ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет21/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

2

Юлия Ишбулдының артынан ул юғары урамға боролоп инеп киткәнсе ҡарап, оҙатып ҡалды.

Уның инде арығаны ла, йоҡо баҫҡаны ла онотолғайны. Был осрашыу Ишбулдының үткән бәхетһеҙ балалыҡ ғүмерен Юлияның күҙ алдына баҫтырҙы. Уның бөгөнгө ирекле, бәхетле тормошон күрһәтеп, шатлыҡлы тулҡынландырҙы. Ошо кисерештәр өҫтөнә Ишбулдының Мурзин тураһындағы ҡыҫҡа ғына хәбәре лә ҡушылып, Юлияны тағы ла тәрәнерәк, тағы ла йөрәк талдырғыс уйҙарға, иҫтәлектәргә алып китте. Ул үҙенең ошо иҫтәлектәрен бер ҡабат ашыҡмай ғына күҙҙән кисереп сығырға уйлаған һымаҡ, яйлап ҡына атлап ҡайта башланы.

...Юлия үҙенең бөтә йәшлек һәм аңлы ғүмерен большевиктар партияһы эшенә бағышланы. Ул был тормош юлына алдан әҙерләнеп, алдан уйлап, ниәтләп, йә булмаһа, әллә ниндәй ҙур вәғәҙәләр биреп аяҡ баҫманы. Нисектер, бик тәбиғи рәүештә тормоштоң ошо йәнле, бөтә кешелек бәхетенең иң юғары нөктәләрен үҙендә туплаған идеяның үҙәгендә ҡайнап йәшәгән һәм үҫкән кеүек, йәшәп үҫте. Ул үҙенең шәхси тормошон иң тәүҙә кейәүгә сығырға, балалар үҫтерергә, тигән ҡағиҙәгә бәйләмәне һәм уға бәйләргә тура ла килмәне. Уның бөтә йылдары ошо ҙур эштең өҙлөкһөҙ талаптарын үтәү менән тулы булып, башҡа талаптарҙы артҡы планға ҡалдыра барҙылар. Ләкин Юлия ошо берҙән-бер тура һәм яҡты юлдың ҡайһы ерендә булһа ла, башҡа мәнфәғәттәр артынан боролоп туҡтап торорға, тигән фекерҙе башына килтергәне юҡ. Был әлегә бик күп ҡыҙҙарҙың аңында билдәле булмаған, киләсәктәге ҙур бәхеткә бәйле булған ышаныс ҡына ине. Уны ҡайһы бер егеттәр, хатта иптәш ҡыҙҙары ла тәкәбберлектә ғәйепләйҙәр ине.

Юлия уларға был ғәйептең дөрөҫ булмағанын нисек иҫбат итһен инде. Ул быға тырышманы ла. Уның беренсе тапҡыр яратып дуҫлашҡан Анатолийы бик йәшләй һуғышта үлеп ҡалды. Уларҙың, ғаилә тормоштары ойошоп өлгөрмәне. Юлияның шунан башҡа көслө һөйөү тойғоһона бирелгәне юҡ ине. Ул яратыу, хөрмәт итеү тигән, бөтә кешеләргә, дуҫтарға, ағай-энегә, хатта бөтә массаға булған тойғоно бик яҡшы белә. Ул уларҙы ысын күңелдән, туғандарса яратыу менән ярата, ярҙам итә һәм ошо мөнәсәбәт һәр ваҡыт үҙендә лә күңел шатлығы ғына тыуҙыра. Ә бына бер генә кешене һөйөү, бер генә кешегә ғашиҡ булыу, ул бөтөнләй башҡаса. Был әллә ниндәй бер ауыр бәхет, тип асыҡлай үҙенә Юлия. Шуға күрә уның янына барыуҙан уттан ҡурҡҡан кеүек һаҡлана. “Ярай әле, исмаһам, минең был тойғомдо ул белмәй”, — тип тыныслана. Шул уҡ ваҡытта, ул киткәнсе күрмәй ҡалмаһам ярар ине, тип шикләнә ине.

...Мурзин, Айбулат. Был ике кешенең исемдәре лә, үҙҙәре лә Юлия өсөн үҙенең ағалары Григорий, Вася кеүек бер туған һымаҡ булып бөткәндәр. Ул улар тураһында бәләкәйҙән — бишенсе йылдарҙан бирле ишетә килһә, Айбулатты ун беренсе йылдан — үҙе Имел олоҫонда эшләгән ваҡыттан алып яҡындан таный, яҡын күрә, уның бөтә ғаиләһе менән бәйләнеш тота. Ә бына Мурзин менән ул күптән түгел танышты. Быға ниндәй сәбәптәр булғандыр инде, Юлия ул турала тикшергәне юҡ. Тик ул ошо арала булған хәлдәрҙе генә уйлап ҡарай. Мәҫәлән:

1917 йылдың сентябрендә, Һамарҙа эшселәр депутаттары Советында Ҡыҙыл гвардия уставын ҡабул иткән саҡта, Мурзиндың ҡайһы бер пункттарға төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр күрһәткәне өсөн уны күп иптәштәре хуплап телгә алғандарын ишеткәне бар.

Юлия тағы ла хәтерләне. Эйе, шул уҡ йылдың алтынсы октябре ине. Һамарҙа большевиктарҙың губерна съезы асылды. Юлия ла унда яҡындан ҡатнашты, Мурзинды ла яҡындан күреп танышты. Юлия уның ундағы ялҡынлы сығыштарын һоҡланып тыңланы.

...Унан һуң, егерме икенсе октябрҙә, Октябрь восстаниеһынан бер нисә көндәр генә элек, губком һәм дөйөм ҡала комитеты бюролары райондарҙан килгән вәкилдәр менән берлектә ултырыш үткәрҙеләр. Был ултырышта восстаниеға әҙерлек мәсьәләләре бөтә үткерлеге менән килеп баҫты.

Собрание ошо резолюцияны ҡабул итте:

“Волга көнө” гәзитен яптырырға, провокаторҙарҙы тоторға, киң күләмдә заем үткәрергә, ҡойроҡтарҙы бөтөрөргә”.

Ултырыштан һуң Мурзин, Григорий, Вася өсәүләшеп өйҙә ултырғанда ошо резолюция буйынса бик күп кенә фекер алыштылар.

Юлия уларҙың һүҙҙәренән, большевиктарҙың был эше буржуазияның ҡаршылығын тыуҙырасаҡ, ә был ҡаршылыҡ массаларҙың әүҙемлеген күтәрер һәм шул ваҡытта диктатура иғлан итергә булыр, тигән мәғәнәне төшөндө. Мурзин райондан килгән вәкил булһа ла, был көндәрҙә Һамарҙа ҡалырға тейеш ине.

Эйе, был ҙур ваҡиғалар, геүләп торған замандар үтте. Октябрь еңде. Ярашыу яһалды. Рәсәй аҙыраҡ тын алды.

...Ун һигеҙенсе йылдың ҡышы ине. Мурзинды тағы ла губкомға саҡырып алып, Имелгә олоҫ комитеты секретары итеп ебәрҙеләр.

Был һуңғы килеүендә Мурзин тура Юлияларға төштө. Улар уны, иҫке дуҫ итеп, бер туғандай күреп, шатланып ҡаршы алдылар. Уларҙа күңелле кистәр үткәрҙеләр. Үткәндәге, хәҙерге һәм киләсәк көндәрҙе күҙ алдына килтереп һөйләштеләр.

Маруся менән Юлия, ҡунаҡ һыйлағандағы кеүек, аш-һыу менән булаштылар. Ләкин Юлия, Мурзиндың ошо килеүендә күрешкән саҡта, уны бик ныҡ һағынғанлығын тойҙо. Ул үҙенең был тойғоһон бик ҙур ахмаҡлыҡҡа һанап, уны бөтөнләй еңер өсөн, Мурзиндың янына яҡын ултырып, уның ҡатыны һәм балалары тураһында ентекләп һорашты. Мурзин, әлбиттә, бер нәмә лә абайламаны. Рәхмәт әйтте лә, үҙенең бик һәйбәт ҡатыны, бик һөйкөмлө ике ҡыҙы тураһында ихлас һөйләп бирҙе. Юлияның төпсөп һорашыуына яуап итеп, өлкән ҡыҙының ун ике йәштә булып, ҡатынына оҡшағанын, бәләкәйенең ун йәштә булып, бөтөнләй үҙенә оҡшағанын күңелле йылмайып һөйләне.

Ләкин Юлияның был үҙен һыуытырға тырышып яһаған һөйләшеүе, киреһенсә, уның йөрәк яраһын ғына әрнетте. Мурзиндың балалары тураһында һөйләгәндә матур күҙҙәренең иркә нурланы-уы, тауышының йомшаҡ ағышы, киң маңлайынан тулҡынлы сәстәрен артҡа һыпырғандағы ҡыланышы — береһе лә Юлияның һөйөү менән ҡараған күҙҙәренән ысҡынманы.

Юлия аҙаҡ, үҙ бүлмәһендә яңғыҙ ҡалғас, туйғансы иланы ла, үҙен үҙе: “Бына тиле, бына илаҡ ҡыҙыҡай”, — тип орошто, был тойғоно башынан бөтөнләй алып ташларға, бының өсөн үҙен ҡулға ныҡ алырға ҡарарланы.

Юлия үҙенең Набережныйҙағы квартирында төшкә хәтле ошо иҫтәлекле уйҙарға ҡалып ултырҙы ла яңынан сборный пунктҡа китте.

Ул унда барып еткәндә, казармалағы бөтә армеецтар сығып рәткә теҙелешәләр, колонна яһайҙар ине. Командирҙары уларҙы, фамилияларын ҡысҡырып, барлайҙар ҙа команда менән алып китә торалар. Был юлы улар урамға түгел, пункт артынан үткән һыртҡы юлға сығалар ҙа яланға табан йүнәләләр. Юлия уларҙың төштән һуңғы занятиеға — атышҡа бара икәндәрен уйланы. Шунан ул тиҙ генә үҙенең эшләй торған бүлмәһенә инеп сыҡты. Унда Никольский ғына ултыра ине. Ул:

— Йә, Юлия Ивановна, аҙыраҡ хәл алдығыҙмы? — тип күҙлек аша ҡарап йылмайып һораны.

— Ял иттем, Николай Маркович, арығаным бөтөнләй бөттө.

— Бик яҡшы, — тине врач. Бер аҙҙан тағы: — Юлия Ивановна, беҙгә сәғәт өстәрҙә тағы прием башларға кәрәк. Военком килеп әйтте. Ҡайҙандыр доброволецтар килгән икән, — тине.

Юлия уны тыңланы ла:

— Ярар, мин улар янына барып киләйем дә әҙерләнербеҙ, — тине.

Ундағы армеецтарҙың геүләп һөйләшкән, көлөшкән тауыштары коридорға ишетелә ине.

Юлия барып күренеүгә, кемдер шатлыҡлы тауыш менән:

— Ана, Юлия Ивановна килде, — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Юлия был тауыштың Ишбулдыныҡы түгел икәнен белһә лә, кем әйткәнен айыра алманы. Сөнки уны шул минутта уҡ һырып алып күрешә, һаулаша башланылар.

Юлия бөтәһенең дә ҡулдарын ҡыҫып күрешә, барыһын да танырға тырышып күҙҙәренә ҡарай, шатлыҡлы йылмайып хәлдәрен һораша ине. Ләкин был егеттәр бөтәһе лә бер тиҫтер йәштәр булыуы, Ишбулдының: “Быныһы Исмәғил, быныһы Хөсәйен — Айҙакайский, был күрешкәне Ғәйсәр — Ташкүстәнский, ә быныһы, һин беләһеңдер, Имеләйский Мәсәлим”, — тип теҙеп һөйләп тороуы ла Юлияга уларҙы танырға мөмкинлек бирмәне. Юлия шуға күрә тағы ла бер ҡабат уларға ҡарап, Мәсәлим тигән егеттең Имеләйҙән булып та, уны танымағанына аптырап, ул егеттең үҙенән:

— Мәсәлим, Мәсәлим, һин бәләкәй булғанһыңдыр шул, һис тә танымайым, — тине.

Юлия әллә ҡасан булып үткән был ваҡиғаларҙың һәр бер ентеген, әлбиттә, хәтерләмәй ине. Шулай ҙа ул күҙ алдына килтерҙе лә:

— Ә, иҫемә төштө, һинең ике бәләкәс туғаның да бар ине, — тине.

Быларҙың геүләшеүенә бүлмәнән бер олораҡ кеше сығып:

— Юлия Ивановна, беҙҙең Юлинька, һаумы? — тип өндәшеп ҡул һуҙҙы.

— Сәғди ағай, һаумы, һаумы! — Улар ҡулдарын оҙаҡ һелкеп күрешкәнсе тағы берәү:

— Юлия Ивановна, таныш бул, һинең элекке танышың Самсыпал, — тип, хахылдап көлөп килеп, Янғол ҡул бирҙе.

Шатлыҡтан Юлияның йөрәге ярһыны. Бөтәһе лә шаулайҙар, көлөшәләр ине.

Улар, шулай шаулаша торғас, ишектең яңынан асылғанын да ишетмәнеләр. Иң тәүҙә Юлия ғына, абайлап, ишек яғына ҡапыл боролоп ҡарап көлөп тора ине.

Мурзинды күреү менән бөтәһе бер юлы шаулауҙан туҡтап, бер дөйөм хәрәкәт менән уға ҡарап ҡаттылар.

Мурзин Юлия янына атланы:

— Мин әле беҙҙең егеттәр тағы ниндәй митинг яһап яталар икән тип ашығып килһәм, һине күреп шулай шаулайҙар икән, — тип көлә-көлә һөйләнеп, Юлияға ҡул биреп күреште. — Һаумы, Юлия Ивановна! — тине.

Юлия шатлығынан тағы ла нығыраҡ ҡыҙарып китте. Ул, тауышы ҡалтырауҙан һаҡланып, бик ҡоро һөйләшергә тырышты.

— Һаумыһығыҙ, иптәш Мурзин! Беҙҙең шаулашҡан тауыш шулай алыҫ ишетеләме ни?

— Бөтә Ырғыҙ буйы яңғырай, — тип көлдө Мурзин. Өҫтәл эргәһендәге Юлияға ҡаршы ултырғысҡа ултырҙы. — Һағынғандар шул һине, Юлинька. Бик көттөләр. Ишбулды юлдан күҙен алманы.

Ишбулды, үҙен Юлияның иң ҡәҙерле ҡустыһы итеп тойоп, шул хоҡуҡ менән уның янына һырынып ултырған да унан күҙен дә алмай ине. Мурзинға ул:

— Юлия апайҙы күрмәй китәм икән тип ҡурҡтым шул, — тине. — Яңынан ҡасан күрешербеҙ әле.

— Ҡасан имеш, барып буржуйҙарҙы түбәләй һалып ҡайтабыҙ ҙа тиҙ генә күрешәбеҙ. Оҙаҡҡа ебәрмәйбеҙ, — тине Янғол.

— Тиҙ генәме, оҙаҡҡа һуҙылырмы, барыбер беҙ уларға ҡалҡмаҫлыҡ итеп тондорасаҡбыҙ, — тип ҡуйҙы Ишбулды. Юлия, уларҙың бөтәһенә лә ҡарап:

— Эй, туғанҡайҙар, мин дә һеҙҙең ҡайтҡанды көтөп өйҙә ултырмам шул инде! Бәлки, бергә үк йөрөп һуғышырға тура килер, — тине.

— Улай булғас, бик шатбыҙ, Юлия Ивановна, бик шатбыҙ, һин тағы ла доктор булаһың инде беҙгә, беҙҙең часҡа һора, Юлия Ивановна.

Мурзин уларҙың береһенә лә ҡушылмай, бөтәһенә лә бер эске яратыу менән янған ҡарашын ташлап, йылмайып тик ултыра ине.

Юлия унан:

— Ә беҙҙең Айбулат ҡайҙа һуң, күптән бирле хат та алғаным юҡ мин унан? — тип һораны.

— Ул Мәскәүҙә, Үҙәк Комитетта, Вахитов иптәш янында ине. Хәҙер унда татар-башҡорттарҙан мосолман эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының бер ҙур батальоны төҙөлдө. Ул тиҙҙән Һамарҙа буласаҡ. Айбулат шунда булырға тейеш, — тине Мурзин.

— Ә, — тине Юлия. — Вася Глушицала инде, ул бында килмәй торғандыр.

— Юҡ, ул Землянка яғына китергә тейеш. Мурзин, түш кеҫәһенән сәғәтен сығарып:

— Өсөнсө ярты, — тине. — Юлия, беҙҙең егеттәрҙе лә врачтарҙан ҡаратып үткәреп алырға кәрәк. Улар: “Ниңә беҙгә врач, беҙ доброволецтар”, — тиҙәр ҙә, барыбер ҡаралһындар, — тине.

— Ниңә, бик һәйбәт булыр. Был комиссия түгел бит, — тине Юлия. — Ҡурҡмағыҙ, “негоденға” сығармабыҙ берәүегеҙҙе лә, — тип көлдө.

— Ә беҙ сығарһағыҙ ҙа сыҡмайбыҙ, — тип көлөштөләр егеттәр.

Улар бөтәһе лә таралыштылар. Мурзин военкомат янына барып килергә казарманың арғы башына китте. Юлия, Сәғди менән һөйләшә-һөйләшә, амбулаторияһы яғына йүнәлде.

— Сәғди ағай, күмәк һүҙгә әүрәп, һорашмай ҙа торам, Шәмсиә һаумы һуң? — тине.

—Шәп, шәп ул. Балалар ҙа үҫә. Ике малай, бер ҡыҙ.

— Яҡшы. Юл тура килһә, күреп сығам мин уларҙы.

— Күр, Юлинька, күр, — тине Сәғди. — Беҙ ҡайтҡансы һау торһондар инде ғаиләләр ҙә. Тиф менән ауырыштыра башланылар.

— Шулаймы ни?

— Эйе, эйе. Бына Мурзиндың ҡатыны тиф менән сирләп үлде. Бахырҙың ике ҡыҙы етем ҡалды.

Юлия болоҡһоуҙан ҡойолоп төштө. Башта, ни тип тә әйтә алмағандай, өндәшмәне, һуңынан:

— Күптәнме? — тине.

— Юҡ, бер йома ла юҡ әле. Мурзин, шулай итеп, ғүмерлек иптәшен күмеп сығып китте. Шуға күрә беҙҙе лә врачтан үткәрергә тырыша ул.

Юлия Мурзиндың бер нисек тә үҙенең ҡайғыһын белдертмәгә-ненә аптыраны, уның һайын ул уны ныҡ йәлләне, уға булған хөрмәте көсәйҙе.

Доброволецтар иртәгеһенә таң менән китеп барҙылар. Тәүлеккә лә тулмаған был шатлыҡтар, өмөттәр, билдәһеҙ ҡурҡыныстар менән тулған сәғәттәр Юлияның йөрәген тәрән тулҡынландырып үттеләр. Уларҙың киткән саҡта:

Смело мы в бой пойдем за власть Советов,

И как один умрем в боръбе за это, —

тип йырлағандағы көслө тауыштары Юлияның ҡолағында әле булһа яңғырай кеүек...

Алыш кәрәкме, атыш кәрәкме!”

Ырғыҙ быйыл яҙ, һис ваҡытта булмағанса, ҡотороп ташты. Ҡыш буйы таш кеүек булып туңған боҙҙар, яҙғы ҡояштың үткер нурҙарында яйлап ҡына, беленмәй генә иренеләр ҙә бер көндө, һис көтмәгәндә, күтәрелеп тә киттеләр. Эре боҙҙар, шартлап, гөрһөлдәп ярылдылар ҙа, шаулап күтәрелеп, көньяҡҡа юл алдылар. Улар, ҡайҙа юл алырға белмәй бер урында өйөрөлөп аптыраған ваҡ боҙҙарҙы ла эләктереп, алға елтерәттеләр. Ырғыҙҙың ярҙарынан ике яҡлап ярып төшкән текә гөрләүектәр шыяланған ҡарҙарын ошо боҙҙарға ҡуша һалып, бергә-бергә ағырға ашыҡҡан һымаҡ, донъя шаулатып килеп ҡушылдылар ҙа, йылғаны ярҙарынан аша таштырып, күтәреп алып киттеләр. Типһенлекте күҙ күреме ерҙән һыу баҫты.

Боҙ ҡарарға, бүрәнә тоторға йыйылған кешеләр, береһенең тауышын икенсеһе ишетмәй, ҡысҡырышып һөйләшәләр ине.

Төш алдынан Ныязғолдоң быуаһы гөпөрт итеп йырылды. Ул, көслө боҙҙарҙың емертеп этеүенә сыҙамай, үҙенең киҫәкләнгән ҡара балсығын, сыбай һайғауҙарын, тал сыбыҡтарын туҙҙырып, күҙҙән юғалды.

Был быуаның ҡасан быуылғанын да белмәгән йәштәргә уның йырылыуы ҡыҙыҡлы бер ваҡиға булып тойолдо. Улар, зыҡ ҡубып ҡысҡырышып, һаһылдап көлөшөп, яр башына йүгерештеләр.

— Ана һайғау бара, ана бүрәнәһе китте!

— Ана, ана, ҡара әле, Хөснулла, Хөснулла, тим, күрәһеңме, ике яҡ сите лә ишелде!

— Күрәм, күрәм, их әңгәмә, бер нәмәһе лә ҡалманы!

— Ҡара әле, анау тау кеүек өйөлгән боҙ өҫтөндә бер бағанаһы сосайып китеп бара, — тип шаулаштылар. Ололар аҡрын һөйләшеп аптыраштылар:

— Бына хикмәт, егерме йыл ятҡан быуа быйыл еңелде бит.

— Бик ғәжәп инде, боҙ сит-ситтән шыуа ла китә торғайны. Быйыл ҡуйманы бит.

— Ҡар ҡапыл ирене шул. Хәйерлегә булһын инде.

— Эйе, яйлап иреп, аҡрын ташһа, һыу ергә күберәк һеңә. Урожайға булһын инде.

Бисәләр үҙҙәренсә хөкөм йөрөттөләр.

— Иллә яҡшы булды! Бала-сағаны һыу тирәһенә ебәрергә ҡот оса торғайны. Исмаһам, ағын һыуҙа йөҙөрҙәр.

— Шулай булмай ни. Ул быуа Ныязғол байҙың һыйыр көтөүе өсөн генә кәрәкмәһә, халыҡҡа ни, ана сығыш. Анау йылды ни, Хәлимә килендең уртансы улын мунса тапҡырындағы умырыҡ эйәһе тартып алманымы ни?

— Һин уны әйтәһең. Былтыр минең Сибәремде сәсенән эләктереп саҡ сығарҙылар бит. Юҡһа бөткәйне.

Ныязғолдоң мунса тапҡырындағы эйәле төбәк, төпһөҙ төпкөл тигән, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаға хәтәр һалып торған был упҡын, күпер китеп һыу тартылғас, өңөрөгө асылып, ҡурҡынысы бөтөп ҡалды. Һыуы йәшелгә әйләнеп, өҫтө күбек, аҫты ылымыҡ менән тулып, һаҫыҡ еҫ таратып ятҡан был быуа һыуы ағып бөтөп таҙарҙы. Ырғыҙҙың башы бынан өс-дүрт кенә километрҙа. Унан сылтырап ҡына сығып, йырлап ағып ятҡан көмөш һыу, иркен юл алғанға шатланған һымаҡ алҡынып, ялтырап аҡты ла, көньяҡҡа табан китеп, Пугачев ҡалаһына килә торған пароходтарға ярҙамға ашыҡты.

Ныязғол, ғәҙәттә, айырым етди мәсьәләләрҙе тыныс хәл итергә булһа, залдағы йомшаҡ диванға, ерҙән түбәгә терәлгән оло көҙгө ҡаршыһында йәйелеп ултырып уйлай торғайны. Уйҙар ашығып йүгерәләр, тән ял итә. Көҙгө эсендә ҡара бәрхәт кәзәкейенең балыҡ һүрәтле көмөш ҡаптырмалары ялтырап, йомшаҡ ситектәрҙең ҡуныстары аҙ ғына һырланып, ҡара таҡыя аҫтынан һыҙылған ҡара ҡаштары кирелеп, эрелек менән янған тыныс күҙҙәр йылмайып, Ныязғолға ныҡ ышаныс биреп, уның һүрәте — игеҙәге ултыра. Ул әле күҙен йомоп, әле аяҡтарын һуҙып ебәреп, әле ҡулын түңәрәк ҡорһағы өҫтөнә ҡаушырып уйлай; асыҡ ҡарарға килгәс, бер иркенләп иҫнәп йылмая ла урынынан тора, йә булмаһа Миңлекәйҙе янына саҡырып, уның менән бер аҙ әңгәмәләшеп, көҙгөләге үҙҙәренең шәүләләрен ентекләп тикшереп, көлөшөп, урындарынан ҡуҙғала торғайнылар.

Нисәмә йылдар буйынса шундай рәхәтлек, ләззәт биргән был поза уға бөгөн ярҙам итмәне. Ул уйҙарын бер нөктәгә тупларға ни тиклем тырышһа ла, улар ипкә килмәнеләр. Тарҡалып, сыуаланып, бер-береһенә ҡаршы килделәр ҙә, төйөндәр сиселмәне, алға тәгәрәмәнеләр. Булдыра алмағас, ул ике ҡулын артҡа ҡуйып, залда ары-бире йөрөй башланы.

Был ни хәл? Ҡартлыҡмы? Арығанлыҡмы? Әллә Имайҙың һуңғы ваҡытта атаһының бөтә теләктәренә ҡаршы төшөп, кирегә һүтеп тороуымы, ул осона сыға алманы. Сөнки был сәбәптәрҙең береһе лә төплө түгел, ул уларҙы теләгән минутында үҙенсә төҙәтә ала. Ләкин ул үҙенең үткер аҡылы менән, тормошта йыйған күп тәжрибәһе, бөтә барлығы менән, үҙе һис теләмәгән, йәне-тәне менән ҡаршы, шул уҡ ваҡытта һис бер көс менән кире ҡаҡлыҡтырыу мөмкин булмаған бөйөк бер көстөң үҙенә табан ауыр баҫып килгәнен хис итә ине. Эйе, ул бик ҙур көс. Ҡаты күк күкрәй, йәшен йәшенләй, ҡойоп ямғыр яуа. Болоттоң ҡуйылығынан, йәшендең үткерлегенән, силәкләп ҡойған ямғырҙан шундай ҡурҡыныс була, бына-бына хәҙер, секунд эсендә йәшен уҡтары башыңа тондорор ҙа, мәңгегә көл булырһың кеүек тойола. Ул ваҡытта тиҙ генә алланы иҫкә төшөрәһең, иҫтә ҡалған бөтә доғаларҙы уҡып уға һыйынаһың, уның берлегенә, көслөлөгөнә, Мөхәммәттең пәйғәмбәрлегенә иман килтерәһең. Изгеләрҙе мәҙихләргә лә онотмайһың. Шунан көн аяҙып, ҡояш ялтырағас: “Алла ярҙам итте, уның рәхмәте бик киң”, — тип уны яңынан бер иҫкә алып ҡуяһың.

Ныязғол йөрөүенән туҡтаны, диванға ултырып ҡараны. “Ә хәҙер? Алдында һис бер кәртәне белмәй, һис бер тотҡарҙы танымай алға ынтылған был ҡурҡыныс көстән ҡайҙа ҡасаһың, кемгә таянаһың?” Уның хәтеренә кисә киске ваҡ, ләкин күңелһеҙ бер ваҡиға төштө. Уның иң бәләкәс дүрт йәшлек телдәр ҡыҙы Фәүзиә, әллә ниндәй балаларҙан отоп алған йырҙы тәтелдәп йырлап, бүрәнә өҫтөндә ултыра ине:



Алла тиҙәр, алла тиҙәр, ул аллаһы ҡайҙа, ти.

Болшевиктың ҡоралынан ҡурҡып ситкә тайған, ти

Ул, балаһының таҡмағын әллә ниндәй шомло хәбәр һымаҡ күреп, асыуланды. Ғүмерендә бер балаһына тырнаҡ менән сиртмәгән был атай ҡыҙының сикәһенә сәпәп ебәрҙе. Ҡыҙының үкереп илауына Миңлекәй йүгереп сыҡты ла, балаһын әрсәләп алып, иренә екерҙе: — Ул ни эшләүең тағы? Аҡылдан яҙҙыңмы? Әллә үҙ башыңа ҡотораһыңмы? — Миңлекәй ҙә ҡартына беренсе тапҡыр ҡаты һүҙҙәр әйтте. Ныязғол ошо хәлде хәтерләп, тағы тороп йөрөй башланы. “Ысынлап та, баланың ни ғәйебе бар? Ул, тутыйғош һымаҡ, ни ишетһә, шуны ҡабатлай”. Ул тәҙрә янына барып туҡтаны. Әллә ҡайҙарға тиклем йәйелеп ятҡан уның донъяһы бөгөн, уты һүнгән усаҡ һымаҡ, тып-тын ята. Ике молотилка, ҡарға күмелеп, аҡ эҫкерт һымаҡ ултыралар. Элек уларҙы һалам менән ябып ҡалдыра торғайнылар. Быйыл көҙ үҙе өйҙә тормағас, ҡараусы булмаған. Ялсылар ҙа бөттө. Тамаҡ ялына йөрөгән бала-саға көн уҙһын тип кенә эшләй. Бесән бәйләткәс күптән тутығып ята. Ун етенсе йылды яҙ башы уҡ, батша төшкән хәбәрен ишетеп, бөтә ҡаҙаҡтар ҡасып ҡайтып бөттө. Уларын да рәтләп булыр ине әле, баш ҡайғыһы булмаһа. Ул, тәрән уфлап, тағы диванға гөрһөлдәп барып ултырҙы. Башын һыйпап, таҡыяһын артҡа һыпырҙы. Көҙгөләге Ныязғол да, ҡобараһы осоп, ҡашы-күҙе емерелеп уға ҡарап ултыра ине. “Имай ҙа ыңғайға килмәй. Ауыл халҡына, ағай-энегә булһа ла, һыйыр таратып биргәс, тауыш-тындары баҫылып ҡалғайны. Имайға әйткәс: “Юҡ менән булаһың. Биш-алты кеше менән бөтә илдең ауыҙын тығып булмай ул. Иң яҡшыһы бөтә байлыҡты тупларға ла аҡтар менән йә Себер яғына, йә көньяҡҡа китергә кәрәк, ти. Шунан, берәй сит илгә китеп тороп, Әрәсәйҙә Совет власы бөткәс, кире ҡайтырға булыр, ти”. Ул да йәш булһа ла яңылышты. Ул ситкә ҡасыу ун һигеҙенсе йыл баштарында яҡшы ине. Мәҫәлән, чехтар заманында ла, һис юғы, Колчактар Һамарға яҡынлаған саҡ булһа ла ярай ине әле. Ул ваҡытта ул үҙе лә уларға ныҡ таянды. Уларҙың власын мәңге торор шикелле күреп, ғәмһеҙ ятты. Быҙаулыҡтың Вагапичтар, Кузьмин байҙар һәм башҡа бик күптәр, сит илгә сығып китеп, аҡ һаҡаллы ҡарт булдылар. Ә беҙ — ахмаҡ! Колчак кире сикмәй был тирәлә оҙаҡ торғанда ла был тирәне большевиктарҙан таҙартып була ине. Юҡ бит. Китте. Фәрите лә шул, ниндәй булған егет ине. Колчак армияһында Себергә китеп юҡ булды. Хаятты ла бик яратҡайны. Уға Хаятты биреп кейәү иткәндә, ни тиклем яҡшы була ине. “Бабай, һау булһам, онотмам”, тине лә бит. Ҡайҙа инде ул. Булған бала ине. Ырымбурҙа кадетский корпус бөткән. Колчак дивизияһында полковник. Добровольный белогвардеец. Их... Хаты ла юҡ. Бер өмөт булыр ине. “Большевиктың ҡоралынан ҡурҡып ситкә тайған, ти”. Тфү!.. Ни эшләп әле был йыр һаман онотолмай, тел осонда урала?”

Уның уйҙары, ары киткән һайын, өмөтһөҙ юл алдылар. Күңеле өмөт менән тулы саҡтар елгә осто. Кире ҡайтмаҫтармы икән ни? Күптән түгел генә бит әле ул, батша төшкән хөрриәт менән елләнеп, Учредительный собраниеларға барып йөрөнө. Уға унда дөйөм күтәренке шатлыҡ менән ҡанатланып, башҡа байҙар кеүек, кәперәйеп йөрөргә тура килде. Ул, башҡалар кеүек үк, бөтә көсөн һалып эшкә кереште. Октябрҙә большевиктар власты ҡулға алыу менән, уларға ҡаршы көрәшкә сыҡты. Төрлө яҡтан илде ҡамап алған аҡ армиялар, интервенттар бик ҙур көс ине. Уларға булған ышаныс, уларға булған таяныс шикһеҙ нигеҙле ине. Большевиктарҙың былай һәр ерҙә еңеп, төпләнә барыуҙары хәҙер бына шул ышанысты ныҡ ҡаҡшатты. Яҙ башында ғына ниндәй мыҡты егеттәрҙе вербовать итеп аҡтарға оҙатты. Ул Ырымбурҙа, Имай менән икәүләп, Колчак, Дутов вәкилдәре менән осрашҡан саҡта, бөтә Николайский өйәҙен күтәреп эйәртеп килергә вәғәҙә биргәйне. Ул тырыштырып ойошторҙо ла бит, Фәрит вәғәҙә иткән ваҡытында уларҙы алырға килмәне. Баҡһаң, улар үҙҙәре кире сиккәндәр икән. Ныязғолдоң ойошторған кешеләре лә бик аҙ булды шул. Бөтәһе ун бишләп кеше ине. Улары ла ҡыҙылдар менән бәрелешкән саҡта Гурьевтан да үтә алмай ҡырылып ҡалдылар. Башта ул, туп-тура иғлан таратып, кеше йыя торғайны. Һуңынан ул да мөмкин булмай башланы. Ҡурҡыныс ине. Берәмләп кенә саҡырып димләне. Бирелгән өлкән вәғәҙәләр, офицерлыҡ дәрәжәһе, бөгөндән үк Ныязғол көтөүенән тотонорға берәр баш ат уларҙың бик аҙын ҡыҙыҡтырҙы. Ҡайһы бер йыуаштары ҡыймайынса, уйлап ҡарарға вәғәҙә биреп китһәләр ҙә, күбеһе туранан-тура ҡарышты.

— Юҡ инде, бер һуғыштан ҡотолоп торғанда, үҙең теләп яңынан китеп булмай инде, — тинеләр.

Ныязғолдоң:

— Аҡтар килгәс, барыбер мобилизовать итерҙәр, былай почетныйыраҡ була, — тип өгөтләүенә улар ныҡ торҙолар:

— Эй, уныһы булмаҫ инде. Аҡтар ҡайҙа ла, беҙ ҡайҙа. Ҡойроҡтарын һыртҡа һалып ҡастылар!

— Ҡыҙылдар барыбер армияға мобилизовать итәләр, — тигәс, улар етди уйланып күҙгә тура ҡарайҙар:

— Ә, уныһы икенсе эш, — тип ҡыҫҡа яуап бирәләр. Ике-өс көн үтеүгә шулар уҡ Ҡыҙыл Армияға добровольный киткән, Чапайға ҡушылған тигән хәбәр ҡалдырып, ауылдан юҡ була барҙылар.

Ныязғолдоң башы ҡаңғырҙы. Ул тағы, йәһәт атлап, залды мөйөштән мөйөшкә аҙымлап үлсәй башланы.

Бүтәне бүтән. Бынау Асатай һуң, Асатай! Көҙгө бысраҡта тифтән саҡ тороп ҡына армиянан ҡайтып килде. Өйөндә һыйыр мөгөҙөнә элер нәмәһе, йорт малынан бесәйе лә юҡ. Ҡатыны тиф менән ята. Ике балаһы ас, утынһыҙ туңып ултыра. Ныязғол, башҡаларҙы ятһынып, улар менән һаҡланып, һүҙ ураңғытып һөйләһә, Асатайҙы үҙ күрҙе. Уға туранан-тура хәбәр һалды:

— Йә, энем, етеҙлегең бар. Һуғыш һөнәренә өйрәнеп ҡайттың. Батырлығың тағы етерлек. Әйҙә, киләсәктә бер кеше булып алайым тиһәң, добровольный яҙыл. Бөгөндән ат, ғаиләңә аҡса, аҙыҡ, Яйыҡҡа барып етеү менән баштан-аяҡ кейем бирерҙәр, — тине.

Әйтерһең, Асатайҙы бик ҡаты мәсхәрә һүҙҙәр менән һүктеләр. Әйтерһең, битенә төкөрҙөләр. Ул ни тип яуапларға белмәй, телдән ҡалған кеүек, өнһөҙ ҡыҙарып, ҡара янды. Ырғып тороп иҙән уртаһына баҫты. Ысҡынған шинелен ҡымтып, төймәләрен ашығыс элде. Башындағы бейек күк папахаһын ныҡ тартып баҫа кейҙе лә, һике ситенә ике ҡулы менән таянып, Ныязғолға ырғып ташланырға әҙерләнгән кеүек, күҙҙәрен ҡыҙыл ҡан баҫҡансы аҡырайып текләп, ухылдап торҙо. Шунан, бер аҙ хәл алған кеүек булып, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан, ҡарлыҡҡан тауышы менән:

— Һин кем менән һөйләшәһең? — тине.

Ныязғол аптырап китһә лә, сер бирмәҫкә тырышып, йомшаҡ йылмайҙы. Мендәр өҫтөндә аҙ ғына ҡуҙғалып:

— Йә, ниңә ҡыҙаһың, ҡустым? Мин һине беләм, һин мине беләһең. Бында бер кем дә юҡ. Көслөк түгел, кәңәш. Үҙеңә яҡшылыҡ, — тине.

Асатай уға һөйләп бөтөргә ирек бирмәне:

— Кем менән һөйләшәһең, әйт! — тине.

— Асатай ҡустым менән. Атай урынында ултырып... Асатай тағы уны бүлде:

— Шулаймы ни, ҡустың булдыммы ни хәҙер? Туғыҙ йыл көтөүсе — хәйерсе Асатай булдым, әйҙә шулай ҡалһын! Мин һиңә бер ваҡытта ла ҡусты булғаным юҡ, булмам да!

— Ярай улай булһа, кем тим һуң? — Ныязғол тыныс булырға тырышты.

— Минме, әгәр ишеткең килһә, мин младший командир Красной гвардии...

— Бик яҡшы, ҡыҙышмай һөйләшәйек. Улай командир ҙа булғас...

— Шул. Танымаһаң, таны! Мин һинең менән һөйләшеү түгел, йөҙөңә лә төкөрмәйем. Һин улай контр һүҙ һөйләргә мине алйот тип уйлама! Беҙ хәҙер беләбеҙ! Һеҙҙең кеүек буржуйҙар менән арыҫландарса көрәшәсәкбеҙ. Абай бул. Атыш кәрәкме, алыш кәрәкме! — Ул ишекте шарт ябып сығып китте.

Был осрашыу Ныязғолдоң бөтә аҙаҡҡы өмөтөн ҡаҡшатты. Хәлен алды. Ул эсенән: “Ах, ас бет, ҡайһылай әсе тешләй”, — тип мыҫҡыл менән көлөп тынысланырға уйлаһа ла булдыра алманы. Асыуынан ҡаны ҡыҙҙы. Килеп сыҡмаҫ инде берәр аҡ отряд тип тешләнде.

Уның шулай тынысланам тип уйлаған ғына сағында, онотолоп барған бер күңелһеҙ ваҡиға уның иҫенә, йәнле картина кеүек, кисә генә булған эштәй булып килеп төштө. Үткән көҙ, ҡыҙылдар Уральск ҡалаһында ҡамауҙа ятҡан саҡта, ул ҡыҙыл армеец башҡорт егеттәре араһына барып уларҙы димләп йөрөнө:

— Ҡустылар, һеҙ былай юҡҡа ҡыялмағыҙ. Аҡтарға бирелегеҙ. Һуңынан бер нәмә лә булмаҫ. Үҙем аҡтарға әйтеп яҡлашып алып ҡалырмын, — тине.

Улар башта өндәшмәнеләр. Ышанысһыҙ, иғтибарһыҙ күҙ ташланылар ҙа үҙҙәренең эшендә булдылар. Бер көнө атыш баҫылғандан һуң Ныязғол казармала ҡыҙыл армеецтар күберәк йыйылған урынға барып, һаулыҡ һорашты, кеҫәһенән сығарып, яҡшы папирос өләште. Һүҙҙең ғәҙәттәге башланыуы бөткәс, бер аҙ тынып торғандан һуң, ул үҙенең элекке тәҡдимен ҡабатланы. Ләкин уны бер кем дә йүнләп элеп алып китмәне. Көнө-төнө оборонала йоҡоһоҙ талсығып, асығып арыған ҡыҙыл армеецтар йоҡомһораған төҫ менән, аяҡтарын һуҙған көйө ултырып ял итәләр ине. Һүҙ өҙөлдө. Тик папиростың төтөн болоттары ғына пуфылдаған ауыҙҙарҙан сығып үргә, ҡоромло стена, үрмәксе аулы түбә, мөйөштәргә үрләнеләр. Ныязғол ашыҡманы, көттө. Ҡыҙыл армеецтарҙың тартып бөткәңе ергә төкөрөп, тәмәке төпсөгөн үксәһе менән баҫты. Тынлыҡты боҙоп, береһе:

— Ағай, һин үҙең ҡайһы яҡтан булаһың? — тине. Ул бер бик етди, шул уҡ ваҡытта үткер, шаян, янып торған ҡара күҙле башҡорт егете ине. Ул, ике ҡулын шинель кеҫәһенә тығып, яғылмаған һыуыҡ мейескә терәлгән. Тауышы бик тыныс.

— Бәй, мине белмәйһеңме ни? Боронораҡ Ныязғол старшина ти торғайнылар. Хәҙер, әлбиттә, старшина түгел инде. Имел олосо, Айҙаҡай ауылы. Ә һин үҙең ҡайһы яҡ һуң? Танығандай ҙа булам. Хәтерләй генә алмайым.

— Юҡ, мине күргәнең булмаҫ. Мин дә Ырғыҙ егете: Хужабай олосо, Бөрйән ауылы. Ишдәүләт тигән бер бик данлы тимерсене ишеткән булһаң, шуның улы булам. Элек ярлы Йосоп ти торғайнылар. Хәҙер һалдат Йосоп, большевик Йосоп, тип йөрөтәләр.

Башта ысынға оҡшаған был яуаптың һуңынан Ныязғолдо көлөп сәнсеүгә әйләнеүенән, баштарын баҫып, стенаға һөйкәлеп,сүкәйеп йоҡомһорап ойоғандар барыһы ла ҡыҙыҡһынып йылмайып ҡуҙғалдылар ҙа быларҙың һүҙҙәрен тыңланылар.

— Улай булғас, беҙҙең башҡорттар икәнһәгеҙ.

— Дөрөҫ. Башҡорттарбыҙ. Ә һин, Ныязғол старшина, башҡорт булғас, башҡортса көрәштең бөтә ҡағиҙәләрен беләһеңдер әле.

— Белмәҫкә ни, бик беләм. Йәш саҡта үҙем көрәшә торғайным, һин дә көрәшәһеңме әллә?

— У, маҡтаныуҙан булмаһын, Хужабайҙа мине йыҡҡан кеше булманы. — Йосоп, ҡулдарын кеҫәһенән сығарып, ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Ысынлап та, ул мыҡты, батыр кәүҙәле, яурынтаҡ оҙон буйлы ине. — Улай булғас, көрәш ҡағиҙәләрен белгәс, һин инде, Ныязғол старшина, көрәшкән саҡта аяҡ салып йығырға маташма! Ул бик ҙур хаинлыҡ һанала.

— Дөрөҫ. Ләкин... — Ныязғол ҡулайлы һүҙ эҙләне.

— Дөрөҫ икәнен белгәс, аяҡ салма беҙгә. Ныязғол ҡыҙарҙы. Йосоп дауам итте.

— Көрәшкәндә “эт йығылыш” тағы ла иҫәпкә инмәй. Йыҡҡанда күтәреп һуғырға ла, арҡаһы менән зыңҡ иттереп бәреп төшөрөргә кәрәк. Яңынан ынтылмаҫлыҡ булһын!

Армеецтар шаулашып көлөп ебәрҙеләр.

Ныязғол көслөк менән йылмайҙы:

— Дөрөҫ, ҡустым, ул һүҙең дә дөрөҫ, — тине.

— Беҙ хәҙер билдән алышып торабыҙ. Күтәреп һуҡҡан саҡта аяҡ аҫтында оронсоҡлап йөрөүселәргә лә яҡшы уҡ эләгер.

— Афарин, ҡустым, телгә оҫта икәнһең.

— Беҙ — ҡыҙылдар. Беҙҙең телебеҙҙән дә килә, ҡулыбыҙҙан да килә.

Быға тиклем һүҙҙе уйын-көлкөгә һабыштырырға булып, тыныс булырға тырышҡан Ныязғол һуңғы һүҙҙәрҙән ағарынып китте.

— Хәҙергә ҡулығыҙҙан килгәне күренмәй ҙә күренеүен.

— Аҙ ғына сабыр итегеҙ. “Ашыҡҡан ашҡа бешкән”, ти. — Ныязғол был өҫтөнлөктө күптән оноторға теләһә лә, ул хәҙер уны асыҡ хәтерләне. Был хурлыҡтан ул шартларҙай булып, “йә, хәҙергә хушығыҙ” тип, казарманан сыҡты. Ул сығып баҫҡыстан да төшөп өлгөрмәне, ҡырҡ-илле егеттең бөтә йортто шаулатып, тәҙрә быялаларын зырылдатып, хахылдашып көлөшкән тауыштары ишетелде. Ул йортто әйләнгәндә, тәҙрәнең ватыҡ өлгөләренән:

— Иллә шәп иттең, Йосоп!

— Әммә ҡыҙыҡ та булды!

— Ну килеште бохыйға! Ул туйған ҡандаланы бынан һытып сығарырлыҡ икән! — тигән береһенән-береһе әсе һүҙҙәр менән көлкө ҡатыш шаулаған тауыш уны оҙатты.

Ул яңынан диванға ултырҙы ла йоҙроғон ҡыҫып төйҙө. Сөнки ул Уральскиҙа был взводты һәр ваҡыт күҙ алдында тотоп, аҡтар килеү менән иң тәүҙә улар менән хисаплашырға, бигерәк тә сәсән Йосопто тоттороп аттырырға уйлап, көтөп йөрөнө. Ләкин күп тә үтмәне, Чапаев дивизияһы, буран уйнатып килеп, Уральскиҙағы аҡтарҙың блокадаһын өҙөп, ҡыҙылдарға ҡушылып, аҡтарҙы һөрөп алып барып, һепереп түкте лә донъя шаулатып ары китте. Уральскиҙағы дуҫ-иштәрендә башын һаҡлап ҡалған Ныязғол ипләп кенә өйөнә ҡайтты. Ләкин ҡоралын ташламаны. Халыҡты ҡыҙылдарға, Совет власына ҡаршы ҡотортоуын дауам итте. Ул әле бик күп эштәр күрһәтмәксе ине. Ә хәҙер бында ла Асатайҙар килеп саҡырыу ташлайҙар. “Алыш кәрәкме, атыш кәрәкме, имеш. Һе!..” Был осрашыуҙан һуң Ныязғол тынын эскә тартты. Асыҡтан-асыҡ йөрөүҙе ташланы. Үҙенең йыйнаған кешеләрен төндә фургон менән оҙатты ла, яланғас ҡул менән бындай эштәргә ҡатнашыуҙың ҡурҡыныс була барғанын уйлап, туҡтап торҙо. Совет власының ныҡ төпләнеүендә уның шиге ҙур ине. “Тик бер аҙ көтөргә кәрәк. Тағы берәй яҡтан берәй генерал ҙур армия менән килеп, тағы ла Һамарҙы йәки Быҙаулыҡты ғына алһа ла, был тирәлә ҡораллы отрядтар туплауы еңел булыр. Тик ошо арала тик ятмаҫҡа, Ырымбур яғынамы, ҡайҙа булһа ла барып, бер-ике боевой офицер килтереп, ҡораллы отряд тупларға кәрәк булыр”, — тип ҡарар итте.

Ул ошо планының тәртибен ентекләп өлгөрмәне, бисәләр яғында шаулашып һөйләшкән тауыш уның уйын бүлде. Ул, эште бөтөнләй ослағанға иҫәпләп, үҙе лә шул яҡҡа сыҡты.

— Рәхимә, Миңлекәй, ҡана, ҡайһығыҙ бар! Аш йүнләгеҙ. Мин бөгөн, кисләтеп булһа ла, кейәү өйҙә саҡта, Таллыға барып киләм, хәҙрәт ҡоҙа ла ҡайтманымы икән.

Уның тауышына Рәхимә ашығып килеп инде.

— Әллә ҡайҙа йөрөйһөгөҙ. Ултырып һөйләшер кеше лә юҡ. Ҡана, ҡыймылдағыҙ әле, мин юлға сығайым!

Рәхимә, ғәфү үтенгән тауыш менән, йылмайып, үҙен аҡланы:

— Хәбәр тыңлап оҙаҡлап киттем дә.

— Ни хәбәр бар?

— Айбулат ҡайтҡан икән. Бер көнө Тимербулаттан аҫҡы өйгә тиҙәк ташыттырғайным. Шуның өсөн егерме тиҙәк бирермен тигәйнем. Әле, ахылдап, шуны һорап йүгереп килгән. “Тиҙ бул. Тиҙерәк бир. Атайым ҡайтты!” — ти.

Ныязғолдоң йөрәге тибеүҙән туҡтаған кеүек булды. Ул Рәхимәнең хәбәре бөткәнсе биш үҙгәрҙе. Тыны бөтөп, яғаһын ысҡындырҙы, йыш-йыш тын алырға тотоноп, ашығып тибә башлаған йөрәген ҡулы менән баҫып ҡарап, сикәләренә сыҡҡан бөрсөк тирҙе һыпырҙы.

Уның был хәлен абайламаған Рәхимә дауам итте:

— Бик ябыҡ, ти. Әллә ҡайҙан советтан ат биреп оҙатып килтергәндәр, ти.

— Ҡайһы яҡтан ҡайтты икән?

— Һамар яғынан, ти. Өлкән нәсәлник булып киткән, тип һөйләгәндәре ысынмы икән, билендә алтатары ла бар, ти. Тимербулаты ҡыуанысынан ут баҫып сәсрәп тора: “Тиҙ ҙә тиҙ”, — тип ҡабаланып, хәбәрен дә һөйләп бөтмәне, тиҙәген күтәреп йүгерҙе.

Ныязғолға, “ауылға бер полк ҡыҙылдар килеп тулды”, тип әйтһәләр, бәлки, ул тиклем үк ҡаушамаҫ та ине. Ләкин күҙмә-күҙ килеп сәнсешерҙәй дошманы булған Айбулат комиссарҙың ҡайтыуы уның быуынын ҡаҡшатты, хәлен алды. Үлем алдындағы һымаҡ, уның тыны быуылды.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет