Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет15/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   27
«Саф» тарихи риүәйәттәр (тарихи ваҡиғалар, шәхестәр хаҡындағы сюжеттар)

Тарихи риүәйәттәрҙең төп тармағын реаль нигеҙе асыҡ билдәле булған ижтимағи әһәмиәтле ваҡиғалар һәм шул ваҡиғаларға бәйле булыуы менән танылған шәхестәр тора. Бындай риүәйәттәрҙең репертуары бай, тематикаһы күп төрлө. Дөйөмләштереберәк ҡарағанда, уларҙың йөкмәткеләрендә ике ҙур йүнәлеш айырым-асыҡ күҙгә ташлана: 1) тыуған ил һәм уны сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлау мотив- тарын сағылдырыусы риүәйәттәр; 2) социаль тигеҙһеҙлек, синфи һәм милли иҙеүгә ҡаршы, азатлыҡ осон көрәш идеяларын туплаған халыҡ хикәйәләре.

Тәүге төркөмгә башлыса башҡорт халҡының тыуған ерен, изге төйәген һаҡлап, төрлө яу һәм һуғыштарҙа ҡатнашы- уын һүрәтләүсе риүәйәттәр инә. Уларҙа сағылған ваҡиғаларҙың хронологик диапазоны шаҡтай киң; тематик даирәһе иһә түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: һундар ябырылыуы, монгол яуы, нуғай мырҙалары ҡыҫымы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ барымталары; 1812 йылғы француз һуғышы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы.

201




Икенсе төркөмгә «ил эсенән» сыҡҡан ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы көрәш идеяларын сағылдырған риүәйәттәр ҡарай. Урыҫ самодержавиеһының башҡорт ерҙәрен «һатып алыу» политикаһы, урындағы халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе, милли һәм синфи иҙеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ күтәрелгән ихтилалдар һ. б. шуның кеүек ваҡиғалар хаҡында ифрат күп риүәйәт ижад ителгән.

Уралда йәшәгән башҡорт ҡәбиләләре еренә һундарҙың баҫып инеүе хаҡындағы халыҡ хикәйәләре тарихи риүәйәттәр төркөмөндә хронологик яҡтан иң аҫҡы ҡатламды тәшкил итә. Тарихтан билдәле булыуынса, һун ҡәбиләләренең көньяҡ Байкал алды, Монголия ерҙәренән көнбайышҡа, Урал, Волга буйҙарына күсенә башлау осоро яңы эраның II — IV быуаттарына тура килә. Ғәҙәттә, ваҡиғаларҙы, йә булмаһа берәр эпизодты эҙмә-эҙлекле һәм мөмкин тиклем конкретлаштырып яҡтыртыуға ынтылған риүәйәт жанры өсөн, ошо жанрҙың тәбиғәтен белгән риүәйәтселәргә бынан ике мең йылға яҡын элек булған осорҙо һүрәтләү, әлбиттә, еңел түгел. Шуға күрә башҡорт ҡәбиләләре еренә һундарҙың, риүәйәттәр теле менән әйткәндә, «һун төрөктәр е»нең, баҫып инеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр бик һаран, дөйөм характерҙа. Улар, нигеҙҙә, ер-һыу атамаларын аңлатыуға ҡоролған риүәйәт-информациялар. Аныҡлыҡ әсән түбәндәге бер нисә тексҡа мөрәжәғәт итәйек. Улар 1965 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Мирхәйҙәров Мөғәлләм Шәйхаттар улынан (1900 йылғы) яҙып алынған. Текста телгә алынған топонимик атамалар ошо районға ҡарай: «Бер саҡ ябыҡ сиктән бында һун төрөктәре килеп сыҡҡан. Килеп сыҡҡандар ҙа тауҙа ятҡан башҡорттарҙы баҫҡандар. Бәлә-ҡаза булғанға тауҙы ла «Бәлә-ҡаза тауы» тип алып киткәндәр» (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

«Башҡорттар һун төрөктәрен сигендереп ҡыуып алып киткәс, уларҙан ҡалған бейәләр, ҡыш көнө ҡарҙы ҡаҙып, тибенеп ашап сыҡҡандар. Шуға ла был тауға «Бейәҡаҙа» тигәндәр. Ҡасып киткән һун төрөктәренең малдары эйәләшһен өсөн тоҙ ҡойғандар. Шунан ҡалған «Тоҙҡойған тауы»- ның исеме» (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

Бында иғтибарҙы түбәндәгеләр йәлеп итә. һун төрөктәренең Уралда булыуына туранан-тура ишара яһаған мотив

202




атамаларҙың үҙҙәрендә сағылмаһа ла, халыҡ уларҙың сығышын фәҡәт боронғо ваҡиғаға бәйләп, бик ҡәтғи рәүештә аңлата. Оҙайлы ваҡыттар үтеү менән теге йәки был топонимик исемдең барлыҡҡа килеүенең ысын сәбәбе онотолған хәлдә, шул исемдең мәғәнәһенә яҡынлаштырылған аңлатыуҙар, легенда һәм риүәйәттәр хасил булыуы — ауыҙ-тел ижады тәжрибәһендә була торған типик күренеш. Килтерелгән миҫалдарҙа беҙ бына ошо күренеш менән осрашабыҙ ҙа инде. Фольклор әҫәрҙәрен тикшереү шуны күрһәтә: аң үҫешенең мөһим моменттарына ҡағылған уй-ҡараштарҙы, ижтимағи әһәмиәтле эре ваҡиғалар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе быуындан быуынға тапшыра килеү элек-электән ата-бабаларыбыҙҙың изге маҡсаты, гүзәл традицияһы булып торған. Халыҡтар күсенеүе, һундарҙың башҡорт ҡәбиләләре менән ниндәйҙер аралашыуы, бәрелеше кеүек оло ваҡиға ла халыҡ хәтеренән эҙһеҙ юғалмаған. Тарихҡа иғтибарлы ил ҡарттары был ваҡиғаларҙы ысын мәғәнәһе бик үк асыҡ булмаған йәки бөтөнләй онотолған ер-һыу атамаларына еректереп, халыҡтың тарихи хәтер ебен оҙайтыу хәстәрен күргәндәр.

М. Мирхәйҙәров репертуарындағы «Ҡорға(а)шты» («Ҡурғашты») тигән риүәйәт тә ваҡиғаларҙы халыҡтарҙың күсенеү осорона илтеп тоташтыра, һундарҙың төшлөк Уралда йәшәгән мадьярҙарҙы, уйғырҙарҙы килеп баҫыуы, мадьярҙарҙың Карпат яғына сигенеп китеүе, уйғырҙарҙың әсирлеккә төшөүе хаҡында һөйләнелә унда (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

Уйғырҙарҙың айырым этнос булараҡ Көньяҡ Урал территорияһында йәшәүҙәр е тураһында тарихи материалдар беҙгә билдәле түгел. Риүәйәттә, бер яҡтан, һун, уйғур, ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләренең Себер, Алтай регионын- дағы боронғо контакттары (160, 349) сағылып ҡалыуы ихтимал булһа, икенсе яҡтан, күсенеү осоронда ҙур миграция тулҡыны менән уйғырҙарҙың ниндәйҙер бер төркөмө ваҡытлыса Көньяҡ Уралда туҡталып, һундар менән бәрелешкә юлығыуы - шул контакттарҙың алыҫтағы бер шаңдауы һаҡланып ҡалыуы ла бик мөмкин. Информанттың һөйләүендә фольклор әҫәрҙәрендә була торған анахронизм күренешенең урын алыуы ихтимал. Табын, ҡатай, меңле, әйле ырыуы башҡорттарының этник компонентында уйғыр заттарының

203




өлөшө барлығы билдәле (160, 231, 254, 307, 349). Бындай характерҙағы бәйләнештәрҙең ерлеген бер генә дәүер ваҡиғалары менән аңлатып булмайҙыр, моғайын.

Ә инде мадьярҙарҙың (венгрҙарҙың) IX быуатҡа тиклем осорҙа Уралда йәшәүҙәре ғилми әҙәбиәт буйынса билдәле (216, 33—34). һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Сорғояз ауылында яҙып алынған «Аҙан ташы» исемле бер риүәйәттә шулай уҡ һун төрөктәре телгә алына, тик бында информант яу менән килгән ҡәбиләнең исемен асыҡ ҡына әйтмәй: «...Борон башҡорттарҙы һун төрөктәреме шул, монголдармы (?) —бик ҙур яу баҫҡан» (55, 102), — ти ул. Тексты ентекләп тикшереү, уны һундар, монголдар осорон сағылдырған башҡа риүәйәттәр менән сағыштырыу һөҙөмтәһендә «Аҙан ташы»нда һөйләнелгән ваҡиғаларҙың ерлеген һун төрөктәре дәүеренә ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин.

Мөғәлләм Мирхәйҙәров Һөйләгән риүәйәттәрҙә лә, «Аҙан ташы»нда ла иғтибарҙы йәлеп итерлек бер мөһим мәғлүмәт бар. Ул сит яу менән булған һуғыштың сағыштырмаса оҙаҡҡа һуҙылмауы, башҡорттарҙың баҫҡынсыларҙы үҙ ерҙәренән ҡыуып сығарыуы хаҡындағы мәғлүмәт. Монгол яуы тураһындағы риүәйәттәрҙә бындай мотив күҙәтелмәй.

һун төрөктәре менән бәрелештең башҡорттарҙың еңеүе менән тамамланыуы «Ҡуңыр буға» хикәйәтенең бер вариантында ла ярайһы уҡ асыҡ әйтелгән (49, 274). Ошоларҙы иҫтә тотҡанда, «Аҙан ташы» риүәйәтендәге ваҡиғаның халыҡ тарафынан һун төрөктәренә бәйләп һөйләгәне асыҡлана. Боронғо ваҡиғалар шаңдауына һуңыраҡ дәүер ауаздары (аҙан мотивы) текста тәбиғи яңғыраш алған. Йөкмәткеһе менән генә түгел, формаһы, риүәйәт жанрының бөтә талаптарына яуап бирә алыуы менән дә «Аҙан ташы»—беҙҙең өсөн ҡиммәтле ҡомартҡы.

Боронғо башҡорт — һун мөнәсәбәттәрен күпмелер кимәлдә яҡтыртҡан һәм хәҙергә билдәле фольклор материалдары, нигеҙҙә, ошолар. Риүәйәттәргә һундар менән бәрелеш мотивының килеп инеүе осраҡлы күренеш булмаҫҡа тейеш. Уның эпоста сағылыуы ла ошо хаҡта фекер йөрөтөргә урын ҡалдыра, һундарҙың Көньяҡ Уралда булыуы тарих фәне

204




мәғлүмәттәре менән дә нығытыла. Улай ғына ла түгел, С. Мирасов, М. Өмөтбаев, Н. Мәжитов, Р. Кузеев яҙмалары буйынса, боронғо башҡорттар менән һундар араһында генетик бәйләнештәр булғанлығы билдәле. Үҙҙәренең тикшеренеүҙәрендә ғалимдар риүәйәттәрҙе лә күҙ уңынан ысҡын- дырмай (160, 16, 269, 349; 187 б, 98).

Башҡорт ырыуҙарының Алтын Урҙа хандары ҡыҫымы аҫтында йәшәгән осорон һүрәтләүсе тарихи риүәйәттәр һан яғынан артыҡ күп булмаһалар ҙа, шул дәһшәтле замандың шаңдауын реаль һыҙаттарҙа хикәйәләүҙәре менән халыҡ тарихындағы ҙур осорҙо күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирәләр.

Монгол яуы дәүеренә ҡараған башҡорт риүәйәттәре торло характерҙа: уларҙың бер тибы туранан-тура яу эпизодтарын, көрәш ваҡиғаларын сағылдырһа, икенсе төрө башҡорт-монгол мөнәсәбәттәрен һүҙ ыңғайында иҫкә алып, бер тарихты икенсеһенә ялғап ебәреү алымына ҡоролған әҫәрҙәр стилендә; өсөнсө тибы баҫып алыусылар хакимлығының ҡаты иҙеүен кисергән башҡорт ҡәбиләләре эсендәге төрлө синыфтарҙың ижтимағи хәлен сағылдыра.

Яу эпизодтарын, көрәш ваҡиғаларын һүрәтләгән риүәйәттәр контраст алымына ҡоролған: монгол һөжүменә тиклемге мул тыныс тормош, тәбиғәт байлыҡтары, халыҡтың иркенлектә йәшәүе һәм аҙаҡ башҡорт ырыуҙарын юлбаҫарҙарҙың рәхимһеҙ талауы, үлтереү һәм язалауҙары риүәйәттәрҙә тетрәткес бер көс менән тасуирланған. Бындай риүәйәттәрҙең башланыу рәүеше төрлө райондарҙа, төрлө кешеләрҙән яҙып алыныуҙарына ҡарамаҫтан, бер типта. Сағыштырығыҙ:

«Сарман ҡарт был урынға килеп ултырғансы, әле беҙҙең яҡтарға Сыңғыҙ, Батый сиреүҙәре килгәнсе, Ағиҙел тамағы, Ыҡ буйҙары, Мәллә менән Минзәлә йылғалары тәрән һыулы, балыҡлы булған, тирәләре ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Ул ҡош-ҡорт, йәнлектәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Бына ошо урындарҙа бәйләр, бүләр тигән башҡорт ырыуҙары күсенеп йөрөгәндәр. Улар иркен йәшәгән». («Биксура», Татарстандың Сарман районында яҙып алынған —55, 156).

«...Был ерҙәргә элек башҡорттар хужа булған. Ер-Һыу байлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел икән. Урман тулы йән

205




лек: айыу, бүре, төлкө, ҡуян, ҡамсат, шәшке, кеш. Йылға тулы балыҡ. Урманда солоҡ. Халыҡ һунар, солоҡ кәсебе менән шөғөлләнгән; мал, йылҡы аҫраған» («Аҡман-Тоҡман». Яҙып алыныу урыны — Башҡортостандың Белорет районы — 55, 158).

«Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Теләү, Бөрйән, Юрматы —бер атанан таралған уландар, бер туғандар. Уларҙың тоҡомдары борон Ыҡ, Яйыҡ, Ағиҙел, Сулман Иҙеле (хәҙер —Кама) буйҙарында йәйелеп, йылҡысылыҡ менән көн күргәндәр. Малының һанының иҫәбе булмаған. Улар меңәрләгән баш көтөү-көтөү булып ерҙе ҡара ябып йөрөр булған. Шуға улар яҡшынан-яҡшы, үләнле йәйләүлектәргә гел күсенеп йөрөгәндәр...» («Бошман-Ҡыпсаҡ батыр», Башҡортостандың Шаран районында яҙып алынған —55, 157).

Ошо рәүешле һүрәтләнгән тыныс тормош картиналары риүәйәттәрҙә көтмәгәндә «Алтай тауы яҡтарынан килеп сыҡҡан бик яман бер ҡара яу» күренештәре менән алышына. Дошман ғәскәрҙәренең ифрат күп һанлы булып икһеҙ- сикһеҙ далаларға таралыуы һәр әҫәрҙә тиерлек һыҙыҡ өҫтө- нә алына. Халыҡ хикәйәләре монгол яуын үҙ юлында бөтә нәмәне ҡырып, яндырып килеүсе дәһшәтле яуыз көс итеп һүрәтләй. Баҫып алыусыларҙың ерле халыҡҡа ҡарата рәхимһеҙлеге, вәхшиҙәрсә булған мөнәсәбәте риүәйәттәрҙә бик ентекләп яҡтыртыла. Миҫал өсөн «Биксура» риүәйәтенән түбәндәге юлдарҙы килтерергә мөмкин:

«...Минзәлә менән Ыҡ йылғалары араһында күсеп йөрөп тереклек итеүсе Ҡарағай-Атай ырыуы айырыуса ҙур ҡайғыға дусар була. Сиреү башлығы алдында бил бөкмәгән көмөш һаҡаллы Ҡарағай-Атайҙы бөтә нәҫел-нәсәбе алдында һуҡтыралар. Ат тубығынан ҡалҡыуыраҡ булған барлыҡ ир затының башын ҡырҡалар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсир итәләр. Барлыҡ мал-мөлкәт, йылҡы көтөүҙәрен тартып алалар...»

Баймаҡ районының Буранбай (элекке Кинйәғол) ауылында яҙып алынған «Ҡыҙтораташ» исемле риүәйәттә (203, оп. 73, д. 72, л. 166—167) шулай уҡ ифрат аяныслы хәлдәр хаҡында һүҙ бара. Бында ауылдың һуңғы кешеһен —ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ баланы эҙәрләп барып, уны үлемгә дусар итеү эпизодында баҫҡынсыларҙың вәхшилеге бигерәк тә асыҡ күренә.

206




«Ҡанъятҡан баҫыуы» исемле бәләкәй генә риүәйәттә лә башҡорттарҙың монгол иҙеүе аҫтында йәшәгән фажиғәле осоро ғәжәйеп тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән әйтеп бирелгән: «Ергә ҡояш төшмәгән: уны хан сатыры ышыҡлаған» (55, 101).

Халыҡтың ыҙа сигеүе, күп хәсрәт күреүе һәм шул михнәттәргә сыҙай алмай яуға күтәрелеүе хаҡында һөйләгәндә лә риүәйәт һүҙгә йомарт түгел. Ике яҡ араһында барған алыштың көсөргәнеше тыңлаусыға баҫыу ҡыҙартып ятҡан ҡан образы аша еткерелә. Яу картинаһы был образда шул тиклем асыҡ күҙаллана, ваҡиғаны ентекләп һөйләүҙең кәрәге лә ҡалмай.

Айырым башҡорт ырыуҙарының аяуһыҙ көрәшкә күтәрелеүе, тиңһеҙ алыштар, ҡан ҡойош һ. б. ваҡиғалар риүәйәттәрҙә конкрет географик ерлектә, конкрет шәхестәр исеменә бәйләп яҡтыртыла. Бында һүрәтләнгән персонаждар, батырҙар, дөйөм халыҡ батырҙары булып түгел, ә теге йәки был ырыуҙың, аймаҡтың йәки төбәктең батыры сифатында күҙ алдына баҫтырылалар. Биксура, Сураман, уның батыр ҡатыны, улдары Аҡман, Тоҡман — был исемдәр хаҡында яҙма мәғлүмәттәр юҡ, ләкин улар ырыуҙаштарының хәтеренә яҙылып, риүәйәт аша быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға еткерелә килгән.

Монгол баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшеп йөрөгән ҡыпсаҡ батыры Бошман (Баңиман, Бачман) хаҡындағы хикәйәттәр иһә боронғо тарихи яҙмаларҙа ла урын ала. Был яҙмаларҙан күренеүенсә, Бошманды Мәнгүхан һәм уның туғаны Бүсектең ғәскәрҙәре уратып ала. «Бачманды тотоп Мәнгүхан янына килтергәс, ул Мәнгүхандан уны үҙ ҡулы менән үлтереүен һораны. Ләкин Мәнгүхан үҙенең туғаны Бүсеккә уны (Бачманды) ике киҫәккә сабып үлтерергә бойорҙо»,— тиелә яҙмаларҙа (240, 37—38).

Риүәйәттең «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» исемендәге башҡорт варианты, нигеҙҙә, боронғо яҙмаларҙа һөйләнелгән сюжет менән тап килә. Күп ваҡыттар үтеү сәбәпле, әҫәрҙә телгә алынған ҡайһы бер шәхестәр (Мәнгүхан, Бүсек, Бошмандың ҡайҙа урынлашыуын күрһәткән хыянатсы ҡарсыҡ образы) риүәйәттә дөйөмләштерелеп, «яуыз хан», «хыянатсы» тип кенә әйтелә.

207


Монгол яуы заманындағы киҫкен көрәште, шул тиңһеҙ көрәштә башҡорттарҙың ғәйәт ҙур батырлыҡ күрһәтеүҙәр е, хәл-ваҡиғаларҙы билдәле урын йәки шәхестәргә бәйләмәй, дөйөмөрәк формала һөйләгән риүәйәттәр ҙә осрай. 1967 йылда Әбйәлил районының Алсынбай ауылында Вәрисов Хәм- мәт Вәрис улынан фольклорсы Б. Ғ. Әхмәтшин яҙып алған риүәйәт, мәҫәлән, шундайҙарҙан (28, 70—71).

Башҡорт халҡының Алтын Урҙа дәүерендәге көрәшен сағылдырған халыҡ хикәйәләре араһында иғтибарға лайыҡ йәнә бер әҫәр бар, ул —«һуңғы һартай» («ҫартай»). Хәтирә рәүешендә төҙөлгән был әҫәр стиле яғынан фольклор менән әҙәбиәт араһында торған үҙенсәлекле ҡомартҡы. Беҙҙең көндәрҙә ул яҙма хәлендә, русса тәржемәлә килеп еткән. 1935 йылда археолог, крайҙы өйрәнеүсе М. И. Касьянов тарафынан рус теленә тәржемә ителгән был яҙма («Последний из Сартаева рода») хәҙерге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана (203, оп. 12, д. 259, л. 1—9). М. Касьянов әҫәрҙең жанрын «историческое предание» тип билдәләгән. Тарихсылар «һуңғы һартай»ға ҡарата, ғәҙәттә, «легенда» терминын ҡуллана (P. Ғ. Кузеев, Н. Ә. Мәжитов, Ә. Н. Солтанова). Билдәле фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов әҫәрҙе «эпос» һүҙе менән нарыҡ- лап, уның нигеҙендә үҙе ҡобайыр яҙҙы. Ныҡ әҙәбиләш- тер елгән был тексҡа ҡарата ниндәй генә фольклор термины ҡулланылһа ла, ул шартлы буласаҡ. Асылда әҫәрҙә төрлө жанрҙарҙың (эпос, риүәйәт, легенда) һыҙаттары тупланған. Беҙ иһә хикәйәләүҙең беренсе зат исеменән алып барылы- уына таянып, бер ни тиклем шартлы булһа ла (1-се заттан хикәйәләү художество алымы булараҡ ҡулланылған осраҡтар ҙа билдәле), хәтирә терминын ҡулланыуҙы уңайлы тип таптыҡ (хәтирә-риүәйәт тип әйтергә лә булыр ине).

«һуңғы һартай» хәтирәһенең башҡортса тәржемәһе (тәржемәселәре — М. Сәғитов менән Ә. Бейешев) 1971 йылда «Ағиҙел» журналының 2-се һанында донъя күрҙе. 1980 йылда ошо баҫманан алынып, әҫәр «Башҡорт халыҡ ижады: риүәйәттәр, легендалар» китабында нәшер ителде (55, 364 — 370), төп нөсхәһе иһә 1987 йылда баҫылды (42, 173 — 179).

Йөкмәткеһенән күренеүенсә, «һуңғы һартай» хәтирәһендә, нигеҙҙә, XIV быуат аҙағындағы ваҡиғалар, атап әйткән

208




дә, Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән бәрелеш дәүеренә һәм ошо осорҙа һартай ырыуы башҡорттарының күргән яфа һәм юғалтыуҙары һүрәтләнә. Ваҡиғалар шаһит (ул һартай ырыуы союзының атаҡлы бейе Бурнаҡ улы Ялыҡ) исеменән бәйән ҡылынғанлыҡтан, бик тә ентекле һәм психологик көсөргәнешле. Үрҙә ҡаралған риүәйәт- тәрҙәге шикелле, хәтирәнең башлам өлөшө баҫҡынсылар килгәнгә тиклемге рәхәт тормошто һүрәтләү менән асыла, әммә был тасуирлау хәтирә жанры рамкаһында хәл ителгән: дойөм халыҡ, теге йәки был ҡәбилә, ырыу тормошо һүрәтләнмәйенсә, Ялыҡ бейҙең үҙе тураһында мәғлүмәттәр, уның мул, иркен көнкүреше алғы планға сығарылған: «...Эйе, мин йәшәй белдем... Минең үҙ ҡошом, үҙ тамғам бар ине. Үҙ хөкөмөм үҙ ҡулымда ине. Аҡһаҡал да, бей ҙә булдым...» (55, 365).

Хәтирәнең башлам өлөшөндә һартай ырыуы башҡорттарының Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре менән көрәшенә тиклемге осорғаса (тарихи документтарҙан күренеүенсә, был бәрелеш 1391 йылда булған —216, 52) Алтын Урҙа хандарының береһе —Мәнгү түрә менән булған һуғышы телгә алынып китә. Әҫәрҙән аңлашылыуынса, был бәрелеш дошмандың еңелеүе менән тамамланған, шуға күрә хатта яу килгән ҡара көндәрен дә хикәйәсе үҙенең бәхетле сағы, аҡ, яҡты көндәре итеп хәтергә ала.

Артабан Ялыҡ бей һәм уның ырыуҙаштары тормошондағы фажиғәле мәл —Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренең ябыры- лыуы, тиңһеҙ алышта һартайҙарҙың ҡырылып бөтөүе иҫ киткес тәрән көсөргәнеш менән хикәйәләнә. Трагик ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙә «автор», телгә алынған риүәйәттәрҙәге һымаҡ, контраст алымына мөрәжәғәт итә. һөҙөмтәлә фажиғәле ситуацияның киҫкенлеге айырыуса ҡалҡыу тасуирлана. Хәтирәнең бөтә маҡсаты һартайҙарҙың азатлыҡ өсөн фиҙа- ҡәр көрәшен күрһәтеүгә, уларҙың батырлыҡтарын данлауға йүнәлдерелгән. Айырыуса Ялыҡ бейҙең үҙенең шәхси батырлығы, улдары Сәрмәсән менән Ҡармасандың ҡаһарманлығы ентекле хикәйәләнә. Дошман ғәскәренең күп һанлы булып, ерле халыҡҡа үлем, ҡоллоҡ алып килеүсе яуыз көс икәнлеге дөйөм рәүештә генә әйтеп кителә. Түбәндәге юлдар шул замандың көсөргәнешле һулышын етерлек дәрә

209




жәлә сағылдыра: «...Беҙ оран һалып, суҡмар менән ҡылыс тота алған бөтә ирҙәрҙе йыйҙыҡ. Беҙ алай (полк. — Ф. Н.) төҙҙөк. Беҙ Аҡһаҡ Тимер барластары һымаҡ куп түгел инек. Тимерҙең баҫҡағы килеп беҙҙең ер-һыуҙы талап иткәс, мин уны кире ебәрмәнем. Юҡ. Уны балға буяп ҡырмыҫҡа иләүенә ултыртырға ҡуштым, һай! Сыйылданы ла инде! Таяҡ менән һуҡҡан көсөк кеүек. Ә беҙҙең һуғышҡанды күрһәң!.. Беҙ айбарлы һуғыштыҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡаҡшамаҫ, ҡыйыу булдыҡ. Беҙ ысын яу булдыҡ. Беҙҙең хаҡта йыр сығарып йырланылар. Тик беҙ аҙ инек. Беҙ сигендек. Юҡ, юҡ! Беҙ ҡасманыҡ!» (55, 367).

Әйткәнебеҙсә, хәтирә беҙҙең көндәргә яҙма хәлендә килеп еткән. Шунлыҡтан уның стилендә яҙма ҡомартҡыларға хас үҙенсәлек өҫтөнлөк итә. Ләкин бер үк ваҡытта әҫәрҙә ауыҙ-тел ижады традициялары, халыҡ хикәйәләренә хас алымдар ярайһы уҡ күп. «һуңғы һартай» хәтирәһендә иғтибарҙы йәлеп иткән иң мөһим нәмә —ул хикәйәләүҙең нигеҙендә инфөрматив башланғыстың өҫтөнлөк итеүе. Бында риүәйәттәр һәм легендалар өсөн характерлы һыҙат — хикәйәлә һөйләнелгән хәл-әхүәлдәр һәм ваҡиғаларҙың булғанлығына шик тыуҙырмау теләге менән һәр нәмәне конкретлаштырып һөйләргә ынтылыу күренеше ярылып ята. Урын, ваҡыт төшөнсәһе ошо урында, ошо ваҡытта йәшәгән кешеләр, шәхестәр, уларҙың ҡылған эштәре, һәр төрлө ваҡиғалар — бөтәһе лә бик конкрет, һәм был конкретлыҡтың бирелеше риүәйәттәрҙәгесә тиерлек. Мәҫәлән, «...Минең тирмәм бейек Сейәле түбә эргәһендә ине», «...Был хәл (дошман яуының килеүе. — Ф. Н.) урмандағы ояһыҙ кәкүктең һаҡауланған сағында булды...» Бынан тыш, хәтирәлә әллә күпме шәхестең исемдәре телгә алына: Ҡара Абыз аҡһаҡал, Тәтегәс бей, Мәнгү түрә, Торғот бей һ. б.

Геройҙарҙы һүрәтләгәндә лә риүәйәттәрҙәге образдар менән уртаҡлыҡ күҙгә ташлана. Мәҫәлән, күп кенә риүәйәт батырҙарының ҡаһарманлыҡ һыҙатын тасуирлағанда йыш ҡына уның оҫта ҡурайсы, тирә-яҡҡа даны таралған йырсы булыуын иҫкәртеү традицион фольклор алымына әйләнгән бер күренеш тиергә мөмкин. Ошо хәл «һуңғы һартай» хәтирәһендә лә сағылыш таба. Улы Сәрмәсән хаҡында Ялыҡ бей, мәҫәлән, былай ти: «...Ул ҡурайға оҫта ине, йырлап

210


йөрәгемде ойота ине. Ул йырсы ла, ҡурҡыу белмәҫ яу ҙа булды...»

Икенсе улы Ҡармасан да эпик батырҙар һымаҡ көслө һәм мәргән: «...Үҙ ғүмерендә уның алты ғына уғы яҙа китте. Ул егет ине» (55, 365—366). Аҙаҡ килеп, Сәрмәсән менән Ҡармасан йылғаларының исеме риүәйәт һәм легендалар традицияһында аңлатыла.

Әҫәрҙең «Барығыҙ ҙа тыңлағыҙ!» тип башланып киткән урындары ҡобайырҙарҙағы «Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт, /Боронғоларҙан аманат» тибындағы эпос башламын хәтерләтеп ҡуя.

Халыҡ лексикаһына хас булған һүҙбәйләнештәр, мәҡәл һәм әйтемдәр — быларҙың бөтәһе лә «һуңғы һартай» хәтирәһен халыҡ ижадына яҡынлаштырыусы һыҙаттар. Яҙма әҙәбиәт һәм фольклор традициялары был әҫәрҙә бер-бер е- һенә бик ныҡ үрелгән.

Яҙма хәлендә һаҡланып ҡалыуы хәтирәне ныҡлы реалистик нигеҙле ҡомартҡы итеп ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙыра, һәм танып белеү яғынан уның әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Алтын Урҙа хандарының, аҙаҡ Аҡһаҡ Тимерҙең баҫып алған ерҙәр ендәге халыҡты аяуһыҙ ҡырыуы тарихи яҙмалар менән раҫлана (216, 51—52, 268, 224—225). «һуңғы һартай» хәтирәһе ошо аяуһыҙ көрәштә һуңғы вәкиленә тиклем ҡырылып бөтөргә дусар булған һартайҙарҙың ҡаһарманлығын һүрәтләүе менән ҡиммәтле.

Шул замандағы хәрби йолаларҙы, һуғышыу ысулдарын хәтирә ысынбарлыҡтағыса тасуирлай. Әҫәрҙәге был төп реа- лиялар шулай уҡ тарихи яҙмаларҙағы мәғлүмәттәр менән тап килә.

Хәтирәлә телгә алынған шәхестәрҙең ҡайһы берҙәре документтарҙа, шәжәрәләрҙә осрай: киң билдәле Аҡһаҡ Тимер, Мәнгү түрә, Торғот бей. Тик был урында, Мәнгү түрә исеменә ҡағылып, бер нәмәне асыҡлап үтергә кәрәк. Тарихтан билдәле булыуынса, Мәнгүҙәр — хакимлыҡ иткән монгол династияһының күренекле вәкилдәре. Яҙма документтар буйынса, уларҙың хакимлыҡ итеү осоро нигеҙҙә XIII быуатҡа ҡайтып ҡала: Сыңғыҙхан нәҫеленән булған Мәнгүхан, мәҫәлән, 1251—1259 йылдарҙа, Мәнгү-Тимер — 1266—1282, Туҙа-Мәнгү—1282—1287 йылдарҙа хакимлыҡ иткәндәр (41, 190; 284, 702). «һуңғы һартай» хәтирәһендә һүрәтләнгән

211




ваҡиғалар, әйтелгәнсә, XIV быуаттың аҙағына, Аҡһаҡ Тимерҙең Уралда булған осорона ҡарай, ә Ялыҡ бейҙең Мәнгү түрә менән бәрелеше XIV быуаттың уртаһынан да алда булыуы мөмкин түгел.

Тимәк, башҡорт хәтирәһендә телгә алынған Мәнгү түрә Мәнгүҙәр династияһының һуңғыраҡ, ихтимал, бик үк күренекле булмаған бер вәкилелер. Хәтирәнең характерына, масштабына, уны яҙған кешенең уҡымышлылығына ҡарағанда, Мәнгү түрә исемен хәтирәгә осраҡлы, йә булмаһа берәр төрлө бутау арҡаһында килеп ингән исем тип уйлауы ауыр.

Әлегә тиклем тикшерелгән монгол яуы хаҡындағы хикәйәләр — булған хәлдәрҙе реаль тонда, реаль һыҙаттарҙа һөйләп биреүсе әҫәрҙәр, йәғни риүәйәттәр. Уларҙың береһе — хатта хәтирә. Быларҙан тыш, башҡорт халыҡ ижадына ошо осорға, атап әйткәндә, Аҡһаҡ Тимер заманына ҡараған бер нисә легендар риүәйәт тә билдәле («Учалы», «Аҡһаҡ Тимер»), Уларҙың йөкмәткеһе уйҙырмаға ҡоролоп, тарихилыҡ мәсьәләһе, һөйләнелгән ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе дөйөм планда ғына реаль. Мәҫәлән, Аҡһаҡ Тимерҙең башҡорттарҙан бер ҡыҙ һоратып, уны ҡоҙалап, мәһәр биреп, үҙ иленә бер ҡайтып, бер килеп йөрөүе, башҡорттарҙың үҙ вәғәҙәләрен боҙоп, ҡыҙҙы биреүҙән баш тартыуҙары кеүек мәғлүмәттәрҙең ысынлығына ышаныуы ауыр. Бындай «факттар» «Учалы» һүҙенең атамаһын аңлатырға тырышыу юлында килеп тыуған фантазия — художестволы уйҙырма ғына. Ләкин, билдәле булыуынса, фольклорҙа бер ҡасан да буштан-буш, нигеҙһеҙ уйҙырма булмай. Легендар риүәйәттәр тормошта ысынлап та булған хәл — юлбаҫарҙарҙың буйһондоролған ерҙәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы көслөк менән әсирлеккә алыу күренештәре (ә был күренештәр беҙгә риүәйәттәр буйынса ла, тарихи яҙмаларҙан да мәғлүм) бер ни тиклем идеаллаштырылған формала сағылыш тапҡан. Әйткәндәй, баҫҡынсыларҙың урындағы халыҡҡа, шул иҫәптән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яуызлыҡ, йыртҡыслыҡ күрһәтеү мотивы риүәйәттең кульминация өлөшөндә етерлек дәрәжәлә аныҡ яҡтыртылған: «...Хан ҡыҙҙы алам тип килһә, башҡорттар баш тартҡандар. Ҡыҙҙы бирмәгәндәр. Хан быға бик асыуланған. Үс алыу өсөн ошо тирәләге бөтә башҡорт

212




ырыуҙарын туҙҙырып, йәйләүҙәрен яндырып киткән. Халыҡ бөлөп ҡалған» (55, 131). Күренеүенсә, риүәйәттә уйҙырма һәм дөрөҫлөк үҙ-ара һыйышып, бер-бер еһен тултырып йәшәй. Ентекләп өйрәнгәндә, уларҙы бер-бер еһенән айырырға мөмкин.

1947 йылда Ғәли Ибраһимов тарафынан яҙып алынған «Аҡһаҡ Тимер» (203, оп. 32, д. 30, л. 3—4) исемле риүәйәт тә легендар характерҙа. Донъяға яусыллығы менән даны таралған Аҡһаҡ Тимерҙең айырым осраҡтарҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған саҡтары ла булғылаған. Бына ошо хәл башҡорт риүәйәтендә лә сағылып, шул уңышһыҙлыҡтан ҡотолоу сәбәбен эҙләгән Аҡһаҡ Тимерҙең ҡылған ҡылыҡтары уйҙырма эпизод аша бирелә. Билдәле булыуынса, теге йәки был серҙең асылын белер өсөн батша йәки хан тарафынан илгә шымсылар ебәреү — әкиәттәргә хас традицион алым. «Аҡһаҡ Тимер» риүәйәтендә нәҡ бына ошо алым ҡулланылған. Әлбиттә, шымсы ебәреү үҙе генә уйҙырма, легендар мотив тыуҙырмай, эш —шул шымсының «серҙе асыу» эпизодында.

Башҡорт-монгол мөнәсәбәттәрен һүҙ ыңғайында иҫкә алып, бер тарихты икенсеһенә ялғап ебәреү, дөрөҫөрәге — башҡорт тарихындағы иҫтәлекле оло ваҡиғаларҙы берләштереп хикәйәләүсе риүәйәттәрҙең типик өлгөһө—1979 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Ғайса Хөсәйенов тарафынан яҙып алынған «Бөрйәндәр хан замандарында» исемле риүәйәт. Бында Сыңғыҙ, Батый яуҙары хаҡындағы мәғлүмәт ике башҡорт ырыуының — бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтарҙың — мөнәсәбәтен сағылдырыуға бағышланған хикәйә эсендә йәшәй. Шуныһы, был риүәйәттәге Сыңғыҙханға бәйле мотивтар — легендар характерҙа булып, башҡа төрки, монгол халыҡтарының риүәйәт-легендаларында ла йыш осраған уртаҡ мотивтар. «Бер заман донъяны Сыңғыҙхан яулап алған» тигән раҫлауҙан һуң, Сыңғыҙхандың мөғжизәле тыуыуы, уның ғәҙәттән тыш көскә һәм алдан күрә белеү һәләтенә эйә булыуы хаҡында ярайһы уҡ мауыҡтырғыс хикәйәләүҙән һуң, йәнә уның «күп ерҙәрҙе, күп халыҡтарҙы үҙенә баш һалдырыуы, Урал, Иҙел буйҙарын, Ҡазан тирәһен баҫып алыуы» әйтеп үтелә. Ошо рәүешле легендар мотивтар менән реаль мәғлүмәттәр риүәйәттә башынан

213




аҙағына тиклем үрелеп бара. Бында Зөлҡәрнәй, Батый, Аҡһаҡ Тимер кеүек тарихи шәхестәрҙең исемдәре телгә алына, шул замандарҙа үткән яу иҫтәлеге булып ҡалған ер-һыу атамалары исемдәре килтерелә. Тыныс һәм талғын ғына хикәйәләү аша ла фажиғәле дәүерҙең фажиғәле ваҡиғалары шаңдауы берсә реаль тонда, берсә легендар формала тыңлаусыла тетрәткес тойғолар уятырлыҡ. Миҫал өсөн түбәндәге өҙөктө генә килтереп үтәйек: «...Ошо Сыңғыҙ, Батый хан замандарында бик ҡаты яуҙар булған. Халыҡ хан ғәскәрен үҙ ерҙәренә, урман-тауҙарға үткәрмәҫкә тырышҡан. Хәҙерге Тимер арҡаһында (хәҙерге Бөрйән районы Тимер ауылы янында) хәтәр бер яу үткән. Шундағы йылға ҡан менән буҙарған. Шунан уға Буҙарған исеме биргәндәр. Бер тауында ун туғыҙ ҡәбер бар. Ошо яуҙа үлгән ун туғыҙ батыр ҡәбере, тиҙәр...» (55, 156).

Яу баҫыу эпизодтарының үҙен һөйләп тормайынса, йә башҡа тарих менән бер рәттән, йә топонимик мәғлүмәттәр биреү ниәтендә һөйләнелгән риүәйәт һәм легендалар (айырыуса һуңғылары) байтаҡ. Был урында тарихи яҙмаларҙа, шәжәрәләрҙә йыш ҡына телгә алынған Сыңғыҙхандың замандашы, юлдашы Майҡы бей хаҡындағы риүәйәттәрҙе билдәләп үтеү маҡсатҡа ярашлы, сөнки бындай риүәйәттәр, хатта уларҙа уйҙырма өҫтөнлөк иткән хәлдә лә, йә бик фрагментар булып, ҡоро атамаһы һаҡланып ҡалған һүрәттә лә, реаль тарихи шәхестәрҙең исемдәрен йөрөтөүҙәре менән әһәмиәтле. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Бикбулат ауылы тураһындағы риүәйәттә шул ауылдан алыҫ түгел бер ерҙә «Майҡы яланы» тигән урын барлығы әйтеп кителә (203, оп. 63, д. 56, л. 113). Хәҙерге быуын кешеләре уның ҡайҙан килеп сығыуын күп осраҡта әйтә лә алмайҙар, әммә аҡһаҡалдар был исемдең этимологияһын Сыңғыҙхандың юлдашы Майҡы бей үткән урын тип аңлаталар. Бынан тыш, Ҡаратабын ырыуы башҡорттарының шәжәрәһендә лә (ә был шәжәрә —яҙма формала һаҡланған риүәйәт) Майҡы бей Уралда булған тигән күрһәтмә бар: «...Майҡы би Чынғыз хан дәүерендә Урал тауының Миадәк тигән урында булыб, Мийәс йылғасы буйында мәҡам иткән; ул Чыңғыз ханға бүләк алыб барыб, аның белән юлдаш булыб, Чыңғыз хан

214




белән бер арбада ултырып йөрөгән; аты Уйшин Майҡы би тигәннәр» (41, 164).

Майҡы бейҙең Сыңғыҙхандың замандашы һәм уның менән бер арбала ултырып йөрөү мотивы бер башҡорт риүәйәттәре осон генә хас күренеш түгел, ул мотив төрки- монгол фольклорында киң билдәле, айырыуса ҡаҙаҡ легендалары менән уртаҡлыҡ көслө. Сыңғыҙхан менән Майҡы бейгә бәйле легендалар шулай уҡ «Сыңғыҙнамә дәфтәре» һ. б. яҙма ҡомартҡылар буйынса мәғлүм (224, 49—52). Яҙма ҡомартҡыларҙа фольклор мотивтарының, легендаларҙың киң урын алыуын уларҙың төрлө варианттарҙа йөрөүенән үк тә күрергә мөмкин. Мәҫәлән, «Сыңғыҙнамә дәфтәре»ндә Сыңғыҙхан менән бер арбаға ултырып йөрөүсе кеше бер осраҡта—Ҡалдар бей, икенсеһендә — Майҡы бей (224, 50—51). Ҡалдар бейҙең кем булыуын хәҙергә әйтеүе ҡыйын, әммә Майҡы бей — XIII быуат баштарында йәшәгән тарихи шәхес, уның исеме, билдәләп үтелгәненсә, шәжәрәләрҙә һәм яҙма ҡомартҡыларҙа (мәҫәлән, Рәшит-әд-диндең «Жәмәиғ әт-тәуарих» китабында) урын ала.

Беҙгә билдәле булған башҡорт риүәйәттәрендә Майҡы бей, Батыйхан йәки Аҡһаҡ Тимер һымаҡ, үҙ юлында бөтә нәмәне ҡырып, яндырып килеүсе яуыз илбаҫар ҡиәфәтендә телгә алынмай. Майҡының йәки уның тоҡомдарының Уралға яу менән килеп, бында оҙаҡ йәшәп, ерле халыҡ менән аралашыуы һөҙөмтәһендә тыуған икенсерәк характерҙағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра был риүәйәттәр. Майҡы бейҙең ырыу башлаусы шәхес икәнлеген раҫларға тырышыусы шәжәрәләрҙең булыуы (41, 164) үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.

Баҫып алыусылар хакимлығы заманында башҡорт ҡәбиләләренең хәлен, төрлө синыфтарҙың ынтылыштарын сағылдырған риүәйәттәр ҡапма-ҡаршы ике йүнәлештә. Арала ҡайһы бер бейҙәрҙең Алтын Урҙа хандарына баш һалып, уларҙан оран һәм тамға алып ҡайтыуҙары хаҡында һөйләгән сюжеттар бар. Шәжәрәнән алынған «Мөйтән» исемле риүәйәттә, мәҫәлән, Үҫәргән ырыуы Туҡһаба балаһы Мөйтәндең «Ете төйәгә йөк артып» Сыңғыҙханға барыуы һәм «хандың күңелен аулап, маҡсатына ирешеүе», йәғни бейлек дәрәжәһе һәм ер биләүгә хоҡуҡ биргән бетеү (боронғо

215




төркисә: битич —яҙма, яҙыу) алып ҡайтыуы сәсмә, ярым шиғри формала бәйән ителә. Бетеүҙең йөкмәткеһен риүәйәт түбәндәгесә һүрәтләй: «Мөйтән Туҡсаба балаһына бейлек мансабы бирелде. Үҙе үлгәс, балаларының берәйһе бей булыр. Шул рәүештә баланан балаға бирелеп, Мөйтәндең нәҫеленән башҡаға бирелмәҫ. Шул нәҫелдең береһе һайланмай бей булыр. Йәнә лә Мөйтән бей һораған төрлө сәхрә, урман, ер, төрлө мәғдәнләре бергә аларныҡы улыр...» (55, 161). Яҙманың шиғри өлөшө монгол хандары менән килешеп, үҙенә йөкмәтелгән бурысын үтәп, иленә ҡайтҡан Мөйтән бейҙе данлауға — «тулғау әйтеү»гә бағышланған. Үҫәргән- дәрҙең бабаһы Мөйтән / Муйтән бей заманында монголдар ябырылыуы, Яйыҡ буйында башҡорттарҙың ҡаты яу би- реүенән дошман ғәскәренең туҡтап ҡалып, Уралға үтмәй, көнбайышҡа китеүе, аҙағыраҡ болғарҙарҙы, рустарҙы еңгәс кенә, кире ҡайтып, башҡорттарҙы үҙҙәренә буйһондороуҙа- ры тураһында хәбәр ҡылына «Үҫәргәндәр» исемле икенсе бер риүәйәттә.

«Монголдар үҫәргәндәргә бик теймәй, — тиелә риүәйәттә.—Уларҙың ҡаты һуғышсы икәнен күреп, үҙ армияһына ылыҡтырырға тырыша. Бейҙәренә, ҙур түрәләренә дәрәжәләр, байлыҡ, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булыу хоҡуғы ҡалдырып, үҫәргәндәрҙән ғәскәр йыйҙырталар. Шул ғәскәр менән бергәләп төньяҡҡа табан яуға сығалар...»

Риүәйәт үҫәргәндәрҙең монголдарға буйһонорға мәжбүр булыуҙарын түбәндәгесә аңлата: «Үҫәргәндәр ҙур ырыу булһа ла, үҙҙәре генә еңерлек булмай, баш эйергә мәжбүр булалар» (56, 118). Шәжәрәнән алынған «Мөйтән» риүәйәте лә, «Үҫәргәндәр» ҙә ифрат мөһим мәғлүмәт тупланған тарихи йөкмәткеле ҡомартҡылар. Ҡәбиләһен (ырыуын), ер биләүгә хоҡуғын һаҡлау хаҡына буйһонһа ла, әммә шарт ҡуйырлыҡ

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет