Селәүсәнова Лилиә
Сынбулатова Алсу
Хәйбулла районы
Сиҙәм ауылы мәктәбе
ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА ҺӘМ Ҡ.АРАЛБАЙ ШИҒРИӘТЕНДӘ ҺЫУ ОБРАЗЫ
Һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Әммә уның серле булыуына башҡорт халҡының һыу башлатыу тигән йолаһында ҡатнашҡанда ғына иғтибар иттек. Һыуға бәйле йола беҙҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы һәм әллә күпме һорауҙар тыуҙырҙы. Яуаптар эҙләп, халыҡ ижадына мөрәжәғәт иттек.Ә бөгөнгө көн күҙлегенән һыуға ҡарата ниндәй ҡараш булыуын яҡташ шағир Ҡ.Аралбай ижады аша асыҡларға булдыҡ.
Был тема бөгөнгө көндә бик актуаль,сөнки беренсенән,һыу тормошта һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.Икенсенән,һыу һәм уға бәйле башҡорт йолалары хаҡында уҡыусылар бик аҙ белә (ҡара.ҡушымта 1),өсөнсөнән, тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү үҙе үк актуаль мәсьәлә булып тора.
Маҡсатыбыҙ: халыҡ ижадында, Ҡ.Аралбай шиғриәтендә Һыу образын асыҡлау,сағыштырыу һәм һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-уҡыусыларҙан ,ололарҙан анкета һорауҙарына яуап алыу һәм һығымталар эшләү.
-халыҡ ижады жанрҙарын(мәҡәлдәрҙе,һынамыштарҙы, йомаҡтарҙы , әкиәттәрҙе), халыҡ йолаларын өйрәнеү;
-Ҡ.Аралбайҙың 5 шиғырын һәм “Таналыҡ тауышы” поэмаһын уҡып сығыу,анализлау,уны халыҡ ижады менән сағыштырыу;
Үткәргән тикшеренеүҙәр (ҡара.ҡушымта 1) буйынса ошондай һығымтаға килдек : һыуға ҡағылышлы йола-ышаныуҙар,мәҡәл-һынамыштар һ.б. күп,әммә уларҙы белеүселәр һирәк.Уҡыусылар халыҡ ижадын ,йолаларын белеп бөтмәйҙәр,ололарҙың да яуаптары бер төрлөрәк. Һыуға бәйле йомаҡ һәм һынамыштарҙы бер кем дә әйтә алманы
(БХИ-да 20-гә яҡын йомаҡ, 30-лап мәҡәл,7 һынамыш бар-ҡушымта3 ).Ә күбеһе мәҡәлдәрҙән шуларҙы атанылар:” Һыу-йәшәү сығанағы; һыуҙан таҙа булып булмай; ауылы башҡаның һыуы башҡа; икмәк –илдән,һыу-күлдән”.
Башҡорт халыҡ ижады буйынса теоретик материалдарҙы өйрәнеү нигеҙендә халыҡтың һыуҙы 4 образда күреүен билдәләнек. “Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма” тигән мәҡәл башҡорттарҙың йылға буйҙарына урынлашыуын, һыуҙың йәшәү сығанағы булыуын күрһәтә.
Йылғаларҙа,күлдәрҙә Һыу эйәләре кеүек төрлө заттарҙың йәшәүе , һыуға ҡарата тыйыуҙар булыуы һыуҙың ике донъяны тоташтырып тороуын белдерһә, “һыу өшкөрөү,ысыҡ һыуын эсеү” кеүек им-томдар һыуҙың магик көскә эйә булыуын иҫбатлай.Ә Йәншишмә һыуы,ямғыр аҫтында тороу , шишмә һыуында ҡойоноу һыуҙың таҙартыусы көс икәнен күрһәтә.
Ҡ.Аралбайҙың ”Таналыҡ тауышы”поэмаһы һәм бер нисә шиғыры шулай уҡ һыуға,Таналыҡ йылғаһына арналған.Шағир йылғаны “ерҙең йөрәк ҡағышы,пульсы”,”ер биҙәге”, “изге һыу” ҙа тип атай. Был әҫәрҙәрендә уның һыу,тәбиғәт яҙмышы өсөн борсолоуын күрергә мөмкин.
“Ташҡын арбау” шиғырын миҫал өсөн килтереп, шағир ижадында ла һыуҙың магик көсөнә ышаныу барлығын күрһәтергә мөмкин.(ҡара.ҡуш.2)
Бөтә тикшеренеүҙәргә таянып,ошондай һығымта яһалды:
1. Халыҡ ижадында Һыу образы йәшәйеш сығанағы,ике донъяны тоташтырып тороусы сик, дауалау һәм таҙартыу көсөнә эйә булыусы образ итеп күҙ алдына баҫтырылған.
2.Башҡорттар һыуға бик һаҡсыл ҡараған, һыуҙы,тирә-яғын таҙа тотоуҙың мөһимлеген төрлө тыйыуҙар менән аңлатҡан.
3. Ҡәҙим Аралбай ижадында Һыу образы Таналыҡ йылғаһы,шишмәләр,
ташҡын образдары аша бирелә.Уны тере йән итеп күҙ алдына баҫтыра.
4.Халыҡ ижадында, Ҡ.Аралбай шиғырҙарында шундай оҡшашлыҡтар бар:
-һыу донъяла дүрт эште башҡарыусы көс итеп күрһәтелә;
-тере йән кеүек һүрәтләнә;
-” Һыуға ниндәй мөнәсәбәт күрһәтһәң,ул да һиңә шулай яуап бирә”,-тигән хәҡиҡәтте иҫбатлайҙар;
- тәбиғәткә,Һыуға ҡарата һаҡсыл булырға өйрәтәләр,уларҙың яҙмышына битараф ҡалмаҫҡа өндәйҙәр.
Айырмалыҡтары:
-Ҡ.Аралбай Һыу образын бөгөнгө заман проблемалары аша аса;
-халыҡ ышаныуҙарындағы мифик яуыз йәндәр урынында бөгөнгө шиғриәттә насар уйлы,тәбиғәтте юҡҡа сығарыусы кешеләр тора.
Был эшебеҙ уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, беҙгә материалдар табырға ярҙам иттеләр.Тимәк,халыҡ йолалары юғалмаясаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
-
Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,
1992 .
-
Башҡорт халыҡ ижады.9-сы том.Йомаҡтар.-Өфө:Китап,2007.-416 б.
-
Башҡорт халыҡ ижады.10-сы том.Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.-Өфө:Китап,2006.-554 б.
-
Башҡорт халыҡ ижады. 12-се том .Йола фольклоры.-Өфө:Китап,2010.
-
“Таналыҡ тауышы” Ҡ.Аралбай.Поэмалар,шиғырҙар,робағиҙар. Өфө:Китап,2001.-384 б.
-
Һайланма әҫәрҙәр.Шиғырҙар,робағиҙар,ҡобайырҙар,тәржемәләр.1-се том.Өфө:Китап,2010й. -488 б.
-
Хисамитдинова Ф.Г.Мифологический словарь башкирского языка.– М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2[Электронный ресурс] http://do.gendocs.ru/docs/index-152983.html.
Достарыңызбен бөлісу: |