Фахрисламова гузель иштимеровна



бет2/3
Дата11.07.2016
өлшемі1.43 Mb.
1   2   3

Халыҡ Ҙур Беҙ Милләт


Ер (Исем) Төрлө (Сифат) Был (Алмаш) Дәүләт (Исем)

5. Дәреслектә бирелгән 217-се күнегеүҙәге текст буйынса эш:

– Уҡытыусы уҡый.

– Уҡыусылар үҙ аллы уҡый.

– Тексты сылбырлап уҡытыу.

– Текст буйынса Һорауҙар төҙөтөү.

– Текстан яуап эҙләтеү.

6. 1, 2-се һөйләмдән исемдәрҙе табырға, уларҙың һанын, килешен билдәләргә.



VI. Һығымта яһау.

1. Уҡыусылар бөгөн дәрестә нимә өйрәнгәндәре тураһында үҙҙәре һығымта яһай.

2. Баһалау.

3. 92-се биттәге шиғырҙы уҡытыу (Экранда яҙылған):

Башҡортостан флагы

Башҡортостан флагы

Тора өс төрлө төҫтән.

Зәңгәр, аҡ, йәшел, уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.
VII. Өйгә эш. 219-сы күнегеү.
Тема: Әхиәр Хәкимдең “Өйөрмә” романында Искәндәр Мораҙымов образы.

Маҡсат: шәхес культы йылдарындағы ил тарихына күҙәтеү яһау,

уҡыусыларҙа шәхес культы ҡорбандары – “утлы өйөрмә”

йотҡан башҡорт әҙиптәренә хөрмәт уятыу, нәфис һүҙгә

һөйөү тәрбиәләү, Искәндәр Мораҙымов образына

характеристика биреү.

Йыһаз: Ә.Хәкимдең “Өйөрмә” романы, репрессия ҡорбандарының портреттары (мультимедиа проекторы аша), китаптар күргәҙмәһе, Ғ.Әлмөхәмәтовтың йыры (магнитофон), карточкалар,.

Дәрестең барышы:


  1. Ойоштороу моменты.

    1. Тәбрикләү.

    2. Дәрестең маҡсатын әйтеү:

- Уҡыусылар, беҙ бөгөн Ә.Хәкимдең “Өйөрмә” романы тураһында һөйләшәсәкбеҙ, романдың төп геройы Искәндәр Мораҙымов образына характеристика бирәсәкбеҙ. Әңгәмә барышында кәрәкле мәғлүмәтте дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырға кәрәк булыр. Ә өйҙә һеҙ роман буйынса инша яҙырһығыҙ.

II. Үткәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Уҡытыусы һүҙе:

  • Йөрәкте һыҙланыу телеп үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең күпме биттәре төрлө йылдарҙа рәхимһеҙ йолҡоп алынған, күпме әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ, китаптарыбыҙ, көлгә әйләнеп, мәңгелеккә юғалған, күпме аҫыл әҫәрҙәр яҙылмай ҡалған. Яҙылғандарының да ниндәй матурҙары оҙаҡ йылдар буйына тыйылып килгән, халыҡ өсөн күпме байлыҡ бикле булып ҡалған. Нисә быуын Аҡмулла һәм Бабич шиғырҙарынан, Дауыт Юлтый һәм Һәҙиә Дәүләтшина әҫәрҙәренән, Мөхәммәтша Буранғолов пьесаларынан, Ғәзиз Әлмәхәмәтовтың моңло тауышынан мәхрүм булып үҫте. Зәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан кеүек арҙаҡлы башҡорттар үҙ иленән ситтә йәшәргә мәжбүр булды (әҙиптәрҙең портреттары проектор аша экранда күрһәтелә).

ҺОРАУ:

- Илебеҙ тарихының ниндәй осоро тураһында һүҙ бара? (Экранда күрһәтелә).

(Сталиндың шәхес культы – ХХ быуаттың утыҙынсы йылдары аҙағы тураһында).


  • Эйе, репрессия йылдарында башҡорт әҙәбиәтенең төп көстәренең урман урынына ҡырып ташланыуын күҙ алдына килтерһәң, йөрәк тамырҙары өҙөлгәндәй була…

ҺОРАУ:

- Ниндәй әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр, мәҙәниәт вәкилдәре репрессияға эләгә? (Экранда күрһәтелә).

(Д.Юлтый, Ғ.Дәүләтшин, А.Таһиров, Һ.Дәүләтшина, Т.Йәнәби, Ғ.Әлмөхәмәтов, М.Мортазин, рус әҙәбиәте вәкилдәре А.Солженицын, А.Ахматова һ.б., хәрби командир Тухачевский…) (Әҙиптәрҙең портреттары проектор аша экранда күрһәтелә).

- Утыҙынсы йылдар аҙағында граждандар һуғышы ваҡытында М.Мортазин менән бергә һуғышҡан башҡорт яугирҙары ҡулға алына һәм аттырыла. Ошо “таҙартыуҙар” арҡаһында ике-өс йыл эсендә халыҡтың иң һәләтле, аҡыллы, белемле һәм тәжрибәле өлөшө юҡҡа сығарыла.

Проблемалы һорау:

Ни өсөн шундай ғәҙелһеҙлектәргә юл ҡуйыла? Ни өсөн халыҡтың иң алдынғы, белемле, аҡыллы вәкилдәре юҡ ителә? (Проблемалы һорау экранға яҙыла).

(Уҡыусыларҙың фекерҙәре).

III. Яңы тема.


  1. Эпиграфҡа иғтибар йүнәлтеү:

“Шиғриәт! Һин үҙең әрнейһеңдер

Шиғыр мохтаж саҡта ярҙамға.

Яҙа алғандары яҙмағанға,

Яҙа алмағандар яҙғанда”.

Рәми Ғарипов

“Ярым дөрөҫлөк ялғандан яман” (“Полуправда хуже лжи”).

ҺОРАУ: Эпиграф итеп алынған һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

( Экранға яҙыла).

(Уҡыусыларҙың фекерҙәре).


  1. Эпиграфты дәрестең маҡсаты менән бәйләү.

- Әхиәр Хәкимдең “Өйөрмә” романының яҙылыу тарихы (Уҡытыусы һүҙе).

3. Романдың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә: (Һорауҙар экранға яҙылып бара).

а) - Роман ни өсөн “Өйөрмә” тип атала? (Яуаптар).

б) - Бала күңеле аҡ ҡағыҙ менән бер, унда нимә яҙһаң, киләсәктә шул була, тиҙәр ҡарттар. Бәләкәй Искәндәрҙең тормошонда, уның кеше булып формалашыуында кемдәр ҡатнаша? (Атаһы, өләсәһе).

в) – Текстан алынған өҙөктәр буйынса үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе әйтегеҙ.

КАРТОЧКА № 1.

“… Ғәжәп нәмәләрҙе белә ҡарсыҡ: иң ныҡ һыуһағанда һыуҙы ғолҡолдатып эсмә, әҙ-әҙ генә уртлап йот, шунһыҙ һыуһының ҡанмаҫ; эҫелә күләгә эҙләмә, түбәтәйеңде баҫырыбыраҡ кей ҙә рәхәтләнеп тирләп йөрө - тир менән тәндәге сир сыға; урамда кеше осраһа, арҡыры баҫма, уға һул яҡлап юл бир…”

КАРТОЧКА № 2.

“…әгәр шулай эшләһәң, сауап була…


  • Сауап нимә һуң, өләсәй?

  • Яҡшылыҡ ул, балам, йәнә кешеләрҙең һиңә рәхмәте…”

КАРТОЧКА № 3.

“… Үҫерһең, ят ерҙәрҙе күрерһең, мәгәр тыуған төйәгеңде ташлама, балам. Йәнеңә урын тапмаған әрнеүле саҡтарыңда ҡайтып, үләненә ятып туйғансы илаһаң, бауырың баҫылыр…”

г) “Их, һуңыраҡ тыуғанмын, бөтә мөһим ваҡиғалар булып үткән…” – тип уйлай Искәндәр. Башҡортостан территорияһында барған граждандар һуғышы тураһында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?

(Граждандар һуғышының иң көсөргәнешле нөктәһе – Башҡортостан. Был осорҙа Башҡортостан халҡының яртыһы – хәрби кешеләр ҙә, һуғышта ҡатнашмаған ябай халыҡ та -, ғөмүмән, ике миллион кешенең бер миллионы юҡ ителә. Ҡот осҡос хәл! Бөйөк Ватан һуғышы, Белоруссия, Хатынь мемориаль комплексы тураһында мәғлүмәт биреү: һәр дүрт кешенең берәүһе һәләк булған. Өс ҡайын һәм дүртенсеһе урынына – мәңгелек ут).

ғ) – Искәндәрҙең атаһы Әхмәтгәрәй тураһында һөйләгеҙ.

(Әхмәтгәрәй ҡарт – һунарсы. Ауыл халҡы араһында абруйы юғары (уны ерләргә бөтә ауыл халҡы йыйыла). Мәргән, ата-бабаларҙан ҡалған һөнәрен улдарына өйрәтергә тырыша. Ләкин өлкән улы Сәләхетдин, империалистик һуғыштан ҡайтҡас, бер ниндәй йән эйәһенә лә мылтыҡ тоҫҡағыһы килмәй. Бәләкәй улы Искәндәр мылтыҡтан тейен күҙенә тейҙерә ала, әммә атаһының һөнәрен дауам итмәй).

д) – Искәндәр һәм Хәҙисә Барласовна. Искәндәрҙең яҙыусы булып формалашыуында Хәҙисә Барласовна ҙур роль уйнай. Кем ул Хәҙисә Барласовна?

(Заманында Петроград институтын (Институт благородных девиц) бөтөрә - империалистик һуғышта шәфҡәт туташы – революция ваҡытында большевиктарға ҡушыла – граждандар һуғышы осоронда ҡыҙыл комиссар – һуғыштан һуң ижтимағи эшмәкәр – аҙаҡ китапхана мөдире: уҡымышлы).



  • Рус әҙәбиәтенән ниндәй әҫәр геройҙары менән сағыштырырға була? (А.Толстойҙың “Хождение по мукам” әҫәре менән параллель үткәрергә мөмкин).

ҙ) – Искәндәр һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре. Юныс Шәрәй, Әниф Ҡәйүм, Сәхип менән төп герой араһында ниндәй мөнәсәбәттәр була?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

е) – Искәндәр һәм уның улы Камил. Ниндәй яҡтары менән оҡшаштар?

( - Искәндәрҙе – өләсәһе менән атаһы, Камилды әсәһе яғынан өләсәһе менән олатаһы тәрбиәләй;

- Искәндәр – яҙыусы, Камил – журналист, икеһе лә ижад кешеһе;

- фәжиғәләр күсәгилешлеге – шәхес культы йылдарында Искәндәр ҡулға алынып атыла, торғонлоҡ осоронда уның улы Камил эҙәрлекләнә).

КАРТОЧКА № 4.


  • Түбәндә килтерелгән өҙөктәр буйынса үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе әйтегеҙ.

“ Әсәһеҙ бала – инәһеҙ бәпкә”.

“… Күҙе етмәһә, күңеле тоя: ауылдаштарының күбеһе, йәше-ҡарты, уны ауырыу кеше кеүегерәк итеп күрә. Кәмһенмәҫ ереңдән кәмһенерһең…”

ж) – Зөфәр Богданов образы менән яҙыусы нимә әйтергә теләгән?

Был образды һүрәтләү аша автор әҙәбиәткә ниндәй яңылыҡ индерҙе?

(Зөфәр Богданов – “сабаталы алпауыттар” нәҫеле, уның ата-бабаларының береһе Суворов ғәскәрендә Италия походтарында ҡатнашҡан, күрһәткән батырлыҡтары өсөн дворянлыҡҡа үрләтелгән. З.Богданов образында автор башҡорт дворяндары – милли интеллигенция вәкилдәре образына мөрәжәғәт итә, халыҡтың тотош бер социаль ҡатламы фәжиғәһен күрһәтә).

Пролемалы һорау: Әгәр эмиграцияға китмәһә, Зөфәрҙең яҙмышы нисек булыр ине? (Уҡыусыларҙың фекерҙәре).

З) - Романда тәбиғәт көстәрен һүрәтләү ниндәй роль уйнай?

(Тәбиғәт кешеләрҙе киләсәк фажиғәләр тураһында иҫкәртә кеүек).

4. Төркөмдәр менән эш. Текстан тәбиғәт көстәрен һүрәтләгән урындарҙы табырға һәм йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәр менән бәйләргә.

- Ҡуштирәк, әбейҙәр сыуағы, ҡапыл өйөрмә ҡуба (5-се бит). Уҡытыусы Юламан өйөрмәләрҙең барлыҡҡа килеүен аңлата (8–се бит). (1926 йылда кулак тип иң хәстәрлекле, уңған хужа булған ауыл эшсәндәрен Себергә һөрәләр).

-“ …ғәрәсәтле дауыл күтәрелде. Дауыл ярты сәғәт самаһы ҡоторҙо. Аҙаҡ кинәт үҙлегенән туҡтаны. Уның артынса, дөбөр-шатыр күк күкрәп, йәшен йәшнәп, боҙ ҡатыш ямғыр яуа башланы…” (Искәндәр атаһы үлеүе тураһында телеграмма ала. Ҡатыны Нәсимә ауырлы булыуы тураһында әйтә… 81–се бит). 1936 йыл – репрессиялар башлана.

- “… Ярты күкте биләп, ҡала өҫтөнә йәйелә башлаған ҡап-ҡара болотҡа Искәндәр иғтибар итмәне…” (Хәҙисә Барласовнаның үҙ-үҙен атып үлтереүен ишеткәс).

- … Икенсе бүлектә Камил Ҡуштирәк аша үтә, аҡман-тоҡманда аҙаша. Үҙен танытмай. Ил өҫтөнә баҫлыҡтырғыс томан йәйелә башлай…

IV. Йомғаҡлау.


  1. Уҡытыусы һүҙе:

  • Бөгөнгө дәресте йомғаҡлап, һеҙгә репрессия ҡорбаны, күренекле композитор, йырсы, беренсе башҡорт операһы авторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тауышын тыңларға тәҡдим итәм. 1938 йылда уны “халыҡ дошманы” тип ҡулға алалар. Төрмәлә лә ул үҙенең кешелек сифаттарын юғалтмай, тотҡондар араһында ғына түгел, һаҡсылар алдында ла уның абруйы ҙур була. Йыш ҡына бер камерала ултырыусылар уның йырлауын һорағандар, Ғ. Әлмөхәмәтов кешеләрҙең үтенестәрен йыҡмаған. Көндәрҙең береһендә ике һаҡсы камераға кереп: “Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа әйберҙәрен ҡалдырып – сығырға!” – тип бойороҡ бирәләр. Бындай бойороҡтоң нимә аңлатҡанын барыһы ла белә, был – атыу ураһында приговор була. Камералағы тотҡондар Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һуңғы тапҡыр йырлауын үтенәләр. Был үтенескә хатта һаҡсылар ҙа ҡаршы килә алмай. Ғәзиз Әлмөхәмәтов камераның уртаһына баҫып, “Эшсе” операһынан Ниғмәт арияһын башҡара. Йырлап бөткәс, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, һаҡсыларҙан алда төрмә ихатаһына сыға. Бер нисә минуттан уны аталар. Йылдар аша Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тауышы беҙгә килеп етте:

Таштар ватып, тауҙар аҡтарғанда

Һеҙ булырһығыҙ минең күңелдә.

Эштән арып, ялдар иткән саҡта

Һеҙ булырһығыҙ минең телемдә.

Ай, диңгеҙгә барып төшә икән

Ашығып-ашығып аҡҡан ағын һыу.

Рәхәт ине бергә торған саҡтар,

Айырылышыу бигерәк яманһыу…

- Телдән юғалған гәүһәр һүҙҙе, берәй халыҡта өҙөлөп ҡалған моңдо, шишмәләрҙе тамыры менән ситтән күсереп булмаған кеүек, бер ҡасан да башҡа яҡтарҙан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.

V. Өйгә эш. Инша яҙырға. Темалар:

1. Әхиәр Хәкимдең “Өйөрмә” романында Искәндәр Мораҙымов образы.

2. Атылған рух.

3. Теманы үҙең ата.


ПРАЗДНИК ДРУЖБЫ
(сценарий внеклассного мероприятия, посвященный 450-летию единства Башкортостана с Россией)


Залда күңелле музыка яңғырай.

Фанфары.

Магнитофондан Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырай.

Сәхнәгә 2 алып барыусы сыға.



1 – се алып барыусы (Гүзәл):

Һаумыһығыҙ, тип башлайыҡ әле,

Күрешеү бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

2 – се алып барыусы (Стас):

Добрый день, дорогие друзья. Мы сегодня вас приглашаем на Праздник Дружбы. На Праздник Дружбы между народами нашего славного Башкортостана и великой России, которая длится вот уже 450 лет.



С.Әлибаев “Башҡорт һәм рус дуҫлығы” (Абдулхаев Айҙар, 5б)

Песня “Россия и Башкортостан” (3 класс, кл.рук. Гайнцева И.А.)

2 – се алып барыусы (Стас):

Взгляни на глобус:

Вот он - шар земной,

На нем Башкирия

С березовый листок величиной.

Всего лишь навсего

Не больше

Обыкновенного листка,

Береза же – великая Россия –

Так зелена, так высока!

Пускай на глобусе ты кажешься листком,

Горячим занесенным ветерком, –

Башкирия моя! Твой сын простой,

Я восхищен твоею широтой!



1 – се алып барыусы (Гүзәл):

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй,

Шундай йәшел, юғары.

Бөгөнгө яҙ килде ергә

Елдәр, дауылдар аша.

Ҡайындың шат япраҡтары

Тыңла, нисек шаулаша!

Танец “Ветерок”

1-се уҡыусы (Марат):

Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?

Башҡортостан – алһыу таң иле,

Гөл баҡсалар иле, дан иле.

2-ая ученица: (Лиана)(под мелодию курая)

Ой, Урал мой, я срезаю снова

Прутик ивы погонять коня...

Капает на землю кровь батыров,

Павших за тебя и за меня.

В руки взял батыр свое оружье,

Доброго коня он оседлал,

Где б ни дрался, жизни не жалея,

Никому он не сдавал Урал.

Башкортостан”_(7а_класс)'>Песня “Родина моя - Башкортостан” (7а класс)

1-се алып барыусы: (Гүзәл)

1554-1557 йылдар башҡорт халҡы тормошонда һынылышлы йылдар була. Ул үҙ яҙмышын урыҫ халҡы менән мәңгегә бәйләй. Башҡорттар Рәсәйгә Каманан алып Урал тауҙары аша Тубыл һәм Иртыш йылғаларына тиклем ерҙәре менән ҡушыла. Иң мөһиме: башҡорттар үҙҙәрен милләт булараҡ һаҡлап ҡала. Башҡортостанда халыҡтар дүрт ярым быуаттан ашыу дуҫ-татыу йәшәй.



2-й ведущий (Стас):

Долог и непрост был путь Башкортостана к нынешнему статусу. Добровольно став еще в 16 веке поддаными Русского государства, башкиры не раз с оружием в руках восставали против ущемления своих прав, которые были оговорены при их присоединении к России. История помнит имена своих отважных сыновей, которые словом и оружием боролись за свободу своих земель, своего народа:

Карасакал,

Батырша,


Кинзя,

Салават


1-й ученик (Марат):

Двести лет над родными степями

Пронеслось с той поры грозовой

Но доныне не стерто словами

Твое славное имя, герой.

Вместе с нами сражался ты смело

Ведь на танке в дыму боевом

Салаватово имя горело,

Опаляя фашистов огнем.

И под стягом Отчизны крылатом

Как сигнал, что на битву зовет,

Песня славная про Салавата

Озаряя, вела нас вперед.

Даль свободных степей озирая,

Возвышаясь, стоял Салават.

И ему я привет посылаю,

Здравствуй, друг, современник, собрат.

Песня про Уфу, 7в класс

1-се алып барыусы: (Гүзәл)

Мин яратам һине, Башҡортостан!

Ғорур халҡың өсөн яратам.

Йән эреткән туған телең өсөн,

Тулылығың өсөн яратам.

Р.Мифтахов “Мираҫ” (Ғүмәрова Ралия)

Б.Бикбай “Туған тел” (Шайгарданова Айһылыу)

Р.Ғарипов “Тел” (Сәлимйәнова Лиана)

Русская пляска (4 классы, девочки + мальчики)

Выходят учащиеся 7а класса и становятся в полукруг

1 ученица (Лиана):

Башкирия,

Моя земля и небо,

Мой соловьиный край!

Мне жаль того,

Кто здесь ни разу не был,

Мне жаль того,

Кому не пел курай...

Башкирия,

Мое второе сердце,

Второе солнце у меня в окне!

Чтоб на тебя досыта наглядеться

Не два, а двадцать глаз иметь бы мне.

(Стас): Башкортостан – республика большой нефти и нефтехимии,

(Гүзәл): Башкортостан – республика машиностроения,

(Стас): Башкортостан – республика хлебных полей,

(Гүзәл): Башкортостан – республика душистого меда и целебного кумыса,

(Вдвоем): Башкортостан – страна певцов, страна поэтов.

1 – се алып барыусы (Гүзәл):

Төрлө-төрлө телдә һөйләшһәк тә,

Төрлө-төрлө милләт булһаҡ та,

(хор менән): Тик бер беҙҙең Тыуған илебеҙ,

Тик бер беҙҙең тыуған еребеҙ!

Сценарий внеклассного мероприятия «Встреча с Народным поэтом Башкортостана Мустаем Каримом»


  1. Актовый зал оформлен цветами, на задней части сцены надпись «Мустай Карим – корифей башкирской литературы». Дети, стоя аплодисментами встретили Народных поэтов Башкортостана Мустая Карима и Равиля Бикбаева.

  2. Башкирский народный танец. Исполняет танцевальный ансамбль школы.

  3. Ведущая (из-за сцены, под медленную мелодию, в микрофон):

- И счастливое, и несчастливое детство наше еще долгие-долгие годы следует за нами. А вернее, так и живет в душе, не уходит.

Про Младшую Мать говорю – больше восьмидесяти лет прошло, а она о своем детстве, о том, которое босиком по снегу бежало, плачет. Не ребячество ли? Наверное, ребячество. А в ребячестве – чистота.



  1. Ведущий (из-за сцены, в микрофон)- Родился! Суюнче! (Раздается плач младенца).

  2. Ведущая: Какое же имя ему дать? Каким именем наречь?

Старшая Мать: (Медленно выходит на сцену с новорожденным):

- О Господи! Могущество твое и милосердие безграничны. Сделай так, чтобы сыновья являлись в этот мир себе на радость и счастье, а родителям – на благо. Вся наша надежда – в тебе. По твоей святой воле пусть снова, снова и снова приходят в этот мир дети, невинные младенцы. Да исполнятся мои пожелания. Слышишь ты меня, Всевышний?



Поет колыбельную песню:

- Ты, сыночек, будь богат,

И здоровым во сто крат;

Встань ты на ноги, иди,

Всем ты людям помоги.

Расти, Мустафа, большой,

Умным и добрым душой;

А пока, сыночек, спи,

Красивые сны смотри.

Ведущий: (из-за сцены, в микрофон):

- Колыбельная песня – песня сердца. С младенчества Мустафа впитывает в свою поэтическую душу мелодичность родной речи, любовь к родному краю и к своему народу.

Старшая Мать неторопливо уходит со сцены.
ИНСЦЕНИРОВКА: «Чей дом выше?» (по повести Мустая Карима «Долгое-долгое детство»)

На сцену выбегает целая ватага мальчишек в деревенской одежде, некоторые - босиком. (Участвуют ученики 4 и 5 классов)

Мальчики: Эй, Пупок! Эй, Рукавказ! (один из мальчиков свистит ) Где ты?

(Пупок выбегает на сцену в черной тюбетейке, резиновых калошах, красных штанах и синей косоворотке).

Ибрай : Та-та-та-та! (обходит вокруг Пупка). Прямо купец макарьевский! Только часов нет с серебряной цепочкой. Нет, есть, вот и цепочка висит (дергает порядком свешивающийся конец завязки штанов Пупка).

( Шагидулла- вожак среди мальчиков- поначалу не обращает внимания ни на прибытие Пупка, ни на его одежду. Только легким махом руки отгоняет Ибрая от Пупка).

Шагидулла : Чего это у тебя обе штанины вздулись? (показывает подбородком на карманы штанов Пупка).

Пупок : В одном кармане семечки, Шагидулла - агай, в другом - сушеная черемуха. Семечки крупные сегодня. Знаком Тимофей из Лекаревки привез.

Шагидулла : Ты, простота бесштанная, все равно людям раздашь. Переложи- ка лучше, от греха подальше, семечки и черемуху в мои карманы!

(Тут же Пупок с радостью полными горстями из своих карманов перетаскивает и семечки, и черемуху в карманы Шагидуллы. Ни щепотки себе не оставляет, даже показывает вывернутые карманы).

Шагидулла: - Хороший ты парень, не скряга (большой рукой возвращает Пупку по одной горсти семечек и черемухи. Все лузгают семечки или щелкают черемуху.)

Шагидулла: - Ребята! Чей дом выше всех, ребята?

Ибрай: - (по привычке вперед всех выскакивает) Шамсуллы !



(Шагидулла большим костистым кулаком дает подзатыльник Ибраю).

Шагидулла (повторяет): Чей дом выше всех, ребята?

Валетдин: Хоть зарежь меня, хоть повесь, но всю правду скажу: самый-самый высокий дом – это будет… дом муллы Ахмера на Базарной улице! Коли не веришь… - (он тоже получает в ухо от Шагидуллы).

Все призадумались.

Пупок: (громко) Минарет мечети!

Шагидулла теряется. Сначала бледнеет, потом краснеет. На носу выступает пот. Хочет ударить и Пупка, но его кулак, не коснувшись лица Пупка, медленно опускается.

Шагидулла: - Мечеть – дом господень, ты его с прочими строениями не равняй! Даже этого не знаешь, дурак!

Все приуныли, заскучали.

Шагидулла: - Последний раз спрашиваю – чей дом самый высокий?

Тишина.

Шайхаттар: (прозванный за хитрость Лисой начинает говорить медленно, со знанием дела):

- А это ведь с какой стороны посмотришь. С одной стороны, Шагидулла-агай, у вашего дома крыша высокая, но с другой - из трубы дым идет прямо, чуть не под облака. Вот и выходит, что ваш дом - самый высокий.



Все оживляются, радуются.

Все: Ваш дом! Ваш дом! Самый высокий - ваш дом! (Кто-то кидает шапку вверх).

Шагидулла: (просияв, но высокомерно): Вот так-то вот, кто смотреть умеет, тот увидит. Высокое от низкого отличать надо. (Плюет в землю сквозь зубы, на Шайхаттара даже не глядит).

Ведущий: (из-за сцены): Низенький, под соломенной крышей дом Шагидуллы набок покосился, в землю ушел. Нижнее звено одного из двух смотрящих на улицу окон подушкой заткнуто. Да и труба не сказать чтобы далеко ушла. Но дым действительно идет прямо, поднимается высоко. Все-таки, по самой совести, осталось сомнение маленькое – чей дом выше?

Потом, когда Пупок подрастет, найдет ответ. Примерно такой: Чей кулак крепче, того и дом выше.



Шагидулла: Ребята, давайте поскачем иноходью, как Аминова кобыла. Айда!

Все мальчики наперегонки выбегают со сцены.

Ведущий: Мустафа родился на живописном месте, на берегу реки Дема. С малых лет любил трудиться, ездить верхом, слушать увлекательные мамины сказки, отгадывать ее загадки. С деревенскими мальчишками ходил в лес, валялся на траве, играл, бегал по улицам Кляша: так рос Мустафа.

Достойного человека нашего времени, гордость нашей литературы Мустая Карима приветствует дипломант конкурса «Волшебные звезды» Гульдар Галимова (Исполнение песни «Родной язык»).



Обращение учителя начальных классов к поэту:

- Уважаемый Мустай Карим! Каждый раз, перечитывая ваши произведения, судьбы ваших героев волнуют мою сердце. В трудные минуты жизни их душевная щедрость, сила воли являются мне поддержкой, помогают понять философию жизни, ценить красоту. Вам не приходили порой такие мысли, чтобы изменить характер какого-либо своего героя?



Ответ Мустая Карима.

Ведущий: Все в жизни начинается с детства. Что будет заложено в ребенка в первые годы его жизни, то и останется с ним навсегда…

Ученица под тихую, грустную мелодию рассказывает наизусть стихотворение


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3




©dereksiz.org 2020
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет