Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижад юлы



Дата04.07.2016
өлшемі67.76 Kb.
#177824
Тема: Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижад юлы.

Маҡсат: З. Биишеваның тормошон һәм ижадын өйрәнеү;

уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

тырышлыҡ, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, китаптар күргәҙмәһе, карта.
Дәрес барышы:

l Ойоштороу мәле.

ll Инеш:

Экранға бәхет тураһында афаризм сыға:


« Бәхет – кешенең үҙ маҡсатына ирешеүендә,

маҡсатының ҙур әһәмиәтле,

халыҡ, ил яҙмышы менән бәйле булыуында »

Вафа Әхмәҙиев.



  • Һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул ?

  • Яуап.

  • Ә бына билдәле бер яҙыусыбыҙ бәхетте үҙенсә аңлай (эпиграф):

« Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта.

Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта ».

Ысынлап та, үҙ шиғырының береһендә илен, халҡын, хеҙмәт кешеһен данлай:

« Мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр бар -

Уҡытыусы, йырсы, төҙөүсе...

Әммә йөрәгемдең гел түрендә

Ул бер үҙе – иген игеүсе ».



  • Был ниндәй шиғырҙан өҙөк ?

  • Яуап.

  • Беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Яуап.

(Исеме эпиграф аҫтына яҙыла)

  • Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ ( уҡыусылар хор менән уҡыйҙар).

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә ошо юлдарҙың авторы Зәйнәб Биишева ижады һәм тормош юлы менән танышасаҡбыҙ.
lll Төп өлөш:
- Уҡыусылар, дата һәм теманы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

(Экранға сыға) Өҙөк уҡыла:


«Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Тирәк башында кәкүк саҡыра. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана – көлә бер өҙлөкһөҙ йылтырап аға ла аға... Иҫ киткес рәхәт, гүзәл яҙғы төн тышта. Ә өйҙә, Емештәрҙең өйөндә, бөтөнләй икенсе күренеш. Тәбиғәткә нимә? Кеше яҙмышында уның ҡайғыһы бармы ни! Үҙе гүзәл, мөһабәт, шат булғас, шул еткән уға.

Өй эсе ҡараңғы. Кескәй генә тәҙрәләр. Уның да яртыһы ҡарындыҡ менән ҡапланған. Әлегә быялаһы төшмәгән тар күҙәнәктәр аша ҡурғаш таштар булып һуҙылған ай нурҙары, әлбиттә өй эсен яҡтырта алмайҙар. Хәйер, бында яҡтылыҡ кәрәкмәй ҙә. Ғаилә йоҡлай: урындыҡтың түрьяғында, иң төптә, ҡаластай ишелеп бер малай ята. Ул Иштуған... Иштуғандан бирерәк, иҫке бер ҡорама юрған аҫтында өс ҡыҙ йоҡлай. Улар: Бибеш, Йәнеш, Емеш.»

«Етемдәр... Етемдәр... Етемдәр...»

Үҙҙәренә ҡарата тәүге тапҡыр әйтелгән был һүҙҙең балаларға нисек ауыр тәьҫир итеүен тел менән һөйләп биреү мөмкин түгел ине.

Емеш ишек алдында яңғыҙ үҙҙәре тороп ҡалғас ҡына, был һүҙҙең бөтә мәғәнәһенә төшөнгән шикелле, ҡапыл ҡурҡып, үҙәләнеп:


  • Ул, әсәкәйем, әсәкәйем! - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Йәнеш уны, үҙенең арыҡ бәләкәс кенә ҡулдары менән ҡосаҡлап, иркәләп, йыуатырға тырышты.»




  • Шулай башланып китә минең ҡулымдағы китап. Авторы кем был китаптың?

  • Яуап.

  • Был китап берәү генә түгел. Бының дауамы булған тағы ике китап бар (күрһәтеү) Нисә китап бөтәһе?

  • Яуап.

  • Әйе, был өс китапты бергә трилогия тип атайҙар.

  • Шулай итеп нимә була ул трилогия?

  • Яуаптар.

Экранға слайд сыға:


«Трилогия – бер үк авторҙың дөйөм идея һәм сюжет менән бәйләнгән өс әҫәре.»


  • Уҡыусылар, дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ.

Экранда бирелә,уҡытыусы уҡый :
« Бала саҡ... Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңло ла булды минең бала саҡ. «Кәмһетелгәндәр» романын уҡыған кеше Емеш тигән кескәй ҡыҙ менән таныш инде. Емештең тормошо - ул минең бала сағым »

- тип яҙҙы З.Биишева үҙенең иҫтәлектәрендә. Шулай итеп, был романды беҙ ниндәй роман тип әйтә алабыҙ?



  • Яуап.

  • Тимәк, художестволы һүрәтләү саралары менән яҙыусының үҙе хаҡында яҙған әҫәрҙе автобиографик әҫәр тиҙәр. Дәфтәргә яҙып ҡуйҙыҡ.(Слайд – һүҙлек)

  • Һәр кешенең тормош юлы нимәнән башлана?

  • Яуап

  • Кем белә, З.Биишева ҡайҙа тыуған? Ниндәй йылға буйында урынлашҡан?(Эйек йылғаһы һүрәте сыға.)

  • Яуап

  • Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуған.(Эйек йылғаһы һүрәтендә даталар билдәләнгән. Беренсе датаны күрһәтеү)

  • З.Биишеваның тыуған ерен картанан күрһәтегеҙ әле?

(күрһәтәләр)

  • Өҙөктө уҡығандан һуң уның бала сағы тураһында беҙ нимә белдек?

  • Яуап.

Слайдта бирелгәнде уҡыусы уҡый:


« Беҙҙең өйҙә бүтән бер нәмә булмаһа ла, шул ваҡытта татар телендә сыҡҡан бөтә прогрессив гәзит, журнал, китап була. Атайым янына һәр көндө кешеләр йыйыла. Уларға атайым ҡысҡырып газеталар уҡый. Китаптарҙы мин үҙебеҙҙең өйҙә бик кескәй саҡта уҡып үҫтем. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың «Иҫемдә ҡалғандар» тигән әҫәрен илай – илай уҡый торғайным »

  • Тимәк, бала сағында З.Биишева ниндәй булып үҫә?

  • Яуап.

Слайд сыға, уҡыусы уҡый:
«Батша төшөрөлгән ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә һиҙелмәй уҙып китте. Инде һалҡын, сирҡаныс көҙ ҙә килеп етте. Ләкин Емештәрҙең тормошонда әлегә яҡшы яҡҡа үҙгәреш күренмәне. Байгилде ағайҙан да күптән бирле хат килмәй башланы. Сарбиямал элеккегә ҡарағанда ла уҫалыраҡҡа, асыулыраҡҡа әйләнә барҙы... Емеш менән Йәнәшкә ҡарата булған ҡатылығын түҙеп торғоһоҙ хәлгә еткерә. Ә ҡыҙҙар уның әрләү – туҡмауҙарына, асыҡтырыу – өшөтөүҙәренә ҡарамай, һаман йәшәй бирәләр.»

  • Уҡыусылар, ниндәй үгәй әсә ҡулында үҫә ул?

  • Яуап.

Слайд сыға

« Ысынлап та, беҙгә ҡаты булды ул.Шулай ҙа, бик кескәйҙән эшкә, хеҙмәткә ғашиҡ була алыу тойғоһо тәрбиәләгәне өсөн, ул минең йөрәктә әлегәсә ҙур хөрмәт менән һаҡлана,»- тип яҙа үҙенең иҫтәлегендә.

Слайд сыға – Эйек йылғаһы, датаны күрһәтеү.


- 1920 йылда тәү башлап мәктәпкә бара үҙенең мәктәптә уҡыған йылдарын З.Биишева ошолай тип иҫкә ала:
« Аҡманда уҡығанда мине кешенән ситләткән икенсе бер сәбәп тә бар ине. Ул да булһа ағайым үҙе иләп, тегеп биргән кәзә тун булды. Мәктәпкә барып инеү менән, бигерәк тә шаян малайҙар, мине үртәп:

  • Мә-ә-ә! Мә-ә-ә! - тип, кәзә булып, баҡыра башлайҙар. Тунды мәктәптең ишек яҡ стенаһындағы дөйөм элгестә һис тә тотмайҙар: «Мә-ә-ә!» - тип, ҡысҡыра – баҡыра мейес артына, йәки мейес башына ырғыталар. Уларҙың ошо эскерһеҙ, балаларса шаяртыуын мин өнһөҙ – һүҙһеҙ, ләкин сикһеҙ ауыр кисерәм.»

- Эйек йылғаһы мәңгелек йырын йырлап ағыуын дауам итә, ә буласаҡ яҙыусыны яҙмышы 1924 йылда Ташлы ауылына алып килә. Бында ул техникумға уҡырға инергә әҙерләнә.

(Экранға Эйек йылғаһы сыға, датаны күрһәтә барабыҙ.)


  • Яҙмыш тулҡындары оҙаҡ та тормай З.Биишеваны Ырымбур ҡалаһына алып килә.

( Карауанһарай һүрәте экранға сыға )


- 1924 йылда – Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

Был Ырымбур ҡалаһындағы Карауанһарай.Ҡасандыр 1934 йылға тиклем бында башҡорт педагогия техникумы урынлашҡан була.


Слайд сыға уҡытыусы уҡый:
«- Сәғит Агиш,

- Баязит Бикбай,

- Ҡасим Аҙнабаев,

- Таңһылыу Рәшитова...»


кеүек билдәле кешеләр уҡыған.

Бында уҡыуы тураһында З.Биишева ошондай юлдар яҙған(слайд сыға):


«Ҡайҙа ҡалды донъялағы бар эш

Ҡулдан килер кеүек тойған саҡ.

Күҙҙә осҡон, беләктә бөтмәҫ көс,

Йөрәк ялҡын менән тулған саҡ.»




  • «1929 йылда (экрандан күрһәтелә) Үҙемде эшкә иң алыҫҡа ебәреүегеҙҙе һорайым,» - тип ғариза яҙып Баймаҡ районы Билал ауылына эшкә китә.

1931 – 34 йылда Пионер журналында эшләй. Хәҙерге көндә нимә тип атала?

  • Яуап.

  • 1934 – 38 йылдарҙа Мәсетле һәм Салауат райондарында эшләй. 1938 йылдан Өфөлә төпләнә, ныҡлап ижад менән шөғөлләнә башлай. 1941 йылдан алып уның күп кенә китаптары донъя күрә.

(Китаптар менән экранға слайд сыға.)

  • Уҡыусылар, уҡып ишеттерегеҙ әле ниндәй китаптары бар!

  • Яуап.


lV Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, ошо Эйек йылғаһы кеүек тулы һыулы, ижадҡа бай тормош юлы үткән Зәйнәб Биишева ғүмеренең аҙағынаса үҙен бәхетле һанай.

Слайд сыға:

«Кешесә бәхетле булдым,

Яндым, көйҙөм кешесә», -

тип яҙа бер шиғырында. Йәки икенсе бер шиғырында ул нимә тип яҙа?

(Экранға эпиграф сыға, бер уҡыусы уҡый)



Тимәк, уҡыусылар, хеҙмәт аша ғына ысын бәхеткә ирешеп була.


  • Өйгә эш: «Дуҫ булайыҡ» әҫәренең 1 – 7 бүлектәрҙе уҡығыҙ!


Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет