Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт)теленән олимпиада һорауҙары
(7 класс)
1.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?
2.Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ.
Уҡыусылар үҙ урындарына ултыра.Айнур таҡтаға бөгөнгө числоны яҙа.Лилиә сәскәләргә һыу һибә.Класҡа уҡытыусы инә.Уҡыусылар дәрескә әҙер.
3.Артыҡ һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.
Икмәк,сәк-сәк,май,урман.эремсек,кәнфит,әфлисун,бәлеш.
Тәҡдим телгән һүҙҙәргә сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.
Икмәк,урман,көн,ер.
4.”Ҡыш” миҙгеле буйынса 1 һынамыш яҙығыҙ.
5.Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,...
Ете ҡат үлсә,...
6. М.Кәримдең ниндәй шиғыры менән таныштығыҙ,уның исемен яҙығыҙ.
7.”Ашханала”темаһы буйынса диалог төҙөп яҙығыҙ.
Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт)теленән тәржемә өсөн текст
(7 класс)
Ҡыш яҡынлаша.
Көндәр һалҡынайҙы. Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапланы. Ҡар ҡатыш һалҡын ямғыр яуа башланы. Һыуыҡтан хайуандар ҡурҡа. Ҡоштар йылы яҡҡа осоп киттеләр. Күп йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа йөндәрен алыштыра. Көҙ аҙағында балыҡтар йылға һәм күлдәрҙең төбөнә төшә.
Тиҙҙән ап-аҡ ҡар ер өҫтөн ҡапланы. Бала-сағалар тауыштары яңғырап тора. Ҡыш килеп етте.
Достарыңызбен бөлісу: |