В. С. Зефиров «Йәнтүрә башҡорт хикәйәләре» Фазыл Туйкин «Ватан ҡаһармандары»



жүктеу 41.08 Kb.
Дата08.07.2016
өлшемі41.08 Kb.
Башҡорт әҙәбиәтенән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар:
1. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле сәрдар- полковник Ҡаһым Мырҙашев, халыҡ уны Ҡаһым түрә тип йөрөткән.
2. Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы, Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы.
3. «Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,

Һул ҡулында булыр ҡурайы». (Ҡаһым түрә һуғыш яланында ла үҙе менән ҡурай йөрөткән, ә уң ҡулында булат ҡылысы булған)
4. 1812 йылғы француз яуы башланғас, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән йыйынға килеп, илһамлы ҡобайырын һалдаттарға бағышлап әйткән.

Байыҡ Айҙар сәсән (Аблаев) -18-19 быуаттарҙа башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған оло ваҡиғаларҙың ( 1755 й. Батырша ихтилалы, 1773-1775 йылғы ихтилал, 1812-1814 й. Ватан һуғышы) шаһиты.


5. Яныбай Хамматов «Төньяҡ амурҙары» романы.
6. Ҡаһым түрә (полковник Ҡаһым Мырҙашев) Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылында 1778 йылда тыуған.
7. В.С. Зефиров «Йәнтүрә башҡорт хикәйәләре»
8. Фазыл Туйкин «Ватан ҡаһармандары»
9. Башҡорттар Мәскәүҙән сыҡҡанда: «Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем» тигән көй йырлап сығып киткәндәр.
10. «Икенсе әрме риүәте»- нән, яуға китеүселәрҙең оҙатыусыларға әйткәне. Башҡорт халыҡ йыры «Урал» йырынан

« Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.»
11. Павл улы Алекса́ндр I.
12. «Икенсе әрме риүәте», «Буранбай риүәте», «Ҡаһым түрә риүәте»
13. «Ҡаһым түрә риүәте»нән «…теләгән тиклем ер бирәм һеҙгә. Ҡаһым түрә, мин һине генерал-майор итәм…»-тигән.
14. Инглиз яҙыусыһы - Вальтер Скотт юлъяҙмаларында яҙып ҡалдыра
15. 100 йәш

Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар:


1. Әсәй, йүкә, олатай, елән, сәңгелдәк, нәфис, һыу, юл, ҡорот
2. Аяҡ, аҙыҡ, тай, өс, мин, ер
3.Көньяҡ, дуҫ-иш, аҡтамыр
4.

- партизан;

- патриот, ватансы, илһөйәр;

- ойоштороусы;

- драматург;

- ректор;

- маршал.
5. Армияһы һөжүме, Орудиеларҙың, атышы, йәҙрәләр, снарядтар, гранаталар- профессиональ һүҙҙәр.

Башлығы, башлығын- омонимдар.


Ауыр уй-хыялдарын, ҙур йөрәкле – күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.
Баһадир, тәүәккәл, арыҫлан –синонимдар
Ғәскәр, ваҡыт, смотр, дивизия, полк – үҙләштерелгән һүҙҙәр
Алдырлар, кәртүк, табикмәк, көлсә, һалма- диалект һүҙҙәр
Баш - күп мәғәнәле һүҙ
Еңеүгә, еңелеүгә - антонимдар
Үҙенә тәғәйенләнгән, баш тартып, һорауы, уй менән йөрөүен, унан нисек тә, мөһим- дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр
Сәрмәләр, ҡалпаҡ, кәзәкәй, ҡата, уҡ–һаҙаҡ - иҫкергән һүҙҙәр
6. Батыр яуҙа беленер, сәсән майҙанда.

Батыр үҙе үлһә лә, исеме үлмәй.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке дан менән.

Күҙ ҡурҡаҡ, күңел батыр.

Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.

Егет булһа, батыр булһын, батыр булмаһа, юҡ булһын.

Батыр алдында арыҫлан да башын эйә.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ көл булыр.


7. Ҡуш йөрәкле-батыр.

Тишек кәмәгә ултыртыу-алдау.

Балтаһы һыуға төшөү – кәйефһеҙ.

Айыу майы һөртөү- алдау.

Телдә ҡалыу – аптырау.
8. Башҡҡорттоң хатта аты ла, үҙенең яйына ҡалыплашҡан салт сыҙам һәм өркөүһеҙ, шуның өҫтәүенә әрһеҙ һәм арзан,-тип яҙа генерал Чернов.
9. ҡаршылашҡан, йыйылған, шымартыусы, булған.
10. Башҡорт халыҡ йыры «Любизар». Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм.
11. Бынан теүәл 200 йыл элек француз батшаһы Наполеон, Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асҡан. Был һуғыш еле беҙҙең башҡорт(төп.к.) ир-егеттәренә лә ҡағылды. Француздар менән яуҙа һуғышҡанда башҡорттарҙың(эйәлек к.) батырлығы тураһында беҙ уҡыусылар легенда, риүәттәр, йырҙар аша уҡып беләбеҙ. Алесандр батша Мәскәү ҡалаһын кире ҡулына алыр өсөн башҡорттарға (төб.к.) ғәсҡәр йыйырға ҡуша. Беҙҙең башҡорттарҙы (төш. к.) бер ниндәй ҙә йәҙрә уттары юлда туҡтата алмай. Улар үҙ аттары менән һыбайлы дошмандарға һөжүм итәләр. Башҡорттарҙа (Ур.ваҡ.к.) яуға үҙ ҡоралдары- һөңгө, уҡ-һаҙаҡтары менән инеү йолаһы булған. Шуға ла уларҙы «Амурҙар» тип йөрөтәләр. Дәһшәтле Рус армияһы уяу башҡорттарҙан (сығ.к.), шулай ҙур ярҙам, көс алып был Ватан һуғышында еңеп сыға.

12. әкрен ул- сифат

Яман уттарҙы- сифат

Тиҙ етә - рәүеш

Яман үкереп- рәүеш.
13. Беҙ, 7-се класс уҡыусыларының, иң яратып уҡыған дәресе - туған әҙәбиәте дәрестәре. Быйылғы уҡыу йылында Я.Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романын, «Любизар», « Ҡаһым түрә», «Әхмәт Байыҡ», «Һай. илкәйем», «Француз көйө», « Йәнтүрә», «Кутузов», «Абдрахман», «Һары ла сәс», «Икенсе әрме» тигән халыҡ йырҙарын яратып өйрәндек. Бер нисәүһен йырлап та ҡараныҡ.
14. Беҙ көҙгө каникулда Өфө ҡалаһына экскурсияға барҙыҡ.

Ҡаһым түрә батыр, ҡыйыу башҡорт яуғиры булған.

- Ҡаһым түрәне кем белмәй?

- Батырлыҡтарын онотмаҫтар

Ҡаһым түрә менән Байыҡ сәсәнде беләбеҙ.

15. 1. Диалект һүҙҙәр

2. Үҙләштерелгән һүҙҙәр

3. Фразеологик берәмектәр

4. Профессионализмдар

5. Неолагизмдар



6. архаизмдар

7. Интернационал һүҙҙәр.


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет