Башҡорт энциклопедияһы



бет21/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25


да. — Был әҫәрҙең немец профессоры Е.Берихайм менән француз тарихсыһы Сепебоның тарих методологияһына бағышланған әҫәрҙәренән ҡыҫҡартып яҙылған китап булыуын һуңынан асыҡланым. Профессор Кареевтың хеҙмәте ошо ике Европа ғалимының әҫәрҙәренә таянып яҙылған, ’’тарихта ысул” мәсьәләһенә бағышланған хеҙмәте тарих ғилемен миңә тәрәндән аңлатты, һөҙөмтәлә мин фәнни үҫешемдә күп ваҡыт оттом, һуңынан (1950 йылда) ’’Тарихта ысул” исемле китабымды яҙған осорҙа Кареевты рәхмәт тойғоһо менән хәтерләнем”.

’’Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы”, ’’Дөйөм төрк тарихына инеш” китаптарын яҙғанда һәм айырым мәҡәләләрендә Ә.Вәлиди ғилми ысул (метод), методология мәсьәләләренә йыш ҡағылды, уның теге йәки был аспекттары хаҡында тарихты тикшереү барышында аңлаткылай килде. Тарих яҙыу буйынса үҙе ҙур тәжрибәләр туплағас, был мәсьәләләргә махсус әйләнеп ҡайтыуҙы кәрәк тапты. Тарихта ысул, тикшеренеүҙәрҙең методологияһы, тарихтың философияһы һәм теорияһы хаҡындағы ҡараштарын һәм тәжрибәләрен дөйөмләштергән китап яҙыуҙы зарур күрҙе.

’’Тарихи тикшеренеүҙәр” серияһының биш томлығының беренсе томын ’’Тарих методологияһы” (’’Tarih metod bilgisi”) китабы менән башлауҙы маҡсат итте.

Китаптың үҙенә күрә яҙылыу тарихы бар. Истанбул университетында төрк тарихынан дәрестәр биргәндә 1929—1932 йылдарҙа тарих методологияһы буйынса Ә.Вәлиди махсус лекциялар ҙа уҡый. Уларҙы 1939 йылдан һуң да дауам итә. Ошолар нигеҙендә 1941 йылда ’’Тарихта ысул” исемендә бер өлөшөн әҙерләп, кескәйерәк китап итеп сығара. Ләкин автор үҙе сәйәси ҡараштары өсөн эҙәрләнеп төрмәгә ултыртылыу арҡаһында был эше өҙөлөп ҡала. Быға 40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында яңынан ҡайта һәм, ғилми ысул, методология концепцияларын тағы тәрәнәйтеп эшләп, тарих философияһы, теорияһы мәсьәләләрен өҫтәп, хеҙмәттең тулы беренсе баҫмаһын 1950 йылда баҫтырып сығарыуға өлгәшә. Китап бик тиҙ арала ҙур популярлыҡ яулай, тарихсыларҙың, тарихсы талиптарҙың һәр саҡ өҫтәлдәрендә ятыр китапҡа әйләнә, һуңынан уның бер-бер артлы дүрт баҫмаһы донъя күрә.

’’Тарихта ысул” монографияһына Ә.Вәлиди Туған тарих ғилеменә, уның методологияһына, философияһына һәм

272




теорияһына ҡарата ҡараштарын системаға һалып аңлатыуҙы, сығанаҡтар, төрки халыҡтары тарихы буйынса китаптар библиографияһын йыйып биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Тарихты фән булараҡ уның алдында торған бөтә мәсьәләләрен эҙмә-эҙлекле һәм бер бөтөн итеп асып һалыуға айырыуса ныҡ иғтибар биргән.

Мәғлүм булыуынса, методология йәки, үҙебеҙсә әйткәндә, ысул билгеһе — тикшеренеүҙәрҙең ысулы һәм саралары, ҡоролошо, логик ойошторолошо хаҡындағы ғилем тармағы ул. Методология тарихи ҡараштарҙы, төрлө концепцияларҙы ла билдәле бер системала ҡарарға ярҙам итә.

Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, ’’Тарихта ысул” китабының дөйөм планы бик фәһемле. Ул композицион яҡтан өс ҙур бүлектән һәм бер нисә ҡушымтанан ғибәрәт. Беренсе бүлек тарихтың фән булараҡ проблемаларын һәм эшмәкәрлек даирәһен өйрәнеүгә арналған. Унда тарихтың башҡа фәндәр менән мөнәсәбәте, тарихи ысулдарҙың тарихи мәсьәләләре ҡуйылған.

Икенсе бүлек методология хаҡында мәғлүмәт биреүгә ҡоролған. Ысулдың билдәләмәһеҙ төрҙәре, үҫеше, сығанаҡтар, тәнҡит, аңлатмалар, анализ, синтез хаҡында мәғлүмәттәр.

Өсөнсө бүлек тарихтың философияһы хаҡында.

Ҡушымталарҙа төрки тарихы буйынса сығанаҡтар һәм китаптар хаҡында библиография.

’’Тарихта ысул” китап булып сыҡҡанда был пландың бер аҙ киңәйә һәм тулыһынса деталләшә төшкәнлеге, тәрәнәйгәне айырым-асыҡ күренә.

Китап бик ҙур инеш һүҙ менән асыла. Унда хеҙмәттең дөйөм проблемаларының ҡуйылышы хаҡында һүҙ барыу менән бергә, автор шәреҡ һәм ғәрәб мәҙәниәтенең үҙенсәлектәренә ҙур әһәмиәт бирә, теория мәсьәләләренә туҡтала. ’’Тарих һәм тел ғилемдәре тик позитив фәндәр менән бергә генә үҫешә ала һәм төрлө ғилем эйәләренең ярҙамы менән генә үҙҙәре лайыҡ булған ҡиммәттәргә ирешә һәм метод та тик ошо шарттарҙа ғына тулы килеш ҡулланыла ала”, — ти ул йомғаҡлап инеш һүҙендә.

’’Тарихтың предметы һәм тикшеренеүҙәр даирәһе” (’’Tarihin mevzuu ve sahasi”) тигән беренсе бүлегендә тарих фән булараҡ, уның ысулдары, вазифалары, тарихтың башҡа фәндәр менән мөнәсәбәте, тарихи әҫәрҙәрҙең төрҙәре, жанрҙары, йөкмәткеләре ентекле тикшерелә.

273




Тарих ғилеменә үҙенсә билдәләмә ҡуйып, автор былай ти: ’’Тарих — ижтимағи системаның бер ағзаһы сифатында кешелек эшмәкәрлегендәге, фекер донъяһындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп-тикшереп барған бер фән”. Шәхестәр һәм йәмғиәттәр тарафынан эшләнгән эштәрҙе һәм уртаға сыҡҡан фекерҙәрҙе һәм уларҙың эҙемтәһе рәүешендә тыуған ваҡиғаларҙы өйрәнер. Тарих матди һәм мәғәнәүи сәбәптәрҙе, сәбәптәр менән ваҡиғалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшереп өҫкә сығарыр.

Был фекерҙәрен тағы аныҡлай һәм өҫтәй төшөп, Ә.Вәлиди шундай билдәләмә бирә: ’’Тарих фәне шундай ғилем ки, ул кешеләрҙең заман һәм мәкан (пространство) эсендәге үҫеш факттарын, уларҙың ижтимағи бер организм сифатында ҡылған эштәрендә, ижтимағи әһәмиәткә эйә булған психо-физик сәбәп-эҙемтә бәйләнештәр йәһәтенән һүрәтләй һәм өйрәнә”.

’’Тарихи ысул иһә был тарих тематикаһының нисек тикшерелеп эшкәртелергә тейешлеген күрһәткән бер ғилем сараһы булып тора”, — ти.

Тарихи яҙмаларҙы, яҙылыу алымдарына һәм стиленә ҡарап, Ә.Вәлиди дүрт төргә бүлә: риүәйәтсе йәғни наҡли (хикәйәләүсе) тарих; өйрәтеүсе, йәғни прагматик тарих; генетик тарих, ижтимағи тарих.

Уныңса, риүәйәтсе тарих ваҡиғаларҙы фәлсәфәүи, сәйәси йәки башҡа яҡтан тикшереүҙе, системаға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Ул хәл-ваҡиғаларҙы үҙе ишеткәнсә һөйләп кенә сыға. Мәҫәлән, Геродот тарихы, ислам хроникалары (әйтәйек, Табари, Ибн Әл Әҫир әҫәрҙәре), тарихи дастандар, Илиада һәм Одиссея, Уғыҙ хан дастандар, шәжәрәләр шундайҙар, ти автор.

’’Өйрәтеүсе тарих файҙа күҙәтеп яҙылған, икенсе төрлө әйткәндә, фәлсәфи нигеҙгә таянған тарихи әҫәрҙәрҙән ғибәрәт һәм тарихи ваҡиғаларҙы яҡтыртып ҡулай нәтижәләр сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был ысулда тарих яҙыусылар айырым шәхестәрҙең тарихта уйнаған роленә, уларҙың тормошон һүрәтләүгә ғәҙәттән тыш әһәмиәт бирәләр, бының өсөн сағыу буяуҙар йәлләмәй әхлаҡ тәрбиәһенә хеҙмәт итергә теләйҙәр”, — тип баһалай.

Бындай тип тарихтарға миҫал итеп автор боронғо грек тарихсыһы Фукидид, Полибиос, Плутарх, Рим тарихсыһы Таңитус әҫәрҙәрен, Ислам донъяһында Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләренә, хәлифтәргә бағышланған тәр

274


жемәи хәлдәрҙе, Макиавеллиҙың тарихи яҙмаларын килтерә.

Генетик тарихи яҙмаларға тарихи ваҡиғаларҙың килеп сығышын, сәбәптәрен, үҫеш стадияларын нығыраҡ яҡтыртҡан әҫәрҙәр индерелә.

Ижтимағи тарихи яҙмалар иһә тарихи ваҡиғаларҙың үҫеш законлыҡтарын, ижтимағи әһәмиәтле яҡтарын тулыраҡ сағылдырыуҙары менән характерлы. Марксист һәм материалист тарихсылар иҡтисади үҫеш ҡанундарына ла бик ныҡ иғтибар биреүсәндәр.

Ә.Вәлиди Туған үҙ замандашы инглиз тарихсыһы Арнольд Тайнбиҙың ’’Тарих дәрестәре” хеҙмәтендә тарихтан универсаль типтар менән мәшғүл булған бер ысулына иғтибар итә, уның Макиавелли менән ибн Халдунды, Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Петр Беренсене, Кант менән Ксе- нафонды, Тимур менән Ганнибалды, Бабур менән Әкбәрҙе, Дауыт менән Сөләймәнде бер тип итеп ҡарағанын телгә ала. Шул уҡ ваҡытта был тарихсының мәмләкәттәрҙең билдәле бер дәүерҙәрҙә сәскә атып, аҙаҡ тарҡалыу йә көсһөҙләнеү, бөйөк күсеш хәрәкәттәренең, тарихи ҙур боролоштарҙың 300 йыл һайын үҙенсә бер ҡабатланып тороу күренешен алға һөргәнлеген билдәләй: Ә.Вәлиди Туған үҙе лә тарихи монографияларында тарих ағымын, эске үҫеш ҡанундарын ошондай тарихи шәхестәр эшмәкәрлегенә ҡарап оло хәл-ваҡиғаларҙың миҙгел-миҙгел алмашыныу законсалыҡтарын ҡапшай бит.

’’Тарихтың башҡа ғилемдәргә мөнәсәбәте” бүлексәһендә автор археология, хронология, нумизматика, география, этнография, антропология, иҡтисад, ижтимағиәт, тел, әҙәбиәт, сәнғәт ғилемдәренең тарихты өйрәнеүҙә, комплекслы ысул менән тарихи барышты тулы һәм бер бөтөн итеп яҡтыртыуҙа тотҡан ролдәрен, шуның төрлө ысулдарын асып бирергә тырыша. Бик фәһемле һәм өлгөлө миҫалдар килтерә.

Алдағы бүлексәлә боронғо, урта быуаттар, яҡын быуаттар һәм хәҙерге тарихҡа ҡарай ғилми-тикшеренеү ысулдарының төрлөләнеүен, фән-ара мөнәсәбәттәрҙең үҙенсә үҙгәрешен, яҙылған тарихи хеҙмәттәрҙең маҡсаты һәм бурыстарына ҡарай төрҙәре, жанрҙары төрлөсә булыуын һәм булырға тейешлеген бик асыҡ һәм аныҡ итеп тасуирлап үтә.

Методология тураһындағы был китаптың үҙәге, — әлбиттә, ’’Методология” (’’metod bilgisi”) бүлеге. Бында ме

275




тодтың тәбиғәте, камиллығы, эске бүленеше тәфсилле тикшерелә. ’’Сығанаҡтар белеме” (’’Kaunaklar bilgisi”) бүлексәһендә төрлө сығанаҡтар үҙе бер оло система рәүешендә яҡтыртыла. Уларға хәтирәләр, хәбәрҙәр, тарихи дастандар, сәййәр хикәйәләр, мифтар, тәуарихтар, шәжәрәләр, ваҡа- иғтар, тәржемәи хәлдәр, рәсемдәр, матди, сәнғәт ҡомартҡылары, китаптар, матбуғат баҫмалары һ.б. төрҙәргә бүленеп характеристика бирелә.

Ғөмүмән, тарихи сығанаҡтарҙан тыш тарих ғилеме үҙе юҡ, ’’Тарих” тигәндә ҡомартҡыларға, айырыуса яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп өйрәнелгән тарихи дәүерҙәрҙе күҙ уңында тотабыҙ”, — ти Ә.Вәлиди Туған.

Ғилми эштең тағы бер иң мөһим этабы хаҡында ул: ’’Тарих яҙыуҙың иң ауыр яғы — тарихи ваҡиғаларға аңлатма биреү һәм анализлау”, — ти. Китаптың ’’Интикад” (Тәнҡит) бүлексәһендә тап шул хаҡта һүҙ бара.

Ә.Вәлиди Туған ысул-метод теорияһын асылда өс өлөшкә — сығанаҡтар, тәнҡит-анализ, синтезға бүлеп тикшерә, методологияны нигеҙләгәндә тарихтың йәмғиәткә файҙаһы, төп вазифаһы, тарихсының яуаплылығы позицияһынан яҡын килә. Шуға бында төп мәсьәләләргә Ә.Вәлиди Туғандың ҡараштарын асығыраҡ күрер, анализ, синтез ысулдарына мөнәсәбәтен белер өсөн, уларға бер аҙ туҡталыу кәрәк булыр.

Әхмәтзәки Вәлиди фекеренсә, кеше тарихты өйрәнгән саҡта үткәнде һәм үҙ мөхитен генә түгел, үҙенең кеше булараҡ асылын һәм йәмғиәттең айышын, тағы башҡа яҡтарҙы яҡшыраҡ аңлай башлай. Тарих беҙгә хәҙерге тормоштоң эҙемтәләре, һөҙөмтәһе икәнен асыҡлаша, хатта киләсәкте күҙалларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, дөйөм тарих үҙенең ысулдары ярҙамында социология һәм иҡтисади тарих кеүек яңы махсус фән тармаҡтарының барлыҡҡа килеүендә бер сәбәпсе булып әүерелде, тәбиғәт фәндәренең бәғзе бер ауыр мәсьәләләрен хәл итешеүҙә булышлығы тейә.

Тарихты объектив һәм дөрөҫ яҡтыртыу — тарих фәне- нең төп бурысы һәм уның кимәленең үлсәме, тип ҡараны Ә.Вәлиди Туған. Бәғзе бер ғалимдар тарихты боҙоп күрһәтәләр һәм теге йәки был ваҡиғаларҙы бер яҡлы сағылдыралар. ”Әгәр бындай ҡыйыҡ юлға дәүләттең, милләттең бөтә вәкилдәре төшә икән, ул саҡта тарихи тикшеренеү эше көрсөккә килеп терәлә, фән ауырыу хәленә етә. Тарих фәненең ҡиммәтен һәм әһәмиәтен аңлаған милләт социаль,

276




методологик нигеҙҙә үҫкән, документаль материалдарға ғына таянған фәнен, үҙ хеҙмәттәрен бүтән халыҡтарға күр- һәтерлек юлға баҫа, милләт үҙен өлгөргән милләт итеп раҫлай ала”, — тип яҙҙы Ә.Вәлиди Туған "Тарихҡа ысул” китабында. Был юлдарҙан заманында Төркиә тарихын боҙоп күрһәтергә тырышҡан дәүләт эйәләренә һәм тарихсыларына, үҙен сәйәсәттә ғәйепләп төрмәгә ултыртҡан хөкүмәткә төрттөрөп әйтеүҙе лә аңларға мөмкин. "Айышын белмәй тарихты инҡар итеү — томаналыҡ һәм ахмаҡлыҡтан башҡа нәмә түгел” тигән һүҙҙәре лә бумеранг шикелле оппоненттарына кире ҡайта ине.

Тарихта тарихи хәҡиҡәтте яҡлап, ғилми-тикшеренеү эштәренең методологик нигеҙҙәре дөрөҫ булыуын алға һөрә ул. Төплө сығанаҡ — анализ — синтез теҙмәһен ул тарихи хеҙмәт яҙыуҙағы эҙмә-эҙлекле өс баҫҡыс тип ҡарай. Йәғни:

Тарих фәне мөмкин тиклем байыраҡ материалға таянырға тейеш; тарихсы шунса материалды йыя, өйрәнә белергә, шуның иң ышаныслыларын ғына һайлап алырға, сығанаҡтарҙы сағыштырырға, берҙәм системаға килтерергә тейеш; 2) Мәғлүмәттәрҙе анализлағандан һуң, ваҡиғаларҙы мәғлүм ысул менән ҡарарға, өйрәнергә һәм системаға һалырға тейеш; 3) Иң аҙаҡта, ваҡиғаларҙы заманы һәм урыны йәһәтенән төркөмләп, тейешле үҙ урынына ҡуйырға, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен асыҡларға бурыслы. Бындай синтезды тарих буйынса яҙған әҫәрҙең һуңғы дөйөм йомғағында уңышлы ҡулланырға мөмкин.

Тарихсы оҙаҡ ваҡыт бер-бер артлы килгән шундай өс төрлө эш менән мәшғүл була: 1) алдына ҡуйған хеҙмәтен яҙа башлағансы, ул үҙ темаһына ҡараған баҫма китаптар менән танышып сыға, үҙ темаһына ҡарата үҙ фекерҙәрен асыҡларға тырыша; 2) тәү сығанаҡтарҙы йыйыуға һәм өйрәнеүгә күсеп, уларҙың әһәмиәтлеһен әһәмиәтһеҙҙәренән айыра, материалдарҙы тәнҡит күҙлегенән үткәрә; 3) тикшергән темаһы нигеҙле булһын, әһәмиәтлеләре төплө килеп сыҡһын өсөн, сығанаҡтарҙы яңынан барлап, системалап, сағыштырып өйрәнеп сыға. Сығанаҡтарҙы анализлау барышында тикшеренеү ысулдары ла үҙенсә һынау үтә. Аҙағыраҡ тарих фәне, археология, нумизматика, антропология, этнография, филология кеүек фәндәргә лә мөрәжәғәт итеп, үҙенең сығанаҡтар базаһын киңәйтеү юлына баҫты.

’’Поэтик һәләте булмаған кеше ни тиклем генә тырышып шиғыр төҙөлөшөн өйрәнмәһен, ул барыбер шағир

277




була алмай. Тарихи фекерләүгә һәләтһеҙ кеше ни тиклем генә тырышып тарихи тикшеренеүҙәрҙең ысулдарын төпсөп өйрәнмәһен, уның ҡағиҙәләрен еренә еткереп тоторға ынтылмаһын, барыбер ысын мәғәнәһендәге фәнни әҫәр яҙа алмаясаҡ”, — ти Ә.Вәлиди Туған. Атаҡлы шағирҙарҙың әҫәрҙәре үҙҙәре шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн үрнәк булып әүерелгән шикелле, тәнҡит ҡарашлы бөйөк тарихсы ғалимдарҙың фундаменталь әҫәрҙәре лә тарихты тикшереү ысулдарын, тарих методологияһын өйрәнеүгә өлгө булып торалар. Был йәһәттән Ә.Вәлиди Туғандың ’’Тарихта ысул” китабы методология нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн кәрәкле бер мөһим ҡулланма була алһа, үҙенең тарих буйынса фундаменталь хеҙмәттәре үҙҙәре өлгө булырлыҡ кимәлдә ине.

Китаптың өсөнсө бүлеге ’’Тарих фәлсәфәһе” тип атала.

Тарих фәлсәфәһе тарихи процесты философик күҙлектән аңлата, тарихтың эске айышын асыҡларға йүнәлтелә. Ә.Вәлиди Туған тарих фәлсәфәһе хаҡында былай ти: ’’Тәбиғәт тарихының маҡсаты тәбиғәттең матди йәшәйешен өйрәнһә, кешелек тарихының маҡсаты кешелектең матди һәм мәғәнәүи йәшәйеш хәлдәрен өйрәнмәктәлер. Үҙ хәйә- тебеҙ һәм бөгөнгө хәлебеҙ тураһында уйланғанда фекерҙәр һәр саҡ төрлөләр. Шундай хәлдә беҙгә ярҙамға тарих ғилеме килер. Шуға бәйле рәүештә тарих фәлсәфәһе тыуыр. Тарих кешелектең бер тәржемәи хәле һәм рухиәте кеүек- тер. Тарих аша кеше үҙенең үткән хәйәтен (тормошон), уны тыуҙырған сәбәп-һөҙөмтәләрен төшөнөр”.

Тарих фәлсәфәһенең теорияһын Ә.Вәлиди Туған алты төркөмгә бүлеп тикшерә: теократик һәм дуалистик тарихи ҡараш, материалистик тарихи ҡараш, позитив тарихи ҡараш, идеалистик тарихи ҡараш, экспрессионистик тарихи ҡараш һәм гуманистик тарихи ҡараш теориялары.

Теократик ҡараш теорияһы, исеменең үк әйтеп тороуына күрә, тарихты дини, илаһи ҡараштарға бәйләп аңлатырға тырыша. Был теория буйынса йыһан һәм кешеләр менән илаһи ҡеүәттәр идара итә. Дуалистар иһә донъя менән илаһи һәм матди көстәр берлектә идара итә тимәксе.

Материалистик тарихи теория иһә, теократик һәм дуалистик теорияға ҡапма-ҡаршы рәүештә, йыһан һәм бар тәбиғәт, кешелек матди тәбиғәт ҡанундары буйынса йәшәй тип бара. Дарвин бар тәбиғәт, хайуандар һәм кешеләр донъяһы биологик факторҙар, тәбиғи эволюция ҡанундары

278


буйынса тәррәҡи итә тип раҫлаһа, Карл Маркс кешелек тарихы барышын иҡтисади факторҙар тәьҫире нигеҙендәге хәрәкәт менән аңлата. Материалистик тарих теорияһын тарихи материализм билдәле бер системаға һалып ҡарай.

Ә.Вәлиди Туған, материалистик тарих теорияһының төп нигеҙҙәрен яҡлауы менән бергә, йәмғиәт тарихының үҫешен синфи көрәшкә генә таянып аңлатыу менән килешмәй, йәмғиәттең башҡа күп факторҙар нигеҙендә тәрәҡҡи итеүен алға һөрә. ’’Фәҡәт иҡтисади факторҙар һәм истихсал (производство) мөнәсәбәттәрен базис тип танығандары арҡаһында марксистар тарафынан яҙылған тарихи әҫәрҙәрҙә башҡа факторҙар күләгәлә ҡала, — ти Ә.Вәли- ди. — К. Каутскийҙың ’’Тарихтың империалистик нигеҙҙәре” менән К.Маркстың ҙур иғтибарға лайыҡ ’’Капитал” китаптары шул арҡала икеһе лә бер кимәлдәрәктер”.

Позитивистик тарих теорияһы тарихты өйрәнгәндә ижтимағи һәм тәбиғәт факторҙарын бергә иҫәпкә алыу юлында барлыҡҡа килгән. Был теория тарихта тәбиғәт өҫтө — метафизик факторҙар тәьҫирен таный, әммә ләкин бының материализм менән алыш-биреше юҡ.

Ә.Вәлиди Туған күрһәтеүенсә, быны шулар асыҡлай:

Халыҡ массаларының бер әлкәлә тыныс мәҙәни-та- рихи дәүерҙәр кисереүе, кешелектең дөйөм мәҙәни мөкәммәл яҡтары социаль-психологик шарттар менән билдәләнә.

Халыҡ массаларының бер әлкәлә тыныс мәҙәни- тарихи дәүерҙәр кисереүенең айышы башҡа халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең кисергән мәҙәни тормошоноң нисек сәскә атыуына бәйле дөйөм үлсәмдәр менән үлсәнеп билдәләнә.

һәр бер эшмәкәрлек, дөйөм хәлдәр һәм дөйөм шарттар бер-береһенә бәйлелер һәм шуларҙан тыуалыр.

Тарих хәл-ваҡиғаларҙың сәбәптәрен һәм факторҙарын өйрәнгән өсөн фән һаналыр.

Ғалим Август Комте кешелек фекере үҫешендә өс баҫҡысты исемләй: 1) Халыҡтар тарихи тормоштарын тәбиғәттән өҫтөн ҡеүәттәр менән бәйләп аңлаталар. 2) Бынан һуңыраҡ тарихты метафизик шарттар, идеялар һәм субстанциялар тәьҫирендә аңлаталар. 3) Аҙаҡтан тарих тәбиғи ағышында, сәбәп-һөҙөмтә мөнәсәбәттәрендә социаль- психологик сифаттары, бөтә факторҙар берлегендә комплекслы ысул менән тикшереү кимәленә өлгәшер.

Идеалистик тарих теорияһына нигеҙ һалыусылар булып бөйөк немец философтары Кант менән Фихте иҫәп-

279


лэнэ. Был теория буйынса кеше ирекле зат, ул үҙен шәхсән ирекле тойор, шул иркенең мәғлүм өлөшөн йәмғиәт ҡанундарына ҡарап көйләр, йәғни шәхси иркен күпмелер сикләр. Был — бер идея. Ғәмәлдә йәмәғәт тормошо менән идара итер төп факторҙар ҙа шунса бер идеяларҙыр. Идея илаһи рух емешелер. Немец философы Гегель ҡарашынса, йыһанда бөйөк идея, бөйөк аҡыл хакимлыҡ ҡылалыр. Кешелек тарихы ла ошо бөйөк идея, аҡылға буйһоношло мөнәсәбәттәлер. Мәңгелек хәрәкәт идеянан ғибрәттер. Идеялар, Әфләтун (Платон), Кант, Фихте өйрәтеүенсә, субъектив һәм, Аристотель, Шиллинг, Гегель һәм Шопенгауэр тәғлимәтенсә, объектив та булыр. Объектив булараҡ, матдә (материя) асыҡ хәҡиҡәт рәүешле йәшәй. Был ҡарашты материалистар яҡлай. Субъектив булараҡ, идеялар — материянан өҫтөн күренеш. Был ҡарашты идеалистар яҡлай. Идеалистик тарих теорияһы ла ошо идеалистик ҡараштарға нигеҙләнә.

Экспрессионистик тарих теорияһы Лео Фробениус һәм Освальд Шпенглер кеүек философтар тарафынан алға һөрөлә. Нигеҙ әсәсе сәнғәттәге модерн экспрессионизм ағымынан алынғанлыҡтан, шуға таянып, тарихҡа экспрессионистик ҡараш тарихты, кешелек тормошон бер ағым рәүешендә күрә. Ул тарихи хәл-ваҡиғаларҙы интуитив һиҙемләү төҫлөрәк ҡабул итә. Кешелек тарихын кешенең уй- тойғоларына, уй-ниәттәренә бәйләп таный. Экспрессионистик теория тарихты ниндәйҙер ихтыяждарға һәм ос- раҡлыктарға ҡарап та баһалай. Унда үтә субъектив ҡараштар өҫтөнлөк итә.

Гуманистик тарих теорияһы кешелек тарихын гуманистик принциптарҙан сығып аңлатырға тырыша. Ул тарихҡа гуманистик ҡараштарға нигеҙләнеп баһа бирә. Йәмғиәт тарихының прогрессив үҫеш баҫҡыстарын, бөйөк идеалдарҙың яйлап ғәмәлгә ашыу күренештәрен күҙәтеүгә төп иғтибарын туплай. Тарихтағы бөйөк Ренессанс эпохаһына ижтимағи һәм философик йәһәттән киң ҡараш ташлай.

Ә.Вәлиди Туған гуманистик тарих теорияһының шундай ыңғай яҡтарына тарихсыларҙың әһәмиәт бирергә тейешлеген һәм үҙенең, уға ныҡлы таяныс табып, хеҙмәттәрендә ҡулланыуҙарын да әйтеп китә. ’’Ижтимағи хикә- йәттәге мәҙәни ҡаҙаныштар айырым факторҙар тәьҫире менән түгел, замандың, тарихи үҫештең дөйөм тәьҫире менән өлгәшелә, — ти ул. — Заманыбыҙҙа индустриаль,

280


машина һәм техника, көслө аралашыу саралары, матбуғат, кино һәм радио, башка мөһим яңы асыштар гуманистик эш-шөғөлдәр емешелер”.

Үҙенә ҡарата ул: ’’Шәхсән мин тарихи ваҡиғаларҙа иң күп тәбиғи һәм иҡтисади факторҙарҙы һәм йәмғиәттең үҫешенә ыңғай йоғонтоһо тейер рухи факторҙарҙы ла мөстәҡил тәьҫир факторы булараҡ таныйым”, — ти.

Айырым бүлексәлә ислам шәрҡендә тарихи ҡараштарға киң байҡау яһала. Ә.Вәлиди билдәләүенсә, боронғо юнан- дарҙан Туҡидид менән Полибиостың тарих фәлсәфәһе прогматик тарих ысулына ҡоролғайны. Ул артабан да байтаҡ дауам итте. Руманиҙар дәүерендә тарих, әҙәби зауыҡтарға ярашлы рәүештә, сәнғәт теорияһына тартым ғилми тарих системаһы нығынды. Христианлыҡ һәм ислам дәүерҙәрендә иһә дини, теократик теориялар өҫтөнлөк алды.

Ә.Вәлиди Туған тарих фәлсәфәһе эволюцияһын күҙәткәндә Көнбайыш һәм Көнсығыш фәлсәфәләренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнешенә, үҙ-ара тәржемә әҫәрҙәренә туҡталып үтә, шәреҡ тарих фәлсәфәһенең үҙ оригиналь үҙенсәлектәренә нығыраҡ иғтибар бирә. Мәҫәлән, атаҡлы ғәрәп тарихсыһы Табариҙың боронғо риүәйәттәрҙе киң файҙаланыу ысулдары хаҡында һөйләй, Ибн һалдундың үҙе бер тарихи мәктәп тыуҙырыуын билдәләй. Ә инде боронғо шәреҡ фән корифейы Әбу Рәйхан әл-Бируниҙың тарих, тарихта ысул, тарих фәлсәфәһе хаҡындағы ҡараштарын ентекләберәк тасуирлай. ”Был зат тарихи мәсьәләләрҙе яҡтыртыу юлында археология, хатта геология, айырыуса иҡтисад ғилемдәренә әһәмиәт бирмештер. Хөрәфәти фекерҙәргә тарихты ҡаршы ҡуйҙы, тарих мәсьәләләрендә төрлө ҡәүеми һәм дини хистәрҙән азат ине”, — ти Ә.Вәлиди уның хаҡында. ’’Төрлө фәндәр кешелек йәмғиәтенең ихтыяжынан тыуғандар. Иҡтисади хәйәт тәбиғи мөғәмәлә ысулынан яйлап ҡанун мөғәмәләһе ысулынан тыумыштыр. Иҡтисад математика һәм тәбиғәт ғилемдәренә таяныр. Кешеләрҙең бүтән ихтыяждары медицина, музыка, логика, йәмғиәт ғилемдәрен, шиғриәт һәм әҙәбиәтте барлыҡҡа килтерер. Дөйөм ғилемдәр үҙ-ара тығыҙ бәйле булып, был ғилемдәр ҡаршыһында бөтә милләттәрҙең хәле бер төрлөлөр”, — ти әл- Бируни үҙе.

Ибн һалдундың ”Әл-ибар” исемендәге ете томдан торған әҫәрендә сағылған тарихи ҡараштары һәм тарих фәлсәфәһе тураһында һөйләгәндә Ә.Вәлиди был ғәрәп

281




ғалимының урта быуаттарҙа төрки донъяға, XIX быуатта Төркөстан, Урал—Волга буйы халыҡтары ижтимағи фекере үҫешенә тәьҫир итеүен дә билдәләп китә. ”Ибн һалдун- дың фекерҙәрен мин 1914 йылда ” Билги можмуғаси”нда ”Ибн һалдундың теорияһында Ислам хөкүмәттәренең киләсәге” исеме менән баҫылған мәҡәләмдә тикшереп, төркиҙәр өсөн хәлифәт һәм теократизм фекеренән үҙгәрәк, дәүләт эштәрендә Ибн һалдун кеүек, исламиәт теокра- тизмы әсәсендә реформалар хаҡында һөйләгән Муса Ярулла һәм Мөхәммәт Абду мөфти кеүектәрҙең ҡараштарын тәнҡит иткәйнем”, — тип иҫкә ала Ә.Вәлиди был тирәлә барған фекер көрәштәре тураһында.

Ибн Һалдун хеҙмәттәрендә шундай юлдар ҙа иғтибарҙы биләй: ’’Донъяла ике милләт хаким булараҡ яратылмыш- тыр: береһе ғәрәптәр, икенсеһе төркиҙәр, һижри IV быуаттың аҙағына тиклем ғәрәптәр хаким ине. һуңынан хакимиәт яйлап-яйлап төркиҙәргә күсте. Хәҙер был хакимиәт тотошлай төркиҙәргә күсеш процесы Тимурҙар дәүерендә иң юғары кимәлгә етте”.

Үткән быуатта тарихта ысул һәм тарих фәлсәфәһе хаҡында төплө әҫәрҙәр яҙған төрөк дәүләт эшмәкәрҙәре һәм тарихсылары Әхмәт Вәфиҡ Паша менән Геленбейзаде Әхмәт Тәүфик бейҙең ’’Хикмәти тарих” һәм ’’һамидәгел ысул” китаптарына туҡталып, Ә.Вәлиди уларҙың нисек Ибн һалдун ҡараштарын артабан тәрәнәйтеүен, шәреҡ фәлсәфәһе менән ғәреп фәлсәфәһе традицияларын ижади файҙаланыуҙарын асыҡлай. ’’Хикмәти (фәлсәфәи) тарихтан хәбәрдар булғандар аҡыл мизанына мөрәжәғәт иткәнлектән әкиәткә һәм сафсатаға алданмактан ҡотолорҙар һәм һәр дәүерҙең фекер ағымдарында тәнкиди теорияға таянырҙар. Быны белгәндәр ’’Тәүрәт” йәки сихыр, алхимия һаташыуҙарын ’’Әфләтүн һәм Ибни Сина фәлсәфәһе менән бутамаҫтар”, — ти улар. Был авторҙарҙың боронғо Туҡи- дид, Полибиос, Тацитус һәм һуңғы дәүерҙә француз Вольтер, Монтескье, Гиббонс кеүек философтар тәғлимәте менән яҡшы таныш бул ыуҙарын айырып әйтә.

Шулай итеп, Әхмәтзәки Вәлиди Туған был ’’Тарихта ысул” китабында методология мәсьәләләрен бер системала тикшереп сыға, тарихта теория һәм тарихтың фәлсәфәһен шулай уҡ назари һәм тарихи планда эҙмә-эҙлекле күҙҙән кисерә, университеттарҙа уҡыу китабы булырлыҡ ғилми хеҙмәт барлыҡҡа килтерә.




Бының баһаһын китапҡа ’’Өҫтәмәләр” исеме менән бирелгән ’’Сығанаҡтар” ҡушымтаһы тағы күтәреп ебәрә. ’’Сығанаҡтар” — үҙе ифрат бай мәғлүмәтле белешмә ҡаҙнаһы ул.

Бына уның төрки халыҡтары тарихы буйынса мөһим ҡулъяҙма һәм баҫма сығанаҡтар, китаптар тураһындағы библиографияларын тематик яҡтан бүлек-бүлекләп ҡыҫҡаса аңлатмалар һәм аннотациялар менән бирелешен бер ни тиклем исемләп һәм беҙгә әһәмиәтлерәк күренгәндәрен һанабырак үтәйек.

Өҫтәмәләр ’’Сығанаҡтарҙы күрһәткән әҫәрҙәр” исемле, йәғни төрки халыҡтары тарихы хаҡындағы әҫәрҙәр буйынса библиографик белешмә китаптарҙың аңлатмалы исемлеге менән асыла. Төрлө телдәге библиографик китаптар исеме шул үҙ телендә килтерелә. Уларҙың авторҙары, ҡасан, ҡайҙа баҫылып сығыуҙары күрһәтелә.

Икенсе бүлексәлә XVI быуатҡа тиклемге дөйөм төрки тарихына бәйле сығанаҡтар бирелә. Улар Ҡытай, иҫке төрки, Юнан (Европа), латин һәм Византия, боронғо төрки дастандар, ислами сығанаҡтар тип төркөмләп алынған. Артабан айырым дәүләттәргә, дәүерҙәргә, төбәктәргә ҡараған сығанаҡтар күрһәтелә: сәлжүктәр, харезмшаһтар, монголдар, тимурҙар дәүере, дәүләттәре, ҡала һәм вилайәттәр хаҡындағы белешмәләр.

Көнбайыш һәм Көнсығыш төркиҙәре тарихы буйынса сығанаҡтар үҙҙәре ике бүлексәне тәшкил итә.

Көнбайыштан (Bati turkleri): Мысыр һәм Сурия тәрктәре, Ғосманлы һәм Төркиә йөмһүриәте, Әзербайжан һәм Ширван, Көнсығыш Анатолия, Иранда йәшәгән төркиҙәр, кажарҙар тарихына бағлы сығанаҡтар.

Көнсығыштан (Dogu turkleri): Бохара һәм үзбәк хандары, Хоканд хандары, Харезм, Алтын Урҙа, ҡаҙаҡ, башҡорт, Ҡазан һәм Ҡырым тарихтары хаҡындағы сығанаҡтар.

һиндостанда хакимлыҡ иткән төрки династиялар тарихы буйынса сығанаҡтар: туғлуҡтар һәм бабурлылар дәүере.

Монголса, сурияса, әрмәнсә, грузинса сығанаҡтар айырым бүлексәләрҙә күрһәтелгән.

Грек, латин, урыҫ һәм бүтән Европа сығанаҡтары шулай уҡ бер бүлексәлә йыйып бирелгән.

Тәржемә әҫәрҙәрҙән төрки тарихына бәйле сығанаҡтар. Был бүлексәгә Урал—Иҙел төрки әҙәби теленә тәржемәләр ҙә индерелгән. Төрлө тәуарих, шағирҙар, хаттаттар, рәсем,


музыка, бүтән сәнғәт тарихы әҫәрҙәренә бәйле сығанаҡтар исемләнгән.

Тарихи географиянан төрки тарихына ҡараған сығанаҡтар.

Төрки тарихына ҡағылышлы сәйәсәт китаптары исемлеге үҙе бер ҙур бүлексә.

Икенсе өҫтәмә бүлектә шәреҡ, ислам һәм төрки ғилеменә ҡарар йыйынтыҡтар һәм сериялар, халыҡ-ара конгресс, академия нәшриәттәрендә шәреҡҡә бәйләнешле баҫмалар, төрлө ғилми йәмғиәт баҫмалары библиографиялары аңлатмалар менән урынлаштырылған.

Өсөнсө өҫтәмә бүлектә төрки тарихының методологияһына, теорияһы һәм тарихы фәлсәфәһенә ҡарар сығанаҡтарға ҡыҫҡаса характеристика бирелгән.

Дүртенсе өҫтәмә бүлек сәйәсәт, мәҙәниәт, ислам тарихы хаҡындағы китаптар һәм әҫәрҙәрҙе төркөмләп аңлатмалар менән бирелеше йәһәтенән әһәмиәтле.

Бишенсе өҫтәмә бүлек ғилми әҫәрҙәрҙе баҫмаға нисек әҙерләү техникаһы, транскрипция, имлә (орфография), шартлы билгеләр хаҡында сығанаҡтар нигеҙендә мәғлүмәт бирелеше менән ҡыҙыҡлы.

Китапҡа исемдәр, тематик күрһәткестәре лә бик өлгөлө итеп башҡарылған.

Төркиәт ғилемендә иң популяр китаптарҙың береһенә әүерелгән ’’Тарихта ысул” монографияһының фәнни ҡиммәте һәм авторының үҙе тураһында биргән төплө баһаны немец ғалимы Герберт Янскиҙан да яҡшыраҡ әйтеү мөмкин түгелдер. Ул шулай яҙа: ’’Зәки Вәлиди Туған йөҙөндә дөйөм төрки тарихын һәм мәҙәниәтен иң шәп белеүсе һәм аңлатыусы, тарих методологияһын төшөндөрөп биреүсе бөйөк уҡытыусы булғанынан төрөк йәштәре үҙҙәрен бәхетле һанарға тейеш. Әгәр Зәки Вәлиди Туғандың фәнни эшендә ни бигерәк тә асыҡ сағыла тигәндә, ул ислам традицион ғилемлегенең Көнбайыш Европа ғилми-тикшеренеү методологияһы менән берләшеүендә (синтез) тиергә кәрәк. һис арттырмайынса раҫларға мөмкин: бындай синтез бер ғалимда ла күрелмәгәнсә оҫталыҡ менән гармоник берлек таба. Ул фәнни эшмәкәрлегенең тәүге осоронан уҡ шундай идеаль берлеккә ынтылды һәм күпмелер ваҡыттарҙан быға өлгәшә алды. Төрки халыҡтарының ғәйәт киң тарихи араларын яҡтыртыр өсөн тарих фәне, уның хәҙерге ғилми- тикшеренеү ысулдары Зәки Вәлиди кеүек үҙләштергән

284




ғалимдарға мохтаж. Күп мәғлүмәттәре Европа халыҡтарының ҡулъяҙма сығанаҡтарында һибелеп ятҡан был тарихтың төп мәсьләләре төрки халыҡтарының этнографик материалдары ҡатламы һаҡланған байлыҡтары аша ғына асыҡланырға мөмкин. Ул материалдарҙы башҡа әлкәләге, хатта археология һәм сәнғәт тарихы буйынса белгестәрҙең оҙаҡ хеҙмәттәшлеге нигеҙендә сағыштырып өйрәнергә кәрәк. Зәки Вәлиди Туған үҙе был тарихи сығанаҡтарҙы, күбеһе баҫылмаған көйө, ҡулъяҙмалары төрлө илдәрҙең китапханаларында ятҡанын эҙләп табып, комплекслы өйрәнеп, илендә үҙе тарафынан йыйылған этнографик һәм археологик мәғлүмәттәр менән еңел сағыштыра белде. Шулай итеп, ул ҡыҫҡа бер мөҙҙәттә (срокта) төрки тарихының бығаса барып етелмәгән төпкөлдәренә сума алды, ҡыйыу мәҡәләләре менән төрки халыҡтарының идея ҡиммәттәре даирәһен киңәйтте һәм дала империялары барлыҡҡа килгән төрки донъяһының ил-ерҙәр киңлектәрендә- ге хәрәкәт итеүсе көстәрен күрһәтте. Уның арҡаһында был фән тармағы В.Бартольд һәм Р.Груссэ замандарынан алып ҡыҫҡа мөҙҙәттә ҙур ғына прогресҡа өлгәште. ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабы, шулай уҡ төрки эпик әҙәбиәткә сығанаҡ итеп баһалаған һәм фәнни методология тураһындағы хеҙмәте шундай уңыштар рәтендә”.

Бөйөк ғалимды шунса төплө һәм ихлас ғалимдар ғына күрә белә һәм тейешенсә юғары баһалай алалыр.

’’Тарихта ысул” китабының инеш һүҙендә Ә.Вәлиди Туған үҙе былай яҙғайны: ”Был әҫәрҙәрҙә күберәк теоретик мәсьәләләрҙе яҡтыртырға тырыштыҡ. Фәҡәт практикаға әйләнһә генә, был теорияларҙың билдәле бер ҡиммәте булыр. Тарих ағышында төркиҙәрҙән бик күп ғилем эйәләре үҫеп сыҡһа ла, Ғәлишәр Науаи, Катиб Чәләби, Али һәм Йәүҙәт Паша кеүек бармаҡ менән һанап сығырлыҡ заттар ғына үҙ белгәндәрен туған телдәрендә туйғанса яҙып милли мәҙәниәт тыуҙыра алғандар. Бөйөк ғалим әл- Бируниҙың туған теле — һәр хәлдә төрки теле — ғилем теле иҫәпләнмәгәнгә, үҙенә ят һәм яҙыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырған ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙырға мәжбүр булған. Алдараҡ телгә алынған Чокан Вәлихан менән алтай тәрктәренән сыҡҡан профессор Н.Катанов төрки тарихы һәм лингвистикаһына, полковник Әбүбәкер Дивай улы төркиҙәрҙең этнографияһына арналған ҡиммәтле әҫәрҙәрен тик урыҫ телендә генә яҙып нәшер итергә мәжбүр




булалар һәм үҙҙәре эйә булған ғилми ысул һәм метод менән урыҫтарҙың фәне өсөн тырыштылар. Ҡаҙак- ҡырғыҙҙарҙан (Алматынан) Барлыбек Сыртлан улы бынамын тигән әҫәрҙәре менән Петербург университетының Шәреҡ факультетына шөһрәт өҫтәне һәм, ғилми методика буйынса укыған-белгәндәрен үҙ туған телендә яҙып, милли мәҙәниәтте яратырға теләне, әммә халҡының аяныс хәле һәм урыҫ хөкүмәте уға был пландарын ғәмәлгә ашырырға форсат бирмәне. Мин үҙем дә, боронғо ватанымда ҡалһам, үҙ өйрәнгән-белгәндәремде милләтемә файҙалы итә алмау йәһәтенән Чокан менән Барлибеккә оҡшаясаҡ инем. Гәрсә үҙ яҡ төркисәһендә бәғзе популяр әҫәр һәм дәреслектәр нәшер итһәм дә, ғилми әҫәрҙәремде урыҫса ғына нәшер итә инем, сөнки башҡаса сара юҡ ине. Аллаға шөкөр, миңә төрки тел быуаттар буйы дәүләт теле сифатында үҫеш алған Төркиәгә килеп ижад итергә яҙҙы. Үҙ өйрәнгәндәремде тарихи әҫәрҙәр рәүешендә, ниһайәт, әлеге теоретик фекерҙәремде һәм сығанаҡтарҙы ла бер төрөксә ысул китабы сифатында төрөк зыялыларына тәҡдим итә алдым. Төрөк милләтенең, вәсаят (опека) дәүерен сәйәси һәм мәҙәни әлкәлә лә артта ҡалдырып, ихтыярын үҙе теләгән йүнәлештә эшкә ҡуша алыуы, һәр төрөк гражданы кеүек, миңә лә һөйөнөс һәм ижадҡа дәрт бирә. Мәмләкәтебеҙ өсөн ғилем- ғирфан әлкәһендә йәш зыялылар үҫтереү минең өсөн иң ҙур бәхет-сәғәҙәт буласаҡтыр”.

Был юлдарҙан Ә.Вәлиди Туғандың үҙ ғилми-теоретик тикшеренеүҙәренә ҡарата йомғаҡ һүҙҙәрен, шул уҡ ваҡытта фән әлкәһендә эшләүенең ҡайһы бер сетерекле яҡтарын, юл араһы мәғәнәләрен дә шәйләргә мөмкин. Ни генә тимә, ’’Тарихта ысул” китабы ла еңел генә барлыҡҡа килмәй бит, уны яҙыу оҙаҡ йылдарға һуҙыла, өлөшләтә хатта төрмә шарттарында яҙырға тура килә. Төрөк телендә яҙыуҙа, һөйләүҙә мәғлүм бер ҡыйынлыҡтар кисерһә лә, те- ләйме-теләмәйме хәҙер уға төрөк теле туған тел урынында.


’’Башҡорттарҙың тарихы”

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — төрки халыҡтарының һәм дәүләттәренең боронғо, урта быуаттарҙағы һәм яҡын тарихын нигеҙҙә киң планда бер бөтөн көйө өйрәнгән тарихсы ғалим. Уның хазарҙар, харезмдар, монголдар, төрөктәр кеүек айырым халыҡ йәки дәүләттәргә арналған хеҙмәттәре лә ошо ысул менән яҡтыртылды.

Әммә ул башҡорт кешеһе булыуы менән туған халҡының тарихын өйрәнеүҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотто, дөйөм әҫәрҙәрендә лә уны тикшереүгә урын бирҙе, ’’Башҡорттарҙың тарихы” тигән махсус монографик хеҙмәтен бағышланы.

Ибн Фадлан юлъяҙмаһы”, ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы”, ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” исемле фундаменталь китаптарында башҡорттарҙың тарихын дөйөм төрки тарихы һәм мәҙәниәте контексында ҡараны.

Тәүге осор ижадынан уҡ ’’Бөрйән башҡорттары араһында”, ’’Йырҙарыбыҙ хаҡында”, ’’Башҡорттарға ғаид яңы әҫәр”, ’’Башҡорт төбәк шуралары хаҡында тәғлимәт”, ’’Боронғо башҡорт ғәскәре” исемле әҫәрҙәре менән асылған был тема аҙаҡ бөтә ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса ҡыҙыл еп булып һуҙылып барҙы. Туған халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, фольклорын, мәҙәниәтен һәм тарихын яҡшы белгән уҡымышлы зат һәр бер ҙурыраҡ әҫәрендә алған темаһына һәм яҡтыртҡан мәсьәләләренә бәйле рәүештә башҡорт теленән, фольклорынан, этнографияһынан, тарихынан бик күп мәғлүмәттәр йәлеп итте, уларҙың әһәмиәтен уртаҡ төрки тарихи-мәҙәни процеста асып бирҙе. Улар хәҙер фәнни мираҫында беҙҙең өсөн күҙҙең яуын алып торған фекер ынйыларындай баҙлап һибелеп ята. Шуларҙың бер өлөшөн Ә.Вәлиди Туған үҙе, ’’Башҡорт” исемле мәҡәләһендә бергә йыйып, иң тостарын ғына һайлап, энциклопедик тығыҙлыҡ менән ’’Ислам энциклопедияһы” (1943) китабының 2-се томлығына индерҙе. Был мәҡәлә 1960 йылда Лейден-Лондонда инглиз телендә сыҡҡан энциклопедияһында ла урын алды.

Ә.Вәлиди Туған ҡулы менән яҙылған ’’Башҡорт” мәҡәләһе — сит илдәрҙә сыҡҡан энциклопедияларҙа башҡорттар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙең иң тулыһы һәм тейешле бер фәнни системаға һалып бирелгәне ул. Автор бында башҡорттар хаҡында конкрет һандар, исемдәр, тарихи

287




факттар менән күп мәғлүмәттәр килтерә, Птоломейҙарға мөрәжәғәт итә; башҡорт этногенезы, ырыуҙары менән таныштыра; башҡорттарҙың урта быуаттар тарихын, азатлыҡ өсөн көрәшен, ихтилалдарын яҡтыртыуға ҙур ғына урын бирә. Төрлө телдәрҙәге бай ғына библиография килтерелә.

’’Башҡорттарҙың тарихы” китабы иһә ғүмер буйы был тема буйынса туплаған материалдарына, яҙма һәм баҫма эштәренә таянып яҙылған ҙур монографик хеҙмәт төҫөн ала. Уның үҙенсә оҙайлы әҙерләнеү, яҙылыу һәм нәшер итеү тарихы бар.

Төрки мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Ә.Вәлиди Туған ’’Башҡорттарҙың тарихы” яҙмаһын Истанбул университетында төрки халыҡтары тарихы буйынса махсус курстарында 1954/55 уҡыу йылында лекциялар итеп уҡыған. 1967/68 уҡыу йылында уның ’’Тойһондар һәм башҡорттар” исемендә дауам ителгәне мәғлүм. ’’Башҡорттарҙың тарихы” талиптар файҙаланыу өсөн машинкаламы йәки литографияламы баҫтырылып та таратылған буғай, һәр хәлдә, Ә.Вәлиди Туғанға 60 йәш тулыу уңайы менән 1955 йылда Истанбулда нәшер ителгән ’’Зәки Вәлиди Туған һәм уның әҫәрҙәре” исемле китапта килтерелгән библиографияла баҫылмаған әҫәрҙәре араһында 21-се һан менән ’’Башҡорттарҙың тарихы” тигән хеҙмәте лә күрһәтелә.

Ошо китаптан күрепме йәки ишетепме, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Әхмәр Ҡасимов 1968 йылдың мартында, ошо ҡулъяҙма хеҙмәттең күсермәһен Башҡортостанға ебәреүҙе үтенеп, Истанбул университеты ректоры исеменә хат яҙа. Шул йылдың май айында университет ректорынан Ә.Ҡасимовҡа яуап хаты килә. ’’Ундай әҫәр бар, ул 200 битлек. Авторы университеттың әҙәбиәт факультеты профессоры Зәки Вәлиди Туған, — тип яҙыла хатта. — ’’Башҡорттарҙың тарихы” әлегә нәшер ителмәгән, тиҙҙән нәшер ителәсәк. Хәҙергә һеҙгә башҡорттар тураһындағы китаптың (ҡулъяҙмаһының) университет китапханаһында төшөрөлгән микрофильм күсермәһен ебәрәбеҙ”. Ләкин микрофильм күсермәһе килмәй.

Быны һуңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың үҙе Әхмәр Ҡасимовҡа яҙған хаты асыҡлай. Был хат бер ҡайҙа ла башҡортса баҫылмауын иҫкә алып, уны академик Раил Ку- зеевтың ’’Йәдкәр” журналында (1998) баҫылған ’’Тюрки, башкиры в истории Евразии” тигән мәҡәләһе менән бергә


шәжәрәләре”, Раимовтың ’’История образования Башкирской АССР”ы бар. Башка баҫмалар миндә юк. ’’Материалы” ның 1-се һәм 2-се томдарын, Башҡорт тарихы очерктарын, Кузеевтың ’’Башҡорт этнографияһы тарихы” н ҡулымда булыуын теләр инем. Шул исемләнгән йә шуның кеүек баҫмаларҙы миңә ебәрә алмаҫһығыҙмы? Бының кеүек китаптарҙы һатып алмаҡ өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?

Күптин сәләмдәр илә Зәки Вәлиди Туған”. (Ҡул тамғаһы).

Бик ғибәрәтле хат был. Ниндәй тыныс тонда яҙылған кеүек булмаһын, хат юлдарынан Тыуған иленән ҡасандан инде айырылған заттың йорт-еренән бер ниндәй хәбәр- хәтер ала алмайынса интизар булып йәшәүен, Өфөлә сыҡҡан мөһим баҫмаларға һыуһауын, ватанын, хәләл ефетен, аркадаштарын күпме һағыныуын тойорға мөмкин.

Ә.Вәлиди Туғандың үҙ ҡулы менән яҙылған һәм илендә һаҡланған ике шәхси хатының береһе һәм ’’Башҡорттарҙың тарихы” яҙмаһының машинкала төрөксә баҫылған күсермәһе Өфөгә адресатына килеп юлыға. Ҡасим ағай Әхмәров 1969 йылдың майында вафат булғас, ул тарих тексы институттың шул саҡтағы директоры Әхнәф Хари- совҡа күсә. Уның сейфында һаҡланған был тексты миңә лә күрергә насип булғайны. Бынан ул Раил Кузеевҡа тапшырыла (ҡулъяҙма тексҡа бәйләнешле мәғлүмәттәрҙе Р.Ғ.Ку- зеев мәҡәләһе буйынса килтерәбеҙ). Р.Ғ.Кузеев ҡулъяҙманы ’’Ағиҙел” журналында баҫтырырға бирә. Тарихсы Әмир Юлдашбаев ’’Башҡорттарҙың тарихы” тексының автор ҡулы менән төҙәтелгән бер нөсхәһенең копияһын Төр- киәнән профессор Иҫәнбикә Туған аша алдыра. ’’Башҡорттарҙың тарихы” Әмир Юлдашбаевтың башҡортсаға тәржемәһендә ’’Ағиҙел” журналында 1993 йылдың 1—7-се һандарында баҫылып сыға. 1994 йылда ’’Ә.Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы” исемендә айырым китап булып донъя күрә. Шулай итеп, ’’Башҡорттарҙың тарихы” беренсе башлап башҡорт телендә баҫыла.

Төркиәлә төрөк телендә ’’Башҡорттарҙың тарихы” ’’Төрк иле (Төркөстан)” серияһында ’’Бөгөнгө Төрк иле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы”ның икенсе томы, ’’Төрк иленә ҡарар библиография”, ’’Тимур һәм тимурсылар дәүеренә бәйле миниатюралар һәм аңлатмалар”, ’’Рәсемле Төрк иле (Төркөстан)” исемле хеҙмәттәр менән бергә сығарылырға планлаштырылған була.

290




ломейҙы географияһы буйынса беҙҙең эра башынаса 700- 800 йылдарғаса төпкә илтә. ’’Птоломей әҫәрендә Дон буйы тирәһендә көн итеүсе бер ҡәүемдең исеме булараҡ телгә алынған Пасиртай атамаһы башҡорт исеме булған кеүек, Волга һәм Урал буйҙарында йәшәгән ҡәүемдәрҙе аңлатыусы Гновивой, Табивой, Боровской исемдәре лә (быларҙың боронғо грек теле законынса әйтелешен онотмаҫҡа кәрәк — Ғ.Х.) башҡорт ырыуҙары Ғәйнәне, Табынды, Борачты (Боржан-Барач-ан) күҙ алдында тота булһа кәрәк, — тип яҙа ул. — Башҡорттар, тимәк, милади йыл иҫәбе буйынса беренсе быуатта уҡ, хәҙергә тиклем йәшәгән ерҙәрен, йәнә унан бер аҙ көнбайыш һәм көньяҡ тарафтарҙағы әлкәләрҙе биләүе хаҡында һығымта яһарға мөмкин”. Артабан шуларҙы өҫтәй: ”Шул уҡ ваҡытта башҡорт риүәйәттәренән уларҙың һәм болғарҙарҙың иң боронғо ата-бабалары булған кенжеләрҙең Бохара тарафынан килгәнлеге әйтелә (3.В.Тоған. 1927, 125). Птоломей ҙа Хорасанда Порттар әлкәһендә Пасакартия булыуын күрһәтә. Иран дастандарында һәм көнбайыш сығанаҡтарында сағылған Башгирд, Термез янында Башҡорт тауы һәм Памирҙың Читрал тарафында Башҡорт исемле ер кеүек географик исемдәр ҙә, боронғо болғарҙар һымаҡ, башҡорттарҙың да шул заманда Төркөстандың көньяҡ- көнсығыш тарафында йәшәүен дәлилләй”.

Йәнә быға өҫтәмә дәлил рәүешендә Ә.Вәлиди Туған боронғо Уғыҙ дастанының фарсы тарихсыһы Рәшитетдин версияһына мөрәжәғәт итә: ’’Төрөк риүәйәттәренең иң боронғоһо булған Уғыҙ дастанында башҡорттар Иҙел буйында һәм уға яҡын болғарҙар менән сиктәш бер таулы әлкәлә йәшәгән ҡеүәтле һәм хәйләкәр (көслө һәм ғәййәр) халыҡ тип танылған һәм үҙенең ғорурлығы, ҡыйыулығы арҡаһында һис бер йыһангирға баш эймәгән ҡәүем сифатында иҫкә алынған. Улар йәшәгән таулы әлкә (Урал тауҙары) был дастанда ’’Башҡорт тауҙары” (ҡуһһаи Башҡурт) тип аталған”. Париж Милли китапханаһы фондында һаҡланған был ҡулъяҙма сығанаҡ та беҙҙең өсөн бер яңылыҡ булып ҡабул ителә.

Ҡытай сығанаҡтарында боронғо башҡорттар тураһында Ә.Вәлиди мәғлүмәттәр таба. Сун династияһының XI быуат- ҡаса булған генеалогик тарихы яҙмаһында Хәзәр диңгеҙенә ҡәҙәр йәйелеп йәшәүсе ”тие-ле” төрк ҡәбиләләренең ”Ба- шу-ки-ли” тип аталған бер тармағы, профессор Чанг-Ланг

292




фекеренсә, ’’башҡорт” тигәнде аңлата икән. Был ҡәүем исеменең төрксә асылы Телес йәки Төлөс булып яңғырай һәм Орхон ташъяҙмаларында иҫкә алына. ’’Тимәк, башҡорттар, Күктөрктәр (Гөктөрктәр) заманында Гөлөс составына ингән төрки ҡәбилә булып, һундар нәҫеленән иҫәпләнгән. Телестәр иһә Алтай — Иртыш тарафтарында йәшәгән ҡыпсаҡ ҡәбиләләренән тора. Ҡыпсаҡтарҙың да милади йыл иҫәбенең беренсе быуаттарында көньяҡ Төркөстанда йәшәүен күрһәтеүсе дәлилдәр бар. һуңынан был ҡәүемдәр һундар дәүерендә Көнбайыш Европаға таралған. Птоломей заманындағы Пасиртай ҙа, шул уҡ авторҙа күренгән һун һәм сувындар кеүек, һун донъяһы ҡарамағында булараҡ, милади йыл иҫәбенең беренсе быуатында уҡ Урал тауҙарына килгән булһа кәрәк”, — тигән фекергә килә Ә.Вәлиди Туған. Әл-Бируни ҙа борон-борондан башҡорттар йәшәгән таулы өлкәне "Башҡорт тауҙары” (Жидал-и баш- хырт”) тип атай. "Урал батыр” эпосы һәм риүәйәттәр башҡорттарҙың беҙҙең эраға тиклем үк күп ғүмер Урал буйҙарын төп ватандары итеүен раҫлай. Тимәк, Ә.Вәлиди Туғандың боронғо сығанаҡтарға таянып дәлилләүҙәре башҡорт тарихын беренсе мең йыллыҡ башынан беҙҙең эраға тиклемге тарих аръяғына килтереп тоташтыра.

Был тарих китабында Ә.Вәлиди Туғандың башҡорттарҙың бер өлөшөнөң мадьярҙар менән Мадьярстанға, хәҙерге Венгрия ерҙәренә күсенеүҙәре һәм унда үҙ телен, ғөрөф- ғәҙәттәрен күп йылдар буйы һаҡлап йәшәүҙәре хаҡындағы мәғлүмәттәре һәм фекер йөрөтөүҙәре шулай уҡ оригиналь.

Башҡорттар араһында исламдың таралыуы, уларҙың монголдар дәүерендәге тарихы хаҡында ла үҙ ҡарашы һәм аңлатмалары бар. Был дәүерҙәрҙә исемдәре алыҫ мәмләкәттәрҙә атаҡлы тарихи шәхестәр булып танылған башҡорттар тураһында конкрет фекер йөрөтә. ’’XV быуатта Шәйбән улдарынан мәшһүр Әбелхәйер ханға буйһонған Жығыз һәм Жал баһадир исемле башҡорт әмирҙәренең бөйөк бейҙәр иҫәбендә иҫкә алына, — тип яҙа ул. — Күренекле һәм мөхтәбәр башҡорт әмирҙәре Иранда илһаниҙар хеҙмәтендә лә була. Шуларҙың береһе башҡорт генералы Ғазан хан 1299 йылда Анатолияла Сүләмши күтәрелешен баҫтырыу өсөн барған Ҡотлошаһ нойан һәм Чобан нойан янында өсөнсө бөйөк әмир сифатында иҫкә алына. Шулай уҡ Олжайту хан заманында Сыракан Башҡорт исемле бер күренекле башҡорт генералы телгә алына”.

293




Башҡорттарҙың бер өлөшө ҡыпсаҡтар менән бергә Мы~ сырҙа (Египетта) һәм Сурияла мәмлүкәр сифатында хеҙмәт итеүҙәрен, улар араһынан Насретдин әл-Насыри әл- Башҡурди, Сәнжәр әл-Рухны әл-Башҡурди, Алаитдин Башҡурд әл-Насыри, Ғилметдин әл-Башҡурди Беркундар- ҙың бөйөк әмир булыуҙарын атап китә. Араларынан Насретдин әл-Насыри ғәрәпсә гүзәл шиғырҙар яҙған шағир һәм ғалим зат Ғилметдин әл-Башҡурдиҙың абруйлы дәүләт эшмәкәре һәм ғалим булғанлыҡтарын билдәләй.

Башҡорт тарих ғилемендә башҡорт дәүләтселеге, уның хандары йәки башҡа хандарға бойондороҡлолоғо, идара, дәүләт-ара мөнәсәбәттәре әлегәсә тейешенсә өйрәнелмәгән. Был мәсьәләләргә лә Ә.Вәлиди күпмелер асыҡлыҡ индерергә тырыша. Хәйер, ул Башҡорт иленең Сыңғыҙ хан, уның улдары, сыңғыҙ нәҫелдәре буйынса килгән ханлыҡтарға бойондороҡло яҡтары тураһында күберәк яҙа, шул уҡ ваҡытта сюзеренлыҡ менән вассаллыҡтың бик шартлы икәнлеген дә билдәләй.

Башҡорттарҙың Урыҫ дәүләте составына инеүен дә, совет тарихы ғилемендә ирекле ҡушылыу тигәндән үҙгә булараҡ, Ә.Вәлиди тарихи яҡтан дөрөҫөрәк яҡтырта. Зарураттан килеп тыуған һәм оҙайлы процесс икәнен күрһәтә ул. Автор башҡорт ырыуҙарының, Башҡортостан йорт- еренең яйлап Рәсәй иле ҡарамағына инеүен Рәсәй, Нуғай урҙаһы, Ҡазан, Әстрхан, Себер ханлыҡтарының яҙмышы менән тығыҙ берлектә сәйәси шарттарға бәйләп ҡарай. Ҡазан ханлығы емерелгәс, көнбайыш башҡорт ырыуҙары, ярым ирекле төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары, Ҡазан урыҫтар тарафынан яулап алынғас йөҙ йыл үткәндән һуң ғына, XVII быуат урталарында аҡ батшаға үҙҙәренең ергә аҫабалыҡ һәм бүтән хоҡуҡтарын һаҡлау иҫәбенә килешеү юлы менән ирекле буйһонғандар, тип әйтергә кәрәк.

Урыҫтар 1586 йылдарҙан алып һамар йылғаһының Волгаға ҡушылған урынында һамар ҡалаһын (ҡәлғәһен), Ағиҙел буйлап күтәрелеп, Бөрө ҡәлғәһен, Ҡариҙел Ағиҙелгә ҡушылған таулы моронда Өфө ҡәлғәһен баҫып инеү менән төҙөгәндәрен әйтә Ә.Вәлиди. Ә Ыҡ, Ағиҙел тамағы тирәһендә Рәсәйгә баш эйгән башҡорт ырыуҙары йорт башына бер-ике һунар тиреһенән торған символик һалым түләй, ә күп ваҡыт хатта уныһын да бирмәй торған булғандар, ти. ’’Ләкин урыҫ хакимлығын ҡабул иткән баш

294




ҡорттар 1629 йылда ни бары 888 йорт тәшкил итә, 1635 йылда 2217 йортҡа, ә дөйөм иҫәбе 14 меңгә етә”, — тип яҙа. Тимәк, XVI быуаттың икенсе яртыһынан XVII быуат уртаһына тиклем Көнбайыш Башкортостандың Рәсәйгә буйһоноуы тик номиналь формала була.

Хәҙер яңы табылған йә иһә асыҡланған мәғлүмәттәр һәм Ә.Вәлидиҙең раҫлауы буйынса, Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә инеүе, нуғайҙарҙың Волга аръяғына көнбайышҡа күсеп китеүҙәре һәм көньяҡ-көнсығыштан ҡалмыҡтар һөжүме, көнбайыштан урыҫтар ҡыҫымы көсәйеү сәбәпле, көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙарының зарураттан нигеҙҙә үҙ ихтыярҙары менән башҡарыла.

Ә.Вәлиди Туған башҡорттарҙың ҡәҙимге һәм Рәсәй дәүләтенә ингәндән һуң ырыу-ҡәбилә, идара, синфи йәһәттән ҡоролошо мәсьәләләренә ныҡ иғтибар бирә. Башҡортостанда Рәсәй дәүерендә лә идаралыҡ ырыу-ҡәбилә ҡоролошо принциптарына нигеҙләнеп төҙөлә. ”Төп башҡорт ҡәбиләләре, Өфө янындағы Хан урҙаһын үҙәк итеп, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ йүнәлешкә киткән Нуғай, Себер, Ҡазан һәм Уса исеме менән дүрт даруғаға' (юлға) һәм дүрт даруға (юл) башҡорттары исемен алған”, — тип яҙа Ә.Вәлиди.

Был дүрт даруға административ идараһына түбәндәге башҡорт ырыу-ҡәбиләләре ҡарай:

Нуғай даруғаһы (йәки юлы): мең, меркет, табын, һарт, юрматы, ҡыпсаҡ, бөрйән, үҫәргән (ҡаңлы), сураш, тамъян, тиләү, ҡатай.

Себер даруғаһы (юлы): көҙөй, табын, ҡашҡы, барын- табын, кара-табын, кыпсаҡ-табын.

Ҡазан даруғаһы (юлы): ҡарши, ҡаңлы, элбит, кирәй, йәнәй, байлар, йылан, ҡырғыҙ, бүләр.

Уса даруғаһы (юлы): талаҙ, уран, иректе, ғәйнә, саһауыш, ҡарайүле.

Иң ҙур һәм күп халыҡлы ырыуҙар — ҡыпсаҡ, үҫәргән, бөрйән, табын ырыуҙары. Башҡорттарҙың дөйөм берләшмәһен борон ете ырыу исеме менән дә атап йөрөткәндәр:

* Даруға — монгол һүҙе, өлкэ, территория тигән мәғәнәне бирә. Был атама, урыҫса ла шулай исемләнеп, юл мәғәнәһе менән тиңләштереп алып кителгән. Шуға күрә даруға төшөнсәһен башҡортса юл тип атау ҙа бар.

295


шул уҡ ҡыпсаҡ, үҫәргән, бөрйән, табын, меңле, юрматы, ҡатай.

Башҡорттарҙың синфи ҡатламының борондан килгән үҙ үҙенсәлектәре бар: хандар, бейҙәр, мырҙалар, тархандар, аҫабалар, батырҙар, туҫнаҡтар һ.б.

Борон һәм урта быуаттарҙа башҡорттарҙың үҙ хандары ла булған. Былар хаҡында Ә.Вәлиди аҙыраҡ яҙа. Ул һуң- ғыраҡ замандарҙа пәйҙә булған йәки илгә ситтән саҡырып килтерелгән хандар хаҡында күберәк һөйләй. Башҡорт бейҙәре, мырҙалары, тархандары, батырҙары тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр бирә. Башҡорттарҙың аҫабалығы, аҫабалыҡ, иҡта хоҡуғы хаҡындағы фекерҙәре бик әһәмиәтле.

’’Колонизаторлыҡ тарихы” дәрестәрендә уҡылған ’’Башҡорттарҙың тарихы” лекцияларында башҡорттарҙың азатлыҡ өсөн көрәш тарихы үҙәктә тороуы бик тәбиғи. Ә.Вәлиди XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт восстаниеларын урыҫ дәүләтенең колонизаторлыҡ сәйәсәтенә һәм иҙеүенә ҡаршы булған иң оҙайлы азатлыҡ көрәше тип характерлай. Урыҫтар XVII быуат уртаһында Башҡортостанда ныҡлы хакимлыҡ урынлаштырыу менән, быға ҡаршы башҡорт яу-ихтилалдарының башланыуын эҙлекле бер процесс итеп күрә. Рәсәйҙең колонизаторлыҡ сәйәсәтенең үҙенсәлектәрен дә асып бирә. ’’Башкортостанда урыҫтар үҙ хакимиәттәрен, был әлкәгә тулҡын-тулҡын килгән урыҫ күскенселәрен берләштереп, урыҫ ҡалалары, нығытмалары төҙөп, йәғни хакимлыҡтарын бер тарафтан хәрби саралар менән, икенсе яҡтан күскенселәрҙе ерләштереү менән һаҡлап, тормошҡа ашырырға тырышты. Урыҫ воеводалары башҡорт һәм татар мырҙаларын урыҫ дворяндары сафына алыу, башҡа бейҙәрҙе һәм тархандарҙы ла төрлө кейем һәм дәрәжә менән бүләкләү юлын ҡулдарында тотоу сәйәсәте алып барҙы”, — тип яҙа ул.

Башҡорттарҙың XVII—XVIII быуаттар буйы азатлыҡ өсөн оҙайлы восстаниеларын Ә.Вәлиди Туған ’’урыҫ баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрк ҡәбиләһе юҡ”, — тип билдәләй. Ул шундай фекерҙе лә әйтә: ’’Башҡорттар уҫал булғанлыҡтан, урыҫтар уларҙы үҙаллылыҡтан мәхрүм итә алмай ине. 1649—1735 йылдар араһында үткән 86 йыл эсендә көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың Өфө һәм Табындан көньяҡ өлөшөндә эске мөхтәриәт (автономия) көслө ине әле”.

296




Рәсәй экспансияһының, күскенселәренең Башкортостанға тулҡын-тулҡын булып ағылыуына, ҡыҫымына ҡаршы күтәрелгән башҡорт восстаниеларының 1661 —1663, 1681 — 1683, 1701 — 1709, 1720, 1735—1749, 1740, 1755 йылдарҙа тулҡын-тулҡын рәүешле барышын социаль-тарихи шарттар менән тығыҙ бәйләнештә аңлата Ә.Вәлиди. Был яулы хәрәкәттәрҙең башында торған Сәйет Йәғәфәр баһадир, Сәйет батыр, Күсем Аҡай абыҙ, Алдар батыр Иҫәнгилде, Морат Солтан хан, Килмәк абыҙ, Ҡараһаҡал, Батырша кеүек атаҡлы тарихи шәхестәрҙең эшмәкәрлектәрен һәм ҡаһарманлыҡтарын ентекләберәк тасуирлай. Был күтәрелештәрҙе нуғай, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡарағалпаҡ, татар, бәғзе бер төркөм урыҫ ҡаҙаҡтары менән тығыҙ бәйләнештә, Ҡырым, Төркиә кеүек илдәр менән күпмелер бағланышта барған яуҙар, яу-дауҙар рәүешендә лә күрһәтә. Яу башлыҡтары итеп халыҡ тарафынан хандар тәғәйен- ләнеүе йәки һайлап ҡуйылыуы башҡорт восстаниеларының үҙаллы ил-дәүләт булдырыу өсөн көрәш икәнлеге хаҡында һөйләй.

Ә.Вәлиди Туған XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт восстаниеларының тар милли азатлыҡ күтәрелештәре генә булмайынса, азатлыҡ өсөн көрәштең бөтөн халыҡтар менән берлектәге социаль хәл икәнен, шул уҡ урыҫ ҡаҙаҡтарынан Булавин яуында, Пугачев ҡазаҡ етәкселегендәге һуғыштарҙа бер сафта барғанлыҡтарын, был традицияларҙың XX быуаттағы милли-социаль хәрәкәттәргә күскәнлеген дә асыҡ итеп билдәләй.

’’Үҙаллы Башҡортостан хөкүмәтенә Дон ҡаҙаҡтары үҙҙәренең автономия иғлан итеүен белдереү һәм беҙҙекен дә тәбрикләү өсөн вәкил ебәргәйне, беҙ ҙә яуап итеп уларға вәкил ебәргәйнек, — тип хәтергә ала Ә.Вәлиди 1917—1919 йылғы ваҡиғаларҙан сығып. — Улар, Булавин заманындағы ваҡиғаларҙа (восстаниеларҙа) башҡорттарҙың тоғролоғон юғары баһалап, махсус билдәләгән. Мин дә 1957 йылдың аҙағында, Нью-Йоркта Дон ҡаҙаҡтары вәкилдәре тарафынан саҡырылып, хөрмәт күрҙем. Уларҙа был боронғо хәтирә бик аныҡ һаҡланған һәм Морат Солтандың исеме элекке ҡазаҡ тарихы ҡағыҙҙарында иҫкә алына, һәр хәлдә, Дон ҡаҙаҡтары батшаға ҡаршы көрәштәрендә бик самими булып, Рәсәйҙән ҡотолоп, үҙаллыҡ ҡаҙанырға теләгән башҡорт һәм ҡарағалпаҡтар менән эш берлегенә өлгәшкән”.

297




Ҡараһаҡал — Байбулат солтан хәрәкәтен төрлө яҡтан тикшереп, Ә.Вәлиди ҡатмарлы яҙмышлы Ҡараһаҡал батыр хаҡында тарихсыларға артабан ныҡлабырак өйрәнер өсөн иғтибарға лайыҡ ҡараш үткәрә: ’’Ҡараһаҡал Солтангәрәй, йә иһә юрматы башҡорттарынан Миңлеғол, йә иһә ҡалмаҡса Шуна исемен алһа ла, былар барыһы ла йәшеренеү өсөн файҙаланылған ялған исемдәр. Ҡараһаҡал Байбулат — Арал ҡарағалпаҡтары солтаны һәм Шәйбәк хандарҙың атаһының ҡустыһы ул. Быны бөтә ҡаҙаҡ солтандары ла белгән, тик урыҫтар менән мөнәсәбәттәренә зыян килтермәү өсөн уларҙы йәшергән. Байбулат һәм ҡәрҙәше Ишем — бер саҡ Хиуала хөкөм һөргән Хәсән хандың улдары. Хәсән хан иһә Хиуанан ҡалмаҡ ханы Аюҡа янына килгән һәм улдары менән бергә шунда ҡалған, һуңынан ҡарағалпаҡтар Ишемде үҙҙәренә хан итеү өсөн атаһынан һорап алған, ә Байбулат ҡалмаҡтар араһында ҡалырға булған. Ниһайәт, ул 1738 йылда Башҡортостанға килгән һәм ике йыл Нуғай юлында йәшәгәндән һуң бындағы күтәрелеш менән етәкселек иткән”.

Ә бына 1755 йылғы башҡорт восстаниеһын Ә.Вәлиди ’’Батыршаһ мулла йолаһы — сәйәсәттән бигерәк мосолманлыҡ хаҡында күтәрелгән хәрәкәт”, — тип билдәләмәксе. — Батыршаһ — ғалимлығы һәм тарихты яҡшы белеүе арҡаһында Төркөстан, Хиуа һәм Бохара ханлыҡтарында урыҫтарға ҡаршы уяу булырға саҡырған мөжәһид ул. Беҙ илебеҙҙә ғүмер иткән йылдарҙа ла көрәшсенең ҡулъяҙма нөсхәләре һаҡланған өгөт хаттарының ’’һуңғы сығатай” тип аталған көнсығыш төрки әҙәби телендә яҙылған дәғүәләре бик асыҡ аңлашыла ине”.

XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт восстаниеларын тасуирлауға бик ҙур урын биреп тә, Ә.Вәлиди Туған һуңғы быуаттың аҙағындағы Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышына, унда башҡорттарҙың алдынғы сафында тороуҙа рына әллә ни иғтибар итмәгән. ’’Юлай менән Салауат” тигән кескәй генә бүлектә был хаҡта әҙ-мәҙ генә әйтеп үтә. ’’Пугачев болаһы һәм уға ҡушылған башҡорт етәкселәре Юлай менән Салауат хәрәкәте ине был”, — ти. Салауат Юлай улы тураһында Әхмәтзәки Вәлиди Туған, әлбиттә, үҙенең иң юғары баһаһын һәм йылы һүҙҙәрен әйтә:

’’Юлайҙың 20 йәшлек улы Салауат иһә урыҫ ғәскәрен- дәге башҡорттарҙың беренсе офицеры була, ҡаһарманлығы һәм егетлеге менән тирә-яҡ ҡәбиләләр араһында мәшһүр

298




лек ҡаҙана. Шул уҡ ваҡытта ул импровизациялап йыр йырлаған һәм ҡурайҙа оҫта уйнаған йыраусы була.

Салауат — башҡорттарҙың иң яратҡан ҡаһарманы. Уның хаҡында йыр һәм дастандар әле лә йәшәй. Салауаттың йыр-моңдарын Рыбаков һәм Янски, дастанының бер өлөшөн Игнатьев нәшер итте. Батырҙың яҙмышы тураһында хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә сәхнә әҫәрҙәре ижад ителде. Шуларҙың береһен Фәтхелҡадир Сөләйман (Абдулкадир Инан) яҙҙы, әҫәр 1924 йылда нәшер ителде. Степан Злобин тигән берәү 1953 йылда урыҫса ’’Салауат Юлаев” исемле роман баҫтырып сығарҙы”.

’’Башҡорттарҙың тарихы” китабында XIX быуат, XX быуат башы тарихы ваҡиғаларынан Башҡортостан ерлегендә мосолман диниә идаралығы, урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва һ.б. халыҡ күскенселәренең яңы ағымдары, кантонлыҡ осоро, башҡорт ғәскәре, беҙҙең быуат башындағы инҡилап (революциялар), башҡорт хәрәкәте тураһында мөһим мәғлүмәттәр, Ә.Вәлиди тарихсы өсөн характерлы оригиналь күҙәтеүҙәр һәм ҡараштар менән танышырға мөмкин.

Мәҫәлән, ’’Кантонлыҡтар” тигән бүлексәлә Башҡортостандың XIX быуаттың беренсе яртыһында, 1798—1863 йылдар эсендә, кантонлыҡтарға бүленеп, уларҙың бүленешен билдәләгән түбәндәге мәғлүмәттәр буйынса ғына ла башҡорт ил-еренең ниндәй киң йәйелеп йәшәүен күрергә була:

Беренсе кантон: Пермь вилайәте (әлкәһе), Уса төмәне (әйәҙе) башҡорттары, 17086 ғаилә. 9 йорт (волость мәғәнәһендә) .

Икенсе кантон: Екатеринбург, Красноуфимск төмәндә- рендәге башҡорттар, 13038 ғаилә, 7 йорт (волость).

Өсөнсө кантон: Шадрин әйәҙе башҡорттары, 17950 ғаилә, 11 йорт.

Дүртенсе кантон: Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Тамъян- Ҡатай кантоны) башҡорттары, 11864 ғаилә, 9 йорт.

Бишенсе кантон: шул ук Троицк әйәҙе башҡорттары, 12047 ғаилә, 6 йорт.

Алтынсы кантон: Силәбе әйәҙе башҡорттары, 34874 ғаилә, 19 йорт.

Етенсе кантон: Тамъян-Ҡатай башҡорттарының һуңыраҡ Верхнеуральск тип аталған көнсығыш өлөшө, 54147 ғаилә, 30 йорт.

299




һигеҙенсе кантон: Стәрлетамаҡ әйәҙе. Башлыса юрматы башҡорттарынан ғибәрәт, 47208 ғаилә, 25-28 йорт.

Туғыҙынсы кантон: Өфө әйәҙе, Табын һәм Көҙәй башҡорттары, 26280 ғаилә, 14 йорт.

Унынсы кантон: Көньяҡ Стәрлетамаҡ — Быҙаулыҡ, Ырымбур өйәҙҙәрендәге ҡыпсаҡ, ете ырыу, үҫәргән һәм бөрйән башҡорттары, 89477 ғаилә, 41 йорт.

Ун беренсе кантон: Бөрө әйәҙе башҡорттары, 58858 ғаилә, 25 йорт.

Ун икенсе кантон: Сарапул, Алабуға һәм Минзәлә өйәҙҙәрендәге башҡорттар, 53693 ғаилә, 25 йорт.

Ун өсөнсө кантон: Боғорослан, Бәләбәй өйәҙҙәре башҡорттары, 61033 ғаилә, 25 йорт.

Был 1798 йылдағы бүленеш, һуңыраҡ кантондар һаны тағы артып китә. ’’Башҡорттар 12 ырыу (йәғни улус) иҫәпләнгәнлектән 12 кантонға бүленде. Был хәл боронғо хандар заманынан килгән 12 ырыуға бәйле булһа кәрәк”,— ти Ә.Вәлиди. — Кантондарҙа 1798 йыл барлығы 497552 башҡорт иҫәпләнә”.

’’Башҡорттарҙың тарихы” ҡулъяҙмаһы Ҡ.Әхмәров, Ә.Харисов ҡулдарына килеп ингән күсермәһендә ’’һуңғы урыҫ инҡилаптары дәүерендә башҡорттар” тигән бүлексә менән тарихи ваҡиғалар, 1920 йылдар башына етеп, 106- сы биттә өҙөлөп ҡала.

Тәржемәсе Әмир Юлдашбаевтың яҙыуынса, автор ҡулъяҙмаһының йөкмәткеһендә тағы шундай бүлексәләр исемләнгән: ”Үҙ аллы башҡорт әлкәһе. Мәскәү съезы. Башҡорт әлкә шураһы. Беренсе башҡорт ҡоролтайы. Икенсе башҡорт ҡоролтайы. Башҡорт хөкүмәте һәм советтар. Тауҙарҙа көрәшкә әҙерлек. Чехословактар күтәрелеше. Беренсе башҡорт полктарының ҡоролошо. Алаш-Урҙа менән Семипалаттағы кәңәшмәләр, һамарҙағы кәңәшмәләр. Өфө дәүләт шураһы. Башҡорттар һәм татарҙар. Ҡатмарлы бер заманда киң пландар. Демократияның емере- леүе. Покровск һуғышы. Әхмәр һуғышы. Йөрәктау-Яңы- рыҫ һуғышы. Сермән һуғышы. Советтар менән аңлашыу. Советтарға буйһонған Башкортостандың тәүге көндәре”.

Был йөкмәтке буйынса фекер йөрөткәндә, ” һуңғы урыҫ инҡилаптары дәүерендә башҡорттар” бүлексәһендә 1905— 1920 йылдар эсендәге тарихи ваҡиғалар проспект рәүешендә тезис формаһында үтә ҡыҫҡа ғына аталып үтелгәнлеге аңлашыла. Улар, авторҙың был ҡулъяҙмаһының битенә

300




яҙып ҡуйыуынса, тулы бүлексәләр рәүешендә дауам иткән. Әмир Юлдашбаев 1995 йылда Төркиәлә булғанында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың Истанбулдағы өйөндә архив фондынан был ҡулъяҙманың 60 биттән торған ошо дауамын табып алған. Ләкин ул башҡортсаға тәржемә ителеп бығаса баҫылып сыҡмаған көйө ҡала килә. Шуға беҙ уның ҡулъяҙмаһы менән дә танышыуҙан мәхрүмбеҙ.

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы профессор Иҫәнбикә Ариханлы ханымдың фараз итеүенә ҡарағанда, автор, ’’Башҡорттарҙың тарихы” ҡулъяҙмаһынан әле беҙҙең ҡарамаҡта булмаған 60 битлек һуңғы өлөшөн — 1917—1920 йылдарҙағы ваҡиғаларға арналған бүлексәләрен алып тороп, ’’Хәтирәләр” китабында ошо осор үҙе ҡатнашҡан хәл- ваҡиғалар тураһында яҙғанда файҙаланған, күрәһең. Улар аҙаҡтан, шулай итеп, икенсе папкала ятып ҡалған.

Ә беҙ ’’Башҡорттарҙың тарихы” ҡулъяҙмаһында өҙөлөп ҡалған тарихи хәл-ваҡиғаларҙы Ә.Вәлидиҙең 1917—1920 йылдарҙағы Башҡортостанда үҙ тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы материалдарҙа йәнле рәүештә тулы көйө күрәбеҙ.

Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, ’’Башҡорттарҙың тарихы” хеҙмәтендә төрки халыҡтары тарихы буйынса яҙған ҙур китаптарын дауам итеп, ’’колонизация тарихы” серияһында йәки лекцияларында үҙ тыуған халҡының тарихын, айырыуса азатлыҡ өсөн көрәш тарихын, махсус рәүештә тикшерә. Башҡорт халҡының тарихта исеме билдәле булған боронғо дәүерҙәрҙән, атап әйткәндә, беҙҙең эраның башынан башлап хәҙерге XX быуат башынаса тарихын күҙҙән кисерә. Туған тарихыбыҙ буйынса быға тиклем билдәһеҙ йә аҙ билдәле булған бик күп мәғлүмәттәр йәлеп итә, тарихыбыҙҙың күп биттәрен өр-яңыса яҡтырта, яңы аспекттарын аса, үҙ концепцияһын булдыра. Сығанаҡтар менән нисек эшләүҙең, сағыштырма тарихи ысулды киң файҙаланыуҙың үрнәктәрен күрһәтә. Бөтә төрки донъяға билдәле мәшһүр тарихсы ғалимыбыҙ үҙ туған халҡының тарихын яҙыу буйынса мөҡәддәс бурысын да үтәй.

Әммә бүтән ҡайһы бер ҙур хеҙмәттәре аҙағынаса бөтмәгән йәки икенсе томдары яҙылмай ҡалған кеүек, ’’Башҡорттарҙың тарихы” хеҙмәте лә XX быуаттың егерменсе йылдар башы менән туҡтала. Тарихсы ғалим хәҙерге тарихтың үҙе күрмәгән, үҙе ситтән тороп яҡшы белмәгән осорҙарын яҙыуҙы үҙенә тейешле түгелдер тип тә уйлағандыр, бәлки.

301


’’Хәтирәләр”

Хәтирәләр — ғәҙәттә тормош тәжрибәһенә бай кешенең үҙ башынан кискән хәлдәр һәм үҙе ҡатнашҡан мөһимерәк ваҡиғалар тураһындағы иҫтәлекле яҙмалар ул. Айырыуса яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, шулай уҡ күренекле тарихи шәхестәрҙең хәтирәләре, иҫтәлек яҙмалары, ғөмүмән, мемуар әҫәр мәғлүм бер тарихи-ижтимағи әһәмиәткә эйә. Хәтирәсе авторҙың үҙ тормош юлын, эшмәкәрлеген, донъяға ҡараштарын, теге йәки был ваҡиғаларға мөнәсәбәтен үҙе һөйләп һәм аңлатып биреүе менән уларҙың ҡиммәте ҙур.

Атаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, бөйөк ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ’’Хәтирәләр” китабы — ана шундай тарихи-ижтимағи әһәмиәткә эйә ҡиммәтле мемуар әҫәрҙәрҙең береһе. Был хәтирәләр авторҙың оҙон һәм ҡатмарлы тормош юлын, азатлыҡ өсөн көрәшен бөтә тулылығы һәм нескәлеге менән күҙ алдына баҫтыралар, ифрат бай тарихи, рухи, мәҙәни мәғлүмәттәр бирәләр. Шул яҡтан улар баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тәү сығанаҡтар булып тора.

Шул уҡ ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди Туған тарихсы, тарихты яҙыусы ғалим ғына түгел, бәлки тарихтың үҙен тыуҙырыусы тарихи шәхес. Ул 1917—1920 йылдарҙа башҡорттарҙың автономия өсөн көрәш хәрәкәтен, 1917—1920 йылдарҙа был көрәште Төркөстанда, һуңынан эмиграцияла дауам иткән күренекле лидер. Шул йәһәттән уның хәтирәләре ғәҙәти мемуар әҫәр сиктәренән аша сығып китә һәм автор үҙе ҡатнашҡан һәм идеологы, етәксеһе булған тарихи хәрәкәттең йәнле бер йылъяҙмаһынаса күтәрелә. ’’Хәтирәләр” китабының икенсе ҡушма исеменең ’’Төркөстандың һәм башҡа көнсығыш тәрктәрҙең милли булмыш һәм культура өсөн көрәше” тип аталыуы үҙе үк шуны раҫлай.

Ғөмүмән, ’’Хәтирәләр” китабын авторҙың ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы”, ’’Башҡорттарҙың тарихы” исемле ғилми хеҙмәттәрен Башҡортостанда һәм Төркөстанда үҙе ҡатнашҡан һәм етәкләгән азатлыҡ өсөн көрәш тарихын, үҙ йөрәге аша үткәреп, бөтә реаллеге һәм ҡатмарлылығы менән әҙәби-публицистик, мемуаристик сараларҙа тасуирлап дауам итеүе һәм тәрәнәйтеүе тип ҡарарға ла мөмкин. Әйтәйек, ’’Башҡорттарҙың тарихы” хеҙмәтендә әлегә ҡулъяҙма хәлендә ҡалған 1917—1920 йылдарҙағы өлөшөн ’’Хәтирәләр” китабы 1916—1918 йыл

302




дарҙа сәйәси тормош” һәм "Советтар менән ун биш ай эш берлеге (1919—1920 йылдар) ” исемле өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәрҙә ошо осор Башҡортостан шарттарында булған тарихи ваҡиғаларҙы бөтә тулылығы менән бәйән итә. ’’Төркөстандағы көрәш” тип исемләнгән бишенсе ҙур бүлек Төркөстан темаһын артабан тәрәнәйтә.

’’Хәтирәләр” — Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ярты ғүмер тормош юлына, революцион-йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған, шул дәүерҙәргә ҡарар бөтә уй- фекерҙәрен, кисерештәрен, социаль-сәйәси, рухи ҡараштарын бөтә конкретлығында асып һалған фундаменталь мемуар әҫәре ул. Китап авторҙың бала сағынан алып уҡыу, Рәсәйҙә, Башҡортостанда, Төркөстанда милли хәрәкәттә ҡатнашҡан йылдарын эсенә алған һәм, эмиграцияға китеп, 1925 йылда Төркиәгә килеп урынлашыуы менән тамамланған 35 йыллыҡ ғүмере хәтирәләренән ғибәрәт. Былар әле ғүмеренең тап яртыһы автояҙмалары.

Хәтирәләрҙең үҙ тарихы бар. Әхмәтзәки Вәлиди ише тарихи шәхестәрҙең тормош юлы — үҙе бер тарих, әлбиттә. Ә хәтирәләре иһә — үҙҙәре бер тормош һабағы.

Ә.Вәлиди Туғандың хәтирәләр яҙыу уйы башына ҡасан килгәндер — быны өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Зирәк, зиһене асыҡ, хәтере яҡшы зат бар күргән-белгәнен хәтеренә һалып йөрөгән шикелле, Ә.Вәлиди ҙә бала сағынан уҡ күбеһен хәтерендә һаҡлағандыр. Әммә хәтирә, иҫтәлек яҙыуҙар ғәҙәттә күп тәжрибә туплағас, ғүмерҙең йомғағы рәүешендә олораҡ йәштә башкарылыусан. Ә Ә.Вәлиди хәтирәләр яҙыу уйына утыҙ тулыр-тулмаҫтан уҡ килә. Хәтирәгә лайыҡлыһын хәтеренә, иҫтәлеклеһен күңеленә һалып, тарихлыларын документтай ҡуйын дәфтәрҙәренә яҙып йөрөй. Документтарҙың әһәмиәтен аңлаған тарихсы

йылда башҡорт милли хәрәкәте башланған, автономия иғлан иткән, хөкүмәт, ғәскәр төҙөгән осорҙа, рәсми ҡағыҙҙарҙы һаҡлауға ныҡ иғтибар биреү менән бергә, ҡайһы берҙәренең күсермәләрен үҙенә алдырғылай бара. Шул ғәҙәтен Төркөстанда эшләгәндә лә ыктымат дауам итә.

1923 йыл башында Ә.Вәлиди аркадашы Фәтхелҡадир Сөләйманов менән бергә эмиграцияға киткәндә, документтарҙың бер өлөшөн шартлы билдәләр менән расшифровка- лап күсереп, ҡайһы бер яҙмаларын, ҡуйын дәфтәрҙәрен Бохараның Афғанстандағы илселегенә ышаныслы сауҙагәрҙәр аша сығарырға өлгәшә. Бер ҙур өлөш дәүләт архив

303




материалдары, үҙ яҙмалары, Ә.Вәлиди үҙе әйтеүенсә, Көнсығышҡа, Японияға, тип ебәрелеп, Иркутскиҙа тороп ҡала. Бер ни ҡәҙәр ҡиммәтле документтарҙы яҡташы Усман Төкөмбәтов аша Финляндияға сығара. Үҙе Ф.Сөләйманов менән һиндостандан океандар аша Көнбайыш Европаға күскәндә, ун һандыҡ китаптары менән яҙма сығанаҡтарҙы ла һаҡлап алып киләләр.

Ғалим кеше яҡшы белә, документтарһыҙ, тәү сығанак- тарһыҙ тарихсы — тере ҡулһыҙ. Хәтирәләрҙә лә хәтергә генә ышанып бөтөп булмай; теүәл мәғлүмәтһеҙ, таянысһыҙ бында ла һис мөмкин түгел.

Бына хәтирәләренең үҙендә мөһим тәү сығанаҡтары, уларҙы нисек эшкәртеүҙәре тураһында ни тип яҙа ул: "Көндәрҙең береһендә, хәтирәләр яҙасағым хаҡында уйланып, Берлинда саҡта йыйылған ҡағыҙҙарҙы барлап, тәртипкә килтереп, шул ук ваҡытта урыҫтарҙың Рәсәйҙән ситтә нәшер иткән матбуғатын, совет баҫмаларын, беҙ Рәсәйҙән айырылғандан һуң (1923 йыл, март айы) сыҡҡандарын күҙҙән кисереү менән мәшғүл булдым. Ҡулымдағы яҙмаларҙы тәртипкә һалғанда бәғзе исемдәрҙе онота башлауым һиҙелде. Шуға күрә 1917 йылдан алып башҡорт, татар, үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, Бохара һәм Хиуа кешеләренең йөҙҙәрсә исемдәренән торған исемлеген төҙөп, ҡайһы ҡәбиләнән,, ауылдан булыуҙары, ҡайҙа уҡыуҙары, милли хәрәкәттә ниндәй вазифалар башкарыуҙары хаҡында ҡыҫҡаса тасуирлама яҙҙым. Бөгөнгө көндә тулыһынса юҡ ителгән был милләтселәрҙең һәм офицерҙарҙың Берлиндағы талиптарҙан һәм мөхәррирҙәрҙән һорашып төҙөгән ҡыҫҡаса тәржемәи хәлдәре шул тиклем мөһим, ваҡытым булһа, ул яҙмаларҙы айырым китап итеп сығарыр инем. Бынан тыш, мәмләкәттән айырылғанға тиклем үк ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, шәхес исемдәрен һәм мәхәллә атамаларын күрһәтмәйенсә, теркәп ҡуйғайным. Был ҡағыҙҙар яттарға, бигерәк тә урыҫтар ҡулына эләккән хәлдә, уларҙан файҙаланып, башҡаларға зыяны теймәҫлек рәүештә яҙылғайны. Хәҙер иһә бөтә был яҙыуҙарға иҫемдә ҡалған исемдәрҙе һәм ер атамаларын өҫтәнем. Ғәмәлдә әле яҙған хәтирәләрем ана шул заман Берлинда тәртипкә килтерелгән ҡағыҙҙарыма нигеҙләнгән. Талиптар ярҙамында Төркөстанда сыҡҡан матбуғатты ла ҡулға төшөрҙөк”.

Берлинда 1924 йылдың февраленән 1925 йылдың майына тиклем 14 ай тирәһе йәшәгән осорҙа хәтирәләренең

304




ҡыҫҡасарак беренсе вариантын яҙып бөтә. Ләкин, Төркиәгә күсеп, төпләнеп йәшәй һәм университетта эшләй башлағас та был мемуар әҫәрен баҫтырып сығарырға ашыҡмай. Уның сәбәбен үҙе тейешле нәшриәтсе таба алмауы менән аңлата. Әммә ләкин бының төп сәбәбе төптәрәк булырға тейеш. Берҙән, ул замандарҙа Төркиәлә мөһажир-эмигрант кешеләрҙең, сит төрки халыҡтарҙың тарихы һәм тормошо хаҡындағы яҙмалар менән әллә ни ҡыҙыҡһынмайҙар. Икенсенән, Ә.Вәлиди, үҙенең Рәсәйҙәге азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡаны, бергә булған арҡадаш көрәшселәре хаҡында хәтирәләр китабын сығарып, иҫәндәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы бик мөмкин — шуларын нығыраҡ уйлағандыр.

Немец ғалимы Фридрих Бернгольдтың 1979 йылда Ан- карала әңгәмә ваҡытындағы һорауҙарына Нәзмиә ханым Туған был хаҡта шулай яуап бирә: ’’Элек Төркиәлә был илдән ситтә йәшәгән төрки халыҡтары менән бигүк ҡыҙыҡһынмайҙар ине. Әле лә ҡараш шундайыраҡ. Шул арҡала Зәки бейем үҙ хәтирәләрен баҫтырыр нәшриәтсе тапманы. Икенсенән, үҙе лә баҫтырырға бик ашыҡманы, сөнки, ҡайһы бер кешеләрҙең исемдәрен яҙып, уларҙы Рәсәйҙә эҙәрләүгә сәбәпсе булыуынан ҡурҡты. Мәҫәлән, унда шундай исемдәр бар, әгәр урыҫтар, коммунистар уларҙың Зәки Вәлиди менән бәйләнешен белһә, улар төрмәгә ябылыуы йә һөргөн ебәрелеүе ихтимал ине. Шуға ул улар хаҡында яҙмаҫ та булды”.

Шулай ҙа Әхмәтзәки Вәлиди хәтирәләрен яйлап яйы сыҡҡанда өҫтәштерә тора, хәл-ваҡиғаларҙың теүәл даталарын, кешеләрҙең биографияларын, яҙмыштарын асыҡлау менән шөғөлләнә, йыллыҡ ҡыҫҡаса көндәлектәр алып бара. Шулай утыҙ йылдан ашыу — аҙ-маҙ өҫтәй киленә — әҫтәленең иң аҫҡы тартмаһының төбөндә ята бирә яҙма.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1957 йылда Америка Ҡушма Штаттарына тарих буйынса лекциялар уҡырға барғанында, бер Америка ғалимы менән ныҡлап дуҫлашып киткәс, коллегаһы уның хәтирәләре менән ҡыҙыҡһына һәм баҫтырырға кәңәш итә. Үҙе лә быға мөҙҙәте еткәнен тойғандыр, дәртләнеп был эшкә яңынан тотона, шул барышында ук Калифорния штатында Станфорд университеты фондында, Гувер институты китапханаһында бик оҙаҡ ултыра,

А.Ф.Керенский туплаған Рәсәй материалдары менән танышып сыға, Рәсәйҙән, Урта Азиянан яҙып алдырылған гә-

305




зиттэрҙэн иң кәрәкле мәҡәләләрҙең микрофильмдарын эшләтә. Яңы сығанаҡтар өҫтөндә эшләү менән Америкаға киләһе йыл барғанында ла мәшғүл була.

Нәзмиә ханым Туған әйтеүенсә, Әхмәтзәки Вәлиди Туған ’’Хәтирәләр” ҡулъяҙмаһын тулыландырыу, өҫтәү, камиллаштырыу өҫтөндә тағы ете-һигеҙ йыллап ныҡлы ултыра. Барыһын еренә еткереп, ғилми әҫәрҙәре кеүек теүәл һәм аныҡ итеп башҡарып сығырға тырыша. Тамам яҙылып бөттө тигәс тә әле ул, хәтирәләрҙәге ваҡиғаларҙа ҡатнашлығы булған эмигрант фекерҙәштәренә ҡулъяҙмаһын уҡырға бирә. ’’Китапта килтерелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тәьмин итеү өсөн, уны арҡадаштарым Әбделҡадир Инан, Ҡожаоғлу Усман, Ғабдулла Таймаҫ һәм мөжәһид- тәрҙән Ширмөхәммәт бәк, ҡырғыҙҙар етәксеһе Барпы Хажи кеүек ваҡиғаларға үҙҙәре ҡатнашҡан кешеләргә биреп уҡыттым”, — ти хәтирәсе үҙе. Улай ғына түгел: ’’Ваҡытында шифр ярҙамында яҙылып, төрлө юлдарҙан сит илдәргә сығарылған ҡағыҙҙар һәм документтарҙы инҡилаптар ваҡытындағы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, ә 1943 йылда Германияға әсир төшкән яҡташтарым менән бергә уҡыныҡ, һәм Берлинда уларҙан бик күп мәғлүмәт алдым. Был материалдарҙы Берлиндағы бөйөк илсебеҙ мәрхүм Саффет Арыкан бей Төркиәгә килтерҙе”, — ти.

Китабын баҫтырып сығарырға яҡташ тейеш бер нәш- риәтсене лә табыр. ’’Ниһайәт, лицей тамамлағандан һуң, уңышлы эшләп капитал туплаған һәм милли нәшриәткә ярҙам итергә форсаты булған, әммә бында исемен иҫкә алыуҙы теләмәгән бер яҡташым хәтирәләрҙең баҫылып сығыуын тәьмин итте”, — тип яҙа ул китабына баш һүҙендә.

Бына ниндәй сығанаҡтар нигеҙендә һәм ниндәй юлдар, кешеләр ярҙамында яйлап донъяға килә был хәтирәләр китабы.

’’Хәтирәләр” 1969 йылда авторҙың вафат булырынан бер йыл алда ғына китап булып сыға. Үҙе шулай күп йыллыҡ хеҙмәтен, хәтерендә йөрөткән хәтирәләрен ташҡа баҫылғанын күреп, тағы бер мөһим бурысын үтәп, донъянан үтә.

’’Хәтирәләр” — Ә.Вәлиди Туғандың үҙ тормошо һәм көрәш юлының, донъяға ҡарашының, хәтерендә һаҡланған мөһим хәл-ваҡиғаларҙың тулы автобиографик яҙмаһы ул.

’’Хәтирәләр”, — А.И.Герцен ’’Үткәндәр һәм уйҙар” хәтирәләрен ’’тарихтың кешелә сағылышы” тип атаған шикелле, башҡорт халҡының, төркөстанлыларҙың азатлыҡ

306




өсөн көрәшен автор үҙ йөрәге һәм зиһене аша үткәргән йәнле тарихы ла. Бында автобиографик, мемуар хәл-ваҡиғалар халыҡ тарихы, йөҙәрләгән кешеләр яҙмышы менән тығыҙ үрелеп бара.

Был тарихи-автобиографик китап авторҙың 1890— 1925 йылдар эсендәге — тыуған ауылы Көҙәндә үткән балалыҡ, йәшлек осорҙарынан алып, оҙон көрәш юлдары кисеп, сит илдәргә китеп, Төркиәгә килеп төпләнгәнгә тиклемге — ғүмер миҙгелен сағылдыра. Ә.Вәлиди Туған үҙ хәтирәләрен хронологик тәртиптә, ун бүлеккә бүлеп бәйән итә: 1. Йәшлегем. 2. 1908—1916 йылдарҙағы тәүге ғилми эшмәкәрлегем. 3. 1916—1918 йылдарҙағы сәйәси тормошом. 4. Советтар менән ун биш ай эш берлеге (1919—1920 йылдар). 5. Төркөстандағы көрәш. 6. Иран Хорасанында ете аҙна. 7. Афғанстанда биш ай. 8. һиндостан — Төркиә.

Европала кисергән ун һигеҙ ай. 10. Европанан — Төркиәгә.

Былар — авторҙың баштағы ғүмер яртыһының осорҙары, хатта айҙар менән иҫәпләнер тормош баҫҡыстары. Ә.Вәлиди Туғандың шәхес булып формалашып етер, халыҡ азатлығы өсөн ауыр көрәш юлдары үтер, яҙмышы киҫкен боролош алыр йылдары.

’’Уралда һәм Урта Азияла ошо быуат башында булған бөйөк сәйәси хәрәкәттәрҙә ҡатнашасағым, төрк милләтенең киң ҡатламдарының азатлыҡ өсөн көрәше менән етәкселек итәсәгем (был китапта һүҙ шул хаҡта буласаҡ), шәреҡте өйрәнеү фәне буйынса халыҡ-ара кимәлдә һүҙ әйтәсәк шәхес буласағым тормошомдоң башланған осоронда бер нисек тә алдан күреп белерлек хәл түгел ине ”, — тигән ярым хикмәтле һүҙҙәр менән башлай автор хәтирәләрен. Ә кем һуң донъяға үҙен белеп тыуған да яҙмышын баштан уҡ тоҫмаллаған? Әхмәтзәки Вәлидиҙе лә тоҡомдаштары кеүек ябай крәҫтиән тормошо, үз ата-бабаһы шикелле мулла- мөдәррислек яҙмышы көткәндер, бәлки.

Әлбиттә, кешене мөхите тәрбиәләй, яҙмышын булмышы билдәләй. Ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеп, нисек белем алып, ниндәй шәхес булып етешеүе киләсәген хәл итешә. Ошо хәҡиҡәтте аңлатҡандай, Ә.Вәлиди: ”Был тау һәм йәйләү- ҙәрҙәге бик ябай тормошобоҙ, айырыуса уның һөйкөмлө тарихы, был тарихтың халыҡ хәтерендә йәшәп килгән ауаздары, бәләкәй сағымдан аңыма һеңеп, мине һуңынан көрәш барышында төрлө тәүәккәл ҡарарҙарға этәрерлек,

307




төрк һәм ислам ғилемдәренең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡарата төрлө пландар ҡороуға дәртләндерерлек кимәлдә йоғонто яһанылар. Бынан аңлашылыуынса, яҙмышым халҡым күңелендә йәшәгән тарихи хәтирәләрҙең айырылғыһыҙ бер һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул ителергә тейеш”, — ти.

"Хәтирәләр” китабының ’’Йәшлегем” тигән беренсе бүлегендә тап ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, Ә.Вәлиди үҙенең шәхес булып етешеүендә үҙ ауыл мөхитенең, ғаилә, мәҙрәсә тәрбиә-белем биреү тәжрибәһенең, иң мөһиме халыҡ тарихы һәм халыҡ хәтеренең хәл иткес роль уйнауын тәрән итеп асып бирә. Беҙ ошо монографиябыҙҙа, ’’Хәтирәләр” китабына таянып, Ә.Вәлиди Туғандың үҙ яҙғандары буйынса уның нисек шәхес булараҡ формалашыуын күҙәтергә һәм ҡайһы бер мөһим үҙенсәлекле һыҙаттарын билдәләргә тырыштыҡ.

Хәтирәләре буйынса Ә.Вәлидиҙең нисек йәмәғәт эшмәкәре, атаҡлы сәйәсмән, бөйөк ғалим булып китеү юлдарын, уның рухи донъяһын үҙе аңлатканынса белеү үтә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Ауыл мөхитенә ҡарата, мәҫәлән, ул бер йомғаҡ һүҙе рәүешлерәк былай ти: ”Мин үҙ ауылыбыҙ Көҙән менән Ғәлиәкбәр, Алағуянбаш, Аҡбейек йәйләүҙәре мөхитен яратҡан тәҡдирҙә лә, тышҡы мәҙәниәте бик ныҡ артта ҡалғанлыҡтан, уларға түбәнһетеп карай инем. Әммә урыҫ яҙыусыларынан Толстой, Аксаковтың башҡорт тормошо фәлсәфәһен идеаллаштырып ҡарау- ҙарының хаҡлы булыуын һуңынан ғына аңлай алдым. Был ижтимағи мөхиттең мәғәнәүи етәкселәре булған уҡымышлылар мине төрки, ғәрәп һәм фарсы мәҙәниәте, шулай уҡ Европаның һәм Шәреҡтең ҡайһы бер фекер эйәләре менән таныштырҙы, һуңынан үҙгәртеүгә һис бер мохтаж булмаған әхлаҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе”.

’’һуңынан үҙгәртергә һис бер мохтаж булмаған әхлаҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе!” — үҙ шәхесенең ауыл мөхитендә үк формалашып етеүен аңлатҡан оло һүҙ был.

Бына киңерәк мөхиткә сығыуға мөнәсәбәте: ”18—26 йәштәремдә ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, уҡып, мөғәллимлек ҡылып, ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеп, башта ватаным Башҡорт иле менән Ҡазан, һуңынан Фирғәнә, Бохара һәм Петербург араһында сәйәсәт итеп, ғилми эшкә ылығып, сағыштырмаса киң бер мөхитте эҙмә-эҙлекле рәүештә өйрәнеп үткәрҙем”.

308




Өйрәнгән бере, белем, тәжрибә булып, аңына, аҡылына, хәтеренә һеңә бара. Былар инде — шәхесте эстән асыу,

Н.Г.Чернышевский әйткәнсә, күңел диалектикаһына инеү асҡысы. Был йәһәттән авторҙың зиһен зирәклегенә, хәтер байлығына хайран ҡалырлыҡ.

’’Хәтирәләр” китабының йәнә икенсе ҡиммәтле яғы шунда: автор 1916—1925 йылдар эсендә Рәсәйҙә, Башҡортостанда, Төркөстанда, өлөшсә сит илдәрҙә үҙе күргән һәм кисергән, күбеһенең уртаһында ҡайнаған тарихи-иж- тимағи ваҡиғаларҙың, сәйәси хәлдәрҙең хәтирәле тарихын яҙа. Үҙенең күпме арҙаҡлы аркадаштарының, көрәштәштәренең, дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың һәм яҙыусыларҙың йәнле портреттарын, күңелендә ҡалған һындарын тарих өсөн тарих итеп яҙып ҡалдыра. Ҡапма-ҡаршы йәки төрлө лагерҙағы, платформалағы сәйәсмәндәр, дәүләт, фирҡә әһелдәре күҙ алдына баҫа: В.Ленин, И.Сталин, Л.Троңкий, Фрунзе, Керенский, Крестинский, Фәйзулла Хужаев, Алимардан Топчибашев, Әнүәр Паша, Бәрәкәтул- ла Йософ Аҡсура, Садри Маҡсуди, Садритдин Айни, Мөхтәр Әүәзов, Сулпан һ.б. Иң яҡын арҡадаштары Ғәлимйән Таған, Харис Йомағолов, Фәтхелҡадир Сөләйманов (Абдулкадир Инан), Муса Мортазин, Мстислав Ҡулаев, Шәйехзада Бабич, Ишмурзин һәм башҡаларҙың яҡты образдарын күрәбеҙ. Әгәр ’’Хәтирәләр” китабында характеристика бирелгән һәм телгә алынған шәхестәрҙе һанап сыҡҡанда ла, уларҙың һаны йөҙҙәр менән иҫәпләнер. Күпме яҙмыштар, характерҙар урын алған был яҙмаларҙа. Был йәһәттән хәтирәләр үҙҙәре тарихи шәхестәр галереяһын хәтерләтә.

Төплө сығанаҡтарға нигеҙләнгән ’’Хәтирәләр” китабы үҙе ғәжәйеп бай тарихи сығанаҡҡа әйләнә. Был хәтирә китабына мөрәжәғәт итмәйенсә, хәҙер Башкортостан һәм Төркөстандың азатлыҡ өсөн көрәш тарихын тулы яҡтыртыу һис мөмкин түгел. Улай ғына түгел, төркиәт ғилеме менән шөғөлләнгән һәр бер ғалим — ул әҙәбиәтсеме, фольклорсымы, телсеме, этнограф йәки философмы — барыһы ла үҙенә кәрәкле бик күп мәғлүмәттәрҙе һәм фекерҙәрҙе таба ала.

Әмир Юлдашбаев, ”3.Вәлиди хәтирәләренән тыш, хәҙер башҡорт халҡының бөтә тарихын һәм мәҙәниәтен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, тип әйтеүе менән дә хаҡлы.

309


’’Хәтирәләр” китабында Ә.Вәлиди Туған тарихи ваҡиғалар менән тулы тормош тәжрибәһенә бай тарихи шәхес- хәтирәсе генә булып сығыш яһамай, бөтә башынан кискәндәргә, яҙмыш юлында осрашҡан шәхестәргә тарихсы ғалим булараҡ та баһа бирә, тарих яҙмаһын ижад итә. Шуға ул ғәҙәти хәтирәләр китабы йәки ябай бер автобиографик яҙма түгел, бәлки XX быуат башындағы Башҡортостан һәм Төркөстан илдәрендәге азатлыҡ көрәшенең бер йылъяҙмаһы юғарылығындағы әҫәр. Ул жанр тәбиғәте менән генә тарихи-автобиографик мемуар, ә йөкмәткеһе менән ғилми-тикшеренеү эше. Уға факттар, мәғлүмәттәр теүәллеге, даталар, цифрҙар аныҡлығы, фәнни фекерләү ҡеүәһе хас. Йөрәктән үткән ваҡиғалар, күңел драмалары ла унда сағыла икән, уға эмоционаллек һәм образлылыҡ та һис ят түгел. Йәғни тәбиғи нисбәтендә уй һәм тойғо (рацио һәм эмоция) берлек таба.

Китаптың композицион-структур ҡоролошо ла үҙенсә. Хәтирәләр хронологик принципҡа ҡоролоп, авторҙың тормош юлына бәйле мөһим хәл-ваҡиғалар бер-бер артлы эҙ- мә-эҙлекле теҙелеп барған кеүек булһа ла, сюжет ағышы, структур ҡоролошо ярым ирекле лә. Автор үҙ осорона ҡарай осрашыуҙар, ғилми бәхәстәр менән бағлы махсус бүлексәләрҙе лә иркен индереп ебәрә. Хәтирәсе яҙмышында мөһим роль уйнаған тарихи шәхестәр, арҡадаштары хаҡындағы бүлексәләр аралашыбыраҡ бара. Кәрәк икән, автор айырым документтарҙы, программаларҙы, хаттарҙы айырым бүлексә итеп ҡушып ебәрә. Былар әҫәрҙең структураһын төрлөләндерә һәм байыта төшә. Хәл-ваҡиғалар канваһын айырым портреттар, фекер алышыуҙар, идея көрәштәре, бүлексәләп ниндәйҙер фәһемле тамашалар менән сиратлау хәтирәләргә проблемалыҡ, тормоштағыса иркенлек рухын бирә. Көнсығыш поэтикаһы нөктәһенән ҡарағанда, бындай төрлө һыҙатлы бүлексәләрҙе, тартмалы структур принципҡа ҡоролған, тип әйтергә мөмкин.

’’Хәтирәләр” китабында жанр тәбиғәтенә бәйле рәүештә автор шәхесе, уның автобиографияһы үҙәктә тора, әлбиттә. Әммә ул бик күп мөһим хәл-ваҡиғаларҙы, авторға бәйләнешле күп шәхестәрҙе үҙенә йыйған үҙәк хеҙмәтен генә үтәй. Уның тирәләй тупланған мөхите, тарихи атмосфера бик киң, фекер йөрөтөр майҙан иркен. Үҙе шиғри рухлы, феноменаль хәтерле автор тарихи хикәйәләүен дә,

310




матур хәтирәләр, төрлө тамашалар менән аралаштырып, йәтеш сағыштырыуҙар, метафоралар, шиғри цитаталар менән биҙәп алып бара, үҙенең был йәһәттән дә йүгерек ҡәләм оҫтаһы икәнен таныта. Тәүге бүлектә ауыл тормошо, йәшлек йылдары, күңел донъяһы бик күркәм тасуирланған. Артабан революцион көрәш ваҡиғаларын, төрлө даирәләр тормошон, күп шәхестәр менән бәйләнешен, уртаҡ яҙмыштарын һөйләгәндә лә, төрлө тарихи-мәҙәни ассоциацияларға мөрәжәғәт итеп, хәтирәләрен йәнле һәм тамашалы итеп ҡора. Ифрат күп әһәмиәтле мәғлүмәттәре, аҡыллы фекерҙәре, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән уҡыусының зиһенен һәм күңелен байыҡтыра.

Йүгерек стилен дә тойор өсөн бер нисә миҫал килтерәйек. Бер эпизод: ’’Кантон идараһына милиция мөдире, һуңынан Башҡортостан хөкүмәте рәйесе булыр Муса Мортазин килгәйне. Әмир Ҡарамышев уның менән китте. Әмир янымда булмағанлыҡтан, йәнем тынысһыҙлана. Юлда яуған ҡарҙы күтәрә алмай һынған ҡарағай ботағы яурыныма төшөп яралап ҡанатҡайны. Юламан мулла бер шешә көл йылытып, яраланған ергә һалды һәм өҫтөнә утлы кейеҙ киҫәге баҫты. ’’Тамғалау” тип аталған һәм тарихта ла иҫтә ҡалған был дауалауҙы хәҙер ҙә онотмайым. Юламан мулла: ’’Әсетер, әммә ни эшләйем, яраң бер көндә бөтәшер”, — тине. Мин дә: ’’Зарар юҡ, башлағас, дауам итегеҙ”, — тинем һәм Хафиздың ”Әгәр хаж ниәте менән ғәрәп сүленә аяҡ баҫып, аяғыңа сәнскеле үләндең энәһе инһә, иғтибар итмә” мәғәнәһендәге фарсыса шиғырын иҫкә төшөрҙөм, һаҡмар буйында Бохара мәҙәниәтен йәшәткән Муллаҡай ауылы Ғабдулла ишан мәҙрәсәһендә уҡыған Юламан мулла Хажи Хафизды бик яҡшы белә икән. Шунда уҡ шиғырҙың ’’Китеп юғалған Йософ кире ҡайтыр, ҡайғырма, ҡайғы ояһы булған көнөң бер саҡ гөлөстан булыр, ҡайғырма. Гәрсә юлдарың ҡурҡыныс һәм барып туҡтар ерең биЛдәле түгел, әммә теләктәренең сиге булмаған инсан тапалған юлға мохтаж түгел, ҡайғырма” мәғәнәһендәге дауамын әйтеп бирҙе. ’’Хажи Хафизда күрәҙәлек бар, уны үҙең башланың, яуабын да Хажи Хафиз бирҙе, был эштә бер хәҡиҡәт бар”, — тине.

Шундай бер эпизодта ла автор үҙенсә бер рухи тамашаны терелтә.

Бына Ризаитдин Фәхретдин менән осрашыуынан бер тамаша: (Риза) ҡазый, беҙҙең эшебеҙгә уңыш теләп, һәр

311




саҡ доға ҡылып тороуын, улдарының беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҡәнәғәт булыуын һөйләне. Риза ҡазый ишектән сығыр алдынан, башымдан ҡосаҡланы, күҙҙәре йәш менән тулды. Был иһә: ’’Тағы ла ниҙәр күрербеҙ икән?” — тигән борсоулы уйҙар билгеһе ине. Ҙур ғалим һәм милләтебеҙҙең философы булған ҡазыйға: ’’Тоғролоҡ юлын ялҡын эсендә ҡалған был тормоштоң уртаһына атылып эҙләйәсәкбеҙ, бынан, бәлки, киләһе быуын файҙалана алыр. Беҙ милләтебеҙгә ҡыйыулыҡ, үҙ- үҙенә ышаныу тойғоһо үлмәүен тәьмин итә алһаҡ ине. Шул тойғо үлмәһә, бер көн халҡыбыҙҙың да азат милләт булып йәшәүенә шигем юҡ”, — тинем.

Йәки бына икенсерәк ситуация:

’’Ҡуңғырат ҡалаһына яҡынлашҡас, каруаныбыҙ шул шәйех тыуған Баҡырған ауылында бер сәғәт тирәһе туҡтап торҙо. Мин, бынан файҙаланып, шәйехтең мазарын барып күрҙем. Төрбәне шәйех тоҡомонан бер ҡарт һаҡлай икән, уның китабына Хәким Атанан иҫемдә ҡалған ике парсаны яҙҙым:

Солтан биргән халатты һис киренән алманы, Собхан иман халатын бүләк итә алырмы?

Арыҫлан менеп елерҙәр, йыланды ҡамсы ҡылырҙар Башын кирбескә ҡуйып, теҙеп ҡосҡан дәрүиштәр.

Бына шундай хикмәтле һүҙҙәр, шиғырҙар хәл-ваҡиғаларға йән һәм йәм өрәләр, стиль һағылмалылығын күрһәтәләр.

’’Хәтирәләр”ҙең беренсе киҫәге хикмәтле генә тамамлана: Төркиә республикаһының президенты ’’Ғази Мостафа Кемал менән осрашыу” тип атала был һуңғы бүлексә. ’’Мостафа Кемал Паша менән күп тапҡырҙар осрашыуым хаҡында һүҙ хәтирәләремдең икенсе өлөшөндә булыр, — ти аҙағында автор. — Ул өлөшөндә ғүмеремдең Төркиәлә профессор сифатында йәшәүем тураһында яҙасаҡмын. Тик насип булыр микән? Әле 45 йәшендә булған Ғази Мостафа Кемал миндә бик яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Уның менән осрашыуым ҡап икегә ярылған яҙмышымдың икенсе яртыһының иң тәүге көндәре булды”. 1967 йыл, 18 февраль.

Ошо дата беренсе киҫәктең тамамланыу йылы иҫәпләнә.

’’Хәтирәләр” китабына бынан ике йылға яҡын ваҡыт үткәндән һуң 1969 йылдың 20 июлендә яҙылған ’’һуңғы һүҙ’’ендә автор шуны белдерә:

312


’’Ататөрк Төркиэһендә университет профессоры һәм ғилми тикшеренеүсе сифатында үткәргән 44 йәшлек тормошом тарихы буйынса ла мәғлүмәттәр ентекләп тупланған. Төркиәлә сәйәси тормошҡа ҡатнашмай, партияларға инмәй, шәхестәргә бәйле булмай үҙаллы ҡалһам да, был дәүерҙең хикәйәһе лә бер төрлө һәм бер яҡлы булып күренмәҫ ине. Ғилми ҡараштарым мине һигеҙ йылға Төр- киәнән ситтә, Австрия һәм Германияла йәшәргә мәжбүр итте. Икенсе донъя һуғышы барышында Советтар, Төркиәнең башҡа мосолман ҡәүемдәре йоғонтоһонан ҡурҡып, был ҡәүемдәрҙең тарихы һәм милли мәҙәниәте өҫтөндә эшләгәндәрҙең башына ҙур бәләләр һалды. Китабымдың киләһе өлөшө сыҡһа, Төркиәлә юғары белем биреү, ғилми-тикшеренеү, ғөмүмән, хәҙерге шәреҡтә бөгөнгө көн методоло- гияһын өйрәнеү юлындағы көрәш тә сағылыш табыр ине.

Тормошомдоң Төркиәлә үткән өлөшө тулыһынса ғилми эшкә бағышланды. Ғосман дәүләтендә быуаттар буйы ҙур тырышлыҡ менән йыйылған тарихи сығанаҡтарҙы һәм документтарҙы баһалау менән шөғөлләндем. Был эштең дәүерҙәре генә лә тотош бер хәтирәлә йәнләндереүгә лайыҡлы. Фәҡәт йәшемдең өлкәнлеге, яҙылған башҡа мөһим ғилми әҫәрҙәремде нәшер итеп өлгөрөү теләге мине яҙмышым хикәйәһенең һуңғы өлөшөн яҙыуҙан ваз кисергә күндерҙе”.

Тимәк, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың нәүбәттәге, дөрөҫө, һуңғы ҙур әҫәре "Хәтирәләр” ҙә' тәүге өлөшө менән өҙөлөп ҡала.

XX быуаттың яңы эраны башлаған тип совет ғилемендә атап йөрөтөлгән осорҙары — Ә.Вәлидиҙең ҙур әҫәрҙәре өсөн ниндәйҙер бер сәйер сик ул. Шуны ныҡлы аша атлап сыға алмай ҙа ҡуясы.

Шулай хәтирәләрҙең дә 1925 йылдан һуңғы өлөшө — 45 йыл оҙон ғүмер ҡағыҙға бөтә йәнле һәм ҡатмарлы ваҡиғалары, ғилем өлкәһендәге тормошо һәм фекер көрәштәре авторҙың үҙе менән мәңгелеккә китә.

Әммә яҙып ҡалдырғандары, — уның васыяттары кеүек, беҙҙең өсөн мәңгелек оло һабаҡ, онотолмаҫ хәтирә, аманат һүҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, Ә.Вәлиди Туған "хәтирәләрендә үҙе күргән-белгән хәлдәр, үҙе ҡатнашҡан ваҡиғалар хаҡында, башҡорт милләтенең азатлыҡ яулау юлында ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтеүе, ниндәй ҡорбандар биреп, ниндәй һикәлтәле юлдар үтеүе, өмөттәренең революция юлбашсылары

313




тарафынан ни дәрәжәлә оятһыҙ рәүештә алданыуы тураһында дөрөҫөн


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет