Viii класс Төҙөнө: башҡорт теле һәм



Дата11.06.2016
өлшемі70 Kb.
#128070
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН

СИҘӘМ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

МУНИЦИПАЛЬ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Тема:”Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...”

М.Кәрим шиғырҙарын өйрәнеү.

VIII класс

Төҙөнө:башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фәйзуллина Рәйлә

Әхиәр ҡыҙы.

2011

Аннотация.Был дәрес уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең башҡорт кластары өсөн төҙөлгөн.8-се класта М.Кәрим ижадын өйрәнгәндә , был икенсе дәрес тип иҫәпләнә.Беренсе дәрестә М.Кәримдең тормошона, ижадына дөйөм күҙәтеү яһалып,”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр...” шиғыры өйрәнелһә, икенсе дәрестә “Ҡоролтайға ҡотлау” һәм “Йәшәйһе бар”шиғырҙарына иғтибар бүленә.Шиғырҙарҙың икеһе лә халыҡ шағирының әүҙем тормош позицияһын аса, республикабыҙҙағы тарихи ваҡиғалар менән тығыҙ бәйләп тора.Шуға күрә Ҡоролтай тураһында уҡыусыларға белешмә биреү мотлаҡ.Уларҙы ла тормошта әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, илһөйәр итеп тәрбиәләү беренсел маҡсат.Дәрес ошо яҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлдө.Презентацияның дәрес дауамында ҡулланылыуы һәр этаптың бәйләнешле булыуын, әйткәндәргә кире ҡайтыу, ҡабатлау мөмкинлеген бирә.

Тема: «Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...”

Мостай Кәримдең шиғырҙарын өйрәнеү.

Маҡсат:1.М.Кәримдең шиғырҙарын өйрәнеү,йөкмәткеләрен үҙләштереү.

Ҡоролтай тураһында уҡыусыларға белешмә биреү.

2.Туған телен ҡәҙерләүсе,уның киләсәген ҡайғыртыусы,

тәрбиәле,илен,ерен,халҡын яҡларҙай тырыш,хеҙмәт һөйөүсе

йәш быуын тәрбиәләү.

3.Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,һөйләү телмәрен,

фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Йыһазландырыу:М.Кәримдең портреты,фотоальбом,

Аудиояҙма “Башҡорт халыҡ шағирҙары”, Башҡортостан картаһы,

компьютер,проектор,интерактив таҡта.

Презентация “М.Кәрим. Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...”

Тест һорауҙары.

I.Ойоштороу мәле.

1.Инеш әңгәмә.

Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!Бөгөнгө дәрестә беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк әҙиптәренең береһе М.Кәрим ижадын өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.Түбәнге кластарҙа повесын, хикәйәләрен уҡып, уның оҫта яҙыусы икәнлеген билдәләп киткәйнек,ә хәҙер уны шағир булараҡ ҡарайбыҙ. Беҙҙең дәрестең темаһы:



Слайд1. “Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ...”

Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим.

2.Өйгә эште тишереү Алдағы дәрестә”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр...” шиғырын өйрәнгәйнек .(”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр...”шиғырын тасуири уҡыу.)

Иҫкә төшөрөп китәйек:жанры,темаһы,композицион яҡтан(7 строфа,4-әр юл)

өс өлөшкә бүлергә була:

Беренсе-нимәләрҙе юғары баһаларға мөмкин -һорау ҡуя;

Икенсе-нимәне һайларға-уйлана;

Өсөнсө-билдәләй-һығымта яһай.



Уҡыусылар:Беренсе-яҡшы аттарҙы, затлы ирҙәрҙе,ҡунаҡ һыйын юғары баһаларға мөмкин.Затлы- зиннәтле, аҫыл, абруйлы.

Слайд 1.Юғары баһаларға була,ғорурланырға.

Әммә донъя тотҡаһы,тормошто алып барыусылар-ябай эшсән кешеләр,тинек.



Слайд 2.Схема.Абруйҙы,яҡшы исемде тик тырыш хеҙмәт менән ,яҡшылыҡ менән яуларға мөмкин тинек.Ә абруйлы кешеләр үҙ сиратында ябай хеҙмәтсән кешеләрҙе ҡайғыртырға, уларҙың мәнфәғәтен яҡларға тейеш.Шунһыҙ абруй ҙа юғала.Тимәк, был тормошта һәр нәмә тығыҙ бәйләнештә тора.

Алыҫ юлға эйәрләйҙәр

Аттарҙың иң яҡшыһын.

Ҙур йомошҡа ебәрәләр

Ирҙәрҙең иң затлыһын.

-Ниндәй ҙур йомош хаҡында һүҙ бара?

-Илде һаҡлау,яҡлау,ил йомошон үтәү кеүек мәсьәләләрҙе хәл иткәндә,аҡһаҡалдар,ил батырҙары,сәсәндәр йыйылған,уртаға һалып һөйләшкәндәр һәм үҙҙәре араһынан иң-иңдәрен юғарыға(мәҫәлән,батшаға һ.б.) вәкилдәр итеп ебәргәндәр.

-Ил хәстәрҙәре килеп тыуһа,күп проблемалар йыйылып китһә,башҡорт халҡы ни эшләгән әле?Нимәгә йыйылған?

-Йыйындар үткәргән,һорауҙарҙы хәл иткәндәр,кәңәшләшкәндәр.Беҙ уны “Ете ырыу” легендаһы аша ла беләбеҙ.(ҡыҫҡаса һөйләп китеү.)

-Был легенда ҡайһы халыҡ йырының тарихы булып тора?

-Башҡорт халыҡ йыры “Урал”дың.

II.Төп өлөш.

1.Слайд 4.Урал күренеше .”Урал”йырының көйө яңғырай.

Бына ошо мәшһүр йыр башҡорт халҡының оло йыйыны- Ҡоролтайҙың гимны булып тора.



Уҡыусыларҙың сығышы. Слайд 5.

1-се уҡыусы.Ҡоролтай йәмәғәт тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.Тәүге ҡоролтай 1917 йылдың 20-27 июнендә Ырымбурҙа үткәрелә ,икенсеһе-1917йылдың авгусында Өфөлә,өсөнсөһө-1917 йылдың декабрендә уҙғарыла.Башҡортостан Автономияһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.Әхмәтзәки Вәлиди күп көс һала.Бик күп йылдар үткәс,төрлө ерҙә йәшәүсе башҡорттарҙы туплау,киләсәкте хәстәрләү талабы тыуғас,1995 йылдың 1-2 июнендә Бөтә донъя башҡорттары I Ҡоролтайға йыйыла.Ә 2002 йылда Бөтә донъя башҡорттарының II Ҡоролтайы уҙғарыла.Һәм 2010 йылдың 10-11 июнендә III Ҡоролтай үткәрелә.

2-се уҡыусы. Слайд 6,7,8.III Ҡоролтайҙа РФ-ның 34 төбәгенән:Ырымбур,Силәбе,Ҡурған,Пермь,Һарытау,Һамар һ.б.өлкәләрҙән,Татарстандан,Ханты-Мансы округынан һ.б.,Белоруссия,Украина,Балтик буйы

илдәре ,Мысыр,Израиль,Италия,Ҡытай,Төркиә,Япония,АҠШ-тан 823 делегат ҡатнаша.


2.Слайд 9.Халыҡ, ил яҙмышы хәл ителгән саҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим ошо ҙур йыйындарҙың I , II Ҡоролтайҙарҙың уртаһында була.1995 йылда тәбрикләү,ҡотлау һүҙҙәрен әйтә.Ошо ваҡиғаға арнап,”Ҡоролтайға ҡотлау”тигән шиғырын яҙа.Дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

Шиғырҙы тасуири уҡыу .

Шиғырҙы икешәр юллап уҡып сығыу,аңлашылмаған һүҙҙәргә аңлатма биреү.

Ашҡыныу

Хәсрәт

Хәстәр

Һорауҙарға яуап биреү.



-Шағир ҡоролтайға йыйылған халыҡты нимәләр менән сағыштыра?

-Халыҡтың берҙәмлеге ниндәй юлдарҙа сағыла?

Кемдең шиғырын уҡыныҡ?Эмблемала ла девиз итеп яҙылған.



-Башҡорт халҡының тарихта тотҡан урынын һүрәтләгән оптимистик юлдарҙы уҡып күрһәтегеҙ.

-Ниндәй маҡсат менән йыйылғандар?

-Һуңғы строфаның мәғәнәһен аңлатығыҙ.

Башҡорт илендәге татыулыҡ һәм именлек һүҙ хаҡында бара. Башҡортостаныбыҙ татыулыҡ һәм дуҫлыҡта башҡа төбәктәргә һәр ваҡыт өлгө булды. Беҙҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ҙур ыңғай тәжрибә тупланған.Шуға күрә 2011 йылды республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Милләт –ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеүе бер кемде лә аптыратманы.

Татыулыҡ,берҙәмлек ,дуҫлыҡ хаҡында М.Кәримдең “Россиянмын” тигән шиғыры ла бар.(автор башҡарыуында аудиояҙманан өҙөк тыңлап китеү.)

3.Һуңғы Ҡоролтайға ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйылдылар һуң?

Слайд 11 .Маҡсаттар күрһәтелгән.


  • Суверенлы дәүләтебеҙҙе һаҡлау һәм нығытыу ;

  • Аҫаба ерҙәребеҙҙе ҡурсалау,файҙаланыу ;

  • Милли мәғариф;

  • Милли матбуғат ;

  • Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү;

  • Эшҡыуарлыҡ һ.б.

Шуларға ярашлы резолюциялар ҡабул ителә.”резолюция” һүҙенә аңлатма биреү.


4.Слайд 12.Заман менән бергә атлаған,уның һәр үҙгәрешендә әүҙем ҡатнашҡан,илем,телем,халҡым тип йәшәгән шағир М.Кәрим беҙҙе был эштәрҙән ситтә ҡалмай,ә уртаһында булырға саҡыра.Быҫҡып ҡына түгел,ә янып йәшәргә саҡыра.Тыу ған иле өсөн хеҙмәт иткән әҙиптең хеҙмәте лә илебеҙ тарафынан юғары баһаланды.( 80 йәшлек юбилейына ҡарата сығарылған фотоальбомдан наградаларын ҡарау.)

Уҡытыусының ”Йәшәйһе бар...”шиғырын тасуири ятлауы.

-Уҡыусылар, бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ, тип әйтелә шиғырҙа, ә бәйге нимә ул?

Бәйге-ат сабышы-ат образы ҡайҙа осраны? 1-се шиғырҙа.

Эмблеманы ҡарағыҙ-сабып барыусы ат.

Был нимәне аңлата һуң?

Башҡортостандың тәүге Президенты М.Ғ.Рәхимов та”һәр башҡорттоң,республика минең өсөн нимә эшләне тип түгел,ә,мин республика өсөн ни эшләй алам,тип уйлауы кәрәк”,тигәйне.

Бына ошо маҡсаттарға ҡарағыҙ ҙа-беҙ нимә эшләй алабыҙ тигән һорауға яуап биреп ҡарайыҡ.



5.Төркөмдәрҙә эшләү.1-се төркөм: уҡыусыларға мөрәжәғәт әҙерләгеҙ.

2-се төркөм :ата-әсәләргә мөрәжәғәт яҙығыҙ.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәре менән таныштырып сыға.



III.Дәресте йомғаҡлау.Шулай итеп, М.Кәрим әйткәнсә,донъя тотҡаһы булған эшсән кешеләр күп нәмәне хәл итә,янып йәшәргә ,әүҙем булырға кәрәк,телебеҙҙе һаҡлау,үҫтереү беҙҙән тора,берҙәм булһаҡ был эштәрҙе үтәй аласаҡбыҙ.

Ә хәҙер үтелгәндәрҙе иҫтә ҡалдырыу маҡсатында бәләкәй генә тест эшләп китәйек.

Бер-береһенең яуаптарын тикшереп баһалайҙар.
IV.Өйгә эш.”Йәшәйһе бар...”шиғырын ятларға,схема буйынса анализларға.

Ҡушымта.I.Төркөмдәрҙең яҡынса мөрәжәғәттәре.

Уҡыусыларға:

-Тыуған илебеҙҙе яратайыҡ, уға кәрәкле кешеләр булып үҫәйек;

-бының өсөн иң тәүҙә тырышып уҡыйыҡ;

-кәрәкле һөнәр алырға бар көсөбөҙҙө йүнәлтәйек;

-башҡортса газета-журналдарға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, үҙебеҙ ҙә яҙышайыҡ;

-үҙебеҙҙең башҡорт икәнебеҙҙе онотмайыҡ,башҡортса һөйләшәйек,ата- әсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың да үҙ телдәрендә һөйләшеүен үҫтерәйек;

-киләсәктә үҙ эштәребеҙҙе асырға ынтылайыҡ һ.б.



Ата-әсәләргә:

-Балаларығыҙға үҙ телдәрен өйрәтегеҙ,мәктәптә генә түгел, өйҙә лә башҡортса һөйләшегеҙ;

-Күберәк үҙ телдәрендә китап, газета-журнал уҡыһындар, бының өсөн милли матбуғатҡа яҙылығыҙ;

-еребеҙҙе ситтәргә бирмәгеҙ, үҙегеҙ хужа булығыҙ;

-үҙ эштәрегеҙҙе асығыҙ, балаларығыҙҙы ла,бүтәндәрҙе лә эйәртегеҙ, өлгө булығыҙ;

-насар ғәҙәттәрҙән ары тороғоҙ;

-балаларығыҙҙың уҡыуы, тәртибе менән ҡыҙыҡһынығыҙ,уларға ярҙам итегеҙ һ.б.

II. Тест һорауҙары.

1. Ил хәстәрҙәрен хәл итеү өсөн башҡорттар борон нимә үткәргәндәр?

А. һабантуй Б.йыйын

2. Башҡорт халҡының милли гимны.

А. “Салауат” Б. “Азамат” В. “Урал”

3.Тәүге ҡоролтай ҡасан үткәрелә?

А. 1917йылда Б. 1995 йылда В. 2002 йылда Г.2010 йылда

4. III Ҡоролтайҙа РФ-ның нисә төбәгенән делегаттар килә?

А. 28 Б. 30 В. 32 Г. 34

5. М.Кәрим «Ҡоролтайға ҡотлау” шиғырын нисәнсе Ҡоролтайға арнап яҙған?

А.Беренсе Б.Икенсе В. Өсөнсө

6. Ҡоролтайға йыйылған халыҡты нимә менән сағыштыра?

А.Бәйгеләрҙә сапҡан ат менән Б. бал ҡорттары менән В. осар ҡоштар менән

7. Халыҡ шағиры үҙенең йәшәүен нимәгә оҡшата?

А. Бәйгеләрҙә сапҡан атҡа Б. бал ҡорттарына В. осар ҡоштарға

III.Лирик шиғырҙарҙы анализлау.


  1. Әҫәрҙең яҙылыу дәүере.

  2. Уның реаль ерлеге.Автор биографияһы һәм лирик герой.

  3. Жанр.

  4. Төп лейтмотив булырҙай юлдар.

  5. Темаһы,идеяһы.

  6. Әҫәрҙең эмоционаллеге.

  7. Тышҡы һүрәтләнеш һәм ассоциация бәйләнеше (идеяға бәйләп)

  8. Художестволы деталь,образ.

  9. Шиғырҙың формаһы:

  1. композицияһы;

  2. кинәйәләү алымдары(метафора,метонимия,сағыштырыу,аллегория,символ,гипербола,литота)

  3. тел үҙенсәлектәре(тон,интонация,пафос;эпитет,ҡабатлауҙар,антитеза,инверсия,эллипсис,йәнәшәлек,риторик һорауҙар һ.б.)

д) шиғырҙың ритмикаһы,үлсәме һ.б.

Һүҙлек.

Лейтмотив-бөтә әҫәр буйынса ҡыҙыл еп булып үткән һәм автор тарафынан ҡабатланып,баҫым яһап әйтелгән төп фекер.Шиғырҙа лейтмотив тапҡыр һүҙҙәрҙе,образлы мәғәнәләрҙе ҡат-ҡат ҡабатлау рәүешендә сағыла.

Метафора-берәй әйберҙең йәки күренештең исемен йә сифатын икенсе әйбергә йәки күренешкә күсереү.М,иген диңгеҙе,ҡорос беләк;күкрәгем-ҡалҡан.

Метонимия-берәй әйберҙе,күренеште йә төшөнсәне уға мәғәнәләш булған икенсе бер нәмә исеме менән әйтеүсе һүрәтләү сараһы.М.Ауыл тәрән тын алды.

Аллегория-әйберҙәр йәки хайуандар образы аша кешеләр тормошон,уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен кинәйәләп һүрәтләү.

Эпитет- ниндәй ҙә булһа күренештең йәки әйберҙең билдәләрен аныҡлаусы һүҙ.М, саф күңел,ҡайнар йөрәк,зифа буй,аҡсарлаҡтар сумған һыуҙар.



Антитеза-стилистик фигура: тәьҫир көсөн арттырыу өсөн төрлө төшөнсәләрҙе,күренештәрҙе,образдарҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү

Инверсия-һөйләмдә көслөрәк интонация менән берәй һүҙҙе айырыбыраҡ әйтер өсөн һүҙҙәрҙең ғәҙәттәге грамматик тәртибен үҙгәртеп,айырым һүҙҙе һөйләм аҙағына күсереп ҡуйыу.

Эллипсис-(төшөрөп ҡалдырыу)һөйләмдә еңел аңлашыла торған һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу.М,белеме бар( кеше) йөҙҙө йығыр.



Йәнәшәлек-бер-береһенә оҡшаш йәки ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе,төшөнсәләрҙе йәнәш ҡуйып һүрәтләү.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет