Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет10/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   27
аҡҡош образына бәйле бер нисә хикәйә бар. Шуларҙың береһе эт- ногенетик характерҙа булып, Юрматы ҡәбиләһенең килеп сығыуы хаҡында (42, 117).

Легенданың мотивы — традицион: сибәр ҡыҙға әйләнгән ҡошҡа һунарсы егеттең өйләнеүе һөҙөмтәһендә нәҫел таралыу, тик ырыу исеме аҡҡош-ҡыҙ яғынан түгел, ә уға өйләнгән егет яғынан алынған: «Бер ваҡыт һунарҙа йөрөгәндә, Юрмый хандың берҙән-бер улы аҡҡош атып алайым тип, уғын тоҫҡаған икән, теге аҡҡош бик сибәр ҡыҙға әйләнгән дә ҡуйған. Егет быға өйләнгән. Уларҙан үрсегән нәҫел Юрматы ҡәбиләһе булып ҙурайып киткән» (160, 120; 42, 117). Әүерелеү мотивын «Бүреләр тоҡомо», «Әҙәм тарпаны» исеме легендар риүәйәттәр миҫалында күргәйнек инде. «Юрматы ҡәбиләһе» — шулар менән бер типта.

Әгәр халыҡ аңында торна кешеләргә һуғыш, яу хәүефен әшкәртеүсе ҡош булараҡ һеңеп ҡалған булһа, аҡҡош аслыҡ, йотлоҡ килерен әшкәртеүсе йән эйәһе булараҡ билдәле. Был ҡараш «Ауыл арҡыры аҡҡош уҙып китһә, аслыҡ булыр» (57, 433) тигән юрау мәҡәлендә сағылған. Аҡҡоштоң ырыу башлап ебәр еүе, хәүеф иҫкәртә алыу һәләте хаҡындағы мәғлүмәттәр башҡорттарҙа был ҡошҡа ҡарата борон изгеләштерелгән мөнәсәбәт булғанлығын күрһәтә. Ошо мөнәсәбәткә ярашлы рәүештә, аҡҡошто атыу башҡорт халҡын- да ҙур гонаһ итеп һаналған. Ул ҡараш әле лә тотороҡло йәшәй. Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылы кешеһе

129




Игебаева Фәриҙә Хөснөлхаҡ ҡыҙынан 1982 йылда ошо юлдар авторы тарафынан яҙып алынған «Аҡҡошатҡантау» тигән риүәйәттә, мәҫәлән, Йыһангир исемле бер һунарсының аҡҡошҡа атыуы, үлгән ҡошто ҡулына алған көйө үҙенең телһеҙ ҡалыуы тураһында һөйләнелә. Бәлә бының менән генә сикләнмәй: күп тә үтмәй, ҡапыл ғына сирләп, Йыһангирҙең ҡатыны, бер аҙҙан һуң балалары үлеп китә. Йыһангир үҙе лә мандый алмай, торор торлағын ташлап, ил өҫтөндә йөрөй9.

Башҡорттарҙың борон аҡҡошто изгеләштер еп ҡарағайлығы эпик ҡомартҡыларҙа ла бик асыҡ сағыла. Аллалаш- тырылған күк батшаһы Самрауҙың Ҡояш ҡатынынан тыуған һомай исемле ҡыҙы Урал батырға бер аҡҡош, бер сибәр ҡыҙ сүрәтендә осрап, уның изге эштәрендә ярҙамсыһы һәм теләктәшенә әйләнә. Урал үлгәс, һомай кеше ҡиәфәтенә инергә теләмәй:

Аҡҡош булып, түл йәйеп,

Аҡҡош тыуын үрсеткән.

Быны бары белгән, ти, һомай тоҡомо ҡоштар, тип,

Бер туғандай күрешеп,

Ау аулауҙан тыйышып,

Аҡҡош тотоп еймәҫкә, тип,

Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, —

Аҡҡош үрсеп киткән, ти (49, 130)10.

Шуны ла әйтергә кәрәк, аҡҡош тураһындағы башҡорт легендалары һәм хөрәфәттәр ендәге мотивтар төрки-монгол

9 Информанттың әйтеүенә ҡарағанда, был ваҡиға беҙҙең заманда булған. Йыһангир һау сағында ауыл советы председателе, секретарымы булып эшләгән. Хәҙер инде вафат. Әлбиттә, бындай хәл була ҡалған булһа, Йыһангирҙың телдән яҙыуы үҙенең ҡылған эшенән тетрәүе һәм бик ныҡ ҡурҡыуы һөҙөмтәһендә булыуы мөмкин, һунарсы булараҡ, ул аҡҡошто атырға ярамағанлығын, әлбиттә, белгән булырға тейеш. Шуны ла иҫкә алырға кәрәк, теге йәки был тыйыуҙың төп сәбәбе онотолған осраҡта, кешеләр йыш ҡына уны үҙҙәренсә, яңысараҡ итеп тә аңлатырға тырышалар. Хәҙерге ышаныуҙар буйынса, мәҫәлән, аҡҡошто атҡан кеше үҙе шәхси бәләгә тарый. Йыһангирҙең хәле насарайыуы бына ошо үҙенә бәлә килеү ихтималлығынан үтә ныҡ ҡурҡыу ғәләмәте менән бәйле булыуы мөмкин. Риүәйәттең контексынан күренеүенсә, Йыһангир аҡҡош атырға тип сыҡмаған. Ул аҡҡоштарға осраҡлы рәүештә тап була, «<...> ҡарап тора ла, матурлығына ҡыҙығып, аҡҡоштоң береһенә атып ебәрә...» (203, оп. 73, д. 72, л. 251).

130




халыҡтарының легенда һәм ышаныуҙары менән бер типта. Мәҫәлән, бүрәттәрҙең хорин һәм хангин ырыуҙары аҡҡошто үҙҙәренең ырыу башы итеп иҫәпләй. Был хаҡтағы легендалар хатта йөкмәткеләре менән дә — һунарсының аҡҡошҡа өйләнеүенән тоҡом таралыу мотивы яғынан (292, 15)— башҡорт легендалары менән бер иш.

Монгол телле дербюттарҙың ышаныуы буйынса, аҡҡошто үлтереү оло гонаһ булып иҫәпләнгән. Уларҙа аҡҡошто үлтергән кеше үҙе үлә икән тигән фекер йөрөгән (223, 132). Аҡҡош яҡуттарҙа, себер татарҙарында ла изге ҡош һаналып, уны үлтереү ҡәтғи тыйылған булған (98, 130; 171, 23).

Аҡҡошто үлтергән кешенең үҙенә һәм ғаиләһенә бәлә килә тигән ышаныу шулай уҡ ҡырғыҙ халҡында бар (133, 117). Сыуаштарҙа аҡҡошто үлтереү әсәне үлтереүгә бәрәбәр һаналған (244, 19). Ошо миҫалдарҙан ғына ла, аҡҡош хаҡындағы ышаныуҙарҙың боронғо ерлеген, улар нигеҙендә барлыҡҡа килгән легендаларҙың уртаҡ тамырын күрмәү мөмкин түгел.

Легендалар, йола, ырым-юрауҙар борон башҡорттарҙа ҡарға, кәкүк культының булыуы хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Ҡарғаға бәйле боронғо ҡараштар айырыуса Түңгәүер башҡорттары араһында киң таралған «Балаҡарға» көйөнөң легендаһы миҫалында асыҡ күренә. Был үҙенсәлекле легенданың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе түбәндәгесә:

Имеш, бер ырыу менән икенсе ырыу һуғышҡан саҡта, бер башҡорт яуға ҡатыны менән китә. Юлда саҡта ҡатыны ул таба, әммә баланы үҙҙәре менән алып китергә мөмкин

10 Килтерелгән өҙөктә ике мөһим мәғлүмәт иғтибарҙы йәлеп итә: береһе — аҡҡоштоң тотем ҡошона бәрәбәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу («... Бер туғандай күрешеп, ау аулауҙан тыйышып»), икенсеһе — төрки- монгол, иран халыҡтарының мифологияһында юғары урын алған һомай (Умай, Убай, Ҡумай, Хумай, Ымай, Май) исемле Тәңренең башҡорт халыҡ ижады ерлегендә яңғырашы. Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, һомай образы, уның ҡурғаусылыҡ вазифаһы төрлө халыҡтарҙа төрлөсә сағылған. Иранлыларҙа Хумай бәхет ҡошо, ул ҡоштоң күләгәһе тейгән кеше бәхеткә юлыға тигән ышаныу йәшәй (был мотив «һомайғош» исемле башҡорт әкиәтендә лә урын ала); үзбәк, ҡырғыҙ, хакас, шор халыҡтарының мифологияһында — бала-сағаны һаҡлаусы изге йән. Ор- хон төркиҙәрендә һомай кешеләрҙең үрсеүенә булышлыҡ иткән Әсә — Тәңре сифатында сығыш яһай (240, 52-97; 248, 182—186, 262—265).

131




лек булмағанлыҡтан, уны ҡарға ояһына һалып ҡалдыралар. Яуҙан ҡайтышлай балаларының һөйәген булһа ла ерләргә тип, ҡарға ояһы эргәһенә туҡтаһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: оя ҡаҙандай итеп ҙурайтылған, ағас тирәһендә йөҙәрләгән ҡарға осоп йөрөй, ә бала, оянан аяғын һалындырып, ниндәйҙер көй көйләп ултыра. Атаһы улының көйөн ҡурайға һалып, уны «Балаҡарға» тип атаған, ти (203, оп. 63, д. 57, л. 15—16). Күренеүенсә, легендала ҡарғалар кеше тоҡомон ҡурғаусы, сабыйҙың ата-әсәһен алмаштырыусы мөғжизәле «тәрбиәсе» булараҡ һүрәтләнә.

Легенданың икенсе вариантында бала менән ҡарға араһындағы яҡынлыҡ айырата эмоциональ һүрәтләнә: ата менән әсә «сабыйҙарын ҡалдырған урынға килһәләр <...>,— балалары ағас ботағына тотоноп, баш осонда йөрөгән ҡарғаларға ҡарап, талпынып ултыра, ти.

Ҡарғалар баланы ата-әсәһенә бирмәй маташҡандар. Нисек етте шулай сабыйҙы ҡулға алып, юлға сыҡҡас та, ҡарғалар уны ҡурсып, ҡарҡылдашып, хәтһеҙ ер оҙатып киләләр. Бала ла ҡарғаларға ҡарап, ҡысҡырып илап барған, ти (55, 48).

Өсөнсө бер вариантта, ауыҙына ем ҡабып, ояһына табан осоп килгән ҡарғаны күргәс, илап ятҡан баланың тынысла- ныуы; әсәнең балаға үрелгәнен тойоп, ҡоштоң оя тирәләй хәүефле оса башлауы (268, 20—21) кеүек деталдәр — шулай уҡ тәрән тойғо уятмалы. Боронғолоғо яғынан улар бүре, эт имеҙеп үҫтергән сабый тураһындағы легендалар менән бә- рәбәр. Хәйер, яланда ятып ҡалған баланы ҡарға ашатып, үлемдән ҡотҡарыу мотивы үҙе лә бит Урал регионы менән сикләнмәй. Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, был архаик мотив, мәҫәлән, ҡытай легендаларында һаҡланып ҡалған. Усундәр (ҡытайса яңғырашында — вусунь) менән һундар бәрелеше ваҡытында үлтерелгән усунь батшаһының улына һундарҙың башлығы «мәрхәмәтлек» күрһәтә: үлтермәй, ләкин сабыйҙы далала ташлап ҡалдырырға бойора. Баланы тәүҙә ҡарға (ул суҡышы менән ит ташып, сабыйҙы ашата), унан инә бүре үҙенең һөтөн имеҙеп, һәләкәттән ҡотҡара.

Бындай мотив иран мифологияһында ла билдәле. Эпос геройы Рөстәмдең сәмреғош (симург) тарафынан үлемдән ҡотҡарылыуы алда телгә алынған легендалар менән ауаздаш. X. Г. Ҡороғло, мифологик легендаларҙы сағыштырып, уларҙы боронғо иран һәм төрки мәҙәниәт бәйләнештәренең

132




сағылышы тигән фекерҙә тора. Ул ташланған сабыйҙы тәрбиәләп үҫтереүсе ҡош мотивы — ирандарҙан, бүре мотивы төркиҙәрҙән килә, тип иҫәпләй (143, 87—88).

Юллай китһәң, бәйләнештәр даирәһенең тағы ла киңерәк икәнлеге асыҡлана. Был йәһәттән, беренсе нәүбәттә, боронғо римляндарҙың Рем менән Ромул хаҡындағы легендалары хәтергә төшә: уларҙың бер вариантында ла бит йәш балаларҙы туйындырыуҙа бүренән тыш тумыртҡа ҡатнаша (121, 349).

«Балаҡарға» исемле башҡорт легендаһындағы архаика «ҡош-әсә» мотивы менән генә сикләнмәй. Боронғо кешенең үҙе менән тәбиғәт, ҡош-ҡорт араһындағы айырманы артыҡ күрмәүе легенданың үҙгәрештәргә ауырыраҡ бирелә торған шиғри юлдарында бигерәк тә яҡшы һаҡланған. Уларҙа тотемистик ҡараштар әсән генә хас булған кешенең йәнлеккә, йәнлектең кешегә әүерелә алыу мотивы ла сағылып ҡалған:

...һай...

Ҡара-ҡара, атаһы ла,

Тере булды балабыҙ,

Балабыҙ, балабыҙ.

Үлмәйенсә беҙҙе көтөп,

Ҡарға булған балабыҙ,

Балабыҙ, балабыҙ, һай, күҙ нурым,

Ниҙәр күрҙең һин, балам,

һин, балам, һин, балам?.. (268, 21).

Кәрим Дияров яҙып алған вариантта:

Балаҡайым, ғәзизкәйем,

Булғанһың бит Балаҡарға, Балаҡарға,

Ата-әсәң ҡулындаһың,

Әйләнеп беҙгә ҡара, беҙгә ҡара.

Эй, тәрирә-тирә-тирәрәм дә, Тәрирә-тирә-тирәрәм (55, 49).

Бына ул легенданың сере ҡайҙа! Яңы тыуған сабыйҙың оҙаҡ ваҡыт (бер вариантта ике ай буйы—203, оп. 12, д. 294, л. 67) ҡарға ояһында йәшәй алыуының сәбәбе уның ҡошҡа әүерелә алыу һәләтендә икән. Бынан тыш, сабыйҙы ағас башындағы ҡош ояһына урынлаштырыу үҙе лә бик боронғо

133


мотив, ул төрлө халыҡтарҙың мифологик легендаларында осрай. Бер яҡут мифында, мәҫәлән, ҡояшлы, йәм-йәшел аҡланда үҫеп ултырған ос ағасҡа (ҡыҙыл ҡарағай, граб, бук) инә бөркөттөң йомортҡа һалып китеүе, күпмелер ваҡыттан һуң шул йомортҡанан кеше балаһы (буласаҡ шаман) сығыуы, сабыйҙың түбәндәрәк ботаҡта эленеп торған бишеккә төшөп, шунда үҫеүе кеүек мөғжизәле хәлдәр тураһында һөйләнелә (143, 94). Баланың оянан бишеккә төшөрөлөүе, күрәһең, һуңғараҡ мотив, асылда иһә оя менән бишек мифтарҙа бер тигеҙ мәғәнәүи йөкмәтке йөрөткән образдар.

Баштарында изгелекле ҡош оялатҡан ағастар ҙа боронғо кешеләр аңында ҡәҙимге ағастар рәүешендә генә түгел, ә йән эйәләренең яралыу мөхите (ятҡылығы), изге терәге булараҡ (йәғни ағас-әсә мотивы) урын алған. Был күренеш бик күп халыҡтарҙың мифтарында, шул иҫәптән башҡорт легенда- риүәйәттәрендә, шәжәрәләрҙә сағыла. Мәҫәлән, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан туғыҙ ауылда (Абҙан, Әйтмәмбәт, Аҙау, Ҡыҙғы, Тәүәкәс, Тимербай, Тирәкле, Оҙондар, Ҡыҙылъяр) йәшәгән башҡорттарҙы әле лә «ҡумырыҡ башҡорттары», «ҡумырыҡтар» тип йөрөтәләр: риүәйәт-легенда

буйынса, улар ҡумырыҡ ағасы аҫтында табылған дүрт игеҙәктән таралған нәҫелдәр (42, 139). Ҡыпсаҡ ырыуы атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы риүәйәт-легендала шулай уҡ боронғо ҡараштар сатҡыһы күҙәтелә: нәҫел ебен башлаусы ир бала ағас ҡыуышында донъяға килә. «Ҡыпчаҡ юлда агач ҡыуышында туғанлығы өчен, аңа үзләренең ғадәтенчә «Ҡыпчаҡ» дәйү ат вирмешләрдер. Ҡәдим төрек телендә эче ҡыуыш ағачны ҡыпчаҡ димешләр» (41, 93).

Яу ғәрәсәте килгәндә ағас ҡыуышында сабый ҡалдыры- лыуы, уны ҡош-йәнлек ҡурғау мотивы Алтай халыҡтарының легендалары буйынса ла билдәле. (Е. М. Ямаева.)

«Балаҡарға» легендаһының боронғо ҡараштар юҫығында яралғанлығын иҫбатлаусы дәлилдәр эҙләгәндә, йола фольклоры үрнәктәрен, атап әйткәндә, ҡарғатуй йәки ҡарға бутҡаһы байрамдарын ситләп үтеп булмай.

«Ҡарғатуй» — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан килгән йола байрамы. Был байрам, ғәҙәттә, яҙ көнө, ҡарғалар килгәс, ер ҡарҙан әрселеп, үләндәр йәшәргән ваҡытта үткәрелер булған11. Байрамса кейенгән ҡыҙ-ҡырҡын, бала-

134




саға яланға, күл-йылға буйҙарына сығып, үҙҙәре нзгеләштереп ҡараған ҡарғалар хөрмәтенә бутҡа бешереп, уйын-көлкө, һый-хөрмәт ойошторған. Байрамдың үткәрелеү рәүешенә тулыһынса туҡталып тормаҫтан, иғтибарҙы бер генә нәмәгә йүнәлтке килә. Уйын-көлкө тамамланып, ҡайтырға йыйналғас, халыҡ:

Ҡарҡылдашып килегеҙ: һеҙгә бутҡа бирәбеҙ.

Йомошобоҙ күп түгел:

Йылға уңыш теләгеҙ.

Ҡарғалар!

Баҡсаларҙа алмағас Ҡороно, ямғыр яумағас.

Баҡсаларҙа һис йәм юҡ,

Ямғыр яуып тормағас.

Ямғыр, яу, яу, яу!

Ҡарғалар!

һеҙ ҙә беҙҙең кеүек Йыйылып һыйланығыҙ,

Ямғыр яуһын тип теләгеҙ (203, оп. 73, д. 25, л. 240), —

тигән һүҙҙәр менән ҡарғаларға мөрәжәғәт итеп, артып ҡалған бутҡаны ағас олондарына, таш өҫтәренә һылап китер булған. Ҡайһы бер әңгәмәселәрҙең әйтеүенсә, ризыҡты башта ҡарғаларға ауыҙ иттергәндәр:

һиңә түгел, ҡарғаға!

Ала ҡарға ашаһын,

Ала ҡарға ашамаһа,

Ҡара ҡарға ашаһын! —

11 Баймаҡ районының Түбэ ҡасабаһында ҡурайсы Нурислам Шәй- хетдиновтан Ғата Сөләймәнов яҙып алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, «Ҡарға бутҡаһы» яҙғы сәсеүҙән һуң бер нисә көн үткәс уҙғарылған. Ашлыҡ сәскән көн һабандан ҡайтыусыларҙы ауылда ҡалған ҡыҙҙар, йәш килендәр һабан һыуына ҡойондорғандар (203, ф. 3, оп. 12, д. 269).

135




тип бер-бер еһенең ҡалаҡтарын һуғып төшөрә торғайнылар»,—тип һөйләгәйне беҙгә, мәҫәлән, 1987 йылда Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында 83 йәшлек Мәҙинә Намаҙбае- ва (203, оп. 92, д. 13). Әлбиттә, ҡарғаларға бутҡа биреү — һуңғараҡ, кешеләрҙең тормошона игенселек хеҙмәте ингәс, барлыҡҡа килгән мотив. Уға тиклем был «мөғжизәле» ҡоштарҙың «күңеле», фольклор материалдарына ҡарағанда, икенсе төрлө ысул менән күрелгән булырға тейеш. Килтерелгән теләк һүҙҙәренән күренеүенсә, ҡарғаларға мөрәжәғәт йылға уңыш теләүгә ҡайтып ҡала, ә һуңғыһы — туранан- тура ямғыр саҡырыу теләге. Халыҡ аңындағы үҫеш һәм үҙгәрештәр нәҡ ана шул ямғыр саҡырғанда әйтелә торған теләк һүҙҙәрҙә сағылған да инде. Сағыштырығыҙ:

Ямғыр, яу, яу, яу! һимеҙ тәкә һуйырмын,

Итен үҙем ашармын,

Майын һиңә бирермен, һөйәген эткә ташлармын.

Ямғыр, яу, яу, яу!

Ямғыр, яу, яу, яу!

Майлы бутҡа бирермен,

Көмөш ҡашыҡ ҡуйырмын... (203, оп. 73, д. 25, л. 241).

Күренеүенсә, был теләк туранан-тура ямғырҙың үҙенә мөрәжәғәт итеү рәүешендә әйтелә. Әгәр ошоно Саян-Алтай халыҡтарының йолаһы менән сағыштырһаҡ, уларҙың функциялары яғынан ғына түгел, мәғәнә уртаҡлығы ла яҡшы

күренә. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлек тә юҡ түгел: беҙҙең халыҡтың теләк һүҙе туранан-тура ямғырға өндәшеү рәүешендә булһа, саян-алтайҙарҙыҡы — изгеләштерелгән Күккә мөрәжәғәт. «Туғыҙ япраҡлы ҡайын» тигәне «күк туғыҙ ҡатлы» тигән ышаныуға бәйле (төркиҙәрҙең ҡайһы бер ырыуҙары күкте 9 ҡатлы тип иҫәпләһә, икенселәре «Күк ете ҡатлы» тигән ҡарашта). Сағыштырығыҙ:

Качин телендә:

Тогус пурлуг бай казын, Тэрь!

Тогус кураган соктыбис, Тэрь!

136


Нангмыр сурлепчабис, Тэрь!

Урожай килепчабис, Тэрь!

Мал казык турзук, Тэрь! (229, 57).

Башҡортсаға тәржемәлә:

Туғыҙ япраҡлы изге ҡайын, Күк!

Беҙ туғыҙ бәрәс һуйҙыҡ, Күк!

Ямғыр һорайбыҙ, Күк!

Уңыш үтенәбеҙ, Күк!

Мал-тыуарыбыҙ имен булһын, Күк!

Тарихи әҙәбиәттән билдәле булыуынса, башҡорттарҙың тормошона игенселек хеҙмәте малсылыҡҡа ҡарағанда һуңыраҡ ингән. Шулай булғас, теләк һүҙҙәрендә сағылған ҡорбан мал мотивы боронғораҡ булып сыға. Хәйер, быны башҡорттарҙа «Теләккә салыу» (яланда ат һуйып, ямғыр теләү) йолаһы уҡ (203, оп. 73, д. 25, л. 241) аңғарта.

«Ҡарға бутҡаһы» байрамында башҡарылған ритуаль бейеүҙәрҙе, әүһәләй уйындарын, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алып, доға ҡылыуҙарҙы ла күҙ уңында тотҡанда, «Ҡарғатуй» йолаһының сакраль мәғәнәһе йыл башын, уянған тәбиғәтте хөрмәтләп ҡаршы алыуға, ямғыр теләүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә бәлки ата-бабалар рухын иҫкә алыуға ла бәйле булғанлығы тоҫмаллана (боронғо кешеләр уйлауынса, тәбиғәт уянғанда ата-бабалар рухы ла уяна, ә ҡоштар иһә ата-бабалар рухын, йәнен йөрөтөүсе заттар).

Башҡорт халҡының ырыу, ара, аймаҡ атамаларында ҡарға этнонимдарының осрауы (158, 53, 57) шулай уҡ ҡарға культынан килгән күренеш.

Ҡайһы бер яҙмалар буйынса, ҡарғаның борон тотем ҡошо булып иҫәпләнгәнлеге яҡшы аңлашыла: «Ҡаҙаҡҡол [Учалы районы. — Ф. Н.] һәм башҡа ауылдарҙа ҡарға аймағы бар. Кеше уларҙы ҡара (черный) тигән һүҙ менән бәй- ҙәй [бәйләй]. Әммә был исем-атама ҡош исеменән сыҡҡан. Ҡарға ҡошона бәйҙе алар. Ата-бабалары, имеш, ҡарға булған аларҙың. Ҡарға-ата Умай ҡоштоң игеҙәге булған, тиҙәр» («Ватандаш», 2002, 6-сы һан, 165-се бит. Мәрхәбә Сәғит ҡыҙы Ғиззәтуллина яҙып ебәргән материалдарҙан). «Ҡарға — ырыу башлаусы» мотивы башҡа халыҡтарҙың ижадында ла асыҡ сағыла. Был йәһәттән шор, яҡут, тыва, Иртыш

137




буйы татарҙары һ. б. төрки-монгол халыҡтарының этнони- мияһында ҡарға, ҡоҙғон атамаларының булыуы иғтибарҙы йәлеп итә (289, 53—54; 223, 218). Ҡарғаға бәйле легенда, әкиәттәр һәм археологик ҡомартҡыларҙы тикшереүсе ғалимдар был ҡоштоң боронғо төрки-монгол халыҡтарының тотем ҡошо булыуы хаҡында фараз итәләр (289, 53—54).

Әлбиттә, быуаттар төпкөлөнән төрлө кимәлдә килеп еткән мифологик ҡараш сатҡылары замандар үтеү менән үҙҙәренең ышандырыу көсөн юғалта баралар. «Ҡарғатуй» байрамының хәҙер йә бөтөнләй үткәр ел мәүе, үткәрелгән осраҡтарҙа ла йоланың магик функцияларына артыҡ иғтибар бирелмәүе нәҡ ана шул хаҡта һөйләй. «Балаҡарға» легендаһы ла, нигеҙҙә, әкиәт һымағыраҡ ҡабул ителә. Йырҙың булған хәлгә таянып ижад ителгәнлегенә ышандырыу өсөн хикәйәгә яңы образ индерелә, ул —ҡарға ояһында ҡалдырылған баланы үлемдән ҡотҡарыусы Юлтый ҡараҡ образы (күренекле ҡурайсы һәм йырсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ошо юлдарҙың авторына һөйләгән варианты).

Әммә был урында шуны ла билдәләү фарыз: халыҡ хәтере тигән төшөнсә —ысын мәғәнәһендә бөйөк төшөнсә, феноменаль күренеш. Ул бер ерҙә юйыла, төҫһөҙләнә төшһә, икенсе ерҙә сағыуланып, үҙенең яңы һыҙаттарын асып, ялғанып китә («Халыҡ хәтере иҫкермәй», тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән бит). Мәрхәбә Ғиззәтуллинаның Күбә- ләк-Тиләү, Тамъян ырыуы башҡорттарынан яҙып алған материалдары ғына ла уҡыусыны ҡарға образына бәйле әллә күпме ырым-ышаныуҙар, миф ярсыҡтары менән таныштыра. Ҡарға аймаҡтарының килеп сығышы хаҡында һөйләгәндән һуң, информант түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерә:

«Ҡарға кешене кеше иткән, тиҙәр: телгә өйрәткән, үт табып биргән ҡояштан (аҫһыҙыҡ беҙҙеке. — Ф. Н.). Шуңа ла, имеш, ҡояш нурҙарында көйөп, ҡап-ҡара булған. Ул яуыз ниәттәрҙән һаҡсы ҡош. Аның ҡанатҡайҙары өйҙө, кешене, малды ҡурсалап тора. Аның ҡанатҡайҙары баш ауырыуҙарынан, күҙ тейеүҙән, ҡарғыштан ышыҡлай. Тәнде ҡарға ҡанаты менән һыйпау, күренмәгән ергә-кейемгә тегеп ҡуйыу, һүрәтен әйбергә төшөрөү, итен ашап та ауырыу- сырхауҙан ҡотолғандар <...> Әгәр кешене кемдер рәнйеткән

138


булһа, ул ҡарға ҡарҡылдағанда алғыш12 әйтһә, теге әҙәм- бәндәләргә ҡарғыш төшә. Ҡарға берәүгә күренһә, аш бирәләр, теләк әйтеп: «Баҫыуҙа күберәк иген уңһын!» —тип. Ҡарғалар күбәйеп китһә, ҡысҡырып әйтәләр: «Ана килә бабай-ел, һин, ҡарға, самаңды бел!»

Әле әйтәләр: «Ҡарға күҙен ҡарға соҡомай», — тип («түрә түрәгә теймәй» — мәғәнәһе). Әгәр быны әйткәнде ҡарға ишетһә, йәки шул ваҡытта ҡарҡылдаһа, был түрәнең тормошо ормошҡа әйләнә. Үлем ғазабында ҡарға тегенең күҙен соҡой. Шуға гонаһтарҙы ҡаптар [ҡаплар] өсөн, күҙҙең сырағы ялтырап ятмаһын өсөн, күҙгә биш тин аҡса һалыу йолалары бар».

Мәғлүмәт биреү ҡеүәһе яғынан килтерелгән өҙөктөң ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Сағылған архаик ҡараштар даирәһе бында ифрат киң: ҡарға — ырыу башлаусы, демиург, мәҙәни (культур) герой һыҙаттарын йөрөтөүсе изге йән эйәһе, ҡурғаусы; кешеләрҙең яҡшы һәм яман ҡылыҡтарын күреп тороусы ҡош. («Ватандаш»та баҫылған был материалға тағы һуңғараҡ бер туҡталырбыҙ әле.)

Моңло саҡырыуы, йомортҡа баҫып бала сығармауы арҡаһында башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырылып тороусы кәкүк шулай уҡ элек-электән кешеләрҙең иғтибарын үҙенә тартып, төрлө легендалар, ышаныу һәм юрауҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған. Кәкүк —кеше затынан тигән ҡараш бик күп халыҡтарҙың легендаларында урын алған (304, 40; 164, 85). Башҡорт легендаларынан күренеүенсә, кәкүк — кеше, ҡатын- ҡыҙ затынан яралған йән эйәһе, һөйгәне Кәкүктән айырылған ҡыҙҙың сикһеҙ зарығып теләк теләүе («Эй, ҡош булып осоп ҡына барһам ине яндарыңа!»), шул теләктең ҡабул булыуы арҡаһында тыуған драматик күренештәр легендаларҙа ғәжәп тәрән психологик көсөргәнеш менән һүрәтләнә:

«...Ҡыҙҙың теләге ҡабул булған: бер саҡ күҙ алдында бәләкәсәйә барған был. Ҡулдары урынына ҡанат үҫеп сыҡҡан. Ҡошҡа әйләнеп, тимер рәшәткәле зиндан тәҙрәһенән

12 «Алғыш» тип, ғәҙәттә, изге теләккә ҡарата әйтелә. Информант бында терминға иғтибарһыҙлыҡ күрһәтәме, әллә теләк һүҙен синоним рәүешендә ҡулланамы — әйтеүе ҡыйын. Яман теләк иһә «ҡарғыш» исеме менән йөрөй.

139




иреккә осоп киткән. Ағастан ағасҡа, сусаҡтан сусаҡҡа осоп ҡунып, «кәк-күк», «кәк-күк» тип һөйгәнен саҡыра икән был. <...> Йомортҡа һалһа ла, уны баҫып сығарырға һис түҙемлеге етмәй, һәр саҡ һөйгәнен эҙләй, ти, ул. Сәскә атҡан мәлдә ул һаман моңайып, һөйгәнен саҡыра, сәскәләр һулығас, теленән дә яҙа хатта <...> Ана шулай гел генә «кәк- күк» тип саҡырып йөрөгән ҡошто халыҡ «кәкүк ҡошо», ә теге ҡыҙыл сәскәләрҙе «кәкүк сәскәһе» <...> тип атап алып киткән» (55, 45). Легенда буйынса, ҡан төҫөндәге сәскәләр ҡыҙға һөйгәненең үлемен әшкәрткән.

Легенданың икенсе вариантында шул уҡ теләктең ҡабул булыуы (һүҙҙең магик көсөнә ышаныу һөҙөмтәһендә тыуған бик архаик мотив) үҙәк урында тора. Был вариантта кәкүктең килеп сығыуы тураһындағы хикәйәләүҙән тыш, тағы бер этиологик мотив — кәкүктең бер яҡ ҡанатының ни өсөн һалпы булыуын аңлатыу моменты бар: һалпы ҡанат— теләк теләгән ҡыҙҙың үрелмәй ҡалған сәс толомо икән (55, 46).

Шулай итеп, легендаларҙан күренеүенсә, кәкүктең яра- лыуы бәлә-ҡаза, үлем фажиғәһенә бәйле ваҡиғалар яҡтылығында һүрәтләнә. Халыҡ аңында кәкүк моңло, бәхетһеҙ ҡош булып иҫәпләнеп, уның саҡырыуы айырым осраҡтарҙа (торлаҡ тирәһендә, йә теге йәки был кешенең баш осонан үтеп китһә), үлем әшкәртеү билдәһе булып ҡабул ителә. «Ике кәкүк күрше ҡысҡырһа, ҡаза килер», «Кәкүк өй башына ҡунып ҡысҡырһа, өй хужаһы үлә» (57, 434) тигән ышаныуҙарҙы әле лә ҡарттар ауыҙынан ишетергә мөмкин. Йорт тирәһендәге ағасҡа, ҡаралтыға кәкүк ултырып ҡысҡыра икән, был инде йорт хужаһына ҙур хәүеф килерен хәбәр итеү, тип аңлатыла. Ҡайғы, бәлә-ҡазанан һаҡланыу йөҙөнән кәкүк ултырған ағасҡа, бағанаға һөт йә булмаһа ҡатыҡ ҡойоу йолаһы бар. Был, һис шикһеҙ, бик боронғо йола булырға тейеш, уның нигеҙендә кәкүккә табыныу, уға саҙаҡа, ҡорбан килтереү кеүек ҡараш-хөрәфәттәр сағыла. Йорт тирәһенә килгән кәкүкте хатта төштә күреү ҙә кеше күңеленә ҙур хафа һалған: «Төштә кәкүк саҡырыуын һәм өй башынан үтеп китеүен күрһәң — мәйет күрәһең», — тип һөйләй, мәҫәлән, Бөрйән районында йәшәүсе Уразаева Мәсхүҙә Ғәйнислам ҡыҙы (301, 143).

140




Кәкүк тауышы шом тойғоһо уятҡанлыҡтан, бәлә-ҡаза- нан, хәүефле хәлдәрҙән ҡотолоу маҡсатында, кешеләр торло ырымдар, теләктәр ярҙамында бәләне кире ҡайтарырға, булдырмаҫҡа тырышҡан. «Башҡорт халыҡ ижады» баҫмаһының йола фольклоры томында донъя күргән материалдар быны асыҡ күрһәтә:

«Кәкүк тауышын ишеткәс тә, тауыш килгән яҡҡа ҡарап, өс тапҡыр тәгәрәргә кәрәк, һәр осраҡта ла шулай итһәң, килешә». Кәкүк тауышын ишеткәндә:

Тәнемдең һаулығын бир,

Йәнемдең һаулығын бир,

Тәнемдең зәҡәтен бир;

Илдең именлеген бир!

Күпте күрҙем. Алда ла Тағы күпте күрергә Насип булһын! —

тип, ҡайҙа торһаң —шул яҡҡа ҡолап, тәгәрәп китеп, услап тупраҡ алырға. Шул тупраҡ бөтә рәнйеүҙәрҙән дә килешә. Уны тупһа аҫтына һалһаң, төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай» (Ырымбур әлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Рысай ауылы кешеһе Исламғолова Йомабикә Дәүләтҡол ҡыҙының (1915 йылғы) фольклор белгесе Әхмәт Соләймәновҡа һөйләгәне).

Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында әле булһа кәкүккә арналған ритуаль бейеүҙәр йәшәй. Хәйбулла районында ҡағыҙға теркәлгән яҙмаларҙан күренеүенсә, был ритуалдың башҡарылыу рәүеше түбәндәгесә: «Кәкүк» тигән башҡорт халыҡ көйөнә бер төркөм бейеүсе, кәкүк хәрәкәттәре яһап, бейергә төшә. Бер аҙҙан һуң бейеүселәрҙең береһе, кәкүккә «мөрәжәғәт итеп», оҙон йыр башлай:

Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡашымда,

Саҡырһана ағас башында.

Уңлы ла ғына һуллы ҡаптым тарта —

Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?

Минең башҡайыма ник ултырҙың,

Бер-бер нәмә булыр микән ни?

Юраусылар юрап әйткәненсә,

Ғүмерем зая үтер микән ни?

141




Ике кәкүктең тиң саҡырыуы кеше күңеленә айырыуса ҙур шом һала, һәм бейеүсе, хәүефләнеп, былай тип йырлай:

Ике лә генә кәкүк тиң саҡыра,

Ҡыу ҡарағай башын шаңғыратып.

Азаматтар яуҙан ҡайтыр микән,

Киткән юлҡайҙарын яңғыратып?

Йырҙан һуң тағы ла бейеү башлана, тик бында бейеүсе үҙен үҙе «үлтереп», тән ағзаларын шунда ҡатнашҡан кешеләргә («кәкүктәргә»!) өләшеү хәрәкәттәре яһай: «Мә, һиңә аяғым, һиңә ҡулым, һиңә күкрәгем... аша!» (203, оп. 73, д. 72, л. 254).

Ошо рәүешле ырым, ритуаль бейеү менән кеше үҙ үлеменә «кәртә ҡуйған», яман хәбәр килтереүсе ҡошто «алдап», үҙенең күңелен тынысландырған.

1990 йылда Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ҡурайсы Нәжметдин Танһыҡхужа улы Хәсәновтан яҙып алынған мәғлүмәттәр кәкүк бейеүҙәренең башҡарылыу рәүешен һүрәтләүе менән әһәмиәтле: «Бейеүсе, ҡош һымаҡ, ҡулдарын йәйеп бейей. Көйҙөң «Кәк-күк! Кәк-күк!» тигән өлөшөндә кәзәкейенең сабыуын тота ла, ҡулдарын артҡа ҡайырып, янбашына һала. Сабыу осон тотоп, бер-береһенә тейеп торған ҡулдар кәкүктең ҡойроҡ осон хәтерләтә. Ҡулдарын ошо хәлдә тотҡан килеш бейеүсе кой ыңғайына алға иңкәйә, аҙаҡ, артҡа ҡайҡая биреп: «Кәк-күк!» тип ҡысҡырып, хәрәкәтте өс мәртәбә ҡабатлай. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә яурын баштарына уртаға бөкләнгән шәл һалып бейей. «Кәкүк ҡойроғо»н күрһәтергә кәрәк булғанда, шәл остарын услап, ҡулдарын артҡа һала».

Сирғол ауылынан ҡурайсы Искәндәров Батырйән Сәхиулла улы күрһәткән бейеү хәрәкәттәре лә Нәжметдин Хәсәнов күрһәткән бейеү хәрәкәттәре менән тап килә. «Кәкүк бейеүҙәре 50-се йылдарҙа бар ине әле», — тине ул. — Шәмсетдин Исхаҡ улы Иҙрисов тәүҙә «Саҡырмаҫы, кәкүк» көйөн йырлап торор ҙа шунан үҙе үк «Кәкүк бейеүе»н бейеп китер ине. Был 1938—1940 йылдар тирәһендә булды»,—тип ауылдашының һүҙен ҡеүәтләне ҡурайсы Уйылдан Арыҫлан улы Абызов (1911 йылғы).

142




Ейәнсура ҡурайсылары һөйләгән бейеүҙәр менән Хәйбулла тарафтарында башҡарылған ритуаль йыр-бейеүҙәрҙең бер юҫыҡтағы күренеш булғанлығы шик тыуҙырмай.

«Саҡырмаҫы, кәкүк»

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет