Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



жүктеу 4.44 Mb.
бет7/21
Дата04.07.2016
өлшемі4.44 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   21

76




тауышынан бөтә тирә-яҡ йәнләнеп, күңелләнеп киткән һымаҡ булды. Э үҙенең ғәжәп аҡыллы, ҙур түңәрәк күҙҙәре тауышына һис тә хас түгел рәүештә моңһоу, ҡайғылы ине. Быны күреп, Юлдаш иртәнсәк, үҙҙәре килеп төшкәс тә, сәй эсеп ултырған ваҡытта өләсәһенең әйткән һүҙҙәрен хәтерләне.

«Уҙған йыл, килен үлеп киткәне бирле, Сәлмән бер ҙә мандый алмай әле. Гел моңая ла йөрөй. Яңынан кәләш ал тиһәк тә, тыңламай. «Миңә Көнбикәмдән башҡа бер кем дә кәрәкмәй», ти. Үлгән кешене ҡайтарып буламы ни, алйот, тип ҡарайбыҙ ҙа ни, булмай. Балалары ла үҫеп бөткән дә бит инде. Бына үҙенә ҡыйын шул... Бигерәк яратҡан икән шул киленде... Пар күгәрсен кеүек татыу йәшәгәйнеләр шул...» тип һөйләгәйне уның өләсәһе. Хәсән менән Сәлмән Юлдаштың ҡартатаһы менән бер туған бабайҙары ине.

Юлдаш ошо хаҡта уйлаған арала, бабалары ҡартлыҡ менән йәшлек тураһында бер аҙ бәхәсләшеп алды. Хәсән бабай, «ҡартайҙым» тип, Сәлмән ағай, «һиңә ҡартайырға иртә әле», тип раҫларға тырышты. Ә Ибраһим бабай, күкһел күҙен мөлдөрәтеп, ап-аҡ мыйығы аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып тик ултырҙы. Уның был ҡарашы һис шикһеҙ: «Әй, һеҙ әле икегеҙ ҙә ҡартлыҡтың ни икәнен белмәйһегеҙ... Белгәс, улай бик «ҡартмын» тип әйткегеҙ килмәҫ...» тигәнде аңлата ине. Юлдаш ҡарашын Ибраһим бабайҙан тағы Сәлмән ағайға күсерҙе. Сөнки был ваҡытта Сәлмән бабаһы көлә-көлә ниҙер һөйләй башлағайны инде.

  • Ҡартайҙым тигән булаһың. Иҫеңдәме, беҙ бит әле ошо һуғыш алдынан ғына йәшлекте, егетлекте тағы бер күрһәткәйнек, ә? — ти ул, аҡыллы күҙҙәрен Хәсән бабайға төбәп.

  • Нисек булды һуң ул? — тип ҡыҙыҡһынды Юлдаштың атаһы.

  • Әлеге-баяғы шул һабантуйҙа булды был да, — тип һөйләп китте Сәлмән ағай. — Бер йылды, яҙғы сәсеү бөткәс: «Район үҙәгендә һабантуй була», — тип белдерҙеләр. Шунан бөтә колхоздар ҙа бик тырышып әҙерләнә башланылар. Билдәле, һәр ҡайһыһы ни менән булһа ла ҡатнашырға, алдынғылыҡ өсөн көрәшергә теләй. Ҡай

77




һылары юртаҡ атта, ҡайһылары мотоциклда, ҡайһылары велосипед ярышында, йәки йыр, бейеү, көрәштә, ырғыу, һикереү, йүгереүҙә уҙырға әҙерләнә. Беҙҙә ул саҡта колхоз председателе булып Ҡотипов тигән бер ғәмһеҙ кеше эшләй ине. Әйтеп ҡарайбыҙ, ә ул бер ни менән дә ҡатнашырға теләмәй. «Беҙҙән башҡа ла ярышыусылар күп булырҙар әле», — ти ҙә ҡуя. Шул һәлкәү леге менән беҙҙә бөтә эште лә артҡа ҡалдырып, колхозды ҡарау һыҙландырып китте ул, бахыр...

  • Ни өсөн бахыр? Эште артта ҡалдырған кешене йәлләргә яраймы ни? — тине Юлдаштың атаһы.

  • Бахыр тим шул. Ватан һуғышында, Волгоград янында мин уны үҙ ҡулым менән ерләп киттем. Былай һәлкәү генә булһа ла, һуғышта бына тигән батыр булып сыҡты ул. Ҡурҡыуҙы белмәй һуғышты... Ысын батыр үлеме менән шаһит булды, бахыр...

Юлдаштың атаһы, һүҙҙең былай боролоп китеүе табынға күңелһеҙлек килтереүенән, хәҙер уның әсәһе лә, башҡалар ҙа һуғышта үлгән улдарын, яҡындарын иҫкә алып ҡайғырыша башлауҙарынан ҡурҡып:

  • Шунан, Сәлмән ағай, һабантуйға барҙығыҙмы һуң? — тип һүҙҙе тиҙ генә төп темаға ҡайтарырға ашыҡты.

Сәлмән ағай уйсан ғына көлә биреп дауам итте:

  • Шулай беҙ теге мәрхүм председателгә әйтеп ҡарайбыҙ, ыжламай бит егетең. Иҫе лә китмәй. Уны ҡуҙғатыр өсөн күҫәк кәрәк. Ә председателгә күҫәк күтәреп булмай бит. Ни эшләргә?.. Шунан беҙ Хәсән ағай менән шулай һөйләштек: «Давай, үҙебеҙ, өс Әлимов, барып, колхозыбыҙға дан яулап алып ҡайтайыҡ!..» тибеҙ. Хәсән ағай көрәштә, мин йырҙа йәки ҡурайҙа ярышырға уйлайбыҙ. Өсөнсөгә бына ошо егетте, — ти Сәлмән ағай, Хәмит ағайға күрһәтеп, — алып бармаҡсы булабыҙ. Ул саҡта уға ун алты ғына йәш ине шикелле? Шулай бит, Хәмит?

  • Эйе, ун алты ине, — ти Хәмит ағай, ни өсөндөр ҡыҙарынып. Шундай ҙур кәүҙәле, мыҡты кешегә балаларса ҡыҙарыныу һис тә оҡшамаған кеүек тойола Юлдашҡа. Ә Сәлмән ағай ашыҡмай ғына артабан һөйләп китә:

78




  • Кешенән ишетеп, Хәмиттең шәп йыр лау ын беләбеҙ. Ләкин әле үҙебеҙ уны тыңлап ҡарағаныбыҙ юҡ. Шулай ҙа алып барырға булдыҡ. Юлда йырлатып, һынап ҡарарбыҙ ҙа, ысынлап шулай шәп йырлаһа, ярышта ҡатнаштырырбыҙ, тибеҙ. Сөнки был ваҡытта мин үҙемдең йырсылыҡ көсөмә ул тиклем ышанмай башлағайным инде...

Бына шулай итеп, һабантуй була торған көндө беҙ өсәүләп, таң ҡараңғыһынан тороп, йәйәүләп китеп барҙыҡ. Теге ҡарышмал председатель, мәрхүм, тәки ат бирмәне бит. «Юҡ артынан йөрөмәгеҙ», тине. Беҙ ҙә үҙ һүҙле. Киттек. Юл буйы Хәмитте йырлатып барҙыҡ. Егетең башта бер аҙ тартыныңҡырап барһа ла, аҙаҡ, бөтә яланды яңғыратып, «Урал» көйөнә һалдырып ебәрмәһенме. Беҙ аптырап та ҡалдыҡ. Үҙебеҙҙең тоҡомдан бына тигән яңы бер йырсы етешкән дә баһа!.. Шулай итеп ул, ауыҙҙы бер асып алғас, беҙгә «Зөлхизә»не лә, «Ьандуғас»ты ла, тағы башҡа бик күп көйҙәрҙе лә йырлап ишеттерҙе. Тауышының көслөлөгөнә, моңлолоғона, күкрәгенең киңлегенә һоҡланып бөткөһөҙ ине уның... Шунда мин үҙемдең был ун алты йәшлек егеттән еңелгән легемде аңланым. Ул хәҙер минән бик күп көслө лә, матур ҙа йырлай ине. Шулай итеп, миңә был туйҙа ҡурай менән генә ҡатнашырға ҡалды. Йыр менән Хәмит ярышырға тейеш булды...

Сәлмән ағай, һүҙенең ошо урынына еткәс, уйсан күҙҙәрен Хәмит ағайға текләп, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла:

  • Иҫеңдәме, ҡустым, шул саҡ? — тип һорап ҡуйҙы. Уның һүҙен башын түбән эйеп, артыҡ маҡтауҙан уңайһыҙлана биреп тыңлап ултырған Хәмит ағай, әҙәпле генә йылмайып:

  • Мин уны ғүмерем буйы хәтерҙә тотасаҡмын, — тине.

  • Шулай... Ундай бәхетле минуттар кеше ғүмерендә бик йыш булмай шул, ҡустым, шуға күрә улар онотолмайҙар ҙа, — тип артабан һөйләп китте Сәлмән ағай. — Бына шулай итеп беҙ ул көндө, ҡояш сығыуға, район үҙәгенә йыр менән барып индек. Кабантуй бик шәп үтте. Ьәр бер колхоз ни менән булһа ла ҡатнашты, ярыш

79




та алдынғылыҡ алды. Беҙ ҙә үҙ колхозыбыҙҙың йөҙөнә оят килтермәнек. Хәсән ағай, ғәҙәте буйынса, көрәштә бөтәһен йығып, еңелмәҫ батыр булып ҡалды. Бынауы хәтле дәү кәүҙәле, таш билле баһадирҙы кем күтәреп һуға алһын һуң?!

Сәлмән ағайҙың был һүҙенән һуң бөтәһе лә, Хәсән бабайға хөрмәт менән ҡарап, әҙәпле генә көлөшөп алды. Ә Юлдаш уның көйәнтә шикелле киң яурындарына, сүмес ҙурлыҡ йоҙроҡтарына ҡарап: «Их, уның кеүек баһадир булырға ине...» — тип уйланы.

  • Бына шулай итеп, көрәштә — Хәсән ағай, ҡурай уйнауҙа мин беренсе урынды алдым, — тип һөйләп китте Сәлмән ағай. — Инде йырҙа ғына Хәмит, малай кеше, ҡаушап, махы биреп ҡуймаһа, беҙ уйлаған ниәтебеҙгә ирешәсәкбеҙ, — тибеҙ. Хәмит махы бирһә лә, сигенергә уй юҡ әле. Ул саҡта үҙем дә йырҙа ярышырға торам.

  • Йырҙа ла беренселекте ала инең, — тип ҡуйҙы Хәсән бабай, дәртләнеп. — Ул саҡта был тирәлә һинән шәп йырсы юҡ ине бит әле.

  • Бәлки, шулай ҙа булыр ине, — тип уйсан ғына дауам итте Сәлмән ағай, — бына шулай бер ваҡыт йыр ярышы башланып китте. Иң тәүҙә майҙанға Иштәү ҡарт сығып, үҙе сығарған ҡобайырҙарын йырланы. Бөгөнгөләй хәтеремдә, ул гел йәшлекте, мөхәббәтте данлап, хәҙерге яңы тормошто данлап йырланы... Э үҙенә ул саҡта йөҙ ҙә ун биш йәш ине...

Юлдаш, ошо урында уның һүҙен бүлеп:

  • О, йөҙ ун биш?! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Хәҙер ул ҡарт бармы әле, олатай?

Буранбай ағай янында ултырған Зөләйха әбей ейәненә:

  • Бала кеше тыңлап ҡына тик ултыра, — тип иҫкәртеү яһамай булдыра алманы. Сөнки бында бала-са- ғаның ололар һүҙенә тығылыуы әҙәпһеҙлек һанала, ә тыңлап ултырырға рөхсәт ителә ине. Ололар һүҙгә нисек кенә мауыҡмаһындар, бер ҡасан да үҙ яндарында бала-саға, йәштәр барын онотмайҙар, һәр һүҙҙе улар ҡыҙыҡһыныр лыҡ, өлгө алырлыҡ итеп һөйләргә тырышалар ине. Шуның өсөн Юлдашҡа хатта атаһы ла:

80




  • Улым, бабайыңдар һөйләгәнен тыңлап ҡына ултыр, — тип ҡуйҙы. Ләкин Сәлмән бабаһы уға асыуланманы. Хатта һабантуй тураһындағы һүҙен туҡтатып тороп, Иштәү ҡарттың бынан һуң да бик оҙаҡ йәшәүен, ошо Ватан һуғышы йылдарында ғына үлеүен, үҙҙәренең колхозын, ундағы эшлекле, һәйбәт кешеләрҙе маҡтап бик күп ҡобайырҙар сығарып ҡалдырыуын һөйләп бирҙе. Шунан һуң ғына:

  • Бына шулай итеп Иштәү ҡарттың йырын бик яраттылар, — тип баяғы һабантуй тураһындағы һүҙенә күсеп китте. — Уға ҡәҙерле бүләктәр бирҙеләр. Шунан бер ваҡыт: «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозы ағзаһы, ун алты йәшлек Хәмит Әлимов «Әрме» көйөнә йырлай!» — тип белдерҙеләр. Ә мин шунан алыҫ түгел бер ерҙә, майҙан тышында, тыңлап торам. Үҙемдең йөрәк яҡшы ат кеүек тулай ҙа баһа. Әйтергә генә анһат, яңы, йәш йырсы тыуа бит... Миңә, ҡарт йырсыға, уға юл биреп артҡа сигенергә ваҡыт еткән... Үҙеңдең еңелеүеңде тойоу уйын эшме ни ул?! Шуның өҫтәүенә колхозға дан яулап ҡайтыу шатлығы ла күңелде ярһыта.

Ул һүҙенең ошо урынында тағы бер аҙ тынып, уйланып ултырҙы. Башҡалар:

  • Шулай булмаған ҡайҙа ул.

  • Шулай шул, — тип уның һүҙен төрлөсә ҡеүәтләнеләр.

  • Бына шулай төрлө уйҙар менән ярһып, ни эшләргә белмәй, тигән шикелле, майҙан тышында йөрөйөм, — тип йомшаҡ ҡына йылмайып дауам итә Сәлмән ағай, — бына бер саҡ бығаса бер ҡасан да ишетелмәгән шундай саф, йәш, көслө, беҙҙә һирәк була торған ҡалын тауыш яңғырап китә. «Бас» тип йөрөтәләр шикелле ул тауышты. Ҡайҙан килгән был малайға бындай тауыш?.. — тип иҫем китеп тыңлап торам мин. Мин генәме һуң, бөтә майҙан тын ҡалып тыңлай. Шунан ул йырлап бөтөүгә, мин, үҙ-үҙемде белмәй:

  • Ьай-й-й!.. тип һуҙып, тирә-яҡты яңғыратып көй күтәреп ебәрәм. Шунан бөтә майҙан шау килеп ҡул саба башлай... Шулай булды бит, Хәсән ағай?.. — Сәлмән ағай һораулы ҡарашын уға күсерә.

81


  • Шулай, шулай... Тап шулай булды, — тип дөрөҫләй Хәсән бабай.

  • Тап шулай булды, — ти, Хәсән бабайҙың һүҙен ҡабатлап, артабан һөйләп китә Сәлмән ағай. — Бынан һуң Хәмитте тағы-тағы йырлаттылар, һәр бер йырының аҙағында мин майҙан тышынан көй күтәреп, уға үҙемдең хуплауҙы белгертеп торҙом. Хәмит, ахыры шуға күңеле күтәрелеп, тағы ла батырыраҡ йырланы. Уның һәр бер йыры көслө ҡул сабыу менән бөттө. Ә ул йырлап бөткәс, мин, ҡыуанысымдан сурлап аҡҡан йәшемде тыя алмай, битемде тупраҡҡа терәп, ергә яттым. Нисек иламайһың, еңеү ҙә, еңелеү ҙә бергә ине бит...

  • һы-һы-ы... Шулай... һәйбәт... — тине Ибраһим бабай йәнләнеп.

  • Эйе, шулай булды... Һай, бар ине бит йәш саҡтар... — тип ҡуйҙы йәнә Хәсән бабай. Бынан уның көрәшсе, батыр, ҡыйыу сағын бик ныҡ һағынғанлығы күренеп тора ине.

  • Бына шулай итеп беҙ, өс Әлимов, колхозыбыҙға дан яулап алып ҡайттыҡ ул саҡта, — тип ҡуйҙы Сәлмән ағай ысын ғорурлыҡ менән. Уның моңһоу күҙҙәре бәхетле балҡып, йәнләнеп киттеләр. — Ошонан һуң беҙҙе һабантуйҙағы бөтә халыҡ, ҡайҙа ғына барһаҡ та:

  • «Ҡыҙыл йондоҙ»ҙоҡолар бына нисегерәк улар?! Улар борон-борондан шулай көрәшсе лә, йырсы ла, кәрәк икән, һуғышсы ла булдылар, тип, һоҡланып, хөрмәт менән оҙаттылар. Ә һин, Хәсән ағай, ҡартайҙым тигән булаһың... — тип бөтөрҙө ул һүҙен. Бынан һуң ул, Юлдаштың атаһының һәм башҡаларҙың үтенеүе буйынса, «Буранбай»ҙы, «Ҡаһым түрә»не, «һандуғас»ты йырланы. Уның тауышы шундай моңло, яғымлы ине. Юлдаш унан күҙен дә алмай, тауышын да сығармай тыңланы. Ул быға тиклем башҡорт йырҙарының һәйбәтлеген һис тә аңламай ине әле. Бында әллә олатаһы алдан һәр йырҙың тарихын һөйләп, һүҙҙәрен ап-асыҡ әйтеп йырлағанғамы икән, был йырҙар уға беренсе тапҡыр шундай аңлайышлы, яҡын булып тойолдо. Ул хатта, эстән генә ҡушылып, йырлап та ултырҙы.

Сәлмән бабаһынан һуң Хәмит ағаһы йырланы. Уның тауышы айырата көслө, ысынлап та, бая Сәлмән бабаһы

82




һөйләгәнсә, бөтә майҙанды күмеп китерлек ярһыу моң менән тулы ине. Ул ҡурайҙы ла бик шәп, бығаса Юлдаш бер ҡасан да ишетмәгәнсә итеп тарта ине.

Был кисте улар шулай һөйләшеп-йырлашып бик оҙаҡ ултырҙылар. Иртәгеһенә Юлдаштың атаһы ҡайтып та китте. Ләкин был кис мәңге онотолмаҫлыҡ булып Юлдаштың күңелендә ҡалды. Ул ошо кистә: «Ьин

уҡыйһыңмы, эшләйһеңме йәки йырлайһыңмы, көрәшәһеңме, ни генә эшләһәң дә, уны бына ошо Хәсән, Сәлмән бабайҙар, Хәмит ағайҙар шикелле бөтә йәнең-йө- рәгең менән биреп башҡар. Шул саҡта гына ул һинең үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерер. Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ» тигән хәҡиҡәтте аңланы һәм быны һәр ваҡыт иҫтә тоторға үҙ- үҙенә һүҙ бирҙе.

  1. Оҙон көн

Юлдаштың күңелендә онотолмаҫ иҫтәлек булып ҡалған ул кискә ай ярым ваҡыт та уҙып китте.

Хәҙер ауылда эштең иң ҡыҙыу сағы килеп етте. Бесән йыйып, эҫкертләнеп бөтөр-бөтмәҫтән, арыш өлгөргән. Колхозсылар хәҙер таңдан төнгә хәтле ҡырҙа — баҫыуҙа булалар. Ауылда көндөҙ бала-саға, ҡарт-ҡоронан башҡа бер кем дә күренмәй. Шуга ла Юлдаш менән Ҡыҙырас кеүек «эшһеҙ» малайҙарға көндөҙ бер ҙә йәм булмай. Ярай әле улар икәү. Юғиһә, бигерәк тә күңелһеҙ булыр ине. Сөнки бындай ҡыҙыу эш ваҡытында уларҙың йәштәштәре лә ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмайҙар бит. Көстәренән килгәнсә, ололарға булышалар. Э улар — ҡунаҡ малайҙар. Шуға күрә эштәре лә юҡ. Дөрөҫ, бында килгәс тә, улар бер нисә көн утауға йөрөшөп алдылар. Ләкин күмәк ҡулға эш күпкә түҙәме ни? Бөттө лә китте. Э хәҙер инде бына улар эшләрлек эш тә юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, малайҙар уны бик үк эҙләмәйҙәр ҙә. Ни әйтһәң дә, ҡунаҡ кешеләр бит инде. Шуның өсөн улар бына, аяҡтарын болғай-болғай, баянан бирле ҡапҡа башында ултыралар.

83




Юлдаш менән Ҡыҙырас тәү башлап ошонда Юлдашты атаһы алып килеп ҡалдырып киткәндең иртәгеһенә осрашты. Юлдаш Ишембайҙан бында өләсәһенә, Ҡыҙырас Октябрьскиҙан апаһына ҡунаҡҡа килгән. Уларҙың икеһенең дә аталары нефтсе. Юлдаштың атаһы Буранбай ағай — инженер. Ҡыҙырастың атаһы Ғәли ағай — бөтә республикаға билдәле быраулау мастеры.

Ҡыҙырас бәләкәс кенә йыуантыҡ буйлы, терпенең арҡаһы шикелле тырпайып торған сөм ҡара сәсле, күгәрсен йомортҡаһы кеүек сып-сыбар һипкел баҫҡан йомро битле, ҡош мороно шикелле бәләкәс кенә сәкәй танаулы, уяу, теремек малай. Уның күҙҙәре лә турғай күҙҙәре кеүек бәләкәс кенә лә йүгеректәр. Терһәктәре артҡараҡ сығып, тырпайыбыраҡ торған тос ҡулдары ла ҡайһы саҡта турғай ҡанаттарын хәтерләтеп ҡуялар. Хатта ул, йөрөгәндә лә, турғай шикелле ырғып, һикереп, осоп ҡына йөрөй. Бының өҫтәүенә Ҡыҙырас турғай булып бик оҫта сипылдай ҙа белә. Ул ғына ла түгел, малайың хәҙер бында һандуғас булып һайрарға ла, һабан турғайы булып сырылдарға ла өйрәнеп алды. Ул кистәрен, Һаҡмар буйына барып, ҡоштар һайрауын бик оҙаҡ тыңлап ултыра. Һандуғастар һайрауҙан туҡтап торған саҡта, Ҡыҙырас һайрарға тотона. Унан туғайҙағы бөтә ҡоштар уға ҡушылып һайрай башлай... Был ваҡытта уның ғына түгел, Юлдаштың ҡыуанысының да сиге булмай. Ҡыҙырас һәнәрле, шәп малай булып сыҡты. Шуға күрә уны Юлдаш бер күреүҙә үк оҡшатты һәм яратып хатта «Турғай» тип ҡушамат та бирҙе. Хәҙер Ҡыҙырасты ауылда бөтә малайҙар ҙа, Юлдаштың өләсәһе лә «Турғай» тип атап йөрөтә. Ҡыҙырас быға асыуланмай ҙа, үпкәләмәй ҙә. Был исем уға оҡшай ҙа шикелле. Сөнки: «Турғай, йә әле, һандуғас булып һайрап ал», — тиһәң, ул хәҙер ҡағынып, дәртләнеп һайрарға керешеп китә. Юлдашҡа күңелле була. Ул, дуҫының уңышына ҡыуанып, рәхәтләнеп көлә.

Ә Юлдаш — Ҡыҙырастың киреһе. Ул буйға ла Ҡыҙырастан бер башҡа бейек. Өләсәһе уға: «Һиңә, улым, хәҙер ун икене түгел, ә ун биште биреп була. Атаҡ- атаҡ, ҡайҙа был тиклем ашығып үҫәһең һуң?» — тип бушҡа ғына аптырамай бит инде. Төҫкә лә ул Ҡыҙы

84




растан башҡасараҡ: оҙонса яңаҡлы, көмрөрәк ҡырлы танаулы, тулҡынланып торған ҡуңыр сәсле, уйсан түңәрәк күҙле. Уның ҡап-ҡара ҡалын ҡаштары ла, Ҡыҙырастыҡы кеүек, бармаҡ менән баҫҡан һымаҡ ҡыҫҡа ғына түгел, ә ҡарлуғас ҡанаттары кеүек ҡыйылып торалар. Яурындар киң, ҡулдар, өләсәһе әйтмешләй, көрәк кеүек. Холоҡ яғынан да ул Ҡыҙырас шикелле теремек, илгәҙәк түгел. Киреһенсә, артыҡ ауыр холоҡло, аҙ һүҙле. Ә йәшкә килгәндә, улар икеһе лә бер йылда тыуғандар. Быйыл июндә уларҙың икеһенә лә ун ике йәш тулып үтте. Етмәһә, икеһе лә, ошо яҙҙы дүртенсе класты тик отличноға ғына тамамлап, бишенсегә күскәндәр бит әле. Юлдаш өләсәһен ҡыуандырыр өсөн алып килгән «Маҡтау грамотаһын» Ҡыҙырасҡа күрһәтте лә инде. Тик Ҡыҙырас ҡына күрһәтә алманы. Ул уны алып килергә онотҡан. Ләкин Юлдаш уға шул көйөнсә лә ышанды. «Ошондай шәп малайҙың насар уҡыуы мөмкинме ни?» — тип уйланы ул. Уның менән осрашыуына ҡыуанып бөтә алманы. Ҡайһы саҡта Ҡыҙырастың ошо үткерлегенә, теремеклегенә һоҡланып: «Их, уның кеүек булһаң ине. Бындай егет бер ерҙә лә юғалмаясаҡ», — тип тә уйлап ала ул. Шуның өсөн бына уның менән иртәгә Уртаташҡа барырға батырсылыҡ итә лә инде. Юҡһа, бүтән бәләкәс малайҙар был утрауға барырға ҡурҡалар әле. Э улар бына ҡурҡмайҙар. Иртәгә унда барасаҡтар. Ҡыҙырас менән бергә булғас, Юлдаш ҡурҡыуҙы башына ла килтермәй. Етмәһә, бөгөн ул атаһынан хат алды. Атаһы уға: «Бөгөн-иртәгә барып, һине алып ҡайтам», — тип яҙған. Шулай булғас, иртәгә һис һүҙһеҙ Уртаташҡа барырға кәрәк. Уйланған эште ярты юлда ҡалдырырға ярамай ҙа баһа. Унда барыу тураһында улар быйыл йәй буйы хыялландылар бит. Күпме ҡыҙыҡлы пландар ҡорол до, күпме мауыҡтырғыс һүҙҙәр һөйләнде. Уртаташҡа барыу тураһында һөйләшмәгән бер генә көн дә булмағандыр. Шунан һуң нисек инде унда бармай ҡайтып китмәк кәрәк?! Булмай, әлбиттә. Улар иртәгәнән дә һуңға ҡалмай барырға тейештәр. Юлдаштың атаһының хаты әгәр кисә килгән булһа, улар унда бөгөн иртәнсәк үк киткән булырҙар ине. Ә хәҙер һис бер әҙерлекһеҙ китеп булмай. Нисек кенә бул

85




маһын, иртәнсәкте көтөргә тура килә. Кәмә табыу, аҙыҡ алыу мәсьәләһе лә шул иртәнсәккә бәйләнгән. Шуның өсөн улар бөгөн көндө үткәрә алмай, иртәнсәкте еткерә алмай, ҡапҡаны аяуһыҙ шагырлатып, аяҡтарҙы арҡыс- торҡос болғап тик ултыралар һәм бына инде әллә нисәнсе тапҡыр бер-береһенән:

  • Тимәк, иртәгә барырға булдыҡ? — тип һорап ҡуялар. Унан тағы икеһе бергә:

  • Эйе, иртәгә, — тип яуап бирәләр.

  • һис шикһеҙме?

  • Әлбиттә.

Ә көн һаман үтмәй. Ҡыҙырастың инде йырламаған йыры, һөйләмәгән һүҙе ҡалманы тиерлек. Ул, ғәҙәтенсә, бөгөн дә үҙенең яратҡан ҡалаһы Октябрьскиҙы маҡтап алырға ла онотманы. Уның киң урамдары, мең урынлы кинотеатрҙары, мәңге фонтан атып торасаҡ скважиналары — бөтәһе лә тейешенсә тасуирланып, Юлдаштың күҙ алдына килеп баҫырлыҡ итеп һөйләнде, һәр бер маҡтау, ғәҙәттәгесә:

  • Беләһеңме, ни, Юлдаш, ундай матур ҡала ер йөҙөндә бүтән юҡтыр, — тигән һүҙ менән тамамланды.

Уның Октябрьский тураһындағы һүҙен Юлдаш бөгөн айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңланы. Сөнки Буранбай ағай баяғы хатында үҙен тиҙ арала унда күсерәсәктәрен дә яҙғайны. Шуға күрә лә ул бөгөн, Ҡыҙырас Октябрьскиҙы маҡтаған саҡта, ирекһеҙҙән: «Их, атайым мине

тиҙерәк килеп алып ҡайтһын да, унда тиҙерәк күсһәк ине. Ҡыҙырас һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә үҙ күҙем менән күрер инем», — тип бер нисә тапҡыр уйлап алды. Үҙҙәренең ошо арала унда күсеп барасаҡтарын әйтеп, Ҡыҙырасты ла ҡыуандырғыһы килде. Тик Ҡыҙырас барында уға һүҙ тейәме һуң? Юлдаш был турала бик һәйбәт кенә итеп һүҙ башларға йыйынып ҡына бөткәндә, Ҡыҙырас йә берәй мәрәкә һүҙ һөйләп, йә ҡысҡырып йырлап ебәрә. Әле бына тағы Юлдаш ауыҙын асҡас туҡталып ҡалды. Сөнки Ҡыҙырас, ҡағынып-һуғынып, һабан турғайы булып сырылдарға тотондо. Шундай ирмәк һайрауҙы тыңламай, нисек хәбәр һөйләп ултырһын инде Юлдаш? Булмай. Ҡыҙырастың һайрау ын ул түгел, ана ҡапҡа янында әлһерәп ятҡан һунар эте Ыласынға

86




хәтле, күҙен ҡырын-мырын ҡарап, кинәнеп тыңлап ята бит. Хатта анауы, оҙон ботло, тәңкә хәтле генә һары ҡанатлы, бер өйөр себештәрен эйәртеп, урамда ем сүпләп йөрөгән сыбар тауыҡ та уға ҡушылып:

  • Ҡы-ҡыҡ!.. Ҡы-ҡы-ҡыҡыҡ!.. — тип дәртләнеп йырлап ебәрә лә баһа. Шул һайрауҙы Юлдаш бүлдерһен, имеш. Булмай шул. Ул өнһөҙ-һүҙһеҙ генә уға һоҡланып ҡарап тыңланы ла ултырҙы. Ә Ҡыҙырас, һайрап бөтөп, инде бөтөнләй икенсе уйындарға күсеп киткәс, Юлдаш күптән был турала һүҙ ҡуҙғата, дуҫына үҙенең йөрәген ҡанатландырып торған яңылыҡты әйтә алманы. Улар хәҙер, «кем алыҫ ырғыр» тип, ҡапҡа башынан да, лапаҫ өҫтөнән дә һикерешеп уйнанылар. Ауыл артына сығып, тау битендәге ҡарт ҡарағастарҙың береһенән икенсеһенә йүгерештеләр. Юлдаш былай һикереү, йүгереүҙә Ҡыҙырастан күп кенә шәберәк булһа ла, һиҙҙермәй генә, гел унан артҡа ҡалды. Ҡыҙырас быға бик ҡыуанды. Хатта:

  • Ни, һин, ҡустым, бәләкәсһең әле, бәләкәсһең, — тип Юлдаштың арҡаһынан бер нисә тапҡыр ҡаҡҡылап та алды. Ә Юлдаш дуҫының күңелен тапҡан өсөн шат булды.

Шулай итеп, был уйын да һәйбәт кенә тамамланды. Ә көн һаман иртә ине әле. Ахыр, Юлдаш түҙмәне:

  • Әйҙә, фермаға өләсәйем янына барып ҡайтайыҡ, — тине.

Ҡыҙырас ихлас риза булды. Ьирәк-мирәк кенә булһа ла, унда барып, ҡымыҙ эсеп ҡайтырға бик ярата ине ул.

Улар, яурындарынан ҡосаҡлашып, үлән баҫҡан тар һуҡмаҡ буйлап ниндәйҙер бер күңелле маршҡа йырлай- йырлай, тауға менеп киттеләр. Ә тау аръяғында, һаҡмар буйында, колхоздың фермалары, баҡсалары, умарталығы урынлашҡайны. Юлдаштың еңгәһе Гөлйөҙөм шунда, дебет кәзәләре фермаһында, өләсәһе Зөләйха әбей йылҡысылыҡ фермаһында эшләй. Ә ағаһы Кинйәбай — комбайнсы. Ул хәҙер баҫыуҙа арыш ура. Ҡыҙырастың апаһы менән еҙнәһе — тракторсылар. Улар ҙа көнөн-төнөн тип әйтерлек баҫыуҙа булалар. Шуға күрә Юлдаш менән Ҡыҙырас хәҙер күп ваҡыт, ауылда йәм тапмай, фермалар араһында ҡыҙырып йөрөйҙәр ине.

87




Бына әле улар тирләп-бешеп һаҡмар буйына еттеләр ҙә иң элек йөҙә-сума һыу инеп алдылар. Унан, Ьаҡмар аръяғына сығып, уның йүкә, муйыл ағастары менән әйләндереп алынған бер бөгөлөндә урынлашҡан умарталыҡҡа барып сыҡтылар һәм, ҡыуаҡ артына боҫоп, Ибраһим бабайҙың эшен оҙаҡ ҡына күҙәтеп торҙолар. Ул, битенә иләк һымаҡ битлек кейеп, ҡулына төтөнлөк тотоп, умарта янында ниҙер эшләп маташа. Бал ҡорттары уның баш осонда өйөрмә кеүек өйөрө лә, геүләп тора ине. Ҡыҙырас быны күреп, ҡыуанып:

  • Әһә, Ибраһим олатай бал ҡарай. Эй, ни, Юлдаш, әйҙә янына барайыҡ. Ул беҙгә берәр кәрәҙ бал тотторор. Ҡорт ҡарағанда, янына барған балаларға бал бирмәһә, бал уңмай, ти, бит ул, эйе бит, Юлдаш, — тип һөйләнде.

Бал ашағыһы килеүҙән ул, тамшанып, хатта төкөрөгөнә сәсәп ҡуйҙы. Тик Юлдаш ниңәлер ҡарышты.

  • Ҡуй, бармайыҡ, — тине Юлдаш, киреләнеп, — Хәмит ағайҙың ҡустыһы әйтә, Ибраһим бабай һаран ул. Умарта ҡарағанда, янына барһаң да, бер ҡабым да бал бирмәй: «Ьы-ы, улым, был колхоз умартаһы. Унан мин һиңә бал ашата алмайым. Ә бына, һин минең өйөмә, үҙ умартамды ҡарағанда барһаң, һы... һы... мин һиңә үҙеңдең йоҙроғоң ҙурлыҡ кәрәҙ тоттора алам, һы... һы...» тип һыһылдай ҙа ҡуя, ти.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   21


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет