Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 6-сы класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :
Йырым минең- Башҡортостан. – 4 сәғәт. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.
Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 2 сәғәт. “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.
Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. –3 cәғәт. Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.
Уралып ятҡан Уралтау. – 1 сәғәт. Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем, сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 1 сәғәт. Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.
Тау башында балҡый бер ҡала. – 5 сәғәт. Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.
Башҡор йолалары. – 2 сәғәт. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.
Башҡорт аштары. – 4 сәғәт. Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.
Әсәм теле- сәсән теле – 4 сәғәт. Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.
Башҡорттар китте һуғышҡа – 2 сәғәт. . Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.
Тылсымлы әкиәттәр. – 6 сәғәт. Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :
-
Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
* текстың планын төҙөү;
* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
* тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
* 5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
* тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
* әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
* иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, каммилаштыра белеү күнекмәләре.
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.
-
Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
-
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
-
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
-
Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
Китап, 2006 .
-
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Материаль-техник ҡулланмалар.
-
телевизор;
-
видеомагнитофон;
-
магнитофон;
-
мультимедиапроектор;
-
электрон таҡта.
Төп әҙәбиәт.
-
Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С.,
Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008
-
Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (5-11-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.
-
Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 5- 11 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :
Өҫтәлмә әҙәбиәт.
-
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
-
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
-
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
-
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
-
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
-
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө:Эшлекле династия, 2008.
7-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.
Программа кимәле: базис
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
-
Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
-
Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы:
Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе:
Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
-
текстың планын төҙөү;
-
текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
-
текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
-
тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
-
6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
-
тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
-
әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
-
текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Һорауҙарға яуап - 1
Диктант - 1
Инша - 1
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:
- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;
- һүҙлек диктанттары;
- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;
- һорауҙарға яуаптар;
- тестарға яуаптар яҙыу;
- изложениелар;
- иншалар.
8-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Аңлатма яҙыу.
Программа бөтәһе 35 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.
Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
-
Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.– Өфө: Китап, 2009.
-
Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.
-
Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы .– Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.
-
Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.
-
Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа “Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 3-сө гимназияһы” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
-
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
-
Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
-
дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
-
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
-
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-
текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
8-се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар:
Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;
Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;
Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.
Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.
Һылтанма: эш программаһы ҠМБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) һәм туған (башҡорт) теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол № 4 , 13 ғинуар 2010 йыл.)
Программа йөкмәткеһе өс йүнәлештән тора:
-
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
-
телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
-
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә мәсьәләһе лә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :
-
Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
-
текстың планын төҙөү;
-
текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
-
текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
-
тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
-
6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
-
тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
-
әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
-
текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау :
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тестар;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре
|
Иҫәбе
|
Диктант
|
3
|
Контроль инша
|
1
|
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-
карточкалар менән эш;
-
тест;
-
һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-
текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-
терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-
һүҙлек диктанты;
-
һөйләмдәр төҙөү;
-
һүҙлек менән эш;
-
һүрәтләү иншаһы;
-
синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә һ.б.)
9-сы класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Аңлатма яҙыу.
Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.
1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Достарыңызбен бөлісу: |