3-сө класс
№
|
Дәрес темаһы
|
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика
|
1
|
Таныш булайыҡ. (Һһ) өн – хәрефе. Өндәү һөйләм
|
Танышыу ситуацияһына бәйле һүҙҙәр.
Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау.
"Һаумыһығыҙ", "Һау булығыҙ" һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, әйтеү.
Һ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
|
2
|
Дуҫтарым күп. ( Ҙҙ) өн – хәрефтәре. Һорау һөйләм
|
Яңы һүҙҙәр менән танышыу.
Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
|
3
|
Үҙем тураһында. (Үү) өн – хәрефтәре. Ҡайҙан? һорауы
|
Үҙең тураһында һөйләү.
Ҡайҙан? һорауына яуап биреү.
Ү өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
|
4
|
Төҫтәр. (Өө) өн – хәрефтәре. Ҡылымдың 1 – се заты
|
Төҫ атамаларын иҫтә ҡалдырыу
Ө өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
1-се зат ҡылымдарын телмәрҙә ҡулланыу.
Текст тәржемә итеү.
Һорауҙарға яуап биреү.
|
5
|
Уйынсыҡтар донъяһында. Ҡайҙа? һорауы
|
Уйынсыҡ атамалары менән танышыу.
Ҡайҙа? һорауына яуап биреү.
Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
Һорауҙарға яуап биреү.
|
6
|
Шәжәрәңде беләһеңме? йә,йе,йө,йү ҡушымсалары
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.
йә,йе,йө,йү ҡушымсалары менән һүҙҙәр яҙыу.
Шәжәрә төҙөү тәртибе менән таныштырыу.
Шиғырҙар уҡыу.
|
7
|
Беҙҙең мәктәп. Исемдәрҙең күплек ялғауы
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Һ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һүрәттәр менән эш.
Диалог төҙөү.
Һорауҙарға яуап биреү.
Аудиояҙманан шиғырҙар тыңлау.
|
8
|
Көн тәртибе. (Ээ) өн – хәрефтәре.Исемдәрҙең күплек ялғауы
|
ң өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу. Тасуири уҡыу.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Шиғыр ятлау.
Йомаҡ ҡойоу.
Иғлан уҡыу һәм яҙыу
|
9
|
Һөнәрҙәр. -сы,-се ялғауҙары
|
Һөнәрҙәр менән танышыу.
ҫ өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
Һүҙ, ижек моделдәрен һыҙыу.
Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.
|
10
|
Үҫкәс кем булам. Ҡылымдың теләк мәғәнәһе
|
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Диалог төҙөү.
Ҡылымдың теләк мәғәнәһен аңлатыу
Гәзит-журнал материалдарын ҡарау.
|
11
|
“Һөнәрҙәр” темаһы буйынса контроль күсереү. “Күлдәк”.
|
|
12
|
Йыл миҙгелдәре. Йәй миҙгеле. Ҡылымдың 1-се заты. Хаталар өҫтөндә эш
|
Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.
Йыл миҙгелдәре менән танышыу.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Үү өнөн дөрөҫ әйтеү, хәрефен яҙыу.
Һөйләмдәр төҙөү.
Ҡылымдың 1-се зат формалары менән эш итеү. Һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар менән танышыу.
|
13
|
Көҙ миҙгеле. (Ғғ),(Ҡҡ) өн – хәрефтәре.Сифат
|
Көҙ миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.
Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.
Һүрәттәргә ҡарап, миҙгелдәрҙе билдәләү.
Йомаҡтар ҡойоу.
Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.
Диалог төҙөү.
|
14
|
Ҡыш миҙгеле. (ң) өн-хәрефе. Сифат дәрәжәләре
|
Ҡыш миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.
Текстарҙы тәржемә итеү.
“Уйлап ал” уйынын уйнау.
Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү.
Йомаҡтар ҡойоу.
Диалог төҙөү.
|
15
|
Яҙ миҙгеле. Һөйләм төрҙәре
|
Яҙ миҙгеленә ҡараған һүҙҙәр менән танышыу.
Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.
Һүрәттәргә ҡарап, миҙгелдәрҙе билдәләү.
Йомаҡтар ҡойоу.
Һөйләм төрҙәре менән танышыу.
Диалог төҙөү.
|
16
|
“Миҙгелдәр” бүлеге буйынса контроль диктант. “Ҡышҡы биҙәктәр”
|
Яҙыу күнекмәләрен нығытыу
|
17
|
Ҡышҡы һәм йәйге кейемдәр. Һорау һәм өндәү һөйләмдәр
|
Ҡышҡы һәм йәйге кейемдәрҙең атамаларын иҫкә төшөрөү һәм үҙләштереү.
Шиғырҙар ятлау.
Һорау һәм өндәү һөйләмдәр төҙөү.
|
18
|
Кейем-һалым магазинында. Ҡылым формалары
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Шиғырҙар ятлау.
Ҡылымдың төрлө формаларын ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.
Диалог төҙөү.
|
19
|
Ғаилә ағзалары. Эйәлек алмаштары
|
Ҡәрҙәшлек терминдарын иҫкә төшөрөү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.
Шиғыр ятлау.
Фотолаар буйынса һөйләү.
Мәҡәлдәр әйтеү.
|
20
|
Минең бәләкәй дуҫым. Эйәлек алмаштары
|
Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.
Һаулыҡты һаҡлау төшөнсәләрен төшөнөү.
Эйәлек алмаштарын практик ҡулланыу.
Дәреслектән шиғырҙар уҡыу.
|
21
|
А.Азамат. “Йәшәмеш үҫә”. Ҡылымдың бойороҡ мәғәнәһе
|
Тексты уҡыу, һорауҙарға яуаптар биреү.
Һүрәтен төшөрөү һәм яҙыу.
Яҙыу дәфтәрендә яңы һүҙҙәр яҙыу.
Йомаҡтар сисеү
|
22
|
Минең бурыстарым. Ҡылымдың шарт мәғәнәһе
|
Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу.
Магнитофондан кейемдәрҙе таҙа тотоу тураһында диалог тыңлау.
Мәҡәлдәр әйтеү.
Шарт мәғәнәле ҡылымдар менән һөйләмдәр төҙөү.
|
23
|
“Ғаилә” темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Һорауҙарға яуаптар.
|
24
|
М.Дәүләтшина. “Байрам”. Ҡылым формалары
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Тексты уҡыу, тәржемә итеү.
Ҡылым формаларын практик ҡулланыу.
Мультимедия презе нтацияһы күрһәтеү.
|
25
|
Башҡортостан байлығы. Уртаҡлыҡ исемдәр
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр менән танышыу.
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү.
Һүҙлек запасын байытыу.
Уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик ҡулланыу.
|
26
|
Дәүләт символикалары. Яңғыҙлыҡ исемдәр
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.
Һүҙлек запасын арттырыу.
Рус телендәге һүҙҙәр тәртибен башҡорт телендәге менән сағыштырыу.
Һөйләмдәрҙән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу.
|
27
|
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Исем
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Тексты уҡыу, тәржемә итеү.
Исемдәрҙе практик ҡулланыу.
Мультимедия презентацияһы күрһәтеү.
|
28
|
Сәйәхәт итергә яратаһыңмы? “менән” бәйләүесе
|
Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар менән танышыу.
“менән” бәйләүесен дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
|
29
|
Сәфәр йөрөгөҙ – сәләмәт булырһығыҙ! Килештәр
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.
Шиғырҙар ятлау.
Текстар уҡыу.
Йомаҡтар сисеү.
Килештәр тураһында төшөнсә биреү.
|
30
|
Инша. “Ялым күңелле үтә”
|
Яҙыу күнекмәләрен нығытыу
|
31
|
Европа – Азия. Хаталар өҫтөндә эш
|
Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.
Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.
Һүрәт буйынса бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәнеү.
Тирә-яҡтағы предметтарҙың исемен атау.
Диалог төҙөү.
|
32
|
Г.Юнысова. “Ҡәҙерле байрам”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре
|
Тексты аңлы уҡыу, шыма уҡыу, тәржемә итеү.
Бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәт алыу.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
|
33
|
Башҡорт халыҡ байрамдары. Сифат
|
Башҡорт халыҡ байрамдары менән танышыу.
Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.
Шиғыр ятлау, йыр йырлау.
Сифаттарҙы практик ҡулланыу
|
34
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
|
Уҡыу йылында үтелгән темаларҙы ҡабатлау.
Шиғырҙар ятлау.
Таныш темаға хикәйә төҙөү.
|
4 –се класс
№
|
Дәрес темаһы
|
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика
|
1
|
Тәүге көн. М.Ғәли. “Китап”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре
|
Дәреслек менән танышыу.
Шиғырҙы тасуири уҡыу.
Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау.
"Һаумыһығыҙ", "Һау булығыҙ" һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау, әйтеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү.
|
2
|
Хәйерле сәғәттә. Р.Ғәббәсова. “Яңы мәктәп”. Башҡорт теленең үҙенсәлекле һуҙынҡылары
|
Яңы һүҙҙәр менән танышыу.
Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
Ребустар сисеү.
|
3
|
Беҙҙең класс. Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡылары
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡыларын дөрөҫ әйтеү.
Хикәйә төҙөү.
|
4
|
Уҡыу әсбаптары. Өндәр һәм хәрефтәр
|
Уҡыу әсбаптары атамалары менән танышыу, иҫкә төшөрөү.
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, хәрефтәрен яҙыу.
Кем менән? Кемдең? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау.
Һорауҙарға яуап биреү.
Йомаҡтар ҡойоу.
|
5
|
А.Шәйәхмәтова. “Кем уҡырға бара”. Башҡорт теленең лексикаһы
|
Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү.
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Һүҙлектәр менән эш.
|
6
|
Беҙҙең ғаилә. Исем
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.
Шиғырҙар уҡыу.
Мәҡәлдәр әйтеү.
Исемдәрҙе практик ҡулланыу
|
7
|
Шәжәрә ағасы. Ф.Ғөбәйҙуллина. “Тамырҙар”. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Шәжәрә төҙөү тәртибе менән танышыу.
Шиғырҙар уҡыу.
Һүрәттәр менән эш.
Диалог төҙөү.
Аудиояҙманан шиғырҙар тыңлау.
|
8
|
Икмәк көсө. Исемдең берлек, күплек формалары
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу.
Шиғыр ятлау.
Исемдең берлек, күплек формаларын практик ҡулланыу.
Открыткалар менән эш.
|
9
|
Яратҡан шөғөлөм. Ҡылым
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Ҡылымдарҙы практик ҡулланыу.
Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.
|
10
|
Файҙалы эштәр. Ҡылымдың күплек формаһы
|
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Диалог төҙөү.
Ҡылымдың күплек формаһын практик үҙләштереү. Гәзит-журнал материалдарын ҡарау.
|
11
|
Минең буш ваҡытым. Ҡылымдың зат, һан менән үҙгәреүе
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләм төҙөү.
Картина буйынса һөйләү.
Һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.
Ҡылымды зат, һан менән үҙгәртергә өйрәнеү.
|
12
|
Инша. “Минең шөғөлөм”
|
Яҙыу күнекмәләрен нығытыу
|
13
|
Минең мәктәпкә барған юлым.
Хаталар өҫтөндә эш
|
Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.
Уҡытыусы уҡығанды аңлау.
Диалог төҙөү.
|
14
|
Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Г.Юнысова. “Светофор”.
Ҡылымдың зат менән үҙгәреүе
|
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.
Шиғырҙы шыма, тасуири уҡыу.
Һорауҙарға яуап биреү.
Бәләкәй күләмле текстарҙы тәржемә итеү.
Ҡылымды зат менән үҙгәртергә өйрәнеү.
|
15
|
Сәйәхәт. Ҡылымдың барлыҡ, юҡлыҡ формаһы
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләм төҙөү.
Картина буйынса һөйләү.
Һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.
Ҡылымдың барлыҡ, юҡлыҡ формалары менән һөйләмдәр төҙөү.
|
16
|
“Транспорт. Юл. Сәйәхәт” темаһы буйынса контроль диктант. “Юл”
|
Яҙыу күнекмәләрен нығытыу
|
17
|
Беренсе ярҙам. Хаталар өҫтөндә эш
|
Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен иҫкә төшөрөү.
Һүҙҙәр уйлап әйтеү.
Һөйләмдәр төҙөү.
Хаталар өҫтөндә эш башҡарыу.
“Сылбыр” уйынын уйнау.
|
18
|
Һаулыҡ һаҡлау. Ҡылымдың үткән заманы
|
Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.
Ҡылымдың үткән заман формалары яһалышы менән танышыу.
Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.
Диалог төҙөү.
|
19
|
Почтала. Ҡылымдың хәҙерге заманы
|
Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.
Шиғыр ятлау.
Картиналағы предметтарҙы күрһәтеү.
Мәҡәлдәр әйтеү.
Ҡылымдың хәҙерге заман формалары яһалышы менән танышыу.
|
20
|
Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылымдың киләсәк заманы
|
Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.
Ҡылымдың киләсәк заман формалары яһалышы менән танышыу.
Дәреслектән шиғырҙар уҡыу.
Йыр йырлау.
Сәйәхәт итеү.
|
21
|
Башҡортостан тауҙары. Ҡылымдың заман мәғәнәләре
|
Тема буйынса һөйләшергә өйрәнеү.
Таблица буйынса эш.
Һүрәт төшөрөү һәм яҙыу.
Шиғырҙар уҡыу.
Йомаҡтар сисеү
|
22
|
Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре. Һаналып килгән һүҙҙәр
|
Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү.
Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре исемдәрен иҫтә ҡалдырыу.
Викторинала ҡатнашыу.
|
23
|
“Башҡортостанды беләһеңме?” темаһы буйынса һорауҙарға яуаптар
|
|
24
|
Өфөнөң иҫтәлекле урындары.
Һөйләм төрҙәре. Хәбәр һөйләм
|
Дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләм төрҙәрен билдәләү.
Хәбәр һөйләмдәр төҙөү.
“Кем күберәк?” уйынын уйнау.
|
25
|
Шүлгәнташ мәмерйәһе. Һорау һөйләмдәр
|
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү.
Һүҙлек запасын байытыу.
Һорау һөйләмдәр төҙөү.
|
26
|
Янғантау шифаханаһы. Өндәү һөйләмдәр
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.
Һүҙлек запасын арттырыу.
Текст тәржемә итеү.
Өндәү һөйләмдәр төҙөү.
|
27
|
Башҡортостандың күренекле шәхестәре. Һандар
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Шиғыр тыңлау, йөкмәткеһен аңлау.
Һүҙлек запасын арттырыу.
Текст тәржемә итеү.
Өндәү һөйләмдәр төҙөү.
|
28
|
Сәнғәт эшмәкәрҙәре. Рәт һандары, уларҙың дөрөҫ яҙылышы
|
Артикуляцион күнегеүҙәрҙе ятлау.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Рәт һандары, уларҙың дөрөҫ яҙылышы менән танышыу.
|
29
|
Ауыл тормошо. Алмаш. Зат алмаштары
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.
Шиғырҙар ятлау.
Текстар уҡыу.
Йомаҡтар сисеү.
Зат алмаштарын практик ҡулланыу.
|
30
|
Башҡорт аты. Һорау алмаштары
|
Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу.
Сюжетлы картина буйынса һорауҙарға яуап биреү.
Шиғырҙар ятлау.
Текстар уҡыу.
Йомаҡтар сисеү.
Һорау алмаштарын практик ҡулланыу.
|
31
|
“Ауыл тормошо” темаһы буйынса контроль диктант. “Мул уңыш өсөн көрәш”
|
|
32
|
Әкиәттәр. Йомаҡтар. Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш
|
Әкиәттәр, йомаҡтар уҡыу.
Бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ тураһында мәғлүмәт алыу.
Башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү
|
33
|
Йырҙар һәм мәҡәлдәр. Рәүештәрҙең телмәрҙәге роле
|
Йырҙар тыңлау, мәҡәлдәр уҡыу.
Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
|
34
|
Балалар ижады. Йомғаҡлау
|
Уҡыу йылында үтелгән темаларҙы ҡабатлау.
Шиғырҙар ятлау.
Таныш темаға хикәйә төҙөү.
|
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
-
Баһаутдинова М.И., Баһаутдинова Н.М., Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар. - Өфө: Китап, 2011
-
Баһаутдинова М.И., Баһаутдинова Н.М., Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар. - Өфө: Китап, 2011
-
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
-
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө: Информреклама, 2003.
-
Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. // Өфө, БМҮИ нәшриәте, 2008.
-
Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се баҫма - Өфө: Китап, 2010
-
Зайцев Н.А. ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. – Өфө: Китап, 2001.
-
Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. - Өфө: Китап, 2003.
-
Сал Уралда – илдә бер ине. - Өфө: БМКИ, 2004.
-
Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.
-
Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. – Өфө: Китап, 2005.
-
Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. - Өфө: БМҮИ, 2006.
-
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4–се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
-
Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.
-
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. – Өфө: Китап, 2006.
-
Әүбәкирова З.Ф. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.– Өфө, 2006.
-
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
Электрон уҡытыу ресурстары
-
http://tel.bashqort.com/hisamitdinova
-
http://tel.bashqort.com/usmanova
-
http://tel.bashqort.com/index.php
-
tugantel.ru
-
tel.bashqort.com
-
dicto.org.ru
-
www.yeshlek.ru/kitap/
-
www.husainov.com
-
www.akmulla.ru
-
www.bashskazki.ru
-
www.mp3.yeshlek.ru
-
www.bashkort.com
-
Мультимедийное электронное издание. Башкирский язык. Самоучитель для начинающих
-
Учебное электронное издание. Башкирский язык для 2 класса.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр
Уҡыусы өйрәнә
|
Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала
| -
уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңларға;
-
өйрәнелгән тел материалына нигеҙләнеп төҙөлгән ҙур булмаған аудиояҙма текстарҙы ҡабул итергә;
-
орфоэпия нормалары һәм тейешле интонация менән ҙур булмаған текстарҙы уҡырға;
-
өйрәнелгән материалды һәм айырым яңы һүҙҙәрҙе тәшкил иткән текстарҙы уҡып аңларға;
-
текста кәрәкле информацияны табырға;
-
типик, элементар диалогтар төҙөргә
-
элементар кимәлдә сюжетлы картина буйынса һөйләргә, предмет, персонажды һүрәтләргә;
-
элементар кимәлдә үҙе, ғаиләһе, дуҫы, мәктәбе, Башҡортостан тураһында һөйләргә;
-
яттан мәҡәлдәр, йомаҡтар, шиғырҙар һөйләргә;
-
яҙыу күнекмәһен эйәләштерергә;
-
өлгө буйынса бәләкәй хат, байрам менән ҡотлау яҙырға;
-
талап ителгән эш төрөнә ярашлы текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға;
-
өйрәнелгән материал буйынса бәләкәй күләмле диктант яҙырға;
-
башҡорт алфавиты менән ҡулланырға, ундағы хәрефтәр тәртибен белергә;
-
башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға;
-
сингармонизм законына таянып яҙырға;
-
башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә һәм ишетергә;
-
һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға;
-
поэтик әҫәрҙе дөрөҫ уҡырға;
-
башланғыс кластарҙа бирелгән темалар буйынса өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе телмәрҙә танырға һәм ҡулланырға;
-
исем, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ, берлектәге һәм күплектәге исемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға;
-
ҡылымдың берлек һәм күплек формаларын, зат, заман формаларын телмәрҙә ҡулланырға;
-
зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға;
-
һандарҙы белергә һәм телмәрҙә ҡулланырға
| -
өйрәнелгән тел материалына нигеҙләнеп төҙөлгән ҙур булмаған аудиояҙма текстарҙы ҡабул итергә һәм аңларға;
-
таныш булмаған һүҙле текстарҙы контекстан сығып, һиҙемләп тыңлап аңларға;
-
таныш булмаған һүҙҙәрҙе контекстан сығып аңларға;
-
текстың төп мәғәнәһен аңларғы ҡамасауламаған һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә;
-
әңгәмәләшеүсегә һорауҙар биреп, һәм уның һорауҙарына яуап биреп элементар диалог-һораушыуҙа ҡатнашырға;
-
шиғыр, йомаҡ, мәҡәл, йырҙарҙы яттан һөйләргә;
-
һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланып бәләкәй күләмле текстар төҙөргә;
-
ябай анкета тултырырға;
-
текст буйынса һорауҙарға ҡыҫкаса яҙып яуап бирергә;
-
һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын һүҙлектән табырға;
-
һанау интонацияһын ҡулланырға;
-
өйрәнгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға;
-
уҡыу һәм тыңлау процесында рус теленән үҙләштерелгән, интернациональ һүҙҙәрҙе һиҙемләргә;
-
лексик берәмектәрҙең мәғәнәләрен һүҙъяһаусы элементтарға(ялғауҙарға) таянып аңларға
|
Рабочая программа по башкирскому языку для 3-4 классов
4 классы. 2015-2016 учебный год
Аңлатма яҙыу
Башланғыс кластарҙа башҡорт телен тел булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.
Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа класта башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
-
уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
-
уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
-
уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү;
-
башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
-
башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.
Предметтың дөйөм характеристикаһы
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 10-сы автономиялы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
-
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
-
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
-
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
-
Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
-
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
-
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
-
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
-
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
-
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
-
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
-
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыу планында предметтың урыны
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт).
Предмет йөкмәткеһенең әһәмиәтле төшөнсәләре
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың
- дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана;
- коммуникатив мәҙәниәте үҫә;
- дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша;
- дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм
текстар менән танышҡанда әхлаҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә;
- сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу фәнен үҙләштереүҙең шәхси, предмет-ара (метапредмет) һәм предметлы һөҙөмтәләре
III класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
-
донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;
-
үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
-
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
-
тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
-
һаулыҡты нығытыу.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү;
-
фәнни-эҙәнеү эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
-
интернет ресурстар менән эш итеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бтрә белеү;
-
үҙ фекерҙәрен белдереп әңгәмәләшеү;
-
төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү;
-
прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу;
-
уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү;
-
башҡортса гәзит-журналдарҙан кәрәкле материал йыя белеү, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу;
-
nекстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу;
-
5-7 шиғырҙы яттан һөйләү;
-
Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
-
Башҡорт халҡының цолалары, мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
-
Хәрәфтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дәрәҫ, матур яҙа белеү;
-
Өйрәтеү (һәм элементар контроль) диктанттар яҙа белеү.
IV класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
-
мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
-
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-
тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау.
-
кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү;
-
һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
бирелгән тема буйынса бәләкәй презентация эшләү;
-
интернет ҡулланып материал табыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү;
-
фәнни-эҙәнеү эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
интернет ресурстар менән эш итеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
“Башҡортостан” темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға-күлдәре, кейем –һалым, ижады һ.б.) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү;
-
тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү, яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү;
-
ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөләм менән бәйләнешле итеп һөйләү;
-
ҡысҡырып шыма һәм тасуири итеп уҡыу;
-
һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
-
дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү, 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу, ҡотлау хаты(открытка) яҙа белеү;
-
5-7 шиғырҙы яттан һөйләү, 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү.
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) диктант.
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Йыллыҡ яҙма контроль эштәр
Эш төрҙәре
|
кластар
|
|
3
|
4
|
|
Контроль күсереп яҙыу
|
2
|
-
|
|
Һорауҙарға яуаптар яҙыу
|
1
|
1
|
|
Диктант
|
1
|
2
|
|
Изложение
|
-
|
-
|
|
Инша
|
-
|
1
|
|
Бөтәһе
|
4
|
4
|
|
Яҙма контроль эштәрҙең күләме:
Эш төрҙәре
|
Кластар
|
|
3
|
4
|
|
Һүҙлек диктанты
|
8 -10
|
12 -15
|
|
Диктант
|
25 -30
|
40 -50
|
|
Изложение
|
-
|
-
|
|
Инша
|
-
|
|
|
Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе
3 –сө класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
Танышыу
|
2
|
Ҡайҙа?
|
3
|
Мәктәптә
|
3
|
Һөнәрҙәр
|
2
|
Йыл миҙгелдәре
|
7
|
Кейемдәр
|
2
|
Ғаилә
|
5
|
Тыуған көн
|
2
|
Башҡортостан
|
2
|
Сәйәхәт
|
2
|
Байрамдар
|
2
|
Ҡабатлау
|
2
|
Бөтәһе
|
34
|
Танышыу.
Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?
Һин кем? Һинең исемең нисек? Был кем? Был нимә? Кемдеке? Нимә эшләй? Һорауҙарын бирә белеү.
Башҡорт теленең [ә], [ө], [һ], [ҙ], [ң], [ҡ], [ғ] өндәренең әйтелешен өйрәнеү, күнегеү.
“Ҡайҙа?”
Танышыу темаһын дауам итеү. “Ҡайҙа?” һорауына яуап биреү. Килеш һәм күплек ялғауҙары. Һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация һәм тыныш билдәләре
Мәктәптә.
Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу.
Һандар.
Башҡортса һандарға, һандарҙы дөрөҫ әйтергә һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙары менән таныштырыу.
Гг, Ғғ, Кк хәрефтәрен яҙырға өйрәтеү
Һөнәрҙәр.
Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. Ҡҡ,Сс, ҫ,ң хәрефтәрен яҙырға өйрәтеү
Йыл миҙгелдәре.
Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.
Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Яҙыу дәфтәрендә эш.
Кейемдәр.
Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.
Ғаилә.
Ғаилә ағзалары, уларҙың бер-береһенә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
Тыуған көн.
Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.
Башҡортостан.
Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.
Сәйәхәт.
Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.
Байрамдар.
Башҡортостанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре. Башҡорт халҡының милли байрамдары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Предметтың билдәләрен, уларҙың сағыштырыу формаларын практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ҡабатлау.
Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
4 –се класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
1-се сентябрь – Белем байрамы
|
1
|
Мәктәптә
|
4
|
Ғаилә. Хеҙмәт
|
3
|
Хобби. Буш ваҡыт
|
4
|
Транспорт. Юл. Сәйәхәт
|
4
|
Врачта. Поликлиникала
|
2
|
Почтала
|
1
|
Башҡортостан тәбиғәте
|
4
|
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар
|
3
|
Башҡортостандың күренекле шәхестәре
|
2
|
Ауыл тормошо
|
3
|
Башҡорт халыҡ ижады
|
2
|
Балалар ижады
|
1
|
Бөтәһе
|
34
|
1-се сентябрь – Белем байрамы
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам - 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Мәктәптә.
Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).
Ғаилә. Хеҙмәт.
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.
Хобби. Буш ваҡыт.
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.
Транспорт. Юл. Сәйәхәт.
Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.
Врачта. Поликлиникала.
Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы, сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.
Почтала.
Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).
Башҡортостан тәбиғәте.
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар.
Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡортостандың күренекле шәхестәре.
Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.
Ауыл тормошо.
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Балалар ижады.
Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Достарыңызбен бөлісу: |