Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет34/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   30   31   32   33   34   35   36   37   ...   40

Бында миңә аҡланырға ла мөмкин, әлбиттә, сөнки мин һеҙҙе һағынып йәшәйем. Уҡыуҙың бер йылы үтеп бара икән, тимәк, мин һеҙгә — Наиләмә һәм балаларыма — яҡынаям. Ни эшләмәк кәрәк, ғүмер уҙа инде ул. Хоҙай беҙгә ул ғүмерҙе биргәндә был турала уйламаған тиһеңме ни?

Ана, Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» исемле романының төп геройы Павел Корчагин әйткәнсә йәшәргә кәрәк. Ул бит: «Был ғүмерҙе шундай итеп үткәрергә кәрәк: аҙаҡ йәшәлгән йылдар өсөн ҡайғырып, ғазап сигерлек булмаһын!» — тигән.

Аллаға шөкөр, минең дә бер йыл ваҡытым бушҡа үтмәне. Мәскәү дәүләт университеты һәм Әҙәбиәт институты профессорҙарының, талантлы рус яҙыусыларының һәм театр белгестәренең лекцияларын тыңлау бәхете һәр кемгә тәтемәй ул, Наиләкәй! Ә күпме донъя әҙәбиәте классиктарының китаптарын уҡыным мин был ваҡыт эсендә! Боронғо антик әҙәбиәтте ижад иткән мәшһүр яҙыусылар һәм шағирҙар менән бер рәттән фән һәм философия титандары Геродот, Таңит, Плутарх, Платон, Аристотель, Евклид, Плиний, Лукрецкий, Марк Аврелий,

542


Коперник, Галилей, Декарт, Ньютон әҫәрҙәре менән танышыу ҙа минең йәнемә һары май булып ятты.

Тыуған илдең, хөкүмәттең был яҡшылыҡтары өсөн беҙ бит бер тин дә түләмәнек, бөтәһе лә бушҡа булды. Мәскәүҙең үҙәгендә тиерлек, айырым бүлмәләрҙә йәшәйбеҙ, етмәһә, ай һайын 150 һум стипендия ла бирәләр әле.

Тик шуныһын онотмаҫҡа тырышам мин, Наилә: был донъяла бер нәмә лә тиккә генә эшләнмәй, бөтәһе өсөн ҡасан да булһа бер түләргә тура килә. Был намыҫ эше, әлбиттә. Намыҫым ҡушҡанса, Тыуған илем һәм халҡым өсөн файҙалы ғәмәлдәр генә башҡарырға, атап әйткәндә, әҙәбиәт һәм театр сэнғәтен яҡшы әҫәрҙәр менән байытырға бурыслы мин хәҙер. Бына шуның өсөн дә ашҡынып йәшәйем!

Наилә! Илленсе йылдар уртаһында иң тәүге драматик әҫәрем — «Беҙгә егеттәр килде» тигән комедиям бер юлы бөтә башҡорт театрҙарында ла ҡуйылғас, академия драма театры директоры Фәйез Вахитов миңә ғәжәйеп бер үтенесен белдергәйне.

  • Нәжиб! Бына драматургияла бик матур итеп сирҡаныс алдың инде, һин хәҙер донъя классиктарынан өйрәнеп, берәй көслө әҫәр яҙып ташла. Ваҡ-төйәк темалар менән мауыҡма, ҙурҙан ҡубып эшлә. «Мин быны булдырам, мотлаҡ булдырасаҡмын!» тип яҙ. Юғиһә ана, бөйөк артистарыбыҙ уйнарға роль юҡ, тип зарлана. Бына беҙҙәге кеүек артистар — Әмин Зөбәйеров, Хажи Бохар- ский, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғәзим Туҡаев, Вәли Ғәлимов, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Хөсәйен Ҡудашев, Таңһылыу Рәшитова, Бәҙәр Йосопова, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова ише сәхнә йондоҙҙарынан торған «ҡеүәтле төркөм» тағы ла ҡайһы театрҙа бар? Тотош бер гүзәл ансамбль бит! Ниндәй олуғ заттар! Ана, Арыҫлан Мөбәрәков декадаға барғас, Вильям Шекспир- ҙың Отеллоһын башҡарып, бөтә Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы! Яҙ һин беҙгә, Нәжиб, ошо бөйөк артистар уйнарлыҡ яҡшы пьеса!..

Артабан мин «Рәйсә» менән «Фәйзи»ҙе яҙғас, Фәйез Вахитов бер аҙ ҡәнәғәтләнгәндәй булғайны. Әйтеүе анһат та ул, ә бына Шекспирҙар йөҙ йылға бер генә тыуа, тиҙәр бит. Мең йылға булмаһа әле!

Бына ошо көндәрҙә генә, Наилә, мин боронғо грек драматургтарының ҡайһы бер әҫәрҙәре менән таныштым. Әле уларҙы ныҡлап өйрәндем, тип әйтә алмайым, уныһы

543


киләсәк эше. Атап әйткәндә, Софоклдың «Эдип батша», Эсхилдың «Ҡаяға ҡаҙаҡланған Прометей», Еврипидтың «Медея» һәм «Ипполит» тигән трагедиялары, һис шикһеҙ, үлемһеҙ әҫәрҙәр. Улар кимәлендә пьеса яҙа алыр инемме мин? Әйтеүе ҡыйын, Наилә. Бәлки, киләсәктә тотоноп ҡарармын — тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Шулай ҙа шикләнәм. Ни өсөн? Беренсенән, бөгөнгө тамашасыларға ундай пьесаларҙы ҡабул итеүе ауыр булыр. Бигерәк тә мосолман рухында тәрбиәләнгән тамашасыларға. Әле мин уҡыған ул трагедиялар беҙҙең әҙәп-әхлаҡҡа тап килмәй, тип уйлайым. Миҫалға «Ме- дея»ны алырға мөмкин: хыянат иткән иренән үс алыу өсөн Медея үҙенең балаларын үлтерә.

«Медея»иы мин былтыр Мәскәүҙең художестволы академия театрында (МХАТ) ҡараным. Артистар бик һәйбәт уйнаны, әлбиттә. Сәхнәлә сәстәренә бантик таҡҡан, ап-аҡ күлдәк кейгән, береһенэн-береһе матурыраҡ ике бала ҡыуышып йөрөй. Шаттар, бәхетлеләр, шау-гөр киләләр. Ҡапыл ярһыған, кеше төҫөн юғалтҡан Әсә инеп ошо балаларҙы тотоп ала ла быуып үлтерергә алып сығып китә. Ҡот осҡос ҡылыҡ! Уны әхлаҡи яҡтан бер төрлө лә аҡлап булмай, минеңсә. Мин түҙә алманым, спектаклде ташлап сығып киттем, ә үҙемде һуғыштың алғы һыҙығында, өҫтөмә бомбалар яуып торған ут эсендәгеләй хис иттем...

Софокл менән Эсхилдың трагедияларында ла шундай уҡ беҙҙең әҙәп-әхлаҡҡа һыймай торған хәл-ваҡиғалар тасуирлана. Сит-ят ерҙә үҫкән Эдип Тыуған иленә ҡайтҡас, төрлө сәбәптәр арҡаһында Виван батшаһын үлтерә, әммә ул уның үҙ атаһы икәнен белмәй. Артабан Эдип, шулай уҡ үҙ әсәһе икәнен белмәйенсә, батшабикә Иокастаға әйләнә. Ахырҙа Иокаста, икенсе иренең үҙ улы икәнен белгәс, аҫылынып үлә. Ә Эдип батша, был фажиғәләргә түҙә алмайынса, үҙенең күҙҙәрен энә менән сәнсеп һу- ҡырая, унан уны аллалар үлем язаһына хөкөм итә.

Еврипидтың «Ипполит» исемле трагедияһында үгәй әсә үҙенең үгәй улына ғишыҡ тота. һуңынан улар көнсөллөк арҡаһында бер-береһен үлтерергә мәжбүр була.

Башҡорт һәм татар драматургияһында ла аяныслы яҙмыштар тасуирланған әҫәрҙәр юҡ түгел. Миҫалға Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» (Ғ. Әмири һәм В. Ғәлимов инсценировкаһы), Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол», Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас», Ҡадир Даяндың «Таң-

544




сулпан», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» кеүек сәхнә әҫәрҙәрен алырға мөмкин. Улар ҡанһыҙлыҡҡа, ҡарғышлы ҡара яҙмышҡа ҡоролмаған, улар кешелекле булыуҙары менән отошло. «Ғәлиәбаныу» — халыҡ традицияларына нигеҙләнеп яҙылған әҫәр. Ғәлиәбаныу менән Хәлилдең фажиғәле мөхәббәте, крәҫтиәндәрҙең тормош-көнкүреше, йәшәйеше, яҙмышы тураһында бәйән иткән был социаль драма йыр, бейеү, төрлө уйындарға ҙур урын бирелеүе, милли колориттың киң яҡтыртылыуы менән айырылып тора. Төп ваҡиға бында социаль ерлек, синфи тигеҙһеҙлек тыуҙырған фажиғәне тәрән асыуға ҡоролған. Шуға ла спектаклде ҡарағанда тамашасы, илау-һыҡтау урынына, күберәк геройҙың ҡайғыһын-фажиғәһен уртаҡлашыу, уны үҙенең йөрәгенә яҡын алыу тойғоһо кисерә. Русса әйткәндә, «сопереживание» була инде.

Наилә! һин педагогия институты бөткән, юғары белемле кеше. Бәлки, мин, боронғо трагедиялар тураһында фекер йөрөткәндә, бер аҙ яңылышамдыр, ә? Әле бит мин бер генә ҡат уҡып сыҡтым уларҙы. Драматургия бит ул үтә лә ауыр жанр. Унда, юғары математикалағы кеүек, әллә ниндәй иҫәп-хисаптар, асыштар, донъя күләмендәге фекерҙәр йәшерелгән. Уларҙың бөтәһен дә режиссерҙар ғына аңлай ала. Хемингуэй юҡҡа әйтмәгән бит, әҙәбиәт айсберг кеүек серле, уның һигеҙҙән бер өлөшө генә өҫтә, ә ҡалғаны төптә, һыу аҫтында ята, тип! Бы- па режиссер, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйғанда, ана шул аҫта ятҡан ете өлөштө лә өҫкә күтәрә, авторҙың фекерен артистарҙың уйыны, үҙенең аҡыл-зиһене ярҙамында тамашасыға аңлатып бирә.

Наилә! Мин бит инде театр ҡаҙанында шаҡтай күп ҡайнаған кеше. Театрҙар минән драматург яһаны, үҫергә ярҙам итте. Фәйез Вахитов һанап киткән ул артистарҙың бөтәһен дә мин бик яҡындан беләм, күбеһе, пьесаларымда уйнап, миңә бихисап шатлыҡлы миҙгелдәр бүләк итте. Уларҙы мин бына хәҙер, бындағы спектаклдәрҙе ҡарағас, Мәскәү артистары менән сағыштырам. Барыбер беҙҙекеләргә етмәй, Наилә! Билләһи тип әйтәм!

Бына күптән түгел генә В. Г. Белинскийҙың театр тураһындағы мәҡәләләре тупланған бер китабын уҡып сыҡтым. Ул үҙ заманындағы бөйөк рус актерҙары М. С. Щепкин, П. С. Мочалов, И. И. Сосницкий, Ф. Волковтарҙың ижады менән һоҡлана. Петербург һәм Мәскәү театрҙарында Гамлет, Отелло, Тартюф, Хлестаков, Го

18- 1.0129.11

545


родничий, Ричард III, Макбет, Чацкий кеүек үлемһеҙ ролдәрҙе башҡарған был актерҙар, әлбиттә, рус театрының ғорурлығы, уларҙан башҡа, ғөмүмән, рус театрын күҙ алдына ла килтереп булмай.

Бына әле мин күңелемдән Гамлет, Отелло, Ричард III кеүек мәшһүр ролдәр башҡарған Мочалов эргәһендә Арыҫлан Мөбәрәковты, Городничий, Макбет, Чацкий һымаҡ бөйөк образдар тыуҙырған Щепкин йәнәшәһендә Әмин Зөбәйеровты ҡуйып ҡарайым да: «Эх, беҙҙә лә берәй ваҡыт үҙебеҙҙең башҡорт Белинскийы булырмы икән ул?» — тигән һорау бирәм үҙемә...

Наилә, мин бит әле «Кызыл таң» газетаһында эшләгән кеше. Журналист та шул уҡ яҙыусы, ижад итеүсе талант эйәһе ул. Өйгә ҡайтҡас, Алла бирһә, яратҡан артистарым тураһында очерктар, эсселар, иҫтәлектәр яҙасаҡмын. Иң тәүге эшем, моғайын, Рәйсәмде уйнап, мине бәхетле иткән сәхнә күрке, шағирә Рәғиҙә Янбулатова тураһында булыр!.. Афарин! Мәҡәләнең исемен дә таптым: «Сәхнә күрке». Ә артабан күҙ күрер...

Наилә! Уҡытыусым профессор С. Машинский менән дуҫлашып алдым әле. Миңә өйөндәге шәхси китапханаһынан рус теленә Г. С. Саблуков тәржемә иткән Ҡөрьәнде алып килде. 1878 йылда Ҡазанда баҫылып сыҡҡан. Уҡыуы ауыр, тиҙ генә минең баш етерлек түгел. Әммә мин шуны аңланым: кешелек донъяһының өс-дүрт бөйөк әҫәре булһа, Ҡөръән, һис шикһеҙ, шуларҙың береһе. Илаһи рухлы, шиғри телле был китап мине күктең етенсе ҡатына ла алып менә, ер йөҙөндә, фанилыҡта булыуы мөмкин бөтә мөғжизәләр, изгелектәр, гонаһтар менән дә таныштыра, һәм һин ҡиәмәт көнөн дә, баҡыйлыҡтағы ожмахты һәм тамуҡты ла күргәндәй булаһың. Аллаһы Тәғәлә тарафынан Мөхәммәткә Ябраил фәрештә аша индерелгән 114 сүрәне уҡығас, мин тағы ла шуны аңланым: мәрхүмдәр өсөн ике генә юл бар, уларҙың береһе — ожмахҡа, икенсеһе тамуҡҡа илтә. «И, әҙәм балалары! Фанилыҡта ғүмер кисергәндә Хоҙай ҡушҡан юлдан ғына йөрөгөҙ, гонаһ ҡылһағыҙ, һеҙҙе баҡыйлыҡта тамуҡ көтә!» Ҡөръән Кәримдең төп фекере бына ошо...

Ярай, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе барығыҙҙы ла ҡосаҡлайым, үбәм һәм сәләм менән хатымды Салауатҡа юллайым!

1962 йыл, Мәскәү

546


Ун етенсе хат

Наилә, сәләм!

Мәскәүҙә — яҙ! Тәбиғәт өҫ-башын алмаштыра. Әле ҡасан ғына бәтә донъя ап-аҡ ине, ни аралалыр ҡар ҙа иреп бөттө, ағастар ҙа япраҡ ярҙы, бөтә ер өҫтө баштан-аяҡ йәшел кейемен кейҙе. Тәбиғәт тә йәшлек кеүек матур һәм ашҡыныулы. Кешеләрҙең, йөрәктәрендә лә яҙ, күҙҙәрендә шатлыҡ-ҡыуаныстар балҡый. Минең дә кәйефем күтәренке, Наиләкәй! Уҡыу йылы тамамланыр, һәм мин, оҙаҡламай һөйгәнем, ҡәҙерлеләрем, яҡындарым янына ҡайтырмын да, беҙ яңынан бергә булырбыҙ, тигән йылы тойғолар йәнемде иркәләй!

Наилә! Ниңәлер һиңә дуҫым тип өндәшкем килә. Бер уйлағанда, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттә дуҫлыҡ айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә бит. Ир-ат дуҫлығы, ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡ, ҡыҙ менән егет дуҫлығы, балалар дуҫлығы — һәр ҡайһыһы үҙенсә матур, үҙенсә ябай ҙа, ҡатмарлы ла була.

Тағы ла ир менән ҡатын араһындағы дуҫлыҡ та бар әле. Бында мөхәббәт менән дуҫлыҡты бутарға ярамай, улар төрлө төшөнсә. Мөхәббәт ир менән ҡатынды бер йәнгә әйләндерә, сәстәрен сәскә бәйләй, ә дуҫлыҡ ошо илаһи тойғоно нығытырға, һаҡларға ярҙам итә.

Маҡсаттарҙың уртаҡлығы, балалар алдындағы яуаплылыҡ, ғүмер кисереүҙең ауырлыҡтарын еңеп, ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлағанда уй-фекерҙәрҙең тап килеүе ана шул дуҫлыҡтың дәрәжәһенә бәйләнгән. Дуҫлыҡ ни тиклем көслө булһа, мөхәббәт тә шул ҡәҙәре ышаныслы, ҡайнар һәм мәңгелек!

Ә бит донъяла яратышып өйләнгән, бер-береһенән айырыла алмаған, әммә эт менән бесәй кеүек йәшәгән ир менән ҡатындар ҙа күп. Хәтерләйһеңме, Наилә, беҙҙең Октябрьскийҙағы күршеләрҙе? Аҫҡы ҡатта торалар ине. Өс йыл буйына низағтан, ыҙғыш-талаштан баштары сыҡманы. Мин хатта, был хәлгә түҙә алмайынса, уларҙың тормошона ҡыҫылырға мәжбүр булдым.

  • һинең беҙҙә ни эшең бар? — тип ҡысҡырҙы ире миңә.

  • Эйе, ир менән ҡатын араһында ниҙәр генә булмаҫ! — тигән булды ҡатыны, ҡапыл үҙгәреп һәм иренә ҡуштанланып.

18'

547


  • Эшем бар! — тинем, икеһенең, дэ күҙҙәренә тура ҡарап. — Беренсенән, мин һеҙҙән олораҡ, икенсенән, беҙ — күршеләр. Ә күрше хаҡы — Тәңре хаҡы, тиҙәр. Өсөнсөнән, мин «Кызыл таң» газетаһының Октябрьский ҡа- лаһындағы үҙ хәбәрсеһе. Әгәр артабан да бер-берегеҙҙе шулай йәберләп йәшәһәгеҙ, үҙегеҙҙе бөтә донъяға рисуай итәсәкмен!..

Киҫәтеүем уларға тәьҫир итте. Яйлап араларында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырҙылар. Ә бит улар ҙа яратышып өйләнешкәндәр, араларында дуҫлыҡ булмағас, ана шулай бер-береһен яфалап йәшәйҙәр ине. Эйе, дуҫлыҡ холоҡ-фиғелде лә яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итә.

Күренекле рус яҙыусыһы Александр Куприн (18701938) үҙенең «Алыш» («Поединок») тигән әҫәрендә шундай бер хикәйәтте иҫкә ала. Ир менән ҡатын яҡты донъяға бер бөтөн булып ярала, әммә тыуғас та икегә айырылып, төрлө яҡҡа осоп китә. Уларҙың йөҙҙән береһе генә үҙ һыңарын эҙләп таба. Бына ошо ир менән ҡатын бик бәхетле була икән!.. Наилә, йәнем, бына һин дә минең законлы һыңарым бит, шулаймы? Әлбиттә, шулай! Бына шуға күрә лә, Наиләкәй, минең күңелем тыныс, кәйефем яҡшы, киләсәккә булған өмөттәрем яҡты, сөнки донъяла һин бар, балаларыбыҙ бар, ә мөхәббәтебеҙҙә үҙемдең ярты һыңарым булһаң да, был бәхеттең нигеҙе, бәлки, һиндер ул, Наилә! һиңә рәхмәт, йәме!

Алдағы һүҙем ир-ат араһындағы дуҫлыҡ хаҡында. Мин, Наилә, үҙемде дуҫлыҡҡа (әгәр ул ҡаршы яҡтан да ысын күңелдән булһа) бик тоғро кеше тип иҫәпләйем. Дуҫлыҡ хаҡына иптәшем өсөн үҙемде бик ауыр хәлгә ҡуйған саҡтарым да аҙ булманы. Әммә был мине бер ваҡытта ла ҡурҡытманы, һәм мин ул турала уйламай ҙа инем. һин шундай ваҡыттарымда миңә «партизан» тип көлә инең.

Бына әле үткән аҙнала ғына минең тормошомда бик ҙур бер ваҡиға булды, һуғышта һәләк булған дуҫымдың Мәскәүҙә йәшәүсе ғаиләһен эҙләп таптым.

Мин уның менән танкыларға ҡаршы көрәшеүсе артиллерия бригадаһында бер үк дивизионда хеҙмәт иттем. Беҙ дүрт комбат инек. Өфө егете капитан Иван Ново- женовтың нисек ҡаһармандарса һәләк булыуы тураһында бер хатымда һиңә яҙған инем инде. Советтар Союзы Геройы тигән исем уға үлгәндән һуң бирелде. Ә бына

548




икенсе дуҫым — капитан Вася Курочкин шундай уҡ ҙур батырлыҡтар күрһәтһә лә, Герой исемен ала алманы, һин беләһең, һөйләгәнем бар. Иван Новоженов, мин госпиталдән сығып, Бүздәктә һине һөйөп, үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше һанап йөрөгән миҙгелдәрҙә, 1944 йылдың июль айында һәләк булған, ә Вася дуҫым элегерәк, 1942 йылдың йәйендә хушлашты яҡты донъя менән. Үҙ ҡулдарым менән ерләнем мин уны, ҡәберенә ашыҡ-бошоҡ ҡуйған таҡтаға мин яҙҙым уның исем-фамилияһын, үҙемдең башымдағы пилотканан Ҡыҙыл Йондоҙ значогын алып, уны мин беркеттем дуҫымдың ҡәбер таҡтаһына...

Вася Курочкин оҙон буйлы, тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле, нур сәсеп торған сөм-ҡара күҙле, ҡуңырт йөҙлө бик һөйкөмлө егет ине. Ул Мәскәүҙә тыуған, шунда уҡ урта мәктәпте тамамлаған, хәрби училищела уҡып сыҡҡас та кесе лейтенант дәрәжәһендә фронтҡа ебәрелгән. Беҙҙең часҡа 1942 йылдың ҡышында килде. Түшендә «Батырлыҡ өсөн» тигән миҙалы ла бар ине. Был — бик ҙур награда, беҙ, фронтовиктар, уны ордендан да ҡәҙерлерәк итеп күрә инек. Беҙгә килгәндә ул өлкән лейтенант ине. Бер ваҡыт ул минән:

  • һинең йөрөгән ҡыҙың бар инеме? — тип һорай һалды.

  • Юҡ, — тинем мин.

  • Ә минең Мәскәүҙә Таням ҡалды, — тине ул миңә моңһоу ҡараш ташлап. Бер аҙҙан түш кеҫәһенән аҡ ҡағыҙға бик ҡәҙерләп төрөлгән фотоны алып, миңә күрһәтте.

  • Бик һылыу икән ҡыҙың! — тинем мин. Ысынлап та, фотолағы матур йөҙҙө күргәс, йөрәгемә йылы тулҡындар килеп тейгәнен дә тойҙом хатта. «Аһ, ниндәй бәхетле был капитан!..» — Башымдан бына шундай уйҙар йүгереп үтте.

  • Мин уның менән яҙылышып киттем...

  • Тимәк, ҡатының?

  • Юҡ... ул ҡыҙ көйөнә ҡалды...

  • Ниңә улай?

  • Дошманды еңеп ҡайтҡас, өйләнешергә һүҙ ҡуйыштыҡ.

  • Ҡайтҡас та яҙылышырға мөмкин ине.

  • Әгәр көтмәһәң, мине бәхетһеҙ итәсәкһең! — тигәс, ул мине ҡосаҡлап үпте лә: «Әйҙә һуң, Вася, яҙылышайыҡ!» — тине. Шунан инде загсҡа киттек. Был беҙҙең бер-беребеҙ алдында ант итешеүебеҙ ине.

549




Беҙҙең батареяларҙы, немец танкылары һөжүмен кире ҡағыу өсөн, бер мәлдә күтәрҙеләр. Вася Курочкин орудиеларын уц флангыға урынлаштырҙы, ә минең батареям һул яҡтан ҡырырға тейеш ул аждаһаларҙы.

Бына бер заман танкылар ҙа күренде, һанайым: бер, ике... егерме ике... Мин орудиеларыма ут асырға команда бирәм. Аждаһалар ташҡыны яҡынайғандан-яҡыная бара. Беҙ атабыҙ, танкылар ата... Бөтә батареяма ут ҡапҡандай булды. Аждаһалар ҙа яна, шартлай, минең пушкаларым да сафтан сыға, яугирҙарым да әле береһе, әле икенсеһе ҡанға батып ята... Ут, ҡара төтөн — мәхшәр. Хәҙер инде уларға ҡул гранаталары менән бәрәбеҙ. Ҡапыл фашистар яғында тынлыҡ урынлашҡандай булды. Ҡарайым: ҡап- ҡара танк һөлдәләре күҙгә салына, һанайым: бер, ике, туғыҙ... егерме... Ә ҡалған икәүһе ҡайҙа булған? Ә-ә, һыҙғандар, мәлғүндәр...

Тимәк, беҙ еңдек!

Шунда кемдер: «Капитан Курочкин һәләк булған!» — тип ҡолағыма шыбырланы. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Үҙ урыныма беренсе взвод командирын ҡалдырҙым да дуҫымдың батареяһына атылдым. Бында ла мәхшәр! Орудиелар пыран-заран килгән, ут позицияһы ҡаһарман яугиҙарҙың мәйете менән тулған. Ә капитан Курочкин ҡайҙа? Ана ята! Башы марля менән бәйләнгән. Эргәһендә ике яугир сүгәләгән. «Комбат иҫәнме, ни хәлдә ул?» — тип һорайым. Дуҫым миңә күҙ һалғандай итте лә: «Әсәй! Атай! Таня!» — тип өс һүҙ әйтте...

Батареяның орудиелары ҡыйратылып сафтан сыҡҡан, капитан Курочкин тамуҡ утында янмай ҡалған тупсыларын атакаға күтәрә. Улар дошман танкыларын батарея алдына сығып ҡаршылай. «Тыуған ил өсөн! Иптәш Сталин өсөн!» — тип комбат иң тәүҙә үҙе ташлана уға. Бер- бер артлы ауыр гранаталар томороп, ике танкыны яндыра. Шунда үҙе лә яраланып йығыла. Ҡанға батып ятһа ла: «Егеттәр! Дуҫтар! Батырҙарым! Бирешмәгеҙ! Берүк, бирешмәгеҙ!» — тип команда биреүен дауам итә. Юҡ, ул команда бирмәй, ә ялбара, үтенә. Нимә эшләмәк кәрәк, үҙенең ҡәҙерле тупсы егеттәрен үлемгә ҡаршы барырға өндәй бит! Тупсы егеттәр комбаттары өлгөһөндә, өҫтәренә ажғырып килеүсе танкыларҙы яндырып, тимер мәйеткә әйләндерә. Шулайтып, дошман ҡыйратыла, яу ҡыры ҡапыл тынып ҡала. Иҫән ҡалған ике тупсы комбат -

550




ты күтәреп ут позицияһына — батареяға алып килә. Был ваҡытта мин дә унда инем инде...

Батарея һәләк булған, әммә дошман танкыларын үткәрмәгән.

Бына шулай юғалттым мин ҡаһарман дуҫым капитан Василий Курочкинды. Ул 1942 йылдыц 23 июнен үлгәндә лә онотасаҡ түгелмен, Наиләкәй!..

Бына әле, 1962 йылдың матур бер яҙ көнөндә, Мәскәү ҡалаһының Добролюбов урамында йәшәгән Данил Петрович Курочкин, йәғни яу ҡырында ятып ҡалған дуҫымдың атаһы, фатирына китеп барам. Күңелем тыныс түгел. Ниндәйҙер ҡайғылы моңһоулыҡ йәнемде өтә. Ниңә элегерәк эҙләп тапманым икән фронтовик дуҫымдың ата- әсәһен, туғандарын, яҡындарын? Мәскәүгә килеп торҙом да баһа?! һуғыштан һуң ун ете йыл ғүмер үткән. Юҡ, үҙемде бер нисек тә аҡлай алмайым. Ғәфү үтенермен, кисерегеҙ, тиермен... Ә улар миңә рәнйеһә? Хәҙер үкенеүҙән ни файҙа?! Ярамай Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған ҡаһармандарҙы оноторға! Ярамай! Ярамай! Бик ҙур гонаһ был! Уларҙың туғандарын да хөрмәт итергә кәрәк беҙгә! Ул изге һуғышты бит беҙҙең халыҡ еңде! Миллиондарса ҡорбан биреп еңдек дошманды!

Сафлығын, ғиффәтлелеген һаҡлаған хәлдә, бөтә йәшлеген киләсәк бәхетен изге һуғышҡа киткән һөйгән егетенә бағышлаған романтик рухлы, ҡаһарман йөрәкле Таня-Танюша ни хәлдә икән? Донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе, ирем булыр, тип өмөтләнгән Васяһы яу ҡырында ятып ҡалғандан һуң, тормошон нисек ҡорҙо икән ул һылыуҡай? Тәүге мөхәббәтен алмаштырырлыҡ кеше осрағанмы уға?

Бәхетем бар икән, Наилә, мине үҙ улдарындай яҡын күреп ҡаршы алдылар. Данил Петрович — олпат кәүҙәле, бөтә донъяны үтәнән-үтә күргәндәй, етди ҡарашлы, ап- аҡ сәсле аҡыллы ҡарт. Ул ғүмере буйы тип әйтерлек хәрби заводта слесарь булып эшләгән. Васяның әсәһе Надежда Ивановна трамвайҙар йөрөткән — кондуктор.

Мин Василий Курочкиндың ниндәй батырлыҡтар күрһәтеүе, бигерәк тә уның иң һуңғы ҡаһарманлығы тураһында бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙем. Уның ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләк- ләнеүен дә әйткәс, Данил Петрович ҙур ғорурлыҡ менән:

  • Эйе, минең улым нәҡ бына шулай һуғышырға тейеш ине! — тине. Надежда Ивановна, гел йылмайған

551




килеш, беҙҙе тыңлап ҡына ултырҙы. Ахырҙа, барыбер күңелендәгеһен әйтмәй булдыра алманы:

  • Вася ла ошонда ултырһа, ниндәй күңелле булыр ине! — тине. Ҡыҙҙары Настя менән телефондан һөйләшкәндә үк танышҡайным инде. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Кейәүгә сыҡмаған. Оҙон ғына буйлы, ап-аҡ йөҙлө, сөм-ҡара күҙле һөймәлекле зат. О, был йорттағы күҙҙәр, Наилә! Васяныҡылай нурлылар, яғымлылар, ҡараштары аҡыллы. «Беҙ һәйбәт кешеләр! һеҙҙе бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һеҙгә берәй төрлө ярҙам кәрәкмәйме? Ҡулдан килгәнсә тырышырбыҙ...» — тигән ғәмле-моңло уйҙар сағыла был күҙҙәрҙә! Был ғаиләлә ҡайғыны аҡыл еңгән, улдарының үлемен уның ҡаһарманлығы алмаштырған, һуғыштың эҙҙәре ата менән әсәнең маңлайына һырҙар булып ятһа ла, улар әле ныҡ, таҙа, сәләмәт, һүҙҙәре төплө, фекерҙәре тәрән. Үҙ-үҙҙә- рен тотошонда олпатлыҡ, ихтыяр көсө, өмөт ҡеүәте сағыла. Беҙҙең бөтә Тыуған илебеҙ халыҡтарының образын күҙ алдына килтереү өсөн, ошо фатирҙа йәшәүсе эшсән, түҙемле һәм сыҙамлы ғаилә ағзалары менән танышыу ҙа етер ине, моғайын!

Күстәнәстәрҙе мул ғына алғайным. Улар үҙҙәре лә бик матур табын ҡороп көтөп торған мине. Данил Петрович менән улдары капитан Василий Курочкиндың яҡты иҫтәлеге, рухы хаҡына бер йөҙ грамм коньяк та эсеп ҡуйҙыҡ әле. Мин, телем асылғас, һаҡ ҡына Таня тураһында ла һораштым. Тиҙ генә яуап биреүсе булманы. Бер аҙҙан Настя ғына күҙ йәштәрен һөртә-һөртә:

  • Ул Васяның үле хәбәре килгәс тә, медсестралар курсына яҙылды, уны тамамлағас, үҙе теләп фронтҡа китте, — тине. Ҡарттар тын ғына ултырҙы, йөҙҙәренә һағыш сатҡыһы ла ҡалҡҡандай булды. — Юлда немең бомбалары аҫтында ҡалып һәләк булған, бисара...

Ниһайәт, Данил Петрович та һүҙгә ҡушылды:

  • Бына шулай... Таняның батырлығын да беҙ үҙебеҙ- ҙеке тип иҫәпләйбеҙ. Киленебеҙ булаһы ҡыҙ ине бит!

  • Паспорты буйынса ла киленебеҙ инде! — тип Надежда Ивановна ла ҡартының фекерен ҡеүәтләп ебәрҙе.

  • Тимәк, — тип дауам итте Данил Петрович, — Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн бер ул һәм бер ҡыҙ бирҙек!.. Урындары ожмахта булһын!

  • Эйе, эйе, урындары икеһенең дә ожмахта булһын!

Хушлашҡанда Надежда Ивановна ла оҙата сыҡты:

552


  • Бына, Данил Петрович, беҙ яңынан уллы булдыҡ. Васяға оҡшаған бит! — тине ул минең арҡамдан һөйә- һөйә.

  • Тағы ҡасан киләһең, Николай Васильевич? — тип һорай һалды ҡарт көр тауыш менән.

  • Килермен! Килермен! Хәҙер һеҙ миңә үҙ атайым, үҙ әсәйем кеүек яҡын.

  • Беҙҙе онотма!..

Ошо осрашыуҙан һуң, Наиләкәй, мин яңынан йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Быуаттар үтер, ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының исеме кешеләр йөрәгендә мәңге йәшәр!

Наилә! Минең Мәскәүгә уҡырға килеүемде бына ошондай изге ваҡиғалар ҙа аҡлай түгелме? «Эй, Аллаһы! Мин һинән һорайым: был көнөмдө ҡыуаныслы ит, еңеү бир, ярҙам бир, яҡтылыҡ бир, тура юлды күрһәт, мине яманлыҡтан, гонаһтарҙан ҡотҡар...» — Бына ошо иртән йоҡонан уянғас та уҡый торған доғам да бөгөн тормошҡа ашты бит, Наиләкәй!..

Ярай, ҡәҙерлеләрем, һау булып тороғоҙ! һеҙҙе һөйөүсе, яратыусы, һағыныусы атайығыҙ...

1962 йыл, Мәскәү




IV бүлек

ПУБЛИЦИСТИК МӘҠӘЛӘЛӘР ОРАН

Киләсәк яҙмышы хәл ителгәндә өндәшмәй ҡала алмайым



Борон замандарҙа ла тыуған-үҫкән ергә хәүеф янағанда ил ағалары, дәүләтсә фекер йөрөтөүсе бейҙәр, ырыуҙаштарын үҙ ҡанаты аҫтына йыйып, уларға Ватан, милләт әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе аңлатҡан, уяу булырға саҡырған, ә инде милләт алдында йә үлеү, йә ҡалыу мәсьәләһе торғанда яҙмышты хәл итер ҡарарҙар сығарыр булған. Бындай көсөргәнешле мәлдәрҙе күҙ алдына килтереү өсөн Башҡортостандың Мәскәү дәүләтенә ирекле ҡушы- лыуын хәл иткәндә Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бейҙең халыҡҡа мөрәжәғәтен иҫкә алыу ҙа етә...

Күптән түгел беҙ Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов- тың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышындағы сығышын тыңланыҡ, һис шикһеҙ, был ғәҙәти телмәр генә түгел, ә бөтә Башҡортостанды күтәреү көсөнә эйә булған оран ине ул.

Президент, республиканың 2005 йылдағы социаль- иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләрен баһалап, ул беҙҙең өсөн иң уңышлыларҙың береһе булды, тине. Ил ағаһы шулай уҡ наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы йомғаҡтарына туҡталды һәм Президент Советы исеменән 2006 йылды Башҡортостан Республикаһында Төҙөкләндереү йылы, тип иғлан итергә тәҡдим яһаны.

«...Социаль афәттәрҙе иҫкәртеү һөжүмсән һәм һөҙөмтәле төҫ алырға тейеш. Йәмғиәтте хафаландырған башҡа ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә бар, — тине М. Ғ. Рәхимов. — Йыл һайын миллионға тиклем кешеһен юғалтҡан



554


илдә (Рәсәйҙә — Н. А.), ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәхишәлек, бала төшөрөү, йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуы, хулиганлыҡ, үҙ-үҙенә ҡул һалыу һәм башҡа аяныслы, мин әйтер инем — тәбиғәткә ҡаршы күренештәр киң ҡолас алды. Хатта с туденттар араһында ла, ә улар беҙҙең зыялыларыбыҙҙың киләсәге, бындай осраҡтар һирәк түгел. Ҡыҙҙар егеттәр менән ярыша-ярыша эсә, тәмәке тарта, үҙҙәренең һаулығын бөтөрә. Ә уларға бит әсә булаһы... Әлбиттә, республикала демографик хәл илдәгенән сағыштырмаса яҡшыраҡ һәм яҡшырыу дауам итә. Ләкин шул тиклем аяныслы факттар бар, улар буйынса саң ҡағырға кәрәк...»

«...Тәбиғәткә ҡаршы килгән күренештәр...» — Президентыбыҙ тарафынан әйтелгән был әсенеүле фекер республиканың бөтә йәмәғәтселеген һиҫкәндерҙе. Ғалимдар, уҡытыусылар, табиптар, яҙыусылар, журналистар — бөтә зыялы халыҡ хәрәкәткә килде, хәҙер һәр бер аңлы кеше ошо ауыр хәл алдында үҙен яуаплы итеп тоялыр, тип уйлайым. Мин быны тағы нимәнән сығып әйтәм. Минең алдымда «Башҡортостан» газетаһының 17 февралдә сыҡҡан һаны ята. Газета, «Төҙөкләндереү йылы: үҙебеҙҙән башлайыҡ» тигән рубрика асып, «түңәрәк өҫтәл» ойошторған. «Әсә йөҙөнә — ҡыҙыллыҡ, ата елкәһенә ауырлыҡ килтермә» тигән тема буйынса профессор Вадим Сафин- дың сығышы айырыуса ныҡ тетрәндерҙе мине. Бына нимә ти ул: «Беҙ әгәр һаман да үҙебеҙҙең оло һәләкәт алдында тороуыбыҙҙы аңламайбыҙ икән, эскелек, фәхишәлек, туберкулез, ашҡаҙан, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре лә ҡотороуҙан туҡтамаясаҡ. Эштәр былай барһа, ҡырҡ йылдан һуң етештереүсе көстәр бөтәсәк, уҡыусылар ҡалмаясаҡ!..»

Ошо урында аҙ ғына фәлсәфәгә бирелгем килә.

Тәүфиҡлы, намыҫлы әҙәм балаһы үҙен генә ҡайғыртып йәшәй алмай. Уның йөрәк түрендәге меңдәрсә нескә ҡылдар ата-әсәһе, яҡындары, тыуып үҫкән ере, халҡы, оло һәм кесе Ватаны менән тығыҙ бәйләнгән. Ошо ҡылдарҙың берәйһе генә өҙөлһә лә, тормош симфонияһы боҙола, ғумер кисереүҙәре ауырлаша.

Иөрәгеңдәге ул ҡылдарға һин үҙең дә идара итә алаһың. Уларҙы аҡыл менән көйләгәндә, йәшәү, тереклек итеү моңо һине бөтә ғүмерең буйына наҙлап торасаҡ, бәхетле итәсәк. Тимәк, бәхетле булыуың һинең үҙеңдән дә тора.


Тик шуныһын да онотмайыҡ: илаһи көс, беҙҙе йыһан - ғалэм менән бер бөтөн яһаһа ла, тәбиғәткә ҡаршы эш- күренештәрҙе бер ваҡытта ла ғәфү итмәй, иртәме, һуңмы, гонаһлыларҙы барыбер үҙенең ҡаты хөкөмө алдына килтереп баҫтыра — унан ҡотолоу сараһы юҡ... Йыйып әйткәндә, кеше үҙе ҡылған гонаһтары өсөн дәүләт алдында ла, Хоҙай Тәғәлә ҡаршыһында ла яуап бирә...

«Башҡортостан» газетаһы «Төҙөкләндереүҙе үҙе- беҙҙән башлайыҡ» тип мөрәжәғәт итә беҙгә. Бөгөн һүҙ соңиаль афәттәрҙән ҡотолоу юлдарын эҙләү, рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереү өсөн яуаплылыҡ тойғоһон күтәреү тураһында барырға тейеш, тип уйлайым.

Бөгөн беҙ тотош республикабыҙҙың, бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм башҡа ҡала һәм райондарҙың ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелеүен күрәбеҙ, һалына башлап та оҙаҡ йылдар туҡталып торған Благовещен ҡалаһында Совет осоронда «Полиэф» комбинаты икенсе һулыш алды һәм тәүге линияһы эшләй башланы. Бында хәҙер үк инде ике меңдән ашыу эш урыны бар.

Ғүмер буйы утын яҡҡан ауылдарға газ инде, юлһыҙ яфа сиккән төбәктәргә асфальт килде. Ҡала һәм райондарҙа мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт һарайҙары төҙөлә. Кешеләргә йорт һалыу, мал аҫрау өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырыла. Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай ҡалаларында яңы театрҙар, филармониялар, концерт залдары сафҡа баҫты. «Интерфакс-Заман» сәйәси-иҡтиса- ди агентлығы тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, беҙҙең республика Рәсәйҙә иң уңайлы төбәктәрҙең береһе тип танылды, э халыҡтың тормош сифаты буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды алды. Өҫтөнлөклө дүрт милли проектты — ауыл хужалығында, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәға- рифта, торлаҡ әлкәһендә — ғәмәлгә ашырыу буйынса республикала киң ҡоласлы эштәр йәйелдерелде. Күптән түгел генә, мәҫәлән, Президенттың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлдерелгән яңы Указы донъя күрҙе. Уның төп мәғәнәһе — Башҡортостанда һәр кем алырлыҡ арзанлы һәм уңайлы торлаҡ төҙөү.

Сиктән тыш ҡиммәтле фатирҙарҙы йәштәр, ғөмүмән, аҙ килем алыусылар һатып ала алмай. Республика етәкселеге тормоштоң үҙәгендә торған был етди проблеманы тәүәккәл рәүештә ең һыҙғанып хәл итергә тотонған икән, тимәк, уға рәхмәт әйтергә генә кәрәк.

556




Башҡортостанда сираттағы һәр йылдың социаль сә- йәсэттэге иң мөһим йүнәлештәрҙең береһенә арналыуы үҙе бер матур йолаға әйләнде. Халҡыбыҙҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға, ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты, йәштәрҙе яҡлауға йүнәлдерелгән был «исемле» йылдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ!.. Ә быйылғы йылды Төҙөкләндереү йылы, тип иғлан иткәс, Рәсәйгә үҙ иркебеҙ менән ҡушылыуҙың 450 йыллығын байрам итер алдынан тыуған республикабыҙҙы төҙөкләндереү һәм сәскә аттырыу беҙҙең дойөм хәстәрлеккә әйләнәсәк. Баш ҡалабыҙ ҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. «Өфө-Арена» яңы боҙ һарайын, Халыҡтар дуҫлығы йортон төҙөү, «Өфө» тимер юл станцияһын, аэровокзалды һәм аэропорттағы ҡунаҡхананы, шулай уҡ «Аҡбуҙат» ипподромын һәм башҡа объекттарҙы реконструкциялау бара. Төҙөкләндереү һәм күркәмләндереү эштәре һәммә ерҙә бойомға ашырыла.

Мин күңелемдән, халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн, Башҡортостанға автономия алыу өсөн аяуһыҙ көрәштә баш һалған Шәйехзада Бабичты баҡыйлыҡтан алып ҡайтып, республикабыҙ менән таныштырам да уның менән бына шундай әңгәмә ҡорам:

  • Ҡайтыуығыҙ менән, бөйөк шағир!

  • Рәхмәт, Нәжиб!

  • Башҡортостан һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?

  • Илебеҙҙе хәҙер танырлыҡ та түгел! Ул шул тиклем матурланған ки, мин уға яңы бер сағыштырыу таптым:

Б ашҡортостан — И әннәтстан!..

  • Бик матур сағыштырыу!

  • Тик бөгөн мин Башҡортостанға баһа биргәндә, илдең тышҡы рәүешенә түгел, ә әҙәм балаларының эш- ғәмәлен төп бизмән тип һанайым. Нәфсеһенә бирелеп гонаһ ҡылған, тәүбәнән алыҫ йөрөгән кешеләр күбәйгән. Мин Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым. Иң аяныслыһы шул: ауыл эсә, хәмер һаҙлығына бата. Милләтебеҙҙең рухи торошо, әхлаҡи йөҙө борсоуға һалды мине. Ауыл үҙенә урын таба алмаған буйҙаҡ егеттәрҙән, иҫерек ир-аттан ғына торһа, ата-бабаларҙың нигеҙе ҡороясаҡ. Ошо нигеҙҙең донъя менән бәйләнеше өҙөлһә, был хәлдең бик аяныслы һөҙөмтәләргә, ҙур рухи фажиғәләргә килтереүе мөмкин. Ауыл егеттәрен эш менән тәьмин итеү зарур. Икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, болондары, ҡарурмандары, тауҙары, инеш-йылғалары,

557




күлдәре булған ерҙә эш етерлек. Әҙәм балалары үҙҙәрен тыуып үҫкән ерҙәренең төп хужалары итеп тойһон.

  • Ә беҙҙең ҡалалар тураһында ни тиерһегеҙ, хөрмәтле Шәйехзада?

  • Ҡалалар гүзәл! Бигерәк тә Өфөбөҙ ныҡ ҙурайған һәм матурланған. Киң, матур урамдарҙың ян-яғында таш пулаттар, мөһабәт йорттар, мәҙәниәт һарайҙары, банкылар, ашханалар, кафелар, ресторандар, офистар теҙелешеп киткән. Урамдарҙан үтерлек түгел — еңел машиналар ташҡыны. Эйе, уныһы шулай... Тик мин бит, Нәжиб дуҫ, шағир кеше, мине күберәк кешеләрҙең рухи донъяһы ҡыҙыҡһындыра... һеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтергә мәжбүрмен. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Йәштәр араһында әхлаҡһыҙ үә әҙәпһеҙ заттар күп, улар ҙур ижтимағи-әхлаҡи идеалдар һәм маҡсаттар менән йәшәмәй. Үҙ иленең, Ватанының граждандар ы булып түгел, ә, «Башҡортостан» газетаһы яҙғанса, әсә йөҙөнә — ҡыҙыллыҡ, ата елкәһенә ауырлыҡ килтереүсе иманһыҙ егеттәр үә тәүфиҡһыҙ ҡыҙҙарға әйләнә баралар. Илгә тере әруахтар, үле йәндәр түгел, ә граждандар кәрәк, Нәжиб! Башҡортостанға ысын мәғәнәһендә лайыҡлы ил улдары һәм ил ҡыҙҙары кәрәк!.. Мин Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 2000 йылдың 22 декабрендә Өфөлә үткән Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһының беренсе съезында һөйләгән телмәрен уҡыным. Ғәжәйеп ҙур аҡыл эйәһе, әүлиә булған ул Мостай: «...киләсәгебеҙгә ҡағылышлы хәүефле бер мәсьәләгә туҡталмаҡсымын. Экономика хаҡында әйтмәйем. Ул яйға һалыныр. Юғалтыуҙар ҙа тора-бара ҡабат ҡайтарылыр... Тик үтә лә ауыр ҡайтарыла торған бер нәмә бар. Был — милләттәрҙең физик, әхлаҡи сәләмәтлеген юғалтыу. Илгә, оло һәләкәт булып, физик һәм рухи сир ябырыла. Әгәр ҙә беҙ бөгөн ошоно уйламайбыҙ икән, йөҙ, ике йөҙ йылдан илебеҙ аң кимәле түбән, сирле-сыр- хау кешеләр төйәгенә әйләнәсәк. Күңелһеҙ уйланыуҙар минуттарында ошондай борсолоу һәм хәүефләнеүҙәр тетрәндерә мине. һеҙ, Башҡортостан милләттәренең иң күркәм вәкилдәре, минең хәүефләнеүҙәремде уртаҡлашырһығыҙ, тип уйлайым. Был афәтте булдырмау өсөн барыһын да эшләргә, бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Әҙәми заттың ер тетрәүҙән, туфан ҡалҡыуҙан, йыһанда килеп тыуған фажиғәләрҙән түгел, хатта атом һуғышынан да түгел, ә араҡынан, наркотиктарҙан, ядро ҡалдыҡтарынан,

558




зарарлы газдарҙан, компьютер нурҙары ағышынан, рухи тарҡалыуҙан һәләк булыуы ихтимал, эгэр бөгөн аҡылыбыҙға килмәһәк...»

Башҡорт иле аҡыл эйәләренә бер ваҡытта ла ҡытлыҡ кисермәгән шул. Беҙҙең Мостай Кәрим ана ҡайһылай киҫәткән милләтте — таң ҡалырлыҡ! Ә йәш быуын вәкилдәре ниңә ҡолағына элмәгән, йөрәгенә яҡын алмаған нэйғәмбәрҙәрсә әйтелгән шундай илаһи һүҙҙәрҙе?! «Башҡортостан» газетаһы ойошторған һөйләшеүҙә ҡатнашҡан академик Вадим Сафин да милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы хаҡында йән өшөткөс әрнеүҙәреи оран итеп яңғыратҡан бит! Был һәләкәттән ҡотолоу юлдарын тапмаһаҡ, тағы ла 40 йылдан һуң етештереүсе көстәр бөтәсәк, уҡыусылар ҡалмаясаҡ, ти ул.

Әгәр халҡыбыҙҙы шундай киләсәк көтә икән, ул Америка небоскребтарылай бейек йорттарҙы ниңә төҙөнөгөҙ һуң, Нәжиб дуҫ? Әллә һуң ҡытайҙар, корееңтар, вьетнамдар өсөн һалдығыҙмы ул йорттарҙы?

Мин дини кеше түгел, гәрсә динде хөрмәт итһәм дә. Шулай ҙа заманында:

«Береһе дин тип, береһе мин тип тартгкылай,

Белмәйем, әллә Алла, әллә иблис алдалай», —

тип шиғыр ҙа яҙғайным. Ҡасандыр ҡулыма бер дини китап ингәйне, шунда былай тиелгән: «Ахрызаман еткәс, йәьжүж-мәьжүж ерҙе ҡыҙыл балсыҡҡа тиклем ашап бөтөрөр ҙә, бәләкәй генә буйлы һары әҙәмдәр килеп, бөтә донъяны баҫып алыр», имеш... Әле һатыу итеү нөктәләрен, бәләкәй баҙарҙарҙы шул халыҡ баҫып алған. Төҙөлөштәрҙә лә килмешәктәр — төрөктәр эшләй. Украина- нан ағылған эшҡыуарҙар башҡорт урмандарын ҡыра... Газеталарҙан уҡыным: Рәсәйгә ситтән килеүселәрҙең бик күп өлөшө Башҡортостанда төпләнә. Т ағы ла 30—40 йылдан ул мигранттарҙың һаны 4—5 миллионға етмәҫ, тип кем әйтер? Ә дүрт миллионлы Башҡортостан халҡы күпмегә ҡалыр икән ул томанлы яҡын киләсәктә?

  • Хатта уйларға ла ҡурҡыныс!..

Әле яңыраҡ бик талантлы яҙылған «Илкәйем» тигән публиңистик мәжмүғәгә тап булдым. Авторы — Зәйтүнә Ханова. Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Тәнзилә Аллаярованан ир- аттың хәлен һораша. «Кире яҡҡа китеп барабыҙ инде

559




хәҙер. Иң йәнемә тейгәне — эскелек һәм эшһеҙлек. Эш һәм аҡса булмағас, ғаилә ҡорорға ла тырышмайҙар. Беҙҙең ауылда ғына егермеләп егет өйләнмәй йөрөй. Шунса уҡ — Ҡотанда, Мәҡсүттә...» Бына шундай хәл, Нәжиб әфәнде.

  • Эйе, хәлебеҙ ауыр...

  • Ә ниңә ул Бөрйән егеттәре тик йөрөй? Эш юҡмы? Буш һүҙ был! Бөрйәндә булдым мин, Шүлгәнташты ла барып ҡараным. Бына ҡайҙа ул ылыҫлы ағас донъяһы! Ҡосаҡлаһаң, ҡолас етмәҫ ҡарағайҙар, шыршылар! Бына шул өлгөргән һәм ваҡытында ҡырҡылмай ҡалған ағастар серей, баштарын зәңгәр күккә терәп, аяҡ өҫтө баҫып торған килеш, теҙелешеп үләләр! Хоҙайым, миллионлаған кубометр бит улар! Миллионлаған кубометр, Нәжиб әфәнде! Әгәр ошо хазина, ошо байлыҡ япондарҙа булһа, улар үҙҙәренең илен алтынға күмер ине, билләһи! Ана, финдар, ылыҫлы ағастан йыйылма йорттар төҙөп, бөтә донъяға һаталар, сереп байып яталар! Бөрйәндә лә халыҡ кәсептәрен тергеҙеп, көнкүреш һәм ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтарын етештереүҙе юлға һалғанда, бөтә Көньяҡ Урал егеттәрен эш менән тәьмин итеп булыр ине... Президент күп тырышлыҡ һалды, хәҙер Бөрйәндә юлдар яҡшы, бында туризмды үҫтереү өсөн дә ҙур мөмкинлектәр бар... Мин бит Бөрйән тураһында ғына фекер йөрөтмәйем, Нәжиб әфәнде!.. Хәйер, Бөрйән дә ҡуҙғалған инде, мебель етештереүсе цехтар эшләй башлаған! Башҡортостаныбыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә — Күгәрсен, Нуриман, Ҡариҙел, Йылайыр, Дыуан, Асҡын, Тәтешле райондарындағы ҡарурмандар ҙа уңған ир-егеттәрҙе көтөп ята!..

  • Эйе, тормошто бына тигән итеп ҡороп ебәрергә мөмкин, теләк кенә булһын!..

  • Әлбиттә!.. Эшһеҙлек эскелекте тыуҙыра, хәмер кешенең аҡылын зәғифләй, ул әҙәмсә уй-фекер йөрөтөүҙән мәхрүм булып, диуанаға әйләнә. Урыҫтар быны вакханалия, ти. Ә иң ҡурҡынысы — ана шул диуаналыҡ кешенең ҡанына һеңә, гендар буйынса күсә, милләт зәғифләнә...

  • Тимәк, башҡорт милләтенә бөтөү, ер йөҙөнән юҡ булыу фажиғәһе янай, хөрмәтле шағир?

  • Әле йәмғиәтте тулғаҡ тота, ниҙер тыуырға тейеш. Аҡыл һәм фиҙаилыҡ еңәсәк!.. Остаҙым, арҡаҙашым Әхмәтзәки Вәлидигә мөрәжәғәт итәйек. Ул нимә тине?

560




«Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫентеһе ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтә баҡсаға таралыр...»

Мин һеҙҙе борсоған тағы бер нәмә — студенттар тормошо менән дә таныштым. Шундайын самими, аҡ күңелле ҡыҙҙарҙың, көс-ғәйрәте ташып торған һөлөк кеүек егеттәрҙең юлдан яҙыуына, аҙғынлыҡ һаҙлығына батыуына ышанғы ла килмәй. Юҡ, юҡ, йәштәрҙең күбеһе, иң ҙур күпселеге үҙҙәрен әҙәпле тота, тырышып уҡый, боҙоҡлоҡтоң сиге һәләкәт икәнен яҡшы аңлаған иманлы балалар... Нәфселәренә ирек ҡуйып, йәш кенә көйө һәләк булған бәхетһеҙ замандаштарының фажиғәһе уларға һабаҡ булыр, тип уйлайым... Ошо йәш быуын вәкилдәре Башҡортостандың төп вариҫтары ла баһа! Ата-бабала- рының изге ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын дауам итеүселәр! Бер уйлаһаң, ниндәй ҡөҙрәтле вазифалар йөкмәтелгән уларға?!..

  • Минеңсә, әле улар үҙҙәренең бик бәхетле булыуҙа- рын аңлап та еткермәй. Донъяға яңы Салауат Юлаевтар- ҙың, Аҡмулла, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Мостай Кәрим, Арыҫлан Мөбәрәков, Шәүрә Мортазина, Заһир Исмәғилев, Рәми Ғарипов кеүек аҫыл заттарҙың, бөйөк шәхестәрҙең тыуыуы бөгөнгө йәш быуындың сәләмәт, рухи яҡтан ныҡ һәм иманлы булыуына ла бәйләнгән бит!

  • Эйе, милләттең киләсәге улар ҡулында!.. Иң мөһиме, Башҡортостан етәкселәренән уңған. Көнө-төнө эшләйҙәр, халыҡ өсөн тырышалар. Өфөлә университеттар, академиялар, колледждар, гимназиялар әллә күпме! Халҡыбыҙ тыуҙырған матди байлыҡты, матурлыҡты Аҡмулла күрһә икән! «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тип халҡын белемгә әйҙәгән, бөйөк шағирыбыҙ Аҡмулла күрһә икән ошо юғары уҡыу йорттарын!.. Билләһи, шатлығынан, оло ҡыуанысынан рәхәтләнеп бер илар ине ул!..

  • Рәхмәт, Шәйехзада! һеҙҙең менән бергә үткәргән минуттар минең өсөн бик фәһемле булды...

  • Минең ғүмерем бик иртә өҙөлдө, һәләк булғанда миңә ни бары 24 йәш ине. Башҡортостаныма — Йәннәт - станыма оҙаҡ хеҙмәт итергә насип булманы... Хушығыҙ, Нәжиб әфәнде!..

Мин 1912 — 1916 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡығанда Өфөлә үткәрелгән «Матурлыҡ» кисәләрендә

561




үҙенең талантлы шиғырҙарын уҡып, мандолинала уйнап, беренсе урынды яулаған шағир алдында ҡыҙҙарыбыҙ тураһында һүҙ ҡуҙғатырға уңайһыҙландым. Ул бит үҙе лә күберәк ир-атҡа ҡағылышлы мәсьәләләргә генә туҡталды. Мин уны аңлайым: шағир йөрәге һылыуҡайҙарға тап төшөүен теләмәгәндер, уларҙы үҙе күҙ алдына килтергәнсә, алиһә итеп, сафлыҡ, матурлыҡ өлгөһө — гүзәл заттар итеп кенә күргеһе килгәндер. Шулай ғына булһа икән дә бит...

Миңә, дөрөҫөн генә әйткәндә, Президентыбыҙ ауыҙынан «...фәхишәлек, бала төшөрөү...» тигән йөрәк өшөткөс һүҙҙәрҙе ишетеүе ауыр булды. Уға ла тел әйлән- мәҫлек был һүҙҙәрҙе ишеттереүе еңел булмағандыр, әлбиттә. Мортаза Ғөбәйҙулла улының, халҡыбыҙҙың ҙур өлөшөнә олатай һәм атай дәрәжәһендә булған ил башлығының, нәҡ бына бөгөн йәмәғәтселек алдына сығып шулай һөйләүе, саң ҡағыуы бик ваҡытлы, тип иҫәпләйем.

Мин Шәйехзада Бабичтың «Матурлыҡ» кисәһендә беренсе урын яулауын юҡҡа ғына иҫкә алманым. Уға был урынды кисәгә килгән башҡорт ҡыҙҙары — шәфҡәт туташтары, мөғәллимәләр, «Хәйриә» йәмғиәте ағзалары, гимназияла уҡыусы ҡыҙҙар теләге буйынса биргәндәр. Ниндәй саф, моңло, аҡыллы булған ул замандың ҡыҙҙары!.. Улар ғынамы? Ғөмүмән, XX быуатта беҙҙең ҡыҙҙарҙың әҙәплелегенә, әхлаҡи камиллығына, намыҫлы булыуҙарына, матур идеалдар һәм ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел.

Минең был мәҡәләмде араҡы эскән, тәмәке тартҡан, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөгән, балаһын алдырған, енси сирҙәр йоҡтороп, түлһеҙ ҡалған, таушалған ҡыҙҙар ҙа уҡыр, тип өмөтләнәм. Ата-әсәләре лә уҡыһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине... Мин ул ҡыҙҙарҙы яҡын күрәм, йәлләйем, бөтәһенә лә ошо ҡәһәр һуҡҡыры аҙғынлыҡ сиренән ҡотолоу юлдарын күрһәткем килә. Ике ҡулымды ла һуҙып, уларға ярҙам иткем, боҙоҡлоҡ һаҙлығынан тартып сығарғым килә. Уларға үҙем күргән ике ваҡиға тураһында һөйләргә теләйем.

Күптән түгел генә миңә эш буйынса Республика йортонда, үҙебеҙсә әйтһәң, «Аҡ йорт»та булырға тура килде. Шундай ғәжәйеп бер ҡыуаныслы ваҡиғаға тап булдым. Өҫкә ҡаттағы бүлмәләрҙең береһенән рауза сәскәләре тотҡан, йөҙҙәрендә шатлыҡ-бәхет балҡыған бер төркөм һылыуҡайҙар сыҡты ла күтәренке кәйеф

562




менән үҙҙәре эргәһенә килеп баҫҡан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты урталарына ултыртып, фотоға төштө.

Т анышымдан:

  • Кемдәр былар? — тип һораным.

  • Улар бик бай халыҡ! Күп балалы әсәләр! Президент әле генә уларға миҙалдар тапшырҙы...

  • Күп балалы, тиһең,, ә үҙҙәре йәп-йәш?!

  • һин бит беләһең, Нәжиб Вилданович, донъяла иң матур зат — әсә!.. Ерҙәге иң матур йыр — сәңгелдәк йыры... Былар бөтәһе лә Көньяҡ Урал райондарынан, төпкөл ауылдарҙан килгән әсәләр, һәр ҡайһыһының бишәр балаһы бар!..

  • Улар шундай йәш!..

Иң өлкәне егерме һигеҙҙә!

Мин һоҡланыуымды йәшерә алмайынса тағы ла ошо һылыуҡайҙарға ҡарап ҡаттым. Береһенэн-береһе матур! Зауыҡ менән кейенгән, зифа буйлы, йөҙҙәрендә шәреҡ нуры балҡыған был йәш әсәләрҙең бөтәһе лә бик бәхетле, тип уйланым. Биш балаһы булған әсә олораҡ күренергә тейештер кеүек, ә былар ҡыҙҙарға алыштырғыһыҙ!.. Шатлыҡ-ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡый. Бер-береһен ҡотлайҙар, ярыша-ярыша Президентҡа нимәлер тураһында һөйләйҙәр, көлөшәләр, гөрләшәләр. Бик бәхетле минуттарын кисерә ине улар ошо мәлдә.

Хағы журналистик ғәҙәтем өҫкә ҡалҡып сыҡты. Алиһәләр ҙә мине таныны булһа кәрәк, бик яғымлы итеп иҫәнләштеләр. Береһенэ шаян һүҙҙәр ҡыҫтырып, һорауҙар ҙа яуҙырҙым:

  • Биш баланы тәрбиәләп үҫтереүгә ҡарағанда, бер баланы аҫрау ауырыраҡ, тигән боронғолар. Шул дөрөҫмө?

  • Бәй, дөрөҫ булмайынса!.. Балаларыбыҙҙың бише- һен дә ирем менән көтөп алдыҡ, уларҙың тыуыуы ҙур шатлыҡ булды. Президентыбыҙ беҙгә изге теләктәрен теләне, балаларҙың сәләмәтлеген һорашты, бөгөнгө көн беҙҙең өсөн ҙур байрамға әүерелде. Был ҙур бәхет!..

  • Биш балаға әсәйһегеҙ, ә үҙегеҙ йәп-йәш! Ун һигеҙҙә тороп ҡалғанһығыҙ... Бының берәй сере бармы әллә?

  • Сере юҡ, ирем һәйбәт минең — тине әңгәмәләшем, күҙҙәремә тура ҡарап. — Унан, Нәжиб ағай, ҡатын-ҡыҙ бала тапҡан һайын йәшәрә, матурлана бит ул! һаҙый Т аҡташ та әйткән бит:

563


Әсә - бөйөк исем,

Нимә етә әсә булыуга!

Ҡатындарҙыц бөтә матурлыгы,

Бөтә күрке әсә булыуҙа!

  • Бына! Бына ғаилә тормошоноң иң ҙур сере ошо! — тинем мин, Әбйәлил алиһәһенең арҡаһынан һөйөп. — Бәхетле булығыҙ, һылыуым!..

Мин, ошо бәхетле әсәләргә ҡарап, үҙемдең йәшлек йылдарымды хәтерләнем.

Салауат ҡалаһында йәшәгәндә (1956 — 1963 йылдар) беҙҙең Әймән Искәндәр ҡыҙы һәм Брек Әхмәтйән улы Байковтар тигән ирле-ҡатынлы врач дуҫтарыбыҙ була торғайны. Әймән — ҡатыным Наиләнең ауылдашы, бала саҡтан уҡ бер-береһен яҡшы беләләр. Яҡташлыҡ бик ҙур тойғо бит ул, бына ошо яҡынлыҡ беҙҙе дуҫлаштырғандыр инде. Бер заман Әймән, ике бала әсәһе ине инде ул, ҡапыл ғына ауырый башланы. Ныҡ ҡына ябыҡты, йөҙө һары төҫкә инде. Гел генә больничныйҙа булғас, коллективта миңә һалҡын ҡарай башланылар, тип эшенән дә китте был. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙгә бик ҡәҙерле булған был дуҫ ғаилә көрсөккә терәлгәндәй булды. Быны беҙ ҙә бик ауыр кисерҙек.

Икеһе лә врач булыуҙарына ҡарамаҫтан, сирҙең ниҙән икәнен аныҡ ҡына белә алманылар. Әймән күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, күҙ йәштәрен дә аҙ түкмәне.

Тора-бара ул беҙгә көн дә килә башланы. Аһ-зарҙарын, ҡайғыларын Наиләмә һөйләй. Ҡатыным уны ҙур түҙемлелек һаҡлап, тыныс ҡына тыңлай, йыуата, үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә. Ә бына минең сабырлығым көндән-көн кәмей. Ҡатынымдың балаларҙы һөйәһе, тәрбиәләйһе, мине хәстәрләйһе урынға сәғәттәр буйы ауырыу әхирәтен тыңлап ултырыуына әсем боша, асыуым ҡабара. Мин бит күреп торам, әхирәтенең бер туҡтауһыҙ ах-ух килеүе Наиләмә лә тәьҫир итә башланы. Дуҫы ҡайтып киткәс тә оҙаҡ ҡына уйланып ултыра, беребеҙ менән дә һөйләшмәй.

Бер саҡ түҙемлегем бөтөнләй бөтөп:

  • Наилә, ғәфү ит, мин һинең ул әхирәтеңде ҡабат өйгә индермәйем! — тип әйтеп ташланым.

  • Юҡ, Нәжиб, улай ярамай, ауырыу кешегә ярҙам итергә кәрәк...

  • Ҡалайтып?

564




  • һинең, абруйың ҙур, больниңаға барып, баш врач менән һөйләш, Әймәнгә ярҙам ҡулын һуҙһындар. Вәт булырһың кеше!..

Бына Әймән тағы ла беҙгә килде. Мин ысын күңелдән дә, бәлки, бер аҙ ғына яһалмалыҡ та ҡушылғандыр, уны асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдым. Үҙем тиҙ генә табын әҙерләнем, хазинала нимә бар — бөтәһен дә өҫтәлгә ҡуйҙым. Ниндәйҙер бер байрамдан ҡалған коньягым да бар ине — сығарҙым. Ҡатындар, «был Нәжибкә нимә булды икән?» тигәндәй аптырашып, миңә ҡарап тора. Бер аҙҙан Әймән дә асылып киткәндәй булды. Ҡатыным Наилә лә минең шундай иғтибар күрһәтеүемде хупланы шикелле, тиҙ генә мин ҡуйған ҙур бокалдарҙы өҫтәлдән йыйып алып, улар урынына алтын ялатылған кескәй генә матур рюмкаларҙы ултыртты. Мин тост әйттем:

  • Әймән һылыу, һине бөгөн танырлыҡ та түгел, бер битеңә ай, икенсе битеңә ҡояш ҡунған! Былай булғас, һине һау-сәләмәт, тип иҫәпләйбеҙ. Эйе, эйе, ауырыуың һине ташлап ҡасҡан, һин сәләмәтләнгәнһең! Быны һиңә мин әйтәм — ир-ат күҙе үткер була ул, ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөн генә түгел, бәғерендә ни ятҡанын да күрә! Шул шатлыҡтан күтәрәйек әле ошо алтын рюмкаларҙы!

  • Эй, Нәжиб, йәнкиҫәгем, шулай ғына булһа икән дә ул... Рәхмәт, миңә яҙмаған шундай ҙур бәхеттәр бүләк итеүеңә! — тине Әймән, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.

  • Ниңә улай тиһең, Әймән дуҫҡайым! Мин бит һине һауыҡтырыу юлын таптым! һине үбеп, яратып терелтер- гә кәрәк!

  • Үбеп? Ҡалайтып? — ҡунаҡ ҡатындың күҙҙәре дүрт булды! — Кем?

  • Кем булһын! Ирең! Брек Әхмәтйәнович Байков үпһен!

  • Эй, ул бахыр... эштән ҡайтыу менән... — Әймән саҡ ҡына йылмайғандай итте, әйткәндәремде көлкөгә һанапмы, рюмкаһын ситкәрәк этәреп ҡуйҙы һәм, тағы ла үҙенең күңелһеҙ уйҙарына сумып, ҡатып ҡалды.

  • Йәш саҡтағылай, беренсе тапҡыр ҡосағына алғандай, тәмле, һутлы итеп үпһен һинең алһыу ирендәреңдән! — тип мин һаман ныҡышам. — һин бөгөн ауырға ҡалырға тейеш! Бөгөн үк!

  • Наилә, ни һөйләй ул һинең Нәжибең? Аҡылындамы ул? Ике улымды, иремде ҡарау өсөн көн дә Хоҙай Тәғәләнән, бер үк аяғымдан йыҡма инде, тип ялбарам...

565




  • Әймән дуҫҡайым, тыңла эле, туғыҙ ай тигәндә үҙең кеүек ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, бөҙрәләнеп торған алтын сәсле сабый донъяға киләсәк. Шул сабый ҡарыныңда ятҡанда һинең бөтә ауырыу күҙәнәктәрең дә яңырасаҡ. Бала менән бергә һин дә был яҡты донъяға яңынан тыуғандай буласаҡһың, Әймән дуҫҡайым!..

Әймән ҡапыл илай башланы, оҙаҡ иланы...

Туғыҙ айҙан Әймән яҡты донъяға бик матур бер малай бүләк итте. Ә әсә үҙе элеккенән дә һылыуыраҡ ине. Башҡаса ул бер ваҡытта ла ауырыманы, бөгөнгө көндә лә иҫән-һау, үҙенең һикһән йәшен байрам итергә әҙерләнә...

Бөгөн юлдан яҙып барған һылыуҡайҙар, мин бит быларҙы һеҙҙең өсөн һөйләнем, һеҙ ҙә бөгөн үк эҫе мунсаға барығыҙ ҙа ете ҡат тирегеҙ сыҡҡансы йыуынығыҙ, тәүбәгә килегеҙ, өйгә ҡайтҡас, көҙгөгә бағығыҙ, үҙегеҙҙең йөҙөгөҙҙән Хоҙай биргән, әсәйегеҙ бүләк иткән матурлыҡ һыҙаттарын эҙләп табығыҙ, улар ҡалғандыр әле, барҙыр әле. Матур хыялдарға бирелегеҙ! Артабан һеҙҙе үҙ ғүмерегеҙҙә бер генә кеше һөйөп яратырға тейеш, ул кеше — һеҙҙең берҙән-бер ҡәҙерле кешегеҙ — тормош юлдашығыҙ!

Эйе, быйылғы Төҙөкләндереү йылын үҙебеҙҙэн башларға тейешбеҙ. Әҙәм балаһына тыумыштан бирелмәгән, әммә төптән уйлап еткермәүе арҡаһында үҙе эҙләп тапҡан йәмһеҙ күренештәрҙән ҡотолорға кәрәк. Был оҙайлы көрәш, әммә ул Президент әйткәнсә, һөжүмсән булырға тейеш, һәр бер ата-әсә балаларының яҙмышы өсөн яуап бирһен. Уҡытыусылар, педагогтар, юғары вазифалар биләүсе мәғариф етәкселәре, уҡыусыларҙы, студенттарҙы уҡытыу менән бергә, уларҙы һәр төрлө боҙоҡлоҡтарҙан, әхлаҡи тайпылыштарҙан һаҡларға, .Тыуған илебеҙгә лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләргә бурыслы. Йорттар ҙа һалыныр, юлдар ҙа төҙөлөр, иҡтисад та үҫер, ә бына йәш быуындың рухи ныҡлығы өсөн көрәшмәһәк, ғөмүмән, әгәр беҙ үҙебеҙҙе юғарыла иҫкә алынған насар ҡылыҡ-фиғелдәрҙән арындырмаһаҡ, таҙарынмаһаҡ, сафландырмаһаҡ, яҡын киләсәктә милләтебеҙ, Мостай Кәрим фараз иткәнсә, бик ауыр хәлдә ҡалыр...

Оҙаҡламай илдең яҙмышы бөгөнгө ун һигеҙ-егерме йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡулына ҡаласаҡ. Улар утыҙ- ҡырҡ йыл ил менән идара итәсәк. Аҙаҡ был донъяуи эш- ғәмәлдәрҙе үҙҙәренән йәшерәк быуынға йөкмәтәсәк.

566




Быуындарҙың күсәгилешлеге бер сылбыр менән шул тиклем тығыҙ бәйләнгән ки, шул ҡулсаларҙың берәүһе генә өҙөлһә лә, бөтә илдең фажиғәгә дусар булыуы ихтимал. Шәйехзада Бабичтың «милли ахрызаман», тип әйтеүе шуны аңлатҡандыр ҙа әле...

Атаң-әсәңде һөйөү хистәренән үҙ милләтеңде яратыу тойғоһо кәм булырға тейеш түгел. Боронғо ата-бабаларыбыҙ халыҡ, ил яҙмышын хатта үҙҙәренең ғәзиз ғүмерҙәренән дә юғары ҡуйған. Шуға күрә лә беҙ булғанбыҙ, беҙ бар һәм буласаҡбыҙ ҙа! Амин!..

  • * *

Хөрмәтле «Башҡортостан» газетаһын уҡыусылар! Мин ни өсөн был мәҡәләмдә милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич менән шундай әңгәмә ҡорҙом? Сәбәбе шул: беҙҙең яҙмыштар оҡшаш. Мин дә уның йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойҙом, ике тапҡыр ауыр яраландым, ҡаты контузия алдым, Шәйехзада Бабичтар быуыны ла, минең замандаштарым да халҡыбыҙҙың азатлығы, киләсәк бәхете өсөн көрәштек. Беҙҙең уй- фекерҙәребеҙ ҙә бер төҫлөлөр ул. Сөнки саң ҡағырға кәрәктә, әҙиптәр башҡаса уйлай алмай. Бына шуны иҫтә тотоп, мин бөйөк шағирыбыҙ исеменән мөрәжәғәт иттем һеҙгә, хөрмәтле ҡыҙҙар һәм егеттәр!..

24 март, 2006 йыл

Әҙәбиәттең йөҙок ҡашы ул



Билдәле ки, Татарстандың Дәрдмәнд, Ғәлимйән Ибраһимов, Нәҡи Иҫәнбәт, Мирсэй Әмир, Әхмәт Фәйзи, Риза Ишморат, Әмирхан Еники, Нурихан Фәттах, Илдар Юзеев, Әхсән Баян, Хәсән Сыръян, Роберт Миңнуллин кеүек күренекле яҙыусылары Башҡортостандың изге ерендә тыуып үҫкәндәр.

Бөйөктәрҙең бөйөгө Ғәлимйән Ибраһимов үҙе генә ни тора! Яҙыусы, телсе, тарихсы, философ, педагог, методист, психолог, революционер һәм Татарстандың беренсе академигы ла ул!.. Уның «Ҡаҙаҡ ҡыҙы», «Тәрән тамырҙар», «Беҙҙең көндәр» романдары — донъя әҙәбиәтенең алтын фондына кереп ҡалған әҫәрҙәр. Урыҫ ғалим

567




дары билдәләүенсә, Ғәлимйән Ибраһимов һүҙ оҫтаһы булыу яғынан Л. Толстой, И. Тургенев кеүек бөйөк яҙыусылар рәтендә тора. Төркмәнстандың халыҡ яҙыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Берды Кербабаев, Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы М. Гусеин, ҡаҙаҡ халҡының танылған әҙибе, киң ҡоласлы «Абай» романы авторы Мохтар Ауэзов Ғәлимйән Ибраһимовты үҙҙәренең остаҙы итеп һанағандар.

Был мәҡәләмдә Ғәлимйән Ибраһимовҡа оҙағыраҡ туҡталыуымдың сәбәбе шунда, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ туғандаш Татарстан халҡына ана ниндәй әҙиптәр бүләк иткән, тип әйтәһе килә. Шуныһы шатлыҡлы, бындай «әҙәбиәт каруандары» Ағиҙел, Дим, һаҡмар, Танып, Йүрүҙән, Ашҡаҙар, Сөн буйҙарынан Иҙелгә табан һаман да ағылып тора. һәм ул бер ваҡытта ла туҡтамаясаҡ та! Быуаттарҙы иңләгән оло беҙҙең дуҫлығыбыҙ, Башҡортостанда йәшәүсе миллиондан артыҡ татар халҡының тулы ҡанлы мәҙәни һәм әҙәби тормошо, таланттарға бай булыуы нәҡ бына шул турала һөйләй ҙә инде...

Минең бөгөнгө һүҙем, әлбиттә, исеме юғарыла телгә алынған Роберт Миңнуллин тураһында булыр. Сөнки уға бөгөн 60 йәш тула. Минеңсә, был бик ҙур ваҡиға! Китап һөйөүселәр өсөн яҡты, матур, моңло, шатлыҡлы байрам. Был Роберт Миңнуллиндың һис тә олоғайыуы түгел (үҙемдән беләм, 60 — егеттәр йәше генә әле ул), был күренекле яҙыусының Ҡазанда, Мәскәүҙә, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа баҫылып сыҡҡан илле китап авторы булараҡ, уҡыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүе, фекер алышыуы, күңел түрендә тағын да ниндәй хазиналар ятыуын бәйән итер өсөн изге мөнбәргә сираттағы күтәрелеүе. Әммә был барлыҡ башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәни тормошонда ҙур байрам!..

Яҡташыбыҙҙың юбилейы уңайынан, гәзит уҡыусыларҙы уның тормош һәм ижад юлы менән аҙ ғына булһа ла таныштырып үткем килә. Яҡташыбыҙ булһа ла, ғүмере буйынса Ҡазанда йәшәп ижад иткәс, беҙҙә уны бик үк белеп еткермәүселәр ҙә барҙыр, тип уйлайым.

Ул Сөн егете. 1948 йылдың 1 авгусында Илеш районы Нәжәде ауылында донъяға килгән. Башланғыс һәм һигеҙ йыллыҡ белемде Шәммәт һәм Аҡкүҙ ауылдарында ала. 1966 йылда Ҡарабаш урта мәктәбен тамамлағас, ике йыл самаһы Илеш районының «Маяҡ» газетаһында эшләй. 1968—1973 йылдарҙа В. Й. Ульянов-Ленин исемендәге

568




Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Студент йылдарында уҡ баш-аяғы менән әҙәби тормошҡа сума. Көнө-төнө шиғырҙар ҙа яҙа, бик күп уҡый, китап йыя, бар булмышын, йәшәйешен, ижадын һәм ғүмерен китап менән бәйләй. Йәш эрудит библиофилға әйләнә. Алға китеп әйтәйек, шағир күп йылдар үткәс, 8 мең китаптан торған шәхси китапханаһын яҡташтарына — Илеш районынының балалар китапханаһына бүләк итә.

Роберт Миңнуллиндың әҙәбиәткә килеүен күптәр һиҙмәй ҙә ҡалды шикелле. Ул бик тиҙ танылды, яҙыусы тигән абруйлы исем дә уға бик тиҙ тағылды. Хатта уның башлап яҙыусылар, йәш яҙыусылар мотлаҡ үтә торған өйрәнсек осоро булманы ла кеүек. Эйе, ул әҙәбиәткә аяҡтарына ныҡ баҫып, ҡыҙыу аҙымдар менән килеп керҙе, әммә берәгәйле килде, китмәҫкә тип килде. Иң тәүге шиғырҙары менән үк «Мине ҡаршылағыҙ, мин шағир, йәмәғәт!» тип әҙәби донъяға оран һалғандай булды. Заманында йәш һаҙи Таҡташ, Муса Йәлил, Хәсән Туфан яңы поэтик һүҙ, яңы шиғри аһәң менән нисек бөтөн татар әҙәбиәтен яулап алған булһа, Илеш егете лә татар шиғриәте күгендә яҡты йондоҙ булып ҡабынды.

1970 йылда Ҡазанда йәш шағирҙарҙың «Беренсе ҡарлуғастар» тигән йыйынтығы донъя күргән ине. Унда Ҡазан университетының икенсе курс студенты Роберт Миңнуллиндың да утыҙға яҡын шиғыры бар. Иҫ китмәле матур, ҙур шағирҙарға ғына хас ритмика теүәллеге менән яҙылған шиғырҙар! Бына һоҡланып уҡырлыҡ, самими яҙылған саф тойғоло «Тәүге ҡар» шиғырынан бер өҙөк.

Керпегендә, сәстәрендә Йылынар, яцъпсар.

Әллә һуцпсщҙар урамга Сәскәнме сулпылар?

Бер-береһенә оронһалар,

Валлаһи, сылтырар Көмөштәй сулпылар.

Был ысынлап та ритмика теүәллеге менән яҙылған шиғырҙа тәбиғәттең матурлығы ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сафлығы ла, яҡты донъяның йәнде наҙлай, иркәләй торған гүзәллеге лә сылтырай кеүек.

569




Талантлы яҡташыбыҙ 1971 йылда йәш шағирҙарҙың Баҡы ҡалаһында уҙған V Бөтә союз фестивалендә ҡатнашып, Әрмәнстан комсомолы Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһын алып ҡайта. Йәшлек, мөхәббәт тураһында иң яҡшы лирик шиғырҙар авторы булараҡ, ул 1974 йылда ВАКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Ниһайәт, 1976 йылда Роберт Миңнуллиндың «Бәхетле булығыҙ!» тигән тәүге мөстәҡил йыйынтығы баҫылып сыҡты. Китап әҙәби донъяла ҙур резонанс тыуҙыра. Уға татар шиғриәтенең алтын бағаналары Хәсән Туфан, Нури Арсланов, Әхмәт Исхаҡ, Шәүҡәт Ғәлиев, Илдар Юзеев, Әхсән Баян шунда уҡ иғтибар итә. Ҡайһы яғы менән алдыра һуң яңы шиғри китап?

Сөн буйҙарынан килгән шағирҙың үҙенсәлеге, әсә һөтө менән бирелгән һәләте, лирикаһына тәбиғи рәүештә юмор килеп ҡушылыуы күҙгә ташлана. Автор эҙләнә, шиғырҙан шиғырға үҫә бара, поэтик фекерҙәрҙе ҡыҫҡа, йыйнаҡ формала образлы бирергә ынтыла. Йыйынтыҡ бирелеп, һоҡланып уҡырлыҡ. Унда самими яҙылған саф тойғоло шиғырҙар өҫтөнлөк итә. Шағирҙың стиль алымдары төрлө афоризмға оҡшашлығы ла ҡыуандыра. Йыр кеүек яңғыраған, йөрәккә һары май булып ятҡан строфалар, ҡанатлы һүҙҙәр, уйға һала торған тәрән фәлсәфәүи фекерле юлдарҙан айырылыуы ла ҡыйын. Китап тотош бар күңелеңде биләп ала. Донъяла шиғриәт тигән мөғжизәнең барлығына Хоҙай Тәғәләгә тағын бер тапҡыр рәхмәт әйтке килә!..

Йыйынтыҡтағы «Изге йорт!», «Ахаҡусаҡ», «Баҙыла боҙҙар аға», «Малайҙар», «Көҙ инде», «һағыныу», «Сөн буйына саҡырыу», «Әсәйҙәр», «Клараға» тигән шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы ҡат-ҡат уҡыйым. Уйланам. Күҙ йәштәрен һөртәм. Башымды тотоп ултырам, тағын да китап биттәрен асырға тотонам. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле газета уҡыусылар, Роберт Миңнуллиндың ошо йыйынтығын- дағы «Клараға» тигән шиғырын бергәләп уҡып ҡарайыҡ. (Белеүемсә, Клара Әмир ҡыҙы Исламова шағирҙың 1973 йылда никахлашҡан тормош иптәше.)

Мин һицә күҙ йәше генә,

Әрнеү генәлер инде.

Нишләйһең, һөйөү-һөйәлөү Әрнеү менән бер инде!

570


Көсәйгән һайын мөхәббәт,

Әрнеүҙәр арта бара.

Беҙҙец йөрәктәр тулылыр һөйөүҙән тсалган яра.

Кисер был газаптар өсөн,

Әллә мицә рәхәтме?!

Тик беребеҙ ҙә теләмәй Баискаса мөхәббәтте.

Хоҙайым, мин дә бит үҙемдең 63 йыл буйына бергә ғүмер кисергән, янымда ғына минең өсөн өҙөлөп торған тормош иптәшем Наиләмә (урыны ожмахта булһын) бағышлап шундайыраҡ бер шиғыр яҙған инем. Унда ла «һине бәхетле итә алдыммы?» тигән кеүегерәк юлдар бар. Әле бына Роберттың ошо иҫ китмәле йылы, һәр кемде тәрән уйҙарға һалырлыҡ илаһи шиғырын уҡығас, мин тағын да бер тапҡыр үҙемдең ғүмер юлымды күҙ алдынан үткәрҙем. Бәхетемде үлсәп ҡараным. Бизмәндең бер башына бәхетемде — һөйгән йәремде, балаларымды, ейәндәремде, ижадымды, икенсе башына — һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы, фатирһыҙ интегеүҙәрҙе һалдым һәм... Роберт Миңнуллиндың һөйөклө Клараһы менән бергә үткәргән бөгөнгө бәхетле тормошо өсөн ҙур ҡыуаныстар кисерҙем. Ә «Клараға» кеүек шиғырҙары өсөн Хоҙай Тәғәлә менән бер ҡатарҙан, уға ла... (шағирға ла) рәхмәт әйттем!..

Мин юғарыла Роберт Миңнуллиндың тәүге китабы ҙур шағирҙарҙың Иғтибарын йәлеп итте, тигән инем. Эйе, улар уйландылар: был Сөн егете өлгөрөп еткән шағир булһа ла, бик йәш бит әле, үҙе хатта СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ла түгел, киләсәктә ижады ниндәй йүнәлеш алыр икән, тигән һорау тыуҙы уларҙа. Әлбиттә, уның ҡойоп ҡуйған лирик шағир булырлығы ла бар. Эйе, моңло, нескә хисле, ҡайнар тойғоло егет был! Ә бына балалар әҙәбиәтенең «батшаһы» Шәүҡәт Ғәлиев шунда уҡ үҙенең ҡәтғи фекерен әйтте. Был турала аҙ ғына һуңыраҡ һүҙ булыр...

Шөкөр, 1977 йылда Роберт Миңнуллиндың ижад һәм тормош юлында шатлыҡлы ваҡиға булды: уны СССР Яҙыусылар союзына ҡабул иттеләр. Ә икенсе көндә үк Шәүҡәт ағайы уны үҙе эшләгән китап нәшриәтенә саҡырып алды. Ул тиҫтәләрсә ҡулъяҙмалар араһынан Роберт-

571


тың «Аҡбай цирк ҡарай» тигән йыйынтығын тотоп ултыра ине.

  • Роберт, тине ул Сөн егетенә йылмайыулы ҡараш ташлап. — Теләһә нимә тиһендәр, мин һине Хәсән Туфанға ла, Нури Арсланға ла, Сибәғәт Хәкимгә лә бирмәйем!.. Әйҙә, лирикаңды дауам ит, мин ҡаршы түгел, әммә һин тыумыштан балалар яҙыусыһы! һине сабыйҙар, мәктәп йәшендәге ҡыҙҙар, малайҙар, уларҙың ата-әсәләре көтә. Бына ҡулъяҙмаңды уҡып сыҡтым. Минең күңелемдә — байрам! Аңлайһыңмы бар ғүмерен балалар әҙәбиәтенә бағышлаған әҙиптең талантлы балалар яҙыусыһына тап булғанда ниндәй шатлыҡтар кисереүен? Шиғырҙарың күңеллелек, дәртлелек, матурлыҡ менән тулы. һин балаларға аңлайышлы телдә яҙаһың... Юлдарыңа — аҡ йәймә, ҡулъяҙмаңды бөгөн үк наборға ебәрәм!..

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Роберт үҙе телһеҙ ҡалды. Йәш яҙыусылар Алла урынына күреп йөрөгән, 1972 йылда уҡ үҙенең балалар өсөн яҙған иң талантлы китабы өсөн Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһын алған шәүҡәтле Шәүҡәт Ғәлиев ауыҙынан шундай маҡтау һүҙҙәрен ишеткәс, егетебеҙҙең башы күктәргә тейә яҙҙы. Ул бит уны күптән инде үҙенең остазы итеп һанай ине...

  • Улайһа, Шәүҡәт ағай, һеҙҙән фатиха инде? — тине ул, тыйнаҡ ҡына тауыш менән, әммә бик етди рәүештә.

  • Фатиха!

һәм беҙҙең Робертыбыҙ, һабантуй һөлгөһөн ҡулына ныҡ итеп урап тотҡан батырҙар кеүек, майҙан уртаһына ташланды. Балалар әҙәбиәтен яуларға. Был әҙәби майҙанда, ҡасандыр, үҙенең «Шүрәле», «һыу инәһе» кеүек үлемһеҙ әҫәрҙәре менән татар балалар поэзияһының нигеҙен һалған бөйөк Туҡай бәйге тотҡан. Күп йылдар үткәс, бирегә Барый Рәхмәт килде, балаларға аңлайышлы, ябай ҙа, образлы ла тел менән татар халҡының уңғанлығын, эштә булдыҡлылығын, көмөш күлдәрен тасуирлап, милли йолаларҙың изгелеген данлап, тиҫтәләрсә бына тигән китаптар ижад итте.

Артабан балалар поэзияһына «Туҡай» тигән мәшһүр роман авторы, атаҡлы яҙыусы Әхмәт Фәйзи килде. Ул да балалар өсөн һоҡланғыс әҫәрҙәр — тәрән мәғәнәле, йор, мәҙәк һәм үткер шиғырҙар ижад итте.

Унан балалар поэзияһы майҙанын Шәүҡәт Ғәлиев яулап алды. Ғ. Туҡай, Б. Рәхмәт, Ә. Фәйзи кеүек корифейҙар эстафетаһын юғары күтәреп, юморға һәм та

572




быштарға бай шиғырҙары һәм поэмалары менән балалар донъяһын яңы баштан асты, үҙенең ижади мәктәбен тыуҙырҙы. Ижади мәктәп! Был әҙәбиәттә бик ҙур күренеш! Был классиктарҙың ғына ҡулынан килә торған бөйөклөк.

Әҙәбиәттә, сәнғәттә классик остаҙыңа эйәреү мөмкинме? Мөмкин, әлбиттә. Әммә был хәл оҙаҡҡа китһә, яҡшы түгел. Ана Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеевты ла йәш сағында әҙәбиәткә яңы ғына аяҡ баҫҡанда, һаҙи Таҡташҡа эйәреп килде, тиҙәр ине. Бәлки шулайҙыр. Тик ул, миңә ҡалһа, бик тиҙ үҙ юлын тапты, бөтөнләй башҡа йүнәлештә үҫеп китте, халыҡ шағиры дәрәжәһенә күтәрелде.

Ә Роберт Миңнуллин һуң нисек? Остаҙына эйәрҙеме ул? Ижадында уның ҡайһы яғын булһа ла ҡабатланымы? Юҡ! Эйәрмәне лә, ҡабатламаны ла ул Шәүҡәт Ғәлиевте, Әҙәбиәткә килгәндә үк үҙ йөҙө, үҙ аһәңе, үҙ почеркы булған шағирҙың артабан да ирекле ижадсы булырға барлыҡ мөмкинлектәре лә бар ине. Хатта ки, артығы менән!..

Ошо фекеремде дәлилләп үткем килә. Осор өсөн, зәңгәр күктәргә күтәрелер өсөн ҡошҡа ике ҡанат кәрәк. Ә яҙыусының ҡанаттары — талант һәм яҡшы әҫәр. Ә Сөн егетенең был ике ҡанаты ла әллә ниндәй бейеклектәрҙе лә яулап алырлыҡ шаҡтай ныҡ һәм ышаныслы ине шул. Университетты тамамлағас та уны Ҡаҙандың иң абруйлы газеталарының береһе булған «Йәш ленинсы»ға (һуңынан — «һабантуй») эшкә саҡырҙылар. Килде, эшләне һәм бик тиҙ арала уның мөхәррире лә булып алды. Үҙенең газетаһында ла, башҡа әҙәби баҫмаларҙа ла уның береһенән-береһе юғары художестволы, халыҡсан, тәмле телле, үткер һүҙле, һоҡланып уҡырлыҡ шиғырҙары баҫыла башланы. Ғәжәп тә, ғәжәп тә түгел, Ҡаҙандың бар газета- журналдарын Роберт Миңнуллин «баҫып алды». Уның шиғырҙары бигерәк тә мәктәп балаларының ауыҙынан төшмәне. Яраттылар, уҡынылар, ятланылар.

Мин бында традицияларҙы инҡар итмәйем, һәр бер оло ижад ниндәй ҙә булһа бер ерлектә тыуа. Артабан да шул ерлектән үҙенә йүнәлеш ала. Әҙәби тәнҡит (Ғариф Ахунов, Рауил Рахмани, Ғосман Садә, Гәрәй Рәхим, Фәнис Яруллин, Әнүәр Шәрипов) билдәләүенсә, Роберт Миңнуллин татар балалар поэзияһына үҙенә ҡәҙәре Ғабдулла Туҡай, Барый Рәхмәт һәм Шәфҡәт Ғәлиевтәр-

573




ҙең ижадтарындағы юмористик йүнәлеште дауам иттереүсе, уға яңыса яңғыраш, яңыса аһәң биреп, үҫтереп ебәреүсе булараҡ баһаланды. Әгәр ҙә беҙ яҡташыбыҙҙың «Беренсе ҡарлуғастар» альманахында һәм «Бәхетле булығыҙ!» тигән китабындағы шиғырҙарына күҙ һалһаҡ, уның ошо йүнәлештә эҙләнә башлауын, бөгөнгө балалар юморының быға тиклем әҙәбиәттә булмаған яңы формаларын, төрлө төҫмөрҙәрен табыуын күрербеҙ.

Балалар поэзияһының бөгөнгә уңыштарында Роберт Миңнуллиндың хеҙмәте айырыуса ҙур. һуңғы йылдарҙа иң актив һәм киң ҡолас менән эшләүсе шағир ул. Юморға бай шиғырҙары ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, шуға ла уның һәр бер яңы китабы әҙәби ваҡиғаға әйләнә. Ҡурҡмайынса әйтергә була, беҙҙең Сөн буйҙарынан сыҡҡан шағирыбыҙ (Сибәғәт Хәким уны шулай атап йөрөтә ине) татар әҙәбиәтендә үҙенең яңы бер донъяһын ҡороп ҡуйҙы: «Балалар иле»н төҙөнө.

Был ижади илдең төп геройҙары — сабыйҙар, мәктәп йәшендәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре. Шаян, шуҡ, тиктормаҫ бәләкәйҙәрҙең әйләнә-тирәнән — йәшәйештән бер туҡтауһыҙ яңылыҡ эҙләүе, уны үҙҙәренең психологияһына ярашлы рәүештә асыуы, аңлауы шул ҡәҙәр оҫта һүрәтләнә ки, Роберт Миңнуллиндың тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә шиғырҙарына — иҫең-аҡылың китер, билләһи! Афарин, Роберт, тип әйтәһем килә хатта...

һоҡланыуҙарым ҡоро һүҙ генә булып ҡалмаһын өсөн татар балалар поэзияһының классик шиғырына әүерелгән «Онотҡандарҙыр» шиғырын уҡып ҡарайыҡ. Уйын менән мауығып, өйгә ҡайтырға һуңға ҡалған малай, ата- әсәһенең үҙен эҙләп килмәүҙәренә үпкәләп былай ти:

Әгәр онотмаһалар,

Эҙләп килерҙәр ине,

«Әйҙә инде, ҡайт инде,

Улым!» - тиерҙәр ине.

Өйҙә мин булмаганга һөйөнөп тораларҙыр,

Минһеҙ генә тәмле сәй Эсеп ултыраларҙыр.

«Алмас өйҙә булмагас,

Рәхәт инде, - тиҙәрҙер, - Туҙан туҙмай, тауыш ҡгк,

Рәхмәт инде», - тиҙәрҙер.

574


Роберт Миңнуллиндың «дәүләт»ендә балаларҙың иң яҡын дуҫтары — йорт хайуандары, йорт ҡоштары, һайрар ҡоштар ҙа бар. Бында шулай уҡ ҡырағай хайуандар (йәнлектәр), сит-ят илдәрҙән килгән фил, жираф, бегемот, крокодил, зебра, көнгөрә лә бар. Үҙенең фәһемле, күңелде тотоп торған шиғырҙарында Роберт Миңнуллин ошо хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы әҙәби персонаж итеп һәр ҡайһыһының образын тыуҙыра. Уларҙы ул балалар менән тығыҙ элемтәгә керетә һәм дуҫлаштыра. Улар хәҙер бер-береһенән башҡа йәшәй алмаҫтар инде...

«Балалар иле» падиша-падишаһ, Алтынсәс, һыу әсәһе, Бисура, Шүрәле, Саҡ менән Суҡ, Өй эйәһе, Аждаһа, Шомбай кеүек әкиәт батырҙарын да үҙ ҡосағына алған. Уларҙы ла беҙҙең шағирыбыҙ балаларҙың яҡын дуҫтарына әүерелдергән, үҙенең мауыҡтырғыс шиғырҙары аша, әлбиттә, татар теленең әлифбаһын да онотмаған Роберт, 39 хәрефтең һәммәһенә лә шиғыр яҙған. Дөрөҫөрәге, хәрефтәр үҙҙәре шиғыр һөйләр. Әйҙәгеҙ шуларҙың бер- икеһен тыңлап ҡарайыҡ:

Гомбә



Таптым мин бер ҙур гөмбә,

Ләкин кжка тигәнмен.

Атайымдыц эшләпәһе Икән гөмбә тигәнем.

Машина



Белмәй саба - Тыз-быз саба,

Эй ашыга Машина.

Уҙып китһен - Сабыр ит һин,

Сыга күрмә Ҡаршыга.

Роберт Миңнуллинға ҡайҙан килә был ҡәҙәр оҫталыҡ һәм балалар күңелен бөтөн нескәлегендә аңлау һәләте? Ә тел матурлығы? Ә барлыҡ шиғырҙарында ла мәҡәләнең башында уҡ әйтелгән ритмика теүәллеге? Моғайын, бөйөк Туҡайҙан киләлер былар. Туҡай моңо, Туҡай аһәңе барҙыр Роберттың йәнендә. Туҡайҙың Шүрәлеһенән,

575




һыу инәһенән тотоп алған илаһилыҡ, гүзәллек, матурлыҡ бала сағында уҡ уның күңеленә һеңеп ҡалғандыр, моғайын. Эйе, шулайҙыр, шунһыҙ татар шағиры булыу мөмкин түгелдер ул?!

Шағир Роберт Миңнуллин төҙөгән «балалар иле»н өлөшләтә булһа ла күҙ алдына килтереү өсөн кәм тигәндә уның «Беҙҙең ауыл зоопаркы», «Ете ағай тай егә», «Күстәнәс», «Аҡбай цирк ҡарай», «Донъялағы иң ҙур^алма», «Бала саҡ байрамдары», «Энекәш кәрәк миңә», «Йәйҙең йәшел аты», «Айға остоҡ» тигән китаптарын уҡырға кәрәк. Мин уларҙың береһен дә ҡалдырмай уҡып сыҡтым һәм бик күп бәхетле миҙгелдәр кисерҙем.

Сөн егете күп кенә йылдар Татарстан Яҙыусылар союзы ҡаршыһындағы балалар әҙәбиәте секцияһын етәкләне. Оҙаҡ ҡына йылдар дауамында телевидениенан сабыйҙар өсөн «Шиғри тәлгәштәр» тигән тапшырыу алып барҙы. 1988—1995 йылдарҙа Татарстандың Балалар фонды рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Яҙыусылар съезда- рында, әҙәби йыйындарҙа, дәүләт күләмендәге ҡоролтайҙарҙа күп тапҡырҙар татар балалар әҙәбиәте тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Газета-журнал биттәрендә балалар әҙәбиәте проблемаларын яҡтыртҡан тиҫтәләрсә мәҡәләләре баҫылды. Нәҡ бына балалар шиғриәтендәге уңыштары һәм пропаганда эшмәкәрлеге өсөн Роберт Миңнуллин 1982 йылда Татарстан комсомолының М. Йәлил исемендәге премияһы, 1992 йылда «Донъялағы иң ҙур алма» китабы өсөн халыҡ-ара әҙәби бүләк — Г. X. Андерсен исемендәге Маҡтаулы диплом менән бүләкләнде. Ә 1997 йылда инде балалар әҙәбиәтендәге уңыштары өсөн Татарстан Яҙыусылар союзының А. Алиш исемендәге, 1998 йылда иһә «Күстәнәс» китабы өсөн уға Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы бирелде.

Быларҙың барыһына ла шағир балалар әҙәбиәтендәге игелекле хеҙмәте һөҙөмтәһендә иреште.

Юҡ, теҙгенләй алманы Шәүҡәт Ғәлиев үҙенең яратҡан йәш ҡәләмдәшен. Ауыҙлығын сәйнәп өҙөп, ярһып сапҡан Аҡбуҙаттай, Роберт Миңнуллин да шағирлығын итте, ҡалыптарға ултыртып булманы уны, хатта үҙе төҙөп ҡуйған бына тигән «Балалар иле»нә лә һыйманы ул... Илеш егетенең шулай уҡ хрестоматик әҫәрҙәргә әүерелгән «Тайҙар» һәм «Ете ағай тай егә» тигән шиғырҙарындағы тай образы нәҡ бына уның үҙенә оҡшаған.

576


Күккә ыргый береһе ана - Ҡояшты тешләмәксе!

Ялан гына етмәй, ахыры, - Бейектә кешнәмәксе!

(«Тайҙар».)

  • 4: *

Тик тай тулай!

Ҡырагайҙыр ул,

Шуга ла тик Тормайҙыр ул,

Шуга күккә Ыргыйҙыр ул,

Шуга ерҙе Тырнайҙыр ул!

(«Ете ағай тай егә».)

Балалар әҙәбиәтен үҫтереү һәм уны юғары художестволы әҫәрҙәр менән байытыу буйынса арымай-талмай эшләүен дауам итеп, Роберт Миңнуллин ололарҙы ла онотманы: татар әҙәбиәтендә үҙенең «Тыуған ил, Әсә, Йыр-моң» тигән икенсе донъяһын төҙөнө һәм ололар өсөн тиҫтәләрсә яҡты, моңло шиғырҙар яҙҙы.

Уның был әлкәләге ижады, Гәрәй Рәхим билдәләүенсә, ике йүнәлештә балҡыны. Уларҙың береһе Тыуған ил образы булһа, икенсеһе — Әсә образы. Роберт Мөғәллим улы үҙенең шиғырҙарында һәм йырҙарында татар халҡы менән йылдар буйына ижад ителеп килгән Әсә образын үҫтереүгә, яңыса балҡытырға тиңдәшһеҙ көс һалды.

Эйе, шағир йыр-моңға сумды. Уның «Әсәй», «Әсә- йемдең доғалары», «Әсәйемдең аҡ сәстәре», «Иҫән-Һау бул, әсәй!», «Әсәй кәрәк!» һ. б. шиғырҙарына Сара Садиҡова, Рөстәм Яхин, Илгиз Закиров, Рәшит Ғөбәйҙуллин кеүек күренекле композиторҙар көй яҙҙы һәм ул йырҙарҙы бөтөн башҡорт-татар донъяһы күтәреп алды. Был йырҙар татар халҡына иман алып ҡайтты.

«Әсәйемдең доғалары» үҙе генә лә татарҙың татар икәнен аңлатты, уларҙы илатты, иртәләрен йыуатты, кү

19- 1.0129.11

577




ңелдәрендә ғорурлыҡ хисе уятты», тип яҙҙы үҙенең бер мәҡәләһендә күренекле шағир Ғосман Садә.

Роберт Миңнуллиндың бик көслө публиңист булыуын да әйтеп китергә кәрәк, сөнки был әлкәлә лә ул көнө- төнө эшләй. Уның «Шағир ғына булып ҡалманым» тигән кирбес ҡалынлығы китабы бар. Публиңистик әҫәрҙәренең тупланмаһы ул. Уның «Әҙәби тәнҡит» исемле бүлегенә кергән «Киләсәк быуын хаҡына», «Бала ла — Кеше!», «һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә», «Нимә булды беҙгә?» тигән мәҡәләләрен мин һоҡланып уҡыным. Бик тә уйландыра торған яҙмалар улар!

Ә бына «Ижад портреттары, әҙәби эскиздар» тип аталған бүлектә Муса Йәлил, Хәсән Туфан, Сибәғәт Хә- ким, Ғүмәр Бәширов, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Туфан Миңнуллин, Илдар Юзеев, Әхмәт Исхак, Мөхәммәт Мәһдиев, Әнғәм Атнабаевтарҙың (барлығы 50-ләп яҙыусының) яҡты образдарын һүрәтләгән Роберт Миңнуллин. Шағирҙар күҙе генә күрә ала торған мең төрлө буяуҙар менән ижад иткән ул һоҡланғыс ҡәләм оҫталарының әҙәби портреттарын! Ул яҙмаған, ә көйгә һалған, йырлаған!.. Рәхмәт уға! Мең рәхмәт!..

Йәйәләр эсендә генә булһа ла әйтеп китәм, ниңәлер был китабына кермәй ҡалған «Еники» тигән нәҫере, ғөмүмән, аҡ шиғыр менән яҙылған шедевр ул! «Еники» И. Тургенев, И. Бунин кеүек классик проза оҫталарының аҡ шиғриәттәренән һис тә кәм түгел, артығыраҡ булмаһа әле!

Әгәр ҙә минән «Нәжиб ағай, татар халҡының бөгөн дә иҫән-һау булған, әҙәбиәттә төпкә егелеп тартҡан биш кенә яҙыусыһын һанап китегеҙ әле», тип һораһалар, мин ике лә уйлап тормайынса, йә беренсе, йә икенсе, йә өсөнсө тип, әлбиттә, Роберт Миңнуллин исемен атар инем...

Сөн егете — әҙәбиәттең ғорурлығы, йыр-моң иленең һандуғасы, ҙур аҡыл эйәһе, Татарстандың халыҡ шағиры, Татарстан Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы, ете томдан торған һайланма әҫәрҙәр авторы Роберт Миңнуллин минең күҙ алдымда бына шундай иҫ китмәле һоҡланғыс әҙип һәм Кеше булып төҫмөрләнә.

578


Ижади пландарым йәшәргә

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   30   31   32   33   34   35   36   37   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет