Сентябрь, 2010й. 2010-2011 уҡыу йылына



Дата23.02.2016
өлшемі70 Kb.
#3518
Ҡаралды Килешелде “Раҫлайым”

Мәктәп директоры : МБ ултырышында Уҡытыу эштәре буйынса _______/ Ф.Ә.Иштәкбаева/ Протокол №1 директор урынбаҫары: “ “_______2010й. _______/Л.Ғ.Шәмсетдинова/ “—“сентябрь, 2010й.

“—“сентябрь, 2010й.



2010-2011 уҡыу йылына

10 класс өсөн

башҡорт әҙәбиәтенән

эш программаһы

Уҡытыусы:Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы

Беренсе ярты йыллыҡта сәғәттәр һаны-48

Икенсе ярты йыллыҡта сәғәттәр һаны-57

Бөтәһе- 68 сәғәт,аҙнаһына- 2сәғәт
Был эш программаһы уҡытыу планына ярашлы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһына(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А.Хөснөтдинова Ф.Ә.Өфө- 2005)нигеҙләнеп төҙөлдө.

Дәреслек.

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 10-сы класы өсөн дәреслек. Тикеев Д.С,Ғафаров Б.Б. Өфө:Башҡортостан”Китап”,2003.
Башҡорт әҙәбиәтенән 10 класс өсөн тәғәйенләнгән

эш программаһына аңлатма яҙыу.

Башҡорт телен уҡытыуҙың өсөнсө баҫҡысы..Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан,иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. 10-11 кластарҙа әҙәбиәт икешәр сәғәттән тәрәнәйтелеп өйрәнелә.Башҡорт мәктәптәре программаһына яҡынайтып бирелгән.Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре,ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән.

10-сы кластар өсөн дәреслеккә ( Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 10-сы класы өсөн дәреслек. Тикеев Д.С,Ғафаров Б.Б. Өфө:Башҡортостан”Китап”,2003) әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре индерелгән. Шул уҡ ваҡытта З.Вәлиди,М.Буранғолов,Ғ.Хәйри кеүек шәхестәр,уларҙың әҫәрҙәре китапта бирелмәй. Минеңсә,программаға нигеҙләнеп ,уларҙың да ижадын өйрәнергә кәрәк.Был осраҡта башҡорт мәктәптәренең 10-сы кластары өсөн сығарылған дәреслек һәм хрестоматияны (Башҡорт әҙәбиәте.Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн дәреслек.Ғ.Б.Хөсәйенов,М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүрова.

Өфө.Китап,2008 .Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.10 класс.Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова,

Р.З.Шәкүрова Өфө.Китап,2008 .) өҫтәлмә әҙәбиәт итеп ҡулланыу дөрөҫ булыр.10 кластарға тематик планды үрҙә күрһәтелгән программа һәм дәреслектәргә таянып төҙөнөм.Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға сәғәт һаны икенсе темаларҙан алып өҫтәлде.Был бөтә үҙгәрештәр уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,әҫәрҙәрҙе,темаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү маҡсатынан сығып эшләнелде.






Темалар

Прогр.б-са/

үҙгәртел.(планл.)

тестар

иншалар



Башҡорт совет осоро әҙәбиәтенең формалашыуы.

1/2









Д.Юлтый ижады.

6/8




1



Ә.Вәлиди тормошо һәм ижады.

3/5




1



М.Буранғолов тормошо һәм ижады.

4/6

+1






Ғ.Хәйри тормошо һәм ижады.

4/4









Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.

1/1









Һ.Дәүләтшина тормошо һәм ижады.

5/5




1



Әҙәби портреттар.

4/4









Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы әҙәбиәт

1/2









Р.Ниғмәти тормошо һәм ижады.

5/5

1

1



Б.Бикбай тормошо һәм ижады.

5/5









З.Биишева тормошо һәм ижады.

7/7









Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте

1/1









Н.Нәжми тормошо һәм ижады.

6/6









Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

(бәйләнешле т/ү-5)

2/2

3


2

1/излож./




Бөтәһе

55/62

4

4+1


Уҡыу курсының йөкмәткеһе

Башҡорт совет осоро әҙәбиәтенең формалашыуы(1917-1929йылдар)Яңы осор әҙәбиәтенең социаль-тарихи ерлеге,уның йүнәлешетәре.Тәүге драмалар.20-се йылдарҙа проза,поэзия,драматургияның үҫеше.Әҙәбиәт теорияһы.Әҙәби процесс.

Д.Юлтый.Биографияһы,эшмәкәрлеге.Шиғырҙары,поэмалары.”Ҡарағол”драмаһы,”Ҡан”романы.

Әҙәбиәт теорияһы.Художестволы әҙәбиәттең теле.

Ә.Вәлиди.Тормошо,дәүләт эшмәкәрлеге.Ғалимлығы.Китаптары.”Хәтирәләр”ҙең жанр,стиль үҙенсәлеге.

М.Буранғолов.Тормош юлы,эшмәкәрлеге.М.Буранғолов-сәсән,фольклорсы.М.Буранғол-драматург.”Башҡорт туйы”драмаһы.

Ғ.Хәйри.Биографияһы.Проза әҫәрҙәре.”Боролош”романы.Тарихи осор,төп проблемалары,образдары.

Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.Был йылдарҙа әҙәбиәттә төп тематика,Поэзия.Проза.Драматургия.Репрессияға эләккән яҙыусылар.

Һ.Дәүләтшина.Яҙыусының фажиғәле яҙмышы,ҡаһарманлығы.Башланғыс ижады.Хикәйәләре.”Айбикә”повестары.”Ырғыҙ”романының яҙылыу тарихы,идея-тематик йөкмәткеһе.Романда күтәрелгән төп проблемалар,төп образдар.

Әҙәбиәт теорияһы.Әҙәби тип.Прототип.Роман-эпопея.

Әҙәби портреттар.С.Мифтахов.”Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.

Ғ.Сәләм.”Бала”поэмаһы.Ғаилә,бала тураһында.Сәйҙел менән Зәйнәп образдары.Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары әҙәбиәте.Был осорҙа әҙәбиәттең бурыстары,үҙенсәлеге.Оператив жанрҙар.Публицистик поэзия.Очерк жанры.Хикәйәләр,поэма,балладалар.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусылар.



Р.Ниғмәти.Яҙыусының тормошо һәм ижады.Башланғыс ижады.Утыҙынсы йылдар поэзияһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары поэзияһы.”Үлтер,улым,фашисты!”,”Һинең кәләшеңдең хаттары”.Һуғыштан һуңғы йылдар ижады. “Һаҡмар ҡыҙы” поэмалары.

Әҙәбиәт теорияһы.Лирик герой тураһында төшөнсә.

Баязит Бикбай.Биографияһы һәм ижад юлы.”Ҡарлуғас”драмаһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады.Очерктары. Һуғыштан һуңғы йылдар ижады.Проза.”Аҡсәскә”повесы.”Салауат”драмаһы.

Әҙәбиәт теорияһы.Тема.

З.Биишева. Биографияһы һәм ижад юлы.Шиғырҙары.Повестары.”Тылсымлы ҡурай”драмалары.

Трилогия.”Яҡтыға” трилогияһының идея-тематик йөкмәткеһе.Сағылған осор,күтәрелгән проблемалар,образдар системаһы.Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше.Художестволы үҙенсәлектәре.



Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.Башҡорт әҙәбиәтенә ҡылыҡһырлама.Поэзия.Проза.Драматургия.

Башҡорт яҙыусыларының икенсе съезы.



Н.Нәжми.Биографияһы.,йәмәғәт эшмәкәрлеге. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ижады. Һуғыштан һуңғы йылдар ижады. Поэма һәм балладалары.”Урал”поэмаһы.”Шағир һәм шаһ”Патриотзм,власть һәм талант проблемалары.Драматургия.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ятлау өсөн әҫәрҙәр.
Д.Юлтый.”Атлан,батыр!”,”Ҡарағол”драмаһынан өҙөк.

М.Буранғолов.”Башҡорт туйы”драмаһынан өҙөк.

Ғ.Сәләм.”Бала”поэмаһынан өҙөк.

Һ.Дәүләтшина.”Ырғыҙ”романынан өҙөк.

Р.Ниғмәти.”Үлтер,улым,фашисты!”поэмаһынан өҙөк.
Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр.

С.Агиш.”Фәтхи һалдат”хикәйәһе.

Я.Хамматов.”Башҡорттар китте һуғышҡа”романы.

Т.Килмөхәмәтов.”Ҡорбан килтереү”портреттар.

“Һуғыш үтте,һағыш ҡалды”очерктар,хәтирәләр.

10 класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:
Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын,композицион үҙенсәлектәрен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;

-әҙәби процесс, художестволы әҙәбиәттең теле,тип,прототип,роман-эпопея,лирик герой,тема кеүек төшөнсәләрҙе;

-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.

1-се төр күнекмәләр:

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;

-телдең өйрәнелгән һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;

-эпик һәм лирик ,лиро-эпик,драматик әҫәрҙәрҙе ҡыҫҡаса анализлай белеү;

-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-проблемалы һорауҙар ҡуя белеү һәм яуап эҙләү;


2-се төр күнекмәләр:

-төрлө стилдәге текстарҙы дөрөҫ,етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

-әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен ҡыҫҡартып һөйләп биреү(телдән йәки яҙма);

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки фекер йөрөтөү характерындағы инша төҙөү;

-әҫәрҙәргә план төҙөү.

-тексты икенсе телгә тәржемә итеү;

-һүҙлектәр менән эш итеү;

-төрлө темаларға әңгәмә алып барыу;текстар төҙөү;

-бирелгән темаларға эҙләнеү эштәре алып барыу,конспекттар төҙөү,сығыштар яһау;

-әҙәби,сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.
Уҡыусылар өсөн әсбаптар:

Дәреслек.

Башҡорт теле:рус мәктәптәренең 10 класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте .Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б.Өфө.Китап,2003 .



Өҫтәлмә әҙәбиәт

1.Башҡорт әҙәбиәте.Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн дәреслек.Ғ.Б.Хөсәйенов,М.Ғ.Ғималова,Р.З.Шәкүрова.Өфө.Китап,2008 .

Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.10 класс.Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова,Р.З.Шәкүрова Өфө.Китап,2008 .

2. Башҡорт теле (5-9) һәм әҙәбиәтенән 5-11) тест һорауҙары.И.Ә.Шарапов.Өфө-2000.



Уҡытыусылар өсөн әсбаптар:

1. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.М.И.Баһаутдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.

2. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө-2008

3. Башҡорт теле,башҡорт әҙәбиәте .Электрон дәреслектәр.7-9,10-11,педколледждар өсөн.



4.Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү.Б.Б.Ғафаров.Өфө,китап,1996

5.. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет