Әҙәбиәт буйынса
Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан
айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Баһалар
Баһалар
кластар
|
«5»
|
«4»
|
«3»
|
«2»
|
I
|
30
|
25
|
15
|
15-тән кәмерәк
|
II
|
55
|
45
|
30
|
30-ҙан кәмерәк
|
III
|
65
|
55
|
40
|
40-тан кәмерәк
|
IV
|
80
|
75
|
55
|
55-тән кәмерәк
|
V
|
100
|
90
|
80
|
80-дән кәмерәк
|
VI
|
110
|
100
|
90
|
90-дан кәмерәк
|
VII
|
120
|
110
|
100
|
100-ҙән кәмерәк
|
VIII
|
130
|
120
|
110
|
110-дан кәмерәк
|
IX
|
140
|
130
|
120
|
120-нән кәмерәк
|
Достарыңызбен бөлісу: |