Ответы II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 5 8 классов (второй этап)



Дата19.06.2016
өлшемі57.71 Kb.
#148411
Ответы

II тура дистанционной олимпиады

по Башкирскому языку

для учащихся 5 - 8 классов (второй этап)


  1. Ҡушма исемдәр бирелгән төркөмдө билдәләргә:

а) ултырғыс, ҡапҡа, көтөүсе;

б) аҡҡош, терегөмөш, ҡулъяҙма;

в) Ағиҙел, Дим, Урал;

г) кешеләр, йылға, өсмөйөш.


  1. Артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифатты билдәләргә:

а) зәңгәрерәк;

б) зәп-зәңгәр;

в) зәңгәрһыу;

г) зәңгәр.
3. Башҡорт телендә һандарҙың нисә төркөмсәһе бар һәм уларҙы атарға.

Төп, рәт, сама, йыйыу, кәсер, бүлем,үлсәү һандары.

4. “Әсәйемдең күлдәге” һүҙбәйләнешенең бәйләнеш төрөн билдәләргә:

а) ярашыу;

б) һөйкәлеү;

в) йәнәшәлек;

г) башҡарылыу.
5. Ярашыу бәйләнеше менән бәйләнеп килгән юлды күрһәтергә:

а) һинең күлдәгең, минең китабым, улар уҡыйҙар;

б) улар ҡайтты, Әнисә матур ҡыҙ, экскурсияла булдым;

в) икенсе көн, әсәйем уҡытыусы, урамдар тын;

г) мин Азат, һыуыҡ көн, тау башы.


6. Рәүештәрҙең сифаттарҙан ниндәй айырмаһы бар, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

а) һөйләмдә эйә ролен үтәй;

б) мөнәсәбәтте белдерә;

в) бер-бер артлы килә;



г) эш-хәрәкәт йәки эш-хәл билдәһен белдерә торған һүҙ төркөмө.
7. Һүҙбәйләнеш менән ҡушма һүҙҙең айырмаһы нимәлә, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

а) һүҙбәйләнештә ике баҫым булып, беренсе һүҙҙәге баҫым көслөрәк әйтелә;

б) һүҙбәйләнештәр кешенең тамамланған уй-фекерен әйтеп бирәләр ;

в) хәбәр итеүҙең предметын белдергән һүҙҙәр эйә була;

г) һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен йә күләмен белдерә.


8. Текстағы һәр һөйләмдән эйә менән хәбәрҙе табып, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен билдәләп, яуап яҙырға, (өлгө: ҡош – исемдән, эйә):

Донъяла бик матур бер ҡош(исем, эйә) булған(ҡылым, хәбәр), ти. Ул(алмаш, эйә) иртәнән кискә тиклем осорға яратҡан(ҡылым, хәбәр). Бик бейеккә күтәрелеп, күкһел һауаның иге-сиге булмауына шатланған(хәбәр, ҡылым). Ә кисен, баҡсалағы ағас ботағына ултырып, хәл йыйырға яратҡан (ҡылым, хәбәр).

Ҡоштоң матурлығына һоҡланып бөтә алмаған баҡсасы (исем,эйә) бер көн уның эргәһенә килгән (ҡылым,хәбәр). “Тиҙҙән ҡыш(исем,эйә) етә (хәбәр, ҡылым) Ашарыңа аҙыҡ бөтөр (ҡылым, хәбәр). Әйҙә, миндә тор (ҡылым, хәбәр). Тамағың һәр ваҡыт туҡ булыр(ҡылым, хәбәр). Һин (алмаш,эйә) тик йырларһың ғына (ҡылым,хәбәр)”, – тигән.

Һыуыҡ ҡышты иҫенә төшөрөп, ҡош(исем, эйә) риза булған(ҡылым, хәбәр). Тик тамаҡ туйыу ғына етмәй икән ул. Ҡош (исем, эйә) ҡояшты һағынған(ҡылым, хәбәр). Ҡанаттарын талдырғансы сикһеҙ күктә осорға теләгән (ҡылым, хәбәр). Ҡош (исем, эйә)көндән-көн кипкән (хәбәр, ҡылым). Сөнки ҡош (эйә, исем) донъяға осор өсөн тыуа (хәбәр, ҡылым) шул.

Баҡсасы (исем, эйә), ҡоштоң хәлен аңлап ҡалғас та, уны ҡышҡы һыуыҡҡа, ләкин иреккә сығарып ебәргән (ҡылым,хәбәр) (Я. Хамматов).
9. Предметтың бер төрлө билдәһен (йә сифатын, йә һанын, йә күләмен) белдереп килеүсе һөйләм киҫәктәре нисек атала, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:

а) тиң аныҡлаусылар;

б) өҫтәлмәлек;

в) шарт хәле;

г) ике составлы һөйләм.


10. Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Тәбиғәттәге һәр нәмә: ағас бөрөләре, ҡар аҫтынын башын ҡалҡытҡан умырзая сәскәһе, ҡыйыҡтан тамған тамсылар- бөтәһе лә ысын күңелдән шатланған кеүек.

11. “Ямғыр яуып уҙғас, матур ғына булып, йәйғор төштө” һөйләмендә эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә ниндәй сара ярҙамында бәйләнеп килгән, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:



а) хәл ҡылым ялғауы;

б) сифат ҡылым ялғауы;

в) бәйләүес;

г) килеш ялғауы.


12. Ҡайһы һандың яҙылышы дөрөҙ түгел, дөрөҙ яуапты билдәләгеҙ:

а) 7-се рәт;

б) 1998-1999 йылдарҙа йәшәнем ;

в) XX-се быуат ;

г) 2002 йылдың 13 ғинуары.


13. Фекерҙе, теләкте, белгәндәрҙе нисек аңлатып була, һәм аңлатыу юлының нисә формаһы бар, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

а) 2: әҙәби тел һәм диалект;



б) 2: яҙма һәм һөйләү теле;

в) 3: лексика, фонетика, грамматика ;

г) 1: телмәр культураһы.
14. Тел тураһындағы фәндең һүҙ төҙөлөшөн һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеүсе бүлеге нисек атала, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

а) орфография;

б) лексикология;

в) һүҙьяһалыш ;

г) стилистика.


15. Шиғырҙа һүрәтләү сараларын күрһәтегеҙ:

Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,

Шаян елдәр уйнап иҫәләр,

Һары шәл ябынған һәр имәндең

Шәл суҡтарын һыйпап үтәләр

(М. Кәрим).

16. Әҫәрҙең уҡыусыға тәьҫир итеү көсөн арттырыу өсөн предметты йәки күренештәрҙе икенсе предметҡа йәки күренештәргә ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү нисек атала, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:

а) антитеза;

б) синоним;

в) күсмә мәғәнәле һүҙ ;

г) йәнләндереү.


17. Текстан йәнле һөйләү телмәрендә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табып, яуап яҙырға: Бөгөн мин үҙемдең ҡорҙашым Әбүшахман менән ныҡ ҡына әрләшеп алдым. Тел ҡысытып йөрөй ине, рәхәт булып ҡалды. Асыуымдың сигенә етеп, мин уға: “Һин тиҫкәре бәндәһең, сығынсы атһың, дуңғыҙһың!” – тинем. Ә ул эсе ҡатып көлә, тиреһе ҡалын, дуңғыҙҙың, бары ике генә һүҙ әйтте лә кабинетынан сығып китте. Ярай әле, берәй йәнлек исемен ҡушып әрләмәне. Ул: “Галушкин ҡорҙаш, һин Плюшкин, һин педант!” – тип тауышын күтәрмәй генә яуап бирҙе. Әгәр ул миңә “имәнһең, этһең” тип ысҡындырһа, тереләй үлгәйнем (С. Кулибай).
18. Шиғырҙа метафораларҙы, эпитеттарҙы билдәләгеҙ. Билдәләнгән һүрәтләү саралары ниндәй стилде барлыҡҡа килтерә?

а) Бөҙрә(эпитет) болоттарҙың ҡуңыр(метафора) сәсе

Ирәндеккә килеп урала.

Елбер-елбер, ап-аҡ күбәләктәй,

Һирәк кенә мамыҡ (эпитет)ҡар яуа! (С. Ҡудаш).

б) Тәҙрә аша беҙҙең алдан үтә



Күкһел тауҙар, бөҙрә(эпитет) урмандар.

Оҙатып бара хәтфә болонлоҡтар,

Ялан ерҙә тулҡый(метафора) ҡылғандар (Ғ. Сәләм).

Матур әҙәбиәт стиле.

19. Һин һөйөнһәң, мин шатландым;



Һин көйөнһәң, мин уфтандым (С. Ғәбидуллин). Шиғыр юлдарында ниндәй һүрәтләү саралары бар, был һүрәтләү саралары ниндәй һүҙ төркөмдәренән килгән?

Антитеза,ҡылымдан килгәндәр
20. Тау башында аҡ ҡайын

Япраҡ яра яҙ һайын,

Япраҡ ярған ҡайын кеүек,

Беҙ үҫәбеҙ йыл һайын (Башҡорт халыҡ йыры).

Шиғырҙа “һайын” ярҙамсы һүҙе һөйләмдең ниндәй киҫәге составында килгән, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:



а) ваҡыт, рәүеш хәлдәре составында;

б) эйәртеүле ҡушма һөйләм;

в) бер составлы һөйләмдә;

г) дөрөҫ яуап юҡ.


ВЫПОЛНИЛА

Фамилия___Муллагалямова________

Имя____Лилия____________

Отчество____Каримовна__________

Класс________7___________________

Школа__МОБУ СОШ с.Ташбулатово___________

Город (село)_________________________

Район_____Абзелиловский______________



Контактный телефон_________________

Ф.И.О. учителя_____Баязитова И.И.________

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет