Ҡыҙыл буйы ҡырсынында Эҙләп кәйелтмәк таштар



бет2/2
Дата26.06.2016
өлшемі0.73 Mb.
#159064
1   2
Бәпкә көткән инәй


Һәр яҙ һайын өй алдында

Бәпкә көтә күрше ҡарсыҡ,

Ҡулдарында, уйынсыҡтай,

Зыр әйләнеп бейей орсоҡ.


Көйҙәр көйләй, уйҙар уйлай

Орсоғонон ыңғайына,

Тирә-йүнде байҡап ала,

Ҡулын куйып маңлайына.


Күптән үлгән ире менән

Һөйләшә ул көндәр буйы,

Икәү уҙған ғүмер юлын

Мең ҡат урап үтә уйы.


"Беҙ бәхетле инек, йәнем,

Тормош ауыр, һуғыш тимәй" –

Күҙҙәренә тулған йәште

Яулыҡ менән һөртә инәй.


"Был донъяла ике тапҡыр

Яңғыҙ ташлап киттең мине.

Беренсеһе һуғыш булһа,

Икенсеһе үлем ине.


Дошман яуы ҡупҡас илдә,

Иң-иң матур йәйге айҙа,

Һин, бөркөтөм, тәүге сафта

Фронтҡа киттен, хушлашмай ҙа.


Бик көттөрөп, һағындырып,

Шатлык булып килде хатың.

Һинән миңә, минән һиңә

Ташый хаттар һөйөү антын.


Өскөл хаттар һарғайғандар,

Йәнгә яҡын таныш яҙыу.

Иркә һүҙҙәр, йыуатыуҙар,

Байрам менән ҡотлап уҙыу.


Һағыш, һөйөү, наҙға тулы

Беҙҙең йәшлек иҫтәлеге,

Яу юлыңды күҙаллата

Һәр беренең эстәлеге.


Ә быныһын яҙғанһыңдыр

Разведкаға китер саҡта.

Иҫәнлегем телә! - тигән

Үтенес бар ошо хатта..."


...Өс көн буйы йөрөнөләр һалдаттар,

Арынылар, ошонда ял алмаҡтар.

Тел артынан йөрөүҙәре гел бушҡа,

Был разведка килтермәне уңышҡа.

Ял урыны - тыныс урман аҡланы,

Сержант үҙе һалдаттарын һаҡланы.

Тәрән уйҙар биләп алды егетте,

Яйлап ҡына таң һыҙылыр мәл етте.

Ишеткәндәй булып шомло тауышты,

Егет әкрен алға табан шыуышты.

Ырғып тороп тирә-яҡты байҡаны,

Һалҡын тулҡын буйлап үтте арҡаны.

Лебер-лебер һейләшәләр ҡайҙалыр,

Был немецтар тауышымы, ҡаҙалғыр?

Йә, Хоҙайым, сержант тыныс тигән ер

Землянка бит, ә эсендә кемдәрҙер

Һөйләшәләр, көлөшәләр һаман да,

Әйтерһең дә, немец яңғыҙ урманда.

Һалдаттарын егет йәһәт уятты,

Биләнеләр һул якты ла, уң яҡты.

Ишекте лә ҡапыл тибеп астылар,

Шәм шикелле теҙелешеп баҫтылар.

Ә немецтәр өнһөҙ ҡалды ҡурҡыштан,

Өҫтәрендә йоҡа күлдәк, аҡ ыштан...


***

Алтын-көмөштән ҡәҙерле

Хаттар менән тулды һандыҡ.

Һин һуғышта, ә мин эштә.

Хаттарҙы беҙ көтөп алдыҡ...
***

Хаттар яҙа батыр егет өйөнә,

Әсәкәйе уҡый-уҡый һөйөнө:

"Ағайымдан бармы, әсәй, хат-хәбәр,

Хаты килһә, ҡайҙалығын яҙ, ебәр".
Әсә яҙа алып ҡулға ҡәләмен:

"Һинә, балам, минең ҡайнар сәләмем,

Имен йөрөп, һау ҡайтһын, тип улҡайым,

Доғаларҙың иң изгеһен уҡыйым.

Һыуға төшкәндәй юғалды ағайың,

Ышанмайым, ул иҫәндер, моғайын".


***

Хаттар яҙа һалдат матур ҡыҙға ла:

"Һине уйлап, йәнем минең һыҙлана.

Һуғыш тимәй гөлдәр япраҡ яралар,

Алыҫая бара беҙҙең аралар.

Пуля-үлем оса дошман яғынан,

Ә мин һине шундай еҙ(ө)лөп һағынам.

Хаттар йөрөр араларҙа әлегә,

Улар сәләм ташыр һеҙҙен әрмегә.
***

Ә һөйгәне күптән хеҙмәт урынында,

Ағас ҡырҡып норма үтәй урманда.

Бына бөгөн ҡустыһына хат яҙа

"Бер ҙә бушап булманы, - ти, - был айҙа.

Сәләм һиңә, апайыма, һеңлемә,

Өй хәлдәрен күберәк яҙ һин миңә.

Ыҙа-михнәт менән еттек Инйәргә,

Ауырлыҡтар төштө беҙҙең индәргә.

Ун биш йәшлек ҡыҙ балаға эш ауыр,

Асығыуҙан өҙөлөп килә эс-бауыр.

Сплавҡа ағас ташый ылауҙар,

Йөк тейәүгә көс етмәйсә илауҙар.

Фәрихалар, Мәфтухалар ауылда

Яталармы? Теймәй ел дә, дауыл да.

Һуғыш бөтһә, байрам булыр беҙҙә лә,

Мин ҡайтырмын, ҡайтыр ағай, еҙнә лә.

Миңә төбәп хаттар килһә, һал бында,

Сергенәмде сисмә апай алдында".
***

Өсҡөл хаттар араһында

Ҡустыңдың да хаттары бар,

Һәм уларҙың тарих булып

Мәңге ҡалыр хаҡтары бар.

Ә ҡустыһы яҙа ауыл хаҡында,

Өй йылыһы килғән кеүек хатында;

"Минең йәшем күпме тиһәң, ун берҙә,

Байтаҡ йәшәп ташлағанмын был ерҙә.

Кес ултыра яйлап ҡына беләккә,

Ныҡ тотонам кәрәк менән һәнәккә.

Яуҙа йөрөй ағай менән еҙнәбеҙ,

Эх, ҡасан һуң дошмандарҙы еңәбеҙ?!

Терәк булып апайыма, һеңлемә

Ир затынан өй эсевдә мин генә".
***

"Әүрәп кенә йөрөр саҡта уйынға,

Ауырлыктар төштө беҙҙең быуынға".
***

"Ҡара ҡағыҙ алды кисә күршеләр,

Һәләк була ниндәй һәйбәт кешеләр.

Өй беренсә килеп бөттө был ҡағыҙ,

Яуға киткән ир-ат өсөн ҡурҡабыҙ.

Ағайҙың да хаты килмәй бик күптән...

Ҡара ҡағыҙ килә күрмәһен бүтән!"
***

Туған илгә файҙам тейеп

Кәрәк булһа минең хеҙмәт.

Мин эшләрмен алһыҙ-ялһыҙ,

Енеү көнөн генә тиҙләт!

***


"Иҫән булғас, тағы килдек Инйәргә,

Был турала тағы ниҙәр һөйләргә?

Йыл да килгәс, ауыр түгел эше лә,

Эт ҡайышына әйләнә кеше лә.

Мастер маҡтап алды беҙҙе кисә кис:

- Белмәйбеҙ тип тормайһығыҙ эште һис,

Норма тула көнөнөкө көнөндә, - ти,

Барығыҙ ҙа егәрлеләр, күндәм, - ти,

Ударница булды хәҙер апайың,

Ҡустым, мин дә алғы сафта атлайым".

"Нәрәт килгән тигәс йәнем өшөнө,

Эшкә килеп күрҙек бына Өфөнө.

Нескә билде биштән быуып алабыҙ,

Эшсәндәрҙе ярата баш ҡалабыҙ.

Ҡыуыр өсөн илдән яуыз дошманды,

Үтәйбеҙ беҙ Тыуған илем ҡушканды.

Фронтҡа китә ҡорал тейәп вагондар,

Һөйрәп ҡайтҡан вагондары янғандар.

Тимер-томор бушатабыҙ ҡай саҡта,

Һөйләге лә килмәй минең был хаҡта.

Янған танктар килтерҙеләр был юлы,

Ҡан уҡмашҡан каскалар ҙа туп-тулы.

Ниҙәр генә, ниҙәр генә юҡ унда,

Хатта снаряд килгән беҙгә вагонда.

Дүрт ҡыҙыҡай, бушатканда тимерҙе,

Шартлагандар... Шартлау йыһан

емерҙе."
***

"Һылыуҡайым, һинең генә

Бәхетеңә яҙғанға, - тип, -

Фәрештәләр һәләк итмәй,

Килгән миңә ярҙамға, - тип, -

Һинең һөйөү, мөхәббәтең

Ҡотҡарҙы, - тип, - һалдатыңды..."

Яраланғас, госпиталдән

Ебәргәнһең был хатыңды.

***


Аҙна буйы йөрөп дошман тылында,

Мәғлүмәттәр йыйып улар турында,

Сыҡты егет үҙебеҙгә ҡайтырға,

Хызыр Ильяс юлдаш булһын батырға!

Дон йылғаһын йөҙөп сығыр сағында,

Ығы-зығы сыҡты дошман яғында.

Автоматтар, пулеметтар тырылдай,

Меңәр пуля яуа кеүек бер ыңғай.

Зәңғәр күкте айҡап оскан ҡоҙғандай,

Бик тә мөһим маҡтаулы эш ҡырғандай,

Бер "юнкерс" үтте үлем килтереп,

Йылға өҫтөн пулеметтан теттереп.

Яурын-ҡулға тейҙе пуля сираты,

Йылға-һыуын ҡып-кыҙыл ҡан бысратты.

Ярһыу йылға төпкә һөйрәп ағыҙҙы,

Яраланған һалдат һыуҙа яңғыҙы.

Һыңар ҡулы менән ишеп ҡараны,

Ә тулҡындар йыуҙы ҡанлы яраны.

Байтаҡ аҡҡас, тулҡын ярға һелтәне,

Берсә өшөй, берсә яна бар тәне.

Һаташамы егет, әллә ысынмы?

Шығырлата баҫып ыуаҡ ҡырсынды,

Ҡыҙҙың һыны күҙ алдында яҡтырҙы:

- Әйҙә, торсо! - тип саҡыра батырҙы,

-Һин үлергә тейеш түгел, ҡәҙерлем,

Ғүмер буйы мин көтөргә әҙермен.

Анһыҙ ятҡан егет ҡапыл ҡалҡынды,

Ҡанаттары һынған ҡоштай талпынды.


***

Бына тағы өй алдында

Бәпкә көтә күрше инәи,

Орсоғона аҡ йөн түгел,

Ак бәхеттәр сиртеп иләй.

Һәр яҙ һайын күк үләнгә

Бәпкәләрҙе алып сыға,

Үтеп-һүтеп йөрөүселәр

Иғтибар ҙа итмәй уға.

Сабыр ғына ултырһа ла,

Һағыштары күкрәк тулы,

Зыр әйләнеп бейей орсоҡ,

Һис буш тормай ике ҡулы.
Йөҙө уйсан, моңһоу ҡараш,

Ул үткәне менән йәшәй,

Итәк тулы бала-саға,

Иренән дә ҡалған йәшләй.


"Әйтерһең дә, миңә һине

Ай бирҙе лә, ҡояш алды,

Үҙ ҡулдарың менән яҙған

Иҫтәлегең - хаттар ҡалды.


Ташлап киттең мине яңғыҙ

Кинйә улың тыуған көндө,

Бәхет күгем ҡара янды,

Яҡты кояш, нурым һүнде.


Йөрәгеңә ҡаҙалғайны

Тәнеңдәге ҡорос ярсыҡ.

(Яулыҡ менән йөҙөн ҡаплап,

Сеңләп-сеңләп илай ҡарсыҡ).


Оҙаҡ көттөм кинйәбеҙҙең

Буй еткереп өйләнгәнен,

Беҙҙән башҡа үҙ алдына

Донъя көтөп өйрәнгәнен.


Ә улыбыҙ күптән атай,

Ейәндәрҙе теҙҙе алға.

Ваҡыт миңә юл тоторға

Мәңгелеккә, һинең янға.

Алып барам һиңә, йәнем,

Һағышымды, һөйөү наҙын.

Икәү йәнәш ҡаршыларбыҙ

Алтмышынсы Еңеү яҙын!"


...Иләп бөтә алмайынса

Ҡолғалағы ап-ак йөндө,

Баҡыйлыҡҡа күсте инәй

Иң-иң йәмле Еңеү көндө.


Ә быйыл яҙ ейәнсәре

Бәпкәләрҙе алып сыҡты,

Сабыр ғына ултырыуы

Хәтерләтте шул ҡарсыҡты.




Йән яраһы

1

Нургәлине – йән дуҫымды

Уйлал барам,

Һулҡып һыҙлап ала минең

Күңел ярам,

Афгандарҙа алған ҡаты

Яраларҙан

Йән дуҫҡайым китеп барҙы

Араларҙан.

Йәп-йәш көйө ята хәҙер

Тар ләхеттә.

Ул булмағас, юҡ хыялдар,

Юҡ бәхет тә.

2

Тып-тын ҡалған палатала

Һалдат яңғыҙ.

Нисә көндәр иҫкә килмәй,

Ята аңһыҙ.

Тормош туҡтап ҡалған кеүек

Бында шуға,

Бирешмәйек әле, тиеп

Сәғәт һуға.

Ваҡыт - дауа, егетебеҙ

Аңға килде.

Ә куңеле өҙ(ө)лөп - өҙ(ө)лөп

Уйлай кемде?

Аяҡтары ҡурсаҡмы ни,

Аҡ биләүҙә.

Һыҙланыуҙар ҡатыш көтә

Тик берәүҙе,

Фәрештәләй осоп килер

Берҙән-бере.

Ғилмияза - иң һылыу ҡыҙ

Уның йәре.

3

Бейек тауҙар араһында



Беҙҙең ауыл.

Күҙҙең яуын алып торған

Матур ҙа ул.

Ожмах үҙе ята лаһа

Алдыбыҙҙа,

Күңелдәргә йәм табыла

Ау(ы)лыбыҙҙа.

Тере тарих кеүек бында

Һәр бер кеше.

Ниҙәр генә кисермәгән

Ҡарты-йәше.

4

Түбән оста әүәлдән үк



Балалар суҡ.

Сыр-сыу килгән тауыштары

Тынғаны юҡ.

Һылыулыҡҡа ярышҡандай

Үҫә ҡыҙҙар,

Ә малайҙар тик тормаҫтар,

Тере ҡуҙҙар.

Бик шаяндар, бик ихластар,

Дәррәүҙәр ҙә,

Улар кеүек татыу булмаҫ

Берәүҙәр ҙә.

Йүг(е)рә-йүг(е)рә нисек талмай

Аяҡтары,

Гүзәллеккә, нурға сумған

Ян-яҡтары.

Уйнай Наза, Ғилмияза,

Күрше Йәмил.

Ә Нурғәле-шаян малай -

Уйын йәме.

Бына шулай үҫеп килә

Йәп-йәш быуын.

Хоҙай белә, улар алда

Кем булырын.

5

Ғилмияза иркәләнә



Әсәһенә.

Ә әсәһе сәй яһай ҙа

Кәсәһенә:

-Ана, Наза китеп бара, -

-Ти, - уҡыуға.

Һинекеләй кейем-һалым

Юҡ шул уға.

Ябай күлдәк, ябай туфли,

Эх, йәл бик тә.

Тиң-иш түгел һинең менән

Ул, әлбиттә.

Айырма күк менән ерҙең

Араһылыр,

Һин, матурым, һандуғастың

Балаһылыр.

Кей, балаҡай, кейемдәрҙең

Иң затлыһын.

Ашап йөрө ризыҡтарҙын

Иң татлыһын.

Тирә-яҡтың һин сибәре,

Аҫылы бул.

Байлыҡ, балам, йәшәйештең

Асылы ул.

6

Нурғәлибеҙ һалдат булды



Быйыл яҙҙа.

Хәҙер һағынып алыҫтарҙан

Хаттар яҙа.

"Ғилмиязам, һиңә яҙам

Табып яйын,

Һиҙелмәй ҙә үтеп китте

Алты айым.

Ғәжәпләнмә, оҙаклаһа

Хаттарыма.

Беҙ китәбеҙ Афғанстан

Яҡтарына.

Ҡайҙа ғына ебәрһә лә

Тыуған илем,

Һинең менән йөрәккәйем

Ҡалыр минең".

7

Алһыу сәскә кеүек беҙҙең



Арабыҙҙа

Көндән-көнгә матурлана

Назабыҙ ҙа.

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле,

Ебәк сәсле,

Нурлы йөҙлө, ә ҡараштар

Наҙлы, хисле.

Изге теләк теләй уға

Өләсәһе:

"Бәхет, тәүфиҡ бирһен, балам,

Киләсәгең".

Ә йәш күңел ниҙер көтөп

Һағышланды.

Бар уйҙары Нурғәлигә

Бағышланды:

- Юҡ сәләмең, миңә һинән

Килмәй хат та.

Тик бер тапҡыр уйлаһаңсы

Минең хаҡта.

8

Ғилмияза үҙ кәҙерен



Белеп кенә,

Урам буйлап, аҡҡош төҫлө,

Йөҙөп килә.

Ҡаршыһына алсак көлөп

Сыҡты Наза.

- Һаумы, - тине, - әхирәткәй,

Ғилмияза.

Бик ваҡытлы ос(о)раның,

Беҙгә әйҙә.

Мин эшләйем, һыйыр һауам,

Өләс өйҙә.

Ҡунаҡ килһә, өтәләнеп,

Ул һөйөнә.

Саҡырыуын һанламаһаң

Бик көйөнә.

Ғилмияза баҫып торҙо

Бер теләкһеҙ.

- Һеҙҙең өйгә инеү миңә

Һис кәрәкһеҙ.

Урындыҡ та һинең унда

Оло мейес.

Ә нишләп һеҙгә керергә

Мин һуң тейеш?

Ауыл йәмһеҙ, өйҙәр ҡотһоҙ,

Батҡаҡ урам.

Алла бирһә, калаларға

Юлды борам.

Эшһеҙлектән ялҡып бөттөм,

Китәм бынан.

Иң еңел эш табасаҡмын

Мин ҡаланан.

Батып үләһеләрем юҡ

Был батҡаҡҡа.

Әсәйем дә кит тимәйҙер

Ерле-юҡҡа.

9

Нурғәлиҙән хаттар килә,



Килә һирәк.

Тик бер хаты уйға һалды,

Янды йөрәк.

"Һин өмөтөм, - тигән ине, -

Ғилмиязам,

Хәлдәремде аңларһынмы?

Һинә яҙам.

Уйламаған ерҙән минен.

Аяҡтарға,

Таш ишелде, ҡалды көнөм

Таяҡтарға.

Госпиталдә генә килдем

Мин аңыма.

Һейөүҙәрең ысын булһа,

Кил яныма!"

Дошман уның аяғына

Төбәп атҡан,

Тик Нурғәли был турала

Яҙмай хатҡа.

10


Аптыраны Ғилмияза,

Алғас хатты.

Төндәр буйы йоҡлай алмай

Уйлап ятты.

"Был зәғифйән, алма кеүек

Миңә тиңме?

Иңдәремә йөк-ауырлыҡ

Булам, тиме?

Ана, Наза барһын уға,

Алһын ыҙа.

Нурғәлиҙе ул ярата,

Йәне фиҙа.

Эргә тулы йәш егеттәр,

Өрлөк кеүек.

Бер күҙ кыҫһаң, ҡаҙалырҙай

Һөлөк кеүек".

Яуап хатын көттөрмәне

Ғилмияза:

"Көтмә мине, онот, онот", -

Тиеп яҙа.

11

Был тормошта тулып ята



Төрлө хәлдәр,

Назаға ла килеп етте

Ауыр хәбәр.

Ишетте лә Нурғәлиҙе

Яралы, тип,

"Бәғеркәйем, ерҙә мин дә

Бар әле, - тип,

Ташлар өсөн өҙ(ө)лоп һөйгән

Йәрем юҡ, - тип,

Уңһыҙ ерҙә йәшәрлек тә

Хәлем юҡ, - тип,

Йәһәннәмдә булһа-булһын

Барыр ер, - тип,

Нурғәлине алып ҡайтам

Барыбер, - тип,

Һөйөүҙәрен ҡанат итеп

Осто Наза.

Кәртә түгел Нурғәлигә

Килгән ҡаза.

Киткән саҡта өләсәһе

Илап ҡалды,

Тормошонан бер хәтирә

Һөйләп алды:

"Һин йыйынғас, хәтерләнем

Олатаңды.

Мин дә шулай, һуғыш йылы

Алһыу таңды,

Алыҫтарға юлға сығып

Ҡаршыланым,

Яраланғас олатайың,

Арыҫланым.

Фатихамды сәфәреңә

Биреп калам.

Ҡайҙа булһаң, шунда иҫән

Йөрө, балам".

12


Маңлайына яҙылғанды

Күрә бәндә:

Нурғәли ҙә тороп ҡалды

Ауыр хәлдә.

Ҡыйын уға тормош юлын

Атлауҙары,

Өмөтөнөң, сабырының

Шартлауҙары.

Наза булды эргәһендә

Шул саҡтарҙа,

Әк(е)ренләп ипкә килде

Аяктар ҙа.

Нурғәли: "Икәү яҡшы

Берәүҙән, - ти.

Мәңғе тормам ағасаяҡ

Терәүҙә, - ти,

Һөйөү менән ҡарай ҙа ул

Назаһына,

Баш иҫән, - ти, - аяҡ ярты

Ҡаза ғына.

Һин бәхетем, таянысым,

Минең ҡотом.

Тамамлаһам, алла бирһә,

Уҡыу йортон.

Тормошобоҙ булыр, йәнем,

Күркәмерәк,

Бәхетебеҙ алда әле

Түп-түңәрәк".

13

Ғилмияза йәшәй белеш



Фатарында.

Матур бер көн ҡалды уның

Хәтерендә.

Мәжлес йыйҙы өй хужаһы

Айлы кистә.

Әҙерләнде, йыбанманы

Белеш һис тә.

Ҡунаҡ булып шеф та килә,

Бирһен хоҙа.

- Шеф тигәнем, ҡыҙым, беҙҙен

Яҡын коҙа.

Икәүләшеп ҡунаҡтарҙы

Һыйлашырбыҙ.

Аҙаҡ һиңә эш хаҡында

Уйлашырбыҙ.

Кей, ҡыҙыҡай, иң-иң затлы

Күлдәгеңде,

Барыһы ла күрһен һинең

Кемлегеңде.

14


Шеф ҡулында Ғилмияза

Эшләй хәҙер.

Йомоштарын үтәр өсөн

Һор саҡ әҙер.

Шефы китһә сәфәр сығып,

Ғилмияза һағ(ы)ныуҙарҙан иҫ-аҡылын

Юя яҙа.

Аҫылынып уның йыуан

Муйынына,

Йәне-тәне менән һеңә

Ҡуйынына.

Уның шефы ирҙәрҙең иң

Аҫылылыр,

Байлыҡ йыйыу йәшәүенең

Асыльшыр.

Йәлләмәй ул ҡыҙҙан һис тә

Бүләктәрен,

Үтәп тора теләгән һәр

Теләктәрен.

15


Бер сак бында ауылдашы

Йәмил керҙе.

Керҙе лә ул фырт ултырған

Ҡыҙҙы курҙе.

- Һаумы, тиңдәш, - тиеп уға

Торҙо ҡарап.

А-ба! Ҡыҙый һинең бында

Эштәр харап.

Йылы ерҙә ултыраһын

Шефҡа яҡын,

Ҡолаҡтарың, бармаҡтарың

Тотош алтын.

Шаяртыуға ҡыҙ ирене

Һары майҙан,

Көләс йөҙө балҡып китте

Тулған айҙай.

- Минең шефым иң аҡыллы,

Йомарт бәндә.

Уҙе нисек, шулай тоғро

Уға мин дә.

Шеф янында ултырыуы

Үҙе бәхет.

Ә был урын минең өсөн

Алтын тәхет.

Ғилмияза наҙлы ғына

Кеткелдәне.

- Ә һин, Йәмил, һаман шунда

Төпкөлдәме?

Нисек йәшәй

Наза менән теге сатан?

Уйланиһәң ошо парҙы,

Көлкө хатта.

16

Был һорауға ендәшмәне



Йәмил оҙаҡ.

Уйланды ла бер ҡарарға

Килде аҙаҡ.

"Юк, Нурғәли менән Наза -

Һәйбәт парҙар.

Йә, көлөрлөк һиңә бында

Нимә барҙыр?

Беҙҙең Наза Нургәлиғә

Тоғро ҡатын.

Аңлатаһы түгел уға

Һөйөү хаҡын.

Һүнгәне юҡ усағында

Утлы ҡуҙы.

Үҫеп килә өс уланы,

Ике ҡыҙы.

Нурғәлиме? Ауылыбыҙҙың

Аҫыл заты!

Кәңәш һорап килә уға

Йәше-ҡарты.

Гөл шикелле наҙлап көтә

Балаларын,

Улар менән онотола

Яралары.

Ә яралар бик һыҙлайҙар

Яуындарҙа,

Гүйә, суйын аға кеүек

Быуындарҙа.

Уҡып сыкты, башҡайында

Белеме бар.

Зәгиф, ләкин үҙе тапҡан

Телеме бар.

Наза менән улар икәү

Нәҡ ҡуш ҡайын.

Бына шулай йәшәй минең

Йән дуҫҡайым.

Эшләмәне, дуҫым эштәр

Шаҡ ҡатырлыҡ,

Ауырлыҡты еңә белеү -

Ҙур батырлыҡ".

17


Ғилмияза урын тапмай

Күңеленә,

Уфтана гел, ауыр уйға

Күмелә лә.

- Ҡайтыр кәрәк миңә тиҙерәк

Ауылыма,

Ҡарамайым ямғырына,

Дауылына.

Күрсе, ниндәй егет икән

Был Нурғәли.

Уның кеүек ир осратҡан

Юҡ бит әле.

Ғалим тиме үҙ фәненән,

Ысындыр ҙа.

Бына шундай ирҙе ҡулдан

Ысҡындыр ҙа.

Ултыр инде шефтын һаҡлап

Ишек төбөн.

Улар түгел, нәҡ бына мин

Меҫкен бөгөн.

Мин ҡурсаҡмьш, уйынсыҡмын

Шеф ҡулында.

Юк ынтылыш, юҡ маҡсатым

Үҙ юлымда.

- Эй, хоҙайым, мине ергә

Яратҡанһың,

Ә Назаны минән нығыраҡ

Яралтҡанһың.

Был донъяла мин бәхетһеҙ,

Ул бәхетле.

Нисек түҙәң кәмселеккә

Ошо хәтле.

18

Ғилмияза килеп ингәс,



Табып өйҙө.

Нургәлибеҙ уртын сәйнәп

Янды-көйҙө.

- Нимә алып килгән беҙгә

Был ҡурсаҡты?

Ҡайҙа ятҡан ҡасып-боҫоп

Быға саҡлы?

Бар булмышын биләп алған

Йәмһеҙ уйҙы

Ҡунаҡ хаҡы өсөн егет

Ситкә ҡыуҙы.

19


- Һаумыһығыҙ, көллөгөҙгә

Минән сәләм.

Хәлегеҙҙе беләйем, тип

Инеп киләм.

Ғилмияза шат йылмайып

Теҙҙе хәбәр.

- Йә, Нурғәли, эштәр нисек?

Һөйләп ебәр.

- Наза ҡайҙа? Ник күренмәй,

Өйҙә юҡмы?

Өфөләргә барған, тиҙәр,

Шулай уҡмы?

20

- Беҙҙең Наза ябай түгел,



Герой-әсә.

Президенттан миҙал алып

Ҡайтты кисә.

Ауыр, тимәй, ситтән тороп

Уҡып йөрөй.

Уның ярҙамын көтәлер

Бында һәр өй.

Врач апайҙы ярата бик

Бала-сага.

Хәл белешә сығып киткән

Әле шуга.

Минең Наза - ҡатындарҙың

Аҫылылыр,

Тоғ(о)ролоҡ ул ҡыҙ-ҡырҡындың

Асылылыр.

21


Нурғәлигә ҡарап торҙо

Ғилмияза.

Үҙгәрмәгән, имән кеүек

Көслө, таҙа.

Бына тигән йорт тирәһе,

Кәртә-ҡура.

Барыһы ла етеш бында,

Ялтлап тора.

- Ошо донъя, бынау байлыҡ

Назала бит,

Минең ғүмер үтеп бара

Заяға бит.

- Эх, йәш саҡта беҙ икәү ҙә

Хәтәр инек.

Ярты көндә һағынышып

Бөтә инек, -

Тиеп һүҙен иркә генә

Ҡатҡан ине,

Күтәрелеп Нурғәлигә

Баҡҡан ине.

Аңғарҙы ла уҫал төбәлгән

Ҡараштарҙы,

Йәһәт кенә кайтыу яғын

Ҡараштырҙы.

Быға тиклем тын ултырған

Сәрби ҡортка:

- Һиңә бында нимә кәрәк?

Тине ҡырҡа.

-Кешеләрҙе һалалар бит

Ҡайғыларға,

Шыйык сыбыҡ кәрәк бында

Ҡайыҙларға.

22

Күҙ йөштәрен һөртә-һөртә



Йоҙ(о)роҡҡа,

Ғилмияза төшөп китте

Тыҡ(ы)рыҡҡа.

- Эй, Хоҙайым, мине ергә

Яралтҡанһың,

Ә Назаны минәп нығ(ы)рак

Яратҡанһың...

23


Хикмәт ниҙә? Хоҙайҙамы,

Үҙеңдәме?

Бәхеткәйен көтөп алыр

Түҙемдәме?

Илай-илай ҡайтып килә

Ғилмияза,

Холҡо менән үҙ-үҙенә

Ҡылды яза.

24

Ғилмияза киткәс, егет



Ҡалды уйға,

Бөтә донъя әйләнгәндәй

Булды уға.

Һуңғы мәлдә йөрәге лә

Шаярғылай,

Семтеп-семтеп ҡуйған ине

Баяғы ла.

- Ник килмәнең, бәғеркәйем,

Элегерәк?

Һуңлап килдең, минән һиңә

Нимә кәрәк?

Мин яратам элеккесә,

Ҡәҙерлем һин.

Ә һин ниңә таштай ҡаты

Бәғерлеһең?

Тән яраһы түгел, йәнем,

Һыҙлай минең.

Мин көткәндә, ник килмәнең,

Ҡайҙа инең?

Йән яраһы... Йөрәк уға

Сыҙаманы.

Ҡапыл ергә ауҙы... аһ, ир

Уҙаманы.

Таба алмай донъялыҡта

Дауаларын,

Үҙе менән алып китте

Яраларын.

25


Нургәлиҙе-йән дуҫымды

Уйлап барам.

Һулҡып һыҙлап ҡуя минен

Күңел ярам.

Афғандарҙа алған ҡаты

Яраларҙан

Йән дуҫкайым китте беҙҙең

Араларҙан.

Бер уйлаһаң, күреп булмай

Афғандарҙан,

Бәхетһеҙлек килә ҡай саҡ

Аҙғындарҙан.

Йәп-йәш көйө ята дуҫым

Тар ләхеттә.

Уп булмағас, юҡ хыялдар,

Юҡ бәхет тә.

Яратһа ла был донъяны

Ихлас, тәрән,

Ниндәй һөйөү, ниндәй ғүмер

Булды әрәм...






Достарыңызбен бөлісу:
1   2




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет