ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



жүктеу 3.98 Mb.
бет1/27
Дата04.07.2016
өлшемі3.98 Mb.
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27
ЙӘШ БЫУЫНҒА БЕЛЕМ, ТӘРБИӘ БИРЕҮҘӘ НӘФИС ӘҘӘБИӘТТЕҢ БУРЫСЫ ҺӘМ МАҠСАТТАРЫ

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыс һәм маҡсаттары әҙәбиәттең донъяны танып белеү һәм йәш быуынды тәрбиә¬ңә үҙәге үҙенсәлегенән сығып билдәләнә.

Мәктәптә уҡытыу фәне булараҡ, әҙәбиәт үҙе өс элемент¬но! тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙе уҡып үҙләштереү <>и ш һайланған текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихын һәм теорияһын, өсөнсөнән, тел ғилеме бу- мынса мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Уларҙы өйрәнеүҙе ойош- inpon, белем биреүҙә донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, •стсгик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү һәләтен, if 1мәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә.

Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыу йәмғиәтебеҙҙең, халыҡтың ру чи тормошондағы хәл-ваҡиғалар, яңы үҙгәрештәр менән осраша. Шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның эске донъяһына 1 р t а барған иғтибар, милли аңды уятыу, милли ғорурлыҡ I 'рбиәләү бурыстары, иҡтисади һәм экологик һәләкәт мәсьәләләре, һис һүҙһеҙ, йәш быуынды уҡытыу, тәрбиәләү иненә ҙур йоғонто яһай.

Күренекле ғалимдар, яҙыусылар үҙ милләтеңде һанға һуҡмау - милли нигилизм күренештәренең дә, үҙ милләтең¬де башҡа милләттәрҙән өҫтөн ҡуйырға тырышыуҙың да Пәмгиәт өсөн берҙәй зарарлы һәм хәүефле булыуын һәр саҡ Иҫкәртә килделәр.

Телде телдәр хушһынмаһа, Артылмаҫлыҡ тау булыр. Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр, Дау артында яу булыр, —

иш яҙҙы халыҡ шағиры Р.Ғарипов. Былар бөтәһе лә милли мәктәп үҫешендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ йола¬ларының, быуындар күсәгилешлелегенең, милли аң һәм ғорур¬лыҡ тәрбиәләүҙең әһәмиәтен һәр саҡ иҫтә тоторға саҡыра,

йәмғиәтте яңыртыу, рухи яҡтан сафландырыу эшенең мәктәптән башланырға тейешлеге тураһында һөйләй.

Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙы, республикаға исем биргән халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙе юғары кимәлгә ҡуйыу - йәш быуынды тәрбиәләү эшен юлға һалыуҙың ни¬геҙе. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт тради¬цияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә эстетик зауыҡ, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарау, үҙ-ара аралашыу һәм милләт- ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәтен үҫтереүҙә тел һәм әҙәбиәт дәрестәре мөһим урынды тота.

Уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштары¬ның береһе - нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм художество үҫешен, дөйөм мәҙәнилек кимәлен күтәреү бурыс¬тары хәл ителә. Әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусы¬ларға эмоңиональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, тео¬рияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡи тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, логик һәм образлы фекерләү һәләтен, телмәр оҫталығын үҫтереү маҡсаттары тормошҡа ашырыла.

Белем һәм тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең үҙенсәлектәренә нигеҙләнеү

Художестволы әҙәбиәттең белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте уның, бер яҡтан, сәнғәт әҫәре булыу үҙенсәлегенә, икенсе яҡтан, философия һәм фон кеүек үк, тәбиғәт һәм кешелек йәмғиәтенең үҫеш закондарын дөрөҫ сағылдырыу һәләтлегенә бәйләнгән.

Ижтимағи андың бер төрө булған әҙәбиәт, фән һәм фи¬лософия кеүек үк, тәбиғәт һәм кешелек йәмғиәтенең үҫеш закондарын бөтә яҡлап һәм дөроҫ сағылдырыу бурысын ҡуя. Фон һәм философия кеүек үк, әҙәбиәттең төп объекты бу¬лып реаль ысынбарлыҡ тора. В. Г. Белинский һүҙҙәре менән әйткәндә, «бөтә донъя, бөтә төҫтәр, буяуҙар һәм тауыштар, тәбиғәттең һәм тормоштоң бөтә формалары поэзия күренеш¬тәре була ала».

Ләкин сәнғәт һәм әҙәбиәт менән фән араһында ҙур айырма бар. Кеше тормошоноң, тәбиғәт һәм йәмғиәттең объектив закондарын тикшергәндә, фәндең күп төрлө әлкәләре теоретик закондар, логик төшөнсәләр системаһын асыу, шуның менән донъяны дөрөҫ аңларға һәм үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, әҙәбиәт менән сәнғәт ысынбарлыҡ күренештәрен күп тармаҡтарға бүлеп шкшермэй, бәлки дөйөмләштерелгән картиналар, йәнле об- раздар ярҙамында һүрәтләй.

Фәндең дә, әҙәбиәттең дә һәр береһенең үҙенә генә хас ысул менән ысынбарлыҡтың объектив закондарын асыуға, шуның менән донъяны танып белеү һәм үҙгәртеп ҡороуға хеҙмәт итеүен билдәләп, В. Г. Белинский тормошто аңлауҙа «фән һәм сәнғәт икеһе лә берҙәй кәрәкле, фән сәнғәтте, сәнғәт фәнде алмаштыра алмай» тин яҙҙы.

Фән һәм әҙәбиәт бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә үҫә. Яҙыусы ижад иткәндә фәнни асыштарға нигеҙләнһә, уның әҫәрендә сағылдырылған образдар һәм картиналар үҙ нәүбәтендә йыш ҡына фән әлкәһендә яңы ҡаҙаныштар, асыштар яһауға ярҙам итә.

В. Г. Белинский: «Философ төшөнсәләр менән, шағир об¬раздар һәм картиналар менән һөйләй, ләкин икеһе лә бер үк нәмә хаҡында һөйләй. Уларҙың береһе иҫбат итә, икен¬сеһе күрһәтә һәм икеһе лә ышандыра, тик береһе - логик дәлилдәр менән, икенсеһе - картиналар менән»:. - тип яҙғайны.

Н. Г. Чернышевский был турала: «Ғилми әҫәрҙәрҙең төп маҡсаты - ниндәй ҙә булһа бер фән буйынса аныҡ мәғлүмәт биреү, ә нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәренең асылы шун¬да: ул кешенең күңеленә, хыялына тәьҫир итә һәм уҡыусыла саф уйҙар, яҡты тойғолар уята. Фән менән әҙәбиәттең икенсе айырмаһы шунда: ғилми әҫәрҙәрҙә ысын¬лап та булып үткән ваҡиғалар тураһында һөйләнелә, бул¬ған нәмәләр тасуир ителә, ә нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрендә йәнле үрнәктәрҙә кешеләрҙең төрлө хәлдәрҙә нисек хис итеүҙәре һәм үҙҙәрен нисек тотоуҙары тасуирлана, яҙыусы¬ның хыялы менән тормошта булыуы мөмкин булған нәмәләр һүрәтләнә.

Яҙыусының әҫәрҙәрен уҡып. беҙ бөтә түбәнлектәрҙән һәм бысраҡлыҡтарҙан арынырға, бөтә яҡшылыҡтың, гүзәллектең һоҡланғыс булыуын аңларға һәм уларҙы яратырға өйрәнәбеҙ. Был әҫәрҙәрҙе уҡып, беҙ үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ, саф һәм изге күңеллерәк кешегә әйләнәбеҙ»', - тип яҙҙы.

Художестволы образ, фәнни төшөнсә кеүек, логик раҫ¬лауҙан тормай, уға бер нәмәнең сифаттары аша икенсеһенекен асыу. ситләтеп әйтеү, ассоциативлык, күп мәғәнәлелек һәм эмоционаллек хас.

Художестволы әҫәрҙәрҙә, фәндән айырмалы рәүештә, яҙыусының донъяны үҙенсәлекле ҡабул итеүе, аңлауы һәм баһалауы, уның донъяға субъектив ҡарашы һәм мөнәсәбәте сағыла.

Шул уҡ ваҡытта яҙыусы һайлаған тормош материалы, әҫәрҙәрендә тасуирлаған тормош картиналары ысынбарлыҡты дөрөҫ асырға, бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле идеяларҙы һәм тойғоларҙы сағылдырырға тейеш. Әҫәрҙәрҙең ижтимағи-эсте- тик әһәмиәте унда ҡуйылған проблемаларҙың мөһимлегенә лә, художестволы һүрәтләү оҫталығына ла бәйләнгән.

А. С. Пушкин ысын мәғәнәһендә талантлы яҙыусылар яҙған әҫәрҙәрҙең бөтә осор, бөгә кешелек өсөн һәр саҡ әһәмиәтле булын ҡалыуы хаҡында былай тип яҙҙы: «Быуат¬тар туҡтауһыҙ алға бара, фән, философия һәм гражданлыҡ камиллашырға, үҙгәрергә мөмкин, ләкин поэзия үҙ урынында ҡала. Уның маҡсаты ла, саралары ла бер төрлө. Боронғо астрономиялағы, физикалағы һәм философиялағы бөйөк асыштар, хеҙмәттәр, төшөнсәләр иҫкерергә һәм көндән-көн яңылары менән алмашынырға мөмкин, ә ысын мәғәнәһендәге шағирҙарҙың әҫәрҙәре һәр саҡ яны һәм йәш булып ҡала»'.

Башҡорт әҙәбиәтенең донъяны танып белеү, йәш быуын¬ды идея-эстетик яҡтан тәрбиәләү, йәштәр өсөн тормош дәреслеге булып хеҙмәт итеүен юғары баһалап, күренекле рус яҙыусыһы J1. Соболев: «һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел»-, тине. Сабит Моҡанов: «һәҙиә Дәүләтши¬наның халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыу- ҙырыуы - ысын мәғәнәһендә ижади героизм ул. һәҙиә Дәүләтшина шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы»3, - тигән юғары баһа бирҙе. Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты П. Н. Берков Зәйнәб Биише¬ваның «Кәмһетелгәндәр» романынан башҡорт халҡынын тор¬мош йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреш фольклоры хаҡында этнография һәм тарих буйынса яҙылған төрлө тикшеренеү китаптарына ҡарағанда күберәк мәғлүмәт алғанын әйтте'.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев халыҡ яҙыусыһы 3. Биишеваның ижады хаҡында: «Зәйнәб Биишева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын

донъяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, киң ҡоласлы, тәрәп йөкмәткеле романдарҙан беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы.

Зәйнәб Биишева ижады - башҡорт халҡының үҫеш юлында шулай уҡ ҡабатланмаҫ ваҡиға... Өс роман авторы, монументаль трилогия ижад иткән Зәйнәб Биишева һымаҡ ҡатын-ҡыҙ яҙыусы беҙҙәге башҡа ниндәй төрки халҡында бар? Зәйнәб Биишева беҙҙең Шәреҡ донъяһында беренсе трилогияны ижад иткән тәүге ҡатын-ҡыҙ яҙыусы ғына түгел, минсн белеүемсә, ул әле лә шундай берҙән-бер романсы бу¬лып ҡала» , - тип юғары баһа бирҙе. Яҙыусылар тураһында әйтелгән был һүҙҙәр әҙәбиәттең донъяны танып белеү һәм тәрбиә биреүҙә тотҡан урынын асыҡ күрһәтә.

Нәфис һүҙҙең халыҡты көрәшкә рухландырыу, көрәштең маҡсатын, йүнәлешен аңларға ярҙам итеү, уны ойоштороу, туплауҙа тотҡан урыны фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкә¬не» ҡобайырында сәсән образы түбәндәгесә һүрәтләнә:

Яманлыҡты яҡламаҫ, Дошман хәтерен һаҡламаҫ. Яҡшылыҡты һойер ул. Илдең зарын һөйләр ул. Яуға саҡырын өндәр ул. Дауға саҡырын өндәр ул.

Салауат тураһындағы йырҙарҙа уның баһадирлыҡ сифатта¬ры менән бергә халыҡты яуға дәртләндереп йыр башлаған һүҙ оҫтаһы, шағир-импровизатор булыуы ла киң билдәле.

Француз баҫҡынсыларына ҡаршы алып барылған 1812 йылғы Ватан һуғышында сәсэндәрҙең урыны һуғышсыларҙың алғы рәтендә булыуы хаҡында шундай һүҙҙәр менән әйтеп бирелә:

Атҡайына менеп, һөңгө тотоп. Әхмәт Байыҡ сыға элгәре.

Әҙәбиәт һәм сәнғәттең тормош дәреслеге булыу үҙенсә¬леген артыҡ ябайлаштырып аңлауға ҡаршы сығып, Мостай Кәрим «Йырым менән бәхәс» шиғырында поэзияның әһәмиәте кешене һәнәргә өйрәтеүҙә түгел, бәлки шом ярал¬ған күңелдәргә өмөт, шик яралған күңелдәргә ышаныс, ҡыйыуһыҙға ҡыйыулыҡ, ҡайғылыға шатлыҡ алып килеүҙә, ойоп торған күңелдәргә дәрт өҫтәүҙә булыуын әйтеп бирҙе.

Бер тамсы нур, бер тамсы моң Кешеләргә көн һайын Бирә алһам, Йырланырға

Хаҡлымындыр, моғайын.

«Сәсән» шиғырында шагар яу ҡырынан елдәр үлем хәбәрҙәре ташыған хәтәр мәлдә ил г иҙеүсе сәсәндең өйҙән-өйгә кереп, кешеләрҙең йөрәгенә өмөт уты тоҡандырыуы хаҡында:

Юлсы китте. Әммә шәмдәрҙэ ул

Ут ҡалдырып китте.

Юҡ, шәмдорҙә түгел! Йөрәктәрҙе

Тоҡандырып китте,

Ҡара төндә тик бер кеше күпме

Нур ҡалдырып китте, -

тип яҙҙы.

Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу һәм телмәр үҫтереү бурыстары, художестволы әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәтте уҡытыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәм эстетик идеалы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Әҙәбиәттең тәрбиә биреү бурыстарын комплекслы хәл итеү мөмкинлектәре ғ-әйәт ҙур.

Фекерҙәр һәм тойғолар синтезы булған әҙәбиәт кеше аҡылына, тойғоларына, хәтеренә, хыялдарына дөйөм йоғонто яһап, уның бөтә яҡлап үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыу¬ҙыра.

Әҙәбиәт буйынса белем биреү укыусыларҙың эске кисе¬рештәренә, фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы менән тормош¬ҡа ашырыла. Аныҡ фәндәрҙе уҡытҡанда логик төшөнсәләрҙе, ҡағиҙәләрҙе аңлатыу юлы менән белем биреп, уҡыусыларҙың фекере, донъяға ҡарашы формалаштырыла. Әҙәбиәт дәрестә¬рендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары менән уҡыусыларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғон¬то яһап. образлы фекерләүе байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

Бөгә яҡлап гармоник үҫкән яңы кешене формалаштырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалектик берҙәм¬лектә, үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү мөһим.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү процесында тәрбиә биреү йәш кешенең әхлаҡи йөҙөн формалаштыра, тормошҡа актив мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларҙа ижтимағи күренештәргә, кеше тормошона, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡарата 1моциональ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ул кешенең күңеленә тәьҫир итеп, әхлаҡи нормалар формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

Күренекле ғалимдар үҙҙәренең әҙәбиәт һәм сәнғәт тура¬һындағы хеҙмәттәрендә халыҡты тәрбиәләүҙә боронғо һәм бөгөнгө әҙәбиәттең әһәмиәте ҙур булыуын күрһәттеләр.

Тормошто үҙгәртеп ҡороу өсөн киҫкен көрәш барған бөгөнгө шарттарҙа әсә теленә, Тыуған илеңә, тыуған йор¬тона, урамыңа, ауылыңа һәм республикаңа мөхәббәт һәм ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләүҙе туғандаш халыҡтарға, улар¬ҙың теле, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү менән айырыл¬ғыһыҙ берҙәмлектә алып барыу айырыуса әһәмиәтле. Ул үҙ эсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традиция¬ларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына ихтирам, ата-бабаларҙан ҡалған аманатҡа, улар¬ҙың яҡты идеалдарына, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоҡ ке¬үек һыҙаттарҙы ла берләштерә. Тыуған йортондо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә.

һәр бер тел үҙ халҡы өсөн бөйөк, ғәзиз һәм ҡәҙерле, һәр бер тел халыҡ өсөн аралашыу ҡоралы ғына түгел, бәлки һәр милләттең йәшәйеш асылын билдәләүсе төй һыҙат, милләтте милләт иткән, уны башҡа милләттәрҙән айы¬рып торған, уның ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәрен сағылдырыусы төп билдә.

Тел - һор милләттең рухи байлығын, меңәр йылдар буйы тупланған тәжрибәһен, традицияларын, педагогик ҡараштарын, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт хазинаһын быуындан быуынға тапшырыу сараһы.

һәр бер халыҡ үҙенең ҡабатланмаҫ милли үҙенсәлектәре менән кешелек йәмғиәтен байыта, уға яңы биҙәктәр өҫтәй.

Шуның өсөн дә ер шарындағы бөтә телдәр ҙә үҙ теле¬нең байлығы менән файҙаланыуҙа тиң хоҡуҡлы булырға, һәр бер тел үҙ аллы йәшәргә хаҡлы.

һвйләп-көйләп, тел менән Хисле иткән инәбеҙ; Күҙебеҙҙе тел менән Нурлы иткән инәбеҙ. Үҙебеҙҙе тел менән Йырлы иткән инәбеҙ! -

тин яҙған шағир Р. Ғарипов туған телдең тәрбиәүи әһәмиә¬тен һыҙыҡ өҫтөнэ алып.

Үҫә килә бала үҙ хәтерен халыҡтың тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре хаҡын¬дағы төшөнсәләр менән байыта. Улар барыһы ла баланын интеллектуаль, әхлаҡи-эстетик үҫешенә йоғонто яһай. Әсә телен белмәгән бала үҙ халҡы тураһындағы бөтә был бе¬лемдән, уның рухи байлығынан, әҙәп-әхлаҡ тураһындағы төшөнсәләренән, традицияларынан мәхрүм булып үҫә. Бала¬ны үҙ халҡы менән бәйләүсе ептәр өҙөлә.

Былар барыһы ла баланың аҡыл йәһәтенән һәм рухи үҫешендә тотҡарлыҡ яһай.

Ундай бала ата-әсәһенә, иленә ҡайғы килтерә, илгә имгәк булып үҫә.

Тел асҡысы - ил асҡысы, Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ. Ҡаштан яҙған, күҙҙән яҙып Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ. Эй таш булма, таш булма, Аң ғына бул телеңә. Аң булмайса, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә.

тип яҙҙы Рәми Ғарипов, телде һанға һуҡмауҙың ниндәй һәләкәткә алып киләсәген иҫкәртеп.

Үҙ теленде яҡшы белеү - мәктәптә уҡытыла торған фәндәрҙе үҙләштереүҙең нигеҙе. Ул башҡа халыҡтарҙың те¬лен өйрәнеүҙе лә еңеләйтә.

ӘҘӘБИӘТ УҠЫТЫУ МЕТОДИКАҺЫНЫҢ ФӘННИ НИГЕҘҘӘРЕ

Методиканың предметы, йөкмәткеһе һәм бурыстары

Педагогика фәндәре составына ингән әҙәбиәт методикаһы мәктәптә уҡытыу фәне булған әҙәбиәттең белем һәм тәрбиә биреү системаһында тотҡан урыны, үҙенә генә хас үҙенсә¬лектәре. бурысы һәм маҡсаттары нигеҙендә уҡытыуҙың йөкмәткеһен, структураһын, метод һәм алымдарын билдәләй.

Методика фәне, беренсенән, әҙәбиәт уҡытыуҙың маҡса¬тын, бурыстарын, башҡа фәндәр системаһында тотҡан үҙен¬сәлекле урынын билдәләп, уҡытыусының эшмәкәрлеген һүҙ сәнғәте саралары ярҙамында гармоник үҫкән шәхесте форма¬лаштырыу маҡсатына йүнәлтә.

Икенсенән, методика «нимәне уҡытырға» тигән һорауға яуап биреп, уҡытыуҙың бурыс һәм маҡсаттарына ярашлы материал һайлау уҡытыуҙың йөкмәткеһен, системаһын, программалар, дәреслектәрҙең төҙөлөү принциптарын, струк¬тураларын. уҡыусылар үҙләштерергә тейешле булған белем һәм күнекмәләр күләмен билдәләй.

Өсөнсөнән, методика фәне уҡытыуҙың иң эффектлы ме¬тод һәм алымдарын билдәләү бурысын ҡуя.

Мәктәптә был фән уҡытыуҙың маҡсатын, йөкмәткеһен һәм методтарын билдәләү менән генә сикләнмәй, бәлки улар¬ҙың берҙәмлеген тәьмин итә, уҡытыу, тәрбиә биреү бурыс¬тарын комплекслы хәл итә.

Әҙәбиәт методикаһының башка фәндәр менән бәйләнеше

Әҙәбиәт методикаһының методологик нигеҙҙәрен филосо¬фия тәшкил итә.

Методика фәне мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың методтар системаһын йәмғиәттә әҙәбиәт һәм сәнғәттең донъяны танып белеү, халыҡты эстетик яҡтан тәрбиәләүҙәге урыны тураһын¬дағы ҡараштарға таянып хәл итә.

Әҙәбиәт һәм сәнғәттең тормошто матурлыҡ законы ниге¬ҙендә һүрәтләүҙәге, ысынбарлыҡты эстетик үҙләштереүҙәге әһәмиәте хаҡындағы фәнни ҡараштар әҙәбиәт методикаһын теоретик яҡтан нигеҙләүҙә мөһим урын тота. Тимәк, әҙәбиәт методикаһы фәндең күп төрлө тармаҡтары менән тығыҙ бәйләнештә үҫә, уларҙағы асыштарға таяна, художестволы һүҙ ярҙамында йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендәге тәжрибә һәм традицияларға, туғандаш халыҡтар әҙәбиәте методикаһы өлкәһендәге ҡаҙаныштарға нигеҙләнә.

Әҙәбиәт мәктәптә уҡытыла торған фән булыу яғынан бөтә педагогик процестың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора һәм уның дидактик принциптарына буйһона.

Уҡытыуҙың бөтә фәндәр өсөн дөйөм, уртаҡ принципта¬рын, теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеүсе дидактикаға нигеҙләнеп, әҙәбиәт методикаһы башҡа бер фон тарафынан да тикше¬релмәгән, тик үҙенә генә хас өлкәне, әҙәбиәт уҡытыу проце¬сы менән генә бәйле закондар, принциптар, методтар систе¬маһын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул башҡа фәндәрҙән шуның менән айырылып тора һәм педагогика фәндәре рәтенә ингән үҙ аллы фән булып иҫәпләнә. Әҙәбиәт тура¬һындағы фән дә, методика ла бер үк материалды - художест¬волы әҙәбиәтте өйрәнә. Уларҙың айырмаһы шунда: әҙәбиәт ғилеме фәне әҙәбиәттең тик уға ғына хас үҙенсәлектәрен, үҫеш тарихын, кешелек йәмғиәтендә тотҡан урынын асыҡлау маҡсатын ҡуйһа, методика әҙәбиәтте уҡытыу процесында дәрестә һәм синыфтан тыш эштәрҙә белем, әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреү закондарын өйрәнеү бурысын ҡуя.

Башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙаныштарын башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫешендәге уңыштар менән бәйләнештә ҡарау был әҙәбиәттәрҙең барыһының да бер-береһенә айырым рәүештә түгел, үҙ-ара рухи байлыҡ менән алмашып, йоғонто яһашып һәм байығып үҫеүен аңлауға алып килә.
Яҙма әҙәбиәттәре йәш булған башҡорт, ҡаҙаҡ, бүрәт һ.б. халыҡгарҙың әҙәбиәте үҫешен элек бөтөнләй әҙәби традицияла¬ры булмаған чукот, манси, юкагир, нивх. гагауз кеүек халыҡ¬тар әҙәбиәте тарихы менән бергә ҡуйып ҡаралды. Был тарихи дөрөҫлөккә тура килмәй ине. Әҙәбиәт белгесе Б. Л. Команов- ский был турала үҙенең «Иң йәш әҙәбиәттәр» тигән китабын¬да былай тине: «Әле күптән түгел генә башҡорт, бүрәт, ҡалмыҡ, коми, мордва, яҡут, дагстан әҙәбиәттәре тарихын Ок¬тябрь революцияһы йылдарынан һуң ғына һанай башлайҙар ине. Ләкин факттар был ғәҙәттәге схеманы кире ҡағалар» .

Артабан ғалим революцияға тиклемге шарттарҙа башҡорт әҙәбиәтенең яҙма төрки телендә, аҙаҡтан татар яҙма әҙәби телендә, бүрәт әҙәбиәтенең монгол яҙма теле нигеҙендә үҫеүен билдәләп, «элек иҙелеп йәшәгән халыҡтарҙың ныҡлап үҫешмәгән булһа ла яҙма традициялары булыуын иҫәпкә ал¬мау тарихҡа ҡаршы килеү булыр ине» тигән фекерен әйтте. Был хаҡта Ә. Харисовтың «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» (XVIII—XIX быуаттар) тигән китабында, Вафа Әхмэҙиевтең 20-се йылдар башында башҡорт әҙәбиәте ха¬ҡындағы тикшеренеүҙәрендә һ. б. хеҙмәттәрҙә тулы күрһә¬телгән.

Халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәш быуынды идея-эстетик яҡган тәрбиәләү бурыстары әҙәбиәтебеҙҙе киңерәк планда, айырыуса уның ғилми тарихын тулы яҡтыртыу талабын ҡуйҙы. Ошо талаптар нигеҙендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт ин¬ститутының ғилми хеҙмәткәрҙәре тарафынан 6 томдан тор¬ған «Башҡорт әҙәбиәте тарихын'» яҙыу планлаштырылды. Шул план буйынса 1990 йылда баҫылып сыҡҡан 1-се томы тулыһынса башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо осорҙарын. XII— XVIII быуаттар тарихын үҙ эсенә ала.

Академик Ғ. Хөсәйеновтың етәкселегендә яҙылған был хеҙмәттә тарих тейешле фәнни тәрәнлектә яҡтыртылған.

Боронғонан алып 20-се быуат аҙағына тиклемге шиғриә¬тебеҙҙең мең йыллыҡ тарихын эсенә алған «Башҡорт шиғ¬риәте антологияһы» тигән ҙур күләмле хеҙмәт 2001 йылда баҫылып сыкты. Был китапта Р. Бикбаев яҙған шиғриәтебеҙ 1мрихының данлы биттәрен асҡан баш һүҙ илен, телен һәйгән һәр кеше күңелендә ғорурлыҡ хистәре уята.

Методологик яҡтан тулы яҡтыртылған был хеҙмәттәр, әҙәбиәт методикаһын теоретик яҡтан нигеҙләүҙә айырыуса әһәмиәтле булды. Урта мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары¬ның программаларына индерелгән был мөһим мәғлүмәттәр уҡыу-уҡытыу сифатын камиллаштырыуға хеҙмәт итәләр.

Әҙәбиәт ғилеме һәм башҡорт фольклористикаһы үҫешендә мөһим урын тотҡан «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы», С. Юла¬ев, М. Аҡмулла. М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш. Бабич, Д. Юлтый, Р. Ниғмәти, С. Мифтахов, һ. Дәүләтшина, А. Карнай, М. Кә¬рим, 3. Биишева һ.б. ижадтары буйынса монографиялар, баш¬ҡорт халҡының әҙәби мираҫы, әҙәбиәт үҫешенең төрлө про¬блемалары, жанрҙары хаҡында яҙылған тарихи-теоретик ха¬рактерҙағы тикшеренеүҙәр, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын яҡтыртҡан хеҙмәттәр - былар барыһы ла урта мәктәптәр өсөн төҙөлгән программалар, дәреслектәрҙең сифатын яҡшыр¬тыу, әҙәбиәт уҡытыуҙы фәнни нигеҙгә ҡороу, методика фәненең төрлө проблемаларын дөрөҫ яҡтыртыу өсөн фәнни- теорет ик нигеҙ хеҙмәтен үтәйҙәр.

Әҙәбиәтте мәктәптә уҡытҡанда уҡытыусынан тел ғилеме •закондарын яҡшы белеү талап ителә. Тел яҙыусыға әҫәрҙең йөкмәткеһен асыу өсөн төп сара, төп материал булып хеҙмәт итә.

Уҡытыусы тел ғилеме фәненә нигеҙләнеп, яҙыусы теле¬нең лексик-фразеологик, синтаксик үҙенсәлектәрен, уларҙың художество функцияларын, образ-персонаждарҙың типик һәм шәхси һыҙаттарын, әҫәрҙәге геройҙарҙың телмәр үҙенсәлектә¬рен аса.

Профессор Ж. Кейекбаевтың академик JT. В. Щербаның «һәр бер яҙма тел, әлбиттә, әҙәби тел була ала, ләкин әҙәби телдең яҙма тел булыуы мотлаҡ шарт түгел» тигән ҡарашын артабан үҫтереп: «Сеңләүҙәрҙең, классик халыҡ йыр¬ҙарының. героик эпостарҙың, әйтемләрҙең һәм башҡа фольк¬лор жанрҙарының телен, һис шикһеҙ, һүҙ оҫталары - сәсәндәр, йырсылар, ҡурайсылар тарафынан быуаттар буйы эшкәртелгән башҡорт әҙәби теле тип ҡарарға кәрәк» , - тигән һүҙҙәре башҡорт әҙәбиәте методикаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Әҙәбиәт методикаһының психология менән бәйләнеше шулай уҡ был фәндәрҙең үҙ-ара үҫешен тәьмин итеү өсөн мөһим шарт булып тора.

Әҙәбиәт методикаһы үҙенең иң мөһим проблемаларын яҡтыртҡанда психологияның уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектә¬ре. әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәрен ҡабул итеү, образлы фе¬керләү, ижади хыял һәм һәләтлекте үҫтереү хаҡындағы по¬ложениеларына нигеҙләнһә, психология фәне лә үҙенең күп кенә һөҙөмтәләрен әҙәбиәт методикаһының теорияһы һәм йәнле практикаһы нигеҙендә дәлилләй. Әҙәбиәт тураһындағы фән дә, методика ла бер үк материалды художестволы әҙәбиәтте өйрәнә. Уларҙың айырмаһы шунда: әҙәбиәт ғилеме фәне әҙәбиәттең тик уға ғына хас үҙенсәлектәрен, үҫеш та¬рихын, кешелек йәмғиәтендә тотҡан урынын асыҡлау маҡса¬тын ҡуйһа, методика әҙәбиәтте уҡытыу процесында дәрестә һәм синыфтан тыш эштэрҙә белем һәм идея-эстетик тәрбиә биреү закондарын өйрәнеү бурысын ҡуя.

Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә әҙәбиәт методикаһы менән әҙәбиәт ғилеме фәне араһындағы бәйләнеште нығытыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында күп ғалимдар нигеҙле фекерҙәр менән сығыш яһаны. Улар мәктәптә әҙәби әҫәргә анализ яһауҙың әҙәбиәт ғилемен үҫте¬реүгә ыңғай йоғонто яһауы мөмкин тигән фекер әйттеләр.

Башҡорт әҙәбиәте методикаһы фәнеиец формалаш ыуы.

Методиканың топ сығанаҡтары

Әҙәбиәт методикаһы әҙәбиәтте мәктәптә өйрәнелә торған фән итеп уҡыу планына индереү, уны уҡытыу процесында тупланған тәжрибәләрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә үҙе айы¬рым бер фән булып формалашты. Ул фәндең төрлө тармаҡ¬тарындағы асыштарға таянып, революцияға тиклем һәм унан һуңғы осорҙа тыуған художестволы һүҙ ярҙамында йәш бы¬уынды тәрбиәләү өлкәһендәге тәжрибә һәм традицияларға, рус һәм туғандаш халыҡтар әҙәбиәте методикаһы ҡаҙаныш¬тарына нигеҙләнеп үҫә.

Халыҡтың ысын мәғәнәһендәге күркәм традициялары рухи байлыҡтың мөһим сығанағы, сәнғәт үҫеше өсөн мөһим көс булып тора.

Шулай уҡ рус һәм туғандаш халыҡтарҙың әҙәбиәт уҡыгыуҙағы бай методик мираҫын. Башҡортостандағы педаго¬гик фекерҙәр үҫешен, халыҡ педагогикаһын өйрәнеү һәм улар¬ҙы тәнҡит күҙлегенән сығып баһалау, был һыналған традиция¬ларҙы мәктәп практикаһына индереү әҙәбиәт методикаһының мөһим сығанаҡтарының һәм актуаль бурыстарының береһе.

16

TTJ


Ш11МШ11111ШМ1111111111111П111111!ШН111Ш1П11

Кешелек йәмғиәте халыҡтың быуаттар буйы тупланған әхлаҡ нормаларына, этик-эстетик тәжрибәләренә, йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштарға, шулай уҡ халыҡтың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына таяныу, уны яңы шарттарҙа үҫтереү, үҙләштереү һәм байытыуҙан башҡа йәшәй алмай. Бына шунын өсөн педагогик фәндәр үҫешендә лә халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштарына, мәғри¬фәтсе яҙыусыларҙың педагогик, методик фекер үҫешендә мөһим урын тогкан хеҙмәттәренә таянмай мөмкин түгел, сөнки бөйөк рус педагогы К. Д. Ушинский әйткәнсә, «традиция менән һуғарылмаған тәрбиә көслө характерҙарҙы тәрбиәләй ал¬май» . Халыҡтың тәрбиәүи традицияларын өйрәнеүҙең әһәмиәте күренекле педагогтар хеҙмәттәрендә лә киң яҡтыртылды.

  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27


©dereksiz.org 2016
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет