Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



жүктеу 4.44 Mb.
бет1/21
Дата04.07.2016
өлшемі4.44 Mb.
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21


Зәйнәб Биишева





Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде


УДК 821.512.141-3 ББК 84-4 (2 Рос=Баш) Б 45



«Мәктәп китапханаһы» серияһынан Төҙөүсеһе Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов

Зәйнәб Биишева

Б 45 Дуҫ булайыҡ / төҙөүсеһе И. Ә. Шарапов. — Өфө: Китап, 2008. — 340 бит. ISBN 978-5-295-04404-5



Йыйынтыҡта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның мәктәп программаһына ингән шиғырҙары, хикәйәттәре һөм балалар өсөн яҙылган «Дуҫ булайыҡ» повесы урын алды.

Китап мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәҡдим ителә.

УДК 821.512.141-3

ТП - 068/08 ББК 84-4 (2 Рос=Баш)

ISBN 978-5-295-04404-5 © И. Ә. Шарапов, төҙ., 2008




БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй илһамлы, әй хөрмәтле башҡорт теле.

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Әй һөйөклө, әй ҡәҙерле башҡорт теле.

Океандарға тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин, Ҡаяларға тиңләмәйем — ғорурһың һин,

Эй хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле.

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон, Күп быуаттар һин йырланың көрәш юлын, Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын, Әй бәхетле, әй ҡәҙерле башҡорт теле.

Иң тәү миңә һин өйрәттең Ленин һүҙен,

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын, Минең өсөн һин бит йәшәү — бәхет үҙең, Мәңге йәшә, әй һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем.

з


ЙЫРҘАРЫМ

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым.

Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым.

Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.

Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым.

Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.

Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер.

Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер.

Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп барҙы йылдарым.

Ваҡыт етер. Мин дә бер саҡ арырмын. Диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын. Тулҡын булып, таралып ҡалыр йырҙарым, Ҡайта-ҡайта ҡағып күңел ярҙарын.

ЙӘШӘҮ - ХЕҘМӘТ

Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә.

Үкенесем ерҙә ҡалманы.

Тик шулай ҙа донъя, гүзәл донъя,

Нине һөйөп танһыҡ ҡанманы.

Дөрөҫ, шәхесем өсөн был донъяға Ҡомһоҙланып йәбешеп торманым.

Аҙыраҡ биреп, күберәк алайым тип,

Татлы һүҙҙән тоҙаҡ ҡорманым.

Ҡырыҫ булды минең барыр юлдар.

Наҙлы сөсөлөктәр тойманым.

Шуға, ахыры, донъя, һине күреп,

Нине һөйөп һис тә туйманым.

Йәшәр инем тағы ярты быуат.

Эшләр инем тағы бер дулап.

Йөкләр инем тау-таш ауырлығын, Күтәргәнсә йөрәк, көс-ҡеүәт.

Йәшәү — хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул. Унан башҡа тормош юҡ миңә.

Ҡул ҡаушырып түрҙә ултырырға Килмәнем бит, донъя, мин һиңә.

4


ЙЫРЛАЙЫМ

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,

Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем.

Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас.

Тыуған ерем — бөйөк Совет иле,

Ер йөрәге типкән ер булғас.

Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине кеше иткән, Йырсы иткән бөйөк илеңде».

Һәм йырлайым. Дошман сыр-сыуҙары Тауышымды быуып тора алмаҫ. Барған юлым тоғро — Ленин юлы,

Бер кем унан ситкә бора алмаҫ.

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем һаман, бөгөн дә. Йырламайса күңелем түҙә алмай Йырҙарға тиң бөйөк илемдә.

ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ

Йәшәү бәхете — өмөт, хеҙмәттә.

Йәшәү бәхете — дуҫлыҡ, хаҡлыҡта. Йәшәү бәхете — илең, халҡың өсөн Көрәш аша тыуған шатлыҡта.




ЬӨНӘРСЕ МЕНӘН ӨЙРӘНСЕК

I

  • Һи-и, ҡомартҡылармы? Беҙҙең ауылда инде уның иң кәттәләре! — тип ғәйәт ҙур ышаныс менән хәбәр иттеләр бында миңә.

  • Беҙҙең Хасбулат апа (был яҡта олатайҙы шулай атайҙар икән) үҙе генә ни тора?! Боронғоноң тере шаһиты бит ул! Ышанмаһаң, бар, һөйләшеп ҡара. Унан үҙең дә юлыңдың был яҡҡа тешәүенә шөкөр итеп бөтә алмаҫһың! — тип маҡтанды берәүҙәре. Икенселәре:

  • Бар, туған. Күреп ҡал. Юҡһа, Хасбулат апа ошо арала бөтә ҡомартҡыларын мәктәпкә бирергә тора. Мәктәптә ил өйрәнеү музейы төҙөп ебәрәм, ти. Төҙөр. Булдыра торған ҡарт ул. Белмәгәне юҡ уның. Торғаны менән йәнле ҡомартҡы инде үҙе, — тип ҡыҙыҡтырҙы. Өсөнсөләре миңә Хасбулат ҡарттың тотош муйыл сәскәһе эсендә ултырған тимер түбәле ыҡсым ғына өйөн күрһәтергә ашыҡты.

  • Ана, йорт-ерен ҡара һин уның. Булдыҡлы кешенеке икәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

Мин, урамды тотош япҡан ҡабарынҡы ҡаҙ үләндәренә кинәнеп баҫа-баҫа, ашыҡмай ғына шул яҡҡа табан атланым.

  • Бар. Ҡурҡмай бар, — тип ҡалдылар минең яңы таныштарым. — Ҡомартҡыларын һанларҙай кеше килһә, йәшәй ҙә китә ул Хасбулат апам...

6


II

Хасбулат олатай, үҙ һүҙе менән әйткәндә, әллә ҡасан етмеште аша атлап уҙған кеше. Ләкин күҙенең, һүҙенең ирәбелегенә, ҡаҡса, еңел кәүҙәһенә, йәштәрсә баҙыҡ, тигеҙ тештәренә ҡараһаң, уға хатта алты тиҫтәне биреүе лә ҡыйын. Етмәһә, ҡартың һөлөк кеүек мыйыҡтарын йәштәрсә мөгөҙләндереп, бороп та ебәргән. Тик тауышта ғына ҡартлыҡ бер аҙ һиҙелә. Тауыш бала әтәс тауышына оҡшап, сыйылдап, хәлһеҙләнеберәк ҡалған һымаҡ.

  • Бына! — ти Хасбулат олатай, өлкән ағас һандыҡҡа дөпөлдәтә һуғып. — Ете быуындан алып ҡулдан ҡулға күсеп килгән һандыҡ был. Ата-бабанан ҡалған ҡомартҡы...

Мин мөйөш-һәйештәрен сысҡан кимереп, таҡталарын ҡорт йырып бөткән, тутыҡҡан ҡалай ҡоршаулы ҙур ағас һандыҡҡа ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Хасбулат олатай һандыҡтың бик күптән бикле тороп тутыҡҡан йоҙағына кәрәсин тамыҙа-тамыҙа көскә асты ла, уның эсенән ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы берәм-берәм алып, минең алға теҙә башланы.

Иң элек өҫтәлгә йылдар уҙыу менән һарғайып, йылтырап, һөйәк төҫөнә ингән, әллә ниндәй фантастик һөйрәлгес йәнлектең башына оҡшатып эшләнгән ағас ижау сығып ятты. Уның артынса мөгөҙ борғо күренде.

  • Салауат батыр, үҙенең ғәскәрҙәрен һуғышҡа саҡырған саҡта, ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған, — тип аңлата Хасбулат олатай. — Беҙҙең тоҡомдоң иң оло аҡһаҡалы Самат Салауаттың борғо ҡысҡыртыусыһы булған. Шул Саматтан ҡалған ҡомартҡы була был...

Хасбулат олатай, үҙенең аңлатмаһына ышаныу-ышан- мауымды төшөнөргә теләп булһа кәрәк, миңә бик иғтибарлы ҡарап тора бирҙе лә тағы һандығына эйелде. Быныһын да ул һандыҡтан көмөш өҙәңгеле, көмөш ҡашлы ҙур эйәр тартып алды. Эйәр артынса, шундай уҡ көмөшләп, ысын аҡыҡтар менән биҙәп эшләнгән ҡайыш йүгән, ҡойошҡан, ҡомолдороҡ, унан ҡынына арыҫлан һәм күгәрсен башы төшөрөлгән ауыр яҫы ҡылыс өҫтәлгә сығып ятты.

7




Хасбулат олатай тантаналы тауыш менән:

  • Был ҡылыстың ҡынына ниңә арыҫлан менән күк күгәрсен төшөрөлгән, ә? — тип ирәбе күҙҙәрен миңә төбәне. Үҙе, минең яуабымды ла көтмәй:

  • Беләһең килһә, ошо ҡылыстың эйәһе — арыҫлан кеүек батыр йөрәкле, күк күгәрсен шикелле саф, изге күңелле кеше тигән һүҙ был, — тип һөйләп алып китте. — Ә эйәһе кем булған, тиһеңме? Ҡаһым түрә. Ҡылыс та, эйәр менән йүгән дә Ҡаһым түрәнеке. Ул бит беҙҙең ошо яҡтың батыры. Наполеон ды туҡмап, Па- рижға барып ингән саҡта, уның ҡулында ошо булат ҡылыс булған. Ә ул булат ҡылысты Урал ҡоросонан үҙебеҙҙең эшсе егеттәр эшләгән. Аңланыңмы инде?

Мин халыҡтың, бигерәк тә Хасбулат олатай кеүек ҡарттарҙың, һәр бер батырҙы үҙ тоҡомо, һис юғында үҙ яҡташы итеп иҫәпләү ғәҙәтен яҡшы беләм. Хатта тап ошондай уҡ йүгән, ҡылыстарҙың Ҡаһым түрә йәки Салауат батыр кеүек легендар шәхестәрҙән ҡалған ҡомарт

8




ҡы булып башҡа райондарҙағы ҡарттарҙа ла һаҡланы- уын күргәнем бар. Ғөмүмән, халыҡтың яманды, ялғанды, ҡурҡаҡты түгел, ә яҡшыны, хаҡлыҡты һәм батырлыҡты данлау ғәҙәтенә мин тәрән хөрмәт менән ҡарайым. Шуға, ахыры, Хасбулат олатайҙың аңлатмаларын да ихлас күңел менән тыңлап ултырам. Ҡарт, уның һайын ихласланып, һандығына эйелә. Бына ул ипләп кенә кескәйерәк бер төргәк күтәреп алды. Төргәктән ялбыр папаха алып, башына кейеп үк ҡуйҙы. Папаханың маңлайында замандар уҙыу менән тутыға төшкән ҡыҙыл йондоҙ йымылдап тора ине.

  • Йә, нисек? — ти Хасбулат олатай, мут йылмайып.

  • Шәп. Бик шәп! — тим мин.

  • Быныһы инде апаңдың ҡыҙылгвардеең сағынан ҡалған ҡомартҡыһы, — ти ул, тамаҡ ҡыра биреп. Уның ҡыҫығыраҡ ирәбе күҙҙәрендә йәшенә хас булмаған сая ут балҡып китте. Кәм ул, ярһып: — Һай-й!.. — тип ҡуйҙы. — Бар ине бит йәш саҡтар!.. Шәп саҡтар!.. Ышанмаһаң, бына, ҡара. Бындайҙы шәп булмаған егеттәр ала аламы ни?! — Хасбулат олатай баяғы төргәктән йомшаҡ сепрәккә төрөп һалынған Георгий кресы менән Ҡыҙыл Байраҡ ордены алып, өҫтәлдең тап уртаһына һалып ҡуйҙы. — Күрәһеңме, Хасбулат апаң һалдат булып та һынатмаған. Совет өсөн һуғышта ла арттан ҡарап тормаған!

Хасбулат олатай, бер аҙ тынып, һөлөк һымаҡ мыйыҡтарын борғолап, миңә тағы оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Унан, ҡапыл боролоп, елтелдәтә баҫып, ҡаршы стена яғына китте. Ә ул стенала быялалы рамда бик иҫке фотолар эленеп тора ине.

  • Бына, ҡара — тине ул, арыҡ, тарамыш бармаҡтары менән бер төркөм һалдаттар төшкән фотоға төртөп. — Был Петроградты Юденичтан таҙартҡас алдырған һүрәт.

Мин дә, урынымдан тороп, фото алдына барып баҫам. Данлы көрәш йылдарының онотолмаҫ сәхифәләрен ниндәйҙер моңһоу тулҡынланыу менән ҡарарға керешәм. Бер ситтәрәк, бөйөргә таяна биреп, күкрәкте киреп торған, осҡор күҙле, йәш, матур һалдат иң элек минең иғтибарымды үҙенә тарта. Уның башында тап

9




бынауы, Хасбулат олатайҙың башындағы кеүек йондоҙло, ялбыр папаха. Папаха ҙур. Бит тар, ҡаҡса ғына. Атаһының бүреген кейгән шаян малай кеүек күренә был һалдат миңә. Улай тиһәң, уның күкрәгендә шинель өҫтөнә үк беркетелгән орден балҡый. Ҡыҙыл Байраҡ ордены!

  • Был, олатай, һин! — тим мин, шатланып. Күңелемде ғорур ҡыуаныс солғап ала. — Эйе, һин бит был, Хасбулат олатай!

  • Мин булмайса... — тип тыйнаҡ ҡына йылмайып тора Хасбулат олатай. Унан айырата бер йәнлелек менән икенсе бер фотоға төртә:

  • Э был бер үҙе генә баҫып төшкән кем? Бәлки, танырһың?!

  • Танымайса, — тип уныңсалап яуап ҡайтарам мин. — Шәһит Хоҙайбирҙин дә баһа!

  • Тап үҙе. Ул да беҙҙең яҡ батыры, — ти Хасбулат олатай ғорур тауыш менән. — Беҙҙең, аңһыҙ башҡорт һалдаттарының, тәүләп күҙен асыусы шул инде. һай-й, ир ине мәрхүмең, ир ине. Әгәр һин уның Кронштадт өсөн булған һуғыштарҙағы батырлыҡтарын күрһәң ине!..

Хасбулат олатай, күрәһең, алыҫ үткәндәрҙе күҙ алт дынан үткәреп, оҙаҡ ҡына тынып торҙо. Унан:

  • Йә, әйҙә, дауам иттек, — тип бошонҡо ғына төҫ менән һандыҡ янына килде. Данлы йылдар иҫтәлегенән һуң башҡа ҡомартҡылар ҡыҙыҡһыҙыраҡ, төҫһөҙөрәк булып ҡалдымы, ул башҡорттарҙың борон, йәйләүҙә йәшәгәндә, ҡымыҙ ҡойоп, эйәргә элеп йөрөтә торған тире һауыттарынан ботса, ҡулса, турһыҡ кеүек нәмәләрҙе һүҙһеҙ-ниһеҙ генә өҫтәлгә алып һалды.

«Ошолар ғынамы икән ни ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар?!» тип, мин дә күңелһеҙләнә биреп ҡуйҙым, сөнки мин ни өсөндөр Хасбулат олатайҙан ниндәйҙер айырыуса ҡыҙыҡлы ҡомартҡы табырға йыйынғайным.

Бәхеткә ҡаршы, оҙаҡламай Хасбулат олатайҙың йөҙө тағы ла асылып, күҙҙәре ирәбеләнеп китте. Ул миңә, тап бая һалдат папахаһын алып кейгәндәге кеүек, тантаналы, теремек ҡараш ташлап алды. Унан ашыҡмай ғына һандыҡтың иң төбөнән иҫке ҡыҙыл бәрхәткә тө

10




рөлгән бер нәмә күтәреп сығарҙы. Айырыуса ҙур ғорурлыҡ менән, тамаҡты ҡыра биреп:

  • Быныһы инде алыҫ илдән, бик борон замандан килгән ҡомартҡы, — тип ҡуйҙы, — бик ҡәҙерле ҡомартҡы. Уның үҙенә күрә бик хикмәтле тарихы ла бар...

Мин, түҙемһеҙләнеп, Хасбулат олатайҙың ҡулындағы төргәккә тын да алмай текләп ҡалдым. Э ул ҡарышҡан шикелле төргәкте бик һаҡ, үтә яй аҡтара. Ахыры, минең түҙемде һынамаҡ була. Мин өндәшмәйем. Көтәм. Бына бер саҡ олатай төргәк эсенән аҡҡош муйынлы, ғәжәп матур бер көршәк сығарып ала ла тантаналы рәүештә миңә һона:

  • Мә, ҡара. Тау ҡыҙҙарының һыу ташый торған көршәге, — тип ябай ғына итеп аңлатма бирә. — Яҡшылап күр, теләгәнсә һоҡлан. Тик күҙ генә тейгеҙмә, — тип кеткелдәп ҡуя. — Күрәһең бит, күҙҙең яуын алып тора. Ундай матур нәмәгә күҙ тейеп ҡуйыуы ла бер ҙә ғәжәп түгел.

Яңы ғына тумалған томбойоҡто хәтерләткән был ғәжәп көршәкте мин бик оҙаҡ әйләндереп-әйләндереп ҡарап ултырам. Уның нәфислеген, матурлығын, сәскә һәм семәрҙәренең гүзәллеген маҡтау түгел, ябай ғына итеп аңлатып бирергә лә һүҙ таба алмаҫымды тойоп, бөтөнләй юғалып ҡалам. Сөнки ғәҙәти көршәк түгел, ә бөйөк сәнғәт өлгөһө, кеше аҡылы тыуҙырған ҡабатланмаҫ ижад емеше ине минең ҡулымда!

«Ҡайҙан килгән был?! Кем яһаған? — тип аптырайым мин. — Бындай матур көршәкте мин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ та баһа!..»

Хасбулат олатай, бик ябай ғына итеп:

  • Уның хикмәтле тарихын мин һиңә кис һөйләрмен, һин минең яныма умарталыҡҡа барырһың. Тегендә, урманда, боронғо йәйләү урынында, хәҙер беҙҙең колхоздың бик шәп умарталығы бар. Беҙҙең бал Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Союзда маҡтала бит. Быны беләһеңдер?.. Ана.шул данлы умарталыҡта ҡарауылсымын мин, — тип һөйләй. — Көршәкте һин хәҙер яҡшылап ҡара, күр. Әйтәм бит, теләгәнсә һоҡлан. Шунан мин уны, тағы ошо йомшаҡ юрғанына урап, һандыҡ төбөнә һалып ҡуйырмын, — ти. — Йә, нисек? Ьоҡлан-

11




маҫлыҡ түгел бит, ә? — тип һорай. — Күҙҙең яуын алып тора бит, ә? Вәт, ҡандай оҫталар булған боронғо заманда ла!.. Эй-й, аптырар сағың алда әле... Эйе, аптырарһың да, көйөнөрһөң дә, ҡыуанырһың да... ысын әйтәм...

Хасбулат олатай баяғыса бик йәтешләп, ашыҡмай, ҡабаланмай ҡомартҡыларын һандыҡҡа кире һала башланы. Э мин һаман теге көршәктән һоҡланыулы күҙҙәремде ала алмайым.

...Бына, юғарыға табан оҙонсаланып, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомрораҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп, туҙбаш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған. Уның йыланса нәфис, бормас тәне лә, айырса теле лә ҡыбырлап, йымылдап тора һымаҡ... Был — көршәктең тотҡаһы. Тау ҡыҙҙары көршәкте ошо туҙбаш йыландан тотоп, яурындарына күтәреп ултыртҡандар... Көршәктең эсе аҡһыл зәңгәргә буялған. Ә тышы иртәнге аҡ томан баҫҡан, мең төрлө сәскәгә күмелгән яҙғы туғайҙы хәтерләтә. Аһ, ниндәй генә сәскә юҡ был туғайҙа!.. Иң ғәжәбе — уларҙың береһе лә төшөрөлгән түгел, ә үҙ стихияларында наҙланып ултырған тере сәскәләр!.. Бына әле генә йәшенле ямғыр уҙған. Уның артынса ҡояш балҡып сыҡҡан. Сәскәләр шуға һөйөнөп көлөп ебәргән!.. Мөғжизәле сәскәләр!..

Ә бына бында, теге туҙбаш йылан үрелеп сыҡҡан ерҙә, тау ландышы яңы гына сәскә атҡан. Ынйы кеүек нәфис, кескәй ҡыңғырау сәскәләр. Улар шул хәт ле тереләр, хатта уларҙың хуш еҫтәре танауға бәрелеп торған һымаҡ...

Туҡта... Тау ландышының йәм-йәшел ҡыяҡтарының береһендә ниндәйҙер яҙыу ҙа бар түгелме һуң?! Эйе, яҙыу. һәр бер хәрефе ҡан ҡыҙыл кизе менән сигелгән кеүек ниндәйҙер бер һүҙ!..

«һәнәрсе», — тип уҡыйым мин.

  • Һәнәрсе?! Хасбулат олатай, был ни ғәләмәт?! Ысын булһа, бында «һәнәрсе» тип яҙылған?.. Кем яҙған уны? Кемдең ҡултамғаһы был, олатай? — тип ҡысҡырып уҡ ебәрәм мин. Серле көршәк минең тауышымды яңғыратып ҡабатлай:

  • ... Ол-а-тай!..

12




  • Көршәктең ауыҙ тәңгәлендә һөйләнең. Ишеттеңме, ҡалай мәҙәк яңғырап тора. Ьинең тауышыңды йырға әйләндереп, уйнап ебәрәме ни?.. Сафлығын әйт әле һин ул яңғырауҙың!.. — ти Хасбулат олатай ҙа, тәү ишеткән кеүек һоҡланып. Күрәһең, ул минең тура һорауыма яуап бирергә ашыҡмай.

  • Иҫ киткес саф яңғырау... — тип ҡабатлай. Унан баяғыса ғәйәт ҙур һаҡлыҡ менән көршәкте минең ҡулымдан ала биреп тора ла тағы миңә тоттора.

  • Еңеллеген, нәфислеген ҡара һин уның! Кем уны ҡомдан, балсыҡтан эшләнгән көршәк тип әйтә алыр, ә? — тип аптырап, тел тасылдатып ҡуя.

Мин көршәкте тағы әйләндереп-тулғандырып, һәлмәкләп ҡарайым. Уның матурлығы, нәфислеге, иҫ киткес еңел һәм нескәлеге генә түгел, һөйләшкән тауышты ниндәйҙер ғәжәп яғымлы, серле яңғырауға әйләндереп ҡабатлап тороуы ла мине таң ҡалдыра. Мин, үтә ҡыҙыҡһынып, тағы:

  • Хасбулат олатай! — тип ҡысҡырам. — Был ни ғәләмәт?.. Ниндәй мөғжизә был, олатай?.. Йә, һөйләй һал инде!..

Хасбулат олатай, көршәкте минең ҡулдан алып, ҙур һаҡлыҡ менән ҡайтанан юрғанына төрә. Эйелеп, һандыҡтың иң төбөнә һала. Унан, минең яҡҡа мут ҡараш ташлап, һөлөк мыйығының ҡойроғон тағы баяғыса борғолап ала.

  • Хикәйәтте беҙҙә кис, ай яҡтыһында, эшһеҙ саҡта ғына һөйләйҙәр... — ти.

Миңә йәйге оҙон көндөң айлы кисен көтөүҙән башҡа сара ҡалмай.

III



Хасбулат олатай, хикмәтле хикәйәтен һөйләп бөткәс, оҙаҡ ҡына тынып ултырҙы. Тик уның аҡыллы, һынау- сан күҙҙәре генә, яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында барған оло тартыш хаҡындағы тәрән мәғәнәле тарихтың ниндәй тәьҫир ҡалдырыуын белергә ашҡынған һымаҡ, миңә табан хәрәкәтһеҙ төбәлгәйнеләр. Мин дә, күрәһең, шул хикәйәт тәьҫиренән сыға алмай, телһеҙ ултырам. Ахыр ул түҙмәне, ниңәлер ауыр ғына көрһөнөп:

13




  • Бына «Ьөнәрсе һәм Өйрәнсек» хаҡындағы хикәйәт ошо була инде, ҡустым, — тип ҡуйҙы.

  • Эй-йе... — тип кенә әйтә алдым мин дә. Хасбулат олатай бүтән бер һүҙ ҙә өҫтәмәне. Төтөнлөк янына түшәп ултырған ҡара кейеҙ өҫтөнә салҡан төшөп ятты ла күҙҙәрен йомдо. Хатта шунда уҡ йоҡлап та китте һымаҡ. Хәйер, кем белә, мут ҡарт бит. «Әйҙә, уйланһын. Хикәйәттең серле кинәйәһенә төшөнһөн әле был!..» — тип йоҡлағанға һалышып та яталыр әле ул. Ысынлап та, уйланмаҫлыҡ та түгел бит. Кисе лә, хикәйәте лә һине ирекһеҙҙән тәрән уйланырға, йәшәүҙең матурлығы, кеше рухының гүзәллеге, яманлыҡ, яҡшылыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында ҡайта-ҡайта уйларға мәжбүр итә. Шул уйҙар тәьҫиренән күкрәк, берсә ҡыуаныс, берсә ғорурлыҡ менән тулытттътп, ҡанатланып күккә оса; берсә күҙҙәргә ысыҡ тамсыһындай саф, яҡты йәштәр эркелә, берсә күңелде әсе һағыш, моң солғап ала... Ә тирә-яҡта урманлы бейек тауҙар, тып-тын ҡалып, аптырағандай һиңә текләп торалар. Умарталыҡтан алыҫ түгел, бөҙрә тирәктәр араһында, бәрҙе, бағры балыҡтарының төйәге — ташҡын йылға бер өҙлөкһөҙ үҙенең мәңгелек йырын йырлай:

  • Шылтыр-шылтыр... сылт-сылт-сылтыр! Йәштер... шат-тыр... саф-тыр-р-р!..

Бына үҙән буйына әкрен генә күк томан һарыла. Офоҡта наҙланып, иркәләнеп кенә ал таң ҡағына. Елбәҙәк ел, сәскәләрҙе һөйә-үбә, иркәләй-тирбәтә уятып, тыуасаҡ таң юлына хушбый бөркөп сыға. һандуғастар был яҡҡа ғына хас ярһыу дәрт менән урманды наҙлы йырға күмә. Ошо илаһи моң эсендә тирбәлгән күкһел урман өҫтөндә ара-тирә кәкүк, тартай, бүҙәнә, тағы әллә ниндәй билдәһеҙ ҡоштар тауышы яңғырап китә. Алыҫ төпкөлдә ҡай саҡ шатыр-шотор ағастар һынғаны ла ишетелә. Күрәһең, урман хужаһы — һоро айыу ҙа ошо илаһи матурлыҡ эсендә үҙенең дә йәшәүен, уны ла оноторға ярамауын донъяға белдерергә ашыға...

Быйыл йәй ямғырлы, үлән үтә һутлы булыу арҡаһында, шашып үрсегән серәкәйҙән ҡотолоу өсөн, бында берҙән-бер сара булған төтөнлөккә утындар өҫтәй-өҫтәй, мин һаман уйланып ултырам. Хасбулат олатайҙың хи

14




кәйәтен баштан-аяҡ бер нисә ҡат уйлап сығам. Уны тап ул һөйләгәнсә итеп хәтерҙә ҡалдырырға тырышам. Әлбиттә, минең өсөн был ауыр эш. Бәлки, нисек кенә тырышһам да, хикәйәтте мин уныңса оҫта, халыҡсан итеп һөйләй алмам. Шулай ҙа мин, һыҙылып килгән йәйге таң нурҙарының сихри бейеүенә ҡарай-ҡарай, хикәйәтте тағы бер ҡат уйымдан уҙғарам.

  • Герман һуғышы ваҡытында, йәғни, беренсе донъя һуғышы мәлендә, фронтта осраштыҡ беҙ уның менән, — тип башлап китте Хасбулат олатай үҙенең хикмәтле хикәйәтен. — Был әҙәм Кавказдан, тау халыҡтарынан берәү ине. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡылыс танаулы, ҡарсыға күҙле, һылыу бер егет. Сәстәре муйыл кеүек сөм ҡара, бөҙрә, мыйыҡтар күркә ҡойроғо һымаҡ ҡабарып тора. Әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыҙҙарҙан һөйөлөп туймаҫ сағы. Әммә ни эшләмәк кәрәк? Һуғыш. Дүрт йыл буйы минең менән бер рәттән окопта серене, бахыр...

Исеме Аҡбулат ине уның. Мин — Хасбулат. Беҙҙең танышлыҡ та башта ошо исемдәр оҡшашлығынан башланып китте шикелле. Аҙаҡ, үҙең беләһең инде, фронтта кеше кем менән генә осрашмай ҙа, кем менән дуҫлашмай?! Бик дуҫ булдыҡ беҙ Аҡбулат менән. Батыр, ҡыйыу һалдат, харап һәйбәт, ирмәк кеше ине, бахыр. Үҙе бер ҡасан да бошонмаҫ, мәҙәк һүҙҙәр һөйләп дуҫтар күңелен дә күтәрер ине. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙ уның менән айырата яҡын дуҫ булдыҡ. Хатта ул бер саҡ, граждандар һуғышы туҡталғас, мине эҙләп, Кавказ хәт ле ерҙән был яҡҡа килеп тә сыҡты. Шунда ул иҫтәлек өсөн миңә ошо көршәкте лә алып килгәйне...
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет