Тыңлап аңлау
- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;
-
өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.
Уҡыу
-
башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
-
өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).
Яҙыу
-
текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;
Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.
-
Графика, каллиграфия, орфография.
Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
-
Телмәрҙең фонетик яғы.
Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.
-
Телмәрҙең лексик яғы.
Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.
-
Телмәрҙең грамматик яғы.
Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. ). Мөмкин, тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәр
I класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр үткәреү.
Әҙәбиәт.
Ғ.Ғүмәр.Башҡортостан.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
З.Биишева. Башҡорт теле..
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
Ж.Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
М.Ишбулатов. Март.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири
уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М.Кәрим.Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? Ҡарға менән төлкө.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Г.Ғәлиева. Ҡымыҙ, М.Дилмөхәмәтов.Ҡумыҙ, Абдулхаҡ Игебаев. Ҡурайым, Р Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ер, Б.Рафиҡов.Салют, М. Кәрим. Еңеү, Асылыкүл, Салауат ҡалаһы, Сибай ҡалаһы.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
Ф.Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр,
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Ҡ. Даян. Тышта ҡар яуа, Ж.Кейекбаев.Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Әкиәттәр. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
З. Биишева. Валсыҡ, К.Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти, Ҡарар.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.
Ғ.Ғүмәр.8 Март, К.Кинйәбулатова.Йомош.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү.
С. Муллабаев. Йомарт йәй.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
I класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;
2. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;
3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;
4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.
5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.
6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.
7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.
8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.
2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.
3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.
4. Диалог, монолог ҡора белеү.
5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.
6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.
II класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.Башҡорт теле.
Башҡорт теленең алфавиты. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Ижек. Баҫым. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙә интонация. Тыныш билдәләре. Исем. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше.
Әҙәбиәт.
Башҡортостан - тыуған илем. Һаумы, мәктәп! Йәйге каникулдар. Көҙ. Кешене хеҙмәт биҙәй. Ҡыш. Беҙҙең ғаилә. Шанлы йылдар. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Уралым. Әкиәттәр. Яҙ. Яҙғы байрамдар. Йәйҙең йәмле көндәре.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
2 класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:
- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;
- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;
- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.
2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.
3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.
4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.
2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.
3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.
4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.
5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.
III класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.
Башҡорт теле.
Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Синтаксис. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм.
Әҙәбиәт.
Һаумы, мәктәп! Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Алтын көҙ. Һөнәрҙәр. Нимә яҡшы, нимә насар. Әкиәттәр. Ҡыш. Урал. Урал тәбиғәте. Ҡаһарманлыҡ юлы. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙғы тәбиғәт.Байрамдар. Балаларҙың тормошо һәм эштәре. Йәй.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
III класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;
7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.
3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.
4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.
2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.
3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.
4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.
5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.
IV класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.
Башҡорт теле.
Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек категорияһы. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Уртаҡ ҡылым. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың грамматик үҙенсәлектәре. Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: бәйләүес, теркәүес, ымлыҡ. Синтаксис. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм. Һөйләмдең интонация буйынса төрҙәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.
Әҙәбиәт.
Мәктәп. Тыуған ил. Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Тәбиғәт бүләктәре. Ил тарихы - халыҡ тарихы. Тормош - ижад… Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Халыҡ аҡылы. Ҡыш. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Сәсәндәр. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре. Башҡортостан ҡалалары. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Башҡортостан мәҙәниәте. Яҙ. Кеше кеше булып ҡалһын. Байрамдар. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Һаумы, йәй!
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
IV класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;
4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.
3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.
5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү,камиллаштыра белеү күнекмәләре.
6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
-
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
-
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
-
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
-
3-4 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
-
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап биреү; бер телдән икенсе телгә тәржемә итә белеү. Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
Класс
|
Һүҙ
|
Билдә
|
Эстән уҡыу
|
1
|
20-25
|
80-90
|
25-30
|
2
|
30-40
|
100-120
|
35-40
|
3
|
40-50
|
120-150
|
45-65
|
4
|
55-65
|
150-200
|
75-85
|
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) диктант;
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре
|
1 класс
|
2 класс
|
3 класс
|
4 класс
|
Күсереп яҙыу
|
2
|
1
|
1
|
1
|
Һорауҙарға яуаптар яҙыу
|
|
3
|
1
|
2
|
Диктант
|
|
2
|
2
|
2
|
Изложение
|
|
-
|
-
|
|
Инша
|
|
-
|
1
|
1
|
Бөтәһе
|
|
6
|
5
|
6
|
Достарыңызбен бөлісу: |