Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет11/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   21

  • Бына, малайҙар, был кистән һуң инде күпме ваҡыт үтте, Ҡыҙырас өсөнсө, дүртенсе класты уҡып бөтөрөп бишенсегә күсте. Был ваҡыт эсендә өлкән вожатый Гөлсөм алай ҙа, отряд вожатыйы Юлай ҙа пионерға инеү тураһында уның менән нисәмә тапҡыр һөйләштеләр, тик Ҡыҙырас уларға һәр саҡ:

  • Инермен әле, — тип кенә яуап бирҙе лә ҡуйҙы. Күрәһең, ул һаман дүрткә, бишкә генә уҡығас инергә уйлай торғандыр, малай. Ә тырышмайынса ғына улай уҡып буламы ни? Шулай бит, малайҙар?! — тип бөтөрҙө Ғилман һүҙен.

Юлдаш үҙенә хас булмаған ашығыслыҡ менән:

  • Насар ҙа уҡыймы ни ул? — тип һорап ҡуйҙы. Ғилман тыныс ҡына:

  • Тырышмай ул, малай. Тырышһа, булдырыр ине, — тине.

  • Ә һеҙ, «алма беш, ауыҙыма төш» тип, ауыҙын асып ағас төбөндә ятҡан алты ялҡау шикелле, ҡасан ул тырышып уҡыр ҙа ҡасан пионерга инер, тип көтөп йөрөйһөгөҙ инде, ә? Беҙ булһаҡ, уны башта пионерға

150


алыр инек тә тырышып уҡырға өйрәтер инек, — тине Борис, шаяртыуҙан туҡтап. — Юҡ, Ғилманка, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һеҙҙең пионер ойошмаһы хөрт эшләй икән. Беҙҙең мәктәптә улай түгел. Беҙҙең класта бөтәһе лә пионерҙар. Бына нәмә. Бөтәһе лә дуҫтар!.. Тырыштар!.. Ана, Ҡыҙырастың һеңлеһе Энисәне беләһеңме, хатта отличница. Беҙҙең мәктәптә уҡый ул!.. Мин звено вожатыйы ғына. И то улай эшләмәйем. Бына нәмә!

Ғилман, ярым шаярып:

  • Туҡта әле, малай, маҡтанма әле. Юҡһа, ысынлап эс боша башланы, — тине. Э Борис ысын, серьез тауыш менән:

  • Маҡтанмайым. Ә һеҙҙең насар эшләүегеҙгә аптырайым ғына. Бына нәмә, — тип ҡуйҙы.

Ә Юлдаш, тамам йәберһенеп: «Бына нисек!.. Бына ниндәй «отличник» икән ул!.. Ах алдаҡсы!.. Ҡурҡаҡ!.. Етмәһә, үҙе һандуғас булып һайрай белгән була бит әле...» — тип уйланды. Уныңса, матур итеп йырлай, һандуғас булып һайрай белгән кешенең ошондай булыуы мөмкин түгел кеүек ине. Ләкин был фекерен ул иптәштәренә әйтмәне. Ҡыҙырастан нисек алданыуын да һөйләмәне. Улар бынан ары йүгерешеп ҡала паркына инеп киттеләр.

  1. Беренсе сентябрь

Шулай итеп, бына йәй ҙә уҙып китте. Көҙ етте. Көҙҙөң иң күңелле, шаулы көнө — беренсе сентябрь килде. Юлдаш был көндө айырыуса ҙур ашҡыныу, хатта бер тиклем борсолоу менән көтөп алды. Яңы ҡала, ят уҡыусылар, уҡытыусылар. Уны, сит ҡаланан килгән малайҙы, нисек ҡаршыларҙар? Тәүге көн класҡа ул ни төҫлө барып инер? Кемгә башлап өндәшер, ниндәй урынға ултырыр?

Ул мәктәпкә барырға тип урамға сыҡҡанда, һигеҙенсе ярты ғына ине әле. Шулай ҙа ҡала урамы иң бәләкәсенән алып ҙурына тиклем байрамса кейенгән балалар менән тулғайны. Улар берәм-берәм, төркөм-төр- көм булып, төрлөһө төрлө мәктәп яғына ағылалар.

151




Ҡыҙҙарҙың күбеһе букеттар тотҡан. Юлдаш та, ошо ағымға ҡушылып, унынсы мәктәп яғына атланы.

Ул барып еткәндә, мәктәп алды балаларҙың сағыу тауыштары менән шаулап тора ине. Әле иртәрәк булыуға ҡарамаҫтан, күпселек балалар килеп бөткәйне. Уҡытыусылар ҙа күптән үк бында ине. Бына иң кескәй балалар төркөмө. Уҡытыусылар, уларҙы ҡаршылап, сафҡа теҙеп тора. Әле үҙенең ҡайһы төркөмгә ҡушылырын белмәгән Юлдаш та ҡыҙыҡһынып улар янында туҡтаны. Ошо ваҡыт уның яурынына кемдер йомшаҡ ҡына ҡулын һалды. Ул ҡапыл артына әйләнһә, янында:

  • Әйҙә, Юлдаш. Беҙҙең класс ана тегендә теҙелгән, — тип Ғәбит ағай тора ине.

Юлдаш ҡыуанысынан хатта был хәстәрле уҡытыусыны ҡосаҡлап үберҙәй булды. Тик ҡыйманы ғына.

Бына балаларҙың бөтәһе лә йыйылып бөттө. Дәрес башланыр мәл яҡынлашты. Ишек алдында кескәй генә митинг булып үтте. Мәктәп директоры Сәлимов ағай, балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уңыш, тырышлыҡ теләне. Бынан һуң уҡытыусылар, һәр бер класты тәртип менән теҙеп, мәктәпкә алып инә башланылар. Иң элек, әлбиттә, беренсе класс уҡыусылары инде. Улар бөтәһе лә, осорға яңы өйрәнгән ҡарлуғас балалары шикелле, шаттар, матурҙар ине. Беренсе класс артынан оҙаҡламай Юлдаштар ҙа ҡуҙғалды. Яңы класс бүлмәһе уға былай бер ҙә ят тойолманы. Ул бөтә яғы менән дә уның бығаса уҡыған класына оҡшағайны. Көньяҡҡа ҡараған ике ҙур тәҙрә, стенаға беркетелгән киң ҡара таҡта, буяп, яңыртып ҡуйылған ыҡсым парталар. Бөтәһе лә тап ундағы кеүек. Шулай ҙа ул, класс ишегенән ингәс, тағы әҙ генә икеләнеп торҙо. Бөтә уҡыусылар ҙа үҙҙәренең былтырғы урындарына ултырҙы. Уға ҡайҙа ултырырға һуң?..

Ләкин тап ошо ваҡытта класҡа Ғилман да килеп инде. Ул Юлдашты ҡултыҡлап үҙ янына, урта рәттәге иң беренсе партаға алып барып ултыртты.

  • Әйҙә, малай, уҙ. Икәү ултырырбыҙ, — тине. Юлдаш: «Бындағы малай ҡайҙа ултырыр һуң?» — тигән шикелле, икеләнеберәк торғас:

152




  • Минең янымдағы малай быйыл бында уҡымай. Улар Өфөгә күстеләр, — тип аңлатып бирҙе. Юлдаштың күңеле бөтөнләй тип әйтерлек тынысланды. Урын да, иптәш тә шәп ине.

Ҡыҙырас та бөгөн иртә торҙо. Шулай ҙа һеңлеһенән һуңғараҡ ҡалды. Ул йыуынып, кейенеп аш өҫтәле янына килгәндә, Әнисә, өр-яңы көрән кешмир күлдәк өҫтөнә ап-аҡ алъяпҡыс бәйләп, сәсенә ал таҫмалар тағып, сәскә кеүек һылыу булып күптән бында ултыра ине. Әсмәбикә апай балалары алдына бер тәрилкә майлы ҡоймаҡ килтереп ҡуйҙы. Һөт менән йомортҡаға ғына туҡып, йоҡа ғына итеп ҡойолған майлы ҡоймаҡты Ҡыҙырас элек бик ярата торғайны.

Әнисә, май таммаһын өсөн алдына таҫтамал ябып, ҡоймаҡты сәнске менән сәнсеп, ипләп кенә ашаны. Ә Ҡыҙырас, ҡоймаҡҡа үҙенең томтоҡ, йыуан бармаҡтарын батырып, бер нисәһен бер юлы йомарлап ҡапты. Ләкин тәмен белмәне. Йәй көнө оҙағыраҡ йоҡлап, һуңыраҡ ашап өйрәнгәс, бөгөн уның йоҡоһо ла асылып бөтмәгәйне.

Әсмәбикә апай өҫтәлгә, балаларының ҡаршыһына, ҙур, матур ике букет та һалды. Был сәскәләрҙе кисә кис улар, Әнисә менән икәүләп, үҙҙәре сәсеп үҫтергән түтәлдәрҙән өҙөп әҙерләгәйнеләр. Ләкин әсәһе уга был букеттарҙың кемгә, нимә өсөн икәнен генә әйтмәгәйне. Хәҙер ул:

  • Бына быныһы, ҙурырағы, Ҡыҙырас, һиңә. Быныһы — бәләкәйерәге — Әнисәгә. Яңы уҡыу йылын ҡотлап, уҡытыусыларығыҙға бирерһегеҙ, — тине. Әнисә ҡыуанысынан ҡулдарын сәбәкәйләп ебәрҙе.

  • Ҡалай матур сәскәләр... Эйе бит, Ҡыҙырас?

Ҡыҙырас сәскәләргә ҡарамай ғына, ризаһыҙ тауыш

менән:

  • Матур, — тип ҡуйҙы.

  • Алып барабыҙ бит, Ҡыҙырас! Эйе бит!

  • Алып барам шуны. Сәскә күгәреп йөрөргә, ни, мин ҡыҙыҡайҙыр шул, — тине Ҡыҙырас. Унан өҫтәл янынан тороп уҡ китте. Әнисә бындай иғтибарһыҙлыҡты башына һыйҙыра алмай, ғәжәпләнеп әсәһенә ҡараны.

153


  • Әсәй, ҡара әле, Ҡыҙырас нимә ти!..

Әсмәбикә апай бөгөн, тәү уҡыу башланған көндө, юҡ-бар өсөн улы менән һүҙ көрәштереп тороуҙы кәрәкһеҙ тапты.

  • Ярар, ҡыҙым, алмаһа, торһон. Көсөң етһә, икеһен дә үҙең генә алып бар ҙа ҡуй, — тине.

Әнисәнең ҡыуанысының сиге булманы. Ул, һикереп тороп, сумкаһын арҡаһына таҡты ла ике букетты ла ҡосаҡлап алды.

  • Әсәй, мин уларҙың икеһен дә Вера Павловнаға бирәм, йәме?

  • Ярар, ҡыҙым, бир. Уға ун букет та йәл түгел, — тине әсәһе.

Әнисә, букеттарын ҡосаҡлап, ҡыр кәзәһе шикелле тып-тып баҫып, йүгереп сығып китте. Тышта уны дуҫы Маша көтөп тора ине. Улар һөйләшә-көлөшә ун икенсе мәктәп яғына киттеләр.

Әнисә күрше ҡыҙы Маша менән бергә үҫте. Улар балалар баҡсаһына ла бергә йөрөнөләр. Уҡыр саҡтары еткәс, Маша уга:

  • Әнисә, әйҙә беҙҙең мәктәпкә барайыҡ. Ьин рус телен минең кеүек үк беләһең бит, — тине.

  • Эйе шул, — тип ҡыуанды Әнисә лә. — Уҡырға гел-гел бергә генә йөрөрбөҙ, бер партала ултырырбыҙ, йәме, Маша?

  • Йә. Шулай итербеҙ, — тине Маша ла.

Әнисәнең был теләгенә ата-әсәһе лә ҡаршы килмәне.

  • Ярар, балам, ҡайһы мәктәптә уҡыһаң да ярай. Тик яҡшы ғына уҡы, — тине Әсмәбикә апай. Ғәли ағай, мыйығын борғолап, бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң:

  • Ниңә дуҫтарҙы айырырға? Әйҙә, мәктәптә лә уларҙың дуҫлығы дауам итһен, — тип өҫтәне. Ул үҙе лә Машаның атаһы — данлыҡлы быраулау мастеры Никита Ефимович менән күптәнге дуҫ ине. Уның хаҡында ул: «Никита Ефимович минең дуҫым ғына түгел, уҡытыусым да», — тип һөйләй ине.

Шулай итеп, Әнисә беренсе кластан уҡ рус мәктәбендә уҡый башланы. Маша ла, ул да былтыр бик һәйбәт

154




уҡынылар. Быйыл инде улар икенсе класс уҡыусылары. Тырышһалар, быйыл да насар уҡымаҫтар. «Тырышлыҡ бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай», — ти бит Әнисәнең әсәһе.

Әнисә китеү менән, Ҡыҙырас та урынынан ҡуҙғалды. Әле генә һатып алынған өр-яңы дәреслектәрен, дәфтәрҙәрен портфеленә тығыҙлап тултырып, аушаңлабыраҡ атлап, ишек алдына сыҡты. Көн йәйге кеүек йылы, ҡояшлы ине. Әсәһе, уны ҡапҡаға хәтле оҙатып:

  • Хәйерле юл, улым, — тип ҡалды. Атаһы Ғәли ағай күптән үк эшкә киткәйне.

Тышҡы тупһа тирәһендә йүгергеләп йөрөгән Йомғаҡ та, уйнай-һикерә, Ҡыҙырасты ҡапҡаға тиклем оҙатып барҙы. Унан хужаһы үҙенә бер ҙә иғтибар итмәгәс, хәтере ҡалып, туйтаң-муйтаң баҫып, болдор аҫтына инеп ятты. Ә Ҡыҙырастың башында борсоулы уйҙар сыбалды.

«Теге, ни, Юлдаш минең менән бер класта булмаһа ярар ине, — тип уйланы ул. — Әгәр бер класта булып ҡуйһа?.. Ни, минең уҡыуҙа ла шәп малай түгеллегемде беләсәк. Етмәһә, ни, минең ишек алдындағы насар ҡылыҡтарҙы Ғәбит ағайға һөйләп тә ҡуйһа, бөттө баш...»

Ул, Юлдаш күренмәҫме тип, әлдән-әле тирә-яғына ҡаранды. Урам тулы балалар. Бөтәһе лә ашыға-ашыға мәктәп яғына баралар. Тик Юлдаш ҡына бер ҡайҙа ла күренмәй. Ҡыҙырас, үҙен тынысландырырға тырышып:

«Ни, бәлки, әле ул был мәктәптә лә уҡымаҫ. Ҡалала мәктәп аҙмы ни? Бәлки, ни, ул, беҙҙең Әнисә кеүек, рус мәктәбендә уҡыйҙыр әле...» — тип тә уйланы. Унан ашыҡмай ғына урам аша сыҡты. Мәктәпкә барғыһы килмәгән һымаҡ, универмаг тәҙрәһенә ҡуйылған төрлө әйберҙәрҙе ҡарап торҙо.

Ҡыҙырастар йәшәгән урындан мәктәп ун-ун биш минутлыҡ ерҙә генә ята ине. Ҡаланың иң ҡалҡыу урынына дүрт ҡатлы итеп кирбестән һалынған был ҙур мәктәп тирә-яҡҡа йәм биреп балҡып тора. Иртәнге ҡояш нурҙары иң элек уның ҙур тәҙрәләренә, аҡ стеналарына төшөп сағыла ла ян-яҡты тағы ла көслөрәк яҡтыртып ебәргән һымаҡ була. Был урта мәктәптә ҡаланың ошо тирәлә йәшәүсе бөтә малайҙары, ҡыҙҙары

155




уҡый. Шуларҙың береһе — Ҡыҙырас. Мәктәптә, иптәштәр араһында шундай күңелле, рәхәт. Тик Ҡыҙырас бының ҡәҙерен беләме һуң? Тырышып уҡыймы?..

Күңелендә тыуған был һорауға Ҡыҙырас:

  • Юҡ! — тип яуап бирергә ҡыймай йүгереп китте. Унан күҙ асып йомғансы мәктәпкә барып етте. Ләкин шулай ҙа һуңланҡыраны. Ул килеп еткәндә, ишек алдында бер кем дә юҡ, бөтә балалар ҙа коридорҙарға, кластарға инеп тулғайны. Ҡыҙырас, борсолоп: «Әллә, ни, дәрескә лә һуңлап ҡуйҙыммы икән?» — тип уйланы ла, ике-өс баҫҡысты бер баҫып, йүгереп менеп китте. Бишенсе «А» класы, өсөнсө ҡатҡа менгәс тә, уңдан беренсе бүлмәлә урынлашҡайны.

Ул, коридор буйында һөйләшеп, шаулашып йөрөгән малайҙар, ҡыҙҙарға иғтибар итмәйенсә, туп-тура класҡа инде. Ни күҙе менән күрһен: алғы парталарҙың береһендә, Ғилман менән ниҙер һөйләшеп, Юлдаш ултыра. Ҡыҙырас, асҡан ауыҙын да йома алмай, ишек янында туҡтап ҡалды. Хатта, кластан йүгереп сығып китергә йыйынған һымаҡ, бер аҙым артҡа сигенеп тә ҡуйҙы.

«Бөттө баш!..» — тип эстән тағы бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды. Был һүҙҙе ул йыш ҡулланырға ярата ине. Иптәштәре уны төрлөсә мәрәкәләп ҡаршыланы.

  • Түрҙән уҙ, Ҡыҙырас, икеләнмә.

  • Ҡыҙырас, ул алда ултырырға яратмай.

  • Алда бит шаярғанды уҡытыусы күреп бара, эйе бит, Ҡыҙырас.

Ә Ҡыҙыраста шаярыу ҡайғыһы юҡ ине. Ул үҙенең ҡайҙа баҫҡанын белмәй, бер ни ҙә ишетмәй, парталар араһынан янтайып уҙып, иң артҡа, аҡһыл йөҙлө, күгелйем йәшел күҙле, ҡураныс ҡына малай янына барып ултырҙы.

Балалар бер-береһе менән һөйләшеп, мәрәкәләшеп, көлөшөп шау килделәр. Ғилман да Юлдашҡа класташтарын берәм-берәм күрһәтеп таныштыра башланы:

  • Ана, малай, Ҡыҙырас тағы шул теге Ғарифы янына барып ултырҙы, — тине ул, эскерһеҙ генә көлөп. Уҡытыусы, «һөйләшәһегеҙ» тип, икеһен ике урынға айырғансы, бергә ултыра торғандар. Улар, теге, бер көн мин һөйләгән ваҡиғанан һуң, әллә нисек дуҫлаштылар

156




ҙа киттеләр, малай. Әллә Ғариф Ҡыҙырасты пионерға алдырмауҙа үҙен ғәйепле һананы, әллә Ҡыҙырастың тос йоҙроғонан ҡурҡты. Белмәҫһең. Хәҙер ул Ҡыҙырасҡа теше-тырнағы менән ярарға ғына тырыша.

Бынан һуң ул, Ҡыҙырастарҙан ике парта алда ултырған һимеҙ аҡ малайға күрһәтеп:

  • Уның исеме Талип, — тине.

Юлдаш, Ғариф менән Талипты үҙҙәренең ишек алдында бер нисә тапҡыр күргәнлектән:

  • Ә, эйе, беләм, беләм, — тип ҡуйҙы.

  • Талип шәп уҡый, — тип дауам итте Ғилман, — үҙе художник. Беҙҙең класс газетаһының художнигы ул. Быйыл да, моғайын, ул булыр әле, — беҙҙең класта унан шәп художник юҡ. Ағастан юнып, йышып, семәрләп эшләүҙә Ҡыҙырас унан уҙҙырыр ине лә, газетаға ағас һүрәт ҡуйып булмай шул...

Бынан ары Ғилман, үҙҙәренән бер парта аша ғына артта ултырған ике ҡыҙға ымлап ҡына күрһәтеп:

  • Бынауы ҡурсаҡ кеүек кенә ике ҡыҙҙың береһе Зарифа, икенсеһе Гөлкәй, — тип Юлдаштың ҡолағына шыбырланы. — Икеһе лә шәп уҡыйҙар, малай.

«Ни өсөн ҡурсаҡ кеүек?» — тип уйлап алды Юлдаш. Был һорауына үҙе яуап табырға тырышҡан һымаҡ, ҡыҙҙарға иғтибар менән алмаш-тилмәш текләп ҡараны. Ҡыҙҙарҙың Зарифа тигәне ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, оҙон ҡалын толомло, һөрмәле, ҙур ҡара күҙле ине. Ул, аҡыллы ҡарашын әле бер, әле икенсе иптәшенә күсереп, баҫалҡы ғына йылмайып тик ултыра. Ә икенсеһе, Гөлкәй тигәне, янып торған зәңгәр күҙле, алҡаланып торған етен сәсле, эре һары һипкел баҫҡан, матур, ҡырлы танаулы, йоҡа ғына нәфис битле. Ул урынында ултырып түҙмәй, көлә, шаяра, нимәлер әйтеп, Ҡыҙырас менән Ғарифты ирештерә ине. Ҡыҙырас та тик ултырмай:

  • Гөлкәй — кәлкәй! Остоҡай!.. Маҡтансыҡ! — тип яуаплаша. Ғилман, уларға ҡарап, көлә биреп:

  • Гөлкәй ҙә харап уҫал ҡыҙ ул. Шәп тә уҡый, малай. Тик әҙерәк маҡтанырға ярата торған ҡылығы бар шул. Үҙе генә белдекле булып күренергә теләй. Уҡы

157




тыусы башҡаларға биргән һорауға ла алдан яуап биреп ҡамасаулай. Ҡыҙырас кеүек арттараҡ ҡалыусыларҙан мыҫҡыллап көлөргә лә булдыра. Шуның өсөн бына Ҡыҙырас уны яратмай ул. Уңайы сыҡҡан һайын ана шулай:

  • Маҡтансыҡ, остоҡай, — тип үсекләй, ҡайһы саҡта ул уны «һары баш, күк күҙ» ти тә ирештерә. Әйтерһең, уның һары сәсе лә маҡтансыҡлыҡ билдәһе тиерһең... Вот, малай, — тип көлөп алды. Унан һуң:

  • Э бына Зарифа инде ул бөтөнләй башҡа, — тип дауам итте, — үҙе отлично ла уҡый. Тик бының менән бер ҙә маҡтанмай ҙа, осонмай ҙа. Үҙе, башҡа ҡайһы бер ҡыҙҙар кеүек, ҡурҡаҡ та, сырылдаҡ та түгел. Киреһенсә, класта иң шаян, иң уҫал Ҡыҙырас та унан ҡурҡынҡырай шикелле, малай. Зарифа алдында ул ҡаушап ҡала. Шаян ҡылыҡтарынан тыйылып тора һымаҡ.

Хәйер, ҡурҡыуын ҡурҡмайҙыр ҙа. Ниңә ҡурҡырға? Ул бит бер кешегә лә теймәй, ошаҡламай, — тип тамамлай Ғилман. Юлдаштың класс менән беренсе та- нышыуы ошо урында өҙөлә. Ҡапыл, бөтә мәктәпте яңғыратып, звонок шылтырап китә. Яңы уҡыу йылының тәүге дәресен башлар саҡ етеүен хәбәр итә. Балалар, бөтәһе лә тынып, йәтешләнеп ултыралар. Ҡыҙырас та, тыныс, серьез булырға тырышып, тамағын ҡырып ала. Ә Юлдаш, уның яғына ҡарап:

«Най, бахыр, отличник!..» тип уйлап, мыҫҡыллы йылмайып ҡуя.

  1. Класс намыҫы өсөн

Күп тә үтмәй класҡа Ғәбит ағай килеп инде. Уҡыусылар уны, аяғүрә тороп, хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Ул, яғымлы йылмайып:

  • Наумыһығыҙ, балалар! — тине.

Уҡыусылар бер тауыштан:

  • һаумыһығыҙ, — тип яуап бирҙе.

Тик Ҡыҙырастың тауышы ғына ниңәлер көслө булып, сәрелдәп, башҡа тауыштарҙан айырылып яңғы-

158


раны. Ғәбит ағай быны абайлап та алды һәм беренсе иғтибарын Ҡыҙырасҡа йүнәлтте. Ә Ҡыҙырас быны һис теләмәй ине. Уның күгәрсен йомортҡаһы кеүек сыбар биттәре ҡолағына тиклем ҡыҙарып, һипкелдәре юйылып китте. Ул эстән генә үҙ тамағын орошто: «Бына йүләр. Ни, бала әтәс кеүек, ярылғансы ҡысҡырып бармаһаң ни булған?!»

Ә Ғәбит ағай, уға ысын күңелдән һоҡланып:

  • Күрәһегеҙме, балалар, Ҡыҙырас нисек таҙарған, көнгә янған. Санаторийҙа ял иттеңме әллә һин? — тип һораны.

Ҡыҙырас:

  • Юҡ. Ауылда, апайымдарҙа булдым, — тине лә үҙе тағы ла нығыраҡ ҡыҙарынды. Күрәһең, Юлдаш алдында ауылды иҫкә төшөрөү уға еңел түгел ине.

Ҡыҙырас, ысынлап та, томтоҡ, йыуантыҡ малай, быйыл ауылдан тағы ла нығыраҡ таҙарып ҡайтҡайны. Тик буйға ғына ул әллә ни үҙгәрмәгән. Башҡа малайҙарҙың күбеһе йәй көнө үҫеп, нәҙек оҙон, һылыу егеттәр булып алған. Э ул һаман шул көйө, бәләкәй малай булып ҡалған тип әйтерлек. Ул, һынаусан күҙле Ғәбит ағай был турала ла әйтмәй китә алмаҫ, тип ҡурҡҡайны. Ярай әле ул быға ҡағылманы. Сөнки Ҡыҙырас үҙенең буйға бәлә- кәслеғен телгә алғанды бик үк яратып бөтмәй ине.

Бына Ғәбит ағай исемлек буйынса уҡыусыларҙы барлап сыҡты. Бынан һуң:

  • Беҙҙең класҡа, балалар, яңы уҡыусы килде. Бына ул, таныш булығыҙ, исеме уның Юлдаш, фамилияһы Әлимов. Үҙе, һеҙҙең кеүек үк, пионер. Дүртенсе класты Маҡтау грамотаһы менән бөткән, — тип һөйләп бирҙе.

Балалар ҡыҙыҡһынып Юлдашҡа ҡаранылар. Юлдаш ҡараштарҙы тыныс, һалҡын ҡиәфәт менән ҡабул итергә тырышты. Уға, сит ҡаланан килгән отличник малайға, бында оялсан лыҡ күрһәтергә урын юҡ ине. Шулай ҙа ул ҡолаҡтарының бик эҫе булып янып киткәнен тойҙо. Күрәһең, ҡырҡлаған кешенең бер юлы төбәлгән ҡарашын күтәреү еңел үк түгел ине.

Танышыу тамамланды.

Яңы уҡыу йылының беренсе дәресе — әсә теле дә

159




ресе башланды. Юлдаш иркен һулап ҡуйҙы. Ҡыҙырас та: «Эһә, ни, мине ошаҡлай алмай ҡалдың бит әле!» — тигән кеүек, Юлдаш яғына ҡыуаныслы ҡарап алды.

Ғәбит ағай башта, һәр бер бала менән берәм-берәм һөйләшеп, йәйҙе ҡайҙа, нисек үткәреүҙәрен һорашты. Иң беренсе булып Ғилман үҙенең «Артек»та булыуын һөйләне.

  • Мин Мәскәүҙе күрҙем, малайҙар, — тип башланы ул һүҙен. Быны әйткән саҡта уның былай ҙа яҡты, ҡуңыр күҙҙәре тағы ла яҡтырып китте. — Кремлде күрҙем, метрола булдым. Мавзолейға индем. Ленин бабайға оҙаҡ-оҙаҡ, бер өҙлөкһөҙ ҡарап торғом килде. Тик мөмкин булманы. Беҙҙең арттан, мин һеҙгә әйтәйем, малайҙар, йөҙәрләгән-меңәрләгән кешеләр уны күрергә йән атып, ашҡынып киләләр бит. Уларға тиҙерәк урын бирергә кәрәк булды...

Ул, шулай берсә ғәжәпләнеү, берсә ҡыуаныу интонациялары менән Мәскәү, мавзолей, метро хаҡында һөйләп үткәс, «Артеюжа, диңгеҙ буйына күсте. Ләкин диңгеҙҙе маҡтарлыҡ, уның бөтә матурлығын, мөһабәтлеген иптәштәренең күҙ алдына килтереп баҫтырырлыҡ көслө һүҙҙәр тапмағас, ашығып портфелен алды ла унан бәләкәй быяла банкалар сығарҙы.

  • Бына мин һеҙгә, малайҙар, нәмәләр алып ҡайттым. Быныһы медуза, быныһы краб...

Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, быяла банка эсендә ҡатырылған крабты, спиртҡа һалынған медузаны ҡаранылар. Китаптағы рәсем менән сағыштырғанда былар ҡыҙыҡлыраҡ ине, әлбиттә.

Ғилман портфеленән ҙур ғына альбом да алды. Бында «Артек»та үҫкән ағастарҙың япраҡтарынан коллекция йыйылғайны.

  • Бына быныһы, малайҙар, магнолия. Быныһы кипарис ағасының япрағы... Ҡарағыҙ, бөтәһенең дә исемдәре аҫтарына яҙылған.

Балалар Ғилмандың һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Коллекцияларҙы ҡулдан ҡулға йөрөтөп, ентекләп ҡараны. Тик Юлдаш ҡына ғәмһеҙ, иҫе китмә- гәнерэк ҡиәфәт менән ултырҙы. Уға, быйыл йәй Талҡаҫ хәтле Талҡаҫты күргән, дауылда үҙе батмау ғына түгел,

160




Ҡыҙырасты ҡотҡарып ҡалған малайға, улай ваҡланырға яраймы һуң?!

Ләкин ул нисек кенә ғәмһеҙ булырға, иғтибар итмәҫкә тырышмаһын, Ғилмандың һөйләгәндәре барған һайын уны ла ҡыҙыҡһындыра, ылыҡтыра барҙы. Ахыры ул, тамам еңелеп: «Юҡ, нисек итһәң дә, ул минән бәхетлерәк. Ябай ауылды ғына түгел, Мәскәүҙе күргән!.. Ысын диңгеҙҙе, Ҡара диңгеҙҙең үҙен күргән бит... Талҡаҫты ғына түгел!» — тип уйланы. Э Ғилман, бүлкәс ләп эшләнгән таҡта ҡумта күрһәтеп:

  • Бында, малайҙар, диңгеҙ буйы таштарының коллекцияһы. Бына кварц, слюда, пемза... — тип дауам итте. — Быларҙың бөтәһен дә мин мәктәбебеҙҙең ил өйрәнеү түңәрәгенә бирәсәкмен. Кеҙ улар менән шунда яҡшылабыраҡ танышырһығыҙ, малайҙар, йәме?

  • Э ҡыҙҙар?

Ғилман, ҡапыл боролоп, был һорау килгән яҡҡа ҡараны. Уның күҙҙәре Зарифаның серьез ҡарашы менән осрашты. Ул ни өсөндөр, ҡаушап, ҡапыл ғына яуап бирә алманы. Быны күреп, Гөлкәй пырх итеп көлөп тә ебәрҙе:

  • Ҡаптыңмы? Малайҙар ҙа малайҙар, имеш!

Үҙе шунда уҡ ҡурҡып, ҡапыл ауыҙын усы менән ҡапланы. Ә күҙҙәре, ялынғандай, Ғәбит ағайға текәлделәр. Әйтерһең дә: «Был мин түгел, минең ауыҙым ғына ҡысҡырҙы. Ьин, ағай, миңә асыуланма», тимәксе ине ул.

Гөлкәйҙең был ҡыҙғаныс ҡиәфәте Ғилманға ҡыҙыҡ тойолһа ла, ул көлмәне. Ә ғәфү үтенгән, баҫалҡы тауыш менән Зарифаға:

  • Ҡыҙҙар ҙа шунда инде. Бөтәгеҙ ҙә. Мин бит былай ғына, ғәҙәт буйынса ғына «малайҙар» тип һөйләйем, — тип яуап бирҙе.

Зарифа, көлә биреп:

  • Шулай тиген, — тип ҡуйҙы.

Ғәбит ағай был бәләкәй генә бәрелештә ҡатнашманы. Ләкин күҙ ҡойроғонда ғына сағылып ҡалған йылмайыу осҡоно Зарифаның иҫкәртеүенән дә, Ғилмандың яуабынан да уның риза икәнлеген күрһәтә ине.

  1. 1.0004.08

161




Иң аҙаҡтан Ғилман портфеленән бер ҙур фотокарточка тартып сығарҙы.

  • Бына күпме бала! Бында, малайҙар, рус та, үзбәк тә, украинец та, башҡорт та бар. Бөтәбеҙ бергә ял иттек. Ике ай буйы бер туған кеүек яҡын булып бөттөк. Бына был минең янымда ғына ултырған малай Владик исемле. Ул Ленинградтан ине. Эшсе улы. Беҙ уның менән айырыуса ныҡ дуҫ булдыҡ. Мин, ун йыллыҡты бөткәс, Ленинградҡа, уның янына уҡырға барасаҡмын. Беҙ шулай һөйләштек...

Ғилмандан һуң башҡа балалар йәйҙе ҡайҙа, нисек үткәреүҙәрен һөйләне. Уларҙың бер нисәһе ата-әсәһе менән Мәскәүҙә, Ленинградта экскурсияла булған. Ҡайһылары йәйҙе ауылда уҙғарған. Иң күбеһе пионер лагерҙарында ял иткән булып сыҡты. Бөтә балалар ҙа сыныҡҡан, ҡояшҡа янған ине.

  • Яҡшы, — тине Ғәбит ағай ғәҙәттәгесә яғымлы, һалмаҡ тауыш менән. — Хәҙер, балалар, бик тырышып уҡырға башлайыҡ. Ошо тәүге дәрестән үк иғтибарлы, тәртипле булайыҡ.

Парталар бер юлы шатыр-шотор итеп ҡуйҙы. Балалар, уның был һүҙенә ҡушылғанды күрһәтергә теләгән һымаҡ, йәтешләнеп, туп-тура алға ҡарап ултырҙылар. Ғәбит ағай уларға «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» тигән темаға өйҙә сочинение яҙырға ҡушты ла, балаларҙың тел буйынса белемдәрен тикшереү, һынау өсөн, былтыр өйрәнелгән ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе ҡабатлап һораштыра башланы. Иң элек ул Ғилмандан, Зарифанан, Талиптан һораны. Улар яуап биргәндә, Ғәбит ағайҙың йөҙө яҡтырып, маңлайындағы йыйырсыҡтар бөтөнләй яҙылып киткәндәй булды.

Юлдаш унан күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. У га Ғәбит ағайҙың ябай ғына костюмы ла, ҡаҡса ғына оҙон кәүҙәһен һикертә биреп, еңел генә атлап йөрөүе лә, һалыныбыраҡ төшкән өҫкө ҡабағы аҫтынан һынаусан, иғтибарлы ҡарап, бөтә нәмәне күреп торған яғымлы ҡарашлы ҡуңыр күҙҙәре лә, хатта уның маңлайына, күҙ тирәләренә һибелгән бик күп ваҡ йыйырсыҡтар ҙа үтә килешле, һәйбәт булып күренде. Юлдаш хатта уның киң маңлайындағы тәрән йыйырсыҡтарҙы һанап та

162




ҡараны. Ләкин һис тә осона-башына сыға алманы. Сөнки улар бик тиҙ үҙгәреүсән ине. Бына Ҡыҙырас менән Ғариф яуап бирә алмай ыҡ-мыҡ итеп торған саҡта, улар шундай тәрәнәйеп, күбәйеп киттеләр, ул ҡапыл бик арыған, йонсоған ҡартҡа әйләнгән һымаҡ булды. Э былай ул ҡарт түгел, уға илле йәштәрҙән дә ары биреп булмай ине әле. Юлдаш, уның был кинәт күбәйеп киткән йыйырсыҡтарына ҡарап:

«Күрәһең, уларҙы бына ошо Ғариф менән Ҡыҙырас кеүек тырышмаған уҡыусылар яһаған икән!.. Бына бәлә!.. Былай яраймы ни?! Улар үҙҙәре быны аңламайҙармы икән ни?!» — тип уйлап алды. Унан, Ғәбит ағай үҙенән һораһа, шәп яуап биреп, уны ҡыуандырырға кәрәк, тип уйлап, түҙемһеҙләнеп көтөп ултырҙы.

Ләкин Ғәбит ағай уны, класҡа өйрәнеңкерәһен тип булһа кәрәк, бөгөнгә тыныс ҡалдырҙы. Ғөмүмән, бөгөн бөтә дәрестәрҙә лә уны борсоманылар әле. Бөгөнгө дәрес уның өсөн класташ иптәштәре менән танышыу, уларҙың белемен үҙенең белеме менән үлсәп ҡарауҙан торҙо. Үҙенең һәр дәресте бындағыларҙан насар белмәүенә ышаныс тыуҙырҙы.

Э Ҡыҙырас бөтә көн буйына уның янына яҡын килмәне. Башҡалар менән шундай алсаҡ, илгәҙәк һөйләшһә лә, уға ҡырын-мырын ҡарап ситтә йөрөнө.

Был көн дәрестәр бөткәс, Ғәбит ағай, отряд вожатыйы Юлай менән бергәләп, класс йыйылышы үткәрҙе. Йыйылышта балалар бер тауыштан: «Яҡшы уҡырға, класс алдынғылығы өсөн берҙәм көрәшергә» тигән ҡарарға килделәр. Шунда уҡ класс стена газетаһына редколлегия һайланылар. Унда Ғилман, Зарифа, Талип инде. Газетага «Класс намыҫы өсөн!» тигән исем бирелде.

  1. Яңы дуҫ

Йыйылыштан һуң Юлдаш менән Ғилман бергә ҡайтып китте. Ҡыҙырас менән Ғариф та улар артынан урамға сыҡты. Ләкин Юлдаш менән Ғилман уларҙы күрмәне. Ҡыҙырастар үҙҙәре лә, уларға етмәҫкә тырышҡан һымаҡ, артҡа ҡалыбыраҡ барҙылар. Ҡыҙырастың ниңәлер бер ҙә кәйефе юҡ ине. Ул әленән-әле Юлдаш




тар яғына асыулы ҡараш ташлап алды. Томһаланып, Ғариф менән дә алсаҡ һөйләшмәй барҙы.

Юлдашҡа Ғилман бында килгәс тә, тәү күреүҙә үк, оҡшағайны. Э хәҙер инде уның Мәскәүҙе, Кремлде күргәнлеге, «Артек»та булғанлығы беленгәс, ул һоҡланып бөтә алманы.

«Бына, исмаһам, егет тиһәң дә, егет», — тип уйланы. Шундай малайҙар менән бер партала ултырырға тура килеүенә ысын күңелдән һөйөндө. Мәктәптән ҡайтып барғанда ла, ул үҙенең һоҡланыулы, хатта бер ни тиклем көнсөл ҡарашын унан алманы. Уға, бығаса класта үҙе беренсе малай булып өйрәнгән, етмәһә, быйыл йәйге кисерештәрҙән һуң үҙен ҙур, батыр егеткә һанарға өлгөргән Юлдашҡа, Ғилмандың бөтә яҡтан үҙенән өҫтөнлөгөн таныу еңел түгел ине. Ләкин бер сара ла юҡ. Аяуһыҙ факт шулай. Ғилман үҙе отличник та, үҙе Мәскәүҙе лә, диңгеҙҙе лә күргән. Етмәһә, уның ҡыйыу, яҡты күҙҙәре, ҡушылып үҫкән ҡаштары, ҡап-ҡара сәстәре — бөтәһе лә матурҙар, хатта ирендәренең кәрәгенән артыҡ ҡалЫныраҡ, ауыҙының ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ булыуы ла уның сығынҡыраҡ яңаҡлы киң битенә бик килешеп тора. Уның атлағанда, башын юғары күтәреп, аяҡтарын туп-тура, ныҡ баҫып барыуы ла бик килешле тойола. Буйға ла ул Юлдаштан тәпәш түгел. Мәскәү һынлы Мәскәүҙе күргән малайҙың башҡаса булыуы мөмкинме һуң? Ҡыҫҡаһы, Юлдаш үҙенең яңы дуҫынан бөгөн бигерәк тә ныҡ риза ине. Хәҙер инде уға был яңы ҡала ла, яңы мәктәп тә, кластағы бөтә яңы иптәштәр ҙә ят тойолманы. Мәктәпкә барғанға хәтле уның эсен бошороп торған күңелһеҙ уйҙар таралып бөттө тип әйтерлек ине.

Көн боҙолғайны. Иртәнсәк Юлдаш мәктәпкә киткәндә генә салт аяҙ көн танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Күк йөҙөн ҡалын һоро болоттар ҡаплап алған. Саң шикелле ваҡ ҡына тамсылар менән һибәләп ямғыр яуа. Ләкин Ғилман менән Юлдаш, быны һиҙмәгән кеүек, һөйләшә- һөйләшә, яйлап ҡына барҙылар. Юлдаш Ғилманға үҙҙәренең ауылын, өләсәһен, Талҡаҫты, Ирәндекте һөйләне. Э Ғилман:

164




  • Минең әеәйем менән апайым бар. Апайым Өфөлә пединститутта уҡый, — тип һөйләне.

  • Ә атайың? — тип һорап ҡуйҙы Юлдаш. — Ул ҡайҙа эшләй?

Был һорауға яуап биреү алдынан Ғилман әҙ генә туҡталып ҡалды. Уның йөҙөнән күңелһеҙлек күләгәһе йүгереп үтте.

Унан ул баҫалҡыраҡ тауыш менән:

  • Минең атайым, Берлинға барып еткәс, һуғыш туҡтауҙан өс көн элек кенә үлеп ҡалған бит, малай, — тине.

Юлдаштың йөрәген нимәлер семтеп алған һымаҡ булды. Ул үкенес ҡатыш ҡыҙғаныу менән:

  • Берлинға хәтле барып еткәс?! — тип ҡабатлап һораны.

Ғилман тыныс, баҫалҡы тауыш менән әсәһенән күп тапҡырҙар ишеткән һүҙҙе ҡабатланы:

  • Ни эшләйһең бит, малай, һуғыш...

  • Ьуғыш... — тип ҡуйҙы Юлдаш та.

Малайҙар икеһе лә бер аҙ һүҙһеҙ барҙылар.

Оҙаҡламай Ғилманға ғәҙәттәге асыҡлыҡ, һүҙсән лек

кире ҡайтты.

  • Ьин, Юлдаш, Ватан һуғышы батырҙары тураһындағы китапты уҡығаның бармы? — тип һораны ул.

  • Бар, — тине Юлдаш.

  • Шунда, малай, Советтар Союзы Геройы, майор Сәлих Нәғимов тураһында ла яҙылғанды күрҙеңме?

  • Күрҙем, — тине Юлдаш, ҡапыл йәнләнеп. — Уҡығайным мин уны. Атайым, был беҙҙең яҡтың егете, тигәс, бигерәк тә ҡыҙыҡһынып, ҡат-ҡат уҡығайным. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәре лә иҫемдә ҡалған.

  • Кит, малай, улай булмаҫ!..

  • Ысын. Бына ышанмаһаң: «Башҡорт халҡының батыр улы, майор Сәлих Нәғимов Волга ярҙарынан Бер- линғаса данлы юл үтте...» Шулай бит?

Ғилман ҡыуанысынан:

  • Шулай, тап шулай башлана шул, малай!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

  • Ул кем һуң? — тип ҡыҙыҡһынды Юлдаш.

165


  • Минең атайым була инде шул!

  • Атайың шундай герой булған?! — тип аптыраны Юлдаш. — Бына нисек!..

Ғилман башын ғорур күтәреп:

  • Эйе шул, малай, — тине.

Юлдаш уға, үҙе герой булған кеүек итеп, ысын күңелдән һоҡланып, хатта бер тиклем көнләшеп ҡараны.

«Шәп! Шәп!.. Герой малайы икәнһең!..» — тип бер нисә тапҡыр ҡабатлап ҡуйҙы. Унан үҙенең атаһының да һуғыштың башынан аҙағына тиклем Ленинград фронтында булыуын, бер нисә тапҡыр яраланып, өс-дүрт орден тағып ҡайтыуын хәтерләгәс кенә тынысланды. Э Ғилман был маҡтауға ни тип яуап бирергә белмәне.

  • Минең атайым да нефть эшсеһе — оператор булған, — тине. — Эсәйем әйтә, ул бер үҙе өс-дүрт скважинала эшләй торғайны, ти, малай.

Улар, шулай һөйләшә-һөйләшә, Юлдаштарҙың ҡапҡа төбөнә килеп еттеләр. Ләкин юлдың ошолай ҡыҫҡа булып, инде айырылышырға ла ваҡыт етеүенә риза булмаған һымаҡ, туҡтап ҡалдылар. Быны күргән Ҡыҙырастың кәйефе тағы ла боҙолдо. Улар был ваҡытта Юлдаштарҙан ярты квартал ғына артта киләләр ине.

  • Ниңә һаман инеп китмәгән булалар тағы! — тип һуҡранды ул.

  • Ә? — тине Ғариф, аптырап. — Ьин нимә тинең, Ҡыҙырас?

Ҡыҙырас һис урынһыҙға Ғарифҡа баҡырҙы:

  • Үҙ юлыңда бул! Нимәгә һаман миңә эйәреп киләһең?

Ғариф ҡыймай ғына ҡаршы төштө:

  • Үҙе бергә барайыҡ тине лә...

Ҡыҙырас тағы ла асыулана төштө.

  • Әйтмәнем! Ни, мин бер ҙә улай тимәнем!

Ғарифтың күҙҙәренә йәш эркелде. Аҡһыу биттәренең

ике осо алһыуланып китте. Ул хатта, ҡаты үпкәләп:

  • Әйтмәһәң, бармайым да... — тип боролоп китеп тә барҙы. Ҡыҙырас өндәшмәй генә уның артынан ҡарап ҡалды. Уға Ғариф, хәҙер элеккегә ҡарағанда ла арҡы-

166




рыраҡ баҫып, өйрәк шикелле тайпаңлап атлаған һымаҡ тойолдо. Дуҫы йәл булып китте. Ул, борсолоп:

«Йә, алйот, ни тип Юлдаштың асыуын уға төшөрҙөм әле. Уның ни ғәйебе бар?» — тип уйланы. Унан, хәҙер үк ярашмаҡсы булып:

  • Ни, Ғариф, кил әле бында! — тип саҡырҙы.

Мостовой өҫтөндә эркелеп ятҡан ямғыр һыуҙарын

кисеп, урам аша сығып барған Ғариф, ҡыуана-көлә, йүгереп кире килде.

  • Э, нимә тиһең, кил тиһеңме, Ҡыҙырас?

Ғарифтың ҡайтымһаҡлығы Ҡыҙырастың күңелендә

әле генә тыуған яҡшы теләген кире һүрелтте. Ул, тағы асыуланып: «Йә, ни, шунда уҡ үпкәләүе бөткән дә», — тип уйланы. Унан, килеп етеп, үҙенең күҙҙәренә тилмереп ҡарап торған дуҫына, ярашыу урынына тағы тупаҫ итеп:

  • Һин, ни, Ғариф, ниңә шулай, «айт!» тигәнгә «тайт!» тип кенә тораһың? Ни, һин себен теймәҫ сер итер — бына нәмә!.. — тине.

Ғариф тағы ла аптырай төштө:

  • Нимә эшләргә һуң миңә, Ҡыҙырас?

Ул Ҡыҙырастың бөгөнгө ҡыланышына һис тә төшөнә алмай ине.

«Эйе, нимә эшләргә һуң у га? — тип уйлап алды Ҡыҙырас та. — Ҡаршы һөйләп, йә, ни, һуғышып, ул мине еңә аламы ни?..»

Ә шулай ҙа уға күңелһеҙ ине. Ул ҡайҙалыр ситкә ҡарап мығырланды:

  • Ни, һин, исмаһам, шул үпкәләгән көйө китер инең... Этү: «айт!» тигәнгә — «тайт!»

Ғариф бер ни ҙә аңламай кире китте. Э Юлдаш менән Ғилман ҡапҡа төбөндә торҙолар ҙа торҙолар. Ҡыҙырас, уларҙың инеп киткәнен көтөп, тротуар ситендәге саған ағасы артына ышыҡланды. Һалҡын ямғыр тамсылары сағандың һарғая башлаған тар япраҡтары араһынан Ҡыҙырастың башына, муйынына тамды.

«Ни, былар нимәгә һаман инеп китмәгән булалар», — тип һуҡранды ул. Э үҙе Ғилман барҙа Юлдаштың күҙенә күренергә теләмәне.

«Йә минең ауылда үҙен алдағанды, бында һуғыш

167




ҡанды уға һөйләп ҡуйыр. Ғилманы хәҙер стена газета- һына яҙа башлар», — тип уйланы ул. «Уға бит шул ғына кәрәк. Саҡ берәй нәмә эшләһәң, уҡыусыға былай ярамай, тегеләй ярамай, тип яҙа башлай бит ул...»

Ғилман менән Юлдаш, үҙ һүҙҙәренә мауығып, Ҡыҙырасты һаман күрмәне.

  • Беҙгә ин, Юлдаш, — тине Ғилман, күңелләнеп, — мин һиңә, малай, атайымдың фронттан ебәргән карточкаһын күрһәтермен.

Үҙенең күҙҙәре ялтырап китте.

  • Минең атайым бик күңелле кеше булған. Балаларҙы яратҡан. Үҙе саңғыла йөрөргә, мылтыҡтан атырға бик оҫта булған, малай.

Ә был ваҡытта ямғыр тағы ла көслөрәк яуа башланы. Юлдаш, ниҙер ҡапыл иҫенә төшкән һымаҡ:

  • Әй!.. — тип ҡуйҙы. — Беҙ ниңә ямғырҙа күшегеп торабыҙ һуң әле? Әйҙә, хәҙер үк беҙгә инәйек. Беҙҙә тамаҡҡа ашарбыҙ, баянда тағы берәй көй уйнарға өйрәнербеҙ ҙә унан һуң һеҙгә барырбыҙ.

Ғилман да был фекергә ҡушылды. Баянда уйнарға өйрәнергә ул да Юлдаштан кәм мауыҡмай ине. Музыка мәктәбенә йөрөп, скрипкала уйнап өйрәнгәнлектән, ул баянға ла бик тиҙ төшөнөп бара ине. Улар, ботинкаларын иң аҫҡы тупһаға ҡаҙаҡланған ҡырғысҡа ҡырып таҙарттылар ҙа тыпырлашып икенсе ҡатҡа менеп киттеләр.

Юлдаштар инеү менән, Ҡыҙырас та, саған артынан сығып, ҡапҡаға табан атланы. Үҙе, һис бер сәбәпһеҙ асыулы мығырланып:

  • Харап икән, отличниктар, имеш! — тип һөйләнде.

Үҙенең бығаса насар уҡыуында тик үҙе генә ғәйепле

булһа ла, уның отличниктарға, хәҙер бигерәк тә Юлдашҡа, асыуы ҡабарҙы. Уның ошо минутта уҡ уларҙы таң ҡалдырырлыҡ, хатта уҙып китерлек, һис булмағанда үҙенең уларҙан кәм түгеллеген раҫларлыҡ берәй нәмә эшләгеһе килеп китте.

«Тик ни нәмә эшләргә һуң? Ҡайҙа һуң ул, ни, таң ҡалдырырлыҡ шәп эш? Юҡ, юҡ, быны һис кисекмәҫтән уйлап табырға, эшләргә, Ҡыҙырастың, ни, кем икәнлеген күрһәтергә кәрәк!»

168




Ҡыҙырастың күптән үк, ысынлап та, һәйбәт, шәп малай, яҡшы уҡыусы булғыһы килә ине. Йәй көнө Юлдашҡа үҙен отличник, пионер, батыр малай итеп күрһәтеүҙе лә юрый, маҡтаныр өсөн генә түгел, ә үҙен шулай итеп күргеһе килгәнгә эшләгәйне ул. Йәй буйына үҙе лә быға ышанып, шәп малай булып йөрөгәйне. Тик бына хәҙер Юлдаш килеп кенә бөтә эште боҙҙо. Юғиһә, был йәй Ҡыҙырастың шәп малай сағының бер матур иҫтәлеге генә булып ҡалыр ине. Ә хәҙер бына тағы шул элекке, уҫал, шаян, ялҡау Ҡыҙырасҡа әүерел еүе еңелме ни уға?!

Ҡыҙырас ошо уйҙар баҫымы аҫтында ҡапҡанан күңелһеҙ генә килеп инде.

Иртәнән бирле яңғыҙ йөрөп эсе бошҡан Йомғаҡ уны ҡыуанып, һикеренеп ҡаршы алды. Тик Ҡыҙырас уны күрмәгән дә һымаҡ өйгә инеп китте. Бындай иғтибарһыҙлыҡҡа үтә ғәрләнгән эт:

  • Ваф! Ваф! — тип уның артынан бер-ике тапҡыр өрөп ҡалды.

  1. «Кемдең атаһы ул?»

Сентябрҙең тәүге аҙнаһы ғына үткәйне әле. Көн йәй төҫөн юғалтмағайны. Ҡояшлы, йылы ине. Төньяҡтан ара-тирә һалҡынса ел иҫкеләп ҡуйһа ла, офоҡта һирәкләп аҡһыл һоро болоттар аҫылынғылап торһа ла, көн барыбер матур ине.

Ҡыҙырас дәрестән һуң, ҡайтып, тиҙ генә ашаны ла йүгереп сығып та китте. Әсәһе Әсмәбикә апай, уның артынан эйәрә биреп, ҡысҡырып ҡалды:

  • Ҡыҙырас, ҡайҙа бараһың?

Ҡыҙырас йүгереүенән туҡтамай ғына яуап бирҙе:

  • Ни, тегендә, атайым янына!

  • Ниңә?

  • Экскурсияға! Ни, вожатый үҙе алып бара!

  • Оҙаҡ йөрөйһөңмө?

Әсмәбикә апайҙың һуңғы һорауы яуапһыҙ ҡалды. Сөнки был ваҡытта Ҡыҙырас тротуар буйлап ҡала паркы яғына, автобустар туҡтай торған урынға табан, туп

169




кеүек атылып йүгереп бара ине. Уның йөрәге ярһып, шашып тибә, аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре ырғып-һикереп төшә һәм ул, үҙе лә аңламаҫтан, башын юғары күтәреп, күңелендә килеп тыуған Юлдаш алдында эре генә тамаҡ ҡырып ҡуя: «Йә, әһә, ни, кемдең атаһы ул, ә? Белдеңме инде?»

Күңелдәге Юлдаш, әлбиттә, бер ни ҙә өндәшә алмай.

«Ни, был Ҡыҙырастың атаһы бына ниндәй шәп кеше икән!..» — тип аптырай ғына.

Э Ҡыҙырас, уның танауына сиртеп, рәхәтләнеп көлә: «Шул-шул ҡустым. Ни, һин танауыңды ул тиклем күтәрмә әле. Кемдәр менән күрше торғаныңды белеп кенә йөрө, йәме?..»

Ул ошо татлы уйҙар менән йүгерә-атлай килеп еткәндә, бөтә балалар тип әйтерлек йыйылғайны инде. Юлдаш та, Ғилман да, Гөлкәй менән Зарифа ла, Ғариф та һәм башҡа балалар ҙа килгән. Тик бер Талип ҡына күренмәй ине әле. Оҙаҡламай ул да килеп етте.

Ҡыҙырас унан шаяртып көлмәй ҡала алманы:

  • Ьимеҙ булғас ни, бахыр, шәп атлап йөрөй аламы ни ул?

Бындай шаяртыуға күнегеп бөткән Талип:

  • Эйе, лә баһа! Аяҡтарға көс етмәй ҙә ҡуя, — тип үҙе лә бергәләп көлөштө. Ни эшләһен, әсәйем эшен бөтөргәнсе, бәләкәс ҡустымды күтәреп йөрөнөм, тип иҫәп биреп тора алмай бит инде ул.

Бына трамвай вагонына оҡшаған бик матур ҡыҙыл автобус килеп туҡтаны.

  • Ултырығыҙ! — тип команда бирҙе Юлай. Үҙе күҙенә төшөп килгән оҙон һарғылт сәсен, башын ғына һелкеп, артҡа ташлай биреп, бөтә уҡыусылар ултырып бөткәнсе, автобус ишеге янында баҫып торҙо. Балалар, кем уҙарҙан йүгерешеп инеп, йомшаҡ креслоларға ултырҙылар. Автобус уларҙы көҙгө кеүек ялтырап ятҡан асфальт юл буйлап Нарыштау яғына алып китте. Башта улар промыслалар араһынан үттеләр. Тирә-яҡтары һәйбәтләп таҙартылған, ҡоро тупраҡ, ҡом һибелгән, мерник һәм траптары ап-аҡ итеп ағартылған скважиналар тып-тын ғына ултыралар. Әйтерһең дә, улар үҙ ҡуйын

170




дарынан бер өҙлөкһөҙ атылып торған нефть фонтаны аша ер йөрәгенең ҡайнар тибешен тыңлайҙар.

Ҡыҙырас үҙе менән бер креслола ултырған Талиптың ҡабырғаһына әкрен генә төртөп алды.

  • Мин, ни, промысланы яратмайым.

  • Ниңә? — тип ғәжәпләнде Талип.

  • Ни, бер ҙә кешеләр күренмәй. Скважиналар тып- тын тик ултыралар. Бер генә оператор йөрөгән була ла ни... Тын шул...

  • Бында бит бөтә эште машина эшләй. Күп кешенең кәрәге юҡ. Операторға шул механизмдарҙың теүәл эшләүен күҙәтеп торорға ғына кәрәк, — тине Талип.

  • Беләм, беләм, ни, һин мине белмәй тип уйлама, — ти Ҡыҙырас, танауын күтәреп.

  • Белгәс, ниңә яратмайһың? — тип ныҡыша Талип.

  • Яратмайым шул. Ни, мин быраулаусыларҙың эшен генә яратам. Ух, унда эш, бына эш, исмаһам!

Ҡыҙырас быраулаусыларҙың эшенең шәплегенә иң ҙур дәлил итеп, уң ҡулының баш бармағын юғары күтәреп, телен ырғағына тейҙереп шартлатып ҡуйҙы:

  • Тс! Бо!

  • Э операторҙың эше насармы ни? Бынауы бер скважина ғына көнөнә күпме нефть бирә, беләһеңме?

  • Беләм. Беләм. Ни, һин мине белмәй тип уйлама, — тип ҡабатланы Ҡыҙырас һаман эре генә.

Талип та промысланы яҡлауын дауам итте:

  • Айға, йылға күпме бирә? О, иҫәпләп бөтөрөрлөк тә түгел. Ә ул, бәлки, ғүмер-ғүмергә шулай фонтан атып торор. Ә насармы? Йә, әйт?..

Ҡыҙырас тағы ла эрерәк итеп:

  • Йә, ни, һөйләмә лә. Беләм, беләм. Барыбер эш түгел, — ти.

Ул хәҙер, атаһының һуңғы рекордынан һуң, быраулау эшенән башҡа бер эште лә һанға һуҡмай ине. Талип, бөтөнләй, йәберһенеп:

  • Белмәйһең. Белһәң, операторҙарҙың эше хөрт тимәҫ инең, — тип ныҡышты.

Ул да, үҙенең атаһы Салих ағай шул тиклем яратып эшләгән эште аҙағына тиклем яҡлап, уның тураһында

171




хөрмәтһеҙ һөйләгән Ҡыҙырасты бик ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алмаҡсы булғайны ла, ул арала автобус быраулау контораһының ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Балалар, мазутланып бөткән комбинезондар кейгән нефтселәр менән аралашып, автобустан төштөләр. Юлай, уларға көтөп торорға ҡушып, контораға инеп китте. Унан күп тә тормай инженер Буранбай Әлимов менән килеп сыҡты. Юлдаш, иптәштәре алдында атаһы менән һөйләшергә теләмәй, Ғилмандың артынараҡ ышыҡланды. Улының ошондай ҡырыҫ ғәҙәтен белгән Буранбай ағай ҙа, уны күрмәгәнгә һалышып, бөтә балаларға өндәште:

  • Шәпмеһегеҙ, пионер дуҫтар! Беҙҙең быраулаусыларҙы күрергә килдегеҙме ни?

  • Эйе, эйе, — тиештеләр балалар.

  • Бик һәйбәт эш. Бик шәп. Әйҙәгеҙ, ҡайһы буровой- ға алып барайым? — тине Буранбай ағай.

  • Беҙ мастер Ғәли Батыров бригадаһына барырға теләйбеҙ, — тине Юлай.

Буранбай ағай, уларҙы эйәртеп, тау түбәненә, 901-се скважина янына алып китте. Ҡыҙырастың йөрәге был саҡта, яҡшы ат кеүек, тулап типте.

«Әйттем бит, ни, минең атайым бригадаһына тип! Бына, ни, Юлдаш минең атайҙы күреп ҡараһын әле! Унан, ни, минең кем икәнде белер...» — тип уйлап алды ул. Хатта, кеше күрмәгәндә генә, кескәй, тос йоҙроғо менән үҙенең күкрәгенә ҡаға биреп тә ҡуйҙы. Йәнәһе: «Белә белһәгеҙ, ағайығыҙ был, ни, мин булам ул!..» тимәксе.

Ә Юлдаш Ҡыҙырастың атаһы данлыҡлы мастер икәнен бында килгәс тә белгәйне инде. Ул быраулауҙа бығаса ҡулланылып килгән балсыҡ эретмәһен таҙа һыу менән алмаштырыу юлын уйлап тапҡан. Шул арҡала быраулау әллә нисә тапҡырға арзанға төшә, йылдам да эшләнә икән. Быны Юлдаш үҙҙәренең өйөндә лә йөҙ тапҡыр ишеткәндер инде. Улар бит быны уның атаһы менән бергәләп уйланылар. Бында килгәне бирле уның атаһы менән Ғәли ағайҙың һүҙе гел шул турала гына бара тиерлек. Ә хәҙер бына, шул методты ҡулланып, Ғәли атай бригадаһы, республикала бығаса булмаған

172




тиҙлек менән быраулап, рекорд ҡуйғас, был хаҡта бөтә ерҙә шауланылар. Газеталарҙа яҙҙылар. Радиола һөйләнде. Кисә уларҙың мәктәбендә нефтселәргә арнап уҙғарылған сборҙа ла күпселек һүҙ шул турала ғына барҙы. Хатта бөтә плакаттар, диаграммалар, фотогазеталар ҙа шул Ғәли ағай бригадаһының эшенә арналғайны. Етмәһә, бына бөгөн улар, бригаданың кешеләрен үҙ күҙҙәре менән белеп күрер өсөн, бында, буровойға, килделәр. Ҡыҫҡаһы, Ҡыҙырастың атаһының шәп кеше булыуы Юлдаш өсөн бәхәсһеҙ ине. Тик уны бына шундай һәйбәт кешенең улы Ҡыҙырастың ошолай хөрт малай булып сыгыуы ғына аптырата. Бөгөн ул, бында килгәс, Ҡыҙырасҡа ҡарап, хатта өләсәһенең кем тураһындалыр бер ваҡыт «яҡшынан яман тыуған» тип әйткән һүҙен хәтерләп тә ҡуйҙы. Үҙе, Ҡыҙырасҡа үс итеп, бригаданың эшенә бер ҙә иҫе китмәгән, ҡыҙыҡһынмағанға һалышып, ғәмһеҙ төҫ менән иң арттан ғына эйәреп йөрөнө. Ә Ҡыҙырас, киреһенсә, бөтөнләй ҡанатланып, турғай булып сипылдай-сипылдай иң алдан йөрөнө. Әйтерһең дә, ул бөгөн иптәштәре алдында атаһының түгел, ә үҙенең эшенә иҫәп бирә ине.

Улар 901-се скважина янына барып еткәндә, бында, буровойҙа, свеча ялғау, бырауҙы алмаштырыу өсөн мең ярым метр тәрәнлектән инструменттарҙы күтәреү эше бара, быраулаусыларҙың бик ҡаты эшле сағы ине. Балаларҙы тырпаҡ мыйыҡлы, киң яурынлы, япырайыбыраҡ торған ҡалын ҡара ҡашлы, баҙыҡ күҙле, утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге бер кеше ҡаршы алды. Буранбай ағай, уның менән үҙе күрешкәс, балаларға:

  • Бына, данлыҡлы мастер Ғәли Батыров ағайығыҙ ошо була, — тип таныштырҙы.

Балалар, береһенән-береһе алғараҡ сығырға, яҡыныраҡ килергә тырышып, мастерҙы уратып алдылар. Һис кенә лә тартынып, ҡыйыуһыҙланып тормайынса, уны башынан аяғына тиклем ентекләп ҡарай башланылар.

Ғәли ағай, ялбыр ҡаштары аҫтынан уларға шаян йылмайып:

  • Йә, егеттәр, ни йомош? — тип һораны.

Балалар өсөн Юлай яуап ҡайтарҙы:

173




  • Был пионерҙар һеҙҙең эштәрегеҙ, кешеләрегеҙ менән танышырға теләйҙәр, иптәш Батыров.

  • һин уларға үҙеңдең, бригаданың эше хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп бир, — тип өҫтәне Буранбай ағай.

Ғәли ағай, тағы ла киң йылмайып, кепкаһын маңлайына этәрә биреп ҡуйҙы ла:

  • һөйләп торорлоҡ нимә бар? Эшләйбеҙ инде. Шул, — тине.

Атаһының һүҙгә һаранлығын белгәс Ҡыҙырас, борсолоп:

  • Йә, ни, атай, ниңә һөйләр нәмә булмаһын, бар бит! — тип һалды.

Пионерҙар араһында үҙ улын да күргәс, Ғәли ағайҙың йөҙө тағы ла асылып китте.

  • Бәй, Ҡыҙырас, һин дә бындамы ни?

  • Бында шул. Йә, ни, һөйлә инде! — тине Ҡыҙырас. Уның тауышында балаларса бойороу ҙа, үтенеү ҙә бар ине. Ғәли ағай улын аңланы. Ул атаһының герой булып, шәп кеше булып күренеүен, уның иптәштәре алдында сер бирмәүен теләй ине. Ул улына яратып ҡарап алды ла:

  • Йә, һорауҙар бирегеҙ, булмаһа. Мин яуап биреп ҡарармын, — тине.

Балалар, шуны ғына көткән һымаҡ, уны һорауҙар менән күмеп ташланылар.

  • Нисек мастер булып киттегеҙ?

  • Күптән эшләйһегеҙме?

  • Һыу менән быраулау тураһында һөйләгеҙ.

  • Рекорд тураһында, яңы рекорд!

Юлай өҫтө-өҫтөнә яуған был һорауҙарҙы бер тәртипкә теҙергә тырышты.

  • Тимәк, Ғәли ағай һеҙгә иң элек үҙе хаҡында һөйләйәсәк. Ҡасандан бирле эшләй? Нисек был мастерлыҡҡа өлгәшкән? Тыңлайбыҙ, балалар!

Балалар Ғәли ағайға тағы ла яҡыныраҡ килделәр. Ул, йыуан бармаҡлы яҫы устарына ҡарап әҙерәк өндәшмәй торғандан һуң, тоноғораҡ тауыш менән башлап китте.

  • Мин бында тәү башлап килгән йылда нефть эҙләү

174




эше башлана ғына ине әле. Ошо Нарыш, анауы Төрөкмән, Япраҡ тауҙары итәгендә берәр генә ағас вышка ултыра ине.

Балалар, ғәжәпләнеп, тирә-яҡтарына ҡаранылар: һанһыҙ вышкалар менән сыбарланған, матур, яңы аҡ ҡала ялтырап ятҡан был шаулы ерҙәрҙе вышкаһыҙ итеп күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине.

Ғәли ағай һүҙен дауам итте.

  • Башта, буровой эшсе булып, Никита Ефимович бригадаһына килеп индем. Ул разведкала быраулау мастеры булып эшләй ине. Хәҙер беләһегеҙ, ул Социалистик Хеҙмәт Геройы, лауреат.

  • Беләбеҙ, беләбеҙ, Кузнецов уның фамилияһы, — тип шаулашты балалар.

  • Эйе, иптәш Кузнецов. Беҙ, уның менән бергәләп, ошо ерҙәрҙе быраулай башланыҡ. Нарыш ауылы янындағы беренсе скважина тәү башлап нефть биргән көндө беҙ донъяға яңы тыуған баланы күргән кеүек шатландыҡ. Тағы ла тырышып, ажарланып, эшләй башланыҡ. Ер йөрәгенән һанһыҙ байлыҡ табасағыбыҙға ышанысыбыҙ артты.

Ул, бер аҙ тынып торғас, вышканың сытырман тимерҙәре араһынан саҡ-саҡ ҡына күренеп ултырған бер кешегә күрһәтеп:

  • Ана, күрәһегеҙме? Ул — верховой. Хәҙер Коля тигән егет эшләй унда, — тине.

Балалар, аңҡайып ҡарай-ҡарай, уны тимер сырмалсыҡ араһынан көскә эҙләп таптылар. Иң элек, әлбиттә, Ҡыҙырас күрҙе. Ул, атаһы янына килгеләп йөрөгәнлектән, быраулау эшселәре менән яҡшы уҡ таныш ине.

  • Ни, атай, а-на ултыра, күрҙем! — тине ул, тыпырсынып.

Ҡыҙырас янында баҫып торған Ғариф та ҡысҡырып ебәрҙе:

  • Мин дә күрҙемсе! Ана, ана, ул сәүкә ояһында ултырған кеүек кенә!..

  • Верховойҙың эше бик ауыр, — тип дауам итте Ғәли ағай. — Ундай бейеклектә бик ныҡ сыныҡҡан, сыҙамлы кеше генә эшләй ала. Йәйге эҫе лә, ҡышҡы

175




һалҡын да уның эшен туҡтата алмай. Ул, минуты, секунды менән свечаларҙы ҡабул итеп, ялғап торорға тейеш.

Балалар, үргә ҡарап, һоҡланып һөйләнделәр.

  • Шул тиклем бейектә эшләп ҡара әле!

  • Дауылда ел бәреп төшөрһә үҙен, ә?

  • һыуыҡта һуң? Ай-Һай, тимер сытыр араһында ултырып ҡара әле, эйе бит?!

  • Ана шул верховой булып бер нисә йыл эшләнем мин, — тип ҡуйҙы Ғәли ағай. Балалар ысын һоҡланыу менән ҡараштарын уға күсерҙеләр.

«Бына шәп кеше, исмаһам!.. Уның кеүек булырға ине», тип уйлап алды Юлдаш та.

  • Ана теге ҙур кәүҙәле егет — быраулаусының ярҙамсыһы Шәрипов, — тип артабан һөйләне Ғәли ағай. — Мин дә ул эштә арыу уҡ ҡына эшләп алдым. Ә бына быныһы, рулдә торғаны, быраулаусы Алексеев иптәш. Бик шәп егет. Бына тигән алдынғы эшсе. Миңә быраулаусы булып та күп кенә йылдар эшләргә тура килде. Йыйып әйткәндә, бындағы эштең әлифбаһынан төштөм мин. Иң яратҡан өйрәтеүсем, уҡытыусым Никита Ефимович булды. Ул мине мастер итте.

  • Хәҙер иптәш Батыров үҙенең был уҡытыусыһы менән ярыша. Хатта уны, бына хәҙерге кеүек, ҡайһы саҡта уҙып та киткеләй, — тип Буранбай ағай кинәнеп көлөп ҡуйҙы.

Ғәли ағай, был маҡтауҙан уңайһыҙланған һымаҡ, башын түбән эйеп, туҡтап ҡалды. Уның ҡарауы Ҡыҙырас башын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, күҙҙәре осҡонланып янып китте. Йөрәге: «Бына, ни, минең атай нисек ул, күрҙегеҙме?! Бына, кемдең улы мин!..» — тип тулап типте.

Артабан Буранбай ағай һөйләне.

  • Батыров иптәш хәҙер беҙҙең трестың алдынғы быраулаусы мастерҙарының береһе. Ул быраулауҙа ғүмер буйы ҡулланып килгән балсыҡ эретмәһен һыу менән алмаштырыу мөмкинлеген асты. Хәҙер ошо яңы технологияны ҡулланып, уның бригадаһы беҙҙең республика шарттарында күрелмәгән рекорд ҡуйҙы. Станок айға өс

176




мең дүрт йөҙ метр бырауланы, илгә йөҙәрләгән мең һум экономия бирҙе. Хәҙер башҡа быраулаусылар ҙа уның методы менән эшләй башланылар, — тине ул.

Ҡыҙырастың башы тағы ла нығыраҡ күтәрелде: «Бына нисек! Ни, бына, күрҙегеҙме инде бына минең атайҙы!..» Ул күҙе менән генә эҙләп, иң артта баҫып торған Юлдашты табып алды ла, уға тишә яҙып ҡарал: «Кемдең атаһы ул, ә? Нисегерәк, ә?!» — тип күңеленән ныҡышты.

Ләкин Юлдаш, уға үс итеп, һаман һис тә ғәжәпләнеү, ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәне. Ҡыҙырастың быға тағы ла ҡатыраҡ асыуы килде. Сикһеҙ сәмләнеп: «Йә, һаман иҫең китмәйме ни әле? Китер әле. Туҡта, бына мин үҙем дә, атайым кеүек, шулай берәй шәп эш эшләп ташлайым әле. Шунда һин күрерһең. Ағайыңдың кем икәнен танырһың!» — тип уйланы.

Балалар шаулашып, күңелләнеп Ғәли ағай артынан эйәрҙеләр.

Мастер хәҙер уларҙы:

  • Насос, турбобур, свеча... — тип берәм-берәм күрһәтеп, инструменттарҙың исемдәре, үтәгән хеҙмәттәре менән таныштырып йөрөй ине.

Юлдаш ҡына һаман, Ҡыҙырасҡа үс итеп, бер ҙә иҫе китмәгән һымаҡ, иң арттан ғына эйәреп йөрөнө. Башҡа балалар һәр бер инструментты тотоп, ҡапшап ҡарағанда ла, свеча тип, бәләкәй генә әйбер исеме менән аталған өсәр метрлы, ауыр ҡорос торбаларҙы күмәкләп, шаулашып күтәрергә тырышҡанда ла, ҡатнашманы.

Шулай ҙа ул ҡатмарлы, көслө механизмдарҙы ошолай оҫта файҙаланып, иҫ киткес рекордтар биреүсе был шәп ағайҙарҙың эштәренә ысын күңелдән һоҡланыуын Ғилмандан йәшереп ҡала алманы. Бер яйы килгәндә, Ҡыҙырас ишетмәҫлек кенә итеп:

  • Бына шәп кешеләр ҡайҙа ул! Үҫкәс, мин дә улар кеүек булам. Ерҙе тәрән-тәрән быраулап, кешеләр бығаса барып етмәгән ҡатламдарҙан нефть табам. Ә һин? — тип һораны.

Ғилман бер ҙә икеләнеп тормай:

  • Мин командир булам, малай. Атайым кеүек батыр

177


һуғышсы булам мин. Башҡа бер кем дә түгел, — тип яуап бирҙе.

Ғилмандың ышаныслы яуабы Юлдаштың әле генә башында тыуған быраулаусы булыу теләген ҡаҡшата яҙҙы булһа кәрәк. Ул, уйсан ғына текләп торғандан һуң:

  • Эйе, командир булыу ҙа шәп эш, — тип ҡуйҙы.

Оҙаҡламай экскурсия тамамланды. Балалар, Ғәли ағай

менән хушлашып, рәхмәт әйтеп, юлға сыҡҡанда, көн апарыу уҡ кисләгәйне инде. Ел дә көсәйеп, Нарыштау артынан ҡалын һоро болоттар күтәрелеп килә ине.

  • Ямғырҙан элек ҡайтып етергә кәрәк! — тине Юлай. Буранбай ағай менән йәнәш, шәп-шәп атлап, контора яғына, автобус туҡтала торған урынға табан китте. Ҡыҙырас менән Ғариф иң алдан, улар артынан эйәрҙеләр. Юлдаш менән Ғилман, ниндәй эш шәплеге, үҫкәс, кем булыу хаҡында һөйләшә-һөйләшә, колоннаның артынан барҙылар.

  1. Шаянлыҡ бәләһе

Дәрес башланыуға бер нисә минут ваҡыт бар ине әле. Уҡыусыларҙың һөйләшкән, көлөшкән, йүгергән тауышына коридор геү килә. Был шау-шыу араһында Юлдашҡа Ҡыҙырас менән Ғарифтың тауышы айырым- асыҡ ишетелеп тора. Коридорҙа класс ишеге төбөндә генә Ғариф, ярамһаҡланып, көлкөһө килмәһә лә, ҡысҡырып көлә:

  • Йә, йә, нисек ултыра әле, башты ошолайыраҡ, һулғараҡ ҡырын һалып, күҙҙе бер яҡҡа ғәмһеҙ текләпме? Ха-ха-ха!.. Атлауын күрһәт, атлауын, һуҙып - һуҙып, йомшаҡ ҡына баҫып бара тиген, ә! Ай, артист. Тап үҙе булаһың да ҡуяһың, әй!

Ҡыҙырас Юлдаш булып атлап, ултырып, һөйләшеп күрһәтте. Бында һис бер көлкө, ҡыҙыҡ нәмә булмаһа ла, Ғариф, рәхәтләнеп, эс тырнап көлдө. Башҡа ҡыҙыҡһыныусылар ҙа табылды. Бындай иғтибар менән кәпәр- телгән Ҡыҙырас:

  • Беләһегеҙме, ни, мин ошо дәрестә бер ҡыҙыҡ эшләйәсәкмен, ҡарағыҙ! — тине. Унан, көлә-көлә, Ғариф-

178




тың, үҙ тирәһендәге башҡа бер нисә малайҙың ҡолағына шыбырлап нимәлер һөйләне.

  • Йә, шулай ит, мәрәкә булһын! — тип шаулаштылар тегеләр.

Бына звонок шылтыраны. Уҡыусылар йүгерешеп парталарына барып ултырҙылар. Йәш уҡытыусы Ҡылысбаев класҡа килеп инде.

Ул, үткән яҙҙы гына педагогия институтын тамамлап, быйыл тәүге йыл уҡыта башлағайны.

Ҡылысбаев — ҡыҙыл йөҙлө, ерән сәсле, күк күҙле егет. Ул әле генә күпереп сығып килгән ерән мыйығын ҡырмай, үҫтереп йөрөй. Был мыйыҡ, уның уйынса, уға өлкәнлек, серьезлыҡ биреп торорға, уны уҡыусылары алдында мөһабәт күрһәтергә тейеш ине. Ләкин асылда был мыйыҡ уның үҫмер егеттәргә хас нәҙек кәүҙәһенә, балаларса яҡты көләслек менән мөлдөрәп торған күк күҙҙәренә һис оҡшамай, шаярып, йорон йәбештереп ҡуйған һымаҡ ҡына булып тора ине.

Ҡылысбаевтың йөрөшө, торошо, класта үҙен тотоуы ла ҡарт уҡытыусыларса серьез, ҡоро түгел. Уның балаларға булған мөнәсәбәтендә лә ниндәйҙер тиңлек, иптәшлек һиҙелеп тора. Ғариф, Ҡыҙырас кеүек шаян малайҙар, ошонан файҙаланып, уның дәресендә үҙҙәрен бик иркен тоталар ине.

Бына дәрес башланды. Ботаника дәресе. Ҡылысбаев эш өсөн янып торған йәш кешеләргә генә хас ихласлыҡ һәм мауығыу менән дәрес бирергә кереште. Уның бөгөнгө дәресенең темаһы үҫемлектәрҙең күҙәнәкле төҙөлөшө хаҡында ине. Ул дәресен:

  • Кешеләр үҫемлектәрҙең тышҡы төҙөлөшөн бик борондан уҡ өйрәнә башлаған. Ләкин уның нисек төҙөлөшөн микроскоп уйлап сығарылғас ҡына өйрәнергә мөмкин булды, — тип башлап китте.

Унан һуң күҙәнәктәр, уның ярысаһы, протоплазмаһы, ядроһы, уларҙың үҫемлек тормошондағы әһәмиәттәре хаҡында һөйләне.

Ул дәресен ярҙамсы материалдар менән дә йәнләндерҙе. Бешкән ҡарбуз киҫәген һалып, микроскоп аша уның күҙәнәктәрен күрһәтте. Ҡылысбаевтың уйынса,

179




был дәрес балаларҙы бик ҡыҙыҡһындырырға тейеш ине. Дөрөҫ, күпселек балалар дәресте ихлас тыңланы. Өҫтәл янына берәм-берәм килеп, микроскоп аша күҙәнәктәрҙе ҡаранылар. Ләкин ни өсөндөр бер нисә бала, дәрес менән һис тә ҡыҙыҡһынмай, күҙҙәре йылтырашып, көлөп ебәрә яҙып ултыра. Ҡайһы берҙәре йыш- йыш һөйләшеп тә ҡуя. Ҡылысбаев был күңеллелекте, көлкөнө тыуҙырған сәбәпкә төшөнә алмай йөҙәне. Ул, ғәҙәттә, бындай көлөү, һөйләшеүҙе башлап ебәреүсе Ҡыҙырасҡа бер нисә тапҡыр ентекләп ҡарап алды. Ләкин Ҡыҙырас бөгөн, бығаса булмаған рәүештә башын бер яҡҡараҡ һалып, ҡулдарын аҫҡа ҡуйып, ғәмһеҙерәк бер төҫ менән тик кенә ултыра. Бәйләнергә һис тә урын юҡ. Ләкин балалар уның яғына ҡарайҙар ҙа бышылдашалар, әкрен генә һаман көлөшәләр. Бигерәк тә Ғариф урынында ултырып сыҙай алмай. Үҙҙәренең алдындағы партала ултырған Зарифаның арҡаһына төртөп:

  • Тап үҙе булып ултыра, ҡара, ҡара инде, тап үҙе... — тип шыбырланы.

Тик Зарифа бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ҡыҙырас яғына әйләнеп тә ҡараманы.

Ғариф тынманы:

  • Тап үҙе, тап Юлдаш, — тип һаман бышылданы.

Ғарифтың һүҙҙәре Юлдашҡа ап-асыҡ ишетелеп торҙо. Юлдаштың быға бик асыуы килде. Ҡыҙырасты ошо урында тотоп туҡмап ташларҙай булды. Ләкин ул быны тыштан белгертмәне. Бер ни белмәгән, ишетмәгән кеше булып тып-тыныс ултыра бирҙе. Ә малайҙар һаман бышылдашты, көлөштө. Дәрес алып барыуҙың рәте китте. Сөнки инде Ғариф ҡына түгел, күпселек балалар көлөмһөрәп ултыра. Бына инде Гөлкәй ҙә урынында ултырып түҙмәй башланы. Уның шарҡылдап көлөп ебәргеһе килгәне күренеп тора, Ьимеҙ кәүҙәле, ауыр холоҡло Талип та, хатта Ҡыҙырасҡа ҡарап йылмая биреп, нимәлер һыҙғыларға тотондо.

Ғөмүмән, класс бөгөн ғәҙәттә булмағанса тынысһыҙ ине.

Ҡылысбаев һорауҙар биреү юлы менән дәресте йомғаҡлауға күсте.

  • Күҙәнәк тип беҙ нимәгә әйтәбеҙ әле? Ғариф, йә

180


һин ошо һорауға яуап биреп ҡара, — тине ул, йомшаҡ ҡына итеп.

Ғариф ҡапыл йыуашайып тороп баҫты. Бер аяғынан икенсеһенә күсте:

  • Күҙәнәк, күҙәнәк...

  • Белмәйһеңме?

Ғариф өндәшмәне. Сөнки ул уҡытыусының һөйләгәнен тыңламағайны.

Ҡылысбаев уға:

  • Нимә ул протоплазма?

  • Ядро тип нимәне атаныҡ?

  • Үҫемлек күҙәнәктәре нисек төҙөлгән? — тип бер- бер артлы бер нисә һорау бирҙе. Ә Ғариф, ҡапҡанға эләккән сысҡан шикелле, йыуашайып, күҙҙәрен мәғәнәһеҙ йүгертеп, бер ни ҙә әйтә алмай тик торҙо.

  • Ул ваҡытта һин, бәлки, миңә үткән дәресте һөйләп бирерһең. Әйтәйек, үҫемлек һауаны, аҙыҡты ниндәй органдары аша ала. Үҫемлектең сәскәһе нимәгә хеҙмәт итә? — тип дауам итте Ҡылысбаев. Ул Ғарифтың, исмаһам, бер генә һорауға булһа ла яуап бирә алыу-ал- мауын белергә теләй ине.

Ьуңғы һорауҙан һуң Ғариф йәнләнеп китте.

«Быныһын инде уҡымағанда ла белеп була. Шуны ла белмәҫкә мин бәләкәс баламы ни?..» — тип уйлап алды ул һәм, бик күңелле итеп:

  • Сәскәме? Сәскә ни матурлыҡ өсөн инде ул! — тип ашығып яуап бирҙе.

Класс шау килеп көлөп ебәрҙе. Ә йәш уҡытыусы ҡолағына тиклем ҡыҙарынды.

«Шулай уҡ уның бөтә тырышып һөйләүҙәре, аң- латыуҙары елгә китеп торамы икән ни?!»

Ул борсоулы ҡарашын Ҡыҙырасҡа күсерҙе.

  • Йә, һин яуап биреп ебәр, булмаһа.

Ҡыҙырастың һәйбәт ултырыуынан күңеле булған

уҡытыусы бөгөн уның дәресте яҡшы белеүенән дә шикләнмәй ине.

Ләкин ул исеме телгә алыныу менән, Ҡыҙырастың да бөтә яһалма тыныслығы юҡҡа сыҡты. Күҙҙәре борсоулы йүгереп китте. Ҡарпайыбыраҡ торған ҙур ҡолаҡтары ялт-йолт итеп бер нисә тапҡыр үрле-ҡырлы һи

181




керҙе. Ҡыҙырас, оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып: «Бөттө баш!» — тип уйлап алды. Ул малайҙарҙы көлдөрөр өсөн ҡолаҡтарын ҡыбырлатып өйрәткәйне. Ә улар, хәҙер уның теләүенән тыш, һис кәрәкмәгәндә, һикереп киттеләр. Быны күреп ҡалған ҡайһы бер балалар тағы пырх итеп көлөп ебәрҙеләр. Ҡыҙырас үҙе лә мәғәнәһеҙ йылмайып ҡуйҙы. Дәрес хаҡында бер ни уйламай, уҡытыусының һөйләгәнен тыңламай бөтә иғтибарын, Юлдашты үсекләп, иптәштәрен көлдөрөүгә йүнәлткән Ҡыҙырас, әле тороп баҫҡас, ни әйтергә, ни һөйләргә лә белмәне. Танауын сәкәйтә биреп, ҡуйы ҡаты сәстәрен тырпайтып тик торҙо. Уның әле генә үҙенән бик риза булып, иптәштәренең иғтибарын тартып ултырған ҡыйыулығынан бер ни ҙә ҡалмағайны инде. Бөтә торошо ҡыҙғаныс һәм көлкө ине. Ул уҡытыусының Ғарифҡа биргән һорауҙарының береһенә лә яуап бирә алманы. Гөлкәй ғәҙәте буйынса шыбырлап әйтеп тә ҡараны. Ләкин үҙең белмәгәс, парта араһынан ишетелгән ярым-йорто һүҙ менән яуап биреп буламы ни? Ул Гөлкәйҙең бышылдауынан бер ни ҙә аңламаны. Юлдаштың күңеленә Ҡыҙырас һалған яғымһыҙлыҡ тағы ла арта төштө.

«Ниндәй аҡылһыҙ! — тип асыуланып уйланы Юлдаш. — Дәрестә эше юҡ. Шаярырға белә. Бына уның менән класс намыҫын һаҡла; ул бит хәҙер тағы «2» аласаҡ. Ә йыйылыш?! Ә ҡарар?! Их, сырылдатып туҡмап ташларға ине был малайҙы!.. Нисек йәй көнө мин уны дуҫ иттем, нисек алдандым икән?..»

Ҡыҙырас, уның был уйын аңлаған һымаҡ: «Ана, ни, кем алдында хур булып торам бит, ә? Ул, ни, минән бот сабып көлә бит инде хәҙер, ә?.. Бөттө баш, бөттө!..» — тип үкенде.

Уҡытыусы, Ҡыҙырас менән Ғарифты баҫтырып ҡуйған килеш, тағы исемлеккә ҡараны.

  • Юлдаш, — тине ул күңелһеҙләнеп, — йә әле, һин яуап бир.

Ул Ғариф менән Ҡыҙырасҡа биргән һорауҙарҙы ҡабатлап сыҡты. Үҙе Юлдаштан һынаулы ҡарашын алманы. Сөнки уға беренсе тапҡыр һорау бирә ине. Юлдаш, ғәҙәтенсә, артыҡ сабыр, тыныс холоҡло, ҙур кеше кеүек булырға тырышып, ашыҡмай ғына урынынан ҡалҡты.

182




Әкрен генә класс таҡтаһы янына барып баҫты. Унан класҡа юғарынан түбәнгә ҡарап, бер аҙ өндәшмәй торҙо.

«Әллә быныһы ла белмәйме икән? — тип ҡурҡты Ҡылысбаев. — Былай булһа, бөтә класты аяғүрә баҫтырып ҡуйырға тура киләсәк».

Юлдаш яйлап ҡына, аҡбур алып, таҡтаға япрағы, сәскәләре, тамырҙары менән һуған һүрәтен төшөрөп ҡуйҙы. Бер ситкәрәк һуған ҡабығының күҙәнәкле эске төҙөлөшөн төшөрҙө. Рәсемде ул яҡшы уҡ һәйбәт эшләй ине. Бынан һуң ул, аяҡты киреберәк турайып баҫып, класҡа тағы иғтибарлы, ентекле ҡарап алды ла, киң яурындарын ҡуҙғатҡылап, башын артҡа ташлай биреп ҡуйҙы. Ул үҙе аңлапмы, аңламаймы үҙенең бөтә торошон, үҙен тотошон, үҙ көсөнә ныҡ ышанған, үҙ дәрәжәһен белгән эшлекле өлкән кешеләргә оҡшатырға тырыша. Юлдаштың был ғәҙәтен белмәгән, һынамаған кешегә был әкренлеккә сыҙауы бик ҡыйын ине. Ул дәрестә юрый, уҡытыусының түҙемлеген һынарға теләгән һымаҡ тағы ла әкренерәк, ашыҡмаҫыраҡ булып китә ине. Уның был ғәҙәтен бөгөн Ҡылысбаевты ла түҙемдән сығара яҙҙы.

«Ниңә һаман башламай икән?» — тип борсолдо ул.

Ҡыҙырас менән Ғариф эйелгән баштарын юғары күтәрҙеләр. Ҡыҙырас, хатта Ғарифҡа ҡарап, һиҙҙермәй генә күҙ ҙә ҡыҫып алды. Ғариф бынан: «Әһә, белмәй. Былай булғас, беҙҙең эш насар уҡ түгел», — тигәнде аңланы.

Яңы уҡыусының был класта тәүге һөйләүе булғанғамы, әллә Юлдаштың өлкәндәрсә ҡыланышы бик сәйер тойолғанғамы, балалар ҙа тып-тын булып, бөтә иғтибарҙарын уға йүнәлттеләр. Бына Юлдаш әкрен, һалмаҡ, ләкин асыҡ, ышаныслы тауыш менән һөйләргә тотондо.

-— Үҫемлек тә тере организм, — тип башлап китте ул. — Ул да үҫә, йәшәй, үрсей һәм үлә... Япраҡтары менән ул һауанан тын ала, тамырҙары менән ерҙән аҙыҡ, һыу ала. Сәскәләре уға үрсергә ярҙам итә...

Ҡыҙырас менән Ғариф Юлдаш һөйләгән һайын баштарын яңынан түбән эйә барҙылар. Ә Юлдаш һөйләгән

183




һайын асылды, ҡыйыуланды һәм үҫемлектәр, уларҙың төҙөлөшө, тормошо, ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәрҙең сорттарын яҡшыртыу юлында кешеләрҙең көрәше, эше хаҡында асыҡ, ҡыҫҡа итеп һөйләп бирҙе. Унан бөгөнгө дәрескә, үҫемлектәрҙең күҙәнәкле эске төҙөлөшөнә күсте. Ул дәресте тәрән белә, белгәнен һөйләп бирергә лә оҫта ине.

Уҡытыусы ла, уҡыусылар ҙа унан бик риза булдылар. Оҙаҡламай, дәрес бөтөүҙе белдереп, звонок шылтыраны. Микроскобын бала кеүек ҡәҙерләп күтәреп, уҡытыусы кластан сыҡты. Парта ҡапҡастары берҙәм шартлап асылды: балалар шаулашып, һикерешеп урындарынан торҙо. Юлдаш менән Ғилман шунда уҡ беренсе ҡатҡа буфетҡа төшөп китте. Ҡыҙырас менән Ғариф та, йүгерешеп, кластан сығып китмәксе булғайнылар ҙа, уларҙы төрлө яҡтан уратып алған иптәштәре тиҙ генә ебәрмәнеләр.

Бөтә тәнәфес буйына һүҙ Ҡыҙырас менән Ғарифтың бөгөнгө яраҡһыҙ холҡо, Юлдаштың яҡшы яуабы хаҡында барҙы.

Класта үҙенең бигерәк тә тел дәресенән шәп булыуы, рәсемде яҡшы төшөрөүе менән танылған, яҡшы күңелле, тос кәүҙәле, һимеҙ малай Талип Ҡыҙырасҡа ике рәсем күрһәтте.

  • Бына, туған, таныш бул. Был һин. Береһе — һинең Юлдашты үсекләп ултырған «батыр» сағың. Икенсеһе — уҡытыусының һорауына яуап бирә алмаған, ебегән сағың. Үпкәләмә, туған, быны стена газетаһына бирмәй булмай.

  • Һин, Талип, шунда Ғарифты ла төшөрөп ҡуй. Бөгөн ул миңә һис тә генә дәрес тыңларға ирек бирмәне лә баһа, — тине Зарифа. Ул үҙенең оҙон, ҡалын толомдарының осондағы аҡ таҫмаһын рәтләп бәйләй-бәйләй Талип янында тора ине. Ғарифҡа шелтәле ҡараш ташлап дауам итте:

  • Ғәбит ағай, уны һинең янына ултыртам, һин уны шефҡа ал, өйрәт, тигән була тағы. Өйрәтерһең уны. Ул әле үҙе һине шаянлыҡҡа өйрәтер. Уның башында гел шаярыу гына ла баһа.

184


Был һүҙҙән Гөлкәй шарҡылдап

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет