Кунакбаев Әхмәтбаҡый Хәйрулла улы



Дата01.07.2016
өлшемі12.04 Kb.
#171186
Кунакбаев Әхмәтбаҡый Хәйрулла улы
1916 йылда Кейекбай ауылында тыуған. Иртә атайһыҙ ҡалыу сәбәпле,

бала саҡтан уҡ эшләргә тура килә. Йүкә һыҙыралар,арҡан ишәләр, сабата

үрәләр. Шулай ҙа 4 синыфты уҡып бөтә. Артабан уҡый алмай.

1939 йылда армияға алына. Шул китеүҙән 7 йыл ауылға ҡайта алмай.

1946 йылдың көҙөнә генә әйләнеп ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышын артиллерия элемтәсеһе булып башлай. 3 тапҡыр яралана, контузия ала. Кисловодск, Новороссийск ҡалаларында хәрби госпиталдә дауалана.Ҡамауҙа ҡалып 9 ай

Фашист ҡоллоғонда тотҡонда була. Ул ваҡытта пленга эләккән кешегә яза ҡаты – штраф ротаһы. Ике тапҡыр штраф ротаһында һуғышып та ,тере ҡала, артабан аҡлана.Һуғыш бөткәс тә ҡайта алмай. 1946 йылда октябрь

айында ғына кайтырға насип була. Ҡайтҡас та Яңы тормош колхозы председателе итеп ҡуялар.”За победу над Германией”, !!! дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы йылдар бик ауыр була. Аңһыҙ кешеләрҙең “һин пленник” тигән һүҙҙәрен ишетеү икеләтә ауыр .

1954 йылда өйләнә. Ҡатыны Сөләймәнова Хәмдениса Хөсәйен ҡыҙы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.



1996 йылда 5 декабрендә 80 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.

Кейекбай ауылы халҡы һуңғы ветеран менән хушлашты. Әхмәтбаҡый Хәйрулла улының ҡәберенә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылды.
Каталог: download -> version
version -> Сабақтың тақырыбы: Публицистикалық стильдің тіл ерекшеліктері. Сабақтың мақсаты
version -> Сабақтың тақырыбы: Етістік
version -> В17. Умение использовать информационно-коммуникационные технологии
version -> Аллен Р. Г. Множественные источники дохода
version -> Арифметические действия в позиционных системах счисления
version -> Геодезия көне заманда жер бетiнiң өлшемі және зерттеуi шаруашылық мақсатта қажеттілігінен пайда болды. Ежелгi Мысырда б з
version -> Бастауыш сыныпқа арналған біркелкі орфографиялық тәртіп Мазмұны
version -> Оқушылардың орта буынға бейімделуі барысында жүргізген жұмыстар туралы анықтама. қазан 2014ж
version -> Казахстан тарихы 6-11 сынып алфавит. 6 сынып


Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2023
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет