БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТЫРЛЫҒЫ
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ САЛАУАТ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ МАЛАЯҘ АУЫЛЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧЕРЕЖДЕНИЕҺЫ
Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла
Башҡарҙы: Малаяҙ башҡорт гимназияһының 8- се класс
уҡыусыһы Гәрәев Илшат
Етәксеһе: Гәрәева Ф.Й.
Тема: Аҡмулла – һәр заманға хаҡ мулла.
Мифтахетдин Аҡмулла – заман улы, халыҡ йырсыһы. Минең өсөн ул быуаттар аша килгән ауаз булып яңғырай. Уның кеүек шәхестәр быуатҡа бер генә тыуа, тиҙәр. Мифтахетдин Аҡмулла ла шуларҙың береһе. Халҡым тип янып, милләттенең киләсәген уйлап мәғрифәтселек нурҙарын сәсеүсе ғалим кеше, аҡыл эйәһе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ. Әйтерһең, был Аҡмулла тураһында. Замана йәштәре унан һәр яҡлап өлгө ала: балта оҫтаһы, тегенсе, музыкант, сатирик шағир, мәғрифәтсе, тура һүҙле, сәсән телле, түған телен белгән һәм халҡына таратҡан сәсән. Минең күҙ алдыма Аҡмулла изге күңелле,саф йөрәкле, халҡын ғилемле һәм тәрбиәле итергә тырышҡан патриот булып килеп баҫа. Әйтерһең, ҡулдарына думбыра тотоп халҡы алдында хаҡ һүҙ һөйләй, аҡындар менән әйтешә.
Бөгөнгө заманда Аҡмулла кеүек ир – егеттәр күберәк булһын ине, сөнки миңә уның тура һүҙлелеге, башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен яҡшы белеүе оҡшай. Әйткән һүҙҙәренән ҡурҡмайынса наҙан муллаларҙан, байҙарҙан көлөп, ярлы – ябағаны, етемдәрҙе яҡлап йәшүе ғәжәпләндерә. Беҙҙең заманда ла аҡмуллалар бик кәрәк...
Заман башҡа - заң башҡа. Еремде эскеселек, наркомания, аҙғынлыҡ, фәхишәлек баҫа. Ялағайҙар, ришәүәтселәр, алдаҡсылар арта. Ҡайҙа һеҙ аҡ муллалар? Белеүемсә, мулламын тигән кеше иң элек ғилемле, аҡыл эйәһе булған һәм йәш быуынды шул рухта тәрбиәләгән.Ә беҙҙә... Был хәлде Аҡмулла күрһә, нимә әйтер ине?!
Кеше был донъяла ҡунаҡ ҡына. Ҡыҫҡа ғына был ғүмер юлын һәр кем мөмкин тиклем мәғәнәлерәк үткәрһен ине. Тиҫтерҙәремдең тәмәке тартып, шарап эсеп йөрөүҙәре күңелемде борсой. Киләсәгебеҙ матур булыуын теләйбеҙ икән, насар ҡылыҡтарҙан йыраҡ булырға, сәләмәт тормошта йәшәү мөһим. Шуны беләм: нурлы киләсәгебеҙ беҙҙең ҡулда. “ Ятма,тор, уян,башҡортом!”- тип һөрән һалаһым килә.
Миңә 13 йәш. Сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класында шөғөлләнәм. Баян буйнса йәш музыканттарҙың бөтә Рәсәй конкурсында 3-сө урын, ә ҡурай буйынса Вәкил Шөғәйепов исемендәге бәйгелә еңеүсе булдым. Быйылғы уҡыу йылында Респүбликала үткән ҡурайсылар байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Маҡтаныу өсөн түгел, ә ысын мәғәнәһендә, башҡорт халҡымдың “ Азамат”, “ Иҫке Урал”,” Гөлнәзирә”, “ Ҡарабай” кеүек халыҡ көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй йәшәү минең өсөн оло бәхет. Аҡмулла рухы халҡымдың оҙон моңло көйҙәре аша күңелемә һеңә. Ҡурай тартҡан һайын, күҙ алдыма Аҡмулла үҙенең арыҡ ҡына атында моңло йырын көйләп әллә ҡайҙарға китеп бара төҫлө; абайламаҫтан, мин мәңге күрмәгән ҡаҙаҡ далаларында, йәнә Башҡортостанда, башҡорт йәйләүе, ат бышҡырыуы, кәкүк саҡырыуы ишетелә...
Аҡмулла рухы... Ул мине тормошта янып йәшәргә илһамландыра. Бөйөк шәхестең ” Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре тормошом девизына әүрелде. Минеңсә, сәсәндең хаҡ һүҙҙәре беҙҙе, яңы осор балаларын, ҙур еңеүҙәргә саҡыра. Халҡымдың быуаттар аша килеп еткән улдары менән ғорурланыу һәм матур, яҡты киләсәк төҙөү беҙҙең бурыс.
Салауат районы Малаяҙ башҡорт
Гимназияһы 8 класс уҡыусыһы
Гәрәев Илшаттың иншаһы
Достарыңызбен бөлісу: |