Программа по башкирскому языку для 1-4 классов 1 классы. 2015-2016 учебный год Аңлатма яҙыу



бет4/4
Дата08.07.2016
өлшемі1.82 Mb.
#185032
түріПрограмма
1   2   3   4
Тематик планлаштырыу
3-сө класс



Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

1

Таныш булайыҡ. (Һһ) өн – хәрефе. Өндәү һөйләм

Танышыу ситуацияһына бәйле һүҙҙәр.

Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау.

"Һаумыһығыҙ", "Һау булығыҙ" һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, әйтеү.

Һ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.



2

Дуҫтарым күп. ( Ҙҙ) өн – хәрефтәре. Һорау һөйләм

Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.




3

Үҙем тураһында. (Үү) өн – хәрефтәре. Ҡайҙан? һорауы

Үҙең тураһында һөйләү.

Ҡайҙан? һорауына яуап биреү.

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.



4

Төҫтәр. (Өө) өн – хәрефтәре. Ҡылымдың 1 – се заты

Төҫ атамаларын иҫтә ҡалдырыу

Ө өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

1-се зат ҡылымдарын телмәрҙә ҡулланыу.

Текст тәржемә итеү.

Һорауҙарға яуап биреү.


5

Уйынсыҡтар донъяһында. Ҡайҙа? һорауы

Уйынсыҡ атамалары менән танышыу.

Ҡайҙа? һорауына яуап биреү.

Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

Һорауҙарға яуап биреү.



6

Шәжәрәңде беләһеңме? йә,йе,йө,йү ҡушымсалары

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.

йә,йе,йө,йү ҡушымсалары менән һүҙҙәр яҙыу.

Шәжәрә төҙөү тәртибе менән таныштырыу.

Шиғырҙар уҡыу.



7

Беҙҙең мәктәп. Исемдәрҙең күплек ялғауы

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Һ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һүрәттәр менән эш.

Диалог төҙөү.

Һорауҙарға яуап биреү.

Аудиояҙманан шиғырҙар тыңлау.


8

Көн тәртибе. (Ээ) өн – хәрефтәре.Исемдәрҙең күплек ялғауы

ң өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу. Тасуири уҡыу.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Шиғыр ятлау.

Йомаҡ ҡойоу.

Иғлан уҡыу һәм яҙыу


9

Һөнәрҙәр. -сы,-се ялғауҙары


Һөнәрҙәр менән танышыу.

ҫ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

Һүҙ, ижек моделдәрен һыҙыу.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.



10

Үҫкәс кем булам. Ҡылымдың теләк мәғәнәһе

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Диалог төҙөү.

Ҡылымдың теләк мәғәнәһен аңлатыу

Гәзит-журнал материалдарын ҡарау.


11

“Һөнәрҙәр” темаһы буйынса контроль күсереү. “Күлдәк”.




12



Йыл миҙгелдәре. Йәй миҙгеле. Ҡылымдың 1-се заты. Хаталар өҫтөндә эш

Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.

Йыл миҙгелдәре менән танышыу.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Үү өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.

Һөйләмдәр төҙөү.

Ҡылымдың 1-се зат формалары менән эш итеү. Һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар менән танышыу.



13

Көҙ миҙгеле. (Ғғ),(Ҡҡ) өн – хәрефтәре.Сифат

Көҙ миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.

Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.

Һүрәттәргә ҡарап, миҙгелдәрҙе билдәләү.

Йомаҡтар ҡойоу.

Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

Диалог төҙөү.



14

Ҡыш миҙгеле. (ң) өн-хәрефе. Сифат дәрәжәләре

Ҡыш миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.

Текстарҙы тәржемә итеү.

“Уйлап ал” уйынын уйнау.

Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Йомаҡтар ҡойоу.

Диалог төҙөү.



15

Яҙ миҙгеле. Һөйләм төрҙәре


Яҙ миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.

Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.

Һүрәттәргә ҡарап, миҙгелдәрҙе билдәләү.

Йомаҡтар ҡойоу.

Һөйләм төрҙәре менән танышыу.

Диалог төҙөү.



16

“Миҙгелдәр” бүлеге буйынса контроль диктант. “Ҡышҡы биҙәктәр”

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу

17

Ҡышҡы һәм йәйге кейемдәр. Һорау һәм өндәү һөйләмдәр

Ҡышҡы һәм йәйге кейемдәрҙең атамаларын иҫкә төшөрөү һәм үҙләштереү.

Шиғырҙар ятлау.

Һорау һәм өндәү һөйләмдәр төҙөү.


18

Кейем-һалым магазинында. Ҡылым формалары

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Шиғырҙар ятлау.

Ҡылымдың төрлө формаларын ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

Диалог төҙөү.



19

Ғаилә ағзалары. Эйәлек алмаштары

Ҡәрҙәшлек терминдарын иҫкә төшөрөү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Шиғыр ятлау.

Фотолаар буйынса һөйләү.

Мәҡәлдәр әйтеү.



20

Минең бәләкәй дуҫым. Эйәлек алмаштары

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Һаулыҡты һаҡлау төшөнсәләрен төшөнөү.

Эйәлек алмаштарын практик ҡулланыу.

Дәреслектән шиғырҙар уҡыу.



21

А.Азамат. “Йәшәмеш үҫә”. Ҡылымдың бойороҡ мәғәнәһе

Тексты уҡыу, һорауҙарға яуаптар биреү.

Һүрәтен төшөрөү һәм яҙыу.

Яҙыу дәфтәрендә яңы һүҙҙәр яҙыу.

Йомаҡтар сисеү



22

Минең бурыстарым. Ҡылымдың шарт мәғәнәһе

Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу.

Магнитофондан кейемдәрҙе таҙа тотоу тураһында диалог тыңлау.

Мәҡәлдәр әйтеү.

Шарт мәғәнәле ҡылымдар менән һөйләмдәр төҙөү.


23

“Ғаилә” темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Һорауҙарға яуаптар.



24

М.Дәүләтшина. “Байрам”. Ҡылым формалары

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Тексты уҡыу, тәржемә итеү.

Ҡылым формаларын практик ҡулланыу.

Мультимедия презе нтацияһы күрһәтеү.


25

Башҡортостан байлығы. Уртаҡлыҡ исемдәр

Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү.

Һүҙлек запасын байытыу.

Уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик ҡулланыу.


26

Дәүләт символикалары. Яңғыҙлыҡ исемдәр

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.

Һүҙлек запасын арттырыу.

Рус телендәге һүҙҙәр тәртибен башҡорт телендәге менән сағыштырыу.

Һөйләмдәрҙән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу.



27

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Исем

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Тексты уҡыу, тәржемә итеү.

Исемдәрҙе практик ҡулланыу.

Мультимедия презентацияһы күрһәтеү.


28

Сәйәхәт итергә яратаһыңмы? “менән” бәйләүесе

Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар менән танышыу.

“менән” бәйләүесен дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.


29

Сәфәр йөрөгөҙ – сәләмәт булырһығыҙ! Килештәр

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.

Шиғырҙар ятлау.

Текстар уҡыу.

Йомаҡтар сисеү.

Килештәр тураһында төшөнсә биреү.


30

Инша. “Ялым күңелле үтә”

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу

31

Европа – Азия. Хаталар өҫтөндә эш

Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү.

Тирә-яҡтағы предметтарҙың исемен атау.

Диалог төҙөү.


32

Г.Юнысова. “Ҡәҙерле байрам”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре

Тексты аңлы уҡыу, шыма уҡыу, тәржемә итеү.

Бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәт алыу.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.


33

Башҡорт халыҡ байрамдары. Сифат

Башҡорт халыҡ байрамдары менән танышыу.

Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Шиғыр ятлау, йыр йырлау.

Сифаттарҙы практик ҡулланыу



34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Уҡыу йылында үтелгән темаларҙы ҡабатлау.

Шиғырҙар ятлау.

Таныш темаға хикәйә төҙөү.


4 –се класс



Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

1

Тәүге көн. М.Ғәли. “Китап”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре

Дәреслек менән танышыу.

Шиғырҙы тасуири уҡыу.

Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау.

"Һаумыһығыҙ", "Һау булығыҙ" һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, әйтеү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү.


2

Хәйерле сәғәттә. Р.Ғәббәсова. “Яңы мәктәп”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле һуҙынҡылары

Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

Ребустар сисеү.



3

Беҙҙең класс. Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡылары

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡыларын дөрөҫ әйтеү.

Хикәйә төҙөү.



4

Уҡыу әсбаптары. Өндәр һәм хәрефтәр

Уҡыу әсбаптары атамалары менән танышыу, иҫкә төшөрөү.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, хәрефтәрен яҙыу.

Кем менән? Кемдең? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау.

Һорауҙарға яуап биреү.

Йомаҡтар ҡойоу.


5

А.Шәйәхмәтова. “Кем уҡырға бара”. Башҡорт теленең лексикаһы

Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Һүҙлектәр менән эш.


6

Беҙҙең ғаилә. Исем

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.

Шиғырҙар уҡыу.

Мәҡәлдәр әйтеү.

Исемдәрҙе практик ҡулланыу



7

Шәжәрә ағасы. Ф.Ғөбәйҙуллина. “Тамырҙар”. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Шәжәрә төҙөү тәртибе менән танышыу.

Шиғырҙар уҡыу.

Һүрәттәр менән эш.

Диалог төҙөү.

Аудиояҙманан шиғырҙар тыңлау.


8

Икмәк көсө. Исемдең берлек, күплек формалары

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу.

Шиғыр ятлау.

Исемдең берлек, күплек формаларын практик ҡулланыу.

Открыткалар менән эш.


9

Яратҡан шөғөлөм. Ҡылым

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Ҡылымдарҙы практик ҡулланыу.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.


10

Файҙалы эштәр. Ҡылымдың күплек формаһы

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Диалог төҙөү.

Ҡылымдың күплек формаһын практик үҙләштереү. Гәзит-журнал материалдарын ҡарау.



11

Минең буш ваҡытым. Ҡылымдың зат, һан менән үҙгәреүе

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләм төҙөү.

Картина буйынса һөйләү.

Һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.

Ҡылымды зат, һан менән үҙгәртергә өйрәнеү.



12



Инша. “Минең шөғөлөм”

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу



13

Минең мәктәпкә барған юлым.

Хаталар өҫтөндә эш



Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.

Уҡытыусы уҡығанды аңлау.

Диалог төҙөү.


14

Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Г.Юнысова. “Светофор”.

Ҡылымдың зат менән үҙгәреүе



Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

Шиғырҙы шыма, тасуири уҡыу.

Һорауҙарға яуап биреү.

Бәләкәй күләмле текстарҙы тәржемә итеү.

Ҡылымды зат менән үҙгәртергә өйрәнеү.


15

Сәйәхәт. Ҡылымдың барлыҡ, юҡлыҡ формаһы

Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләм төҙөү.

Картина буйынса һөйләү.

Һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.

Ҡылымдың барлыҡ, юҡлыҡ формалары менән һөйләмдәр төҙөү.



16

“Транспорт. Юл. Сәйәхәт” темаһы буйынса контроль диктант. “Юл”

Яҙыу күнекмәләрен нығытыу

17

Беренсе ярҙам. Хаталар өҫтөндә эш

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен иҫкә төшөрөү.

Һүҙҙәр уйлап әйтеү.

Һөйләмдәр төҙөү.

Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.

“Сылбыр” уйынын уйнау.


18

Һаулыҡ һаҡлау. Ҡылымдың үткән заманы

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Ҡылымдың үткән заман формалары яһалышы менән танышыу.

Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Диалог төҙөү.



19

Почтала. Ҡылымдың хәҙерге заманы

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Шиғыр ятлау.

Картиналағы предметтарҙы күрһәтеү.

Мәҡәлдәр әйтеү.

Ҡылымдың хәҙерге заман формалары яһалышы менән танышыу.


20

Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылымдың киләсәк заманы

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

Ҡылымдың киләсәк заман формалары яһалышы менән танышыу.

Дәреслектән шиғырҙар уҡыу.

Йыр йырлау.

Сәйәхәт итеү.


21

Башҡортостан тауҙары. Ҡылымдың заман мәғәнәләре

Тема буйынса һөйләшергә өйрәнеү.

Таблица буйынса эш.

Һүрәт төшөрөү һәм яҙыу.

Шиғырҙар уҡыу.

Йомаҡтар сисеү


22

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре. Һаналып килгән һүҙҙәр

Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү.

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре исемдәрен иҫтә ҡалдырыу.

Викторинала ҡатнашыу.


23

“Башҡортостанды беләһеңме?” темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар




24

Өфөнөң иҫтәлекле урындары.

Һөйләм төрҙәре. Хәбәр һөйләм



Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләм төрҙәрен билдәләү.

Хәбәр һөйләмдәр төҙөү.

“Кем күберәк?” уйынын уйнау.


25

Шүлгәнташ мәмерйәһе. Һорау һөйләмдәр

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү.

Һүҙлек запасын байытыу.

Һорау һөйләмдәр төҙөү.


26

Янғантау шифаханаһы. Өндәү һөйләмдәр

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.

Һүҙлек запасын арттырыу.

Текст тәржемә итеү.

Өндәү һөйләмдәр төҙөү.



27

Башҡортостандың күренекле шәхестәре. Һандар

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.

Һүҙлек запасын арттырыу.

Текст тәржемә итеү.

Өндәү һөйләмдәр төҙөү.



28

Сәнғәт эшмәкәрҙәре. Рәт һандары, уларҙың дөрөҫ яҙылышы

Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Рәт һандары, уларҙың дөрөҫ яҙылышы менән танышыу.



29

Ауыл тормошо. Алмаш. Зат алмаштары

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.

Шиғырҙар ятлау.

Текстар уҡыу.

Йомаҡтар сисеү.

Зат алмаштарын практик ҡулланыу.


30

Башҡорт аты. Һорау алмаштары

Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.

Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.

Шиғырҙар ятлау.

Текстар уҡыу.

Йомаҡтар сисеү.

Һорау алмаштарын практик ҡулланыу.


31

“Ауыл тормошо” темаһы буйынса контроль диктант. “Мул уңыш өсөн көрәш”



32


Әкиәттәр. Йомаҡтар. Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш

Әкиәттәр, йомаҡтар уҡыу.

Бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәт алыу.

Башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү


33

Йырҙар һәм мәҡәлдәр. Рәүештәрҙең телмәрҙәге роле

Йырҙар тыңлау, мәҡәлдәр уҡыу.

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.



34

Балалар ижады. Йомғаҡлау

Уҡыу йылында үтелгән темаларҙы ҡабатлау.

Шиғырҙар ятлау.

Таныш темаға хикәйә төҙөү.


Башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар


  1. Баһаутдинова М.И., Баһаутдинова Н.М., Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар. - Өфө: Китап, 2011




  1. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө: Информреклама, 2003.

  3. Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. // Өфө, БМҮИ нәшриәте, 2008.

  4. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се баҫма - Өфө: Китап, 2010

  5. Зайцев Н.А. ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. – Өфө: Китап, 2001.

  6. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. - Өфө: Китап, 2003.

  7. Сал Уралда – илдә бер ине. - Өфө: БМКИ, 2004.

  8. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.

  9. Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. – Өфө: Китап, 2005.

  10. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. - Өфө: БМҮИ, 2006.

  11. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4–се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  12. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

  13. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. – Өфө: Китап, 2006.

  14. Әүбәкирова З.Ф. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.– Өфө, 2006.

  15. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

Электрон уҡытыу ресурстары

  1. http://tel.bashqort.com/hisamitdinova

  2. http://tel.bashqort.com/usmanova

  3. http://tel.bashqort.com/index.php

  4. tugantel.ru

  5. tel.bashqort.com

  6. dicto.org.ru

  7. www.yeshlek.ru/kitap/

  8. www.husainov.com

  9. www.akmulla.ru

  10. www.bashskazki.ru

  11. www.mp3.yeshlek.ru

  12. www.bashkort.com

  13. Мультимедийное электронное издание. Башкирский язык. Самоучитель для начинающих

  14. Учебное электронное издание. Башкирский язык для 2 класса.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр




Уҡыусы өйрәнә

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала

  • уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңларға;

  • өйрәнелгән тел материалына нигеҙләнеп төҙөлгән ҙур булмаған аудиояҙма текстарҙы ҡабул итергә;

  • орфоэпия нормалары һәм тейешле интонация менән ҙур булмаған текстарҙы уҡырға;

  • өйрәнелгән материалды һәм айырым яңы һүҙҙәрҙе тәшкил иткән текстарҙы уҡып аңларға;

  • текста кәрәкле информацияны табырға;

  • типик, элементар диалогтар төҙөргә

  • элементар кимәлдә сюжетлы картина буйынса һөйләргә, предмет, персонажды һүрәтләргә;

  • элементар кимәлдә үҙе, ғаиләһе, дуҫы, мәктәбе, Башҡортостан тураһында һөйләргә;

  • яттан мәҡәлдәр, йомаҡтар, шиғырҙар һөйләргә;

  • яҙыу күнекмәһен эйәләштерергә;

  • өлгө буйынса бәләкәй хат, байрам менән ҡотлау яҙырға;

  • талап ителгән эш төрөнә ярашлы текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға;

  • өйрәнелгән материал буйынса бәләкәй күләмле диктант яҙырға;

  • башҡорт алфавиты менән ҡулланырға, ундағы хәрефтәр тәртибен белергә;

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға;

  • сингармонизм законына таянып яҙырға;

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә һәм ишетергә;

  • һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға;

  • поэтик әҫәрҙе дөрөҫ уҡырға;

  • башланғыс кластарҙа бирелгән темалар буйынса өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе телмәрҙә танырға һәм ҡулланырға;

  • исем, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ, берлектәге һәм күплектәге исемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға;

  • ҡылымдың берлек һәм күплек формаларын, зат, заман формаларын телмәрҙә ҡулланырға;

  • зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға;

  • һандарҙы белергә һәм телмәрҙә ҡулланырға




  • өйрәнелгән тел материалына нигеҙләнеп төҙөлгән ҙур булмаған аудиояҙма текстарҙы ҡабул итергә һәм аңларға;

  • таныш булмаған һүҙле текстарҙы контекстан сығып, һиҙемләп тыңлап аңларға;

  • таныш булмаған һүҙҙәрҙе контекстан сығып аңларға;

  • текстың төп мәғәнәһен аңларғы ҡамасауламаған һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә;

  • әңгәмәләшеүсегә һорауҙар биреп, һәм уның һорауҙарына яуап биреп элементар диалог-һораушыуҙа ҡатнашырға;

  • шиғыр, йомаҡ, мәҡәл, йырҙарҙы яттан һөйләргә;

  • һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланып бәләкәй күләмле текстар төҙөргә;

  • ябай анкета тултырырға;

  • текст буйынса һорауҙарға ҡыҫкаса яҙып яуап бирергә;

  • һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын һүҙлектән табырға;

  • һанау интонацияһын ҡулланырға;

  • өйрәнгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға;

  • уҡыу һәм тыңлау процесында рус теленән үҙләштерелгән, интернациональ һүҙҙәрҙе һиҙемләргә;

  • лексик берәмектәрҙең мәғәнәләрен һүҙъяһаусы элементтарға(ялғауҙарға) таянып аңларға







Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет