Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет24/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

Загадочные точки мира

Ямантау – плохая гора

Самый глубокий ход под самую высокую гору Южного Урала



Вид на гору Ямантау.
Есть версия, что президент приезжал контролировать окончание строительства секретного подземного города, расположенного в самой высокой горе Южного Урала — Ямантау (в переводе с башкирского — «плохая гора»; высота 1640 м).

Первой о существовании тайного горного объекта на Южном Урале миру рассказала «Нью-Йорк Таймс»: «В ходе секретного проекта, напоминающего о жутких периодах холодной войны, Россия занимается постройкой гигантского военного комплекса под землей в районе Уральских гор. К спрятанному внутри горы Ямантау, в районе Белорецка (объект Белорецк-16, сегодня — закрытый город Межгорье) на Южном Урале, огромному комплексу подходят железная дорога и автодорога. В работах задействованы тысячи рабочих».

Газета «Вашингтон Таймс» поместила статью «Москва строит бункеры на случай ядерной атаки», в которой говорилось, что «в то время как США закрыли большинство подобных объектов, Россия быстрыми темпами выполняет дорогостоящую программу по сооружению подземных убежищ, тоннелей и командных пунктов, унаследованную от времен холодной войны. В частности, продолжается работа по созданию подземного пункта на Урале близ города Белорецка».

Западные СМИ распространили информацию ЦРУ и о других подземных убежищах, приготовленных для себя российским руководством. Это более близкие бункеры: в Московской области — в районе Вороново, в 70 км к югу от Москвы, и близ Шарапово в районе Чехова, в 50 км к югу от столицы. К одному из этих объектов якобы ведет подземная секретная линия метро, позволяющая властям скрыться из столицы.

Иностранные издания пытались брать комментарии у российских официальных лиц. Но внятных объяснений не последовало. Высказывались предположения и о добыче урановой руды в южноуральской горе, и о хранилище государственных ценностей, и о резерве пищевых продуктов. Выдвигалась и версия строительства бункера для российского правительства на случай ядерной войны. Но потихоньку тема спецобъекта в Ямантау сошла на нет.

Между тем о Ямантау не забыли туристы, которые ежегодно совершают восхождения на эту гору (гора большая, здесь есть где разойтись туристам, военным, строителям и егерям). Они рассказывают, что меры по охране окрестностей Ямантау ужесточились. К горе примыкают территории Южно-Уральского государственного заповедника (рассказывают, что и заповедник там учредили не случайно). Но патрулируют окрестности Ямантау не только егеря, но и военные.

Те, кто добрался до вершины Ямантау, говорят, что она представляет собой огромное каменистое плато, с небольшой грудой скалистых останцов в центре. «На вершине до начала 90-х годов стояла военная часть, обслуживающая бетонированную вертолетную площадку и военное спецоборудование. После военных на вершине горы остались руины былых строений, лужи мазута и груды проржавевшего железа», — рассказывают очевидцы.

Видели туристы и шахты, уводящие в глубь горы. Но большая часть людей, побывавших на Ямантау, утверждает, что там, скорее всего, расположены урановые рудники. «Мы обнаружили там бассейновые секции, разделенные бетонными перегородками. Вероятнее всего, они предназначались для предтранспортировочного хранения урановой руды», — рассказывает один из туристов. «Впрочем, о том, что скрыто в недрах горы Ямантау, до конца не знают даже жители Межгорья, расположенного у подножия горы. Объект Ямантау имеет статус повышенной секретности, — это факт, все остальное лишь домыслы».

Предполагается, что город в горе рассчитан на одновременное проживание в нем 300 тыс. чел. (для сравнения: в Магнитогорске проживает 400 тыс. жителей). «В подземном комплексе, который поделен на так называемые “дома”, создана вся необходимая инфраструктура: подведены коммуникации, налажены системы жизнеобеспечения. Созданы все условия, чтобы как минимум полгода люди могли находиться в этом подземном городе, не выходя на поверхность», — рассказывает очевидец.

Закрытый город Межгорье у подножия Ямантау находится на территории Башкортостана, Белорецкий район. В разное время это место было известно под названиями Куз-Елга, Кузъелга, Уфа-105, Солнечный, Белорецк-16. Город расположен в 230 км к востоку от Уфы и в 70 км к северо-западу от Белорецка, на левом берегу реки Малый Инзер. В Межгорье входит и Межгорье Юго-Западный (Белорецк-15).

У закрытого города Межгорье есть теперь даже свой герб, официально, правда, пока не утвержденный. По-видимому, это тотем, с шахтерским оборудованием в лапках (лампа и кирка), роет себе подземную берлогу-бункер меж гор, если придется где-то притаиться, а эмигрировать не успеет.

В эпоху дистанционных методов изучения Земли шило Межгорья в мешке Ямантау не утаишь. Запретная тема так или иначе становится достоянием гласности.


-- Сер өҫтөнә -- сер генә, уны нисек сисергә? – тине Мотал.

-- Төбөнә туҙ ҡуйып ҡына сисергә мөмкин уны.

-- Ундай тылсымлы туҙҙы ҡайҙан табырға?

-- Халҡыбыҙ хәтере ул, белмәһәң, һөйләп биргәнемде көт. Халыҡ хәтеренән алып тиргәндә, Урал-батырҙы -- яҡшылыҡ-аҡлыҡ эйәһе, уның игеҙәк туғаны Шүлгән-матурҙы яманлыҡ-ҡаралыҡ эйәһе тип беләбеҙме? Беләбеҙ. Урал-батыр вафат булғас, кәүҙәһе ана анауы торған Урал-тау булып ҡалҡынған. Шүлгән-матурҙың кәүҙәһе – хәҙерге Силәбе өлкәһендә тороп ҡалмыш Шүлгән-тау. Башбабаларыбыҙ икеһе тиң ваҡыты етеп үлгән, әммә ғүмерлек шөғөлдәре үлмәгән. Хәҙер инде онотолған тәүдиндәге Дәү Хоҙайыбыҙ Имирҙың ун дүрт йәне кәүҙәһенән ҡубынып Күккә ашҡас, ятып ҡалған тән ағзалары Урал – Ҡаҙаҡ – Алтай тауҙары төркөмдәренә әүерелеүен беләбеҙме? Беләбеҙ. Бөтәһен дә әйтеп тормайым, әммә уның ҡуш имсәкле, ҡуш имсәк башлы күкрәге – Ҡуш-тау, Шәке-тау, Йөрәк-тау үркәстәре булып, ә дарманлы тороғо (фаллосы) – Тора-тау булып хәҙерге Эстәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан. Инде ошо айыштағы иң мөһимен әйтәйем. Урал-батыр фани донъянан китһә лә, уның яҡшылыҡ-аҡлығы китмәгән – баяғы Ҡуш-тау, Шәке-тау, Йөрәк-тау, Тора-тауҙарҙың эсенә инеп ҡалған, шуға күрә лә ул тауҙарҙың таштары һөттәй ап-аҡ, ә аҡлыҡта – яҡшылыҡ. Ләкин беҙҙең быуындың күҙ алдында уҡ оло фажиға булды: шул изге тауҙар итәгендә оялаған Эстәрлетамаҡ сода комбинаты тигән яуыз-аждаһа Шәке-тауҙы тамам кимереп бөтөп, яҡшылыҡ-аҡлыҡты кер содаһына әйләндереп, донъяның әшәкеһенә бутап Шүлгән (Үлгән) диңгеҙенә101 ағыҙып харапланы, инде тегеләре ҡалды сиратта... Яуыз-аждаһа уларын да бөтөрһә, Урал-батырҙың яҡшылыҡ-аҡлығы ер йөҙөнән китәсәк, Шүлгән (Үлгән) диңгеҙендә батасаҡ... Ошо хаҡта мин яр һалып ҡараным, ишетеүсе булманы. Өфөләге Ҡондоҙбаев тигән уҙаман матбуғатта һөрәнләне, ил ағалары уны һанға һуҡманы...

Инде киләйек икенсе фажиғәгә. Шүлгән-матур был донъянан киткәндә лә уның шөғөлө китмәне – унан ҡалған яманлыҡ-ҡаралыҡ Дәү Хоҙайыбыҙ Имирҙың артҡы яман ағзаһынан хасил булмыш Яман-тау эсенә кереп бикләнде, шуға күрә лә ул тауҙың таштары ҡара... Замананың икенсе бер яуыз-дәжжалы тимер тырнаҡтары менән Яман-тауға соҡоп керҙе – яманлыҡ-ҡаралыҡты тышҡа тартып сығарып, кешелекте бөтөрөргә мәкерле ҡорал ҡылмаҡсылыр ниәте... Әгәр шуны кисекмәҫтән тыймаһаҡ, был Еребеҙҙән ни ҡалыр, был Күгебеҙҙән ни ҡалыр?!.

-- Ни эшләргә һуң, ағай?..

-- Аҫабалар йыйылышып, ил зыңын ҡағып ҡараныҡ, ил ағалары ишетерме, тип уйланыҡ, әммә улар ҡолаҡтарын бармаҡтары менән тығып янтайҙы...

-- Ә шулай ҙа иң ҙур түрә ҡолаҡ һалған – Яман-тауҙың тишегенә кереп тикшереп сығырға, тип, ҡоролтайҙың өс вәкилен юлландырған, тиҙәр ине?

-- Картузлы ике алкаш, тиле-миле бер сепрәкбаш килгәйне. Шомло төпкөлгә йөҙ аҙым да ебәрмәй, гөрзәйылан ыуы һалынған иҫәнгерәткес эсемлекте эсертеп, иҫәүән иҫәрғәплек сиренә һабыштыртып:

-- Күрҙегеҙ инде бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡлығын, Яман-тау төбө әсәйегеҙҙең күкрәк һөтөләй паклығын -- һәр урында шуны ғына һөйләгеҙ ҙә көйләгеҙ! – тигәндәр ҙә арттарына урыҫ итекле табан-эҙ һалып ҡайтарғандар. Иҫәүән иҫәрғәплек сиренә һабышҡан өстаған ҡоролтайҙарында шуны тылҡығас, иҫәүән иҫәрғәплек сире бөтә ҡорға йоғоп, хатта ил ағалары ла иҫәүәнгә әйләнгән – Яман-тауҙа яманлыҡ юҡ, бөтәһе лә ал да гөл, тип һөйләгән дә көйләгән... – Мирхәйҙәр-ҡарый ҡунағына оҙаҡ текләп һынаны. -- Ә һин үҙең Иҫәүән Иҫәрғәп хәленә тарыманыңмы?..

-- Кем ул Иҫәүән Иҫәрғәп, беләйексе, ниһәйәт!

-- Бәй, мырҙам, шуны ла белмәйһеңме?

-- Әйтеп бирһәң, белер инем.

Ҡарый аяҡ бөкләп түргә ултырҙы:

-- Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем – Илгә мәғлүм итәйем... Донъяның ҡара башлы һары ҡорто — бына кем ул Иҫәүән Иҫәрғәп! — ерәнесле төкөрҙө.

ИҪӘҮӘН ИҪӘРҒӘП ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТ
Урта Азияның йөҙө ҡара булғыры Аҡһаҡ Тимере Уралға баҫып ингәс булған, ти, был хәл102.

Башҡорт еренә етеү менән, ғәскәрен осҡор уҡтар ҡыра башлаған. Аҡһаҡ Тимер башҡортто ҡыра, ә ғәскәре унан да ныҡ ҡырыла, имеш. Ер йөҙө себен кеүек сереп ятмыш үлек менән түшәлгән.

Аҡһаҡ Тимер башҡорт уғын уҡ менән туҡтатып булмаҫтайына инанғас, Уралдың ике итәген буйлатып шымсыларын юлландырған:

— Башығыҙҙы юғалтһағыҙ — юғалтығыҙ, әммә уҡтарҙың атылыуҙан туҡталмау серен белеп ҡайтығыҙ, өҙөлмәҫтәй керешен күреп ҡайтығыҙ!

Хәйерсе һүрәтенә лә кереп, мосафир таяғына ла таянып, әүлиә салмаһына ла уранып, ҡуштан ҡиәфәтендә салғый осона ла уралып, дуҫ ҡиәфәтендә йөрәк-бауырға ла кереп, шымсы тоҡом башҡорт илен буйҙан-буйға ҡыҙырған, һәр тирмәнең төндөгөнә ҡолаҡ һалып тыңлаған. Иҫән-имен ҡалғандары, ғәскәргә әйләнеп ҡайтып, Аҡһаҡ Тимергә өгөгән:

— Өҙлөкһөҙ ҡаршы осоп торған, беҙҙе ҡырған уҡ яндарының кереше — был халыҡтың батырҙарының ҡулында, ә керешенең көрмәге — сәсәндәренең телендә. Уҡ менән атып, һөңгө менән ҡаҙап, ҡылыс менән сабып, батырҙарын үлтерһәк тә, сәсәндәрен бөтөрөп булмаҫ — тел төптәре төйөнлө.

— Ни ҡылайыҡ әләйһә?

— Сәсәндәренең сәсен һинең ат ялына бәйләйек, телен һинең борғоларҙың еҙ көйөнә көйләйек, күҙен һинең алтын таждың гәүһәренә аҡшайтып баҡтырайыҡ.

— Бының өсөн ни кәрәк?

— Сәсәндәрен оло туйға саҡырайыҡ, һәр береһенә байһөйәк тотторайыҡ. Ҡайтыры алда һәр ҡайһыһын яҡшы атҡа атландырып, йола буйынса, тип, юл аяғы — берәр туҫтаҡ ҡымыҙ һалып бирәйек. Ҡымыҙ эсенә гүрзә йыландың ағыуын — иҫәүән итә торған ыуын тамыҙып килтерәйек.

— Шунан ҡала ни булыр?

— Һемереп эскән һәр бер сәсән, аҡылын юймаһа ла, иҫен юйыр: шул ҡымыҙҙы эскәнгә тиклем ни булғанын онотор. Ете быуын ата-бабаһын да белмәҫ, дуҫы менән дошманын да айырмаҫ, табанында тупраҡ йылыһын да тоймаҫ: тел тибрәткәне һайын, бөйөк йыһангир Тимер исемен генә иҫләп табыныр, илен уның тәхете аҫтына өгөтләр. Сәсән телдәренең төбө төйөндәрен юғалтып, ил кереше ысҡыныр — батырҙар тоҡомо ҡорор.

— Шәп! — Тигән, ти, Аҡһаҡ Тимер. — Кисекмәҫтән солох иғлан ҡылығыҙ, туй дөмбөрө ҡағығыҙ!

Бөтәһе лә, баяғы әйткәнсә, еренә еткереп үтәлгән. Солох менән алданған сәсәндәр хан урҙаһының туй һыйына ялғанып, гүрзә ыуы һалынған ҡымыҙҙы яланып ҡайтып киткән.

Байтаҡ Ғүмерҙәр уҙғас, солохло илде, солоҡ итеп, үҙ тәхете аҫтына ауҙарыу өсөн, Аҡһаҡ Тимер тағы килгән, һынамаҡҡа сәсәндәрҙе тағы туйға йыйҙыртҡан. Үҙен, йәғни йыһангир Тимерҙе, маҡтап әйткән әйеттәрен үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп торһондар өсөн, бейҙәргә — бүләктәр, муллаларға хәйер-саҙаҡалар таратып, бик күп халыҡты тамаша ҡылырға килтерткән. Майҙан әйләнәһенә, яланғас ҡылыстарын тотоп, хандың ғәскәре баҫҡан. Байһөйәге ҡулдарға тотторолғас, сәсәндәрҙе әйет әйтергә саҡырған. Вәзирҙәре табынға күҙ йүгерткәндәр, Аҡһаҡ Тимер тәхетен маҡтап табыныуҙы көткәндәр. Тик сәсәндәр һәммәһе бер юлы нәфрәтләнеп тамаҡ ҡырған, байһөйәкте атып-бәргән. Бөтәһе бер тауыштан һамаҡлаған:
Ишет быны ҡартыңдаң,

һүҙ булмаһын артымдан,

Йортҡа әшкәр итмәһәм,

Әйетемде әйтмәһәм,

Илдең күңеле ҡалыр, тим,

Илдең хәтере ҡалыр, тим.


Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт,

Боронғоларҙан аманат,

Уға итһәгеҙ хыянат,

Булыр һеҙгә яманат.


Ай Уралым, Уралым,

Уралып ятҡан Уралым,

Илгә дошман килгәндә

Ышыҡ булған Уралым,

Ил һаҡлаған ҡоралым.
Ҡайнар-ҡайнар ҡабарып,

Ҡалҡып килгән болоттай,

Күҙ күремдән күренеп,

ңур япраҡлы ағастай,

Күгәреп ятҡан Урал тау.
Ботағы алтын алҡалай,

Япрағы көмөш тәңкәләй,

һыны һынсыл егеттәй,

Тамыры ташҡа ереккән

Ҡарағай, имән, ҡайыны, —

Бары ла һөйгән Урал тау.


Сылтырап аҡҡан шишмәңдән

Һирпеп һыуың алғанда,

Бөтә ғәмен онотоп,

Һыныңа күҙ һалғанда,

Таң Сулпаны ҡалҡҡанда,

Һылыуың маҡтап йырлаған,

Таң һыҙылып атҡанда

Ҡошо маҡтап һайраған,

Ҡыҙы ла һөйгән Урал тау,

Ҡошо ла һөйгән Урал тау.


Күбәләген, бал ҡортон

Үҙ буйына арбаған,

Сал бөркөтө, ҡыйғыры

Ҡаяңда төйәк һайлаған, —

Хоҙай бирер йәннәттән

Туғайы һылыу Урал тау.


Ай Уралым, Уралым,

Ҡуш имсәктәй ҡабарып,

Ҡалҡып торған Уралым;

Бөтә данды үҙенә

Тартып торған Уралым.

Дүрт аяҡлы януарға

Төйәк булған Уралым;

Яусыл булған атама

Атан булған Уралым;

Йүнсел булған әсәмә

Ватан булған Уралым;

Икеһен дә йөп ҡылып,

Түл йәйҙергән Уралым;

Аҫыл ағас үҫтереп,

Ҡош үрсеткән Уралым;

Һылыу ҡыҙҙай биҙәнеп,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып,

Яу астырған Уралым;

Атамды яу саптырып,

Әсәмде тол ҡалдырып,

Ике күҙен йәшләтеп,

Моңло ҡылған Уралым!


Сыңғыр-сыңғыр сыңраған

Йылҡыһы күп Урал тау,

Мөңгөр-мөңгөр мөңрәгән

Һыйыры күп Урал тау,

Һуйыл ҡойроҡ, йылтыр күҙ

Бүреһе күп Урал тау,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ

Ҡуяны күп Урал тау,


Майлап ҡуйған ҡайыштай

Йыланы күп Урал тау,

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп Урал тау,

Йәш кәләштәй биҙәнгән

Төлкөһө күп Урал тау,

Ояларға урыны мул, —

Ҡоштары күп Урал тау,

Балығы аттай дулаған,

Баҡаһы ҡуйҙай һулаған,

Һыуы ярына һыймаған

Йылғаһы күп Урал тау.


Балтырғаны беләктәй,

Һарнаһы ҡурай еләктәй,

Туғайҙары түшәктәй,

Талы, муйылы ҡурсаҡтай,

Сәскәләре мең төҫлө,

Иҫертерлек хуш еҫле,

Йылҡылары сыңырлап,

һыйырҙары мөңөрәп,

Ҡуй-һарығы ҡуңырлап,

Көтөү-көтөү йөрөр ер;

Ятып ҡалған бер бәрәс

Йөҙ ҡуй булып үрсер ер,

Тороп ҡалған яңғыҙ тай

Өйөр булып типсер ер, —

Атам кейәү булған ер,

Әсәм килен булған ер,

Кендегемде киҫкән ер,

Тәмле һыуың эскән ер!


Ай Уралым, Уралым,

Барына ата Уралым,

Ай Уралым, Уралым,

Барына инә Уралым.

Болоттарға олғашҡан

Армыт-армыт Урал тау,

Ғәйебе бар януарға

Һунарсың күп Урал тау.

Һауыт-һаба тултырып,

Азаматтар ултырып,

Ҡыҙ-ҡырҡындар ҡотороп,

Уйнап-көлгән Урал тау.

Ҡуйылығы ҡаймаҡтай,

Тәмлелеге һаумалдай

Һаба-һаба ҡымыҙы,

Ғыж-ғыж килгән ҡурайы,

Дың-дың иткән ҡумыҙы

Йыр ыйрлатҡан Урал тау.


Ябырылып яу килгәндең

Һөйәге ҡалған Урал тау,

Айбарланған батырҙарҙың

Төйәге булған Урал тау.

Билеңә баҫып ҡараһаң, —

Бар еребеҙ күренә.

Башыңа баҫып ҡараһаң, —

Бар илебеҙ күренә.

Ай Урал тау, Урал тау,

Ай Урал тау, Урал тау...


Әйет ошо урынғаса әйтелгәс, Аҡһаҡ Тимерҙең ҡаштары емерелеп, ирендәре ҡымтылған, ә вәзирҙәр араһында шыш-быш, хәүефле хәрәкәт киткән, араларынан береһе, иң өлкәне, хандың ҡолағына өргән:

— Уралдарын маҡтайҙар ҙа маҡтайҙар, һинең тәхетте данламайҙар.

— Бөйөк йыһангиребеҙгә тапшырыласаҡ был ерҙең баһаһын күтәрмәккә, хәйер-садаҡаны мулыраҡ сумырмаҡҡа тамаҡ йырталыр улар, — тигән хан ҡаҙнасыһы.

— Әммә һис бер сама юҡ — телдәренән төшмәгәне шул бер Урал да Урал... — Вәзирҙәре хәүефле баш сайҡаған.

— Шул Уралды тәхет аҫтына ҡыҫтырырға ысулын шәйләп килдем бит, — тигән, ти, Аҡһаҡ Тимер. — Иншалла, гөрзә йылан ағыуы кипмәгәндер. Бөгөн Уралды маҡтаһалар, иртән, иншалла, ул минең ҡул матҡыһына килеп кергәс, мине данлап йырларҙар.

— Ай-һай!.. — тигән оло вәзир.

— Айһайламай ғына тыңлап ҡарайыҡ, гөрзә ыуы үҙенекен итмәй ҡуймаҫ, — тигән башҡалары.

— Байһөйәкте атып-бәреүҙәрендә бер ғиллә бар... — Өлкән вәзир һаман да бирешмәгән.

— Байһөйәкте атып-бәрһәләр ҙә, баштарын бәрҙертергә теләмәҫтәр — һәр кемгә йән ҡәҙерле.

— Әнә, беҙ һалып биргән ҡымыҙҙарын да һирптеләр.

— Ҡымыҙҙы түкһәләр ҙә, ҡандарын түгәһеләре килмәҫ! — тигән ҡапыл эштең асылын һиҙенә башлаған Аҡһаҡ Тимер, тештәрен шыҡырҙатып. Туҫтаҡтарын алдарынан ҡағып осорған ғорур сәсәндәр хан тештәренең шыҡырҙауы араһында бер тауыштан ошо әйетте лә әйтеп өлгөргән:
Бейек тауҙың үлгәне —

Башын монар алғаны;

Ай менән Көндөң үлгәне —

Тонйорап байып барғаны;

Ҡара ерҙең үлгәне —

Ҡар аҫтында ҡалғаны;

Ир-егеттең үлгәне —

Илен дошман алғаны.


Яйыҡ китһә, юл китер,

Иҙел китһә, ил китер.

Илең китһә, ни ҡалыр?

Яңғыҙ яман бей ҡалыр,

Ике күҙеңә саң һалыр.

Ханға менәр ат кәрәк, тип,

Һайлап яҡшы атты алыр;

Ҡоҙа-ҡоҙа булам, тиеп,

Ун бармағы ҡамыштай,

Утыҙ теше көмөштәй,

Бер бите Айҙай балҡыған,

Бер бите Көндәй яҡтырған,

Томбойоҡтай күкрәге

Күпереп үҫеп ҡалҡынған

һылыуыңды яуыз зат алыр.
Ханға бирһәң ҡулыңды,

Ханға түшәк йәйерһең;

Төшһәң менгән атыңдан,

Ханға башың эйерһең.

Ҡылысың тыҡһаң ҡыныңа,

Хандың ҡоло булырһың.

Яу килгәндә өнһөҙ ҡалһаң,

Хандың боло булырһың.


Ойошоп көткән ҙур йортто

Өрккән тайҙай итер хан;

Арыҫландай ирҙәрҙе

Йыуаш ҡуйҙай итер хан.

Илеңде алыр ҡулыңдан,

Ғәскәр алыр улыңдан;

Тартып алыр малыңды,

Иҫәпкә алыр барыңды;

Боғаҙламай эсер ҡаныңды,

Үлтермәй алыр йәнеңде, ау,

Үлтермәй алыр йәнеңде.
Шоңҡар һөйгән һунарсы

Ҡош сөйҙөрмәй сыҙармы?

Ирмен тигән ир-егет

Ат уйнатмай тынырмы?

Урал тигән ере бар,

Күҙ нурылай иле бар

Батыр башын эйерме?!
Ирмен тигән ир кеше

Бурһыҡтай боҫоп ятмаҫ ул;

Көнгә күҙе сағылған

Ябалаҡтай ҡасмаҫ ул.

Яу килгәнен күргәндә,

Бәпкә йөнөн ҡалҡытып,

Еләҫ иҫкән елдә лә

Шаулап торған уҫаҡтай,

Йөрәктәре ҡалтырап,

Нишләргә лә аптырап,


Яуҙан тороп ҡалмаҫ ул,

Ҡылысын ҡынға һалмаҫ ул.


Илдең нурлы булғаны —

Илдә батыр тыуғаны;

Илдең моңло булғаны —

Дошман килеп тулғаны.

Айбарланған батырҙар

Яуға барыр яу булып,

Тигеҙ ерҙә тау булып;

Сергеһенән ҡан үтмәй,

Батыр булып дан тотмай,

Аттан эйәр алмаҫтар,

Ҡындан ҡылыс һалмаҫтар, ау,

Ҡындан ҡылыс һалмаҫтар!


Бөтә сәсәндәр ҡоро аяғөҫтө тороп бер тауыштан ҡабатлаған аҙаҡҡы ике юлды:
Ҡындан ҡылыс һалмаҫтар, ау,

Ҡындан ҡылыс һалмаҫтар!


Ошоно ишеткәс, Аҡһаҡ Тимерҙең йөҙөн тартышҡаҡ тотоп, тағандағы ҡаҙан төбөләй ҡарайып һөрөмләнгән.

— Гүрзә ағыуын әллә еренә еткереп һалманығыҙмы? Һуңғы тамсыһынаса алҡымдарынан уҙғанын һағаламанығыҙмы? Сәсән телдәре ниңә мине данламай, истәк ере Уралды аяғым аҫтына һалырға тамшанмай? Батырҙарының уҡ атҡыс мәргән яндарының керештәрен атмаҫлыҡ ысҡындыртмай?! — тигән, ти, ул вәзирҙәренә, ҡанға тонған күҙҙәренең ағын әйләндереп, ажғырып.

— Миһырбанлы ханыбыҙ, һинең ҡулда йәнебеҙ һәм ҡаныбыҙ! — тип баш орған вәзирҙәре. — Аллаһы Тәғәлә шаһит: барыһын да еренә еткереп үтәгәйнек — ыуын тейешенсә һалып, дүрт күҙ менән һағалап эсергәйнек.

— Ә ниңә һуң, алайғас, сәсән телдәренең төбө төйөнлө, ил кереше тартыулы һаман?!

Хандың аҡтыҡ әмере тел осонда, вәзирҙәренең ғүмере ҡыл осонда ҡалған. Шул саҡ оло вәзир телгә килеп әйткән:

— Мәрхәмәтле ханыбыҙ, аяҡ аҫтыңда булһын йәнебеҙ — бында беҙҙең ғәйеп юҡ. Ғәйеп булһа булыр ошо баш эймәүсе Уралда, баш бирмәүсе халыҡта. һуңғы тапҡыр бизмәнгә һалып ҡарайыҡ — сәсәндәренең сәсәненән һорайыҡ.

Буйһонмаған сәсәндәрҙең сәсәнен хан ҡаршыһына һөйрәкләп килтергәндәр.

— Үҙеңде ҡыйҙыртһам да, нәҫелеңде аярмын, — тигән Аҡһаҡ Тимер уға, — әйт, гүрзә ағыуына ҡаршы дауа серең нимәлә?

Бөтә табын, бөтә майҙан яуап көтөп тын ҡалған.

— Илем өсөн мең ҡылыстан үтергә лә әҙермен, — тигән ғорур сәсәндәрҙең сәсәне илбаҫарға. — Ә нәҫелем һинән аяу һорамаҫ — һиңә унан аяу һорарға тура килер. һорауыңа шулай ҙа яуабымды ал — килер быуындарың өсөн васыят итеп ҡалдыр уны, донъяның ҡоротҡосо! Бәдбәхет, һүҙ йөрөтмә артымдан, ишет быны ҡартыңдан: баҫҡынсыларға ҡаршы беҙҙең дауабыҙ — беҙҙең ҡаныбыҙҙа, Урал батыр-баба биргән йәнебеҙҙә, донъяның барлыҡ ағыуҙары ла көсһөҙ уның ҡаршыһында. Урал халҡын иҫәнгерәтеү өсөн — тамырҙарыбыҙҙа типкән тере ҡанды һыуға алмаштырыу, ә тубыҡландырыу өсөн йәнебеҙҙе аҡһатыу кәрәк булыр ине һиңә, ә был, беләһең, һинең ише аҡһаҡ юлбаҫарҙарҙың ғына түгел, хатта Аллаһы Тәғәләнең үҙенең дә ҡулынан килмәйәсәк. Сөнки табандарыбыҙҙы Урал тупрағына баҫып торған саҡта тәнебеҙҙә мәңгелек көс ҡаҡшамаҫ, сәсән телдәренең төбө бурһымаҫ, батыр яндарының кереше сиселмәҫ!

Аҡһаҡ Тимерҙең йөҙө үлек төҫө алған, һаҡалының осон ҡотороп сәйнәгән.

— Тетмәгеҙҙе тетәйем, табандарығыҙҙы Уралығыҙҙан айырып, баштүбән аҫып ҡуяйым, боғаҙығыҙҙы салып, ҡанығыҙҙы ҡояйым, эттәрҙән ялатайым! — Ғәскәр башлыҡтарына ҡул һелтәгән.

— Меҫкенйән! — тигән уға сәсәндәрҙең сәсәне. — Табандарыбыҙҙы ерҙән айырһаң да, күккә тоташасаҡ улар, ә күк — беҙҙең үҙебеҙҙеке, Уралдыҡы!

Сәсәндәр берҙәм тороп баҫҡан, хан язаһын да берҙәм алыр өсөн, сәсәндәрҙең сәсәне йәнәшәһенә теҙелгән. Ҡатилдар, ашығып, хан әмерен үтәргә лә керешкән...

Шул саҡ сәсәндәр ҡоронда башҡаларға ҡушылмай, һаман бер ҡулынан — хан биргән байһөйәген, икенсеһенән туҫтағын төшөрмәй шымтайып ултырған берҙән-бер бахырйән, хан алдында йыландай бишкә бөкләнгәнсе теҙләнеп, әсе тауыш менән сарбайлаған:

— Бер үк миңә теймәгеҙ! Мин хан ҡәҙерен беләм, мин ханды һөйәм, мин баш бирмәҫ нәҫелемдән баш тартам! Иҫәүән итһәгеҙ итегеҙ, әммә ғәзиз башҡайымды иҫән ҡалдырығыҙ! Иҫәүән мин, иҫәүән!

— Иҫәүән, тип әйттеме? — тигән, ти, Аҡһаҡ Тимер, көтөлмәгән хәлдән кинәт һиҫкәнеп. Бишкә бөкләнгән бахырйән, алтынсыға бөкләнеп, хан итегенең туҙанын ялап ялбарған:

— Эйе, ханым, иҫәүән — мин һеҙҙең сихәтле ҡымыҙҙы эскәндән үк иҫәүән, исемем дә булһын Иҫәрғәп-Иҫәүән! Мин бер ни ҙә иҫләмәҫлек иҫәүән!

— Бына был ғәжәп, — тигән Аҡһаҡ Тимер, хатта иҫәүәндең башынан һыйпап ҡуйған. — Әле генә башҡалар әйткән әйетте лә әйтмәнеңме ни һин, иҫәүәнем?

— Әйтмәнем, мин үҙемдең әйетемде әйтеп ултырҙым.

— Һәй шомло йән, әйтеп ебәр әле үҙ әйетеңде!

Теге бахырйән, хан күңеленә оҡшау өсөн, ауыҙын уҫлаптай асып, ҡулындағы хан байһөйәгенән умыра тешләп, хан ҡымыҙын уртлап йотоп ебәргән дә, хан алдында теҙләнгән килеш, әйетен һамаҡлаған:


Иҫәүән мин, иҫәүән!

Иҫәүән мин, иҫәүән!

Ата-әсәмде лә белмәйем,

Үҙемде лә белмәйем,

Ҡатынымды ла белмәйем,

Тоҡомомдо ла белмәйем;

Ете быуын, ете быуын

Бабамды ла белмәйем;

Етмеш быуын нәҫелемдең

Төп-тамырын да белмәйем;

Бер нәмә лә белмәйем,

Бер нәмә лә белмәйем!


— Афарин! Кейҙерегеҙ быға ҡара таҡыя — башы киҫелмәҫкә минән ярлыҡауыя! — тигән, ти, Аҡһаҡ Тимер. Теҙ-быуыны дер-дер ҡалтыраған бахырйән, хандың ҡара таҡыяһын кейеп алып, ҡуян кеүек йөгөнөкләп ултырып, ҡул сәпәкәйләп һамаҡлаған:
Әһәлүк, әһәлүк!

Хандан таҡыя кейгән,

Таҡыябашын эйгән,

Илдә бынамын тигән...


Аҡһаҡ Тимер башын сайҡап тыңлап ултырған-ултырған да:

— Бына был — мин тигәнсә! Кейҙерегеҙ тағы ла һары елән — арҡаһына ярлыҡау булһын минән! — тигән, ти. Шатлығынан күҙе шартлап сығырҙай аҡайған бахырйән шунда уҡ майҙан буйлап йөгөнөкләп бейеп киткән:


Әһәлүк, әһәлүк!

Хандан таҡыя кейгән,

Хандан хаҡ елән кейгән,

Аҡһаҡ Тимер “афарин!” тигән

Иҫәүән Иҫәрғәп мин!

Иҫәүән Иҫәрғәп мин!


Быны күреп күңеле килгән хан, сәрғәскәрен ымлап алып, бойорған:

— Был Иҫәүән Иҫәрғәптең ҡулына ҡылыс тоттороғоҙ, баштүбән аҫылған иҫәүән түгел сәсәндәрҙең боғаҙҙарын салдыртығыҙ — ысынлап та иҫәүәнме икән, һынап ҡарағыҙ!

Тотонған, ти, Иҫәүән Иҫәрғәп ҡорҙаштарын ҡылыс менән салырға ла сабырға. Байһөйәген умырып ҡаба ла сала, ҡымыҙын эсә лә ҡан сығара икән. Эшен теүәл тамамлағас, телен арҡыры тешләгән эттәй әлһерәп килеп, хан аяғына йығылған:
Ысынлап та бик шәп мин,

Иҫәүән Иҫәрғәп мин!


— Их, бөтәһе лә Иҫәүән Иҫәрғәп булһасы! — тигән, ти, Аҡһаҡ Тимер, һыҙланып. — Был илде мин бер көндә теҙләндертеп, икенсе көндә елкәһенә менеп ултырып, өсөнсө көндә ике күҙен суҡыр инем, мейеһенә апара һалып эсер инем!.. — Шулай тигән дә, янсығынан баҡыр сығарып, ҡанлы кәүҙәләр өйөмөнә ырғытҡан. — Бына һиңә, Иҫәүән Иҫәрғәп, иҫ китмәле һуҡырлығың өсөн һуҡыр ярты тин!

Аҡһаҡ Тимер, Урал тупрағынан ғәскәрен бороп, һуғылған бүреләй төңөлөп ҡайтып киткән, шуның менән Уралда уның ҡара эҙе лә бөткән. Иҫәүән Иҫәрғәп иһә шунда уҡ, хандың һуҡыр-ярты тинен ҡармаҡлап, үҙе һуйған ҡанлы кәүҙәләр араһына үрмәләп инеп киткән, хан кейҙергән ҡара таҡыяһы менән һары еләнен дә һалып тормаған. Баҡыр бүләген юллай-юллай, ул, үле һөйәктәрҙе кимереп үтеп, ҡара тупраҡҡа һеңгән, шунан кире сыҡмаған... Бөгөн балыҡсылар ғына, балыҡ ҡаптыртыу өсөн, тиреҫлектең ҡара башлы һары ҡортон соҡоп ала, башынан ҡармаҡҡа ҡата. Әммә Иҫәүән Иҫәрғәп өндәшә алмай — үҙенең кем булғанлығын иҫләмәй...


Әйет әйтелеп бөттө, әйетсенең дә, тыңлаусының да йөҙөн тәрән уй һөрөмө солғаны. Асыҡ ишектән тышта әбей-ҡарсыҡтың, доңғорҙатып, күнәк йыуып түңкәргәне, моғайын, йыуынтыҡ эсереү өсөн, беҙәү-безәүләп, быҙау саҡырғаны ишетелде. Ниндәйҙер уҙмыш һайыҫҡан, ҡапҡа башына ҡунып, яман шыҡырыҡлап китте – шомло хәбәргәлер, моғайын... Артынса уҡ кетәк яғында ғорур әтәстең ажарланып һөрән һалғаны, тауыҡ халҡының, сыр-сыу ҡубып, ҡытҡылдағаны баҫты ихатаны. Өйҙәгеләр икеһе лә тышҡа күҙҙәрен текәп, тормош шау-шоуына ҡолаҡ һалып, тып-тын ултырҙылар.

— Тилегән бар, — тине ҡарт, — ҡош-ҡорт шуға ҡуҙғыша.

— Эйе, тилегән... — тине тарих шауҡымынан өҙөлә алмаған Мотал. — Уралыбыҙҙың күгендә ғүмер баҡый тилегәндәр бөтөрөлә... Аҡһаҡ Тимерҙәй килеп...

— Шуға күрә әйтәм бит: бөтәбеҙ ҙә үҙ хәтеребеҙҙән биҙеп, гөрзәйылан ыуын эскән иҫәүән иҫәрғәптәргә әүерелмәһәк ярар ине...

Мотал хужалар менән йылы хушлашып, нисек тә баяғы кеше үтмәҫ тимер ҡоршауҙы үтеп керергә тәүәккәлләнеп сыҡҡайны, һайыҫҡандың хәбәре килеп етте: нисектер эҙләп табып, ҡулына ашығыс телеграмма тотторҙолар -- Өфөнән, һеңлеһе Гөлзифа һуҡҡан: «Дорогой брат, немедленно возвращайся, трагически потеряли Мухлису, рыдаю!»...

Күҙ алдары ҡараңғыланып, болдор баҫҡысына сүгәләне, саҡ ҡалҡынып, өйҙәгеләргә әйтеп тормай, оло юлдан Иҙелбашҡа барыусы йөк машинаһына эләкте – тиҙерәк-тиҙерәк самолетҡа!..




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет