«Башҡортостан Республикаһының
кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарын
микрофинанслау үҙәге»
коммерцияға ҡарамаған автоном
ойошмаһы идараһы ҡарары менән раҫланды
(2011 йылдың 18 ноябрендәге 9-сы протокол)
Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаемдар биреү ҡағиҙәләре
Өфө-2011
-
ДӨЙӨМ ПОЛОЖЕНИЕЛАР
1.1. Ошо Ҡағиҙәләр 2010 йылдың 02 июлендәге «Микрофинанслау эшмәкәрлеге һәм микрофинанслау ойошмалары тураһында»ғы 151-се Федераль закон талаптарына ярашлы эшләнде һәм Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаемдар биреү шарттарын билдәләй.
Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаемдар биреүҙе «Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автоном ойошмаһы тормошҡа ашыра.
1.2. Ошо Ҡағиҙәләрҙе эшләү һәм тормошҡа ашырыуҙың маҡсаты — кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ресурстары алыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн мирозаемдар биреү тәртибен һәм шарттарын билдәләү.
1.3. Гражданлыҡ ҡануниәтендә файҙаланылған төп терминдар һәм төшөнсәләр ошо Ҡағиҙәләрҙең йөкмәткеһенә һәм маҡсаттарына ҡарата ҡулланыла.
1.4. Ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы түбәндәге төп билдәләмәләр һәм ҡыҫҡартыуҙар ҡулланыла:
Вәкәләтле орган — Башҡортостан Республикаһының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен көйләүсе вәкәләтле башҡарма власть органы;
Микрофинанслау үҙәге — «Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автоном ойошмаһы;
Микрозаем — заем договоры менән ҡаралған шарттарҙа заем биреүсе тарафынан заем алыусыға тапшырылған бер миллион һумдан артыҡ булмаған күләмдәге заем;
Микрозаем договоры — Микрофинанслау үҙәге тарафынан Вәкәләтле орган менән килешеп раҫланған типовой формалағы бер миллион һумдан артыҡ булмаған күләмдәге заем договоры;
Микрозаемды тәьмин итеү — кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан микрозаем договорына ярашлы аҡсаны кире ҡайтарыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәмәгән осраҡта Микрофинанслау үҙәгенең мөлкәт мәнфәғәттәрен яҡлау алымы (алымдары);
Заем алыусы — ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы микрозаем договоры төҙөлгән кесе эшҡыуарлыҡ субъекты;
Төҙәтеү коэффициенты — бойондороҡһоҙ баһалаусының отчетында күрһәтелгән залогтың баҙар хаҡын файҙаланыуға бәйле өҫтәмә сығымдар дәүмәленә түбәнәйтеүҙе билдәләгән дәүмәл;
Аффилирланған шәхестәр — йәмғиәттең, ширҡәт йәки ҡулланыусылар кооперативының дөйөм күләменең (тауыш биреү акцияларының, устав йәки йыйылма капитал, пай иғәнәләренең) 10 процентынан ашыуын файҙаланыу хоҡуғына эйә булған шәхестәр (ҡулланыусылар кооперативының ойоштороусылары, ҡатнашыусылары, акционерҙары, ағзалары);
Комиссия — Вәкәләтле орган тарафынан раҫланған Комиссия тураһындағы положениеға ярашлы ойошторолған комиссия.
2. МИКРОФИНАНСЛАУ ШАРТТАРЫ
2.1. Дөйөм положениелар
2.1.1. Микрофинанслау үҙәге тарафынан кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына Рәсәй Федерацияһы валютаһында микрозаемдар түбәндәге шарттарҙа бирелә:
а) микрофинанслау йылына 10 процентҡа тиң булған процент ставкаһы буйынса кире ҡайтарылыу, түләүлелек һәм сроклылыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла;
б) микрозаемды кире ҡайтарыу гражданлыҡ ҡануниәте һәм ошо Ҡағиҙәләр менән билдәләнгән йөкләмәләрҙе үтәү алымдары менән тәьмин ителә;
в) микрозаемды түләү түбәндәгесә тормошҡа ашырыла:
— төп бурысты түләү — микрозаем срогынан һәм заем алыусының яҙма ғаризаһынан сығып, ай һайын (квартал һайын, ярты йыл һайын). Яҡтарҙың килешеүе буйынса төп бурысты түләү ваҡыты, микрозаем срогынан һәм заем алыусының яҙма ғаризаһынан сығып, иң күбе 11 айға кисектерелә ала.
— проценттарҙы түләү — ай һайын.
г) проценттар бирелгән микрозаем буйынса төп бурыстың фактик ҡалдығына иҫәпләнә.
2.1.2. Һәр кесе эшҡыуарлыҡ субъекты өсөн бирелгән микрозаем күләме Микрофинанслау үҙәге тарафынан Үҙәк Идараһы Вәкәләтле орган менән килешеп раҫлаған кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының кредит һәләтен баһалау методикаһына ярашлы билдәләнә.
2.1.3. Түбәндәге критерийҙарға яуап биргән кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары микрозаем алыуға хоҡуҡлы:
а) «Рәсәй Федерацияһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән бәләкәй предприятиелар йәки микропредприятиелар категорияларына тап килеү;
б) дәүләт теркәүе үтеү һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу;
в) дәүләт теркәүе үткән мәлдән алып эшмәкәрлек ваҡыты кәмендә 3 ай тәшкил итә;
г) микрозаем һорап мөрәжәғәт иткән көнгә һалымдар, йыйымдар, төрлө кимәлдәге бюджеттарға йәки бюджеттан тыш дәүләт фондтарына башҡа мотлаҡ түләүҙәр буйынса бурыстың булмауы;
д) микрозаем һорап мөрәжәғәт иткән көнгә финанс ойошмалары һәм Микрофинанслау үҙәге менән кредит договорҙары (заем, лизинг договорҙары һ.б.) буйынса түләү ваҡыты үткән йөкләмәләрҙең булмауы;
е) ике йыл (йәиһә хужалыҡ эшмәкәрлеге срогына ҡарап аҙыраҡ ваҡыт) эсендә һәм микрозаем һорап мөрәжәғәт иткән көнгә түләүгә һәләтһеҙлек (бөлгөнлөк) процедуралары, шул иҫәптән күҙәтеү, финанс һауыҡтырыу, тышҡы идара, конкурс эштәре йәиһә лицензияны юҡҡа сығарыу йәки уның ғәмәлдә булыуын туҡтатып тороу санкциялары (ҡануниәткә ярашлы кесе эшҡыуарлыҡ субъектының эшмәкәрлек төрө лицензияланырға тейеш булһа) ҡулланылмау;
ж) бухгалтерлыҡ (идара итеү) отчетлылығына ярашлы кесе эшҡыуарлыҡ субъекты эшмәкәрлегенең кире финанс һөҙөмтәһе булмау.
2.1.4. Ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы микрозаемдар түбәндәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелмәй:
а) кредит ойошмаларына, страховка ойошмаларына (ҡулланыусылар кооперативтарынан тыш), инвестиция фондтарына, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында профессиональ ҡатнашыусыларға, ломбардтарға, продукция бүлешеү тураһындағы килешеүҙә ҡатнашыусыларға;
б) ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларға;
в) акцизлы тауарҙар етештереүҙе һәм һатыуҙы, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы (дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙан тыш) тормошҡа ашырыусыларға;
г) Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙары менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Рәсәй Федерацияһының валютаны көйләү һәм валютаға контроль тураһындағы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә Рәсәй Федерацияһы резиденты булмағандарға;
д) бюджеттарға һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарына срогы үткән түләүҙәре булғандарға;
е) ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы микрозаем биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндәргә һәм микрозаем срогы үтмәгәндәргә;
ж) кесе эшҡыуарлыҡ субъекты алынған микрозаемды кире ҡайтарыу һәм түләү шарттарын боҙған, шул иҫәптән ярҙам аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙы тәьмин итмәгән тип танылған мәлдән алып өс йылдан аҙыраҡ ваҡыт үтһә;
з) ошо Ҡағиҙәләр менән ҡаралған документтарҙы тәҡдим итмәгәндәргә йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр һәм документтар тәҡдим иткәндәргә;
и) ошо Ҡағиҙәләрҙең 2.1.3-сө пунктында билдәләнгән критерийҙарға тап килмәгәндәргә.
2.1.5. Микрозаем биреүҙең иң ҙур срогы 12 айҙан артмаҫҡа тейеш.
2.1.6. Микрозаем кесе эшҡыуарлыҡ субъектының Башҡортостан Республикаһы территорияһында асылған иҫәп-хисап счетына аҡсаны ҡулаҡсаһыҙ күсереү юлы менән тормошҡа ашырыла.
2.1.7. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты ошо Ҡағиҙәләр менән билдәләнгән микрофинанслау шарттарын үтәгән осраҡта микрозаемды ҡабатлап (бер нисә тапҡыр) алыуға хоҡуҡлы (элегерәк алынған микрозаемды түләү шарты менән).
2.1.8. Микрофинанслау үҙәге бурыслы:
1) микрозаем алыуға заявка биргән кешегә уны биреү тәртибе һәм шарттары, кешенең мирозаем алыу менән бәйле хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәттәр бирергә;
2) ошо Ҡағиҙәләрҙең күсермәһен теләге булған һәр кеше күрерлек һәм танышырлыҡ урынға һәм Микрофинанслау үҙәгенең, Вәкәләтле органдың Интернет селтәрендәге рәсми сайттарына ҡуйырға;
3) микрозаем алыуға заявка биргән кешегә уны алғанға тиклем микрозаем договоры шарттары, ошо шарттарҙың Микрофинанслау үҙәге һәм заем алыусы инициативаһы буйынса үҙгәртелеү мөмкинлеге һәм тәртибе, микрозаемды алыуға, хеҙмәтләндереүгә һәм ҡайтарыуға, шулай уҡ договор шарттарын боҙоуға бәйле түләүҙәр исемлеге һәм күләме тураһында хәбәр итергә;
4) заем алыусыларҙың операциялары хаҡындағы серҙе һаҡлауҙы гарантияларға. Микрофинаслау үҙәгенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙәк заемсылары тураһында, шулай уҡ федераль закондар менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, үҙәк тарафынан билдәләнгән башҡа мәғлүмәттәр тураһындағы серҙе һаҡларға тейеш;
5) ойоштороу документтары менән билдәләнгән тәртиптә микрофинанслау үҙәгенең идара итеү органдары ҡабул иткән ҡарарҙарға етди (туранан-тура йәки ситтән) йоғонто яһаған кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе барыһына ла асмаҫҡа;
6) федераль закондарға, башҡа норматив хоҡуҡ акттарына, ойоштороу документтарына һәм төҙөлгән микрозаем договорҙары шарттарына ярашлы башҡа бурыстарҙы үтәргә.
2.2. Микрофинанслауҙың маҡсаттары
2.2.1. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан кредит һәм финанс ойошмаларында алынған кредиттар һәм заемдар буйынса ваҡыты үткән түләүҙәрҙән, һалым түләүҙәренән, срогы үткән кредитор бурысынан, эш хаҡы буйынса хеҙмәткәрҙәр алдындағы срогы үткән бурыстан, ҡатнашыусыларға (ойоштороусыларға) килемдәрҙе түләү буйынса бурыстан, ҡатнашыусыларҙың (ойоштороусыларҙың) устав капиталындағы өлөшөн һатып алыуҙан тыш, ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә сығымдарҙы нигеҙләү микрофинанслауҙың маҡсаттары булып тора.
2.2.2. Кесе эшҡыуарлыҡ субъектына бирелгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуына контроль ошо Ҡағиҙәләрҙең 4-се киҫәгенә ярашлы тормошҡа ашырыла.
2.3. Микрозаемды тәьмин итеү
2.3.1. Микрозаем договорының тәьмин ителеүе уны биреүҙең мотлаҡ шарты булып тора.
2.3.2. Микрозаемдар биргәндә ошо Ҡағиҙәләргә ярашлы Микрофинанслау үҙәге тарафынан йөкләмәләрҙе тәьмин итеүҙең түбәндәге алымдары (төрҙәре) ҡулланыла һәм шундай талаптар ҡуйыла:
а) ипотека (күсемһеҙ милек объектын залогҡа һалыу):
торлаҡ биналарҙы һәм ер участкаларын залогҡа һалғанда — 0,7-нән артмаған төҙәтеү коэффициенты менән;
— торлаҡ булмаған биналарҙы (ҡаралтыларҙы) залогҡа һалғанда — 0,8-ҙән артмаған төҙәтеү коэффициенты менән;
б) транспорт сараларын йәки ҡорамалдарҙы залогҡа һалыу:
— сығарылған (етештерелгән) көндән алып иң күбе 5 йыл үткән транспорт сараларын йәки ҡорамалдарҙы залогҡа һалғанда — 0,75-тән артмаған төҙәтеү коэффициенты менән;
— сығарылған (етештерелгән) көндән алып 5 йылдан ашыу ваҡыт үткән транспорт сараларын йәки ҡорамалдарҙы залогҡа һалғанда — 0,65-тән артмаған төҙәтеү коэффициенты менән;
в) түбәндәгеләрҙең поручителлеге:
— Башҡортостан Республикаһы территорияһында теркәлгән юридик шәхестәрҙең, шул иҫәптән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам инфраструктураһын булдырған ойошмаларҙың;
— Рәсәй Федерацияһы граждандары булған һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында даими йәшәгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм бәлиғ йәштәге физик шәхестәрҙең;
— ойоштороу документтарына ярашлы муниципаль берәмектәрҙең;
д) эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы территорияһында тормошҡа ашырған кредит ойошмаларының банк гарантиялары.
2.3.3. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары булған юридик шәхестәр өсөн аффилирланған кешеләрҙең поручителлеге мотлаҡ.
2.3.4. Ошо Ҡағиҙәләрҙең 2.3.2-се пунктында күрһәтелгән мөлкәтте залогҡа һалғанда ошо мөлкәттең баҙар хаҡы баһалана. Был осраҡта залогҡа һалынған мөлкәткә баһаны «Рәсәй Федерацияһында баһалау эшмәкәрлеге тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән тәртиптә бойондороҡһоҙ баһалаусы бирә һәм бындай мөлкәтте баһалауға сығымдарҙы кесе эшҡыуарлыҡ субъекты күтәрә.
2.3.5. Әйләнештәге тауарҙы һәм физик шәхестәрҙең шәхси мөлкәтен, ипотека объекты булған торлаҡ биналарҙы (Микрофинанслау үҙәгенә залогҡа бирелгән, ипотека объекты булған торлаҡ биналарҙан тыш), залогҡа һалыусы граждан һәм уның менән бергә көн иткән ғаилә ағзалары өсөн даими йәшәүгә яраҡлы берҙән-бер торлаҡты (уның өлөштәрен), тамамланмаған төҙөлөш объекттарын, шул иҫәптән төҙөлгән майҙандарға мөлкәт хоҡуҡтарын һәм төҙөлөш проекттарын финанслағанда ер участкаһына ҡуртым хоҡуғын залогҡа һалыуҙан тыш, Микрофинанслау үҙәге йөкләмәләрҙе тәьмин итеүҙең башҡа алымдарын да ҡабул итә.
2.3.6. Залогҡа бирелгән ҡорамалдарҙы страховкалау мотлаҡ һәм ул кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан микрозаем договоры төҙөгән мәлгә бойондороҡһоҙ баһалаусының отчетында күрһәтелгән баҙар хаҡы буйынса тормошҡа ашырыла.
Залогҡа һалынған күсемһеҙ милек объекттарын һәм транспорт сараларын страховкалау микрозаем договоры төҙөү өсөн мотлаҡ шарт түгел.
2.3.7. Микрозаемды кире ҡайтармау хәүефен кәметеү маҡсатында йөкләмәләрҙе тәьмин итеү алымдарын төрлөсә берләштереү тыйылмай.
3. МИКРОЗАЕМ АЛЫУҒА ҒАРИЗАЛАРҘЫ ҠАРАУ ТӘРТИБЕ
Кесе эшҡыуарлыҡ субъектының микрозаем алыуға ғаризаһын ҡарау тәртибе этаптары:
3.1. Беренсе этап — микрозаем алыуға ғаризаны ҡарау. Ул түбәндәгеләргә ҡорола:
3.1.1. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты Микрофинанслау үҙәгенә ошо Ҡағиҙәләргә Ҡушымтала күрһәтелгән Исемлеккә ярашлы документтар тәҡдим итә;
3.1.2. Микрофинанслау үҙәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан тәҡдим ителгән документтарҙы улар килгән көндөң иртәгәһенә, 1 эш көнө дауамында составы, формаль билдәләре һәм йөкмәткеһе буйынса тәүге тикшереүҙе тормошҡа ашыра;
3.1.3. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты документтарын тәүге тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Микрофинанслау үҙәге түбәндәге ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итә:
микрозаем алыуға ғаризаны Микрофинанслау үҙәге ғаризаларын махсус теркәү журналына теркәү тураһында;
— тулы булмаған документтар пакеты тәҡдим ителгән осраҡта микрозаем алыуға ғаризаны теркәүҙән баш тартыу тураһында;
3.1.4. Микрозаем алыуға ғаризаны теркәүҙән баш тартыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән осраҡта Микрофинанслау үҙәге 3 эш көнө эсендә, баш тартыу сәбәптәрен күрһәтеп, кесе эшҡыуарлыҡ субъектына ошо хаҡта яҙма рәүештә хәбәр итә. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты, баш тартыу сәбәптәрен юҡ иткәндән һуң, документтарҙы ҡайтанан тәҡдим итергә хоҡуҡлы.
3.2. Икенсе этап түбәндәге экспертизалар үткәреүгә ҡорола:
3.2.1. Финанс-иҡтисади экспертиза (бухгалтер (идара итеү) отчетлылығы мәғлүмәттәре буйынса заем алыусының һәм поручителдең финанс хәлен һәм кредит һәләтен баһалау, мөлкәт тәьминәтенең етерлек кимәлдә булыуын баһалау);
3.2.2. Хоҡуҡи экспертиза (заем алыусының, поручителдең (поручителдәрҙең) һәм залогҡа биреүсенең (залогҡа биреүселәрҙең) хоҡуҡи һәләтен һәм вәкәләттәрен баһалау, мөлкәтте микрозаем договоры буйынса залог сифатында ҡабул итеү мөмкинлеген юридик баһалау);
3.2.3. Иҡтисади именлек экспертизаһы (заем алыусы, поручитель (поручителдәр) һәм залогҡа биреүсе (залогҡа биреүселәр) тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр биреү осраҡтарына юл ҡуймау, заем алыусы, поручитель (поручителдәр) һәм залогҡа биреүсе (залогҡа биреүселәр) эшмәкәрлегендә кире факторҙарҙың булыу-булмауын тикшереү, залогҡа бирелгән мөлкәтте тикшереү);
3.2.4. Микрофинанслау үҙәге кесе эшҡыуарлыҡ субъектының микрозаем алыуға ғаризаһын теркәгән мәлдән алып 3 эш көнө эсендә Микрофинанслау үҙәге Идараһы тарафынан раҫланған форма буйынса микрозаем биреү тураһындағы заявканы (артабан — Микрозаем биреү тураһындағы заявка) Комиссия ҡарауына ебәрә.
3.3.Өсөнсө этап — микрозаем биреү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итеү. Ул түбәндәгеләргә ҡорола:
3.3.1. Комиссия 5 эш көнө эсендә Микрозаем биреү тураһындағы заявканы ҡарай һәм микрозаем биреү йәки биреүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итә;
3.3.2. Комиссия түбәндәге осраҡтарҙа микрозаем биреүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итә:
— документтарҙы тикшереү барышында ялған документтар йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр биреү асыҡланһа;
— ошо Ҡағиҙәләрҙең 3.2-се пунктына ярашлы экспертизалар үткәреү барышында Микрофинанслау үҙәгенең кире һығымтаһы алынһа;
— кесе эшҡыуарлыҡ субъекты ғаризаһына ярашлы микрозаем биреү өсөн Микрофинанслау үҙәгенең аҡсаһы булмаһа йәиһә етерлек күләмдә булмаһа;
3.3.3. Комиссия Микрофинанслау үҙәгенә микрозаем биреү йәки биреүҙән баш тартыу тураһында рәсмиләштерелгән ҡарар тапшыра;
3.3.4. Комиссия тарафынан микрозаем биреүҙән баш тартыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән осраҡта Микрофинанслау үҙәге Комиссия ҡарарын алған мәлдән алып 5 эш көнө эсендә кесе эшҡыуарлыҡ субъектына яҙма рәүештә микрозаем биреүҙән баш тартыу тураһындағы ҡарарҙы ебәрә.
3.4. Дүртенсе этап — микрозаем биреү буйынса документация тултырыу. Ул түбәндәгеләргә ҡорола:
3.4.1. Комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһындағы мәғлүмәт Вәкәләтле орган һәм Микрофинанслау үҙәге тарафынан Интернет селтәрендәге рәсми сайттарына ҡабул ителгән көндән алып 5 эш көнө эсендә урынлаштырыла, шулай уҡ Микрофинанслау үҙәге тарафынан ошо ҡарар ҡағылған һәр бер кесе эшҡыуарлыҡ субъектына еткерелә;
3.4.2. Микрофинанслау үҙәге һәм микрозаем биреү тураһындағы ҡарар хаҡында белдерелгән кесе эшҡыуарлыҡ субъекты Комиссия тарафынан ҡарар сығарылған көндән алып бер ай эсендә микрозаем договоры төҙөй.
Был осраҡта микрозаем договорының тәүге битендә микрозаем буйынса түләүҙәрҙең яҡтар менән килешелгән графигы урынлаштырыла.
3.4.3. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты Комиссия тарафынан ҡарар сығарылған көндән алып бер ай эсендә микрозаем договоры төҙөргә килмәгән осраҡта Микрофинанслау үҙәге микрозаем договоры төҙөүҙән баш тартырға һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъектына (уның вәкиленә) документтарҙы туранан-тура тапшырырға йәки почта аша ебәрергә хоҡуҡлы.
Документтарҙы кире ҡайтарыу кесе эшҡыуарлыҡ субъектын Микрофинанслау үҙәгенә микрозаем биреү тураһындағы ғариза менән ҡабатлап мөрәжәғәт итеү хоҡуғынан мәхрүм итмәй;
3.4.4. Микрозаем договоры төҙөгәндән һуң Микрофинанслау үҙәге микрозаем договорын микрозаем договорҙарын теркәү журналында теркәй.
3.5. Микрозаем договоры ғәмәлдә булған ваҡыт эсендә заем алыусы, Микрофинанслау үҙәге менән килешеп, микрозаемды тулыһынса йәки өлөшләтә ваҡытынан алда түләргә хоҡуҡлы.
4. КЕСЕ ЭШҠЫУАРЛЫҠ СУБЪЕКТТАРЫНА МИКРОЗАЕМ
ДОГОВОРЫ БУЙЫНСА БИРЕЛГӘН АҠСАНЫҢ
ФАЙҘАЛАНЫЛЫУЫНА КОНТРОЛЬ
4.1. Микрозаемды алғандан һуң заем алыусы уны файҙаланыу мәлендә, әммә алған мәлдән алып 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса, тейешле раҫлау документтарын тәҡдим итеү юлы менән алынған микрозаемдың маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын раҫларға тейеш.
4.2. Микрофинанслау үҙәге микрозаем договоры менән ҡаралған проценттарҙың һәм төп бурыстың ваҡытында һәм тулыһынса түләнелеүенә контролде тәьмин итә.
4.3. Микрофинанслау үҙәге заем алыусы (поручитель, гарант) микрозаем договоры (микрозаемды тәьмин итеү договорҙары) шарттарын бер нисә тапҡыр боҙған осраҡта заем алыусының (поручителдең, гаранттың) финанс хәленә контролде тормошҡа ашыра.
4.4. Заем алыусы микрозаем договоры менән билдәләнгән проценттарҙы һәм (йәки) төп бурысты түләү ваҡытын боҙған осраҡта Микрофинанслау үҙәге ҡануниәткә, микрозаем договорына, микрозаемды тәьмин итеү договорҙарына, шулай уҡ Микрофинанслау үҙәгенең эске норматив документтарына ярашлы, түләү ваҡыты үткән бурысты түләүгә йүнәлтелгән саралар күрә.
4.5. Бирелгән микрозаем буйынса бурыс төп бурыс, микрозаем договоры шарттарына ярашлы иҫәпләнгән барлыҡ проценттарҙы, башҡа түләүҙәрҙе индергән мәлдән алып тулыһынса түләнгән тип иҫәпләнә.
4.6. Микрофинанслау үҙәге Вәкәләтле органдың һорауы буйынса микрофинанслау рәүешендә финанс ярҙамы алған кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары тураһында тейешле мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итә.
4.7. Микрофинанслау үҙәге квартал һайын Вәкәләтле органға отчет кварталынан һуң килгән айҙың 10-ынан да һуңға ҡалмайынса бирелгән заемдар буйынса аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуы тураһында отчет бирә.
4.8. Микрофинанслау үҙәге отчет йылынан һуң килгән йылдың 5 февраленән дә һуңға ҡалмайынса Вәкәләтле органға Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелгән аҡсаның фактик күләме һәм уның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуы тураһында йыл һайын отчет бирә.
4.9. Микрофинанслау үҙәге отчет йылынан һуң килгән йылдың 20 апреленән дә һуңға ҡалмайынса Вәкәләтле органға кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелгән аҡсаның файҙаланыу һөҙөмтәлелеге тураһында йыл һайын отчет бирә.
Башҡортостан Республикаһының
кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына
микрозаемдар биреү ҡағиҙәләренә
ҡушымта
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ КЕСЕ ЭШҠЫУАРЛЫҠ
СУБЪЕКТТАРЫНА МИКРОЗАЕМ БИРЕҮ ӨСӨН ДОКУМЕНТТАР
ИСЕМЛЕГЕ
I. Ойоштороу-хоҡуҡ формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан бирелгән дөйөм документтар:
1.1. Микрозаем алыуға ғариза.
1.2. Кесе эшҡыуарлыҡ субъектының (юридик шәхестең йәки шәхси эшҡыуарҙың) анкетаһы.
1.3. Элегерәк алынған һәм әле эйә булған заем аҡсаһы, һуңғы йылда өсөнсө шәхестәрҙең йөкләмәләре буйынса поручителлектең һәм бирелгән мөлкәт залогының булыуы (булмауы) тураһындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған кредиттар һәм заемдар тураһындағы мәғлүмәттәр.
Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаемдар биреү ҡағиҙәләренә ошо Ҡушымтаның 1.1. — 1.3-сө ярҙамсы пункттарында ҡаралған документтар Микрофинанслау үҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен көйләүсе вәкәләтле республика башҡарма власть органы (артабан — Вәкәләтле орган) менән килешеү буйынса раҫланған тейешле формалар буйынса бирелә.
1.4. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 80-се статьяһына ярашлы тапшырылған хеҙмәткәрҙәрҙең исемлектәге уртаса һаны тураһындағы мәғлүмәттәр (һалым органы билдәһе ҡуйылған күсермәһе менән төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә).
II. Юридик шәхес булған кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан тапшырылырға тейешле документтар:
2.1. Кесе эшҡыуарлыҡ субъектының хоҡуҡи һәләтен раҫлаған документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Ҡануниәт менән билдәләнгән тәртиптә теркәлгән устав (положение), уставҡа үҙгәрештәр (әгәр булһа)
|
Күсермәһе менән төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан Микрофинанслау үҙәгенә документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 45 көнгә бирелгән өҙөмтә
|
Төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә
|
3
|
Юридик шәхес етәксеһенең паспорты
|
Бөтә биттәрҙең күсермәһе менән төп нөсхә
|
4
|
Юридик шәхестең вәкәләтле идара итеү органының микрозаем договоры төҙөү буйынса килешеүҙе хуплау тураһындағы ҡарары (Йәмғиәттең берҙән-бер ойоштороусыһының (ҡатнашыусының) ҡарары, Йәмғиәттә ҡатнашыусылар (акционерҙар), ҡулланыусылар кооперативы ағзалары протоколы йәки унан өҙөмтә аҡса күләмен, ваҡытын һәм заем биреүсене – Микрофинанслау үҙәген күрһәтеп)
|
Төп нөсхә
|
5
|
Акционерҙар реестрынан өҙөмтә (акционерҙар йәмғиәттәре өсөн)
|
Төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә
|
2.2. Һалым һалыуҙың дөйөм режимын ҡулланған юридик шәхестең финанс хәлен сағылдырған документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Биш отчет датаһына бухгалтер отчетлылығы (1-се, 2-се формалар)
|
Һалым органдарының билдәһе ҡуйылған йәки документтарҙың почта аша йәиһә электрон рәүештә һалым органдарына ебәрелеүен раҫлаған белдереү ҡағыҙының күсермәһе теркәлгән, кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан раҫланған күсермәләр
|
2
|
Бөтә кимәлдәге бюджеттар һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтары алдында бурыстың булмауын раҫлаған документ
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
3
|
Кредит ойошмаларында асылған (ябылған) иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Хеҙмәтләндереүсе кредит ойошмаларынан белешмә ҡағыҙҙары (иҫәп-хисап счеты булған осраҡта):
- 2-се картотеканың торошо тураһында;
- ссуда бурысының, асыҡ кредит линияларының булыу/булмауы тураһында (кредит килешеүе буйынса кредит һәм тәьмин итеү договорҙары тәҡдим ителгәндә);
- һуңғы 6 айҙа иҫәп-хисап һәм валюта счеттары буйынса әйләнештәр тураһында (айҙарға бүлеп)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4.3 Һалым һалыуҙың махсус режимын ҡулланған юридик шәхестең финанс хәлен билдәләгән документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Һалым декларациялары:
-
дөйөм килемгә берҙәм һалымда – һуңғы һалым осорона;
-
һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһында – һуңғы һалым осорона (патент нигеҙендәге һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһында - патент);
-
берҙәм ауыл хужалығы һалымында – һуңғы һалым осорона
|
Һалым органдарының билдәһе ҡуйылған йәки документтарҙың почта аша йәиһә электрон рәүештә һалым органдарына ебәрелеүен раҫлаған белдереү ҡағыҙының күсермәһе теркәлгән, кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан раҫланған күсермәләр
|
2
|
Һуңғы тулы 12 айҙағы финанс әйләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты етәксеһенең ҡултамғаһы һәм мисәте менән раҫланған төп нөсхә
|
3
|
Бөтә кимәлдәге бюджеттар һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтары алдында бурыстың булмауын раҫлаған документ
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Кредит ойошмаларында асылған (ябылған) иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5
|
Хеҙмәтләндереүсе кредит ойошмаларынан белешмә ҡағыҙҙары (иҫәп-хисап счеты булған осраҡта):
- 2-се картотеканың торошо тураһында;
- ссуда бурысының, асыҡ кредит линияларының булыу/булмауы тураһында (кредит килешеүе буйынса кредит һәм тәьмин итеү договорҙары тәҡдим ителгәндә);
- һуңғы 6 айҙа иҫәп-хисап һәм валюта счеттары буйынса әйләнештәр тураһында (айҙарға бүлеп)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5.1. Шәхси эшҡыуар булған кесе эшҡыуарлыҡ субъектының хоҡуҡи һәләтен раҫлаған документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Заем алыусыға шәхси эшҡыуарҙарҙың Берҙәм дәүләт реестрынан Микрофинанслау үҙәгенә документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 45 көнгә бирелгән өҙөмтә
|
Төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Рәсәй Федерацияһы гражданының (шәхси эшҡыуарҙың) паспорты
|
Бөтә биттәрҙең ксерокүсермәһе менән төп нөсхә
|
5.2. Крәҫтиән фермер хужалығы (артабан – КФХ) булған кесе эшҡыуарлыҡ субъектының хоҡуҡи һәләтен раҫлаған документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Заем алыусыға шәхси эшҡыуарҙарҙың йәки юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан Микрофинанслау үҙәгенә документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 45 көнгә бирелгән өҙөмтә
|
Төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Рәсәй Федерацияһы гражданының (КФХ башлығының) паспорты
|
Бөтә биттәрҙең ксерокүсермәһе менән төп нөсхә
|
3
|
КФХ ағзаларының туғанлыҡ дәрәжәһе күрһәтелгән, мисәт һәм етәксенең ҡултамғаһы менән раҫланған ағымдағы көнгә КФХ ағзаларының исемлеге
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
4
|
КФХ ағзаларының дөйөм йыйылышы протоколынан микрозаем договоры төҙөүҙе хуплау тураһындағы өҙөмтә
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
5.3. Һалым һалыуҙың дөйөм режимын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙың финанс хәлен билдәләгән документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса һалым декларацияһы (һуңғы һалым осорона)
|
Һалым органдарының билдәһе ҡуйылған йәки документтарҙың почта аша йәиһә электрон рәүештә һалым органдарына ебәрелеүен раҫлаған белдереү ҡағыҙының күсермәһе теркәлгән, кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан раҫланған күсермәләр
|
2
|
Һуңғы тулы 12 айҙағы финанс әйләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты етәксеһенең ҡултамғаһы һәм мисәте менән раҫланған төп нөсхә
|
3
|
Бөтә кимәлдәге бюджеттар һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтары алдында бурыстың булмауын раҫлаған документ
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Кредит ойошмаларында асылған (ябылған) иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5
|
Хеҙмәтләндереүсе кредит ойошмаларынан белешмә ҡағыҙҙары (иҫәп-хисап счеты булған осраҡта):
- 2-се картотеканың торошо тураһында;
- ссуда бурысының, асыҡ кредит линияларының булыу/булмауы тураһында (кредит килешеүе буйынса кредит һәм тәьмин итеү договорҙары тәҡдим ителгәндә);
- һуңғы 6 айҙа иҫәп-хисап һәм валюта счеттары буйынса әйләнештәр тураһында (айҙарға бүлеп)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5.4. Һалым һалыуҙың махсус режимын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙың финанс хәлен билдәләгән документтар:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Һалым декларациялары:
- дөйөм килемгә берҙәм һалымда – һуңғы һалым осорона;
- һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһында – һуңғы һалым осорона (патент нигеҙендәге һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһында - патент);
- берҙәм ауыл хужалығы һалымында – һуңғы һалым осорона
|
Һалым органдарының билдәһе ҡуйылған йәки документтарҙың почта аша йәиһә электрон рәүештә һалым органдарына ебәрелеүен раҫлаған белдереү ҡағыҙының күсермәһе теркәлгән, кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан раҫланған күсермәләр
|
2
|
Һуңғы тулы 12 айҙағы финанс әйләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Кесе эшҡыуарлыҡ субъекты етәксеһенең ҡултамғаһы һәм мисәте менән раҫланған төп нөсхә
|
3
|
Бөтә кимәлдәге бюджеттар һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтары алдында бурыстың булмауын раҫлаған документ
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Кредит ойошмаларында асылған (ябылған) иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәр
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5
|
Хеҙмәтләндереүсе кредит ойошмаларынан белешмә ҡағыҙҙары (иҫәп-хисап счеты булған осраҡта):
- 2-се картотеканың торошо тураһында;
- ссуда бурысының, асыҡ кредит линияларының булыу/булмауы тураһында (кредит килешеүе буйынса кредит һәм тәьмин итеү договорҙары тәҡдим ителгәндә);
- һуңғы 6 айҙа иҫәп-хисап һәм валюта счеттары буйынса әйләнештәр тураһында (айҙарға бүлеп)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
VI. Ойоштороусылар/поручителдәр/залогҡа биреүселәр булған физик шәхестәр тарафынан тапшырылырға тейешле документтар:
6.1. Физик шәхестең анкетаһы (төп нөсхә).
6.2. Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты (бөтә биттәрҙең ксерокүсермәһе менән төп нөсхә).
6.3. Эш урынынан һуңғы 6 айға физик шәхестең килемдәре тураһында белешмә ҡағыҙы (2-НДФЛ формаһы буйынса төп нөсхә).
6.4. Алынған кредиттар, заемдар, шул иҫәптән элегерәк алынған һәм әле ғәмәлдә булған заем аҡсаһы, һуңғы йылда өсөнсө шәхестәрҙең йөкләмәләре буйынса поручителлектең һәм мөлкәт залогының булыу-булмауы тураһындағы мәғлүмәттәр.
6.5. Теркәлгән никахта торған физик шәхестең транспорт саралары, үҙйөрөшлө машиналар, ҡорамалдар залогы булып, Комиссия ыңғай ҡарар сығарған осраҡта, ҡатынының (иренең) нотариаль раҫланған ризалығы кәрәк.
VII. Залогҡа биреүселәр сифатындағы юридик шәхестәр тарафынан тапшырылырға тейешле документтар:
7.1. Устав.
7.2. Юридик шәхестең юғары идара итеү органының килешеүҙе хуплау тураһындағы ҡарары (төп нөсхә).
7.3. Юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан залогҡа биреүсегә Микрофинанслау үҙәгенә документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 45 көнгә бирелгән өҙөмтә (төп нөсхә йәиһә нотариаль раҫланған күсермә).
7.4. Залогҡа биреүсенең банк реквизиттары (залогҡа биреүсенең фирма бланкыһында).
Шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең поручителлеге булғанда – поручителгә (поручителдәргә) Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрозаемдар биреү ҡағиҙәләренә ошо ҡушымта менән ҡаралған хоҡуҡты билдәләгән һәм финанс документтарының тулы пакеты.
VIII. Тәьмин итеү төрөнә ҡарап кесе эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан тапшырылырға тейешле документтар:
8.1. Торлаҡ биналар залогында:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Күсемһеҙ милек объектына милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Торлаҡ бинаға өҫтәмә йөкләмәнең булмауын раҫлаған документ (хоҡуҡты 1998 йылдан һуң теркәгән осраҡта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә йәки хоҡуҡты 1998 йылға тиклем теркәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан белешмә ҡағыҙы)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
3
|
Ваҡытлыса төпләнгән урын һәм йәшәгән урын буйынса теркәү органдарының залогҡа тәҡдим ителгән торлаҡ бинала теркәлгән кешеләр тураһындағы белешмә ҡағыҙы
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Ер участкаһына милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ йәки ер участкаһына ҡуртым договоры
Залогҡа биреүсенең милкендәге (ҡуртымындағы) ер участкаһына өҫтәмә йөкләмәнең булмауын раҫлаған документ (хоҡуҡты 1998 йылдан һуң теркәгән осраҡта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә йәки хоҡуҡты 1998 йылға тиклем теркәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан белешмә ҡағыҙы)
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
5
|
Торлаҡ бинаны йәки ер участкаһын (әгәр ер участкаһы залогҡа биреүсенең милкендә булһа) йәиһә ер участкаһының ҡуртым хоҡуғы хаҡын баһалау тураһындағы отчет
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 3 айға бирелгән төп нөсхә
|
8.2. Торлаҡ булмаған биналар залогында:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Күсемһеҙ милек объектына милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Торлаҡ бинаға өҫтәмә йөкләмәнең булмауын раҫлаған документ (хоҡуҡты 1998 йылдан һуң теркәгән осраҡта хоҡуҡтарҙың Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә йәки хоҡуҡты 1998 йылға тиклем теркәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан белешмә ҡағыҙы)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
3
|
Залогҡа тәҡдим ителгән торлаҡ булмаған бина урынлашҡан ер участкаһына милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ йәки ер участкаһына ҡуртым договоры
Залогҡа биреүсенең милкендәге (ҡуртымындағы) ер участкаһына өҫтәмә йөкләмәнең булмауын раҫлаған документ (хоҡуҡты 1998 йылдан һуң теркәгән осраҡта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә йәки хоҡуҡты 1998 йылға тиклем теркәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан белешмә ҡағыҙы)
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Торлаҡ булмаған бинаны һәм ер участкаһын (әгәр ер участкаһы залогҡа биреүсенең милкендә булһа), ер участкаһының ҡуртым хоҡуғын баһалау тураһындағы отчет
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 3 айға бирелгән төп нөсхә
|
8.3. Ер участкалары залогында:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Күсемһеҙ милек объектына милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Залогҡа биреүсенең милкендәге ер участкаһына өҫтәмә йөкләмәнең булмауын раҫлаған документ (хоҡуҡты 1998 йылдан һуң теркәгән осраҡта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә йәки хоҡуҡты 1998 йылға тиклем теркәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан белешмә ҡағыҙы)
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
3
|
Башҡортостан Республикаһының Техник инвентаризация бюроһы дәүләт унитар предприятиеһынан ер участкаһында ҡаралтыларҙың булыуы йәки булмауы тураһындағы белешмә ҡағыҙы
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 30 календарь көнгә бирелгән төп нөсхә
|
4
|
Торлаҡ булмаған бинаны һәм ер участкаһын (әгәр ер участкаһы залогҡа биреүсенең милкендә булһа), ер участкаһының ҡуртым хоҡуғын баһалау тураһындағы отчет
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 3 айға бирелгән төп нөсхә
|
8.4. Транспорт саралары залогында:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Транспорт сараһына/үҙйөрөшлө машинаға теркәү документтары (Транспорт сараһының паспорты, үҙйөрөшлө машинаның паспорты, транспорт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ, үҙйөрөшлө машинаны теркәү тураһындағы таныҡлыҡ)
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Бойондороҡһоҙ баһалаусының транспорт сараһын/үҙйөрөшлө машинаны баһалау тураһындағы отчеты
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 3 айға бирелгән төп нөсхә
|
8.5. Ҡорамалдар залогында:
№
|
Документтың атамаһы
|
Документты тапшырыу формаһы
|
1
|
Милек хоҡуғын раҫлаған документтар (һатып алыу-һатыу договоры, накладнойҙар, счет-фактуралар, түләү поручениелары һ.б.)
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
2
|
Ҡорамалдың техник паспорты (булһа)
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
3
|
Ҡорамалдың идентификация билдәләрен: тулы атамаһын, маркаһын, сығарылған йылын, инвентарь номерын, завод номерын, шул иҫәптән техник паспорттарын, инвентарь карточкаларын, ОС-1 формаһындағы карточкаларҙы һ.б. үҙ эсенә алған документтарҙың күсермәләре
|
Ксерокүсермә менән төп нөсхә йәки нотариаль раҫланған күсермә
|
4
|
Бойондороҡһоҙ баһалаусының ҡорамалды баһалау тураһындағы отчеты
|
Документтар тапшырылған көнгә тиклем иң күбе 3 айға бирелгән төп нөсхә
|
Достарыңызбен бөлісу: |