла, уны старостаға тапшырып, ниндәйҙер өҫтәлмә бойороҡтар бирҙе. Шунан ары улар киттеләр. Айҙаҡайҙан ҡыуыласаҡ ун һигеҙ кеше эсендә Айбулат үҙ исемен, Әхмәҙи исемен, Дәүләт купец улы Ғимрандың, тағы әллә кемдәрҙең, үҙенә яҡындарҙың, дуҫтарҙың, яттарҙың исемдәрен ишетте.

Түрәләрҙе оҙатҡас, староста маңлай тирен һөртә-һөртә дауам итте:

— Иртән иртәнге сәғәт етелә ошо исемдәре күрһәтелгән егеттәргә сход өйө янында булырға. Бөтә ауылдарҙан олосҡа йыйылып, шунан Николайскиға приемға китергә, — тип һүҙен бөтөрҙө.

Йыйылған халыҡ ниҙән тотоп һүҙ башларға, кемгә һорау бирергә, был ҡаты хәбәрҙең серенә нисек төшөнөргә белмәне. Ураҡтан ҡайтҡандарҙың саңлы, тирле биттәре аптырау ҡатыш аңламаған төҫ менән ҡапланды. Көлтә бәйләүҙән тишелеп бөткән ыштан, салбар тубыҡтарындағы ямауҙар, ураҡта туҙған еңдәр аламаһы ялпылдатып түбән һәлберәнеләр.

Һәр кемдең уйында тик: “Һуғыш сыҡҡан, батша ҡушҡан, таң менән шунда китергә”, — тигән өҙөк, айырым, тимер кеүек ҡаты бойороҡто күрһәткән һүҙҙәрҙән башҡа нәмә юҡ ине. Аталар, әсәләр, ҡатындар, балалар, туғандар — бөтәһе лә үҙҙәренең яҡын кешеләренең, ҡәҙерлеләренең, ут-ялҡынға ырғытылған бесәй балаһы һымаҡ, һуғыш уты эсенә ырғытылырға тейеш икәнлектәрен аңланылар ҙа, күҙ йәштәрен йота-йота, шуға әҙерләнә башланылар.

Иртәнсәк китеүселәр, аҙаҡҡы өмөт булған алла ярҙамын һорарға мулла янына инеп, хәйер биреп, доға алдылар. Мулла үҙенең серек ҡарағай өйөнөң төпкө мөйөшөндә таяғын янына һөйәп ҡуйып, нәҙек оҙон кәзә һаҡалын һыйпап, вәғәз, нәсихәт бирҙе:

— Бына, ил аҙаматтары, беҙ әүәл аллаға, шунан батшаға буйһонғанбыҙ. Батша хәҙрәттәре, үҙенең бөтә ҡул аҫтындағы халыҡтарын кафыр дошман яуынан ватанды һаҡларға саҡырып, фарман ебәргән. Һеҙ, ирмен тигән егеттәр, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерергә тырышмағыҙ. Батша хәҙрәттәренә тоғро хеҙмәт итегеҙ. Кафыр дошмандан үс алып ҡайтығыҙ. Һуғышмаҡ борон-борон замандан ҡалған. Пәйғәмбәрҙәр ҙә һуғышҡан, сәхәбәләр ҙә һуғышҡан. Барыһы ла алла ярҙамы менән дошманын еңер булғандар, һуғышта вафат булғандар, шәһит китеп теге донъяла һис бер сөәлһеҙ ожмахҡа инеп, мәңге рәхәт йәшәгәй, илаһи амин!

Өйҙә Гөлйөҙөм Айбулатты юлға әҙерләгән нәмәләре менән ҡаршы алды. Бер таба сөсө икмәк, бер табаҡтай бауырһаҡ, бер йомғаҡ май, унлап баш ҡаты ҡорот һалған киндер тоҡсайҙы тотоп, улар өҫтөнә бер ҡат күлдәк-ыштан һалып тора ине. Кисәнән бирле илауҙан уның күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Әле ниндәйҙер уйға ҡалған. Айбулаттың килеп инеүе менән, онотҡан ҡайғыһын иҫенә төшөргән кеүек, уға ҡарап бер аҙ торҙо ла тағы сеңләп илап ебәрҙе. Юлға әҙерләп торған Айбулаттың күлдәге менән битен ҡапланы.

Айбулат уны тынысландырырлыҡ бер һүҙ ҙә тапманы.

— Атай, ҡасан ҡайтаһың? — тип муйынына аҫылынған улының маңлайынан үпте.

— Тиҙ үк ҡайтырмын, улым, әсәйеңдең әйткәнен тыңлап йөрө, — тине.

Тимербулат бүтән һорау бирмәне. Илаған әсәһенә ҡарап, көрһөнөп ҡуйҙы.

Тәҙрәнән Әхмәҙи ҡысҡырҙы:

— Кейәү, әйҙә. Староста көтә. Ат әҙер.

Быны ишеткәс, Гөлйөҙөм иренең муйынына аҫылынды.

— Эй Хоҙайым, ҡасан ғына күрешербеҙ инде?

Гөлйөҙөмдөң илауы, малайының һүҙҙәре Айбулаттың йөрәген һыҙлатты. Ләкин ул, тамағына төйөлгән төйөндө йотоп, уларҙы әүрәтте:

— Етәр, Гөлйөҙөм, илама. Бер мин түгел бит, ил менән. Илама. Балаларҙы яҡшы ҡара, етемһерәтмә. Игенде үҙең урып бөтә алһаң, мин тапамаға ҡайтып өлгөрә алмаһам, кешеләр менән берлекләшеп, берәй нәмә эшләрһең. Һатма, тамаҡлыҡ булыр. Кем белә бит, бәлки, ҡайтып та килермен. Ураҡҡа ялланып торма.

Айбулат был һүҙҙәрҙән һуң нәмәләрен ҡулына тотоп, бер ҡулы менән малайын етәкләп урамға сыҡты.

Гөлйөҙөм, ҡыҙын эйәртеп, сәңгелдәктәге йәш балаһын күтәреп алып, түгелеп илап, оҙата китте.

Мәсет тирәһендә халыҡ ҡара ҡором кеүек эркелгән. Юл буйы тулы парлап та, яңғыҙлап та еккән арбалар, кырандастар. Китеүселәр, оҙатыусылар әкрен генә барған арбалар артынан йәйәү атлайҙар. Илаш, һыҡташ, үкһеү. Өҙәләнгән һүҙҙәр, өгөт-нәсихәттәр менән гөж киләләр.

Старостаның ҡурҡыныслы, ауыр айырылыу минутын белдергән тауышы бөтәһен дә туҡтатты. Ул үҙенең иң алда барған пар атының дилбегәһен улына тоттороп, кырандастан төштө. Башындағы ҡама бүркен алып, кеҫәһенән ҡыҙыл ҡулъяулыҡ сығарып, маңлай тирен һөрттө. Ҡара бәрхәт ситле күк кәзәкейе өҫтөнән быуған ҡыҙыл ебәк билбауын ҡыҫыңҡырап бәйләй-бәйләй, ялпаҡ битендәге бөтә йыйырсыҡтарын йыйып, халыҡҡа күҙ ташланы:

— Әйҙәгеҙ, егеттәр, ултырығыҙ аттарығыҙға, юҡһа һуңлап китербеҙ, — тип ҡысҡырҙы.

Китеүселәр, аҙаҡҡы тапҡыр күрешеп, оҙатыусыларҙың сыр-сыуы аҫтында арбаларға, кырандастарға таралып ултырҙылар.

Аттар, тәүҙә атлап, унан юртып, ауылдан сығып киттеләр. Оҙатыусылар, улар артынан ауыл осондағы Сәхиптауҙы ашҡанса эйәреп барып, уларҙың ҡаралары күҙҙән юғалғанса ҡулдарын болгап, илашып тороп ҡалдылар.

Хәмдиә менән Гөлйөҙөм, Сәғиҙә әбей, Көләй, Шәрифә әбей, Мәғфүрәләр, тағы ла әллә кемдәр бала-сағаларын етәкләп, өйҙәренә ҡайттылар. Уларҙың бөтәһендә лә күҙ йәше. Яуапһыҙ һорауҙар. Бигерәк тә әбейҙәр телдән өҙөләләр:

— Эй Хоҙайым, ҡырау һуҡтымы, тупалам тейҙеме, был ни эш был, Раббым.

— Йәш балаларҙың баштары китеп утҡа ташлана бит, илаһым.

— Япон һуғышында ни тиклем кеше юғалып ҡалды. Ғәббәс бахыр, Иҙаҡай ҡоҙа, Мәсәлим... Шуның кеүек булмаһындар инде.

— Ҡуйсы, юҡты һөйләмә. Бынауындай саҡта, фәрештәнең амин тигән сағына тура килмәһен.

— Аптырап әйтәм тағы. Ауыҙымдан ел алһын. Ҡайтырҙар, алла бирһә... Бөтә ауылдан да шулаймы икән?

— Бөтә ауыл тиһең, бөтә олоҫ, бөтә Эрәсәй, тип әйтә ти Абдулла староста. Уның үҙ улы ла китте бит.

— Ул эләкмәҫ әле, атаһы түрәләр менән бер нәмә итер әле, — тине берәүһе.

— Ер ябып бараларҙыр инде. Шәрифә әбей үҙенсә ҡайғырҙы:

— Ҡуй инде, бахырҡайҙар. Ныязғолдоң Яйыҡҡа ҡыуған гуртауай һарығы һымаҡ, ҡыуҙы ла алып киттеләр. Сей ауыҙ балалар бит әле.

Кемдер төйлөгөп яуапланы:

— Әйтмә инде. Беҙҙең Хәйрулла шулай бит. Анау Әбделмәндәр ни өс йыл уйнап ҡайтҡандар. Улар беләләр инде. Алла күрһәтмәһен инде... Берүк берәүһе лә эләкмәй ҡайтып килергә яҙһын.

— Шулай булһа ниһен әйтәһең уның. Нәфел ураҙалар тотоп, аҡ ҡорбандар салыр инек.

Ирҙәр араһында донъя күргәнерәктәре, япон һуғышында йөрөп ҡайтҡандары уйҙы тағы ла тәрәнерәктән йөрөтәләр.

— Ни етмәй, ни нәмә бүлешеп һуғышалар икән был батшалар, ә?

— Батшалар улар ерҙәре артып күбәйгән һайын, байыған һайын ҡомағайланалар ти, бит. Ергә талашып, үҙҙәре туйһа ла, күҙҙәре туймай, имеш, ти. Уларҙың һәр береһе “батшаларға батша булам” тип тырыша, имеш, ти.

— Үҙҙәре һуғышмай инде улар, ғәскәрҙәрен ҡара-ҡаршы һала ла ҡуя инде. Кем еңә. Үҙҙәре хатта үпкәләшмәй ҙә, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа саҡырышып йөрөшәләр, имеш, ти, ул.

— Бына ҡомағайҙар. Ныязғол һымаҡ, байлыҡтан туймайҙар икән, әкиәт.

— Хөкөм үҙ ҡулдарында булғас ни, ни тиһә, шуны эшләй ҙә ҡуялар шул инде.

— Етәрегеҙ, ҡуй. Староста әйтә, ни ти, кем дә кем батшаға тел тейҙереп һөйләй икән, шунда уҡ баструкка йә һуғышҡа оҙатыла, ти.

— Әллә! Көйләргә лә ярамай икән шул.

— Ярамай, ярамай, Әпләс ағай, ярамай.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет