Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим


يُحْيِي الْعِظَامَ وَهِيَ رَمِيمٌ



бет2/4
Дата25.06.2016
өлшемі0.66 Mb.
#157657
1   2   3   4

يُحْيِي الْعِظَامَ وَهِيَ رَمِيمٌ .78
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

1 Йәә сиииин. 2.Үәл-Ҡур'әәнил-хәкиим. 3.Иннәкә ләминәл-мүрсәлиин. 4.Ғәләә сыираатим-мүстәҡыим. 5.Тәнңзииләл-ғәзиизир-рахиим. 6.Литүнңҙира ҡаумәм-мәә үнңҙира әәбәәәә'үһүм фәһүм ғаафилүүн. 7.Ләҡад хәҡҡаль-ҡаулү ғәләә әкҫәриһим фәһүм ләә йү’минүүн. 8.Иннә дджәғәлнәә фии әғнәҡиһим әғләәләң фәһийә иләл-әҙҡаани фәһүм муҡмәхүүн. 9.Үә дджәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәддәү-үә мин халфиһим сәддәң фә'әғшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун. 10.Үә сәүәәәә'үн ғәләйһим ә'әнңҙәртәһүм әм ләм түнңҙирһүм ләә йү̒минүүн. 11. Иннәмәә түнңҙиру мәнит-тәбәғәҙ-ҙикра үә хашийәр-рахмәәнә бил-ғаииииб, фәбәшширһү бимәғфиратиү-үә әджринң кәриим. 12.Иннәә нәхнү нүхйил-мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡаддәмүү үә әәҫәәраһүм үә күллә шәй̒ин әхсайнәәһү фии имәәмим-мүбиин 13.Үадриб ләһүм мәҫәлән асхәәбәл-ҡарйәти иҙ дджәәәә'әһәл-мүрсәлүүн. 14.Иҙ әрсәлнәә иләйһимүҫнәйни фәкәҙҙәбүү һүмәә фәғәззәзнәә биҫәәлиҫиң фәҡаалүү иннәә иләйкүм мүрсәлүүн. 15.Ҡаалүү мәә әнңтүм илләә бәшәрум-миҫлүнәә үә мәә әнңзәләр-рахмәәнү миң шәй'ин ин әнңтүм илләә тәкҙибүүн. 16.Ҡаалүү Раббүнәә йәғләмү иннәә иләйкүм ләмүрсәлүүн. 17.Үә мәә ғәләйнәә илләл-бәләәғул-мүбиин. 18.Ҡаалүү иннәә тәтаййәрнәә бикүм лә'ил-ләм тәнңтәһүү ләнәрдджүмәннәкүм үә ләйәмәс-сәннәкүм миннәә ғәҙәәбүн әлиим. 19. Ҡаалүү таа'ирукүм мәғәкүм ә'иң ҙүккиртүм бәл әнңтүм ҡаумүм-мүсрифүүн. 20.Үә дджәәәә'ә мин аҡсал-мәдиинәти радджүлүй-йәсғәә ҡаалә йәә ҡаумит-тәбиғүл-мүрсәлиин. 21.Иттәбиғүү мәл-ләә йәс'әлүкүм әдджрау-үә һүм мүһтәдүүн. 22.Үә мәә лийә ләә әғбүдүлләҙии фәтарании үә иләйһи түрдджәғүүн. 23.Ә'әттәхыиҙү минң дүүниһии әәлиһәтән ий-йүриднир-рахмәәнү бидуррил-ләә туғни ғәннии шәфәәғәтүһүм шәй'әү-үә ләә йүнңҡиҙүүн. 24.Иннии иҙәл-ләфии даләәлим-мүбиин. 25.Иннии әәмәнтү бираббикүм фәсмәғүүн. 26.Ҡыыләдхулил-дджәннәтә ҡаалә йәә ләйтә ҡаумии йәғләмүүн. 27.Бимәә ғафәра лии Раббии үә дджәғәләнии минәл-мүкрамин. 28.Үә мәә әнңзәлнәә ғәләә ҡаумиһи мим-бәғдиһи минң джүндим-минәс-сәмәәәә'и үә мәә күннәә мүнңзилиин. 29.Инң кәәнәт илләә сайхәтәү-үәәхидәтәнң фә'әҙәә һүм хаамидүүн. 30.Йәә хәсратән ғәләл-ғибәәд, мәә йә̒тииһим мир-расүүлин илләә кәәнүү биһии йәстәһзи'үүн. 31.Ә ләм йәрау кәм әһләкнәә ҡабләһүм минәл-ҡурууни әннәһүм иләйһим ләә йәрдджиғүүн. 32.Үә инң күллүл-ләммәә дджәмииғүл-ләдәйнәә мүхдаруун. 33.Үә әәйәтүл-ләһүмүл-ардул-мәйтәтү әхйәйнәәһәә үә әхраджнәә минһәә хәббәнң фәминһү йә’күлүүн. 34.Үә дджәғәлнәә фииһәә дджәннәәтим-мин нәхыилиү-үә әғнәәбиү-үә фәдджджәрнәә фииһәә минәл-ғүйүүн. 35.Лийә’күлүү мидң ҫәмәриһии үә мәә ғәмиләтһү әйдииһим әфәләә йәшкүруун. 36. Сүбхәәнәлләҙии халәҡал-әзүәәдджә күлләһәә миммәә түмбитүл-арду үә мин әнңфүсиһим үә миммәә ләә йәғләмүүн. 37.Үә әәйәтүл-ләһүмүл-ләйлү нәсләху минһүн-нәһәәра фә'иҙәә һүм муҙлимүүн. 38.Үәш-шәмсү тәджрии лимүстәҡаррил-ләһә ҙәәликә тәҡдирул-ғәзиизил-ғәлиим. 39.Үәл-ҡамәра ҡаддәрнәәһү мәнәәзилә хәттәә ғәәдә кәл-ғүрдджүүнил-ҡадиим. 40.Ләәшшәмсү йәмбәғии ләһәә әнң түдрикәл-ҡамәра үә ләәлләйлү сәәбиҡун-нәһәәри үә күллүнң фии фәләкий-йәсбәхүүн. 41.Үә әәйәтүл-ләһүм әннәә хәмәлнәә ҙүрриийәтәһүм фил-фүлкил-мәшхүүн. 42.Үә халәҡнәә ләһүм мим-миҫлиһи мәә йәркәбүүн. 43.Үә ин нәшә’нуғриҡһүм фәләә сарииха ләһүм үә ләә һум йунңҡаҙүүн. 44.Илләә рахмәтәм-миннәә үә мәтәәғән иләә хиин. 45.Үә иҙәә ҡыылә ләһүмүт-тәҡуу мәә бәйнә әйдиикүм үә мәә халфәкүм ләғәлләкүм түрхәмүүн. 46.Үә мәә тә’тииһим мин әәйәтим-мин әәйәәти Раббиһим илләә кәәнүү ғәнһәә мүғридыин. 47.Үә иҙәә ҡыылә ләһүм әнңфиҡуу миммәә разәҡакүмүллааһу ҡааләлләҙиинә кәфәруу лилләҙиинә әәмәнүү әнутғимү мәл-ләү йәшәәәә'үллааһу атғәмәһүү ин әнңтүм илләә фии даләәлим-мүбиин. 48.Үә йәҡуулүүнә мәтәә һәәҙәл-үәғдү инң күнңтүм саадиҡыин. 49.Мәә йәнңҙуруунә илләә сайхәтәү-үәәхидәтәнң тә’хуҙүһүм үә һүм йәхиссыимүүн. 50.Фәләә йәстәтыииғүүнә тәүсыйәтәү үә ләә иләә әһлиһим йәрдджиғүүн. 51.Үә нүфиха Фис-суури фә'иҙәә һүм минәл-әддждәҫи илә Раббиһим йәнңсилүүн. 52.Ҡаалүү йәә үәйләнәә мәм бәғәҫәнәә мим-мәрҡадинәә, һәәҙәә мәә үәғәдәр- рахмәәнү үә садәҡал-мүрсәлүүн. 53.Инң кәәнәт илләә сайхәтәү-үәәхидәтәң фә'иҙәә һүм дджәмииғүл-ләдәйнәә мүхдаруун. 54.Фәл-йәүмә ләә туҙләмү нәфсүнң шәй'әү-үә ләә түдджзәүнә илләә мәә күнңтүм тәғмәлүүн. 55.Иннә асхәәбәл-дджәннәтил-йәүмә фии шүғулинң фәәкиһүүн. 56.Һүм үә әзүәәдджүһүм фии ҙыиләәлин ғәләл-әраааа’ки мүттәки'үүн. 57.Ләһүм фииһәә фәәкиһәтү-үә ләһүм-мәә йәддәғүүн. 58.Сәләәмүң ҡауләм-мир-Раббир-рахиим. 59.Үәмтәәзүл-йәүмә әййүһәл-мүджримүүн. 60.Ә ләм әғһәд иләйкүм йәә бәнииии әәдәмә әл-ләә тәғбүдүүш-шәйтаанә иннәһү ләкүм ғәдүүм-мүбиин. 61.Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә-сыираатум-мүстәҡыим. 62.Үә ләҡад әдаллә миңкүм джибилләң-кәҫииран ә фәләм тәкүүнүү тәғҡылүүн 63.Һәәҙиһии джәһәннәмүлләтии күңтүм түүғәдүүн. 64.Исләүһәл-йәүмә бимәә күңтүм тәкфүруун. 65.Әлйәүмә нәхтимү ғәләә әфүәәһиһим үә түкәллимүнәә әйдииһим үәтәшһәдү әрджүлүһүм бимәә кәәнүү йәксибүүн. 66.Үә ләү нәшәәәә'ү ләтамәснәә ғәләә әғйүниһим фәстәбәҡус-сыираата фә'әннәә йүбсыируун. 67.Үә ләү нәшәәәә'ү ләмәсәхнәәһүм ғәләә мәкәәнәтиһим фәмәстәтаағүү мүдыиийәү-үә ләә йәрджиғүүн. 68.Үә мәң-нүғәммирһү нүнәккисһү фил-халҡи ә фәләә йәғҡилүүн. 69.Үә мәә ғәлләмнәәһүш-шиғра үә мәә йәмбәғии ләһүү ин һүүә илләә ҙикруу-үә Ҡур'әәнүм-мүбиин. 70.Лийүнҙира мәң кәәнә хәййәү-үә йүхиҡҡал-ҡаулү ғәләл-кәәфириин. 71.Ә үә ләм йәрау әннәә халәҡнәә ләһүм миммәә ғәмиләт әйдиинәә әнғәәмәң фәһүм ләһәә мәәликүүн. 72.Үә ҙәлләлнәәһәә ләһүм фәминһәә ракүүбүһүм үә минһәә йә’күлүүн. 73.Үә ләһүм фииһәә мәнәәфиғү үә мәшәәрибү ә фәләә йәшкүруун. 74. Үәттәхаҙүү миң дүүнилләәһи әәлиһәтәл-ләғәлләһүм йүңсаруун. 75.Ләәйәстәтыииғүүнә насраһүм үә һүм ләһүм джүндүм-мүхдаруун. 76.Фәләә йәхзүңкә ҡаулүһүм иннәә нәғләмү мәә йүсирруунә үә мәә йүғлинүүн. 77.Ә үә ләм йәрал-иңсәәнү әннәә халәҡнәәһү миң нутфәтиң фә'иҙәә һүүә хасыимүм мүбиин. 78.Үә дарабә ләнәә мәҫәләү-үә нәсийә халҡаһү ҡаалә мәй-йүхйил-ғиҙаамә үә һиә рамиим. 79.Ҡуль йүхййиһәәлләҙии ән шәә'әһәә әүүәлә мәрратиү-үә һүүә бикүлли халҡин ғәлиим. 80.Әлләҙии джәғәлә ләкүм минәш-шәджәрил-әхдарии нәәраң фә'иҙәә әңтүм минһү түүҡыдүүн. 81.Ә үә ләйсәлләҙии халәҡас-сәмәәүәәти үәл-арда биҡаадирин ғәләә әй-йәхлүҡа миҫләһүм, бәләә үә һүүәл-халләәҡул-ғәлиим. 82.Иннәмәә әмруһү иҙәә әраадә шәй'ән әй-йәҡуулә ләһүү күң фәйәкүүн. 83.Фәсүбхәәнәлләҙии бийәдиһи мәләкүүтү күлли шәй'иү-үә иләйһи түрджәғүүн.
Тәфсире.

36 — Йәсин (Йәсин) сүрәһе



(Йәсин сүрәһе 83 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Исеме хаҡында фараздар әҙ түгел. «Йә сиин» — йә инсан, тип тә аңлаталар. Имештер, «Йәсин» - ул Мөхәммәд Пәйғәмбәр исемдәренең береһе. Йәсин сүрәһе ул – Ҡөръәндең йөрәге, тип әйтәләр. Йәсин — иң мәшһүр сүрәләрҙең берһе. Ҡөрьәндең йөрәгеҙер.)

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

1. Йәсин. (2) Хикмәт тулы Ҡөръән менән ант итәм, (3) (эй, Мөхәммәд) һин, һис шөбһәһеҙ, Пәйғәмбәрҙәрҙең береһе булдың. (4) Һин тура юлдан бараһың. 5. Был Ҡөръән — һәр ваҡыт еңеүсе, ярлыҡаусы (Аллаһ) тарафынан индерелгән Китап. (6) Аталары (Ҡөръән менән) киҫәтелмәгән, үҙҙәре наҙанлыҡ эсендә ҡалған ҡәүемдәрҙе (Ҡиәмәт көнөндәге яза менән) киҫәтеү өсөн индерелде. (7) Дөрөҫө шул, уларҙың күбеһенә (вәғәҙә ителгән) һүҙ (яза биреү) хаҡ булып сыҡты. Сөнки уларҙың күбеһе иман килтермәне. (8) Хаҡтыр, Беҙ уларҙың муйындарына шундай бығау ҡыршауҙары һалдыҡ, ул ҡыршауҙар уларҙың эйәгенә саҡлы терәлеп тора. Хәҙер инде уларҙың башы-танауы юғарыға ҡарап ҡатҡан. (Әлбиттә, был ғибәрәләрҙе күсермә мәғәнәлә аңларға кәрәк. Бығау ҡыршауы ла, баштарының юғарыға ҡарап ҡатып ҡалыуы ла уларҙың тәкәбберлегенә, кирелегенә, үҙгәрмәҫ, буйһонмаҫ булғандарына кинәйә, сағыштырыу.)

9. Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кәртә

ҡорҙоҡ, шулай итеп, уларҙы уратып алдыҡ. Бынан һуң улар инде (Хәҡиҡәтте) бөтөнләй күрмәҫ.

(«Был кәртәләр уларҙың тәкәбберлеге. Тәкәбберлек, артыҡ ғорурлыҡ, маһайыу кәртәһе был халыҡҡа хәҡиҡәткә эйәреп, бөйөклөк яулау мөмкинлеген ҡаплай, арттағы кәртәләр иһә Хәҡиҡәтте инҡар итеүселәрҙең нисек һәләк булыу тарихын күрергә ҡамасаулай.» Мөхәммәд Ғәли тәфсиренән.)

10. Киҫәтһәң дә, киҫәтмәһәң дә, улар барыбер иманға килмәҫ. (11) Һин бары тик (Ҡөръәнгә) йөҙ тотҡан һәм сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусыға (Аллаһҡа ысын күңелдән) бөйөк хөрмәт күрһәтеүсе кешеләрҙе генә киҫәтә (иманға өндәй) алырһың. Бына шундайҙарҙы һин уларҙың ярлыҡау аласаҡтарын һәм бик тә шәрәфле әжерҙәр менән бүләкләнәсәктәрен әйтеп шатландыр. 12. Дөрөҫө шул, үлеләрҙе Беҙ генә, бары тик Беҙ генә терелтә алабыҙ. Улар эшләп ҡалдырған бөтөн нәмәне, (улар ҡылған бөтөн яман ғәмәлдәр тураһында) Китапҡа Беҙ яҙабыҙ. Беҙ бөтөнөһөн дә ап-асыҡ итеп (Ләүхел Мәхфүз тигән) Китапҡа теркәп барабыҙ. (13) Һин уларға (Антакия исемле) ҡала халҡына илселәр килгәндән һуң булған хәлдәрҙе ғибрәт итеп һөйлә.



(«Антиохия йәки Антакия ҡалаһы — юнандар-гректар тарафынан беҙҙең эраға ҡәҙәр 300-се йылда Сүрийәнең төньяғында төҙөлгән ҡала. Шул ҡалаға Ғайса ғәләйһис-сәлләмдең илселәре килә». Ғәли Тургуг тәфсиренән)

14. Беҙ уларға ике илсе күндергән инек. (Хәҙрәти Ғайсаның сәхәбәләре Йүхәннә менән Бәлүәсте). Уларҙы (илселәрҙе) ялғансы, тип атанылар. Беҙ сәхәбәләргә ярҙамға өсөнсө (илсе)не ебәрҙек. Илселәр әйтте:

— Дөрөҫөн һөйләйбеҙ, беҙ һеҙгә ебәрелгән илселәр булабыҙ, — тинеләр. (15) Улар:

— Һеҙ беҙҙең кеүек әҙәм заты булыуҙан башҡа бер кем дә түгел, — тинеләр. — Раббының һеҙгә һис бер нәмә индергәне юҡ. Һеҙ (Аллаһ пәйғәмбәрҙәре, тип кешеләрҙе алдап йөрөүсе) ялғансылар икәнһегеҙ. (16) (Илселәр) әйттеләр:

— Раббыбыҙ бик яҡшы белеп тора: беҙ, ысындан да, һеҙгә ебәрелгән илселәр булабыҙ, — тинеләр. (17) — (Аллаһтың хөкөмдәрен) ап-асыҡ итеп һеҙгә ирештереүҙән башҡа беҙҙең вазифабыҙ юҡ.

18. (Ҡала халҡы) әйтте:

— Күңелебеҙ һиҙә: һеҙ беҙгә бәлә килтерәсәкһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ (беҙҙе мосолман булырға ҡыҫтауҙан) уаз кисмәһәгеҙ, һеҙҙе таш менән бәреп үлтерәсәкбеҙ. Ысындан да, беҙҙең тарафтан һеҙгә ҡаты йәберләнеүҙәр булыр, — тинеләр. (19) (Илселәр) әйтте:

— Һеҙҙең бәләгеҙ үҙегеҙҙең кәферлегегеҙҙән килә. Һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү — ул бәлә килтерәме ни? Эйе, һеҙ (әхләҡһеҙлектән) хаттин ашҡан (сиктәрҙе уҙған) тоҡомдан икәнһегеҙ.

20. Был шәһәрҙең иң алыҫ йортонда йәшәүсе (Хәбиб Нәжжәр исемле бер кеше) йүгереп килде.

— Әй, халҡым, — тине ул. — Зинһар, был илселәргә эйәрегеҙ! (21) Эйәрегеҙ, сөнки улар һеҙҙән һис бер түләү һорамай. Улар— тура юлды тапҡан заттар. (22) Мин үҙемде яралтҡанға (Аллаһҡа ни өсөн) ҡоллоҡ итмәҫкә тейеш әле? Һеҙ барығыҙ ҙа фәҡәт Аллаһҡа ҡайтарыласаҡһығыҙ. (23) Мин Унан башҡа (ялған) тәңрегә табынмайым. Әгәр сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ) миңә берәй зарар ҡылырға теләһә, улар (уйҙырма Илаһтар) һис бер файҙа бирә алмаҫ ине. Улар мине (язанан, тамуҡтан) ҡотҡара алмаҫ ине. (24) (Аллаһтан башҡаларға табына ҡалһам) шик юҡ, ул ваҡытта мин, һис шикһеҙ, юлдан яҙған кеше булыр инем. (Шунан һуң иманлы Нәжжәргә таш ырғыта башланылар. Үлер алдынан Нәжжәр былай тине.) (25)Мин һеҙҙең дә Аллаһығыҙға иман килтерҙем. Быны (Хәҡиҡәтте) ишетеп ҡалығыҙ.

(26) (Үлгәндән һуң уға): “Бар, йәннәткә кер!» — тип әйттеләр. (Нәжжәрҙең рухы) әйтте:

— Аһ, ни ҡыҙғаныс, (27) Раббымдың нисек итеп (шәһид киткәнемнән һуң) мине (йәннәткә) лайыҡ иткәнен халҡым күрһә (шаҡ ҡатыр ине һәм иман килтергән булыр) ине.

28. Уның халҡына (язалау өсөн) Күктән (фәрештәләрҙән торған) бер ғәскәр ҙә ебәрмәнек, ебәрергә уйыбыҙҙа ла булманы. (29) Уларға ҡот осҡос ҡурҡыныс ауаздан башҡа бер ниндәй ҙә яза бирелмәне. Улар шунда уҡ һүнеп (үлеп) юҡҡа сыҡты. (30) Ләғнәттәр яуһын ул бәндәләрем (кәферҙәр) өҫтөнә. Пәйғәмбәрҙәр килә торҙо, уларҙы мыҫҡыллап көлә торҙолар. (31) Әллә һуң улар (мөшриктәр) күрмәйме? Уларҙан элек йәшәп уҙған күпме (боҙоҡ) нәҫелде (халыҡтарҙы) беҙ һәләк иттек. Улар бер ҡасан да бөгөнгө мөшриктәр янына яңынан әйләнеп ҡайта алмаҫ. (32) Һис шикһеҙ, уларҙың барыһы ла берәмләп Минең ҡаршыма килтереләсәк.

33. Беҙ үле тупраҡҡа йән бирҙек. Тупраҡта орлоҡ үҫтерҙек. Улар (шул орлоҡ менән) туйына. Быларҙың барыһы ла уларға (үлгәс тереләсәктәренә дәлил) ғибрәт-һабаҡ түгелме ни? (34) Беҙ шунда (тупраҡта) хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары яһаныҡ. Эстәрендә нисә төрлө шишмәләр бәреп сыға. (35) Үҙ ҡулдары менән үҫтермәһәләр ҙә, булдырылған ниғмәттән ауыҙ итһендәр тип, ризыҡтар яралттыҡ. Шулай ҙа улар шөкөр итмәҫтәрме ни? (36) Ер үҫтереп биргән ниғмәттәрҙе лә, кешеләрҙе лә һәм тағын уларға мәғлүм булмаған ни ҡәҙәр нәмәләрҙе (йәнле-йәнһеҙ) парлы-парлы итеп яралтҡанға (Аллаһҡа) сикһеҙ маҡтауҙар!

37. Төн ҡараңғылығы ла (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) бер дәлил. Беҙ унан көн яҡтылығын һурып сығарабыҙ. Шунан һуң улар төн ҡараңғылығын-да ҡала. (Ер шарының яҡтылығын был яҡҡа һурып алғас, теге яғы ҡараңғыла ҡала.)

38. Ҡояш та (Илаһи бер ҡөҙрәттең дәлиле булараҡ) үҙенә (Аллаһ тарафынан) билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы әйләнеп йөрөр. Был эштәр сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, (һәр нәмәне) дөрөҫө менән белеп тороусы (Аллаһ)тың әмерелер.

39. Айҙың хәле иһә былай тора: (әйләнеп йөрөр өсөн) Беҙ уға ла теүәл күк гөмбәҙе һәм фасылдар тәғәйенләнек. Ниһайәт, ул ҡарт хөрмә ағасының нескә талы кеүек, нәҙек булып яңынан тыуыр.

40. Ҡояш Айға килеп ирешә алмаҫ, төндөң дә көн менән бергә булаһы юҡ. Есемдәрҙең барыһы ла (теүәл билгеләнгән) күк көмбәҙе буйлап йөҙә.

41. Уларҙың (Нухтың) тоҡомон (Туфан ваҡытын-

да) кәмәгә төйәп йөрөткәнебеҙ ҙә; (42) (ултырып йөрөр өсөн, йөк ташыр өсөн, шуға оҡшаш башҡа күсереп йөрөтөү) әсбаптарын бар иткәнебеҙ ҙә (Аллаһтың барлығына, берлегенә, Әхирәттең буласағына) бер дәлил булып тора. (43) Ихтыяр иткән булһаҡ, Беҙ уларҙы батырып үлтергән дә булыр инек. Ул сағында уларға бер кем дә ярҙам итә алмаған булыр ине һәм улар ҡотола алмаҫ ине. (44) Беҙ мәрхәмәт итеп һәм мәғлүм бер ваҡытҡаса (тәҡдирҙәренә күрә) уларҙы ҡотҡарып, донъяла йәшәттек.

45. Уларға (кәферҙәргә):

— Ҡылған һәм ҡылынасаҡ гонаһтарығыҙҙан ҡурҡығыҙ, бәлки, һеҙҙе ярлыҡау көтәлер, — тип әйтелһә лә, улар йөҙ сөйөрҙө (инҡарсы булдылар). (46) Раббынан килгән һәр бер аятты улар инҡар итә торҙо. (47) Уларға:

— Аллаһ һеҙгә тәғәйенләгән ризыҡтан (саҙаҡа, зәкәт) бирегеҙ, — тип әйткәс, кәферҙәр иманлыларға әйтте: «Әгәр ихтыяр итһә, (мохтаждарҙы) Аллаһ (үҙе) туйындырһын. Аллаһ туйындырырға теләмәгәндәрҙе ни өсөн әле беҙ туйындырырға тейеш? Һеҙ, мотлаҡ, аҙашҡанһығыҙ? (48) Ысындан да, һеҙ дөрөҫөн һөйләйһегеҙ икән, улайһа, әйтегеҙ: вәғәҙә ителгән (Әхирәт) ҡасан буласаҡ? » — тинеләр.

49. Улар үҙ-ара бәхәсләшеп торғанда, үҙҙәре өҫтөнә иҫкәрмәҫтән (ҡапыл, кинәт) килгән ҡот осҡос ауаздан башҡаһын ишетмәҫтәр. (50) Бына шул ваҡытта улар васыят әйтергә лә өлгөрмәҫ. Хатта ғаиләләре янына ла әйләнеп ҡайта алмаҫтар.

(51) Сур борғоһона өрөлгәс, улар ҡәберҙәренән ҡубарылып (сығып), туп-туры Раббы хозурына ашығырҙар. (52) Кешеләр әйтер:

— Ҡайғы беҙгә, йоҡлап ятҡан еребеҙҙән беҙҙе кем ҡуптарҙы (терелтеп сығарҙы)?

(Яуабына бер тауыш яңғырар):

— Был (яңынан терелеү) — сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ)-тың вәғәҙә иткәне. Күндерелгәндәр (пәйғәмбәрҙәр) дөрөҫөн һөйләгәндәр икән.

53. Был — ҡаты тауыш ишетелеүгә үк, улар бөтөнөһө бер остан ҡаршыбыҙға килеп баҫасаҡ. (54) Ул Көндө бер кемгә лә бер ниндәй ҙә хаҡһыҙлыҡ ҡылынмаҫ. Һеҙ ҙә ҡылмыштарығыҙҙан башҡа нәмә өсөн яза күрмәҫһегеҙ. (55) Шик юҡ, ул Көндө йәннәт әһелдәре зауыҡ һәм ҡыуаныс эсендә байрам итер. (56) Үҙҙәре лә, ҡатындары ла (йәннәт) күләгәһенә ҡоролған урындыҡтарға ҡырын ятып, истирәхәт ҡылырҙар (ял итерҙәр). (57) Шунда уларға саф емештәр һәм күңелдәре нимә теләһә, шул китерелер. (58) Сикһеҙ мәрхәмәтле Раббынан уларға сәләм булыр.

59.—Әй, гонаһлылар, бөгөн һеҙ (саф мөьминдәрҙән) айырым тороғоҙ. (60) Әй, әҙәм балалары, һеҙгә:

— Шайтанға эйәрмәгеҙ, ул һеҙҙең хәтәр дошманығыҙ, — тип бойорманыммы? (61) — Миңә сәждә итегеҙ, тура юлды табырһығыҙ, тип әйтмәнемме? (62) Дөрөҫө шул бит инде, (шайтан) һеҙҙең күбегеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Һеҙ әле һаман да шуны башығыҙға килтерә алмайһығыҙмы ни? (63) (Фани донъяла уҡ һеҙгә) вәғәҙә ителгән йәһәннәм ошо булыр. (64) Иманһыҙлығығыҙ (ҡылған гонаһтарығыҙ) өсөн әҙерләнгән утта янырға йәһәннәмгә керегеҙ. (65) Ул Көндө ауыҙҙарығыҙға мөһөр баҫырбыҙ, йоҙаҡ һалырбыҙ. (Йәғни, кәферҙәргә, мөшриктәргә һөйләргә, аҡланырға мөмкинлек булмаҫ.) Уларҙың ҡылған гонаһтары тураһында ҡулдары һөйләр, аяҡтары (һәм башҡа ағзалары) шаһитлыҡ итер. (66) Ихтыяр итһәк, уларҙың күҙен һуҡырайтыр инек. Улар һис нимә күрмәйенсә, бер-береһен уҙырға тырышып, этешә-төртөшә тура юлды табырға тырышырҙар ине. Нисек итеп улар (күрмәгән килеш) тура юлды табыр икән? (67) Ихтыяр итһәк, уларҙы торған урындарында ҡиәфәттәрен үҙгәртеп, бөтөнләй башҡа ҡиәфәткә кертер инек (таш итеп ҡатырыр инек). Улар алға китергә лә, артҡа сигенергә лә көс таба алмаҫ ине. (68) Берәүһенә оҙон ғүмер бирә ҡалһаҡ. Беҙ уны бөкрәйтеп бөтөрөрбөҙ. Шул турала уйлап ҡарамайҙармы?

69. Беҙ (Пәйғәмбәргә) шиғыр өйрәтмәнек. (Шиғыр сығарыу) уға килешмәй ҙә. Ул (һеҙгә килтергән) Китап өгөт-нәсихәт һәм (Аллаһтың киҫәтеүле) әмерҙәрен еткереүсе берҙән-бер Ҡөръән булыр. (70) Эсендә йәне булғандарға (киләсәктә буласаҡ язалар тураһында) хәбәр бирер өсөн. Кәферҙәргә вәғәҙә ителгән язаның, һис шикһеҙ, киләсәген раҫлар өсөн (Ҡөръән индерелде). (71) Беҙ уларға ҡөҙрәтебеҙ менән малдар бирҙек. Шул малдарға улар хужа булды. Шуны ла күрмәҫ дәрәжәләме ни улар? (72) Беҙ (ул хайуандарҙы) уларға хеҙмәткә ҡуйҙыҡ. Ҡайһы берҙәренә атланып, йөк төйәп йөрөһөндәр, ҡайһы берҙәрен һуйып ашаһындар, тип. (73) Уларҙан (хайуандарҙан) күпме файҙа күрәләр һәм улар (һөттәренән) эсемлектәр яһайҙар. Шулай ҙа улар шөкөр итмәй. (74) Улар Аллаһты инҡар итеп, үҙебеҙгә ярҙамдары тейер тип, башҡа Илаһтар (һындар, боттар) уйлап сығарҙы. (75) Ләкин уларҙың ул яһалма Илаһтары бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ. Улар (һындар, йәки Аллаһҡа тиңләштерелгән заттар) үҙҙәре лә (Ҡиәмәттә яуап тотар өсөн) өйөрҙәре менән ҡаршыма килеп баҫасаҡ. (76) (Эй, Мөхәммәд ғ.с.) улар һөйләгәндәр һине хафаға һалмаһын. Хаҡтыр, Беҙ уларҙың йәшертен теләктәрен дә, йәшермәйенсә ҡылғандарының барыһын да белеп торабыҙ.

77. Кеше үҙенең бер нәҫел орлоғонан яралтылғанын аңламаймы? Аяныс, ул асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ ҡыла. (78) Ул үҙенең нисек яралтылғанын онотоп: “Был серегән һөйәктәргә кем йән өрә алһын?” — тип, Беҙгә хәйләле һорау бирә.

79. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин: “Уларҙы иң беренсе яралтҡан (Аллаһ) терелтәсәк. Ул һәр яралтылғанды асылы менән белеүселер”, — тип.

80. Йәм-йәшел булып үҫкән ағастан һеҙҙең өсөн ут сығарған Аллаһтыр. Бына шунан һеҙ ут алаһығыҙ. (81) Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан Аллаһ шуға оҡшаш тағын башҡа ғәләмдәрҙе лә юҡтан бар итергә ҡөҙрәтле түгелме ни? Әлбиттә, ҡөҙрәтле. Ул һәр нәмәнең асылын белеүсе, бөтөн ғәләмде юҡтан бар итеүсе.

82. Аллаһ берәй нәмәнең бар булыуын теләһә:

“Бар бул!” — тип әмер итә һәм шунда уҡ ул әйбер барлыҡҡа ла килә.

83.Һәммә барса милекте әмерендә тотҡан Аллаһтың даны ни ҡәҙәр ҙә бөйөктер. Барығыҙ ҙа уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.


Лә йәстәүи

(Хәшер сүрәһенең 18-24-нсе аяттары.)
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ

يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَلْتَنظُرْ نَفْسٌ مَّا قَدَّمَتْ لِغَدٍ وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ .18 وَلَا تَكُونُوا كَالَّذِينَ نَسُوا اللَّهَ فَأَنسَاهُمْ أَنفُسَهُمْ أُوْلَئِكَ هُمُ الْفَاسِقُونَ .19 لَا يَسْتَوِي أَصْحَابُ النَّارِ وَأَصْحَابُ الْجَنَّةِ أَصْحَابُ الْجَنَّةِ هُمُ الْفَائِزُونَ .20 َوْ أَنزَلْنَا هَذَا الْقُرْآنَ عَلَى جَبَلٍ لَّرَأَيْتَهُ خَاشِعاً مُّتَصَدِّعاً مِّنْ خَشْيَةِ اللَّهِ وَتِلْكَ الْأَمْثَالُ نَضْرِبُهَا لِلنَّاسِ لَعَلَّهُمْ يَتَفَكَّرُونَ .21 هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ عَالِمُ الْغَيْبِ وَالشَّهَادَةِ هُوَ الرَّحْمَنُ الرَّحِيمُ .22 هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْمَلِكُ الْقُدُّوسُ السَّلَامُ الْمُؤْمِنُ الْمُهَيْمِنُ الْعَزِيزُ الْجَبَّارُ الْمُتَكَبِّرُ سُبْحَانَ اللَّهِ عَمَّا يُشْرِكُونَ .23 هُوَ اللَّهُ الْخَالِقُ الْبَارِئُ الْمُصَوِّرُ لَهُ الْأَسْمَاء الْحُسْنَى يُسَبِّحُ لَهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَهُوَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ .24
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

18.Йәә әййүһәәл-ләҙиинә әәмәнүүт-тәҡууллааһа үәлтәнңҙур нәфсүм-мәә ҡаддәмәт лиғад, үәт-тәҡууллааһә иннәллааһа хабиирум-бимәә тәғмәлүүн. 19.Үә ләә тәкүүнүү кәлләҙиинә нәсүллааһа фә'әңсәәһүм әнңфүсәһүм, үләәәә'икә һүмүл-фәәсиҡуун. 20.Ләә йәстәүии асхәәбүн-нәәри үә асхәәбүл-джәннәһ, асхәәбүл-джәннәти һүмүл-фәәәә'изүүн. 21.Ләү әнңзәлнәә һәәҙәл-Ҡур'әәнә ғәләә джәбәлил-ләра'әйтәһүү хаашиғәм-мүтәсаддиғәм-мин хашйәтилләәһ, үә тилкәл-әмҫәәлү надрибүһәә лин-нәәси ләғәлләһүм йәтәфәккәруун. 22.Һүәллааһулләҙии ләә иләәһә илләә һүү, ғәәлимүл-ғайби үәш-шәһәәдәти һүәр-рахмәәнүр-рахиим. 23.Һүәллааһулләҙии ләә иләәһә илләә һүүәл-мәликүл-ҡуддүүсүс-сәләәмүл-мү̒минүл-мүһәйминүл-ғәзиизүл-джәббәәрул-мүтәкәббир, сүбхәәнәллааһи ғәммәә йүшрикүүн. 24. Һүәллааһул-хаалиҡул-бәәри'үл-мүсаууиру ләһүл-әсмәәәә'үл-хүснәә, йүсәббихү ләһүү мәә фиис-сәмәәүәәти үәл-ард, үә һүәл ғәзиизүл-хәкиим.


Тәфсире.

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

18. Әй, иман килтергән бәндәләр! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм һәр кем, киләсәк өсөн нимә әҙерләгәнлеге тураһында уйланһын. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар.

19. Аллаһты онотҡан һәм шуның арҡаһында Аллаһ та уларға (яҡшылыҡтың) нимә икәнен онотторған кешеләр кеүек булмағыҙ. Улар — Аллаһ юлынан яҙған бәндәләр.

20. Йәһәннәмгә кергәндәр менән йәннәткә кергәндәр тиң булмаҫ. Йәннәттәгеләр — мораҙҙарына ирешкән мөьминдәр.

21. Әгәр ҙә Беҙ был Ҡөръәнде тау башына индергән булһа инек, ихтимал, Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәп, тау урталай ярылған булыр ине. Был миҫалдарҙы Беҙ кешеләр һабаҡ алһын, тип килтерәбеҙ.

22. Аллаһтың сифаты шулдыр —Унан башҡа олуғ ҡөҙрәтенә эйә Зат юҡ. Күренмәгәндәрҙе лә, күренгәндәрҙе лә белеп тороусы. Аллаһ — мәрхәмәтле, Аллаһ — рәхимле.

23. Аллаһтың сифаты шулдыр — Унан башҡа олуғ ҡөҙрәткә эйә зат юҡ. Ул бөтөн мөлкәттең берҙән-бер хужаһы, изгеҙер, именлек өләшеүсе, ышаныс биреүсе. Күҙәтеп, һаҡлап тороусы. Еңелеү белмәҫ. Теләгәнен башҡарыусы. Олуғлыҡта тиңе булмаған. Уға тиңләштерел-гәндәрҙең барсаһынан өҫтөн — бер Аллаһ.



24. Аллаһ шулдыр, Ул (ғәләмдәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе; яралтыусы (юҡтан бар итеүсе), хасил иткәндәргә рәүеш (тәртип, һүрәт, система) биреүсе — Аллаһ. Иң матур исемдәр Аллаһта ғына. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барсаһы Уға тәсбих әйтә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр эйәһе.
Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ

تَبَارَكَ الَّذِي بِيَدِهِ الْمُلْكُ وَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ .1 الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلاً وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ .2 الَّذِي خَلَقَ سَبْعَ سَمَاوَاتٍ طِبَاقاً مَّا تَرَى فِي خَلْقِ الرَّحْمَنِ مِن تَفَاوُتٍ فَارْجِعِ الْبَصَرَ هَلْ تَرَى مِن فُطُورٍ .3 ثُمَّ ارْجِعِ الْبَصَرَ كَرَّتَيْنِ يَنقَلِبْ إِلَيْكَ الْبَصَرُ خَاسِأً وَهُوَ حَسِيرٌ .4 وَلَقَدْ زَيَّنَّا السَّمَاء الدُّنْيَا بِمَصَابِيحَ وَجَعَلْنَاهَا رُجُوماً لِّلشَّيَاطِينِ وَأَعْتَدْنَا لَهُمْ عَذَابَ السَّعِيرِ .5 وَلِلَّذِينَ كَفَرُوا بِرَبِّهِمْ عَذَابُ جَهَنَّمَ وَبِئْسَ الْمَصِيرُ .6 إِذَا أُلْقُوا فِيهَا سَمِعُوا لَهَا شَهِيقاً وَهِيَ تَفُورُ .7 تَكَادُ تَمَيَّزُ مِنَ الْغَيْظِ كُلَّمَا أُلْقِيَ فِيهَا فَوْجٌ سَأَلَهُمْ خَزَنَتُهَا أَلَمْ يَأْتِكُمْ نَذِيرٌ .8 قَالُوا بَلَى قَدْ جَاءنَا نَذِيرٌ فَكَذَّبْنَا وَقُلْنَا مَا نَزَّلَ اللَّهُ مِن شَيْءٍ إِنْ أَنتُمْ إِلَّا فِي ضَلَالٍ كَبِيرٍ .9 وَقَالُوا لَوْ كُنَّا نَسْمَعُ أَوْ نَعْقِلُ مَا كُنَّا فِي أَصْحَابِ السَّعِيرِ .10 فَاعْتَرَفُوا بِذَنبِهِمْ فَسُحْقاً لِّأَصْحَابِ السَّعِيرِ .11 إِنَّ الَّذِينَ يَخْشَوْنَ رَبَّهُم بِالْغَيْبِ لَهُم مَّغْفِرَةٌ وَأَجْرٌ كَبِيرٌ .12 وَأَسِرُّوا قَوْلَكُمْ أَوِ اجْهَرُوا بِهِ إِنَّهُ عَلِيمٌ بِذَاتِ الصُّدُورِ .13 أَلَا يَعْلَمُ مَنْ خَلَقَ وَهُوَ اللَّطِيفُ الْخَبِيرُ .14 هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولاً فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ .15 أَأَمِنتُم مَّن فِي السَّمَاء أَن يَخْسِفَ بِكُمُ الأَرْضَ فَإِذَا هِيَ تَمُورُ .16 أَمْ أَمِنتُم مَّن فِي السَّمَاء أَن يُرْسِلَ عَلَيْكُمْ حَاصِباً فَسَتَعْلَمُونَ كَيْفَ نَذِيرِ .17 وَلَقَدْ كَذَّبَ الَّذِينَ مِن قَبْلِهِمْ فَكَيْفَ كَانَ نَكِيرِ .18 أَوَلَمْ يَرَوْا إِلَى الطَّيْرِ فَوْقَهُمْ صَافَّاتٍ وَيَقْبِضْنَ مَا يُمْسِكُهُنَّ إِلَّا الرَّحْمَنُ إِنَّهُ بِكُلِّ شَيْءٍ بَصِيرٌ .19 أَمَّنْ هَذَا الَّذِي هُوَ جُندٌ لَّكُمْ يَنصُرُكُم مِّن دُونِ الرَّحْمَنِ إِنِ الْكَافِرُونَ إِلَّا فِي غُرُورٍ .20 أَمَّنْ هَذَا الَّذِي يَرْزُقُكُمْ إِنْ أَمْسَكَ رِزْقَهُ بَل لَّجُّوا فِي عُتُوٍّ وَنُفُورٍ .21 أَفَمَن يَمْشِي مُكِبّاً عَلَى وَجْهِهِ أَهْدَى أَمَّن يَمْشِي سَوِيّاً عَلَى صِرَاطٍ مُّسْتَقِيمٍ .22 قُلْ هُوَ الَّذِي أَنشَأَكُمْ وَجَعَلَ لَكُمُ السَّمْعَ وَالْأَبْصَارَ وَالْأَفْئِدَةَ قَلِيلاً مَّا تَشْكُرُونَ .23 قُلْ هُوَ الَّذِي ذَرَأَكُمْ فِي الْأَرْضِ وَإِلَيْهِ تُحْشَرُونَ .24 وَيَقُولُونَ مَتَى هَذَا الْوَعْدُ إِن كُنتُمْ صَادِقِينَ .25 قُلْ إِنَّمَا الْعِلْمُ عِندَ اللَّهِ وَإِنَّمَا أَنَا نَذِيرٌ مُّبِينٌ .26 فَلَمَّا رَأَوْهُ زُلْفَةً سِيئَتْ وُجُوهُ الَّذِينَ كَفَرُوا وَقِيلَ هَذَا الَّذِي كُنتُم بِهِ تَدَّعُونَ .27 قُلْ أَرَأَيْتُمْ إِنْ أَهْلَكَنِيَ اللَّهُ وَمَن مَّعِيَ أَوْ رَحِمَنَا فَمَن يُجِيرُ الْكَافِرِينَ مِنْ عَذَابٍ أَلِيمٍ .28 قُلْ هُوَ الرَّحْمَنُ آمَنَّا بِهِ وَعَلَيْهِ تَوَكَّلْنَا فَسَتَعْلَمُونَ مَنْ هُوَ فِي ضَلَالٍ مُّبِينٍ .29 قُلْ أَرَأَيْتُمْ إِنْ أَصْبَحَ مَاؤُكُمْ غَوْراً فَمَن يَأْتِيكُم بِمَاء مَّعِينٍ .30

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

1.Тәбәәракәлләҙии бийәдиһил-мүлкү үә һүә

ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир. 2.Әлләҙии халәҡал-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләә, үә һүәл-ғәзиизүл-ғафүүр. 3.Әлләҙии халәҡа сәбғә сәмәәүәәтиң тыибәәҡаа, мәә тәраа фии халҡир-рахмәәни миң тәфәәүт, фәрджиғил-бәсара һәл тәраа миң фүтуур. 4.Ҫүммәр-джиғил-бәсара кәрратәйни йәңҡалиб иләйкәл-бәсару хааси'әү-үә һүүә хәсиир. 5.Үә ләҡад зәййәннәәс-сәмәәәә'әд-дүнйәә бимәсаабиихә үә джәғәлнәәһәә руджүүмәл лиш-шәйәәтыиин, үә әғтәднәә ләһүм ғәҙәәбәс-сәғиир. 6.Үә лил-ләҙиинә кәфәруу бираббиһим ғәҙәәбү джәһәннәмә үә би̒сәл-мәсыир. 7.Иҙәә үлҡуу фииһәә сәмиғүү ләһәә шәһииҡау-үә һийә тәфүүр. 8.Тәкәәдү тәмәййәзү минәл-ғайҙы күлләмәә үлҡийә фииһәә фәүджүң сә'әләһүм хазәнәтүһәә ә ләм йә̒тикүм нәҙиир. 9.Ҡаалүү бәләә ҡад джәәәә'әнәә нәҙиируң фәкәҙҙәбнәә үә ҡулнәә мәә нәззәләллааһу миң шәй'ин ин әңтүм илләә фии даләәлиң кәбиир. 10.Үә ҡаалүү ләү күннәә нәсмәғү әү нәғҡилү мәә күннәә фии асхәәбис-сәғиир. 11.Фәғтәрафүү биҙәмбиһим фәсүхҡал-ли'асхәәбис-сәғиир. 12.Иннәлләҙиинә йахшәүнә Раббәһүм билғайби ләһүм мәғфиратү-үә әджруң кәбиир. 13.Үә әсирруу ҡауләкүм әүиджһәруу биһи иннәһүү ғәлиимүм-биҙәәтис-судүүр. 14.Ә ләә йәғләмү мән халәҡа үә һүүәл-ләтыиифүл-хабиир. 15.Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшүүр. 16.Ә әмиңтүм-мәң фис-сәмәәәә'и әй-йахсифә бикүмүл-арда фә'иҙәә һийә тәмүүр. 17.Әм әмиңтүм мәң фиис-сәмәәәә'и әй-йүрсилә ғәләйкүм хәәсыибәә, фәсәтәғләмүүнә кәйфә нәҙиир. 18.Үә ләҡад кәҙҙәбәл-ләҙҙиинә миң ҡаблиһим фәкәйфә кәәнә нәкиир. 19.Әүә ләм йәрау иләәт-тайри фәүҡаһүм сааааффәәтиү-үә йаҡбиднә мәә йүмсикүһүннә илләр-рахмәән, иннәһү бикүлли шәй'им-бәсыиир. 20.Әммән һәәҙәәлләҙии һүә джүңдүл-ләкүм йәнңсурукүм миң дүүнир-рахмәән, инил-кәәфируунә илләә фии ғуруур. 21.Әммән һәәҙәәл-ләҙии йәрзүҡукүм ин әмсәкә ризҡаһ, бәл ләджджүү фии ғүтүүиү-үә нүфүүр. 32.Ә фәмәй-йәмшии мүкиббән ғәләә үәджһиһии әһдәә әммәй йәмшии сәүийән ғәләә сыираатыим мүстәҡыим. 23.Ҡуль һүүәл-ләҙии әңшә'әкүм үә джәғәлә ләкүмүс-сәмғә үәл-әбсаара үәл-әф'идәтә ҡалииләм-мәә тәшкүруун. 24.Ҡуль һүүәлләҙии ҙәра'әкүм фил-арды үә иләйһи түхшәруун. 25.Үә йәҡуулүүнә мәтәә һәәҙәл-үәғдү иң күңтүм саадиҡыын. 26.Ҡуль иннәмәл-ғилмү ғиндәллааһи үә иннәмәә әнәә нәҙиирум-мүбиин. 27.Фәләммәә ра'әүһү зүлфәтәң сииии'әт вүджүүһүл-ләҙиинә кәфәруу үә ҡыылә һәәҙәәл-ләҙии күңтүм биһи тәддәғүн.28. Ҡуль ә ра'әйтүм ин әһләкәнийәллааһү үә мәм-мәғиә әү рахимәнәә фәмәй-йүджиирул- кәәфириинә мин ғәҙәәбин әлиим. 29.Ҡуль һүүәр-рахмәәнү әәмәннәә биһи үә ғәләйһи тәүәккәлнәә, фәсәтәғләмүүнә мән һүүә фии даләәлим-мүбиин. 30.Ҡуль әра'әйтүм ин асбәхә мәә'үкүм ғаураң фәмәй-йә̒тиикүм бимәәәә'им-мәғиин.


Тәфсире.

Мөлек (Хакимиәт) сүрәһе

(Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән.

«Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.)

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғтарҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә.

2. Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы.

3. Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ.

4.Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр.

5. Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек.

6. Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын.

7. Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан

ҡайнай-ҡайнай

8. шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гонаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға: “(Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң?” — тип һорарҙар.

9. Улар шулай яуап бирер: “Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тураһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр”, —тинек.

10. Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылыбыҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек.

11. Шулай итеп, улар гонаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йәһәннәмдең әһелдәре.

12. Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан-дарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән.

13. Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә,

белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар.

15. Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр.

16. Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гонаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор.

17 Күктән (Аллаһ гонаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды. (19) Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотҡара ала.) Кәферҙәр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты. (22) Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)? (23) (Рәсүлем) әйт:

— Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе, — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ. (24) Тағын әйт һин:

— Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип. (25) (Кәферҙәр мыҫҡыллау менән): «Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиәмәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер?» — тип әйтерҙәр. (26) Әйт һин уларға:

— Был туралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә, — тип.

27. Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға:

— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо булыр, — тип әйтерҙәр. (28) Әйт һин:

— Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора. (29) Әйт һин:

— Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым, - тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрерһегеҙ. (30) Әйт һин: «Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр?» (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡар

Нәбә (Ғәммә) сүрәһе.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет