ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет17/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   26

Һыуға башлағанда

Таһира, ҡояш сығыр алдынан йоҡоһонан тороп, тышҡа сыҡты. Тирә-яғына ҡаранып, оҙаҡ кинәнеп иҫнәне. Шул арала ситән кәртә мөйөшөнән ерән ҡашҡаның маңлайы күренде. Таһира бит йыуырға тип алып сыҡҡан ҡомғанын тәгәрмәс тапамаһын өсөн ситкәрәк ҡуйып, үҙе килеүселәргә ҡаршы ыңғайланы. Ҡыуаныслы йылмайып:

— Килен ҡотло булһын! — тине.

Заһит, арбанан һикереп төшөп, еңгәһенә еңгән төҫ менән күҙ ташлап:

— Шулай булһын, еңгә. Ана, апһыныңды алып килдем, — тип яуапланы.

Таһира уның был ҡиәфәтенең кәләшкә китер алдынан үҙен үсектереп әйткән һүҙҙәренә яуап икәнен аңланы. Сөнки ул Заһитҡа күптән инде: “Эй, һинән ни сыға, кәләш алып ҡасыу ҡайҙа ул малайға”, — тип, төрлөсә мыҫҡыллап, теңкәһенә тейә ине. Улар шулай өнһөҙ генә маһайыштылар ҙа, Таһира Сафураны эйәртеп өйгә алып инде. Ҡашаяҡтан урындыҡ ситендә урын күрһәтте.

— Ултыр, килен, — тине.

Сафура, Гөлйөҙөм өйрәтеүе буйынса, йөҙөнә шәүләһе төшөп торған һары яулығын, төҙәтеп, тағы ла түбән төшөрөнкөрәне лә, алдына ҡарап тик кенә ултырҙы.

Таһира, ҡыуанысынан йүгергеләп инеп, ҡәйнәһен уятты.

— Ҡәйнәм, тор, Заһит киленде алып ҡайтты, — тине.

Быны ишетеү менән Солтан ҡарт та урынынан һикереп торҙо. Аҡ башына йышылып бөткән таҡыяһын кейеп, иңер бауҙары, киң еңдәре һәлберәп торған аҡ күлдәге өҫтөнә салғыйҙары һалынып төшкән ҡара сатин кәзәкейен кейеп, үҙе теккән бейек ҡуныслы күн ҡаталарын ҡыптырлатып, ишек алдына сыҡты. Ҡартлығына ҡарамай ялтырап торған күҙле, түңәрәк аҡ һаҡаллы, еп кеүек сирткән мыйыҡлы Солтан, танауын йәлпәйтеп йылмайып, ат туғарып, арпаһын тартып урынлаштырып йөрөгән Заһит янына килде:

— Һау ғына ҡайттыңмы, балам? — тине ул.

Заһит уға ҡарамаһа ла, тауышында бер ҙур хөрмәт менән:

— Арыу әле, атай, — тине.

Улар эш тураһында һөйләшеүгә күстеләр. Ә өйгә өлкән байрам төҫө инеп китте. Сәй ваҡыты еткәндә инде бөтә ауылға:

— Заһит кәләшен алып ҡайтҡан икән.

— Бөгөн таң менән килгәндәр, ти. Нисек икән, төҫкә-башҡа арыумы икән? Барып күрергә кәрәк әле, — тигән хәбәр таралды. Үҙ төбәктәренең бала-сағаһы, йәш-елкенсәге, бисәләре, әбейҙәре иртәнге сәйҙә ошо яңы ваҡиға менән ҡайнаштылар.

Күршеләр үҙҙәренең ҡыҙҙарына:

— Бар, анау Заһит ағайың еңгәңде алып ҡайтҡан, барып күрегеҙ, йөҙөк бирер, — тип ебәрәләр ине.

Ағай-эне тейештәрҙең бөтә ҡыҙҙары үҙҙәренсә ҡупшыланып, кейенеп, киләсәктә үҙҙәрен кейәүгә ҡушып таҫтар ала торған, кейәүгә ҡасырыша торған, оҙатылып килһә, арбаға кейәү янына ултыртҡас, ҡолағына йылы һүҙҙәр менән кәңәштәр бирә торған, әлегә үҙе лә балалыҡ дәүеренән сыҡмаған ун ете йәшлек еңгәләрен күрергә ашыҡтылар. Сафураның ҡәйнәһе Йомай әбей был эреле-ваҡлы ҡыҙҙарҙың һәр береһен һәр төрлө һүҙҙәр табып иркәләне, шаяртып орошто.

— Сафыя ҡыҙым, ни эшләп улайтып оялып шымтайып торған булаһың? Бар, еңгәң ҡаршыһына бар, күреш!

— Хәҙисә, һин һуң әле: “Еңгәм килгәс тә йөҙөк һорап алам”, — тип шәбәйә инең дә баһа, әле ни эшләп улай мөйөшкә һырыҡтың?

— Бынау Зәлифәһе ни оҙаҡлап китте әле, тинтәк.

Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы башын баҫып, ҡайһыһы яулыҡ остары менән ауыҙҙарын ябып, һаҡал, сәс тәңкәләрен сылтыратып, соландан өйгә инер-инмәҫ булып өймәкләшеп, оялышып торалар. Ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтары Йомай әбей һүҙенә:

— Юҡсы, оялмайбыҙ, — тиһәләр ҙә, үҙҙәре ҡып-ҡыҙыл булалар. Ләкин улар күпме генә тартынһалар ҙа, барыһының да күҙҙәре шаршау аръяғында һике ситендә бойоғоп ултырған йәш еңгә яғына йүгерәләр. Ә уны тиҙ генә күреү мөмкин түгел ине.

Йомай әбей үҙенән-үҙе риза төҫ менән, бейек күкрәген кәпәйтеп, ҙур эш ҡуптарған командир һымаҡ, эре атлап өйгә бер инде, бер сыҡты. Өлкән килененә ҡыҙҙарҙы эсерергә сәй ҡайнатырға, көлсә бешерергә ҡушып, үҙе күптән ошо көнгә тип әҙерләп ҡуйған бер ҡаҙаҡтай монпаси, әсмүхә сәйен һандыҡтан сығарып, түрбаш яҡҡа мейес соҡалағына ҡуйҙы. Йәш килен, бала кеше, белеп еткермәй үҙенең йөҙөктәрен алып килмәһә-маҙар тип, үҙе әҙерләп ҡуйған бер бау йөҙөктәрен сығарып кеҫәһенә һалып торҙо.

Ул арала баянан бирле килеп етмәй әбейҙең эсен бошороп торған ейәнсәре Зәлифә килеп инде. Ул әллә нисәмә ҡабат төрлөк тотҡан ҡыҙыл сатин күлдәк кейгән. Ике ҡат нәҙек уҡа уртаһынан тәңкә теҙгән йәшел бәрхәт кәзәкей эсенән өлкән һаҡал һалынған. Уртаға ярып майлап шымалап тараған һарғылт ҡуңыр сәсенең йыуан толомдары өҫтөнән өсәр ҡат тәңкә теҙелгән сәстәңкә таҡҡан. Ҡул бармаҡтарының ҡайһыһына берәр, ҡайһыларына икешәр ҡат итеп йөҙөк-балдаҡтар, әллә нисә төрлөнән ике беләген тултырып беләҙектәр кейгән. Олатаһы тегеп биргән дағалы ҡара итектәр, туң майға ялтырап, баҫҡан һайын шығырлап торалар. Ул аҡҡоба алһыу битле, әҙ генә ҡапысыраҡ йәшкелт һоро күҙҙәр өҫтөнән һыҙылған ҡуңыр ҡашлы, киңсә танаулы, һәр ваҡыт йылмайып көлөргә әҙер торған ҡалынса ҡыҙыл иренле, ҡыйыу шаян Зәлифә — Солтан ҡарттың ауылға оҙатҡан ҡыҙы тегенсе Тутыяның яңғыҙ иркә ҡыҙы Таллының ҡупшыларынан ине.

Зәлифәнең ашығып үткәнен тәҙрәнән күреп өлгөрмәнеләр, ул йылдам атлап, ҡупшы баҫып, ялтырап көлөп инде лә тирә-яҡҡа ялтаңлап ҡаранып:

— Ҡайҙа, еңгәмде күрәйем әле! — тине.

Шуны ғына көтөп ултырған Йомай әбей уны ҡапыл ҡыҙҙырып алып китте:

— Ни эшләп тәүҙә һаулыҡ һорамайһың? Еңгә күрер булғас, шулай йоҡлап яталар тиме? Ҡорттай башың менән наҙлана беләһең, һай-һай. Еңгәңде һыуға башлағанда уның яурынына көйәнтәне һин һалырға тейеш икәнен оноттоңмо әллә? Баянан бирле һине көтөп ултырабыҙ.

Зәлифә өләсәһенең бындай орошоуҙарына күнегеп бөткән. Ул уның ҡайһы яҡтан еңеләсәген йәки алданасағын алдан белә. Әле лә ул өләсәһенә һөйләп бөтөргә лә ирек бирмәне:

— Ай, өләсәй, ул тиклем ҡыҙма әле. Еңгәм килгәнен Заһит ағайым миңә яңы ғына барып әйтте бит. Яңы ғына ишеттем, өләсәй, шунда уҡ йүгерҙем. Юҡһа, алдан белһәм, ҡайҙа ул, таң йондоҙо ҡалҡҡандан ҡапҡа төбөндә булыр инем. Минең дүрт күҙ менән көткәнем дә шул ғына бит.

Йомай был телдәр ейәнсәренең һүҙенә тиҙ үк ышанды ла шул ыңғай уҡ Заһитты ятлайға орошоп ташланы.

— Әйттем дә шул, Заһит оҙаҡлап бармай йөрөгәндер, тинем дә. Хәҙер барам тигән булды бит. Ҡана, улай булһа, тиҙ бул, көйәнтә-силәгеңде әҙерлә, еңгәңде һыуға башлағыҙ. Ырғыҙҙың Суҡайтауҙы әйләнгән бөгөлөнә, һалҡын шишмәгә тиклем алып барығыҙ.

Зәлифә, өләсәһенең орошоуынан тиҙ ҡотолоуына ҡыуанып, усаҡ янында көлсә бешереп булашҡан Таһира еңгәһенә күҙ ҡыҫты ла, шыбырлап:

— Әйҙә, Заһит ағайым ҡайтҡас, өләсәйем уны уҡытһын әле балаҡасты. Миңә ул таң менән үк барып әйткәйне, күлдәгемдең өҫкө итәген һырып бөтөп кейәйем тип, оҙаҡланым, — тип көлдө.

Таһира:


— Йә, хәйлә тоҡсайы! — тип уның яурынынан усы менән һөйөп һуҡты.

Зәлифә йәш еңгәһенә барып күреште. Шаулап ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Силәк-көйәнтә әҙерләп:

— Өләсәй, китәйекме инде? — тине.

— Барығыҙ. Еңгәңде уртаға алығыҙ. Һыу алған көйәнтәне еңгәндең уң яҡ яурынына күтәрт. Күтәрткән саҡта “төклө аяҡлы, ырыҫлы бул”, тип теләк теләп күтәрт. Ҡайтҡанда ҡабаланмағыҙ.

Лабырлап һөйләшеп, ҡысҡырып көлөшмәгеҙ. Ипле йөрөгөҙ. Ҡайтып, еңгәң һыуын ҡуйғас та, һин уның биленән билбауын сисерһең. Шунан сәй эсербеҙ, йөҙөк өләшербеҙ. Зәлифә хихылдап көлөп ебәрҙе:

— Атаҡ, өләсәй, уның йолаһы ҡайһылай күп! Мин уларҙы онотоп бөтөрөрмөн! Нимә тиһең, Ырыҫ әбей шикелле йөнлө аяҡлы бул, тип әйтеп телә тиһеңме?

Ҡыҙҙар пырхылдашып көлөп ебәрҙеләр.

Йомай ейәнсәренең еңеллегенә тағы асыуланды:

— Алйотланып торма инде! Был тиклем осоҡай булырһың икән! Кендек инәйеңә оҡшап, гел елбәҙәкләнеп тороу булмай ул.

— Бөттө, бөттө, өләсәй, бөттө. Иҫемә төштө. Берәүһен дә онотмам, беләм. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар, шаулашып, Сафураны уртаға алдылар. Зәлифә көйәнтә менән алдан атланы. Сулпы тәңкәләре сылтырлашып, оҙон, сыбар күлдәк итәктәре менән урам саңын һепертеп тәртипһеҙ теҙелгән көйө ауылды сығып, һыу буйына киттеләр. Хәҙер инде ҡыҙҙар үҙҙәре араһында аҙыраҡ иркенләп битен асҡан Сафураны тикшереү күҙенән үткәреп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлаштылар:

— Еңгәм ҡалай матур. Бите ап-аҡ.

— Ҡашы ҡыйылып тора.

— Ҡалай ҡупшы атлай, Фәрхинур апайым һымаҡ, юрғалатып баҫа.

— Эйе шул. Ауыҙы бәләкәс кенә. Эй, шулай матур булһаң ине!

Ҡайһылары уның күлдәк итәктәре, яулыҡ биҙәктәре, йөҙөк ҡаштары, итек дағаларына тиклем тикшереп, уны еңгәләр араһында иң матурҙарына индереп ҡуйҙылар.

Сафура ла уларҙы һаҡ ҡына күҙәтеп, ҡайһыларын, бигерәк тә бер өҙлөкһөҙ әңгәмә табып, һөйләп көлдөрөп барған Зәлифәне ныҡ оҡшатты. Ҡайһы берәүҙәренә әҙерәк эйәләшкән кеүек булып, күҙ һирпеп ҡарап та алды. Уның оялсан ҡараған күҙҙәренең һирпелеүенән ҡыҙҙар тағы ла бер яңылыҡ таптылар:

— Керпектәре оҙон булып нур яуҙырып тора.

—— Күҙҙәре көләс, — тип шыбырлаштылар.

Улар Ырғыҙҙың Суҡайтауҙы әйләнеп боролған ерҙең салҡып, көмпәйеп, әкрен аҡҡан эре тулҡынлы, йәйен балыҡтар аҫрап ятҡан ҡумырыҡлы тәрән ярының яғаһына һалынған берләм юлдан төшөп ҡом ҡатыш ҡырсын ташлы йәйпе ситенә, Мостаҡ ҡарттың балыҡ ҡармаҡлап ултырған ҡамышлыҡтары эргәһенә килеп сыҡтылар.

Бабай, аяҡ тауыштарын ишетеп, малайҙар киләме икән тип асыуланып, йәпрәйгән ҡалпағы аҫтынан ҡыҙҙар яғына боролоп ҡараны. Ләкин унда уйнап-көлөп килгән ҡыҙҙар икәнен күргәс, тешһеҙ ауыҙын асып көлөп ебәрҙе.

— Ай-бай, ҡыҙҙар икән. Зәлифә ҡыҙым, Заһидулла киленде алып ҡайттымы әллә?

— Эйе, олатай, эйе. Еңгәм килде, уны һыу башларға алып килдек.

— Яраған, бик яраған. Ҡотло аяғы менән килһен!

— Олатай, һинең балыҡтарыңды ҡырһыҡтырмаһаҡ, ошонан һыу алайыҡ тигәйнек. Алыҫыраҡ булһын тип, юрамал ошонда килдек.

— Ярай, ала күрегеҙ, балыҡтар һеҙҙән ҡасмаҫтар ул. Ҡыҙҙарҙан балыҡ ҡырһыҡмай. Бына малайҙар ғына килмәһендәр. Уларҙың күләгәһе төшөү менән балыҡ ҡаса ла бөтә.

Ҡыҙҙар бабайҙың яҡшы һүҙенә кинәнделәр. Уға һәр береһенең бер йылы һүҙ әйткеһе килде.

— Олатай, Кәрим ағайым, һуғыштан ҡайтып, кәләш алып килдениһә, уны ла ошолай алыҫҡа һыуға башларбыҙ, йәме?

Ҡарт яратыу, иркәләү күҙҙәре менән ҡыҙҙарға ҡарап торҙо ла, тәрән көрһөндө:

— Әллә инде, балалар. Кем белә бит. Хоҙай ҡушып, һау ҡайтһа ғына ярар ине. Һуғыштың эсендә йөрөй бит. Мин бында япа-яңғыҙ һупайып ултырам. — Ул, янындағы ҡыҙҙарҙы онотҡан кеүек, үҙ уйына сумып, тыныс тулҡындарға ҡарап ҡатты. Уның һыу ситенә теҙеп сәнскән биш-алты ҡармағының арғыһы әллә нисә сиртте. Ҡалҡыуыс өсөнсө тапҡыр инде тәрән-тәрән сумып сыҡты. Быны күреп ҡалған ҡыҙҙар барыһы бер юлы ҡыуандылар:

— Олатай, олатай, ана сиртте, сиртте балыҡ. Олатай, тарт!

Бабай, урынынан ҡапыл тороп, сирткән ҡармаҡ янына ашыҡты. Уны ашығыс тартып сығарып, ярға һуҡты. Ҡыҙҙар уның артынан йүгерештеләр. Ярты аршындан да оҙон яҫы ҡорбан балығы, ҡойроғо менән башын тәгәрмәсләндереп, ялпылдап тулап ята ине.

Ҡыҙҙар тағы ла нығыраҡ ҡыуаныштылар.

— Ҡайһылай ҙур, ҡара әле, Зәлифә, табан.

— Табан шулай буламы? Ҡорбан тиң!

— Эйе, ҡорбан. Батмус хәтлем бар, ҡара әле!

— Төкөрөп ҡарағыҙ, күҙһенмәһен. Икенселәй эләкмәҫ.

Ҡарт ҡармаҡтан балыҡты ысҡындыра-ысҡындыра һөйләнде:

—— Әйттем бит ана, балыҡ ҡыҙ балаларҙан ҡурҡмай ул. Ана эләкте. Әллә нисә һынағаным бар, ҡурҡмай ул ҡыҙҙарҙан.

Ҡыҙҙар ҡарт тирәһендә тағы бер тиклем сыуылдаштылар, һөйләшеп көлөштөләр ҙә, Зәлифәнең силәктәргә һыу алғанын күреп, уның эргәһенә эркелделәр.

Зәлифә һыуҙы көйәнтәһе менән күтәреп, өләсәһе өйрәткән теләктәрҙе бутай-бутай ҡабатланы ла, Сафураның уң яҡ яурынына һалды. Үҙе көлөп еңгәһенә ҡараны:

— Шулаймы икән, ошо әбейҙәрҙең йолаларын белмәйем дә мин, — тине.

Сафура был һөйкөмлө, илгәҙәк бикәсенең былай йомшаҡ шаяртыуына ҡаршы, үҙенең теҙеп ҡуйған ынйы кеүек аҡ тештәрен күрһәткәнсе, асыҡ йылмайҙы. Ирәбеләнеп китеп:

— Шулайҙыр инде, — тине.

Улар был ҡараш осрашыуынан үҙҙәренең ғүмерлек дуҫ булыу билдәһен күрҙеләр. Сафура ла үҙенең илен ҡалдырып аҙашҡан ҡаҙ сепейе кеүек етемлек хисен ошо минутта онотоп торҙо. Ят илдә, ят кешеләр ҡулында, ҡайны-ҡәйнә, апһындар араһындағы киләсәк ауыр тормоштоң, ире менән булған алдағы билдәһеҙ ғүмер ҡурҡыныстарының ауыр шәүләһен ошо ҡайғыһыҙ күҙҙәр ҡапыл таратҡан кеүек булдылар. Зәлифә лә үҙенә йәш яғынан тиң еңгәһен яҡын дуҫ күрҙе.

Сафура йомро яурындарына һалынған биҙәкле ҡыҙыл көйәнтәне, уның ике башындағы ҡуш аҡ силәктәрҙе һыуҙың бер тамсыһын да сайпылтмай бәүелтеп, сымыры атлап, ҡыҙҙар уртаһында өйгә ҡайтты.

Ҡайтҡас та Зәлифә уның билбауын систе. Ҡыҙҙарҙы сәйгә ултыртҡас, Йомай әбей, Сафура килтергән йөҙөктәрҙе ҡыҙҙарҙың яҡындарына, ятырағына, олорағына, йәшерәгенә һәм башҡаларына ҡарап, көмөш, еҙ, ырыҡты, ҡашлы, ҡашһыҙҙарын өләште.

Иң яҫы, үҙенән ҡаш сығарып һуғылған “Сафура” тип яҙылған ҡара биҙәкле йөҙөк Зәлифәгә тейҙе.

Сафура кискә табан ҡырҙан ҡайтҡан Заһит ҡустыһы Мостафа үҙе менән күрешкәс тә, Гөлйөҙөм өйрәтеп ебәреү буйынса, уға ҡулындағы яҫы көмөш балдаҡты сисеп бирҙе. Мостафа уны урта бармағына кейеп, ҡыуанып, маһайған төҫ менән әсәһенә күрһәтте. Аулаҡ ҡалғас, Зәлифәгә күрһәтеп уны үсектерҙе:

— Бына минеке ниндәй, ә һинеке?

Уға ҡаршы Зәлифә тағы ла нығыраҡ эреләнде:

— Бына, еңгәм миңә үҙенең исеме яҙылғанын бирҙе шул. Үҙе ҡойҙортҡан. Ә һинеке ҡырҡтартмасынан һатып алынған балдаҡ. Көмөш тә түгелдер, бына күрерһең, оҙаҡламай еҙе сығыр әле. Уйт, маҡтанған булаһың!

Йәш килененең килгән көндән үк белекле рәүештә ғөрөф-гәҙәтте һаҡлауына, бигерәк тә уларҙың һүҙен тыңлап ҡасып килеүенә Йомай әбейҙең күңеле бөттө. Ул киленде төшкән ыңғайына маҡтарға ярамағанын белһә лә, киске сәй ҡайнағанға тиклем, (тома буйы яғалланып ултырған самауырҙың, табансаларҙың яп-ялтыр булып йышылғанын, солан иҙәненең таҡыр итеп һеперелгәнен күреп, ҡартына булһа ла әйтмәй түҙмәне:

— Алла бирһә, был киленебеҙҙән уңырбыҙ, ахыры. Өлкән килен кеүек белдекһеҙ, йыбытҡы булмаҫҡа оҡшай, — тине.



Көҙгө кис

Ҡыраулы һапҡын кис. Күктәге ярты ай, нимәнелер ҡыуып тоторға тырышҡан кеүек ашығып, болоттарға ҡаршы йөҙә. Аҡлы-ҡаралы күбек һымаҡ болоттар уның хәлһеҙ нурын ҡаплайҙар ҙа, иғтибарһыҙ шыуып, алға үтәләр. Ауыл тын, ҡайғылы. Кешеләр тәпәш өйҙәрҙең быулы йылыһына һырлыҡҡандар. Тик ауылдың арғы осонан ғына гармун ҡатыш йыр тауышы ишетелеп ҡала.

Заһит — хәҙер өйләнгән кеше, урамда йырлашып йөрөмәй. Уның гармун янындағы урынын хәҙер Мостафа алған. Заһит атаһы менән әсәһенең мейескә арҡа терәп ултырып һөйләшкән һүҙҙәрен тыңлай. Таһира ҡашаяҡ яғында бейәләй бәйләй. Сафура, шылтыратмаҫҡа тырышып, ҡашаяҡ йыуа. Бишле лампаның яҡтыһы ике яҡты ла бик һаран яҡтырта. Күҙгә йоҡо төйөлә. Заһиттың тиҙерәк кәләше янына, йылы юрған аҫтына сумғыһы килә. Ләкин һүҙ үҙе тураһында барғас, ул арығанын да, йоҡоһон да еңергә тырышып, ҡарттарға ҡарап ултыра.

— Эш бөттө тиергә ярай инде. Бынау һаламын ташып алып йән тынды бит әле.

— Тиҙәк тә хәҙер һарай эсендә. Һыуланыу ҡурҡынысы юҡ.

— Инде Заһидулла менән Мостафа өй нигеҙен балсыҡ менән күмеп ташлаһалар...

— Киләһе йома көнгә ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙы ҡунаҡҡа саҡырып ебәрәйек. Ҡара тәкәгә арыу ғына ит ҡунғандай күренә. Шуны һуйырбыҙ. Ҡаҡ ит тә бар. Кеше менән ҡан ҡатнашҡас, ара боҙолмаһын. Үпкәләп яталарҙыр. Заһидулланы ҡайны менән күрештерербеҙ.

Солтан ҡарт әбейенең кәңәшен яҡшы күрҙе.

— Эйе, был һүҙең бик аҡыл. Йүнләп алайыҡ. Заһитты ҡайныһына күрештергәндә анау минең ҡырмыҙы сапанды яптырырбыҙ. Инә тунын ҡалайтырбыҙ икән?

— Берәй сатин күлдәк алырға тырышырбыҙ. — Һүҙ бер аҙ өҙөлдө. Йыр менән гармун уларҙың тәҙрә төбөнә етте. Күмәк көслө йәш тауыштар “Герман һуғышы” көйөнә йырлайҙар ине.



Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа

Күк үләнде буйлатып,

Батша кафыр һалдат ала,

Йәш егетте илатып.

Эй алма бит, алма бит,

Алма биттәр ҡала бит.

Алма биттәр ҡалмаҫ инее

Беҙҙе батша ала бит.

Күпер аҫты күк томан

Күпһенмәгеҙ, күп тормам,

Бөгөн бында, иртән унда,

Һағынғанда мин булмам...

Егеттәр үтеп киттеләр. Гармун моңо тәҙрәлә сеңләне. Солтан ҡарт бер нисә тапҡыр тамаҡ ҡырып алды.

— Уныһы ул да. Бынау набор тигәндәре етте бит әле тағы, ҡороп киткерҙәрҙең. Бөгөн аҡшамдан ҡайтышлай старостаны күргәйнем, егерме берҙәгеләрҙе ҡыуырға әмер була, тип тора. Оҙаҡламай аныҡ хәбәре килер, һеҙҙең Заһит та шуның эсенә инә инде, — тине. Ҡарт был һүҙҙәрҙе алдына ҡараған көйө, йырға ҡушылған кеүек, уйланып һөйләнде.

Заһит ялт итеп бер атаһына, бер әсәһенә ҡараны. Арҡаһы эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бөтә кәүҙәне баҫҡан тәмле йоҡо ҡапыл осто. Тамаҡҡа таш кеүек төйөн төйөлдө.

Әбейҙең дә был яуыз хәбәрҙән бөтә быуыны талды.

— Эй Аллам, бөтмәҫ бәлә булды ла баһа, ҡороп киткер. Берәүһе ҡан эсендә йөрөгәс, тағы ни кәрәк инде был убыр старостаға. Яман хәбәр килтергән ҡоҙғон кеүек ҡаңҡылдап, әйләнгән һайын “һуғышҡа” ти ҙә килә. Берәүҙе биргәс, етте, быныһын ебәрмәйем тиһәңсе һуң? — Ул, ҡыҙып, бите буйлаған ике бөртөк йәшен һул ҡуллап таҫтар осо менән һөртөп алды.

— Староста тип ни, бер уның ҡулынан килә торған эш тиһеңме ни? Земский ҡуша. Земскийға юғарынан ҡағыҙ килә.

— Миңә тимәгәйе, эте ҡушһын! Мин бер баламды өс йыл буйына һуғышҡа һалып ҡуйғанмын. Аръяғын һорамаһындар. Юғары ултырғандары алйотмо икән ни, кешенең ике-өс балаһын бер юлы алырға. Кеше, яңы ғына килен алып, бер ҡыуаныс күрәйем тигәндә, имеш, улар тағы ҡыуалар!

Әбей өлкән улы киткәс, башҡаларҙан ишетеп тә, уға эшләй алмай ҡалыуына үкенгән нәмәләрҙе иҫенә төшөрҙө. Олосло ауылдағы фиршелгә барып ун биш-егерме һум төртһәң, кешене боҙоп, һалдатҡа яраҡһыҙ итеп алып ҡала, имеш, тип һөйләгәйнеләр. Ул улына боролдо. Аҡрын ғына тауыш менән:

— Заһидулла, әллә анау, Сәнғәт һымаҡ, фиршелгә барып бер-бер нәмә эшләтеп ҡарайһыңмы, балам? Шуның менән бик күп кеше ҡотола, ти, бит, — тине.

— Әсәй, унан да ҡаты зәғифләнеп ҡалалар бит. Исмаҡ ни, тәмәке һыуы эскән дә, хәҙер күкрәге ҡыҫып, эшкә ярамай, ҡан төкөрөп йөрөй, ти. Йә һаңғырау, йә һуҡыр яһайҙар. Байрамбай ауылының Ғиззәт тигәнгә фиршел беләгенә дарыу ҡаҙап, хәҙер бөтә кәүҙәһе шешеп киткән дә үлергә ята, ти.

Йомай әбей ныҡышманы. Һау-таҙа улының тура үлемгә барып инеүен дә, өйҙә һуҡыр ҡалып һәрмәләнеп йәки аҡһап йөрөүен дә, шешенеп ятыуын да башына һыйҙыра алманы.

Уларҙың был ауыр һөйләшеүҙәрен ҡарт бүлде:

— Заһидулла, һин таң менән бер-ике бот он ал да Әзүрнәйгә барып һатып, ваҡ-төйәк алып ҡайт. Ҡоҙаларҙы алып киләйек, һине күреп ҡалһындар. Әбей, урын һалығыҙ. Иртәрәк ятайыҡ.

Улар ятып ут һүндереүгә, урамдағы егеттәр кире әйләнеп йырлап үттеләр.

Приемға барып ингәс,

Китеүҙәре тиҙ генә...

Тимерғәле ҡарт менән Сәғиҙә әбейгә үпкәләп, кенә ҡыуып торорға ла ваҡыт булманы. Улар саҡырыусы булып килгән Мостафаны, йәш ҡоҙа тип, ҡайҙа ултыртып, ни менән һыйларға белмәй өлдөрләштеләр. Сәғиҙә ҡунаҡҡа барырға бигерәк тә ихлас әҙерләнде. Шәһиҙә әбейҙең яңы ғына йоллоҡлаған ситеген, Гөлйөҙөмдөң калуштарын бара һалып алып килде. Уны ла ҡабаландырып йомошҡа ҡушты:

— Ҡоҙаса, тиҙ генә барып бауырһаҡ бешереш әле. Бик ҡыҫтауға килде бит әле, йәһәт бул. — Үҙе, һүҙе бөтөр-бөтмәҫ, Мәғфүрәнең сыбар яулығын һорап торорға йүгерҙе.

Унан ҡайтып килеп:

— Ҡунаҡҡа ауыл ебәрһә барырһың, тигәндәре шул ана. Өҫкә-башҡа күрше-тирәң бирмәһә, барырһың, бармай ни. Анау ҡыҙҙарҙың өҫ-башын ҡарайым тип, үҙемә бер нәмә лә эләкмәне шул, — тип һөйләнә ине. Ул ҡартын да онотманы. Уның өҫ-башын ҡараштырып, ҡуныслы күн ҡаталарын туң май менән майлап, саң баҫҡан таҡыя бүректәрен ҡаҡҡылап кейҙерҙе. Шунан әллә нәмәне генә онотҡан һымаҡ уйланып торҙо ла, йүгерекләп сығып, сыттан бер ун биш башлап ҡорот, йәй буйы йыйыштырған майынан ике йомғаҡ май индереп, бөтәһен бер тоҡсайға төйнәне. Өс һарыҡтың береһен һуйып алып барырғамы тип уйлаһалар ҙа, күршеләре быға кәңәш бирмәнеләр.

— Заһит тиҙ генә китмәҫтәй булһа, үҙҙәрен саҡырып ҡайтырһығыҙ ҙа шунда һуйырһығыҙ. Барын бер юлы туҙҙырмай тороғоҙ, — тинеләр.

Гөлйөҙөм Сәғиҙәгә үҙенең ҡыҙыл күлдәген бирәйем тип ҡараһа ла, ул ҡаршы төштө:

— Ҡуй, ҡуй, улайтма инде. Унда һин кейеп барып йөрөгән күлдәкте таныйҙар бит ул, етмәһә, төҫө ҡыҙыл, ҡарт кешегә килешмәгәнде, — тине.

Ошо әҙерлектәр бөткәс, күк атты таҡта арбаға егеп, яҫтыҡ, юрғандар һалып, Сафураның нәмәләрен һары ҡалайлы тәпәш һандыҡҡа тейәп, уға тейгән урын-ерҙе һалып, ҡунаҡҡа киттеләр.

Был арала һағынып өлгөргән Сафура әсәһен ҡаршы алыуға уҡ ҡосаҡлап күреште.

Ни тиклем белдермәҫкә тырышһа ла, әбей ҙә булдыра алманы:

— Ҡолонсаҡҡынамды!.. — тине лә сеңләп илай башланы.

Улар килеп төшөүгә Заһит, күренмәҫкә тырышып, келәт артына йәшенде. Уны һуңынан, ҡунаҡ күрергә йыйылған кешеләр алдына атаһының күнә сапанын ҡулына тоттороп индерҙеләр ҙә, мөйөштә ултырған ҡайны алдына алып барып:

— Ҡоҙа, бына кейәүең, фатихаңды бир, — тинеләр.

Заһит сапанды ҡайныһына ябып күреште лә, оялып ҡыҙарып сығып китте. Унан һуң уны Сәғиҙә әбей янына алып инделәр. Ул ҡәйнәһе алдына инә туны итеп ун аршын күлдәклек һалып күрешкәс, әбей Заһиттың арҡаһынан һөйөп яратты:

— Ярай, ризамын. Бәхетле, ғүмерле булығыҙ, — тине.

Ошо йолаларҙан һуң Заһит ҡайны-ҡәйнәһенә күренеп йөрөй башланы.

Ваҡытлы шатлыҡтар ҙа оҙаҡҡа барманы. Ике-өс көн үтеү менән старостаның: дүрт көн эсендә Николайскийҙа булырға, тигән әмере был ҡыуаныстарҙы ла селпәрәмә килтерҙе.

Тағы ла йыйылдылар. Тағы ла илаш китте. Ике йыл ярым буйына әллә ни тиклем кеше оҙатып, ҡайғыға күнеп бөткән кеүек күренһә лә, халыҡ түҙмәне. Бигерәк тә әсәләр һыҡтанылар.

Заһит, ат егеп ҡуйғас, бөтә өй эсе менән күрешеп сыҡты. Ҡарттар мөңгөрләшеп уның һау йөрөп тиҙ ҡайтыуын, һуғышҡа эләкмәүен теләнеләр. Заһит бисәләр яғына сыҡты. Әсәһе менән күреште.

Йомай әбей түҙә алмайынса, таңҡылдап һөйләнеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе:

— Уй Алла, был баламды ла ут ауыҙына алып барып ташлайҙар инде. Ни эшләйек икән?

Сафура, үҙенең йәш килен булып, тартынырға тейеше икәнен дә онотто. Өй уртаһындағы таяуҙы ҡосаҡлап үкһене. Ул кисәнән бирле сытырайып түҙеп йөрөһә лә, түҙмәне. Ҡара күҙҙәренән тәгәрәгән эре йәш тамсылары, оҙон керпектәре буйлап, алһыу биттәренә тәгәрәнеләр. Уны муйынынан ҡосаҡлаған Зәлифәнең, әйтерһең, бер ваҡытта ла шаян ҡыҙ булғаны юҡ. Ул, эсендәге бөтә ҡайғыға быуылып, Сафура менән бергә илаша.

Заһит, сиратлап күрешеп, кәләше янына килде. Сафураны мәңге күрмәҫтәй булып йотлоғоп ҡараны, ҡулдарын ҡыҫты. Сафура уның күкрәгенә ауҙы.

Заһит, быларҙың береһен дә күрмәҫкә тырышҡан кеүек, тышҡа ашыҡты.

Урам тулы кеше. Халыҡтың күберәк эркелгән ерендә мулланың аҡ сәлләһе лә күренә. Ул үҙенең әллә ҡасан ятлап бөткән вәғәзен ҡабатлай.

— Батша әғзәм хәҙрәттәренә үҙ ватаныбыҙҙы һаҡлар өсөн... бөтә көсөгөҙҙө сарыф ҡылығыҙ. Кафыр дошмандың өҫтөнән ғалип улып ҡайтһағыҙ, барса ислам халҡы мәғрур улғай... Бында ҡалыусылар һеҙҙең сәләмәтлектә ҡайтыуығыҙҙы аллаһы тәғәләнән теләп торғанбыҙ. Амин...

Уның тауышы эс бошорғос мығырлаҡ. Уны, тәү мәлдә киткәндәге һымаҡ, йотолоп тыңламайҙар. Хәҙер уға бөтә өмөттө бәйләп хәйер биреүселәр ҙә һирәк. Үҙәктәренә үтеп бөткән йәштәр үҙҙәренең бөтә йөрәк ярһыуҙарын белдергән йырҙар менән гармун моңо аҫтында иғтибарһыҙ алға атлайҙар:



Казарма ишеге быяла, ҡаты япһаң ыуала,

Ыуалмаған, утҡа янһын, ғәзиз баштар юғала.

Приемдың ишегенең тотҡалары еҙ генә.

Приемға барып кергәс, китеүҙәре тиҙ генә.

Йырҙар, аҡтыҡҡы бәхилләшеү һымаҡ, оҙатыусыларҙың йөрәген һыҙлатты. Улар тағы ла нығыраҡ үкһенеләр. Арбалар алыҫайҙы. Ары киткән һайын йыр тауышы әкренәйҙе. Бара-бара бөтөнләй һүнде.

Юлда саң баҫылды. Ҡояш байыны. Ауылдағы шау-шыу ҙа

тынды. Тышҡы ҡайғы, эске хәсрәткә әйләнеп, күкрәккә ултырҙы. Кешеләр үҙҙәренең көндәлек мәшәҡәттәренә керештеләр.

Биш-алты көндән буш арбалар әйләнеп кире ҡайттылар. Тағы бер ҡатлам йәш килендәр, йәш кәләштәр, һалдатка исеме күтәрҙеләр.

Сафура әсәләре менән ауылға ҡайтҡыһы килһә лә, ҡәйнәһе уны ебәргеһе килмәй, ҡоҙағыйынан үтенде:

— Килен тороп торһон инде. Икәүһе бер юлы сығып киткәс, бик ҡыйын булыр бит. Күргәндәй булайыҡ. Бауыр баҫайыҡ, — тине.

Сәғиҙә лә күнде:

— Эйе шул, балам. Бер аҙҙан ҡоҙағый менән барырһығыҙ. Кешенән дә яҡшы түгел. Килеп етмәҫ борон тартаңлап ҡайтып та еткән тиерҙәр.

Һалдаткалар

Диләкәй хәҙер үҙ төбәктәрендә һалдаттарҙан килгән хаттарҙы уҡып, уларҙың ҡатындарына, әсәләренә хат яҙышып биреүсе булып китте. Үткән ике ҡыш эсендә аҙлап, бала ҡараған арала булһа ла мөғәллимәнән уҡыуы, йәй көндәрендә үҙенән-үҙе уҡып-яҙырға өйрәнеүе уға байтаҡ белем бирҙе.

Яҙ көнө мөғәллимә Зәйнәп үҙе ҡалаға ҡайтып киткән сағында ла уға бик күп татарса китаптар ҡалдырып киткәйне. Ул уларҙы үҙе әллә нисәшәр ҡат уҡып, Ғабдулла Туҡайҙың байтаҡ шиғырҙарын ятлап та алды. Мәжит Ғафури шиғырҙарын ул инде үҙе генә уҡып, ятлап ҡына түгел, иптәш ҡыҙҙарына ла уҡытты. Әсәһе, ҡайһы саҡтарҙа ҡыҙының былай гел уҡып ултырыуына эсе бошоп, орошоп та ала:

— Ҡуйһаңсы шул аҡҡа текләп, күҙ нуры бөтөрөп ултырыуыңды! Әллә ниндәй тәкәй таҡмаҡтары табып алаһың да... исмаһам, эш ҡараштыр! — ти.

Ләкин Дилә әсәһенең был һүҙҙәренә бер ваҡытта ла үпкәләмәне, китап уҡыуын да ташламаны.

— Әсәй, мин бөтә эште эшләп бөттөм инде. Әсәй, тыңлап ҡара әле, бына бер бик ҡыҙыҡ ерен уҡыйым, — ти торғайны.

Ул китаптары араһынан “Таһир — Зөһрә”, “Буҙйегет”, “Кәзә менән Һарыҡ”, “Шүрәле” кеүектәрҙе эҙләп алып әсәһенә, уның янына килгән бисәләргә уҡып, уларҙы йә илатып, йә көлдөрөп, таң-ғәжәпкә ҡалдырып ҡуя. Шунан Мәғфүрә лә, асыуын онотоп, Ныязғолдар эшенә сығып китә.

Киткән һайын ул Диләгә:

— Атайың ҡайтып килһә, тиҙ үк мине барып ҡайтар. Быҙауҙы эсерергә онотма. Ҡатыҡты ойот, тиҙәкте сәпәп ҡуй, — тип төрлө йомоштар ҡушып китә.

Диләкәй был эштәрҙе тиҙ үк емертеп эшләп ташлай, һыуға ла барып ҡайта.

Ләкин атаһын йәй буйы көтһәләр ҙә, әсәһен ҡайтарырға йүгерергә тура килмәне. Һуғыш башланғандан бирле ураҡ эшен ташлап, тағы ла үҙенең йылҡы көтөү эшенә тотонған Ҡотлояр быйыл йәй буйына бер ҡайтып әйләнмәне.

Диләкәй уҡыуҙан, эштән бушаған сағында бик күп хаттар яҙҙы. Һалдаткалар уны әүрәтеп, иркәләп, ирҙәренән килгән хаттарҙы уҡып биреүен һорайҙар. Дилә үҙе лә инәлтеп тормай. Башта ул хаттарҙы бик әкрен генә уҡый торғайны. Ә хәҙер, уларҙың һәр береһенең ҡулъяҙмаһына төшөнөп алып, тиҙ үк уҡый. Элек: “Мәғфүрә килен, ҡыҙ баланы юҡ һөнәргә өйрәттерәһең. Аҙып китеүе бар. Быға тиклем ниндәй ҡыҙ яҙыу яҙған? Намаҙлығын белһә, шул еткән. Ныязғолдоҡоларҙы инде һөйләп тора торғаны ла юҡ. Яртылай мәрйә булып бөткәндәр. Шуларға эйәртеп ҡыҙ баланы әрәм итәһең”, тигән әбейҙәр хәҙер Диләгә килеп етәләр ҙә: “Балаҡайым, улыма — Сәлимгәрәйгә хат яҙып ҡына бир әле, ҡыҙым, сауап булыр. Күҙеңдән һөйөнөрһөң”, — тип, камзул, кәзәкей кеҫәләрендә йөрөп, йомарланып, керләнеп бөткән ҡағыҙҙарын сығарып Диләкәйгә һуҙалар.

Мәғфүрә ҡыҙының зирәклегенә, уның уҡымышлы булып китеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Уның һайын уҡытыусы Зәйнәптең: “Апа, ҡыҙың бик үткер, уны уҡыуҙан тыйма. Әгәр ҙә мөмкинлек булып, уға Хаяттарға тейгән уҡыу тейһә ине, бына тигән кеше сығыр ине”, — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә, эсенән уға бик күп рәхмәттәр уҡып, киләһе көҙгә тағы килһә ярар ине, тип уйлай.

Диләнең һыуҙан ҡайтҡанын көтөп ултырған Гөлйөҙөм ҡулындағы хатты уға һуҙҙы:

— Бына, ағайыңдан хат бар, уҡып ишеттер. Шунан уға хат яҙырбыҙ, — тине.

Диләкәйҙең үҙенең дә сығып барған ҡыҙыҡ хәбәре бар ине:

— Ярар, еңгә, хәҙер, — тине ул. Үҙе силәктәрен һикегә ултырта-ултырта: — Әсәй, Ныязғол олатайым әллә ниндәй бер ҡыҙыҡ машина алып ҡайтып ултыртҡан. Бер урыҫ кешеһе уның янында, әллә нәмәләрен борғолап, ҡарап тора. Машинаның эсенә бесән ырғыталар ҙа, ул бесәндәр кирбес булып тупылдап сығып тораларсы. — Ул тирләп ҡыҙарған битен һыйпап, оҙон ҡара сәс толомдарын артҡа ташлап ахылдай.

Гөлйөҙөм менән Мәғфүрә уның был йөрөшөн дә, хәбәрен дә оҡшатманылар.

Әсәһе:

— Йөрөйһөң тағы шунда! Әллә ниндәй ер сигенән йыйылған хәбәр ташып. Ир-ат араһына барып йөрөргә ир бала булдыңмы? Килешмәгәнде, — тине.



Гөлйөҙөм:

— Бөтмәҫ Ныязғолдоң шайтан арбалары, ен машиналары. “Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй”. Беҙҙекеләр һуғышта ҡан түгә, баш һалалар, улар бында аҡса йыялар, — тип ҡушылды. Диләкәй, күңелһеҙләнеп, үҙен аҡларға тырышты:

— Унда бер мин генә түгел дә инде. Хәҙисә лә, Бибикамал да, Сәхибә лә бар ине. Юл ыңғайы ғына боролоп ҡарап торҙоҡ.

— Йә, ярар. Ҡана, тиҙерәк хат уҡы. Бахырҙан күптән инде хат юҡ ине, — тине Мәғфүрә.

— Өс ай тулып килә инде, — тине Гөлйөҙөм.

Дилә хатты уҡырға тотондо:

“Әссәләмәғәләйкүм, вәғәләмәнләдәйкөм, сезки ғиззәтле вә хөрмәтлү улып торғучы минең күҙ нурындай күргән хәләл ефетем Гөлйөҙөмгә, хәләл ефетең Айбулаттин бик сағынып, бик сарғайын күбдин күп сәләмдәр күндереп, сезгә саулыҡ теләп ҡалам. Һәм күҙ нурҙарым улым Тимербулатҡа, сөйөклө ҡыҙларыма бер күрергә зар-интизар булып, күп сәләм күндереп, саулыҡларын теләп ҡалам. Вә һәм дә Ҡотлояр ағайым менән еңгәмә барыһына айырмайынса күп сәләм күндереп, изге теләктәрен өмөт итеп ҡалам. Вә йәнә ҡәләм тибрәтеп хат язучы сөйөклө туғаным Диләфрүзгә күп сәләмләремне күндереп, күп рәхмәт уҡып ҡалам. Йәнә барса ағай-эне, ауыл ҡарттарына айырмай күп сәләм күндереп ҡалам.

Беҙҙең тарафтан хәл-әхүәл һорай ҡалһағыҙ, бөгөн дә сау-сәләмәтбеҙ. Ул тарафта һеҙҙең дә сәләмәт йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам.

Мәғлүм булһын, хат яҙа алмай оҙаҡлап киттем. Сәбәбе — хәҙерге көндә уң аяғым ранен булып лазаретта ятам”.

— Уй Алла, бахырҡайым, — тип ҡысҡырып ебәрҙе Гөлйөҙөм. Уның күҙҙәренән йәш тәгәрәп китте. Мәғфүрә лә ах итте:

— Ҡуйсы, ҡуйсы, бахырҙы. Һуғыш бит ул, уйнатмай. Диләкәй уҡыуын дауам итте:

“Һарытау ҡалаһында ятам. Юлда бик оҙаҡ килдек. Яраһы бик ҡурҡыныслы түгел. Тубыҡтан түбән пуля үтте. Әхмәҙи ҡайнаға менән һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Мин ранен булғас ҡына айырылыштыҡ. Уға хат яҙғанда минән сәләм яҙығыҙ. Адресымды ебәрегеҙ. Әле аяғым һыҙлағанға күрә, оҙаҡ ултыра алмайым. Шулай ҙа минең өсөн бик ҡайғырмағыҙ. Больнистән сыҡҡас, тура килһә, өйгә лә ҡайтып китермен. Әгәр инде өйгә ҡайтырға тура килмәһә, Һамарға төшөп сығырмын, тип уйлап торам. Һамарҙан хат алып торам. Юлия Ивановна хаттан өҙмәй, рәхмәт яуғыры. Һуңғы хатында Васяның да еңелсә ранен булғанын яҙғайны. Хәҙергә шулай. Киләсәктең хәйерле булыуын көтәбеҙ. Бер-ике йыр яҙып ҡуяйым:



Әрмеләргә барып сәс ебәрҙем,

Сәскенәйем етте үрмәгә.

Хаҡ яҙмышы беҙгә ҡушҡан микән

Тыуған илде ҡайтып күрмәгә.

Һоро шинель, яҫы ҡайыш

Ҡыҫа нәҙек билемде.

Ҡара сәсем ағарһа ла,

Онотмамын илемде.

Хуш, хуш, һау булығыҙ.

Яҙылды 1916 йыл, 25 сентябрҙә.

Яҙыусы Айбулат Айдаров”.

Хатты уҡып бөткәнсе Гөлйөҙөм менән Мәғфүрә илашып ултырҙылар.

— Өс йыл буйы интегеп йөрөүе етмәгән, аяғы яраланып ята инде хәҙер, — тине Гөлйөҙөм.

— Исмаһам, йәне һау ҡалһын инде, — тип йыуатты уны Мәғфүрә.

— Әйтерең бармы, үҙе тере ҡайтһа, ризамын. Үҙ балаларына үҙе баш булып торор ине.

Улар шулай байтаҡ һөйләшкәндән һуң, Гөлйөҙөм үҙе әйтеп тороп, Диләнән хат яҙҙыртты:

— Яҙ инде, Диләкәйем, иң әүәле үҙе кеүек күп итеп сәләмен ҡуй.

Дилә күп хат уҡыуҙан әллә ҡасан ятлап бөткән, үҙе лә хат яҙыусыларҙың үҙҙәре лә аңламаған ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сыбарлап бөткән татарса ҡатыш хатты тиҙ үк яҙып ташлай:

“Әссәләмәғәләйкүм, вәғәләмәнләдәйкөм, сезки бәнем тәндә яным бәрәбәрендә күргүче хәләл ярымға безки хәләл ефетең Гөлйөҙөмдин бик сағынып вә бик сарғайын, бер күреп сәйләтергә зар вә интизар булып... вә һәм дә ғәзиз балаларыңдин... вә һәм дә...” — Ул Айбулаттың сәләм яҙған кешеләренән генә яуап сәләме түгел, Гөлйөҙөмдөң теҙеп әйтеп тороуы буйынса, ауылдың яртыһынан тигәндәй, оҙон сәләмдәрҙе ҡуйып бөтөп, “вә кинә үземездин хәл-әхүәл улына ҡалса...” тип аръяғына теҙеп алып китте.

Гөлйөҙөм хатты, һәр ваҡыттағы ғәҙәте буйынса, бик оҙон яҙҙырҙы. Балаларының үҫкәнен, үҙенең күргән нужаларын, ала һыйырҙың ауырып, йәй буйы һөттө аҙ биргәнен, шулай ҙа Айбулаттың ҡайтыуына май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек йыйып ҡуйғанын, быйыл иген сәсә алмағас, ҡыҙыл башмаҡты һатып иген алғанын, кемдәрҙән хат килеп, кемдәрҙән хат килмәгәнен, Ныязғолдоң әллә ниндәй яңы машиналар килтертеп тултыртҡанын, үҙенең яҡшы төштәр күреп, уның тиҙ ҡайтыуын өмөт итеп юрағандарын — барыһын да, барыһын да яҙҙырып, йыр менән бөтөрөп ҡуйҙы:

Арғы яҡта туратым,

Бирге яҡта һаратым.

Ошо ай бөтөп, киләһе айға

Ҡайтыр микән һалдатым.

Мәсет манаралары,

Манара аралары.

Ҡәһәр һуҡһын, ләғнәт төшһөн,

Ярашмай батшалары.

Хуш, хуш.

Ҡәләм тибрәтеп хат яҙыусы туғаның Дилә булыр.

Яҙылды 1916 йылда, октябрҙең 5-дә”.

Гөлйөҙөмдөң хаты яҙылып бөтөүгә, Хәмдиә килеп инде.

— Эй, ҡайһылай яҡшы тура килдем әле, — тип шатланды ул. — Ҡоҙасаҡайым, Диләкәй, ҡоҙаңа ла бер-ике ауыҙ һүҙ генә яҙып бир инде. Оҙон яҙҙырмайым, үҙенән хат булмағас, һаулыҡты ғына белгертәйек. Айбулат кейәү уның янынан киткәс, уға хат яҙып биреүсе лә юҡ инде. Үҙенең ҡулы белмәгәс ни, ҡыйын шул.

Гөлйөҙөм дә ағаһы тураһында ҡайғыртышты.

— Исмаһам, янындағы урыҫ иптәштәренән урыҫса булһа ла яҙҙырһасы һуң. Ағайым бигерәк йыуаш шул. Диләкәй инәлтмәне. Тиҙ генә яҙып бирҙе лә:

— Әҙрисен бисергә алып барып яҙҙыртырһың, — тине. Ләкин Хәмдиә быға яҡын да килмәне:

— Ҡуй, ҡуй, кәрәкмәй, шул тоҙ күҙ Мырҙағәлигә бараммы һуң. Бер көнө лә күҙен тондороп миңә шиҡаңларға итә, хәшәрәт. “Бәйләнеп ултырма, яҙһаң яҙ, яҙмаһаң, ана бисәң генә килһен, эшеңде таптыртайым”, — тип ажғырғайным: “Алла, харап икән, еккегә өйрәнмәгән байтал кеүек тибә”, — тип көлгән булды ла яҙып бирҙе.

— Шулай итәме, алланың ҡәһәре төшкән! — Гөлйөҙөм асыулы аптыраны.

— Шулай итә шул, сәгерәй күҙ, оялмай ҙа ҡул һала бит. Әллә асыуланып берәй нәмәһен юрамал яңылыш яҙҙымы икән, шул хатымды алғанына яуап булманы.

Хәмдиә илай-илай көлөп, тағы бер ҡат яман итеп писарҙы әрләп алды ла Диләне күндерҙе.

— Ҡабат уға аяҡ баҫмам, тигән һүҙем бар, яҙ, ҡоҙасаҡайым, Сабираның Асатайға яҙҙырған хаты барып еткән бит. Әҙрисен һин яҙҙы, ти.

Дилә урыҫса хәрефтәрҙе бөртөкләп ҡысҡырып уҡый-уҡый күсерел яҙҙы:

— Дей-ст-вующа-я армия, 117-ый Ярос-лавский полк — 7-ая ро-та, 2-ой взвод. Асыл-гаре-еву.

Үҙе тирләп беште лә рәхәтләнеп көлдө:

— Уф аллаҡайым, хат яҙыуҙан да оҙаҡ булды, — тине. Дилә үҙенең был яңы белеменә ысын күңелдән шат ине. Гөлйөҙөм дә:

— Улай булғас, ағайыңа ла һин яҙ ҙа ҡуй. Мине әллә ҡайҙан кеше эҙләтеп йөрөтмә, — тине лә үҙенең ҡулындағы конвертын тотторҙо.

Хәмдиә:


— Рәхмәт, Диләкәй. Ни теләһәң, шул алдында булһын. Һылыу кейәүгә! — тип теләктәр теләп, ҡайтырға урынынан торҙо.

Кейәү тигән һүҙҙәрҙән оялып ҡыҙарып, Дилә әсәһенә күҙ һалды, уның Гөлйөҙөм менән һөйләнеп, быларҙың һүҙен абайламағанын күргәс, тынысланды ла:

— Юҡты һөйләмә! — тип көлдө.

— Бер ҙә юҡ түгел, туғанҡайым, барыһы ла буласаҡ эштәр, — тип Диләне иркәләп арҡаһынан һөйҙө лә ҡайтып китте.

Унан аҙаҡ Гөлйөҙөм дә ҡайтырға йүнәлде.

Мәғфүрә уны, соланға оҙатырға сыҡҡас, еңенән тотоп туҡтатты ла:

— Туҡта әле, килен, һиңә бик ҙур хәбәр бар әле. Гөлйөҙөм ҡапыл сусып китте.

— Уй аллаҡайым, ниндәй хәбәр тағы?

— Һинең менән миңә түгел дә, бына әлеге Сәғиҙә ҡарсыҡтарға, сөй өҫтөнә туҡмаҡ.

— Йә?


— Яланбикәнең ҡайны-ҡәйнәһе уны тиҙ үк килеп алһындар, тип әйтеп ебәргәндәр. Кисә Ҡасҡын ауылынан Ҡунаҡбай ағайым баҙарға барышлай төшөп үтте. “Берәүҙең бер аманат сәләме. Туғаным булһаң да, әйтәйем инде, тине. Берүк ата-әсәләренә еткер, ҡыҙҙарының хәле насар. Буйында булғанын да белмәгәндәр. Килгән ҡунаҡтарға сәй ултыртып ҡарап йөрөгән дә, ҡәйнәһенә хәҙер инәм тип кенә әйтеп сыҡҡан. Шул сәғәт эсендә һыуыҡ ҡурала бәпесләп, үҙе баланың кендеген ҡырҡып, шунда ятҡан, ти. Сәй-маҙар эсеп бөтөп, ҡунаҡты оҙатып, ҡәйнәһе уны эҙләй сыҡһа, Хоҙаның хөкөмө, ир баланы ҡулына алып, аптырап был ултыра, ти. Килеп алһындар, ер-һыу ҡоротоп, гонаһына батып, әҙәм мәсхәрәһендә ултырыр хәлебеҙ юҡ, тип әйтеп ебәрҙеләр”, — ти.

— Эй, бахыр ғына, — тине Гөлйөҙөм, аптырап. — Ни булды икән, нишләп кенә юлдан яҙҙы икән, йыуаш ҡына кеше ине, — тине. Уның бәләкәй саҡтан килгән йән дуҫы өсөн йәнә бик ауыр.

— Эйе шул, килен. Ундайҙар хәҙер бик күбәйеп бара, ти, бит. Таллы ауылының Орҡоя тигән бер һалдатка ла, шулай ире юҡта йөклө ҡалып, уны төшөрәм тип мышаяҡ эскән дә, бахырҙың бөтә тәне ҡара янып барып үлгән, ти. Ишан: “Был зина эше бик ҡаты гонаһ, илдән бәрәкәт китер, ямғыр яумаҫ, иген үҫмәҫ”, — тип уны зыяраттың тышына ҡуйҙыртҡан, ти. Шул уҡ Таллылағы минең Нурйыһан әхирәт тә шул хәлгә төшөп, шырпы башы иҙеп эскән дә, хәҙер бер туҡтауһыҙ эсе үтә лә ҡоҫа, ашай ҙа, эсә лә алмай, ти. Ҡылтамаҡ булып үлер, әҙәм булмаҫ, тип һөйләйҙәр, ти. Бахыр, ул да йәш кеше түгел дә бит, яҙмыштыр инде. Барып күреп хәлен белермен тигәйнем әле, ултыртып алып барыусы булһа.

— Ҡуй инде, еңгә, әрәм була бит әҙәм баштары, — Гөлйөҙөмдө ауыр һағыш алды.

Улар соландан сыҡҡан саҡта Тимерғәле ҡарт, билен һыйпай-һыйпай, халыҡ ағылған яҡҡа, бесән бәйләткес машинаны күрергә китеп бара ине.

Гөлйөҙөм менән Мәғфүрә уны тағы ла нығыраҡ йәлләп ҡуйҙылар.

— Бахыр, һаулығы юҡ, бөксәңләп йөрөй шул. Йә Исхағынан ярты йыл буйы хәбәр килмәй.

— Нисек кенә барып әйтермен инде был хәбәрҙе, тел әйләнмәй бит әле, — тине Мәғфүрә.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет