Аҡмулла
Был шиғырҙы бағышлайым
Аҡмулла, аçыл ҙатка.
Белем-ғилем таратҡан ул
Илемдә, төрле яҡта.
Арбаһына китап һалып
Йөрөгән һәр ауылға.
Укытҡан ул балаларҙы
Бирешмәй ел-дауылға.
“Башҡорттарым!Уҡыу кәрәк!
Булмагыҙ, - тигән, - наҙан!
Уҡыған кеше - ҙур кеше,
Йөрөр ул һәр саҡ алдан!”
Шуғалыр ҙа Аҡмулла тип,
Уға исем ҡушылған.
Аң – белемгә омтылыуҙар
Был кешенән башланған.
|