Йыһат Солтанов АҘнамөХӘМӘТ, салауат һӘм юлай йондоҙЛОҒо мәСЬӘЛӘГӘ ЯҢыса ҡараш


Шайтан-Мең ырыуы һәм Шайтан ауылдары



бет2/3
Дата04.07.2016
өлшемі10.01 Mb.
#176686
1   2   3

Шайтан-Мең ырыуы һәм Шайтан ауылдары
Ырыуға «Шайтан» атамаһының ҡайҙан килеп йәбешеүе тураһындағы риүәйәтте 1770 йылғы сәйәхәтендә башкорттарҙан беренсе башлап П.С. Паллас яҙып алған: «О сем названии рассказывают башкирцы: бесенку будто предок сея волости, нашед в пещере поблизу лежащей горы дочь горного духа или черта (шайтан), на ней женился и сие потомство с нею расплодилось».

«Шайтан» атамаһы, әлбиттә, иҫке (яҙыҡ) динле башҡорттарға ислам дине кергәс кенә тағылған, ә унан да алдағы риүәйәттәребеҙҙә шурәле ҡыҙы тураһында һүҙ бара. Һүҙ асылында шурәле — шыралы (шыр-урманлы; шырпы, шырау, шыра/сыра тигән һүҙҙәребеҙ ҙә шунан), йәғни Мең ҡәбиләһе егете шыр-урман яғынан (Урман-Көҙәйҙәндер) кәләш алған да шулар нәҫеленән Шайтан-Көҙәй (ислам дине кергәнгә тиклем Шүрәле-Көҙәй) башҡорттары үрсегән булып сыға. Урман (ирәкте) башҡорттары шәжәрәһендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: «Потомки Майкы-бия до Ахмед-шейха его потомков называют башкирами ирякте. Они разделились на степных ирякте (Мензелинский уезд), лесных ирякте (Бирский уезд) и танып ирякте... Потомки внука Ахмед-шейха Чулман-бия в Осинском, Бирском уездах и в стороне Уральских гор» (Башкирские родословные. Уфа — «Китап», стр. 17) — һуңғылары беҙгә яҡындан таныш урман-көҙәйҙәр булһа кәрәк. Меңдәрҙең урмандан «кәләш алыу» осоро, күрәһегеҙ, «шүрәле»ләргә ислам дине кермәҫ боронға оҡшай, шуға күрә лә уларҙы ҡушаматлаған ислам динлеләр өсөн улар йә шүрәле, йә шайтан. Башҡорттарға күрше йәшәгән мариҙар хатта ошо көнгәсә яҙыҡ дин тотканлыҡтан, ислам динле һуңғараҡ быуын шайтан-көҙәйҙәр «шайтан» атамаһынан биҙәрләп (улар хәҙер ҙә ул һүҙҙе телгә алмай, үҙҙәрен «Мең ырыуы» тип кенә атай), боронғо яҙыҡ динле башҡорт бабаларын, яңылыш, мариҙар имеш, тип һанаған, шуға күрә Шайтан-Көҙәй ерендәге иң боронғо (моғайын, ислам диненә тиклем үк нигеҙләнгән) өс ауылды «Ҡазан яғынан килмеш Тәкәш, Туйыш, Ҡотош тигән бер туған өс мариҙың» исеме менән бәйләгән. Ләкин улар, ҡабатлайым, бер ниндәй ҙә мари түгел, ә исламға тиклемге бик боронғо дәүерҙә үк Көҙәй ҡәбиләһенә килеп ҡушылған Мең тармағы башҡорттары. Ислам динен ҡабул ҡылғас, был башҡорттар, мосолман зыяраты асып, мәйеттәрен әүәлге «яҙыҡ динле» (шайтан) бабаларының зыяратына ерләмәгәндәр, шуға күрә Иҫке Мең (хәҙерге Меңйетәр) ауылында XIX быуатта ла «шайтан» бабаларҙан ҡалмыш айырым иҫке зыярат билдәле булған (Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974, 212-нсе бит). Ә «көҙәй»гә килгәндә, IX—XII быуаттарҙа көнсығышта Ҡытайға сиктәшләнеп Һары диңгеҙҙән Каспий диңгеҙенәсә һуҙымлы ер йөҙөн ғәйрәтле һәм шанлы биләгән һәм, һуғыштарҙа ҡытайҙарҙы йыш ҡына еңеп, Ҡытай императорҙары булып та тәхеттә ултырған бөйөк Ҡатай-көҙән (кидань) империяһының ҡалдыҡ башҡорттары улар, был хакта мин «Дәү-Олояу - Ҡатай-көҙән башҡорттарының бөйөк дәүләте» тигән әҫәр яҙғанмын (баяғы сайтымдағы XIII томда)...

Шайтан-Көҙәйҙәрҙең йәшәү ҡеүәте, туғандары Ҡобау-Меңдәрҙеке кеүек үк, ифрат көслө булған: Өфө йылғаһының һул ярына сығып, үргә табан яңы ерҙәр үҙләштереп, хәҙерге Екатеринбург ҡалаһының төньяғына барып еткәндәр -- XVIII быуатта шул яҡтарҙа башҡорттарҙан алдап-йолдап, талап алынған ерҙәрҙә бер түгел — өс «шайтан» заводы эшләгән: Шайтанский Нижний, Верхне-Шайтанский, Висимо-Шайтанский (Роже Порталь. Урал в XVIII веке. Уфа-2004, 102— 103-нсө биттәр). 1716 йылда төҙөлгән Шүрәле заводы (Шуралинский завод. А.И. Андрущенко. Крестьянская война 1773—1775 гг. М., 1969) иһә алыҫ тарихтан шайтан-меңдәрҙең Шүрәле-Мең осоро тураһында һөйләйҙер...

Шайтан-меңдәрҙең икенсе бер көслө тармағы, хәҙерге Нуриман районынан күсенеп, Иглин районы Иҫке Мең (Меңйетәр) ауылын нигеҙләгән. Ауылдың абруйлыһы 1952 йылғы Миҙхәт Мөхәмәт улы Мирғәлиев (фото) барса һорауҙарыбыҙға тейешле яуапланы:

Р.Ғ. Кузеев китабында телгә алынған иҫке «шайтандар зыяраты» хәҙер «Балтағолдар зыяраты» тип йөрөтөлә имеш, ә шулай ҙа яҡындағы «Шайтан соҡоро» һаҡланған. Башҡорт тарихын сонторайтыу өсөндөр инде, 1945 йылда урындағы ҡөҙрәтле большевиктар иҫке зыяраттың әллә ҡайҙан ук һерәйеп ауылға күренеп торған 1,5—2 метр бейеклек ҡәберташтарын, трактор менән ауҙартып, зыярат башындағы соҡорға һөйрәтеп ташлап күмдерткәндәр ҙә иген баҫыуы яһағандар; инде шул таштарҙы ҡаҙып сығарып яҙыуҙарын укыйһы бар.

Иҫке Мең ауылы «шайтандары», яңы ерҙәр үҙләштереп, көнсығышҡа табан хәрәкәт иткән; Тәкәйҙәге баяғы Нәзир уҙаман беҙгә, ҡасандыр Оло Тәләк һәм Тәкәй араһында Шайтан ауылы булған -- хәҙер унда Шайтан күле, тип һөйләне. Ҡобауҙар кеүек үк, шайтандар ҙа алыҫ китә, хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Меңьер (әүәлге Шайтан-Мең-ер) йылғаһы, Мең (Шайтан-Мең) ҡасабаһы, рәсми тарихсыларыбыҙ күрәләтә алдап Тәкәй тип һанаған боронғо Шайтан (П.С. Паллас булып киткән) ауылы исемдәре шуға һәйкәлдер. Тарихи бер ҡыҫҡа осорҙа һуңғыһы Шайтанлар ылыҫының старшинаһымы, муллаһымы Тоҡос/Тәкәс (1752 йылғы Красильников картаһындағы «ТъкЕсва») исеме менән дә йөрөтөлгән һәм тарихыбыҙҙағы беҙҙең заман хаталарына юл аскан -- был хакта һүҙ алдараҡ.



Хаталарҙы төҙәтергә һуң түгел
Милли ғорурлыҡтарыбыҙ Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин тәржемәи хәлдәренә бәйле тарихнамәләребеҙҙә күрәләтә ебәрелгән хаталарҙың асылы ысынбарлыҡты һәм тарихты сәйәсәткә алмаштырған, зыялыларын теләһә ниндәй фәндәрҙе лә большевизм идеологияһына тоғро хеҙмәт иттертергә күндергән тоталитар режимға тамырлана. Үткән быуаттың 40-нсы йылдарында ук Салауат Юлаевтың милли герой икәнлеге киң танылып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм һуғыштан һуң даны арткандан-арткас, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡаршыһында батырыбыҙҙың яҡынлап килгән 200 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы билдәләү мәсьәләһе килеп тыуа. Мәскәү ҙә хуплай быны. Шул айҡанлы республиканың етәксе әһелдәрен сетерекле хәл борсой: Салауаттың тыуған ауылын сәйәсәткә ярашлы урында кире ҡаҡҡыһыҙ мөһөрләп рәсмиләштереү. Дөрөҫ, 1941 йылда ук партия өлкә комитеты билдәләгән һәм үҙәк комитеты раҫлаған, батырҙың тыуған төйәге итеп йөрөтөлгән Салауат районы бар-барын, әммә тәғәйен Салауат тыуған Тәкәй ауылы унда түгел шул -- Нуриман (хәҙерге Иглин) районында... Ошо әрпешлек тураһында Мәскәүгә лә етешһә... Ниңә алдан күрелмәгән, Тәкәй ауылһыҙ Малаяз районына Салауат исеме бирелгән?.. Күҙгә тегәнәк булып төшкән был хәйерһеҙ Тәкәйҙең тейешле районда урынлашмауын ҡайһылай төҙәтергә?..

Рәсәйебеҙҙә бит билдәле: хаталарҙы үҙебеҙ яһайбыҙ ҙа батырҙарса көрәшеп төҙәтәбеҙ...

Бөйөк ғалим П.С. Палластың яҙмаларынан күренә:

Башкирцы разделяют сами себя на некоторые поколения, имеющие по горам и рекам свои пределы им по точности известные. Каждое поколение имеет свое название и разделяется опять по некоторым странам или обстоятельствам на общества, кои либо с прилагательным именем соединенное, поколения название или и другие имена заимствуют. Разделения на поколения под Российскою державою оставлено, и для введения порядочного распоряжения над каждым поколением определен старшина, коему прочие сотники подчинены. Поколения, чрез которые от Уфы до Исетской провинции ехал, по порядку так следуют: Кудей или Кезей, Аиле, оба сии разделяются на двенадцать меньших родов, Куакан, Каратабин, Баратабин и Катай. Владение каждого поколения нарицают они и именем оного: Айлеягир, Куакандзгир и проч.

Ана шул көҙәйҙәрҙең Өфө йылғаһынан алып кәм тигәндә Йүрүҙәнгәсә һуҙылған аҫаба ерҙәре бер бөтөн кантон йәки район рәүешендә һаҡланһа, батшалыҡ заманында ла, совет осоронда ла төрлө ылыҫ һәм райондарға бүлгесләп тарҡатылмаһа, Баш йылға тамағындағы Тәкәй ауылы ла, Йүрүҙән яғындағы Аҙналы-Юлай ауылы ла бер үк Көҙәйҙә булып, әле әйтелгән сетерекле хәл дә килеп тыумаҫ ине...

Әлхасил, Тәкәй ауылын сәйәси яҡтан партияға кәрәкһеҙ урындан лайыҡлы урынға (Салауат районына) ҡарпытыу, ә Баш йылға тамағындағының ысынлап та Салауат ауылы икәнлеген халыҡ хәтеренән юйҙыртыу йүнәлешендә большевиктарса ҡыҙыу хәрәкәт башлана; мәсьәләне урындан тороп ҡуйыртырға Йүрүҙән буйы патриоттары йәлеп ителә лә Өфөбеҙҙән тын өрөп дәртләндерелә. Әлбиттә, сәйәси юрғанды үҙ яғына тартып егеттәрсә көрәшеүе менән улар ҙа хаҡлы ине: милли ҡаһармандарыбыҙ ғүмерҙәренең һуңғы бер өлөшөн шунда йәшәп үгкәргән, халыҡ азатлығын даулап тап шул ерҙән изге яуға күтәрелгән. Салауат һәм Юлай данын юғары баһалауҙары, уларға арнап музейҙар, һәйкәлдәр асканы, йыл да гөрләтеп Салауат көндәре үткәргәне өсөн район кешеләренә ысын күңелдән рәхмәт, сөнки хәҙерге Салауат районы — батырҙарыбыҙҙың хак торған ере. Ләкин торған ер бар һәм тыуған ер бар. Атай-әсәй, тыуған ер һәр кемгә лә донъялағы бөтә нәмәнән дә ғәзизерәк. Ҡайҙа ғына китеп сәсәп ауһаҡ та, йәндәребеҙ тыуған ергә ҡайта әйләнеп. Шуға күрә Иглин районы халкының йөрәкһеү кисереше, ҡыйырһытылып әрнеүе намыҫлы һәр кеше өсөн үҙенекеләй яҡын. Милли геройыбыҙ тормошо тарихына бәйле сетерекле хәлде асыҡларға тырышҡаныбыҙ өсөн хөрмәтле Салауат районы халҡы үпкәләмәҫ тип ышанам, сөнки Салауат районы уға лайыҡлы, Салауат батырыбыҙҙың даны үҙ урынында ҡала — ярты иле лә кәмемәй. Ҡайһы саҡ мин, ошоларҙы интегеп уйлайым да, шомло-ҡурҡыныс хәүеф кисереп тетрәнәм. Миңә ҡалһа, теге бер йылда лыҡама тулы ике пассажир поезы тамук киҫәүенә әүерелгән Олотәләк фажиғәһе, быйылғы йәмле май айында шулай ук тамук утынан ялманған Урман катастрофаһы һәм тағы ике ай үтер-үтмәҫтән Әшә янындағы тимер юлда ике поездың төкәлешеп ҡыйралыуы — баяғы өс изгебеҙҙең рәнйеүенең ауыр ҡоһоро түгелме? Аллам һаҡлаһын!

Тарихыбыҙға килгәндә, партия өлкә комитеты теге илленсе йылдарҙа милли батырыбыҙ өсөн район-ара ҡупҡан бәхәсте большевиктарса хәл ҡылды: бындай ике полярлыҡҡа ул һис тә юл ҡуя алмай, монолит совет йәмғиәтендә хистәр ҙә бер көйлө булырға тейеш!

1952 йылда ике тарафтың да үткер тешле вәкилдәре Өфөлә осраштырылып, Салауаттың тәғәйен ҡайҙа тыуғанлығын раҫлаусы дәлилдәре ихтирамлы «тыңланыла», әммә Салауат районыҡылар иглиндыҡыларҙан тешлерәк булып сыға, сөнки партия аппараты маһирҙары уларҙыҡын ныҡ үткерләп ҡайраған. Һөҙөмтәлә мәсьәлә шулар файҙаһына сиселә — аталы-уллы батырҙарыбыҙ икеһе тиң боронғо Шайтан-Көҙәй ылыҫы, хәҙерге Салауат районында тыуған, Иглин районы Тәкәй ауылының быға һис ҡыҫылышы юҡ!

Кәрәкле район тупрағында һис бер Тәкәй юҡлыҡтан, уны һис бер кисекмәҫтән эҙләп табыу, бар һәм булған тип дәлилләү ихтыяжы идеология фронтының алғы һыҙығына ҡуйыла. Мыйыҡлы бөйөк юлбашсының «Большевиктар яулап ала алмаған ҡәлғәләр юҡ!» тигән ҡанатлы мәҡәленән ҡанатланып, итәғәтле төбәк ғалимдарына мөһим бурыс йөкмәтелә — боронғо урыҫ яҙмаларында, карталарҙа беҙгә кәрәкле ысын Тәкәй ауылының тап Йүрүҙән буйҙарында булғанлығын иҫбатлау.

Профессор, география фәңдәренең бына-бына академик булыры ихтимал мәртәбәле белгесе, Өфө фәндәр үҙәгенең һирәк китаптар бүлегендә төйәкләнеп, үҙе белгән иҫке карталарҙы ҡабат-ҡабат аҡтарып, ниһәйәт, 1755 йылғы тип тамғаланып (ғәмәлдә ул 1752 йылда төҙөлгән), 1880 йыл Ырымбурҙың Б. Бреслин типографияһында донъя күргән Красильников картаһында (шифр: р6кг-317) «Адналы», «ТъкЕсва» атамалары аҫтына ҡалын ҡыҙыл ҡәләме менән һыҙып (фото), һуңғыһының «Текеева» тип уҡылырға хаҡлы икәнлегенә, партия талабына тап килеүенә үҙен-үҙе ышандырып, «Эврико!» тип һөрәнләй ҙә олпат атлап ҡайтып китә, әммә шик-шөбһәһе тынғылыҡ бирмәй: ҡыҙыл ҡәләм эҙен ҡалдырмаҫҡа ине — оппоненттары шәйләп, был бит Тәкәй түгел, ә Тоҡос йәки Тәкәс, ә улар икеһе ике нәмә, тип ғауға ҡуптарһалар... Әммә партиябыҙ ҡуйған изге бурыстан нисек баш тартһын — академик булаһы бар. Башҡалар ҙа бөткән ахмакбаш түгел — үҙ күлдәктәре яҡын...

Ә шулай ҙа фирҡә фекерен һанламайынса көнө эт типкеһендә ҡалған айыҡ акыллы бер һантый ҙа бар икән -- күҙгә төртөпме-төртә: «Һинең «Тәкәй» тигәнең — шул боронғо Шайтанлар ылыҫындағы Шайтан ауылында йәшәгән Тоҡос түрәнең ауылға ваҡытлыса йәбештерелгән тоҡос исеме бит ул; аҙаҡ ауыл барыбер әүәлге Шайтан исеменә ҡайткан, 1770 йылда унда Паллас та булып киткән. Унан килеп, уйлап ҡара әле үҙең: ырыу-ара сиктәр ныҡлы ул заманда Шайтан ауылында ҡобау Юлай һәм Салауат тыуа аламы?!. Тәкәс тә һис Тәкәй түгел!» -- Икеһе лә бер инде, тип тайшанырға иткәйне, эт ашағыр филологы киҫәтә: «Таҡ-ос/Тоҡос/Тәкәс — таҡ һандарҙың осо, осланышы йәғни «туғыҙ» тигән һүҙ, ғаиләләге туғыҙынсы балаға шулай ҡушкандар. Ай календарының туғыҙынсы айында тыуған бәпес иһә Таҡ-ос-ак («аҡ» -- иҫке телебеҙҙә «ай» тигән һүҙ) исемләнгән, хәҙерге Туғыҙаҡ инде. Тимәк, таҡ (икенсе) айҙа тыуған Тәкәй менән туғыҙынсы бала булып тыуған Тәкәс һис кенә лә икеһе бер була алмай». Әммә туған партияһының изге бурысын йөкмәгән йән, бына-бына буласак академик, бындай нескәлектәрҙе кире ҡағып, артындағы мәғрур көстән ҡанатланып ҡул һелтәй: партаябыҙ үҙе ҡушҡас, Токос та Тәкәй була — большевиктар яулап ала алмаған ҡәлғәләр юҡ!

Өлкә комитетында күңелле ығы-зығы: картограф табышын инде килеп архефакттар менән нығытыу мотлак. Һәләтле йәш археологка ла үҙ сиратында фән кандидатлығына диссертация яҡлайһы бар икән — партияһы ҡушҡанса ҡоралланып, иҫке карталағы ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып билдәләнгән буласаҡ «ысын Тәкәй» ауылының урынын, уның изге ҡадыҡтарын һәрмәнеп сәфәр сыға ла, боронғо Шайтан (ТъкЕсва) тупрағында соҡсоноп, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил — «Ҡырғынсылар тарафынан яндырылған Тәкәйҙең» беләк буйы бер торомбашын алып ҡайта. Был торомбаш, моғайын, 1740 йылғы Ҡараһаҡал яуын баҫтырғанда яндырылған йөҙәрләгән башҡорт ауылдарының ҡалдығылыр. Әбей батша заманыңда ундай хәл ҡабатланмаған йәки бик һирәк булған, хатта иң яуыз дошман һаналған Юлай, Салауат ауылдары ла йәшәүен дауам иткән, тигән һирәк-мирәктәрҙе нигилисҡа һанайҙар, хатта Юлайҙың үҙенең ауыҙынан (Крестьянская война..., 304-нсе бит), батша ғәскәриҙәре донъяһын бөтөрә талап сыҡһа ла, йортона, ауылына ут һалыу тураһында ләм-мим һүҙ булмауын да иғтибарһыҙ ҡалдыралар, сөнки Тәкәйҙе яндырып юҡ иткәндәр, шуға күрә ул бер ҡайҙа ла иҫәпкә алынмаған, тигән тәғлимәт еңә. П.С. Паллас сәйәхәтнамәһенән ул яҡшы аттар алырға тейешле Шығанай һәм Юлай ауылдары бер-береһенә яҡын төбәктә урынлашыуы, ә «Гулей-аул» (Юлай ауылы) береһен-бер ҡалдырмай теркәп барған сәйәхәтсе яҙмаһында сағылмаған Аҙналы ауылына башкөлләй тап килеүе үтәнән-үтә шәйләнһә лә, ә ул иһә хәҙерге Әлкә булһа ла, күрәләтә Шығанай ауылын Юлай тип исемләйҙәр, һыу аръяғы Силәбе ерендә (фото) ҡалған элекке Шайтан ауылы тәңгәленә бирьяҡлап: «Тәкәй ауылы урыны», — тигән яҙыулы һәйкәлташ (фото) торғоҙалар. Әммә-ләкин быныһы ла аҙ икән...

Эш шунда, әлеге Иглин районындағы хәйерһеҙ Тәкәй кешеләре Салауаттың ҡайҙа тотолоуын да үҙҙәренә яҡыныраҡ япһарып, йәғни Салауат районынан ситләштереп, эшсән массаларҙың аңын партия һыҙған тура юддан тайпылдырталар. Бының шулай икәнлеген ярты быуаттан артьгк ваҡыт үткәс тә, 2011 йылда ла, онотмағандар, тәкәйҙәр-хәйерһеҙҙәр — ҡолағымда зыңлап тора ауыл инәһе Нәзифә Сәмиғулла ҡыҙы Фәрхетдинованың һүҙҙәре: «Ҡартәсәйем Фәрхиназ Ғәбдрафиҡ ҡыҙы (1964 йылда һикһән йәшкә етеп үлде) бабаларынан ишеткәнен һөйләп ҡалдырҙы: ҡырғынсылар ауылды килеп баҫҡас, Салауат, уларҙан ҡасып, урмандағы ҡарт өйәңке ҡыуышына йәшенгән. Әминәһе уны юғалтып: «Салауат! Салауат!» тип ҡысҡырып йөрөгәнендә «Әү!» тип тауыш биргәс, һағалаған эҙәрләүселәре килеп уны тотоп алған...»

Булһа-булыр ҙа, сөнки Ҡатаутамак заводына һөжүм иткән Салауат яуы ҡыйратылып, ҡалдыҡтары төрлө яҡҡа һибелгәс, Салауат та, бәлки, үҙенең тыуған Тәкәйенә ыңғайлағандыр, ошонда Мөҡсин Абдусәләмов әтрәте ҡулына төшөп, Миндәш ауылына килтерелгәндер? Партия өлкә комитеты, әлбиттә, имеш-мимештәргә юл ябыр өсөн, рәсми тарихсыларына бойора...

Батырҙың шанлы юбилейы айҡанлы «Салават Юлаев — 250» тигән мәртәбәле китап (фото) нәшер ителеп, унда һөйөклө партиябыҙ йөкләмәһен тулыһынса үтәп биргән тарихсының ижад емеше баҫыла, Салауаттың нисек тотолоуы тураһында үҙе һөйләгән төп нөсхә протоколдың тексын был авторыбыҙ хәҙерге яҙыуға күсерешендә мошенниктарса эш ҡылып, партияһы ҡушҡан бурысты үтәй — «блис деревни Каратавлы» тигән туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе өҫтәй ҙә батырыбыҙҙың һис тә кәрәкһеҙ яҡта түгел, ә кәрәкле Салауат районында тотолоуын «тарихи нигеҙҙә иҫбатлай». Шул ук биттә йәнәшә бирелгән төп нөсхәнең фотокопияһын укый алыусы табылмаҫ, табылһа ла, партия уға юл ҡуймаҫ, тип уйлағандыр мошенник, әммә барыһын күреүсе Хоҙайыбыҙ бар: Иглин район музейы директоры Ф.Н. Хәкимова ханым да, һәм бәғзе берәүҙәр ҙә ныҡышмал йән булып сыға. Шуныһы аяныслы, был оятһыҙ фальсификация Башҡортостан тарихында аксиомаға әүерелде, хатта Салауат энциклопедияһында ла (17-нсе бит) кире ҡаҡҡыһыҙ факт итеп нығытылған...

Моғайын, инде эштәр теүәлләнде тип торғанда, тарих ҡатламы аҫтынан, тоҡ эсендә яткан осло беҙҙәй, сетерекле бер ғәм төртөп сыға тағы ла — күренекле яҙыусы, ҡалын тарихи роман авторы, Салауаттың тыуған йылы тураһында тарихсылар раҫлаған дата башҡорт халыҡ йырындағыға тап килмәүен, ике йылға айырма барлығын дәғүәләп, зыялылар зиһенен болоҡһота. Әммә большевиктар яулап ала алмаған ҡәлғәләр юҡ — гармония урынлаштырыу сараһы тиҙ табылды. Әмәлгә ҡалғандай, Салауат темаһына яҙылған бер мыҡты монография, авторының талантлы булыуына ла ҡарамай, нәшриәттән үтә алмай тоткарланып ята имеш. Ҡуҙғалтып ебәреү өсөн, текст ҡыҫаһының тейешле егенә, туранан-тура һөйләүсе ышаныслы-тәғәйен документ табылмауға ҡарамаҫтан, бик күп төрлө ҡыйыҡ мәғлүмәттәр дөрөҫтәрҙән-дөрөҫ датаны иҫбатлай: Салауат Юлаевтың тыуған йылы 1752 түгел, ә 1754 тигән фәлсәфәүи өҫтәлмә керетелә лә монография дәррәү тиҙлектә китап булып килеп сыға...

Ниңә ҡалдыҡ бындай аяныс хәлгә? Маҡсат хаҡына сараларҙың барыһы ла ярай, тигән боҙоҡ ҡанунға ярашлымы?!. Әммә хаталарҙы төҙәтеү һис ҡасан да һуң түгел!

Бер саҡта ла онотмайыҡ: Юлай менән Салауат ошо хәҙерге Иглин районындағы Тәкәй ауылында донъяға килгән, ошо Тәкәй тупрағында беренсе тәпәй баҫҡан, ошо Тәкәй тупрағынан башҡорт ерҙәрен талауға ҡаршы изге көрәшкә укталған. Тап Салауатыбыҙ донъяға килгән 1752 йылда төҙөлөп, Өфө провинцияһы ауылдарының береһен-бер ҡалдырмай мөһөрләгән Красильников картаһында Баш йылғаһы тамағындағы ғына Тәкәй ауылы бар, ундай исемле башҡа ауыл юҡ. Бер генә Тәкәй ауылы булғас, икенсе Тәкәй ауылында тыуыуы мөмкинме һуң?!. Күгебеҙҙән күҙ йоммайынса күҙәткән, ҡылыҡтарыбыҙҙы күреп буҙарынған өс изгенең аҡтарҙан-аҡ йоңдоҙлоғо намыҫтарыбыҙҙы гел паклап ҡурсалаһын!

Салауат та, Юлай ҙа Пугачев баш күтәреүенә ҡушылғас, 1774 йылда Көҙәй ылыҫы старшинаһы вазифаһында икенсе бер түрәне — Рәсәй батшаһына тоғролоҡло Малай Әсәновты күрәбеҙ (Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии, Уфа— 1975, 215-нсе бит):
№ 135

Рапорт Уфимской провинциальной канцелярии

генерал-майору П.М. Голицыну о действиях отрядов

Салавата Юлаева, Канзафара Усаева, Канбулата Елдашева,

Караная Муратова в 50—70 верстах от Уфы

24 июля 1774 г.

Копия с рапорта Уфимской провинциальной канцелярии, писанного к генерал-майору и кавалеру князь Голицыну от 24-го, а полученнаго 28-го числа сего июля месяца.

21-го и 24-го чисел сего месяца репортуют сюда нижеписанные начальники башкирского народа о следущем.

1. Сибирской дороги Кудейской волости команды старшины Малая Асанова деревни Текеевой правящей сотническую должность Кунаккузя Мустафин, что в близости оной деревни Текеевой под предводительством Салавата Юлаева начали оказываться злодейский зборищи. Которая деревня от города Уфы за Уфою рекою состоит в 70 верстах.

Арба юлынан Өфөгә 50—70 сакрым —Тәкәй ауылы тап үҙе!

Йәмәлкә Бүгәсәү яуы баҫтырылғас, Салауат менән Юлайҙан 1775 йылдың 25 февралендә батша сатраптары алған тәфтишнамәнән:

...2. Означенного башкирца Юлая сын показал: Салаватом его зовут, Юлаев сын, от роду ему двадцать первой год. Жителъство он имел при отце своем, Оренбургской губернии в Уфимской провинции, в деревне Юлаевой, состоящей на большой Сибирской дороге.


Атаһы ла шулай ук:

1. Природою он башкирец, зовут его Юлай Азналихин сын, от роду ему сорок пять лет. Жительство он имел Оренбургской губернии Уфимской провинций в деревне Юлаевой, состоящей на большой Сибирской дороге. Бывшим оренбургским губернатором князем Путятиным произведен он, Юлай, над башкирцами, живущими поблизости его деревни, старшиною... (Крестьянская война..., 300, 303-нсө биттәр).


Икеһе лә, моғайын, тыуған йылдары тураһында батша тәфтишселәрен албырғаткан, ә күп йылдарҙан һуң ҡатырҙа үткән ғүмерҙәренең ахырында биргән мәғлүмәттәре — тап ысынылыр.

Иғтибар итегеҙ: батша тәфтишселәре уларҙан «ҡайһы ауылда тыуҙың?» тип төпсөнмәгән, ә баш күтәреү алдынан торған ауылдарын белешкән — яуаптар ҙа шул һорауҙарға ярашлы ғына бирелгән. Ә ул сакта улар торған ауыл - өҫтәрәк күрһәтелгәнсә, Аҙналынан әүерелмеш Юлай (Гулей-аул), әлбиттә.

Юлай менән Салауат, Рогервик ҡатырында интегеүҙән әжәлдәре яҡынлашҡас, мәғлүмәтгәрҙе йомоуҙың кәрәге ҡалмағас ҡына, үҙҙәренең ысын йәшен һәм тыуған төп ауылы Тәкәй икәнлеген сисә, был мәғлүмәт 1797 йылдың 19 майы менән тамғаланған документта сағыла (шул китаптың 340-341-нсе биттәрендә):
Юлай Азналин. — 75 [лет]. -- Оренбургской губернии правинции Уфимскаго деревни Текоевой. -- 1775 ноября 19. — При указе Московской губернской канцелярии. — Бывший в злодействиях сволочи пугачевской, — биты кнутом, ноздри вырваны и заклеймены.— Дряхл, на ногах имеет от застарелой цынготной болезни раны.

Салават Юлаев. — 45 [лет]. — Оренбургской губернии провинции Уфимскаго деревни Текоевой. — 1775 ноября 29. -- При указе Московской губернской канцелярии. — Бывшия в злодействиях сволочи пугачевской, — биты кнутом, ноздри вырваны и заклеймены. -- Здоров...

Полковник Герман Экбаум. ЦГИА Эстонской ССР, ф. 29, оп. 1, д. 42, лл. 7—8 об.—Подлинник.
Һәм бына батыр яҙмышына һуңғы нөктә:
№216

Рапорт командира инвалидной команды в Балтийском порту

майора Дитмара в Эстляндское губернское правление

о смерти Салавата Юлаева

28 сентября 1800 г. В Эстляндское губернское правление от находящегося при Балтиской инвалидной команды майора Дитмара

Сего месяца 26-го числа помре каторжной невольник Салават Юлаев. О чем сим донесть честь имею.

Майор Дитмар -- № 98. Сентября 28-го дня 1800-го года. Балтиской порт.
Над текстом отметка: № 2607. Получ[ено] 29-го сентября 1800. ЦГИА Эстонской ССР, ф. 30, оп. 1, д. 380, л. 48. — Подлинник. Опубл. в газете «Совет Башкортостаны», 11 января 1973 г.
Бына шулай.

Ҡалды Салауат менән Юлай.

Тотҡонлоҡта тынды талған тәндәре, Уралына дондо ялһыҙ йәндәре...

Тыуған ауыл Тәкәйендә осланырмы ғәмдәре?.. Баш йылғаһын балҡытырға тейеш хаҡлыҡ шәмдәре! Ғәҙеллеккә сарсай йәндең йәмдәре...

Ғәҙеллек-хаҡлыҡ йәһәтенән ҡарағанда, бөгөнгө Салауат районының милли батыр исемендә аталыуы, унда батыр иҫтәлеген ҡайғыртыусы музейҙар, һәйкәлдәр асылыуы — ҡәҙер-хөрмәт билдәләре тулайым ғәҙел һәм хаҡлы, сөнки батырҙарҙың һуңғы изге яуға күтәрелеше ошондағы улар йәшәгән Юлай ауылында булған. Ләкин, өҫтәрәк әйтелгәнсә, барҙыр торған ер һәм тыуған ер — икеһе ике нәмә. Юлай менән Салауаттың тыуған йорто һәм тирбәлгән бишеге, тәпәй баҫкан һәм донъяға атлаған ғәзиз ере — хәҙерге Иглин районының Тәкәй ауылы!

Бөркөттәрҙе осорған оя йәшереп-томаланмаҫҡа, ә бөтә донъяға балҡытылып бөйөкләнергә, ике район низағы бөтөргә тейеш. Бының иң яҡшы әмәле, минеңсә, Өфө йылғаһынан алып Йүрүҙәнгәсә һуҙылған боронғо Ҡобау-Мең һәм Шайтан-Мең ерҙәрен, Силәбе өлкәһендә ҡалған өлөшөн дә ҡосағына керетеп, берәгәй Салауат районы хасил итеү, изге ерҙе колонизатор секунд-майор Иглин фамилияһынан арындыртыу. Әгәр ҙә ки ошо барып сыҡмаһа, хәҙерге Иглин районын барыбер Салауат-Юлай (дефис-һыҙыҡса аша яҙыла) районы тип атау хәйерле булыр, шул саҡ батырҙарыбыҙҙың күгебеҙҙә өйөрөлгән изге йәндәре лә тынысланыр ине.



Родина Салавата Юлаева на географических картах и фотографиях

1. Дер. Юлай (Тикеево) у реки Баш в устье р. Сим.

2. Дер. Адналы у реки Юрюзани. 1737 г., карта Ерофея Струкова


Карта-схема из карты Ерофея Струкова, 1737 г.

К сожалению, некоторые исследователи, вводя народ в заблуждение, название деревни«ТЕмЕва» (Темеева) интерпретировали как «Текеева»

1752 г. дер. ТъкЕсва и другие на карте Красильникова, Рычкова.

Выписка из той же карты


К сожалению, наши официальные историки по указанию Башкирского обкома КПСС, фальсифицируя историю, название деревни «ТъкЕсва» (Шайтан) прочитали как «Текеева» и ввели народ в заблуждение. По-башкирски назывался «Тоҡос» или «Текес». Подробнейшая карта Красильникова исполнена в 1752 году -- в году рождения Салавата Юлаева, но нет там другой деревни с названием Текей, кроме той единственной, расположенной на устье речки Баш.

Карта юго-восточной части Сибирской дороги Уфимской провинции. Научный архив УНЦ РАН
Карта из энциклопедии «Салават Юлаев». Уфа, 2004, где четко читается деревня «ТъкЕсва» (с буквой «с»), но наши официальные историки упорно продолжают интерпретировать это как «Текеева».

Карта Красильникова по Оренбургской губернии “1755 года”. Научная библиотека Уфимского научного центра РАН, отдел редких книг
В карте Красильникова “1755 г.” (Оренбург, 1880) на листе 18 подчеркнуты красным карандашом рукою нашего официального историка четко прочитаемые там названия деревень «Адналы» и «ТъкЕсва», но последнее было преднамеренно истолковано как «Текеево».

Карта-схема (приложение) из книги И.М. Гвоздиковой «Салават Юлаев. Исследование документальных источников». Уфа, 1982.
В карте-схеме отсутствуют реки Сим, Баш и расположенная там подлинная дер. Тикеево современного Иглинского района, но в Салаватском районе на месте исторического названия «ТъкЕсва» (Тоҡос или Шайтан) нашими официальными историками «нарисовано» выдуманное ими «Текеево».


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет