Йыр: йырын Зөлфирә Мырҙағәле ҡыҙы башҡара



Дата30.06.2016
өлшемі60.28 Kb.
#168327
Һәр кем ерҙә элек бала булған.

Маҡсат: бала шәхесен үҫтереү, ата- әсә менән бала араһында һәйбәт мөнәсәбәт булдырыу, бер- береһенең уңыштары менән ғорурланырға өйрәтеү, ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона йәлеп итеү.


Йыһазландырыу:

-ғаилә фамилияһы ағзалары яҙылған эмблемалар.

- ғаилә паспорты.

- “ Иң уңған әсәй”,” Иң шәп атай”, “ Иң татыу ғаилә” миҙалдары.


Залды биҙәү:

Стенаға шарҙар,сәскәләр эленә. Кисәнең исеме эре хәрефтәр менән яҙыла. Уйынсыҡтар иҙәнгә ҡуйылған.





  1. ИНЕШ.

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға дуҫтар,

Күңелебеҙ шулай шатлана.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Ҡәҙәрле ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм балалар.

Беҙ «Һәр кем ерҙә элек бала булған» тип аталған ғаилә байрамына йыйылдыҡ.

Эйе, һәр беребеҙ бала сағын һағынып иҫкә ала, ә бала саҡ ул- ғаилә, беҙҙең яҡындарыбыҙ. Ғаилә- тормошобыҙ нигеҙе. Ғаилә ныҡ, татыу икән, йәмәғәттә ныҡ, татыу тигән һүҙ. Ғаилә бәхете- ил бәхете, ти халыҡ. Ата-әсәләр ғаиләнең тотҡаһы, балалар-көҙгөһө. Әгәр тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәк, бер-беребеҙҙе һаҡлап, рәнйетмәй, хөрмәт менән йәшәргә кәрәк.

Тирә-йүнебеҙҙә балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, сабыйҙарын тәрбиәләргә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу ғаиләләребеҙ бихисап.

Бөгөн ошо мәктәптә тап шундай ғаиләләр йыйылған. Әгәр бөгөн йөҙҙәрегеҙ көләс, кәефтәрегеҙ күтәренке икән, иртәгә эштәрегеҙ ҙә уңыр.

Йөҙҙәрегеҙҙән йылмайыу мәңге һүнмәһен. Ғаиләгеҙҙең сәләмәт-ныҡлығын, ырыу-нәҫелебеҙҙең абруйын, киләсәгебеҙҙең бөгөнгөһөн ғаилә мөнәсәбәттәре аша үҙебеҙ төҙөйбөҙ. Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына.



Йыр:_______________________________________

йырын Зөлфирә Мырҙағәле ҡыҙы башҡара.

Кем генә булһаҡ та, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙебеҙҙең «дәүләтебеҙ»- ғаиләбеҙҙе һағынып ҡайтабыҙ.

Беренсе президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1998 йылды- Ғаилә йылы, 1999 йылды- Бала йылы, 2000 йылды- Йәштәр йылы тип иғлан итһә, ә быйылғы йылды президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу» йылы тип иғлан итте. Ғаилә ололарҙан, йәштәрҙән, балаларҙан тора, тимәк, ғаилә йылы дауам итә

Хәҙерге заман ғаиләләренә иһә бигерәк тә ауырға тура килә. Әммә күп ғаиләләр төшөнкөлөккә бирелмәй, матур итеп йәшәйҙәр, эшләйҙәр, балалар тәрбиәләйҙәр, күңелле итеп ялда итәләр.

Бөгөн беҙ һеҙҙе шундай байрамдарҙың береһенә саҡырҙыҡ.

Кисәлә 3 ғаилә ҡатнаша: Аҫылбаевтар, Нуримановтар, Ғәлимовтар.

Рәхим итегеҙ! ( музыка уйнай)

Жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек:


1. Ф.Г. Буранбаева-___________________________________________

2. А.Г. Ладыженко-__________________________________________


3. Л.Ф. Исанбекова-___________________________________________
1-се этап «Ғаилә паспорты»

Һәр ғаилә сират буйынса үҙ ағзалары менән таныштыра.

Формаһы төрлөсә: Шиғыр, әкиәт, юмор, хикәйә. Жюри баһа бирә.
2-се этап. “ Аҡсәскә” уйыны.

Сәскә таждарының артына эштәр яҙыла.

1. Бөгөн һиңә 3 йәш тулды.Атайығыҙ һине ҡотлап , уйынсыҡ машина бүләк итте.Эй, уйнанығыҙ ҙа һүң! Беҙгә лә уйнап күрһәтегеҙ әле.

2. Ҡустың менән йәшенмәк уйнағанда сынаяҡты төшөрөп ваттығыҙ. Әсәйегеҙ эштән ҡайтҡас, һеҙҙе мөйөшкә баҫтырҙы. Шул ваҡытты уйнап күрһәтегеҙ.

3. Кескәй сағығыҙҙа өйрәнгән йыр йәки шиғырҙы нәҡ шул ваҡыттағыса йырлап,һөйләп күрһәтегеҙ.

4. Әсәй өйҙә юҡ. Бишектәге бәпес туҡтауһыҙ илай. Атай кеше, зинһар, берәй яйын тап.

5. Әсәйегеҙ һеҙгә туңдырма һатып алды ти. Һеҙҙә шатлыҡ! Шул шатлыҡты беҙгә лә күрһәтегеҙ.

6. Һеҙҙең көндәлектә “2”-ле билдәһе тора.Ата - әсәйегеҙгә был тура ла нисек еткерәһегеҙ.



Балаларға:

  1. Класта иң яҡын дуҫың кем?

  2. Әгәр ҙә һинең тылсымлы таяғың булһа, нимә теләр инең?

  3. Һине , үҫеп еткәс, президент итеп һайланылар ти. Беренсе ниндәй закон ҡабул итер инең?

  4. Үҫкәс, үҙ ғаиләңде нисек күҙ алдына килтерәһең?

  5. Һин беренсе эш хаҡы алдың ти Уны нимәгә тотонорһоң?

  6. Һин- мәктәп директоры. Мәктәптә ниндәй үҙгәрештәр индерер инең?

Эйе, бала саҡта ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы артист булып ҡыланмағанда, аҡ халат кейеп, ҡурсаҡтарын дауаламаған, ә малайҙар шофер булып, машинала елдермәгән?
МУЗЫКАЛЬ ПАУЗА

3-сө этап. Блиц-турнир” Беләбеҙме, таныйбыҙмы,онотманыҡ икән?”
Атайҙар, үҙегеҙҙе таныйһығыҙмы?

1.Был атай бөтә нәмәне лә белә, бар яҡтан килгән.

Тыныс холоҡло. Балалары өсөн өҙөлөп тора. Буш ваҡытында балыҡ тота,оҫта һүрәт төшөрә, ә армияла пограничник булған.

2.Был атай ҡара сәсле, эшһөйәр, бер ваҡытта ла балаларына ҡысҡырмай.

3. Был атай костюмда ғына йөрөй.Ул кешеләр араһында эшләй. Балаларын һәм ҡатынын ярата.

4. Был атай урта буйлы, ҡара сәсле, эшсән һәм егәрле. Сәнғәтте ярата, ат йәнле, оҫта ҡуллы. Бөтә атайҙар кеүек үк яңылыҡ ҡарарға,гәзит уҡырға ярата.



Әсәйҙәр,үҙегеҙҙе таныйһығыҙмы?

1.Был әсәй бигерәк һөйкөмлө, матур. Балалары өсөн өҙөлөп тора. Оҙон сәсле, сәсен һәр ваҡыт йыйып йөрөй.

2. Был әсәй урта буйлы, ҡыҫҡа сәсле. Гөлдәр ярата.

“Минең әсәйем кеүек әсәйҙәр күп булһа, донъяла бәхетле балалар күберәк булыр ине” ти балаһы.



  1. Был әсәй матур итеп кейенеп йөрөй.Был әсәйҙә ҡыҫҡа сәсле. Ул күп кешеләр араһында эшләй. Балалары бәхетле.

  2. Был әсәй көләс йөҙлө тип әйтәйек, сөнки уның яратҡан тормош иптәше һәм балалары бар. Улда гөлдәр ярата. Таҙалыҡты ярата.


МУЗЫКАЛЬ ПАУЗА


4-се этап. Ата -әсәйеңде таны.

Бала үҙенең әсәһенең тауышын, атаһының ҡулын тотоп танырға тейеш.


5-се этап. Ғаилә юморы.
Һәр ғаиләнән берәр кеше ғаиләлә йәки таныштарында булып үткән ҡыҙыҡлы ваҡиғаны йә иһә ғаилә тураһында көләмәс һөйләй.Жюри баһалай.
МУЗЫКАЛЬ ПАУЗА

6-сы этап. “Уңғандар”
А) Балаңды кейендер:

әсәй балаһын кейендерә,атай кеше сисендерә.



Б) әсәйҙәргә эш: сүкеш менән таҡтаға сөй ҡағыу.

3 сүкеш, таҡта, сөй.


В) атайҙарға эш: төймә тағыу.

3 төймә,тауар,еп, энә.



Көйәрмәндәр менән эш:


  1. Былтыр Башҡортостанда ниндәй йыл тип иғлан ителде?( Милләт ара татыулыҡты нығытыу йылы)

  2. Президенттың исем шәрифе?( Рөстәм Зәки улы Хәмитов)

  3. Беҙ ниндәй районда йәшәйбеҙ?(Күгәрсен)

  4. Ауылдың исеме нисек?(Яңауыл)

  5. Мәктәптә нисә бала уҡый?(46)


МУЗЫКАЛЬ ПАУЗА

7-се этап. Йырҙар.

“ Әйҙәгеҙ дуҫтарым” йырын бергәләп башлайбыҙ.

1-се куплетты 1-се ғаилә йырлаһа, 2-се куплетты 2-һе йырлай, һәм башҡалар. Ҡушымтаны бергәләп башҡарабыҙ.

8-се этап.Ә хәҙер һүҙҙе беҙҙең иң ғәзиз кешеләребеҙ – балаларға бирәйек.

Һәр ғаиләнән балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтәләр.


Быны кисәбеҙҙең аҙағына ла яҡынлаштыҡ.Бөгөн беҙ ошо күркәм ғаиләләрҙең матур сығыштарына, оҫталыҡтарына ҡарап һоҡландыҡ.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар!

Барығыҙға ла конкурста ихлас ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

“Ғаилә нигеҙе-мөхәббәт” тиҙәр.Мөхәбәтегеҙ ғүмерле, ә ғүмерегеҙ мөхәббәтле булһын!



Ә хәҙер һеҙҙе ғаилә вальсына саҡырабыҙ.

Жюри йомғаҡ яһай, еңеүселәрҙе билдәләй,бүләктәр тапшыра.

ЙОМҒАҠЛАУ.
Хөрмәтле ата- әсәләр!

Бөгөнгө ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамына әүерелгән конкурста бөтә күңел йылыһын биреп ҡатнашҡан ғаиләләргә ҙур рәхмәт белдерәйек. Бәләкәй генә бүләктәребеҙ һеҙгә иҫтәлек булып бөгөнгө байрамды хәтерләтеп торһон! Гел шулай ҡулға- ҡул тотоношоп, балаларығыҙҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтерегә яҙһын!Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын һәм һынмаһын!

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет