Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет31/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   27   28   29   30   31   32   33   34   ...   40

Ярай, Наилә, мин күңел төшөнкөлөгөнә бирелә торғандарҙан түгел, мин — оптимист! Лев Толстой булыр өсөн ҙур талант кәрәк, ә ундай бөйөк заттар йөҙ йылға бер генә тыуа, тиҙәр. Баҡалы районы Ахман ауылы малайы ла, Хоҙайға шөкөр, үҙенә күрә йәшәп ята, пьесалар яҙа һәм... Наиләһен үлеп ярата!

Хушығыҙ, йәнкиҫәктәрем!

һеҙҙе һағынып, атайығыҙ...

1961 йыл, 1 ноябрь, Мәскәү

Алтынсы хат



Мәскәүҙән сәләм!

«Әй, Аллаһы! Мин һинән һорайым: был көндө ҡыуаныслы ит, еңеү бир, ярҙам бир, яҡтылыҡ бир, тура юлды күрһәт, мине яман-лыҡтан, гонаһтарҙан ҡотҡар. Мине, шулай уҡ, бынан һуң буласаҡ гонаһтарҙан ҡотҡар...»

Был минең иртәнге доғам, Наилә. Йоҡомдан уяныу менән ошо доғаны уҡыйым. Хоҙай Тәғәлә менән һөйлә

479




шеп алғас, кәйефем дә күтәрелә, донъяла үҙемдең барлығымды ла нығыраҡ тоям. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәгем килә!

Ә иң мөһиме: теләгән теләктәрем ҡабул була. Бына, мәҫәлән, бөгөнгө 16 ноябрь көнө нисек үтте? Хоҙай, ысынлап та, теләгемде үтәне бит, Наилә, көнөм ҡыуаныслы булды. «Рус әҙәбиәте тарихын» уҡытыусы профессор С. Матинский минең өсөн ғәжәйеп бер яңылыҡ әйтте. Белеүемсә, «Ревизор» сюжетын Гоголгә Пушкин биргән. Был турала күп яҙылған, һәр хәлдә, әҙәбиәт тарихында шулай яҡтыртылған. Әммә был әҙәби бәйләнештең мин белмәгән нескәлектәре лә бар икән әле. Миндә һәр ваҡыт бына шундай һорауҙар тыуа ине: Пушкин нисек был тиклем дә ғәжәйеп ҡыҙыҡлы, даһиҙар аҡылы ғына уйлап сығара алырлыҡ сюжетты йәлләмәйенсә Гоголгә тәҡдим иткән, ә ниңә үҙе файҙаланмаған? Драматург булмағаны өсөнмө? Әллә оло дуҫлыҡ хаҡына минән Гоголгә бер бүләк булһын, тип шундай ҡарарға килгәнме ул? Фантазияға ифрат бай бөйөк шағирҙың күңел хазиналарында «Ревизор»ҙан да ҡыҙыҡлыраҡ һәм мөһимерәк сюжеттар һәм темалар күп булып, уларға тотонорға ваҡыты етмәйәсәген уйлап эшләгәнме ул был изге эште?

Наилә, минең бына шулай уйларға хаҡым булған бит? Бәхеттән, быны профессор С. Машинский ҙа раҫланы. Ҡайһылай тиһеңме? Бына тыңла.

Гоголдән 9 йыл элек алда «Ревизор» һымаҡ пьесаны Г. Квитка-Основьяненко тигән автор яҙған булған. Исемен ул, әлбиттә, «Ревизор» тип ҡуймаған, ә «Баш ҡаланан килеүсе кеше йәки өйәҙ ҡалаһындағы ығы-зығы» тип атаған. Был пьесала ла Городничий тигән персонаж бар. Ваҡиғалары ла оҡшаш. Профессор С. Машинский беҙгә Г. Квитка-Основьяненконың айырым китап булып сыҡҡан пьесаһын да күрһәтте, һарғайып, таушалып бөткән хан заманындағы баҫма.

Беҙ барыбыҙ ҙа аптырашта ҡалдыҡ. Ғәжәпләндек, әлбиттә. Василий Сховребов тигән осетин яҙыусыһы ғына түҙмәне, әллә ысынлап, әллә шаяртып:

  • Атаҡ! Гоголь да плагиат булған да баһа?! — тип әйтеп ташламаһынмы!..

Беҙ дәррәү көлөп ебәрҙек. Аранан тағы ла кемдер әйтә һалды:

  • Ниңә уға аптырайһығыҙ. Элек яҙыусылар һәм композиторҙар араһында үҙҙәренең остаздарына эйәреп

480




яҙыу модала булған. Быны хатта хуплағандар ҙа! Пушкин үҙе лә «һәйкәл» тигән шиғырын овидиҙан файҙаланып яҙған. Тәүге строфаһына тиклем файҙаланған...

С. Машинский — йәһүд кешеһе. Ә йәһүдтәр бик һаҡ халыҡ, шуғалырмы, профессор оҙаҡ ҡына үҙ фекерен әйтмәй торҙо, күберәк беҙҙе тыңланы. Мин дә бәхәскә ҡыҫылырға булдым:

  • Гетеға тиклем дә бер нисә «Фауст»ың булыуы билдәле. Иң көслөһө, иң даһийы ҡалған, ә талантһыҙҙары ваҡыт үтеү менән онотолған, — тигән фекер әйттем. Бына, ниһайәт, профессорға ла сират етте:

  • Был ҡатмарлы мәсьәлә түгел. Яҡшы сюжетты Г. Квитка-Основьяненко еңә алмаған, ябай ғына итеп әйткәндә, боҙған, әрәм иткән. Бына шуға күрә Александр Сергеевич Пушкин Николай Васильевич Гоголгә тәҡдим иткән дә инде «Ревизор» тигән мәшһүр сюжетты... Мин икеһен дә сағыштырып ҡараным: айырма ер менән күк араһы кеүек. Гоголдә һәр бер персонаж — образ, сағыу характерҙар! Ә теле ниндәй — иҫ китмәле! Рус телен нәҡ бына Пушкин менән Гоголдән өйрәнергә кәрәк. «Г. Квитка-Основьяненко пьесаһында ваҡиға ғына бар, ә сюжет юҡ... Ә ваҡиға үҙе үк сюжет һорап тора. Ундай сюжетты һин генә тыуҙыра алаһың, Николай Васильевич!..» — тигәндер Пушкин...

Наиләкәй, бына шулайтып, доғамдағы «был көнөмдө ҡыуаныслы ит» тигән теләгем ҡабул булды. Мин профессор С. Машинский дәресендә әҙәбиәттең яңы ҡиблаларын асҡандай булдым...

Ә шул иртәнге шифалы доғамдағы икенсе теләгем: «еңеү бир!» тигәне лә бойомға ашты. Бөгөн дәрестән ҡайтҡас, бер-ике сәғәт ял итеп алдым да яҙыу өҫтәле артына кереп ултырҙым. Ниһайәт, быуа йырылды: мин «Кәләш әйттергәндә» тигән комедия яҙа башланым. Сентябрь һәм октябрь айҙарында бер юл да яҙмағаныма ҡайғырып йөрөй инем, бөгөн иһә мин бәхетле — ялҡаулыҡ менән бөтә дипломатик мөнәсәбәттәрҙе лә өҙҙөм! Мин үҙ-үҙемде еңдем! Был еңеүҙе доғам (юҡ, Хоҙайым) бирҙе!..

Наилә! Бергә уҡыған иптәштәремдең күбеһен хәҙер инде йөҙ йыл беләм кеүек. Арыу ғына егеттәр бар, әммә ижади мөмкинлектәре әллә ҡайҙа китмәгән. Беребеҙ ҙә Есенин да, Шолохов та, Арбузов та түгел. Әлеге лә баяғы, беҙҙең арала иң талантлыһы, әлбиттә, Аяз Ғиләжев. Мин

16-1.0129.11 481

\




инде был фекеремдә ҡаты торам. Талантлы булыуы миңә лә йоға шикелле: уның кеүек булғы килеү теләге, тип әйтәйемме, ниндәйҙер һоҡланыу ҡатыш көнләшеүме — әллә нәмә инде, ғөмүмән, оҡшай ул миңә!

Аяз былай бик яғымлы, кешелекле булһа ла, уның хәтәр яҡтары ла күп кенә. Юҡ-бар әҙәм менән ваҡытын әрәм итеп, һөйләшеп тә тормай ул. Ә талантлыларға иһә ул — мөкиббән!.. Татар яҙыусыларын да иләктән үткәрә. Күп кенә тере классиктарҙы «үле йәндәр» тип атай. Беҙгә улар кеүек яҙырға ярамай, хәҙер донъялар үҙгәрҙе, һин ысын талант икәнһең, бер ваҡытта ла яҡ-яғыңа ҡаранып ижад итергә тейеш түгел, тип кенә ебәрә. Үҙҙәренең бер бик күренекле яҙыусыларын бөтөнләй ижад кешеһенә иҫәпләмәй. «Үле тыуған әҫәрҙәр авторы ул...» — ти. Урыҫса әйткәндә, «мертворожденные дети» була инде. Ҡыҙыҡмы? Ҡыҙыҡ та, тик бик фажиғәле бит...

Наилә! Ташкент шахары езувиси Мәүлән Икрам би- лан танишув дауам итә (үзбәксә яҙҙым), һәр кем, билдәле, маҡтағанды ярата. Маҡтаусыһы булһа, мин дә баш тартмаҫ инем. Ә бына үзбәктәр үҙҙәрен күтәрә торған берәй ҡөҙрәтле һүҙ ишетһәләр, бөтөнләй иреп төшәләр. Ә һин уларҙың йылмайыуҙарын күрһәң, Наилә, иҫ китмәле! Ҡара күҙҙәренән ҡуңырт йөҙҙәренә нур көлтәһе һибелһә, донъяла үзбәктән дә матурыраҡ кеше юҡ тип уйларһың, билләһи. Бына беҙҙең Мәүлән дуҫыбыҙ ҙа шундай ир солтаны.

Уның былау бешерергә яратыуы тураһында бер яҙғайным инде. Аяз менән мине ҡунаҡҡа саҡырып, ашап туйғыһыҙ үзбәк ашы менән һыйлағанда, беҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмайбыҙ, әлбиттә: Мәүләнде үлтереп маҡтайбыҙ. Кисә үзбәк дуҫыбыҙ кухняла үҙенең данлыҡлы былау ҡаҙаны тирәһендә булашҡанда, мин бер нисә егет алдында (Аяз да бар ине) Мәүләнгә «кандидат кухонных наук» тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһында «приказ» уҡыным. Бөтәһе лә көлә-көлә ҡул сапты. Яҡшы ҡағыҙға яҙылған һәм матур папкаға һалынған ул бойороҡто Мәүләндең ҡулына тотторғас, егетебеҙ баш эйә-эйә рәхмәт әйтте һәм шунда кем бар — бөтәбеҙҙе лә былау ашарға саҡырҙы... Дуҫлығыбыҙ шулай дауам итһә, Мәүләнгә «доктор» дәрәжәһенә күтәрелеү мөмкинлеге лә бар әле...

Бына шулай йәшәйбеҙ беҙ, Наилә.

Тағы ла бер һаҡаллы шәкерт тураһында һиңә һөйләмәһәм, йә донъям түңәрәкләнмәҫ, яҙайым әле. Исемен

482


юғарыла телгә алғайным, быныһы Төньяҡ Осетия яҙыусыһы Сховребов Василий. Минең йәштәрҙә. Өйләнмәгән һәм шул буйҙаҡ көйөнә үлер ҙә инде ул. Ни өсөн тиһеңме? Ул бер генә мәсьәләне лә еренә еткереп хәл итә торған кеше түгел. Уйлаған уйынан шунда уҡ баш тарта. Холҡо килделе-киттеле шул бахырҙың. Йәш сағында бик матур булғандыр, өҫтәлендә фотоһы тора: тубал кеүек ҡара бөҙрә сәсле йәш кенә егет... Мин юрамал был кем фотоһы, тип һорайым да, ул ғорурлыҡ менән: «Минеке!» — ти. Оҡшамаған бит, тиһәм, эйе, мин хәҙер сибәрерәк шул, тигән була. «Сәстәрең ҡайҙа булды?» — тим. «Ҡыҙҙар йолҡоп бөттөләр», — тип яуаплай. Әле лә ул матур ғына. Кавказ кешеләрендә һирәк була торған матур зәңгәр күҙҙәр, танауы аҫтында бер семтем ҡара мыйығы ла бар. Ирендәре ҡыҙҙарҙыҡы кеүек һутлы. Кәйефе шәп сағында унан да һөйкөмлөрәк кеше юҡ, тиерһең. Тик бына шул осетиндың холҡо бик үк шәп түгел, юҡҡа ғына ҡыҙып бара. Гел генә яйына торорға кәрәк. Ул яҡтан мин тыныс. Конфликтҡа инмәйем. Шуға беҙ татыу ҙа. Бер аҙ ғына мине Аяздан көнләшә шикелле, унан айырып, үҙенэ генә иғтибарлы булыуымды теләй. Холоҡһоҙлоғо өҫтөнә, уның бер ҡыҙыҡ ғәҙәте лә бар әле. Кавказлылар аҡсаға бай халыҡ бит инде, бына беҙҙең Василий ҙа йыш ҡына кибеткә сығып, йә костюм, йә берәй модалы свитер һатып алып ҡайта ла, ярты сәғәт тә үтмәй, «покупкаһы»нан күңеле ҡайтамы, әйберен миңә тәҡдим итә башлай. Ә мин баш тартам, әлбиттә. «Мин уны ҡайҙа ҡуяйым инде?» — тип өҙгөләнгәс, ана осһоҙ хаҡҡараҡ әҙәбиәт институты студенттарына һат, тим. Был шатланып риза була һәм шунда уҡ йүгерә-атлай аҫҡы ҡаттарҙа йәшәгән «Есенин- дар», «Маяковскийҙар» янына төшөп тә китә. Ә бер ун- ун биш минуттан: «Рәхмәт, Нәжиб, һаттым!» — тип, бөтә коридорға ҡысҡырып мине маҡтап йөрөй. Әммә... был студент халҡы стипендия алғас түләрмен тиһә лә, береһе лә вәғәҙәһендә тормай, Василийҙы айҙар буйына алдатып йөрөтәләр. Бына шунан инде бөтә бәлә миңә төшә. Етмәһә, уның бер свитерынмы, курткаһынмы, Йбраһим Абдуллиндың институтта уҡып йөрөгән Фоат исемле ҡустыһы ла бынан көтөргә алып торған да, аҡсаһын бирмәйенсә ҡасып йөрөй икән. Шунан инде осетин дуҫым: «Нәжиб, студент һинең яҡташың, уның өсөн һин түлә!» — тип йәнемде ҡыя. Нимә эшләмәк кәрәк, түләнем инде... Ярай, аҡсаһыҙ студентҡа минән бер хәйер булыр. Аллаһу әкбәр!

16*

483




Наилә, онотҡанмын икән, минең тағы ла бер шатлығым бар. Бер уйлағанда, шатлыҡ тип әйтерлек әллә ни ҙә түгел инде, шулай ҙа баш ҡаланың нәҡ үҙәгендә, әҙәбиәт институты бинаһының бер бүлмәһендә, сәнғәт фәндәре докторы Инна Люңияновна Вишневская һәм «Хәйерле сәғәттә» тигән мәшһүр драманың авторы Виктор Розовтар ауыҙынан яңғыраған фамилияны йөрөтөүсе кеше булараҡ, шундай нескә хистәргә бирелергә лә хаҡым барҙыр, моғайын? Зинһар, мине сентименталлектә ғәйепләмә, Наилә. Аҙыраҡ һинең дә кәйефең күтәрелһен, тип кенә маҡтанам: өсөнсө көн драматургия семинарында минең «Рәйсәм» тикшерелде. ВЛК шәкерттәре Аяз Ғиләжев, Нәжибәк Хафизов, яҡут Леонид Попов, ҡалмыҡ Алексей Балакаев, бүрәт Барадий Мунгуновтар ҙа ҡатнашты. Был семинарға драматургтар ғына йөрөй. Башҡа жанрҙар буйынса ла семинарҙар эшләй.

«Рэйсэ»гә ҡарата фекерҙәр, нигеҙҙә, ыңғай булды. Бер аҙ Сәлим образын ғына тәнҡитләнеләр, һөйләргә, аҡыл һатырға ярата, тинеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, резонер инде. Мин бының менән килештем, эйе, Сәлимде шундайыраҡ итеп яҙғанмын шул, киләсәктә мин уға, бәлки, әйләнеп тә ҡайтырмын әле. Ә бына Инна Люңиянов- наға Рәйсә образы бик оҡшаған. Минең өсөн иң мөһиме лә ошолор, моғайын. Ул «Рэйсэ»не Арбузованың «Таня» тигән атаҡлы драмаһы менән бергә бәйләп һөйләне. «Таня аҡыллы, тыйнаҡ һәм ғорур ҡатын-ҡыҙ образы. Нәжиб Асанбаевтың пьесаһын уҡығанда мин Таняны күҙ алдыма килтерҙем. Рәйсә образының отошло яғы шунда, ул моң менән, хис менән алдыра. Быны лирика тиергә лә ярайҙыр, шулай дөрөҫөрәк булыр...» — Вишневскаяның төп фекере бына ошо. Виктор Розов та мине уңышлы пьеса менән ҡотланы.

Наилә, бына шул семинар үҙенә күрә бәләкәй генә бер премьераға әйләнде. Аҙаҡ бер нисә дуҫымды кафеға алып керҙем. Аҙыраҡ күңел астыҡ. Табында иң шәп һүҙҙе Аяз Ғиләжев әйтте:

  • Башҡорт Нәжиб Асанбаев бөгөн бөтә Мәскәүҙе яулап алды! — тине.

Бына, Наиләкәй, мин һиңә баш ҡалалағы тормошомдоң бер нисә көнөн тасуирлап бирҙем. Ә һеҙҙе һағыныу- ҙарым һис тә кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Әгәр

484




шул семинарҙан һуң һин дә эргәмдә булһаң, бәхетем тағы ла ҙурыраҡ булыр ине...

Хуш, йәнем! һинең Нәжибең...

16 ноябрь, 1961 йыл, Мәскәү

Етенсе хат



Һағындым!

Наилә! Бөгөн элеккеләренә ҡарағанда ла йылыраҡ итеп яҙылған хатыңды алдым. Аллаға шөкөр, миңә бер ниндәй ҙә дәғүәләрең, йомоштарың юҡ, тормошоң ал да гөл булмаһа ла, һәүетемсә генә алға барыуын дауам итә. Арбаңдың тәгәрмәстәре майланған, шығырламай ғына тәгәрәйҙәр, балаларыбыҙ үҫә, театрҙа ла мине онотмайҙар икән, рәхмәт. Минән дә ялҡынлы сәләм тапшыр үҙ- ҙәренә.

Дәғүәләрең юҡ, тип яңылышыраҡ ысҡындырҙым, ахырыһы. Ә ҡасан ул һинең миңә ниндәй ҙә булһа берәй дәғүәң, йәки йомош ҡушҡаның булды? Юҡ, юҡ, һин ундай зат түгелһең шул. Беләм, мине тормош мәшәҡәттәре менән борсомаҫҡа тырыштың, ижад менән генә шөғөлләнеүемде, ошо әлкәлә уңыштарға өлгәшеүемде теләнең! һинең был изгелектәреңде ғүмергә лә онота- сағым юҡ, Наиләкәй! Мең рәхмәт һиңә!

Ләкин, Наилә йәнем, улай ярамай бит, дәғүәләрең булырға тейеш һинең һәм уларҙың барлығын да яҡшы беләм мин. Тик ҡуш ҡына, мин бөтәһен дә еренә еткереп үтәрмен, яраймы?

Эйе, яҙыусының төп эше — ижад итеү. Әммә мин бер үк ваҡытта ғаилә башлығы ла бит әле. Минең яратҡан Наиләм, ҡәҙерле балаларым бар. Салауат ҡалаһының «Бульвар Славы, 8» адресы менән тамғаланған ике ҡатлы йортта фатирым бар. Унда бик һәйбәт бер ғаилә йәшәй. Тик шуныһы аяныс, ире ике йылға Мәскәүгә уҡырға китеү сәбәпле, тормоштоң бөтә ауырлығы ҡатыны елкәһендә ҡалды. Иң яуаплы осорҙа, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, кеше итеү өсөн ысын көрәш башлар саҡта ғына яңғыҙ ҡалған ҡатындың нимә эшләп иренә йомоштары вә дәғүәләре булмаһын, ти? Мине нисек кенә тормош ығы- зығыһынан ҡурсаларға тырышһаң да, йөрәгем менән быны ҡабул итә алмайым, Наилә! Хатта бының өсөн һиңә

485




үпкәләүем дә ихтимал әле. Ижад ул барыр, бер ҡайҙа ла китмәҫ, ә бына һине һәм балаларымды бер генә минутҡа ла онотасағым юҡ, Наилә! Бына һинең шул тыйнаҡлығыңа асыу итеп, ошо хатты яҙып бөткәс тә (бөгөн бит әле ял көнө лә) ГУМ-ға китәм. Кеҫәм тулы аҡса, һеҙгә донъялағы иң затлы әйберҙәр алып, иртәгә үк посылка һалам. Өсөнсө көн генә һеҙгә 2000 һум аҡса һалғайным, оҙаҡламай финанс мәсьәләләрең дә хәл ителер.

Ҡара әле, мин диуана, беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәрҙе кейем-һалымға һәм аҡсаға ғына ҡайтарып ҡалдырҙым түгелме һуң? Быларҙан да мөһимерәк нәмәләр бар бит әле донъяла! Кешенең күңеле, эске матурлығы, мөхәббәте, әхлағы һәм әҙәбе бөтәһенән дә ҡиммәтерәк, минеңсә! Теләктәреңдең үҙем белгәндәрен мотлаҡ үтәрмен, әммә мин һиҙмәгәндәре лә барҙыр бит, Наилә? Шулаймы? Юҡ, юҡ, мин һинең бөтә булмышыңды үтәнән-үтә күреп торам, күңелеңдә булыуы ихтимал шик-шөбһәлә- реңде лә самалайым. Ышан: мин шул уҡ Нәжиб, һине беренсе күреүемдә ниндәй булһам, әле лә шундай уҡ һиңә тоғро йән эйәһе! Бына, килештек тә! Был турала башҡа һүҙ алып барыуҙың кәрәге булмаҫ, Алла бирһә!

Әйҙә, яңынан тормош прозаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мин һиңә бер хатымда Нәжибәк Хафизов тураһында яҙғайным инде. Уны 1938 йылдан бирле беләм. Мин фи- нанс-иҡтисад техникумында белем алғанда, ул театр училищеһында уҡып йөрөй ине. һин уны, Наилә, Ауырғазы театрында актер булып эшләгән сағында күргәнһең.

һуғыштан һуң Нәжибәк БАССР-ҙың Сәнғәт эштәре идаралығында өлкән инспектор булып эшләне. Мин, әле капитан сағымда, бер шаршаулы пьесамды күтәреп, уны драма түңәрәктәре репертуарына тәҡдим итеү өсөн шул идараға барғайным. Нәжибәкте шунда осраттым. 1939 йылдан бирле күрмәгәс, уны таныманым. Башта: «Асанбай, һаумы!» — тип ул миңә өндәште. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ, йәшлекте иҫкә төшөрҙөк. Аралар йылы ғына булып киткәйне. Артабан Нәжибәк 1950—1953 йылдарҙа сәнғәт хеҙмәткәрҙәре әлкә профсоюзының рәйесе булып эшләне. 1954—1957 йылдарҙа Башҡортостан ра- диокомитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарҙы, «һәнәк» журналында ла эшләп алды ул.

Нәжибәккә түрәлек сире ҡамасауланымы, уның ғәйебе арҡаһында, беҙҙең аралар һалҡыная төштө, һин хәтерләйһеңме икән, Наилә, Хафизов бер нисә тапҡыр

486




беҙҙә ҡунаҡта ла булғайны. Хатта әсәйем уны бик яратып ҡалғайны. Асылып киткән саҡтарында бик һөйкөмлө була торғайны шул ул. Нисә әйтһәң дә, актерлыҡҡа уҡыған кеше, ҡайһы берҙә ролен һәйбәт кенә уйнап ҡуя.

Нәжибәктең бер яратҡан ҡыҙы бар ине. Исемен онотҡанмын инде. Роза ине булһа кәрәк. Бик оҙаҡ та йөрөмәнеләр. Бер саҡ Нәжибәк дуҫыбыҙ ошо һылыуҡай- ҙхяң апаһына әйләнеп ҡуймаһынмы! Зөһрәгә... Быға бөтә халыҡ аптыраны. Зөһрә төҫкә-башҡа һеңлеһенән бик күпкә ҡайтыш ине. «Апаһынан матур һеңлеһе!» — тигән йырҙағы кеүек инде. Минең Зөһрәгә ҡарата фекерем һәйбәт. Бик аҡыллы ҡатын ул. Әлеге ваҡытта Өфөнөң Ленин музейында эшләй. Салауат исемле улдары үҫеп килә. Тик, ни өсөндөр, Нәжибәк үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа Зөһрәһен ҡултыҡлап Өфө урамдарынан үтмәне. Мин уларҙың бергә булған саҡтарын, ғөмүмән, күрмәнем. Нәжибәк бит театр кешеһе, әммә театрға ла ул яңғыҙы ғына йөрөнө. Кеше ғаиләһен тикшереү килешмәй, әлбиттә. Ләкин һөйгәнең менән ғүмер кисереүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән ул донъяла?! Минеңсә, иң бәхетһеҙ зат — һөйгәне булмаған кеше. Был — хәҡиҡәт!.. Әлбиттә, мин бының менән Нәжибәк Зөһрәһен яратманы тип әйтергә йыйынмайым. Кеше тормошо — ҡарурман, тиҙәр бит.

Нәжибәк, башлыса, кескәй формалағы драматургия жанрында ижад итә. Филармонияның «Кәтүк менән Ба- ғанай» тип йөрөтөлә торған бригадаһы өсөн интермедиялар, реприздар, скетчтар яҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә, әлегә уның да әллә ни маҡтанырлыҡ ижады юҡ. Бына шуға ҡарамаҫтан, ошо Нәжибәк әфәндебеҙ үҙен ни өсөндөр минең алда эрерәк тотоп маташа. Әлбиттә, бер заман уны Мостай Кәрим ярҙамында Яҙыусылар союзы секретары итеп һайлағайнылар. Әҙәм көлкөһө, үҙе союз ағзаһы булмаған көйө яҙыусылар өҫтөнән етәкселек итте. Бәлки, һаман да ул мине үҙенең бер подданыйы, йәки ҡоло итеп һанайҙыр? Әллә һаман да шул түрәлек сиренән айырыла алмаймы? Ул бит минең һуғышта 21 йәштә капитан булыуымды ла яҡшы белә... Булмаһа, аҙ ғына маҡтанып алайым әле: уның бит «Рәйсә»һе лә, Наиләһе лә юҡ?! Ғөмүмән, мин бер ваҡытта ла «подданный» ҙа, ҡол да булманым, бер кем алдында ла тәрилкә тотманым, түрә- ләрҙең сумаҙандарын да күтәреп йөрөмәнем. (Аллам һаҡлаһын!..)

487




Беҙ икебеҙ ҙә СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, икебеҙ ҙә Юғары әҙәбиәт курстарында уҡып йөрөйбөҙ. Өҫтәүенә, яҡташтар ҙа, хатта ҡорҙаштар ҙа әле. Бизмәнебеҙҙең ике башы ла тигеҙ тарта. Шулай булғас, ниңә һауаланып йөрөргә инде? Күптән Нәжибәк менән бер ултырып һөйләшергә йыйынып йөрөй инем, форсат үҙенән-үҙе табылды. Бер заман төнгө икеләр булғандыр, күршемдең быуылып-быуылып йүткереүенә уянып киттем. Эй йүткерә был, эй йүткерә, йәл булып китте бахыр. Уның элек тә үпкәһе ауырыу икәнен белә инем. 1942—1947 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт иткәндә эләктергән ул сирҙе. Шуғалырмы, ғүмер буйына ҡаҡса булды, тәненә ит ҡунманы. Уның ҡарауы, төҫкә- башҡа бер ҙә үҙгәрмәне, әле лә йәш сырайлы ул, егеттәргә алыштырғыһыҙ!..

Шул өйәнәге ҡуҙғалғандыр инде, тип һикереп торҙом да коридорға сығып, Нәжибәктең ишеген шаҡыным.

  • Инегеҙ, инегеҙ, ишек асыҡ!

Инеп утын яндырғайным, уның ап-аҡ булып карауатта ятыуын күргәс, йөрәгем жыу итеп китте.

  • Нәжибәк! Бик интегәһең бит, берәй ярҙам кәрәкмәйме?

  • Әйҙә, ултыр әле...

  • Ултырырмын... Сәй яһап алып инәйемме?

  • Сәй эскән бар ҙа ул... — тине Нәжибәк яғымлы тауыш менән. Үҙе миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы. Мин, ҡасандыр беҙҙең яратҡан шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәти әйткән ошо ҡанатлы һүҙҙәрҙе ишетеү менән, бөтәһен дә аңлап алдым:

  • Нимә һиңә, коньякмы, араҡымы?

  • Коньяк та эсте тишмәҫ ине лә, шулай ҙа ағы яҡшыраҡ булыр...

  • Хәҙер, Нәжибәк!

Мин тиҙ генә сыҡтым да, буфетымдан Өфөнән йәки Ҡаҙандан берәйһе килһә тип алып ҡуйған шешәләремдең береһен эләктереп, яңынан күршемә индем.

  • Фәҡәт йөҙ грамм!

  • Ә мин артығын һалмайым да...

Нәжибәк кейенде лә өҫтәл янына килде. Графиндан стаканға һыу һалды һәм алдына ҡуйған йөҙ грамды йәһәт кенә эсеп тә ебәрҙе.

  • Минең унда ҡабырға ла бар ине.

  • Юҡ, рәхмәт!

488




Бер тынға һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Нәжибәктең йөҙөнә нур йүгерҙе, күҙ ҡараштары матурланды, ирендәре алһыуланып китте. Кәүҙәһен дә турайтып, ултырғысына яйлап ултырҙы ла:

  • Ниңә үҙең дә тотмайһың, Нәжиб? — тип һорай һалды.

  • Эйе, һинең менән бергә ултырып, күптән эскән юҡ... — тинем дә, икенсе стаканға ла араҡы ҡойҙом. — һинең һаулығың өсөн, Нәжибәк!..

Бына шулай беҙ, Наилә, ике «бөйөк драматург» ярты төн уртаһында, бәлки, гонаһлы ла, бәлки, гонаһһыҙ ҙа булған бер акңия үткәрҙек...

Бер ултырыу — бер ғүмер, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, бына ошо «сәләмәтлек акцияһы» беҙҙе Нәжибәк менән мәңгегә дуҫлаштырҙы. Мин уның булмышында бик күп яңы сифаттар астым. Ул юморға бай егет булып сыҡты, аҡылының сатирик уты ла көслө ине. Бына шунда мин Мостай Кәримдең ни өсөн уны үҙ иткәнен аңлап алдым.

Кеше таный белеү — үҙе бер талант шул ул, Наилә. Тормош иптәшенән, йәғни хәләл ефетенән уңған ир ни тиклем бәхетле булһа, ауыр замандарҙа таяныр дуҫың, йәнеңә аҙыҡ табырлыҡ яҡын кешең булыу ҙа ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Юҡ, юҡ, улай тип әйтеү генә аҙ: Нәжибәк кеүек уҙаман менән ат урларға ла барырға була... (Халыҡ мәҡәле.)

Бына шундай ҡаршылыҡлы уйҙар кисерҙем, Наилә. Өфөлә юғалтҡан Нәжибәкте Мәскәүгә килеп таптым. Дуҫлыҡ — күңелдәр араһында йөрөгән илсе тигән Ризаитдин Фәхретдинов. Ә илсе ул изгелекле-игелекле вазифа, илсегә үлем юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Бына хәҙер минең күңелемдең тағы ла бер илсеһе булды: Нә- жиб-Нәжибәк дуҫлығы!

Нәжибәк менән дуҫлашыуыма Аяз да һөйөндө. Юғиһә ул беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәрҙең һалҡын булыуына эсе бошоп йөрөй ине. Быны бер ҙә хупламаны ул... Бына хәҙер беҙ өс таған булдыҡ: Нәжиб, Аяз, Нәжибәк.

Беҙҙең менән бергә уҡыусы литва яҙыусыһы Ольга Лисовская янына Риганан бер әхирәте килгән. Шағирә булһа кәрәк. Беҙҙең дәрестәргә лә кергеләп ултырҙы. «Егеттәребеҙҙең ҡайһыһы оҡшай һиңә? — тип һораған Ольга әхирәтенән. «Хафизов, Асанбаев, Ғиләжев», — тип яуаплаған ҡунаҡ ҡыҙы. Быны Ольга Нәжибәккә әйткән, улар бер парта артында ултыралар. Бына бит,

489




Наилә, беҙҙең «өс таған» дуҫлыҡ буйынса ғына түгел, ә ир солтандары булараҡ та дан тота Мәскәүский ҡалаларҙа...

Наилә, һиңә тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл тураһында бәйән итмәһәм, йә күңелем булмаҫ. Әлеге лә баяғы, һаман да шул Нәжибәк хаҡында инде.

Беҙҙең курстың старостаһы юҡ ине. Мин бер ҙә староста кәрәк булған өсөн түгел, ә Нәжибәктең күңеле булһын, тип, курстар начальнигы Юрий Лаптевҡа инеп, старшина вазифаһын булдырыу һәм был «үтә лә яуаплы» эште Нәжибәк Хафизовҡа йөкмәтеү мәсьәләһен күтәрҙем. Начальник минең тәҡдимде хупланы һәм шул көндө үк беҙҙе йыйып алды ла: «Бына башҡорт яҙыусыһы Нәжибәк Хафизов бик оҡшай миңә, етәксе эштәрҙә лә эшләгән, үҙе бик етди иптәш, ижады ла ҙур ғына», — тип әйтә һалды. Беҙ, 28 кеше, бөтәбеҙ ҙә дәррәү алҡышлап, Нәжибәкте староста итеп һайланыҡ. Был башҡорттарҙың Мәскәүҙе икенсе тапҡыр яулап алыуы булды инде. Беренсеһе тураһында һиңә яҙғайным...

Бына, Наиләкәй, шулай йәшәп ятҡан көн..

Барығыҙға ла ҡайнар сәләм! Балаларымды һағындым, шул йәнкиҫәктәремде минең өсөн дә һөй инде, пожа- лысты...

Хушығыҙ! Мәскәү студенты Нәжиб Асанбаев булабыҙ беҙ!..

1 декабрь, 1961 йыл

Нигеҙенсе хат



Мәскәүҙәрҙән ялҡынлы сәләм!

Наилә! һин һуңғы хатыңда Дилараның индустриаль техникумға йәштәр кисәһенә барыуы тураһында яҙғанһың. Быға әллә шатланғанһың, әллә борсолғанһың — аңламаным. һин — әсә, һиндә ошо тойғоларҙың икеһенең дә бер юлы тыуыуы бик мөмкин. Әле бына мин дә уйға ҡалдым, һорап киткәндер бит? Рөхсәт иткәнһеңдер бит ун алтыһы тулып, ун ете йәшенә сыҡҡан балаҡайға үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр йәштәр кисәһенә барырға? Шулайҙыр, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Эйе, Наиләкәй, беҙҙең баш балабыҙ, һөйөклө ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп етте, буғай!..

490




Бөтәһен дә аныҡ ҡына белмәйем (һин ентекләп яҙмағанһың), шулай ҙа Дилараның үҙ тиҫтерҙәре менән бергә күңел асырға барыуына мин шатландым, Наилә. Был, моғайын, ҡыҙ баланың үҙ ғүмерендәге иң беренсе бәхетле миҙгеле булғандыр?! Тимәк, ул яҡты донъяның серҙәрен аса башлаған, үҙенең үҫеп етеүен, үҙенең Тыуған илендә, өлкәндәр кеүек үк, үҙе теләгәнсә йәшәргә хаҡы барлығын раҫлаған, шулай бит? Аллаға шөкөр, былай булғас ни инде беҙ уны аяҡҡа баҫтырғанбыҙ, хәҙер ошо ғүмере юлдарынан ышаныслы аҙымдар менән атлап китергә, һикәлтәләрҙә абынмаҫҡа, ҡоламаҫҡа ярҙам итергә генә кәрәк балаҡайға...

Дилара гел генә минең күҙ алдымда баҫып тора кеүек. Ул икебеҙгә лә оҡшаған һылыу ҡыҙ инде. Хәҙер үҙенең үҫеп еткәнен яҡшы аңлай, шуға һөйөнөп бөтә алмай. Үҙенең буй-һынының матур булыуына ла шатланалыр балаҡай. Өҫтөнә кейгән кейемдәрен дә тәнҡит күҙлегенән үткәрә торғандыр. Иптәш ҡыҙҙарыныҡынан кәм түгелме, йәнәһе. Кино ҡарап ҡайтҡас та көҙгөгә баға ла һылыу актриса менән үҙен сағыштырып ҡарай. Шул матурҡайға оҡшарға теләй, һәм ул яйлап ҡына һиңә үҙенең теләктәрен белдерә. Әлегә бөтәһен дә түгел, ә үҙе дөрөҫ тип тапҡандарын ғына әйтә. һин уға үҙеңдең аҡыллы кәңәштәреңде бирәһең. Уның ҡылған эштәрен, ғәмәлдәрен йә хуплайһың, оҡшамағандары булһа, ҡыҙыңдың күңелен ҡалдырмаҫлыҡ итеп кенә тәнҡитләйһең, артабан нимә эшләргә кәрәклеген аңлатаһың. Шулаймы?

Хәтерләйһеңме, Наилә, һин миңә ун ете йәшең тулғас, яҡындарыңдың береһенә лә әйтмәйенсә, сәс толомдарыңды киҫтереүең тураһында һөйләгәйнең. Кисен өйгә ҡайтып кергән атайың, һине ошондай сәйер ҡиәфәтеңдә күргәс, ап-аҡ булған, оҙаҡ ҡына ни тип әйтергә лә белмәйенсә, аптырап һиңә ҡарап торған да, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә: «Их, ҡыҙым, мәрхүмә әсәйеңдең төҫө итеп ҡарай инем бит мин һинең ул сәс толомдарыңа!..» — тигән. Бына мин дә, Наилә, Диларабыҙ шундай хата эшләмәһә ярар ине, тип борсолам әле. һин уға был турала ныҡ ҡына итеп әйт инде, әгәр шундай заман модаһына эйәреп, ун алты, ун ете йәшлек ҡыҙҙарҙа ғына була торған илаһи матурлыҡтан айырылырға — сәс толомдарын киҫтерергә уйлаһа, берүк ашыҡмай торһон, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар, йыйылышып, бергәләп хәл итербеҙ. Яраймы?

491




Наилә, һине өйрәтәһе юҡ, шулай ҙа атай кеше булараҡ, мин дә һеҙгә бер нисә кәңәш бирәйем әле. Ҡыҙ бала үҫкән һайын, һылыулана барған һайын яман кешеләр күҙенә эләгә башлай. Был — уның үҙ йәшендәге малайҙар түгел, ә 22—25 йәшлек әзмәүерҙәр. Бигерәк тә спортсмендарҙан һаҡ булырға кәрәк. Салауатта көн дә тип әйтерлек һәр төрлө спорт ярыштары үткәрелә: еңел атлетика, футбол, волейбол һ. б. көс һынауҙар булып тора. Ҡайҙарҙан ғына килмәйҙәр ул уҙамандар?

Бына шул ситтән килгән атлеттарға, һөлөк кеүек таҙа, матур буй-һынлы егеттәргә ҡыҙҙарҙың да күҙе төшә торғандыр, моғайын. Ә ул бурҙайҙарға шул ғына кәрәк тә. Танышалар, стадионға саҡырыу билеты бирәләр, ә кисен йә ресторанға, йә үҙҙәре йәшәгән ҡунаҡханаға алып керәләр. Унда нимәләр булғанын бер Хоҙай үҙе генә белә.

Салауатта йәшәгәндә был турала партияның ҡала комитетында ла күп тапҡырҙар ишеткәнем булды. Спортсмендар ҡайтып киткәс, ҡайһы бер һылыуҡайҙарҙың ата- әсәләре: «Балабыҙҙы харап иттеләр ҡәбәхәттәр!..» — тип илап йөрөгәндәрен дә беләм. Бына бит ниндәй фажиғәләр ҙә бар был донъяла! Мин бының менән бөтә спортсмендар ҙа шундай уҡ, тип әйтергә теләмәйем. Юҡ, һис тә улай түгел. Ундай боҙоҡ тәбиғәтле әҙәми заттар һәр бер коллективта бар ул. Үҙем белгән ҡайһы бер аяныслы факттарға таянып ҡына фекер йөрөтәм, һүҙ бит бәғеребеҙҙән өҙөлөп төшкән ғәзиз ҡыҙыбыҙҙың артабанғы яҙмышы хаҡында бара. Был турала һәр бер ата-әсә уйланырға тейеш.

Тағы ла, Наиләкәй, шуны ла онотмайыҡ: беҙ Өфөнән күсеп килгәндә (1956) Салауат матур ғына ҡала ине инде. Икешәр-өсәр ҡатлы йыйнаҡ, ҡупшы йорттар, асфальт түшәлгән матур урамдар, йәшеллеккә күмелгән киң бульварҙар күҙҙең яуын алып тора ине. Бигерәк тә Өфөнөң ҡараңғы, бысраҡ Солтан урамында йәшәп киткән кешеләр өсөн..

Ә һуғыш ваҡытында һәм унан һуңғы йылдарҙа был ерҙәрҙә лагерҙар, колониялар донъяһы булған. Ҡаланың иң тәүге төҙөүселәре лә тотҡондар, йәғни яңы ғына сроктарын тултырып, иреккә сыҡҡан элекке енәйәтселәр ине. Колониялар, лагерҙар бөтөрөлдө, ә тотҡондарҙың бөтәһе лә тип әйтерлек Салауатта тороп ҡалды. Өйләнештеләр һәм йөҙҙәрсә яңы ғаиләләр барлыҡҡа килде. Хәҙер иһә, ана шул атайҙары элекке тотҡон булған бер быуын

492




йәш-елкенсәк үҫеп сыҡты. Әллә һин уларҙың, бөтәһе лә тәрбиәле, әҙәпле әҙәми заттар тип беләһеңме? Ген буйынса күскән холоҡ-фиғелдәр, ғәҙәттәр балаларҙа ла дауам итә. Кеше тәбиғәтендәге сифаттар — яҡшыһы ла, насары ла — ете быуынға тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡлана, тиҙәр ғалимдар. Бәлки, шуның өсөн дә беҙҙең боронғо атай-бабайҙар үҙеңдең тамырҙарыңды (шәжәрәңде) ете быуынға тиклемен белергә тейешһең, тип әйтеп ҡалдырғандыр...

Наилә! Үткән йылда беҙ йәшәгән йорттоң икенсе подъезында булған фажиғәне лә оноторға ярамай. Ҡыҙ баланы мәсхәрәләп үлтергән ул әҙәм аҡтығын табалма- нылар бит. Элекке йылдарҙа ла нәҡ шундай уҡ үлтерештәр булғыланы. Ул рецидивистар әле лә ҡайҙалыр йөрөй торғандыр бит. Үҙҙәренең енәйәтсел кәсептәрен дауам итер өсөн яңы ҡорбандар эҙләү менән мәшғүлдер. Бына шуларҙы уйлап та борсолам мин, Наиләкәй. һиңә был турала яҙмаһам да була ине лә, ни эшләйһең инде, балалар үҫтерәбеҙ бит! Беҙгә, ун алты йәшлек ҡыҙҙары булған ата-әсәгә айырыуса уяу булырға кәрәк. Был беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Наилә, бергә саҡта ниңәлер әйтеп булманы, һин эсә булараҡ, Дилараға егет менән ҡыҙ араһында була торған интим мөнәсәбәттәр тураһында ла аңлата һал әле. Педагогиканы яҡшы беләһең, һәнәрең буйынса ла уҡытыусыһың. Тимәк, әсә менән еткән ҡыҙ араһында ниндәй әңгәмәләр үткәрергә кәрәклеген дә яҡшы беләһеңдер тип уйлайым.

Минең дә егет саҡтарым булды. Үҙемдән генә сығып әйтәйем, иптәштәремдең дә йәш ваҡыттарында үҙҙәрен нисек тотоуын яҡшы хәтерләйем. Ҡыҙҙар менән йөрөү хаҡында ла аҙ һөйләшмәнек беҙ. Ике егет бергә килһә, һөйләгәне ҡыҙ була, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Бына бөгөн килеп мин һиңә шуны әйтәм, Наилә: ҡайһы бер егеттәр йөрөгән ҡыҙҙарына ҡарата бик агрессив була. Әйләнеү, ғаилә ҡороу уйҙарында ла юҡ, ә йәш ҡыҙҙарҙы төрлө ысулдар менән әүрәтеп, «үҙҙәренеке итеү» тураһында ғына баш ваталар, һәм йыш ҡына теләктәренә лә ирешәләр. Унан инде, күҙҙәрен дә йоммайынса, ҡатын- ҡыҙ фронтында яулап алынған «еңеүҙәре» хаҡында маҡтаналар. Ә бахыр ҡыҙҙар шағир һаҙый Таҡташтың алданған героиняһы һымаҡ:

493


Их һин, йәшлек!

Их һин, тиле йәшлек!

Шундайҡыҫҡа булып тойолдоц.

Кисен сәскә аткан булдыц,

Ә тацында,

Ә тацынд а инд е ҡойолдоң!.. -

тип илап ултыралар.

һин мине, Наиләкәй, был мәсьәләлә бер төрлө лә ғәйепләй алмайһың. Шулаймы? Хоҙайым, бигерәк тә выжданлы егет булғанмын да инде. Ун туғыҙ йәшем ту- лыр-тулмаҫ армияға алдылар. Шул йәшкә тиклем яратып йөрөгән ҡыҙым булманы. (Әҙәм көлкөһө, эйеме?) 1944 йылдың йәйендә госпиталдә дауаланып сыҡҡас, бер айға ял алып, Бүздәктә апайымдарҙа йәшәгән әсәйем янына ҡайттым. Шунда һинең менән таныштым. 23 йәшлек бына тигән боевой офицер инем. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарҙы үбеү түгел, ҡулдарын да тотоп ҡарағаным юҡ ине. һинең менән бер ай бергә булдыҡ, һиңә 19 йәш. Ботағынан бына-бына өҙөлөп төшөргә торған бешкән алма кеүек инең. Ә мин ул алмаға «теймәнем». Икебеҙ ҙә һөйөү-һөйөлөүгә һыуһаған, дөрөҫөрәге, бындай ҙур бәхетте үҙ ғүмеребеҙҙә тәү тапҡыр татыған, башыбыҙ- аяғыбыҙ менән мөхәббәт ҡосағына сумған ҡыҙ менән егет инек. Әгәр шунда мин йөрәгем ярһыуҙарына, мөхәббәт тулҡындарының бәүетә-бәүетә бәхет диңгеҙенең иң түренә илтеүенә түҙә алмайынса: «Әсәйең менән атайыңа барып, һинең ҡулыңды һорайым, Наилә!» — тиһәм, һин бер һүҙһеҙ, хатта Һөйөнә-һөйөнә ризалығыңды биреп, яҙмышыңды һинең өсөн бер Хоҙайҙың үҙенән дә ҡәҙерлерәк булған кешеңә — миңә мәңгелеккә тапшырыр инең! Шулаймы?

Бөгөн был фекерҙәрем менән, бәлки, килешмәҫһең дә, Наилә (ҡыҙҙар тыйнаҡ була инде ул). «Егет елкенмәй ҡалмаҫ, ҡыҙҙар уға ышанмаҫ», — тип әйтеүең дә бар, билдәле. Әле мин ул 1944 йылдың йәйен бик яҡшы хәтерләйем. Егеттең уйы —• үбешеү ҙә ҡауышыу, ҡыҙҙың уйы кейәүгә сығыу ҙа барышыу, тигәндәй, беҙ икебеҙ ҙә шундай халәттә түгел инекме ни? «Ҡыҙ» тигәндә, бер егеттең ауыҙынан йәне осоп сыҡҡан тигән мәҡәл дә бар халыҡта. Мин һуң шундай егет түгел инемме ни? Әммә мин, Наилә, тиҙҙән яңынан һуғыш утына инәсәгем тураһында уйланым. Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн барған изге кө-

494




рэштә шаһит булыуым да ихтимал ине бит. Әгәр шундай яҙмыш көтә икән, һинең минең баламды күтәреп, тол ҡатын булып йэшәүеңде түгел, э намыҫлы-ғиффәтле булып ҡалыуыңды артығыраҡ күрҙем...

Наилә, беҙҙең хушлашҡан көнөбөҙҙө хәтерләйһеңме? Көндөҙгө сәғәт икелэр тирәһе булғандыр, һин минең яныма ап-аҡ күлдәк кейеп сыҡтың. Аяҡтарыңа өр-яңы ҡара туфлиҙар кейгәйнең. Ә ниндәй буй-һын! Өҙөлөп торған нескә билдәр, аҡҡоштарҙыҡылай ап-аҡ нәфис муйын, елкәңә үк төшөп торған сәскәйҙәреңдең наҙлы толомдары, тулған айҙай ап-аҡ йөҙкәйҙәрҙең миңә генә, фәҡәт бер миңә генә нурланып-янып төбәлгән күҙ ҡараштарың, Хоҙайым, донъяла тағы ла һинең кеүек тә гүзәл берәй алиһә булдымы икән ул йылдарҙа?! Юҡтыр, булмағандыр, Наиләкәй! Булмағандыр!

Беҙ Бүздәк станцияһы артындағы урман полосалары буйында йөрөнөк. Шунда һине ергә ултыртып һөйөргә лә баҙнат итмәнем. Артыҡ әҙәплелек инеме был? Юҡ, нимәнәндер ҡурҡтым, мине гел генә нимәлер тыйып торҙо: һаман да шул аҡыллылыҡ бәләһе — алдағы яҙмышымдың билдәле булмауы тураһында уйланам мин. Ә барыбер ул ҡырҡ дүртенсе йылдың йәйендә беҙ үткәндәр өсөн дә, киләсәк өсөн дә һөйөштөк (әле тағы һуғышҡа бараһы бар ине бит). Үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп яратыштыҡ. Был һөйөшөү-яратышыу йөрәктәребеҙҙә һәм күҙ ҡараштарыбыҙҙа, һөйләшкән һүҙҙәребеҙҙең моңонда ғына булғандыр, бәлки. Әммә ике йөрәкте бергә ҡушҡан бер-береңә тартылыу тойғоһо барыһынан да ҡәҙерлерәк ине бит, Наилә!

Бәлки, бына ошо мәңгелек мөхәббәтебеҙ миңә һуғышта иҫән ҡалырға ла ярҙам иткәндер, һөйгәнем янына ла ул алып ҡайтҡандыр... Донъяла илаһи мөхәббәт тә була, тиҙәр бит. Беҙҙең яҙмыштарҙы бергә бәйләгән ана шул мөхәббәтебеҙ ысындан да Хоҙайҙың фатихаһы менән икебеҙ өсөн генә ерҙә яралғандыр.

Бына хәҙер беҙҙең балаларыбыҙ — Дилара, Әлфиә һәм Рөстәм — ата-әсәһенең оло мөхәббәтен күреп үҫһендәр. Улар ҙа бит беҙҙең ана шул илаһи мөхәббәтебеҙҙән яралған ғәзиз йәндәр...

Наилә, мин лирикаға кереп киттем, буғай. Хатты Ди- ларанан башлағас, уның менән тамамлайыҡ та инде. Мин уның иптәш ҡыҙҙарынан бер-икеһен беләм. Былай тәүфиҡлы ғына күренәләр. Төҫкә-башҡа ҡыҙыбыҙҙан ҡай-

495




тышыраҡтар, әлбиттә. Уның шулай булыуы һәйбәттер ҙә әле. Тик Диларабыҙ ғына боҙола күрмәһен, үҙен әҙәпле тотһон әхирәттәре алдында, яҙыусы атаһы менән дә маҡтана күрмәһен берүк! Шул уҡ ваҡытта ғорурлығын да һаҡлаһын: яҡшы уҡый, ата-әсәләре лә арыу кешеләр. Дөрөҫөрәге — тәртипле ғаиләнән. Наилә, һин күҙ һалғала уларға, тура килгәндә, аҡыллы нотоҡтарын да уҡып ебәр, зыян итмәҫ, уҡытыусы кешегә ярай ул...

Эштәр бына шулай тора, ҡәҙерлеләрем! Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ! Хаттарҙы йышыраҡ яҙышайыҡ. Хушығыҙ, һеҙҙе һағынып, һаҡаллы шәкерт Нәжиб Асанбаев булырмын мин.

20 декабрь, 1961 йыл, Мәскәү

Туғыҙынсы хат



Ни хәлдә һеҙ, ҡәҙерлеләрем!

Наилә! Уҡыуҙан ҡайтып, бүлмәмә килеп кереү менән үк һеҙҙе һағына башлайым. Иртән дәрескә барғас ҡына һеҙҙең туралағы уйҙарымды йыраҡҡараҡ йәшереп, ғилем даръяһына сумам.

Мәскәү — Мәскәү инде. Бөгөн дәрестән һуң донъя күләмендә мәшһүрлек ҡаҙанған төрөк яҙыусыһы Назим Хикмәт менән осрашыу булды. Ул күптән инде Мәскәүҙә йәшәй. Хатта ҡатыны ла мәрйэ икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, иммигрант инде. Ике жанрҙа ижад итә — шиғриәттә һәм драматургияла.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, элек был кешене мин бик үк яратып еткермәй инем. Ни өсөн тигәндә, яҙыусының бөйөгө лә, бөйөк түгеле лә үҙенең Тыуған илендә йәшәргә тейеш. Халҡы һулаған һауаны һуларға, халҡы йырлаған йырҙарҙы йырларға, халҡы күҙ йәше түккәндә ул да күҙ йәшен түгергә, халҡы шатланғанда, ул да уның менән бергә шатланырға тейеш. Быныһы бер булһа, икенсенән, яҙыусы кешегә Хоҙай Т әғәлә тарафынан оло бер миссия йөкмәтелгән: халыҡтың барыр юлында маяҡ булыу миссияһы. Ә маяҡ — ул юл күрһәтеүсе, өмөт биреүсе символ. Бына һинең менән минең быуын кешеләре өсөн, Наилә, Николай Островский, ысынлап та, яҡты маяҡ булды бит! Беҙ уның «Ҡорос нисек сыныҡты?» романы тәьҫирендә тәрбиәләнеп үҫтек. Павка Корчагин беҙҙең барыбыҙ

496




өсөн дә һоҡланғыс герой ине бит. Беҙ уға оҡшарға тырышманыҡмы ни? Әгәр шул «Ҡорос нисек сыныҡты?» һәм Дмитрий Фурмановтың «Чапаев» романдарын уҡымай үҫһәк, белмәйем, Бөйөк Ватан һуғышында беҙ шул тиклем дә батырлыҡтар күрһәтә алыр инекме икән?

Назим Хикмәт хакимлыҡ итеүсе даирәләр менән килешә алмағанға Тыуған илен ташлап киткәндер бит инде. Ундай яҙыусыны, ғәҙәттә, режим ғәфү итмәй. Тимәк, «тыйылған яҙыусы» булараҡ, әҫәрҙәренең үҙ илендә баҫылмауы ла мөмкин. Әгәр, ысынлап та, шулай булһа, ул ваҡытта Назим Хикмәттең исеме үҙ ватанында оҙаҡ йылдар буйына телгә алынмаясаҡ, әкренләп халыҡ хәтерендә онотолоуға дусар ителәсәк. Ә яҙыусы өсөн бынан да ҙурыраҡ фажиғәнең булыуы мөмкинме?

Ана бөйөк Иван Куприн да күпме йылдар Франңияла йәшәп, һуҡырайғас, барыбер Тыуған иленә кире әйләнеп ҡайтты. Тыуған тупрағына аяҡ баҫыу менән, күҙҙәре күрмәһә лә: «Ватанымда ҡояш та яҡтыраҡ балҡый шул!» - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер бит?..

Назим Хикмәткә ҡарата ризаһыҙлығым да бына ошондай уйҙарға бәйле рәүештә тыуғайны. Ләкин...

Буласаҡ осрашыу тураһында ишеткәс тә, Назим Хикмәттең китаптарын эҙләргә тотондом. Әҙәбиәт институтының бик бай китапханаһы бар, шунда инеп, энциклопедияларҙы, һәр төрлө әҙәби сығанаҡтарҙы аҡтарҙым, яҙыусының шиғырҙар һәм пьесалар йыйынтыҡтарын үҙемә яҙҙырып алдым, һәм шуларҙы уҡығандан һуң минең алдымда иҫ китмәле яңы донъя — бөйөк төрөк яҙыусыһы Назим Хикмәт иле асылды!

Назим Хикмәт шиғриәткә бик күп яңылыҡтар индергән. Ул яңы үлсәм, ғәҙәти булмаған рифмалар, быға тиклем ишетелмәгән-күрелмәгән образдар һәм метафоралар ҡуллана. Ә иң мөһиме: яңы темалар, яңы сюжеттар таба, төрөк әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып эшселәр синыфы — хеҙмәт кешеһе вәкилдәренең образын тыуҙыра. Әҙәбиәтте халыҡ тормошона яҡынайта.

Наилә, һиңә, бәлки, файҙаһы тейер (үҙеңдең уҡыусыларыңа тәҡдим итерһең), аҙыраҡ Назим Хикмәттең драматургияһына туҡталғым килә. Пьесаларын бер ултырыуҙа уҡып сыҡтым. Миңә айырыуса «Мөхәббәт йыры» һәм «Онотолған әҙәм» тигәндәре оҡшаны. Бына «Мөхәббәт йыры»ның ҡыҫҡаса эстәлеге. Бер мәмләкәттә шаһ Мөһминә Баныу һеңлеһе Ширинде үлем ҡосағынан

497




йолҡоп ҡалыр өсөн изгелек эшләргә тейеш. Уға сит ерҙәрҙән табип килеүен хәбәр итәләр. Ул уны үҙ янына индерергә бойора. Дәрүиш гүзәл Мөһминә янында ҡот осҡос йәмһеҙ булып күренә. Ул өҫтөнә ҡап-ҡара кейем кейгән, сәс-һаҡалы ла ҡап-ҡара, хатта тәне лә ҡара тутлы, күҙҙәре генә ялт-йолт итеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, был дәрүиш үҙ-үҙен кәрәгенән артыҡ эре тота. Батша ҡатыны алдында ла юғалып ҡалмай, уға һеңлеңде ҡотҡараһың килһә, матурлығыңдан ваз кисергә тейешһең, тип иғлан итә. Гүзәлдәрҙең-гүзәле Мөһминә Баныу тағы ҡайғыға ҡала. Ҡаршылыҡлы уйҙар кисерә: бер яҡтан, һеңлеһен ҡотҡарыу теләге, икенсе яҡтан, көнсөллөк бәләһе. Әкренләп унда изге ниәт өҫтөнлөк ала: шаһ Ширинде үлем тырнағынан йолоп ҡала, әммә шуның менән хәсрәте бер- мә-бер арта — матурлығынан ваз кисә, ә үҙе Фәрхәдкә (Шириндең һөйгән егетенә) ғашиҡ була. Ләкин шаһ Мөһминә Баныу ни тиклем ҡөҙрәтле көскә эйә булһа ла, әҫәрҙең иң юғары нөктәһендә ул көнсөллөгөн еңергә, һәләкәткә барырға үҙендә көс таба алмай һәм Фәрхәд менән Ширинде бер-береһенән айырырға ҡарар итә. Яуыз ниәтле шаһ үҙ асылына тоғро булып ҡала.

Эйе, Назим Хикмәт ғәжәйеп ҡаршылыҡлы, шул уҡ ваҡытта юғары рухи ынтылышҡа ла, хурлыҡлы енәйәт ҡылыуға ла һәләтле булған ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырған.

Наилә! Назим Хикмәт пьесалары миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Үҙемдең ижадымды барлаған инем, саҡ илап ебәрмәнем. Ярабби, минең бит әҙәби байлығым юҡ дәрәжәлә икән дә баһа?! Эш һанда ғына түгел, ә сифатта ла. Хет Александр Грибоедовтың «Аҡыллылыҡ бэЛәһе» кеүек бер генә даһи пьесам булһа ла үкенмәҫ инем. Башҡа бер пьеса ла яҙмайынса, ошо берҙән-бер даһи әҫәр менән ҡалһам да, ғүмерем бушҡа үтмәгән булыр ине бит?! Эйе, Наиләкәй, ҡырҡ йәшкә етеп тә «бер эш тә ҡыралманым» шул. Быныһы ярай инде, биографиямды яҡшы белгән уҡыусы, бәлки, мине ғәфү ҙә итер. Репрессияларға дусар ителеү, атайһыҙ үҫеү, дүрт йыл буйына ут эсендә булыу, унан һуң да тағы биш йылға яҡын армияла хеҙмәт итеү, фатирһыҙлыҡ, аҙ ғына эш хаҡы алып эшләү (бер кило колбаса алыу өсөн сәғәттәр буйы сиратта тороуҙарҙы ҡушып) һ. б. — бына шундай шарттарҙа ғүмер кисергән һәм ижад иткән яҙыусы бит мин, Наиләкәй...

498




Ярай, үткән эшкә ҡар яуған тигәндәй, хәҙер нисек тә икенсе төрлөрәк йәшәргә, ижадтың яңы үрҙәрен яуларға, яңы темалар табырға, киң ҡоласлы әҫәрҙәр яҙырға кәрәк! Әле һуң түгелдер, тип уйлайым, Наилә.

Бер ыңғайҙан башҡорт әҙәбиәте тураһында ла уйландым. Мәскәү яҙыусыһы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романын күтәреп, күкрәк һуғып йөрөүҙәр осоро үткәндер, моғайын. Беҙҙең үҙебеҙгә бөйөк Салауатыбыҙҙың исемен бөтә донъяға яңғыратырлыҡ романдар, поэмалар, пьесалар яҙырға күптән ваҡыт бит инде.

Беҙҙең башҡорт илендә талантлы яҙыусылар аҙмы ни?! Баязит Бикбай менән Ҡадир Даяндың «Ҡарлуғас» һәм «Таңсулпан» пьесалары менән бер рәттән, театрҙарыбыҙҙа «Урал батыр» спектакле лә барһа, ниндәй күңелле булыр ине!

Бында минең менән бергә ҡырғыҙ яҙыусыһы Жунай Мәүләнов та уҡый. Ара-тирә һөйләшкеләп тә алабыҙ уның менән. Ҡырғыҙҙар үҙҙәренең «Манас» тигән эпосының мең йыллығын үткәрергә әҙерлек алып баралар икән. Беҙҙең «Урал батыр» эпосының донъяға килеүе мең йыл менән генә сикләнмәй бит. Ғалим дуҫым Нур Зарипов әйтмешләй, уның, кәм тигәндә, 2000 йыллыҡ тарихы бар. Назим Хикмәттең «Мөхәббәт йыры»н уҡығас, минең дә «Урал батыр» тигән пьеса яҙғым килеп китте...

Наилә! Мин шулай ҙа түҙмәнем, осрашыу ваҡытында Назим Хикмәткә бер аҙ сетереклерәк һорау ҙа бирҙем:

  • Аңлауымса, һеҙ революцион рухлы, коммунистик идеяларҙы алға һөрөүсе яҙыусы. Ә Төркиәнең идара итеүсе даирәләре Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында Германия яғын тотто. Әле лә унда демократия юҡ дәрәжәһендә тип беләм, һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе Төркиәлә нәшер итәләрме? һеҙҙе унда халыҡ уҡый аламы?

  • Ә һеҙ беләһегеҙме, кешеләр тыйылған әҙәбиәтте уҡырға әүәҫ була. Беҙҙең бик күп йәштәребеҙ сит илдәрҙә белем ала: Америкала, Англияла, Францияла, Германия- ла, Японияла һ. б. илдәрҙә уҡыйҙар. Улар минең инглиз, француз, ҡытай, немец телдәрендә баҫылып сыҡҡан китаптарымды күберәк уҡый. Үҙебеҙҙә лә нәшер ителәм мин. Халыҡ теләгенә гел генә ҡаршы тороп та булмай, ул идара итеүсе даирәләр араһында ла аҡыллы кешеләр бар... Уҡыйҙар мине Төркиәлә, уҡыйҙар! — тип яуапланы Назим Хикмәт минең һорауыма.

499


Назим Хикмәт менән осрашыуҙы беҙҙең Нәжибәк Хафизов ойошторҙо. Уны староста итеп яҡшы эшләнек әле. Егеттең ойоштороу һәләте ҙур шул, юҡҡа ғына элек етәксе эштәрҙә эшләмәгән икән.

Наилә, мин бер хатымда һиңә үзбәк дуҫыбыҙ Мәүлән Икрамовҡа «Кухня фәндәре кандидаты» тигән маҡтаулы исем биреүебеҙ тураһында яҙғайным инде. Ул әле һаман үҙенең амплуаһында — дәрестән ҡайтҡас та былау бешерергә тотона. Былауының тәмле еҫе бөтөн коридорға тарала. Рус малайҙары коридорға сығып, еҫкәп ҡарайҙар ҙа, беҙҙән көнләшеп, тиҙ генә бүлмәләренә кереп китәләр. Ә беҙ (Нәжибәк, Аяз һәм мин) Мәүләнде маҡ- тай-маҡтай уның тирәһендә бөтөрөләбеҙ ҙә, ул тағы беҙҙе былау ашарға саҡыра. Кисә мин уға бөтә мосолман егеттәре исеменән (Башҡортостан һәм Татарстан фәндәр академияларын да керетеп) «Доктор кухонных наук» тигән диплом тапшырҙым. Егетебеҙ ҡыуанысынан бөтөнләй иреп төштө, үҙенең Ташкенттағы 7 йәшлек улы ҡәҙәре генә булып ҡалды. Шуныһы ҡыҙыҡ, Мәүлән үҙе былауын йүнләп ашамай ҙа тиерлек, гел беҙҙе һыйлау менән мәшғүл! Бына үлтереп ҡыҫтай-ҡыҫтай ашата. Мин хәҙер былауҙы ҡашыҡһыҙ ғына, бармаҡтарым менән генә ашайым. Ысынлап та, ҡашыҡһыҙ тәмлерәк була икән ул. Мәүлән әйтмешләй, «ҡашыҡ ул былауға сит элемент...»

Ярай, Мәүлән дуҫтың былауы тороп торһон, хәҙер мин һиңә, Наилә, иҫ китмәле бер тарих һөйләйем, һин татар яҙыусыһы Нәҡи Иҫәнбәтте (Башҡортостандың Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуып үҫкән, егерме биш йәшенә тиклем Өфөлә эшләгән) яҡшы беләһең. Нигеҙҙә, ул драматург. Йәшерәк сағында шиғырҙар ҙа яҙған. «Ураҡсы ҡыҙ», «һин сазында уйнаның» тигән мәшһүр йырҙары ла бар. Әйҙә, бер ыңғайҙан пьесаларын да иҫкә алып китәйек. Бына улар: «һижрәт», «Мулланур Вахитов», «Рәйхан», «Муса Йәлил», «Хужа Насретдин», «Мәрйәм», «Миркәй менән Айһылыу», «Гөльямал», «Биби тормошҡа сыға», «Культур Шәнгәрәй» һ. б.

Бына ошо пәйғәмбәрҙәргә тиң зат заманында йыш ҡына Өфөгә килеп китә торғайны. Хатта күптәр уның бындай сәйер визиттарын (бер кемгә әйтмәйенсә килеүен) күрмәй ҙә ҡала ине. Баҡһаң, ул Өфөнөң Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты архивындағы боронғо ҡулъяҙмалар,

500




әҙәби ҡомартҡылар менән танышыу өсөн килә икән! Бына һөҙөмтәһе: ошо Нәҡи Иҫәнбәт атлы бөйөк зат тотош бер ғилми-тикшеренеү институты коллективы тиҫтәләрсә йылдар буйына эшләй алмаған бер гигант эш башҡарған. Татарстан китап нәшриәтенә һәр ҡайһыһы туғыҙ йөҙ биттән торған 3 томлыҡ «Татар халыҡ мәҡәлдәре» тигән йыйынтыҡтар тапшырған. Шуларҙың 1-се томы 1959 йылда баҫылып та сыҡты инде. Оҙаҡламай ҡалған ике томы ла донъя күрәсәк. Бына ул беренсе том минең өҫтәлемдә ята. 914 бит, 8200 мәҡәл. Баш һүҙ урынына Нәҡи Иҫәнбәт «Мәҡәлдәрҙең халыҡтарҙа ғөмүми һәм бәхәсле яҡтары» тигән кереш һүҙ яҙған, 257 бит. Үҙе бер докторлыҡ диссертацияһына торорлоҡ хеҙмәт.

Был томдағы мәҡәлдәр менән танышҡанда мин бер нәмәгә иғтибар иттем: Нәҡи Иҫәнбәт күп кенә мәҡәлдәрҙе Башҡортостандан да алған. Авторҙарҙың исем- шәрифтәрен дә күрһәткән. Шуларҙың береһе: «Ғ. Әм». Йәғни яҙыусы Ғәйнан Әмири. Эйе, заманында Ғәйнан Әмири Өфө Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында ла эшләп алған ине. Уның архивтарына ла кергеләгәндер, моғайын...

Ҡыҙыҡмы, Наилә? Әйтәһе лә түгел! Шундайын да тау- тау хеҙмәттәрҙе башҡарып сығарырға нисек бер кеше ғүмере етте икән? Нәҡи ағай ҙа ғүмере буйына иртәнге биштән алып, төнгө ун икегә тиклем бер өҙлөкһөҙ өҫтәл артында ғына ултырмағандыр бит? Уның да күңел асаһы, ҡунаҡҡа барғыһы, дуҫ-иштәре менән табын артында ла ултырғыһы килгәндер? Әллә һуң ундай булмағанмы? Юҡтыр, 40 йыл буйына көнө-төнө ижад иткәндер ул. Өҫтәүенә, , ғәжәйеп ҙур талант эйәһе лә бит әле. Көнләшәм һинән, Нәҡи ағай! Саф күңел, изге тойғолар менән көнләшәм, һинең китабыңдағы «Артыңа ҡарап ғибрәт ал, юғарыға ҡарап үрнәк ал!» тигән мәҡәләңдәге кеүек инде...

Ярай, Наиләкәй, иҫән-һау булып тор.

Балаларыбыҙҙы минең өсөн дә һөй, иркәлә!

һинең Нәжибең.

26 декабрь, 1961 йыл, Мәскәү

501


Унынсы хат

Хат башы, яҙ ҡаршы!

Наилә! Беҙҙең уҡыуҙар матур ғына бара. Өс таған (Аяз, Нәжибәк һәм мин фәҡирегеҙ) ғилем крепосын штурмлауҙа яңынан-яңы үрҙәрҙе яулайбыҙ.

Нәжибәк Хафизовтың һәләте бөтөнләй яңы яғы менән ялтырап китте. Ниндәй һәләте, тиһеңме? Ойоштороу оҫталығы, етәкселек итергә әүәҫлеге. Дәрес ҡалдырыусыларҙы, эсеп тәртип боҙоусыларҙы (арабыҙҙа шун- дайҙар ҙа бар) бик тиҙ тәртәгә керетә, шелтә-маҙар биреп түгел, яҙыусы халҡын улай ғына еңеп булмай, ә юморист булараҡ, сәнскеле һүҙ менән тәрбиәләй. Тиҙ арала класыбыҙҙы (курсыбыҙҙы) алдынғы итте. Беҙҙе һәр ял һайын театрға алып бара. Мәскәү театрҙарына билет алыу еңел түгел, ә Нәжибәк таба, хатта был эште ҙур энтузиазм менән башҡара. Кешеләр аҙналар буйынса сират тороп та билет алалмаған «Современник» театрына ла алып барҙы. Уның Бөтә Союз театрҙар йәмғиәтендә лә (ВТО) таныш-белештәре бар икән, күберәк шулар аша эш итә. Элек мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан әлкә комитеты рәйесе булып эшләүе лә ярҙам итәлер ине. Бына шулайтып беҙҙең Мәскәүҙе яулап алыуға йүнәлтелгән эшсәнлегебеҙ уңышлы дауам итә.

Мин элек, Наилә, театрҙар араһындағы айырманы яҡшы беләм, тип йөрөй инем. Мәскәүгә килгәс кенә үҙемдең был әлкәлә бик һай йөҙөүемде аңланым. К. Станиславский, Немирович-Данченко, В. Мейерхольд һәм Вахтангов кеүек театр әһелдәренең һәр ҡайһыһының үҙ мәктәбе (йүнәлеше) булған. Мәскәү театрҙарының спектаклдәрен ҡарамайынса уларҙың ижад принңибына төшөнөү мөмкин түгел. Бына хәҙер, Аллаға шөкөр, күҙҙәребеҙ асылды, театр сәнғәтен аңлауҙа офоҡтарыбыҙ киңәйҙе. Киләсәктә яҡшы пьесалар яҙырға ғына насип булһын инде.

«Өс таған» тигәндән, дуҫлыҡ бик ябай мәсьәлә түгел ул, Наилә. Дуҫ-иш араһында ла төрлө мөнәсәбәттәр була икән. Йәшәй-йәшәй мин шуны аңланым: ысын дуҫ, ялған дуҫ, яҡшы дуҫ, яман дуҫ — бына ниндәйҙәре лә бар икән әле уның! Улар араһында аш һәм мал, аҡса дуҫлығы ла була. Быныһы инде иҫәп-хисапҡа нигеҙләнгән дуҫлыҡ. Бындай дуҫлыҡ йыш ҡына дошманлыҡ менән тамамлана.

502




һин, Наилә, минең, яҙыусылар даирәһендәге бөтә дуҫтарымды ла яҡшы беләһең: Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Тимер Арслан, Динис Исламов, Әнғәм Атнабаев, Әсғәт Мирзаһитов һәм тағы ла берәү, уныһын, әйҙә, «X» тип атайыҡ.

Бына ошо «X» (кем икәне артабан һиңә билдәле булыр) менән нисә йылдар дуҫ булдым мин! Хәйер, минең әле лә унан баш тартҡаным юҡ. Әммә беҙҙең был дуҫлыҡ оҙаҡ дауам итмәҫ, бер ваҡыт ул барыбер емерелер.

Мин уны һуғышҡа тиклем үк белә инем. Бер-бере- беҙгә ҡарата мөнәсәбәттәр ҙә һәйбәт ине. Әлбиттә, ул бер нисә йәшкә өлкәнерәк булыуы, Өфөгә элегерәк килеүе, ижадта ла алдараҡ барыуы сәбәплеме, үҙен минән өҫтөнөрәк итеп һанай ине. Хатта кәмһетеберәк ҡараған саҡтары ла булғыланы, һәр хәлдә, миңә шулай тойола ине. Әммә быға бер ваҡытта ла әһәмиәт бирмәнем, сөнки уны ярата инем. Дуҫ атҡан таш баш ярмай, тип йәшәнем. Дуҫың булһа, ул үҙеңдән артыҡ булһын, тип тә уйлағанмындыр, бәлки...

һуғыштан ҡайтҡас та мин уны эҙләп таптым. Ул педагогия институтында 1941 йылда өҙөлөп ҡалған уҡыуын дауам итә ине. Юғарыла телгә алынған дуҫтарымдың, Әнүәр Бикчәнтәевтән башҡалары, бөтәһе лә буйҙаҡ ине. Уҡыйҙар, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, стипендиялары ла ҙур түгел, гонорарҙары ла юҡ дәрәжәһендә. Ә мин офиңер, эш хаҡым да арыу ғына, полк складынан алған паегым да ғаиләмде ҡарарға, байрам көндәрендә дуҫ-иштәрҙе, туған-тыумасаны саҡырып, аш-һыу үткәрергә лә етә ине. Бына шул дуҫтарҙың «X» тигәне, кәм тигәндә, айына ике тапҡыр ғына беҙҙә ҡунаҡта булғандыр. Әсәйем менән һин — икәүләп, һәм һеҙгә мин фәҡирегеҙҙе лә ҡушып — өсәүләп аяғөҫтө баҫып, тигәндәй, күпме йылдар һыйланыҡ беҙ ул «Х»-ны? Бына шул иптәш институтын да тамамланы, өйләнде лә, әммә туйына беҙҙе саҡырманы. Нисә тапҡыр яҡшы фатирҙар алды, ә өй туйҙарының бе- реһенә лә, беҙгә «рәхим итегеҙ», тип әйтмәне. Ғөмүмән, ошо көнгә тиклем бер генә тапҡыр ҙа уның фатирында булғаным юҡ минең. Исмаһам, Наилә, хет һинең хаҡыңа булһа ла беҙҙе өйөнә саҡырып, бер сынаяҡ сәйен эсерһә, уҡаһы ҡойолор инеме ни ул «Х»-ның?!

Әҙәм көлкөһө, йәшерәк саҡтарҙа урамда бер нисә дуҫ бергә осрашып, ресторанға кереп ултырһаҡ, аҡсаны иң беренсе булып мин сығарам, унан башҡалар ҙа кеҫәлә

503




ренә тығыла башлай, ә «Х»-ның иҫендә лә юҡ түләү тигән уй — өйрәнгән кеше иҫәбенә күңел асып йәшәргә...

Был ваҡланыу түгел, Наилә, һүҙ кешенең күңел матурлығы тураһында бара. Дуҫлыҡ һүҙе — ҙур һүҙ. Дуҫ аҡсанан да ҡәҙерлерәк, ти халыҡ. Дуҫ булһаң, дуҫлығыңды күрһәт, бүрәнәнең ауыр башын күтәр, тип тә әйтәләр әле. Беҙ бында, үҙебеҙҙең семинарҙа, ҡалмыҡ яҙыусыһы Алексей Балакаевтың «Дуҫлыҡ» тигән пьесаһын тикшерҙек. Сюжеты ябай ғына булһа ла, эстәлеге бай. Бер егет һөйгән ҡыҙына әйләнер алдынан ғына, үҙе лә һиҙмәҫтән, енәйәт эшләп ҡуя һәм ҡулға алына. Ә уның бик яҡын дуҫы бар, бына шул кеше хөкөм залында бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә ала һәм иптәшен бәләнән ҡотҡарып, үҙе төрмәгә ултыра. Ул быны оло дуҫлыҡ хаҡына һәм ҡыҙ менән егет араһындағы мөхәббәтте һаҡлап ҡалыу ниәте менән эшләй. Ул ғына ла түгел әле. Кейәү егеттең әсәһе ауырыу, улынан башҡа ҡарар кешеһе юҡ. Әгәр берҙән- бере шундай бәхетһеҙлеккә дусар булһа, ул был ауырлыҡты күтәрә алмаясаҡ... Бына шундай дуҫлыҡ та була икән әле был донъяла.

һуғышта яҡын кешеһен йәки командирын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап, үлемдән ҡотҡарған ҡаһарман яугирҙарҙы ла күрҙем мин, Наиләкәй... Халыҡ: «Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер!» — тип матур әйткән дә инде!

Наилә! Бер аҙ ғына иң яҡын дуҫтарым Динис Исламов һәм Әнғәм Атнабаев тураһында ла һинең менән тағы ла бер тапҡыр фекер алышайыҡ әле. Тағы ла бер тапҡыр, тип шуға әйтәм: һин минән бер ваҡыт: «һеҙҙең дуҫлығығыҙ нимәгә нигеҙләнгән һуң ул?» — тип һорағайның. Ди- нистың оҙаҡ йылдар өйләнмәүенә, Әнғәмдең үҙен артыҡ егеттәрсә тотоуына һәм мин ғаиләле кешенең һәр саҡ ошо ике иптәшкә тартылыуыма аптырап һорағанһыңдыр инде. һинең был һорауыңа яуап биреүе ауыр ҙа, еңел дә кеүек. Беренсенән, беҙ өсөбөҙ ҙә бер ерҙә эшләнек — «Кызыл таң» газетаһын сығарыштыҡ. Уртаҡ маҡсаттар менән яндыҡ, яҙыусы булырға ынтылыу, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү берләштерҙе беҙҙе, һәр кем үҙенең күңеленә оҡшаған кешене иптәш итә, аҡыл эйәһенә, талантлы затҡа, һиммәт кешегә ынтыла. Буш ҡыуыҡтан, күрекһеҙ, моңһоҙ йәндән ни файҙа, ундайҙарҙан бер нәмә лә алып булмай, киреһенсә, һинең үҙеңдең улар янында ярлыланып ҡалы- уың, юҡҡа сығыуың ихтимал. Дуҫлыҡ — фекерҙәшлек ул.

504




Дуҫың эргәңдэ булмаһа, донъяның йәме юҡ. Ҡош ҡанаты менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө, тиҙәр. Дуҫлыҡҡа берлек, тиңлек кәрәк. Беҙҙе — Динисте, Әнғәмде һәм мине — бөтә «Кызыл таң»сылар өстаған тип йөрөтә ине заманында. Ниндәй күркәм яҡтары менән арбап алды һуң мине был иптәштәр? Әнғәм Атнабаевта Ғабдулла Туҡай, һаҙый Таҡташтарҙа булған бик күп ҡиммәтле сифаттар күрҙем мин. Иң беренсеһе — шағирлыҡ. Халыҡсанлыҡ, романтика, лирика, юмор, әҫәрҙәрендәге тел матурлығы, аһәңлелектең, моңдоң ярылып ятыуы — бына ниндәй талант эйәһе ине ул Атнабай.

Ә Динис Исламов ҡайһы яғы менәндер Ғәлимйән Иб- раһимовты хәтерләтә. Уның ижадына — романдарына, повестарына һәм хикәйәләренә фәлсәфәүи тәрәнлек, масштаблылыҡ хас. Уй-хыялдары, фекерҙәре менән донъяны ҡоласлай алырлыҡ зат ул Динис...

Ә ҡиәфәте ниндәй уның! Гете «Фауст»ының Мефис- тофеленә оҡшап тора бит ул. Үҙе ябай ҙа, бөйөк тә ул бер үк ваҡытта. Мин заманында шаярып, уның үҙенә бер шиғыр ҙа яҙып биргәйнем. Бына ул:

Бер ҡараһац, шайтан ҡиәфәтле,

Бер ҡараһан,, әүлиә төҫлө ул.

Берҡараһац, һуҡыр бер тинһеҙ,

Бер ҡараһац, иц бай кеше ул.

Иц беренсе булып ул ишетә Бөтә хәбәрҙәрен гәләмдец.

Ҡулын һелтәй-һелтәй һүгеп ташлай Юлбашсыны, әтрәгәләмде.

«Тигеҙләгәс» фани донъяларҙы Ауа-түнә атлап урамдан,

Бик аҙ гына всскыт түл йыйыр ҙа Яҙып ташлар бик шәп роман!..

Ошо шиғырымды ҡулына тотторғанда, ул айныҡ ине, мине «шәп нәмә яҙғанһың!» тип үлтереп маҡтаны, ә яңынан эсеп алғас, һүкте...

Беҙ өстаған икән, тимәк, мин фәҡирегеҙҙә лә уларҙы арбап алырлыҡ ҡәҙерле, һиммәтле сифаттар барҙыр ул, Наилә. Юғиһә бит беҙ бер уй, бер теләк, бер үк маҡсаттар менән янып йөрөмәҫ инек?! Дөрөҫ, «уларҙы хәмер дуҫлаштыра», тип уйлаусылар ҙа барҙыр беҙҙең хаҡта. Бәлки, ошо мәсьәлә һине лә хәүефләндерә торғандыр, Наилә.

505




Мин һиңә, йәнем, шуны ғына әйтәм: ялған уй был. Беҙ бер ваҡытта ла ул «йәшел йылан»ды беренсе планға ҡуйманыҡ. Әйҙә, лығырлаһындар — насар атҡа ҡыңғырау таҡмайҙар ул. Әгәр беҙҙең муйындарыбыҙҙа шундай ҡыңғырауҙар бар икән, быға һөйөнөргә генә кәрәк.

Беҙ өсөбөҙ ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ ваҡытында юғары белем алалманыҡ. Бына хәҙер өсәү бергә йөрөп, бер-беребеҙҙе байыҡтырабыҙ. Беҙ өсәү бергә «тормош университеттарын» бөтәбеҙ. Мин был «университеттарҙан» ғүмергә лә айырылаһым юҡ, Наилә...

Наилә, мин ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында һиңә күп яҙҙым инде. Беҙҙең бит әле улыбыҙ ҙа бар, Рөстәмебеҙ үҫеп килә бында, һин бер хатыңда «Рөстәм кобураларын, пистолеттарын тағып, полный формала балалар баҡсаһына китә. Ул һуңғы ваҡытта күренеп үҫте, аҡыллыланды...» тип яҙғанһың. Улымды ҡулыма алып, һөйгәндәй булдым. Эйе, хәҙер уға ете йәш, киләһе йылға уҡырға төшөр, Алла бирһә. Бына нисек тә беҙгә Рөстәмде лә шулай аҡыллы итеп үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Быны мин үҙ өҫтөмә алырмын инде. Атаһынан күргән уҡ юнған, тигән башҡорт халҡы. Ниндәй ҙур мәғәнә һалынған, ә? Эйе, иң тәүҙә минең үҙемә бөтә етешһеҙлектәрҙән ҡотолоп, яҡшы атай булырға кәрәк әле. Быға тиклем әҙәбиәт, театр тип кенә йәшәнем шикелле. Киләсәктә һеҙҙең өсөн, бигерәк тә Рөстәмебеҙ өсөн дә йәшәрмен инде. Уны саф күңелле, итәғәтле, изгелекле, әҙәпле һәм әхлаҡлы итеп үҫтерәһе ине бит! Анауы «X» дуҫ кеүек ҡаты бәғерле, һаран, игелекһеҙ булып үҫмәһен ине. Улыбыҙ кешелек сифаттарына бай булһын. Күңеленә бер ниндәй ҙә юшҡын ултырмаҫлыҡ итеп тәрбиәләйек. Уны кешеләр яратһындар, яҡындарына, дуҫ-иштәренә, иптәштәренә, ғөмүмән, әйләнә-тирәһендә хәрәкәт иткән, йәшәгән, эшләгән, донъя көткән барлыҡ әҙәми заттарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булһын ине ул. Ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап кешеләр һоҡланып бөтә алмаһын ине. Унан улыбыҙҙа тәбиғәт тарафынан һалынған һәләтте (бәлки, таланттылыр) асып, уға дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Быныһы ла бик мөһим нәмә. Ҡайһы бер кешеләр кеүек гел байрам итеү, күңел асыу яғын ғына ҡарап тормаһын ине. Ундайҙарҙы рустар «праздношатающий» кеше тиҙәр. Минең дә шундай ваҡыттарым булғыланы, һиңә рәхмәт, Наилә, бик тиҙ ҡулға алдың, урамда ел ҡыуып йөрөргә юл ҡуйманың, һинең: «Рөстәм алдында шул ара-

506




ҡыл арыңды өҫтәлгә ҡуймаҫ инең», — тигән һүҙҙәреңде һәр ваҡыт иҫтә тотам. Офицер сағымда өйөм тулы йәш яҙыусылар булды, һуңғы йылдарҙа бына режиссерҙар, артистар менән йыш осрашам, өйгә лә алып киләм, һыйлайым. Киләсәктә был мәсьәләлә һине генә тыңлап йәшәрмен инде, Наилә. Әлбиттә, бөтөнләй кешеһеҙ ҙә тороп булмаҫ, әммә һәр нәмәлә лә сама кәрәк шул. Юҡ, юҡ, ҡурҡма, Наилә, был ҡәһәр һуҡҡыры хәмер бер ваҡытта ла миңә хужа була алмаҫ, мин уны күптән ауыҙлыҡланым бит инде! Бөтә көсөмдө, ваҡытымды ижадҡа һәм ғаиләмә генә бирергә тырышырмын.

Наилә, Рөстәмдэ рәссамлыҡ һәләте бар, музыканы ла ярата, белмәйем, ҡайһыһын үҫтерергә тура килер, икеһе лә яҡшы һәнәр, тик һәләтле һәм үҙенең теләге генә булһын. Шуға ҡарап хәл итербеҙ ул мәсьәләне.

Наилә, бына һиңә хат яҙам, ә үҙем, беләһеңме, нимә тураһында уйлайым? Беҙ Салауатта биш йыл йәшәнек инде. Мин нефть химияһын да, төҙөүселәр тормошон да яҡшы уҡ өйрәндем. Салауат театры менән дә яҡынлаштым, сәхнә закондарын да хәҙер арыу ғына беләм шикелле. Бына балаларыбыҙ үҫеп килә, тағы бер нисә йылдан ҡыҙҙарыбыҙ ҙа урта мәктәпте тамамлар. Уларҙың киләсәге тураһында ла уйларға ваҡыт. Әллә мин әйтәм, бында уҡыуымды түңәрәкләгәс, беҙгә кире Өфөгә юлланырғамы икән? һин нисек уйлайһың? Ҡыҙҙарҙың юғары уҡыу йорттарында беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа белем алыуы яҡшыраҡ булыр, шулай бит? Унан һуң миңә лә һеҙҙе ҡалдырып, ай һайын тиерлек Өфөгә барыу шаҡтай ялҡытты. Минең гел генә һеҙҙең янығыҙҙа булғым килә. Яҙыусылар союзына, газета-журнал редакцияларына, академия театрына ла яҡыныраҡ булырмын. Иәш саҡтар үтте бит инде, хәҙер миңә лә олпатыраҡ булырға, тормошҡа етдиерәк ҡарарға кәрәк. Ана инглиздәр, «өйөм — минең крепость ул», тип йәшәйҙәр.

Наилә, йәнем, һинең менән күпме һөйләшһәм дә, һүҙем бөтөрлөк түгел. Бына шулай булғас, үҙең аңла инде, һинең миңә ни тиклем ҡәҙерле кеше булыуыңды!..

һағынам һеҙҙе, һағынам!

Хушығыҙ!

23 февраль, 1962 йыл, Мәскәү

507


Ун беренсе хат

Наилә!

Бөгөн аҙыраҡ фәлсәфәүи уйҙарға бирелеп ултырҙым әле. Бының бер сәбәбе бар, уныһын һуңыраҡ яҙырмын. Ә хәҙер... Кешелек донъяһының тотҡаһы — мөхәббәт. Әгәр ошо бөйөк тойғо булмаһа, әҙәм балалары бер-береһенә яҡын була алмаҫтар ине. Хоҙай Тәғәлә иң тәүҙә Әҙәм менән һауаны бар иткән. Ошо ике затты бергә ҡауыштырып, ғаиләгә нигеҙ һалған. Уларҙан балалар тыуған, ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килгән. Кешеләр ишәйгәндән- ишәйә барып, халыҡ булып ойошҡан. Милләттәр хасил булған, ил-дәүләт төҙөлгән.

Мин, Наилә, дин әһеле лә, ғалим да түгел. Дарвинды ла уҡығаным бар, әммә үҙемсә шулай фараз итәм: Ер шары фәҡәт кешелек донъяһы өсөн генә яралған. Кешеләр булмаһа, ерҙең үҙе генә түгел, тотош ғаләмдең дә кәрәге булмаҫ ине. Бөтә тәбиғәт: ҡояшы, айы һәм миллиардлаған йондоҙҙары менән зәңгәр күк, һауа, ер-һыуҙар, тауҙар, урмандар — барыһы-барыһы ла әҙәм балалары Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанса рәхәтләнеп йәшәһендәр, ишәйһендәр, донъя көтһөндәр өсөн бар булған бит.

Ә кеше үҙе? Ниндәй гүзәл зат, ниндәй ҡөҙрәтле йән эйәһе ул? Уға бөйөк тәбиғәт аҡыл биргән. Ә нимә һуң ул аҡыл? Илаһилыҡмы? Бөйөклөкмө? Бейеклекме? Бәхеткә илтә торған кеше йәнендәге бер икһеҙ-сикһеҙ сығанаҡмы? Әллә һуң ул бөйөк тәбиғәттең әҙәм балаһы йәнендәге бер мәңгелек нурымы? Күренекле мәғрифәтсе, яҙыусы философ Ҡәйүм Насыри: «һәр бер нәмәнең сиге бар, ә аҡылдың сиге юҡ», — тигән. Аҡыл кешене кеше итеп йәшәтә, уға донъяның серҙәренә төшөнөргә, йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итә, яҡты донъяға килгәндән алып, Хоҙай биргән ғүмерҙе йәшәп бөткәнгә тиклем, тереклек ҡылыу мөмкинлеген бирә.

Кешегә аҡыл төҙөү, бар итеү, яңы асыштар яһап, донъяны байыҡтырыу һәм матурлау өсөн бирелгән.

Хәҙер ошондай фәлсәфәләргә бирелеп ултырыуым- дың сәбәбен яҙам. Бында беҙҙең менән Ҡаҙағстан яҙыусыһы Сәид Баязитов тигән бер егет уҡый. Үҙе татар ул, Бөгөлмә тарафтарында тыуып, бәләкәйҙән ата-әсәләре менән Ҡаҙағстанға күсеп киткәндәр ҙә, шунда төпләнеп ҡалып, ғүмер кисерәләр икән. Ҡаҙаҡса яҙа. Былай татарса

508




ла арыу ғына һөйләшә. Кешеләр менән бик аралашып бармай. Ғөмүмән, ул үҙе лә иғтибарҙы йәлеп итә торған зат түгел. Төҫкә-башҡа ла самалы, мөләйемлелек тә етешмәй үҙенә. Бына шуғамы, мин дә уға яҡыная алманым. Юҡ, ылыҡтырманы ул мине.

Бер шулай стипендия алғанда күреп ҡалдым — егетебеҙҙең. артынан «ҡара һаҡалы» эйәреп йөрөй икән — алимент түләй...

Миңә ҡыйын булып китте, Наилә. Мин бит йәштән үк алимент түләүселәрҙе яратып еткермәй инем, бына Сәид тә күҙ алдымда бөтөнләй юҡҡа сыҡты, бөтә кешелеклелеген юғалтҡандай булды.

Алимент һәм кеше. Йәғни яратып өйләнгән ҡыҙын Хоҙай биргән иң ҙур бәхеттән — мөхәббәттән, һөйөшөү- яратышыу ләззәтенән мәхрүм итеп, етмәһә, уны үҙеңдең дошманыңа әйләндереп, алимент түләүсе бер әҙәми зат булып йәшә инде. Ярай ҙа ул бер гонаһһыҙ ҡатын элекке ире тарафынан яһалған бөтә хурлыҡ-мәсхәрәлэргә ҡаршы торорлоҡ көс тапһа үҙендә? Айырылышҡанға тиклем дә әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәреп, ҡайҙалыр аҙып- туҙып йөрөгән ирен көтөп һарғайған бисара татар ҡыҙын күҙ алдына килтерәм дә, кешелек донъяһы алдында бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тойғоһо кисермәгән, ҡатын-ҡыҙ- ҙың яҙмышына төкөрөп ҡараған ул ир-атты тотоп яраһым килә ҡайһы берҙә, Наилә!.. Валлаһи!

Айырырлыҡ булғас ниңә өйләнгән ул? Характерҙары тура килмәгәнме? Ә ниңә элек, танышып, яратышып йөрөгән саҡтарында, бер-береһен һынамағандар? Кемдең кем икәнен бер ултырып һөйләшкәндә үк белеп була ла баһа?! Ундай аҡылың, күҙәтеүсәнлек һәләтең юҡ икән инде, ул ваҡытта ике ултырып һөйләш, бер ай йөрө, бер йыл һына. Энәһенән-ебенә ҡәҙәр тикшер. Тик быны һиҙҙермәй эшлә, «бик ваҡсыл әҙәм икән был», тип күңеле ҡайтмаһын һылыуҡайҙың.

Беҙ, Наилә, һинең менән танышҡандан һуң йылға яҡын бергә булмаһаҡ та, бер-беребеҙҙе һынашып өйләнештек. һин мине, мин һине — хаттарыбыҙ аша һынаштыҡ. Быныһы бер булһа, икенсеһе — беҙҙең мөхәббәтебеҙ көслө ине. Шул тиклем дә Һөйөү-һөйөлөү утында бөтә етешһеҙлектәр ҙә янып бөткәндер, бәлки? Оло мөхәббәтебеҙ алдында холоҡ-фиғелдә була торған ваҡ-төйәк күңелһеҙ, ҡытыршы нәмәләр күҙгә лә күренмәгәндер? Ундай «характерами не сошлись» тип әйтер

509


лек етешһеҙлектәрҙең әҫәре лә юҡ ине шул беҙҙә, Наиләкәй!..

Мин үҙебеҙҙең йәшлек мөхәббәтен күҙ алдына килтерәм дә тағы ла бер тапҡыр аптырап ҡуям: нисек инде һөйөп алған йәреңде ташлап китергә мөмкин? Был бит башҡа ла һыйырлыҡ нәмә түгел! Күпме айлы кистәрҙе бергә үткәреп, бер-береңдең күҙҙәренә ҡарап, әллә мең тапҡыр, әллә миллион тапҡыр: «Яратам! Яратам!..» — тип вәғәҙәләр биреп ҡауыш та, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йәнкиҫәгеңә әйләнгән һылыуҡайҙы ташлап кит, имеш... Ҡабат ҡауышмаҫ өсөн, мәңгегә бергә булмаҫ өсөн... (Юҡ, юҡ, был мөмкин түгел! Мөмкин түгел! Улай ярамай!..)

Әлбиттә, бөтә кешеләр ҙә етешһеҙлектәрҙән азат була алмай. Ике төрлө әсәнән тыуған балаларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең аң-зиһененә үҙ ғаиләһенең ғәҙәттәрен һеңдереп үҫә, уларҙы изге итеп ҡабул итә һәм шуларҙы донъялағы иң ғәҙел, иң камил холоҡ-фиғел үрнәге итеп һаҡлай ҙа. Ярай, ике төрлө әсәнән тыуған ир менән ҡатындың бергә тора башлағас бер-береһенә оҡшамаған яҡтары асыла икән, ул ваҡытта был ҡаршылыҡты уларҙың йәшлектә йөрәктәренә Хоҙай Тәғәлә һалған оло мөхәббәттәре төҙәтергә тейеш. Донъяла мөхәббәттән дә көслөрәк тойғо юҡ ул, Наиләкәй.

Хәтереңдәме, бер ваҡыт беҙгә пианино төҙәтергә мастер килгәйне. Бына шул иптәш бер ҡулы менән клави- шаларға баҫып, пианиноның моңо-тауышы ни дәрәжәлә икәнен тыңланы ла, кеҫәһенән бәләкәй генә ҡорос инструментын (камертонын) алып, уны ла сиртеп ҡараны һәм моңдарҙы сағыштырып, пианиноның «сирен» билдәләне, унан һэ тигәнсе уны төҙәтеп тә ҡуйҙы. Бына шуның кеүек, Наилә, һәр бер ғаиләнең үҙ моңо, үҙ көйө була. Көйһөҙ ерен ир менән ҡатын араһындағы оло мөхәббәт төҙәтә. Ана шул бөйөк тойғо ғаиләнең камертоны ул, тик уға хыянат итергә генә ярамай...

Айырылышыу... Әйтергә генә анһат был һүҙҙе! Ә бит ул оло бер фажиғә. Мөхәббәттең һәләкәте, ғаиләнең еме- релеүе, барыр юлдарыңдың көрсөккә килеп терәлеүе — быларҙы күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Айырылышыуға күберәк ирҙәр сәбәпсе була, күҫәктең ауыр башы ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Әммә улар ғаиләһе емерелһә лә, донъяның нигеҙ таштары һүтелә башлаһа ла, ояларын ташлап китмәйҙәр, ә иң тәүҙә күкрәк

510




һөтөн имеп, итәктәрендә ултырған сабыйҙарының яҙмышы тураһында уйлайҙар. Бер аҙ аңдарына килгәс кенә һыҡрайҙар, күҙ йәштәрен түгә-түгә булһа ла ошо ауыр яҙмыштарына буйһоноп йәшәргә мәжбүр булалар.

Айырылышыу... Хайуандар, мәҫәлән, бындай хәлде белмәйҙәр, белһәләр ҙә айырылышмаҫ ине улар. Малдарҙың бер-береһенә муйындарын терәп, мөхәббәт ләззәтен кисереүен күҙәткәнем бар. Шул тиклем дә тыныс улар, шул тиклем дә бер-береһенә риза булып һөйөшәләр, яратышалар, оло мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, үҙ- ара серләшәләр — һоҡланып туймаҫлыҡ күренеш!

Ә аҡҡоштар? Эй уларҙың мөхәббәте! Әкиәт кеүек ул. Әгәр уларҙың береһе бәхетһеҙлеккә осрай ҡалһа, икенсеһе лә йәшәмәй, бейеккә-бейеккә күтәрелә лә, ҡанаттарын йыйып, һөйгәне артынан аҫҡа ташлана, һәләк була. Кешеләрҙең хистәре аҡҡоштар хисенә лә- тиң түгел микән ни, Наилә?

Наилә! Айырылышыуға, минеңсә, бер генә нәмә сәбәп була ала, ул — хыянат. Йәшләй һөйгән йәрең, балаларыңдың әсәһе хыянат итһә генә, бәлки, шундай юлға баҫырға мөмкиндер, тип уйлайым. Был осраҡта ла әле «бәлки» тигән һүҙҙе ҡулланам. Эйе, бәлки... Ә ниңә һуң ул ҡатын хыянат иткән әле? Сәбәбе ниҙә? Ундай гонаһҡа юҡтан ғына батмағандыр бит бала әсәһе, элекке һөйгән йәр? Бында ла уйланырға урын бар. Әгәр ул ҡатындың бөтә тәбиғәте шундай ҙа ҙур оятһыҙлыҡ менән һуғарылған икән, ул ваҡытта Аллаһы Тәғәләнең изге китабы Ҡөрьән Кәрим дә, бөтә кешелек донъяһы ла ир яғында — ауыр булһа ла боҙоҡлоҡтан, аҙғынлыҡтан йырағыраҡ йөрө, таҙа, саф донъяла йәшә!.. Балалар үҫкәс үҙҙәре аңлар...

Ә Сәид Баязитовҡа килгәндә инде, бәлки, ҡатыны уны үҙе ҡыуып сығарғандыр? Ғаилә ҡорорға ҡулынан килмәгән, тапҡан аҡсаһын да өйгә алып ҡайтмаған, балаларын йүнләп ҡарамаған бер йүнһеҙ, эшкинмәгән бәндә булһа, ундай ир менән ниндәй ҡатын торһон?! Улай тиһәң, Сәид яҙыусы исемен йөрөтә бит әле, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ул. Ә был ойошмаға теләһә кемде алмайҙар. Әҙәбиәткә китергә килмәүеңде иҫбат итмәй тороп, унда яҡын да бара алмайһың, брат. Бының өсөн, кәм тигәндә, йә өс китабың, йә бер бик мәшһүр әҫәрең (роман, пьеса) булырға тейеш. Бына мин дә, «Рәйсә»м бер юлы өс театрҙа шаулап бара башлағас ҡына, яҙыусылар сафына аяҡ баҫтым.

511




Наилә, хәтереңдәме, беҙ һинең менән А. С. Пуш- киндың ҡатыны Наталья тураһында нисек бәхәсләшкәйнек? Мин, Пушкиндың дуэлдә һәләк булыуына ҡатыны ғәйепле, тигәс, һин үҙеңә генә хас ғәҙеллек менән бик тиҙ минең ауыҙымды яптың: «Тапҡанһың! Бер-бер артлы дүрт бала тыуҙырған әсәлә йөрөү ҡайғыһы ғына ине, ти!..» — тинең. Мин һуңынан үҙемдең яңылышҡанымды аңланым, әлбиттә. Натальяның «хыянаты» тураһындағы ул ғәйбәттәрҙе бөйөк шағирҙың дошмандары таратҡан, был инде күптән иҫбат ителгән хәҡиҡәт.

Наилә! һин миңә үҙеңдең Әлфиә менәнме, Рөстәм менәнме бала тыуҙырыу йортонда ятҡан сағыңда ҡатын- ҡыҙҙарҙың үҙ ирҙәрен нисек башта тулғаҡ тотҡанда әрләүҙәре, һуңынан балалары яҡты донъяға килгәс, шул уҡ бисәләрҙең ирҙәрен үлтереп маҡтауҙары тураһында ҡыҙыҡ итеп һөйләгәйнең. Әй был донъя! Ир менән ҡатын араһында ниҙәр генә булмаҫ, әммә уларҙың икеһенең дә төп эше, мөҡәддәс бурысы ғаиләне һаҡлау булырға тейеш!

Ныҡлы ғаиләләре күп булған илдең нигеҙе лә ышаныслы була, етем балалар менән донъя тулмай... Ғаиләләр ныҡ булһа, дәүләт тә ныҡ була. Боронғо Римдә, мәҫәлән, ғаилә йәмғиәттең терәге булыу менән бергә, бөтә дәүләттең көс-ҡеүәтен һәм ҡөҙрәтен билдәләгән. Дәүләт ғаиләләрҙе ҡаты күҙәтеү аҫтында тотҡан, хатта уларҙың тормошона ла тығылған. Римгә һалдаттар кәрәк булған, шуның өсөн ҡатын-ҡыҙ 20—50 йәшкә, ир-ат 20—60 йәшкә тиклем ғаиләле булырға тейеш тигән закон хөкөм һөргән унда.

Минең ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә шулай яуаплылыҡ менән ҡарауым үҙебеҙҙең дә ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килеүенә лә бәйле ул. Дилара менән Әлфиәнең үҫеп етеүен, институт тамамлап, кейәүгә сығыуын, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүен күҙ алдына килтерәм дә: «Инде балаҡайҙарымдың бәхеттәре генә булһын берүк!» — тип Хоҙайҙан теләргә тотонам.

һин улыңды онотҡанһың бит әле, тип уйлай күрмә тағы, Наилә. Юҡ, мин әле, бәлки, уның тураһында ҡыҙҙарыма ҡарағанда ла күберәк уйлай торғанмындыр? Бөтәһен дә яҙып буламы ни?! Рөстәмдә үҙемдәге ҡайһы бер яҡшы һыҙаттарҙы ла күргәндәй булам: ҡаты бәғерле, йомоҡ тәбиғәтле, үҙен генә яратыусы мин-минлекле кеше түгел ул... Атаһына оҡшап, армияһында ла хеҙмәт итер,

512


Тыуған илебеҙгә файҙалы егет тә булып етешер. Иншалла!..

Наилә! Бөгөн 1 март. Яҙ үҙен һиҙҙерә башланы инде: көндәр йылына, күңелдәр елкенә, һағыныуҙарым арта бара. һиңә, аҡыллым, өсөнсө көн 8 март бүләге ебәрҙем, көнө-сәғәтендә барып етер, тинеләр почтала. Нимә икә- нен әйтмәйем, алғас, үҙең күрерһең... Байрам көнө телефондан шылтыратып һөйләшербеҙ, һинең тауышыңды ишетеп шатланырмын, йәшәргә һәм ижадҡа яңы дәрт- дармандар алып: «Әлдә донъяла Наиләм бар әле!» — тип үҙемде бәхетле һанармын.

Ярай, балаларға ла күп итеп сәләм тапшыр!

Хушығыҙ, һеҙҙе һағынып, Коля-Нәжиб.

/ март, 1962 йыл, Мәскәү.

Ун икенсе хат



Наилә! Йәнем!

һүҙемде һине маҡтауҙан башлайым әле. Бына бөгөн дә хис-моң менән тулы хатыңды алып, икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡлы тойғолар кисерҙем. Йөрәгемде өҙә торған илаһи матурлығың, сафлығың менән йәш сағыңдағылай яңынан балҡып, күҙ алдына килеп баҫтың! Балаларыбыҙ ҙа шау- гөр килеп, ҡыуанышып, мине килеп ҡосаҡлағандай булды. Был хатың менән һин мине, гүйә, йәшәлгән ғүмерҙең иң бәхетле миҙгелдәренә алып ҡайттың! Мине һағы- ныуҙарың, юҡһыныуҙарың тураһындағы йөрәк түреңдән сыҡҡан, ҡайнар һөйөү менән һуғарылған һүҙҙәрең өсөн мең-мең рәхмәттәр яуһын һиңә, Наиләкәй!

Беләм, Наилә, һин «тормош ығы-зығыһынан азат булғас, Нәжибтең унда бер үҙенә хөрриәттер инде» тигән уйҙарҙан йыраҡ тораһың. Ундай ваҡ-төйәк шик- шөбһәләр һиңә хас түгел, сөнки һин изге күңелле, тәүфиҡлы мосолман ҡыҙы. Тик, Наиләкәй, һин минең тынғыһыҙ йән икәнемде бик яҡшы беләһең. Нисә әйтһәк тә, һеҙҙән ситтә йәшәйем бит.

Балаларымдың яҙмышын һиңә ышанып тапшырһам да, барыбер күңелем тыныс түгел, һиңә бер үҙеңә өс баланы ҡарауы ауырҙыр, тип хафаланам. Уларға бит һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булырға, иртәнге сәғәттәрҙән алып киске йоҡоларына киткәнсе тәрбиәләргә, әҙәмсә йәшәргә өйрә

17- 1.0129.11

513




тергә, өҫ-баштарын ҡарарға, тамаҡтарын туйҙырырға, мәктәпкә барып уҡытыусылары менән һөйләшеп торорға кәрәк. Беҙҙән тыуһалар ҙа, ата-әсәһенең бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуын, яратышып ғүмер кисереүен күреп үҫһәләр ҙә, уларҙың тәбиғәтендә һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле тигән сифаттар ҙа бар бит әле. Ошо сифаттарҙың бөтәһен дә күрә белергә, иң яҡшыларын үҫтерергә, күрекһеҙ, ҡотһоҙҙарын төҙәтергә, матурҙарын артабан нығытырға кәрәк.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән, әсә һөтө менән ингән һәләт һәм таланттарҙы үҫтереү ҙә иң яуаплы бурыстарҙың береһе. Быға һис тә битараф булырға ярамай, юғиһә уның балаларҙың киләсәгенә зыян килтереүе бар. Мин һиңә был турала бер хатымда яҙғайным инде, Наилә. Заманында барлы-юҡлы аҡсаға мең бәләләр менән, ҡәһәр һуҡҡыры әллә ниндәй әшнәлектәрҙе файҙаланып, өйгә ҡиммәтле пианино ҡайтарып ултыртыуыбыҙҙан да берәй мәғәнә сығыр әле. Әлбиттә, һәр кемгә лә музыкант булырға тимәгән. Балалар замандың зыялы кешеһе булараҡ, үҙҙәре һәм ғаиләләренең күңел көрлөгө өсөн берәй музыка ҡоралында уйнаһа, насар булырмы ни? Бына һин дә, Наилә, кәйефең күтәренке саҡтарыңда йәки мәжлес ҡороп, дуҫ-иштәр менән байрам иткәндә, пианино артына ултырып, берәй көй уйнап ебәрһәң, бөтә өй эсе йәм менән тула ине бит. Шунда минең нисек шатланғанымды һәм һинең менән нисек ғорурланыуҙарымды белһәң икән! Күҙ яуын алып торған ҡап-ҡара ялтыр пианино артында минең аҡҡошом ултыра, тәүҙә бөтә өй эсе моң менән тула, унан йөрәктәрҙе өҙҙөрөрлөк «Ашҡаҙар» йыры ағыла башлай! Моңло йән шул һин, Наилә, моңло йән! Шуға ла һин минең йөрәгем түрендәге илаһи моңом, мәңгелек мөхәббәтем һәм ғүмерлек йәрем!..

Аллаға шөкөр, ике ҡыҙыбыҙ, бер улыбыҙ үҫеп килә. Бында, Наиләкәй, тағы ла һине маҡтарға тура килә. Ни өсөн, тиһеңме? Уңған ҡатын ул килтерер, изге ҡатын ҡыҙ килтерер, тигән бит боронғолар. Тимәк, минең Наиләм уңған да ул, изге лә ул! Шуға күрә лә мин ҡыҙҙарымдың һиңә оҡшауын теләйем, йәнем. Мотлаҡ шулай буласаҡ, сөнки бер ағас ике төрлө емеш бирмәй. Ә улыбыҙ Рөстәм беҙҙең икебеҙгә лә оҡшаһын ине, тип хыялланам. Быға тиклем бөтә хыялдарым да тип әйтерлек тормошҡа аша

514


тора бит, был теләктәрем дә фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килер әле.

Быға тиклем минең өс ҙур хыялым булды. Хоҙайҙан һуғышта иҫән ҡалыуымды теләнем, дүрт йылға һуҙылған ут эсенән, ҡанлы мәхшәрҙән имен-аман сыҡтым, иҫән ҡалдым. Мең яфалар менән мине бер яңғыҙы ҡарап үҫтергән, аяҡҡа баҫтырған, уҡытҡан, кеше иткән ҡәҙерле әсәйемде үҙ яныма алып, ғүмеренең ахырына тиклем ҡәҙерләп кенә өйөмдөң түр башында ултыртһам ине, тип хыялландым. Яу ҡырынан ҡайтып, һинең менән ҡауышҡас та, беҙ уны үҙебеҙгә алдыҡ, һин ҡаршы килмәнең, киреһенсә, һөйөндөң генә, Наилә! 1953 йылдың мартына, вафатына тиклем ул беҙҙә йәшәне. Беҙ уны ҡулыбыҙҙан килгән тиклем хөрмәт иттек, күңеле булғансы тәрбиәләнек, бер ваҡытта ла ҡараңғы сырай күрһәтмәнек. Минең бәхеттән, һин уны үҙ әсәйең кеүек яҡын күрҙең, ул да һине бәғеренән өҙөлөп төшкән үҙ ҡыҙҙарынан да артығыраҡ күреп яратты, арҡаңдан һөйөп кенә торҙо. Бер һүҙ менән әйткәндә, әсәйем ғаиләбеҙҙең бер хазинаһы ине, һинең менән миңә — әсәй, балаларыбыҙға өләсәй булды.

Өсөнсө хыялым — өлөшөмә төшкән көмөшөм — Ваһапова Наилә Шәйхәттәр ҡыҙы ине. Яҙмышыма рәхмәт, ул беҙҙе осраштырҙы, ҡауыштырҙы һәм Ер шарының иң гүзәл төбәктәренең береһе булған үҙебеҙҙең башҡорт илендә, Чеховса әйтһәк, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү, йорт һалыу, ағас ултыртыу кеүек изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен бирҙе.

Эйе, әҙәм балаһы хыялһыҙ йәшәй алмай шул. Хыял уға ғүмере буйы кәрәк, сөнки иң яҡшы теләктәр, иң изге уйҙар тәүҙә хыялда тыуа. Изге күңелле кешенең бөтә теләктәре лә, юғарыла әйткәнемсә, фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килһә, тормош инде һиңә фәҡәт алды менән генә торасаҡ, яҡты йөҙөн генә күрһәтәсәк, һин бик бәхетле буласаҡһың!

Наилә, хәтереңдәме, Мәскәүгә килеп йәшәй башлағас, «үҙемә бер асыш яһаным, мөхәббәтте яңыртыу, яңынан йәшлеккә ҡайтыу өсөн, бер-береһенә ғашиҡ бәндәләргә бер аҙға ғына айырым йәшәп алыу ҙа кәрәктер ул», тип яҙғайным һиңә. Бына әле тағы ла бер яңы уй яҡтыртты зиһенемде. Изге күңелемдә тыуған был икенсе асышым түбәндәгенән ғибәрәт, Наиләкәй, һиңә булған һөйөү хистәремә мөхәббәттең яңы йылы ағымдары килеп ҡу- шылыуын тойҙом. Быға тиклем мин һине йөрәгем менән

17*

515




генә яратҡанмын, һине күңелем менән генә һөйгәнмен икән. Ярабби, хәҙер бит мин һине, Наиләкәй, аҡылым менән дә һөйәм! Йөрәгемдә һаҡланған ҡайнар тойғоларыма яңыһы ла үҙ уты, үҙ ялҡыны менән килеп ҡушылды һәм мин һине элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ яратам, Наилә!

Хоҙайым, ниндәй мөхәббәт булды һуң әле был?! Башҡа йөрәктәрҙә бармы икән ошондай икһеҙ-сикһеҙ бәхетле мөхәббәт? Әллә һуң беҙҙә генәме ул? Ярай, хәйерлегә генә булһын берүк!..

Ун һигеҙ йыл буйы зәңгәр күҙле, оҙон ҡара керпектәренән гөлдәр тамып торған фәрештә һынлы һылыуҡайҙы йөрәгем менән генә түгел, ә аҡылым менән дә яратыуымдың серҙәре нимәлә һуң? Наилә! Икеһе ике әсәнән тыуған ҡыҙ менән егет, осрашҡанға, танышҡанға һәм ҡауышҡанға тиклем, бер-береһенә бөтөнләй ят кешеләр бит улар. Ошо ғашиҡтарҙың бер-береһенә эйәлә- шеүе, сит-ят мөхиткә яйлашыуы, һөйөклөһөнөң һыңарына әйләнеүе, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, матур итеп ғүмер кисереүе хис-тойғоларҙың ташып тороуы һәм ҡосаҡтар йылылығы ярҙамында ғына түгел, ә аҡыл менән дә тормошҡа ашырыла, минеңсә. Бында аҡылдың өлөшө ҙурыраҡтыр ҙа әле. Тимәк, киләсәгебеҙҙе лә бәхетле итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, беҙгә аҡыл тигән потенциаль энергия — өҫтәмә көс ярҙамға килә. Тик һәр саҡ уяу булырға, ошо мөмкинлектәрҙе ҡулдан ыскындырмаҫҡа, аҡыл менән йәшәргә кәрәк!

Наилә! Әлеге лә баяғы, аҡыл тигәндән, хәҙер бөтә үткән ғүмеремде байҡайым, һине ни өсөн өҙөлөп яратыуымдың серҙәренә төшөнгөм килә. Минең Баҡалымдан бик алыҫта, ер аяғы — ер башы Ауырғазы районының Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Наилә атлы ҡыҙҙың минең яҙмышымда ниндәй роль уйнауы хаҡында уйланам.

...1944 йылдың ҡояшлы йәйендә, госпиталдән сығып бер ай ялда булғас, мин яңынан фронтҡа юлландым, һин мине иҫән-һау ҡайтыуымды теләп, көтөргә вәғәҙәләр биреп, Бүздәк станцияһында оҙатып ҡалдың. Минец дә вәғәҙәләрем ҡаҡшамаҫлыҡ ныҡ ине. Еңеү байрағы бөтә донъяны балҡытып, Рейхстаг өҫтөндә елберләү менән, һинең ҡайнар ҡосағыңа ашҡынырмын, тинем.

Беҙ бер йыл буйына хат алыштыҡ. Йөрәгеңдең түренән өҙөлөп төшкән, һөйөү менән һуғарылған ул хаттарың миңә донъяның яңы матурлыҡтарын күрергә, йәшәүҙең

516




яңы ләззәттәрен татырға, хатта үлемдең үҙен дә еңерлек көс бирҙе, Наиләкәй.

Эйе, һин мине ҡаһармандарса көттөң! һин — ун һигеҙ йәшлек һылыуҡай. Хистәреңдең уйнаған сағы. Бына- бына ағасынан өҙөлөп төшөргә торған бешкән алмалай өлгөргәнһең! Ҡап та йот! һуғыш аҙағына демобилизацияланып ҡайтҡан, түштәре орден-миҙал менән тулы йәп-йәш офицерҙар, сержанттар һәм рядовой яугирҙар тылда күбәйгәйне инде. Улар араһында кемдәр генә булмағандыр! Ихтыяр көстәренә бер ни менән дә ҡаршы тороу мөмкин булмаған, мөхәббәткә үлеп һыуһаған элекке рота, эскадрон, эскадрилья, батарея командирҙары, бере- һенән-береһе аҫыл, ут сәсеп торған йәш шағирҙар араһынан һиңә «һөжүм итеүселәр» булмаған тиһеңме ни?! Был турала һин үҙең дә яҙа инең, асыҡ ҡына әйтмәһәң дә, тел төбөңдө барыбер аңлай инем. Шундай ныҡышмалы егеттәргә ҡаршы тороу һиңә еңел булмағандыр, әлбиттә! Бына шуға күрә лә мине ҡаһармандарса көттөң, тип һине маҡтайым да инде, Наилә!..

Гөл үҫһә — ерҙең күрке, ҡыҙ үҫһә — илдең күрке, тигәндәр, һин тап шундай ҡыҙ инең бит, Наилә. һиңә ил күрке генә түгел, ир күрке булырға ла яҙған икән. Был яҙмыштың нәҡ үҙе инде...

Их, ул яҙмыш тигәндәре! Донъяла күпме әҙәм балаһы булһа, кеше яҙмыштары ла шул саҡлы. Әммә бер төрлө яҙмыштар булмай. Ҡыҙ балаларҙың яҙмыштары айырыуса үҙенсәлекле. Хоҙай Тәғәлә уларҙы нәфис, наҙлы, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле итеп яралтҡан, ә бына бөтәһенә лә тәбиғәттең яуыз көстәренә ҡаршы торорлоҡ көс-ҡеүәтте етерлек итеп бирмәгән, шуға улар юғарыла һанап кителгән бөйөк сифаттары арҡаһында йыш ҡына бәхетһеҙлеккә лә дусар була. Ниндәй ҡапма-ҡар- шылыҡ: кешенең матурлығы ҡайһы саҡ фажиғәгә әйләнә. Бына һаҙый Таҡташ тап ошо хаҡта яҙған да инде:

Их һин, йәшлек,

Их һин, тиле йәшлек!

Шундайтсыҫҡа булып тойолдоң.

Кисен сәскә аткан булдыц,

Ә тацында,

Ә тацында инд е тойолдоң!..

517




Аҙғын булмағандыр бит татар ҡыҙы Зөбәйҙә, ул наборщик егетен мөкиббән китеп яратҡандыр, уға ышанып йәшлеген бүләк иткәндер һәм шуға күрә рәхимһеҙ рәүештә алданғандыр. Донъяла ундай бәхетһеҙлеккә дусар булған ҡыҙҙар аҙмы ни?! Мин бында һис тә Зөбәйҙәне аҡларға йыйынмайым. Таяҡ ике башлы була тигәндәй, уның да ғәйебе ҙур. Тәбиғәт биргән сафлығын, намыҫын - ғиффәтлелеген күҙ ҡараһындай һаҡлай алмаған, егетенең татлы телендәге ялған һүҙҙәргә ышанып, йомшаҡлыҡ күрһәткән. Ул үҙен бик ауыр хәлгә ҡуйған: икенсе бер егеткә кейәүгә сыға аламы? Сыҡһа, ире уны ғәфү итерме? Тәүге зөфаф кисәһенән һуң «Ниңә һин шундай? Миңә ҡәҙәр кемдәр менән булдың?» тип йәнен алһа? Ахырҙа, айырып, ҡыуып ебәрһә? Унан, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Зө- бәйҙәнең ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөүе лә ихтимал бит. Фәхишәләр, моғайын, шулай барлыҡҡа киләлер ҙә әле?

Беҙҙең таныш-белештәр араһында ла йәшлегендә алданған бер ҡатын бар, һин уны беләһең, поликлиника артында ғына торалар. Кемдән алданғанын белергә тырышып, ире ғүмер буйы йәберләне бахырҡайҙы. Эсеп алһа, бисәһен урамға алып сығып туҡмай ине.

Атта ла бар, тәртәлә лә, тигәндәй, мин Зөбәйҙәнең егетен күберәк ғәйепләйем. Ул бит яу ҡупҡанда, ҡулына ҡорал алып, Тыуған илен, халҡын, ғаиләһен (ҡатынын һәм балаларын) дошмандан яҡлаусы көслө заттар вәкиле. Ул — ир, ул илдең терәге! Ҙурҙан ҡубып әйткәндә, бына ошо әҙәми зат, үҙе лә һиҙмәҫтән, бер гөл сәскәһеләй аҫыл һылыуҡайҙы саҡ әрәм итмәне, саҡ яҙмышын селпәрәмә килтермәне. Ярай әле, һуңлап булһа ла, аҡылына килеп, хатаһын танып, Зәбәйҙә алдына килеп тубыҡланды, ғәфү үтенде, сәңгелдәктә ятҡан балаһын күреп ҡыуанды. Ә Зөбәйҙә айҙар буйына күпме ғазаптар кисерҙе, күҙ йәштәрен түкте? Ә ни өсөн? Уның ҡайғы-хәсрәттәре күкрәк һөтө менән сабыйына ла күсһә? Ул сабый һау-сәләмәт булып үҫерме? Шикле...

Мин ҡыҙҙар фажиғәһен артыҡ ҡабартып ебәрҙем шикелле. Юҡ, бәхеткә күрә, беҙҙе Тыуған илебеҙҙә «күҙҙәрендә йондоҙҙарҙың серле осҡондары уйнаған, көләс йөҙҙәрендә бешкән алмаларҙың ҡыҙыллығы балҡыған» (йырҙан) бәхетле алиһәләр күпселекте тәшкил итә, Зөбәйҙә ишеләр йөҙҙәрсә, йөҙ меңдәрсә һылыуҡайҙар араһында берәм-һәрәм генә ул. Ана «Рәйсә» һәм «Фәйзи» пьесаларымда уйнап, мине бәхетле иткән бөйөк актриса,

518


лирик шағирә Рәғиҙә Янбулатова үҙенең «Йәшлегем» тигән йырында ҡыҙҙарыбыҙ мөхәббәтен, уларҙың һөйөклөләренә тоғролоғон нисек ҙурлай!

Ынйыларга оҡшаш йәшлегем,

Хыялдарым яҡты, саф минец,

Аҡ сәскәләр күңелемдә,

Аҡ сәскәләр күңелемдә,

Тик һин у га үрелмә.

Үрелмә һин, өҙмә уларҙы, һулымаһын улар, шиңмәһен,

Йәм биреп күңелдәремә,

Йәм биреп күңелдәремә,

Күкрәп үҫһен гүмергә.

Ул сәскәләр мәңге шиңмәҫтәр, һалҡын елгә баштар эймәҫтәр,

Көтөр сәскәм һайрар ҡошон,

Көтөр сәскәм һайрар ҡошон, һөйгәнен, тогро дуҫын.

һин беләһең, Наилә, «Рәйсә»нең дауамы булған «Фәйзи» пьесаһын мин тамашасылар һорауы буйынса яҙғайным. Быға театрҙың ул саҡтағы директоры иҫ китмәле яҡшы кеше Фәйез Вахитов менән баш режиссер Ғәли Ғәлимов, бигерәк тә яратҡан актрисабыҙ Рәғиҙә Янбулатова шат булды, «Фәйзи»ҙе яҙып килтергәс, улар мине саҡ күтәреп алманы!..

  • Миңә Рәйсәне хәҙер икенсе төрлөрәк уйнарға кәрәк бит инде, ҡабатларға ярамай. Образды артабан да үҫтерергә кәрәк. һинең пьесаңда ла ул шулай. Әммә мин, актриса булараҡ, драматизм менән лириканы бергә алып барырға уйлайым,ти Рәғиҙә.

  • Бик яҡшы булыр, Рәғиҙә ханым. Мин дә бит Рәй- сәнең йәшлегенә баҫым яһайым. Йәш Рәйсә образын индерҙем...

  • О, булды! — тине^актриса ҡабынып китеп. — Улайһа, мин спектаклгә «Йәшлегем» тигән йыр яҙам, уны пьесалағы минең ҡыҙым Фирҙәүес йырлаясаҡ. Әнисә Дилмөхәмәтованың тауышы бик матур!..

Беҙ һөйләшеп ултырғанда театрҙың музыкаль етәксеһе композитор Таһир Кәримов та бар ине. Ул:

  • Ә мин көй яҙам! — тине илһамланып. — Вәғәҙә бирәм, йыр бик моңло буласаҡ!

519




Артабан Рәғиҙә ханым менән икәү генә ҡалғас, ул минең йөрәгемә ятышлы бик матур һүҙҙәр әйтте:

  • Рәйсәне мин һинең Наиләңә оҡшатам, Нәжиб. Матурлыҡ, сафлыҡ, тоғролоҡ символы бит ул Наилә. Мин уны үҙемә лә оҡшатам әле. һин минең дә ҡайһы бер һыҙаттарымды алғанһың бит ул образға. Шулаймы?

  • Әлбиттә! Пьесаларымда һеҙҙең уйнауығыҙ минең өсөн ҙур бәхет ул, Рәғиҙә ханым!

Их, ул Әнисә Дилмөхәмәтованың уйнауҙары! Ул «Иәшлегем»де йырлағанда һин дә бәхетле инең бит, Наиләкәй!

«Йәшлегем» йырында әйтелгәнсә, Наилә-сәскә үҙенең һайрар ҡошон, һөйгәнен, тоғро дуҫын һуғыштан һағынып көтөп алды. Беҙ быға тиклем, Аллаға шөкөр, бик матур йәшәнек, һин офиңер ирең менән, Өфө дәүләт педагогия институтын ҡалдырып, Литваның баш ҡалаһы Вильнюстағы хәрби гарнизонға ла ҙур теләк менән киттең. Унда Совет илен ене һөймәгән, беҙҙе «оккупанттар» тип атаған литвалар араһында йәшәүе еңел булманы, әлбиттә. Төндәрен урамдарҙан үткәндә, әллә ниндәй мөйөштәрҙән беҙгә үлемесле ут асып йәнгә тейәләр ине бит, әҙәм аҡтыҡтары, һинең менән минән Алкино, Тоң- кий хәрби лагерҙарының ҡомаҡтар менән тулы еүеш, һалҡын землянкалары ла ҡалманы. Етмәһә, йәш бала менән әле. Тағы биш йылдан журналист ирең менән Октябрьский ҡалаһына юлландың. Миңә, ауылдан күптән киткән, ҡалаларҙа йүнләп йәшәмәгән йәш яҙыусыға, тормоштоң эсенә сумырға, ул замандарҙа бик данлы булған «Икенсе Баҡы» нефтселәре тураһында әҫәрҙәр ижад итергә кәрәклеген һин минең үҙемдән дә яҡшыраҡ аңлай инең шул, Наиләкәйем!

Ә артабан, 1956 йылдың йәйендә, Өфөләге арыу ғына фатирыбыҙҙы дуҫыбыҙ шағир Әнғәм Атнабаевҡа ҡалдырып, өс балабыҙҙы (береһен — һин, икеһен — мин) күтәреп, Салауат ҡалаһына күсеп киттек, һәм бына һеҙҙе — һине, Наиләкәй, өс баламды ҡалдырып, ике йылға мин Мәскәүгә уҡырға килдем.

Бер ваҡыт: «Был тиклем күсенеп йөрөүҙәргә һин рәнйемәйһеңме һуң, Наилә?» — тип һорағас, һин афоризм булырлыҡ итеп, ҡыҫҡа ғына яуапланың: «һине әҙәбиәт саҡыра, ә мине — һөйгәнем!» — тинең. Их, был донъя!

520




Бына шуға күрә мин һине йөрәгем менән генә түгел, ә аҡылым менән дә яратам шул, һөйөклөм!

3 апрель, 1962 йыл, Мәскәү

P. S. Мин бөгөн шуны аңланым: минең бәхетем дә, ижад сығанағым да, тормошомдоң күрке лә һин, Наилә! ?)йе, эйе, һин, аҡыллым!..

Ун

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   27   28   29   30   31   32   33   34   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет