Һөйләп ҡалырға ашыға. Аллаһы тәғәлә ярҙамы менән бик күп ғәҙел һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға өлгөрә. Ошо китапты уҡый алмай йәшәгән саҡтарыбыҙҙа күпме мәғлүмәттәрҙән мәхрүм булғанбыҙ. Уны уҡыу бәхетенә ирешкәс, күп нәмәгә күҙебеҙ асылды, кемлегебеҙҙе нығыраҡ аңлай һәм баһалай башланыҡ”.
ҺУҢҒЫ ЙЫЛДАРЫ
Алтмыш йәшенән һуң Ә.Вәлиди Туған күрелмәгәнсә әүҙемлек менән өлгөр эшләүен дауам итә. Ул әллә нисәмә ҙур-ҙур хеҙмәттәрен тиҙерәк тамамларға ашыға, яңыларына тотона. Шунса етеҙлек менән көн дә тиерлек студенттарына лекцияларын уҡырға, аспиранттарына консультацияларын бирергә, халыҡ-ара конгрестар ойошторорға, бүтән илдәрҙә булғанында үҙе ҡатнашырға, сит ил университеттары саҡырыуы буйынса Англияла, Германияла, Америкала, Пакистанда шул ил дәүләт телдәрендә лек- ция-докладтар серияһы һөйләргә өлгөрә. Донъя күләм абруйы юғары.
Етмештәрен үтеп һикһән йәшенә еткәндә лә гүйә ҡартлығын тоймайса шунса дарман һәм ныкышмалык менән эшләүен белә ул. Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, ул мәңгелеккә килгәндәй эшләй, ғүмер һуңы етһә лә, бары ғилеменә табынып йәшәй кеүек, һәр эш көнө сәғәте, минуты менән иҫәпле. Бөтә ғаилә ағзалары һөйләүенсә, йорттағы көнө- кисе баш күтәрмәй өҫтәл артында үтә. Арығанда ял итеүҙең ҡәҙерен дә яҡшы белә, ял айҙарын, йәйен ғаиләһе менән диңгеҙ буйында, ҡышын Нәзмиәһе менән икәү тауҙарҙа үткәрергә, саңғы менән йөрөргә ярата.
Төркиәт ғилемендә төрки халыҡтары тарихы буйынса үҙе тыуҙырған фәнни мәктәптең үҫеүен тәьмин итер өсөн Ә.Вәлиди Туған һәләтле йәш белгестәрҙе әҙерләүгә ныҡ әһәмиәт бирә. Ул, Төркиәлә нисәмә тиҫтә йыл Истанбул университетында нисәмә йөҙ тарихсылар тәрбиәләп сығарыу менән бергә, ғилми дәрәжәле тарихсы ғалимдар ҙа тәрбиәләй. Уның етәкселегендә аспирантура үткән, докторлыҡ диссертацияһы яҙған шәкерттәренән хәҙерге көндә, мәҫәлән, Фәхретдин Ҡырҙыоғлу, Мостафа Кафалы, Тун- жур Байҡара, Абделҡадир Донук, Гөлчин Чандарлыоглу, Мәхмет Сарай, Юзо Нагата (Япония) кеүек тарихсылар
314
атаҡлы ғалимдар булып танылды. Эгей университеты профессоры Тунжур Байҡара остаҙының ғилми мираҫын өйрәнеү һәм пропагандалау буйынса ҙур эштәр башҡара. "Зәки Вәлиди Туған” тигән монографик хеҙмәтен яҙып, 1993 йылда Истанбулда баҫтырып сығарҙы.
Әле исемләгән шәкерттәренән бер нисәһе менән Төркиәлә күреп һөйләшкән тарихсыбыҙ Әмир Юлдашбаев уларҙың остаздары тураһында бик юғары фекерҙә булыуҙары тураһында яҙа. Хәҙерге профессор шәкерттәре остаздары Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тәрән белемлелеген, фән өсөн фиҙакәрлеген, ярҙамсыллығын, инаныстарын, бөйөк ғалим булыуын айырып әйтәләр.
Ә.Вәлиди Туғанды бик күп йылдар яҡшы белгән төрөк ғалимы профессор Х.Атсыз 1969 йылда сыҡҡан бер мәҡәләһендә шулай яҙа: ’’Уҡытыусыма һикһән йәше етһә лә, тулы тормош менән йәшәй: конгресс эштәрендә ҡатнаша, уның банкеттарында ҡунаҡ була, шаһ саҡырыуы буйынса Иранға сығып китә, үҙе 60 йыл буйы йыйған материалдары нигеҙендә яҙылған үҙенең иң ҡиммәтле хеҙмәттәрен баҫмаға әҙерләй; Европа, Америка, һиндостан, Пакистан, Япония, хатта ки Монголия ғалимдары менән хаттар алыша, уларға һис иренмәй күпләп хаттар яҙа. Уҡытыусым уларҙың һорауҙарына яуаптар бирә, ниндәйҙер сығанаҡтарҙан, үҙ архивынан булған мәғлүмәттәрҙе күсереп ебәрә.
Бер саҡ мин уға: ” Ниңә ул хаттарға көндәр буйы ултырып улар телендә яуаптар яҙып күп ваҡытығыҙҙы зая итәһегеҙ?” — тип һораным. Ә ул үҙенә генә хас Туған һөйләшендә (йәғни башҡорт телендәрәк — Ғ.Х.) шулай тине: ”Мин шуның менән йәшәйем!”.
Эйе, Ә.Вәлиди Туған фән тип йәшәй, ғалимдар менән аралашып, хатлашып йәшәй ине. Фән — уның тормошо, бөтә барлығы.
Ул һаман фән өсөн йәмәғәт эштәренә лә тотоноп китә. Яңы ғилми йәмғиәттәр төҙөү, программалар әҙерләү, фәндә яңы йүнәлештәр асыу хәстәрлектәре менән йөрөй. Үҙенең авторитетынан файҙаланып, сит илдәргә һибелгән яҡташтарының, хатта айырым төркөм төрки халыҡтарының яҙмышын хәл итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, Афғанстанда йәшәгән ярым күсмә ҡаҙаҡ ырыуҙары төркөмөн Төркиәгә күсереп килтереп урынлаштырыу кеүек бик ҙур эште лә уңышлы башҡарып сыға ул. Төркиәнең
315
хәҙерге Сәләхле, Көниә, Әдән вилайәттәрендә, Истанбул, Бурса ҡалаларында йәшәгән, күбеһе сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр, уҡымышлылар булып киткән меңәрләгән ҡаҙаҡ ғаиләләре Ә.Вәлидигә һаман мең рәхмәттәр уҡый булыр.
’’Зәки Вәлиди ҡорос ихтыярлы һәм талмаҫ энергиялы кеше ине”, — ти профессор Тунжур Байҡара. Уның һикһән йәшендә лә асыҡ фекерле, яҡшы хәтерле тынғыһыҙ эшсән ғалим зат булыуына бөтә коллегалары хайран итә.
Вәлиди Туған ғүмеренең аҙағына саҡлы көндәлек, йыллыҡ эштәре тураһында көндәлектәр алып бара. Тапҡан, танышҡан яҙма һәм баҫма сығанаҡтар, документтар менән ҡуйын дәфтәрҙәрен тултыра. Улар яҙыласаҡ хеҙмәтенә материалдар булып туплана килә. Көндәлек, йыллыҡ яҙмаларын ’’Хәтирәләр” әҫәренең икенсе киҫәген яҙғанда файҙаланырға йыйына. Хәҙер мәрхүмдең бай архив фондында һаҡланған был яҙмалары буйынса ғилми-тикшеренеү эштәренең барышын күҙәтергә, тормошоноң һәм фәнни эшмәкәрлегенең йылъяҙмаларын төҙөргә мөмкин.
’’Шәхес булараҡ Зәки Вәлиди үҙ асылы менән тарихи хәрәкәттең үҙәгенә тартыла ине, — тип яҙа Т.Байҡара. — Шуға ул бер генә документты ла, хаттарҙы һәм кәрәкле ҡағыҙҙарға саҡлы ташлап ҡуйманы. Уларҙы шартына ҡарай тҫәҙерләп һаҡлай белде. Шулай итеп, ул үҙен, бер яҡтан, ысын тарихсы икәнен күрһәтһә, икенсе яҡтан, уның үҙен тарих өсөн кәрәкле фактор тип ҡарарға мөмкин. Шул яҡтан 1919—1970 йылдар осороноң күп мәсьәләләрен өйрәнеүҙә Туғандың документтары беҙҙең өсөн иң ҡиммәтле сығанаҡтар буласаҡ. Шуның өсөн Зәки Вәлиди документтарҙы һәм белемдәрҙе һаҡлаусы сифатында төрки тарихсылары араһында баһалап бөткөһөҙ мөһим бер урын биләй”.
Бына Ә.Вәлиди Туғандың ниҙәр менән йәшәүен тоҫмаллар өсөн ғүмеренең ҡалған һуңғы бер нисә айының, 1970 йылдың тәүге яртыһында яҙған айлыҡ яҙмаларына диҡҡәт итәйек:
”1970, 8—16 ғинуар. Анкараға ’’Төрөк усағы” мәҙәни ҡоромоноң йыйылышына барҙым. Әмин Булгич, Таһсин Ишрай, Нәвзад Ялчынташ ’’Төрөк усағы” тураһында һөйләнеләр.
11 ғинуарҙа әйләнеп ҡайттым. Йоҡо бүлмәле вагонда — 144, ҡайтышлай — 154 лир. Байҡал ҡунаҡханаһы — 69 лир.
316
27 ғинуарҙа шишәмбе көн факультет мәжлесендә яңынан Исламды өйрәнеү институтының мөдире итеп һайландым. Йәшерен тауыш биргәндә 26 тауыш ҡаршы, 30 тауыш ыңғай.
4 февралдә ”Коч” фирмаһының автобусы менән Ан- талияға киттем. Нәзмиә менән Таможня яғында Атлас ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Хужаһы Әмин бей, ике урынлы бүлмә — 30 лир. һауа бик шәп, таҙалығым яҡшы. Тик бәүел юлы ауырыу.
Бәг тауҙары күренеше күркәм. Тик (” Камбараны ”) файҙаланам.
22—28 февралдә Олодағта ял иттем. Ҙур ҡунаҡханала туҡталдым. Фастин һыртына саңғыла күтәрелә алдым. Иҫән-һаулығым, аллаға шөкөр, бик яҡшы. Тауға менгәндә бер ниндәй ауырлыҡ тойманым. Йәғни сәләмәтлегем бынан ике йыл элеккеге кеүек.
Оғуз дастанына аңлатмалар өҫтөндә даими эшләйем.
1 мартта өйгә әйләнеп ҡайттым. Тауҙар минең һаулыҡҡа файҙалы.
10 март 1970 йыл. Бөгөн Әдәндә Төркөстандан мөжә- һид Ширмөхәммәт бей вафат.
26 март. Эбинбургтан профессор Монтгомери Уатт, Босворт һәм Фаһид Издар менән бергә булдык.
31 март. Канаданан килгән профессор Адамс менән бергә бөгөн Өмөр Йогордунда төшкө аш ашаныҡ.
6 апрель. Бөгөн Жерраһ-Паша клиникаһына урынлаштым, простаттан операция яһатыр өсөн. Алла ярҙам бирһен.
15 апрель, шаршамбы көн, операция яһанылар. Хоҙайыма мең-мең тәшәҡҡермен, яҡшыға булһын.
4 май дүшәмбе көн больнистан сыҡтым, өйгә ҡайттым.
Аллаға рәхмәт. Бәүел юлымда ауыртырҙар туҡтар тип уйлайым.
1970 йыл, 2 июнь. Бөгөн беренсе башлап дәрестәр үткәрҙем. Ике көндән ике ай тигәндә ошо простат менән булдым. Хоҙайым һауыҡтырҙы. Уға рәхмәтлемен. (Тунжур Байкара. Заки Валиди Тоган, Уфа, 1998, 174-се бит).
Был Ә.Вәлиди Туғандың иң һуңғы көндәлек яҙмаларынан. Былар буйынса уның ғүмеренең һуңғы айҙарында ла ғәҙәттәге эш көндәре, йыйылыштарҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнашып йөрөгәне, Оғуз дастаны менән ныҡлы шөғөлләнгәне, хатта 80 йәшлек ҡарт көйө тауҙарҙа саңғыла шыу
317
ғандары, йәғни тулы тормош менән йәшәгәне асыҡ күренә. Операцияны ла еңел үткәрә һәм тиҙ һауыға.
Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң уның бәүел сире яңынан ҡуҙғала, хәле ауырлаша. Икенсе тапҡыр операция яһау мөмкин булмай. Нәзмиә ханым һөйләүенсә, карауатта хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ятыуына түҙмәйенсә, Әхмәтзәки хәле мөшкөл көйө, ҡатыны тороп йөрөргә ярамай тип ҡаты киҫәтеүенә ҡарамай, туалетҡа тип тора һәм шунан ныҡ өҙлөгә буғай. ’’Ниңә һуң уға торорға ирек ҡуйҙығыҙ?” — тигәс, Нәзмиә ханым: ’’Заманында Сталинды, Ататөрктө тыңламаған кеше мине тыңлай буламы һуң?” — тигән, имеш. Булһа ла булыр, төрлө дауҙар, яуҙар күргән, бер ваҡытта башын эймәгән, инанған һүҙен бирмәгән шәхестең шулай аяҡ өҫтө тигәндәй әжәлен ҡаршылауы бик мөмкин. Ғүмеренең аҙағында ла йәнен-тәнен аямағаны, йәнен фиҙа ҡылғаны сағыла.
Шулай 1970 йылдың 26 июлендә иртәнге сәғәт алтыла Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Аталары менән бәхилләшер өсөн, Америкала эшләп йөрөгән ҡыҙы Иҫәнбикә менән улы Сүбедәй ҡайтып өлгөрәләр.
Атаҡлы Баязит мәсетендә мәрхүмгә ясин уҡылғандан һуң, Әхмәтзәки Вәлидиҙең кәүҙәһе Истанбулдың боронғо Ҡараса Әхмәт зыяратына күп ғалимдар, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында дәфен ителә. Хәҙер эргәһендә инде Нәзмиә ханым да ерләнгән. Вәлиди ҡәберенең мәрмәр ташына ’’Көҙәнле башҡорто профессор Зәки Вәлиди Туған” тип ырып яҙылған.
Был юғалтыу айҡанлы атаҡлы Көнбайыш Европа шәрҡиәтсе ғалимы Карл Ян: ”В.Бартольд (1869—1930) һәм
В.Минорский (1877—1966) артынан хәҙер Зәки Вәлиди Туған да (1890—1970) уҙғас, XIX быуаттың һуңғы сиреге — XX быуат башындағы урыҫ шәрҡиәт мәктәбе йәшәүҙән туҡтаны”, — тип яҙҙы.
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың үлеме менән бергә Рәсәйҙә Башҡортостан менән Төркөстан региондарындағы азатлыҡ өсөн көрәштең бер ҙур осоро бергә китте.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған — беҙҙең туған халҡыбыҙ тарихының XX быуаттағы иң даулы һәм яулы данлыҡлы дәүер һыны ла ул.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған — XX быуаттағы төркиәт ғилеменең донъя күләм юғарылығын билдәләшкән бөйөк ға
318
лим. Уның менән бергә шул ғилемдең бер осоро ла тарихҡа күсте.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған шәрҡиәт ғилеменә, туған халҡы фәненә ифрат бай ғилми мираҫ ҡалдырҙы. Шуны ижтимағи фән ғалимдарының өйрәнеүе — мөһим бурыс.
ҒАЛИМДЫҢ АРХИВ ФОНДЫ
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың архив фонды ғәжәйеп бай. Улар байтағы донъя күрмәгән том-том, төргәк-төргәк ҡулъяҙмалар менән хисаплана. Йәшәгән йортондағы архивында ҙур форматтағы 62 ҡалын папка, бәләкәй форматтағы 160 папка, әлегә тикшерелмәгән бүтән күп йыйылмалар бының күплеген һөйләй.
Бына айырым һаҡланған, баҫмаға әҙерләнгән китап булаһы ҡулъяҙма йыйынтыҡтарын ғына атап үтәйек:
Тимурҙар һәм тимуридтар тарихы. 1932 йылды уҡ тамамланған, 1963—1964 йылдарҙа өҫтәлгән, эшкәртелгән ҡулъяҙма, аҙаҡ машинкала баҫылған китап. Күләме 528 бит.
Бируни тураһында. 114 бит. Баҫмаға әҙер.
Башҡорттарҙың тарихы. Ҡулъяҙма. 160 бит. (Хәҙер был ҡулъяҙманың төп өлөшө, башҡортсаға тәржемә ителеп, 1994 йыл Өфөлә ’’Китап” нәшриәтендә ’’Башҡорттарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы” китабында нәшер ителде).
Ғәлишир Науаи. Тормошо һәм ижады. Икенсе донъя һуғышы йылдарында редакторланып наборға бирелгән булған. Ләкин 1944 йылғы ваҡиғалар уңайы менән туҡталып ҡалған. Беренсе томы. 276 бит. Икенсе томы ҡулъяҙма текстарҙан һәм иллюстрацияларҙан ғибәрәт.
Рәшитетдин. Тормошо һәм ижады. Машинкала баҫылғаны 60 бит, ҡалғаны ҡулъяҙма көйө.
Саҡтар тарихы. Туғыҙ томлыҡ ’’Дөйөм төрки тарихы” ның беренсе томы тип баҫмаға әҙерләнгән. Машинкала 160 бит.
Төркиҙәрҙең килеп сығышы тураһында легендалар. Төрки дастандары тураһындағы тикшеренеүҙәрҙән ғибәрәт ҡулъяҙманы доктор Тунжур Байҡара хәҙер баҫмаға әҙерләй.
Рәсемле Төркөстан. Өс йөҙгә яҡын рәсемдәр һәм уларға текстар әҙерләнгән.
319
БАҪЫЛМАЙ ҠАЛҒАН ӘҘЕР МӘҠӘЛӘЛӘР:
Боронғо тәрктәрҙең ғәжәйеп аттары тураһында. Машинкала немец телендә баҫылған 18 битлек мәҡәлә.
Мөстәҡил милли Төркөстан өсөн. Төрөк һәм инглиз телдәрендә үҙаллы текстар. Машинкала 60 бит.
Ибн Әҡсим әл-ҡуфи. Инглиз телендә 7 битлек мәҡәлә.
”Байсунгур академияһы” бүлегенә реляция. 14 бит.
’’Ханнамә” боронғо төрки дастаны һәм уның тарихи әһәмиәте. 1948 йылдың 18 ноябрендә Төрөк тарихы конгресында һөйләнгән доклад, 20 бит.
Әл-Бируниҙың тимер һәм ҡорос тураһындағы мәғлүмәттәре. Машинкала немец телендә баҫылған 20 битлек мәҡәлә.
’’Айын тарихы” редакцияһына мөрәжәғәт. 1925 йылдың 21 авгусы датаһы ҡуйылған мәҡәлә. Рәсәйҙә 1917—
йылдарҙағы эске сәйәси көрәшкә арналған. 20 бит.
һуңғы сығатай әҙәбиәте. ’’Төрки филологияһы нигеҙҙәре” нең икенсе томында баҫырға әҙерләнгән мәҡәлә. Машинкала 27 бит.
Эфталиттар дәүләтендәге ҡәүемдәр тураһында. Текст икглкз телегдә. 7 бит.
Леон Казн һәм Шаванна хеҙмәттәренә рецензия. Мәҡәлә Нәзмпә Туган тарафынан яңы алфавитҡа күсерелгән. 16 бит.
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың архив фондының байлығын һәм ҡиммәтен бер аҙ тоҫмаллау өсөн, ғалимдың үҙе тарафынан туплап ҡуйылған ҙур форматтағы папкаларҙан беҙгә әһәмиәтлерәк күренгәндәрен иҫәпләп ҡарайыҡ: Башҡорт шураһы документтары һәм ҡағыҙҙары. Дөйөм төрки мәҙәниәте мәсьәләләре. Татар-башҡорт мәсьәләләре: Ғаяз Исхаҡи, Маҡсуд Садри, Зәки Вәлиди һәм Абдулкадир Инан. Уларҙың полемика материалдары.
Төрки илдәре рәсемдәрҙә. Башҡорт тарихы буйынса материалдар. 1917 йылдан һуңғы Төркөстан тарихы. Би- руниҙың тормошо һәм ижады хаҡында материалдар. Рә- шитәддин һәм уның әҫәрҙәре. Йәләлетдин Руми һәм Шәмси Тәбризи. ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” әҫәренең икенсе томына материалдар. Төрк филологияһының нигеҙҙәре. Тарихи тикшеренеүҙәрҙә ысул һәм тәрктәрҙең үҙ милли тарихын ҡабул итеше.
320
’’Төркөстанды өйрәнеү йәмғиәте” (Төркөстанды һәм Әзербайжанды өйрәнеү йәмғиәттәренең 1917—1932 йылдарҙағы эшмәкәрлеге). Төрк ғилми йәмғиәттәре. Истанбул китапханаларындағы ҡиммәтле әҫәрҙәр. Төркиә китап- ханаларындағы ҡулъяҙмалар. Төрөк китапханаларындағы элекке ҡиммәтле әҫәрҙәр. Көнсығыш Төркөстан. Тарихи география (Волга бассейны, Болгария, буртастар, Волга буйы, Хазария һәм Алтын Урҙа ҡалалары тураһында яҙмалар).
XIII—XIV быуаттарҙа Азияның сәйәси һәм ижтимағи тормошо. Анкарала 1932 йылда Беренсе тарихи конгресс. Төрөк тарихи ҡоромоноң эшмәкәрлеге; Ататөрөк менән хат алышыу.
Хәтирәләр. Быға материалдар. Беренсе редакция.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙ оҙон ғүмерендә, төрлө илдәрҙең (Рәсәй, Төркөстан, Афғанстан, Иран, Һиндостан, Төркиә, Франция, Германия һ.б.) үҙәк китапханаларында, ҡулъяҙма архив фондтарында шөғөлләнеп, йөҙәрләгән дөйөм һәм ҡуйын дәфтәрҙәренә, айырым ҡағыҙҙарға хисапһыҙ ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе, ҡулъяҙма өлгөләрҙе, цитаталарҙы күсереп ала, ҡайһы берҙәренең фотокүсермәләрен алдыра.
Уларҙың күпселеген үҙенең хеҙмәттәрендә файҙалана. Ләкин байтағы файҙаланылмайынса йәки киләсәкте көтөп шул көйө ятып ҡала. Йәнә быларға йыл һайын яңылары өҫтәлә тора.
Ғалим был хисапһыҙ күп күсермәләрен төркөмләп айырым папкаларға йыя. Ҡайһы берҙәре буйынса мәҡәләләр, хатта ҙурыраҡ хеҙмәттәр башлай биреберәк ҡуя. Әммә кү- беһенә ҡулы етмәй. Шул күсермәләр йәки башлап ҡуйылған йә тезис рәүешен алған яҙмалар уның архив фондында хәҙер бәләкәй форматтағы папкаларҙа 161 пап- ка-берәмекте тәшкил итә. Бына шуларҙың, беҙҙең кара- шыбыҙса, ынйы бөртөктәрендәй ялтырап һәм һибелеп ятҡандары:
Башҡортостанда театр һәм сәнғәт. Ҡазан-татар интеллигенцияһы. Монголдар һәм улар теленең ротацияһы. Арий халыҡтары. Исламға тиклем төрки мәҙәниәте һәм мәҙәни бәйләнештәре. Төркөстанда ғәрәптәр хакимлығы һәм төркиҙәр араһында исламдың таралыуы. Уғыҙҙар һәм сәлжүктәр. Бәчәнәктәр һәм ҡыпсаҡтар. Алтын Урҙа. Шәй- бәниҙәр һәм эстерханиҙәр. Ҡаҙаҡ хандары һәм ҡаҙаҡтар.
Нуғайҙар. Иҙегэ һәм уның тоҡомдары. Тәрктәрҙә буддизм, манихейство һәм зороастризм. Картография. Календарь. Төрк дастандары һәм библиографияһы тураһында дөйөм ҡараштар. Иң боронғо легендалар. Шаманлык эпосы. Ма- нас. Төрлө дастан текстары. Төрки әҙәбиәт тураһында дөйөм ҡараштар. Йәсәүи хикмәттәре. Сығатай осороноң әҙәби үрнәктәре. Минең китапханам һәм уны туплау. Европа китапханаларында мосолман әҫәрҙәре. Фарсы әҙәбиәте һ.б.ш.
Бындай сығанаҡтар, ғөмүмән, Ә.Вәлиди Туғандың ғәжәйеп бай архив фонды ғалимдың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүҙә, төркиәт ғилеменең сығанаҡтарын барлауҙа үҙҙәре ғәйәт әһәмиәтле база булып тора. Ынйыларҙан шулай хазиналай ҡаҙна хасил була.
ЭНЦИКЛОПЕДИК ҒАЛИМ
Төрлө яҡлы ғилми эшмәкәрлеге менән Әхмәтзәки Вәлиди Туған ижтимағи фәндәр әлкәһендә энциклопедик ғалим асылда. Шәреҡсә әйткәндә, ҡамус ғолүми ғалим ул. Төп шөғөлө буйынса ул, тарихсы булыуы менән бергә, шунса шәрҡиәтсе, төркиәтсе, шунса телсе, әҙәбиәтсе, фольклорсы ғилем эйәһе лә.
Беҙ уның тарихсы ғалим булыуын төп тарихи хеҙмәттәренә характеристика биргәндә күрһәтергә тырыштыҡ. Ул барыһынан да элек төрки халыҡтары тарихы тарихсыһы. Был фәнде археология, хронология, археография, тарихи география, нумизматика, этнография, филология, текстология һ.б. ғилем тармаҡтары менән берлектә комплекслы өйрәнеүсе белгес. Бында ла уның энциклопедик белем киңлеге сағыла. Йәғни ул киң мәғәнәһендә төркиәтсе ғалим. (Был һыҙаттарын алдағы бүлексәләрҙә асыҡларбыҙ).
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың энциклопедик типтағы ғалимлығы Төркиәлә айырыуса ’’Ислам энциклопедияһы” тигән күп томлыҡ белешмә хеҙмәтте әҙерләгәндә айырым- асыҡ күренә. Был фундаменталь эште башлап ебәреүсе инициаторҙарынан, ойоштороусыларынан һәм төп авторҙарынан була ул. Ғилми мөхәрририәте составында энциклопедияның программаһын, структураһын, һүҙлектәрен төҙөүселәрҙең береһе.
1939 йылды Германиянан Төркиәгә ҡайтып төшөү менән, был эшкә ең һыҙғанып тотона. Энциклопедияға
322
ҙур-ҙур мәҡәлә артынан мәҡәләләрен яҙа, башҡа авторҙарға былар үҙенсә бер үрнәктәр булып әүерелә. Өс тиҫтәнән артыҡ үҙҙәре үҙаллы тос хеҙмәт булырлыҡ был яҙмалар энциклопедияның ғәйәт ҙур һәм тығыҙ бер томлығын тәшкил итерлек күләмдә булыр.
Ә.Вәлиди яҙған энциклопедик мәҡәләләр тематикаһы менән төрлө-төрлө. Уларҙың тарихҡа, тарихи географияға ҡарағандары менән бергә, айырым халыҡтарға, ырыу-ҡә- биләләргә, ҡалаларға, шәхестәргә арналғандары бар. Шуларҙың күләмлеләре, белешмә рамкаларынан ашып, бер бөтөн йыйнаҡ монография рәүешен ала, фән өсөн тос өлөш булыр бер асышҡа әйләнә. Шуға Ә.Вәлиди Туғандың был энциклопедик мәҡәләләр серияһын бөтә донъя шәрҡиәтсе ғалимдары бик юғары баһалап ҡаршы алалар. ’’Ислам энциклопедияһы” томлыҡтарының төрөк телендә сығыуы менән, оҙаҡламай инглиз теленә тәржемә ителеп, Лондон- да баҫылып, ҙур популярлыҡ яулауы ла һис осраҡлы күренеш түгел.
’’Ислам энциклопедияһы” томлыҡтарында Ә.Вәлиди Туған үҙен нисек энциклопедик ғалим итеп донъя күләмендә танытыуын тойор өсөн, уның бер нисә төп монографик мәҡәләләрен характерлап китәйек.
Бына халыҡтар тарихы серияһы, ’’Хазарҙар” мәҡәләһе. Энциклопедия өсөн ул күләме менән шаҡтай ҙур: ваҡ ҡына шрифтар менән ике бағанала нәшер ителгән 12 битте тәшкил итә. ’’Хазарҙарҙың исеме һәм сығыштары (этногенезы)”, ’’Сәйәси хәлдәре”, ’’Хазар дәүләтенең емерелеүе”, ’’Хазарҙарҙың мәҙәни тормошо”, ”Тел ҡалдыҡтары” тигән ҙур бүлектәрҙән тора. Бик бай библиография бирелә.
Хазарҙар тарихта VII быуат менән X быуат араһында өс йөҙ йыл Хазар ҡағанаты исемле бөйөк төрки дәүләте төҙөп йәшәгән халыҡ. Ләкин хазар халҡы һәм уның дәүләт тарихы сағыштырмаса аҙ өйрәнелгән. Бына ошо бушлыҡты мөмкин тиклем бөтөрөргә теләп, Ә.Вәлиди Туған был энциклопедик хеҙмәтендә хазар халҡы һәм уның дәүләте тураһында бер бөтөн һәм тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе, Хазар ҡағанатының заманында иң ҡеүәтле төрки дәүләттәренең береһе икәнлеген күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул үҙ хеҙмәтенә хазарҙар хаҡында мәғлүм булған йә үҙе асыҡлаған байтаҡ боронғо сығанаҡтарҙы йәлеп итә. Бары шундай документаль факттарға таянып фекер йөрөтә.
Хазарҙарҙың ҡағаны Йософтоң бер һаҡланып ҡалған хатына нигеҙләнеп, Ә.Вәлиди хазар халҡының уйғур, болғар, сабир, уғин (уғыҙ) ҡәүемдәре һәм уларға яҡын буртас, бәзәнә (бәжәнәк) ҡәүемдәре менән бергә төрки халыҡтарына ҡарағайлығын асыҡлауҙан һүҙен башлай, Хазар теленең, ғәрәп сәйәхәтселәре раҫлауынса, болғар, сыуаш телдәре менән яҡынлығын билдәләй.
Хазар ҡағанаты — бөйөк төрки ҡағанаттары тибындағы ил. Ул, һун-төрки дәүләттәре ярсыҡтарынан 468 йылдарҙа бер аҙ тернәкләнеп, VI быуат уртаһында нығынып киткән. Тәүге биләгән ерҙәре Хазар диңгеҙенең көнбайыш ярҙары буйлап Кавказ тауҙары эсенәсә һуҙылған. Ҡеүәтләнеп алған VII—IX быуаттарҙа Хазар диңгеҙенән, Иҙел (Волга) буйҙарынан Днепрғаса киң территорияларға йәйелгән. Күбеһенең исеме тарихтарға ингән ун ҡалаһы бар: Ител, Сәмәндәр, Байда, Хәмлиәк, Бәләнжәр, Сәүгәр, Сур, Масмади, Хәтләг, Ләкен. Әрмән, Болғар, Византия, Рум, Иран, Ғәрәп илдәре менән сауҙа итә.
Хазар ҡағанатының ошо ҡеүәтле замандарын, дәүләт ҡоролошон, иҡтисади, сәйәси хәлдәрен, сауҙа эштәрен, ҡалалары тормошон, күсмә хужалыҡтарын Ә.Вәлиди нигеҙле тасуирлай.
Ошо уңайҙа шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: IX быуатта йәшәгән Ибн-Хордадбәк менән Әл-Жәйхәни тигән ғәрәп ғалимдарының яҙыуынса, Хазар ҡағанатының бер ҙур әлкәһенең башлығы һәм ғәскәр башы булып Башжорт исемле кеше торған. Ошо Башжорт башлыҡ заманында башҡорт ырыуҙары нығынып киткән. Тимәк, башҡорт тарихының Хазар ҡағанатына бәйләнешле, әле беҙгә бигүк асыҡ булмаған тарих биттәре лә бар, тигән һүҙ.
Төрлө яуҙар, ил-ара мөнәсәбәттәр арҡаһында Хазар ҡағанатына христиан, йәһүдиҙәр, ислам дине үтеп инә, төрлө конфессияларҙың һыйышып йәшәүе күҙәтелә. Ошо айҡанлы Кавказ аша ғәрәп яулап алыуҙарына, яйлап Хазар дәүләтенең көсһөҙләнеүенә һәм IX—X быуаттарҙа Киев кенәзлеге һөжүмдәре нәтижәһендә тамам тарҡалыуын яҡтыртыуға ҙур ғына урын бирелә хеҙмәттә.
Достарыңызбен бөлісу: |