Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет4/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21
Юламан ҡарттың бөгөнгөләй хәтерендә: ул көндө лә тап ошондай тымыҡ, томроҡ көн ине. Диңгеҙ өҫтө, ҡараһыу күк төҫкә инеп, ҡыҙҙырылған таба шикелле, ипкен бәреп ята. Тоҙло эҫе пар, һауаға күтәрелеп, тамаҡҡа һыҡый. Алыҫта, офоҡ һыҙығында сигелгән бәйге һөлгөләре шикелле, ҡыҙғылт һары болоттар хәрәкәтһеҙ аҫылынып тора... Ҡапыл ауыр күтәреүҙән биле биртенеп ҡуҙғала алмай ятҡан Юламан ҡарттың күңеленә хафалы уйҙар килә.

  • Әллә, улым, бөгөн диңгеҙгә сыҡмайһығыҙмы? — ти Юламан, — Ел-Дауыл ҡуҙғалып китмәгәйе. Үтә ныҡ ҡыҙҙыра бит, балам!..

Буранша йәштәргә хас ғәмһеҙлек менән көлә.

  • Атай, әлдә өйҙә һин ҡалаһың әле. Ары-бире булып, беҙ ваҡытында ҡайта алмаһаҡ, ҡатын, бала-саға- ны йыуатырға кеше бар, — тип уйынлы-ысынлы мәрәкәләй.

  • Ысын да баһа, — тип күтәрмәләй балыҡсы Ғилман. — Минең биш бала. Бишеһе лә кескәй. Аҡыл өйрәтер кеше юҡ. Ьин, Юламан ағай, минең балаларға ла күҙ-ҡолаҡ булырһың инде.

  • Буранша менән, кәрәк икән, дауылды ла ауыҙлыҡлап була, — тип ҡыйыу раҫлай Ирьегет. — Сыҡмаған дауылды көтөп ятып булмаҫ.

Юламан ҡарт ни өсөндөр Ирьегетте артыҡ ярата. Хөрмәт итә. Бығаса уның менән бергәләп ауыр һынау үтеп ҡарамаһа ла, уға үҙенә ышанған кеүек ышана. Шуға күрә, Ирьегет тә китеү яғында булғас, ҡаршы килмәй.

«Ирьегет Бураншаны яңғыҙ итмәҫ. Бәлә-ҡазаға юлыҡҡанда ташламаҫ. Улар бит йән дуҫтар...» — тип уйлай. Ысынлап та, Ирьегет менән Бураншаны ун йәш айырып ятһа ла, йәштәштәр кеүек, яҡындар. Уларҙың ҡатындары әхирәттәр ине шул. Байрам да, кәсеп тә бергә ине уларҙың. Ирьегеттең ҡатыны баланан ҡапыл ғына үлеп киткәс, уларҙың ғаилә яҡынлығы тағы ла артҡан һымаҡ ине. Ирьегеттең ун йәшлек улы Аҙнағол

41




хәҙер бөтөнләй тип әйтерлек Бураншаларҙа була. Буран- шаның ҡатыны уны Зөлхизәһендәй яҡын күрә. Бергә ашата, бергә йоҡлата, бергә йыуындыра тигәндәй. Ирь- егет менән Буранша уйынлы-ысынлы бер-береһен «ҡоҙа» тип йөрөйҙәр. Хатта Зөлхизәнең ҡолағын Аҙнағолға тешләтеп тә ҡуйғандар. Тимәк, ысынлап уҡ ҡоҙа ла булышҡандар. Ғүмерҙәре булып, балалары ир етһә, йола буйынса Зөлхизә мотлаҡ Аҙнағолдоҡо булырға тейеш... Эйе, ғүмер булһа, балалар ир етһә...

Бына Бураншалар китергә йыйынып бөтә.

  • Ярай, һеҙҙеңсә булһын, — тип килешә Юламан ҡарт. — Юлығыҙ уң булһын.

  • Амин! — ти Буранша. Балыҡсылар ашығып диңгеҙ ярына йүнәләләр.

Бураншаны ул көндө яр буйына хәт ле әсәһе, кәләше, ҡыҙы оҙатып бара. Юламан ҡарт, биленән ҡуҙғала алмағанлыҡтан, түшәктә ятып ҡала. Аһ, әгәр ул Буран- шаһын ошо көндө мәңгелеккә оҙатаһын алдан белһә ине... Имгәкләп булһа ла диңгеҙ буйына төшөр, күҙе талғансы улының артынан ҡарап ҡалыр ине... Юҡ, оҙатмаҫ, улын диңгеҙгә яҡын да ебәрмәҫ, уны хатта диңгеҙ буйынан бөтөнләй алыҫҡа, Уралына — диңгеҙ- һеҙ-упҡынһыҙ ерҙәргә алып китер ине... Аһ, ниңә кешегә шундай бәлә-ҡаза, ҡайғы-хәсрәт килерен алдан тойоу һәләте бирелмәгән?! Ниңә кеше үҙенең һәләкәтен алдан белеп, ҡасып ҡотола алмай икән?..

Бына шулай, көтмәгәндә, тауҙай ауыр ҡайғы емерелеп төштө Юламандың өҫтөнә. Буранша шул китеүҙән ҡайтманы. Диңгеҙ упҡыны эсендә йотолоп ҡалды бала... Аһ, Буранша, Буранша... Бөркөт күҙле, арыҫлан йөрәкле Буранша!.. Йәшәү өсөн, бәхет, шатлыҡ өсөн тыуғайның да баһа һин, Буранша! Йә, уға, икһеҙ-сикһеҙ оло диңгеҙгә, нимә етмәй? Ниңә ул Юламан ҡарттың бәләкәс кенә бәхетен дә күпһенде?! Рәхимһеҙ ҡулдары менән йолҡоп, өҙөп алды? Ҡоласы ни хәтле киң булһа ла, күкрәге тар, күрәһең, был диңгеҙҙең?! Эйе, тарһынды, күпһенде... Ә ул, Юламан ҡарт, табыныу дәрәжәһенә етеп яратты ла баһа ошо оло диңгеҙҙе. Эйе, яратты. Бөтә ғүмерен, ҡанын, йәнен — бөтәһен дә түкте ул ошо

42




диңгеҙгә. Бер ниҙе лә йәлләмәне... Ләкин диңгеҙҙең ҡомһоҙлоғоноң сиге күренмәне...

Буранша ҡайтманы. Бер аҙҙан уның кәләше Ирьегет менән ҡасып китте... Шунан... әсәһе донъяны ҡуйҙы. Эйе, әҙәм балаһы күтәрерлек ҡайғы инеме ни был?! Күтәрә алманы бисәкәй, күтәрә алманы...

Юламан ҡарттың ҡара ҡурғаш кеүек һәлмәк, көҙгө таш кеүек һалҡын уйҙарын бүлеп, аҫта, ҡырсын өҫтөндә, үҙәк өҙгөс йыр һыҙыла... Эйе, ҡайғы менән шатлыҡ һымаҡ мәңгелек, яҙ кеүек дәртле, умырзая шикелле йәш, саф йыр.

Толпар атҡа менеп, заяға елеп,

Уҙып бара зауыҡлы йәшлегем.

Күкрәгемдә һөйөү һағыштары,

Күҙҙәремдә тоҙло йәш минең.

Эй-й,

Бүтән йәрҙәр миңә һис кәрәкмәй, Килерһең бит? Килсе, йәш егет.

Зөлхизә йырлай. Уның ейәнсәре — берҙән-бере йырлай бит был йырҙы!.. Уның йыры. Юламан ҡарттың япа-яңғыҙ, илай-көлә, йырлай-бейей үҫтергән Зөлхизәһе, ҡартатаһының йөрәген телемдәргә телгеләй торған шундай йыр уйлап сығарған хәҙер. Ана, аҫта, Ташһыйыр- ҙың итәгендә, ҡырсын өҫтөндә ултыра ул. Уның балауыҙҙан ҡойоп эшләнгән һын шикелле һығылма зифа аяҡтарын диңгеҙ тулҡындары һаҡ ҡына һыйпап йыуа, сәс толомдарына тағылған көмөш сулпыларҙың елбәҙәк суҡтарын еләҫ елдәр сыңлатып уйнай, ҡояш нурҙары уның ҡуйы, оҙон керпектәренә ҡунып, наҙланып тирбәлә... Ә Зөлхизә, әйтерһең, быларҙың береһен дә күрмәй, бер ни ҙә тоймай. Эйе, бер ни ҙә ҡыуандыра, бер кем дә йыуата алмай хәҙер уны. Бөтә уйы, теләге уның тик бер кешегә генә төбәлгән. Донъяла хәҙер уның өсөн бер генә шатлыҡ бар. Ул — Аҙнағол!.. Ниңә һаман килмәй уның Аҙнағоло?.. Ниңә аҡ елкәндәрен елберләтеп, аҡ карап һаман яр ситенә килеп туҡталмай?! Уның йән һөйгәне, айҙан, көндән күркәм Аҙнағоло, сулпан йондоҙҙай балҡып, ниңә Һаман уның ҡаршыһына килеп баҫ

43




май?.. Шулай уҡ бер ҡасан да килмәҫме ни инде ул? Килмәһә, Зөлхизә ни эшләр? Бөтә ғүмере шулай зая уҙырмы ни уның?!

Бына шулай уйлап зарыға Юламан ҡарттың ейәнсәре. Әйткәндәй, ысынлап та зая уҙа ла баһа Зөлхизәнең йәш ғүмере. Уға бит инде ун һигеҙ йәш. Кейәүгә сығыр мәле еткән. Буранша үлгәндә, уға бары ике генә йәш ине. Ике йәшлек тәтелдәк ҡыҙ ине ул Зөлхизә. Хәҙер ун һигеҙ... Һай, уҙған ғүмер... Үҫте шул ҡыҙ, үҫте... Эйәле-башлы булырға ваҡыт етте... Кескәйҙән ҡолағын тешләткән егете менән яратышалар. Яратыу ғына тип атау Зөлхизәнең йөрәк тойғоһон әйтеп тә бирә алмай һымаҡ. Эйе, ярата бала, өҙөлөп-үлеп ярата. Ғәҙәттә, ҡыҙ, кескәй саҡта үҙенең ҡолағын тешләгән егетте түгел, ә икенсе егетте яратһа, ҙур ҡайғы, ауыр фажиғә була торғайны. Ата-инәһе йоланы һаҡлап ҡалырға тырыша. Ҡыҙ, был йола тырнағынан ҡотолор өсөн, хатта ҡайһы саҡтарҙа үлемгә барып етә... Ауыр хәл... Эйе, шулай ҙа булған. Була торған хәл. Ә бында бит эш бөтөнләй киреһенсә. Аҙнағол да, Зөлхизә лә бер-береһен ярата. Э бына ата-әсә урынында ҡалған Юламан ҡарт был никахты хупһынмай. Улай ғына ла түгел, бөтөнләй ризалыҡ бирә алмай... Ьай, Зөлхизә, бының сәбәбен аңлаһа ине... Юҡ шул... Йә, Зөлхизә өсөн йәнен-йөрәген йәлләмәҫ бына тигән егеттәр тулып йөрөй ҙә баһа!.. Бына тигән балыҡсы егеттәр... Буранша менән бергә һә- ләк булған Ғилман мәрхүмдең өлкән улы уның өсөн ете диңгеҙ кисергә әҙер тора бит! Зөлхизә уларҙы күрмәй ҙә, белмәй ҙә, тиерһең. Аҙнағолдан башҡа донъяла егет юҡ уның өсөн. Ике йыл һуҙыла бит инде был тартыш. Ике йыл... Аҙнағолдо тәү тапҡыр күргәндә, Зөлхизәгә ун алты йәш кенә ине. Эйе, тап йырҙа әйтелгәнсә, ун алты йәшендә, бер күреүҙә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы шул бала... Ә Юламан ҡарт бала Аҙнағолдо, элек, ун йәшенә хәт ле, бында йәшәгән Аҙнағолдо, ярата ине. Гонаһһыҙ сабый итеп ярата, йәлләй ине. Э хәҙер бына егет Аҙнағолдо тәү тапҡыр күреүҙә үк йәне һөймәне. Улай ғына ла түгел, бөтөнләй күралманы. Ни өсөн? Бәлки, теге ваҡытта, бынан ун алты йыл элек, Ирьегет кескәй Зөлхизәнең әсәһен урлап ҡасып киткән өсөндөр? Һай,

44




оноторлоҡ эш инеме ни был?! Дуҫын һәләкәткә еткергән ҡурҡаҡлыҡтан башлап, инде уның ҡатынын урлап китеүгә барып еткән боҙоҡ кешегә нисек ләғнәт яуҙырмаҫҡа?! Ошонан һуң Бураншаның батып үлеүенә Ирьегет үҙе үк сәбәпсе булғандыр, бәлки, тип, нисек шикләнмәҫкә?! Инде килеп иренең ҡәбер тупрағы ла һыуынмаҫ элек, балаһын ташлап, сит ир менән ҡасып киткән әсә хаҡында сабыйға ни тип әйтергә?! Нисек итеп уны телгә алырға?.. һай, ауыр һынауҙар төштө шул Юламан ҡарттың сал башына... Һай, Зөлхизә быларҙы белһә ине... Белмәй шул. Юламан ҡарт, кескәй баланың йөрәген яраламаҫ өсөн, теге ваҡытта унан әсәһе хаҡындағы дөрөҫлөктө йәшергәйне шул.

  • Атайымдың ҡайғыһынан әсәйем дә үлеп киткән, — тип белеп үҫте Зөлхизә. Күршеләр ҙә Юламандың изге ниәтле был серен ҡаты һаҡланы. Инде Аҙнағол бында килеп сығыу менән, был фажиғәле сер ҙә асылыр. Зөлхизәгә инде Юламан ҡарт ни тип яуап бирер? Үҙенең был хәлде йәшерергә мәжбүр булыуын нисек аңлатыр ул Зөлхизәгә?!

Эйе, башта ул шулай хафаланды. Аҙаҡ, Аҙнағол был хаҡта бер ни ҙә уйламағас, Зөлхизәгә уның үҙ әсәһенә, сабый балаһын ташлап ҡасҡан әсәгә, килен булып барасағын әйтмәгәс, Юламан ҡарттың күңелендә тәүгеһенән дә хафалыраҡ икенсе төрлө шик уяндьт.

  • Тимәк, Аҙнағол ошо хәтле ҙур эште йәшерә ала? Тимәк, ул алдарға, хатта үҙенең йән һөйгәнен алдарға ла һәләтле? Бер алдаған кешенең икенсе тапҡыр ҙа алдамауына ышанып буламы?!

Бының өҫтәүенә Аҙнағолдоң буйы-һыны, төҫө-башы бөтөнләй тип әйтерлек Ирьегеттең йәш сағына оҡшап тороуы ла Юламан ҡарттың күңелендә уға ҡарата һалҡынлыҡ уятты, күрәһең.

Ирьегет тә тап бына ошо, хәҙерге Аҙнағол кеүек үтә һөйкөмлө, мөләйем кеше ине бит. Йомшаҡ, сабыр холоҡло, иғтибарлы, инсафлы... Бер ҡасан да тауыш күтәрмәҫ, кеше һүҙен бүлдермәҫ... Оло һүҙен йыҡмаҫ, кесене рәнйетмәҫ... Йөҙөндә һәр саҡ шундай яҡшы күңелле, тыйнаҡ йылмайыу балҡып торор. Уға бер ҡарауҙа күңелең иреп төшә. Э ле уның кешенән арттырып

45




бер ниндәй ҙә яҡшы эштәр күрһәтеүен белмәҫ-күрмәҫ борон уҡ, һин уны башҡаларҙан өҫтөн, айырым күрә башлайһың. Эйе, Ирьегет шундай кеше ине шул ул... Йә инде, уның йөрәгендә иң яуыз иблис яталыр, кешегә хас яҡтар урғылып тышҡа бәреп сығырға, кешене, хайуандан айырып, яҡтыға, иң ғорур юғарылыҡҡа күтәреп күрһәтергә тейешле ҡаты һынау мәлендә ошо иблис унда өҫтөнлөк алыр ҙа был егет иң бахыр, иң түбән йән булып ҡалыр тигән шик кемдең башына килер ине ул саҡта? Күҙгә күренеп торған бер эш, бер дәлил булмай тороп уҡ, бөтә кеше, хатта күпте күргән Юламан ҡарт та уға батырлыҡ, матурлыҡ өлгөһө итеп ҡарай ине бит. Ғәжәп... Хәҙер уйлаһаң, уға ҡарата бындай ҡарашты уятҡан сәбәпте эҙләп табыуы ла ҡыйын. Шулай уҡ тыйнаҡ, изге күңелле бер йылмайыу менән генә лә баштарын әйләндерергә мөмкинме икән ни кешеләрҙең?! Күрәһең, йылмая белеү ҙә үҙенә күрә бер һәнәр?! Ләкин кешемен тигән кеше бындай яһалма йылмайыуға мохтажмы ни?! Э ҡайҙа һуң ул кешемен тигән кеше?! Иң ябай тормошта ла, иң ауыр һынау мәлендә лә үҙенән бигерәк кеше хаҡында уйлай, ә кәрәк икән, һис тә икеләнмәй кеше өсөн баш һала торған ҙур йөрәкле кешеләр ҡайҙа?! Бармы, күпме һуң ундайҙар был фани донъяла?! Аҙ ундайҙар, шулай ҙа бар. Эйе, бар ундай ысын кешеләр! Кеше өсөн йәшәй, кеше өсөн үлә белгән һәйбәт кешеләр бар. Шуныһы ҡыуаныслы...

Юламан ҡарт, кәзә һаҡалын семеткеләп, йөҙө һағыш ҡатыш бәхет менән яҡтырып, уйының ошо нөктәһендә оҙаҡ ҡына туҡтап ултырҙы. Ялбыр ҡаш аҫтынан тәгәрәп сыҡҡан теремек ике бөртөк йәш ергә ағып төшә алмай, тәпегә эләккән сысҡан балалары шикелле, уның битендәге тәрән йыйырсыҡтар араһында аҙашып йөрө- нө-йөрөнө лә, парға әйләнеп, юҡҡа сыҡты. Юламан ҡарт, эйелеп төшкән башын юғары күтәреп, ҡояшҡа ҡараны.

  • Бына, исмаһам, минең Бураншам шундай һирәк осрай торғандарҙың береһе ине. Кеше булып йәшәне. Кеше булып үлде... Э Ирьегет?.. Тфү!.. Бөтә ышанысты, бөтә хөрмәтте, ихтирамды аяҡ аҫтына һалып тапаны. Ҡурҡаҡлыҡтан хыянатсылыҡҡа, мәкерлелеккә хәтле

46




тәгәрәп төштө. Эйе, уның теге ваҡытта Бураншаға ярҙам итмәүе, үҙ йәне әсән ҡурҡыуҙан гына булғандыр, бәлки... Аҙаҡ?! Бер аҙым... Эйе, ҡурҡаҡлыҡтан хыянатҡа ла, енәйәткә лә бер генә аҙым шул... Э бит шул кешегә ышана инем. Нисек ышана инем! Инде бөттө. Хәҙер беләм мин, таныйым мин хәҙер ундайҙарҙы. Көҙгө кеүек ялтырап үтә күренеп торалар улар хәҙер миңә. Уйлап ҡына ҡара, ысын кешенең йөҙөнә һис кенә лә болот сыҡмаҫ, дауыл ҡупмаҫ булырмы?! Кеше һис кенә лә ҡыҙмаҫ, янмаҫ, көймәҫ булырмы?.. Юҡ инде, мине, йөҙгә етеп килгән Юламан ҡартты түгел, сабыйҙарҙы алдаһын был мәңге көләс фәрештә йөҙҙәр...

Аҙнағоло ла тап Ирьегеттең үҙе бит. Эс-бауырыңа инеп килә. Бер ҡарауҙа һине тамам иретеп, ҡамырҙан йомшаҡ яһап, ҡул ҡаушыртып ҡуя. Йә, ошо кешегә Юламан ҡарт ҡалай итеп ышанып, берҙән-бер ейәнсәрен — Зөлхизәһен биреп ебәрергә риза булһын?! Алма ағасынан алыҫ төшәме ни?

Эйе, яҡшылыҡ булмаҫ был никахтан, булмаҫ... Тик нисек һуң Зөлхизәгә быны аңлатырға?.. Кире ҡаҡҡыһыҙ ниндәй дәлилдәр менән раҫларға күңелдең был ауыр шиген?.. Ьай, Зөлхизә, Зөлхизә... Өнһөҙ-һүҙһеҙ генә аңлай алһаң ине һин ҡартатайыңдың күңелен. Ҡайҙа инде?!

Донъяла берҙән-береңдең күҙендә йәш, күңелендә һағыш күреү ҙә еңел түгел икән шул... Нимә эшләргә, нисек Зөлхизәне бәхетһеҙлектән ҡотҡарып алып ҡалырға?.. Ә бит ул бәхеттең иң олоһонан олоһона лайыҡлы бала!..

Юламан ҡарт, ҡаты тәьҫирләнеп, баш сайҡап ҡуйҙы.

  • Ьай, килмәгән ере юҡ бит сабыйҙың. Ул буй... Ул һын. Ул һиҙгер, изге йөрәк... Ғорур, ҡыйыу холоҡ... Бөтәһе лә, бөтәһе лә үҙ урынында... Бер ҡараһаң, ҡартәсәһенең күҙ ҡамаштырғыс һылыу йәшлеген, бер ҡараһаң, баһадир атаһын хәтерләтеп ҡыуандыра ул мине... Төптө атаһына оҡшаған. Ике уйлау, ике һөйләү тигәнде белмәҫ ҡыйыулығы бар шул уның. Үҙе кәрәк тапҡан эш өсөн үҙен һәләк итер, әммә сигенмәҫ...

Туҡта, ҡасандыр үҙемә лә хас булған ошо мөҡәддәс ҡылыҡты хәҙер Зөлхизәлә күреү мине ҡыуандырыуҙан

47




бигерәк, ҡурҡыта ла түгелме һуң әле?.. Ҡартлыҡ!.. Эйе, Зөлхизәнең тап ошо холҡонан ҡурҡам мин хәҙер. Күпмегә хәтле мин уны тотоп, тыйып тора алырмын?! Оҙаҡҡа хәтлеме ул минең фатихамды көтөп ултырыр?.. Тоям, тиҙҙән был кәртәне ул емереп үтер... үҙенең һәләкәтенә табан туп-тура атлап китер... Юҡ, туҡтата алмам мин Зөлхизәне ул саҡта... Дауыл айҡаган диңгеҙ кеүек ташыр. Бөтәһен дә өҙөп, йолҡоп ырғытыр... Ни эшләй, ниндәй сара күрә алам мин был ҡоторонҡо ярһыуға ҡаршы?!

Юламан ҡарт һуңғы ваҡыттарҙа күңеленә айырыуса тынғы бирмәгән был ауыр һорауға яуап эҙләгәндәй, диңгеҙ өҫтөнә оҙаҡ-оҙаҡ йотлоғоп текләп ултырҙы. Шул саҡ алыҫта, бик алыҫта, ҡараһыу зәңгәр тулҡындар өҫтөндә, аҡсарлаҡ кеүек кенә елпелдәп, елкәнле карап күренде. Күҙ менән күреүҙән бигерәк, күңеле менән тойоп, Юламан ҡарт:

  • Аһ! — тип ҡуйҙы. — Аҙнағол... Эйе, был Аҙнағол!..

Юламан ҡарттың арыҡ, тарамыш ҡулдары ҡапыл

үтә хәлһеҙләнеп, һалынып төштө. Ҡармаҡ тағылған оҙон аҡ ҡыуал ашыҡмай ғына диңгеҙгә табан шыуышты...

  • Ярай, ал инде, ал. Аҡтыҡҡы дуҫым — ҡармағым да һиңә булһын әйҙә, мәкерле диңгеҙ! Нин минең баһадир Бураншамды ла йотҡан диңгеҙ бит. Ҡармаҡ нимә ул! Йәлләмәйем... Бер уйлаһаң, хәҙер миңә кәрәге лә юҡ инде уның... — тип бышылдап һөйләнде Юламан ҡарт. — Йәлләмәйем... Йәлләү ҙә, теләү ҙә бөттө... Аҡтыҡҡы өмөтөм, һуңғы ҡыуанысым — Зөлхизәм менән бергә бөтәһе лә юғалды...

II

Аҡҡош кеүек ғорур күкрәген киреп, аҡ елкәнле диңгеҙ карабы, һалмаҡ ҡына сайҡалып, ярға яҡынлашты. Тымыҡ, зәңгәр ҡултыҡҡа инеп, Зөлхизә ултырған ҡырсын тәңгәленә килеп туҡтаны. Күбәләк кеүек осоп- һикереп торҙо Зөлхизә. Йәш бала шикелле, ҡулдарын сәбәкәйләп, түҙемһеҙләнеп, яр буйлап йүгереп йөрөнө. Бына һыуға кәмә төшөрҙөләр. Үҙе кеүек үк мыҡты

48

Э




кәүҙәле, ҡояш аҫтында янып, баҡыр төҫөнә ингән бер- ике егет менән Аҙнагол кәмәгә төшөп баҫты. Бына кәмә айҡалып-сайҡалып ярға яҡынлашты. Тотош аҡтан кейенеп, билен көмөшлө ҡәмәр менән быуып ебәргән Аҙнағол, ҡоласын киң йәйеп, кәмәлә аяғүрә баҫып килә. Ә Зөлхизә, йүгереп йөрөй торғас, ҡалҡыу бер ташҡа барып менгән. Шунан, бейектән, йән атып ҡарап тора. Эйе, ҡанат ҡына етешмәй уға. Әгәр ҡанаты ла булһа, ул хәҙер осоп барып Аҙнағоло артынан ер сигенә лә осоп китер ине. Ьай, мөхәббәт, мөхәббәт... Юламандың йөрәге ташмы ни? Аңламаймы ни ул ейәнсәренең хәлен... Нисек итеп артабан да ҡаршы тора алһын ул Зөлхизәнең был шашҡын мөхәббәтенә?!

Юламан ҡарт, күҙҙәрен сырт йомоп, ҡаҡ тау башындағы сал ҡылған шикелле, бәүелеп ултырҙы. Өҙөлөп һағынышҡан йәштәр, ҡыуаныша-көлөшә, ҡая өҫтөндәге өйҙәргә табан йүнәлде. Юламан ҡарттың үҙен дә, ялбыр ҡаштары аҫтынан баяғыса мул булып сығып та ергә тама алмай биттәге йыйырсыҡтар араһында аҙашып йөрөгән күҙ йәштәрен дә күреүсе булманы. Ьай, йәшлек, һай, «хәтерһеҙ» йәшлек... Аҙнағол менән Зөлхизәнең башынан ғына уҙғанмы ни инде бындай хәлдәр...

Шулай ҙа Юламан көттө. Өмөт итте. Зөлхизәһе Таш- һыйыр өҫтөнә күҙ ташлар ҙа:

  • Ҡарттай, әйҙә, ҡайтайыҡ! — тип ҡысҡырыр, — тине. Йә инде... бының ише генә өмөттәре ерҙә ятып ҡалғанмы ни уның, Юламандың...

Юламан ҡарт, татттҡа. әйләнгән һымаҡ булып, тынып ҡалды. Күптән бирле йөҙәтеп килгән бил ауыртыу ы ҡуҙғып киткәндәй булды. Аяҡтары ла, арҡалары ла сәнсештерә башланы. Шулай күпмелер ваҡыт үтте. Бына иҫ киткес ҙур ут шарына әйләнгән ҡояшты ашыҡмай гына диңгеҙ йотто. Уның артынса офоҡҡа хәрәкәтһеҙ болоттарҙан юлаҡ-юлаҡ булып ҡара таҫма тартылды. Тирә-яҡты серле моң баҫты. Э түбә өҫтөндә күк һаман аяҙ әле. Оҙаҡламай унда кәкре мөгөҙ ай сығып баҫты. Ҡуштан ҡыҙ Зөһрә йондоҙ ҙа, йоҡоһонан һикереп тороп, ай артынса уҡ йымылдап күккә күтәрелде.

49




Ҡарлы тауҙар артынан һалҡынса ел елеп үтте. Тулҡындар ни өсөндөр ҡыуанышып, шарҡылдап көлөшөргә тотондо. Ҡыйғас ҡанатлы аҡсарлаҡтар:

  • Ҡайт! Ҡай-т! — тип, әсе ҡысҡырып, Юламан ҡарттың баш осонда әйләнде. Аҙаҡ, ҡартты ҡуҙғатыуҙан өмөт өҙөп, ҡайҙалыр китеп юғалды. Күрәһең, улар ҙа төнгөлөккә ояларына ҡайтты... Эйе, уларҙың да, хатта аҡсарлаҡтарҙың да, ҡайтыр ере, һағынып, яратып, көтөп торған балалары бар. Аҡсарлаҡтарға һис шикһеҙ ҡайтырға кәрәк. Уға, Юламан ҡартҡа, ни өсөн, кем өсөн ҡайтырға хәҙер?! Ә бит ҡасандыр уның да, эйе, Юламан ҡарттың да йондоҙҙай сағыу ҡарашлы бисәкәйе, арыҫлан кеүек көслө, әүлиә шикелле изге күңелле улы — Бураншаһы бар ине! Эйе, яратыусылары, көтөүселәре бар ине уның да, һай... Ҡалай бәхетле булған Юламан ҡарт ул саҡта... Эйе, булған, үткән, бөткән...

Юламан ҡарт, башын боҙ тамсылары шикелле һалҡын, һөйәксел бармаҡтары менән матҡып тотоп, тағы бик оҙаҡ бәүелеп ултырҙы. Йылдар уҙған һайын, тағы ла ауырыраҡ, һыҙлаулыраҡ була барған уңалмаҫ йөрәк яраһын аҡтарып башта Бураншаның, уның артынса бөтә ғаиләһенең һәләкәтен тағы бер ҡат өр-яңынан кисереп сыҡты.

III



...Ул көн, Буранша һуңғы тапҡыр балыҡ ауына сыҡҡан көн, үтә томроҡ, бөркөү ине... Улар, Бураншалар, балыҡ өйөрө эҙләп, диңгеҙ эсенә алыҫ уҡ инеп киткәндәр... Шунан оҙаҡламай дауыл ҡупҡан... Буранша кәмәләрҙе елдән ышыҡ ҡултыҡҡа ҡыуған. Шул саҡ Аҙнағолдоң атаһы Ирьегеттең кәмәһен өйөрмә ел, әйләнде- рә килтереп, ярға яҡын, диңгеҙ эсенән сусайып сығып торған ҡаяға һуҡҡан. Кәмә ҡыйралған. Ирьегет менән Ғилман диңгеҙгә ауған... Шул саҡ Буранша батыусыларға ярҙамға ташланған. Тулҡындар менән көрәшеп, ярға табан йөҙә башлаған Ирьегетте үҙ кәмәһенә алған, ә күрше Ғилман был ваҡытта баяғы кәмә бәрелеп ватылған ҡаяға барып йәбешкән. Буранша кәмә менән уға яҡын барыуҙан ҡурҡҡан.

50

1




  • Дауыл минең кәмәне лә ҡаяға бәреп сайратһа, ни эшләрбеҙ? — тигәндер инде, балаҡай... Кәмәһен ышыҡ ҡултыҡҡа индереп, ишкәкте Ирьегеткә биргән дә:

  • һин беҙҙе ошонда көт. Мин Ғилман ағайҙы йөҙөп барып алып киләйем. Юҡһа, ҡарттың хәле оҙаҡҡа бармаҫ. Уны тулҡын йыуып алып китер, — тигән. Үҙ- үҙен онотоп, ажғырып ятҡан тулҡындарға ҡаршы йөҙөп киткән. Барып еткән... Үлем ҡурҡынысы менән аҡылын-иҫен юғалтҡан Ғилман ҡаяға сат йәбешеп тора икән... Ауыр, бик ауыр булған Бураншаға уның ҡулдарын ҡаянан ысҡындырып алыуы... Буранша уның бер ҡулын ысҡындырып алһа, ул икенсе ҡулы менән ҡаяға йәбешә, хатта Бураншаның башына һуғып-һуғып ала икән... Ошо тартыш быуынын алғандыр инде, балаҡайҙың... Юҡһа, Буранша ундай ғына араны йөҙмәгәнме лә, ундай ғына тулҡындарга ҡаршы көрәшмәгәнме... Шулай ҙа ул Ғилманды нисек тә ҡаянан тартып алып йөҙөп киткән бит әле... Ә ҡоторонған аҡбаш тулҡындар уның өҫтөндә бейегән. Берсә бөтөнләй күмеп киткән. Берсә үкерә-үкерә кире сигенгән... Буранша Ғилман ағаһын йөкмәп йөҙгән дә йөҙгән... Бына бер саҡ ҡултыҡҡа тамам яҡын уҡ килеп еткән.

  • Тиҙерәк, йәһәтерәк йөҙ, Буранша!.. Күп ҡалманы йөҙөргә!.. — тип һөләйтләгән Ирьегет. Үҙе ярҙамға ташланырға ашыҡмаған. Үҙ йәне өсөн дер ҡалтырап, ышыҡта, кәмәлә ултыра биргән. Тулҡынға ҡаршы яңғыҙаҡ көрәш оҙаҡ һуҙылған. Бына бер саҡ, ҡултыҡҡа килеп еттем генә тигәндә, айырата яман ҡоторонған тулҡын Бураншаларҙы баҫып киткән. Унан шундай уҡ көс менән кире сигенгән... Был юлы инде Буранша менән Ғилман тулҡын өҫтөнә ҡалҡып сыҡмаған... Шулай һәләк булған Буранша...

Йә, оло диңгеҙгә, мәкерле, аяуһыҙ диңгеҙгә, яңғыҙ баһадир ҡалай итеп ҡаршы тора алһын инде?!

Икенсе көндө, дауыл тынғас, Бураншаның кәмәһендә Ирьегет яңғыҙы ҡайтып килде. Эй-й... ул көндәге ҡайғылар...

Бына шулай һәләк булды Буранша. Шунан күп тә тормай, әсәһе донъя ҡуйҙы... Улын юғалтыу ҡайғы

51




һынан умырзая кеүек бер көндә һулыны ла ергә ятты, мәрхүмә... Аҙаҡ, Бураншаның кәләшен алып, бер төндә Ирьегет ҡасып китте... Ҡурҡаҡтан хыянатсыға әйлән- де... Йә, иптәштәренең батып үлеүен үҙ күҙе менән күреп, ярҙамға ташланмай сыҙаған әҙәм аҡтығынан шунан башҡа нимә көтөп була?! Ә Юламан ҡарт менән Буранша нисек ышаналар ине бит уға?! Кеше икән тип ышаналар ине... Ьай, һуҡырлыҡ... Ьай, бер ҡатлылыҡ!..

Шулай итеп, донъя бер саҡ Юламан ҡартты төрлөсә сыбыҡларға тотондо... Ай-Һай ауыр булды Юламан ҡартҡа... Түҙгеһеҙ ауыр булды... Әммә түҙергә кәрәк ине... Эйе, ейәнсәре өсөн, ике йәшлек Зөлхизә өсөн, йәшәргә, бөтәһенә түҙергә тейеш ине ул. Һәм ул түҙҙе. Йәшәне. Хатта теремек, алсаҡ, көләс булып йәшәргә, Зөлхизәһен дә шулай итеп үҫтерергә тырышты... Аһ, еңел булманы быны эшләүе... Юҡ, еңел булманы... Белгән, аңлаған кешегә уның аҡ күбек төҫөнә ингән һаҡал- мыйығы ла, ҡараһыу арыҡ битенә төшкән һырҙар ҙа был хаҡта ап-асыҡ һөйләп тора бит.

Шулай ҙа, «түҙгәнгә — түш тейер», тип белмәй әйтмәгәндәр шул боронғолар. Юламан ҡарттың түҙеме лә емешһеҙ ҡалманы. Уның Зөлхизәһе, әкиәттә әйтмешләй, ай үҫәһен көн үҫте. Ете йәшендә инде ул бөтә өй эшен тигәндәй ҡартатаһының ҡулынан алды. Иҙәнен дә йыуҙы, балыҡ һурпаһын да бешерҙе, кәлгә күмеп, сөсө икмәк тә бешереп ала белде. Эйе, харап теремек ҡыҙ булып үҫте ул Зөлхизә. Ҡурсаҡ уйнатҡан кеүек уйнап ҡына алып бара ине ул был эштәрҙе. Үҫкән һайын Зөлхизәнең ярҙамы арта ғына барҙы. Ҡартатаһына ҡушылып мурҙа ла үрҙе, ау ҙа бәйләне. Хатта киндер талҡып, ҡартатаһына күлдәк-ыштанлыҡ та һуғырға өйрәнде. Ул ғынамы һуң... Нәҙекәй билдәрен өҙҙөрөп, үҙенә камзул, елән дә тегеп кейҙе. Етмәһә, уйнап-көлөп, йыр- лап-бейеп, ҡартатаһының күңелен дә асты...


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет