ХАЛҠЫМ
ХАЗИНАҺЫ
УДК 821.512.141-4 ББК 84 (2 Рос = Баш)-4 Б 93
Бәҙретдинов С. М.
Б 93 Халҡым хазинаһы: очерктар. - Өфө: Китап, 2011. — 352 бит.
ISBN 978-5-295-05146-3
ТП-122/11 УДК 821.512.141-4
ББК 84 (2 Рос=Баш)-4
ISBN 978-5-295-05146-3
© Бәҙретдинов С. М., 2011
ҠОШО - ШОҢҠАР, МОҢО - УРАЛ
Әйле ырыуы — иң боронғо һәм ҡөҙрәтле, данлыҡлы ырыуҙарҙың береһе. Уның тураһында мәғлүмәттәр халҡыбыҙҙың тарихи хәтерен мәңгеләштергән риүәйәттәрҙә, шәжәрәләрҙә һаҡланып ҡалған. «Башҡорттарҙың сығышы» риүәйәтендә Әй йылғаһы буйында көн иткән Биксәнтәй исемле башҡорттоң һәм уның нәҫеленең яҙмышы тасуирлана. Имеш, бер заман уның малдары юғала. Уларҙы эҙләргә ҡарт үҙенең бер улын сығарып ебәрә. Малдарҙы эҙләп йөрөй торғас, улы Урал һыртының көнтыуыш тарафына барып сыға. Малдарҙы табып, Әй буйына әйләнеп ҡайтҡас, улы: «Унда ер бик яҡшы, тигеҙ, әйҙә, шунда күсеп ултырайыҡ!» — тип атаһын өгөтләй. Биксәнтәй ҡарт уландарын йыйып кәңәш-төңәш итә лә юғалған малдары табылған урынды төйәк итә. Уның ун ике улы була. Барыһын да башлы- күҙле иткәс, һәр ҡайһыһы төрлө ерҙән урын һайлап, үҙ донъяһын ҡора.
Биксәнтәй ҡарт бик бай була, ишле, көтөү-көтөү мал-тыуары менән Урал һыртының көнтыуыш типһене- нән алып ҡаҙаҡтарҙың Аман Ҡарағай урманына (Турғай әлкәһенең Кустанай әйәҙе) тиклем йәйелеп ятҡан аралыҡта күсенеп йөрөй. Шулай итеп, Биксәнтәй ҡарттың ун ике улынан Әйҙе (Әйле) ырыуы тип йөрөтөлгән ун ике ауыл таралып киткән: Мәтәле, Үләнде, Оло Ҡарағайкүл, Субраш, Собханғол, Кесе Ҡарағайкүл, Морат, Ҡомсүл, Оло Олтораҡ, Кесе Олтораҡ, Бөтөк, Ҡужа. Был ауылдар хәҙер Силәбе әлкәһенең Арғаяш районына ҡараған ауылдар. Тимәк, Әйле башҡорто Биксәнтәй ҡарттың улдары ошо ауылдарға нигеҙ һалған. Йәнә
5
был тарафтағы Аҡбаш, Айбат, Байғаҙы, Көҙәш, Ҡадыр, Ишәле, Дәрбиш, Дәүләтбай, Мостафа, Мәтәле, Әлиш кеүек ауылдарҙы ҡороуҙа әйлеләрҙең ата-бабалары ла ҡатнашҡан. Риүәйәттә әйтелеүенсә, әйлеләр табындар менән йәнәш йәшәгән һәм һәр береһенең үҙ ерҙәре үҙҙәренә етерлек, бик мул булған. Әйткәндәй, Әйле- Табын ырыуы ла бар.
«Әйлеләр, мырҙалар, тырнаҡлылар» риүәйәте иһә ырыуҙың тарихын тағы ла әүәлерәк осорҙан яҡтырта: «Борон беҙҙе Һырдаръя башҡорттары тип йөрөтә торғайнылар. Ата-бабаларыбыҙ Һыр йылғаһы буйындағы Ҡайып тигән урында йәшәгән. Бер бик бай бабабыҙҙың күк аты менән бейәһе, Ғәҙелбаныу исемле сибәр ҡыҙы юғала бер заман. Өс егет уларҙы эҙләргә сыға. Эҙ юлынан килә торғас, Торғаяҡ күленән алыҫ түгел урында ҡыҙҙы табалар. Йылҡы эҙе Уралға табан киткән була. Йөрөп-йөрөп, Яйыҡты үтеп, Әй буйына килеп сыға былар. Тәбиғәттең матурлығына егеттәрҙең иҫе китә: ҡуйы урмандар, мул һыулы йылғалар,
үҙәндәр. Был тирәлә кешеләр булмаған. Егеттәр бер йылғаны — Әй, икенсеһен — Үҙән (Йүрүҙән), улар араһындағы тауҙы Ҡөҙрәттау тип атаған. Бер бәләкәйерәк йылға буйында аттарын да тап итәләр. Һырдаръя буйына ҡайтҡас, үҙҙәре күргән хозур ерҙәр тураһында ҡәрҙәштәренә һоҡланып һөйләйҙәр. Шунан Һырдаръя башҡорттары Уралға күсеп килгән. Улар араһында Мырҙабәк, Имса, Тумса исемле арҙаҡлылар ҙа була. Мырҙабәк — мырҙаларҙың, Имса — тырнаҡлыларҙың, Тумса — әйлеләрҙең ата-бабаһы».
Әйлеләрҙең ике шәжәрәһе һаҡланып ҡалған һәм «Башҡорт шәжәрәләре» китабына индерелгән. «Башҡорт шәжәрәләре»нең яңы тулы баҫмаһын рус телендә
6
«Китап» нәшриәте баҫтырып сығарҙы. Беренсе шәжәрәлә билдәләнеүенсә, Тутсанан (Тумсанан) Әй йылғаһы, Имсанан Йүрүҙән йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттар таралған. Был шәжәрәне тыуған яҡты өйрәнеүсе, фольклорсы Ғәбделәхәт Вилданов 1919 йылда Мәсәғүт кантонының Мәхмүт ауылында күсереп яҙып алған. Уның ҡарашынса, шәжәрә ике йөҙ йыл элек төҙөлгән. Ул әйлеләрҙең бәғзе ырыуҙарының килеп сығышын һәм этник бәйләнештәрен күҙалларға мөмкинлек бирә. Академик Рәил Кузеевтың фекеренсә, башҡорт ырыуҙарының иң ҙурҙарының береһе булған, Әй һәм Йүрүҙән йылғалары тирәләй киң ерҙәрҙе биләгән Әйле ҡәбиләһе XVI—XVIII быуаттарҙа ғәмәлдә Һарт-Әйле, Дыуан-Әйле, Әйле, Тырнаҡлы, Һыҙғы кеүек төрлө сығышлы ырыуҙарҙы берләштергән. Әйтәйек, һарт-әйле- ләрҙең ата-бабалары XIV—XV быуаттарҙа Урта Азиянан, Һырдаръя аръяғынан, күсеп килгән. Дыуан-Әйле ырыуы Табын ҡәбиләһенең Дыуан ырыуы менән ҡәрҙәш. Был шәжәрәлә лә сағыла. Имса менән Тумсаның атаһы — Юлбуға. Өҫтәмә яҙыуҙан күренеүенсә, Юлбуғаның туғаны — Майҡы бей, уларҙың атаһы Субра — табындарҙың ырыу башы. Ә Юлбуғаның улы Имсанан Дыуан-Әйле башҡорттары шәжәрәһе башлана.
Әҙәмдән алып Баһаутдинға тиклем шәжәрәне сығышы менән Әйле башҡорто булған яҙыусы, ғалим, хәҙрәт Тажетдин Ялсығол улы (Ялсығол әл-Башҡорди) XIX быуат башында төҙөгән, 1919 йылдың апрелендә Мерҙәштән Миңлеғол Ейәнбирҙе улы Ғәбделнасиров күсереп яҙған һәм тамамлаған.
Тажетдин Ялсығол яҙған тарихнамә иҫ киткес бай йөкмәткеле, ғәжәп ҡылырлыҡ мәғлүмәтле һәм ҡыҙыҡлы. Бында Әҙәм атанан башлап ҡанбабаларыбыҙҙың нәҫел-нәсәптәре, уларҙан таралған ҡәүемдәр, ырыуҙар күрһәтелә. Был хаҡта айырым ҙур хеҙмәт яҙыу зарур. Беҙ иһә киң даирәле шәжәрәнең, йылъяҙманың бәғзе бер мәлдәренә, өлөштәренә генә күҙ бағлайыҡ.
Әҙәм нәҫелен дауам итеүселәрҙән Төрөкмән улы Кинйәнең улдары: Татар, Мишәр, Нуғай, Иштәк. Күреүебеҙсә, улар бер ата балалары. Йорто Гуд йылғаһы буйында булған, ғилемлектә тиңе юҡ Иштәктең улдарының өлкәне — Тамъян, икенсеһе — Үҫәргән, өсөнсөһө — Күбәләк, дүртенсеһе — Бәкәтун, бишенсеһе —
7
Һарт, алтынсыһы — Тырнаҡлы, етенсеһе — Түбәләҫ, һигеҙенсеһе — Дыуан. Үпкәсел Бәкәтун тыуған илен ҡалдырып, төньяҡ тарафҡа юл ала һәм Мейәс йылғаһы буйында туҡтап төпләнә һәм туҡһан йыл тормош менән хушлана. Улдарының өлкәне — Әйле, икенсеһе — Юрмый, өсөнсөһө — Байлар, дүртенсеһе — Байҡы, бишен- сеһе — Ирәкте, һәр ҡайһыһы шаһ булып, донъяның төрлө яҡтарына тарала.
Әйле атай йортонда ҡала, илле йыл шаһ була, Мейәс буйында туҡһан йыл ғүмер итә. Улы Нариман бөтә донъя буйлап сәйәхәт ҡыла, Юнан илендә (Гре- цияла) ғилем эстәй, аҡыл фәне буйынса егерме дүрт китап яҙа, бөйөк хаким булып, Сәмәрҡәндкә нигеҙ һала. Улы Ҡасура шаһтан аҡыл эйәһе Сократ тыуа. Ул атаһы һымаҡ Юнанға бара һәм Искәндәр Ромейский (Александр Македонский) һарайында аҡыллы кәңәшсе була, тере һыу сыҡҡан урынға юл күрһәтә. Искәндәр менән төньяҡҡа барып, улар Болғарға нигеҙ һала. Шул саҡта Сократ болғар ҡыҙына әйләнә. Бында туғыҙ ай тороп, ҡараңғылыҡ иленә китәләр... Болғар ҡыҙынан Сократтың Кефтар исемле улы тыуа һәм Болғарҙа шаһ була. Уның улы Айҙар шаһ диңгеҙ буйында Ташкүпер ҡалаһын һалдыра. Айҙарҙан — Ормуз шаһ, унан Алмас хан, унан Мирғашим солтан тыуа. Ул Урта диңгеҙ ярында ҡала төҙөтә, шунан Иерусалимға китә. Улы Ба- беш солтан Салъянда идара ҡыла, улы Ҡарнаҡ тыуа. Уның улдарының кемелер — Ҡырымда, кемелер — Хатайҙа (Ҡытайҙа), кемелер — Ираҡта, кемелер башҡа урында солтан була. Таймас иһә төньяҡтағы илдә Авнум, йәнә улдары Владимир (Мәскәү хөрмәтенә Владимир) Мәскәү ҡалаларына нигеҙ һала...
Артабан бихисап нәҫел-нәсәп быуын-быуын дауам итә. Болғар төйәгендә Ҡышан ҡалаһында имам һәм мөдәррис булған Ғәлимбәктән — Мирхаджи мөдәррис, унан Ҡол Ғәли тыуа. Ун һигеҙ йәшендә Ҡол Ғәли хәҙрәт ниндәйҙер аңлатмалы китап яҙа һәм «ғалим» тигән ҡушамат ала. Хорезмда ҡырҡ биш йыл мөдәррис хеҙмәтен үтәй. Ул боронғо башҡорт һәм болғар шағиры булараҡ та таныулы. Уның «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы Урал һәм Иҙел (Волга) буйында ҡулъяҙма килеш киң тарала, хәҙерге башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡа
ҙаҡтарҙың, үзбәктәрҙең, төрөкмәндәрҙең һәм ҡарағалпаҡтарҙың рухи хазинаһы булып тора.
Ҡол Ғәлиҙән Мирғәли тыуа, ғилем алыр өсөн Хо- резмға бара, Ургенчта утыҙ йыл мөдәррис булып тора. Шәжәрәлә теркәлгәнсә, уғлы Миршәриф — Хиуала алтмыш йыл имам, мөдәррис, уның уғлы — күп фәнгә маһир ғалим Мирсәйет, уның уғлы — Ургенчта, Хиуала вә Ҡоңратта егерме өс йыл ханлыҡ иткән Нурсәйет. Уның уғлы Сәйҙәш Мейәс даръяһына килеп, Әй һыуының башында мәҡам тота, Тыныш һәм Ҡоштаймаҫ исемле улдары тыуа, инәләре Әйле ҡыҙы була. Тыныштың ырыуын «алтмыш ҡолаҡ әйлеһе», Ҡоштаймаҫты- ҡын «ҡомой әйлеһе» тиҙәр. Тыныштың улдары — Көҙәй менән Ҡошсо. Шәжәрәлә әйтелеүенсә, был ике уғылдан күп халайыҡтар йәйелә. Хисабын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Уларҙың нәҫелдәре Әй даръяһында, Елем һыуында, Ҡыйғы буйында тереклек әйләмештер.
Тарих фәндәре докторҙары Рәил Кузеевтың һәм Рим Янғужиндың фекеренсә, VII—IX быуаттарҙа әйлеләрҙең ҡанбабалары һырдаръя һәм Арал буйы далаларында йәшәгән. IX—XII быуаттарҙа Көньяҡ Уралға килеп, Ағиҙел, Әй, Мейәс, Яйыҡ йылғалары баш алған ерҙәрҙә урынлашҡан. XIII—XIV быуаттарҙа Әй, Мейәс, Йүрүҙән йылғалары буйҙарын да биләгәндәр. XVI—XVIII быуаттарҙа байтағы Урал аръяғына һәм Башҡортостандың көнбайышына күсенгән. Урал аръяғында Мейәс һәм Тинес йылғалары араһына барып ултырғандар... Көнбайыш Башҡортостанда Дим, Өҫән йылғалары бассейны, Ыҡ тамағы, Ағиҙелдең урта ағымындағы һул яҡ яр буйы ерҙәрен биләгәндәр. XVIII быуаттың уртаһында бер төркөм Уй һәм Тубыл буйы далаларына күсенгән. Х\Һ—XIX быуаттарҙа әйлеләр көнбайышта Дим буйынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем бик ҙур майҙанда йәйелеп ултырған. Шулай ҙа уларҙың төп ултырған урыны булып Ҡариҙел, Эҫем, Әй, Йүрүҙән, Ләмәҙ буйҙары иҫәпләнә. Әйлеләрҙең төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш тарафтағы биләмәләре Себер даруғаһына ингән. XVIII быуаттың тәүге яртыһында Себер даруғаһында Көҙәй олоҫо — Ҡариҙел, Эҫем, Ҡошсо олоҫо — Әй, Әй олоҫо — Әй буйҙарын, тау-урмандарын, туғай-болондарын, Урал аръяғын, күлдәр, Айыутау тирәләрен, Һыҙғы олоҫо — Ҡариҙел буйында тау һәм урман
9
араларын, Мейәс һәм күл буйҙарын, Урал аръяғы ерҙәрен биләгән. XVIII быуат аҙағында — XIX быуатта әйлеләр биләгән ерҙәр Екатеринбург, Красноуфимск, Троицк, Силәбе өйәҙҙәренә, идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы осоронда 2-се, 4-се, 5-се кантондарға ҡараған.
Ҡанбабалар йәйләүҙә йәйләгән, ҡышын төп йортонда ҡышлаған. Еләк-емеш йыйғандар, һунарсылыҡ иткәндәр, солоҡ ҡарағандар. Төп шөғөлдәре иһә малсылыҡ, айырыуса йылҡысылыҡ булған. XIII—XIV быуаттарҙа уҡ бер аҙ тары, арпа сәсеүҙәре лә мәғлүм.
Сергей Иванович Руденконың «Башкиры» тигән тарихи-этнографик очеркында тарихсы, географ Петр Иванович Рычков (1712—1777) билдәләүенсә, Әйле ырыуында йәки олоҫонда түбәндәге түбәләр һәм аймаҡтар — Арша, Йылан-Әйле, Өпәй, Дыуан, Таҙ-Дыуан, һыҙғы, Сүпле-Һыҙғы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Түбәләҫ, Һарт, Яйырлы; Көҙәй ырыуында Урман-Көҙәй, Бүләкәй-Көҙәй, Ҡыр-Көҙәй, Шайтан-Көҙәй, Нуғай, Сүп- бирҙе, Уҫраҡ-Көҙәй, Ырыҫбай-Көҙәй, Ҡулдар-Көҙәй, Ды- уан-Көҙәй, Төрөкмән, Ләмәҙ-Төрөкмән булған. Әйле, Көҙәй, Мырҙалар, Дыуан, Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй кеүек оло ырыуҙарҙың ырыу тармаҡтары, аралары иһә һанап бөткөһөҙ.
Рәил Кузеевтың фекеренсә, көҙәйҙәр — Әйле төркөмө башҡорттары составындағы боронғо төрки сығышлы ҡәбилә. Ырыуҙары: Шайтан-Көҙәй, Ҡыр-Көҙәй, Ур- ман-Көҙәй, Төрөкмәи-Көҙәй, Бүләкәй-Көҙәй. Риүәйәттәр буйынса, көҙәйҙәрҙең сығышы Урта Азияға, Кавказға барып тоташа. Был көҙәйҙәрҙең этник составының сыбарлығына ишара яһай. Саян-Алтай төйәгендә көҙәйҙәрҙең бер өлөшө боронғо Көҙәй берлегенән айырылып сыға һәм Алтайҙан Төньяҡ Кавказға тиклем юл үтә. Улар бөрйәндәр менән бергә Волга — Кама буйына килә, Урал алдында Ыҡ, Минзәлә йылғалары буйында урынлаша һәм үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр, бөрйәндәр менән аралаша. XIII—XIV быуаттарҙа көҙәйҙәр Ағиҙелдең һул яғына күсә, бында ҡыпсаҡтарҙың көслө йоғонтоһона бирелә. XIV быуаттың аҙағында иһә улар Ағиҙелдең урта ағымында йылғаның ике яғын да биләп ала. XIV—XV быуаттар араһында нуғайҙарҙың ҡыҫымы кө- сәйеүе сәбәпле, көҙәйҙәрҙең бер өлөшө Ҡариҙелдең
10
түбәнге яғында урманлы урындарҙа төпләнә һәм меңлеләр менән ҡушыла. Икенсе төркөмө Эҫем йылғаһы үренә йүнәлә, һуңыраҡ Йүрүҙән һәм Ләмәҙ буйына күсә.
Бындағы мәғлүмәттәр «Урман-Көҙәйҙәр» риүәйәтендә лә төҫмөрләнә: «Беҙҙең ата-бабабыҙ Урман исемле булған. Уның атаһы — Күкән, ҡартатаһы — Күкбүре. Урман үҙенең ырыуы менән Уралдан алыҫ Ҡысындыҡ тигән ерҙә күсеп йөрөгән. Бер ваҡыт унда ҙур яу башланған. Урман ата Ҡалмаҡ тигән ҡарт менән бергәләп Минзәлә йылғаһы буйына килгән. Бында улар оҙаҡ ҡына йәшәгән. Бер саҡ Ҡыҙрас исемле башҡорт Ҡаҙанға китеп барышлай Урман ырыуының аҡ тирмәләрен күреп, ҡунаҡҡа төшкән. Урман ҡунаҡтың нәҫел- нәсәбен, ырыуын, йәшәгән ерен белешкән. Ҡыҙрас уға ырыуҙаштарының хозур Уралда йәшәгәнен һөйләгән. Күп тә үтмәй Урман үҙенең ырыуы менән Асылыкүлгә, унан Эҫем буйына күсеп ултырған».
Тажетдин Ялсығол шәжәрәһендә сағылыуынса, Көҙәй менән Ҡошсо — Тыныштың улдары, туғандар. Тарихсыларҙың фекеренсә, ҡошсолар үҙәк Азиялағы боронғо төркиҙәргә ҡарай. Улар беренсе мең йыллыҡтың икенсе яртыһында төркиҙәрҙең көнбайышҡа ҡылған хәрәкәттәрендә ҡатнаша. XIII быуатта Ҡошсо ырыуы монголдарҙың Дурбан (Дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролоп, уларҙың баҫып алыу сиреүе менән Уралдан Көнбайышҡа ҡарай күсә. XIV быуат аҙағында ҡошсолар төрлө ҡәүемдәр менән ҡатыша, һамар, Мәләкәҫ йылғалары буйҙарынан Ыҡ тамағына, артабан Каманың һул яры буйлап Әй йылғаһы үҙәндәренә сыға. XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуат башында ҡошсолар Оло Ҡошсо һәм Кесе Ҡошсо ырыуҙарына (олоҫта- рыңа) бүленә. Улар хәҙер Мәсетле төйәгендә һәм уға күрше Свердловск әлкәһе биләмәләрендә йәшәй.
Мырҙалар — Әйле төркөмөнә ингән киң билдәле башҡорт ырыуы. Үрҙә телгә алыуыбыҙса, улар риүәйәт буйынса юғалған йылҡыны эҙләп тапҡан урынды хуш күреп күсеп килгән. Ырыу башы — Мырҙабәк. VII—IX быуаттарҙа ата-бабалары бәшнәк-уғыҙ-ҡыпсаҡ ырыуҙары менән аралашып, һырдаръя һәм Арал алды далаларында көн иткән. Унан һуң килеп Көньяҡ Уралда Әй, Уй, Йүрүҙән, Мейәс, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары баш
11
алған ерҙәрҙә төйәкләнгән, шунан Йүрүҙән буйлап күскән. Әйткәндәй, тарихсы Рәил Кузеевтың асыҡлауынса, әйлеләрҙең сығышы уғыҙҙар, йәғни төрки телле күсмә ҡәүем (IX быуат аҙағында Урал — Волга буйында Көнсығыш Төркөстандан һәм Аралдан килеп күренгәндәр) менән тығыҙ бәйләнгән. Иран ғалимы Рәшид-әд-Дин төҙөгән уғыҙ ҡәүеме бәйләнештәре буйынса Яраҙ, Дү- кән, Дүргә, Яйырлы нәҫелдәре Әй ырыуына берләшкән. Шулай итеп, Әй ырыуы сығышы буйынса уғыҙҙар менән дә бәйле.
Шул да мәғлүм: әйлеләр һуңынан төньяҡтағы күршеләре уғырҙар менән дә аралашҡан һәм туғанлашҡан. Әйле башҡорттары берләшмәһендәге Өпәй ырыуы тамыры төркиләшкән фин-уғырҙарға барып тоташа. XIII—XIV быуаттарҙа төрлө ҡәүемдәрҙең күсенеү хәрәкәте шауҡымында Урал буйынан төньяҡ һәм төньяҡ- көнсығышҡа табан күсенә, XVII—XVIII быуаттарҙа Көңгөргә барып етә. Артабанғы заманда улар бер төйәктә ойошоп йәшәү рәүешенән яҙа, рустар һәм татарҙар араһында ваҡ төркөмдәр булып ҡала. Хәҙер Өпәй ырыуы нәҫелдәре Мәсетле районының Ишәле, Теләш, Тәкә, Свердловск әлкәһенең Аҡбаш, Шәгәр һәм башҡа ауылдарында йәшәй.
Әйле төркөмө башҡорттарына ҡараған һыҙғылар шулай уҡ фин-уғыр сығышлы ырыу. Рәил Кузеевтың фекеренсә, беренсе мең йыллыҡ аҙағында һыҙғылар ҙа боронғо башҡорт ҡәүемен хасил итеүҙә ҡатнашҡан. Икенсе мең йыллыҡта улар әйлеләр менән бергә Урал буйының көньяҡ-көнбайышынан Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш тарафына күсенә. Артабан Әй йылғаһы буйына, унан төньяҡҡа күсеп ултыралар. XVIII быуат аҙағында һыҙғылар биләмәләренең бер өлөшө заводтар, йәнә Красноуфимск ҡалаһын төҙөү өсөн тартып алына. Ерҙәренә татарҙар, мариҙар кереп ултыра.
Әйле төркөмө башҡорттарына ҡараған Әйле (Әйҙе), Ялан-Әйле, Һарт-Әйле (Алтауҙы), Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Мырҙалар, Төрөкмән, Дыуан, Ҡаратаулы ырыуҙарының төп тамғалары — ай тамға, дөйә муйын, һигеҙле, ҡошо — шоңҡар (йәнә аҡҡош, бөркөт, торна), ағасы — тирәк (муйыл), ораны — һандал (салауат). Көҙәйҙәрҙең (Бүлә- кәй-Көҙәй, Ҡыр-Көҙәй, Төрөкмән-Көҙәй, Урман-Көҙәй, Шайтан-Көҙәй) тамғаһы — ҡаҙаяҡ, өҙәңге, тырма, һәнәк,
12
ҡошо — бөркот (ҡарсыға), ағасы — имән. Ҡошсоларҙың тамғаһы — әүернә. Рәил Кузеев Әйле башҡорттарында ике йөҙ ун биш тамға булыуын билдәләй.
Шулай итеп, Әйле башҡорттарының күп яҡлы ҡатмарлы тарихы мең йыллыҡтар төпкөлөнән баш ала. Бөтә башҡорт ҡәүеменә хас булғанса, уларға Илаһ ҡөҙрәте вә тылсымы менән иң хозур, иң бай ерҙә — Урал төйәгендә төпләнеп йәшәргә насип иткән. Һәр йәненә инә лә, ата ла булған Уралын ғәзиз күреп, ҡурсып, уға һырығып, илбаҫарҙарҙан һаҡлап, ҡанын түгеп, нәҫел-нәсәптәренең, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең киләсәген хәстәрләп көн күргән әйлеләр.
Себер ханлығына ингән төньяҡ-көнсығыш башҡорттары оҙаҡ дәүер Рус дәүләтен танымай, уға ҡушылыу тураһында ихтыяр, теләк белдермәй, буйһонмауҙы хуп күрә. XVII быуаттың икенсе яртыһынан ғына уларҙың Рус дәүләтенә яһаҡ түләүен дәлилләгән мәғлүмәттәр бар. Батшаларға баш эймәҫ әйлеләр һәр саҡ үҙаллылығын һаҡларға, иректә йәшәргә ынтыла. Азатлыҡ өсөн көрәштең күп ваҡыт Башҡорт иленең төньяҡ-көнсығыш төйәгендә башланыуы ошо хаҡта һөйләй.
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттарының батша хөкүмәте тарафынан һанға һуғылмауына, башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуҡтарын боҙоуға, ерҙәрен баҫып алыуға, унда заводтар, ҡәлғәләр төҙөүгә, һалым һәм йөкләмәләрҙең арта барыуына, дини тойғоларҙы кәмһетеүгә, көсләп суҡындырыуға әйлеләр ризаһыҙлыҡ белдерә, XVII—XVIII быуаттарҙағы бөтә башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша һәм үҙәктә тора. Рәсәй батшалығының ҡотон алған 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда башҡорттар хәрәкәтенең үҙәге тап Әй — Йүрүҙән төйәгендә була, һәм Салауат Юлаев азатлыҡ өсөн көрәштә башҡорт халҡының милли батыры булып таныла.
Хәҙерге ваҡытта әйлеләр Башҡортостандың Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай, Нуриман, Иглин, йәнә күрше Свердловск әлкәһе райондарында, Силәбе әлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сыбаркүл, Ҡуҫа, Сосновка райондарында, Әйле (Айлино), Сулея (һүлейә), Бир- ҙәүш, Мейәс, Һатҡы, Златоуст ҡалаларында һәм шул тирәләге ауылдарҙа йәшәй. Әйткәндәй, Силәбе әлкәһенең Ҡоншаҡ районында Әйлекүл, йәғни Әйле күле,
13
һатҡы ҡалаһы йәнәшендә Тырнаҡлы тауы бар. П. С. Паллас, Н. И. Шувалов күлдең исемен Әйле ырыуы, бында әйлеләрҙең йәйләүҙәре булыуы менән бәйләй. Ҡурған әлкәһе (Урал аръяғы) ауылдарында әйлеләр табындар, ҡатайҙар менән ҡатнашып көн күрә. Әйлеләр Башҡортостаныбыҙҙың башҡа төйәктәрендә лә ғүмер кисергән һәм кисерә. Архангел районының Үрге Ләмәҙ (Төрөкмән, Ләмәҙбаш) ауылында — урман-көҙәй- ҙәр, төрөкмән-көҙәйҙәр, Белорет районы Иҫҡуштыла — төрөкмән-көҙәйҙәр, Мулдаҡайҙа (Төрөкмән, Йәрем- бәт) — төрөкмән-көҙәйҙәр, урман-көҙәйҙәр; Учалыла: һөйәрғолда (Көҙөй), Төҫлө Көҙәйҙә — көҙәйҙәр, Әйле Көсөктә — әйлеләр; Благовещенда: Арҡауылда — бүлә- кәй-көҙәйҙәр; Дәүләкәндә: Ҡаҙанғолда (Әйле) — әйлеләр, меңдәр, табындар; Туймазыла: Иҫке Туймазыла — әйлеләр, йыландар, байлар, Йәрмөхәмәттә — әйлеләр, йыландар, ҡаңлылар, Соҡаҙытамаҡта — әйлеләр, ҡаңлылар, Балтайҙа — әйлеләр, ҡаңлылар; Шишмәлә: Әлебайҙа — әйлеләр, меңдәр, табындар.
Ҡан ҡәрҙәштәребеҙгә ғилемлектә тиңе юҡ Иштәк, бөйөк ғалим һәм хаким Нариман, бөтә донъяға билдәле аҡыл эйәһе Сократ, диңгеҙ буйында Ташкүпер ҡалаһын төҙөткән Айҙар шаһ, Мәскәү, Владимир ҡалаларына нигеҙ һалдырған Таймас солтан, шөһрәтле шағир Ҡол Ғәли һымаҡ, ғөмүмән, кемелер Юнанда (Грецияла), кемелер Хиуала, Ираҡта, Ҡытайҙа, Ҡырымда, Болғарҙа һәм башҡа илдәрҙә дан ҡаҙанған ҡанбабаларыбыҙҙан үрнәк алыу, улар кеүек шанлы, ҡөҙрәтле, ҡот-ырыҫлы булыу зарур.
Шәжәрәләрҙә билдәләнеүенсә, ҡанбабаларыбыҙ бик арҙаҡлы шәхестәр: шаһтар, хандар, солтандар, аҡыл эйәләре, ғалимдар, мөдәрристәр, имамдар, шағирҙар, йорт-ил ҡороусылар, халҡыбыҙҙы бар итеүселәр, дан ҡылыусылар. Сократ, Ҡол Ғәли, Тажетдин Ялсығол, Юлай, Салауат исемдәре генә лә мәртәбәбеҙҙе күтәрә. 1710 йылда Өфө губернаһы Златоуст әйәҙе Мырҙалар олоҫонда (хәҙерге Салауат районының Мәхмүт ауылында) тыуған Байназар тархандың улы, башҡорт халыҡ сәсәне Байыҡ Айҙар — бөтә Башҡорт иленең рухи йөҙө, ынйыһы. Ғөмүмән, Әйле еренән, ырыуынан сыҡҡан күренекле шәхестәр һанап бөткөһөҙ: дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелдәре.
14
Яйыҡ башынан тыуған яҡты өйрәнеүсе, йыраусы Спартак Ильясов: ««Иҫке Урал» йыры барын-табындар ерлегендә тыуһа, «Яңы Урал» йырын әйлеләр ижад иткән. Был хаҡта миңә атайым Мөжәүир Илъясов һөйләне, ул иһә ҡартатайҙарынан ишеткән», — тигәйне. Ҡол Ғәли, Тажетдин Ялсығол, Салауат, Байыҡ Айҙар кеүек шағирҙары, сәсәндәре булған әйлеләрҙең «Урал»ды сығарыуы дан күренеш. Әйтәйек, «Урал» йырының түбәндәге төрө Риф Сөләймәнов тарафынан 1978 йылда Силәбе әлкәһенең Арғаяш районында йәшәгән Мостафа Солтановтан (1910 йылда тыуған) яҙып алынған:
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауын Урап ята башҡорт далаһы.
Йырҙарын, бар һинец, моңдарың бар,
Әйҙә йырла, башҡорт балаһы.
Сацҡып та гына саңҡып, ай, ҡысҡыра Урал тауҙарыныц шоцҡары.
Яҫы гына яурын, киң күкрәкле Урал егетенең толпары.
Күреүебеҙсә, йырҙа «Саңҡып та ғына саңҡып, ай, ҡысҡыра Урал тауҙарының шоңҡары» тигән юлдар бар. Әйлеләрҙең ҡошо иһә — шоңҡар! Йәнә ҡанбаба- быҙ Әйле Мейәс буйында тыуған, шунда ғүмер кисергән, уның нәҫелдәре — шоңҡарҙары Уралды ғына түгел, ә бөтә донъяны айҡап осҡан. Ҡыйғы башының Әйле ауылы Иҙрис йәнәшендә Шоңҡар тигән йылға, ағаслыҡ та бар.
«Юлай менән Салауат» тарихи ҡобайырында иһә Салауат ҡая ташҡа ултырып, киң күкрәгендә ташҡанын шулай йырлай:
Уралҡайым, һинең буйың йәмле,
Ҡаяларың ниңә уйҡыллы ?
Балаларын ҡурсып ҡосаҡлаган Инәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле.
Агиҙелкәй ага тау аралап,
Ул тирәлә һыуы һалҡындыр.
Уралымдан йыраҡ киткән һайын,
Буйҙары ла ут та ялҡындыр.
15
Уралҡайым, һайрай ҡошҡайҙарың,
Тыңлаһам да, телен белмәйем.
Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә,
Тип әсемдән генә уйлайым.
Тугайыңды сөм-сөм күлдәр уйган,
Ҡыуга менән керпек ҡыйылган.
Ьыуҡайҙаръщ күктән, әллә ерҙән,
Әллә күҙ йәшенән йыйылъан...
Салауаттың йыры ла — «Урал» йыры! «Уралҡайым, һинең буйың йәмле, ҡаяларың ниңә уйҡыллы? Балаларын ҡурсып ҡосаҡлаған инәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле» кеүек юлдар «Иҫке Урал» йырын да Әйле сәсәндәре ижад итеүенә ишара яһай. Мөхәмәтша Буранғолов «Салауат батыр һәм сәсән» хеҙмәтендә яҙыуынса, бер нисә йырҙы «Салауаттың үҙ йырҙары» тип Ғ. Дәүләтшин (Ғабдулла кантон Дәүләтшин, булһа кәрәк. — М. Б.) 1868 йылда руссаға тәржемә иткән (Хеҙмәте киҫәк, Стәрлетамаҡ Мәғариф министрлығы, 1922). Шулай уҡ Р. Игнатьевтың «Салауат Юлаев» тигән әҫәрендә 1884 йылда Ҡазанда баҫылған. «Салауаттың үҙ йырҙары» тигән йырҙар араһында «Урал»дың ошо төрө лә бар:
Ай, Уралым, һинец йәмец маҡтап,
Ьине данлап, Урал, йырлайым.
Олпатлы ла һинец һыныц күреп,
$ур Хоҙайҙың көсөн ацлайым.
Зур агастыц һынмаҫ ботагындай, Бейектауҙар, Урал, тоташҡан.
Урмандарың ҡаплап һылыуланган Бейек һының күккә олгашҡан.
Йәшел хәтфә кеүек тугайҙарың Буйҡайыңды биҙәп түшәлгән.
Нагышлатан атлас йәймә төҫлө Сәскә менән улар биҙәлгән.
Ҡараңгы төн балҡҡан нурлы айга Саф көмөштәй өҫтөн, нурлана.
Ҡояш нурҡайҙары мансылганда,
Алтынланган төҫлө нур тама.
16
Ҡояш нурын һөйөп ҡаршы ала Алпаһыныц моцло ҡоштары.
Барыһынан бигерәк данлап ала Ьандугастыц ярһыу моцдары.
һандугасҡайҙыц йәмле моңо,
Гүйә, саҡырып торган орандар.
Иҫкәйенә төшкән бурыстарын Үтәһен, тип, бөтә уландар.
Данҡайыцды, Урал, ай, маҡтармын, Шырлаһам да данлап, һүҙ бөтмәҫ.
Ярһыһам да, Урал, ай, данларга Сиге булмаҫ, аҡлар һүҙ етмәҫ.
Ғөмүмән, башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов үҙенең «Мәхмүт сәсән» тигән яҙмаһында «Урал» йырын Әйле башҡорто Байыҡ сәсән ижад итеүен аманат ҡыла:
«Шуны ла әйтергә кәрәк, Мәхмүт үҙе сәсән генә булмаған, башҡа йырау-сәсәндәрҙең дә әйткәндәрен халыҡҡа таратҡан. Мәҫәлән, ул һәр урында Байыҡ сәсән сығарған «Урал» йырын халыҡҡа йырлап ишеттергән. Ғәбит сәсән һөйләүенсә, «Урал» йыры иң тәү «Йәйләүлек», һуңынан «Ете ырыу» йөрөп, аҙаҡ «Урал» булып киткән. Уның һүҙҙәре былай:
Урал гына Урал, тип кем әйтмәй, Моцҡайҙарга тулган буйҡайыц. Йәннәттәрҙән артыҡ, ай, үҙкәйец,
Хур ҡыҙынан артыҡ ҡыҙҡайыц.
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —
Атай-олатайҙарҙыц төйәге.
Уралҡайын һаҡлап яуга сапҡан Батырҙарҙыц ята ла һөйәге.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай яцгыҙ талдарыц,
Тамып та гына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҡандары.
17
Атам да һин, Урал, инәм дә һин,
Урал, тиермен гүргә керһәм дә.
Атҡайҙарга менеп яу сабырмын,
Яулашырга дошман килгәндә.
Уралҡайҙан бейек тә, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы ла һөймәҫ ул булмаҫ.
Атҡайҙарга менеп тә һаҙаҡ алһам, /\ошмандарга ла унда юл булмаҫ.
Кейеген, күп, Урал, ҡоштарың күп,
Буйың айҡай һинең моң менән,
Ҡурайҙар ҙа яһап көй уйнаһам,
Үҙем генә түгел, ил менән.
Байыҡ күп йылдар батша хөкөмөнән ҡасып йөрөгән. Күп йыр сығарған. Уларҙы таратыусы Мәхмүт сәсән булған.
Тимәк, ошо мәшһүр «Урал» йырын сығарыусы Байыҡ Айҙар шуның менән үҙен дә, халҡын да данлы иткән бөйөк шәхес. Мәхмүт сәсән иһә — «Урал» йырын барын-табындарға һәм башҡаларға көйләп, йырлап ишеттереүсе ҡурайсы вә йыраусы. Нисек кенә булмаһын, әйлеләр — башҡорт ил-йорто халҡының ҡөҙрәтле бер ҡәүеме, ә төрлө һүҙле (текслы) «Иҫке Урал», «Боронғо Урал», «Урал» йырҙары — бөтә Башҡорт донъяһына билдәле башҡорт халыҡ йырҙары, мәшһүр Урал төйәгенең илаһи Ватан образы, берҙәмлек символы һәм тормош, йәшәү гимны.
Шуныһы ҡыуаныслы, Йүрүҙән буйында, йәнтөйәгендә Байыҡ Айҙар сәсән рухы һүнмәй. Уның исемендәге ойошма эшләй. Ул буй үҫтергән, ир-егет ҡорона ингән, утыҡҡан Мәхмүт ауылында 2007 йылдың 21 октябрендә мәшһүр сәсәнгә обелиск ҡуйылды. Уның нигеҙендә Байыҡтың кендек ҡаны тамған тигән Монай ауылынан, Байыҡ ҡыуағынан, йәнә Мәхмүттәге Әүлиәләр ҡәберлегенән изге тупраҡ һалынды. Әйткәндәй, башҡорт халҡының гимны һаналған «Урал» йырын ижад иткән бөйөк Байыҡ Айҙар сәсәнгә баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәл ҡуйыу ғәйәт тә сауаплы эш булыр ине.
18
ШҮЛГӘНТАШ СЕРҘӘРЕ
Шүлгәнташ — Көньяҡ Урал-
дағы иң ҙур карст мәмерйә-
ләренең береһе, тәбиғәттең
иң хозур һәм мөһабәт ҡомарт-
ҡыһы. Шүлгәнташ — Көнсы-
ғыш Европа һәм Азия ерендә
палеолит осоро рәсем сәнғәте
һаҡланған берҙән-бер мә-
мерйә. Тәүтормош кешеләре-
нең һүрәттәр галереяһы бе-
ренсе ҡаттың ике стенаһын
һәм икенсе ҡаттың иң ҙур
залын биҙәй. Мамонттар, үгеҙ-
ҙәр, йөнтәҫ мөгөҙморондар,
аттар, һунарсылар, төрлө аб-
стракт билдәләр ҡараңғы ер
аҫты донъяһының һәм үткән
мең йыллыҡтарҙың серен һаҡ-
лай. Шүлгәнташ мәмерйәһе рәсемдәре — әҙәм заты ижа-
дының, ҡараштарының, хис-тойғоларының, хыялдарының,
магияһының тәүге сағылыштары — боронғо сәнғәттең
ғәжәйеп әҫәрҙәре булып тора. Улар Мәскәү, Санкт-Пе-
тербург белгестәре тарафынан ентекле өйрәнелде, Бил-
дәләр залында ҡанбабаларҙың боронғо торағы табылды.
Палеолит дәүере усаҡ урындары, күмерҙәре, саҡматаш
ҡоралдар, һөйәктәр, йәғни мәҙәни ҡатлам асылды. Иң
ҙур табыш — тәүтормош рәссамы ун биш — ун ете мең
йыл элек ҡулланған ҡыҙыл буяу. Шүлгәнташ мәмерйә-
һен тиҫтә-тиҫтә йылдар мөкиббән булып өйрәнгән
кешеләрҙең береһе — Юрий Сергеевич Ляхницкий,
Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институтының
өлкән ғилми хеҙмәткәре, геология-минералогия фән-
дәре кандидаты. Уның етәкселегендә спелеологтар Шүл-
гәнташты комплекслы тикшереүҙең тәбиғи, ғилми,
спелеология-карст программаһын бойомға ашырыу, был
тәбиғәт ынйыһын ҡурсалау, һаҡлау әмәлдәрен эҙләү,
мәмерйәне юҡҡа сығарыуға юл ҡуймаған, экологияға
зыян итмәгән хәүефһеҙ туризм ойоштороу проекттарын
әҙерләү өҫтөндә эшләне һәм эшләй. Ошо изге, илаһи
ерҙә осрашҡанда Юрий Сергеевич менән спелеологтар-
ҙың мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла тикшеренеү, танып
19
белеү эше, Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо рәсемдә- ренең серҙәре тураһында һөйләштек, фекер алыштыҡ.
Мәмерйәлә ғәжәпкә ҡалдырған, төрлө хис-тойғолар уятҡан, уйҙар уйлатҡан һүрәттәр, һындар, кәүҙәләнештәр, күренештәр байтаҡ. Үрге залда өҫтә — ҙур ауыҙында ыржайып торған ҡаҙыҡ тешле аждаһа. Тулҡынлы сәстәре, ҡаштары, танауы, эйәге асыҡ күренә. Һын баҫҡыслы ҡара һарҡынды ерлегендә ҡарҙай аҡ кальциттан бар булған. Әйтерһең, беҙҙең ҡаршыбыҙҙа — уҫал, рәхимһеҙ Шүлгән йә булмаһа ер аҫты аждаһаһы. Бер мәл тикшеренеү эштәре барғанда спелеологтар сәйер геүләү ишетә. Уларҙан башҡа йән эйәһе юҡ тигән мәмерйәлә?!. Ҡараңғылыҡ донъяһында ҡапыл бындай тауыштан тәндәр земберләп, ҡурҡыныс булып китә. Моғайын, һауа ағымы тар ярыҡтар аша өҫкә иҫеп сығып, шундай тауыш тыуҙыралыр, тигән фекергә киләләр. Шулай ҙа күңелдәрҙә ниндәйҙер шик-шөбһә ҡала, был урын серле һымаҡ тойола.
Әллә ниҙәр уйлатҡаны серле тауыштар, Шүлгән кәүҙәләнеше генә түгел. Мәмерйәнең аулаҡ ҡына мөйөшөндә стенала ҡанатлы Аҡбуҙатты хәтерләткән һоҡланғыс аҡ һарҡынды. Ул бына-бына сыңлатып кеш- нәп ебәрер һымаҡ. Йәнә хайран иткәне — һарҡынды- эркенделәрҙең хикмәтле һыҙатланышында ҡатын-ҡыҙ буй-һыны күренеп тора. Әллә Нәркәс, әллә һыуһылыу?.. Көмбәҙ залының стенаһында иһә бик тә серле, кинәйәле билдә, тамға бар — «рәшәткә» (сатраш). Бындай билдә мәмерйәлә бүтән беленмәй. «Рәшәткә» аҫтында насар һаҡланған тәү һүрәт төҫмөрләнә. Атмы, әҙәмме, башҡа затмы?.. Ниңәлер өҫтөнә арҡыс-торҡос һалғандар. Нимәгә ишара был? Магик әмәл-ғәмәлме? Ниндәйҙер сәбәп менән тәү рәсем боронғо кешеләрҙә кире ҡараш тыуҙырғанмы? Йәнә бер ғиллә: уны юймағандар, бөтөнләй юҡҡа сығармағандар, ә магик ысул әмәле «рәшәткә» менән япҡандар.
Боронғо бер бөтөн рәсем сәнғәте, Шүлгәнташ мәмерйәһенең күрке — Рәсемдәр залында. 1959 йылда Башҡорт ҡурсаулығының Прибельск филиалы зоологы
20
Александр Владимирович Рюмин мәмерйәнең түбәнге һәм өҫкө ҡаттарында стеналарға ҡыҙыл буяу (охра) менән төшөрөлгән тиҫтәләгән һүрәтте таба һәм был ғәҙәттән тыш, шаҡ ҡатырғыс хәл-ваҡиға була. Тарихсылар, археологтар, географтар һәм башҡалар бының әкиәт түгеллегенә, ысынбарлыҡ икәненә үҙ күҙҙәре менән күреп ышана.
Рәсемдә — бер көтөү мал-тыуар, уртала — ҡуйы яллы, оҙон ҡойроҡло ат. Уң яҡта өҫтәрәк — бик ҙур мамонт. Ғәләмәт түңәрәк башы, көмрө арҡаһы, томшоғо, ҡойроғо, аяҡтары — бөтә буй-һыны, ҡиәфәте һәйбәт һүрәтләнгән. Шунда уҡ дәһшәтле һуҡҡы тештәрен һонған бик ҡеүәтле йөнтәҫ мөгөҙморон. Унан аҫта — таныуға, белеүгә ҡыйын рәсем. Төшөнөргә тырыша торғас, беленә — бәләкәй мамонт. Күпмелер арауыҡта — йәнә бер мамонт. Археологтар уны «мамонт-диссидент», йәғни башҡаларҙан ситләшеүсе тип атай. Сөнки көтөү көнбайыштан көнсығышҡа, ҡояшҡа табан бара, ә «диссидент» — кире яҡҡа. Ышанһаң — ышан, ышанмаһаң — юҡ, хатта палеолит дәүерендә лә башҡаса фекер йөрөткәндәр булған икән.
Ҡуйы яллы аттан йыраҡ түгел тау тарафына барыусы мамонт тоҫмаллана. Ул үргә бик ышаныслы хәрәкәт итә. Артта — тоноҡлана биргән һәм ҡыйыны- раҡ танылған бәләкәйерәк ат һәм мамонт һүрәттәре. Алдарында башҡа бер ни күренмәй. Мәгәр ошо урынды эшкәрткәндән һуң кеше һыны һәм кейек һыҙаты баҙыҡлана. Йәнә бер табыш! Фотоһүрәттәрҙе ентекләп ҡарап, икенсел сигналдарҙан таҙартҡандан, ҡыҙыл спектрҙы көсәйткәндән һуң, «мамонт-диссидент» аҫтындағы ниндәйҙер билдәләр, аңлайышһыҙ таптар урынында «тоноҡ мамонт» төҫмөрләнә. Элек күренмәгән кеше һыны ла пәйҙә була. Ул 2002 йылда ғына асыла. Шулай итеп, палеолит, йәғни таш быуаттың иң боронғо осоро рәсемдәренең фотоһүрәттәрен компьютерҙа эшкәрткәс, элек таптар рәүешендә генә күренгән һәм бөтөнләй күренмәгән рәсемдәр асыҡлана. Был бик һәләтле фотограф, компьютер графикаһы белгесе, фотомәғлүмәт менән цифр режимында оҫта эш итеүсе Алексей Со- лодейниковтың ҡаҙанышы. Уның хикмәте ниҙә? Алек- сейҙың тәҡдиме буйынса, рәсемдәр факелдар, янып торған шәмдәр ялҡынында һәм фотоаппарат ялтлап-
21
балҡып китеүендә төшөрөлә. Яҡтылыҡ тура төшкәндә сағылыш һәйбәт һымаҡ, мәгәр рәсем бөтә барлығында сағылмай һәм тергеҙелмәй. Төрлө яҡтан яҡтыртҡанда рельефҡа төшөрөлгән өлөштәр асыла, рәсем моделлә- шә. Шуның менән көтөлмәгән һөҙөмтәләргә өлгәшелә. «Ҡыҙыл мамонт» тип исемләнгән фотоһүрәтте компьютерҙа эшкәртеү рәсемдең эске структураһын күрергә, нисек һүрәтләнеүен, диффузия эҙемтәһендә ниндәй үҙгәрештәргә дусарлығын, һүрәнкеләнеүен аңларға мөмкинлек бирә. Бит меңәр йылдар үткән. Еүешләнеүгә, эзбиз эләгеүгә ҡарамаҫтан, буяу нилектән юйылып бөтмәгән?..
Рәсемдәр залының көнбайыш стенаһындағы мамонттар боронғо заманда йыуылыу, ашалыу һөҙөмтәһендә хасил булған тулҡынлы ҡатлам йөҙөндә төшөрөлгән. Башта тикшеренеүселәргә инә мамонт һәм стенаның йомро урынында уның балаһы һүрәтләнгән һымаҡ тойола. Һуңыраҡ фекер итеүҙәренсә, алда — әйҙәүсе мамонт. Иң арттағыһы башҡаларын ҡыуып етер өсөн йүгереп бара һымаҡ. Мамонттар төркөмөнән алдараҡ бизон күҙаллана. Боронғо рәссам ҡыҫҡа мөгөҙҙәрен, үрә торған мундаһын, ергә эйелгән моронон, аяҡтарын, ҡойроғон аныҡ итеп күрһәткән. Стенаның ҡалҡыу, бөгөл урындары убалы, соҡорло көтөүлекте хәтерләтә, һүрәттәрҙән өҫтәрәк — буяу таптары, тимгелдәре. Йәнәштә ниндәйҙер һын булыу-булмауы тураһында бәхәс тыуа. Фотографияларҙы эшкәрткәндән һуң йүгереүсе кеше һыны күренә. Аяғында әллә ҡарға баҫҡыс нәмә, әллә саңғы? Ләкин ниндәйҙер ҡулайлама тағып йүгергәне бәхәсһеҙ. Бәлки, тәүтормош рәссамы ҡышҡы һунар күренешен сағылдырғандыр?
Залдарҙың стеналарында ҡыҙыл буяу таптары байтаҡ. Күп өлөшө һыу даими йыуыуҙан, температура алмашыныуҙан һәм тирбәлеүҙән юҡҡа сыҡҡан рәсемдәр. Ғалимдарҙың фекеренсә, борон мәмерйә эсе ҡорораҡ, рәсемдәр һаҡланыу өсөн шарттар яҡшыраҡ булған. Көньяҡ Уралда климаттың үҙгәреүе, еүешлектең артыуы һүрәттәргә һәләкәтле мөхит, эҙемтә тыуҙырған. Билдәләр (Тамғалар) залының көнбайыш һәм төньяҡ стеналарында бер нисә һиҙелер-һиҙелмәҫ рәсем бар. Байтаҡ ваҡыт ниҙәр икәнен фараз итәләр. Эшкәрткәндән һуң арҡа, ҡорһаҡ, киң түш, түбәнгә эйелгән морон
22
һыҙаттары, йәғни ҡеүәтле ҡыр үгеҙенең (зубр) һүрәте асыла. Шулай итеп, унификация яһау ысулы менән таптарҙан ысын һүрәт тергеҙелә. Был мөғжизәгә тиң күренеш, бит рәсемдәргә ун биш — ун ете мең йыл! Әлбиттә, бәхәс тыуҙырған фигуралар ҙа етерлек. Мәҫәлән, көрән фон. Уны реликттар, йәғни барельеф йәиһә грунтлау ҡалдыҡтары тип раҫлайҙар.
Отто Николаевич Бадер етәкселегендәге Мәскәү реставраторҙары 1976 йылда Хаос залының көньяҡ стенаһы киртләсендә кальцит һарҡындыһы ҡатлауы аҫтында бығаса билдәһеҙ композиция аса. Улар ике төҫтәге баҙыҡ, еңелсә стилләштерелгән ҡуйы яллы йөнтәҫ аттарҙы, ә йәнәштәрендә трапецияны хәтерләткән ҡатмарлы геометрик фигураларҙы күреп хайран ҡала. Ул ваҡытта ошо сағыу, ғәжәп ҡылырлыҡ һүрәттәр менән артабан ни булырын бер кем дә уйламай, һоҡланғыс композиция стена буйлап һарҡыған һыуҙың тәьҫиренә дусар була. Ҡайһы бер һүрәттәр өлөшләтә кальцит ҡаҫмағы менән ҡаплана. Хәҙер уларҙың яртыһын ғына шәйләргә мөмкин.
Хаос залының көнсығыш стенаһы һыртында, ҙур таштар өйөмөнән өс метр өҫтә, бик ҡыҙыҡлы һәм серле рәсем бар. Фаразлауҙарынса, был — кешегә оҡшаш (антропоморф) зат. Мәмерйәлә башҡа бындай йән эйәһе һынланышы юҡ. Әммә ул кеше түгел. Һын көмрәйгән һәм дүрт аяҡта торғандай. Йөҙөндә битлеге лә бар һымаҡ һәм ҡойроғо. Моғайын, был берәй кейекте кәүҙәләндергән шамандыр, тип фараз иттеләр. Юҡ, был серле йән эйәһе — Бөрйән бал, солоҡ ҡорто, тиеүселәр, яҙып сығыусылар ҙа булды. Нимә тип кенә уйламаһындар, һис шикһеҙ, аҙағынаса танып беленмәгән был һүрәт тарихи ҙа, рухи ҙа ҡомартҡы. Стенала унан өҫтәрәк — тояҡлы, ат ҡойроҡло хайуан. Ауыш стенаның тигеҙ йөҙөндә төрлө билдәләр, тамғалар күҙгә салына: һыҙыҡтар, баҫҡыстар, геометрик фигуралар,
таптар, тимгелдәр. Улар композицион яҡтан кешегә оҡшаш йән эйәһе һәм тояҡлы хайуан һүрәттәре менән бәйләнгән. Ни өсөн бында ошондай тамғалар төшөрөлгәнен әлегә бер кем дә белмәй. Көмбәҙ залында ла аңлайышһыҙ таптар күп. Улар залға ингән, температура үҙгәргән урынға яҡын. Шунлыҡтан рәсемдәр боҙолған. Өҫтәүенә, өҫтәрендә аңһыҙ туристар ҡултамғаларын
23
ҡалдырған. Тәбиғи ҡомартҡыларыбыҙҙың ҡиммәтен белмәгән саҡта Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә юл асыҡ булды, мәғәнәһеҙҙәр ни теләй, шуны ҡылды. Әлегә ғалимдар таптар аҫтында ниҙәр барлығын әйтә алмай. Бәлки, бындағы боронғо рәсемдәрҙе тергеҙерҙәр һәм аҫыл мираҫты ишәйтерҙәр.
Тәүтормош рәссамының рәсемдәре араһында абстракт билдәләр ҙә осрай: трапециялар, өсмөйөштәр, баҫҡыстар... Уларға ниндәйҙер йәшерен мәғәнә һалынған. Билдәләр (Тамғалар) залында тоноҡ таптарҙан, тимгелдәрҙән башҡа төрлө абстракт фигуралар ҙа байтаҡ. Әйтәйек, контур эсендә ырыу тамғалары һымағыраҡ күп линиялар менән «ҡолаҡлы трапециялар». Мәмерйәлә был билдә бер түгел, ҡат-ҡат осрай. Хаос залында йөнтәҫ аттар йәнәшендә бер нисә ҡабырға менән трапеция төшөрөлгән. Бындай геометрик рәсемдәр әлегә Шүлгәнташ мәмерйәһендә генә табылған. Һуңғы йылдарҙа тиҫтәләгән яңы билдә асылды. Хаос залының тәрән ярығы-арауығы ғәмәлдә ниндәйҙер билдәләр, тамғалар, ҡатмарлы геометрик фигуралар менән яҙылып бөткән. Бында, һис шикһеҙ, абстракт сәнғәт, абстракт фекерләү сағылған. Ғәжәп бит, ғәжәп! Һыҙыҡтар, шыналар, өсмөйөштәр, трапециялар — бындай билдәләр Франция, Испания, бер аҙ Италия биләмәләренә иңгән Пиреней-Кантабрий тауҙары мәмерйәләрендә лә бар. Боронғолар ошо һыҙымдар менән нимә белдерергә, күрһәтергә, еткерергә теләгән, бер кем дә аңлата алмай. Беҙгә тәүтормош психологияһын төшөнөү ҡыйын. Әлбиттә, мәҫәлән, өсмөйөштөң ҡатын-ҡыҙ символы икәнен беләбеҙ. Ул тыумыштан уҡ нескә заттың тәнендә лә була. Мәгәр Шүлгәнташ мәмерйәһендәге байтаҡ рәсемдәр, билдәләр, тамғалар әлегә аңлайышһыҙ һәм асылмаған сер, юралмаған йомаҡ килеш ҡала. Үҙенең ҡушылдыҡтарынан ҙур йылға барлыҡҡа килгән һымаҡ, фәлсәфәүи фекерҙәрҙән, ҡараштарҙан хәҡиҡәт беленер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең өңөрҙәрендә, мөйөштәрендә, таш ектәрендә, ек ҡатламдарында ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы тикшеренеүсене билдәһеҙ нәмә, һирәк
табыш, яңылыҡ, асыш көтөүе ихтимал. Ҡурсаулыҡтың урман ҡараусыһы Саша Антонов Хаос залындағы таштар өйөмө араһында тәүтормош рәссамының беҙҙең көндәргә тиклем ятҡан палитраһын — йәшел төҫтәге аҫыл серпентиниттан яһалған буяу сөңкәһен таба.
Археолог Вячеслав Евгеньевич Щелинский етәкселегендәге Ленинград (Санкт-Петербург) тикшеренеүселәре 1982 йылда Билдәләр залында ҡаҙыу эштәре алып барып, палеолит дәүеренең мәҙәни ҡатламын аса. Ярты метр тирәһе тәрәнлектә күмерҙәр килеп сыға, артабан таш, һөйәк нәмәләр, ярсыҡтар, һүрәт төшөрөлгән эзбиз киҫәге... Мәҙәни ҡатлам менән стеналағы рәсемдәр яҡынса бер йәштә тип билдәләнә.
Бынан элегерәк тә әһәмиәткә эйә табыштар була. Мәҫәлән, Уралыбыҙҙың күренекле геологы Георгий Васильевич Вахрушев 1923 йылда, Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарап йөрөгән саҡта, ҡарағастан яһалған дүрткел таҡталарға юлыға. Уларҙа эллипсҡа һәм параллелепипедҡа оҡшаш фигуралар, ике балыҡ, йондоҙ һырлап эшләнгән була. Һуңыраҡ тағы ике таҡтасыҡ табыла. Береһендә — һигеҙ ҡырлы соҡорсоҡ, икенсеһендә солоҡ уйып яһалған. Таҡталар ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында һаҡлана.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең рәсемдәре ғәмәлдә ҡыҙыл буяу, ҡайһы берҙәре генә шәмәхә көрән менән эшләнгән. Меңәр йылдар буйы юйылмаған буяуҙың (охра) составы ниндәй һуң? Бында көрән тимер мәғдәне күп. Ул төрлө минералдарҙан тора. Боронғо рәссамдар ошо тау тоҡомон утта яндырып гематитҡа, йәғни ҡарағусҡыл ҡыҙылға, әйләндергән. Уны иһә ҡыҙыл балсыҡ, минералдар, хайуандарҙың ҡаны һәм ҡыҙҙырылған майы менән бутағандар. Шулай иткәндә буяу ағып төшмәгән, эзбизташтың күҙәүҙәренә һеңгән. Археологтар был буяуҙы «хайуан елеме» тип атай. Эрмитажда анализ яһаған белгестәр иһә махсус рәүештә әҙерләнгән буяу тип белдерә. Ул минераллы һәм тотороҡло, меңәр йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡала. Шүлгәнташ мәмерйәһендә бер төрлө түбән температура, шарттар үҙгәрешһеҙ. Шуға ла рәсемдәрҙең беҙҙең заманға тиклем һаҡланыуы тәбиғи.
25
* * *
Фотограф Алексей Солодейников бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле эш башҡара — күп фотографияларҙы эшкәртеп, Билдәләр залының түңәрәк панорамаһын тыуҙыра. Ғалимдар тикшергән бөтә рәсемдәрҙе һәм билдәләрҙе ошонан күрһәтергә мөмкин. Бизон, абстракт фигуралар төшөрөлгән урындар, Хаос залына инеү урыны һәм башҡа күренештәр панорамала бик асыҡ күренә. Ул Билдәләр залының бөтә архитектураһын тулы һәм камил килеш сағылдыра. Әлбиттә, был ҙур ҡаҙаныш. Мәмерйәне ошолай тулыһынса документлаштырыу зарур. Сөнки боҙолоу, тарҡалыу процестары дауам итә, ә документтарҙы һаҡлап була.
Йәнә бер бик тә әһәмиәтле эш — комплекслы тикшереү һөҙөмтәһендә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ентекле, тулы һәм аныҡ картаһы төҙөлөү. Унда бөтә нәмә төшөрөлгән: залдар, соҡорҙар, каньондар, ҡулауыҡтар, өҫкө йөҙ... Топографик эштәр карст ҡыуышлыҡтарының рельефтағы торошон аныҡларға һәм үҙ-ара бәйләнеш асыҡларға мөмкинлек биргән. Бөтә ҡыуышлыҡтарға инеп, уларҙың оҙонлоғон, бейеклеген, стеналарынан үҙәк линияға хәтле арауығын, стеналарҙың горизонтҡа ҡарата ауышлығын үлсәгәндәр, контурын төшөргәндәр. Ҡайтанан төшөргәндән, ҡат-ҡат ентекле үлсәгәндән һуң залдарҙың формаһы аныҡланған. Санкт-Петербург тикшеренеүселәре тарафынан төҙөлгән яңы карта уларҙың һыҙаттарын дөрөҫ, теүәл күрһәтә. Ярыҡтарҙы, сифондарҙы анализлау, йылғасыҡҡа буяу һалыу Шүлгән йылғаһының аҡҡан үҙәнендә (каньон) һарҡырға мөмкин, һарҡҡан урындарын күрһәтә. Был үтә лә мөһим, сөнки ағымдар ярыҡтар буйлап залдарға эләгеп, рәсемдәрҙе боҙа һәм тора-бара уларҙы бөтөнләй юҡҡа сығарыуы ихтимал. Айырыуса Хаос залында хәүефле хәл килеп тыуа. Рәсемдәргә ҡарай һыу юлдары асыҡлана һәм «аттар»ҙы йыуылыуҙан ҡотҡарыу саралары күрелә.
* * *
Францияла һәм Испанияла рәсемдәр булған бөтә билдәле мәмерйәләр бик ҡәтғи вә талапсан рәүештә һаҡлана. Хәүеф янап, мәмерйәне ябып, ун һигеҙ йылда
26
француз хөкүмәте һәм ғилми йәмәғәтселеге баһалап
бөтөргөһөҙ һаналған боронғо рәсем сәнғәтен ҡотҡа-
рыуға өлгәшкән. Бындағы мәмерйәгә фәҡәт белгестәр
генә индерелә. Ә халыҡ өсөн Париж эргәһендә рәсем-
дәрҙең үҙгәртелмәйенсә төшөрөлгән күсермәһе менән
тулыһынса оҡшаш яһалма мәмерйә яһалған. Көнбайыш
Европаның боронғо сәнғәтте ҡотҡарыу өлгөһө ғибрәт
булырлыҡ, һабаҡ алырлыҡ.
Бындай һаҡсыл мөнәсәбәткә Шүлгәнташ мәмерйәһе
лә лайыҡ. Зарарлы тәьҫир киҫкен хәл тыуҙырғанда был
айырыуса мөһим. Әле таш быуаттың иң боронғо осо-
ро сәнғәтенең яҙмышы яҡшы булырына өмөт бар.
Туристарҙың мәмерйә буйлап йөрөүен сикләү ыңғай
күренеш. Бының өсөн Шүлгәнташтың алғы яғы һаҡсыл
һәм ипле мөғәмәләлә яраҡлаштырылған. Ҡыҙыҡһыныу
уятҡан композицияларҙың барыһы ла алғы зал стена-
ларына күсереп яһалған. Был килеүселәргә тамам етер-
лек. Улар бында ла Шүлгәнташтың мөһабәтлеген, хозур-
лығын, ғәйәт ҙур мәғәрәһен (грот) — Порталын күрә,
тирә-яҡ мөхиттең йәмен тоя ала. Өҫкә күтәрелеп,
һоҡланғыс донъяға хайран ҡалып тороу ҙа күңелдәргә
ҡөҙрәт, илһам өҫтәй. Ә нөсхә рәсемдәр төшөрөлгән
төпкөлдәге залдарға үтеп инеү рухи ҡомартҡыларға
зыян килтерә. Тәбиғәтте йәне-тәне менән яратыусылар,
нескә кимәлдә тойоусылар быны аңларға тейеш.
Киң даирәлә фекер йөрөткәндә, киләсәккә бағып,
ошо күркәм төйәктә тарихи-археологик, ландшафт-спе-
леологик, ябай итеп әйткәндә, тәбиғи музей-ҡурсаулыҡ
булдырырға кәрәк. Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның
тирә-яғы менән «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Минәй ба-
тыр менән Шүлгән» эпостары, күп кенә риүәйәттәр,
легендалар бәйле. Яҡындағы Шүлгән күленән, йылҡы
өйөрөн эйәртеп, Аҡбуҙат сыҡҡан. Шунлыҡтан уны
Йылҡысыҡҡанкүл дә ти-
ҙәр. Күлдең ярында
Уралдың бүләһе Һәүбән
Шүлгәндең һылыу ҡыҙы
Нәркәсте сәсенән урап
тотҡан һәм аҙаҡтан буй
бирҙергән. Урал һәм
уның нәҫелдәре ошо
төйәктә мәкерле Шүл-
гән, уның дейеүҙәре
27
менән оҙайлы көрәш алып
барған. Мәмерйә йәнәшенән
Уралдың оло улының исеме
менән аталған Ағиҙел (Иҙел)
йылғаһы аға. Бында йөҙ йә-
шәр ҡарағайҙар, имәнлектәр,
тауҙар, ҡаялар, үҙәнлектәр,
хуш еҫле болондар, таҙа һыу-
лы йылғалар, шишмәләр, бөтә
донъяға билдәле солоҡ ҡор-
то... Ғөмүмән, Бөрйән төйәге,
мөһабәт Шүлгәнташ урын-
лашҡан Башҡорт дәүләт ҡур-
саулығы биләмәһе йәннәттәй
ер, донъя, илгиҙәрҙең күңе-
ленә ифрат та хуш.
Шүлгәнташ Көньяҡ Урал-
да бурташ, гипс, доломит
кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң
ҙуры, хозуры. Тәбиғәт тыуҙырған мөғжизә, тиҙәр уны.
Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу.
Әүәл һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән май таштары, ста-
лактиттары, сталагмиттары ла хайран иткән. Залдары-
ның, күлдәренең атамалары шундай: Күккүл, Инеү уры-
ны (Грот Портал), Төп галерея, Сталагмит залы, Көмбәҙ
залы, Билдәләр (Тамғалар залы), Хаос залы, Беренсе
галерея, Рәсемдәр залы, Икенсе галерея, Оҙонса түңә-
рәк зал, Храм залы, Үрге (Юғары) зал, Акустик зал, Үрге
(Юғары) күл, Гәүһәр зал, Йәйғор залы, Гәлсәр (Сталак-
тит) залы, Ҙур ҡойо, Тау батшаһы залы, Өсмөйөш ра-
йоны, Сифон арты залы, Тамуҡ залы, Йәһәннәм залы,
Алыҫ зал, Ярғанат лабиринты, Киселев сифоны. Әйткән-
дәй, һыу аҫты спелеологы Владимир Киселев, ошондағы
бер нисә бәләкәй сифонды үтеп, осһоҙ-ҡырыйһыҙ си-
фонға барып сыға. Һыу тулы мәмерйә буйлап төньяҡ-
ҡа ҡарай 317 метр үткәс, башҡаса йөҙмәй, кире
борола. Ул йәнә сифон артындағы бер бушлыҡта, иң
төпкөлдә, йоҡоға талған ярғанаттарҙы күрә. Бында
нисек килеп кергәндәрҙер?
Ғөмүмән, Шүлгәнташ күренештәре, мөғжизәләре хайран итә. Ҡайһы бер залдарҙың иҙәндәрендә яңы яуған ҡырпаҡ ҡарҙай ятҡан, ваҡ ҡына кальцит кристалдарынан торған «һөт йылғалары»; гипс кристалдарынан
28
торған таш сәскәләр; стеналарҙағы ярты метрға еткән мәрмәр ониксы ҡатламдары; Гәлсәр залының түшәмендә селтәрләнеп, көмөштәй аҫылынып торған меңәрләгән кальцит ептәре; ер аҫты һыуҙарының бәләкәй соҡорҙар яһап өйөрөлөп ятҡан урындарындағы мәмерйә гәрәбәһе бөртөктәре... Һоҡланғыс ер аҫты донъяһы!
Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың (Портал) киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 метр. Мәмерйә аша һалҡын һыулы ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан ере төньяҡҡа ҡарай ун ике саҡрым самаһы арыраҡ. Үҙәне буйлап килеп, ул мәмерйәгә етмәҫ элек, Ҡотоҡсумған тигән урында, ныҡ шаулап, ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташ мәмерйәһе ауыҙынан урғып сыға, бәләкәй генә Күк күлде хасил итә. Һыуы шифалы тип, туристар рәхәтләнеп эсә, ҡойона, батҡағын биттәренә, ҡулдарына, аяҡтарына һөртә.
Шүлгәндең тәрән ек-тишектән атылып сығыуы асыҡланды. Уға Англияның һыу аҫты белгесе сумды һәм йылғаның 75 метр тәрәнлектән өҫкә ҡалҡыуын раҫланы. Ул мәмерйә ауыҙынан, Күк күлдән, артабан гөрләп ағып, Ағиҙелгә барып ҡушыла. Шүлгән ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай. Парланып торған йылға өҫтөндә һыу сәпсеге оса. Бында ҡыр өйрәктәре ҡышлаған саҡтар ҙа булған. Йәйен, иртәнге ҡояш нурҙары мәмерйәнең алдын яҡтыртҡан мәлдә, күл ысынлап та күкһел булып күренә, ә гроттың асыҡ һоро стеналарында сағылыштар, ялтырауыҡтар уйнай. Ҡойма ямғырҙар ҡойғанда һыу болғансыҡҡа әйләнә, бәғзе берҙә күл өҫтөндә һыу бағанаһы тора.
Мәмерйә иһә эпостарҙа, әкиәттәрҙә һөйләнгән тылсымлы, мөғжизәле вә мажаралы һарайҙы хәтерләтә. Төрлө залдарҙа, галереяларҙа микроклимат үҙенсә, һәр ҡатта үҙенә хас торош, һауа әйләнеше, дымлылыҡ... Мәгәр йыл миҙгелдәрендә һәм тәүлек әйләнәһендә температура тирбәлеше бик бәләкәй. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр тирәһе үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр самаһы күтәрелгәс, икенсе ҡатҡа аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа. Үрге күл — Шүлгәнташтың иң ҡыҙыҡлы һәм серле урындарының
29
береһе. Кешеләр бында ҡойонор, йыуыныр һәм төрлө ауырыуҙарҙан арыныр, йәшәрер өсөн килгән. Күлдең төбөндә ялпаҡ төплө кәмә ята. Нисек килтергәндәр, әйтеүе ҡыйын. Тауҙағы Ташкеләт мәмерйәһенән аҫҡа, тау эсенә табан тағы бер ер аҫты юлы, борон күлдең аръяғынан инеү урыны булған һәм, йәнәһе, һуңынан емерелгән тигән ҡарһүҙ ҙә бар. Шүлгәнташтың ер аҫты донъяһын өйрәнеү, серҙәрен асыу алда әле.
Ҡышын Шүлгәнташта ниндәй матурлыҡ, мөғжизә булғанын күптәр күҙ алдына ла килтермәй. Иҫ китмәле хозурлыҡ! Мәмерйәгә инеү урыны (Портал) оҙонлоғо 2—3 метрға еткән тиҫтәләгән боҙ сталактиттар менән биҙәлә. Мәғәрәнең иҙәнендә әкиәт дейеүҙәрен, йәнлек- кейектәрен хәтерләткән әкәмәт тыуыштар... Шуға ла был илаһи, мөғжизәле урынға хажға барған һымаҡ сәйәхәт ҡылалар. Һис шикһеҙ, Бөрйәндең киләсәге — туризм. Мәгәр бөтә донъя мәҙәни ҡомартҡыһы һаналған Шүлгәнташты һаҡлауға, тейешле ҡағиҙәләргә буйһоноп файҙаланыуға, килеүселәргә аң-белем таратыуға, ватандаштарыбыҙға тәрбиә биреүгә ҡоролған махсус структура булдырыу мотлаҡ. Мәмерйәне, уның тирә- яғын даими күҙәтеү, тикшереү аҫтына алыу зарур. Стационар музей-ҡурсаулыҡтың белгестәре, хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә мәмерйәнең торошон, тәбиғи микроклиматына тәьҫир итерҙәй үҙгәрештәр барлығын- юҡлығын ҡарап, бөтә нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булып, һәр йәһәттән хәстәрлек күреп торорға тейеш. Мәмерйәнең торошона ярашлы инеү ваҡыты, инеүселәрҙең һаны аҙайтылырға, күбәйтелергә мөмкин.
Сәйәхәтселәр «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарында, легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә тасуирланған, тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәпләнгән урындарға сәйәхәт ҡыла; Шүлгәнташтың түбәһенә артыла; солоҡтарҙы, умарталыҡты күрә, Бөрйән балын ауыҙ итә; ҡымыҙ эсә; иҫтәлеккә сувенирҙар һатып ала; йәмле төйәктә фотоға төшә... Улар музей-ҡурсаулыҡтың уңайлы шарттар тыуҙырылған үҙәгенән генә экскурсияларға йөрөй. Заманса туризм ойошторғанда ғына беҙ Шүлгәнташтың именлеген тәьмин итә, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының тәбиғи асылын, йәмен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Сит ил илгиҙәрҙәре йыш ҡына тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙға,
30
рухи хазиналарыбыҙға вайымһыҙ булыуыбыҙға аптырай. Ысынлап та, Шүлгәнташ беҙгә тәбиғәт бүләк иткән ғәжәп бүләк, һис нәмә менән алмаштыра алмаҫлыҡ ҡиммәт, хазина.
«КЕШЕ БУЛҺЫН ЗАТЫҒЫҘ»
Достарыңызбен бөлісу: |