РУС КЛАСТАРЫ ӨСӨН ЯҘМА ЭШТӘРҘЕ БАҺАЛАУ НОРМАЛАРЫ.
Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.
Диктанттарҙы баһалау.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: Iкласта-3 орфограмма, II -4/1 , III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6
Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:
1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;
2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;
3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;
4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Тупаҫ булмаған хаталар:
1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.
«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2,1/3,2/3,3/3,1/5,0/7.
«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,
өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.
«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9
«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:
«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.
«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.
«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.
«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.
Инша һәм изложениеларҙы баһалау.
Билдәләр
|
Баһалауҙың төп критерийҙары
|
|
|
Йөкмәтке һәм телмәр
|
грамоталылыҡ
|
«5»
|
1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.
2.Фактик хаталар юҡ.
3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.
4.Эштең һүҙлеге бай.
5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-5,телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.
|
3орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.
|
“4”
|
1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).
2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.
3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.
4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.
5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 8,телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.
|
7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,
13 пунктуацион,
5 грамматик хата
|
“3”
|
1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.
2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.
3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.
4.Эштә йөкмәтке яғынан -15,телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.
|
10 орфографик,13 пунктуацион,
8 грамматик хата
|
“2”
|
1.Эш теманы асмай.
2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.
3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.
4.Эштең йөкмәткеһендә-20 ,телмәрендә-20-нән күберәк хата ебәрелгән.
|
12-15орфографик,10 пунктуацион,12 грамматик хата .
|
Достарыңызбен бөлісу: |