“Йөрәгемдә - ҡояш “ исемле китаптың исем туйы Тәнзилә Кейекбаева
Мин – ил ҡыҙы !
Илем бит мине үҫтерҙе!
Ерем, һыуым, һулар һауам-
Күктәргә бит улар күтәрҙе!
Илем, тием, ғорурланып,
Доньяға мин ҡараш баҡтым.
Ғәзиз ерем, илем, тием,
Сит яҡтан әйләнеп ҡайттым.
Бөгөнгө көндә Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы Кейекбаеваның тыуған яҡтарына, яҡташтарына ашҡынып ҡайтыуының төп сәбәбе «Йөрәгемдә ҡояш » исемле китабыны донья күреүе.
Музыкаль сәләм
Яңы шиғырҙар сығыуы ижад итеүсегә оло ҡыуаныс булған кеүек, китап уҡыусыларға ла ҙур шатлыҡ булып тора.
Сөнки яңы китаптың донья күреүе – яңы тыуған сабый менән бер.
Ижад емеше булараҡ, шағирәләр, яҙыусылар уны көтөп ала. Ниндәйҙер өмөттәр бағлай һәм көткән өмөттәре аҡланһа, уй-хыялдары тормошҡа ашһа, ул ысын мәғәнәһендә бәхетлелер.
Эйе, бына беҙ ҙә бөгөн Тәнзилә Кейекбаеваның шатлығын уртаҡлашып, «Йөрәгемдә - ҡояш» исемле китабының исем туйына йыйылғанбыҙ.
Бөгөнгө байрамда Тәнзилә Кейекбаеваның Ҡаратал һәм Сыңғыҙ ауылдарынан ауылдаштары, лицей интернат мәктәбе уҡытыусылары, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр килгән.
Хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр, саҡырылған ҡунаҡтар!
Әйҙәгеҙ хәҙер Тәнзилә Әхмәт ҡыҙының ижад емеше ӨЙөрәгемдә-ҡояшӨ исемле китабына сәйәхәт яһайыҡ һәм автор менән яҡында танышайыҡ.
Тәнзилә Кейекбаева сығышы менән Ҡаратал ауылынан , йәтим ҡалғас, Сыңғыҙ ауылында өләсәй ҡарамағында үҫә, Баймаҡ интернат-мәктәбендә тәрбиә, белем ала. БДПИ-ның сит телдәр факультетын тамамлап, инглиз, немец телдәренән уҡыта.
Артабан Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар бүлегендә уҡып бөткәс, Башҡортостан телерадиокомпанияһының Тамаша ижад берекмәһендә бик күп тапшырыуҙарҙың авторы һәм режиссеры була.
2007 йылда Бәләбәйҙә үткән ӨИлһам шишмәләреӨ фестивалендә ҡатнашып лауреат исемен яулай. Әлеге көндә Италияла йәшәй, инглиз, немец, итальян, рус телдәренән тәржемәсе булып эшләй.
Был тормошта һәр кем үҙ юлын эҙләй, бәхеткә үҙенсә юл яра, эҙләнә, тормош серҙәрен аңларға теләй. Тәүҙәрәк тормош сере нимәлә икәнен белергә тырыша, үрһәләнә, яна, көйә. Һуңғараҡ ул тормоштоң серҙәренә төшөнә, үҙ юлын , үҙ асылын, бәхеткә илтер юлын таба. Бик күп урау юлдар үтеп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, байтаҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
Бөгөнгө көндә ул ниһайәт, күңел бөтөнлөгөн тоя, сөнки уның күңелендә - байрам. Йөҙөндә генә түгел, йөрәгендә лә ҡояш.
«Йөрәгемдә - ҡояш” исемле китабтың мөхәррире Ағиҙел журналының яуаплы сәркәтибе Гөлназ Ҡотоева. Китапты сығарыуға бик күп көс һалған.
Тиражы 500 дананан торған был китап 5 бүлектән тора.
1-се бүлек « Тыуған илһеҙ, тыуған ерһеҙ булмайҙыр бәхет табып» тип атала.
Был бүлектә тыуған иле, гәзиз төйәгенә арналған шиғырҙар урын алған.
- бит. 4 Тыуған яҡ
- бит.5 Италия
- бит 9. Ҡайтһамсы Уралыма (Дилара)
- бит 15 Баҡсаларға сығып бер ултырҙым
П-се бүлек « Ауылымдың яҡтарына , офоғона ҡарап иланым тип атала »
Тәнзиләнең шиғырҙарында тыуған төйәк, унда төрлө милләт кешеләренң дуҫ һәм татыу йәшәүен, актуаль проблемаларҙы бик уңышлы сағылдырған.
-
Бит. 23 Рәсәйҙән мин Башҡортостандан (Ләйсән)
-
Бит. 24. Сыңғыҙ
-
Бит. 27. Өләсәйемә (өләсәһенә бағышлап яҙған)
-
Ш – се бүлек
« Бар кешеләр була мөһабәт, Йөрәгендә булһа мөхәббәт “тип атала
Йәшлек, мөхәббәт…
Эйе, йәшлектә генә кисерелгән тәүге һөйөү хистәре лә була. Әҙәм балаһын ерҙән күктәргә алып ососроусы, хыялыйға әйләндереүсе, ҡалған ғүмерен мәңгелек яҡты моңға, йә һағышҡа һалыусы хистәр. Кешеләрҙе йыр, шиғыр яҙырға, һүрәттәр төшөрөргә, матур эштәргә илһамландырыусы ла ул.
Хәҙер авторҙың шиғырҙарынтыңлап үтәйек.
-
Бит 43 “Һине һөйәм” (Ләйсән)
-
Бит 43 “Мөхәббәтле йән”
Ситтә йөрөп ҡайтҡас, Тәнзилә бөтә дуҫтарын барлай, бер ҡайтҡанында яҡташыбыҙ Рәйес Түләк мәрхүм ине. Уға бағышлап «Йәшәү менән үлем араһы” исемле шиғырын яҙған.
1У – се бүлек «Кешеләргә нурҙар өләшерлек
Йөрәгемдә минең ҡояш бар” тип атала
Бит. 56 Йөрәгемдә минең ҡояш бар!
Бит 61. “Эңер” (Дилара)
Ү-се бүлектә Тәнзилә Кейекбаеваның һүҙҙәренә яҙылған бик күп матур йырҙар тупланған.
Кешеләрҙе йырҙан да нығыраҡ берләштергән, моңдан да нығыраҡ илаһи көстәр был доньяларҙа һирәктер. Ихлас күңелдән сыҡҡан шиғыр юлдары көйгә һалынып, йыр булып йөрәктәргә үтеп инә. Бер йыры уның улына бағышланған ул “ Юлға сыҡты улым “тип атала. Бит.83
Хөрмәтле Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы ,йырҙарығыҙҙы өйрәнеп өлгөрмәнек, шулай ҙа тыуған яҡ тураһында йыр һеҙгә бүләк булып яңғыраһын
Муз. Сәләм. (может быть споет Чингизовская девочка)
- Бит. 30.Шиғыр Каратал таҡмаҡтары
Бәхетле ҡояш нурҙарына төрөнөп Ҡаратал ауылынан ауылдаштарығыҙ килгән.
Һүҙ һеҙгә Хөрмәтле ағинәйҙәр.
Тәнзилә Кейекбаева Ҡаратал ауылында доньяға ауаз һалып доньяға килгән, әммә уны яҙмыш бәрәкәтле, дәрәжәле, тарихыбыҙға иң сағыу шәхестәр үҫтергән Сыңғыҙ ауылына өләсәйҙең йылы ҡосағына алып килә. Яҡын күргән Сыңғыҙ ауылына бағышлап шиғыр ижад иткән.
- Бит. 24.
- Һүҙ Сыңғыҙҙарға.
- Төплө белем, тәрбиә биреп сығарған интернаты пар ҡанатынан һеҙҙе белгән, яҡын күргән тәрбиәселәр, уҡытыусылар килгән, уларға һүҙ.
- Район китапхана эргәһендә Йәнгузәй ижади берекмәһе уңышлы ғына эшләп килә. Хәзер уның етәксеһе Айгөл Ишемгужина-Иҙелбаеваға бирәйек.
- Х.Хөсәйеновтың шундай һүҙҙәре бар ” Кеше уйлап тапҡан меңәрләгән асыштар араһында бер мөғжизәлеһе китаптыр. Ә китапхана рухи донья, китап һөйөүселәрҙе үҙенә тартып торған илаһи көс. Меңәрләгән асыштар араһында бер мөғжизәлеһе китаптыр. Ә китапхана рухи донья, китап һөйөүселәрҙе үҙенә тартып торған илаһи көс, тигән.
- Һүҙҙе ошо китаптар доньяһының хужабикәһе Баймаҡ район китапханаһы директоры Л.К.Дәүләтшинаға бирәбеҙ
Достарыңызбен бөлісу: |